Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
11 Апрель 2025, 04:05

Әкиәттәй ине үткән ғүмерем... Әкиәттәй...

    - Атайымдың бисәһе икәү ине. Беренсеһе ныҡ ауырып, үләр сиккә еткәс, минең әсәйҙе алып ҡайтҡан атайым. Ошо каранауыс һымаҡ ауырып, үләр сиктә яттымы икән инде, бахыр ғына ҡатын. Әсәйем уны тәрбиәләп, үлтермәй алып ҡала....

Әкиәттәй ине үткән ғүмерем... Әкиәттәй...Әкиәттәй ине үткән ғүмерем... Әкиәттәй...
Әкиәттәй ине үткән ғүмерем... Әкиәттәй...

    -Атайымдың бисәһе икәү ине.Беренсеһе ныҡ ауырып,үләр сиккә еткәс,минең әсәйҙе алып ҡайтҡан атайым.Ошо каранауыс һымаҡ ауырып, үләр сиктә яттымы икән инде,бахыр ғына ҡатын.Әсәйем уны тәрбиәләп,үлтермәй алып ҡала:һарыҡ һуйҙыртып,өлкән әсәйҙе шуның тиреһенә төрөп һалып,һурпа,үләндәр эсереп,урмандан аҡҡарһаҡ йыйып алып, ҡояшҡа ғына йылытып,шунда төрөп,улай-былай итеп терелтеп ала.Өлкән әсәйҙең өс балаһы булып,Шәрифйән тигән улын утын баҫып ҡына үлтереп ҡуя.Зөһрә,Фәүзиә тигән апайҙарым булды .

Өлкән әсәйем шәбәйеп китә.

  Шунан әсәйем әйтә икән инде атайыма:Фахрислам ағай ,мин китәйем инде,ҡатыныңды йүнәлттем бит,тип.

 Ә өлкән әсәйем әйтә ти:юҡ,бер ҡайҙа ла бармайһың,бергәләп дуҫ-татыу ғына йәшәйек,тип,әсәйемде ебәрмәй апҡалалар,тей былар.Шулай итеп атайым менән бәләкәс әсәйемдең туғыҙ балаһы булып,бишәүһе мәрхүм булып,дүртеһе генә ҡала йәшәп.Мин,Мәрғизә,Рамаҙан,Фәйрүзә.Бәләкәй әсәй эштә саҡта,өлкән әсәйем беҙҙе бағып,көңгөр-ҡаңғыр ғына йәшәнеләр.Ә беҙ ике әсәйле булып ,икеләтә наҙҙа,һөйөүҙә үҫтек.

Атайым эшкә ифрат әрһеҙ булды.Улар эшләмәгән ,атҡармаған эш булды микән ул?

Һуғыш мәле ине.Атайым урыҫ яғынан Закир ағайым менән убыркынан ҡайтып төштөләр.

-Ҡыҙым,әллә тәк ятҡанса мәктәпкә иҙән йыуырға бараңмы ,тей.

-Барайым ҡана.

Шулай итеп Түбиндә урыҫ мәктәбендә иҙән йыуыусы булып эшләп йөрөйөм.Ятажлы мәктәпкә ҡайһы сама һыу ташырға кәрәк.

Бер урыҫ бабай зур мискә менән һыу ташый.Шуны йылытып иҙән йыуам.Матин апамдың бер бәләкәс кенә өйөндә атайым ,мин тороп ятабыҙ.Атайым көн-төн утын әҙерләй,элек бит уҡытыусылар үҙҙәре утын ҡырҡты бит мәктәпкә.

Ажғырып торған ҡыш айҙары ине.

   Бер саҡ шулай атайым әйтә,бар,балам,Иҫәнбәткә ҡайтып,картуф алып кил,ти.Ирәндек аша төшөп ҡайттым ярай.Аяҡта батинка.Быйма ғәләмәте булманы микән?

Икенсе көнө иртәнсәк тоҡҡа ике биҙрә картуф һалып алып сыҡтым юлға.Мәжит апам осрағайны:ҡуй,балам,йөрөмә,буранлап тора бит , аҙашырһың , тей.

-Ҡай,атайым орошор,барайым ҡуй.

Шулай сығып киттем.Ууууйй,ҡоя ғына бит тирҫтән ҡар!Бер ни күрерлек түгел шул.Аҙаштым!Өлкән юлдан яҙҙым.Өҫтөңдә йылы кейем бармы әле-йоҡа куфайкы,ситсы күлдәк тә ситсы ыштан,батинка!Уй,әттә,үҙем илайым,үҙем һаман да аттап барам.Аяҡ аҫтынан күҙемде лә алмайым,иңкәйеп кенә киләм.Иңкәйгән ыңғайы баяғы картуфлы тоғом башымдан аша килә лә төшә.

Шулай бара торғас,йәй йөрөгән мал юлы табылды бит!Суван йылғаһына килеп сыҡтым,шөкөр.Хөсәйенов апамдың ҡатыны Суванда ғына өшөп үлгән ине,шул иҫкә төштө бит.Эй,илайым:шуны шикелле,үләм инде.Өшөй башлағас,бахыр инәйемдең күҙенә ут күренгән инде-сытыр өйөп ташлаған,ти,инәнән тыума сисенеп ташлап,ҡулын утҡа йылытҡан һымаҡ ҡына алға һоноп ҡына ултырып үлгән дә ҡуйған,ти бахыр ғынам.

Мин дә үләм инде инәйем һымаҡ ,тип илайым.Күҙгә ут күренә башланы бер заман.Хәл бөттө.Ултырҙым сүкәйеп кенә:үлһәм,өйрәк атҡан кеше табып алыр әле кәүҙәмде,тип йыуатам үҙемде.Күҙҙәремде йомоп ҡына ултырам.Шунан Хоҙай ҡөҙрәтле көс бирҙе бит үҙемә.

-Тор,тор,тор-,тип кемдер өндәште бит.

Торҙом.Тирә -йүнгә ҡарайым.Кеше заты күренмәй.Көс-хәл менән атлап барам.Билдән ҡар,көрт йырып килә торғас,һыуландым,күлдәгемдең ҡарын һепергән булам ҡулдарым менән. Батинка эсенә ҡар тулып бөттө.Ап-аҡ буранда саҡ юлды табып китеп ултырһам,бар донъя секунд ҡына яҡтырҙы ла,тауҙың башы күренде ,шунан кире ҡараңғыланды бит.Үәт,хикмәт!

Күлдәгем туңып ,көбө шикелле барам.Баяғы юлым Тубиндең ҡаҙаҡ урамына ғына апарып индерҙе бит!

Ҡояш саҡ ҡына күренә болот араһынан.Арҡандай ҡалған байырға.

Йөрәк китте йылынып.Ундағы бәләкәс кенә өйҙәрҙе һылап һалған да ҡуйған буран.Солан баштарынан ергә тиклем буран ҡаплап һалған ҡарҙы йырмаслап,бар ғына хәлемсә аяҡтарым менән ышырып,килеп индем Майтәп инәйемдең өйөнә.Инәйем урыҫ мейесен яҡҡан:

-Ҡаян киләсең?-тип,мине ҡосаҡлап алды, илай.

Шунан картуф бешереп,эһе сәй эсереп,майикмәк бешереп ашатты.Кейемде систереп,йыуып,һығып,мейескә элеп бөттө.Батинкаларҙың эсе лысма һыу булған.Уларҙы түңкәреп,һыуын һарҡытып,йәйеп ҡуйҙы .Ҙур толопҡа төрөп һалып ҡуйҙы был мине.Йылынып йоҡлап киткәнмен.

 Иртән тороп,кипкән кейемдәремде кире кейеп алдым.

-Нистәп картуфты бездән генә алмайсың-тип,инәй әрләй -Үлеп ҡуйсаң урманда?

Рәхмәттәр уҡып,

киттем мәктәпкә,барып инһәм,атайым:

-Нисек килдең,балам,ти.

-Алай ҙа мал юлы табып алдым,шул буйлап тик килдем,атай,тигән булам.

 Яҙ еҫтәре таралып,ҡарҙар ирей ,һыуҙар ташып,гөрләүектәр аға башланы.Турғайҙар сырылдығы сығып һай ғына күләүектәрҙән һыу эсәләр.Йәшел үләндәр морон төртәләр.

   Яҙғы каникулдар ине.Атайым урманда утын әҙерләй.Мин ятам өйҙә.Аяҡтан сыҙай алмайым,үҙәктәргә үтеп һыҙлай.Баҫып булмай.Күт менән шыуып йөрөйөм,аяҡтар атламай,дарыу юҡ.Шыуышып врачҡа барам-тоҙға баҫ,тей ҙә ҡайтаралар...

Шулай бер йоҡлап ятам,һыҙланам,һаташам:үҙ аяғымды үҙем ит итеп турайым икән ,тип төш күреп ятам...

Шул хәтлем үҙәккә үтте һыҙлауы.

Мәктәптең завхозы Ҡаҙаҡбаев ағай :

-Мин ,тей,һине үҙем урманға апарып дауалайым,ти.

Күтәреп кенә алып,арбаға сығарып ултыртты ағай мине.Киттек урманға.

 Атайым ике ҡултыҡ таяғы яһап,әҙерләп ҡуйған.Тамағыбыҙға эскәс,ҡыуышҡа инеп яттыҡ.

Ҡояш ҡалҡмаҫ элек ,офоҡ алланып ҡына ҡына торған мәл, атайым мине тышҡа ҡыуыштан күтәреп алып сыҡты ла үләнгә баҫтырҙы.

-Ҡыҙым,биш минут ошо ысыҡты кисерһең,мейеңә һыуығы үтер,түҙ,балам-ти,сәсемдән һыйпаны.

Шулай таң һайын биш минут ысыҡ кисәм.Тәүҙә күтәреп сығарҙылар,унан таяҡҡа таянып үҙем сыға башланым.Ипләп кенә ысыҡ кисәм.Мейегә тиклем үтә һалҡыны-түҙәм!

Ысыҡ кисә торғас, шәбәйеп,үҙем сәй ҡайнатырға эшкинә башланым,алтынсы көн тигәндә,атайҙар ҡырҡҡан ағастарҙың ботаҡтарын өйөргә сығып киттем.

Ҡәҙимге булып,йүнәлеп килдем Түбингә кире.Мәктәптең иҙәнен йыуып йөрөйөм.

 Маленьков тигән малай мәктәпкә йүгереп килеп инде лә,учительскийҙа торған ҡыҙыл байраҡты алып, тышҡа сығып йүгерҙе бит.Артынан сыҡтым.

Атайым теге байраҡты мәктәп башына ҡатып ҡуйҙы.

Мәктәп алдында гөрләп тора тауыш.

-Һуғыш бөткән!!!Еңеү!!!!

Эээйй,ул көндәр.Ҡалҡыуҙа ултыра бит мәктәп,клуб,магазин.Гөрләйҙәр,йырлайҙар,бейейҙәр шул ҡалҡыуҙа.Извещение килгәндәре илай,кеше илағас,һин дә илайһың бит инде.Ҡосаҡлашалар,ирҙәр араҡы эсәләр.Уны ҡайҙан алғандарҙыр инде.Магазинда булды микән,әллә складта?

Ирҙәр ҡайта башланылар һуғыштан.

Мәктәптә эш бөткәс,киттем Сибайға рудаға эшкә.Шанда эшләйем.Шанды ат һөйрәтеп алып китә,отвал башында торабыҙ,аяҡта батинкалар.Тағы аяҡтан сыҙатмай бит.

Киттем болнисҡа.Барһам,врач менән сестраһы шәл бәйләп ултыралар.

-Аяҡтарым һыҙлай,был ҡалайтып ҡарарға,тим.

Юҡ,ҡарамайҙар,тәки шәл бәйләп тик ултыралар был икәү:

-Погода такая,из -за погоды ноги болят. Врач энәһенән күҙен дә алмай.

Сибайҙа Сәйетборхан апамда тора инем:

-Исмаһам бюллетень яҙып бирмәйҙәр бит,тим,атлар хәлем юҡ!!!

Тағы таяҡҡа таянып йөрөй башланым.Апам мине Яхина ,тигән врачҡа алып килде.

-Апай,аяҡтарым һыҙлай,үҙебеҙҙең врач ҡараманы,пагуды такуй,тип ултыралар ,тип,хәлде төшөндөрөп бирҙем быға.Ҡараны,болнисҡа һалды.Ай ярым яттым болниста.Аяҡҡа баҫтырҙылар,шөкөр.

  Атайым килеп,ҡуй ҡайт ауылға ,ҡабат ауыр эшкә йөрөмә,тип ,алып ҡайтып китте Иҫәнбәткә.

   Шунан һыңар күҙле,һуғыш инвалиты силсәүит рәйесенә кейәүгә бирҙе атайым.Йыл ярым йәшәп өлгөрҙөк,һуғыш яраларынан,мандый алмай ,үлеп китте ирем.Тағы киттем рудаға эшкә.

Атайым тағы килеп алып ҡайтты.Ишбирҙелә пушты началнигы булып эшләп йөрөгән ҡәйнешемә кейәүгә бирҙе был юлы.Утын-бесән минең елкәлә.Ир бушамай.

Ҡыш урманға бесән тейәргә килдем.Атым тумар араһына инеп китте бит.Сығарып ҡына булмай.Сананы күтәреп сығармаҡсы итеп йән көсөмә күтәрҙем бит.Бесәне нейе менән санам ауҙы.Ул яфаланыуҙарым.Иллаллалар менән ҡайтып етеп ,сәй эстем.Бына эсемдән сыҙамайым бит.Буйымдағы бала ғынам тыуып,үлеп ҡуйҙы.Ул илауҙарым...

Өйһә өйә бит ҡазаны бер кешегә.Ирем ауырып китте.Түшәккә ятты был:

-Мәрзиә,минең ауырыуым опасны бит ,тей.Бер кемгә лә өндәшмә,Мәғәниткә болнисҡа барайым,тей был.Китте Магнитҡа.Күп тә тормай,

телеграмм килеп төштө:ваш муж умер.

Февраль айы.Кеше юҡ.Был ҡалайтырға,нисек алып ҡайтырға?Ултырып иламалы инде.Магнит моргында ята быным.

Тоҡҡа аҙ-маҙ ит тейәп алып,Атанғәле ҡайнағам менән киттек сығып.

Хәҙер нисек алып ҡайтырға?

Магнитта Һауа исемле танышым бар ине,киттек шуға кәңәш-төңәш итергә.

-Ошонда ,тей,татарҙар урамы бар,тей,ишәкле кешеләр йәшәй,тей шунда.Барығыҙ шуларға.

Барып таптыҡ,һөйләштек,тегеләр ҡәбер ҡаҙҙылар,ишәк менән әпкиттек мәйетте зыяратҡа,күмеп ҡайттыҡ. Апарған иттәремде бешереп,өсөн уҡыттыҡ.

Мәрхүм иремдең икенсе ҡатыны , улы булған икән.Тороп ятҡан өйөбөҙҙө,бер һыйырыбыҙҙы,бер һарығыбыҙҙы алды бисәһе.

Бахыр ир завещание яҙған,бергә ятҡан иптәштәре ҡул ҡуйған,ял көнө нотариус эшләмәгәс,ҡуй,нимә тип кеше өҫтөндә һаман ятмаҡ кәрәк,тип ,дүшәмбене көтмәй,ҡайтып киттек.Мисәт булмағас,завещание дөрөҫ булмай сыҡты.

Тағы ҡайттым атайыма.Ике һыйырым эйәреп ҡайтты был юлы.

Иҫәнбәттә һыу буйында

күп итеп йәшелсә үҫтерәбеҙ,емерелеп уңа,картуф үҫтерәбеҙ,донъя көтөп ятабыҙ.

  Шулай ҡорбан ғәйете булып,ҡорбан салғанбыҙ ҙа,күп ирҙәр,ҡатындар ашҡа йыйылалар.Ирҙәрҙең ҡулдарын сайҙырып ,улары өйгә инеп торалар,ҡатындар тышта ашайҙар.

Ғимадислам -Сонайым апаның ҡулын йыуҙырып торһам,бер дөм ҡара матасикл менән Хашим ағайҙың улы Хәсән килеп туҡтаны.Ғауға Хиҙиәттең ҡыҙы Нәфисә килен,ана үрҙә ҡорбан ашайҙар,тип әйтеп ебәргән бит Хәсәнгә.Был ирҙең дә ҡулын йыуҙырып индереп ебәрҙем.

Аш ашағанда,Әхмәҙулла ағай әйтә икән,Ҡотлобикәнең ҡыҙын димләйек,Мәрзиә барһын ҡустыма!

Хәсән килде кискә,һылтыҡлаңҡырап атлай.Аяҡ ҡынаһы фронтта яраланған.

Иҫәнбәттә йылға буйына төшөп һөйләшеп торған булдыҡ.Инде йәлләмес кенә булып тора быным.Аяғын обмотка менән генә урап йөрөнө,бахыр ғынам.Контужен ғына ҡайтҡан.Өйө юҡ.

Атайым:

-Өйөгөҙ юҡ,малығыҙҙы кеҫәгеҙгә һалып йөрөйһөгөҙмө хәҙер,ти.

-Өммөгөлсөм инәйемдә йәшәп торорбоҙ,тигән була Хәсән. 

Шулай бергә тороп киттек.

  Тәүҙә Әксинйәлә тал ҡырҡып,земнямкы үреп индек,иген ташыған фургон арба менән ике төрлө балсыҡ ташып алдыҡ,земнямканың тышын һылап ҡуйҙыҡ өмәләп. Үҙем кирбес һуғам.Муллахмәт апа дан итеп мейес сығарҙы.Кирбесте килеп тороп маҡтай.

-Кем һуҡты был кирбесте?

-Үҙем,тейем.

Шул мейес килеп тороп һәйбәт булды,икмәк һалып алғас,сөгөндө тығып аш бешереп ала инек әле.

Шунан Ҡыуатов ағайҙан ат һорап алып,лесниктан рөхсәт алып,мисәт баҫтырып,Өйташтан тере уҫаҡ ҡырҡып алып ҡайттыҡ.Урҙалыҡ,бағаналыҡ.Йомарсаҡ тауға китәм кәйлә,көрәк йөкмәп,нигеҙгә таш үҙем сығарҙым.Шулай ағас-таш хәстәрләп алдыҡ.

Шунан өс айҙа өй бурап сыҡтыҡ.

Хәсән апаң магазинда һатыусы булып эшкә төштө.

-Грамотныйһың,Иҫәнбәт халҡы магазинһыҙ хатта ыҙалай,халыҡты ҡайғыртайыҡ,тип күндерҙеләр. Үҙебеҙҙең соланыбыҙҙы магазин итеп эшләп ҡуйҙы бабай.

Тамағына ултырып эсер әмәл юҡ,яулыҡ ҡыналарын бөрә тотоп,халыҡтар магазинға килә лә торалар.Ашап ултырған еренән һикереп тора ла,һатырға сыға ла китә быным.

-Ҡалайтып тамағыма эсеп ултырайым,кеше көтөп тора бит,тигән булыр ине.

   Шунан өлкән ҡыҙыбыҙ тыуҙы.Бейә алып ебәрҙек тә,һаумал ғына ҡымыҙ эсерәбеҙ балаға.Рамаҙан ҡустымдың балаһын етәләп, әсәйем килгән була.

   Шулай матур итеп йәшәп ятҡанда,әллә ҡайһыныһы Хәсән апаңдың күңеленә ойотҡо һалып,быным Күсейгә ҡайтайыҡ,тип,дәрт итте бит.

Апаң ауырыҡһына...Һуғыш яралары йонсота.Йөрәге ҡуҙғала ла китә.Магнитта оҙаҡ итеп болниста ятып сыҡты быным.

Күсейгә ҡайтып, өй һалып индек.Балалар алтау булып китте.

Бабай ауырый.Гел болнисҡа йөрөр кәрәк.Автобус йөрөмәй.Попути юҡ.

Апаң Сибайға күсеүҙе уйлай башланы бит.Өй һатып алып,күсендек Сибайға.

Ике йыл ғына Сибайҙа йәшәп ҡалды,бабайым.

Шулай...

 Эй,матур йәшәнек.Апаң һауаларға сойорғоторлоҡ һөйөү һүҙҙәре лә һөйләмәне.Йылыҡай ғына һүҙҙәренән мәхрүм итмәне иллә мәгәр.Әкиәттәге һымаҡ булды уның менән кисергән ғүмерем.

Пушты таратырға китһәм,өшөмә,тип толобомдоң яғаһын күтәрер ине ,ҡайтыуымды көтөп алалмаҫ ине.

Иң бәхетле кешемен тимен үҙемде.Минеке һымаҡ бәхетте ҡыҙҙарыма,улдарыма ятҡанда ла,торғанда ла теләйем.

Шөкөр,ҡыҙҙарым яңғыҙламайҙар.

-Ҡартайыуҙарыма ҡайғырмайым

Үлтереп үк әрәм итәрһең...,-ошолайтып йырлап ебәргән булам.

Ҡартайыуы юрунда ул,

бына,тубыҡтарымдан сыҙамайым.

Ииих,үткәндәрҙе кире ҡайтарып,атайым күтәреп кенә ысыҡ кисергә алып сыҡһын ине...

 

С.Тамимдар.

Автор:
Читайте нас