- Тимер мейесеңде урамға ҡуйҙыртып йәпле иткәнһең дәһә. Ҡатығың унда леберләп кенә ҡайнап ултыра. Еҫе эй тәмле булып таралған, ҡорот итәһеңдер инде. Берәй баш миңә лә индерерһең. Шул яңы ҡорот менән сәй эсергә яратам бит. Малды бөтөргәс, зәрә ҡыйын, аҡҡа туйынып булмай, – тип урамдан уҡ һөйләнеп килеп инде күрше Фәғилә әбей. Иртә менән шулай көн дә кереп сыға ул. Быға өйрәнеп тә бөткәнбеҙ инде. Оҙаҡ та торламай үҙе. Хәл-әхүәл һорашып, бер аҙ ултыра ла: “Ярай, ҡайтайым әле”, - тип сығып та китә. Был юлы ниҙер һөйлегеһе килгәне күренеп тора, бер аҙ ярһыған да һымаҡ.
- Ә-ә-ә, Фәғилә әбей һауғынамы, әйҙә, үтеп ултыр. Әле генә һөт үткәреп алдым, яңы ҡаймаҡ менән ҡоротлап сәй эсеп алырбыҙ, - тип саҡырғас, ҡыҫтатмай ғына өҫтәл янына килеп ултырҙы.
- Йәнем көйөп йөрөй әле, килен, - тип башланы ул һүҙен, туҡтауһыҙ өҫтәл япмаһын ҡулы менән һыпырғылап.
- Нимә булды тағы?
- Фәнүрем ғаиләһе менән ялға ҡайтҡайны ла. Ишеткәнһеңдер әле. Шуларға үртәлеп йөрөүем.
- Эйе, күреп ҡалғайным шул. Малайың бер минут тик тормай, нисә ҡараһаң да эш менән мәшғүл. Бигерәк эшкингән инде шул Фәнүр. Электән шулай булды ивет. Ҡайтһа, бөтә эшегеҙҙе эшләп китер ине. Килен балаҡай ҙа һөйкөмлө генә һымаҡ күренде.
- Күренде имеш, ана шул ҡатынына йәнем көйә лә инде. Әллә ниндәй тәрбиә күрмәгән бала булып сыҡты.
- Нимәһе оҡшаманы?
- Нисек кенә әйтәйем икән, Фәнүремә бигерәк пакуй бирмәй. Урамда эш менән булған кешегә килеп кереү менән тегенеһен-быныһын ҡуша ла тора. Арығандыр был, тип уйламай ҙа. Уйлай беләме ни ул. Тәрбиә күрмәгән, тип әйтеп торам бит. Унан, тегеләй үтһә лә, былай үтһә лә ҡосаҡлап, үпәсләп, иренә аҫылынып тик йөрөйсө. Килешмәгәнде.
- Яраталыр улыңды. Ҡыуанып ҡына тик йөрө. Ундай бәхет тә һәр кемгә эләкмәй. Улыма бөтөнләй иғтибарын бүлмәй, тип килендәренә зарланғандарҙы ла беләм мин, –тип бүлдергәйнем дә, әбейем ишетмәгән кеше кеүек һаман үҙенекен туҡыны:
- Бәпәй күрергә тип үҙҙәренә барғанда ла шулай аптыратып бөткәйне. Фәнүр эштән ҡайтып инеүе була, баланы килтерә һалып тоттора. Тегеһе лә атаһын күреү менән ауыҙын йырып, талпынып тора бит әле. Уныһына бер һүҙем дә юҡ. Һуң ғына атай булды, танһыҡ ҡына инде үҙенә лә. Яратып туя алмай, балаҡайым. Тик, эш кешеһенә ял да кәрәк. Уйнап ҡайтмай ҙа. Мин әйтмәксе булһам, ҡыҫылма, әсәй, тип тыя ищеү. Бер һүҙ әйттермәй. Йәнәһе, ҡатыны көн буйына бәпәй менән ултырып арый.
Ашарына ла бешермәй ултыра ҡайһы ваҡыт. Өлгөрмәнем, ти ҙә ҡуя. Анһат та. Тегеһе лә килешкән, сәсрәтеп әрләр урынға, еңдәрен төрөп тороп үҙе плитә янына барып баҫа. Бына шуға һин сыҙар инеңме, килен?
Ниндәйҙер күңелен тынысландырырлыҡ һүҙ ишетергә теләгәндәй, әбейем ике күҙен миңә төбәп тынып ҡалды. Бындай ваҡытта ниндәй кәңәш бирәһең инде? Бергә ҡушылып һөйләп ултырыу ҙа һис килешкән эш түгел. Уйлап ҡараһаң, борсолорлоҡ бер нәмә юҡ. Төпсөк кенә балалары булғас, көнләшәлер инде. Улының үҙҙәре менән кәңәшләшмәйенсә өйләнгәнен дә кисерә алманы, шикелле. Өлкән улдары буласаҡ кәләштәрен алып ҡайтып күрһәтеп, уларҙың ризалығын алып ҡына ғаилә ҡорғайнылар. Ә быныһы оҡшаған кешеһен осратҡас, тотто ла өйләнде. Уға йәшәргә бит. Йәше лә байтаҡ бит инде. Тегеһе оҡшамай, быныһы ярамай, тип һайланып йөрөр ваҡыты үткән.
Оло кеше хәҙерге заман йәштәрен аңлап бөтәме ни. Әле ҡасан ғына: “Был бала бер ваҡытта ла ғаилә ҡормаҫ инде ул, йә ниндәй генә ҡыҙҙары булманы. Береһенә лә өйләнмәне. Анау күҙ табибы булып эшләгән Рәмзиәһе бигерәк күңелемә яҡын ине. Юҡ инде. Нимәһен оҡшатмағандыр. Ейән-ейәнсәрҙәремде күрмәй генә үлеп китәм инде” - тип күпме көйәләнеп йөрөнө. Ҡайтҡан һайын: “Ҡасан өйләнәһең инде”, - тип Фәнүренең ҡолаҡ итен ашаны. Хәҙер килеп кире яғы әйләнгән дә ҡуйғансы. Үҙенең яҙмышы бик еңелдән булмаған әсә әллә нимәләр кисерәлер инде. Улының өйләнеүенә лә хәҙер ике-өс йыллап ваҡыт үткәндер, ә ул һаман тыныслана алмай.
Һәйбәт кеше ул Фәғилә әбей. Ярҙамсыл, кешелекле, юҡты-барҙы һөйләп йөрөй торған ғәҙәте лә юҡ. Бер ваҡытта ла зарланғанын ишетмәҫһең. Был юлы аптыратты шул. Килен-кейәүҙәренә һүҙ тейҙермәй торғайны, юғиһә. Ҡарты Әкрәм бабай менән бына тигән балалар тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Хәҙер һәр береһенең үҙ ғаиләһе. Кинйәләре, ошо Фәнүр генә нишләптер оҙағыраҡ өйләнмәй йөрөнө. Үҙенең берәй сәбәбе булғандыр инде, башһыҙ малай түгел дә. Институт бөтөргән, ҡайҙалыр ҙур начальник булып эшләй шикелле. Өс бүлмәле фатиры ла бар, тип ҡыуанып һөйләгәйне Фәғилә әбей.
Ҡырҡты уҙғас ҡына өйләнде Фәнүр. Үҙенән күпкә йәш ҡала ҡыҙын алды ла ҡайтты. Ошо көндө күпме көткәйне Фәғилә. Ләкин буласаҡ киленен тәү күреүҙән оҡшатманы ла ҡуйҙы. Күңеленә ятманы. Етмәһә, ун алты йәшкә үҙенән кесерәк. Аҙаҡ һанлармы икән улын? Хан һарайы кеүек йортона әҙергә мәҙер килеп кергән дә ул. Их, бына тигән ҡыҙҙары бар ине лә бит. Тыңламаны.
Күршеләренән сыҡҡас, Фәғилә әбей өйгә керергә ашыҡманы. Йоҡлайҙарҙыр әле, тип аласыҡҡа ингәйне, унда ла йәм тапманы. Бабайы мөйөштә торған карауатта мыш-мыш килеп йоҡлай. Шулай ул, ҡайҙа башын терәй, шунда әүен баҙарына китә лә бара. Эй бошмаҫ та инде, тип ҡартына ла эсенән асыуланып ҡуйҙы. Олоғайғас шундайға әйләнде. Ни ҡолағы ҡатыланды, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырып та булмай үҙе менән. Ишетһен тип ҡысҡырырға ла ҡысҡырырға кәрәк. Ҡуй инде.
Тауыҡтарына ем һибеп, ихатала бер аҙ торғас, әбейҙең күҙе лапаҫ яғына төштө. Ана бит, кинйәкәйе күпме утынды ярып өйгән. Ул яйлап баҫып лапаҫ эсендә ярылмай ҡалған бер йыуан түмәр өҫтөнә барып ултырҙы. Яңы ярылған ҡайын утынының еҫе танауҙы ярып инде. Әбей рәхәтләнеп, ҙур итеп тын алды. Бына ҡайҙа рәхәт. Күләгәлә һалҡынса ғына, тауыш-тын юҡ.
Шул саҡ бәләкәй саҡта үҙҙәренең оло апайҙар менән торф сығарғандары, уны киптереп яҡҡандары, машинаға тейәп әллә ҡайҙарға оҙатҡандары иҫенә килеп төштө. Ул ваҡытта ҡайҙа инде бындай утын. Эштең ҡатыһы эләкте инде. Иген араһын утарға йөрөнөләр, ҡыйыҡ башын ябырға ҡамышын да урҙылар, фермаға мал ҡарашырға ла йөрөнөләр. Йәмилә исемле апай Фәғиләне ни өсөндөр яҡын күрҙе. “Алкин бүләге бит ул. Ана ниндәй матур булып үҫеп киләһең. Ни эшләп үҙеңә Бүләк тигән исемде генә ҡушмағандарҙыр. Бигерәк килешер ине. Атаһына оҡшап ҡына тора бит әле үҙе”, - тип йыш ҡына ҡосаҡлап яратып алыр ине. Ашарға туҡтағанда тәмлекәстәре менән дә бүлеште.
Ә ни эшләп Алкин бүләге? Фәғиләне шуныһы аптыратты. Йәмилә апаһынан һорағайны, уныһы ҡыҙға матур итеп ҡарап йылмайҙы ғына, ә һуңынан күҙҙәре йәшкә мансылды. Бәй, үҙе миңә күпме шулай өндәшеп йөрөнө лә, хәҙер илай. Бик ҡурҡыныс һүҙ булдымы икән ни? Әсәйҙән һорарға кәрәк. Тик нисек? Юҡ-бар нәмә менән башын ҡатырғанды яратмай ул.
Бәләкәй сағында Фәғилә йыш ауырыны. Һалҡын тейеп ыҙалай ине. Тамағы шешһенме, йүткерһенме. Бер мәл бөтә тәнен ҡаплап ҡыҙылса сыҡты бит. Ләж ятты, температураһы төшмәй ыҙалатты. Бишкә ярылырҙай булып, ни эшләргә белмәй йөрөгән әсәһе шул ваҡыт: “Бер ауырыуҙан сыға белмәйһең, әллә ниндәй бала булдың”, - тип һуҡрана биреп ҡуйҙы. Фәғилә барыһын да аңлай, былай ҙа үҙен һәр ваҡыт бөтә нәмәлә ғәйепле тоя, ләкин әле уның ғәйебе нимәлә? Шунда телгә килеп:”Әсәй, балаларың былай ҙа күп булған, унынсы бала итеп ниңә таптың инде мине”? - тип һорап ҡуйҙы. Әсәһенең яуабы башына таяҡ менән һуҡҡандай тәъҫир итте. “Бәй, кешенең балалары тыуа торҙо, үлә торҙо ла бит...” Аҙағын уйлауы ла ҡурҡыныс. Иҫенә төшһә әле лә ҡыйын булып китә. Мейеһендә мәңгелеккә уйылып ҡалһа ла әсәһенә асыу тотманы. Ун баланы үҫтереп ҡара әле. Бер үҙе бит. Аталары һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған. Фәғилә уны бер тапҡыр ҙа күрмәгән хатта.
Бер төндө Фәғилә төшөндә әллә нимәләр күреп һаташып килеп уянды. Үҙе лыс һыу булып тирләгән. Ҡыҙылсаһы ҡалҡһын өсөн яңы һуйған кәзә тиреһенә урап һалғандар ине, шуға эҫе булып та киткәндер инде. Уның ыңғырашыуына әсәһе йүгереп янына килде. “Тыныслан, балам. Оҙаҡламай йүнәлерһең”, - тип башынан һыйпағайны, Фәғиләгә эй рәхәт булып китте инде. Иркәләнеп ҡәҙерле кешеһенә һыйынды. Әсәһе барыбер ярата уны. Үҙ балаһын артыҡ күргән әсәйҙәр була тиме ни? Ҡыҙ ҡулай мәлде ҡулдан ысҡындырмаҫҡа булып, мәлендә үҙен әллә ҡасандан борсоған һорауҙы биреп ҡалырға тырышты.
- Әсәй, бер нәмә тураһында һорашһам асыуланмаҫһыңмы икән?
- Әйҙә, һорап ҡара.
- Анау Йәмилә апай мине һәр ваҡыт “Алкин бүләге” тип ҡосаҡлап ярата ла һуңынан үҙе илай. Ниңә улайта икән?
- Хәҙер һуң инде балам, башҡа ваҡытта һөйләрмен.
Һөйгәненең кейәүгә сыҡҡанын ишеткәс, Әкрәме ауылда яманаты сыҡҡан, эскесе бер ҡатынға өйләнә. Фәғиләгә үс итеп шуны тәрбиәләп, бына тигән кеше итеп алам, тип һөйләнеп тә йөрөгән, тиҙәр. Был турала ишеткәс, Фәғиләнең көйөнөүҙәре. Мин үҙемде уға тиң түгел тип йөрөһәм, кемгә өйләнеп ҡуйған. Эскән ҡатын менән эшлектән сығасаҡ бит.
...Ҡыҙына биш йәштәр самаһы булғандыр. Фәғилә уны йоҡлатып, бәйләменә ултырҙы. Фатимаһына күлдәк башлағайны. Бер ике юл сыҡтымы-юҡмы, тәҙрәһе төбөндә генә берәү йыр башланы:
Йәш ғүмер бер уҙғас,
Ҡайтмай ул яңынан.
Тик минең йәшлек
Никтер ҡайтыр кеүек...
Фәғилә һикереп килеп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Әкрәм йырлай ҙаһа. Әллә ҡолағына ғына ишетеләме? Уларҙың йәш ваҡыттарында яратып йырлаған йыры. Ҡатын һиҙҙермәй генә тәҙрә ҡорғанының бер яҡ ситен күтәрҙе. Ҡулына гөлләмә тотҡан Әкрәм тора шул. Ҡараңғы булыуға ҡарамаҫтан, Фәғилә уның күҙҙәренең зәңгәрлеген ап-асыҡ күргәндәй булды. Ул ҡорғанды тулыһынса асып ебәрҙе. Егет ҡарашын тәҙрә яҡтыһы төшкөн яҡҡа борҙо. Күрҙе Фәғиләһен. Әллә күпме күҙҙәрен ала алмай ҡарап торҙо ла ишек яғына ишараланы. Фәғилә ҡаршы алырға сыҡты. Осраштылар һәм башҡаса айырылманылар. Матур итеп донъя ҡорҙолар. Фәғиләнең ҡыҙын да үҙ балаһылай күреп яратты ире. Ул приборҙар эшләү заводына эшкә урынлашты. Һуңынан теүәл фәндәрҙе һыу кеүек эскән егет ситтән тороп авиация институтына уҡырға инде. Барыһы ла һәйбәт кеүек ине. Тик Фәғиләнең күрере алда булған икән.
Бер ялды улар күмәкләп ауылға ҡайтып килергә булдылар. Фәғиләнең дә күптән булғаны юҡ тыуған яғында, һағындырған да икән. Ләкин ҡәйнәһе һалҡын ҡаршыланы уларҙы. Уҫал тигән даны таралған Сабира әбей инде ул. Үҙгәрмәгән икән. Ишектән кергәс тә:“Балалы ҡатындан башҡа һиңә ҡыҙҙар бөткән инеме ни? Шул хәйерсегә иҫең китте бит. Кеше алдында ояты ни. Ете ят әҙәмдең балаһын үҫтерергә уйлайһыңмы?”– тип Әкрәмде бөрөп алды.
Әсәле-уллы оҙаҡ һөйләштеләр. Һуңынан тынысландырҙы шикелле Әкрәм үҙен. Юлдан килгәс, сәй ҙә эсеп тә өлгөрмәгән Фәғилә ҡыҙын ҡосаҡлап йоҡларға ятты. Ике-өс көнгә нисек тә түҙерҙәр әле.
Иртән торғас та килен менән ҡәйнәнең һүҙҙәре бырыҡманы. Бигерәк тә тиктормаҫ Фатимаға эләкте. Тегеңә теймә, быға тотонма, унда ултырырға ярамай, тип аҙым һайын киҫәтеп кенә торҙо әбей. Улы өйҙә саҡта һәйбәт кенә йөрөй ҙә, ул сығып киттеме, бәйҙән ысҡынған эт һымаҡ, быларға ташлана. Хоҙайым, шундай ҙа кеше булыр икән.
Бер көндө ҡәйнәһенең көмөш балдағы юҡҡа сыҡты. Оло янъял ҡуптарҙы, Фәғиләнең сумкаларын бушаттырып, эҙләмәгән ерҙе ҡалдырманылар. Ошо икәүҙең генә эше, оҙаҡламай өйҙәге бер нәмә лә ҡалмаҫ әле, тип Әкрәмдең күҙен дә астырманы. Фатима алған булған икән. Бала кеше беләме ни, алып уйнаған да ҡайҙа һалғанын онотҡан. Һуңынан уйынсыҡтары араһынан табып алдылар. Эй, тыуа-тыуғандан бер рәхәт күрмәне инде ул Фәғилә. Бәхетең булмағас, был донъяға ниңә тыуырға кәрәк булғандыр инде. Алкин бүләге имеш...
Әсәй кеше өсөн балаһын рәнйетеүҙәрен күреүҙән дә яманыраҡ яза юҡтыр. Иртәгә ҡайтабыҙ тигән көндө өйҙә йәнә тауыш ҡупты. Йыуған керҙәрен тышта элеп йөрөгән Фәғилә ҡыҙының сай баҡырып ҡысҡырыуына йүгереп ингәйне, нимә күрһен... Балаҡайғынаһы түгелеп илай, ҡәйнәһе аждаһа һымаҡ мөйөшкә һырыҡтырып баҫтырған да бына әрләй бит. Нескә генә беләген бороп семтеп алған сағында ғына, Фәғилә йүгереп барып йән асыуына уны этеп ебәрҙе. Сайҡалып стенаға барып һөйәлгән әбей яу һалып ҡысҡырырға тотондо. “Балаңды тәртипкә өйрәт башта. Ана, һандығымдың өҫтөн аҫҡа килтергән. Үлемтеккә тип йыйған әйберҙәремде тотош бутап бөткән, ҡәһәр һуҡҡыры нәмә”, – тип әйтмәгән һүҙен ҡалдырманы.
Семәрләп биҙәлгән был ҡупшы һандыҡ, килеп ингәс тә ҡыҙҙың иғтибарын йәлеп иткәйне. Бигерәк серле күренде, эсендә әллә нимәләр ятҡан һымаҡ. Һәр ваҡыт йоҙаҡлы торған һандыҡты яҡын килеп тотоп-тотоп ҡараны. Ә бөгөн ни ғәжәптәндер асыҡ ҡалған. Ҡыҙҙың унда нимәләр ятҡанын бик ныҡ белгеһе килде. Төбөнә тиклем төштө, ләкин һабын, яулыҡ, төрлө туҡымаларҙан башҡа иҫ китмәле бер нәмә тапманы. Ҡурҡыныс әбей беләгенән эләктереп алғанда, әйберҙәрҙең яртыһы иҙәнгә сығарып һалынғайны инде.
Фәғилә тиҙерәк Фатимаһын ҡулына алып, күкрәгенә ҡыҫты. Уй, бәләкәсенең ҡулдары әллә нисә урындан күгәреп сыҡҡан даһа. Тимәк, бер генә тапҡыр семтеп ҡалмаған. Ҡыҙын йәлләүҙән Фәғиләнең тыны ҡыҫылды, быуылып иларға тотондо. Әсәһенең илағанын күреп өйрәнмәгән Фатима субырлап аҡҡан күҙ йәштәрен һөртә-һөртә: “Әсәй, ә минең бер ерем дә ауыртмай ул. Бына ҡара әле ҡулдарымды, тип бәләген алға һонғайны, ундағы ҡыҙыл-зәңгәр таптарҙы күреп, кире тартып алғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡәҙерлеһенә күрһәтмәҫкә, йәшерергә тырышты. Беләге түҙеп торғоһоҙ итеп һыҙлаһа ла әсәһенең муйынына һарылып, наҙлап сәстәренән һыйпаны.
Шул мәл Әкрәм ҡайтып инде. Уны күреп әсәһе аҡырып илай башланы: “Минән мыҫҡыл иттерергә генә алып ҡайтҡанһың һин быларҙы. Ана, бөтә әйберемде туҙҙырып бөткән ҡыҙы. Түҙер хәлем ҡалманы”.
Ике ут араһында ҡалған Әкрәмдең дә сабырлығы бөткәйне. Күҙ аҫтынан ҡатынына ҡарап: ”Шул балаңды ҡарай алманың инде”, - тигәйне, былай ҙа ярһыған ҡатын әйберҙәрен йыя башланы.
- Юҡ, мин был йортта бер минутҡа ла ҡалмайым. Етте, ошо көндән башлап үҙемде лә, баламды ла берегеҙҙән дә рәнйеттермәйәсәкмен. Күп түҙҙем, түҙгән һайын нығыраҡ ҡотораһығыҙ. Теләһәгеҙ ни эшләгеҙ, - тип ишекте шарт ябып, Фәғилә ҡыҙы менән сығып китте.
“Башҡаса бында ҡайтып йөрөйһө булмағыҙ”, - тип Сабира ҡарсыҡ арттарынан ҡысҡырып тороп ҡалды. Әкрәм уларҙы туҡталышҡа етер саҡта ғына ҡыуып етте.
Ошонан һуң Фәғилә ысынлап та ныҡ үҙгәрҙе. Элекке күндәм, өдәшмәҫ ҡатындан бер нәмә лә ҡалманы. Берәйһе бер ҡыйыш һүҙ әйтеп кенә ҡараһын. Бигерәк тә балаларына ҡарата. Бәпкәләрен яҡларға ынтылған инә ҡаҙ кеүек ҡанаттарын йәйеп ҡаршы сыҡты. Ҡәйнәһе янына ла башҡа ҡайтып йөрөмәне. Үҙе шулай теләне бит.
Уйының ошо еренә еткәс, әбей үҙе лә һиҙмәҫтән терт итеп ҡалды. Мейеһен нимәлер телеп үткәндәй булды... Фәғилә үҙе лә шул Сабира ҡарсыҡҡа әйләнеп бара түгелме? Бәләкәй килененең уға ниндәй аламалығы тейҙе әле? Улы яратып өйләнгән, тағы ла нимә кәрәк? Үпкәләп ҡайтмай башлаһалар... Аллам һаҡлаһын. Йәшәһендәр генә.
Үҙен урлашып тотолған кеше кеүек хис иткән Фәғилә әбей күршеһе берәй нәмә һиҙеп ҡуймаһын, тигәндәй, ҡапыл ғына тороп баҫты ла инде апаруҡ бүҫкәргән самауырын күтәреп, аш бүлмәһенә сығып китте. Үҙенә шул тиклем рәхәт ине.
- Сәйҙе яңыртып алайыҡ әле, килен. Килеп ҡалай һәйбәт иттең әле, тип сутырлығы сыҡты.
Ҡапыл ғына шундай үҙгәреште күреп, аптыраһам да өндәшмәнем. Нимәлер башынан үткәрҙе был. Бая бер нөктәгә төбәлеп бик ҡаты итеп уйға ҡалғайны шул. Бүлдерергә баҙнат ҡына итмәгәйнем. Дөрөҫ эшләгәнмен, ахырыһы.
- Ысынлап та был донъяла беҙ ҡунаҡ ҡына. Һәр бер атҡан таңға һөйөнөп, бер- беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәүгә ни етә?!. Һиңә рәхмәт, килен, ябай ғына, хатта шаяртыу ҡатыш ҡына биргән һорауың менән тормошомдоң мөһим бер өлөшөнә байҡау яһарға һәм хатамды аңларға ярҙам иттең, күҙемде астың. Был турала нисек үҙемдең башыма килмәгәндер. Ярай, әле лә һуң түгел, бөтәһе лә һәйбәт.
Ниндәй һорауым шул тиклем ныҡ тәъҫир иткәндер, үҙем дә аңламай ҡалдым. Күп һөйләштек бит. Ярай, уныһы мөһим түгел.
- Ә хәҙер тиҙ генә өҫтәл әҙерләйек. Тегеләр ҙә асыҡҡандыр. Әйҙә, ярҙам ит. Һин һыуытҡыстағы йәшелсәләрҙе сығарып, тиҙ генә турап, салат әҙерлә. Мин бәрәңге бешерергә ҡуяйым. Фәнүрҙәр тәмле ыҫланған балыҡ алып ҡайтҡайны, - тип өтәләнде күршем.
Бер аҙҙан күмәкләп шау-гөр килеп өҫтәл артында һыйлана инек инде. Фәғилә әбейҙәге үҙгәреште һиҙмәй ҡалманылар, әлбиттә. Өйҙәге хәл-торош хужабикәнең кәйефенә ныҡ бәйле шул. Барыһы ла еңел тын алып ҡалғандай булғандыр, моғайын. Юғиһә, нисә көн энә өҫтөндә кеүек хис иттеләр үҙҙәрен. Характер ҙа бар шул әбейеңдә.
https://ural-rb.ru/articles/common_material/2025-04-03/alkin-b-l-ge-4184208