Ҡыҙыл айфон. Юмористик хикәйә
Шау-гөр килеп, бөтөн коллектив Яңы йыл кисәһенә, хәҙергесә әйткәндә, корпоративҡа йыйылды. Күңелле. Шығырҙап торған, әле генә яуған ҡар, шыршылағы йымылдашҡан күҙ ҡамаштырғыс биҙәүестәр, йылпылдаған гирляндалар - барыһы ла матур ине. Айырыуса өҫтәлдәге мул һый, бигерәк тә бызырлап ултырған әскелтем шампан шарабы, әле тәмләп ҡаралмаһа ла, кәйефте күтәрә, ниндәйҙер ләззәт тойғоһона сорналдыра.
Мөслимә ханым, ғәҙәттәгесә, һуңлаңҡырап килеп инде бына-бына башланырға торған, байрам еҫе аңҡыған банкет залына. Уға, ирене менән йылмайып, күҙҙәре менән көнләшеп ҡарап, иң яҡын әхирәте өҫтәл түрендәге урынын күрһәтте. Көнләшерлек тә шул, сирек ғүмерен ошо эшкә бағышлауына ҡарамаҫтан, Рәмиғаны түгел, был ойошмаға бығаса бер ҡағылышы булмаған Мөслимәне алып килеп ултырттылар хужа итеп. Рәмиға, бар ерен ҡыҫып, түҙеп йөрөй инде хәҙер. Ҡалайтаһың, сара юҡ. Насар уйҙарын еңел генә һелкеп ташларға теләп, йөҙөнә йылмайыу ҡиәфәте сығарып, йәнә ары сапты Рәмиға.
Инде көтөп талсыға башлаған хеҙмәткәрҙәр, Мөслимә Мөкминовнаны күреү менән, геү итеп ҡалдылар ҙа, бар иғтибарын уға йүнәлттеләр.
Бындай күмәк йыйылған сараны тәү тапҡыр үткәргестен, тулҡынланыу ҡатыш ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп һүҙ тотто яңы ҡуйылған түрәбикә. Телгә тилберлеге бар уның. Матур теҙҙе телмәрҙе Мөкминовна. Еренә еткереп ҡотланы, теләктәр әйтте. Үҙенең һүҙенән үҙе кәйефләнеп, Яңы йыл хөрмәтенә лыҡа тултырылған шарапты түңкәргәнсе күтәреп йөпләп, төпләп ҡуйҙы һүҙен. Шуны ғына көтөп торған һәммәһе лә шау килеп, бокалдарҙы сатнағансы сәкәштереп, эсеп ебәрҙеләр. Эт һарыған арауыҡ тынлыҡ урынлашып торҙо ла, эй башланып китте-е-е. Тел тигәндә телеп һалыусы әҙәбиәт белгестәре, береһенән-береһе арттырып, матур һүҙ һөйләнеләр, әйткән һайын рүмкә, бокалдар бушай торҙо. Корпоратив ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Баяғы бызмырҙап ултырған шампан шарабы, унан ҡатыраҡ эсемлектәр башты һәм башҡа ерҙе зымбырҙата башланы.
Дәртле музыка уйнау башлау менән, барыһы ла эләгә-йығыла бейергә төшөп китте. Кемуҙарҙан арттырып, бар ағзаһын һелкетеп, мыймылдатып арманһыҙ булғансы һикергеләгәс, йәнә өҫтәл артына ултырҙылар. Көрмәлә башлаған телдәр яңынан һүҙ башланы, күккә сөйөп маҡтауҙар яуҙырҙылар Мөслимә Мөкминовнаға арнап. Бирешергә теләмәһә лә, йомшаҡ телдәр үҙенекен итте. Күңеле күтәрелеп нескәрҙе, йомшарҙы, ирене. Талғын көй башланыуға, уны бейергә саҡырҙылар, иҙерәп өйөрөлдө уның ҡосағында Мөслимә ханым.
Тулыһынса кисә барышына ҡәғәтләнеп, өҫтәл түрендә ултырған килеш һәр хеҙмәткәрен күҙләне. Әллә байрам шауҡымынан, әллә ысынынан оҡшай ине уға коллективы. Һәр береһенең матур һәм кире яҡтары бар барлыҡҡа. Әллә белеп бөтмәйме барыһын да, ваҡыт күрһәтер, тигән уйҙар башын сыймаҡлағанда, ҡапыл ҡып-ҡыҙыл тышлы, яратып йөрөткән айфоны тауыш бирҙе. Асып ҡарауға, яңы йыл менән ҡотлап, һүҙ-һүрәттәр тупырлашып килеп сыҡты. Һуңынан уҡырмын тип, кескенә сумкаһының төбөнә үк тығып ҡуйҙы телефонын. Уның бер әтнәкәһе лә бар шул. Һуңғы ваҡытта ниҙәндер нәмәһен юғалтыуға әйләнеп китте, әллә ҡартлыҡ касафаты. Тәүге тапҡыр борсолмаһа ла, алтын тирәсле ҡиммәтле күҙлеген ҡайҙалыр ҡалдырыпмы, төшөрөпмө киткәс, һаҡсылыраҡ ҡылана хәҙер. Әйберен төпкәрәк ҡәҙерләп йәшереп ҡуя.
Корпоратив шау-шыулы, күңелле дауам итте, кемдер шиғыр һөйләп, кемеһелер йырлап, ҡыҙған баштан һөнәрен күрһәтте. Ана бит, оҙон буйлы, яңыраҡ алыҫтан килеп эш башлаған ҡыҙһыраған егет тә ҡәҙимге генә мөңгөрәй-мөңгөрәй әле бер, әле икенсе ҡатын-ҡыҙ артынан эйәреп йөрөй.
Йәнә матур тостар әйтелде лә, һауыттар төп күтәрелде. Уртаса ҡыҙмасанан ныҡҡа әйләнеп киткән ҡунаҡтар тағы ла дәртләнеп күңел астылар.
Әхирәте ҡыр быуынына төшөп һорағас, уның туғаны Гөлнисаны эшкә алғайны. Хәҙер инде айырылмаҫ дуҫҡа әйләнде лә киттеләр. Магазин-маҙарға ла бергә йөрөйҙәр, ҡунаҡҡа ла. Шул тиклем бер-береһенә яҡынайҙылар. Тауыштарына хәтлем оҡшаған. Хатта бер төрлө айфон һәм уға ҡыҙыл тышты ла шундай уҡтан алдылар.
Яңы әхирәте Гөлниса бигерәк дәртле күренә, әле лә, өҫтәл эргәһенә килеп, оҫта итеп һауытын бушатты ла, айфонын өҫтәлгә ырғытып, һикерткес көйгә ырғаңдай ҙа башланы. Ярайһы уҡ тулы кәүҙәһен килешле һығылдырып әй өйөрөлдө. Тамам башына бәргән эсемлектән иҫереп, үҙен сәхнә йондоҙолай хис итте. Туфлиҙарын сисеп ташлап , ихласлап, күҙҙәрен йомоп тороп бейене, барыһы ла ҡарай, һоҡлана кеүек тойолдо уға.