Даирә
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт
3 Май 2025, 16:45

Ике донъя рәхәте күр, әбей...

Ныҡ ыҙалаттым, рәнйемә миңә, - тип әйтеп өлгөрҙө Фәтҡуллаһы...    

Ике донъя рәхәте күр, әбей...Ике донъя рәхәте күр, әбей...
Ике донъя рәхәте күр, әбей...

Хәҙисә әбей уйҙарынан арынырға тырышып, хәлһеҙ ҡулдары менән һике ситенә таянып ултырҙы. Бына ике аҙна инде тамағына ашай алмай интегә. Әҙ-әҙләп һөт, сәй эскән була ла ул, эскә төйөр төшмәгәс, хәл буламы ни? Ярай әле бабайы өлтөрәп тора. Саҡ ҡына ыңғырашһа ла йүгереп килеп етә. Йәлләй уны әбей, әйткәйне бит инде, донъя көтөргә һаулығым юҡ, тип. Юҡ инде, һүҙен һүҙ итеп үҙенә алып ҡайтҡан булды.

Бергә тормош көткән әбейе үлгәс, Хәҙисәне биш-алтыны һората килгәндер. Килгән һайын Хәҙисә уны икенселәргә димләп ебәрә торҙо, ә ул ҡат-ҡат уға килде, барыбер күндерҙе. “Миңә ҡара-ҡаршы ултырып, һөйләшеп  сәй эсергә кеше булһа, шул етә. Аллаға шөкөр, шәпмен әле, бөтә өй мәшәҡәттәрен үҙем башҡарырмын”, -  тип ныҡышты бабай. Хәҙисә әбей икенсе бабайынан һуң башҡа кейәүгә сығырға уйламағайны ла. Үҙенән бик ҡыҙын йәлләне. Бер ҙә һаулығы юҡ. Икәүләшеп ауырып, ятып китһәләр, кем ҡарар уларҙы? Ҡыҙы ла риза булып торғас, Хәҙисә әбей Харис ҡарттың һүҙен йыҡманы инде. Хәҙер бына өсөнсө йыл бергәләп көңгөр-ҡаңғыр килеүҙәренә. Харис ҡарт һүҙендә торҙо: әбейенең ҡулына ауыр эш тигеҙмәне. Хәҙисә икмәк бешерҙе лә аш-һыу хәстәрләне. Кистәрен һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Йор һүҙле Харис һәр ваҡыт нимәнәндер ҡыҙыҡ табып, һүҙҙе уйынға бороп, әбейенең күңелен күрергә тырышып ҡына торҙо. Бигерәк тә Хәҙисәне һоратып йөрөгән сағын мәҙәк итеп һөйләне.

- Әллә мин һин күрһәткән әбейҙәргә барып торған тиһеңме?.. Береһенә лә аяҡ баҫманым.  Барыбер риза булыр тип уйлайым да, бер аҙна үткәс, тағы һиңә юлландым. Үҙеңде яратҡас яраттым инде. Мөхәббәт бит!..

- И-и, Раббым, ҡартайғас мөхәббәт буламы икән?.. Кеше көлдөрөп һөйләгән була бит әле. Ә мин һине оҡшатмайым да, ҡайттым-киттем, - тип инәлтеп тә алған була Хәҙисә. Әммә бабайының һүҙҙәренән күңеленә шул тиклем рәхәт. Йәш сағында шулай ҡайғыртып торған кеше менән йәшәһә икән дә бит...   Иҫенә төшһә, әле лә күңеле һыҙлап китә. Әле бабайынан көлһә лә, алтмышҡа еткәс, үҙе лә уға ғашиҡ түгелме һуң? Мөхәббәт тигәндәре олоғайғас та була, күрәһең. Бергә оҙаҡ йәшәргә генә насип булһын.

Хәҙисә эргәһендә урынын йүнәткән Харисҡа ҡарап алды. Унан хис-тойғоһон белдермәҫкә булып, ситкә ҡараны.

- Әллә саф һауаға тышҡа сығарайыммы, арыуланып китәр инең, - тине бабайы.

- Сығайыҡ һуң, - тип ризалашты Хәҙисә.

Тышҡа сыҡҡас, ысынлап та, тыны иркенәйеп, башы асылып ҡалғандай булды Хәҙисәнең.Тик һуңғы ваҡыт ниңәлер гел бала сағы, йәшлек йылдары уйынан сыҡманы. ”Хәйерлегә булһын!” тип уйлап та алды.

...Аталары үлеп киткәс, әсәһе дүрт бала менән яҙмыш ҡосағында яңғыҙ ҡалды. Ағаһына - 15, Хәҙисәгә - 12, һеңлеһенә - 7, ҡустыһына 5 кенә йәш ине ярты етем ҡалғандарында. Күп тә үтмәне кеүек, әсәйҙәре икенсегә кейәүгә сыҡты ла китте. Ағаһы үҙ йүнен үҙе күреп өйҙәрендә ҡалды. Әсәһе Хәҙисәне аҫрау итеп ике туған Суфия инәләренә бирҙе, ике бәләкәсен генә үҙе менән алды. Ҡыҙ баштараҡ, эсе бошоп, өйҙәре яғына көн дә барып әйләнде. Бына-бына әсәһе соланға сығып балаларын ашарға саҡырыр, һәр береһенең арҡаһынан һөйөп: ”Ҡайҙа оҙаҡлап йөрөйһөгөҙ, өйөгөҙҙө онотоп?” – тип еңелсә һуҡраныр кеүек тойола ине. Тик өнһөҙ өй гел тын ғына ҡаршы ала, тын ғына оҙата. “Башҡаса туғандарым менән бергә йәшәй алмам микән?” тигән уй йөрәген телеп алғандай күкрәгенә килеп тығыла ла әсе күҙ йәштәре булып сикәһенән субырлап аға. Илап шешенгән ҡыҙҙы, һуңлап ҡайтһа ла, инәһе орошмай ине. Бер аҙ өй эштәренә лә ҡушмай тора. Уның шул яҡшылығы ла күңелендә матур бер хәтирә булып һаҡлана.

Хәҙисә уларҙа йәшәй башлау менән бар эш тиерлек уның елкәһенә һалынды ла ҡуйҙы. Ҡыш көндәре хәтерендә шулай ҡалған: иртән тора ла мейескә ут яға, сәй ҡуя, картуф бешерергә ултырта, унан аҙбар таҙартырға сыға. Биш һыйырҙың тиҙәген башта һәнәк менән аҡтарып сыға, унан ҡосаҡлап картуф баҡсаһына ташый. Бейәләйе юҡ, ҡулы туңа, кейгән сәкмәненең еңдәре оҙон булһа ла йоҡа нәмә йылы тотмай. Ҡулдары ныҡ туңған саҡта кесе ярауы менән йылытып алғаны ла булды инде. Аҙбарҙы таҙартып бөткәс, юл ыңғайы утын күтәреп инә. Инәһе менән уның Хәҙисәнән олораҡ ҡыҙы Шәрғиә был ваҡытта уянмаған да булалар әле. Улар торғансы тип Хәҙисә йөн иләй тора. Бәләкәйҙән һәр эшкә оҫта була ул. Инәһе үҙ ҡыҙын был эшкә һис өйрәтә алмай, орсоҡ менән ҡулына һуғып-һуғып ала, ә уныһы, юрыйҙыр инде, уның һайын төйөр-тайырлы ите иләй, әсәһе тышҡа сығыу менән орсоғон ташлап та ҡуя. Эйй, шул ҡыҙы ныҡ ыҙалатты инде Хәҙисәне. Һыу ташыһалар, Шәрғиә бәләкәс биҙрәләрҙе ала һала, ә уға ҙурҙары ҡала. Хәҙисә алдан көрт йырып та барырға тейеш була. Тауҙы менгәндә һыуы түгелһә, Хәҙисәнекен ҡойоп ала ла мәкегә кире йүгертә.  Тышҡа уйнарға сыҡһалар, теге оҙон еңле сәкмәнде үҙе кейеп ала. Бейәләй урынына еңен тартып ала ла тотона уйнарға. Ә Хәҙисә оҙаҡ йөрөй алмай, ҡулдары өшөү менән өйгә инеп, тағы йөн иләргә ултыра. Шул иҫенә төшһә: “Көнө-төнө тигәндәй йөн иләп тә, ниңә бер ҙә ойоҡ- бейәләй бәйләмәнеләр икән?” тип уйлай хәҙер.

Уйҙарынан арынырға теләп, Хәҙисә әбей көскә тороп урында ғына тапанып алды. Өс көн ятҡас ни, тәне ауырайған, аяҡтары тыңлашмай, башы әйләнә. Уның ыһылдағанына Харис ҡарт йүгереп килеп етте.

- Минһеҙ ҡуҙғалма, тинем бит, ҡолап ятһаң... – тине борсолоп.

- Һин бигерәк ҡурсалама әле мине. Эшең былай ҙа етерлек.

- Эш ни бөтмәҫ инде. Ә миңә һин ҡәҙерле. Ошолай тик ултырһаң да ишек алдына йәм биреп ултыраһың.

Бабайы утынлыҡҡа ҡарай атлағас, ниңәлер утыҙ йыл буйы уйламаған беренсе ире  - Фәтҡуллаһы иҫенә килеп төштө: “Ул шулай йәш саҡта ҡурсалап торһа, былай ҡаҡшамаҫ инем”...

...14 йәшендә генә армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан Фәтҡулла исемле егеткә кейәүгә бирҙеләр. “Шәрғиә апай ике йәшкә оло бит, тәүҙә уны бирегеҙ”, – тип Хәҙисә илап та ҡараны. Яусының яуабы берәгәйле булды: ”Фәтҡулла Хәҙисәнән башҡа берәү ҙә кәрәкмәй тип әйтеп ебәрҙе”. Инәһе лә етемдән тиҙерәк ҡотолғоһо килгәндер инде, тиҙ генә ризалығын бирҙе. Тик йәлләптер ахыры: “Кәүҙәгә бигерәк бәләкәй бит, бер йыл беҙҙә тороп торһон”, тип үҙ-ара килештеләр. Фәтҡулла кейәүләп - килеп-китеп йөрөргә тейеш булһа ла бер йыл ҡушылманылар. Көн дә осрашып һөйләшеп йөрөнөләр былай. Шулай Хәҙисә буласаҡ иренә яйлап өйрәнде. Инәһе, айырып сығарыр мәл еткәс, тар ғына бишмәт тегеп бирҙе, бәләкәй генә суйын көршәк, ярыҡ таба тотторҙо. “Ҡаралты-фәләнде әсәйең әтмәләр, ике йыл буйы бер килеп ураманы”, - тине оҙатҡан сағында.

Фәтҡулланың да ата-әсәһе юҡ ине, бер туған ағаһының ғаиләһенә алып ҡайтты. Ире тире йыйыусы булып эшләй башлағас, болланып, үҙҙәренә айырым өй һалып алдылар. Бына шунда башланды Хәҙисәнең ғазаплы-аяныслы көндәре. Көнө-төнө һунарсылар  йәнлек тиреләре тейәп килә, аҡса алғас, тотоналар эсергә. Хәҙисә уларға ҡайһы берҙә ике мейес икмәк бешерә ине. Ә арттарынан таҙартыуҙары...Ҡайһы саҡта төндәрен үҙенә йоҡларға урын да ҡалмай, мейес башында аяҡтарын бөкләп ятып серем итеп алған була. Кеше килмәгән саҡта ире үҙе ҡайҙалыр йөрөп таңға ҡарай ғына ҡайтҡылай башланы. Ҡыҫҡаһы, эсмәгән, көйҙөрмәгән көнө булманы уның. Бәлки, уныһы ул тиклем дә ҡурҡыныс булмағандыр. Ә бына ғәрләндереүе... Хатта шуға барып етте – эскән сағында шешәләштәренә һөйәркәләренә барғандағы мажараларын тәмләп һөйләп ғазапҡа һалыр ине: ”Әй тегеләр ире менән эҫелә һарай башына менеп яталар. Мин һарай эсенә инеп, тегенең ятҡан тапҡырына һайғау менән ипләп кенә төртәм. Ул өйгә инеп сығыу һылтауы менән минең янға төшә. Ире татлы төш күрә, ә беҙ өйҙә... Бер көн яңылыш иренең ҡабырғаһына төрткәнмен. Шарылдап төшә башлағас, саҡ ҡасып ҡотолдом...”

Исемләп һөйләмәһә лә, Хәҙисә иренең кемгә барып йөрөгәнен дә белеп торҙо. Башта бик ғәрләнә ине, аҙаҡ яҙмышына күнде ахыры, ҡыҙғанып, тауыш ҡуптарып, талашып йөрөмәне, үҙ эсенә бикләнде. Шулай уның өнһөҙлөгө менән файҙаланып ире ныҡ шашты ғына.  Күпме ыҙалар ине икән... Бар халыҡтың яҙмышын үҙгәрткән Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Күҙгә күренеп йөрөгән бар ир-егеттәрҙе алып киттеләр. Шул иҫәптән уның ирен дә. Был ваҡытҡа уларҙың биш балаһы бар ине. Һәр өйгә килгән ауырлыҡ уларҙы ла урап үтмәне. Хәҙисә бер ниндәй эштән дә ҡурҡмай, эшләне, балалары хаҡына тырышты.

Ире һуғыштан иҫән-һау ҡайтты уның. Тәүге кистә үк: “Хатын, бығаса һине ыҙалаттым. Мәхшәрҙән иҫән ҡалып, ҡайтырға яҙһа, һине усымда йөрөтөрмөн, башҡа эсмәм, балаларҙы көтөшөрмөн, бар эште үҙем эшләрмен, тип ант  иттем”, - тине. Яҡшыға өмөтләнеп, күңеле тыныслап оҙаҡ йәшәмәне ҡатыны: ире антын боҙҙо, элеккенән дә аяуһыҙыраҡ эсте, айырмай яңғыҙ бисәләргә йөрөнө. Һуғыштан һуң һаман ашарға еткереп булмай ине. Хәҙисә күрше ауылдарға йөрөп быйма табанланы, балаҫ һуҡты. Эш хаҡына картуф, он тейәй ҙә бәләкәй санала һөйрәп ҡайта. Биш баланы ашатырға кәрәк бит. Шулай бер ҡайтыуында ире ләз ауырып ята. Оло малайы һөйләүенсә, ире элекке һөйәркәһенә йөрөй башлаған, көн дә иҫереп ҡайтҡан. Ә бер көндө өйгә етә алмайынса ҡар өҫтөнә ауған. Һалҡында оҙаҡ ятҡандыр, үпкәһе шешеп, шул ятыуҙан ҡабат тора алмай ул. Эстән әрнеһә лә, тәрбиәләне ирен Хәҙисә. “Мине ҡарарыңа өмөтөм юҡ ине. Ә һин балалай тәрбиәләнең. Рәхмәт һиңә, ике донъя рәхәтен күр, ныҡ ыҙалаттым, рәнйемә”, - тип һуңғы һүҙҙәрен әйтергә өлгөрөп үлеп китә Фәтҡуллаһы. Йәшләй тол ҡалһа ла, яңғыҙ донъя көтөп өйрәнгән ҡатын башҡаса кейәүгә сығырға уйламай ҙа. Балаларын яңғыҙы матур итеп үҫтерә, һәр ҡайһыһын үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтыра. Инде яңғыҙы ҡалғас, күрше ауылдағы оло ҡыҙының ғаиләһе янына күсеп барҙы. Бына шунда, ғәйет байрамына йыйылған саҡта, осратты ул Харисты...

Хәҙисә бер аҙнанан шәбәйеп , өй эсендә үҙе йөрөй башланы. Эй ҡыуанды Харисы. Күҙҙәре осҡонланып, хатта атлауҙары етеҙләнеп китте. Хәҙисә йомошҡа күрше-күләнгә инһә лә, өйҙә түгел, ҡапҡа тышына сығып көтөп тора ине.

-Һуң өйҙә йылыла ултырһаң ни була? – ти уға һәр саҡ Хәҙисә.

-Мине йәлләһәң оҙаҡлама. Һинһеҙ өйҙә күңелһеҙ, - тип яуаплай Харисы.

Шулай сөкөрләшеп йәшәп ятҡан булырҙар ине лә бит...

Бер көндө хәл белергә Хәҙисәнең оло улы килеп төштө. Ашап ултырғанда Харис ҡарттың өйләнмәй йөрөгән улы ла килеп инеп, араҡы таптыра башланы. Быны күҙәтеп ултырған улы түҙмәй:

-Беҙҙе ыҙалап яңғыҙың үҫтерҙең, ә хәҙер олоғайғас, кеше балаһы өсөн көйөп ултырырғамы? – тип әсәһен ай-вайына ҡуймай, әйберҙәрен йыйып, үҙҙәренә – күрше районға күсереп алып ҡайтты.

Үҙ балаһының өйөндә өлтөрәп торһалар ҙа, Хәҙисә әбей унда ерегеп китә алманы. Харис ҡарттың.”Берәй ай ял ит тә ҡайтырһың йәме. Мин ҡапҡа тышына сығып көн дә көтөрмөн!”  - тигән һүҙҙәре көндәр үткән һайын йышыраҡ иҫенә төштө. Оҙатҡанда илағандай ҙа тойолдо бит – шуныһы бигерәк тә үҙәген өҙҙө. Улының ғаиләһендә өс айҙан артыҡ түҙмәне, ҡыҙына ҡайтып төштө. Әллә ниңә тура бабайына барып инергә баҙнат итмәне ул, үҙен һатлыҡйән кеүек тойҙо шул. Ҡыҙы ла ҡаршы төштө. Бер-ике көн түҙеп йөрөнө лә Хәҙисә күршеһен алып Харистарға китте. Күңеле белеп һиҙенгән икән, бабайы ауырып ята ине. Хәҙисәне күргәс, эй ҡыуанды инде. Әллә көлдө, әллә иланы ул, аңлайышһыҙ итеп һеңкелдәп алды. Әбейенең ҡулын ебәрмәй, оҙаҡ тотоп ятты, унан:

-Әбей, ҡара әле, орсоҡ менән һарыҡ йөндәреңде мөйөшкә элеп ҡуйҙым. Ҡасан киләһең? Килмәһәң, аяҡҡа баҫҡас, үҙем барып алам. Минең холоҡто беләһең. Ә малайҙы икенсе урынға күсерербеҙ, башҡа маҙаһыҙлап йөрөмәҫ, - тине инәлесле тауыш менән.

Хәҙисә ни әйтергә лә белмәне. Күршеһе ҡайтырға ҡуҙғала башлағас, ул да урынынан торҙо. Ишек төбөнә еткәс, ҡайырылып ҡарағайны Харис ҡарт  бармағы менән генә ымлап уны янына саҡырҙы. Бер ҡуҙғалғас, уңайһыҙланып, ҡалмайынса сығып китте шунда әбей. Эй Хоҙайым, әгәр ул шунда Харис ҡарттың өс көндән үлерен белһә икән... Башта уҡ ташлап китмәҫ ине. Кешенән уңайһыҙ тип йөрәгенә ҡаршы төшмәһә, аҙаҡтан ныҡ үкенергә тура килмәҫ ине, бәлки. Хәстәрлекле Харисы менән йәшәгән өс йылында ысынлап ике донъя рәхәтен күргән дабаһа! Хөрмәттең ниндәй булыуын, үҙ-ара аңлашып-һөйләшеп, бер бөтөн булып йәшәүҙең нисек икәнлеген олоғайған көнөндә булһа ла татыған бит... 

...Бабайы үлгәндән һуң, Хәҙисә әбей күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Тәүҙә ятаҡланы, кеше менән һөйләшмәҫ булды, йөҙө ағарҙы, күҙҙәре төпкә батып төҫһөҙләнде.

Ҡыҙы әсәһенең бабайын һағынып һарғайыуын да аңланы, шуға ҡәҙерлеһенең күңелен төрлөсә күтәрергә, йыуатырға тырышты. Аңһыҙлыҡтары, ҡарттарҙы бер-береһенән айырғандары өсөн үҙенә лә, ағаһына ла йәне көйөп үртәлде. Бергә йәшәй бирһәләр, бәлки, тиҙ генә бирешмәҫтәр ине лә бит...

Хәҙисә әбей бер көндө еңел генә уянды ла ҡыҙына күргән төшөн һөйләне. Имеш, Харисы килгән, ат егеп алған. Хәҙисәне һуңғы күргәндәге кеүек  бармағы менән ымлап ҡына саҡыра. Эй шатланды Хәҙисә. Был юлы ташлап китмәйем инде тип, йәштәрсә еңел генә арбаға менеп ултырҙы...

Ошонан һуң Хәҙисә әбей бер аҙна ғына йәшәне. Нисек бәлә һалмай ғүмер итһә, шулай бер кемде лә борсомай йәйҙең йылы аяҙ көнөндә яҡты донъя менән хушлашты...

(Ысынбарлыҡтан алынған).

Авторы: Фәйрүзә Фәтҡуллина.

Автор:Аклима Гизатуллина
 
 
 
Автор:
Читайте нас