Ғүмер буйы ошо матурлыҡ эсендә йәшәргә лә йәшәргә ине лә ул, ләкин тормош ҡанундары һине үҙенсә бейетә, йүнәлеш бирә. Бындай йүнәлеш һинең уй-хыялыңа тап килеүе мөмкин, йәки күп ваҡытта тап килмәй ҙә ҡуя. Ниндәйҙер хыялды тормошҡа тормошҡа ашырыр өсөн ҡалаға барып, уҡып, ниндәйҙер һөнәр алып ҡайтырға тейештер, күрәһең. Ҡыҙыҡай бәләкәстән уҡ йә шәфҡәт туташы, йә табиб булырға хыялланды, күп ваҡыт шулар булып уйнаны, булған ҡурсаҡтарын ураған һайын теҙеп ултыртып “дауаланы”. Был ынтылышҡа атаһы ла, әсәһе лә ҡаршы түгелдәр ине. Атаһы уның уҡытыусы, химия, физика дәрестәрен алып бара, ә әсәһе “сельмаг” тип аталған магазинда һатыу итә. Ғаилә тормошона килгәндә хәлле йәшәйҙәр, бай йәшәйҙәр тип әйтеп булмай. Атаһы һалған иркен өй, мал-тыуар, ҡош-ҡорт башҡаларҙыҡынан әллә ни айырылып тормай: ике һыйыр, өс-дүрт һарыҡ, тауыҡ-ҡаҙҙары ихатаны биҙәп тора, үҙенә күрә ниндәйҙер тере матурлыҡты тыуҙыра.
Ғаиләлә Вәлимә берҙән-бер бала. Ҡустыһы бар ине, ләкин оҙаҡ йәшәй алманы, йөрәктән ауырып дүрт йәше тулып үтеүгә гүр эйәһе булды. Ныҡ ҡайғырҙы был юғалтыуға апай кеше, ай буйы илауҙан бушаманы. Бәлки, ошо фәжиға Вәлимәгә шәфҡәт туташы булыу хыялын тыуҙырғандыр, бәлки, икенсе сәбәп булғандыр – уныһы билдәһеҙлек эсендә ҡала килә.
Һигеҙенсе синыфты тамамлағандан һуң, ҡыҙ бала яҡындағы ҡалаға барып, медицина училищеһенә уҡырға инде. Торараҡ был училище медицина колледжына әйләнеп китте. Һәйбәт уҡыны ул, практика ваҡытында ла үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтте.
Медицина колледжының һуңғы курсында уҡығанда ҡала дауаханаһында практика үтәләр ине. Бына шул ваҡытта Вәлимә дауаханала дауаланып ятҡан ташсы йөрөгән егет менән танышты. Тегеһе эш ваҡытында өҫтән уйлмағанда кирбес төшөү сәбәпле ҡулын һындырған ине. Шул егетте дауалау Вәлимәгә тапшырылды. Танышып киттеләр, исеме Хәлим, тамыры ауылдан, ҡалала эшләп йөрөй икән. Ауылы ҡаланан әллә ни алыҫ та түгел икән. Адрес буйынса табыу еңел, сөнки ауыл, егеттең һүҙенсә барыһы ике урамдан тора икән, әсәһе Миңлеямалдың өйө берҙән-бер ауыл магазинына йәнәш икән.
Хәлим дауаханан сығыу менән Вәлимәне эҙләп тапты, осраша башланылар. Ул арала Вәлимә уҡыуын тамамлап ҡала дауаханаһында эшләй башланы. Бындағы эш уға ныҡ оҡшай, сөнки тап ошондай эште бәләкәй саҡтан уҡ яратты, шуға ынтылды, аҡ халат кейеп дауахана буйлап үтергә күпме хыялланды ул элек.
Дуҫлашҡанға ярты йыл тигәндә Хәлит бергә йәшәргә тәҡдим итте, ҡуртымға алған квартирала бер үҙе йәшәүен аңғартты. Ҡыҙ кеше риза булды ла ҡуйҙы һәм дөйөм ятаҡты ташлап Хәлиткә күсеп сыҡты. Шул арала ул медицина колледжын уңышлы тамамлап, ҡала дауаханаһында эшләй башланы.
Вәлимә шунда уҡ буласаҡ кейәүҙе ауылға алып ҡайтып ата-әсәһе менән таныштырҙы, тегеләр бындай яңылыҡҡа ҡаршы торманылар, тиҙ арала туй үткәреп, өйләнешеүҙе ЗАГС аша нығытыуҙы тиҙләтергә кәрәк тигәнде тәҡдим иттеләр. Йәштәр бер төптән риза булдылар.
Бер көнө Вәлимә Хәлимдең ата-әсәһе тураһында яҡшыраҡ һөйләүен һәм улар менән таныштырыуҙы талап итте, тегеһе атаһыҙ тик әсә тәрбиәһендә генә үҫеүен, башҡа туғандары булмауын бәйән итте. Ләкин ауылда ҡалған әсәһе менән Вәлимәне таныштырырға уйлап та бирмәне. Шуға күрә Вәлимә һөйәренә әйтмәйенсә генә шул ауылға барып етеп, уның әсәһе менән яҡынданыраҡ танышырға кәрәк тигән ҡарарға килде, сөнки Хәлимдең әсәһенә булған битарафлығы Вәлимәлә һорауҙар һәм аптырау тыуҙырҙы.
Эйе, яратҡанын шул йомоҡлоғо арҡаһында күп кенә һорауҙар башта ҡайнаны: нишләп Хәлим үҙ туғандары менән таныштырыуҙан ҡаса? Әллә алдашамы? Бының серен белергә ине.
Ҡыҙ күп уйлап йөрөмәне, эш урынынан өс көнгә отгул алды һәм такси яллап Хәлимдең әсәһе йәшәгән ауылға юл тотто. Маҡсаты: яҡындан танышып алыу. Килешеү буйынса такси хужаһы уны көтөп ултырып кире алып ҡайтырға тейеш.
Бына ауыл, ә уртараҡ ерҙә берҙән-бер магазин күренә. Шуның алдына туҡтап, машинанан сығып, Вәлимә тирәү-яҡҡа күҙ һалды, берәй кешене осратһа Хәлимдең әсәһе йәшәгән өйҙө белешеү ине. Әмәлгә ҡалғандай магазиндан бер ҡатын сыҡҡаны күренде. Вәлимә уға ҡаршы атлап, сәләмләгәндән һуң:
- Миңә Хәлимдең әсәһе Байымованың өйө кәрәк ине, шуны әйтеп ебәрегеҙ әле, -тине.
- Саҡ ҡына етмәй туҡтағанығыҙ, ана, бер өй аша Байымова Миңлеямалдың өйө булыр. Уны нишләп күрергә булдығыҙ, йәш кеше?
- Мин уның улын яҡындан беләм, шуға күрә танышҡым килгәйне.
- Ай-һай! Таныша алыуың икеле, һине ҡабул итнрме икән -белмәйем. Ул һеҙҙән алда ғына магазинда булып бер “ялтыр”ҙы ҡыҫтырып алып, өйөнә инеп китте. Миңлеямал апайыбыҙ тапҡан-таянғанын эсеүгә тотона, бына шулай йәшәп ята ул. Хәҙер, моғайын, күңелләнеп өлгөргәндер инде. Унда бармауың хәйерлерәк, - тип әйтеп ауыл кешеһе артабан атлап китте.
“Юҡ! Нисек кенә булмаһын ул өйгә инмәйенсә боролоп ҡайтып барырға хаҡым юҡ минең”,- тип уйлап алды Вәлимә һәм ихата аша инеп, ишекте шаҡылдатты.
- Кем унда кешегә мешать итеп йөрөй, ишек эленмәгән, тартып ас та ин! – тигән тауыш ишетелде эстән.
-Һаумыһығыҙ! – тип сәләмләне Вәлимә өй хужабикәһен, - һеҙгә төбәп килгәйнем, теләгем танышып алыу ине.
- Танышып алыу тиһеңме? Һин кем? Тәүҙә һүҙҙе шунан башла! – тип һөрәнләне өй хужабикәһе. – Эскең килһә – ҡоям, әле бер үҙем үҙемә байрам яһап ултырам.
- Юҡ! Мин бөтөнләйгә эсмәйем. Үтергә мөмкинме?
- Мөмкин, әлбиттә. Йә һөйлә, мин тыңлап ҡарайым әле: нимә тип һайрарһың икән. Алдан әйтеп ҡуяйым: түлке миңә аҡыл өйрәтеп маташма! Башың йәш әле һинең, күреп торам.
Өй эсенең бик ярлы булыуы шунда уҡ Вәлимәнең күҙенә ташланды: тәҙрә ҡорғандары бысраҡ, иҙән ныҡ саңлы, ҡашаяҡ мөйөшөндә йыуылмаған һауыт-һаба тулып ята. Шулай ҙа ул бындай хәлгә иғтибар итмәҫкә тырышып һүҙен дауам итте:
- Мин – Вәлимә, һеҙҙең буласаҡ киленегеҙ. Шуға һеҙҙең менән танышырға тип был яҡтарға юл тоттом.
- Шулай икән дә... Хәлим эшләйме? Ҡайҙа эшләп йөрөй?
- Төҙөлөштә эшләп йөрөй, буласаҡ йорттарҙы кирбес менән күтәрә.
- Уҡыуын бөткәс тә Хәлим ауылға ҡайтманы, мине бер үҙемде ташлап китте, һүҙемде тыңламаны, - тип Миңлеямал илай башланы. – Мин уны яратмайым хәҙер. Ҡайғы-хәсрәт баштан ашҡанға эсәм мин. Берәү ҙә мине аңламай, аңларға ла теләмәйҙәр. Ә Хәлимгә ныҡ үпкәләнем мин, өйләнһә лә туйына барырға йыйынмайым. Бына шул һүҙҙәрҙе еткер уға. Ә һин уға сығырға ашыҡма! Ул үсексән холоҡло, берәй хәл килеп твуһа, күп ваҡыт уйламап та ҡарамайынса үсегеп китә, үҙенсә хәл итә һәм минең уйымса гел яңылыша. “Бер олоно, бер кесене тыңла!” тигән әйтемде белмәй ул. Тағы әсәһен хөрмәт итмәгән кеше ҡатынын да хөрмәт итмәйәсәк, шуны бел.
Үсексән булыу - бик насар ғәҙәт, бындай ғәҙәт кешене яңылыштыра. Эсеү ҙә бик алама ғәҙәт, аңлайым, ләкин арына алмайым, йә дауалау юлында ярҙам иткән кеше лә юҡ.
Вәлимә бындай ауыр хәлгә ҡалырмын тип һис тә уйламағайны, шуға күрә теләһә ҡайһылай барған әңгәмәне ҡыҫҡарта һалыуҙы ҡулай күрҙе һәм тиҙ генә хушлашып сығып, ҡайтыу яғына юл тотто.
Буласаҡ ире эштән ҡайтҡас та уның әсәһе менән осрашыуын Вәлимә шунда уҡ бәйнә-бәйнә һөйләп ташланы. Көтмәгәндә Хәлим туҙынып китте:
- Кем һине унда барырға ҡушты? Әсәйем мине яратмай шуны белеп ҡайттыңмы? Уның йәшәйешен күреп ҡыуандыңмы? Минең ниндәй ҡатламдан икәнде күрҙеңме?
- Хәлим! Тороп тор әле! Туй алдынан беҙ бер-беребеҙҙең яҡын туғандары менән танышыу кәрәктер бит инде? Нишләп ул тиклем туҙынып алып киттең әле? Төймәнән дөйә яһайһың түгелме?
- Парлы булырға уйлағас, һин минең рөхсәттән башҡа бер аҙым да уңға-һулға, тағы ҡайһылыр яҡҡа атларға тейеш түгелһең, шуны бел!. Ғаиләлә тик ир кеше командовать итергә тейеш!
- Бынаһиңә мә! Минеңсә һин яңылышаһың. Бер-береңә асыҡ йөҙ менән һәм тулы ышаныс менән ҡарау отошлораҡ бит. Ниндәйҙер серҙәребеҙ булһа, улары ла уртаҡ булырға тейеш минеңсә. Өй эсендә тик ҡатын-ҡыҙ хужалыҡ итә, шуға уның тәртиптәре йәшәргә тейеш.
- Ә мин улай уйламайым. Әгәр баштан уҡ фекер айырымлығы килеп сыҡҡан икән, тимәк, артабан да шулай буласаҡ һәм ҙур талашҡа килтерәсәк. Шулай булмаһын өсөн беҙгә бөгөндән айырылышыу хәйерле.
- Шулаймы ни? Улайһа хәҙер үк мин бынан сығып китәм һәм ятағыма кире ҡайтам. Унда минең карауат һаман да буш тора.
- Ана бара юлың!...
Вәлимә күп уйлап торманы, булған әйберҙәрен ике ҙур сумкаға тултырып алып, был өйҙән сығып китеү сараһыын күрҙе һәм йәшәп өйрәнгән ятағына кире ҡайтып инде. Бүлмәләш ике ҡыҙ Вәлимәнең кире ҡайтыуына шатландылар ғына, ләкин был юлы аҡылдары етеп, төрлө һорауҙар менән йонсотманылар кире ҡайтыусыны – былай ҙа билдәле бит инде, тимәк, холоҡтары килешмәгән булып сыға инде...
Ял көнө ине. Вәлимә “ Торговый мегаполис” тип исемләнгән бинаға ҡарай аҙыҡ-түлек алырға тип йүнәлде. Сауҙа үҙәгендә кәрәкле нәмәләрҙе алып тышҡа сыҡҡайны, алдында бер малай пәйҙә булды. Булмышына ҡарағанда ун-ун бер йәш бирергә була уға.
- Апай! Бер телем генә икмәк бирегеҙ әле! Ике көн дауамында ашағаным юҡ.
Аһ-аһ! Әсә-атаң юҡмы ни? Нишләп ундай аслыҡ хәленә барып еттең әле?
- Атайым юҡ минең, ул беҙҙе әллә ҡасан уҡ мин тыуғас та ташлап киткән, ә әсәйем яңыраҡ ауырып китеп балнисҡа инде.
- Ай әттәгенәһе! Бына ваҡ бәлештәр бар, аша! “Тархун”ды бирәм эсәһеңме?
- Эйе, эсәм. Йәшел төҫтә булһа ла ул тәмле һыу, лимон еҫе сығып тора.
- Әйҙә улайһа мынау бина нигеҙенә барып ултырайыҡ, ашап-эсеп ал.
Малай ашауға йомолдо, бер шешә һыуҙы ла “һә” тигәнсә күтәреп эсә һалды.
Вәлимә алама ғына кейенгән ас малайға ҡарап тороп йөрәге һыҙланы, ҡайһылай итеп уға ярҙам итергә белмәй аҙапланды. Ә һүҙ алышыуға ҡарағанда был үҫмер бик етди күренә, һәр һүҙен уйлап һөйләй кеүек тойолдо уға. Бер һүҙ менән әйткәндә, рухи яҡынлыҡты тойҙо шәфҡәт туташы. Хатта беренсе күргән малайға ҡарата уйлмаҡанда яратыу тойғоһо уянғандай булды, малай ҙа “ирей” барҙы, шикелле. Әллә тамағы туйҙы, әллә башҡа сәбәптән Вәлимәгә ниндәйҙер ышаныс менән ҡараны, ҡат-ҡат рәхмәттәр әйтеп, ыңғайлыҡтар теләне ул был апай кешегә. Шул арала үҫмерҙең күҙҙәренә нурҙар ҡунғандай булды. Шәфҡәт туташы нишләптер малай эргәһенән китергә ашыҡманы, яҡынданыраҡ танышып алырға булды.
- Мин – Вәлимә, ә һинең исемең кем, партизан?
- Йүнир минең исемем, таратыңҡырап әйтһәң, “йүнле ир” тигәнде аңлата ул.
- Шулаймы ни? Ха-х-ха! Бер ҙә ошоға тиклем белмәгәйнем.
- Йәшәр, йоҡлар урының бармы һуң һинең, йүнле ир?
- Бар. Ләкин унда һыуыҡ. Йоҡлаған ваҡытта ябынып ятһаң да өшөтә. Мейескә яғырға утын юҡ хәҙерге мәлдә.
- Һин уҡыусыһыңдыр ул?
- Эйе. Дүртте тамамланым, ошо йәй үтһә, бишенсегә барырға тейешмен, ләкин минең йүнле кейемем дә юҡ, аяҡ кейемдәрем дә вис туҙҙы. Әсәйҙең тапҡан таянғаны, ашап-эсеүҙән, дарыуҙар һатып алыуҙан артмай.
Малайҙың күҙҙәре йәшләнде. Вәлимәне ниндәйҙер магнетик көс Йүнир эргәһенән һаман да ебәрмәй тотто. Тора-бирә малайҙы алып ҡайтыу теләге бөрөләнде шәфҡәт туташында, ләкин уныһы барырмы икән – билдәһеҙ. Шулай ҙа уны үҙ янына саҡырырға булды.
- Йүнир! Миңә эйәрһәң, алып ҡайтам.
- Нишләп?
- Әсәйең балнистан сыҡҡансы бергәләп йәшәп торорбоҙ.
- Ә һеҙ ҡайҙа йәшәйһегең?
- Ятаҡта. Әгәр миңә килһәң, иртәгә үк ҡуртымға квартир алыу мөмкинлеге бар минең.
- Нишләп мине, сит кешене, алып ҡайтырға булдығыҙ әле? Бәлки, мин бурҙыр, бәлки, ауырыумындыр, һкҙ бит был яғын белмәйһегеҙ бит!
- Фантазияң бай икән һинең. Күренеп тора һин ундай малай түгел. Бергәләп әсәйеңә лә барып йөрөрбөҙ. Бәлки, балнис әсәйеңде ошо арала ҡайтарып та ебәрер. Ниндәй бүлектә ята ул?
-Анкология бүлегендә.
Ә мин бөтөнләй икенсе бүлектә эшләйем, шуға күрә әсәйең менән таныш түгелмен.
- Мин һеҙгә эйәреп һәм бергә йәшәргә риза, тик ҡыҙҙар ятағында улар менән бергә йәшәп булмай бит инде. Күп бүлкәтле тәндәр миңә оҡшамай. Квартира алһағыҙ барырмын, унан алда көн дә һеҙҙе ошонда көтөрмөн.
- Мин квартира мәсьәләһен бөгөн үк хәл итермен тип торам, былай ҙа һинһеҙ ҙә ошо турала фекер йөрөтә башлағайным инде. Нишләптер кисектерә килдем. Иртәгә ҡала балнисына кил! Дежурный аша мине саҡырт! Исемде беләһең, фамилиям –Хәмитова минең. Мин тиҙ генә эргәңә төшөрмөн. Артабан нишләргә күҙ күрер. Килештекме?
- Эйе, килештек. Улайһа ҡул бирешәйек, һөйләщкәнде нығытып ҡуяйыҡ...
Вәлимә шул уҡ көндө ҡуртымға квартира табып күсеп сыҡты, уны бер кис буйына йыуыштырып-һөртөштөрөп үҙенсә тәртипкә килтерҙе. Иртәгәһе көнө килешеү буйынса Йүнир менән осраштылар, икәүләшеп Йүнирҙең әсәһенә визит яһанылар. Ауырып ятыусы Ғәйшә уларҙы ҙур шатлыҡ менән ҡаршы алды, хатта уның күҙ йәштәре атлығып килеп сыҡты. Улы менән әсәһе ҡосаҡлашып алдылар.
Әсәй! – тип һүҙ башланы Йүнир, - был минең яңы дуҫым Вәлимә апай. Ул һин балнистан сыҡҡансы бер йәшәргә саҡыра. Мин ризалаштым.
- Шулаймы ни! Был бола заманда ла кеселекле кешеләр бар икән дә баһа! Ышанып та етмәй торам әле. Ярай, ризалашып һәйбәт эшләгәнһең. Улай булғас, мин апайың менән икәүҙән-икәү серләшеп алайыҡ әле, улым. Һин бер ни тиклем ваҡытҡа коридорға сығып тор!
Вәлимә шуны белде: Йүнирҙең ьәсәһенең хәле бик мөшкөл булып сыҡты. Рак ауырыуының һуңғы стадияһы тәнде “ашауын” дауам итә. Табибтар әйтеүенсә Хәсәнова Ғәйшәнең йәшәүе бер айҙан артыҡҡа китмәйәсәк булып сыҡты. Был йән өшөткөс яңылыҡ, әлбиттә, Вәлимәне ныҡ тетрәтте. Шуға күрә ул бөгөн үк Йүнирҙе әсәһе менән бергә ҡушарлап алып ҡайтырға булды, Ауырыуҙың ризалығын алғандан һуң баш табиб менән кәңәшләшеп, шунда уҡ унан был эшкә рөхсәт алды. “Тиҙ ярҙам” машинаһы Ғәйшә Хәсәнованы улы менән бергә Вәлимә йәшәй башлаған квартирға алып барҙы.
Бындай боролошҡа был юлы иң шатланғаны Ғәйшә булғандыр. Ул Вәлимәнән йәһәтләп Йүнирҙе уллыҡҡа алыуҙы үтенде. Вәлимә уйламағанда риза булды һәм кәрәкле документтар йыйыу менән шөғөлләнә бышланы. Эйе. ашығырға кәрәк ине, әлбиттә. Был юҫыҡта дауахана юрисы Юрий Петрович ярҙамға килде һәм буласаҡ судҡа әллә ни һуҙмайынса кәрәкле документтарҙы тапшырҙы. Уның үтенесе буйынса суд был эште ғариза биреп уллыҡҡа алыусы менән бергә прокурор, опека органдары ҡатнашлығында айырым ҡараны һәм, ниһәйәт, ыңғай хәл итте.
Бындай ыңғайлыҡты ишеткән Ғәйшә хатта аяғына баҫа алды һәм һуңғы көндәрендә үҙен бәхетле итеп тойғандай булды, күңеле тынысланды. Иң мөһиме уның яратҡан улы бер үҙе ҡалмаясаҡ, ышаныслы ҡулдарҙа тәрбиәләнеп үҫәсәк. Шуға күрә әсәнең күңелендә тик әсәйҙәрҙә генә була торған илаһи тынлыҡ урынлашты.
Ә Вәлимә Йүнирҙе баштан-аяҡ кейендерҙе, мәктәп кәрәк-яраҡтарын, тағы аҫмалы сумка һатып алды. Унан һуң үҫмер телефонлы ла булды. Бүлмәләге ноутбук та уның ҡарамағына күсте. Ләкин шатлыҡҡа тулған бындай көндәр оҙаҡҡа барманы, август айының аҙағында Йүнирҙең әсәһе тыныс ҡына ятып, Вәлимә менән улына бөтә ңеленән риза булып, был яҡты донъяны мәңгелеккә ташлап китте...
Тормош үҙенсә дауам итте.. Йүнир бишенсе синыфҡа күсеп, яҡшы ғына итеп уҡый башланы. Вәлимә ситтән тороп медицина институтында уҡыуын дауам итте.
Берҙән-бер көндә Йүнир Вәлимәгә бөтөнләй башҡа килмәгән үтенес менән мөрәжәғәт итте:
- Вәлимә апай! Мин һине “әсәй” тип әйтһәм буламы? Минең ике донъяла берәр әсәйем булһын тип уйлағайным.
- Мин һине, Йүнир, әллә ҡасандан бире “улым” тип һанайым, шуға күрә тәҡдимеңде ысын күңелдән ҡабул итәм, - тип яуап бирҙе ул. – Ошо һүҙеңде көтөп тә йөрөнөм бер аҙ. Үҙем тәҡдим итергә нишләптер баҙнат итмәнем.
Шулай итеп, Йүнир менән осраҡлы осрашыу арҡаһында Вәлимә уйламағанда апайҙан әсәй булып китте. Был хәл үҫмерҙең ысын мөнәсәбәтенең күрһәткесе булыуы, уның яратыуы ысын күңелдән икәне көн кеүек асыҡ.
Юрист-консульт Юрий Петрович ураған һайын килеп, уларҙың хәлен белешер булды. Ә бер көндө кейенеп-яһанып, сәскәләр тотоп килде Вәлимәгә һәм уға уй-фекерен ярып һалды: “бер ғаилә булып йәшәйек, мин Йүнирҙе лә үҙ баламдай күрәм, икегеҙҙе лә яратам, Вәлимә”, - тип шәфҡәт туташына кейәүгә сығырға тәҡдим итте. Вәлимә:
- Миңә уйларға ваҡыт кәрәк, Юрий Петрович, был юҫыҡта ҡабаланыу ярамай, - тип юрист Ивановтың ҡыҙыу ынтылышына һыу һибеп торҙо.
Был ваҡиға тураһында ул Йүниргә лә аңғартты:
- Юрий Петрович һәйбәт кеше ул, ярҙамсыл, өс бүлмәле квартираһында бер үҙе йәшәй. Ата-әсәһе бар, ҡайҙалыр Пермь яғында йәшәйҙәр, шикелле. Тик ул икенсе ҡәүем кешеһе бит әле, икебеҙ ике милләттән. Килешеп йәшәп булырмы икән, бына шуныһы аптырауға һала.
- Әсәй! Ул беҙгә сит кеше түгел, риза булһаң яҡшы булыр ине, мин шулай уйлайым, - тип яуап бирҙе үҫмер. - Мин уның менән уртаҡ тел табырға тырышырмын.
Бер ай тирәһе уйланып йөрөгәндән һуң, Вәлимә ризалығын бирҙе, шау-шоуһыҙ туй кисәһен бер кистә үткәрҙеләр һәм Вәлимә менән Йүнир Ивановтың торлағына күсеп килеп йәшәй башланылар. Барыһына ла бәхет ҡапҡаһы асылғандай булды.
Арыуыҡ йылдар үтте. Был ғаилә үҙ бәхетенә төрөнөп, тыныс ҡына ғүмер һөрҙө. Мөхәббәт емеше булып бер ҡыҙ тыуҙы, Алина тип атанылар уны. Ә Йүнир армияға киткәндән һуң, өйгә кире ҡайтманы, контрактник булып армия сафында ҡалды, хәрби инженер булып китте ул. Хеҙмәт иткән урынында татар ҡыҙына өйләнде, ике малайҙары донъяға килде. Хәҙерге ваҡытта ул күрше илдәге ҡаршы торош эсендә хеҙмәтен дауам итә, шуныһы йҡрәкте семтеп-семтеп ала, сөнки ут аҫтында булғандар бөгөн тере, иртәгә юҡ.
Матур йәшәр өсөн кешегә нимә кәрәк? Күп тә кәрәкмәй икән. Тыныс ғаилә, ил тормошо, балалар уйнап-һикереп йөрөгән етеш донъя һәм иң мөһиме: ер йөҙөндә һуғыш булмауы.