Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
14 Февраль 2025, 04:33

Мөхәббәт уйыны

Ҡыҙ­ҙың киске уйынға сыҡҡанын түҙем­һеҙлек менән көтөп ала ла ул. Әммә йәнә егет уйлағанса килеп сыҡмай. Барыһына ла үҙе ғәйепле, әлбиттә. Уйындан уймаҡ сығарҙы бит. Белә: Миләүшә уны ғүмер­ҙә лә ғәфү итмәйәсәк. Тик йөрәктәге өмөттө генә һүндереп булмай. Шулай уйлап килгән Айрат инде ҡап­ҡанан инеп барған Миләүшәне ҡыуып етте лә, ҡулынан тотоп, кәртә янындағы эскәмйәгә табан тартты...

Мөхәббәт уйыныМөхәббәт уйыны
Мөхәббәт уйыны

Бөгөн дә Айрат Миләүшәне оҙатырға килде. «Оҙатырға», – тип әйтеү бигүк дөрөҫ тә түгел. Бер-ике аҙым арттараҡ ҡалып атланы.

Ҡыҙ­ҙың киске уйынға сыҡҡанын түҙем­һеҙлек менән көтөп ала ла ул. Әммә йәнә егет уйлағанса килеп сыҡмай. Барыһына ла үҙе ғәйепле, әлбиттә. Уйындан уймаҡ сығарҙы бит. Белә: Миләүшә уны ғүмер­ҙә лә ғәфү итмәйәсәк. Тик йөрәктәге өмөттө генә һүндереп булмай. Шулай уйлап килгән Айрат инде ҡап­ҡанан инеп барған Миләүшәне ҡыуып етте лә, ҡулынан тотоп, кәртә янындағы эскәмйәгә табан тартты.
– Аҙ ғына ултырып тор әле, зинһар өсөн, тыңла инде мине, Миләүшә, – тип һөйөү тулы ҡараштары менән ҡыҙға ҡараны. Әммә уларҙы Миләүшә күрмәне, дөрөҫөрәге, күрергә теләмәне. Әле бер нисә көн элек кенә ошо егетте өҙөлөп ярата ине. Тик хәҙер был тойғо асыу, нәфрәт менән алышынды.
Эскәмйәгә килеп ултырғас та ҡыҙ, ҡараштарын күктәге йондоҙҙарға төбәп, ҡоро ғына өндәште:
– Мин һине тыңлайым. Һөйлә. Тағы ла ниндәй план ҡорҙоң?
Айрат унан башҡа һүҙ ҙә көтмәгәйне инде.
– Ғәфү ит, Миләүшә. Мин бит улай булыр тип уйламағайным. Ысынлап та, яратам мин һине. Әйҙә, барыһын да онотоп, яңынан дуҫлашайыҡ. Үҙең дә яратаһың бит. Һүндермәйек мөхәббәтте, – тип ҡыҙҙың алдына теҙләнде.
Миләүшә егеттең күҙҙәренә баҡты. Һөйөү менән мөлдөрәмә тулған ҡараштар осрашты. Ай яҡтыһында уның күҙҙәрендә йәштәр йылтырауын күреп ҡал­ғас, Айрат та ыңғай яуап ишетермен, тип өмөтләнде. Ләкин Миләүшә:
– Яратам, өҙөлөп яраттым. Бының өсөн үкенеп бөтә алмайым. Мин һиңә уйынсыҡ түгел, – тине лә һикереп тороп, ҡапҡаға табан атланы. Егет уны туҡтатырға теләп:
– Кисер мине, һөйгәнем. Яратам бит һине. Тағы ла бер мөмкинлек бир. Нимә теләйһең, шуны эшләйәсәкмен, – тип төнгө тынлыҡты боҙоп ҡысҡырҙы.
Өҙөлөп һөйгән кешеһенең ялбарыуынан йөрәге нисек кенә әрнеһә лә, ғорурлығы еңде Миләүшәне:
– Һинең башҡаса күҙемә салынмауың хәйерле, – тип яуап бирҙе лә ҡапҡаны шап иттереп ябып инеп китте. Һәм әле­гә тиклем атылып сығырға әҙер торған күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Мөхәббәтен мәңгелеккә юғалтыуын аңлап, оҙаҡ иланы Миләүшә. Төндө лә йоҡоһоҙ үткәрҙе.
Ҡыҙҙың һуңғы һүҙҙәренән һуң егет тә бик ауыр уйҙарға бирелеп, оҙаҡ баҫып торҙо. Иҫен йыйып, ҡайтырға сыҡҡанда ла һөйгәне менән бергә үткән бәхетле минуттарын иҫләне. Үҙенең яңылышы­уына ныҡ үкенде егет. «Их, ваҡытты кире ҡайтарып булһа икән. Ул саҡта бындай хәл дә килеп сыҡмаҫ ине», – тип үҙен-үҙе әрләне. Ә эш былай булды.
Уҡыу йылы тамамланырға күп тә ҡалмағайны. Өс дуҫ: Айрат, Дамир һәм Илшат, ҡыҙыҡ өсөн генә, араларындағы «Иң өлгөр егет»те билдәләү маҡсатында «бәйге» ойошторҙо. Кем мәктәптәге иң һылыу ҡыҙҙы ике аҙна эсендә үҙенә ҡарата ала, шул ошо титулды яулаясаҡ. Ҡыҙҙар араһынан туғыҙынсы синыфты тамамлаясаҡ Миләүшә һайланды. Һомғол буйлы, нескә билле, ҡыйғас ҡара ҡашлы, ҡара күҙле һылыу ҡыҙ. Үҙе яҡшы уҡый, ә моңло итеп йырлауы һуң!? Һандуғас һайрауымы ни! Артынан йүгереүсе егеттәр ҙә күп. Тик ниңәлер ҡыҙ ғына берәү­һенә лә ҡарамай. Әллә яратып йөрөгән егете бар, әллә үтә ғорур микән? Өс дуҫ та, Миләүшәне һайлағас, ошо һорау­ға яуап табырға тырышып, оҙаҡ баш ватты, төрлө дәлилдәр килтереп ҡаранылар. Аҙаҡтан, нимә булһа ла был серҙе берәүгә лә һөйләмәйбеҙ тип, һүҙ беркетеп, өйҙәренә таралыштылар.
Һөйләшеүҙең икенсе көнөнә үк өс егет тарафынан да Миләүшәгә «һунар» башланды. Телефон һанын табып, СМС хаттар яҙыу, шаярып бер туҡтауһыҙ шылтыратыуҙар, дәфтәр-китаптары араһына мөхәббәт хаттары яҙып ҡалдырыу менән ҡыҙҙың иғтибарын йәлеп итергә тырыштылар. Синыфташы Илшат хатта, минән иҫтәлек, тигән булып, бәләкәй генә йомшаҡ уйынсыҡ та бүләк итте.
Артынан йөрөүселәр күп бул­ғас, егеттәрҙең бындай ҡылыҡ­тарына инде өйрәнеп бөткән Миләүшә. Шуға тәүҙә быларына ла әһәмиәт бирмәгәйне. Әммә аҙым һайын тиерлек сюрприздар осрай башлағас, бер аҙ һағая төштө. Үҙенә лә әллә нимә булды ла ҡуйҙы. Бигерәк тә унынсы синыфта уҡыған Айрат юлында осраһа, ҡыҙ оялып, башын түбән эйҙе. Уныһы ла Миләүшәне күреү менән күҙен дә алмай йылмайып ҡарай, ҡайһы саҡта ҡаш һикертеп, күҙ ҡыҫып үтеп китә. Тора-бара Миләүшә үҙенең Айратҡа битараф түгеллеген аңлай башланы. Ә инде бер нисә көндән ул егеттән мөхәббәт хаты килеп төшкәс, был уйы менән бөтөнләй килеште. Үҙенә оҡшаған егеттән һөйөү һүҙҙәре ишетеүе ҡыҙҙы күктең етенсе ҡатына күтәрҙе. Тигеҙ хәрефтәр менән матур итеп яҙыл­ған был хатты ҡат-ҡат уҡып, ятлап бөттө Миләүшә.
Осорға әҙерләнгән ҡош кеүек талпы­нып, ҡанатланып йөрөнө был мәлдәрҙә. Клубта шәмбе көндө үткәрелгән дискотека ҡыҙҙың яҙмышын хәл итте лә ҡуйҙы. Талғын ғына көй ағыла башлағас, Айрат уны парлы бейеүгә саҡыр­ҙы. Тәүҙә Миләүшә егеткә күтәрелеп ҡарарға ла ояла ине, әммә яғымлы итеп һүҙ ҡушҡас, бер аҙ ҡыйыулана төштө. Күлдә йөҙгән парлы аҡҡоштар кеүек, көй ыңғайына талғын ғына өйрөлдө улар. Был бейеүҙән һуң Айрат Миләүшәнән бөтөнләй ҡалманы, ҡайтырға сыҡҡас, оҙатырға теләүен әйтеп, бергә атланы. Йөрәгендә һөйөү уты ҡабынған ҡыҙ ҙа егеткә ҡаршы килмәне. Аҙаҡтан Айрат дуҫлыҡ тәҡдим иткәс, иң бәхетле кеше итеп тойҙо үҙен.
Билдәле бер ваҡыт эсендә мәктәптәге иң һылыу ҡыҙҙың йөрәген яулаған Айрат дуҫтары араһында «Иң өлгөр егет» тип билдәләнде. Дамир менән Илшат, Миләүшәне эләктерә алмауҙарына көй­һәләр ҙә, һыр бирмәҫкә тырышты. Хатта Илшат:
– Миләүшә менән бер-берегеҙгә тап килеп тораһығыҙ. Мин һеҙҙең өсөн шатмын, – тип дуҫын ҡотларға ла онотманы.
Шулай бер-бер артлы көндәр үтә торҙо, уҡыуҙар тамамланып, йәйге каникул башланды. Ваҡыт үтеү менән Айрат һәм Миләүшә араһындағы дуҫлыҡ та мөхәббәткә әүерелде. Тәүҙә уйнап ҡына башлаған егет, ҡапыл ғына, ысынлап та, ғашиҡ булырмын, тип уйламағайны, әлбиттә. Тәүге һөйөү хистәрен татыған ике йәш йөрәк бер-береһе өсөн өҙөлөп торҙо. Әгәр ҙә Дамирҙың көнләшеүе булмаһа, әле лә шулай дауам итер ине лә бит...
Дуҫы Миләүшәне үҙенә ҡаратып алғас, Дамирҙың йәне ныҡ көйгәйне. Нисә йыл буйы күҙ атып йөрөгән ҡыҙыңды икенсе берәү эләктерһен әле?! Етмәһә, еңеп сығаса­ғына ышанған егет ҡыҙға «һунар»ҙы ла үҙе тәҡдим итте бит.
– Их, мин, асыҡ ауыҙ! Һөйгәнемде үҙ ҡулдарым менән дуҫыма тапшырҙым, – тип үкенде Дамир. Айрат менән Миләүшәне бергә күргән һайын, уларҙың бәхетле йөҙҙәренән көнләште. Тора-бара был көнләшеү тойғоһо дуҫынан үс алыу теләгенә әйләнде. Егет был хаҡта оҙаҡ уйланды һәм бөтәһен дә түкмәй-сәсмәй ҡыҙға һөйләп бирергә ҡарар итте.
Клубта Миләүшәне бик оҙаҡ һағаланы Дамир. Айрат сығып киткән арала, янына килеп, һүҙ башланы.
– Миләүшә, Айрат һинең менән ярат­ҡанға йөрөмәй, беҙ алдан һүҙ ҡуйыш­ҡайныҡ. Шуның өсөн генә һинең менән бергә. Ташла уны, мин һине ысынлап яратам. Әйҙә, дуҫлашайыҡ, – тине.
Яңы ғына ишеткән һүҙҙәр Миләүшәгә йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте.
– Ялған! Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ, – тип бер урында тапанды ҡыҙ, был һүҙ­ҙәргә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйенсә. Ҡапыл ғына ишектән инеп килгән Айратты күреп ҡалғас, Дамир ҡойроҡто һыртҡа һалырға теләгәйне лә, ҡыҙ етеҙерәк булып сыҡты. Ул егетен һөйрәп тигәндәй Дамир баҫып торған ергә килтерҙе лә:
– Айрат, алдамайынса ғына әйт, минең менән бәхәсләшкән өсөн генә йөрөй башланыңмы? – тип күҙҙәренә тура ҡараны. Көтөлмәгән хәлдән Айрат та ни эшләргә белмәне, берсә дуҫының вәғәҙәне боҙоуын, берсә Миләүшәне үлеп яратыуын уйлап бер аҙ шымып торғандан һуң, үҙендә батырсылыҡ табып:
– Ғәфү ит, Миләүшә. Мин былай булыр тип уйламағайным. Уйнап ҡына башлаһам да, ысынлап ғашиҡ булдым һиңә. Ныҡ яратам үҙеңде, – тине.
Күҙҙәре йәш менән тулған ҡыҙ бер Айратҡа, бер Дамирға ҡараны ла:
– Мин һеҙгә ҡурсаҡмы ни? Ниңә минең күңелем менән уйнайһығыҙ? – тип саҡ өндәшә алды. – Ә мин һиңә ышанғайным, Айрат! – ҡыҙҙың һуңғы һүҙҙәре булды был. Ул егеттәрҙе ике яҡҡа этеп ебәрҙе лә уҡ кеүек тышҡа атылды.
– Их, дуҫтар шулай буламы? – тип Дамирға әрнеүле ҡараны ла Айрат ҡыҙының артынан йүгерҙе.
Әммә Миләүшә егетте тыңларға ла, аңларға ла теләмәне. Бөгөн инде дүртенсе көн аңлашырға теләп, һөйгәненең артынан килде егет. Тик бушҡа ғына. «Алйот мин! Дамирҙың һүҙен тыңлап, уйындан уймаҡ сығарҙым. Ә мөхәббәт менән шаярырға ярамай бит! Был кешенең изге тойғоларынан көлөү була ла һуң. Тимәк, мин Миләүшәнең саф хистәрен ергә һалып тапаным килеп сыға түгелме? Юҡ, ул мине ғәфү итмәйәсәк», – тип уйын ҡысҡырып ҡабатланы Айрат. Артына боролоп Миләүшә йәшәгән йортҡа күҙ ташланы ла: «Нисек кенә ауыр булмаһын, мин һинең теләгеңде үтәйем, берҙән-берем. Тик һөйөүем мәңге һүрелмәйәсәк», – тине, һуңғы һығымтаға килеп. Егеткә был мәлдә тик күктә йөҙгән яңғыҙ ай ғына серҙәш ине.

Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.

Сығанаҡ

Автор:
Читайте нас