Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
20 Апрель 2025, 16:23

Ҡарлуғасҡай ҡара Хикәйә

– Туҡта, етәр, үтенәм һинән... Иҫемә төшөрмә, зинһар! Кеше был донъяға яңғыҙ тыуа һәм яңғыҙ үлә! Һәр береһе лә эшләгән яуызлыҡтары, ҡылған ҡылыҡтары өсөн үҙҙәре яуап бирер Хоҙай алдында!..

Ҡарлуғасҡай ҡара ХикәйәҠарлуғасҡай ҡара Хикәйә
Ҡарлуғасҡай ҡара Хикәйә

...Күктән килеп төшкән бәхетен өркөтмәҫкә була, бүлмәгә шым ғына баҫып керҙе. Студенткаһы уңайһыҙланыуын, баҫалҡылығын еңә алыр микән, шулай ҙа? Ризалыҡ биреп, фатирға ҡунаҡҡа килгәс, еңгәндер ҙә, бәлки. Йәштәр ҡыйыу ул хәҙер, ә был, ни тиһәң дә, кейәүҙә булып ҡайтҡан кеше, ҡыҙҙар кеүек ир-аттан ҡурҡып тормай инде, үҙе ҡурҡытырлыҡтыр әле.

Тиҙерәк оҙатып ебәргеһе килгән ҡунаҡ артынан ишекте тиҙерәк яба һалып, ҡабаланып асҡысты борҙо. Тегеһенең кабинетта хужаның яңғыҙ түгел, ә кәм тигәндә үҙенән 25-30 йәшкә кесерәк ҡыҙ-ҡырҡын заты барлығына бәйле ниндәйҙер шикле уйҙарға төшөү мөмкинлеге ҡурҡытманы. Ҡурҡҡаны икенсе уның – ишекте эстән бикләүенән был ҡунағы өркмәһен. Улай ҙа түгел, өрккән булып уйнап маташмаһын. Үҙ ғүмеренә күп күрелде ундай ғына ҡыйпыстарҙы. Тәүҙә уға, үҙенә күрә кабинет хужаһына, үҙ файҙаларын ҡайырыр өсөн, ҡатын-ҡыҙ матурлығын алға ҡуйып ымһындырмаҡсылар. Ир кешене иң түбән инстинкттары ғына булған хайуанға тиңләп, үсекләйҙәр. Бирешһәң, аҙғынлыҡта ғәйепләйҙәр, бирешмәһәң – көсһөҙлөктә... Һәр ваҡыт ир-ат затын бөтә бәләләрҙә ғәйепләү ҡандарына һеңгәндер ул заттарҙың. Үҙ тәнен тауар итеп, матур ит киҫәге итеп тәҡдим иткәс һуң, кемгә үпкәләргә? Күрһәтеп ҡуйылған икән, ал, тип, алғанда ла хилаф юҡ. Унда ла риза түгелдәр тағы, имеш, улар – кеше, хатта ки – шәхес... Кеше исемен йөрөткән һәр береһе шәхес була башлаһа...

Ә был ҡултыҡ аҫтынан ғына торған «ҡурсаҡ» үҙен нисек тотҡан булыр? Нимә-нимә, аҡылы ла, һиҙгерлеге лә хаттин ашҡан үҙенең. Нисәмә йылдар «терт» итеп тә ҡарамаған ҡарт йөрәкте йышыраҡ тибергә мәжбүр итерлек булғас, бер ҡатлы ғына ябай тауар түгел инде ул...

...Ҡосағындағы ҡошсоҡтоң ысҡынырға маташып тыпырсыныу түгел, уға балауыҙҙай иреп һеңеүен, яуап итеп ҡосаҡлауын тойоу, быуынһыҙландырҙы.

Ә бит иң тәүге лекцияға кергәндә күҙгә лә салынманы. Студенттарҙың белем, фекер йөрөтөү кимәлен тикшереп, абайламаҫтан уңайһыҙ һорау бирергә ярата ул. Араларынан шулай итеп үҙенә буласаҡ дипломник аңдый, өмөтлөрәген, һәләтлеһен. «Заочниктар» араһында ла һирәкләп осрағаны бар фәнгә барымы булғаны, һәр һорауына тулы, ышаныслы, ҡайһы саҡта көтөлмәгән дә яуап ишетелә башлағас ҡына иғтибар итте гелән атаканы үҙенә ҡабул итеүсе студенткаға. Ә курс эштәрен килтергәс, бөтөнләй күңеле ирене – фәнгә барымы бар ҡыҙыҡайҙың, һәләтле бала...

...Исеменә шунда саҡ иғтибар итте – Ҡарлуғас. Әллә ниндәй, күңел тетрәндергес исем...

...5-6 йәшлек ыштанһыҙ бала саҡ. Күрше малайҙың ҡотортоуына эйәреп киттеләр ҙә барҙылар Ҡыҙылъярға һыу инергә. Эй, ҡарлуғастарҙың кәйелеп-кәйелеп осоуҙары шул көн! Күмәктәр үҙҙәре. Ҡыҙыл мәте ярҙа күп фатирлы йорт тәҙрәләреме ни – ҡошсоҡтарҙың оя тишектәре сыбарлаған. Кем башлағандыр, иҫләмәй инде, киттеләр йыйын ыбыр-сыбыр шул ояларға – сепей ҡарарға... Тәрән дә өңәләр икән улар ояны! Малайҙар тығылып ҡарай – ҡулдары буйламай. Ә ул нисек итһә итте, берәүҙе тартып сығарҙы. Башҡалар алдында бер башҡа үҫеп киткәндәй булды – тегеләрҙең ҡулынан килмәгәнен булдырҙы бит! Малайҙарға ни, алмаш-тилмәш тотоп ҡаранылар инде, шул булды. Көсһөҙ генә, ҡаурый-фәләне лә булмаған асыҡ ауыҙ йәмһеҙ нимәне нишләтһен, тотто ла йылғаға бәрҙе. Таш киҫәген бәргән һымаҡ... Балалыҡ менән аңлайһыңмы ни инде йән эйәһенең ғүмере менән уйнағанды? Шул бер гонаһһыҙ, зыянһыҙ, көсһөҙ бисараҡайҙы үлтерергә ҡулы барғанын уйлаһа, әле лә тәне зымбырлап китә. Нисек, нисек шул тиклем ҡанһыҙ була алды икән ул? Үҙе лә сабый ғына башы менән? Нисек йәлләү булмаған йөрәгендә? Онотолған тарих ине ул. Байтаҡ йылдар үткәс иҫенә төштө. Өлкән бәпестәрен фатирға алып ҡайтып, беренсе тапҡыр йөҙөн асып һалғас, уға ҡарап эҫеле-һыуыҡлы булып китте, йөрәгенә шом керҙе. Шул тиклем бәләкәс, көсһөҙ, гонаһһыҙ, яҡлаусыһыҙ нарасый! Ауыҙғынаһын ҙур итеп асып, башын тегеләй-былай борғолап имсәк эҙләп маташа. Хәс теге ҡарлуғас балаһы һымаҡ... Шунда тетрәнеүҙән тәүбәләргә килде, ҡыҙына яҡлаусы булырға һүҙ бирҙе, сабыйҙарҙы йәлләп (үҙенекен дә, ҡарлуғастыҡын да) эстән һыҙҙы. Шунан бирле ҡарлуғас һыны, өнө уның күңелендә яңы бер шом сығанағы булып тыуҙы...

...Ҡарлуъасҡай ҡара, муйыны ала,

Ҡыйылып та оса, яр буйлап, – зыңғырлап торған моңло тауыш йөрәген һыҙып, бәғерен телеп үтте.

Алһыу ғына йөҙлө бала инем,

Ҡарайҙым хәсрәтле уй уйлап...

Әлеге шул ҡарлуғас та, әлеге шул Ҡарлуғас!.. Бер хеҙмәттәшен юбилейы менән ҡотларға, бығаса булмағанды, ситтән тороп уҡыусы студенттарға йөкмәткәйнеләр. Баҡтиһәң, араларында байтаҡ профессиональ артистар ҙа уҡып йөрөгән булып сыҡты. Исем-шәрифтәре теле-радиотапшырыуҙарҙан йыш яңғыраған ҡатнашыусылар араһына был ҡыҙ ҙа барып эләккән. Йыры ла бит әле ниндәй! Етмәһә, шул тиклем бирелеп, күңелен һалып йырланы, һүҙ, моң ҡәҙерен белгән, был донъяның әсе-сөсө яҡтарын айҡап сыҡҡан оло-оло ағайҙарҙың күҙенә йәш эркелде. Түҙмәне, йырсы ҡошсоҡто эҙләп сәхнә артына китте, йөрәгенә мөлдөрәмә тулған хистәренә бирелеп, тегене ҡосағына йомдо. Ниндәй генә хәсрәт кисергәндер инде бынау тыныс заманда ошо бала, шул тиклем үҙәкте өҙөрлөк?! Моңло бала – бәхетһеҙ була, тип күпме тәҡрарламаһындар, ышанғыһы килмәй шул һүҙгә! Бәхет өсөн, тик һөйөнөс сығанағы итеп кенә яратылған зат таһа ул! Һөйөү, табыныу өсөн...

Шулай кереп ултырҙы ул йөрәккә. Аҡыллы һәм уйсан булыуына өҫтәп, көсһөҙлөгө, нескәлеге, уйылып китерлек һағыш тулы ҡарашы, баҫалҡы йылмайыуы, зыңғыр тауышы менән. Үҙ ҡурсыуына алды уны, ҡанат аҫтына. Курс, диплом алды эштәрендә лә етәксеһе булды. Бөгөнгө диплом яҡлауҙа иһә, уҡыусыһының аныҡ фразалар, төплө дәлилдәр килтереп эшен яҡлауына, фекер яңылығына һоҡланып та, һөйөнөп тә, ғорурланып та ултырҙы. Артабан уҡыу тураһында һөйләшергә саҡырҙы ла, йәшлектең ымһындырғыс матурлығына башы әйләнеүен тыя алманы...

...Күктән килеп төшкән бәхетен өркөтмәҫкә була, бүлмәгә шым ғына баҫып керҙе. Студенткаһы уңайһыҙланыуын, баҫалҡылығын еңә алыр микән, шулай ҙа? Ризалыҡ биреп, фатирға ҡунаҡҡа килгәс, еңгәндер ҙә, бәлки. Йәштәр ҡыйыу ул хәҙер, ә был, ни тиһәң дә, кейәүҙә булып ҡайтҡан кеше, ҡыҙҙар кеүек ир-аттан ҡурҡып тормай инде, үҙе ҡурҡытырлыҡтыр әле. Һы... Тымыҡ күлгә шайтан эйәләй тигәндәре раҫ, ахырыһы. Ҡунағы ни, йомшаҡҡа һуҙылып ятҡан да, аяҡтарын диван арҡаһына уҡ мендереп һалған. Итәге теләһә ниндәй ир-атты аҡыл-әҙәбенән яҙҙырыр матурлығын асып, һыпырылған. Был көтөлмәгән боролоштан аҙап ҡалды уҙаман. Артыҡ тиҙ түгелме? Ә, бәлки, көн буйы беҙҙәй үксәле туфли кейеп, аяғы арығанға шулай яталыр? Ана бит, йөҙөнә лә яҡты төшөп маҙаһыҙламаһын өсөн ҡулъяулыҡ япҡан. Хәҙер бына, етәксеһенең кергәнен ишетер ҙә, ырғып торор. Итәген төҙәтә-һыпыра ҡыҙарыр, күтәрелеп ҡарарға уңайһыҙланып торор... Ипләп кенә тамаҡ ҡырыуына һындың ҡымшанламағанын да күргәс кенә, ҡулъяулыҡ аҫтынан ептәй генә ике бау һуҙылып, эргәһендә ятҡан мобильникка тоташҡанын абайланы.

Ә-ә-ә, ана нимә... Музыка тыңлап кинәнеп ята икән. Уныһы ла һәйбәт инде, яйлыраҡ та, хатта...

Сәйе ҡайнап сыҡҡас бүлмәгә ҡабат керһә лә күренеш үҙгәрмәгән ине. Йоҡлап китмәгәндер инде...

– Гюльчатай, открой личико, – тип билдәле фильмдан фразаны ҡабатланы ул, шаяртып.

–  Һеҙ бит аяҡтарыма һоҡланып ҡарап ултырырмын тигәйнегеҙ, ҡарағыҙ әйҙә, минең йөҙөм нимәгә. – Тыныс, ҡырыҫ тауыш тертләтте.

Аптырашта ҡалды бер мәлгә. Алиһәләй күренгән ауыл ҡыҙы ошондай буламы? Фаразын дөрөҫләргә була, ҡулъяулыҡты һыпыра тартып алды ла, быуынһыҙланып кире креслоға сүгәләне. Мөлдөрәмә йәш тулы күҙҙәр түшәмгә текләгән дә ҡатҡан. Байтаҡтан бирле һығылып илап ятҡан, күрәһең, шешенеп бөткән. Таш һын кеүек, йөҙөндә берәй нерв ҡыймылдаһасы! Йәштәре генә аға ла аға... Күргәне бар, белә ул бындай ҡараштың ни аңлатҡанын. Донъянан ваз кисеү был, рухың һыныу, күңел донъяң емерелеүе... Тик... ниңә? Ниңә тамырынан бысылып ауған ағас кеүек? Әле тормош китеп бөтмәгән олондан тып-тып һут тама, ә иртәгәһе уның – юҡ. Сөнки ул... мәйет... Үҙенең сағыштырыуынан тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Мәйет йөҙөнә япҡан сепрәкте тартып алғанмы ни... ҡулъяулыҡты...

– Беренсе тапҡыр көсләгәндәрендә миңә 13 йәш ине. – Ишеткәненә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй торғанында, тегеһе һалҡын тауыш менән дауам итте.

– Ә юҡ, алдайым... Алдашамы шулай ҙа?

– Ун өс тулаһы йыл ине бит әлеү... Туй, бөтә әҙәм иҫерек. Мине һаҡларлыҡ та, яҡларлыҡ та эт әҙәме лә табылманы... Ун һигеҙем тулыр-тулмаҫ кейәүгә сығып ҡастым. Ышыҡ, яҡлау эҙләү ғәләмәте булғандыр инде һаман да... Көслө заттан башҡа ни кәрәк? Бала ғына килеш кәләш алып та, уныһы ла ҡыҙ булмай сығыуына ғәрләнгән ир, эскәне һайын йәнемде лә, тәнемде лә ҡайыҙланы. Үҙ атайым мине ярата ине тип әйтәләр, ысын булһа... Бер татырға ине, нисек була икән ул?

Ах, ҡарт ишәк, ҡарт тинтәк... Бына нимәгә һынағастай ҡатҡан был бала!.. Усында ятҡан кескәй генә йәнде һыта тотҡан да ҡуйған яңылыш... Үлтерә алған, ә терелтә алмай... нисек көсәнһә лә, ах...

– Һеҙҙең бөтә коллегаларығыҙ күҙҙәрен майландырып, һәрмәүестәрен һуҙып бер булалар миңә. Ә һеҙ шундай аҡыллы, талантлы, ғәҙел, башҡаларҙан ҡырҡа айырылып тораһығыҙ. Бысраҡ интригаларҙан йыраҡ тороусы бөтөн шәхес, аҡһаҡал! Башҡалар миндә ҡупшы буй-һын ғына күрһә, һеҙ мине кеше итеп күрҙегеҙ. Яҙғаныма, һөйләгән һүҙемә иғтибарлы, мохтаж сағымда кәңәшсе... Бысраҡ һәм әшәке донъяла һеҙ минең яралы йөрәгемә өмөт һәм ышаныс биреүсе һиллек утрауы инегеҙ... Күңелем имшене, йөрәгем йылынды... Ана бит, бар бит! Ышаныслы, көслө, ихтыярлы, яҡлаусы... бар... ине... Бөгөнгөсә... Һеҙ үҙегеҙҙең ҡурҡаҡ һәм хәшәрәт коллегаларығыҙҙан да әшәкерәк кеше. Сөнки һеҙ миндә тәүҙә өмөт уяттығыҙ. Кешеләрҙән төңөлгән саҡта, күңел күгемдә йондоҙ булып ҡалҡтығыҙ... Барыһынан да нығыраҡ күрә алмайым һеҙҙе... Мин һеҙгә йәнемде бирә инем, ә, баҡтиһәң, тәнем генә кәрәк булған, үкенес... Мәгеҙ, алығыҙ!..

...Күҙ алдына ҡарлуғас тауышы менән тулған Ҡыҙылъяр күренде. Ни ғәжәп, тауыштары йөрәкте ярып алып бара, ә үҙҙәре... Ә үҙҙәре – юҡ... Бер нисә йыл элек ауылына ҡайтып әйләнгәндә иҫе киткәйне шуға. Элек йәшәү менән тулы оялар, хәҙер килеп, буп-буш... Ҡайтараһы ине шуларҙы! Ҡөҙрәт юҡ... Бер нимәне лә кире ҡайтарырға, һынған рухты йәбештерергә ҡөҙрәттәр юҡ, э-эх...

* * *

Подъезд ишегенән оҙон сәстәрен елберләтеп килеп сыҡҡан сибәр брюнетка ҡабаланманы. Балалар майҙансығында бәүелсәктә яй ғына атынып кемделер көттө. «Ашығыс ярҙам» машинаһының тауышына ла һиҫкәнмәне, күҙҙән ҡарап оҙатып ҡына ебәрҙе. Өйҙәр араһынан ҡыҫҡараҡ сәсле икенсе һылыуҙы күргәс кенә, урынынан тороп, тегегә ҡаршы китте. Ҡосаҡлаштылар.

– Абзый красавчик, йәнейем! Ҡул да тигеҙеп ҡараманы. Скорый саҡыртып, ишеген асыҡ ҡалдырып киттем.

– Тиҙ бөгөлгән, сәйер хатта... Кешелектән бөтөнләй үк сыҡмаған, тимәк.

– Ысынлап яратҡан, ахырыһы, ҡойолоп төштө... Юҡ, борсолма, йәнем, йәлләй башламаным...

– Китәйек бынан...

Ара-тирә осраған ир заттарының үҙҙәренә йотолоп ҡарауына иғтибар ҙа итмәй, ике сибәр юлдарын дауам итте. «Юҡ, йәлләмәйем» тигәне, әхирәтенә бигерәк аяулы ҡыланды. Тегеһенең аҡҡан күҙ йәштәрен наҙлап һөрттө, «тыныслан, мин яныңда» тип әленән-әле йыуатып ҡабатланы. Йәлләй ине ул абзыйҙы, ныҡ йәлләй ине. Оло кеше бит, етмәһә, хөрмәт иткән, яратҡан ғына ағайы... Үҙе ғәйепле шул, ятһын ине өйөндә әбейен ҡосаҡлап, ниңә ымһынырға һиңә өлөш булмаҫтайға?! Туңдырма алырға булғайны ла, кире уйланы. Эргәһендәге әхирәтен дә йәлләне. Уныһы ғүмер буйы ҡаты диета тотоп, препараттар ашап йәшәргә мәжбүр. Заманында уны, ун биш йәшлек ҡыҙ баланы, урам шпанаһы иҙмәһен иҙгәнсе туҡмап, һәр береһе сиратлап көсләп, урман буйына ырғытып киткәндәр, күрәләтә әжәлгә... Ғүмере булғас, айҙар буйы дауаханаларҙа ятып, әллә нисә операция үткәреп, йәшәп ята. Ауыҙ-битен ҡоршап, имләп тегеп ҡуйһалар ҙа, йән яраларын тегерлек еп уйлап тапмағандар... Кеше тигән йән эйәһенең ниндәй хайуанлыҡтарға, хәшәрәтлектәргә һәләтле икәнен бер татыған күңел, башҡа бер ҡасан да яҡты хистәргә, күңел таҙалығына ышана алмаҫ шул... Башҡаларҙың бәғерен телеп, уңалмаҫлыҡ яра һалыуҙан ғына нисектер тыныслыҡ таба ул, үсе ҡанғандай булып китә. Бәхете генә юҡ, бисара, шуға көсһөҙлөктән илап килеүе. Икенсеһе, йәлләүсеһе, һәр кешелә яҡлаусы көтөп һемәйеүсе бала, ун өсө тулғанда үгәй атаһының ауыр кәүҙәһе аҫтында иҙелде. Балалығы менән күп нимәне аңламауы арҡаһында ғына аҡылдан яҙманы. Әле лә, атай наҙына сарсағаны арҡаһында барып эләкте был өйөрмәгә, үс көҫәп түгел...

Етәкләшеп байтаҡ барғас, ҡыҫҡа сәслеһе түҙмәне:

– Һин уны уйлап киләһең! Иртәгә нисек кенә, кемдән генә хәлен белешергә, тип, баш ватаһың! Нисек һаман эсең тулы йәлләү һуң ул һинең?

– Ҡараштары тулы ғазап, үкенес ине уның, аңлайһыңмы? Кешелектән сыҡҡан түгел бит ул, әҙерәк йомшаҡлыҡҡа ғына бирелде... Ҡосаҡлаған сағында этеп ебәрмәгәс ни... Үҙемдә инде ғәйеп, өмөт биргәнмендер...

– Эйе, шулай булмай тағы... Атай менән ҡыҙ ҙа ҡосаҡлаша, ағай менән һеңле лә – хилафы юҡ уның! Хәҙер уны аҡла, үҙеңде һүк, шул ғына етмәгәйе.

– Уныһы ла бар инде... Ул ныҡ үкенәлер инде хәҙер, ҡыйындыр күңеленә... Мин уға барып китермен инде, һин үпкәләмә йәме?

– И-и-ий... Ҡасан ғына аҡыл керер икән һиңә, иҫәркәйем?! Шул тиклем рәнйетеүҙәр, алдаҡтар, хыянаттар, ҡанһыҙлыҡтар күреп, нисек шул заттарҙы кешегә һанай алаһың һин?! Был донъяла ул оҙағыраҡ, күпкә күберәк йәшәгән. Йәш кенә студенткалар менән кети-мети уйнарға йөрәге еткәс, гонаһының язаһын күтәрергә лә көсө етер! Улар бәғерһеҙ енес! Оноттоңмо ни, күрше ағай яңы тыуған балаһын аяғынан тотоп электр бағанаһына ҡуша бәреп үлтерҙе? Икенсеһе нисә бала табып, күпме ғүмер йәшәгән ҡатынын ҡышҡы һыуыҡта тышҡа яланғас сығарып, өҫтөнә боҙло һыу ҡойоп язаланы? Үҙеңдең ҡайныңды ғына ал! Бөтөн әҙәм ҡәйнәңдең һаман терелегенә аптырай. Нимә генә эшләтмәгән бит уны, туҡмап баҙға ла тыҡҡан, урманға апарып ҡайынға ла аҫҡан...

– Туҡта, етәр, үтенәм һинән... Иҫемә төшөрмә, зинһар! Кеше был донъяға яңғыҙ тыуа һәм яңғыҙ үлә! Һәр береһе лә эшләгән яуызлыҡтары, ҡылған ҡылыҡтары өсөн үҙҙәре яуап бирер Хоҙай алдында!..

– Хоҙай Тәғәләнең эше шул – ярлыҡау ҙа ғәфү итеү. Минең йәнемде, тәнемде, яҙмышымды пыран-заран килтергән әҙәм аҡтыҡтарын да яҡлар ҙа, ярлыҡар ҙа ул... Үҙе язалаусы ла, хөкөм итеүсе лә булғас... Ә мин ни бары кеше генә. Яуызлыҡ язаһын алырға тейеш һәм вәссәләм!

– Мин былай йәшәй алмайым, аңлайһыңмы? Йәшәй алмайым мин эсем тулы хәсрәт, үс менән! Минең кешеләрҙә яҡшылыҡ һәм яҡтылыҡ күргем килә! Яратҡым һәм яратылғым килә! Бер кемгә лә ышанмай, бер кемде лә яратмай йәшәп булмай бит!

– Мин нисектер йәшәйем дә һуң?! Уның ҡарауы, бер кем дә мине алдамай ҙа, хыянат та итмәй, һатмай ҙа.

– Сөнки һинең йөрәгендә ҡурҡыуҙан башҡаға урын юҡ! Тағы ла берәйһе рәнйетер, алдар, хистәреңә төкөрөр тип ҡурҡып, бер кемде лә керетмәйһең унда! Хатта миңә лә урын юҡ һинең йөрәгеңдә!

– Юҡ! Тиҫтә йылдар бикле торған күңелемә һин үҙең үтеп индең! Сихырсы кеүек нисек асҡыс яратҡанһыңдыр... Ә хәҙер бәғеремде телгеләйһең, бысаҡһыҙ һуяһың.

– Нимә тип? Башҡа был уйынға ҡатышмаясағым менәнме? Ни бары бәхетле булғым килгәнгәме?

– һин барыһын да хәл иткәнһең инде... Иҫләйһеңме, «мин дуҫлашһам, мәңгелеккә дуҫлашам», тинең. Ул «мәңгелек» бөгөн тамамланды... Бер ҡартлас өсөн һин мине һаттың!

– Төптө дөрөҫтө һөйләмәгәнеңде үҙең дә аңлайһың бит! Күңел бушлығын үс менән генә тултыра алмайым, аңла шуны. Үстән үс тыуа... Кемдер шул ҡулсаны өҙөргә тейеш тә инде? Кеше булғас, уның эсендә төрлөһө лә булырға тейеш – үпкәһе лә, үсе лә, көсө лә... Шулай уҡ һөйөү, яратыу, кисереү, ышаныу, һағыныу ҙа... Ниндәй тойғолар була – барыһы ла! Шунда ғына йәшәү – йәшәү була ала. Гел ҡараңғынан торған картина ҡыҙыҡ түгел! Асыҡ, яҡты, сағыу буяуҙар ҙа төшһөн унда!..

– Ярай, һинеңсә булһын! Һин үҙеңдең «импрессионист-экспрессионист» рәссамдарың артынан кит, ә мин Малевичтың дүрт мөйөшөндә ҡалам!

– Ҡал! Ә мин киттем!

– Аҙаҡтан илап кире йүгермә!

– Илаһын! Илармын-илармын да, тымырмын! Аҙаҡ көлә башлармын!..

* * *

– Гюльчатай, открой личико! – Зыңғыр тауышҡа һиҫкәнеп күҙен асҡайны, палатаның ап-аҡ сағыулығына күҙе сағылып, йөҙөн һытты. – Һаумыһығыҙ! Диплом алыу тантанаһына саҡырайым, тип килгән инем, һаман йоҡлайһығыҙсы... – Тертләткәненә уңайһыҙланған шулай ҙа.

Таныш тауыштың рәхәт зыңғырлығын тыңлап, иҙрәп китте. И, Ҡарлуғас... Яҙҙар һымаҡ, тағы әйләнеп ҡайтҡан бит. Ҡайтҡан! Күңеленә эркелеп тула барған һиллек, йылылыҡ әйтеп тора шуны.

Бер-береһенә йылмайып ҡарап торған икәүҙән таралған шул йылы ипкен йәмрәйеп торған донъяға йәм һипте лә ебәрҙе.

– Ҡошсоғом ҡайтҡан... Тимәк, йәшәргә инде, йәшәргә...

Рәйлә САБИТОВА.

Фото: Ф.Рәхмәтуллина

Сығанаҡ: Шоңҡар журналы

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас