Даирә
+28 °С
Болотло
Әҙәбиәт
4 Июнь 2025, 09:01

Ҡайтыу (Хикәйә)

–Вертолет саҡырттылар... килеп етергә тейеш инде... Әҙерләргә ҡуштылар ауырыуҙы...   –Эйй, алып барып еткерһәләр, ярай ҙа һуң. Бигерәк йәл үҙен... Анау тиклем мәхшәрҙән иҫән ҡайтһын да... 

Ҡайтыу (Хикәйә)Ҡайтыу (Хикәйә)
Ҡайтыу (Хикәйә)

Бына инде нисәнсе көн ауыр хәлдә йоғошло ауырыуҙар бүлексәһендә ятҡан Мәғәфүр, янында һөйләшкән тауыштарҙы ишетеп, аңына килде. Ныҡ итеп сарсағанын тойҙо. Көскә ирендәрен ҡыбырҙатып: 

 –Һы-ы-ыу! – тип өндәште. Янына шунда уҡ шәфҡәт туташы килеп етте, Мәғәфүрҙең ирендәрен еүеш салфетка менән сылатты ла, шешәләге һыуҙың көпшәһен уның ирендәренә терәне. Үтә сарсаған ир ҡабаланып, йотлоғоп һемерҙе һыуҙы. 

 –Шунан, иҫеңә килдеңме, батыр егет? Өс көн инде һинең яныңдан китмәйбеҙ ҙәһә? 

Тәне яңынан ҡалтырана башлаған ир көскә йылмайып маташты: 

 –Ниндәй батыр, ти, мин? Сысҡанға бирешеп ятам бит? 

 –Ярай, бирешмә, батыр! Вертолет килеп етһә, һине Өфөгә оҙатасаҡбыҙ. Ә унда табиптар көслө, тиҙ арала аяҡҡа баҫтырасаҡтар! 

Яңынан иҫе инерле-сығырлы була башлаған Мәғәфүр күҙҙәрен йомоуы булды, йән-яҡтан йүгерешеп сысҡандар килеп тә сыҡты. Бигерәк күмәк, иләмһеҙ үҙҙәре. Һәр ҡайһыһы нисек тә Мәғәфүрҙе тешләргә маташа. Мәғәфүр һелтәнеп ҡарай, тик ниңәлер ҡулдары тыңлашмай. Әллә бәйләп ҡуйғандар инде? Нисек ҡотолорға һуң был мәхшәрҙән? 

 –Ах, китегеҙ, ҡаҡшатмағыҙ мине! А-а-а-а... 

 –Тағы өйәнәге башланды. Ҡайҙа, тиҙерәк укол һалайыҡ... 

Шәфҡәт туташының тауышына Мәғәфүр күҙҙәрен асты. Шыбыр тиргә батҡанын тойҙо. Ныҡ итеп ҡалтыранырға тотондо. Үҙен тыйып туҡтатырлыҡ та түгел. Хатта аҫтындағы карауаты дер һелкенә. Шәфҡәт туташтары, уға ярҙам итергә теләп, өҫтөнә ҡатлап юрған яптылар ҙа, карауаттың ике башынан тотоп торҙолар. Бына дарыуҙар тәъҫир иттеме, ҡалтыраныуы кәмеп, бераҙ хәл керҙе үҙенә. Шәфҡәт туташтары ҡоро кейемдәрен кейергә ярҙамлаштылар. 

 Ауыр яраланып госпиталдә ятҡандан һуң Мәғәфүрҙе өйөнә ҡайтарҙылар. Төпкөл райондағы ауылына ашҡынып ҡайтты ул. Тыуған яғының тәбиғәтен ныҡ һағынған ир-егет автобусынан төшөп ҡалды ла, артабан юлын йәйәүләп дауам итергә булды. Биш-алты саҡрым араны ғына йәйәүләп үтерлек хәле бар уның. Үҙ ғүмерендә нисә тапҡыр уҙғандыр ошо һуҡмаҡтан: һәр ағасы, һәр ташы, боролошо таныш бит ул. Бына яҡындағы тауҙан инеш алған шишмәгә лә килеп етте. Исеме лә ниндәй шәп үҙенең – Йылғыр шишмә! Исеме –есеменә тура килеүе: тауҙы тишеп сыҡҡан шишмә йылғыр ғына ағып тирә-яҡты дымға туйындырырға ла өлгөрә, һәр үткенсенең һыуһынын да ҡандыра. Тәүҙә битен-ҡулын йыуып алды ла, рәхәтләнеп, һыуһыны ҡанғансы шишмәнән һыу эсте. Эх, әллә шишмә янында туҡтаған сағында эләктерҙе инде был зәхмәтте. Ҡайтып етеүенә бер-нисә көн үткәйне, тән температураһы күтәрелеп китте. Ҡалтыратып өшөтә, тамағына тәғәм ризыҡ үтмәй. Бөтөнләй хәлдән тайғас ҡына дауаханаға барып эләкте. Сысҡан биҙгәге тигән диагноз ҡуйҙылар ҙа, көслө антибиотиктар менән дауалай башланылар. Тик ауырыуы аҙғайны инде, хәле уғата ауырайҙы ғына... 

МХО-ға үҙ теләге менән китте Мәғәфүр. Мобилизация мәлендә хәрби-иҫәптәге специальность буйынса йәше үткән ине, шуға алмағайнылар. Үҙ теләге менән киткәндәр күпләп аҡса ала икән, тип ишетеп ҡалған ҡатыны Фариза бер мәл өҙмәй ҙә ҡуймай Мәғәфүрҙе игәй башланы. Ауылдарында өй төҙөгәндә хөкүмәттән аҡса алып, шуны түләп бөтмәҫ элек үк машиналарын да кредитҡа алғайнылар. Һуңынан ваҡытында түләй алманы ла ҡуйҙылар. Төрлө урындарға эшкә урынлашып уңмағас, себергә вахтаға сығып китте. Иртә уңмаған – кис уңмаҫ. Юлы тағы ла уңманы, ауыр эштә эшләп алған, булған ғына аҡсаһын, ҡайтып барышлай рәхимһеҙ йәндәр талап алдылар. Ярай ҙа, үҙе иҫән ҡайтып етә алыуына ҡыуанғайны ла... Ҡайҙа һуң? Ҡатыны ажғырып, ҡысҡырыныуҙан туҡтаманы: - “Йүнле ирҙәр, ана, һыпырып аҡса ебәреп яталар. Һин шунда ла бара алмайһың бит, эшкә ашмаған ир! Тфу!” 

Китте Мәғәфүр военкоматҡа, үҙ теләгем менән китәм, тип ғариза яҙғайны, тиҙ арала рөхсәт иттеләр. Ниңә улай булғандыр, ҡатыны өмөт иткән “күп” аҡсаны түләмәнеләр. Хәленән килгән тиклем өйөнә ебәреп торҙо. Ун ай самаһы үткәс, яраланып госпиталгә эләкте. Күкрәгендәге снаряд ярсығын алдырып, дауаланып сыҡҡайны, командиры отпускыға ҡайтарҙы. Хушлашҡанда: - “Һиндәй батыр егетте юғалтҡыбыҙ килмәй, ял итеп ал да, кил, көтәбеҙ!” – тип ҡалды. Мәғәфүр үҙе лә яуҙаштарына ныҡ эҫенгәйне, кире әйләнеп килерен үҙе лә аңлай. Күпме ауырлыҡтарҙы бергә кисергән полкташтарын ул ташламаясаҡ. Бына тигән дуҫтарын юғалтырға өлгөрҙө, улар өсөн дә үс алаһы бар... 

Тик өйҙә ҡатынының йәмерәйгән йөҙө ҡаршы алды. “Нимәгә һин контракт төҙөп китмәнең? Ана, Мәҙинәнең ире мильондап аҡсаһын ебәрә! Эшкә ашмаған ир булдың да бытиктем!” Хатта ҡыҙҙары ла атаһына үпкәләгәндәй ҡарай, әллә ни һөйләшеп тә бармай улары. Мәғәфүр уларҙың барыһын да үлеп һағынғайны, хатта ҡатынының туҡтауһыҙ мыжыуы ла иҫенә төшмәне яу яланында. Улар ҙа һағыналыр, тип уйлай ине. Сәсрәп ауырып китеүе ут өҫтөнә кәрәсин һипкәндәй генә булды. Хатта дауаханаға кәрәк-яраҡ әйберен килтереп киткән сағында ла, ағыулы теле менән Мәғәфүрҙең йәнен өҙгөсләүен дауам итте Фариза. 

Иҫенә килгән Мәғәфүр әллә һыҙланыуҙан, әллә йәне үртәлеүҙән ыңғырашып ҡуйҙы. Һуңғы көндәрҙә нисәнсе тапҡыр башында ҡайнаған уйҙарын тештәре араһынан һығып сығарҙы: “Их... Ниңә мин иҫән ҡалдым икән? Ниңә ятып ҡалманым? Кемгә кәрәгем бар һуң бында?...” Тағы күҙҙәре йомола башланы, тәне ҡотолғоһоҙ дерелдәй, тағы шыбыр тиргә бата... Ана, сысҡандар һөжүм итә... Ниндәй ытырғаныс һуң үҙҙәре... Их, шуларҙан ҡотолор өсөн тик бер генә граната етер ине лә... Тик бер граната... Теге саҡта иптәштәрен ҡотҡарғандағы кеүек... Командирының һүҙҙәре ҡолағында яңғырағандай булды: "Магафур, ты достоин награды, целый взвод спас... Ты герой...” 

Ҡапыл палатаның ишеге асылып китте лә, бер төркөм аҡ халатлы кешеләр килеп тулды. Шәфҡәт туташы асыуланып, ҡаршыларына ташланды:: 

 –Бәй, һеҙ бында нишләйһегеҙ ул? Ярамай, инфекция бүлеге, ҡаты ауырыу ята бит! 

 –Ярай, ярай, бөгөн барыһы ла ярай бында! Ҡаты ауырыу ғына түгел, батыр егет тә икән беҙҙең Мәғәфүр атлы егет! – Иң һуңынан килеп ингән баш табип Мәғәфүрҙең карауаты янына килеп баҫты. 

Аҡ халаты аҫтынан погондары күренеп торған хәрби Мәғәфүр янына яҡын килеп, өндәште: 

 –Сержант Хәмиҙуллин! Һеҙгә “БАТЫРЛЫҠ ӨСӨН” миҙалын тапшырырға рөхсәт итегеҙ! Бик ҡыйыу егет икәнһегеҙ, ҙур рәхмәт! 

Иҫен юғалта барған Мәғәфүргә ҡаршыһында командиры баҫып торғандай күренде. Ул аҡтыҡ көсөн йыйып: 

 –Команди-и-ир... Служу... Отечеству... – тип шыбырҙаны һәм... ҡайҙалыр ҡараңғылыҡҡа сумды. 

 Баш табип ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе: 

 –Тиҙерәк! Тиҙерәк!!! Реанимацияға!!! 

Сәлиә Ғатауллина.

 

 

 

Автор:
Читайте нас