

Мәхмүттең күңеленә ҡотҡоно яуаплы сәркәтип урынбаҫары Баязит һалды. Дүшәмбе көн ине. Баш мөхәррир бүлмәһендә үткән иртәнге кәңәшмәнән сыҡҡас:
– Әйҙә әле, мырҙам, – тип Мәхмүтте үҙенең кабинетына алып китте. – Бөгөн эшкә баҡсанан килеүем. Ҡурай еләге алып ҡайтҡайным, еңгәңә шылтыратһам, шәмбе көндөкөн эш итмәгәнмен әле, бир шунда берәйһенә, тип тора. Шуға һиңә бирәйем дә ҡуяйым, тим. Киленгә әйт, бөгөн үк ҡайнатһын, ҡурай еләге тиҙ боҙолоусан ул. Минеке нишләп һаман ҡайнатмағандыр, ғәжәп.
– Киленең өйҙә юҡ бит әле, – тип яуапланы Мәхмүт, уңайһыҙланып ҡына.
– Өйҙә юҡ ти? Бәй, ҡайҙа китте?
Баязит ҡапыл туҡтаны ла артына боролоп, дегәнәк япраҡтары ише ҡарпыш ҡолаҡтарына элгән ҙур күҙлеге аша Мәхмүткә аптырап ҡараны. Уның был ҡарашында, улайһа әрәм генә итерһеңме икән, юҡҡа бирәм, ахыры, тигән хафа сағыла ине.
– Санаторийға киткәйне.
– Санаторийға киткәйне? – яуаплы сәркәтип урынбаҫарының һүҙҙе һорауға әйләндереп ҡайтарып һорай торған сәйер ғәҙәте бар. – Үҙебеҙҙәлер бит?
– Юҡ шул, Сочиҙа.
– Сочиҙа? О-о-о, – тип һуҙҙы яуаплы сәркәтип урынбаҫары, ауыҙы йырылды. – Йыраҡҡа осҡан икән шул. Варенье ҡайнатырға ҡайтып китә торған ара түгел. Ниңә, үҙең эшкинмәй башланыңмы әллә? Иртәрәк бит.
– Нисек?.. – һүҙҙең мәғәнәһен аңлай алманы Мәхмүт.
– Нисек тиңме? – ул йәнә йылмайҙы. – Ярар, шаяртам. – Яуаплы сәркәтип урынбаҫары Мәхмүттең арҡаһынан ҡаҡты, ҙур күҙлеген йәнә танауы өҫтөнә этте, етдиләнде. – Барыбер ал, ашап булһа ла бөтөрөрһөң. Һинән башҡа кемгә бирәйем? Редакцияла барыһының да тиәрлек баҡсалары бар, ә һеҙгә, йәштәргә, варенье артыҡ булмаҫ. Йәш саҡта ашала ул. Былай ит: хәҙер үк алып ҡайт та берәй табаҡҡа бушатып, өҫтөнә шәкәр һип, кисен, ҡайтҡас, ҡайнатырһың. Биҙрәне алып кил, эштән һуң мин йәнә баҡсаға китәм. – Ул, һөйләшеп бөттөк тигәндәй, өҫтәле артындағы тәрән креслоһына барып сумды ла алдындағы ҡағыҙҙарын аҡтарырға кереште.
Мәхмүт өҫтө гәзит менән ҡапланған зәңгәр төҫтәге полиэтилен биҙрәне алды, рәхмәт, тип мөгөрҙәне лә яй ғына бүлмәнән сыҡты. Баҡса емеше уны ниңәлер шатландырманы, киреһенсә, ҡайғыға һалды. Үҙенә эш алыуҙан бигерәк ҡатынының санаторийға китеүен юҡҡа әйтте. Ярар, ҡайнатырбыҙ, тип яуапларға ла ҡуйырға ине. Үҙенең бүлмәһенә кереп биҙрәне өҫтәл артына ултыртҡас ҡына Баязиттың, үҙең эшкинмәй башланыңмы әллә, тигәне башына барып етте. Етте лә шаңҡытты, хатта тирләтеп ебәрҙе. Бына бит унан нисек көлгән Баязит! Тимәк, ҡатыны унан ҡәнәғәт булмағанлыҡтан ир эҙләп санаторийға киткән булып сыға! Ай, ҡайҙан әйтте, теленә хужа була алмаған оролған да бәрелгән, тигән әйтем тап уға төбөп әйтелгәндер ҙә. Әллә еләген индерергә лә бирергәме? Һеҙҙеке, бәлки, шулайҙыр, минеке улай түгел, тип ямағанда ла килешер ине. Ҡоҫтормаһа, Баязит буламы инде? Ул белгәс хәҙер бөтә редакция беләсәк...
Эйе, Мәхмүттең ҡатыны, район хакимиәтенең йәштәр менән эшләү бүлеге хеҙмәткәре, ике йәшлек ҡыҙын ауылға, әсәләренә алып барып ташлап, бер әхирәте, икенсе бүлектә эшләгән яңғыҙ ҡатын менән Сочиға санаторийға киткәйне шул. Мәхмүттең төрлө дәлилдәр килтереүенә, сәбәптәр табыуына ҡаршы бөтәһен дә уйлап ҡуйған булып сыҡты: бала менән мәшәҡәтләнәһең юҡ, аҡсаң бар әле, кинәнеп яратҡан командировкаларыңа йөрөрһөң, ғөмүмән, бер-беребеҙҙән саҡ ҡына ял итәйек. Социологтар ваҡыт-ваҡыт ир менән ҡатын бер-береһенән шулай айырылышып алырға ҡуша. Ә путевканы мин ярты хаҡҡа ғына алдым, йәйге сезон ваҡытында бындай путевка ҡасан эләгә әле. Өйләнешкәне бирле бер ҡайҙа ла йөрөгәнем юҡ, ана, башҡаларҙы ҡара, рәхәтләнеп йөрөйҙәр. Уның дәлилдәре менән килешеүҙән, киткәндәрендә поезға оҙата барып, перронда ҡул болғап ҡалыуҙан башҡа сараһы ҡалманы Мәхмүттең. Әлбиттә, барһын, күрһен, ял итһен, тик ана шул, Баязит әйтмешләй, етмәгәне өсөн генә бара күрмәһен. Был турала Мәхмүт элек тә уйлай ине, ҡатынына өндәшмәһә лә, ебәргеһе килмәүенең төп сәбәбе лә шунда ине. Ҡатыны барыбер ҙә һиҙгер, интуицияһы көслө, уның нимә уйлағанын аңланы, тыныслан, үҙеңде лә, мине лә кәмһетмә, тип ҡосаҡлағайны. Быға бик ышанғыһы килә Мәхмүттең, тик ул нимә тимәҫ, шуның өсөн барам, тип әйтмәй бит инде. Баязит Мәхмүттең күңелендә йөрөгән шикте ҡуҙғатып ебәрҙе лә ул хәшәрәт нәмәкәй, бүрәнәне йырмаслаған ҡорт һымаҡ, уның йөрәген кимерергә тотондо.
Көнө – көн, эше эш булманы Мәхмүттең. Етмәһә, биҙрәне алып ҡайтып килгәс, бүлмәләше Ислам, үҙенең бүлек мөдире, йәш кәләштең күңелен көндөҙ ҙә ҡайтып күрәһең, ә, тип төрттөрҙө. Мәхмүттең өйләнеп өс йыл йәшәү дәүерендә төшкөлөккә беренсе тапҡыр ҡайтыуы, әйтерһең. Быға тиклем бер ҙә өндәшмәй торғайны, бөгөн килеп ана нимә тип тора. Тимәк, белгән, ишеткән – Баязиттағы мәғлүмәт йәшен тиҙлегендә таралып бөтә редакцияға мәғлүм була. Тартырға сыҡҡан арала ла ҡатынының ял йортона китеүен иҫенә төшөрҙөләр, эшкә сөгөлдөр кеүек ҡыҙыл танау, шешмәкләнеп бөткән күҙҙәр, ҡарт тирәк ҡайырыһы кеүек телгеләнгән йөҙ менән килә торған Ишмөхәмәт, бәй, һиндә аулаҡ икән дә, әйҙә, эштән һуң барып ултырайыҡ, тип бәйләнде, йәш ҡатын-ҡыҙ күрһә, күҙе-башы уйнай башлаған матрос Руслан (һаман тельняшкаһын сисмәгәне өсөн уны шулай тип кенә йөрөтәләр), мөмкинлектән файҙаланып ҡал, тип өгөтләне лә, бер инженер танышым менән булған ваҡиға тип, мәрәкә һөйләп ташланы:
– Салауатҡа командировкаға киткән был. Ҡатынына өс көндән ҡайтам тигән. Ике көндән эше бөткәс, бынауҙағы Салауатта нишләп ятһын инде – ҡайтҡан да килгән. Ишеген үҙ асҡысы менән асып инһә, бисәһе сырылдап ебәргән. Был, аптырап, йәһәт кенә утты ҡабыҙа ла залға атылып инә. Ҡараһа, бисәһе сыр яланғас карауаттан тороп килә, бер ир ҡабалана-ҡабалана кейенә, ти. Был ҡарап торған-торған да әйләнеп сыҡҡан да киткән. Ҡабат ҡайтманы. Ғәфү үтенеп, илап бер нисә мәртәбә килеп тә ҡараған бисәһе, кире ҡайтманы. Бына шулай ул бисә-сәсә халҡы, атҡа ышан, бисәгә ышанма, тиҙәр, дөп-дөрөҫ ул. Теләһә, туҡмас ҡырҡҡан арала ла өлгөрә. Тәк что, Мәхмүт, мыйығыңа ура һәм һығымта яһа...
Мәхмүт өндәшмәне. Уның бер һүҙ әйтеүе генә бурыс, хәҙер өҫтәп, ҡуйыртып, шаштырып үҙенә ҡайтарасаҡтар – үкенеп бөтә алмаясаҡһың. Ана бит, Баязитҡа ысҡындырыуы булды, таралды ла көлөү, төрттөрөү, ишаралау объектына әйләнде ҡуйҙы. Ул өндәшмәгәс, береһе, уның нимәһен ҡарап торғандыр инде, икеһен дә бәргесләмәй, тине, икенсеһе, улар менән ниңә ҡул бысратырға, әйтерһең, туҡмап ҡына ғәҙәтен ташлатып була, тип яуапланы. Хәбәр дауам ителеш алманы, һәр ҡайһыһы үҙ уйы, үҙ фекере менән ҡалды, һәр ҡайһыһы үҙенең бисәһен, әгәр мин ошондай ситуацияла ҡалһам нишләр инем икән, тип уйланы.
Кисте саҡ еткереп, Ағиҙел буйындағы бер шәхси йорттоң төкәтмәһенә ҡайтҡас, бысраҡ хәбәрҙәрҙән ҡотолдо ҡотолоуын, тик яңғыҙына бигерәк яманһыу ине. Ҡайтты ла сисенеп тә тормай берҙән-бер карауатына ҡапланды. Байтаҡ ятҡас, әй ҙә, нишләп мин шуға ла бөтөрөнөргә тейеш һуң әле, тип бер ни булмағандай һикереп торҙо, ҡурай еләген ҡайнатыу өсөн газ плитәһен тоҡандырҙы, табаҡҡа йәнә шәкәр өҫтәне, көймәһен өсөн ярты стакан самаһы һыу һалды ла плитәгә ултыртты. Телевизорын ҡабыҙғайны, ир менән ҡатындың әлеге шул көнсөллөк, бер-береһенә ышанмау арҡаһында килеп сыҡҡан әрепләшеүен күрһәтәләр ине. Бында ла шул, тип уйланы ла, һүндереп ҡуйҙы. Ике кеше һис килешә алмай, үҙ һүҙен һүҙ итергә, үҙенекен өҫтөн сығарырға тырыша, көнләшә, кәмһетә һәм үҙе лә кәмһенә. Бына мин дә, ҡатын ял итергә китте тип телгеләнеп ултырам, ә ул бәлки, йөрөмәйҙер.
Уйға батып табағын көйҙөрҙө. Ҡуйырған вареньены банкыларға бушатҡас, төбөн йыуып ҡарағайны ла, көйөгө бөтмәне. Бөтәүен бөттө, ныҡ ышҡығанлыҡтан табаҡтың эмале ҡупты. Ҡатынынан әрләнергә бер сәбәп. Маладис, ҡайнатҡанһың бит әле, тип әйтмәйәсәк, табаҡты эштән сығарғанһың, тип ғауға сығарасаҡ. Ҡайҙан ҡайнатты, һыуытҡысҡа ҡуйып тороп, яйлап ашап бөтөр ине әле. Баязит та һорап йөрөмәҫ ине, ҡыҙыҡһына ҡалһа, эйе, ҡайнаттым, тип әйтер ҙә ҡуйыр ине. Ғөмүмән, уның өҙгөләнеүҙәренә, ҡара көнсөллөккә батыуына, хатта табаҡты әрәм итеүенә Баязит ҡына ғәйепле. Ҡайҙан эйәреп керҙе бүлмәһенә, ҡайҙан алды бынау еләген? Башы ла тыныс, табағы имен булыр ине. Ашамаған вареньемы?
Мәхмүт ишек алдына сыҡты. Уларҙың, дөрөҫөрәге, хужаларҙың йорттары сәскәләр араһында ултыра, теге яҡта, үҙҙәре инеп-сығып йөрөгән ишек ауыҙында, хужалар ҡыяр, һуған, кишер үҫтерә. Алма ағастары ла бар. Әбей менән бабай ифрат теремек кешеләр, нисә сыҡһаң да әлеге шул түтәлдәрендә соҡоналар. Өрөп йәки баштарынан тартып үҫтерәләр тип торорһоң. Өйҙәре – тау битләүендә. Бер яғын ярға ныҡ ҡына ҡаҙып ултыртҡандар. Ул йыһандан осоп килеп башы менән ярға ҡаҙалған метеорҙы хәтерләтә. Йылға яҡлап хужалар үҙҙәре, ҡаҙалған яғында – Мәхмүттәр көн итә. Был бүлмәне университетты үҙенән ике йыл алда бөткән, һуңғы йылын ғаиләһе менән ошонда йәшәп үткәргән бер иптәше ҡалдырғайны. Уҡыу йылы тамамланыр алдынан әбей менән бабайға кереп һөйләштеләр ҙә тегеләр ҡайтып китеү менән кереп тә урынлаштылар. Редакцияға эшкә килгәс фатир алыуға ғариза яҙып бирҙе биреүен, тик тиҙ генә булмаҫтыр, ахыры.
Мәхмүт ҡапҡа тышына уҡ сыҡты ла ҡайҙа барырға белмәй ҡатып ҡалды. Хәйер, ҡайҙа юлланһа ла барыбер инде, тик өйҙә ултырырға түгел. Өйҙә уйҙарыңдан уйылып китеүең бар. Өйҙәге бар әйбер, бар йыһаз ҡатынын иҫенә төшөрөп тик тора. Киноға барһа? Юҡ. Әллә Зәлифәгә шылтыратырғамы? Бөгөн ул дежурный. Ләпелдәп алһа, күңеле саҡ ҡына булһа ла урынына ултырмаҫмы икән? Юҡ. Ем һалырға ярамай, былай ҙа өҫтөнә менеп бара, аҙаҡ нисек ҡотолорға белмәҫ.
Мәхмүт ҡапҡа төбөндәге тар эскәмйәгә сүгәләне. Янынан ғына кешеләр үтә. Ана, өҫтән егет менән ҡыҙ төшөп килә. Мәхмүтте юрамал үсектергән кеүек шаяралар, көлөшәләр, атлаған көйө суп та суп үбешәләр. Улар бәхетле: йәштәр, көнләшеү тойғоларынан азат, иң мөһиме – бергәләр. Өйләнешкән саҡтарында Мәхмүттәргә лә рәхәт, еңел, күңелле ине. Етәкләшеп кенә йөрөнөләр бит. Эштән бер-береһен һағынышып ҡайталар, кис-төндәрен һөйөшөп туя алмайҙар. Улай тиһәң, әле лә бер-береһенән һыуынғандары юҡ, бынау айырылышып тороуҙары ғына араларына ел өрмәһә... Оҡшаған берәйһен осратһа, өрөүе лә ихтимал...
Уйлана торғас Мәхмүттең хыялдары алама күренештәргә килеп ялғана. Был күренештәрҙе ул башынан ҡыуа, уларҙың әсирлегенә төшмәҫкә тырыша, әммә һис ҡотола алмай. Кемдер ләззәтләнеп ҡатынының эске күлдәген, лифчигын һалдыра, тәмле еҫле тәнен һығып ҡосаҡлай, тынынан быуылып һутлы ирендәренә йәбешә. Ҡатыны күҙҙәрен йомған, башын артҡа ташлап талапсан ирендәргә буйһонған, ҡулдары тегенең муйынын сырмаған... Ҡалғанын, артабан буласаҡ ваҡиғаларҙы, Мәхмүт күҙ алдына килтерә алмай, килтермәҫкә тырыша. Әммә күпме генә тырышһа ла, уйҙары барыбер түшәккә тиклем төшә лә ҡуя. Ул устары менән ҡолаҡтарын ҡаплап, теше һыҙлаған кешеләй ыңғыраша, башын сайҡай. Башына ҡайнар ҡан йүгерә, тәне яна, устары йоҙроҡҡа төйнәлә...
Ҡатыны шаршамбы көн шылтыратты. Төш ваҡыты ине. Бүлмәләрендә шахмат уйнайҙар. Бүлек мөдире Ислам шул уйын тиһәң үлә бит. Уйнауы ла самалы инде, әммә гроссмейстерҙай булып шулай төшкөһөн кеше йыйып ултырырға әүәҫ. Бына әле лә бүлмәләрендә дүрт кеше: икәү уйнай, икәү ике яҡты дәртләндереп, өйрәтеп эргәләрендә баҫып тора. Улары сиратлап еңелеүсе урынына ултырасаҡ.
Тәүҙә «Өфө», «Өфө» тинеләр, унан фамилияһын һоранылар, эйе, эйе, мин тигәс, трубканы һалырға ҡуштылар ҙа хәҙер Сочи менән тоташтырабыҙ, тинеләр. Бер нисә секундтан телефон йәнә шылтыраны, күтәргәйне, ҡатынының: «Алло, алло, Мәхмүт, һинме?» – тигән шатлыҡлы тауышы ишетелде. Эйе, мин тип яуаплағас, йәкшәмбе кис килеп урынлаштыҡ, теге апай менән бер бүлмәлә, әлегә оҡшай, диңгеҙгә яҡын ғына, тип теҙеп алып китте. Унан Мәхмүттең хәлен һорашты, был ялыңда Гөлназ янына барып ҡайт, шуны-шуны алып бар, кейем, ашанты, тип теҙҙе, ярар, һин йөрөп килгәс, дүшәмбе йә йәкшәмбе шылтыратырмын тағы, өс кенә минутҡа биргәйнем, тине. Мәхмүт нимәлер һорай башлағайны – өҙҙөләр... Шылтыратыуы бер яҡтан яҡшы, хәл-әхүәлен белде, икенсе яҡтан кәйефен ҡырҙы: өҫтөнә эш өйҙө, ҡыуанып, бында шәп, диңгеҙ буйында ғынабыҙ, тигәне көнләшеү ҡортон ҡымжытып ебәрҙе. Ул хәшәрәттең йөрәген кимереүе хәҙер уның үҙенә лә ап-асыҡ ишетелә һымаҡ. Тимәк, күтәренке кәйефкә сәбәп бар: берәйһе менән еҫкәшергә лә өлгөргән. Һөйләшеү пунктына ла шуны эйәртеп килеүе ихтимал. Вәт кәнтәй...
Эш ваҡыты бөтөр алдынан ғына уны баш мөхәррир саҡыртып алды ла иртәгә иртәнсәк командировкаға китергә әҙерләнеп килергә ҡушты. Бер райондың бер колхозында отчет-һайлау йыйылышынан һуң яңынан һайланмаған председатель үс итеп бер нисә машинаның тәгәрмәсен сапҡылаған икән. Шуны барып ҡарап-тикшереп яҙып сығырға кәрәк. Редакцияла иҫтәре китте, бындай ҡоротҡослоҡто ошоға тиклем ишеткән-күргәндәре юҡ икән, тимәк, мәҡәләне лә ваҡиғаға бәрәбәр резонанслы итеп яҙырға кәрәк була. Мәхмүт үҙен бындай мөһим заданиеға ышанып ебәреүҙәренә шатланып та ҡуйҙы – ҡатынын бер аҙ онотор, төшөнкө кәйефе таралыр.
Барҙы, күрҙе, эштең, ысынлап та, шулай булған икәненә ышанды (һайланмаған председателдең үҙен осрата алманы – берәүҙәр, ҡасҡан, тиһә, икенселәр Өфөгә ҙур түрәләргә, дөйөм йыйылыштың дөрөҫ үтмәүе хаҡында ошаҡларға киткән, тине), механизаторҙар, белгестәр менән һөйләште, район хакимиәтенә инде лә кисенә ҡайтып етеп төнөн ултырып материалын яҙҙы. Тик кем менән генә һөйләшһә лә башынан ҡатыны сыҡманы, уның ошо уйын редакцияла барыһы ла белеп торалар һымаҡ ине. Өйөндә эҙәрлекләгән картиналар районда йөрөгәндә лә күҙ алдына килеп аптыратты: бына ҡатыны теге ҡатынҡай менән диңгеҙ яры буйлап китеп бара. Ял итеүселәр араһынан икәү быларҙы эләктерә лә (ял йортона йөрөүсе ир-аттың күбеһе ҡатын-ҡыҙ менән типтерер өсөн бара тип һөйләйҙәр, тимәк, ҡатын-ҡыҙҙың да күбеһе ошо ниәт менән бара) һөйләшеп йөрөйҙәр, унан был икәү уларҙы кискә киноға, тансыға саҡыра. Был ике кәнтәй, әлбиттә, риза. Егеттәр, оҙатҡан кеше булып, быларҙың бүлмәләренә үк килә. Шунан береһе Мәхмүттең ҡатынын йәки әхирәтен үҙ бүлмәһенә алып ҡайта. Улар бында, тегеләр тегендә... Мәхмүттең күҙ алдына йәнә, бына нисәнсе тапҡыр инде, ҡатынының ҡыланыштары килә. Шуны белһәң ине, барыһы ла Мәхмүт менән булғандағы һымаҡмы икән, әллә икенсе кеше менән бүтәнсәрәк ҡыланамы? Уныһын инде ҡайтҡас тикшерер, ниндәйҙер яңылыҡ булмай булмаҫ. Әгәр шул турала шаяртып ҡына һораһаң, ҡуйсәле, баш ҡатырма, унда минең ҡараш туҡтарлыҡ йүнле ир булған тиһеңме әллә, тип көләсәк. Ә Мәхмүт уның кемдәр ҡосағында аунағанын бер ҡасан белә алмаясаҡ, иҫбат итә алмаясаҡ, етмәһә, ниңә улай ваҡланаһың, әллә үҙең йөрөйһөңмө, тип үҙен ғәйепле итеп туҡтаясаҡ. Мәхмүт йәнә үҙенең был турала һүҙ башлауына үкенеп тынасаҡ.
Аҙна ифрат оҙаҡ үтте. Айға һуҙылған кеүек булды ла ҡуйҙы. Ул түҙемһеҙлек менән шәмбе, йәкшәмбене көттө: ҡатынының китеүенә бер аҙна тула, унан ҡыҙы янына барып уны күрә, ике көнө юл, ҡыҙы, ҡайны-ҡәйнәһендә төрлө мәшәҡәттәр менән үтәсәк. Шулай итеп ике көнө тула.
Һәм күпмелер дәрәжәлә шулай булды ла: ауылдағы эш, ҡыҙы менән осрашыу шатлығынан ҡатыны бик иҫенә төшмәне, төшһә лә йөрәген ярырлыҡ дәрәжәлә түгел. Ваҡыт-ваҡыт хатта уның тураһында шулай насар уйлауына үҙенә аптырап та ҡуя. Бына бит нисек, өйҙә саҡта бындай уйҙар башына ла инеп сыҡмай торғайны, киткәйне – эсе олоп алды китте. Ике араға ятҡан аралыҡ ике йөрәк араһына ла шулай аралыҡ һалалыр, күрәһең. Ҡайны-ҡәйнәһе һәйбәт кешеләр, бигерәк тә ҡәйнәһе ихлас. Ә ҡатыны әсәһенә тартҡан. Шулай булғас, ҡатынының кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел табыуын, аралашыуға әүәҫ икәнен насар юҫыҡҡа борорға ярамайҙыр. Эше лә кешеләр араһында бит.
Шунан сығып ҡына хыянат итәлер, тип уйлай башлаһаң... Бөтәһе лә Мәхмүттең сирле фантазияһынан ғына киләлер.
Әммә йәкшәмбе кис фатирына ҡайтҡайны, эс бошорғос уйҙар уны йәнә ҡыҫып алды, йөрәген йәнә Баязит һалған ҡорт кимерергә тотондо. Мин сиргә һабышманыммы икән, был ҡәҙәре уйланыу тигенгә түгел, тип уйлап та ҡуя хафаланып. Унан бер аҙға тыныслана, унан йәнә борсола башлай. Ә янына барып ҡайтһа нисек булыр ине икән?..
Үтә бошонҡо йөрөүен шәйләптер инде, дүшәмбе төштән һуң Мәхмүтте яуаплы сәркәтип урынбаҫары саҡыртып алды.
– Йә, хәлдәр нисек, мырҙам?
– Бер көйө.
– Бер көйө? Улай булғас, ниңә танауың бик төшөнкө?
– Юҡсы.
– Юҡсы? – Баязит Мәхмүткә бер килке текәлеп ҡарап торҙо ла ҡабаланып һөйләй башланы: – Материалың һәйбәт, «Баш» маҡтаны. Редакцияға килгән яңыларҙан иң өмөтлөһө Мәхмүттер, ахыры, тип ебәрҙе хатта. Бына шулай, мырҙам. Өмөттө аҡларға тырыш, тырышһаң, фатир алыуың да һуҙылмаҫ. Барыһы ла үҙеңдән тора. Так что танау төшөрөп йөрөргә бер сәбәбең дә юҡ. Еләкте ҡайнаттыңмы?
– Ҡайнаттым.
– Маладис. Ә килен ҡасан ҡайта?
– Бөгөн икенсе аҙнаһы ғына башланды.
– Икенсе аҙнаһы ғына башланды? Йәнә өс аҙна, тимәк? Байтаҡ ваҡыт бар икән шул. Ҡыҙың ҡайҙа?
– Ҡәйнәмдәрҙә.
– Ҡәйнәмдәрҙә? Уныһы яҡшы. Ҡәйнәң булыуы яҡшы.
– Баязит ағай, янына барып ҡайтайым тигәйнем...
– Янына барып ҡайтһам? Кемдең, ҡәйнәңдеңме ни?
– Юҡ, ҡатындың, – Мәхмүт кисә ауылдан килеп фатирында уйланып ултырғанда төйөнләнгән уйын әйтте. Ебәрмәҫтәрен белә, шартлап торған эш мәле, уларҙың бүлегенән номер һайын ярты гәзитлек материал талап итәләр, шулай ҙа ныҡышып ҡарарға булды. Сөнки түҙемлеге ҡалманы: һағынды ла, көнләшеүе лә аңын томаланы. Барһам, күрһәм, күңел баҫылмаҫмы тигәйне.
– Ҡатындыңмы? «Баш» ебәрмәҫ ул. – Яуаплы сәркәтип урынбаҫары танауы осона уҡ төшкән күҙлеген этте. – Ауыр мәсьәлә, мырҙам, ваҡыты ул түгел, ваҡыты-ы. Шулай ныҡ һағындыңмы ни? Бер аҙна ғына үтте тиһең дә.
Мәхмүт өндәшмәне. Эйе, һағындым, тип әйтеп тора алмай бит инде ят кешегә. Йөрәгенә үҙе ҡорт һалды ла, теге үлтергес һүҙен әйтмәһә, уйланмай-нитмәй йөрөп ятыр ине әле, хәҙер һағындыңмы тип һорап тора.
Баязит оҙон йөҙөн тәҙрә яғына борҙо, йәнә күҙлеген этте, ҡәләм төбө менән өҫтәлен туҡылдатты. Тимәк, уйлана, фекер туплай, варианттар эҙләй.
– Быйыл һин отпускыла булдыңмы әле?
– Юҡ.
– Юҡ? Улайһа, әйҙә былай итәйек. Тағы берәй командировкаға сығып әйлән дә аласаҡ отпускы иҫәбенән өс көн һорап ғариза яҙ. «Баш» менән үҙем һөйләшермен, ҡаршы төшмә, тип Исламға ла әйтермен. Барып ҡайт, танауың, бәлки башҡа ағзаң да күтәрелер, – яуаплы сәркәтип урынбаҫары ҡәнәғәт кеткелдәне.
Уңайлы вариант ине был Мәхмүт өсөн. Бер районға барып төнөн ҡайтты ла шаршамбы хужалыҡтан алып ҡайтҡан материалы менән ултырҙы, эшләп бөтөп машинкаға тапшырҙы. Иртәгәһенә уны уҡыны, тикшерҙе, төҙәтте, идараға шылтыратып ҡайһы бер һан, проценттарҙы, механизаторҙар исем-фамилияларын асыҡланы ла яуаплы сәркәтипкә тапшырҙы. Унан ғариза яҙҙы. «Баш» әллә ни төпсөнөп торманы, бүлектәге өсөнсө кешенең отпускыһы ҡасан бөтә, үҙеңә өс көн етәме һуң, тип һораны ла ҡул ҡуйҙы ғаризаһына. Баязит бер-ике һүҙ әйткәндер, моғайын да, еңел генә ебәрҙе ләһә, тип уйланы Мәхмүт. Хәйер, «Баш» тың уға мөнәсәбәте былай ҙа насар түгел, хәл-әхүәлен белешә, уй-ниәттәре менән ҡыҙыҡһына, хатта бильярд төрткәндә лә күберәк уның менән уйнарға тырыша. Ана, Баязит та, эшең менән «Баш» ҡәнәғәт, тип әйтеп ҡуйҙы бит әле.
Шул көндө үк, бүлмәнән Исламдың сығыуынан файҙаланып, Мәхмүт аэропортҡа шылтыратты. Билет юҡ, шулай ҙа, осҡан көн рейс алдынан килегеҙ, ҡайһы бер пассажирҙарҙың билет тапшырыуҙары йәки килмәүҙәре лә ихтимал, тинеләр. Эш көнө бөткәс – быныһы инде йома – ул әйберҙәрен йыйып, өҫтәлендәге ҡағыҙҙарын рәтләп бүлмәһен бикләне лә Баязитҡа кереп хушлашты, рәхмәтен белдерҙе һәм Матбуғат йортонан сыҡты. Магазинға һуғылып юлына аҙыҡ-түлек алды, фатирына ҡайтҡас бешереп ныҡлап ашаны, командировкаларға йөрөй торған юл сумкаһына алмаш футболка, күлдәк, салбар, бер нисә гәзит, китап ташланы, аҡсаһын, документтарын барлап курткаһының түш кеҫәһенә тыҡты. Шунан, юҡ менән булам, бисә артынан китеп бар, имеш, тип йәнә икеләнеүҙәргә сумды. Ятты, торҙо, һөйләшеп алырғамы әллә, тип шылтыратырға ниәтләнде.
Күңелендә ике фекер көрәшә ине. Береһе – бар, күр, бәлки үҙең менән алып ҡайтырһың да ҡуйырһың, шунда күп нәмә асыҡланыр, ниһайәт, тынысланырһың, тиһә, икенсеһе – нимә тип йөрөйһөң инде, ике аҙнаһы ғына ҡалды бит, уны ла, үҙеңде лә уңайһыҙ хәлгә ҡалдырма, ти ине. Ҡапма-ҡаршы был ике фекерҙе төрлөсәгә түкмәстереп бизмәнгә һалды. Элек был ҡәҙәре лә борсолмай торғайным, миңә, ысынлап та, берәй нәмә булдымы, ен ҡағылдымы, сихырланылармы, тип тә хәүефләнде. Бик оҙаҡ икеләнгәндән һуң... барырға кәрәк, тигән фекер еңде.
Түтәлдәре менән булашҡан хужабикәгә, мин ике-өс көн булмам, командировкаға киттем, юғалтмағыҙ, тине лә ҡапҡаға йүнәлде. Бәй, кисә генә ҡайтҡайның түгелме һуң, тип аптырап ҡараны. Мәхмүт, нишләйһең, ебәрәләр бит, тигән мәғәнәлә яурындарын йыйырҙы.
Аэропортта кеше күп ине. Бер аҙ сиратта торғас, былайтып алып булмаҫтыр, ахыры, тип Мәхмүт смена начальнигына китте. Нисектер ауырһынып атланы, сөнки редакция эше менән йөрөмәй, шәхси йомош менән юлға сыҡҡан. Сираттағы бар халыҡ, хатта хәҙер барып керәсәк начальник та, быны белеп тора һәм иптәш Ғүмәров, юҡ инде, ҡыйын булһа ла кассаға сиратҡа баҫығыҙ, тип әйтер һымаҡ.
Ҡаҡса кәүҙәле, ҡырҡтар тирәһендәге бәләкәй генә кеше Мәхмүттең редакция танытмаһына күҙ һирпеп кенә алды ла ҡайҙалыр шылтыратты. Телефондың теге осонда билет юҡ, тинеләр, ахыры, начальник, табығыҙ, корреспондентҡа осорға кәрәк бит, тип Мәхмүттең паспортын алды ла исем-фамилияһын атаны. Трубканы һалғас, билет юҡ, сезон, тип ҡулдарын йәйҙе, шулай ҙа кассаға барығыҙ, бәлки берәй әмәле килеп сығыр, ҡай саҡ кеше һуңғы минуттарҙа йүгереп килеп билетын тапшыра торған, тине. Мәхмүт рәхмәт әйтте лә кабинеттан сығып үҙ сиратына барып баҫты.
Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та инде Мәхмүттең хәле. Бисәне көнләшеүҙән китеп барам, тип берәйһенә әйтһә, һис ышанмаҫ, аҡылыңа зыян килгәндер, тип көлөр ине. Ярар, барып та етер, күрер, һөйләшер ҙә ти, нимә тип килдең, тип һораһа, ни тип яуаплар? Көнләшеүҙән сыҙамай һине берәйһе менән тотор өсөн тип әйтерме? Алып ҡайтам тиһә, ҡайтмаясағы көн кеүек асыҡ. Ғүмеремдә бер санаторийға барып унда ла кире алып ҡайттың, тип теше төшкәнсе һөйләйәсәк. Баҫҡан тауыҡ кеүек гел генә уны һаҡлап ултыра алмай бит инде. Улай булғас нимә тип юлға сыҡты һуң? Бәлки, ситтән генә ҡарарға ла ҡайтырғалыр? Ә ҡарап ҡайтыр өсөн генә барыу үҙе бер ахмаҡлыҡ.
Сочи рейсын иғлан иттеләр. Касса алдындағы халыҡ ҡуҙғалыша, кассаға яҡынайырға тырыша башланы. Самолетҡа сығырға теҙелгән теге баштағы кешеләр автобус көтөргә үтеп бөткәс бәләкәй генә касса тишегенән сыйылдыҡ тауыш ишетелде:
– Ғүмәров, Ғүмәров Мәхмүт!
– Бар! Бында! – Мәхмүт кассаға мөмкин тиклем яҡынырак килде лә паспорты менән танытмаһын кеше баштары аша кассаға һуҙҙы. Кешеләр үҙҙәренән байтаҡҡа артта торған Мәхмүткә әйләнеп ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе, шаулашты, берәүһе хатта уның ҡулын ситкә һирпеп тә маташты. Тик мәсьәлә хәл ителгәйне – кассирҙың ҡулынан билетты бер кем дә тартып ала алмай.
Самолет Сочиға иртәнге биштәрҙә килеп төштө. Таң ата ғына башлағайны. Һалҡынса. Диңгеҙ яғынан дымлы ел иҫә. Бетон майҙан аша үтеп аэропорт бинаһына инеү менән (трапҡа автобус биреп йонсоманылар, был һиңә Өфө түгел) Мәхмүт белешмә бюроһын эҙләп тапты. Санаторийҙың исемен әйтеп, унда ниндәй транспорт менән барырға була, тигән һорауына тулы яуап алғас, ул аэропорт бинаһы алдына сыҡты. Туҡталышҡа барып расписаниены ҡараны: тәғәйен автобус килеренә байтаҡ ваҡыт бар ине әле.
Иртә булыуға ҡарамаҫтан, кеше күп. Данлыҡлы Сочи ни тиһәң дә! Ә бына аэропорттары Өфөнөкөнән бәләкәй, ярайһы уҡ бысраҡ һәм тәртип тигән төшөнсә юҡ һымаҡ. Үҫемлектәре, ағас-ҡыуаҡлыҡтары ла икенсе, нисектер ят, күңелгә ятышһыҙ. Автобустары ла үтә һирәк йөрөй булып сыҡты: расписаниела яҙылғандан ярты сәғәткә һуңланы.
Килә торғас, юлға сығыуына йәнә, бына нисәнсе тапҡыр инде, үкенә башланы. Үҙен-үҙе һис аңлай алмай, ҡылығына һис аҡлау таба алмай. Атай-әсәйҙәренә, ҡайныларына бесән, утын әҙерләү, башҡа эш-йомоштар башҡарыу өсөн ала торған отпускыһының өлөшөнә керҙе, етмәһә, күпме аҡса туҙҙыра. Әсәһе әйтмешләй, ҡуй инде, ҡуй. Кәмит. Драматург Наил Ғәйетбаевҡа һөйләһәң, бер пьеса яҙыр ине, валлаһи. Жанрын трагикомедия тип ҡуйыр ине. Йәйә эсенә, минең бер иптәш менән булған реаль ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылды, тип тә теркәр ине. Һәм ниндәй иптәшең менән булған һуң был хәлдәр, тип һорағандарға мотлаҡ минең исемде атар. Китә шунан минең дан. Унан тағы икеләнә башлай: ә нишләп ҡайғырып ултырырға ти. Алйыуың, аҡылыңа зәғифлек килеүе бар бит. Ҡатын алһаң – ҡотон ал, ти торғайны ауылдағы бер ағай. Ҡатын кеше иренең ҡаты ҡулын тойорға тейеш. Әлбиттә, Мәхмүт бисәмә тәүге көндәрҙән үк йүгән кейҙерҙем, тип әйтә алмай, шул уҡ ваҡытта үҙен быҙау ҙа иҫәпләмәй. Ҡотон алырға әле лә һуң түгел. Ҙурҙан ҡупҡанда, шул маҡсат менән китеп барыуы бит. Белһен, алдағы көндәренә һабаҡ булһын...
Нисек ҡаршы алған булыр икән? Тәүҙә аптырар, күҙемә күренәһеңме әллә, тиер, бер аҙ тынысланғас, командировкаға килмәгәнһеңдер бит, тип һорар, Мәхмүт үҙенең килеү сәбәбен әйткәс, битәрләргә тотонор, һуңынан көлөр, ҡосаҡлап алыр, йүләр, һағындым, тип илап ебәрер. Күҙ йәштәре керпек осонда ғына инде уның. Мәхмүт уны йыуатҡан булыр, тынысландырыр, үҙе лә тынысланыр, шиктәре таралыр, ҡатыны хаҡында насар уйлауына үкенер...
Ифрат оҙаҡ барҙы автобус. Оҙон-оҙон һырттарҙы менә, яй менә, унан яйлап ҡына төшә, тигеҙлектә лә ашыҡмай. Ағас-ҡыуаҡлыҡтарға күмелеп ултырған бейек-бейек аҡ йорттар, тау-таш битләүҙәренә соҡоп һалынған (хәс тә Мәхмүттең фатиры) яңғыҙ корпустар артта ҡала. Һүҙ ҙә юҡ, матур, үҙенсәлекле яҡ, йөрәгенә ауыр таш һалып китеп бармаһа, экзотика рәүешендә ҡабул итеп ҡарап барыр ине.
Килә торғас автобус теҙелешеп ултырған бишәр ҡатлы корпустар эргәһенә килеп туҡтаны. Төштөләр. Юлда унлап кешенең икенсе бер ял йорто алдында тороп ҡалыуын иҫәпләмәгәндә, килеүселәрҙең күпселеге бында тоҫҡап килгән булып сыҡты. Мәхмүт, ҡатыным күреп ҡалмаһын тип, бур шикелле тәҙрәләргә күҙ һала-һала, хатта атлауын үҙгәртеп иң арттан барҙы. Халыҡ ни бер ҙә тирә-яғына ҡаранмай, туп-тура корпустарға текәлеп атланы ла керә лә башланы. Ә Мәхмүт яңғыҙы тороп ҡалды. Корпустан килеп сыҡҡан берәүҙән, шундай исемдәге, шул номерлы санаторий ошомо, ошо булмаһа ҡайҙа, тип һорағайны, белмәй булып сыҡты, икенсе кеше лә тәүгегә килеүем, тине. Өсөнсөһө яҡынса өйрәтеп ебәрҙе. Әллә ни йыраҡ та булмаған икән уныһы, оҙаҡламай тапты ла. Табыуын тапты, керергә ҡыймай тапанды. Ғүмерҙә тартмаған тәмәке алып тоҡандырҙы. Уны ҡабаланып һура торғас башына сығып китте. Шулай ҙа бар ҡыйыулығын йыйып ишеккә ҡарай атланы.
Шундай фамилиялы кеше ошо корпуста йәшәйме, тип һорағас, оло ғына йәштәрҙәге йыуан мәрйә Мәхмүткә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо, хәс тә студенттарҙың дөйөм ятағындағы уҫал ҡарауыл, унан алдындағы асыҡ журнал битенә теркәлгән исемлек буйлап бармағын шыуҙырырға тотондо. Эйе, дүртенсе ҡатта, 436-сы номерҙа, тип яуапланы. Үҙе генәме? Юҡ, икәүҙәр, һәм ҡатын бергә киткән әхирәтенең фамилияһын атаны. Шундуҡ күңеленә йылы йүгерҙе Мәхмүттең: тимәк, яңғыҙы түгел, теге әхирәте менән бергә урынлашҡан. Миңә үтергә мөмкинме? Ә һеҙ кеме булаһығыҙ һуң? Ғүмәрованың иптәше. Йәнә һынсыл ҡараны һаҡсы. Документығыҙ бармы? Мәхмүт паспорты менән никах тураһындағы таныҡлыҡты һуҙҙы. Ҡатын ике документҡа ла текәлеп ҡараны ла оҙаҡҡамы, тип һораны. Белмәйем әле, хәйер, бөгөнгә генә. Үтегеҙ, тик төнгөлөккә ҡалырға ярамай, ҡунырға булһа, корпус комендантынан рөхсәт кәрәк. Юҡ, ҡунмайым, күрергә генә килдем, тип яуапланы Мәхмүт һәм уртаһына балаҫ йәйелгән баҫҡыс буйлап өҫкә күтәрелә башланы. Эйе, уға бәлки, ярты көн, хатта бер сәғәт тә етер, ситуация күрһәтер. Аяҡтарын баҫҡыстан баҫҡысҡа алыштырып баҫҡан һайын үҙенең йөрәге ярһыбыраҡ типте, малай сағында кешенең йәшелсә баҡсаһында йөрөгәндәге ише тулҡынланды, хатта ҡурҡты, ҡаршыһына осраған һәр кешенең (әле ярайһы уҡ иртә булыуға ҡарамаҫтан санаторий йәйләнгәйне инде) йөҙөнә ҡараны. Ҡатыны менән баҫҡыста осрашып ҡуймаһындар, ул уны тап номерында тоторға тейеш!
Дүртенсе ҡатҡа менеп еткәс, баҫҡыстан боролоп коридорға сыҡты ла ҡаршылағы ишеккә күҙ һалды – 448. Шунан һандар кәмей барған яҡҡа боролдо. Ҡабаланып боролдо, әйтерһең, тап ошо минутта ҡатыны сит ир ҡуйынында ята. 446, ҡаршыһында – 445 һәм артабан шулай ике яҡлап та һандар кәмеүгә китә. Бына 436-сы номер. Ишек алдына килде. Инде төртәйем генә тигәйне, ҡыйыулығы бөттө лә ҡуйҙы. Эстә тауыш-маҙар ишетелмәгән һымаҡ. Ошоға тиклем йоҡлап ятмайҙарҙыр инде, әллә ашарға китергә өлгөрҙөләрме? Улай тиһәң, коридорҙа ул тиклем дә актив хәрәкәт юҡ. Мәхмүт шаҡыйым тип йәнә ҡулын һуҙҙы, ҡайҙа шаҡыу, йоҙроғо менән һуғырға ниәтләнде, йәнә кире уйланы. Юҡ, кермәй торһон әле. Ул бит туп-тура кереп китергә килмәне, килеүенең маҡсаты – ҡатынын хыянат өҫтөндә тотоу. Кискә тиклем көтөргә кәрәк, сөнки төнөн кергән булһа, ул ир таң һарыһынан сығып тайғандыр инде. Мәхмүт коридорҙың икенсе башына ҡараны, кеше шәйләмәҫ элек тип, шәп-шәп атлап кире төштө лә, дежурный ҡатынға, номерҙары бикле, һуңыраҡ килермен, тип корпустан сыҡты. Юҡ, бер ҡайҙа сығыусы булманы, иртә менән кем ҡайҙа йөрөһөн, тип яуапланы ҡатын, әммә Мәхмүт уны ишетмәмешкә һалышты.
Ҡайҙа барырға? Кискә тиклем оҙон көн бар. Ул ситтәрәк торған эскәмйәгә барып ултырҙы. Кеше йөрөүе артты. Аҡ халатлыларҙың, хужалыҡ кешеләренең, шулай уҡ ял итеүселәрҙең шикләнеүҙәренән ҡурҡып, санаторий корпустарынан ситкәрәк атларға мәжбүр булды. Киоскынан гәзит-журналдар һатып алды, бер кафе һымаҡ нәмәгә кереп тамаҡ ялғаны. Сәғәт ун берҙәргә әйләнеп килгәйне, дежурный, өлгөрә алманығыҙ, улар экскурсияға китте, тип ултыра. Мәхмүткә, ярар инде, зыян юҡ, ҡайтырҙар, көтөрмөн, тип яуаплауҙан башҡа сара ҡалманы. Китеүҙәре яҡшы ла, минут һайын, бына сыға, бына күрә, тип ҡурҡып ултырғансы бында булмауҙары хәйерле. Барыбер кискә генә керергә хәл итте бит.
Төшкө яҡҡа көн ҡыҙҙыра башланы. Мәхмүт йәнә йөрөп килде, һыуһынын ҡандырҙы, асыҡлыҡтан ағастар араһына күсеп ултырҙы. Алған гәзит, журналдарын уҡып бөттө, унан теге кафеға барып йәнә ашап килде.
Сәғәт алтыла ғына ҡайттылар. Корпус алдына «Икарус» автобусы килеп туҡтаны. Алдан олораҡтар төштө, унан йәшерәктәр. Ҡатыны сыҡмай ҙа сыҡмай, әллә бармағанмы, тип ҡото осто Мәхмүттең. Әһә, ана икән! Ах, барыбер ҙә сибәр шул кәләше! Мәхмүт яратҡан ҡара блузка, ҡыҫҡа ғына аҡ юбкаһын кейгән, аяҡтарында – аҡ туфлиҙар. Уныһын бында алғандыр. Үҙе ҡәнәғәт – экскурсия оҡшаған, тимәк. Мәхмүт яғына ла ҡарап алды һымаҡ, тик шәйләмәне. Килгәнен ҡайҙан белһен? Дежурный әйтмәһә генә ярар ине. Әйтһә – харап. Ишектән инер алдынан ҡатыны тағы артына боролоп ҡараған һымаҡ булды, әйтерһең, ағастар араһынан үҙен күҙәтеп ултырғанын һиҙә. Сығып артынан ҡыуып етһә, ниндәй ҡыуаныслы осрашыу булыр ине! Ғүмер буйы һөйләрлек, ғорурланып, бер-береһенә рәхмәттәр уҡып һөйләрлек. Әллә сығырға ла ҡуйырғамы? Юҡ, ниәтләгән эште аҙағына еткерергә кәрәк, ул уның хыянатын фашларға килде бит. Ә хыянатына бер семтем дә шикләнмәй – Сочи һынлы Сочиға ирһеҙ кил дә бер ир менән дә осрашмай ҡайт, имеш. Руслан һөйләгән инженер иптәше өс көнгә генә командировкаға киткән арала ҡатыны икенсе ир менән еҫкәшергә өлгөргән бит ана, ә бында оҙон бер ай.
Килгәнен дежурный әйтмәгән, ахыры. Уныһы яҡшы, уныһы Мәхмүт файҙаһына. Сыға ҡалһа, тип ул хатта боҫҡан еренән дә китте, эскәмйәгә барып ултырҙы. Әйләнә ҡалһа, килеүемдең ысын сәбәбен әйтмәм, түҙемлегем ҡалманы, һағындым, тиер.
Экскурсиянан ҡайтҡан төркөм ашханаға төшөп ашап килде, унан ҡайһылары урамға, ихатаға сыҡты, номерҙарына таралышты. Мәхмүттең янынан йәш кенә ҡатындар ҙа үтә, ҡарайҙар, йылмайышалар, береһе үтеп китеп, икенсеһенә эйәк ҡағып нимәлер һөйләп тә алды. Тамаҡтары туйҙы, хәҙер мәрәкә эҙләйҙәр, тимәк. Шулай, өйҙән сығыуҙары ғына бурыс, нәмә ҡылырға кәрәклеген үҙҙәре белә.
Ҡапыл кеше күбәйеп китте, парлап та, яңғыҙ ҙа ял итеүселәр урамға тулды. Мәхмүткә эскәмйәлә һерәйеп ултырыу йәпһеҙ була башланы. Шуға күрә инеп берәй мөйөшкә боҫорға кәрәк, тигән уйға килде ул. Дежурный йәнә ғәжәпләнде: бәй, һаман күрә алманыңмы ни, тине. Ҡалаға сыҡҡайным, экскурсиянан ҡайттылармы, тигән булды Мәхмүт уның һорауына яуап итеп. Ҡайттылар, тине дежурный, кискеһен ашап та сыҡтылар инде, минең дежурство бөтә, икенсе кеше килә, керһәң, бик сығып йөрөмә, ул минең ише йомшаҡ түгел, уҫал, тип көлдө. Рәхмәт, бүтән сыҡмам инде, тип Мәхмүт өҫкә атланы.
Ҡайҙалыр бильярд төртәләр, өҫтәл теннисы уйнайҙар. Дүртенсе ҡатҡа менеп еткәс, артабан ни эшләргә, ҡайҙа барырға белмәй ишек төбөндә тапанды. Коридорға керһә, ҡатынына тап булыуы бар, аҫҡа төшһә, тағы ҡайҙа төртөлә. Бында ла тыныс түгел: туҡтауһыҙ йөрөйҙәр, ҡарайҙар, һин кем, нишләп тораһың, тип кенә һорамайҙар. Кисе лә тиҙерәк төшмәй бит, исмаһам. Әгәр бәҙрәфкә кереп бикләнеп ултырһаң? Шәп урын түгел дә инде, нишләйһең, башҡа вариант юҡ. Мәхмүт кеше юҡ сағын һағалап торҙо ла бер мәлгә аяҡ тауыштары ишетелмәй башлағас коридорға сыҡты һәм шәп-шәп атлап бер яҡ осҡа китте. Уйынса, коридор башында барыбер ҙә бәҙрәф булырға тейеш. Һәм яңылышманы. Ирҙәрҙекенә керҙе лә ситке кабинаға бикләнде. Иң ситкеһе булғас тар ғына тәҙрәһе лә бар хатта.
Моңайып та, үкенеп тә, асыуы килеп тә тышҡа ҡарап торһа, «п» хәрефенә оҡшатып һалынған корпус алдында кеше йыйыла башланы. Инструменттарын күтәреп музыканттары ла килде һәм улар уйнай башлау менән халыҡ тансыға төшөп китте. Иғтибарлабыраҡ ҡараһа, бәй, уның ҡатыны ла йөрөп ята! Вәт, кәнтәй, ә! Еңел-елпегә, һикереү-ҡыйшандауға уны ғына ҡуш инде. Район комитетының йәштәр бүлегендә эшләгәс, кистәрен эшсе йәштәрҙең, студенттарҙың дөйөм ятаҡтарына барырға тура килә, ти торғайны, унда әллә һөйләшеп кенә ултырғандар тиһеңме, тансы-мансы, обнимансы ла булғандыр. Бына бит бында ла сыға һалған! Тимәк, көн һайын ойошторалар бындай сараларҙы. Тимәк, шиге дөрөҫ, йөрөүе хаҡ! Ну, бөгөн эләктерәсәк былай булғас! Хәҙер берәйһе менән төшөп тә китер әле...
Мәхмүтте үсектергәндәй, ҡатыны, ысынлап та, башына көйә төшкән, тәпәш кәүҙәле бер ир алдына килеп баҫыу менән эйәреп төштө лә китте тансыға. Саҡырыу менән төштө, бер ҙә инәлтеп торманы, тимәк, быға тиклем дә бейегәндәр, таныштар, килеү менән еҫкәшеп алғандар. Поезда уҡ бергә килеүҙәре лә ихтимал. Эсен бәке менән бутаясаҡ кеше ошо була, тимәк.
Мәхмүт күҙҙәрен йомдо, уртын тешләне, ызғырып, йоҙроғон стенаға килтереп һуҡты. Ошо мәлдә үк йүгереп сығып икеһенең дә кәрәген бирергәме әллә? Бөтә ғәм алдында. Артабан бындай тансылар ойоштормаҫ өсөн бик яҡшы һабаҡ булыр ине. Юҡ, хулиган, бандит, тип хәҙер тотоп алып китәсәк милиция. Нисек тә кис еткәнен көтөргә кәрәк. Тансыла йөрөүе бер хәл, уны хыянат тип әйтеп булмай, икеһен түшәктә тотҡанда – хыянат. Мәхмүт сумкаһындағы бәкеһен алып тансы майҙанына йүгереп сығыуҙан үҙен саҡ тыйып ҡалды. Башын ишеккә терәп торғандан һуң кире тышҡа боролғайны, ҡатыны менән теге тәпәш юҡҡа сыҡҡан! Бәй, ҡайҙа булдылар икән? Шул арала ҡыуаҡтар араһына инеп сумдылармы, әллә егет бүлмәһенә алып ҡайтып киттеме? Инде сығайым, тирә-яҡты тикшерәйем, тип йыйынып бөткәс кенә шәйләне – бергә килгән теге әхирәте менән һөйләшеп тора икән. Ә егет күренмәй. Бәлки, мин ҡайта торам, килерһең, тип алдан ҡуҙғалғандыр.
Халыҡ таралыша башланы. Оркестр уйнауҙан туҡтаны. Уның урынына бәҙрәфкә инеү йышайҙы. Йүткереү, танау таҙартыу, башҡа тауыштар, лаҡап, бисәләр тураһында анекдот... Үҙең йөрөгәндә генә беленмәй икән бындағы хәшәрәт, тыңлай башлаһаң... Етмәһә, кергән бере тигәндәй төпкө кабинаның ишеген тарта, ниңәлер, барыһы ла тап ошонда керергә ниәтләнә.
Осрашыу ҡотолғоһоҙ финалына яҡынлай ине. Оҙаҡламай ишектәрен шаҡыр. Бына шунда... Мәхмүттең түҙемлеге бөтә барҙы, бөтә барҙы. Яуаплы сәркәтип урынбаҫары һалған ҡорт тамам терелде, ул хәҙер уның йөрәген генә түгел, тотош эсен, эске органдарын кимергән һымаҡ. Мәхмүт сумкаһының төбөнән бәкеһен алып кеҫәһенә һалды. Сәғәт ун бер ҙә тулып килә. Эңер төштө. Офоҡ ҡан төҫөнә мансыла. Ваҡыт. Тәпәш килгәндер... Мәхмүт һаҡ ҡына ишек элгәсен тартты, асып бәҙрәфкә сыҡты, дөйөм ишекте ҡыҫып коридорға ҡараны. Унан ишекте һаҡ ҡына япты ла һаҡ аҙымдар менән коридор буйлап атланы. Йөрәге сығырҙай булып тибә, маңлайына тир бәреп сыҡты, футболкаһы арҡаһына йәбеште. Атлаған һайын аяҡтары ауырая бара, ауырая бара, әйтерһең, тәрән һыу эсенән килә. 422, 424... 430... 436.
Мәхмүт туҡтаны, үпкәһендәге бар һауаны ауыр итеп тышҡа сығарҙы, бәкеһен алып ҡулына тотто, сумкаһын яурынынан төшөрөп ишек төбөнә ҡуйҙы, коридорҙың бер башына, унан икенсе башына боролоп ҡараны, был ысынлап та 436-сы номер булдымы, тип ҡан һауған күҙҙәрен ишеккә текәне. Бер аҙ торғас уны эскә этте. Бикле. Әлбиттә, бикле булыр, бикле булырға тейеш, элмәй яталармы ни? Ул ташҡа әйләнгән йоҙроғо менән ҡаты итеп ишеккә һуҡты.
– Кто? – ҡатынының тауышы.
Мәхмүт һорауға яуап бирер урынға йәнә һуҡты. Ҡабаланып атлаған аяҡ тауыштары ишетелде. Йәнә, кем, тип һоранылар. Мәхмүт йәнә һуҡты. Йоҙаҡ шытырҙап асылыу ыңғайына ишек тә асылып китте һәм ҡатынының һыны пәйҙә булды.
– Мәхмүт? – ул бер генә һүҙ әйтергә өлгөрҙө, бар кәүҙәһе ҡамырға әйләнеп йығыла ла башланы. Мәхмүт атылып кереп ҡосағына алмаһа, йығыла ла ине. Ҡулынан бәкеһе төшөп китте. Шул арала үҙе ҡабаланып бүлмә эсен байҡаны: ике карауат та матур итеп йыйыштырылған, төптәрәк өҫтәл, унда бергә килгән ҡатын сәй эсә, хәйер, ул урынынан ҡалҡынған да ҡабаланып былар яғына атлай, бүтән кеше юҡ.
Ҡатыны аңына килде.
– Командировкамы?
– Эйе, командировка...
Әмир ӘМИНЕВ.
1996