Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
24 Март 2025, 06:13

Тимер бығау эҙҙәре.Хикәйә. З.Ишмурзина

Хәҙисә кескәй ваҡыттан уҡ ата-әсәһен иҫләмәй ҙә. Шуға күрә уны өләсәһе менән ҡартатаһы ҡарап үҫтерҙе. Ололар һөйләүе буйынса Ғәлимә әсәһе ниндәйҙер бик йыраҡҡа, поездар үтеп-һүтеп йөрөгән ҡалаға киткән. Эше бик мөһим булғанға уны ауылға ҡайтармайҙар икән. Былай ҙа өләсәләрен әсәй урынына күреп эҫенгән балаға ул ҡатын ситтә кеүек ине инде. Теремек, еңел кәүҙәле Сафура әбей фермала һаман быҙау ҡараусы булып эшләй . Шуға ла улар аҡтан өҙмөлмәне. Ейәнсәрен дә һәр ваҡыт, үҙе менән бергә йөрөттө. Аҡмулла бабай колхозға ҡышын- сана, йәйен арба йүнәтте. Икеһе лә эшкә әрһеҙ булды. Әбейе аш-һыуға оҫта, йорттарын да балҡытып тотто, тик әҙерәк ҡолаҡҡа ҡатыраҡ ине. Янына барып ҡысҡырып әйтмәйенсә ишетмәне.

Тимер бығау эҙҙәре.Хикәйә. З.ИшмурзинаТимер бығау эҙҙәре.Хикәйә. З.Ишмурзина
Тимер бығау эҙҙәре.Хикәйә. З.Ишмурзина

Хәҙисәнең дә әҙерәк ғәриплеге булды: уң яҡ аяғы аҡаһаңҡырап торҙо. Сабый донъяға килгәс тә һыңар аяғы ҡайтышыраҡ икәне һиҙелде. "Тора- бара, тигеҙләнәсәк", -тип йыуатты табиптар әсәне. Үҫә төшә, тиҫтерҙәренән айырмалы рәүештә, уның кәмселеге нығыраҡ күҙгә ташлана башланы. ”Сатан” ҡушаматы ла йәбештерҙеләр. Өләсәһенең алдына ятып әллә купме; ”Бынан хун мәктәпка бармайым! Мине Ғәлимә әсәй янына ебарегеҙ, бөгөн үк китәм!” - тип илағаны булды. Уныһы ҡытыршы ҡулдары менән ейәнсәренең сөм -ҡара сәстәренән һыйпап; ”Эй,балаҡайым ни хәлдәр генә ҡылайым икән? Ҡулымдан килһә, үҙем өҫтәр инем һиңә аяҡтар.Ябай түгел ә, көмөштән!”-ти ҙә, баланы алдаштырып, үҙе уйлап сығарған серле,мөғжизәле хикәйәткә күсә. Уныһы илауынан туҡтап, күҙҙәренән осҡондар сығарып, тыңларга тотона. Тормош һәр ваҡыт әкиәттәгеләй дауам итһәсе. Юҡ шул. Уның артында тағы ла шомлорағы ҡалҡып сыға. Ҡыҙыҡай бишенсе класҡа күскән ваҡытта, үпкә сире менән ҡартатаһы мәрхүм булып ҡалды. Сафура әбейҙең дә ҡайғынан хәле мөшкөлләнә төштө. Ферма юлын ташлап, өй эсендәге ваҡ- төйәктәр менән генә булыша башланы. Ә Хәҙисә кәкүк әсәһен эҙләп күпме генә хаттар ебәрһә лә яуап килмәй. Ҡыҙ уның был донъяла юҡлығына тамам ышанып, ҡул һелтәргә булды. Һигеҙенсене этеп-төртөп тигәндәй тамамланы ла, өләсәһе юлын дауам итеп, фермаға һыйыр һауырға сыҡты.Унда-бында һөтөн алып ҡайтып, ҡатығын ойотоп, ҡорот киптерҙе. Эштә олораҡ апайҙар уға ярҙам итеп, кәңәштәрен бирҙе. Иртән иртүк барыуға ферма умарта кеүек геүләп торҙо. Мал ҡараусы ир-аттың "һайтылдатып" һыйырҙарҙы айырғандары, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡысҡырып көлгәндәре...Эттәрҙең ләүкелдәгәндәре хатта ауылға ишетелә. Хәҙисә эшкә һәр ваҡыт күрше Зәйтүнә апаһы менән йөрөнө,сөнки иртүк барыуы шомлораҡ. Ҡыш бигерәк тә. Етмәһә, ауылға бүреләр төшә, тип тә һалдырҙылар. Һыуыҡ ҡыш үтеп, ергә йәмле яҙ килде. Бар тирә-яҡ йәшел хәтфәгә күмелде. Хәҙисә был айҙы 15 йәшен тултырып ҡаршы алды. Ҡарлуғастай ҡыйғас ҡаштары, оҙон керпектәре, әҙ генә бүлтәйеп торған алһыу ирендәр ап-аҡ йөҙөн тағы ла матурлап, сафландырып ебәргән төҫлө. Парта артынан киткәне бирле”сатан”ҡушаматы әлегә онотолоп тора. Шулай ҙа урам араһында бик йөрөргә яратмай. Ҡыҫҡа аяғын күрһәтмәҫ өсөн, оҙонораҡ итәкле күлдәк кейергә тырыша. Бөгөн һауынсы апалары уға бүләк әҙерләгән. Эшкә барыуға ап-аҡ муйыл сәскәһенән әҙерләнгән гөлләмәләр тотоп ҡаршы алды. Бригадир Ләлә апай һүҙ тотоп ; ”Һеңлекәшебеҙ! Һине бөгөн сәскә атҡан ваҡытың менән ҡотлайбыҙ! " -тип,матур теләктәр әйтеп, ҡулына аҡса тотторғас; ”Теләгәнеңде алырһың”, -тип күҙ ҡыҫты. Унан һуң башҡалар ҡушылды был ихлас ҡотлауҙарға. Араларындағы осоп -ҡунып торғаны; ”Ҡыҙҙар, былай булмай, эштән һуң Сафура инәйебеҙҙең тәмле сәйен эсеп ҡайтабыҙ”, –тип ҡуйҙы. Барыһы ла бер тауыштан риза булды. Ҡыҙ йәһәтләп эшен бөтөп, ҡайта һалып,өҫтәл әҙерләргә ашыҡты. Һауынсылар килеүгә бар нәмә шартына килтерелгән ине. Йырлашып-көлөшөп, Сафура әбейҙең уҫал балын эсеп бер аҙ ултырғас, һәр кем ҡайтырға таралышты. Хәҙисә тышҡа сыҡты. Ниндәй рәхәт; саф һауа, танауына яҙ , муйыл еҫе килеп бәрелде. Береһенән- береһе уҙҙырып ҡоштар һайрай. Исмаһам ошондай илаһи минуттарҙы бергә кисереп ултырыусы әхирәте лә юҡ бит уның. Күптән үҙенең тиҫтерҙәренән ситләшеп бөттө шул. Уларҙың һәр береһе кәмһетеп ҡараған төҫлө ине уға. Шуға ла күберәк ололараҡтар менән аралашты. Берәүгә лә ғашиҡ булып,мөхәббәт хисен татығаны юҡ. Атаһы менән әсәһен күрмәй үҫкән балаға, ундай хискә күңел төпкөлөндә урын юҡ һымаҡ. Бала саҡтан уҡ йомолоп үҫкәнгәме, ҡаты бәғерләнә башланы. Урамдан әсә менән баланың етәкләшеп уҙғанын рәшәткә ярығынан ғына күҙәтеп ҡалыр ҙа, кәмһенеүенән оло өйәңке төбөнә ҡартатаһы эшләп биргән кескәй ҡыуышҡа инеп, ергә ҡапланып илар булды. Әсәһе уны, ғәрип баланы үҫтергәнсе, тип ташлап киткәндер. Башына ошондай уйҙар килһә, йөрәге тағы ла дөпөлдәп тибә башлай. Яҡты тормошто үҙенсә кисерә Хәҙисә. Өләсәһенә генә кәрәк ул. Тағы ла яңы көн тыуҙы. Ҡыҙ иртәнге һауынға барырға йыйынды. Сафура әбей ейәнсәрен оҙатҡанда; ”Балам, бер юлы Байсәләмгә әйт, өй ҡыйығының мөйөшөн ябып китһен әле. Ямғыр яуһа стена һыулана ла тора”, -тине. Хәҙисә фермаға барғас та өләсәһенең йомошон еткерҙе. Уныһы алдан уҡ ошо һүҙҙәрҙе көтөп йөрөгән кеше кеүек күҙҙәрен ялтыратып; ” Булдырабыҙ уны, һеңлекәш!” -тип, устарын бер- береһенә һуғып алды. Ул да белә кемдең йомошон йомошларға; әбейҙең әсе балын һәр кем ауыҙ итә алмай шул.Ҡыҙ арып-талып ҡайтҡанда ир ҡушылған эште тамамлап, өҫтәл артында ултыра ине. Өйөндә әрләп ҡаршы алыусы ҡатын-ҡыҙ булмағас, иркенләй бирҙе. Әбейгә ни, хәбәр һатып, көн үткәрергә иптәш кенә булһын. Тора -бара элеккегә төшөп киттеләр. Байсәләмдең дә йәше үтеп бара, ул да яңғыҙ ҡарға кеүек донъя көтә. Ата-әсәһе йәшләй генә вафат булды. Ике ағаһы үҙ ғаиләһен ҡороп, ситкә сығып киткән. Ҡарап тороуға баҫалҡы, ипле һөйләшә. Эсендә нимә ҡайнайҙыр, уны белгән әҙәм юҡ. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ошо осорҙа ғына, әллә күпме файҙа килтерҙе Хәҙисәләргә. Килгән һайын утынын бысып -ярып китә. Ә бер нисә көн килмәй торһа,уларға кемдер етмәгән төҫлө тойола. Хәҙисә уны яҡын ағаһы һымаҡ үҙ итте. Кескәй ваҡыттан яңғыҙ үҫеп, һәр ваҡыт ишле ғаиләләргә күҙе ҡыҙыға ине. Ә ир, киреһенсә, яңы бөрөләнеп, тулышып килгән ҡыҙҙы ҡосағына ҡыҫып һутлы ирендәренән үпкеһе килде. Төндәр буйы ҡыҙҙы ана шулай күҙ алдына килтереп, уйланып ятыр булды. Бер көн Хәҙисә киске һауындан арып ҡайтып тиҙ генә ҡапҡыланы ла, яғылған мунсаға инеп китте. Бер аҙ парланып йыуына ғына башлағайны, мөгөҙһөҙ һыйыр һымаҡ, һалмыш Байсәләм килеп кермәһенме ! ”Һеңлекәш, һыуыҡ һыу алып килдем”,-ти. Ә үҙенең күҙҙәре, эләүкә өҫтөндә ултырған сыр яланғас ҡыҙҙы ҡапшай. Хәҙисә ҡурҡышынан сәрелдәп ҡысҡырып ебәрҙе. Оран һалыу менән ни, ҡолаҡҡа ҡаты Сафура әбей ишетәме инде һуң уны?! Ир эстән келәне элеп, оят ерен тас менән ҡаплап, дер ҡалтыранған ҡыҙ янына килеп, шашып үбергә кереште. Әзмәүерҙәй ир янында,ҡыҙ үҙен бәләкәй генә сысҡан шикелле тойҙо. Ҡаршылашып та ҡараны, тик файҙаһыҙға ғына булды. Хәлһеҙләнгән кәүҙәһенә баш була алмай иҙәнгә, шылып төштө. Иргә шул ғына етә ҡалды; ҡалтыранған ҡулы менән ҡыҙҙың сәстәренән һыйпап; ”Рәнйемә бер үк, Хәҙисә! Һинең яныңдан мин бер нисек тә тыныс үтеп китә алмайым. Сихырланың бит мине! Һиңә тиклем бер ҡатын-ҡыҙ менән дә улай булғаны булманы. Теләйһеңме, һине кәләшлеккә алам ?” -тине. Ҡыҙ оялышынан да, ҡурҡышынан да нимә әйтергә белмәй, тороп кейенде лә өйөнә ҡарай йүгерҙе.
Йәмле йәйҙәр,көҙҙәр үтеп,ер үҙенең ап-аҡ юрғанын ябынды.Мунсала булған ваҡиғаны ир менән ҡыҙҙан башҡа берәү ҙә һиҙмәне. Ябылған ҡаҙан ябыуы менән ҡалды. Хәҙисә башҡаса ирҙе үҙ янына яҡын да ебәрмәне. Байсәләм Сафура әбейҙәргә һирәк кенә булһа ла килгеләп йөрөнө. Тик, беҙ ҡапсыҡта ятмай, тигән кеүек, күпме генә йәшерергә тырышһа ла,ҡыҙҙың яйлап ҡорһағы беленә башланы. Эшкә барһа, эсен һыҡтырып бәйләп йөрөгән булды. Шулай бер күрше Зәйтүнә апай; ”Һин, балаҡай, йөклөгә оҡшайһың! Төҫөң дә үҙгәрҙе ,башҡалар менән аралашыуҙан ҡаса башланың. Байсәләм берәй эш ҡылып ташланымы әллә?, -тип, алдан шәпләп атлап китеп барған ҡыҙҙың ҡулынан тартты. Уныһы һорау урынына ыҡ-мыҡ итеүҙән башҡа һүҙ әйтә алманы. Берәү менән дә йүнләп асылып һөйләшкәне юҡ шул. Үҙ - үҙенә бикләнде. Өләсәһе - ”ҡарт бүре”- ейәнсәренең тамаҡ ашамай, көн дә бойоғоп бер нөктәгә ҡарап тик ултырыуын һиҙеп тора. Юҡ - бар һорауҙар биреп,йәнен телгеләмәйем, тип кенә өндәшмәй. Шунда ла үҙ кәңәшен бирҙе ; ”Байсәләмдең дә яҡын бер кеме юҡ, әллә бергә килешеп тормош ҡороп ҡарайһығыҙмы? Балаға бит атай кәрәк. Минең дә йәшем үтеп бара бөгөн - иртәгә ҡартатайың үҙ янына саҡырыр. Һине ҡурсалаусы ир-ат кәрәк балаҡайым! Яҙмышыңа үпкәләмә. Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире. Был яҡты донъяға үҙ ризығың менән тыуғанһың, күрәсәгең шулай булыр тип кем уйлаһын. Ҡабул ит һин уны,балам!” -тип ҡыҙының үҫмер генә көйө саллана башлаған сәстәрен нәҙек бармаҡтары менән тараны. Хәҙисәгә күптән өләсәһенең аҡыллы һүҙҙәре генә кәрәк булғандай, башын яҡынының алдына һалып үкһеп илап ебәрҙе. Күҙенә йәш эркелгән әбей ҙә ҡолонсағына ҡушылды.
Уның үҙенә оҡшап, аҡ йөҙлө, ҡап-ҡара сәсле улы тыуҙы. Бала тыуҙырыу йортондағы ҡатындар, уға ҡарап; ”Үҙе бала кеүек кенә, етмәһә, баһадир сабый тапты!”-тип тел шартлаттылар. Йәш әсәне кемеһелер йәлләп; ”Эй, ҡуй инде, ғәриплегенән көлөп береһе мыҫҡыл иткәндер. Йәш баланы әрәм иткәндәр. Ярай ҙа ул әҙәм аҡтығы ҡатынлыҡҡа алып, баш тартмаһа?”-тип уфтанды. Сабый тос ҡына ине. Әсәһенең һөтө етмәй аптыранғас, палаталағы бер апай йәлләп имеҙҙе. Балаға ауырға уҙыуын һиҙгәндән үк Хәҙисә яратмай ине. Унан ҡотолоу сараһын күрер өсөн, өләсһенән йәшереп мунсала төрлө төнәтмәләргә лә ултырып ҡараны. Файҙаһы булманы. Тыуғас та янына алып килеп һалғайнылар, башын борғослап, имергә тип әсәһенең түшен эҙләгән сабыйын алып ырғытырҙай булды. Шунда ла көр тауышы менән ҡысҡырып илап ебәргән балаһының йөҙөнә ҡарамайса ғына, түшен ауыҙына ҡаптырҙы. Уныһы мыш, мыш килеп супылдатып һура башланы. Ҡатын ҡытығынан саҡ түҙеп, имеп йоҡлап киткәнен көтөп, урынына ипләп кенә һалды ла, тороп китте. Тәҙрәнән тышҡа ҡараны. Ана бер матур, олпат ҡына, ауыҙы ҡолағына еткән ир ҡулына гөлләмәләр тотоп тегеләй-былай йөрөнә. Тегендәрәк еңел машинан ыҫпай ғына кейемдәр кейгән ирле ҡатынлы әҙәмдәр төштө. Үҙҙәре был яҡҡа ҡарап ҡул болғай башланылар. Хәҙисә ят әҙәмдәрҙе күреп уңайһыҙланып китте. Әллә үҙенә сәләм бирәләрме? Әсәһе ҡыҙының бәпес тапҡанын ишетеп ҡайтҡанмы? Әйләнеп ҡараһа, артында торған бүлмәләш ҡатын уларға яуап итеп ҡул болғай икән. Йөҙөнән ҡыуаныс сатҡылары һирпелеп тора. Йүгереп барып карауатта мышнап йоҡлап ятҡан сабыйын күтәреп, тегеләргә күрһәтә башланы. Үҙе; ”Ана-а,өләс менән ҡартай килгән, Зөлфиә ҡыҙым ҡайҙа, күрһәт тиҙәр минең тәмлекәсем!” –тип, ҡыҙының битенән үбә-үбә һөйләнә башланы. Ошо минутта Хәҙисәнең йөрәген нимәлер сыйып үткән һымаҡ тойолдо. Хәлһеҙләнгән аяҡтарын көскә һөйрәп сабыйы ятҡан карауаты янына саҡ барып етте.
Хәҙисәләрҙе алып ҡайтырға колхоз бригадиры үҙенең еңел машинаһын бирҙе. Гөлләмәләрҙе Зәйтүнә күршеһе табиптарға тотторғас, сабыйҙы үҙ ҡулына алды. бергәләшеп шау-гөр килеп ҡайтып та еттеләр. Сафура әбейгә бергә эшләгән һауынсы апалары ярҙамлашып өҫтәл әҙерләгәндәр. Өрлөккә сөй ҡағып сәңгелдәк тә элгәндәр. Сабый ҡайтыуға өйҙә барыһы ла тейешенсә әҙерләнгәнгәйне. Иртәгеһен мунсаға һыу ташып, өләсәһе менән сабыйҙы йылымыс ҡына һыуҙа ҡойондороп алдылар. Ауыл муллаһына, күрше - күләнгә генә әйтеп, Ғимран тип исем ататтылар.

Автор:
Читайте нас