Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
25 Апрель 2025, 11:41

ҠӘБӘХӘТ ТӘҠДИРЕ (хикәйә)

Үтә хисле, нескә күңелле бәндәләрҙе йәне һөймәй Ғәлиәскәрҙең. Мәйет күрһәләр, бәлтерәп төшә улар. Ә уны әҙәм балаларының үлек кәүҙәләре лә, ҡаны ла өркөтмәй ҙә, сирҡандырмай ҙа. Шуға ла тиҫтәләгән, ҡайһы бер көндәрҙә хатта йөҙләгән һуғыш ҡорбандары тырым-тырағай аунашып ятҡан урындарҙа үҙен бик иркен тота. Ул хатта, бер нисә көн ерләнмәй ятып, кәүҙәләре серей башлаған, күҙҙәрен ҡарғалар суҡып сығарған, йәшел себен яуы уҡмашҡан тәндәрен ҡырағай йәнлектәр йыртҡыслаған үлектәрҙе йәлләмәй ҙә.

ҠӘБӘХӘТ ТӘҠДИРЕ (хикәйә)ҠӘБӘХӘТ ТӘҠДИРЕ (хикәйә)
ҠӘБӘХӘТ ТӘҠДИРЕ (хикәйә)

Хөриә АБЫҘГИЛДИНА
ҠӘБӘХӘТ ТӘҠДИРЕ

 

...Ғәрәсәтле ҡойма ямғыр алдынан ғына була торған шомло ҡара болоттарҙай йөҙлө, был донъяға тыуғандарына үкенгәндәй, ҡәнәғәтһеҙ, емерек ҡарашлы ир-ат бер-береһенә исмаһам бер генә һүҙ ҡушһасы! Гүйә тотош донъяға асыулы улар! Аяҡтарында оҙон ҡуңыслы резина итектәр, ҡулдарында терһәктәренә етеп торған резина бирсәткәләр кейгәндәр, ҡалын резина алъяпҡыстар бәйләп алғандар. Шуға күрә ҡайһы берәүҙәр уларҙы хәрби ашнаҡсылар икән тип ҡабул итә. Әммә аш-һыуға бөтөнләй ҡыҫылыштары юҡ уларҙың. Төп бурыстары – яу яландарында башын һалған яугирҙәрҙең ер өҫтөндә ятҡырып ҡалдырмау,нисек булһа ла ер ҡуйынына күмеү. Сөнки улар – “похорон командаһы”...

Үтә хисле, нескә күңелле бәндәләрҙе йәне һөймәй Ғәлиәскәрҙең. Мәйет күрһәләр, бәлтерәп төшә улар. Ә уны әҙәм балаларының үлек кәүҙәләре лә, ҡаны ла өркөтмәй ҙә, сирҡандырмай ҙа. Шуға ла тиҫтәләгән, ҡайһы бер көндәрҙә хатта йөҙләгән һуғыш ҡорбандары тырым-тырағай аунашып ятҡан урындарҙа үҙен бик иркен тота. Ул хатта, бер нисә көн ерләнмәй ятып, кәүҙәләре серей башлаған, күҙҙәрен ҡарғалар суҡып сығарған, йәшел себен яуы уҡмашҡан тәндәрен ҡырағай йәнлектәр йыртҡыслаған үлектәрҙе йәлләмәй ҙә. Тәҡдирҙәре шулай, тимәк. Маңлайына яҙылған яҙмышыңдан уҙып буламы? Юҡ, әлбиттә! Был юлы команданың эше әллә ни ауыр булмаҫ - мәйеттәрҙе йыйып, фугас бомбаһы шартлағандан уйылған тәрән генә соҡорға ғына күмерҙәр ҙә ҡуйырҙар. Ғәҙәттә, үлектәрҙе ерләр өсөн соҡорҙар ҡаҙып яфа сигәләр. Ҡыйыныраҡ була. Һәр ҡайһыһына айырым соҡор тәтемәй меҫкендәрҙең, биш-алты, йыш ҡына шунан да күберәк үле кәүҙә бергә, бер ҡәбергә кереп ята.

Ғәлиәскәр йәшерәк ярҙамсыларын үлемесле һуғыш булып үткән аҡланды байҡап сығып, мәрхүмдәрҙең кеҫәләрен ентекле тикшереп, уларҙың исемдәре, адрестары теркәлгән ҡара медальондарын, документтарын, фотоһүрәттәрен, хаттарын йыйып алырға ебәрҙе. Алты ғына кешенән торған махсус төркөмдөң етәксеһе булғас, уның ҡушҡанын һүҙһеҙ үтәй ҡул аҫтында хеҙмәт иткән егеттәр. Бишәү улар. Бөтәһе лә Урта Азиянан – өсәүе Үзбәкстандан, икәүе Ҡырғыҙстандан. Ун ете-ун һигеҙҙәләр. Уның Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та әрмегә алынған өлкән улы Ғәйнетдин йәшендәләр. Улы хәҙер ҡайҙа, ни хәлдә икән? Ялман кеүек, боҫоп-йәшеренеп йөрөмәйме икән? Бигерәк наҙлы булып үҫте ул. Китап яратты. Яҡшы уҡыны. Бик тыйнаҡ, ипле, тыныс холоҡло булғанғалыр инде, үҙен йыш ҡына тиҫтерҙәре дөмбәҫләп тә ҡайтара торғайны. Үҙҙәренән ике өй аша ғына көн иткән Бибиәсмә исемле яңғыҙ ҡатындың берҙән-бер улы Шәрифйән генә яҡлаштырып алып йөрөнө уның Ғәйнетдинен.

Күҙ төбәп торған берҙән-бер сабыйын бик тырышып тәрбиәләне Бибиәсмә. Атаһы граждандар һуғышында ғәйеп булған ул малайҙың. Инәһе тәрбиәһендә генә үҫһә лә, һис тә етем бала тимәҫһең – тамағы туҡ, өҫтө бөтөн, мәктәптә бүтәндәргә өлгө, ҡулынан килмәгән эш юҡ. Өҫтәүенә, шаян, ҡыйыу, тәүәккәл дә үҙе. Яу ҡупҡас, үҙ теләге менән һуғышҡа тәүгеләрҙән булып ул китте. Яңыраҡ “Ҡыҙыл Армия хәбәрҙәре” тигән гәзиттә шул маңҡа малайҙың батырлыҡтары хаҡында мәҡәлә лә баҫылды. Фотоһүрәтен дә ҡуйғандар. Хәрби кейем ифрат килешеп тора икән үҙенә! Күкрәгендә ордены, миҙалдары бар. Ниңә уның Ғәйнетдине шулай данлыҡлы түгел икән? Танауы ҡанаһа ла ҡаушап ҡала торғайны шул, хәҙер үҙен нисек тота икән? Үҙенә тамсы ла оҡшамаған шул! Инәһе кеүек йыуаш, баҫалҡы ул.

Уйҙарының сылбыры шул тәңгәлгә еткәс, Ғәлиәскәр үҙенең атаһын күҙ алдына килтерҙе. Гүйә әллә ҡасан яҡты донъя менән хушлашҡан атаһы Әбүбәкер әле үҙенең һынаулы, талапсан ҡараштарын улына йүнәлткән. Башынан бер ҡасан да төшөрмәгән һарыҡ тиреһенән тегелгән ялбыр бүреге аҫтынан уның ҡап-ҡара ҡыҫыҡ күҙҙәре хәйләкәр йылмайған кеүек. Үҙенең “һуйып ҡаплағандай” атаһына оҡшағанын белә Ғәлиәскәр. Төҫө-башы ғына түгел, тотош фиғеле, бар булмышы ла атаһыныҡы кеүек уның. Шуның менән эстән генә сикһеҙ ғорурлана ла ул. Быны бер кемгә лә әйтмәй-әйтеүен. Был уның үҙенең генә гүргә керер сере. Әммә тап ошо сере уға тормошонда ҙур көс-ҡеүәт өҫтәгәндәй...

...Бала сағы ҡырғыҙҙар һәм ҡаҙаҡтар араһында Урта Азияла үтте Ғәлиәскәрҙең. Уның атаһы урындағы барса әҙәмде дер ҡалтыратып йәшәне. Осто осҡа саҡ ялғап, фәҡирлектә көн иткән халыҡ араһында Әбүбәкер бейгә бурысы булмаған кеше юҡ ине. Үҙенән аҡса йә аҙыҡ-түлек алып тороп, ваҡытында кире ҡайтармаһалар, бей яҡташтарының һуңғы малын тартып ала торғайны. Бер ҡасан да бер кемде лә йәлләп торманы ул. Ҡулынан ҡамсыһы төшмәне. Кемгәлер асыуы килһә, шул ҡамсыһы менән үлтерә яҙғансы туҡмағаны ла булды. Ғәлиәскәрҙең өс апаһы, бер ҡустыһы бар ине. Һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек кенә үҫтеләр Әбүбәкер бейҙең балалары. Ҡаты күңелле, аяуһыҙ кеше булһа ла, үҙ балаларын бер ҡасан да рәнйетмәне. Нимә теләһәләр, шуны табып бирҙе. Ҡайҙандыр ситтән килгән мөғәллимде яллап, уҡыу-яҙыуға, иҫәп-хисапҡа өйрәттерҙе. Ҡыҙҙарын, буй еткергәс тә, шәп итеп туйҙар үткәреп, әйләнә-тирәләге үҙе ише бейҙәрҙәң улдарына кейәүгә бирҙе. Шул саҡтарҙы әле булһа һағына Ғәлиәскәр. Ул егет ҡорона кергәс, ғаиләгә бәлә артынан бәлә ябырылды. Ай ярым самаһы түшәктә ауырып ятты ла, инәһе донъя ҡуйҙы. Үҙенән дүрт йәшкә кесерәк ҡустыһы Ғәлиәхмәт был юғалтыуҙы бигерәк ауыр кисерҙе. Үҙ-үҙенә йомолдо. Бер кем менән дә һәйләшмәҫ булды. Аҡылға бер төрлөрәккә әүерелде.

- Инәйегеҙ Ғәзизәгә оҡшаған шул ҡустың, бөтөнләй

эшкинмәгән, - тине Әбүбәкер бер көн өлкән улына, тәрән көрһөнөп. –Һин – ысын ир-егетһең, төҫ-башың да, буй-һының да, холҡоң да нәҡ үҙемдеке. Минең бар өмөтөм бер һиндә генә.

Ҡайғы-хәсрәт яңғыҙы ғына йөрөмәй тигәндәре хаҡ булып сыҡты - алыҫ Рәсәйҙәге Октябрь ихтилалы шаңдауы Урта Азияға ла килеп етте лә, Әбүбәкерҙең һәм уның кеүек хәлле кешеләрҙең тормошоноң аҫтын өҫкә килтерҙе. Ярлы-ябаға баш ҡалҡытты. Донъяға улар хужа булды. Байҙарға көн бөттө. Ғәлиәскәр бейҙең дә мал-тыуарын тартып алдылар. Һыйырҙарын, һарыҡ-кәзәләрен бирмәҫкә тырышып ҡараны хужа. Ҡамсыһын һелтәй-һелтәй, үҙенекен тылҡыны, әммә бер нимә лә эшләй алманы. Күкрәгенә мылтыҡ төбәге терәлгәс, сигенеүҙән башҡа әмәле ҡалманы. Уның малын алып китергә килгән төркөмдө етәкләгән, ҡасандыр ярлыларҙың ярлыһы булып иҫәпләнгән Камалетдин исемле егет:

- Иртәгә үк йортоңдо бушат! Унда силсәүит урынлашасаҡ,ә үҙегеҙ

хеҙмәтселәрегеҙҙең аласығына күсенегеҙ, - тип бойороҡ биргәс, тамам ҡотороп китте ҡарт.

- Ҡарап-ҡарарбыҙ, - тип ыҫылданы.

Шул уҡ төндә Ғәлиәскәр атаһы менән Камалетдиндың тауыҡ кетәгендәй бәләкәй генә өйө янына килделәр. Әбүбәкер улына ишекте тибеп асырға ҡушты. Үҙе, юлбарыҫтай хәрәкәт менән йоҡлап ятҡан Камалетдиндың өҫтөнә ырғыны. Ҡулында хәнйәре ялтланы. Өй хужаһы күҙен асырға ла өлгөрмәне, шундуҡ йән бирҙе. Манма ҡанға батып ятып ҡалды.

- Мин өлкән йәштәмен, бер кем дә Камалетдинға минең көсөм

еткән икән тип уйламаҫ, уның үлемендә һине ғәйепләрҙәр, улым, - тине атаһы Ғәлиәскәргә. – Хәҙер үк ҡустың менән бынан ҡасығыҙ. Һарайҙа ерән бейә менән ала айғыр тора, шуларға атланығыҙ ҙа, төньяҡҡа табан сабығыҙ. Йәш сағымда барымта сапҡанда инәйегеҙҙе шул яҡтан урлап алып ҡайтҡайным. Ул меҫкен ғүмере буйы тыуып-үҫкән төйәген һағынып йәшәне. Йыш ҡына: “Беҙҙә ҡунаҡсыл, ихлас халыҡ йәшәй”, - тип һөйләй торғайны. Инәйегеҙҙең милләттәштәре һеҙҙе лә ситкә типмәҫтәр, ҡабул итерҙәр моғайын. Әлеге буталыш заманда бер кем дә һеҙҙең кемлегегеҙҙе төпсөнөп маташмаҫ.

Әбүбәкер ҡарт улдарының һәр ҡайһыһына ризыҡ тулы тоҡсайҙар тотторҙо. Ғәлиәскәрҙең усына бер төйөрөм генә төйөнсөк тә һалды.

- Бында алтын тәңкәләр, кәрәге тейер, тик яҡшы итеп йәшереп

ҡуй, - тине. – Бүтән күрешә алмаҫбыҙ инде. Минең өсөн борсолмағыҙ – йәшәрен йәшәгәнмен, ашарын ашағанмын. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ...

Дала буйлап оҙаҡ сапты Әбүбәкер бейҙең улдары. Көндөҙ хәрәкәттә булдылар, төндәрен ҡайҙа тура килә – шунда ҡундылар. Ниһайәт, офоҡта күкһел тау теҙмәләре шәйләнде...

Ғәлиәскәрҙең хәтирәләрен кемдеңдер:

- Б-ба--тя, п-по-мо-ги, - тип ыңғырашып ялбарыуы бүлде.

Тауыш килгән яҡҡа боролоп ҡараһа, ике мәйет уртаһында ҡыҫылып, уң ҡулы менән күкрәгендәге яраһын ҡаплап ятҡан лейтенантты абайланы. Ҡанһыраған һушһыҙ урыҫ егетен санитарҙар, үлгән икән тип уйлап, ҡалдырып киткәндәрҙер инде. Әле аңына килгән, меҫкен. Ғәлиәскәр яралы яғына ыңғайланы. Эргәһенә килгәс, уның һул ҡулындағы алтын сәғәтте күреп ҡалды.

- Хәҙер помогу, хәҙер, - тине лә, алан-йолан ян-яғын байҡаны.

Артабан, ҡапыл киҙәнеп, яралының башына мылтығының һабы менән тондора һуҡты! Тәне һыуына ла башламаған егеттең алтын сәғәтен сисеп алды ла, ҡулъяулығына төрөп, арҡа тоғоноң төбөнә йәшереп ҡуйҙы. Алтындың ҡәҙерен белә Ғәлиәскәр! Ҡасандыр атаһы биргән тәңкәләр уның үҙен һәм ҡустыһын нисәмә тапҡыр аслыҡтан, мохтажлыҡтан ҡотҡарҙы!

Урта Азиянан ҡасҡас, Урал тауҙары араһындағы ҙур булмаған башҡорт ауылына тиклем бик оҙаҡ килде улар. Бәләкәй саҡтарында инәйҙәренең балаларына үҙ телен өйрәтеүе ярап ҡалды - бында уларҙы башҡорт егеттәре икән тип уйланылар. Атайҙарының тәңкәләре ярҙамында кәрәкле документтар йүнәттеләр, ыҡсым ғына булһа ла, өй һалып керҙеләр. “Ауылыбыҙҙы аҡтар яндырып китте, беҙ саҡ ҡасып ҡотолдоҡ”, тип аңлатты Ғәлиәскәр үҙҙәренең был ауылда пәйҙә булыуҙарын. Егеттәрҙе йәлләнеләр. Үҙҙәре аслы-туҡлы йәшәһәләр ҙә, булған ризыҡ-тәғәмдәрен килмешәктәр менән бүлештеләр. Ярайһы уҡ белемле булғас, Ғәлиәскәр силсәүит сәркәтибе булып эшкә урынлашты. Инәһенә оҡшап торған бер һөйкөмлө генә, яғымлы ғына ҡыҙға өйләнде. Һуғышҡа тиклем ҡатыны уға бер ул, ике ҡыҙ табып бирҙе.

Тик башта ихлас ҡабул итһәләр ҙә, бер ни тиклем ваҡыт үткәс ,ауыл халҡы килмешәк егеттәрҙе, бигерәк тә өлкәнен, бик үҙһенмәй башланы. Уҫал, тәкәббер, хәйләкәр Ғәлиәскәрҙән йырағыраҡ булырға тырыштылар. Күҙенә күренгән бөтә нәмәне өйөнә ташығаны өсөн уға “ҡырғыс” тигән ҡушамат та таҡтылар. Тап шул ҡылыҡтары арҡаһында уны мәртәбәле вазифаһынан бушаттылар һәм халыҡтан иҫке-моҫҡо йыйыусы итеп тәғәйенләнеләр. Әйләнә-тирәләге ауылдар буйлап арбаһына йорт йәнлектәренең тиреләрен, һөйәк-һаяҡ, туҙған сепрәк-сапраҡ йыйып йөрөнө. Был шөғөлөндә лә алдамаған кешеһе ҡалманы: һәр кемгә исмаһам бер-ике тинде булһа ла еткермәй бирҙе. Бөтөнләй байғошҡа әйләнгән ҡустыһы урманға китеп аҙашты, күптәр: “Бүре йыҡҡандыр”, тип фаразланылар.

...Үҙе теге донъяға оҙатҡан егеттең алтын сәғәте Ғәлиәскәрҙең һуғыш ҡорбандарынан ҡалған тәүге табышы түгел. Тоғондағы төргәгендә тиҫтәнән ашыу туй балдағы, үле санитар ҡыҙҙарҙың ҡолаҡтарынан ысҡындырып алған алтын алҡалар ҙа бар. “Үлеләргә генә бер нимә лә кәрәкмәй, миңә - тере кешегә, кәрәге тейер әле”, тип фекер йөрөтә ул. Ҡайһы берҙә фашист илбаҫарҙарының СССР-ға ябырылыуҙарына, үҙен ошо ерләүселәр сафына алғандарына ҡыуанып та ҡуя Ғәлиәскәр. Алыш уртаһында ҡайнарға кәрәкмәй, яу яланына атыш-шартлау тынғас ҡына сығып, кеҫәңде ҡалынайтып йөрөү форсаты булыу бик шәп тә һуң! Шөкөр, йәше дүрт тиҫтәнән ашып киткән “похорон командаһы” етәксеһенең арҡа тоғон бер кем дә тикшереп тормай. Һәләк булған хәрбиҙәрҙең ябай сәғәттәрен, башҡа монаяттары менән бергә, тейешенсә, командованиеға илтеп тапшыра. Үҙенән ифрат ҡәнәғәт Ғәлиәскәр! Шулай ҙа бер хәл уның кәйефен ҡырҙы. Бер кис, мәйеттәрҙе күмеп бөтөп, үҙҙәренең частәренә юлланғайнылар, ҡаршыларына бер нисә һыбайлы осраны. Араларынан береһе:

- Ғәлиәскәр ағай! Һеҙ ҙә бында һуғышаһығыҙмы ни? – тип оран

һалмаһынмы!

- Үҙең кем булаһың һуң? – тип яуапланы “похорон командаһы”

етәксеһе атынан һикереп төшөп, ауыҙын ҡолаҡтарына тиклем йырып йылмайып, үҙенә яҡынлашҡан йәш капитанға. – Танымайым бит әле...

Танымай буламы һуң! Таныны ул Шәрифйәнде. Тик электән йәне һөймәгән ауылдашын осратыуына һис шатланманы. Шулай ҙа йөҙөнә ҡыуаныслы йылмайыу әҫәре “һығып сығарҙы”. Күрешергә ҡулын һона һалды.

- Әле ашығып заданиеға китеп барабыҙ, иртәгә, ҡояш батҡас,

беҙҙең землянкабыҙға килегеҙ, иркенләп һөйләшеп ултырырбыҙ, - тине лә, сабып китеп тә барҙы Шәрифйән.

Ҡайһылай йәтеш ултыра ул эйәрҙә! Гүйә, сабый сағынан ат менеп йөрөгән! Һуғышҡа тиклем егеүле арбаға ла ултырғаны булмағандыр хәстрүштең!

Ғәлиәскәр йәш ауылдашы менән һоҡланды-һоҡланыуын. Әммә тап шул мәлдә уның күңелендә береһенән-береһе көнсөллөрәк уйҙар ҙа яралды. Һуғыш тамамланып, ауылға иҫән-һау ҡайтһа, иң дәрәжәле кеше тип иҫәпләнер бит был егет! Әле үҡ рота командиры булғас, киләсәктә ҙур түрәгә әүерелеүе ихтимал! Инәһе йөрөр башын күккә сәйөп! Аралашып ултырырға саҡыра имеш! Бармаҫ та, йөрөмәҫ тә Ғәлиәскәр! Шулай ҙа иртәгәһе кисте көтөп алды ул. Ҡараңғы төшә башлағас та, кавалеристар дивизияһы биләмәһенә йүнәлде. Шәрифйәндең землянкаһын тиҙ тапты. Уныһы, иң яҡын туғанындай күреп, бик ихлас ҡаршыланы өлкән йәштәге ауылдашын. Эргәһендә тағы бер йәш офицер бар, Ғилемдар исемле кесе лейтенант. Уныһы күрше ауылдан булып сыҡты. Пехота дивизияһында хеҙмәт итә икән. Землянка хужаһы йышылмаған таҡталарҙан ҡоролған өҫтәл шәрәмәтенә йылдам ғына булған ризығын теҙҙе – ҡара икмәк телде, быҡтырылған ит консерваһын асты, “йөҙ грамм” ҡойҙо. Оҙаҡ ҡына гәпләшеп ултырҙылар. Дөрөҫөрәге, йәштәр үҙҙәренең күргән-белгәнен һөйләне. Ғәлиәскәр ара-тирә генә һүҙ ҡыҫтырған булды. Күберәге эсенән ут йотоп ултырҙы ул. Нисек тә булһа Шәрифйәнде юҡ итергә хыялланды.

Ғәлиәскәргә мәкерле ниәтен ғәмәлгә ашырыу форсатын оҙаҡ көтөргә тура килмәне. Бер нисә көндән Совет ғәскәрҙәре фашистарҙы ҡыуалап һөжүм башланы. Атакаға иң тәүҙә кавалеристар ташланды. Улар артынан пехота ҡуҙғалды. Төш яҡынлашҡанда ерләүселәр ҙә ҡәҙимге эштәренә тотондо. Йәштәрҙе урман ситендә ҡәбер ҡаҙырға ҡалдырып, Ғәлиәскәр үҙе арыраҡ китте һәм мәйеттәрҙең кеҫәләрен аҡтарырға тотондо. Шул саҡта штаб яғынан фронт һыҙығына ярһып сапҡан һыбайлыны абайланы. Шәрифйән! Ғәҙәтенсә, тиҙ генә алан-йолан ҡаранып алды Ғәлиәскәр. Ярҙамсылары үҙенән йыраҡ. Ярты саҡрым самаһы алыҫлыҡта йәйәүле һалдаттар күренә-күренеүен, әммә уларҙың мәйет күмеүселәрҙә эше юҡ. Бына ул – уңайлы мәл! Файҙаланып ҡалырға кәрәк! Тирә-яҡта туҡтауһыҙ атыш, был мәхшәрҙә бер кем дә пуляның Ғәлиәскәрҙеке икәнлеген төшөнмәҫ! Мылтығын алды ла, мәйеттәр араһына һуҙылып ятты. Үҙенең эргәһенән елдәй елгән һыбайлының арҡаһына тоҫҡап атып ебәрҙе. Шәрифйәндең үле кәүҙәһе эйәренән ҡолап төштө...

Эй ҡыуанды Ғәлиәскәр! Ул бит ҡатынына: “Интендант булып хеҙмәт итәм, хәрбиҙәрҙе аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән тәьмин итәбеҙ”, тип яҙа. Хәҙер ауылда хәҡиҡәтте бер кем дә белә алмаҫ! Ятҡан урынынан ғына тағы әйләнә-тирәне байҡаны. Уның яуызлығын бер кем дә күрмәне шикелле. Фронт һыҙығына йүнәлгән пехота ротаһынан бер әҙәм, туҡталып, оҙаҡ ҡына был яҡҡа ҡарап торҙо-тороуын. Кем булды икән? Ярай, кем булһа ла, хәлдең айышына төшөнмәгәндер әле. Төшөнгән хәлдә лә, ҡайҙа, нимә иҫбатлай ала ул? Оло мәхшәр дәүерендә уны кем тыңлап торһон!

Һуғыш йылдарында ла ваҡыттың уҙғаны һиҙелмәй. Ғәлиәскәрҙең похорон командаһын етәкләүенә ике йыл үтеп китте. Алтынлы төргәге ныҡ ҡына ауырайҙы. Совет ғәскәрҙәре фашист илбаҫарҙарын ҡыуалай башлағас, күптәр дошмандан азат ителгән ҡалаларҙағы кибеттәрҙән хужаһыҙ ҡалған тауарҙарҙы - өҫ-баш һәм аяҡ кейемдәрен, көндәлек тормошта кәрәк булырҙай бүтән әйберҙәрҙе “үҙләштерҙе”. Яңы йыл алдынан командование бик шәп бойороҡ та сығарҙы. “Часть командованиеһы рөхсәтенән сығып, ҡыҙылармеецтарға, сержанттарға, офицерҙарға һәм генералдарға айына бер тапҡыр өйҙәренә шәхси посылкалар ебәрергә рөхсәт ителә”, тиелгәйне унда. Рядовойҙар һәм сержанттарҙың посылкалары биш килограмдан артмаҫҡа тейеш. Офицерҙарҙыҡы һәм генералдарҙыҡы ике-өс тапҡырға күберәк, әлбиттә. Иң тәүгеләрҙән булып элемтә бүлексәһенә посылка ебәрергә Ғәлиәскәр барҙы. Ҡатынына һәм буй еткереп килгән ҡыҙҙарына затлы күлдәктәр һалды. Өйҙәгеләрен һөйләнеп йөрөмәҫкә кәрәклеге хаҡында иҫкәртеп, сепрәктәр араһына бер нисә ҡиммәтле сәғәт һәм биҙәүестәр ҙә тыҡты. Ай һайын шулай ҡабатланды.

 

 

https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2025-04-24/b-h-t-t-dire-4211083

 

Автор:
Читайте нас