Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
3 Июнь 2025, 17:53

АҪЫЛ ТАШЛЫ МУЙЫНСАҠ (хикәйә)

Беренсе тапҡыр ултырҙаш булырға тура килгәнгә күрә, хужалар ҙа, ҡунаҡтар ҙа бер-береһенән тартыныбыраҡ өҫтәл тирәләй урынлашты. Һый мул әҙерләнгән.

АҪЫЛ ТАШЛЫ МУЙЫНСАҠ (хикәйә)АҪЫЛ ТАШЛЫ МУЙЫНСАҠ (хикәйә)
АҪЫЛ ТАШЛЫ МУЙЫНСАҠ (хикәйә)

Беренсе тапҡыр ултырҙаш булырға тура килгәнгә күрә, хужалар ҙа, ҡунаҡтар ҙа бер-береһенән тартыныбыраҡ өҫтәл тирәләй урынлашты. Һый мул әҙерләнгән. Хужабикә, Нәфисә ханым, һөнәре буйынса табип-терапевт, үҙе ултырып та тормай тиерлек: өҫтәлгә әле бер, әле икенсе ризыҡты ҡуя, йөҙөндә – ҡәнәғәт йылмайыу, бар булмышы – алсаҡлыҡ, йыраҡтан килгән ҡунаҡтарҙың кәйефе ҡырылып ҡуймаһын, тигән кеүек, һаҡсыл-ихтирамлы мөғәмәлә итә.

Ире, иллене уҙған, сәстәренә һирәк-һаяҡ сал төшә башлаған мыҡты кәүҙәле, йәшкелт-һоро күҙле, ҡуйы ҡара ҡашлы Динислам, ҡатынынан айырмалы рәүештә, аҙ һүҙле. Ҙур бер ойошмала бухгалтер булып эшләй. Кәсебенә күрә холҡо микән, бәлки, теле асылырлыҡ кимәлгә етә алмайыраҡ ултырыуылыр. Әммә килеш-килбәтенән, ҡунаҡтар яғына һирәк-һаяҡ ташлаған ҡарашынан, нескә билле рюмкаларға эсемлекте айырыуса бер диҡҡәт менән һалыуынан уның да хәл-ваҡиғаларҙың ошондай үҫеш алыуына ҡәнәғәт икәне һиҙелә.

Хәл-ваҡиғалар, тигәндәй, мәжлес юҡҡа ойошторолмаған. Өҫтәлдең бер ба- шында пар күгәрсен кеүек ултырған ике йәш кеше – егет һәм ҡыҙ – сәбәпсе быға. Медицина академияһының бишенсе курсында икеһе бер төркөмдә уҡый Гөлфиә һәм Иршат.

Гөлфиә һәм Иршат. Ябай дуҫлыҡтың мөхәббәткә әйләнгәненә ни заман... Нәфисә, ҡыҙының һөйләүе буйынса, Иршатты нәҡ бына шундай итеп күҙ алдына килтерә ине лә: буйсан, ҡаҡса, ҡыр танаулы, үткер ҡарашлы, еңел һөйәкле. Ҡыҫҡаһы, кино актеры. Балаң – бауыр итең һайлаған икән, артистай матур булмаһа ла яратыр инең, әлбиттә. Ә был – ҡыҙҙар бәғерен өҙҙөрөрлөк егет. Гөлфиә лә сибәр. Кәүҙә – ҡойоп ҡуйғандай. “Ҡыҙың, Нәфисә, артистка булыр, ахыры. Күҙ теймәһен, бигерәк һылыу!” – тиер ине әхирәттәре. Юҡ, Гөлфиә әсәһенең юлын һайланы. Тыуа-тыуғандан дауалау тураһында хәбәр тыңлап, үҫә төшкәс, медицина буйынса китаптар уҡып, Нәфисә ханымдың йәшәү рәүешен яҡын күрҙе, өйрәнде һәм... үҙенеке итте. Быға, әлбиттә, һикһән йәше тулғансы дауаханала рентгенолог булып эшләгән Сабира ҡартәсәһе лә булышлыҡ итмәй ҡалманы. Гөлфиә ҡартәсәһе Сабиранан, бәлки, күберәк тә алғандыр. Ҡартатаһы үлгәндән һуң Сабира Шакировна күңелен ейәнсәренә баҫты. Ата- әсәһе эштән бушамаған һәр ғаиләләгесә, ҡыҙыҡай асылда ҡартәсәһе ҡарамағында үҫте. Уйнаған уйынсыҡтары – ҡурсаҡ – пациент, шприцтар, ампулалар, таблетка ла бинт... Гөлфиәгә ҡартәсәһе аҙым һайын: “Атанан күргән уҡ юна, инәнән күргән тун бесә. Ҡыҙ бала өсөн инәнән өйрәнгәне – ярты институт. Өйрән!” – тиер ине. Күрше подъезда айырым йәшәй Сабира ҡартәсәһе. Өҫтәл башындағы буш ҡәнәфи – уның өсөн ҡалдырылған урын. Нишләптер килеп етә алмай ята. Гөлфиә генә белә был һуңлауҙың сәбәбен: ул өйөнә парикмахер саҡыртҡан. Бөтә саҡта ла бик теүәл Сабира ҡартәсәһе һуңлай икән, тимәк, быға парикмахер ғәйепле. Ул ваҡытында килмәгән.

Йәштән үҙен бик ҡупшы, ыҫпай тотоп күнеккән табип бындай бәҫле (берҙән- бер һәм яратҡан ейәнсәре кейәүгә сыға!) мәжлескә һөнәр оҫтаһы яһаған прическаһыҙ килеүҙе килештермәйҙер...

Был – танышыу мәжлесе. Икенсе төрлөрәк, боронғосараҡ әйтһәң, ҡыҙға ҡоҙалыҡҡа килгәндәр. Иршаттың ата-әсәһе Гөлфиәнекенән күп булһа биш-алты йәшкә йәшерәктер. Иршат – хәс атаһы. Һуйған да ҡаплаған. Заман исемле был ир ҙә табип икән. Мөләйем аҡ йөҙлө, тәпәшерәк буйлы, һәр саҡ йылмайып торған ҡатыны Вәсилә лә – табип.

– Ике табиптан табип тыуа инде, – тине Вәсилә ханым, иренә ялт итеп ҡарап алып, – икәү инек, Аллаһ бирһә, дүртәү булырға торабыҙ.

– Эйе, эйе, бирһен Хоҙай, – тип йөпләне буласаҡ ҡоҙағыйын Нәфисә ханым. – Ейәндәребеҙ булып, улар ҙа шул юлдан китһә, табиптар тоҡомо булабыҙ.

Шунда ҡыҙҙың атаһы ла һүҙгә ҡушылды:

– Әле үк шулай: Гөлфиә – өсөнсө быуын табип.

Шул һүҙҙе генә көткәндәй, ҡунаҡтар өҫтәл тирәләй ултырған залға кәүҙәһен

бик тура тотоп, таяғына һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә таянып, өлкән йәштәге, ләкин бик ыҫпай кейенгән, ҡаҡса аҡһыл йөҙөнә килешле прическалы ханым килеп инде.

– Һаумыһығыҙ? – Ул туп-тура үҙенә әҙерләнгән урынға йүнәлде. – Яҡшы ғына килеп еттегеҙме? Юл арытманымы?

– Рәхмәт, – тиеште ҡунаҡтар. – Машина өсөн алыҫ ара юҡ. Зыйлап килеп ет- тек.

– Ярай... – ул килене Нәфисәгә ҡайырылып ҡараны. – Һуңлаған өсөн ғәфү үтенәм.

– Ғәфү итмәйбеҙ, штрафной һиңә, – тип йылмайҙы улы Динислам.

– Ярай, улым, әсәң бер һуңлаған икән... Һинең отчет менән ултырған саҡтарыңда... Тотош мәжлес үҙеңде көтөп, һинһеҙ үтеп китә. – Ул инде ҡоҙа- ҡоҙағый тейешле кешеләр яғына ҡарап алды. – Һөйләшә, аңлаша торһондар, тинем. Тыуҙырған, үҫтергән сабыйыңдың ниндәй ғаиләгә барыуы – мөһим, бик мөһим мәсьәлә.

– Ҡурҡмағыҙ, – Вәсилә ханым йәнәшәһендә ултырған тағы бер парҙың ҡатын затлыһының беләгенә еңелсә ҡағылып алды. – Бына – Нәзифә. Бикәс булғанына егерме биш йыл. Ҡурҡынысмы мин, Нәзифә?

– Еңгәй тип тә уйламайым. Һин миңә туған апайым кеүек ул. Бына Ғәзиз дә шуны әйтер, – Нәзифә, күп һөйләп ташламаныммы тигән кеүек, иренә ҡараны. Ғәзиз ултырғаны бирле башын тәүгә күтәрҙе.

– А Васька слушает да ест. Балыҡ тәмле. Килгәндә бер күл аша үттек. Был...

– Шунан, шунан... – Динислам ҡунаҡтарҙы һөйөндөрә алыуына шатланғандай, һүҙ ҡыҫтырып ҡалырға ашыҡты. – “Балыҡлы”. Күлдең исеме шулай.

Ҡыҫтатып, наҙланып ҡына, ҡунаҡ, етмәһә, буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ ырыҫын белеп кенә, тағы бер-икене күтәрҙеләр. Аҙлап ҡына салаттарҙан ауыҙ иттеләр. Ҡаҡлаған ҡаҙ, ҡаҙы киҫәктәренә лә сират әкренләп еткәндер – улар ҙа тәрилкәләрҙә иреп юғалғандай кәмей башланы.

Табындың төп ризығы бишбармаҡ килеүгә, башта ятһынып, сит кешеләр кеүек ултырған ҡунаҡтар ҙа, хужалар ҙа асыла төштө. Баҙау, ҡаушау кәмене. Бишбармаҡ килер алдынан ирҙәр тартырға, ҡатын-ҡыҙ үҙҙәренә генә билдәле “хәбәр сәфәре”нә сыҡты. Сабира Шакировна ла яҙылды. Үҙ ғүмеренә ул тәрбиәле, зыялы әҙәмдәр менән мәжлестә аралашыуҙы яратты. Оҡшаны, ахыры, уға буласаҡ ҡоҙалары. Нәфисә килене быны ҡарсыҡ алдындағы фужерҙың икенсегә бушауынан аңланы. Компания күңеленә хуш килмәһә, шарапты ул ауыҙына ла алмай. Кешеләргә лә, коллегаларына ла талапсан булды ҡарсыҡ. Алтмыш йылдан ашыу бер урында эшләп ялға киткәненә лә – ике генә йыл. Нәфисә унан ҡурҡты ла, ихтирам да итте. Тора-бара был гәлсәрҙәй саф күңелле, ғаиләһе, ейәндәре өсөн йәнен бирергә әҙер ҡатынды яратты ла. Хәҙер, ҡәйнәһе олоғайғас, уға ҡарата ниндәйҙер балаға ҡараған кеүегерәк наҙ ҙа барлыҡҡа килде. Хатта ире Динислам әсәһенә турараҡ бәреп, ҡатыраҡ әйтһә, Нәфисәнең үҙ йөрәгенә энә ҡаҙалғандай:

– Сеү, Динислам, әсәйең булыр кәрәк әле һиңә, – ти ул бындай саҡта иренә. – Ҡәйнәм кеүек ҡатындарҙы “ерҙең тоҙо” тиҙәр.

– Тоҙҙоң тәмен һин беләһең инде, – ти ире. – Һин уның менән күберәк аралашаһың.

Иренең нимәгә төрттөргәнен Нәфисә яҡшы аңлай: йәшерәк саҡта ҡәйнәһенең тура һүҙе, төртмә теле уны аҙ илатманы...

– Үткәнгә – салауат, – ти Нәфисә бындай саҡта. – Тоҙ үҙенең сифатын юйһа – яндырмаһа, әсеттермәһә – унан ни ҡала? Халыҡтың иманы бит улар, ҡәйнәм кеүектәр...

Бына шулай йәшәне киленле-ҡәйнәле Нәфисә менән Сабира. Гөлфиәгә лә был тәрбиәнең һипкене эләкте. Ейәнсәрен нисек кенә яратһа ла, урыны-урыны, ваҡыты-ваҡыты менән саҡҡыламай ҡалманы ҡартәсәһе. Бәлки, шуғалыр ҙа Гөлфиә, әхирәттәрем тарта тип, тәмәкегә үрелмәне, бәлки, шуғалыр ҙа, әхирәттәрем кейә тип, кендеген күрһәтеп, йә кендектән шөйлә аҫҡа төшөрөп салбар кеймәне.

– Минән “архаизм” тип көләләр, – Гөлфиә ҡартәсәһенә үпкәләгәнен белдерергә булды бер. – “Музей экспонаты”, тиҙәр.

– Тәкә көҫәгән кәзәләр генә ҡойроғон күтәрә, балам. Буласаҡ табип – һин быны белергә тейешһең. – Яуап шундай булды.

Сабира ҡәйнәһенең быуатҡа яҡын ғүмерендә ни генә үҙгәрмәне лә, ни генә юғалманы – мәгәр ул үҙенсә ҡалды. Күптәр өсөн ул үҙе хәҙер – музей экспонаты.



***



– Әйҙәгеҙ, өҫтәлгә яҡынлағыҙ. Бишбармаҡты һыуытмайыҡ. – Нәфисәнең

ихлас саҡырыуына ҡунаҡтар ҙа, хужалар ҙа урындарына йүнәлде. Яңы һуйылған

һарыҡ итенән бешерелгән аштың еҫе танауҙы ярып инеп килә. Динисламға ла шөйлә йән ингән:

– Әйҙәгеҙ. Бына борос, ҡорот...

– Динислам, һин рюмкаларҙы ҡара, – Нәфисә иренә буласаҡ кейәүҙең дә, уның ата-әсәһенең дә оҡшауын уның хәрәкәттәренә, йөҙөнә сыҡҡан һиҙелер- һиҙелмәҫ йылмайыуына, әҙерәк ҡаушағанда өҫкө ирененең тартышыбыраҡ ҡуйыуына ҡарап белә. – Бишбармаҡ аҫтында ҡалдырайыҡ, – тип үҙе лә фужерға үрелде. – Әйҙә, ҡәйнәм, берҙе күтәрәйек. Бәлки, “Уйыл”ыңды ла һуҙып ебәрерһең...

– “Уйыл”ды мин... моңланған саҡта... һуҙам. – Ул йәштәргә йылмайып ҡараны. – Ә һеҙгә ҡарап шатланғы килә. Шатланғанда... бейеге килә. Шулай түгелме?

– О, ҡартсәй! – Гөлфиә уны иңбашынан ҡосаҡланы. – Туйҙа мотлаҡ бейетәбеҙ һине!

– Туй... – Бөтәһе лә ҡалаҡҡа үрелде. Сабира Шакировнаның ҡарашы ғына бер нөктәлә ҡатып ҡалды. – Туй...

Бишбармаҡҡа йомолған халыҡ Сабира Шакировнаның ҡарашы бер нөктәлә туҡтағанын да, уның алдындағы ҡалаҡтың ҡыбырлап та ҡуймағанын, тәрилкәһенең тулы килеш мөлдөрәп ултырғанын да шәйләмәне. Ҡарсыҡтың күңелен буласаҡ ҡоҙағыйының асыҡ иҙеүенән күренгән алтын сылбырға тағылған кулон биләне. Баяраҡ ул күренмәгәйне, әле ҡатын, эҫергәнеп, кофтаһын һалған. Ах! Ул кулонды икенселәр менән бутап булһа!

1943 йыл. Сабира – Ташкент ҡалаһында хәрби госпиталдә шәфҡәт туташы. Институттың өсөнсө курсында уҡыған сағында, аҙаҡ уҡыуҙы дауам итеү шарты менән, уны шунда эшкә ебәрҙеләр. Динисламдың атаһы Ғимаҙислам менән дә улар шунда танышты. Ауыр яраланғайны егет. Сабира уның Башҡортостандан икәнен белгәс, тиҙ эйәләште, айырыуса яҡын күрҙе.

Сабира Ташкентта госпиталгә яҡын ғына йәшәгән Мөхәмәтсадиҡ тигән үзбәк бабайында фатирҙа тора ине. Ҡарт, астма менән сирләгәнлектән, айырыуса шәфҡәт туташтарын фатирҙа тоторға тырыша. Сабира уға укол ҡаҙаны, сирҙең көсәйеүенән һаҡларға тырышты. Ҡарт – оҫта ювелир. Һуғышҡа тиклем заказға ҡытлыҡ булмаған. Беләҙек, алҡа, йөҙөк кеүек биҙәнеү әйберҙәре яһаған. Һуғыш сыҡҡас, бәндәлә икенсе уй. Төп хәсрәте – аҙыҡ табыу. Сабираның игелегенә яуапһыҙ ҡалғыһы килмәне ҡарттың. Ул үҙендә булған таштарҙан, ҡалған көмөштән тырышып-тырышып ниҙер сүкей башланы. “Их, алтын да булһа... саҡ ҡына алтын”, – тине ул бер Сабираға. Ҡыҙ, уйлап та тормаҫтан, ҡулындағы йөҙөгөн сисеп бирҙе: “Ошо алтын микән? Булһа, ал. Һеҙ бит минән фатирҙа торған өсөн бер тин дә алмайһығыҙ. Исмаһам...”

– Мин был әйберҙе, ҡыҙым, һиңә тип яһайым. Ҡулымдан күп затлы әйбер үтте. Донъяға таралды. Береһе лә юҡ үҙемдә. Был – һуңғы эшем. Изге күңелле ҡыҙ һин. Һуңғы эшем, һуңғы һулышым һинең күкрәгеңде биҙәһен.

– Ай, олатай! Ундай затлы әйбергә мин хаҡлы түгел дә!

– Хаҡлыһың. Йөрәгеңдең йылыһы менән һуңғы көндәремде яҡтырттың. Теге иптәш егетеңде килтереп күрһәт. Фатихамды бирәйем.

Таңсулпан ҒАРИПОВА

Сығанаҡ: хикәйәләр төркөмө

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас