

Зилдә Хамиҙуллина
(Хикәйәләге хәлдәр ысын тормоштан алынды, геройҙарҙың һәммәһенең дә үҙ исемдәре. Мәхмүтов Тәбрик туғанымдың тыуған көнөнә арнап махсус яҙылған хикәйә, апаһы Дилбәрҙән).
Таң һыҙылыр һыҙылмаҫ, бик иртә уянды Светлана апай. Башҡа кеше һымаҡ йоҡонан уянғас, иркәләнеп, кирелеп – һуҙылып, наҙланып, урынынан тормай ята торған ғәҙәте юҡ уның. Бына бөгөн дә ул арлы – бирле генә кирелеп, һуҙылып алды ла, тиҙ генә урынынан һикереп тороп та китте. Һәләт кенә ятҡан түшәген, юрған, яҫтыҡтарын йыйып, бите - ҡулын йыуып, сәстәрен тарап, яулығын башына ҡайыра бәйләне лә ишек алдына ашыҡты.
Өй тупһаһын, тупһа тирәһен һепереп, ҡыйҙарын һоҫҡо менән бәҙрәф соҡорона ташланы, юл ыңғайы ҡый үләндәрен йолҡоп ялан кәртәгә ырғытты ла, рәшәткәлә элеүле торған күнәктәрен тотоп һыйырҙарын һауырға һарайға юлланды.
Тиҙ - тиҙ генә һыйырҙарын һауып алып, сепаратын тоҡандырҙы. Хәҙер рәхәт бит ул һөт һалыуы сепаратта, электрға төрттөң дә, үҙе айырта, тик һөт өҫтәп ҡойоп торорға ғына кәрәк. Элекке һымаҡ сәғәттәр буйы ҡул сепаратын өйрөлтөп ултырмайһың. Хәҙер хөрриәт, сепараты һөтөн айыртҡансы башҡа эштәре менән булыша Светлана апай. Малдарын көтөүгә ҡыуып, ишек алды тултырып сыр – сыу килгән ҡош – ҡортона ем биреп әйләнеп килеүенә сепараты айыртып бөткән дә ине инде.
Яңы ғына айыртылған ҡаймағын ул литрлы быяла банкаға ҡойоп, холодильниккә ултыртты, балаларына биреп ебәрер Аллаһы бирһә...
Сепараттан сыҡҡан һөттө өскә бүлеп, бер өлөшөн суйын ҡаҙанға ҡойоп, аҫтына ут тоҡандырҙы, ҡатыҡ ойоторға һөт бешереп алыу ине нейәте.
Ҡалған һөттө ике күнәккә тигеҙ итеп бүлеп, йылылай ғына быҙауҙарына эсереп, уларын кәртә артына ҡыуып сығарҙы, әйҙә үлән ашаһындар.
Кире ашнаҡҡа килеүенә ҡаҙандағы һөтө борҡоп ҡайнап та сыҡты. Боҫо борлап торған ҡайнар һөттө лаклы күнәгенә бушатып алып, ҡапҡасын ябып мейес башына мендереп ултыртты. Һыуынһын да, ойомос һалып ҡатыҡ ойотоп алыр.
Шул ыңғайҙа ҡаҙанды тимер ҡырғыс менән ҡырып йыуып, таҙалап, һыу тултырҙы ла аҫтына утын өҫтәне, эҫеп ултырһын. Кер йыуһаң да, ҡашығаяҡ йыуһаң да эҫе һыуың әҙер. Самауырға ла шул ҡаҙандағы эҫе һыуҙан тултырһаң тиҙ үк ҡайнап та сыға.
Шунан һуң Светлана апай йүгереп тигәндәй йөрөп мунсаға һыу ташып, мейесенә ут яғып ебәрҙе. Балалары тороуға мунса әҙер булһа, юл алдынан йыуынып алырҙар Аллаһы бирһә.
Ашнаҡҡа кире килә һалып, ҡулдарын һабынлап йыуҙы ла, алдына алъяпкысын бәйләп, он иләргә тотондо. Светлана апай бешергән сөсө икмәктәрҙе бигерәк ярата инде балалары. Бешерә һалып алайым да, күстәнәскә лә һалып ебәрермен.
Күстәнәскә әҙерләмәгән нәмә ҡалдырмаған да ул. Ҡомалаҡ сүпрәһе менән әсетеп икмәк тә һалған, ҡорот, һары май, ҡыҙыл эремсек, муйыллы ҡорот һәм башҡалар. Ғаиләһе менән Тәбриге ялға ауылға ҡайтһа шулайта ул Светлана апай. Нимә алып, нимә бирәйем, ниҙәр менән һыйлайым тип өлтөрәп тора улыҡай ғынаһына.
Бына бөгөн дә Тәбриге, килене, ейәне менән ейәнсәре йоҡонан торғансы, таң менән башҡарған эштәренән башҡа, тағы әллә күпме эш эшләп ташланы апайыбыҙ.
Иртәнге сәйгә бәлештәр бешерҙе, ҡоймаҡ ҡойҙо, тумарлатып бетәүләй йомортҡа бешереп, һары майға ғына картуф ҡурып алды. Сәйгә ҡушып эсергә тип төрлө тәмле – татлыларын, балын, ҡайнатмаларын (вареньеләрен), төрлө емештән киптергән ҡағын, ҡаймаҡ, майын сығарып теҙҙе. Бар күңелен һалып бешергән ризыҡтарын килтереп ултыртты. Боҫо борҡоп ҡайнап торған самауыр ҙа өҫтәлгә килеп ҡунаҡланы, сәй бешерә торған сәйнүгенә тәмле еҫтәрен аңҡытып һинд сәйе менән ҡарағат япрағы һалып тултырғансы ҡайнар һыу ағыҙҙы ла самауырҙың кәмфәркәһенә мендереп ултыртты. Шунда сәйнүк эҫе көйө ултыра, сәй яһаһаң ҡайнар була. Ә сәйҙең тәме һуң тәме! Һушыңды алырлыҡ, тәнгә сихәт, йәнгә дауа бирә торған сәй инде бына.
Шул арала барып мунсаһының мейесен яҡшылап болғатып, әҙер икәнен күргәс, томалап ябып килде Светлана апай.
Ишек алды буйлап осоп ҡына йөрөнө апайыбыҙ, балалары йоҡонан торғансы барыһын да эшләп ҡуйырға тырыша ине ул, аяҡ – ҡулдарына күҙ эйәреп өлгөрмәй. Әйтерһең дә беҙҙең алдыбыҙҙа алтмыш ете йәштәге оло йәшкә аяҡ баҫҡан ҡатын түгел, ә йәп – йәш кенә еңгәй йүгерә инде бында.
Анғансы булмай әсәһе кеүек үк елтерәтә баҫып өйҙән Тәбрик килеп сыҡты. Ул тупһала торған көйө аяҡтарын кирә баҫып, рәхәтләнеп ҡолас ташлап бар кәүҙәһе менән кирелде лә, алға бөгөлөп ҡулдары менән һелкеп ҡалған йоҡоһон ергә һыпырып төшөрҙө.
Яҙылып, ҡабаттан турайып баҫҡанда, Тәбриктең йөҙөндә йоҡоноң әҫәре лә юҡ ине инде. Уның муйылдай ҡара күҙҙәренән йәшәүгә дәрт, ниндәйҙер елкенеү, һаулыҡ бөркөлә, ә битендә нурлы йылмайыу балҡый. Уға ҡарап билдәһеҙ ҡыуаныс тойғоһо кисерәһең, йәшәгеләре килеп китә.
Ошондай тойғоларҙан баҙап ҡалдымы әллә Светлана апай, ул ашнаҡ ишегенән сығып килгән ерҙә ҡатып ҡалған. Ҡымшанмай ҙа, керпек тә ҡаҡмай улына текләгән. Уның йөҙөндә шатлыҡ, улы менән ғорурланыу, уға һоҡланыу, сикһеҙ яратыу, бөтмәҫ – төкәнмәҫ наҙ сағыла.
Шул уҡ ваҡытта, инде әллә нисә йылдар күңеленең иң – иң төбөндә йәшеренеп ятҡан, хыянатсыл ҡурҡыу, хафаланыу тойғоһо йөрәген әсеттереп семтеп, семтеп ҡалҡып килгәнен, күҙҙәренә йәштәр эркелгәнен һиҙеп әсә иҫенә килде. Ул һиҫкәнеп, тирә яғына күҙ ташлап алды ла, улым күреп ҡалмаһын тигәндәй, тиҙ генә күҙҙәрен алъяпҡысының итәге менән һөртә һалды. Юҡ уйламайым да, иламайым да, минең был турала хәҙер уйларға форсатым да, ваҡытым да юҡ тип шыбырланы ул үҙ үҙенә.
Шул арала өйҙән сыҡҡан ишектә ап – аҡ йөҙлө, кәүҙәһе һығылып, бөгөлөп торған һылыу ҡатын пәйҙә булды. Ул йомшаҡ ҡына баҫып килеп Тәбрикте ҡосаҡлап алды ла, айҙай йылмайып, сикһеҙ наҙ менән уға баҡты. Был улының кәләше, Светлана апайҙың бер бөртөк яратҡан килене Айгөл ине. Кәләшен күргәс Тәбриктең йөҙөндә лә бәхетле йылмайыу балҡыны, әммә ул ирҙәрсә олпатлыҡ һаҡлап, һаҡ ҡына кәләшен күкрәгенә ҡыҫып, сәстәренән еҫкәп кенә иркәләне.
Был ике йәш кеше шул тиклем бер береһнә пар килгән, уларға ҡарап күҙҙәр ҡыуана, күңелдә һоҡланғыс тойғолар уяна... Светлана апай ҙа ошо минутта балаларына ҡарап: “Эй раббым, тьфү - тьфү күҙ генә теймәһен йән киҫәктәремә, Аллаһыға шөкөр, Аллаһыға шөкөр!”- тип уйлай ине.
Уны был уйҙарынан тупылдашып йүгереп килеп сыҡҡан ейәне менән ейәнсәре бүлде. Үтә теремек, үтә үткен, шул уҡ ваҡытта бик тә матур ошо ике бала донъя биҙәге, Тәбригенең дауамы, Светлана апай уларҙы йәненән дә артыҡ күрә. Был ике бала йүгереп үтеп барышлай ғына ата – әсәһенә һыйындылар ҙа, атылып килеп Светлана апайҙы ике яҡтан ҡосаҡлап алдылар. ”Нәнәй беҙ бөгөн ҡалаға ҡайтып китәбеҙ бит, һинһеҙ ҡайтҡыбыҙ килмәй. Әйҙә беҙҙе менән һин дә ҡалаға бар, беҙ һине алып ҡайтабыҙ. Әйҙә беҙҙе менән, әйҙә нәнәй! – тип өгөтләй, өгөтләй ҡартәсәйҙәрен ике битенән дә үбеп алдылар.
“Уй Аллаһым бәпәй генәләрем, һеҙҙе менән ҡалаға китә алмайым шул мин. Әлинә, Дилбәр апайыңдар кейәүҙәре, балалары менән ялға ҡайтабыҙ тиһәләр, ҡайҙа ҡайтырҙар? Ә бынауынсама донъямды, малымды, ҡош – ҡортомдо кемгә ҡалдырып китәйем? Юҡ балаҡайҙарым бара алмайым, үҙегеҙ тағы ҡайтырһығыҙ әле Аллаһы бирһә. Әйҙә бите - ҡулығыҙҙы йыуығыҙ ҙа, иртәнге сәй эсеп алайыҡ.”- тине ул икәүһен дә арҡаларынан һөйөп, иркәләп. Светлана апайҙың тәмле – татлы ризыҡтары менән хуш еҫле сәй эсеп алғас, һәр кем үҙ эштәре менән таралыштылар. Тәбрик яңы мунса төҙөй башлаған ине. Шул мунсаһы тирәһендә нимәләрҙер, йышып, юнып, нимәләрҙер бысып, ҡатып мәж килде. Айгөл килене ҡыҙы менән мунса инергә китте. Ә Светлана апай һәләтләп йөрөп тағы аш – һыу әҙерләргә кереште. Һимеҙ һарыҡ ите бешерергә ҡуйҙы, һалма йәйеп ҡырҡып алды, картуф әрсеп ултыртты.
Бер аҙ ваҡыттан, Светлана апай иртәнге аштан да тәмлерәк ризыҡтары менән тулған өҫтәле янына балаларын ашарға саҡыра ине.
“Әйҙәгеҙ, әйҙә эштәрегеҙҙе ҡуйығыҙ ҙа күмәкләп ашап алайыҡ. Юл алдынан тамаҡ ялғап, ял итеп алығыҙ.Тәбрик, улым ташла эшеңде, тағы ҡайтҡаныңда эшләрһең әле. Бер тотонһаң туҡтай белмәйһең, арып та киттең инде. Бөтәһе лә мунса инеп бөттөләр, һин генә ҡалдың. Әйҙә ҡуй, ҡуй эшеңде, тирләп, бешеп йыуынмай ҙа юлға сыға алмайһың бит инде балам.”- тип өтәләнде әсә. Эре, эре аҙымдар менән, киң йылмайып Светлана апай янынына Тәбриге килеп баҫты.
”Эй әсәй, үҙең миңә иптәшкә йә ағай, йә ҡусты тапмағанһың бит ваҡытында. Бына хәҙер икәү булһаҡ, ҡайһылай елле булыр ине. Булған эште бергә эшләр инек, миңә лә еңелерәк булыр ине. Ана бит апайымдар икәү булғас рәхәт, ыһ та итмәй икәүләп бар эшеңде эшләп китәләр. Улар бергәләп ҙур көс, бер береһенә ныҡлы терәк. Ә мин яңғыҙ бит әсәкәйем.” – тине Тәбрик шаяртып. “Эй бала ғынам, һин имен – һау булғанға шөкөр итеп бөтә алмайым әле мин.
Аллаһыға шөкөр, Аллаһыға шөкөр һин именһең, миңә ошо үҙе оло бәхет бөркөтөм. Хатта уйлауы ла ҡурҡыныс, тыныс ҡына иҫләй ҙә алмайым бит ул хәлдәрҙе улыҡайым.”-
Тип һандрай башлаған әсәһен Тәбрик тиҙ генә бүлдерә һалды:
“Йә, йә әсәй булды, булды онот. Күпме һыуҙар аҡҡан, күпме йылдар үткән, хатта мин дә ҡартайып барам, бит инде хәҙер. Онот яраймы, онот.”- ул әсәһен ҡосаҡлап алды ла, арҡаһынан һыйпап тынысландырырға тырышты. Әсә улының киң күкрәгенә башын терәп, уның йөрәк тибешен онотолоп тыңлап, бер мәлгә генә тынып ҡалды.
Шунан ҡапыл һиҫкәнеп, уңайһыҙланғандай ҡыйын ғына итеп улына күтәрелеп ҡараны. Әсәһен йәне сығырҙай булып йәлләһә лә, Тәбрик йөҙөнә бәреп сыҡҡан әсенеү эҙҙәрен йәшереп өлгөрҙө. Ул баяғынан да матурыраҡ, көләсерәк йылмайып:” Ярай әсәй мин мунсаға киттем. Сайынып ҡына сығайым да, тәмле еҫтәр сығарып үҙенә саҡырып торған ризыҡтарыңды ашарбыҙ йәме.” – тине лә йүгерә атлай мунсаға инеп юғалды...
Күңеле булғансы балаларын тәмле аштары менән һыйлап, алдан әҙерләгән күстәнәстәрен биреп, балаларын оҙатып ҡалды Светлана апай. Аҙна һайын тигәндәй ғаиләһе менән ҡайтып торһа ла Тәбриге, уларҙы кире ҡалаға оҙатып ҡалыуҙы һәр ваҡытта ауыр кисерә апайыбыҙ.
Ҡайтып ингәндәрендә нисек шатланһа, кире киткәндәрендә шулай уҡ көйөнә, үҙенә урын таба алмай ыҙалана. Бер килке, балалары һыпырылып юлға сығып киткәс, йәме бөткәндәй, эсенән йәне сығып киткәндәй тойолған, бушап ҡалған өйөнә инә алмай, толҡа тапмай тышта ҡала. Әллә ниндәй уйҙарға сумып, ҡапҡа төбөндә бик оҙаҡ тора ул.
Бөгөн дә бына ул өйгә инеп китергә ҡабаланманы, ҡапҡа төбөндәге скәмйәгә ултырып, иҫтәлектәргә сумды.
1985 се йылдың яҙы 9 сы май ине, киске эңерҙә мал көтөүҙән ҡайтҡан ваҡытта Тәбриге юғалды. Эйе, эйе юғалды, күҙ асып йомғансы өс кенә йәшлек сабый эҙһеҙ юҡ булды. Яңы ғына зыр ҡубып ишек алдында уйнап йөрөгән баланың ҡайҙа булғанын да абайламай ҡалдылар. Тәбриктең үҙенән саҡ ҡына ҙурыраҡ ике апайы, Әлинә менән Дилбәр көтөү ҡаршыларға сығып йүгергәндә, арттарынан эйәреп сығып киттеме инде. Әллә һарыҡ көтөүен ҡыуып алып ҡайтып килгән атаһы Ҡәҙир ағайға ҡаршы барам тип, эркелеп килгән һарыҡ араһында ҡалып аймылыш булдымы атаһы менән, берәү ҙә белмәне лә, күрмәне лә. Ата – әсәһен, башҡа туғандарын ҡыуандырып, теремек кенә, әрһеҙ генә булып үҫеп килгән ир бала, Тәбрик юҡҡа сыҡты. Ул шул тиклем һөйкөмлө, көләгәс матур малай ине һәм ғаиләһендә генә түгел бөтә ауылда уны бик яраталар, һәр бер осраған, малайҙы күргән кеше уны һөйөп, иркәләп китә торғайны.
Тәбриктең юғалғанын тәүҙә берәү ҙә абайламаны, һиҙмәне. Көндәге мәшәҡәт, киске эштәр менән булышҡан, киске аш әҙерләп,һыйырҙарын һауып, быҙауҙарын бикләп, башҡа мең төрлө бөтмәҫ эш менән булышҡан Светлана апай улын апайҙары янында тип уйлай ине. Улар үҙҙәре лә әле бәләкәй бала булһалар ҙа Тәбрик ҡустыларын ныҡ ҡарайҙар, уға күҙ – ҡолаҡ инеләр. Башҡа эшкә лә бик шәптәр инде ул ике ҡыҙы. Йүгертеп быҙауҙарҙы алып ҡайтыу, көтөүҙән һыйырҙарҙы, һарыҡтарҙы ҡаршы алып бикләү, өйрәк, ҡаҙ бәпкәләрен ашатыу, эсереү, йәшел үләнгә алып сығып көтөү. Төйлөгән, сысҡан типкес кеүек эре йыртҡыс ҡоштарҙан бәпкәләрҙе һаҡлау. Ошо һәм башҡа күп төрлө йомоштарҙы йүгереп йөрөп кенә башҡара ине ҡыҙҙар.
Ауыл ерендә балалар шулай эшләп үҫә шул. Бөтә эште лә белеп, сынығып үҫә ауыл балалары. Тормошта, киләсәктә аяғында ныҡлы баҫып тора, эшләп, эш белеп үҫкән бала. Бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай улар оло, ҡатмарлы тормош диңгеҙендә. Бер ниндәй ҙә ел, дауылдар ала алмай уларҙы. Һәм йәмғиәттең арҙаҡлы, ныҡлы рухлы, ышаныслы зыялылары ла ошо ауылда тыуып үҫкән улдарҙан һәм ҡыҙҙарҙан сыға бит инде. Былар бөтәһе лә ябай ғына әсәй – атайҙарҙың балаларын хеҙмәт менән тәрбиәләүенән килә. Һәм Аллаһыға шөкөр ауыл йәшәһә, илебеҙ ҙә һис шикһеҙ йәшәйәсәк!
Бөгөн дә бына ҡыҙҙар икәүләшеп көтөү ҡаршыларға йүгерешеп сығып киттеләр. Арттарынан бәләкәй Тәбриктең дә эйәргәнен улар абайламанылар.
Көнө буйы һарыҡтарҙың артынан йөрөп, арманһыҙ булып арыған көтөүсе Ҡәҙир ағай Тәбрик юҡ булған тип башына ла килтермәй ине әлбитә...
Бөтәһе лә эштәрен теүәлләп киске ашҡа йыйыла башлағас ҡына бәләкәй Тәбриктең бер ерҙә лә юҡ икәнен абайлап ҡалалар. Тәүҙә тыныс булырға тырышып, үҙҙәре генә эҙләйҙәр Тәбрикте. Ишек алдында
бер ерҙе лә ҡалдырмай, һарай, мунса, келәт эстәрен, бәҙрәф, утынлыҡ, баҡса, картуфлыҡ тирәһен ҡарап, эҙләп сығалар. Яҡындағы күрше тирәнән дә һораштыралар, юҡ Тәбрик һыуға төшкәндәй, эҙһеҙ юҡ булған.
Бәләкәй малайҙың юҡ булыуы тураһында хәбәр күҙ асып йомғансы, йәшен тиҙлегендә бөтә ауылға тарала. Бөтә Әлбәй халҡы күтәрелеп сығып малайҙы эҙләргә тотона. Ул юғалған малайҙың Тәбрик икәнен ишеткәс бөтәһе лә кемде эҙләргә икәнен белә ине инде. Илгәҙәк, теремек кенә был малайҙы ауылда һәр кем белә, ярата ине.
Ауыл халҡы көн тимәй, төн тимәй ике көн буйына Тәбрикте эҙләнеләр. Эҙләмәгән тишек ҡалдырмай, Дим йылғаһы, урман буйҙарын, туғайҙарҙы, фермаларҙы, иҫке ҡалған бесән кәбәндәрен һәм башҡа ерҙәрҙе, ҡорамаларҙы ҡалдырмай ҡарап сыҡтылар. Юҡ, Тәбрик табылманы. Баланың зым – зыя юҡ булғанына берәү ҙә ышанғыһы килмәне. Шуға берәү ҙә малайҙы эҙләүҙән туҡтаманы, уның табылырына, һис шикһеҙ табылырына өмөтөн өҙмәне.
Тәбриктең атаһы Ҡәҙир ағай эҙләүселәр менән бергә улын эҙләһә, Светлана апай өйҙә, улын яҡын тирәнән хәлдән тайғансы эҙләп, уның юҡлығына тамам инанғас, нисек мейес эргәһендә йөрәген устарына тотоп ҡатып ҡалған, шулай тороуында булды. Ул бер нимә лә ишетерлек, күрерлек, аңларлыҡ хәлдә түгел ине.
Ишек асылып ябылһа ул ынтылып ҡарай ҙа, Тәбрик түгел икәнде күргәс кире үҙ хәлендә ҡала. Әлинә менә Дилбәр, күп илауҙан шешенеп бөткән
Тәбриктең апайҙары үҙҙәренә урын тапмайҙар. Бер ҡараһаң улар йүгереп сығып ҡабат, ҡабат Тәбриктең исемен ҡысҡырып ҡустыларын эҙләп йөрөйҙәр. Икенсегә ҡараһаң кире өйгә инеп, бер урында ҡатып торған әсәләрен йәлләп ҡарап торалар ҙа, төпкө бүлмәгә инеп илай, илай ҡосаҡлашып ултыралар. Был ике бәләкәй генә ҡыҙ бала өйҙәренә оло ҡаза килгәнен аңлап, ҡайғырып бөтә алмайҙар ине. Күтәрә алмаҫлыҡ бәләнән, ҡайғы баҫҡан бәләкәс кенә йөрәктәрендәге ҙур хафа уларға һөйләшергә лә форсат бирмәгәнгә, өндәшмәй генә илай ине улар.
Бына малайҙы эҙләүҙең икенсе көнөндә төш ваҡытында: “Тәбрик табылған! - Малай табылған! Ул тере, иҫән һау!” – тигән хәбәр таралды ауылда. Әлбәй ауылы халҡы, күрше тирә яҡ ауылдарҙыҡылар ҙа бик ҡыуанып ҡаршы алдылар был хәбәрҙе. Һәр кем өҫтәренән тау төшкәндәй еңел һулап, ысын күңелдән шатлана ине быға.
Ә Светлана апай был “Тәбрик табылған” – тигән хәбәрҙе ишеткәс, шул ҡатып торған мейесе янында иҫһеҙ йығылды. Ҡәҙерле балаһының тереме, үлеме икәнен һорарға ла хәле ҡалмаған ине бахырсыҡ ҡына әсәнең... Бәлки ике көн буйы ҡуҙғала алмай ҡатып торған ҡатындың йөрәге ярылмаһын өсөн Аллаһы Тағәлә биргән ҡотҡарыу, әсәнең һаулығын, аҡылын, ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙың бер генә бөртөк юлы шул булғандыр...
Тәбрикте тыуған ауылы Әлбәйҙән ике километр алыҫлыҡта ятҡан күрше Суҡраҡлы ауылынан табып алалар. Шул ауылдың мәктәбендә уҡытҡан Салауат ағай таба уны. Ул ҡышҡыһын мәктәпте йылытырға яҡҡан брекет ҡалдыҡтарын, ҡыйҙарын түккәндә күреп ҡала. Яҙғы һыу баҫҡан, ҡойоһо әйләнеп ятҡан баҡса уртаһында бер йығылып, бер тороп, әйләнеп, тулғанып йөрөгән йән эйәһен, бала икән тип башына ла килтермәй Салауат ағай. Кәзә йәки һарыҡ бәрәсе, әсәһенән айырылып, аҙашып ҡалып батып йөрөй икән тип уйлай ул тәүҙә. Яҡыныраҡ барып ҡарағас, илаған бала тауышы ишетеп ул һиҫкәнеп китә. Ҡап ҡара ҡойоға болғанып бөткән, бите лә күренмәгән, тик күҙҙәре генә баҙлап, ялтырап торған йән эйәһенә, Салауат ағай ен балаһы түгелме икән тип, шикләнеп кенә яҡынлай. Шунан уның күҙенән йәштәре тупырҙап аҡҡанын, бала ғынаның “ Атай ай, әсәй әй, апай ай!..” – тип туҡтауһыҙ үкһеп саҡырғанын ишетеп, кеше балаһы икәнен күреп, тиҙ генә ҡулдарына күтәреп ала. Ә малай ир кешегә сытырман һымаҡ йәбешеп ала ла, уны һыға ҡосаҡлап, башҡа ҡулдарын ысҡындырмай.
Салауат ағай баланың ныҡ өшөгәнен, арығанын, хәле бөткәнен күреп йүгерә атлай өйөнә алып ҡайта һалырға тырыша. Ике көн буйы йәшәр өсөн яҙмышы менән алышҡан бала ағайыбыҙҙың ҡулында әллә йоҡлап китте, әллә иҫтән яҙҙы белмәҫһең, ул башҡа бер тауыш та, хатта өн дә сығарманы.
Өйөнә етә килә әллә ҡайҙан уҡ һөрәнләп ҡатыны Зәйтүнә апайҙы саҡырып сығарҙы Салауат ағай. Әмәлгә яҡҡандай, кисә кистән яғылған мунсала йылы һыу ҡалған ине. Тиҙ генә йылы мунсаға индереп баланы тәүҙә ҡойонан арындырып әллә нисә ҡат сайындырып, шунан йүкә йыуғысты һабынлап йыуындырып алдылар ҙа өйгә алып инделәр. Өйгә ингәс, улар алдарында үтә лә һөйкөмлө, ҙур ҡап - ҡара күҙле, матур малайҙы күрҙеләр. “Бына ҡатын һин миңә ике ҡыҙ бүләк иткәйнең, ә мин һиңә ҡайһындай матур малай табып алып ҡайттым”- тине Салауат ағай шаяртып. Ныҡ өшөгән, һаман ҡалтырауы үтмәгән Тәбрикте ҡалын юрғанға төрөп ултыртып тамағына ашаталар. Малай бигерәк ныҡ асыҡҡан, һыуһаған, кингәгән була. Ҡапыл күп ашатырға ҡурҡып аҙлап ҡына йыш – йыш ашатырға мәжбүр булалар. Оҙаҡ ашамаған баланың организымына зыян булмаһын өсөн эшләнә был. Ә сабый быны аңламай бит инде. Ул ризыҡ биргән һайын ҡарһаланып ашай башлай. Кире алһалар сат йәбешеп бирмәй тартҡылаша, илай – илай: ”Ашайым, мәмәй, эээ бир, бир, бирмәй”... – тип илап йәнде өҙә ине. Салауат ағайҙың ҡатыны үҙәге өҙөлөп баланы йәлләй, уны күтәреп алып, ҡосаҡлап ҡуша илай, илай :”Аҙлап, аҙлап ҡына бәпәй генәм, саҡ ҡына сабыр ит тә тағы ашатам йәме.”- тип тынысландырырға тырыша. Ә үҙе һаман тыныслана алмай:”Алай ҙа ғына баланы бөгөн тапҡанһың Салауат! Ҡойоға болғанып, өшөп, туңып бөткән сабый төнгөлөккә ҡалһа харап ҡына булыр ине. Төндәр ныҡ һыуыҡ бит әле, һаман көндәр йылынып китә алмай, ер ҙә ныҡ һыуыҡ, туңып үлер ине... Алай ҙа ғына бөгөн тапҡанһың”... – тип сеңләп, сеңләп, һөйләнә, һөйләнә илаған ҡатынын йыуатып бер һүҙ ҙә өндәшә алманы Салауат ағай. Уның да күңеле тулыуҙан малайҙы йәлләүҙән күҙҙәре йәшләнеп,Тәбрикте башынан һыйпай, арҡаһынан һөйә ине. Һуңынан, бала әптән арып йоҡлап киткәс, ҡатыны баланың өҫтөнән сисеп алған кейемдәрҙе йыуырға мунсаға инеп китте, ә Салауат ағай ауылдың фельдшерын алып килергә ҡуҙғалды. Малайҙың хәл – торошон, һаулығын тикшертеп, бөтәһе лә яҡшы икәненә инанырға кәрәк бит инде. Был ете ят, таныш түгел сабыйҙың, кемдең улы, ҡайһы яҡтыҡы, нидәй ғаиләнән икәнен белмәһә лә Салауат ағай, бик ҡәҙерле, һөйөлөп, иркәләп кенә үҫкән бала икәненә төшөнгәйне инде. Тик нисек кенә аҙашып киткән, был яҡтарға ҡайһылый итеп килеп сыҡҡан икән был балаҡай ғына. Был ябай ғына сисерлек түгел серле лә, ҡатмарлы ла хәл булып сыҡмаҡсы тип уйлаған ағайыбыҙ, баланы исмаһам фельдшергә күрһәтергә булды.
Малайҙың кейемдәрен мунсалағы ҡалған һыу менән генә таҙартырлыҡ түгел ине. Яңынан һыу йылытып, әллә нисә тапҡыр сайып - йыуғандан, тағын йыуып - сайғандан һуң матур ғына бәлтә, кәпәс, өҫ кейеме һәм эске кейемдәр килеп сыҡты. Тик итек йәки ботинка һымаҡ аяҡ кейеме юҡ ине. Бахырсыҡ бала аҙашып, ҡойола аунап йөрөгәндә юғалтып киткән күрәһең. Ә инде Тәбрикте тапҡанда ике ҡулында ысҡындырмай тотоп йөрөгән әйберҙәре уның ойоҡбаштары (носкиҙәре) булып сыҡты. Ул ойоҡбаштарҙы саҡ ысҡындырып алғайнылар малайҙың ҡатып ҡалған ҡулдарынан. Нисек кенә этләнеп, ыҙалап, ауып – түнеп, ҡойоға батып, сыға алмай йөрөһә лә, нәскиҙәрен ташлап китмәгәйне бәләкәс Тәбрик.
Малайҙы ҡарарға килгән фельдшер, баланың хәле яҡшы, үпкәһе, тын юлдары таҙа, тәнендә күгәргән, имгәнгән ерҙәре юҡ тип тапты, тыңлап, баштан аяҡ ҡарап сыҡҡас Тәбрикте. “Күрше Әлбәй ауылында малай юғалған, бөтә ауылы менән икенсе көн эҙләйҙәр инде тиҙәр ине, шул балалыр ул. Мин хәҙер медпунктҡа барғас та шылтыратам Әлбәйҙең фельдшеренә” – тине ул Салауат ағайға.
Суҡраҡлы ауылының фельдшеры шылтыратҡас та, Әлбәйҙең медпунктында оҙаҡ йылдар санитарка булып эшләгән Әминә апайҙың улы һөйөнсө алып килә Светлана апайҙарға. Ҡыуаныслы хәбәр алып килгән был үҫмергә һөйөнсө бүләге бирерлек тә хәлдә булмай шул иҫһеҙ ятҡан апайыбыҙ был мәлдә...
Светлана апайҙың бер туған апаһы Рәсимә менән Рузалин еҙнәһе бик ҙур ярҙам итәләр Тәбрикте эҙләгәндә. Уйламағанда баштарына күтәрә алмаҫлыҡ ҙур бәлә төшкән туғандарына оло терәк була улар ошо
ауыр көндәрҙә. Малайҙың юғалыу хәбәрен ишеткәс тә, икәүләшеп килеп етә һалалар һәм Тәбрик табылғансы ҡайтып китмәйҙәр. Суҡраҡлы ауылынан Салауат ағайҙарҙан да улар барып алып ҡайтты баланы.
Тәбрикте өйөнә алып ҡайтҡас, шул ваҡытта өйҙә булған бар кешене илатты инде ул балаҡай. Уның ҡыуанысын күргән бер кеше лә тыныс ҡала алмаҫ ине. Тәбрик ныҡ итеп ҡысҡырып “Әсәй әй!!! Атай ай!!! Апай ай!!!” – тип һәр береһен ҡосаҡлап, битен биттәренә терәп, һәр береһенә оҙаҡ итеп һыйынып, йә ҡысҡырып илап, йә көлөп бөтәһен дә илатты. Һуңынан әсәһенең алдына менеп ултырып алды ла башҡа төшмәне...
Тәбриге иҫән – аман өйөнә кире ҡайтҡас, бәхетенә ышанып бөтә алмаған Светлана апай, улыҡайын ҡосағына алып, берәүгә лә бирмәй, ҡулынан да төшөрмәй. Бер ҡараһаң Тәбриген үбә үбә, илай, илай Аллаһы Тағәләгә рәхмәт уҡый. Икенсегә ҡараһаң аҡылына зыян килгән кеше һымаҡ, ҙур асылған күҙҙәре менән бер нөктәгә төбәлеп аңҡы – тиңке булып ултыра.
Өсөнсөгә ҡараһаң өҫтәл артында ултырған кешеләрҙе һыйлай, кемеһенә сәй ҡойоп бирә, кемеһенә ризыҡ өҫтәй. Бөтә булған был хәрәкәттәрҙе ул автоматик рәүештә, Робот һымаҡ башҡара һәм бер минутҡа ла ҡулынан Тәбриген ысҡындырмай ине. Уйламаған ерҙә йәненән дә артыҡ күргән, ҡәҙерле сабыйын юғалтып, йөрәге ярылыр хәлгә еткән әсәгә ҡабат балаҡайын ҡосағына алыуҙан да оло бәхет бармы ни был донъяла? Ғәзиз бәләкәсен, ул ғынаһын күкрәгенә ҡыҫҡан әсә, йән киҫәген ҡабат юғалтып ҡуйыуҙан ҡурҡтымы икән шул мәлдәрҙә.
Юғалған бала табылыу ҡыуанысынан күрше тирә, туғандар табын янына йыйылып оҙаҡ ҡына әңгәмә ҡороп, һөйләшеп, йырлашып ултырҙылар. Оҫта гармунсы Самат ағай гармунында йыр, бейеү көйҙәре уйнап бөтәһенең дә күңелен күтәреп, табынға йәм өҫтәй ине. Оҙаҡ ҡына ултырышып, һуңға ғына таралыштылар.
Ә Светлана апай йоҡларға ятҡанда ла улынан айырыла алманы, таң атҡансы керпек тә ҡаҡмаһа ла, һаман улыҡайын ҡосаҡлап, ҡәҙерле йөҙөнән күҙҙәрен алмай, ипләп кенә иркәләп, наҙлы ғына һөйөп таң аттырҙы. Әйләнгән һайын улын имен – һау ҡайтарып биргән өсөн Хоҙайға рәхмәтен уҡый, Шөкөрана ҡыла ине бахырсыҡ әсә...
Бер нисә көн үтеп, барлыҡ ашҡыныуҙар, ҡурҡыуҙар баҫыла төшкәс, Светлана апай менән Ҡәҙир ағай күрше Суҡраҡлы ауылына күстәнәстәр, бүләктәр тейәп барып, Тәбрикте табып алып, әжәлдән ҡотҡарған Салауат ағай менән уның ҡатыны Зәйтүнә апайға ҙур рәхмәт әйтеп ҡайттылар. Тәбрикте лә бергә алып барғайнылар, ул ағай менән апайҙы танып, йүгереп барып ҡыуана, ҡыуана ҡосаҡлап алды. Яҡшы кешене сабый бала әллә ҡайҙан таный, тоя тейҙәр бит. Тәбрик был ҡылығы менән бөтәһен дә ҡыуандырҙы. Светлана апай менән Зәйтүнә апайҙар нисек тә иламаҫҡа, хистәренә ирек ҡуймаҫҡа тырыштылыр. Был ҡыуаныслы осрашыуҙы күҙ йәштәре менән йыумаҫҡа булдылар. Теге, бала табылды тип, һөйөнсө алып килгән үҫмергә лә бүләк, күстәнәс биреп ризалаттылар.
Тәбриктең ҡайҙа йөрөгәндәрен тәки берәү ҙә, бер нисек тә белә алманы. Үҙенең һәйләүҙәре, ымлап күрһәтеүҙәре буйынса, бабай артыма һуҡты, иҙәндә йоҡлатты тип аңланылар. Ниндәй бабай икән ул? Ни йәне менән кеше балаһына һуғырға ҡулы барҙы икән? Әлбәй ауылы аша Нефтянниктәр үтә торғайны машиналарҙа. Шуларҙың береһе шаяртып ултыртып алып киттеме? Аҙағынан сабый бала әсәһен таптырып илаһа, туҡтата алмай уға һуҡтымы икән? Әҙәм аҡтығы, ер бит, хатта һүҙ табырлыҡ түгел...
Иртәгәһенә кире ауылдарҙан үткәндә Сураҡлы ауылы янында төшөрөп киттеме инде? Нишләп үҙ ауылында төшөрмәне икән? Әллә шаярып ҡына ултыртып алып киткәндә ниндәй ауыл икәнен дә абайламаған булғанмы? Был һорауҙарҙың береһенә лә яуап юҡ ине, бөтәһе лә сер булып ҡалды. Шул ваҡиғанан һуң Тәбрик грузовой машиналарҙан ныҡ ҡурҡа торғайны. Оҙаҡ ҡына йылдар аяҡтары һыҙлап ыҙаланды ул бала. Яҙғы һыуыҡта ҡойола ялан аяҡ батып йөрөүенең касафаты булғандыр. Әллә күпме йөрөгәндер инде, уны берәү ҙә белмәй ине бит. Һөйәктәренә тиклем һыуыҡ үткәндер. Тағы ла бер шауҡымы булды был тарихтың. Төндә йоҡлап ятҡанда тороп йөрөп, һаташып( лунатик булып) йонсоно. Ә иртәнсәк бер нәмә лә иҫләмәй торғайны. Ҙурайғансы йонсоно Тәбрик был ауырыуҙарҙан, хатта хәрби хеҙмәт иткәндә лә һаман һаташа ине әле. Ваҡыт үтә килә, ир ҡорона тула килә был ауырыуҙарҙан да ҡотолдо Светлана апайҙың улы. Ошо тетрәндергес хәлдәр эҙһеҙ генә үтмәне шулай ҙа. Тик торғанда ҡапыл ғына ҡыҙып, янып китә торған холоҡло булып ҡалды егет. Был һыҙат холҡонда ғүмерлеккә ҡалды. Әммә ул тиҙ генә һыуына, тыныслана, әйтерһең дә яңы ғына дөрләп тоҡанып киткән кеше ул түгел инде.
Тәбрик урыҫтар әйтмешләй, "в рубашке родился", беҙҙең халыҡ “ҡапсыҡта тыуған” тей ундай кешене. 4 айлыҡ сағында сабый ике яҡлы пневмония менән ауырып китә, әллә нисә көн баланың тән температураһы 40 градустан төшмәй. Светлана апай доньяһын ҡалдырырға кеше юҡ тип, дауаханаға алып бармай, бәпәйен өйҙә үҙе дауалай һәм Аллаһыға шөкөр шәбәйтеп ала сабыйын. Ғүмерле булғанға бер нәмәгә лә бирешмәй Тәбрик, Аллаһы бирһә киләсәктә лә шулай булһын инде.
Әсәһенә ғүмер буйы ныҡ яҡын булды Тәбрик, яратты, хөрмәт итте, ҡәҙерләне, тыңланы, бер ваҡытта ла уның һүҙен йыҡманы.
Бигерәк тә 1996 сы йылдың март айында атайҙары Ҡәҙир ағай фажиғәле һәләк булғас, улы Светлана апайҙың таянысы ла, терәге лә булып ҡалды. Эшкә үтә лә шәп, егәрле, бер тотонһа емертеп эшләй инде бына. Тәбрик мәктәптә уртаса уҡыны, Шишмә районында СПТУла газосварчикка уҡып сыҡты. Уҡып бөткәс Газпромға эшкә урынлашты, кәләш алды. Әлеге ваҡытта ла шунда эшләй, һөйөклө ҡатыны менән ике балаға ғүмер бирҙеләр. Үҙҙәре кеүек үк матур малай, ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡатыны Айгөл, БГПУны бөтөрҙө, әлеге ваҡытта мәктәптә уҡыта.
Бик бәхетле ғаилә, күҙ генә теймәһен. Бер-береһен аңлап, яратып, ихтирам итеп йәшәйҙәр, донъялары ла гөрләп алға бара. Шулай булыр ҙа шул, татыулыҡҡа ни етә!
Балаларынан уңды Светлана апай, шул тиклем риза барыһына ла.
Ҙур ҡыҙы Әлинә педучилище бөттө, кейәүҙә ике малай үҫтерә. Уртансы ҡыҙы Дилбәр БДУла уҡыны, ул да кейәүҙә, бер малай, бер ҡыҙ үҫтерә. Ике ҡыҙы ла эшләп йөрөйҙәр. Ҡыҙҙары ғаиләләре менән һирәк ҡайталар, әммә ҡайтһалар һыпырып әсәһенең эшен эшләп китәләр. Бер эш тә ҡалдырмаҫҡа тырышалар һөйөклә әсәкәйҙәренә.
Светлана апай үҙе лә ғүмер буйы, хаҡлы ялға тиклем Туймазы - Нефтьтә оператор булып эшләне. Хәҙер бик күп йылдар инде хаҡлы ялда, пенсияһы килеп тора Аллаһыға шөкөр. Оло йәшкә аяҡ баҫтым тип тормай һаман әле эре мал да, ваҡ мал да аҫырай. Ишек алды тултырып ҡош – ҡорт тота, баҡса сәсә, картуф үҫтерә. Балаларына ҙур ярҙам Светлана апайҙың мал, ҡош – ҡорт аҫырауы. Бөтә булған ризыҡты, йомортҡанан алып, итен, майын, картуфын, йәшелсәһен һәм башҡа күп төрлө аҙығын, үҙенең хужалығынан бирергә тырыша балаларына.
Тәбриге бик йыш ҡайта ауылға әсәһе янына, ғаиләһе менән дә, ҡайһы саҡта ғаиләһеҙ ҙә ҡайта. Тик эш эшләр өсөн генә тыуған тейерһең улыҡайы. Бөтә булған хужалыҡты Тәбрик етәкләй, белмәгән эше юҡ, үтәлмәй ҡалған йомошо юҡ. Ауылда кәрәк булған бар эште лә еренә еткереп башҡара ул. Шуға күрә лә ҡайһы бер ирле ҡатындарҙы көнләштереп, уларҙың күҙҙәрен ҡыҙҙырып, гөрләп тора Светлана апайҙың донъяһы. Бар йорт – ҡура тирәһе төҙөк, таҙа, һәр ерҙә тәртип, былар барыһы ла Тәбриктең тырышлығы. Ул ҡалала үҙ донъяһын да шулай матур итеп бағып тота. Кәләше Айгөл дә хәләленә тап килгән, шундай уҡ егәрле, шундай уҡ тынғыһыҙ.
Ошоларҙың барыһын да иҫләп, уйлап, яңынан башынан үткәреп, бер күҙ йәштәренә ирек ҡуйып, бер йылмайып, көлөп ултырҙы ла ултырҙы Светлана апай ҡапҡа төбөндәге скәмйәлә. Был скәмйәне лә бар күңелен һалып, семәрләп Тәбриге эшләгәйне тип уйлап, апайыбыҙ ултырған ерҙән генә уны яратып ҡына һыйпап ҡуйҙы. Эркелеп көтөүҙән мал ҡайта башлағас ҡына, Светлана апай уйҙарынан арынып, һыйырын көтөп алды ла, ҡыуып алып инеп китте.
Бер аҙҙан йүгерә атлап, Светлана апай көн һайын кис башҡарған эштәренә тотонғайны инде. Бушты бушҡа ауҙарып ултыра торған ғәҙәте юҡ уның. Оҙаҡ та тормай тағы ҡайтыр әле Тәбриге Аллаһы бирһә. Ҡыҙҙары ла көттөрөп йонсотмаҫтар, ҡайтырҙар насип булһа...
Ә Светлана апай көтөр балаларын, ул былай ҙа көн һайын көтә уларҙы.
Был донъяла көтөп алыр кешең булыуы үҙе оло бәхет, ә көткәнең үҙе балаларың да булһа икеләтә ҙур бәхет бит ул...