Ай тирәһе иҫәңгерәп йөрөнө Хәтимә. Төндәрен балаһы төшөнә инеп ыҙалатты. Һөт төшөп түше шешеп китте. Тамағына аш барманы, ятһа ла, торһа ла ҡыҙы уйынан сыҡманы. Үҙе ҡайтмай оҙаҡлағас, әсәһе килде хәл белергә. Килеп ингәс, башта үҙ балаһын үҙе таный алмай торҙо. Былай ҙа арыҡ Хәтимә ҡаҡ һөйәккә ҡалғайны. Түҙмәй Рауза ҡыҙынан:
- Ауырыйһыңмы әллә, ҡалай ябығып киткәнең? - тип һораны. Быға тиклем күҙ йәшен дә йәшереүсән Хәтимә шарылдап илап диванға ҡоланы. Раузаның йөрәге ҡупты:
- Атаҡ, балаҡайым, ни булды? Төҫ-башың да үҙеңдеке кеүек түгел, йөҙөң ҡасҡан, кеше ҡурҡытма әле, былай ҙа йөрәк өлпөлдәп тора. Һуңғы арала үҙеңде иҫерек икән тип әйләнгән һайын төшөмдә күрҙем. Атаңа һөйләгәйнем, ул ней, бар, барып хәлдәрен белеп ҡайт тип ебәрҙе. Берәй нәмә булғандыр тип һиҙендем шул. Йә, ярай әйт, әллә яман ауырыуға юлыҡтыңмы?
- Әсәй, мин Йәмиләне ташлап киттем.
- Атаҡ-атаҡ, ниндәй Йәмиләне, ҡайҙа ташлап киттең?
- Баламды, ҡыҙымды, Йәмиләмде ҡалдырҙым роддомда. Исемен Әминәгә оҡшаш булһын тип, Йәмилә тип үҙем ҡуштым.
- Ни эшләп? Ҡасан? - Рауза ултыра төштө. - Нимәгә ҡалдырҙың? Зәғиф инеме әллә? Беҙгә ни эшләп хат яҙманың? Ауырлы икәнеңде лә белмәнек бит.
- Марат әйтергә ҡушманы. Ул: “Бала тапмайһың, йә бала, йә мин”, - тине.
- Һин ирҙе һайланың инде. Теләмәгәс, ни эшләп уны тапҡансы йөрөнөң? Сразы абортҡа барып булмай инеме?
- Барҙым. Срогың ҙур, - тип алманылар.
- Хәҙер ул бала ҡайҙа? Ни эшләп беҙгә хәбәр итмәнең? Ҡуй инде, был хәтле лә булырың икән?! Кәңәшләшмәйенсә кеше бала ташлап китәме? Үҙебеҙгә алып ҡайтыр кәрәк ине. Берәүен көтәбеҙ бит, моғайын, шуның янына быныһын да һыйҙырыр инек. Әйтерһең, ҡара йәтим. Ҡайҙа ул бала? Әйт! Үҙем барып алам. Һин көтмәһәң, үҙебеҙ көтөрбөҙ.
- Роддомда, мин уға отказной яҙҙым, алмайым тинем.
- Һинең йөрәгең булмаһа, минеке бар, әйт адресын, такси саҡыртам, барып алам баланы, - тип ҡаңғырҙы Рауза.
Сыҙамаһа ла әсә, бөгөнгә һуңланым, тип туҡтап ҡалды. Иртән иртүк такси саҡыртып, әсәле-ҡыҙлы бала табыу йортона бергәләп барҙылар. Иң үкенесе - кисәге көн генә Йәмиләне бер ғаилә үҙҙәренә ҡыҙлыҡҡа алып ҡайтып киткән булып сыҡты. Башҡаса бер ниндәй мәғлүмәт бирелмәне уларға.
Хәтимәләргә ҡайтҡансы икәүләшеп ер-һыу иланылар. Рауза йәш аралаш:
- Шунан, кешегә нимә тип әйттегеҙ?
Күҙ йәшенә быуылған Хәтимә:
- Марат: “Етлекмәй тыуып үлде”, - тине.
- Ни эшләп әйтмәнең? Ниңә генә хәбәр итмәнең? Хат яҙһаң ни була аңлатып, биллаһи, шул баланы шунда ҡалдырмаҫ инем?! Ирең көтмәһә, үҙебеҙгә алып ҡайтһаң да, көтәр инек.Үҙеңә лә, беҙгә лә ғүмерлек хәсрәт. Бала көтмәгән ир менән ней тип йәшәмәк булаң? Күптән Әминәне балаға һанамай. Үҙ балаһын ҡалдыртҡан ирҙән ни өмөт көтмәк кәрәк? Ояты, ғәрлеге ни тора? Йөрәге юҡтыр ул иреңдең? Ҡуйсы, ул бала һеҙгә бер бесәй балаһы инеме ташлап китергә? Исмаһам, үҙебеҙгә хәбәр итмәгәнең бит. Был хәтле гонаһҡа батып, ҡаҡ һөйәккә ҡалып тормаҫ инең. Мир бөтмәһә, ир бөтөр, тинеңме? Аниһә* иреңде ташлап, балаңды үҙебеҙгә алып ҡайтып китһәңсе?! Ни хәтле ҡаты булһа ла, атаңдың йөрәге таш түгел, аңлар инек, хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итер инек. Әллә ниндәй бала булдың, ҡуйсы ла инде, Хәтимә. Булыр, булыр ҙа, һинең һымаҡ кеше булмаҫ. Ғүмерлеккә, балам, үҙеңә лә, беҙҙең йөҙгә лә серкәү* һалғаның, әйтәгүр. Хоҙайым, сабырлыҡтар ғына бир. Етмәһә, ете айлыҡ ҡына булып тыуған бит әле, балаҡай. Яҡшы ғына ҡулдарға эләгеп ҡәҙерле бала ғына булып үҫһен инде, йөрәккәйем, - тип һамаҡлап иланы Рауза. Ябығыуҙан кейгән кейемдәре һәленеп төшөп, шөрлөк ҡошап торған Хәтимәһенә лә эсе янды, ни тип йыуатырға ла белмәне.
***
Тәҡдиреңә ни ҡушҡанын бер Хоҙай үҙе генә белә. Үҙ-үҙеңде ғазапҡа һалыуҙан да ҡыйыны юҡтыр. Хәтимәнең дә үкенеүҙәр өттө йөрәген. Көндөҙ эшенә әүрәй, төндәрен һаташып йоҡлай алмай бер булды. Тик Маратҡа ғына бер нисек тә тәьҫир итмәне был ғазап менән күҙ йәштәре.
- Шыңшыма, башҡа бала таба алмаҫмын тейһеңме әллә? Табырһың, теләһәң унды ла таба алаһың, тик әле беҙгә бала кәрәкмәй. Мин әле һинең үҙеңде саҡ аҫырайым, ике башығыҙҙы нисек ҡарарға тейеш? Һин үҙеңдең копейка аҡсаңа иҫәп тотаһыңмы? Минең атай ҙа әндрәй ҡаҙнаһы түгел. Әле бит квартираһын да алып бирҙе. Машинаны ла шуның ярҙамы менән алдым.
Аҡсаһын да үҙе тота Марат. Хәтимә бик кәрәк булғанда ғына һорап ала. Әлдә үҙенең эше бар. Ул хәтлем аҡсаһы күп булмаһа ла, үҙен ҡарарға етә.
Балаһын ҡалдырып ҡайтыуға ай үткәс тә эшенә сыҡты. Эштән ваҡытында ҡайтам тип ынтылманы хәҙер. Бында әҙ булһа ла кеше араһында ҡайнайым тип, кеше аҙағына ҡалып ҡайта башланы. Арыу ғына ара өйгә тиклем. Элек автобус көтә лә тора торғайны. Хәҙер йәйәү ҡайта. Егерме-утыҙ минутлыҡ ара. Үҙ-үҙең менән серләшеп бөтөүгә ҡайтып етәһең. Быға тиклем ваҡытында ҡайтырға ҡушҡан ире һуңғы арала үҙе лә эштән һуңлап ҡайта башланы. Тәртибен, үҙ-үҙен тотошон аңлай алманы Хәтимә. Йә бик һуң ҡайта, йә Хәтимә ҡайтҡанда ҡайтып йоҡлап ятҡан була. Азат дуҫы ла Хәтимәләргә йышланы. Подъезда торалар көнө буйы, йә ҡайҙалыр барып киләләр. Йәмиләне тапҡансы ла килә торғайны Азат. Үҙенең хәстәре менән, бәлки, Хәтимә иғтибар ҙа биреп бөтмәгәндер. Тағы етмәһә, үҙҙәренә Мараттан күпкә олораҡ ҡара кепкалы ирҙең килеүенә лә шикләнә. Кисә, аптырап, кем ул, тип һорағайны:
- Не твое дело! Не лезь куда не надо! - тип кенә ебәрҙе. Артығын төпсөнөргә лә иҫәбе юҡ ине бисәһенең. Үҙ хәсрәте баштан ашҡан. Торһа - ятһа башына бер генә уй ҡаҙала.
Шикләнеүе бушҡа булмаған шул Хәтимәнең. Иртәгәһенә эштән ҡайтыуына өй янында уны полиция машинаһы ҡаршы алды. Подъезға инеп барғанда, машинанан ике полиция формаһындағы кеше туҡтатты.
- Иптәш гражданка, һеҙ Мансурова Хәтимә булаһығыҙмы?
- Эйе. Мин булам.
- Был кеше һеҙгә кем була? - тип Мараттың фотоһын күрһәтте.
- Был минең ирем. Берәй нәмә булғанмы әллә? Ҡайҙа ул?
- Һеҙҙең ирегеҙ ҙур тиҙлектә килеп алтмыш йәшлек ҡатынды бәрҙергән. Ҡатын алған яраларынан шунда уҡ йән биргән. Ирегеҙ фажиғә урынынан ҡасып маташҡан. Тик беҙ уның эҙенә тиҙ төштөк. Әле ул полицияла. Һорау алалар. Тағы ла һеҙ ирегеҙҙең наркотик ҡулланғанын белә инегеҙме?
- Нимә? Кем? Юҡсы. Әллә наркотик ҡулланғанмы?
- Эйе. Ҡулланып ҡына ҡалмаған, һатырға ла булышҡан тигән версия бар. Шуға хәҙер өйөгөҙҙә тентеү эшләргә тейешбеҙ, наркотик булыуы ихтимал. Әйҙәгеҙ, өйөгөҙҙө асығыҙ.
Хәтимә ни эшләргә лә белмәне. Ысын хәлме был? Һуңғы арала үҙ-үҙен тотошо, ҡапыл ғына ҡыҙып китеп, ҡапыл һүнеүенә иғтибар иткәйне ул. Әллә ул да бала өсөн ҡайғырамы икән, тип тә аптырап ҡуйғайны. Бына нисек икән! Әллә шул Азат менән икәүһенең эшеме? Ҡара кепкалы кешенән дә шикләнгәйне бит ул.
Өйҙөң ишеген асыуҙан башҡа сара юҡ ине Хәтимәгә. Наркотик табылыуға табылманы өйҙән, әммә ваннаның аҫтынан бик күп шприцтар, мамыҡтар килеп сыҡты. Пүнәтәйҙәр индереп, протокол төҙөп, имза ҡуйҙыртҡандан һуң Хәтимәнең ҡолауҙан башҡа хәле ҡалмағайны. Улар сығып китеү менән диванға ҡапланды. Әммә, ни эшләптер, илағыһы килмәне.
***
Хәтимәнең ире наркотик һатыуҙа ғәйепләнде. Атаһының Маратҡа йүгереп йөрөп адвокат яллауы ярҙам итмәне. Суд булды. Маратҡа ун йыл бирҙеләр. Ирен төрмәгә алып китәһе көндө Хәтимә күреп ҡалырға тип янына барҙы. Әммә этеп-төртөп алып сығып килгән Маратҡа Хәтимәгә күтәрелеп ҡарарға ла форсат бирмәнеләр. Атаһы күҙ йәштәрен һөртөп ҡарап ҡалһа, Хәтимә үҙ-үҙен көсләп тә илай алманы. Әллә илай-илай күҙ йәштәре ҡороған? Иң арттан сыҡҡан полицейский:
- Бына был записканы һеҙгә бирергә ҡушты тотҡон, - тип бер ҡағыҙ киҫәге тотторҙо. Ул да булһа тәмәке ҡағыҙы ине. Машина ҡуҙғалғас, Мараттың атаһы:
- Ҡайтаһыңмы, әйҙә машинаға ултыр, - тигәйне лә, риза булманы.
Әллә Хәтимәнең үҙенең һалҡынлығы, әллә атай кешенең үҙ балаһын ғына айырып ҡарауы булдымы - улар бер-береһенә яҡынлашып китә алманы. Мараттың ошо юлға баҫыуында атаһының да ғәйебе бар. Бәләкәйҙән эшкә өйрәтмәгән. Әсәһенә ҡаршы тәрбиәләгән. Марат гел генә әсәһен яратмай һөйләне. Эшкә лә бик ашҡынып барманы. Таксист булып эшләп ҡараған булды. Эш ярата торған бәндә түгел ине. Рәхәт, нисә һораһа ла атаһы аҡса таба. Машина, квартира ла атай аҡсаһына. Атай малы йәл дә түгел.
Мараттың атаһы машинаға ултырып ҡуҙғалып китеү менән, Хәтимә ҡулындағы ҡағыҙ киҫәгендәге яҙыуға күҙ һалды. Унда ни бары ике һөйләм:
- Мине көтмә! Йәшәргә урын тапмаһаң, пока квартирала йәшә. Мин батяға әйткәнмен. Ул риза.
Рауза апай Хәтимәнең ире төрмәгә ултыртылыуы тураһында хәбәр алғас та түҙмәне, килеп етте.
- Ике лә уйламайһың, ҡайтаһың. Ана, элеккке эшләгән ереңә барырһың. Эш боҙоп, ҡыуылып китмәнең әле, моғайын, алырҙар. Йә, икенсе эш табырһың. Атайың алып ҡайт тип ебәрҙе. Әллә ниндәй связдары барҙыр әле Маратыңдың. Килерҙәр, йә үҙеңде бер нәмә итерҙәр. Уңмаған юлды ҡыума тип белмәй әйтмәгәндәрҙер, балаңа ла яҡын булырһың. Йәмилә тигәнеңсә аниһә Әминәңде ҡара. Күптән ташлап киткәнең бит инде. Яҡшы ҡулдарға эләгеп, яҡшы ғына үҫһен, бәхетле булһын. Башта уйлайҙар аны, ә һин беҙгә лә хәбәр итмәй, иреңде тыңлағаның. Билдәле инде, ундай юлда йөрөгән кешегә бала кәрәкмәгәне. Күпме тора алырмын тейең кеше өйөндә, пропискаң да юҡ, хәҙер ҡыуа башлар атаһы. Яҡшы саҡта, үҙең асҡысын ҡулына биреп, сығып кит. Ҡайтаһың районға, баш һау булһа, табылыр эше лә, - тип ҡаты ҡуйҙы Рауза ҡыҙына. Бисара Хәтимәгә әсәһен тыңлауҙан башҡа сара ҡалмағайны. Эшенән сығып, квартираның асҡысын тапшырҙы ла, ауылға ҡайтып китте.
Айһылыу Юнысбаева
https://ejansura.ru/news/hikaya/2025-02-12/tap-an-s-t-gel-ba-an-s-4119138