Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
11 Ғинуар , 09:39

Тәнзиләнең бәхете

– Ҡыҫыр һарыҡ, күҙ алдымдан юғал, баланан ерәнәһең икән, үҙенең табырға ҡулынан килмәгәнен белмәй, – тип ире һуғып осорҙо. Бындай йәберләүҙәр йышайғандан-йышайҙы. Бер нисә тапҡыр ауыл советына барһа ла, файҙаһыҙ үтте, тегендә һүҙ биреп сыға, ә икенсе көндө шундай уҡ хәл ҡабатлана. Тора-бара ире өйгә ҡуна ҡайтмай башланы.

Тәнзиләнең бәхете
Тәнзиләнең бәхете

– Ҡыҙым, ни булды? Төҫөң ҡасҡан. Нине күргәс, йөрәгем жыу итеп ҡалды, – тип эске ҡурҡыу менән ҡаршы алды Тәнзилә ҡойма ямғырҙа лысма еүешләнеп килеп кергән Ғәлиәне. Ауырлы көйө сыланып йөрөмәһәң, ваҡытың юҡтыр, – тип асыуланыбыраҡ тағы өҫтәне, теге өндәшмәйерәк торғас. Ҡыҙы, шуны ғына көткәндәй, иланы ла ебәрҙе. Күңеле ныҡ тулышҡан, ахырыһы, тиҙ тыйыла алманы. Әсәһе, бәләкәс бәпес йыуатҡандай, иркәләп диванға ултыртҡас та, яңы һөрткән һөрмәләрен йыуып, ап-аҡ һөттәй битенә әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан һипкелдәре араһынан күҙ йәштәре тәгәрәне лә тәгәрәне. Тәнзилә, ҡулъяулығын алып, уның еүеш йөҙөн һөртә- һөртә:

– Һөйлә, ҡыҙым, үҙеңә еңел булып ҡалыр, сер сиселгәнде ярата, – тигәс кенә, яйлап баҫыла төштө.

– Йә?

– Илгиз ҡайтманы...

– Ҡайҙан?

Өфөгә киткәйне, кисә үк әйләнергә тейеш ине, ә ул һаман юҡ.

– Уф! Ҡотомдо алдыңсы, бер-бер хәл булғанмы тип торам. Өфөнән ни ҡайтыр, йә эше бөтмәгәндер, йә машинаһы ватылып, юлда мәшәҡәтләнәлер. – Тәнзилә үҙенең дә йәшләнгән күҙен һөртөп, алды ла, йәһәт тора һалып, газ плитәһенә сәй ҡуйҙы. – Мәтрүшкәм дә бар, бер аҙҙан аш һалам, яйлап ултырырбыҙ, ҡуна ҡалырһың, – тип һөйләнә-һөйләнә, серванттан тәм-томдар алып, өҫтәл әҙерләне.

– Ю-юҡ, йоҡлап ҡала буламмы һуң, йә кисләтеп булһа ла Илгиз ҡайтыр.

– Һуң, машинаһы үҙ ҡулында, һинең беҙҙән башҡаларға йөрөмәгәнеңде беләсе, шунда уҡ килеп алыр. Өс саҡрым йәйәү килгәнһең, йәйәү ҙә ҡайтмаҫһың инде.

– Йөрөү файҙалы, ти врач, бигерәк тә беҙҙең кеүек буласаҡ әсәләргә...

– Дөрөҫ әйтә, көн дә йөрөргә кәрәк.

Табынға ултырҙылар, мәтрүшкә сәйенә иләҫләнеп, әсәле-ҡыҙлы оҙаҡ сөкөрләштеләр.

– Декрет аҡсаңа нимә алдың?

– Бала кәрәк-яраҡтары.

– Кәрәкмәҫ ине, үҙем күптән хәстәрләгәйнем бит, һиңә әйттем дә баһа...

– Нисектер Илгиз алдында уңайһыҙ, һәр саҡ әсәнеңә һалышаһың, ти ҙә торасы.

– Ярай инде, алынған икән, йылы тәненә кейҙерергә яҙһын. Хәҙерге заман балалары күпкә төрөнөргә ярата. Ә бына коляска өсөн баш ватмағыҙ, магазинсы Сәрбиямал менән әллә ҡасан килештем. Тыумаған ейәненә әйбер йыя, тип һөйләргә күрше-күләндәргә ләстит «ашы» бирмәй генә торам.

– Илгиздең бер дуҫы, малайығыҙға колясканы үҙем бүләк итәм, тип вәғәҙә биреп китте.

– Илгиз дә үтә ипле бала, һөйөнөп туя алмайым. Иҫән-Һау ғына ҡотолһаң, ҡыҙым, минең өсөн – шул.

– Үҙем дә ҡурҡам, әсәй. Хәҙер йөрәге ныҡ тибә башланы.

Бер аҙ һүҙһеҙ ултырғас, Тәнзилә: «Ашым ҡайнап сыҡты, ахырыһы», – тип урынынан ҡуҙғалды.

– Әсәй, картуфың ҡайҙа, әрсешәйем. – Ғәлиә лә уның артынан күтәрелде.

– Мөгәрәптә шул, төшә алмаҫһың.

– Яңыһын ашамайһығыҙмы ни?

– Юҡ әле. Былтырғыһы бик күп. Көҙгә малға ашатырбыҙ әле.

– Беҙҙең ашай башлағанға биш былтыр. Илгиз: «Ярты баҡса көҙгә саҡлы бөттө инде, ҡыш ни ашарбыҙ», – тип көлә.

– Әләйһә, биҙрә менән көрәк аласыҡта, ҡоҙоҡ тирәһенән ҡараштырып ал, иртә өлгөрә торған сортты шунда ултыртҡайныҡ.

Тәнзилә Ғәлиәнең картуф ҡаҙығанын тәҙрә аша бер аҙ күҙәтеп торҙо ла тағы ашын ҡараны. «Әкренерәк ҡайнаһын әле», – тип газын бер аҙ баҫып ҡуйҙы. Тағы нимә эшләргә, тигәндәй, өйҙөң әле бер, әле икенсе яғына барып һуғылды. Тәнзилә һуңғы ваҡыттарҙа хискә бирелеүсән, ә ҡыҙы килеп сыҡһа, үҙ-үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй борсола, тулҡынлана, ни өсөндөр өҙгөләнә, аҙаҡ башы ауырта, йөрәге дарҫлап тибә, сәнсә башлай. Әле лә шулай булды. Бер нисә минут тәҙрәнән ҡыҙына һоҡланып торғайны, күҙҙәренә йәштәр килеп, тәндәре сымырлап китте, быуындары аяғын тота алмаҫлыҡҡа етеп көсһөҙләнде. Бына ул: «Бөтәһе лә һәйбәт, бөтәһе лә һәйбәт», – тип ауыҙ эсенән һөйләнә-һөйләнә, шкаф тартмаһынан валидол алып тел аҫтына һалды ла, диванға бәләкәй мендәр ырғытып, башын терәне һәм күҙҙәрен йомдо.

...Өйләнешеп бер-ике йыл торғас та, унан һуң да уларҙың йорто бала тауышынан мәхрүм ине. Тәүҙә ире Хәмит ғаиләнең был китек еренә әллә ни иғтибар итмәгән кеүек йөрөнө. Өр-яңынан өй тергеҙҙе, аҙбар-ҡаралты ҡорҙо. Тәнзилә, бала тураһында бөгөнмө, иртәгәме һүҙ сығасағын белеп, тәүҙә иренә һиҙҙермәй генә дауаханаға йөрөп ҡараны. Аҙаҡ Өфөлә дауаланғанда: «Йәш сағыңда һыуыҡ тейҙергәнһең, хәҙер медицина бер нисек тә ярҙам итә алмай, һуңлағанһың, теге ауырыған мәлдә һәйбәтләп дауаланырға кәрәк булған», – тинеләр.

Кәрәк булғандыр ҙа бит. Ә мөмкинселек бар инеме һуң? Ҡырҡ бишенсе йылдың март айында атаһының Польша ерендә батырҙарса үлеп ҡалыуы тураһында ҡара ҡағыҙ алғас, әсәһе аяҡтан яҙҙы. Дүрт йыл буйы ирҙәрһеҙ алып барған ауыр ауыл эше лә, аслы туҡлы йәшәү ҙә йонсотҡайны. Һәр кемдең йөрәге, яҡын көндәрҙә һуғыш бөтөп, шатлыҡлы көн киләсәген тулҡынланып көткәндә, башыңа ауыр ҡайғы килеп төшһөн әле. Аяҡтан йығылыу түгел, иҫәрләнерһең дә.

Ун дүрт йәшлек Тәнзилә колхоз эшенә йөрөй, көнө буйы һыуыҡ келәттә сәсеүгә иген таҙарталар, кисеп йүгерә-атлай ҡайта ла әсәһен тәрбиәләй. Бер көн шулай яғырға утындары бөтөп китте. Ул иптәш ҡыҙҙарына әйтте лә, бәләкәй сана һөйрәп, Дим туғайына китте. Сыбыҡ-сабыҡ йыйып өлгөрә алдымы-юҡмы, буран ҡоторҙо бит, малай. Үҙе епшек, күҙ асырмын тимә. Бына ошолай аҡман-тоҡман аҫтында төн ҡунып, иртәгеһен нисек ҡайтып түшәккә йығылғандыр Тәнзилә – хәтерләмәй. Ул иҫенә килеп, тышҡа сығып йөрөй башлағанда, тирә-йүндә ҡар иреп бөтөп килә ине инде. Ун дүрт йәшлек ҡыҙ был фажиғәле бурандың һөҙөмтәһе уның тормошонда төҙәтә алмаҫлыҡ бәхетһеҙлек килтерер тип һис уйламағандыр. Уйлаһа ла, нимә эшләй ала ине һуң? Оҙаҡ та тормай, әсәһе үлеп китте.

Хәҙер донъялар имен, ире станцияның уңғандарҙың-уңғаны. Рәхәтләнеп йәшәргә лә бит – балалары юҡ. Хәмит тә көндән-көн ҡырыҫлана, бына хәҙер әйтә, бына ғауғалаша тип, Тәнзилә йөрәген усында тотоп ҡына йөрөй.

Көткән көн һис уйламағанда килде. Хәмиттең бергә эшләгән иптәшенә малай ҡотларға барғайнылар. Бөтә ҡунаҡтар баланың һау-сәләмәт булып үҫеүен теләне, тик Тәнзилә ниңәлер, танауын, ҡашын йыйырып, был шатлыҡҡа ҡушылманы. Ә өйгә ҡайтҡас:

– Ҡыҫыр һарыҡ, күҙ алдымдан юғал, баланан ерәнәһең икән, үҙенең табырға ҡулынан килмәгәнен белмәй, – тип ире һуғып осорҙо. Бындай йәберләүҙәр йышайғандан-йышайҙы. Бер нисә тапҡыр ауыл советына барһа ла, файҙаһыҙ үтте, тегендә һүҙ биреп сыға, ә икенсе көндө шундай уҡ хәл ҡабатлана. Тора-бара ире өйгә ҡуна ҡайтмай башланы. Ял көндәрен мунса кереп, кейемдәрен алмаштыра ла тағы сығып юғала. Бисә-сәсә Тәнзиләгә: «Хәмит шул тол ҡатындан, был тол ҡатындан сығып килә ине», – тип хәбәр еткерә торҙолар. Ә ул түҙҙе, барыр ере, һыйыныр кешеһе булмағас, нишләһен.

Оҙон төндәрен, керпек тә ҡаҡмай, мендәр еүешләтеп сыға ине. Аптыраған өйрәк арты менән күлгә сума, ти, үҙ-үҙенә ҡул һалырға ла, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән Ташкент яҡтарына олағырға ла уйлап бөттө. Нимә булһа ла тәүәккәлләргә кәрәк ине, ә ул икеләнде, һуҙҙы...

Сентябрь баштарында булһа кәрәк... эй хәйерһеҙ, теп-теүәл бишенсе числола, кисен һуң ғына йоҡларға ятҡайны, ныҡ итеп ишек шаҡынылар. Тәнзилә, әллә ҡурҡышынан, әллә асыуынан, кинәт:

– Кем ул? – тип яңғыратып ҡысҡырып ебәрҙе...

– ...Бисәкәй, ас тиҙерәк, был мин, – тип ире тауыш бирҙе.

– Йөрөйһөң шунда өҫтөрәлеп, дөмөккөрө. – Ул эстән генә шулай тиргәнә-тиргәнә ут алды, ҡул күтәрә ҡалһа, ҡаршы торорға уйлап, уҡлау таяғын әҙерләне.

Иренең йөҙө – Тәнзилә быны шунда уҡ һиҙҙе – йылмайыу, моңһоуланыу билдәләре сығарып ҡыҙарғайны. Ул, өйгә ингәс, диван янына килде лә ике ҡуллап тотҡан ҙур төйөнсөгөн ипләп кенә сисеп ебәрҙе.

– Тәнзилә, күр әле, бер бала таптым...

– Нисек?!

– Әле, Сәрбиямал тыҡрығында туҡтап тәмәке көйрәтергә уйлағайным, ҡоймаға яҡын үлән өҫтөндә бесәйгә оҡшаш шыңшыу ишеттем. Эйелеп ҡараһам, биләүҙә бала ята.

– Шунан...

– Шул, бер аҙ, бәлки, ярты сәғәттер, тирә-йүнгә ҡарап торҙом да, кеше күренмәгәс, күтәрҙем дә ҡайттым.

Тәнзилә ни әйтергә лә белгәне. Бер айлыҡ самаһы был ҡыҙ бала, ятһыныпмы, асыҡҡанғамы, биләүен сисеү менән сеңләп иларға тотондо. Хәмит уны бер ҡулына алды, бер бәүеткәндәй итте, туҡтата алмағас:

– Мәле, ҡоро булһа ла имсәгеңде ҡаптыра тор, мин йәһәт кенә һөт ҡайната һалайым, ашарға һорай, ахырыһы, – тип баланы Тәнзиләгә тоттороп, эшкә кереште.

...Баланы икенсе көн дә, унан һуң да һораусы ла, белеүсе лә булманы. Биш айҙан ҡыҙҙарын, ауыл советына барып, үҙ балалары иттеләр.

Ғәйбәтселәрҙән ишеткеләп ҡалды ҡалыуын, йәнәһе, «теге» бисәне (исемен дә әйтеп) Хәмит өгөтләп таптырған, үҙенеке икән... Әммә Тәнзилә был һүҙҙәрҙе ҡолағына ла элмәне.

Алты йыл ир йәберләүенән һулып, өй ҡарасҡыһына әйләнгән бисәгә, Ғәлиәле булғас, йән керҙе. Ә Хәмитте алыштырҙылар тиерһең, бар булмышы менән бала ҡарарға әүәҫләнде. Өй эсе, ишек алды тулды үҙе яһап ҡуйған әйберҙәр, уйынсыҡтар менән. Барыһы ла ағастан: арба ла, таған да, төрлө ҡурсаҡ, әкиәттәге ҡарсыҡ-ҡорсоҡ, хайуандар. Хатта, «баҡ-баҡ» тип ҡысҡыра-ҡысҡыра, бер аяғында һикергеләгән тәлмәрйенде лә ағастан яһап бирҙе. И-и, үтә ирмәк инде, эштән һуң күрше-тирә йыйылып китер ине, ҙур тамаша күрергә килгәндәй. Ошо мәлдәрҙә тирә-йүндә Тәнзиләнән дә бәхетле кеше юҡ, шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, көндәр һиҙелмәй үтәләр.

Бала ауырымай тормай инде. Ике йәшлек сағында Ғәлиәнең дә, тамағы шешеп, температураһы күтәрелде. Үҙҙәренең медпункттарынан фельдшер ҡыҙ дауалап йөрөй. Ҡыҙҙары дарыу-фәләнен ашай, ә бына укол ҡаҙатам тип һис уйлама. Шприцты күреп тә ҡала – үҙәк өҙгөс тауыш менән иларға ла тотона, һиңә әйтәйем. Йөрәктәрҙе телеп үтә инде тауышы. Бында ла Хәмит яйын тапты. Дарыу алыу ваҡыты еттеме, ҡыҙын шаяртып-көлдөрөп уйнай. Уколды тәүҙә үҙенә юрый ҡаҙаттыра, тегеһе «ауылтмай... ауылтмай» тип атаһының беләктәрен һыйпаштыра һәм үҙемә ҡаҙағанда «ыһ-һ» килә лә туҡтай ине...

... Әсәһенең уйын бүлеп, Ғәлиә:

– Вермишель һалайыммы, туҡмасмы? – тип кухнянан өндәште.

– Магазин әйбере кәрәкмәҫ. Ҡана, туҡмасты үҙем баҫайым. Атайың яңы он алып ҡайтҡайны.

– Борсолма әле, әсәй, мин эшләй аламсы.

– Әләйһә, тиҙ генә һала күрмә, атайың ҡайтыуғараҡ төшөрөрбөҙ.

– Ул хәҙер сәғәт нисәләргә тиклем эшләй?

– Элеваторға баш механик булғас, тынғыһыҙланды. Һигеҙҙәрҙә, смена алышҡанда ғына, тамаҡ ялғап китә.

– Ә институтҡа кермәҫкә булдымы ни?

– Пенсияға сыҡҡансы йөрөһөнмө китап күтәреп, булмағанды, иллегә хәтлем тигәндәй уҡыуы ла еткән...

...Ғәлиә өсөнсө класҡа йөрөй ине, уҡытыусыһы:

– Ҡыҙығыҙ иғтибарһыҙ уҡый, өйҙә тикшереп, өйрәтеберәк тороғоҙсо, – тип бер нисә тапҡыр ата-әсәләр йыйылышында әйткәс, Хәмит күп уйлап торманы, үҙе лә киске мәктәпкә төштө лә китте, һуғыш ваҡытымда йүнләп уҡырға тура килмәгәйне шул. Йә уҡытыусыһы юҡ, йә мәктәп яғылмаған, колхоз эше, ҡышын йылы кейем юҡлығы, оҙаҡ итеп ауырып ятыуҙар барыһы бергә белем алыуға аяҡ салды инде. Хәҙер бына өсөнсө класс материалын да белмәйҙәр. Хәмит тәүҙә ҡыҙына ярҙам йөҙөнән йөрөһә мәктәпкә, аҙаҡ уҡырға үҙе лә әүәҫләнеп китте... Ун класс тамамланы, техникумда белем алды.

– Әсәй, эшем бөттө, ашты һүндерәм, атайым ҡайтҡас, туҡмасты ҡабартып алырбыҙ. – Ғәлиә, еүеш ҡулын алъяпҡысына һөртә-һөртә, диванға килеп ултырҙы һәм шунда уҡ яңынан ҡуҙғалды.

– Эй-й, онотоп та торам, туйҙа төшкән фотоларҙы яңы эшләп бирҙеләр. – Ул, сәйҙәге сумкаһынан гәзиткә төрөлгән ун бишләгән фотоһүрәт алып, әсәһенә тотторҙо.

Тәнзилә, күҙлеген кейә һалып, иғтибар менән ҡарарға кереште, яй ғына һөйләшеүендә булды.

– Быныһы никахта барғанда биҙәлгән машиналар, икенсеһендә Хәмит ҡоҙаларҙы һыйлай, ауыҙы ҡолағына еткән. Күр әле, ауыл советында яҙылышаһығыҙ, ҡалай матур сыҡҡан. – Ул, икегеҙ ҙә пар килгәнһегеҙ, матур аҡҡоштарым, тиергә уйлап, фотоһүрәтте генә маҡтап ҡуйҙы. Күмәк кеше артында ҡарасҡыға оҡшаған берәүҙе шәйләп: – Анау, арттағы ниндәй бәндә ул? Танымайым? – тине.

– Менәүәрә бит.

– Вәт һин уны, йөҙө ҡара, карточканы боҙоп, ҡайҙа барып баҫҡан.

– Ниңә тиргәйһең, әсәй, ул шунда йыйыштырыусы булып эшләй ине. Әле муйынын һындырып ята, ти.

– Хәшәрәтте, кеше ерәндереп, нимә тип тоталарҙыр...

– Әсәй...

...Менәүәрәнең элек ауыл советы секретары булып эшләүен, ҡош телендәй генә ҡағыҙ, справка өсөн кешеләрҙе өс-дүрт көн йөрөтөүен, һәр барған һайын «үтескә» унар-егермешәр йомортҡа йә тауыҡ һорауын Ғәлиә белмәй ине. Ул бәндә, Тәнзилә менән Хәмит ҡыҙҙарын күтәреп ауыл советына барғас, ҙур ғауға сығарҙы.

– Кем балаһын урланығыҙ, судҡа бирәм! Уйнаштар! Тағы әллә ниндәй һүҙҙәр әйтеп бөттө. Хәмит уның менән һәйбәтләп тә, асыуланып та һөйләшеп ҡараны, әммә яйға килмәне был. Ә ауыл советы рәйесе иһә Менәүәрәнең һүҙенән сыҡмаған, уның ҡолона әйләнгән, үтә ялҡау бер бәндә ине.

Өс-дүрт аҙна ни эшләргә белмәй ут эсендә йөрөгәндәрен күреп, күршеләре тәҡдим яһаны:

– «Үтескә» мал йә әйбер бирмәй булмаҫ. Ауыл Советында Менәүәрәне еңгән кеше юҡ!

Хәмит «түрәләр»гә бер һарыҡ, бер кәзә, егермеләгән йомортҡа «үтескә» биргәйне, икенсе көндө үк Менәүәрә үҙе Ғәлиәнең метрикаһын өйҙәренә килтереп бирҙе. Хатта оҙаҡ итеп сәй эсеп ултырырға ла тартынманы.

Фотоһүрәттә ошо бәндә тора икән. Тәнзилә ауыҙ эсенән тиргәй-тиргәй, башҡа карточкаларҙы ҡараны ла, күҙ йәштәрен һөртөп:

– Ғәлиә, быларҙың бер нисәһен беҙгә ҡалдыраһыңдыр?

– Барыһы ла һеҙгә. Альбомға ҡуяйыҡ. – Ғәлиә шкафтан ғаиләнең оло ҡомартҡыһы булған зәңгәр тышлы ҙур альбомды ҡулына алды ла, әсәһенең иңбашына һөйәлеп, ҡарарға тотондо. Ул кейәүгә киткәндән һуң фотоһүрәттәр икенсерәк ҡуйылғайны.

– Ниңә беренсе биткә мине ҡуйҙығыҙ? Тәүҙә атайым менән, әсәй, һин торорға тейешһең.

– Тәүҙә һин, ә унан һуң ғына беҙ тыуҙыҡ.

– Нисек?

– Шулай, беләһең дә баһа...

– Әсәй, был һүрәт ҡасан төшөлгән?

– Атайың киске мәктәпте бөткән йылды.

– Миңә ул саҡта ун өс йәш инеме?

– Эйе. Бында техникумда уҡып йөрөгән сағы. Һабантуйҙар...

– Атайым элек тә алсаҡ йөҙлө, матур булған икән. Әсәй, һеҙ элек, мин булмағанда ла, бәхетле йәшәгәнһегеҙҙер, эйеме?..

Тәнзилә ҡыҙып ҡосаҡлап, бәләкәй саҡтағылай маңлайынан, битенән үпте, ә ирендәре бер туҡтауһыҙ: «Ғәлиәм, һин ул – беҙҙең бәхет ҡояшыбыҙ, ҡыуанысыбыҙ, шатлығыбыҙ», – ти ине.

Фәнис ЯНЫШЕВ.

https://ejansura.ru/articles/hikaya/2024-12-16/t-nzil-ne-b-hete-hik-y-4053763

Автор:
Читайте нас: