Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
4 Февраль , 22:22

Ялан сейәһе

Ҡырҙа йыйылыр иген бөткән, бушап ҡалған толҡаһыҙ баҫыуҙар буйлап көҙгө асы ел ҡамғаҡ ҡыуалай, ағастарҙың аҡтыҡ япраҡтарын йолҡа, ергә түшәлгән тирәк тәңкәләрен ойосҡотоп күлгә бырғай... Ҡырҙар – йәшеллеген, ағастар – күркен, күлдәр – ҡоштарын, ғөмүмән, барыһы ла нимә булһа ла юғалта. Гөлйыһан, һөйгәне менән табыштырған-ҡауыштырған битләүҙе, тәү күргәндәй, күҙенән үткәрҙе, ҡолағына туңға һөргән тракторҙарҙың берсә әкренәйгән, берсә көсәйгән ел ыңғайына урыҡ-һурыҡ гөрөлдәгәне салынды – Заһиты ла шундалыр, моғайын. Аһ, Гөлйыһандың һуңғы өс-дүрт айҙа кисергәндәре ҡурҡыныс төш кенә булһасы...

Ялан сейәһе
Ялан сейәһе

Төн. Өй эсендә тәрән тынлыҡ. Бары тик стеналағы семәрләп эшләнгән иҫке бер сәғәт кенә ваҡыт аҡҡанын, ғүмер үткәнен һанай-һанай, ҡарлыҡҡан тауыш менән даң-доң итеп һуғып ҡуя. Уның әллә ҡайҙан, алыҫтан, төпкөлдән сыҡҡандағы төҫлө тауышы күптәнге хәтирәләрҙе ҡуҙғата. Иҫке сәғәт... Гөлйыһан уның сылбырын нисә тапҡыр тартҡандыр, мәле менән төнө йылдай тойолған ғүмере эсендә уның тигеҙ тыҡылдауын күпме тыңлап ятҡандыр. Йәш саҡта ғүмерҙең үткәне, ваҡыттың аҡҡаны һиҙелмәй ул, тиҙәр ҙә бит... Әммә Гөлйыһандың, сәғәт сылбырҙары зыңғырҙап түбән төшкән һайын, йөрәге өшөнө, ул даңҡылдап яңы көн тыуыуын хәбәр иткән һайын, күңелендә өмөт ҡарпыны. Әллә сәғәт Гөлйыһандың сыҙамлығын һынай, әллә Гөлйыһан сәғәттең ныҡлығын самалай... Шулай уҙышмаҡтан йәшәй торғас, икеһе лә ҡартайҙы инде: Гөлйыһандың ҡасандыр ҡабарынҡы, тулҡын-тулҡын сәстәре, ҡырау һуҡҡан гөлдәй, ағарып ҡыуарҙы, һирәгәйҙе, көлгәндә гәлсәр сыңдары сығарған тауышы ла тоноғайҙы, алмалай алһыу йөҙөн арҡырыға-буйға һуҙылған сетермәкле йыйырсыҡтар ҡанланы.

Сәғәт, ҡарт алаша тартып килгән майһыҙ арбалай шығырҙап, ун берҙе һуҡты. Гөлйыһан, ай яҡтыһында көмөшләнеп күренгән башын ҡалҡытып, түр бүлмәгә ҡолаҡ һалды.

Заһитаһы, төпсөк ҡыҙы, йоҡо аралаш уфтанып, ыңғырашып ҡуя. Көнө еткән. Бик ауыр йөрөй, ир бала булыр, ахырыһы, быныһы ла. Кем белә, бынауы ҡарт сәғәт, Гөлйыһанда өмөт уты һүнеүен күреүҙән тамам өмөтөн өҙөп, ғүмерендә һуңғы тапҡыр таң атыуын хәбәр итеп һуҡҡан сағында күрше бүлмәлә яңы тормош оран һалыр, ҡанға-һүлгә сәсәй-сәсәй, йәшәү даулар. Сәғәте лә, яҙмышы ла башҡаса, үҙенсә булыр... Уларҙың тормошон күреп шатланырға насип булмаҫ, бәлки, Гөлйыһанға. Хәйерле сәғәттә тыуһындар, илаһым, маңлай бәхетенән мәхрүм итмәһен. Яҙмыш Гөлйыһанға ла бәхет яҙғайны...

* * *

– Ҡыҙҙар! Ҡыҙҙар, тим, ҡайҙа китеп юғалдығыҙ? Әй, ҡыҙҙар! – Был көслө, яғымлы тауыш уныҡы, Заһиттыҡы, ине.

Гөлйыһан, үҙе әле генә яһап бөткән күбә артынан сығырға ла, сыҡмаҫҡа ла белмәй, аптырап, ҡаушап ҡалды. Ихтыяры һынды, ҡапыл бәлйерәп төшкән тәненең ҡалтырауын еңергә тырышып, таяныс эҙләп, арҡаһы менән күбәгә һөйәлде. Шул саҡ күбәгә һөйәп ҡуйған һәнәге, «беҙ бында» тип тауыш биргәндәй, «дыңҡ» итеп ергә ауҙы...

Гөлйыһан иҫен йыйып күҙен асҡанда ҡаршыһында, тештәре менән күҙҙәре генә ялтырап, майланып бөткән комбинезон кейгән Заһит баҫып тора ине. Артыҡ ҡаушауҙан Гөлйыһан үҙенә һуҙылған кепканы ла, ундағы ҡарайып ятҡан ялан сейәләрен дә абайламаны.

– Гөлйыһан! Гөлкәй...

Ҡояштың төшкөлөккә күтәрелгән мәлендә генә була торған монар ошо икәүҙең йөрәгенән урғылған тулҡын булып болондарға таралдымы ни... Онотолоп ҡулдан төшкән кепканан түгелгән сейәләр ҙә, был ҡайнарлыҡтан тайшанып, үлән араһына, күләгәгә тәгәрәнеләр ҙә, ялан ҡояшы сатнатып киптергән ирендәрҙең бер-береһенә ынтылыуын шым ғына күҙәттеләр... Түгелмәй ҡалған бер нисә сейәне Заһит Гөлйыһандың усына һалды.

...Сейәләр, ялан сейәләре. Әскелтем һуты тәнде семерҙәтә... Эх! Уларҙы шулай һағышлы күңелде иркәләр ғүмерлек бер сәхифә булыр тип кем уйлаған...

Бәхетенең ташҡан, ярҙарынан ашҡан сағын хәтерләүҙән күҙҙәре дымланды Гөлйыһандың. Заһит менән йәшәгән һигеҙ йылы һигеҙ көндәй ҙә булмай ҡалды. Иҫендә ҡурҡа-ҡурҡа ғына ҡәйнә тупһаһын ашаҡлағаны.

Ҡояш батып, кеше аяғы һил булыуға ауылға килеп инде улар. Донъя көтөүгә тынғыһыҙ, өлгөрөм холҡо арҡаһында «Ҡотҡармаҫ Ҡорбанбикә» тигән ҡушамат тағылған ҡарсыҡтан ысынлап та шөрләй торғайны Гөлйыһан. Ҡапҡаһын асыр-асмаҫтан:

– Әсәй, ҡаршы ал, үҙеңә килен алып ҡайттым! – тип ҡысҡырҙы Заһиты.

Ҡорбанбикә ҡарсыҡ албырғап йәштәрҙең ҡаршыһына йүгерергә ашыҡманы. Ауыҙы ҡолағына еткән ҡарағайҙай улы эргәһендә аҫҡы иренен бүлтәйтә тешләп, күҙҙәрен ҡабаҡтары аҫтына йәшергән нәҙекәй ҡыҙға бер һирпелеп ҡараны ла, һыйырының эйендеһен һауыуында булды. Унан тороп, һәүкәшенең янбашына шапылдатып ҡыуып ебәрҙе; усаҡлыҡ эргәһендәге һикегә күнәген ултыртып, ике туҫтаҡҡа һөт һөҙҙө, мөлдөрәмә тулы һауыттарҙы ҡаҡса ҡулдары менән бер-бер артлы йәштәргә һуҙҙы, унан, һикегә ултырып, йыйырсыҡлы устарына ҡарап, оҙаҡ итеп доға ҡылды, фатихаһын бирҙе.

«Әйттермәй-нитмәйенсә, йөрөйһөгөҙ йола боҙоп, тип битәрләрме икән инде ҡәйнәһе», – тип уйлағайны Гөлйыһан. Тик ҡәйнәһе ул турала яман ауыҙ һүҙ әйтмәне. Шундуҡ ҡаҙан аҫтына урғылтып ут яғып ебәрҙе, ҡаҡлаған иттәрен йыуып һалды. Гөлйыһанға, ауыҙ сите менән генә көлөмһөрәп, туҡмас таяғы, икмәк таҡтаһы тотторҙо – һалма йәйергә ҡушты. Үҙе, әллә ни арала затлы кейемдәрен кейә һалып, үрге осҡа, Гөлйыһандың ата-әсәһенә ашҡа әйтергә китте.

Әллә алсаҡлығы, әллә эшсәнлеге оҡшаны, ҡәйнәһе Гөлйыһанды ҡалай үҙ итте, шулай үҙ итте. Икенсе көндө үк килененә «балам» тип өндәште, йоланы боҙоп, һыу башларға ла үҙе алып китте. Арыҡ кәүҙәһен төҙ тотоп, маһая биреп атлаған ҡарсыҡты күргән әҙәм ғәжәпләнмәне быға, ире үлгәндә ҡорһаҡта ғына ҡалған төпсөгөн ауырсылыҡ йылдарында ниндәй михнәттәр менән үҫтергәнен һәммәһе лә яҡшы белә. Маһайһа ла хаҡы бар: хәҙер килеп шул бала ир еткән, йортҡа килен төшөргән, Алла бирһә, ейәндәре лә көттөрмәҫ, өй эсе янынан сабый тауышы, ырыҫ-бәрәкәт менән тулыр...

Ерек төбөнән урғылып ятҡан батмус ҙурлыҡ ҡына көҙгөләй тоноҡ ҡойо эргәһендә туҡтаны улар. Ҡорбанбикә ҡарсыҡ, эйелеп, ҡуш услап һыу алып эсте, уның артынса Гөлйыһан да эйелде, әкрен генә сайҡалған һыу тоноғонда үҙенең бәхетле йөҙөн, осҡон сәскән күҙҙәрен күреп кинәнеп йылмайҙы...

– Ошо ҡотоҡтоң һыуын яратамсы, – тине ҡәйнәһе, килененең йылмайыуы һүрелеп өлгөрмәгән балаларса нәфис йөҙөнә ҡарап. – Татырһыҙ, йомшаҡ. Менәүәрә ҡәйнәң, минең өләсәй, баштап ошонан һыу алған, тиҙәр, һин дә, балам, гелән ошонан алырһың, һирпеп һыу алғанда кешенең күңеле һыуҙай пак, һөттәй аҡ була. Ҡайтҡаныңда, туҡтап, осраған берәү менән хәбәр сурытма – ырыҫты мөлдөрәмә килеш йортоңа еткер. Үҙең һыу алған ыңғайға ҡотоғоң болғанып ҡалмаһын, һин һыу алған урын – күңелең көҙгөһө, артынса башҡалар килер...

Гөлйыһан, ҡәйнәһенең йылдар артында ҡалған, хәҙер инде тоноҡ һыу аша ғына сағылғандай һынын хәтерләргә тырышып, күҙҙәрен йомдо.

Аҙым һайын бәхет теләне уға ҡәйнәһе. Киленен ниндәй яҙмыш көткәнен һиҙептерме, әллә үҙе кисергән ғүмерҙең бар булмышы сабырлыҡтан ғибарәт булғанғамы – Гөлйыһанға ла күркәм сабырлыҡ һораны тәңреһенән. Теләгән теләктәре ҡабул булмаһа ла, юрағаны юш килде – Гөлйыһандан ғүмер буйы һынау алды сабырлыҡ.

Сәғәт ҡарлыҡҡан тауыш менәм ун икене һуҡты – ҡара төндөң бер үк секундында тәүлек менән тәүлек алмашынды. Тыуыр көн үткән көндө ҡабатлармы, әллә яңыса, үҙенсә булырмы – уныһы билдәһеҙ. Әммә Ҡорбанбикә ҡарсыҡ ун алтыһы ла тулмаған Гөлйыһандың тупһаһын ашаҡлаған көнөнән алып үҙе изге тип һанаған нәмәләрҙе өйрәтеп, килененең күңеленә һеңдереп ҡалырға ашыҡты.

Ҡәйнәһенең һуңғы аманаты айырыуса хәтерендә Гөлйыһандың.

Еләк бешкән мәл ине. Ҡыҙҙарын ҡәйнәһе менән ҡалдырып, иртүк еләккә китергә йыйынды Гөлйыһан. Теләген әйтергә тип ҡәйнәһе эргәһенә ингәндә, Ҡорбанбикә ҡарсыҡ ойоған, йоҡомһораған күҙҙәрен асыр-асмаҫ ҡына итеп, тәсбих тартып ултыра ине. Гөлйыһан, ҡәйнәһен борсорға ҡыймай, ишек төбөндә туҡтап ҡалды. Үҙе эстән генә: «Күҙгә күренеп бирешә ҡәйнәм. Тәсбих тотҡан шауҡыл ҡулдары ла дерелдәй. Мин дә ҡорсоп йөрөнөм шунда. Еләк ашамағандан ни була, ҡуй, бармай ҙа ҡуяйым», – тип уйланы. Шул саҡ ҡәйнәһе, килененең уйҙарын уҡып ултырғандай, һүҙ ҡушты:

– Күсей ҡырында еләк беште инде, килен. Унда гелән иртә өлгөрә емеш. Йәш сағымда мин дә емешкә әүәҫ булдым. Апһындарымдың күнәге яртылағанда, минеке ҡыры менән типә-тиң була торғайны.

Шунан ҡәйнәһенең йәш сағын хәтерләп йылмайған йөҙө ҡапыл етдиләнде, ҙурайып, уйсанланып киткән күҙҙәрен тултырып килененә ҡараны.

– Балам, һин балаларҙы ҡоҙағыйға апарып тор. Бөгөн мин дә һинең менән йөрөп килмәк булып ултырам әле.

...Тауға килеп еткәс, Ҡорбанбикә ҡарсыҡ ҡарт бер ҡайын эргәһенә туҡтаны, тәрән калоштарын һалып, ҡый-һайын ҡаҡҡылап, ситек эсендә тирләгән аяҡтарын һыпырҙы.

Гөлйыһан, арлы-бирле ҡаранып, еләк эҙләй башлағайны ла, ҡәйнәһе, ымлап, ҡаршыһынан урын күрһәтте.

– Әле беҙ ултырған урын, – тип ашыҡмай ғына һүҙ башланы ул, – беҙҙең боронғо тирмә урыны. – Унан ҡулы менән сурайып сығып торған ағасҡа һаҡ ҡына ҡағылды. – Күрәһеңме төптө? Ошонда бейә бәйләй торғайныҡ. Килен булып ошо тирмәгә төштөм, тәүге бәпесемде ошо ҡайын ботағына эленгән сәңгелдәккә һалып тирбәттем, һәй ғүмер... – Ҡәйнәһе бер талайға тынып ҡалды. Унан тағы ла шымыраҡ тауыш менән һүҙен дауам итте. – Ғәзизйән, ҡайның мәрхүм, ярман һуғышынан ҡайтманы. Дүрт улымдың икәүһе йот йылында тифтән үлде. Өлкәне, Рәхимйәнем, яҙ көнө һарынаға китеп, ырашҡыға эләгеп, өшөнөп үлде. Ҡорһаҡта ҡалған Заһитым ғына үҫте.

Тамағына тығылған төйөрҙө көсләп йотоп ебәргән Гөлйыһанға ҡәйнәһе лә бына-бына илап ебәрер төҫлө ине, тик Ҡорбанбикә ҡарсыҡтың күҙенән ысыҡ йәш сыҡманы, киреһенсә, тауышы көрәйә төштө, ҡаҡса кәүҙәһе лә баҙығайып киткәндәй булды.

– Ирҙәрҙең ризыҡты ҡайҙа ейәре, тупрағы ҡайҙа яҙыры билдәһеҙ, балам, – тине ул, килененең күңелен үтә күрерҙәй булып төбәлеп ҡарап. – Уларҙыҡы – ил менән. Нигеҙ баҫыу, тоҡом бағыу ҡатын-ҡыҙға яҙған. Нигеҙ ныҡ булһа – ир ныҡ, ә ир – ил таяуы, илдә сыпсыҡ үлмәй. Мин инде йәшәремде йәшәнем, кем белә, бәлки, был аҡтыҡҡы йәйемдер. Донъя, киленкәйем, һиңә ҡала. – Ҡорбанбикә ҡарсыҡ ҡапыл ауырайып киткән ҡулы менән тағы теге төптө һыйпаны. – Ошо төптәй, төшкән нигеҙеңә ғүмергә һең, түҙемең һуңғы сиккә еткәндә лә, сабырлығың юйма...

Ҡорбанбикә ҡарсыҡ, һүҙен ослағас, еңел тын алып, үләнгә һуҙылды. Гөлйыһан ҡарашын баяғы ваҡыт ямғырҙары ашап ҡарайтҡан, иллә серетә алмаған ҡарағас төпһәгә төбәне, күңеле өшөп, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте: «Юҡ, нишләп әле ул бынау сурайып ултырған төпһә төҫлө яңғыҙы суҡайып ғүмер итһен?! Өҙөлөп һөйгән ире, гөлдәй ике ҡыҙы бар ҙа уның. – Бынауы ҡәйнәмде... Әллә ҡасан уҙған, буяуы уңған хәтирәләре менән күңелде ҡырмаһа, тәүбә, тәүбә... Юҡҡа болоҡһой ҡәйнәм, ҡәйнә яҙмышын килененә лә ҡабатларға тимәгән дә...» Унан бала төҫлө иҙерәп йоҡлап киткән ҡәйнәһенә ҡарап, күңеле һыҡрап китте: «Әй бахырҡай, олағайғас, арғынан биргең яҡын булғанда, күңел шомланмай булмайҙыр ҙа инде, биреште шул ҡәйнәһе, биреште. Арығанын да, ҡаҡшағанын да килен алғас, күңеле тынысланғас ҡына белде. Йөрәге, бөтә булмышы һөйөү, һөйөлөү, наҙ менән тулған Гөлйыһандың өй эсендәге, эргә-тирәһендәге бөтә кешеләрҙе лә һауһаҡ, бәхетле итеп күргеһе килә лә бит, иллә мәгәр ваҡыт тигәнең ололарға үтә аяуһыҙ, үтә бәғерһеҙ...» Итәгендә онотолоп ултырған буш күнәккә «тып» итеп тамсы тамыуға һиҫкәнеп, Гөлйыһан башын күтәрҙе, ҡарашын унда-бында болот урғылта башлаған күккә төбәне. Быларҙың әле генә ямғыр булып ерҙе сылатмаҫын, һиҫкәндергән бөртөктөң бите буйлап аҡҡан үҙ йәше икәнен төшөнгәс, иркен тын алды...

Иртәгеһенә Гөлйыһан кисә алып ҡайтҡан еләгенән хуш еҫле ҡаҡ ҡойҙо. Ҡағын аласыҡ түбәһенә ҡуймаҡ булып баҫҡыс буйлап күтәрелеүе булды, аҡылға бер төҫлө Ирғәленең йән асыуы менән:

– Һуғыш! Һуғыш башлаған ярмандар!.. – тип һөрән һалып йүгереүен күрҙе. Ирғәленең башҡа саҡта ла ни етте шуны ҡысҡырып йөрөүенә күнегеп бөтһә лә, ҡапыл ҡото алынды Гөлйыһандың, ҡулындағы ҡаҡ йәйелгән түңәрәк таҡта лап итеп ергә ҡоланы, үҙе лә, яҙа баҫып, баҫҡыстан мәтәлеп барып төштө. Әсәһен түбәндә күҙәтеп торған өс йәшлек ҡыҙы ла ҡурҡышынан илап ебәрҙе.

Ул арала клубҡа табан йүгерешкән кешеләр күренде. Гөлйыһан, аҡылы менән Ирғәле һүҙҙәренең ысынлығына ышана барһа ла, әрсәләү-ҡурсыу эҙләгәндәй, өйгә – ҡәйнәһе ятҡан бүлмәгә атылды; тупһаны аша атлар-атламаҫтан:

– Ҡәйнәм, Ирғәле яңы һөрәнләп уҙҙы, һуғыш... ярмандар башлаған, ти...

Ҡорбанбикә ҡарсыҡ әллә уянманы, әллә Ирғәленең һүҙенә ҡолаҡ һалмаҫҡа булды – урынынан ҡымшанманы. Гөлйыһан үрһәләнеп тәҙрә эргәһенә килде, клуб эргәһенә йыйылған халыҡты күреп, өҙгөләнеп илап ебәрҙе:

– Бөтөн әҙәм клуб эргәһендә... Һуғыш башланған тием бит, ҡәйнәм!

Ҡәйнәһе һаман да бер ҡулын йөрәк тәңгәленә ҡуйған, икенсеһен кәүҙәһе буйлап һуҙған көйөнсә ята бирҙе, күҙҙәрен дә әллә ҡайҙа алыҫҡа төбәгән. Уның бар булмышы: «Эй, киленкәйем, үҙ ғүмеремдә аҙ ҡайғы күрмәнем. Бер кеше өлөшөнә шул етмәгәнме ни? Сей тире – тик янып китмәне. Инде етте миңә, арыным, һиңә минең шикелле күркәм сабырлыҡ бирһен, илаһым, бәхил бул...» – ти ине.

Ҡәйнәһен ерләгәс, Гөлйыһан ҡапыл олоғайып, етдиләнеп китте. Элек эркет ҡайнатыр булһа ла, ҡәйнәһе менән кәңәшә торғайны, хәҙер йыйылышҡа ла йүгерә, өйҙә ни йәм табып ултырмаҡ кәрәк тип, фермаға эшкә лә төштө. Заһиты лә ҡырҙан ҡайтып килмәй, уборка бөтәүгә ябығып ҡоро танау ҡалды, ауылда ир- егеттәр көндән-көн һирәгәйә, председатель ҡатыны ҡара ҡағыҙ ҙа алды... «Сират Заһитҡа лә етер. Ҡуй инде, ҡайным башына ла шул ярман пуляһы еткән, – тип һыҙа Гөлйыһандың йөрәге, – әллә бер ҡан эсеп өйрәнгәстәре, шунһыҙ тора алмайҙар микән? Эт ашаған һөйәген ташлаймы ни?!»

Гөлйыһан, береһенән-береһе күңелһеҙерәк уйҙарға бирелеп, үҙе ҡараған башмаҡтарҙы көн битләүендәге ҡурпыға ҡыуҙы.

Ҡырҙа йыйылыр иген бөткән, бушап ҡалған толҡаһыҙ баҫыуҙар буйлап көҙгө асы ел ҡамғаҡ ҡыуалай, ағастарҙың аҡтыҡ япраҡтарын йолҡа, ергә түшәлгән тирәк тәңкәләрен ойосҡотоп күлгә бырғай... Ҡырҙар – йәшеллеген, ағастар – күркен, күлдәр – ҡоштарын, ғөмүмән, барыһы ла нимә булһа ла юғалта. Гөлйыһан, һөйгәне менән табыштырған-ҡауыштырған битләүҙе, тәү күргәндәй, күҙенән үткәрҙе, ҡолағына туңға һөргән тракторҙарҙың берсә әкренәйгән, берсә көсәйгән ел ыңғайына урыҡ-һурыҡ гөрөлдәгәне салынды – Заһиты ла шундалыр, моғайын. Аһ, Гөлйыһандың һуңғы өс-дүрт айҙа кисергәндәре ҡурҡыныс төш кенә булһасы...

Гөлйыһан, күңелһеҙ уйҙарынан арынырға теләп, башын күтәрҙе, тау яғалап ятҡан ҡара ҡулса – юлға ҡараны. Унан, эшкә йөрөтә торған тоҡсайын иркен һелтәп, Заһиты килә ине. Әйтерһең дә, һөйгәненең ошонда икәнен күңеле һиҙеп, күрешергә ашыға... Гөлйыһандың ҡапыл быуыны йомшарып китте: «Нишләп, ни өсөн мәлһеҙ тракторын ташлаған?»

...Заһит ҡатынының киң асылған һоро күҙҙәренә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла тәрән көрһөндө. Гөлйыһан Заһиттың фуфайка сабыуҙарына тотоноп күҙҙәренә баҡты:

– Әллә...

Заһит түш кеҫәһенән ҡағыҙ сығарҙы:

– Эйе, Гөлйыһан, китәм.

Гөлйыһандын алҡымына төйөр тығылды, керпек остарына йәш эркелде. Заһит, ҡатынының яурынынан йомшаҡ ҡына ҡосаҡлап, үҙенә тартты:

– Бирешмә, бисәкәй. Һин хәҙер һалдат ҡатыны. Мин бында, – ул көлөмһөрәп баҫыуҙарға ҡараны, – насар һалдат булманым, фронтта ла һынатмам, һин дә ныҡ бул. Ҡыҙҙарҙы һаҡла. – Унан Гөлйыһандың буйына оялсан ҡараш ташланы. – Малай булһа, исемде үҙем яҙып ебәрермен, йәме, Гөлкәй?..

Улар, бер-береһенә һыйынып, һүҙһеҙ ҡалдылар. Хәс теге саҡ тәү осрашҡандағы һымаҡ. Тик сейәләр генә түгелмәй, көҙгө ел сәстәрҙе тарата, һүткеләй...

* * *

...«Ныҡ бул, бирешмә» – ире теләге, «күркәм сабырлыҡ бирһен үҙеңә, илаһым» – быныһы ҡәйнәһе аманаты. Әйтеүе генә анһат. Гөлйыһан ҡулдарын яҫтыҡ өҫтөндә аҡ ебәктәй таралған сәстәренә батырҙы. Оләсәһе мәрхүм Гөлйыһанды: «Минең шикелле һары тешле, аҡ сәсле бул», – тип һөйә торғайны. Шул һүҙҙәрҙе әйткәндә ейәнсәренең сәстәре егерме дүрттә салланыр тигән уй башына ла килмәгәндер байғоштоң. Гөлйыһандың сәстәренә ҡайғы тәүге аҡ буяуын һалған төндөң башҡа төндәрҙән айырмаһы юҡ ине лә...

Көн ҡыҙыуында аҡланда биш-алты ҡатын бакуй башы ҡайтара, бергилкеһе күбәләй, һуғышта бер аяғын ҡалдырып ҡайтҡан Зәйнулла күбәләрҙе үҙе кеүек үк бер сатан ат менән кәбәнгә тарттыра. Томра. Сарсатып киптерә. Иртән йыҡҡан бесән төшкә һурығып өлгөрә. Гөлйыһан, һалҡын һыу эсеп, аҙ булһа ла хәл йыймаммы тип, ҡыуышҡа ыңғайлағайны, ҡапыл өҙҙөрөп-өҙҙөрөп биле сәнсте, аяҡтары, тышауланғандай, атламаҫ булды. Ул, ярҙам һорағандай, тирә-яғына күҙ һалды, ләкин Зәйнулланың йәлләү, әрнеү тулы ҡарашы менән осрашып, киреһенсә, уңайһыҙланып ҡуйҙы, ауыртыуын еңеп, күл яғына атланы.

Күп тә үтмәй, башҡа бесәнселәр ҙә төшкөгә туҡтаны булһа кәрәк – тауыштар яҡында ғына, ҡыуыш тирәһендә ишетелә башланы. Гөлйыһан, ауыртыуға сыҙамай ҡысҡырып ебәрмәҫ өсөн, йоҙроғон тешләне, әле бер ағасты, әле икенсеһен барып ҡосаҡланы, аһылдап ергә сүгәләне, ауыҙынан: «Заһит йәнем, үләм бит!» – тигән көсһөҙ ыңғырашыу сыҡты. Ул арала: «Гөлйыһан! Һин ҡайҙа? Тауыш бир!» – тип ҡысҡырышҡандары ишетелде. «Ошонда ғына ул, күл буйына ыңғайлағайны», – тигән Зәйнулланың борсолоулы тауышы ла ҡолаҡҡа салына. Хәлдең былай барыуын белһә, бөгөнгә бесәнгә сыҡмаҫ ине лә Гөлйыһан...

Аҡылдан яҙған кешенеке төҫлө күҙҙәрен күккә текәп, ирендәрен ҡанатҡансы тешләп өҙгөләнгән Гөлйыһан эргәһенә иң беренсе булып аш бешереүсе Мәүлиха ҡарсыҡ килеп етте. Йәһәт кенә эштең айышына төшөнөп, йүгерешеп килгән ҡатын-ҡыҙға кәрәкле фармандарын бирҙе, үҙе, еңдәрен һыҙғанып, бала ҡабул итергә әҙерләнде...

– Ҡыҙҙар ҡыйғыр тамаҡ, һыйыр ҡорһаҡ, тип юҡҡа әйтмәгәндәр, ахырыһы. Әйттем ошоларға, бик йәйелеп китмәгеҙ, Гөлйыһанға һыным теймәй бөгөн тип... Йә, йә, сабыр ит, эстән бөгөләң дәһә, ҡыҙ бала микән...

Гөлйыһан, аҡтыҡ көсөн йыйып, тырнаҡтарын йомшаҡ һаҙ тупрағына батырҙы:

– Ина-на-а-а! – Ошо саҡ донъяға яр һалған йәш бала тауышынан күл өҫтөндәге өйрәктәр ҡапыл пырылдап һауаға күтәрелде. Бушанып, быуындары йомшап ҡалған әсә, ирендәрен көскә ҡыймылдатып:

– Кем, кем? – тип бышылданы.

– Ә-ә, ҡыҙың бар, ҡыҙың, – тине Мәүлиха ҡарсыҡ, баланы кемдеңдер яулығына урай-урай.

– Атаһы өсөнсөгә ул булыр тип көткәйне.

– Кем булһа ла, бәхете менән тыуһын. Ҡыҙ бала тыуһа, илгә именлек килә, ти.

– Амин әйткәнеңә...

Баланан бушанған бәхетле әсәгә ул көн хәҙер үк килер төҫлө. Күп тә үтмәй, Заһиты ҡайтып төшөр. Гөлйыһан уны етәкләп сабыйы эргәһенә алып барыр.

– Кем? – тип һорар ире, алһыу йоҙроҡтарын күкрәгенә һалып йоҡлап ятҡан төйөрөм генә сабыйға иркәләп ҡарап.

Гөлйыһанға, иренең өмөттәре аҡланмағас, уңайһыҙ һымаҡ, шуға ла күҙҙәрен оҙон керпектәре аҫтына йәшерә. Ҡатынының хәлен һиҙеп, Заһит уның бит остарынан алмаш-тилмәш үбеп ала: «Көйәләнмә, бисәкәй, үҙеңә оҡшап матур, уңған булһалар, ун ҡыҙ тапһаң да, үпкәм юҡ». Эйе, шулай тиер. Икенсеһе, Гөлсараһы, тыуғас та шулай тигәйне бит ул...

Әллә ни арала Зәйнулла, арбаһына күпертеп йәшел бесән һалып, ат егеп килтергән. Баланы ҡуйынына алып, Гөлйыһан арбаға ултырҙы, Мәүлиха ҡарсыҡ, ирендәрен ирҙәрсә супылдатып, дилбегә тартты...

Ә унан, Ирәндек ҡаяларын һандалдай ҡыҙартып, эңер төштө. Мәүлиха ҡарсыҡ, өйө барҙың көйө бар, һыйырым һауылмай торалыр тип, ҡарһаланып ҡайтып китте. Түшәк тартып ауырып ятҡан атаһының эргәһенән көн-төн китә алмаған әсәһе лә, ейәнсәрҙәрен йоҡларға һалғас, өйөнә ашыҡты. Улар ҡайтып киткәс, өй эсе тағы ла тыныраҡ, шомлораҡ булып ҡалды. Бәлки, Гөлйыһандың күңеле тыныс булмағанға шулай тойолғандыр? Стеналағы элеңге сәғәт, тыуыр көндө яҡынайтып, ара-тирә зыңҡылдап һуға. Тиҙерәк таң атһын да Заһитынан сәләм хат килһен ине...

Гөлйыһан, иҫтәлектәрҙән хәлһеҙләнеп, ауырайып киткән башын эҫе устары менән ҡыҫып, тороп ултырҙы: «Эй хоҙайым, ниңә һин утыҙ йылдан ашыу ғүмер үткәс тә, күңелдәргә шом һалырлыҡ, йөрәктәргә ҡан һауҙырырлыҡ ҡазаларыңды бәндәләреңә күрһәтәһең?» Күңеле уның ана шул ишетер ҡолаҡҡа ят, күрер күҙгә имәнес фажиғәләрҙе барлыҡҡа килтереүсе заттарҙың әҙәм ҡиәфәтендә булыуына ышана алмай. Юҡтыр. Мең ғазаптар менән донъяға килтереп, күкрәгеңдең аҡ һөтөн имеҙеп, ҡәҙерләп-һөйөп үҫтергән бала бындай яуызлыҡтарҙы ҡылмаҫ ине. Әй әсәләр! Бер-береһенең боғаҙын сәйнәр өсөн үҫтерәбеҙме ни балаларҙы? Әҙәм сүрәтендәге иблес булғандыр ул ҡәһәр һуҡҡан Гитлер тип аталған зат!..»

Сәғәт тағы ла шомлораҡ тауыш менән берҙе һуҡты. Уның артынса Гөлйыһан шул төндөң ауыр хәтирәләренә сумды.

Гөлйыһан, ауға эләккән балыҡтай тулаған йөрәгенә сыҙай алмай, тороп сыра тоҡандырҙы. Өлкән ҡыҙҙары көнө буйы уйнап арығандыр. Ул тызҡылдаған сабыйын ҡулына алды, имсәк ҡаптырҙы.

– Туҡ... Туҡ... – Ишек шаҡыйҙар. Гөлйыһан сабыйын түшәккә һалды ла ишеккә йүнәлде.

– Кем йөрөй унда төнө менән?

Тыштан алсаҡ тауыш ишетелде.

– Апай, ас, был мин. Шәүрә!

– Шәүрә?! Хат бармы әллә?..

Йә хоҙай, шулай уҡ теләгән теләктәрем, уҡыған доғаларым ҡабул булып, аталары иҫәнме икән ни?! Дүрт ай бит хаты-хәбәре булмағанға. Ҡәйнәм мәрхүм дә төштәремә йыш инә башланы... Гөлйыһандың быуындары ҡалтыранды, ғүмер баҡый асып-ябып йөрөгән ишек келәһен тапмай йөҙәне.

...Почтальонка йоҡа ғына дүрткел хат тотторҙо. Сыраға сыра өҫтәлде, йә раббым! Әллә уның ҡулы түгел инде? Бәй, русса яҙылған бит. Мә әле, Шәүрә, һинең күҙең таный торғандыр, «Һеҙҙең ирегеҙ, Шәһитов Заһит, дошманға ҡаршы ҡаты һуғыштарҙың береһендә... – Хәрефтәр сыбарланды, бөтәһе бергә уҡмашып, аҡ ҡағыҙ өҫтөндә ҡара таҫма булып һуҙылды. – Хәбәрһеҙ ғәйеп...» Юҡ! Шәүрә уҡып бөтә алманы. Урындыҡта ҡыймылдаған йән эйәһен күреп ҡалды.

– Ах, бынау саҡта шундай хәбәр ташып йөрөсәле. – Ул, үкереп илап ебәрмәҫ өсөн йоҙроғон тешләп, арты менән ишеккә сигенде, унан ҡапыл тышҡа, ҡараңғылыҡҡа атылды. Хатта бөгөн генә баланан ҡотолған, хәҙер килеп ҡайғынан таш һын кеүек ҡатҡан йәш ҡатынды йыуатыу хәжәтен дә тойманы ул. Йәш ине шул үҙе лә. Ауырып түшәккә ятҡан әсәһе урынына хат өләшә башлауына ла ни бары аҙна булғандыр. Белмәһә лә белмәгәндер конверт эсендә был өйгә ҡайғы килгәнен.

* * *

Даң-доң. Ҡапыл һиҫкәндереп, сәғәт – тынғыһыҙ шаһит – Гөлйыһанды бер иҫтәлектән икенсеһенә олғаштырырға була шулай итә, ахырыһы.

«Утыҙ биш йыл. Көтөү ғазаптарын күңелдән кисерһәң, йәһәннәмең ары торһон. Етмәһә, һәр көн тик берәүҙе – уны көтөүгә бағышланған булһа. Өмөтһөҙ – шайтан, тиҙәр. Аҙмы ни ер йөҙөндә буталған яҙмыштар, яңылыштар. Ана, үткәндә ҡараған пьесала берәү егерме йыл үткәс ҡайтып төшә. Утыҙ йыл үткәс, ниңә һуң минең Заһитым ҡайтмаҫҡа тейеш? Улай төшөп юғалырға әҙәм балаһы энә түгел дә инде. Сәстәремде тарап үрһәм, яңы күлдәк тегеп кейһәм – уға ҡаршы йүгереп сығыр өсөн эшләйем, һуғым һуйһам, иң һимеҙ киҫәктәрен уға тип һаҡлайым. Был юлы ла ҡайтмағас, өлөшөн ашаһаң, тиҙ ҡайта тип, балаларым, күршеләрем менән ултырып ашайбыҙ. Йәнә ҡаҡлайым, йәнә һаҡлайым. Ҡайғымды, шатлығымды төндәр буйы уға һөйләйем.

Ике тапҡыр өй күтәрттерҙем, тәҙрәм төптәрендә матур гөлдәр үҫтерәм. Бирешкән минең бисә, мах биргән, тип уйламаһын тим. Толомдарыма аҡ таҫмалар ҡушып үреп, аҡ юл теләнем. Төштәремә инһәң, изгегә, күрешергә юраным...

Кәбән ҡойһам, Заһитым ҡарап торор төҫлө: ҡыйыш булһа, оятыңдан нишләрһең? Бүрәнә ҡырҡһам, иген икһәм, бесән сапһам, уның үлсәме менән үлсәнем. Ә эштә ул сама белмәне.

Ауылда мине ерле бошона белмәҫ шаталаҡ бисә тип белделәр. Эшкә йырлап киттем, кирза итектәрем менән тупылдатып бейеп ҡайтып индем. Бер туй, бер мәжлес мин бешергән ашһыҙ, мин сығарған, мин йырлаған таҡмаҡ-бейеүһеҙ үтмәй. Бала тыуһа, башлап мин ҡулға алам, йортҡа ҡайғы килһә, ул йорттоң ишеген мин тәүләп асып инәм. Ә һуң минең бүтәнсә булырға хаҡым бар инеме? Кешеләрҙең, балаларымдың күңелен ҡайғының ҡара шаршауы менән томалап йәшәргә – мин бит һинең ҡатының, һалдат ҡатыны, Заһитым!..»

Даң-доң-даң! Өс. Оҙаҡламай таң да атыр. Ана, Олобейек түбәһе күгәрә лә башланы, һай, ғүмер. Ошо төҫлө йыл иҫәбен айлап түгел, сәғәтләп һанай торғас, ҡәһәрле һуғыш та бөттө. Бәхетлеләр зарығып көткән ирҙәрен, улдарын көтөп алды. Улар иһә донъя мәшәҡәттәренән дә, ил хәстәренән дә бер аҙ бушанып, еңел тын алғандай булды. Әммә Гөлйыһанға йөгөн еңеләйтеү түгел, аяҡтарындағы кирза итектәрҙе һалырға ла тура килмәне.

Һуғыштан һуң колхоз да ҡапыл ғына мандый алманы. Мал аҙығы, мал торлаҡтары етешмәү әүәлгесә бәкәлгә һуға торҙо. Етмәһә, үс иткәндәй, йылдар ҙа ҡоро килде.

Ул саҡта ла Гөлйыһан башмаҡ ҡарай ине. Малҡайҙар талдан ғына үреп эшләнгән алама кәртәләрҙә тора. Һуңғы кәбәндең төбө күренгәндә, ер ҡарҙан әрселә лә башламағайны.

Гөлйыһан, һәнәген тотоп, уйға ҡалды. Нишләргә? Түшәмгә күҙ һалды. Күптәр малға түбәгә ябылған серек һаламды һыҙырып ашата башланы. Әллә?.. Юҡ, ашығырға ярамай, яҙғы ырашҡылар башланһа, малдарҙы ҡайҙа һаҡлар ул? Йәш мал тиҙ өшәнә, етмәһә, йонсоуҙар...

Ҡапыл уның хәтеренә ире китер көҙ булған ирмәк бер ваҡиға килеп төштө.

– Салғылар ни хәлдә икән. Гөлйыһан? – ти. Был – таҡтаға ҡорот теҙеп маташҡан ҡатынына өндәшә ине Заһит.

Гөлйыһан, баҫҡыста торған килеш, аҫҡа, иренә ҡарап йылмайҙы.

– Әллә... Ни эшләтәһең уларҙы? Ҡара көҙ еткәс, бесәнгә төшмәк булдыңмы әллә?

– Эй әсәһе, һин көләһең әле. Мин бит, ысынлап, элегерәк ҡулыңа балта, салғы тоттормам, ауыр эш менән ҡаҡшатмам тип уйлай торғайным. Ә хәҙер салғы ла тота белмәгән көйө ҡалдырып киткем килмәй һине...

Унан Гөлйыһанды ай-вайына ҡуймай, үҙе генә төнө буйы ер һөрөп ҡайтыуына ҡарамаҫтан, күл буйына алып китте. Заһит шунда уны тәү тапҡыр салғы тоторға, бесән сабырға өйрәтте. Бесән... Ул мәлдә ниндәй бесән булһын? Ҡамыш, күрән сапты бит улар! Былай булғас... Гөлйыһанға күҙ алдары яҡтырып киткәндәй тойолдо.

Ул күрше ҡуралағы әхирәтенә йүгерҙе, ләкин тегенеһе тыңларға ла теләмәне:

– Ҡуйсәле, был буранда яҡшы кеше этен дә сығармаҫ. Ни тапһаң, һин табырһың. Әллә шул башмаҡтарҙан башҡа ҡайғың юҡ. Малға аҙыҡ ҡайғыртыу, беләһең килһә, түрәләр эше. Беҙгә ни... – тип сурытты.

«Бына, – тип көлөмһөрәгәндәй итте Гөлйыһан, ҡураның түшәмендә ҡасандыр ҡәйнәһе ҡыҫтырып ҡуйған ураҡты ҡулына алып, – ярай әле сүплеккә ырғытмағанмын. Ата-бабаларҙан ҡалған был ҡоралдың да бер кәрәге тейер әле, ташлама, ти торғайны шул ҡәйнәһе».

Ул биленә балта ла ҡыҫтырып алды: уның кәрәк булырын һиҙенә ине.

Иртәгеһенә күл буйында Гөлйыһан яңғыҙы түгел ине. Берәүҙәр көрәк менән ҡар көрәй, икенселәр ҡамыш, күрән ура, бәғзеләре көлтәгә бәйләй, ҡайһылары балта менән тумар ҡырҡа. Малдар ҡараға баҫҡансы шулай этләнделәр. Ҡулдарҙың ҡара ҡаны туҙҙы, яҙғы ырашҡыларға өҫ сыланып, һыуыҡ електәргә үтте. Нисек ителһә ителде, түҙелде. Малдарҙың ауыҙы имен-һау күк үләнгә тейҙе.

Гөлйыһан ултырған еренән ирәйеп, еңел тын алып ҡуйҙы. Юҡ! Күтәргән ауырлыҡтар өсөн үкенмәй ул. Шулар түгелме ни Гөлйыһанға, ваҡытлыса булһа ла ҡайғыһын оноттороп тороп, йәшәргә ярҙам иткән? Бәлки, шуғалыр ҙа эш өсөн йәнен фиҙа ҡылды ул. Бер минут та тик торманы: һағышлы уйҙары менән икәүҙән-икәү, күҙгә-күҙ ҡалыуҙан ҡурҡты. Ә инде үҙен район Советына депутат итеп һайлағас – быны ул үҙенә түгел, ә хеҙмәткә лайыҡ оло хөрмәт тип тапты.

Бер уйлаһаң, һуғыш бөткәс, донъяһын яңынан түңәрәкләй, үҙенә ел-ямғыр тейҙермәй йәшәрлеге лә бар ине Гөл йыһандың.

Халыҡ унынсы ҡабат Еңеү көнөн байрам итте. Шул көндө кис клубта бейегәне әле булһа күҙ алдында уның. Ҡара сатин күлдәгенә төрлө төҫтәге йылҡылдап торған таҫмалар һалынған. Түшенә кейгән селтәренән көмөш сыңдары ағыла, камзул уҡаларына унлы шәмдәрҙән шаян осҡондар сәселә. Сыңғалы йөҙөк-беләҙектәре бармаҡ шартлатҡан ыңғайға сылтырап-зыңлап китә.

Үҙе лә сая ине Гөлйыһан. Йөҙөн дә, кейеме кеүек үк, тотош ялҡын ялмап алған. Был дәрт, был саялыҡ башҡаларға ла күсте, күрәһең. Уның тирәләй йыйылған халыҡ:

Әйт шуны!..

Һындыр әйҙә дағаны,

Һындырһаң һындыр дағаны,

Ҡалыр әле табаны, –

тип баҫҡан урындарында һамаҡлап, тыпырҙап торҙо.

Нисек кенә онотолоп бейемәһен, Гөлйыһандың ҡолағына мейес буйындағы эскәмйәлә дебет шәлдәрен бөркәнешеп, көнбағыш ярып ултырған ике ҡатындың үҙенә төбәп әйткән төртмә һүҙҙәре килеп етте.

– Бына, әйкәйем, ирем ҡайтманы тип бошоноп та бирмәй, исмаһам. Үтер донъя өсөн көйәләнгәнсе ни...

– Э-эй, көйәләнмәй булмаҫ та. Тик уны, булмаған ирҙе, ҡайҙан алһын, һыр бирмәгән бүлып ҡылана инде, Ҡотҡармаҫ Ҡорбанбикә килене бит.

Гөлйыһан ут шикелле бөтөрөлөп бейеп йөрөгән еренән шып туҡтап тегеләргә ҡарап эйәк ҡаҡты, әммә түҙҙе, өндәшмәне. Унан шымып ҡалған ҡурайсыға ҡарап: «Әйҙә, Шәйәхмәт, тарт ҡурайыңды, ниңә бисәләр һүҙен тыңлап ултыраһың», – тип яңынан бейеп алып китте.

Клубтан йөрәге әрнеп килеп сыҡты уның. Өйөнә табан ыңғайлағайны ла, аяҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре теге иҫтәлекле убаға алып китте. Заһит, һуңғы тапҡыр ҡатынының йәшле күҙҙәренән үбеп, уны шунда ҡалдырып киткәйне. Унан бирле нисәнсе килеүелер инде Гөлйыһандың был убаға, ғүмер ағын һыуҙай үтә бирә. Юҡҡа ғына:

Үткән дә генә ғүмер, ҡалған хәтер,

Һатып алайым тиһәң дә табылмай, –

тип йырламайҙарҙыр. Ҡалған хәтер... Теге ҡатындарҙың төртмә һүҙҙәре тағы ҡолағына салынып киткәндәй булды. Гөлйыһан, тәрән көрһөнөп, убаға барып ултырҙы. Ҡулы йомшаҡ ҡына үләнгә тейҙе – танауҙы ярып, әскелтем еҫ бөркөлдө. Әрем икән, дала үләне... Орлоғо ҡайҙа һибелә, шунда үҫеп сыға, талымһыҙ. Наҙға – яҙға күнекмәгән. Бәй, шулай булмай, кем уны ҡәҙерләһен? Ә бына Гөлйыһанға улай түгел. Ошо үлән менән үҙенең ҡырыҫ яҙмышы араһында оҡшашлыҡ таптымы – ул был үләнде күңеленә яҡын итте. Ә, бәлки, сит ерҙә, ғәзиз иренең кәүҙәһен ҡаплаған ҡара тупраҡта, тыуған төйәгенең берҙән-бер төҫө булып ошондай уҡ әрем үҫәлер? Шулай ҙа күңел ышанмай быға. Туҡта, кемдер убаға үрмәләй түгелме? Кешеме, йыртҡысмы? Кеше булһа, төнө менән ни эҙләп йөрөр икән? Гөлйыһан, һағайып, аяғөҫтө баҫты.

– Мин һине эҙләйем, Гөлйыһан, – тине ҡалтыраныбыраҡ сыҡҡан тауыш. Был Зәйнулла тауышы ине. Гөлйыһан ошо осрашыуҙың ҡасан да булһа бер булырын күңеле менән тоя ине, тик... Уның бында икәнен ҡайҙан белгән ул? Ә Зәйнулла уның күңелендәгең уҡып торғанмы ни:

– Ошонда килеүеңдең унынсыһы был, Гөлйыһан.

– Ә-ә?!

– Эйе. Мин һине түбәндә, ана теге ҡарт тирәк төбөндә, яман күҙҙәрҙән, хәүеф-хәтәрҙән ҡурсып тора торған булдым.

Гөлйыһан ирендәрен тешләне, өндәшмәне. Ни тиһен? Зәйнулла, ағас аяғы менән шығырҙап, тағы бер аҙ яҡынайҙы.

– Гөлйыһан, килеүемә, зинһар, кәмһенмә. Ошо көндө ун йыл көттөм. Дуҫымдың рухы хаҡына күңелеңде рәнйетмәнем... Көтә торғас, тәҡәттәрем ҡороно. Бөгөн һин мине йә үлтерәһең, йә йәнемә тын өрәһең. Ни ҡылһаң да – ихтыярыңдамын.

Гөлйыһан башын күтәрҙе:

– Ғүмереңде туғаҙаҡ ҡаҙ шикелле заяға үткәрмә, – тине ул, – ауылда ҡыҙҙар бөтмәгән.

– Мин һине ҡыҙ сағыңдан бирле һөйәм, һин быны яҡшы беләһең. Мин һиңә Заһит дуҫтың мөхәббәт хаттарын ташып йөрөнөм, үҙемдекеләр, яҙылмай, йөрәктә ҡалды.

– Эйе, тик...

– Эй, Гөлйыһан, үлгән артынан үлеп булмай. Тере кешегә тереклек итергә кәрәк.

– Юҡ, ышанмайым мин, ышана алмайым, – Гөлйыһан асырғанып йөрәк тәңгәлен ҡапшаны. – Бына бында өмөт һүнмәгән.

Бер аҙға икеһе лә тынып ҡалды. Ҡайҙалыр алыҫта һаҙағай балҡыны. Төн шаршауы дерелдәп ҡуйҙы, ләкин балҡып асылманы. Башта Зәйнулла телгә килде.

– Ун йыл аҙ ғүмер түгел, ҡайтыр булһа...

– Юҡ, юҡ, – Гөлйыһан үҙ тауышына үҙе быуылды, – улай тимә, Зәйнулла. Йәнемде өшөтмә. Өмөтөмдән яҙһам, мин нисек йәшәрмен?!

Шығыр-шығыр атлап Зәйнулла китеп барыуға, уйламаҫтан ямғыр ҡойоп ебәрҙе. Тик уба өҫтөндә таштай ҡатҡан яңғыҙ һын быны тойманы ла шикелле.

* * *

Даң-доң, даң-доң! Таң ата. Гөлйыһан тәҙрә ҡорғанын күтәрҙе. Ана, өс йондоҙо менән ем-ем көлөп, Арҡысаҡ та батып бара. «Минең ҡыҙҙар ҙа ошоларҙай бер-бер артлы матур булып үҫеп етте. Таң һарыларынан тороп, ҡыҙҙарыма бәхет, тәүфиҡ теләнем. Эшләгән эштәре, ҡылған ҡылыҡтары йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне бығаса. Ҙурҙары хәүеф-хәтәрһеҙ генә үҙ донъяларын көтә. Икеһендә лә бишәр бала, ҡыҙҙар, малайҙар тупырҙап үҫеп килә. Тик бына бәләкәйе – Заһитам ғына...»

Гөлйыһан күрше бүлмәгә, Заһита улы менән йоҡлап ятҡан яҡҡа, ҡолаҡ һалды: «Ярай, төндө имен уҙғарып килә әле. Имен тигәндәй, донъялар ҙа тыныс тора. Халыҡтың күңеле көр, йорттарҙа ырыҫ-бәрәкәт арта. Ә шулай ҙа ҡайғы ҡайҙан йүрмәләп, ҡайҙан ек табып кеше тормошона инә тиген! Бына Заһитам егерме дүрт йәшендә, минең йәшемдә, тол ҡалды. Ире ташлап киткәндә, ул да икенсегә ауырлы ине. Уның сабыйы ла, әсәһе кеүек үк, атаһын күрмәйәсәк. Беҙҙең быуын, нишләйһең, ил яҙмышын иңендә күтәрҙе, ни күрһәк тә, ил менән бергә күрҙек. Ә быларға ни ҡалған?

Берәүҙәр етемлеккә сик ҡуям тип, ҡан ҡоя, башын һала. Бәғзеләре ошо яуланған бәхеттең тамырына балта саба. Заһитаға ла йәп-йәш көйөнә ике бала менән ирһеҙ ултырып ҡалыу анһат түгел. Берәү булһа – ҡулың бәйләнә, икәү булһа – аяғың да тышала, ауырыңды тапма, ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, береһе янмаһа, береһе яныр, тип кәңәш итеүселәр ҙә булды.

Һәр тыуыр көн үҙ яҡтыһы менән, һәр сабый үҙ ризығы, үҙ өлөшө менән тыуа. Гөлйыһан сабыйҙарын ниндәй ауыр йылдарҙан имен-аман алып сыҡты, хәҙер нимә ул бала бағыу?..»

Даң-доң, даң-доң...

– Әсәй, әсәкәйем! – Гөлйыһан йүгереп ҡыҙы янына килеп етте. Заһита, бөтә кәүҙәһе менән һығылып, өҫтәл ҡырына йәбешкән.

– Ауырып киттеңме ни, ҡыҙым? Ниңә күптән әйтмәнең?

– Һине борсомайым тинем, әсәй.

– Сабыр итә күр, балам, сабыр ит. Мин хәҙер фельдшерҙе алып киләм.

...Гөлйыһан таң нурына ҡойонған урамдан йүгерә-атлап бара. Ҡояштың тәүге нурына уянған ҡоштар иртәнге йырын башлаған, ағастарҙа тулышҡан бөрөләр ярыла. Бар донъяны ҡыҙылға мансыған ҡояш нурында берсә Заһитының, берсә ҡәйнәһенең шат йөҙҙәре сағылып киткәндәй була... Эй, сейә төҫө бит был! Ҡыҙарып, тамылйып ятҡан ялан сейәләре... Гөлйыһан, шуларҙың әскелтем тәмен һаман да телендә татығандай, кинәнеп күҙҙәрен йомдо... Ә ирендәр бер һүҙҙе ҡабатлай: «Сабыр ит, балам, сабыр ит...»

Таңсулпан ҒАРИПОВА.

Автор:
Читайте нас: