Даирә
+28 °С
Болотло
Әҙәбиәт
23 Май 2025, 16:44

ТӘҘРӘ

«Атаһы менән әсәһенең көндәр буйына хәмер һемереүе арҡаһында үҙ йүндәрен үҙҙәре күрергә мәжбүр ике меҫкен бала һәм кем ашатыр тигән өмөт менән һәр үткенсенең күҙенә инәлеп ҡарап ҡалған берәҙәк эт... Ҡайһылай яҙмыштары оҡшаш, – тип уйланы Сәлимә, уларҙы сағыштырып. – Эт тормошо... Ни ғәйептәре, ни гонаһтары бар һуң уларҙың бындай әсе һынауҙар татырға?..»

ТӘҘРӘТӘҘРӘ
ТӘҘРӘ

Кәрәк саҡта ваҡытты еткереп булмай, бөгөн иһә, үс иткәндәй, сәғәт уҡтары туҡтап ҡалған төҫлө. Таң беленер-беленмәҫтән аяғына баҫҡан Сәлимә өйөн дә ялт итеп йыйыштырҙы, керҙәрен дә сайҡаны, магазинға ла барып килде, кискә тиклем әле ярты көн бар. Көтөүҙән дә ауыр нәмә юҡ икән. Саматы менән улы Айтуған үткән ялда ауылға киткәйнеләр. Яңғыҙлыҡта үткәргән бер аҙнаһы бер йылдай тойолдо Сәлимәгә. Бөгөн, ниһайәт, киске автобус менән ҡайтырға тейештәр.

Ул, бәйләмен ҡулына алып, тәҙрә янына килеп ултырҙы. Тышта көн томра, тынсыу. Бүлмәгә шар асыҡ тәҙрәнән эҫе һауа бөркөлә. Эҫенән ҡасып, ахырыһы, урамда кеше заты күренмәй. Ишек алдындагы эскәмйәлә ике әбей сөкөрләшә лә, йәшел ҡайындар араһындагы майҙансыҡта ике ҡыҙ бала уйнай. Тағы хужаһыҙ эт улар тирәһендә уранғылай.

Әҙ булһа ла уйҙарынан арынырға, ваҡыт үткәрергә ниәтләгән ҡатынға күңелһеҙ булып китте.

Беренсе ҡатта йәшәгәнлектән, урам алды ус төбөндәгеләй күренеп тора. Ҡайһы берҙә Сәлимә ундағы тормошто күҙәтергә ярата.

Әлеге эскәмйәлә көнө буйы хәбәр һатырға яратҡан әбейҙәр Сәлимәләр подъезынан. Бер эштәре, бер ҡайғылары юҡ төҫлө үҙҙәренең. Иртән сығып ултыралар, кисен һуң ғына инеп китәләр. Бына улар, исмаһам, йорттағы хәлдәрҙең бөтәһен дә белеп тора. Кем йә нимә тураһында ишеткең килә – уларҙан ғына һора.

Сәлимә, ҡыҙыҡһынып, абейҙәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалды.

– Төнө буйы йоҡо – йоҡо булманы. Белһәң икән, әхирәт, ул әрләшәләр, ул талашалар, нәмәләрен бүлешә алмайҙарҙыр? Ҡуй инде, ҡуй, ундай тормошто Хоҙайым балаларға күрһәтмәһен. Көн дә тигәндәй әзмәүерҙәй ирҙе ишек алдына килтереп ҡалдырып китәләр, тегеһе имгәкләп инеп китә.

Быныһы Бибинур әбей күршеһенә зарлана. Үҙе 80-гә етһә лә, ҡолаҡҡа һаҡ булыуы, күҙлекһеҙ ҙә гәзит уҡыуы ғәжәпләндерә. Күршеһе тураһында һөйләй башлаһа, йыйырсыҡ баҫҡан йөҙө тағы нығыраҡ сырышып, ҡабаҡтары бөтөнләй күҙен ҡаплай, битендәге һәр тамыры дерелдәргә керешә. Уның йөҙөн күҙ алдына килтереп, Сәлимә көлөмһөрәп ҡуйҙы.

– Гөлсейәнең улын кисә тағы ябып ҡуйғандар икән. Бер фатирҙан байтаҡ затлы әйбер сәлдергән, ти. Оҙаҡҡа бармаҫы билдәле ине инде. Һис шул яман ғәҙәтен ҡуя белмәне бит!

Ғәйшә әбей иһә, оло ғына булһа ла, еңел һөйәкле, урынында ултырып сыҙамай. Бөтә яңылыҡтарҙы әллә ҡайҙан белеп тора, шуға күрә күберәген ул һөйләй.

– Анау, бишенсе ҡатта йәшәгән Марат, ниһайәт, эшкә урынлашҡан икән. Ғаиләһен күпме асҡа интектерҙе, инде әҙәмсә йәшәй башларҙар, моғайын. Юғиһә, рәхәткә һалышып алғайны. Көнө буйы эскесе дуҫтары менән йөрөй ҙә, кис ҡайта эшем кешеһеләй. Оят та юҡ! Бисәһе ҡыуып сығарам тигәс, эшен һә тигәнсе тапты бит. Эсеүенән дә дауаланған икән.

– Теге дүрт бүлмәле фатирҙа йәшәгән бай мөртәт Альберт ҡыҙын сит илгә уҡырға ебәрә икән. Аҡсаларын ҡайҙа ҡуйырға белмәйҙәр. Йәнәһе, Рәсәйҙә алған белем – белемме ни! Мәңге был донъяла йәшәрҙәй булып, эй эре сирттергән булалар...

– Зәкиҙәр тағы машиналарын алыштырып ебәргән икән. Былтыр ғына алғайнылар. Хәрәм мал менән мандый алырмы икән? Ул йыйған аҡсаға күпме халыҡтың күҙ йәше, ҡарғышы түгелгән...

– Рәйлә менән Артур ҙа инде нисәнсе көн байрам итә. Бөгөн дә ҡушарлап ҡайҙалыр киттеләр. Йөҙҙәре ҡурҡыныс булып киткән үҙҙәренең... Тфү, тфү, ташҡа үлсәйем, күҙҙәрендә шыпа ла нур әҫәре юҡ.

Бибинур апай ян-яғына төкөрөнөп, белгән доғаларын уҡырға кереште, ахырыһы, мығыр-мығыр килеп үҙ алдына һөйләнеп алды. Унан ябыҡ, ҡатҡыл ҡулдары менән кеҫәләрен ҡапшап, бәүелсәктә бәүелгән ҡыҙҙарға ҡысҡырҙы:

– Әлиә, Сәкинә, мәгеҙ, көнбағыш булһа ла бирәйем! Үҙем, тештәр булмағас, барыбер ырата алмайым, һыйланығыҙ!..

Үҙҙәренең исемен ишетеп, шуны ғына көткәндәй, ҡыҙҙар йүгерешеп килеп тә етте. Бәләкәс устары көнбағыш менән тулыуға ҡыуанышҡан Сәкинә менән Әлиә, рәхмәт әйтеп, майҙансыҡтағы эскәмйәгә барып ултырҙы.

Әбейҙәр был ҡыҙҙарҙың ата-әсәһе, туғандарын тәфсирләп-тәфсирләп тикшереүгә күсте. Сәлимә ҡарашын ҡыҙҙарға йүнәлтте. «Өйҙәрендә тағы эт туйы баралыр инде...»

Сәкинә өс йәштәр тирәһендәге тумалаҡ ҡыҙыҡай. Борсаҡлы ҡыҫҡа күлдәген уйнарға кейә торғандыр, ҡасандыр сағыу булған биҙәктәре әллә уңып, әллә бысранып бөткән, һары оҙон сәстәрен дә тарамай ғына апаһы резинка менән бәйләп ҡуйған, остары ойошоп бөткән.

Әлиәһе 3-сө йә 4-се синыфта уҡыйҙыр. Ул да төҫһөҙ футболка менән тубыҡтары ағарған джинсы салбар кейгән. Сәсе ҡыҫҡа итеп ҡырҡылғанға күрә, ҡапыл ҡарауға малайға оҡшап тора.

Сәкинә эскәмйәгә менеп, аяҡтарын һуҙып апаһына һөйәлеп ултырҙы. «Арығандыр, – тип йәлләне Сәлимә. – Был тиклем томра көн үҙе үк хәлде ала. Ә был бисаралар иртәнән алып эҫе ҡояш аҫтында».

Ана, Әлиә, апай булып, һеңлеһенең башынан һыйпай, нимәлер һөйләп, ышандырырға тырыша. Ә ҡояш өтөп алып бара.

Ер күптән тамсы ла һыу күргәне юҡ, ямғырға булһа ярар ине. Сәлимә вентиляторын ҡабыҙҙы, һалҡын һауа өрөп ебәреүгә тын алыуы иркенәйеп киткәндәй булды.

Көнбағыш ашалып бөттө. Сәкинә тороп ултырҙы, йонсоған йөҙөн апаһына борҙо. Нимәлер һорай, ахырыһы, нәҙек беләген киоскылар яғына һона. Әлиә ерҙә аунаған буш һут һауытын алды ла ҡайҙалыр йүгерҙе.

Сәлимә улын күҙ алдына килтерҙе. Иртән әсәһенең тәмле һүҙҙәренә иркәләнеп, кирелеп-һуҙылып килеп тора. Күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондарын һикертеп, ҡояшҡа сәләм бирергә балконға йүгереп сыға. Көнөн ҡыр кәзәһе кеүек һикерәнләп үткәрә. Айтуған да Сәкинә самаһында. Әммә уға эҫе ҡояш аҫтында әлһерәп, өйгә инә алмай, бер йотом һыуға зар-интизар булып йөрөүҙәр бөтөнләй ят.

Әлиәне күреп, Сәлимә тағы тышҡа баҡты. Ҡыҙ йыш-йыш тын ала. Һыулы шешәһен һеңлеһенә тотторҙо ла, бәләкәс устары менән битен елпергә тотондо.

Ул алып килгән ҡоҙоҡ һыуын сабый оҙаҡ итеп, йотлоғоп эсте. Ҡәнәғәт йылмайып, эйәге буйлап аҡҡан һыуҙы ҡул һырты менән һыпырып ҡуйғанда, унан да бәхетле кеше юҡтыр кеүек ине донъяла. Күңеле күтәрелгән ҡыҙ һикерәнләргә, йүгереп уйнарға кереште. Кешегә күп кәрәкме ни, әҙҙән генә лә күңеле була шул. Апаһын өндәп-өндәп тә, үҙе менән уйната алмағас, бер туҡтауһыҙ еҫкәнеп ашарға эҙләгән берәҙәк эт менән уйнай башланы. Был эт күптән ошо тирәлә йөрөй. Йәлләп, йорттағы кешеләр ашарға биргәс, бөтөнләй эйәләште. Ҡарау булмағанлыҡтан, оҙон йөнө гел ойошоп, бысраҡ йөрөй. Ҡолаҡ артында таҙы ла бар. Әлиә, ауырыу эт менән уйнатмаҫҡа була, һеңлеһен ситкә һөйрәне, әммә ҡыҙ илап тороп әлеге дуҫына тартылды. Эт үҙе лә иркәләнеүгә танһыҡҡай булған, ахырыһы, иғтибар итеүсе табылғанға ҡыуанып, ҡыҙға һыйынып һыйынды.

«Атаһы менән әсәһенең көндәр буйына хәмер һемереүе арҡаһында үҙ йүндәрен үҙҙәре күрергә мәжбүр ике меҫкен бала һәм кем ашатыр тигән өмөт менән һәр үткенсенең күҙенә инәлеп ҡарап ҡалған берәҙәк эт... Ҡайһылай яҙмыштары оҡшаш, – тип уйланы Сәлимә, уларҙы сағыштырып. – Эт тормошо... Ни ғәйептәре, ни гонаһтары бар һуң уларҙың бындай әсе һынауҙар татырға?..»

Сәкинә был уйынынан да тиҙ ялҡты. Мыжып, апаһын йәнә ҡайҙалыр барырға күндерҙе...

Бирелеп китеп тышты күҙәткән Сәлимәне ҡыңғырау һиҫкәндерҙе. Яратҡан уйынсығынан айырылған балалай, ризаһыҙ ғына ишеккә ыңғайланы.

Ире һәм улы киткәне бирле һирәк шаҡылған тимер ишек шығырлап, йыбанып ҡына асылыуға, ни тиергә лә белмәй, баҙап ҡалды Сәлимә. Ҡаршыһында бәләкәй танауын һипкел баҫҡан ҡырыҫ йөҙлө Әлиә баҫып тора ине. Бер аҙ бер-береһен һынап, текләшеп ҡарап торғандан һуң, Әлиә телгә килде.

– Һаумыһығыҙ, апай!

– Һау... Һаумы!..

– Һеҙҙә ҡатҡан йә иҫкергән икмәк киҫәктәре юҡмы? Урамда берәҙәк эт йөрөй, шуны ашатайым тигәйнем.

Ҡыҙ ҡыҙарып, башын аҫҡа эйҙе. Торған ерендә тыпырсынырға тотондо. Ҡапыл ғына иҫенә килмәгән ҡатын:

– Юҡ шул... – тип шаңҡып тора бирҙе.

– Улайһа, ғәфү итегеҙ!

Әлиә йылт әйләнде лә, баҫҡыстан төшә башлағас ҡына маңлайына һуҡҡандай булды Сәлимәнең. «Бә-әй, ниңә аңшайып торам әле», – тип уйлап:

– Туҡта, ҡыҙыҡай! – тип ҡысҡырҙы.

Әлиә кире килде.

– Юҡ тип торамсы, бына тағы. Бар, бар, ниңә булмаһын. Әйҙә бирәм.

Ингәс, Әлиә һиҙҙермәҫкә тырышып, өй эсен байҡап алды. Көҙгө, уның алдындағы әйберҙәрҙән башҡа ҡыҙығырлыҡ нәмә булмағас, ҡарашын аш бүлмәһенә йүнәлтте. Хужабикәнең һәр хәрәкәтен күҙәтә башланы.

Сәлимә ике телем икмәккә ҡалын итеп май яҡты, туҫтаҡҡа, тәмле еҫ аңҡытып, былау һалды, банкаға сәй яһаны.

– Мә, ашат әйҙә, – тип туҫтаҡты тотторғанда Әлиә нур балҡыған күҙҙәрен йәшерергә, тулҡынланыуын һиҙҙермәҫкә тырышты. Уға был мәлдә рәхәт тә, ҡыйын да ине. «Бер ҙә ҡырыҫ түгел, хатта һөйкөмлө бала», – тип уның артынан йылмайып ҡарап ҡалды Сәлимә.

Яңынан тәҙрәгә килгәндә, ҡыҙҙар эскәмйәгә ҡара-ҡаршы ултырып, тәмләп былау ашайҙар ине. Берәҙәк эт яндарында күпме генә уралмаһын, күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарамаһын, уға иғтибар итеүсе лә юҡ... Уға, күҙҙәренә йәлләткес төҫ сығарып, ҙур сумка күтәреп үтеп барған апайға эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы...

Гөлнара МОСТАФИНА.

Автор:
Читайте нас