Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
10 Ғинуар , 11:16

Күгәрсен йыры (хикәйә)

Өйгә ингәс тә, төшлөккә еткән ҡояштың сағыу нурында ҡойонған урындыҡта уйнап ултырған ике сабыйҙы күреп, телһеҙ ҡалдым. Улар Алтынсәскә ике тамсы һыу кеүек оҡшағандар: шундай уҡ алтындай бөҙрә сәстәр, зәңгәр күҙҙәр, ҡабарып торған алһыу ирендәр, төймәләй танау, алма биттәр. 

Күгәрсен йыры (хикәйә)
Күгәрсен йыры (хикәйә)

Күгәрсендәрҙең ни тип йырлағанын беләһегеҙме? Белмәйһегеҙ?! Ә мин беләм. Атайым өйрәтте. Әле лә тәҙрәнән төшкән сағыу нурға уянып китһәм, баш осомдағы тәҙрә төбөндә ике күгәрсен ултыра. Улар, ҡыҙыл ебәк менән ҡаймаланған мәрйен күҙҙәрен әйләндереп, мине күҙәтәләр. Ахыры, күҙемде асҡанды һиҙеп ҡалдылар:

 

Гөлдөр был, гөлдөр был,

Бигерәк матур көндөр был, –

тип, икеһе бер тауыштан йырлап ебәрҙеләр! Минең дә үҙҙәре янына сығыуымды, яңы көнгә бергәләп ҡыуаныуымды теләйҙәрҙер әле, моғайын. Һикереп торҙом. Әсәйем тышҡы усаҡ тирәһендәме икән, өйҙә бер кем юҡ. Атайым – яланда. Ҡуна ятып эшләйҙәр – бесән өҫтө.

Бер мәлгә күгәрсен йырынан күтәрелгән күңел һүрелә төштө. Бөтөн әҙәм яланда ҡайнашҡан бер мәлдә өй тауығы булып ятыуҙың ни ҡыҙығы?

– Еңгә, ҡыҙың өйҙәме? – Асыҡ тәҙрәнән ишетелгән был тауыштың ни вәғәҙә иткәнен яҡшы белгәнлектән, күлдәгемдең икенсе еңенә ҡулымды тыға-тыға, тышҡа атылдым.

– Ҡуян күстәнәс ебәрҙе һиңә! – Беләм, белеп торам ул йомарт ҡуяндың кем икәнен. Үҙе ҡайта алмаһа, һәр көн иртән ҡайтыусы хисапсы артынан күстәнәс ебәрә атайым. Яҙ көнө «ҡуян» күстәнәскә йыуа һала, йәй еләк суғы, сейәләр, көҙгә табан – муйыл, бөрлөгән. Һи-и-и... бай инде ул беҙҙең ҡырҙар күстәнәскә!

Кескенә еләк суғынан таралған хуш еҫ бөтөн урамды тултырҙы. Инде күгәрсендәргә ҡушылып үҙем дә йырлайым:

Гөлдөр был, гөлдөр был,

Бигерәк йомарт көндөр был!

Шулай ҙа, күстәнәстән бигерәк, атайымдың үҙен көтәм. Ике һуҡ бармағымды еүешләйем дә, күҙҙәремде йомоп, «ҡайта – ҡайтмай, ҡайта – ҡайтмай» тип һамаҡлап, бер-береһенә яҡынайтам. Бөтә ғиллә ике бармаҡтың тап килеүендә. Ә улар, ҡарышҡан төҫлө, төкәшмәй. Шуға күрә, бик тә килеп сыҡмаһа, бармаҡтар яҡынайғас ҡына күҙҙе ҡыҫа төшәм.

– Ҡайта... Ҡайта атаҡайым!

– Ҡайҙан килгән әүлиә? – Әсәйемдең күҙ тирәһенә нур-йыйырсыҡтар йыйыла. Юрамаһаң да ҡайтырҙар: Ирәндек ҡарт сәлләһен урап алған, ана! Ҡара әле, ҡайһылай ҡабарып тора!

И был аҡыллы тау! Башҡынаһы таш булһа ла, минең теләкте әллә ҡайҙан һиҙә бит шул! Һағынып, тәҡәттәрем ҡороно тигәндә генә башын болот-сәллә менән ҡаплай.

Был шатлыҡты күгәрсендәр менән уртаҡлашып, бер йырлап алырға ине лә, әле улар, тәҙрәгә һирпелгән ямғыр тамсыларынан боҫоп, тынып ҡалды. Ә мин, күкте арҡыс-торҡос ҡамсылап ярған йәшенгә лә ҡарамай, тауға үрмәләгән юл буйлап елдерәм. Сөнки беләм: ямғыр яуһа, бесәнселәрҙең һәммәһе ауылға ҡайта. Ана, арбаға тейәлгән бергилке халыҡ күренде лә инде.

– Ағай, атайым киләме?

– Килә, килә. Тик ул арттараҡ ҡалды. Тырмала йөрөгән малайҙарҙы көтәүелләй ине.

– Кемдәрҙе тиһең? – Ишетһәм дә, ҡабатлап һорайым. Бәлки, яңылыштыр. Атайым, үҙен көтөп, тау башында тороромдо белә бит ул!

Ағай кеше һуңғы һорауымды ишетмәне – баш осомда ғына ер һелкетеп күк күкрәне. Мин ирекһеҙҙән «бисмилла» тип, ҡултыҡ аҫтымды һыпыра һалдым. Ни өсөн тигәндә, шайтан, йәшендән ҡурҡып, әҙәмдең ҡултыҡ аҫтына инеп йәшеренеүсән икән. Йәшен, шуны атам тип, яңылыш кешегә тейҙерә лә ҡуя, ти...

Ниҙер ҡысҡырышып, ылауҙар үтеп бөттө. Үҙҙәре менән ҡайтырға саҡырған тауыштар ҙа ишетелгеләне. Ҡайта торһондар, анау боролманан хәҙер генә ҡола бейәнең башы күренер.

Уйлап та бөтмәнем, ҡаты гөрһөлдәүҙән ултыра төштөм: минән ике арҡан самаһы алыҫлыҡта үҫкән яңғыҙ ҡайынды йәшен ялманы.

– Атай!..

* * *

– Уяндыңмы, ҡыҙым? Ана, күгәрсендәрең килгән.

Гөлдөр был, гөлдөр был,

Сәскәлер был, йәмдер был –

Бигерәк матур ҡыҙҙыр был, –

тип ултыралар.

Элек булһа, атайым күгәрсен йырын әйтеп бөтөр-бөтмәҫтән муйынынан ҡосаҡлап алыр инем. Әле кисәге үпкә иҫкә төштө, шуға иренемде турһайтып:

– Күгәрсендәр улайтып та ултырмай, – тип киреләндем.

– Нигә, әйтәләрсе...

– Әйтмәйҙәр шу-ул... Һин мине яратмайһың!

Атайым күҙҙәрендәге күкшел төҫ ҡуйыра төштө, киң маңлайы йыйырылып, тарайып киткәндәй булды:

– Нигә улай тиһең әле, ҡыҙым?

– Мине йәшен ата яҙҙы, йөрәгем саҡ-саҡ ҡына ярылманы, ә һин... – ҡалғанын әйтеп бөтөү минең ихтыярҙа түгел шул инде: күңелгә эркелгән болоттар, ҡойма ямғырға әйләнеп, яуып ебәрҙе.

Атайым башта эҫе усын маңлайыма ҡуйҙы, дерелдәгән яурыныма юрған тартты, унан, ҡапыл тороп, миңә арты менән боролдо:

– Һинеңсә, ул малайҙарҙы көтөп алып ҡайтмай, яланда ҡалдырһам, яҡшы булыр инеме?

– Ә мин? Минең көтөп торорҙо беләһең бит?!

– Эй, ҡыҙым, ҡыҙым... Үҙеңде йәлләгәнде яратһаң да, кешене йәлләй белмәйһең, ахыры, һин. Ул балаларҙың ҡурсыр кешеләре юҡ бит! Ана, күгәрсендәрҙең дә һиңә йәне көйгән.

Кемдер был, кемдер был?

Илаҡтыр был, көнсөлдөр был –

Бигерәк йүнһеҙ ҡыҙҙыр был, –

тиҙәр.

Илауҙан туҡтап, күгәрсендәрҙең гөрләүенә ҡолаҡ һалам: ысынлап та, тауыштарында ниҙер үҙгәргән кеүек! Йә инде: шул йүнһеҙ малайҙар арҡаһында бығаса һин дә мин гөрләшеп йәшәгән күгәрсендәрем миңә ҡырын ҡараһынмы?! Ошо минуттан башлап миндә арғы ос малайҙары Әбелҡасим, Нуретдин, Сәйетҡәлегә ҡарата ошоғаса татып ҡарамаған сәйер тойғо барлыҡҡа килде. Был хис, күҙгә төшкән дегәнәк кеүек, йөрәкте өйкәй. Йөрәкте өйкәп кенә торһа, бер хәл: телде ҡысыттыра – бына нәмә! Теге малайҙарҙың беҙҙең яҡҡа көтөү ҡаршыларға килгәндәрен ҡарауыллап ҡына торам да:

– Әбелҡасим, Әбелҡасим! Ултыр бәләкәй санаға – һөйрәтеп алып ҡасим, – тип ҡаршылайым. – Нуретдин, Нуретдин! Йоҙроҡтай һағыҙ урлап, башҡайыңды хур иттең! – тип оҙатып ҡалам ҡайтҡандарында. Малайҙар салбар кеҫәләре эсендә йоҙроҡ төйнәһә төйнәйҙәрҙер, мәгәр эш: «Сәңкелдәмә, көсөк!» – тип ҡысҡырыныуҙан уҙмай. Шулай инде: эт тә бит үҙ ояһында көслө! Үҙемә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамауын белгәс:

– Сәйет-мәйет! – тигән һуңғы сәләмде лә һис ниҙән шөрләмәйенсә генә оҙатам оҙонтороҡ Сәйетҡәлеһенә лә. Шулай. Булғас, тигеҙ булһын, һыйҙан ҡоро ҡалдым тип, үпкәләрлек булмаһын.

Ахыр сиктә, ҡойма башынан башланған был талаш-әйтеш малайҙарҙың атайым арбаһынан ауыл осонда уҡ, минең күҙгә күренгеләгәнсе, төшөп ҡалыуҙары менән тамамланды.

* * *

Көҙ етеп, «күгәрсен күстәнәстәре» бөтөүгә, бураға ашлыҡ килтерҙеләр.

– Бойҙайының эрелеге! – тип иҫе китте әсәйемдең.

– Әйтмә лә: гәрәбә итеп муйыныңа таҡ та ҡуй! – тип йылмая атайым. – Йәй буйы һирәк күрешеүҙән йыйылған һағышың һарыһын «һә» тигәнсе һурып алыр йөҙөңдән.

– Кит әле, бынау! Бала ҡашында ни...

Әсәйем, атайымдың кәңәшен тотоп, бойҙайҙы гәрәбә итеп тағырмы-юҡмы – уныһын белмәйем, мәгәр минең шатлыҡ һағыш ҡайтармайынса ла баштан ашҡан! Ҡыр эштәре бөтһә, атайым күберәген өйҙә була. Кистәрен әкиәттәр, үҙенең һуғышта йөрөгәндәрен һөйләй... Тышта буран ҡоторонған бер мәлдә, әкиәт тыңлап йылы өйҙә ятыуҙан да нығыраҡ рәхәтлек бар микән?!.

Шулай ҙа был ҡыуанысымдың ғүмере ҡыҫҡа булды: киләсәк ҡышты күҙ алдынан үткәреп тә бөтмәнем, атайым әсәйемә:

– Шаярмайым әле мин, әсәһе, гәрәбә таҡмаһаң да булмаҫ, сана юлы төшөү менән урманға китәбеҙ, яҙһыҙ ҡайтып булмаҫ, – тине.

– Уныһы ниндәй урман?!

– Тәүәккәлләмәй булмай: ҡаралты сигенә етеп туҙған, артабан хужалыҡты былай апарып булмай.

– Китәм тиһең дә тораһың... Һинән башҡа кеше юҡмы әллә колхозда?

– Рәйес саҡырып үҙе ҡушты.

– Ҡуша инде: баҫымсаҡҡа баҡа ла айғыр.

– Ҡуй, әсәһе, юҡҡа көйәләнмә: бураң тулы иген менән ҡалаң, бирешмәҫһең. Үҙебеҙ өсөн эшләйбеҙ бит.

– Үҙебеҙ өсөн тиһәләр, бөтөн әҙәм һинең кеүек булыр ине.

– Мин ниндәй һуң?

– Һинме? Һин – һапһыҙ ҡара балта!

Атайым тоҡ күтәреп келәткә инеп барған көйө һаһылдап көлөп ебәрҙе:

– Бә-әй... Мин әле үҙемде нисек кенә булһа ла ир йоратымындыр тип йөрөһәм, ҡайһылай ҙурланың: үҙе балта, үҙе һапһыҙ!

Быға ҡаршы әсәйем дә йәштәре ҡатыш йылмайҙы. Мәрәкә кешеләр ҙә инде минең атай-әсәй: бер үк ваҡытта илайҙар ҙа, көләләр ҙә. Миндә, мәҫәлән, быларҙы ишеткәс, көлөү ҡайғыһы китте: ҡышҡылыҡҡа ҡорған хыялдар селпәрәмә килде бит!

Эсем бошоп, тәҙрә аҫтына стенаға төкәтеп яһалған эскәмйәгә барып ултырҙым. Өҫтә, ояларында, күгәрсендәр моңло йыр һуҙа:

Ниҙер был, ниҙер был?

Ни тигәнем көҙҙөр был –

Һөмһөҙ яман мәлдер был...

* * *

Юҡ, көҙҙөң бөтә көндәре лә былай уҡ һөйкөмһөҙ булып бөтмәне. Бына бөгөнгө иртәне генә алайыҡ. Уянып китһәм, ҡаршымда атайым йылмайып ултыра.

– Кисә мин һиңә бер нәмәкәй алып ҡайттым ҡаланан, һуң булғас, уятманым. Йә әле, әйтеп ҡара: ни икәнен белерһеңме икән?

Эргәмдә ултырған ҡағыҙ ҡумтаға төбәлдем:

– Башмаҡтар!

– Түгел.

– Керәндилдер, улай булғас.

– Түгел.

– Бәлкем... кәнфиттер?

– Белмәй, белмәй...

– Йә һуң, үҙең әйт!

Атайым ҡумтаның өҫкө ҡапҡасын асты. Аллаҡайҙарым! Ҡумта эсендә алһыу күлдәкле, һары бөҙрә сәсле, зәп-зәңгәр күҙле ҡурсаҡ ята! Аяғына кейгән сандалиҙарына тиклем хәс тә ысын кешенеке инде! Ят ҡыҙыҡай менән осрашҡандағы шикелле ҡаушап киттем хатта...

– Иптәш булыр үҙеңә. Минең ҡайтҡанды икәүләп көтөрһөгөҙ.

– Һе... Исеме кем?

– Марина.

– Марина? Эй, юҡты. Ул да булды бер исем. Алтынсәс булһын!

– Әйҙә һуң, шулай булһын.

Ҡыуаныстан әйләнгән башымды атайым күкрәгенә һыйындырам...

Атайым китте. Артынан ҡапҡа ябылырға ла өлгөрмәгәндер, беҙ инде уның ҡайтырын көтә лә башланыҡ. Башымдағы кәкре тараҡ менән Алтынсәстең бөҙрәләрен икегә ярып тарап үрҙем. Толомона ҡушып үргән таҫма остарына тәңкәләр таҡтым: әйҙә, һикерткән ыңғайға сылтырап торһон! Беҙҙең тырышлыҡты күгәрсендәр күрмәй ҡалмай, әлбиттә. Икеһе бер тауыштан:

Кемдер был, кемдер был?

Бигерәк уңған ҡыҙҙыр был!

Тарап үргән сәстәрен –

Сәскәлер был, гөлдөр был, –

тип гөрөлдәп үк ебәрҙеләр! Ниңә, шулай инде: сәсемде тарап үрһәм, атайым да бит миңә гел шулай һамаҡлай. Ана, әле лә күгәрсендәр уҡалы муйындарын йылҡылдатып, йөҙөк ҡашындай һандал күҙҙәрен әйләндереп, тәҙрә аша беҙҙе күҙәтәләр. Беҙ иһә, майлап шымартҡан сәстәребеҙҙе ялтыратып, тыныс ҡына маһайышып ҡарап торабыҙ: әйҙә һоҡланһындар, әйҙә маҡтаһындар, тик осоп ҡына китмәһендәр, ҡурҡмаһындар!..

Ҡыш бик әкрен үтә. Күгәрсендәрҙең дә йырлағаны ишетелмәй. Атайым ҡайтмай ҙа ҡайтмай. Ҡурсағымдың минең йәшкә сыланған битенән һыйпайым да: «Тиҙерәк ҡайт инде, атаҡайым. Беҙҙең ныҡ-ныҡ һағынғанды белмәйһеңме ни?!» – тип бышылдайым.

– Ҡайтыр әле, ул яҡтарҙа эсәһе һыуы бөтмәй торалыр, – тип йыуатырға керешәләр мине көн дә кис ҡул эштәрен тотоп ултырмаға килгән инәйҙәрем. Әсәйем дә һуңғы ваҡытта көндәрен тәҙрәнән күҙен алмай үткәрә; шулай булһа ла, ҡапҡа шығырлағанға ла һиҫкәнеп ғүмер итһә лә, атайым хаҡында һүҙ сыҡһа:

– Һағынып һарыларға һабыша инде балам, – тип, гел миңә япһара.

– Һағыныу менән ни ҡылаһың? Беҙҙекеләрҙең, ана, үле һөйәктәре лә әйләнеп ҡайтманы, һағынам тип, башты ташҡа бәреп булмай, – тип ауыр көрһөнә инәйҙәрем.

Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп үтәйем әле: күрше инәйҙәрем – өсәү. Исемдәре: Фәүзиә, Хөмәйрә, Сәмиғә.

Гел аралашып, көңгөр-ҡаңғыр итеп бергә йәшәгәс, ғәҙәт-ҡылыҡтарына ла төшөнөп бөткәнмен. Бына, мәҫәлән, кис ултырырға өсөһө бергә килеп инһәләр ҙә, саҡырырға барһаң, өсөһө өс төрлө ҡыбырлай. Бының ише йомошто башҡарыу минең өлөшкә төшкәс, уныһын яҡшы беләм.

Фәүзиә инәйҙе саҡыра бараһың икән, әйтеү менән сығып китмәгәнең яҡшы: семәрле һандыҡтың зыңғырлап асылыу, унан йә дүрткел, йә йомро кәнфиттең килеп сығыу ихтималы бар.

– Ярай, әләйһәң, барырмын, – һүҙен дә ул ана шул һандыҡ асылып ябылғас ҡына әйтә. Мәгәр уға башҡаларға әйтеп бөткәс кенә инәм. Юғиһә, самауыр ҙа ҡайнамай ҡала, үксәңә баҫа-баҫа килә лә етә ул.

Хөмәйрә инәй, уң яҡтағы күрше, ғүмеренә кешегә балаҫ һуға. Был саҡта ул ингән кешене күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә. Ҡат-ҡат әйтеп, арып бөтәһең. Күберәген уны, ҡунаҡтар йыйылып бөткәс, әсәйем үҙе инеп алып сыға.

Сәмиғә инәйемдең дә мәрәкә генә ҡылыҡтары бар. Саҡыра барһаң:

– Башым ауырый, бара алмам, ахыры. Саимә килен үпкәләр микән инде? – тип һөйләнеп ҡала. Шулай тиһә лә, саҡырылып та килмәй ҡалғанын хәтерләмәйем. Ә инде кис ултырырға килгәнендә күп итеп көйгә һалып таҡмаҡ әйтә.

– Таҡмаҡ түгел, үҙе сығарған шиғырҙарын уҡый, – ти әсәйем. Шиғыр тигәндәре гел моңланыу ҙа, хәсрәтләнеү, ахыры, һәр хәлдә, инәйем сығарғандары шундайҙар.

Әле улар, һәр ҡайһыһы үҙ эшен ҡулына алып, мөңгөр-мөңгөр хәбәргә кереште. (Көн һайын яңаҡ талғансы һөйләшерлек хәбәрҙе ҡайҙан алалар тиң!)

Быларҙы тыңлап ятһаң, иҫең китер! Ауылдың эреле-ваҡлы тыҡрыҡтарының береһен ҡалдырмай, өй беренсә киттеләр. Бара-тора, мине йоҡланы типтер инде, бышылдауға күстеләр. Ҡолаҡты ҡарпайта бирәм: туҡта әле, ни эшләп һуң әле былар ауылдың иң арғы осонда йәшәгән Сәйетҡәленең әсәһе Ғәйшә апайҙың самандан ғына эшләнгән ҡыйыҡһыҙ өйөнә боролорға булдылар? Боролоу ғына түгел, арыуыҡтан бирле шул тирәнән китә алмай, кипсәлеп торалар түгелме?

– Йә, шунан? – Алға эйелә биреберәк был һорауҙы биргәне әсәйем.

– Шунан ни... – Фәүзиә инәйем минең яҡҡа һағайыбыраҡ ҡарап алды ла, бөтөнләй шыбырлауға күсте. – Теге хәбәр ысын икән!

– И мәүлә, күрер оятсылыҡтары булған икән! – Сәмиғә инәйем бөтөрөп барған ойоҡбашын ситкә һалып ҡуйҙы.

– Мин дә киленемә әйтеп кенә торам, – Хөмәйрә инәй яулығын бер систе, бер ҡабат бәйләне, – ул да, Ғәйшә килен кеүек, тау-таш араһында яңғыҙы йөрөй ҙә ята...

Хәҙер инде дүртеһе бер юлы һөйләй башланы:

– Йөрөмәй ни хәл итһен? Йөрөмәһәң, кем һиңә утын-бесәнде әпкилеп ауҙара?

– Уныһы шулай ҙа һуң... Алла һаҡлаһын! Бына бит әле: ир менән бүренең үҙ ҡорамалы үҙендә!

– Беҙ ярай инде... Килендәр бигерәк йәш ҡалды шул. Ғәйшә килен дә бер ҙә аҙғынға оҡшамағайны...

– Игеҙ булыуын әйт әле һин уның!

– Ҡуй инде! Танһыҡ иткәнгә берәү ҙә юҡ!

– Икеһе лә ҡыҙ бала тиме?

– Ҡыҙ балалар, ти, шул. – Фәүзиә инәйем, бармағын төкөрөкләп, кире орсоғона үрелде. – Сәйетҡәлеһенең битенә бер серкеү булды инде. Малай-шалай, бәпес туйына саҡыр тип, меҫкендең күҙең дә астырмай, ти. Сәйетҡәле аптырағас: «Ул ниткән бәпестәр булһын?! Этебеҙ көсөкләгән!» – тигән була икән.

– Бахыр... Иҫ ингән бит!

Ни тип фараз итергә белмәй, аптырап ятам. Һораһам, килешмәҫ, улар мине йоҡлай тип белә. Нисек инде ул: берсә ике сабый донъяға килгән, былар, һөйөнсө һорап оран һалаһы урында, енәйәт хаҡында һөйләшкәндәге шикелле ҡыланалар. Үҙебеҙҙең аралағы бер еңгәнең улы тыуғас, шул уҡ Фәүзиә инәйем урам тултырып һөйөнсөләп йөрөгәйне түгелме?! Әсәйем дә, һары майҙа ҡоймаҡ шыжлатып, тәүгеләр иҫәбендә шул йортҡа йүгергәйне бит әле. Әллә инде берсә ике ҡыҙ тыуыу насар микән? Улай тиһәң, Алтынсәскә иптәшкә атайым тағы бер ҡурсаҡ алып ҡайтһын ине әле! Оҙонтороҡ Сәйетҡәлене әйт әле: туғандарынан ниңә ғәрләнә икән? Әллә, үсекләшә торғас, ҡыҙҙарҙан мин үҙем биҙҙереп бөттөммө шуны? Барса ҡыҙҙар минең ише атаһын көнләшмәй ҙә инде ул... Бәй-бәй! Көнләшергә Сәйетҡәленең... атаһы юҡ таһа?! Атайһыҙ за балалар тыуа, ахыры? Шунан, әкиәттәрҙә лә бит гел: «Әбей менән бабай йәшәгән, ти. Уларҙың бер улы (йәки ҡыҙы) булған, ти», – тип һөйләнелә.

Мин уйымдың осон-осона ялғай алмай хитланып ятҡан арала, инәйҙәрем йәнә һүҙгә кереште:

– Йә, бынау Мөслимәне әйт әле һин. Инеп хәлен белеп сыҡтыңмы һуң, тигәйнем, тыума табып ятҡан кәнтәйгә инеп гонаһлы булаһым юҡ, тисе?

– Шулай уҡ тиме?! – Фәүзиә инәйемдең әйткәнен әсәйем күтәреп алды. – Үҙҙәре, етмәһә, ут күршеләр. Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы!

– Элекке үсен онота алмай инде....

– Һи-и... Уға ни заман ғүмер үтте?!

– Ниндәй үсен? – Әсәйем Фәүзиә инәйгә ҡайырылып ҡараны.

– Атаҡ, белмәйһеңме ни? Ғәйшә килен Мөслимәнең яратып йөрөгән егетенә сыҡҡайны бит. Ҡыҙ көйө ҡартайҙы Мөслимә лә...

Ишеткәндәремде төшөнөп бөтә алмаһам да, инәйҙәрем һөйләгән хәбәрҙәр йөрәгемә ҡайнар дегет булып тамды. Күҙ алдымда Ғәйшә еңгәнең түңәрәк йөҙө, уйсан сабыр ҡарашы торһа ла, күңелем менән уның ниндәйҙер тыйылған нәмә ҡылғанын тойҙом. Ҡәһәр утынан ҡасҡандағы шикелле, ҡултыҡ аҫтымды бисмилла итеп һыпырҙым да, башымды мендәр аҫтына тыҡтым...

*  *  *

– Аҡман-тоҡман башланған!

Әсәйемдең тауышына уянып, тәҙрәгә ҡапландым. Ужыртмаҡланып ҡатҡан быяла аша бер ни ҙә күрерлек түгел, бары өй генә, нигеҙемдән ҡуптарып алып ташлай инде был мине, тип ыңғырашып ҡуя.

– Хөмәйрә инәйең сыға алмай яталыр, ишеге тышҡа асыла. – Әсәйем ҡабаланып сығып китте. Ошо иртәнән башлап, һәр көн һайын бөтөн әҙәм бер-береһенең ишеген асырға йөрөй башланы. Күгәрсендәргә тиклем, ғәрәсәттән ҡурҡып, соландан сыҡмаҫ булдылар. Буранға сәсәй-сәсәй хәл белергә ингән инәйҙәрҙең ауыҙынан бер һүҙ өҙөлмәне:

– Урмандағылар ҡайтырға сығып, харап ҡына булып ҡуймаһалар ярар ине.

– Сыҡһа ла сығырҙар, аҡман-тоҡман быйыл бер йома алдан инде.

Әсәйем был әңгәмәгә ҡушылмай. Ошо аҙна араһында уның йөҙө ҡарайҙы, һөйләшмәҫ, урынында ултырып сыҙамаҫ булып китте. Ниһайәт, буран тымды. Иртән тороуға өй эсе ҡояш нурына сумғайны. Боҙо ирей башлаған тәҙрә өлгөһөнән ҡараным да шаҡ ҡаттым: элекке оло юл үткән ерҙә әкиәттәгеләй текә Ҡаф тауы үҫеп сыҡҡан! Эйе, бына хәс тә Урал әбейенең дейеү батшалығында әсирлектә ятҡанда өйгән тауы инде. Айырма булһа, шунда булыр: был тик нурҙан ҡойолған. Сана менән шыуып төшөп китһәң, ауылды сыҡҡансы шыҡраяһың да ҡуяһың инде! Ҡыуанысымдан үрле-ҡырлы һикереп кейенә башланым. Күңелемдә хатта онотола башлаған йыр терелде:

Гөлдөр был, гөлдөр был,

Бигерәк матур көндөр был!

Сығыу менән әлеге Ҡаф тауына үрмәләй башланым. Ул тауы, ул ҡары... Ялтлап торған бынамын тигән ҡаты ҡар! Был тау, Фәүзиә инәйем менән беҙҙең өйҙө ҡыйығы-уты менән типә-тиң итеп тоташтырған. Бәлки, быны буран өймәгәндер? Бәлки, был Ҡуҙыйкүрпәс көҙгөһөнән яралған күперҙер? Тауҙың башына менгәс, тирә-йүнгә күҙ һалдым: бөтөн ауыл, кәртә-ҡаралты нурҙа йөҙә, һәр өй тиерлек мөрйә эсенән аллы-гөллө ебәк яулыҡ сығарып, зарығып көткән ҡояшты сәләмләй. Ирәндек битендәге ҡарағайҙар, алышта еңеп сыҡҡан батырҙай, мөһабәт тыныслыҡ һаҡлай. Их, ҡош булып осорға ла шул тауҙарҙағы бөтөн гүзәллекте үҙ күҙең менән күрергә ине! Йәки бына миндә тауға ҡаршы елдерә торған һонтор санаһы булһа!.. Сана тигәндәй, урман юлында бер нисә ҡара тап шәйләнем.

– Бер, ике, өс... Ана, дүртенсеһе! Аттар килә! Ат-та-ар! Шул арала мин торған тау башына байтаҡ кеше йыйылды.

– Киләләр!

– Мәүлә ейәр ризыҡтарын киң ҡылһын!

– Кемдең генә рәхмәте менән иҫән ҡалдылар икән? Ғәҙәтемсә, ҡаршы йүгерергә иткәйнем, әсәйем еңемдән тартты:

– Туҡта!

Әсәйем йөҙөндәге үҙгәреште күреп, минең дә әҫәрем ҡайтты. Тәҙрәгә миңә ҡарағанда ла ул күберәк ҡарай ине, төндәр буйы самауырын һыуытмай ул көтә торғайны – әле ниңә шатланмай?..

Бөтөнләй яҡынайҙылар, аттарынан бөркөлгән быу ап-асыҡ күренә башланы. Шул саҡта үҙебеҙҙең ҡола бейәнең төркөмдә булмауын шәйләнем. Әсәйем мине, ҡурҡыныстан ҡасырырға иткәндәй, өйгә өҫтөрәне...

Әсәйем ҡасырға итһә лә, аттар, һүҙ ҡуйышҡандай, беҙҙең алда туҡтаны. Ылау башында килгән ағай тынлыҡты боҙҙо:

– Ҡурҡып китмәгеҙ, Саимә килен. Ҡырҡҡан бүрәнәне ҡарауыллап ҡалды ҡорҙаш. Юл кипмәйенсә, ҡайта алмаҫ, өҫтәп ҡырҡа ла бирмәксе. Беҙ ҙә әптән йонсоноҡ, ҡайтырға булдыҡ...

Ҡайтҡандарҙы көткәндәр уратып алды.

Яҙ етте. Күгәрсендәр, ҡояш менән бергә тороп:

Сәскәлер был, гөлдөр был –

Бигерәк яҡты көндөр был, –

тип ҡыуаныштылар.

Ҡыуаныстарының сәбәбен дә беләм. Бер көндө, үҙҙәре юҡта, баҫҡыс буйлап менеп, ояларын ҡараным, күгелйем генә һалҡынса йомортҡаларын усымда тотоп та торҙом. Инә күгәрсен тағы бер шундай уҡ йомортҡа һалыр микән, ата күгәрсен уның янында, аҙҙыр был, аҙҙыр был, тип үпкәләп йөрөй...

Күгәрсендәргә яҙ тик шатлыҡ ҡына килтерһә лә, миңә тик киреһе булып тора. Аяҡ аҫты ҡороғас, Фәүзиә инәйем менән әсәйем мине яңғыҙ ҡайынға сир аҙаштырырға алып бармаҡсылар. Уларҙы минең көндән-көн һарғая-кибә барыуым ҡурҡыта. «Тапмаһы тапҡан», – тиҙәр минең хаҡта.

Хәҙер инәйҙәрем беҙҙән сыҡмай тиерлек. Ана, әле лә Фәүзиә инәйемдең килгәне ҡапҡа тышынан уҡ ишетелә. Әйтер хәбәрен ул үҙҙәренән сыҡҡандан алып, беҙгә килеп еткәнсе һөйләй, иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, шул уҡ хәбәрен яңынан башлай:

– Шуны әйтәм, Саимә килен, ҡыҙыма бәләкәй тартҡан сейә майы әбиндем. Сырхағанда йөрәк әсене һөйә торған...

Фәүзиә инәйемдең был, әлбиттә, тәү индергән күстәнәсе түгел, ниндәй генә йыйынсыҡтарынан ауыҙ иттермәне инде ул! Емешкә, апһындарын эйәртмәй, ҡара таңдан сығып китеүен яратыңҡырамай һөйләнә торғайнылар, бына нисек йомарт ул минең инәйем!

Хөмәйрә инәйем дә кисә төйөнсөк тотоп килеп инде. Алтынсәс тә, мин дә уның яулыҡты сисә башлаған бармаҡтарына төбәлдек. Моғайын, уның эсендә хикмәтле берәй нәмә барҙыр: көмөш йөҙөк кейгән бармаҡтары йылмайған кеүек хәс тә.

Һиҙенеүем бушҡа булмаған: төйөнсөктән бәләкәй генә, йәйғор төҫтәре уйнаған балаҫ, ҡораманан яһалған эргә юрғандар, сигеп сәскәләр төшөрөлгән аҡ кейеҙ килеп сыҡмаһынмы!

– Ҡурсағыңа бирнә яһаным, Зәлифәкәй, – тип йылмая Хөмәйрә инәйем, – ҡыҙ балаға алтыла яһаһаң, арта, етелә яһаһаң, етә, ти торғайны боронғолар. Нисә йәш әле һинең ҡыҙыңа, Зәлифә?

– Миңә – биш. – Дөрөҫмө тигән шикелле, ялт итеп әсәйемә ҡарап алдым. – Алтынсәскә лә биш инде, шулай булғас, – һы... Ҡыҙыңа ла, үҙеңә лә бишәр икән, әләйһәң... Оҫта ҡуллы инәйем яһаған бирнәне әсәйем дә тотоп ҡараны:

– Йә инде... ошоларҙы юҡ ваҡытыңды бар итеп яһап ултырҙыңмы?

Хөмәйрә инәй, ҡурсаҡ өйө яһай башлаған миңә ҡарап, кетерләтеп көлдө:

– Үлгәс тә өс көнлөк эш ҡала, килендәш. Сабыйҙы ҡыуандырғанды Хоҙай үҙе ҡыуандыра!

Сәмиғә инәйем дә көн дә килә. Килгән һайын күп итеп бәйет, мөнәжәттәр әйтә. Уны тыңлаһам, эсем тағы ла нығыраҡ боша, уның көйләүе ҡолағыма йыназа булып ишетелә башлай. Ҡурҡҡаным – йыназа...

* * *

Яңғыҙ ҡайынды ете ҡат урап сир ҡасырҙыҡ. Фәүзиә инәйем ете ят телдә ете ят доғалар уҡый, ә мин иҫем китеп ботаҡтары буйлап ыуыҙ япраҡтар йүгерешкән ҡайынға ҡарайым. Ҡыяҡ-япраҡтар йүгереп килгән ыңғайҙарына бына-бына ҡайын-әсәнән айырылыр ҙа нурға сумған бейек күккә олғашыр һымаҡ! Был саҡта минең үҙемдең дә бөрө булып шартлағым, еүеш тупраҡ, йәш әрем, күк үлән еҫен таратып елберләгән монарға әүереләһем, яҙғы һауала ирейһем килә... Әммә сир аҙаштырған ерҙә оҙаҡ торорға ярамай икән:

– Һауығырға яҙһын, ҡайтайыҡ инде, Зәлифә, – ти әсәйем. Фәүзиә инәйем, сирҙән юл яҙлыҡтырырға була, аттың башын урау юлға борҙо. Үрҙе артылып, ҡайын күҙҙән юғалғас, дилбегә тотоп ултырған инәйемә боролдом:

– Беҙ киткәс, ҡайын сиргә һабышмаһа ярар ине!

– Әҙәм сире ағас-ташҡа күсер булһа, ергә күптән үләт төҫө инер ине, балам. Кеше килә, китә тора – тәбиғәт мәңгелек. Фәүзиә инәйем үшәнләнә башлаған аттың дилбегәһен ҡаҡты. – Әйҙә, малҡай! Яҡты күҙҙә ҡайтып ҡалайыҡ!

Инәйем һүҙен осларға ашыҡһа ла, минең күңел тынысланманы, йөрәкте өйкәгән һорау телдең осона уҡ килеп етте, ахырҙа, түҙмәйем:

– Һағыныуҙы ла ҡасырып булмаҫмы икән, инәй?

– Һағыныуҙы? – Фәүзиә инәй яҙ еленә ҡыҙарған йөҙөн миңә борҙо. – Юҡ, Зәлифәкәй, һағыныуҙы ҡасырып булмай, һағыныуҙан мәхрүм булыу – хәтерҙән яҙыу, ә кеше хәтер менән көслө. Хәтерҙән яҙҙыңмы кеше булыуҙан туҡтаның булды. Ут йотоп йәшәһәң дә кеше булып ҡалғаның яҡшы. – Быныһын инәйем үҙенә төбәп әйтте шикелле, ҡаты көрһөндө...

* * *

Әллә «сир ҡасырып» ҡайтыу килеште, әллә, әсәйем әйтмешләй, елпенеп йөрөп ҡайтыу файҙаға булды мин күҙгә күренеп төҙәлә башланым. Кисә тәтәйҙәремде тышҡа сығарып теҙҙем, оҙаҡ итеп диңгәсәйҙәргә ҡарап ултырҙым. Күгәрсендәрҙә минең ҡайғы юҡ: бушамайҙар, балалары сыҡҡан. Бына беҙҙең инә ҡаҙ ҙа ун бәпкәһен эйәртеп сыҡты. Ата ҡаҙ, уны күргәс, урынында тороп сыҙай алмай, хәс тә кеше төҫлө тыптырлап бейеп алып китте. Бейеп туҡтағас, ҡаңҡылдап, оло йылғаға эре-эре биш-алты аҙым яһаны. Күренеп тора: бала баҫҡан инәһе лә, ишек һаҡлап тилмергән атаһы ла һыуға бик ныҡ зарыҡҡандар. Шулай ҙа инә ҡаҙ түҙәйек, сабыр итәйек, тигән кеүек йомшаҡ ҡына бипылданы. Ата ҡаҙ быны тиҙ төшөңдө, баҫалҡыланып, муйынын һуҙып, инәһенән ғәфү һораны.

Ата ҡаҙҙы оҙаҡ көттөрөп булманы шулай ҙа. Әсәйем һары умырзая төҫлө бәпкәләрҙе ситәүкәгә тултырҙы ла йылға буйына китте. Алтынсәсемде, уйынсыҡ-ҡурсаҡтарымды алып, ситәүкәгә һырыла-терәлә йүгергән ҡаҙҙар артынан мин дә эйәрҙем.

Ҡаҙ бәпкәләренең кесе туғандары кеүек сәселгән бәпембәле йылға буйында туҡтаныҡ. Әсәйем әҙерәк ултырҙы ла, бәпкәләрҙән күҙеңде алма, мин ҡайтып, донъяны ҡараштырып киләйем, тип ҡайтып китте. Ярар, тип ризалыҡ биреп ҡалһам да, ҡыбырлаған-ҡыймылдағанынды күҙенең ҡыртышы менән күҙәтеп, уңайы сығыу менән өҫтөңә осоп-ҡунырға әҙер торған ата ҡаҙ менән ултырҙаш булыу тиҙ ялҡытты. Ҡаҙҙар хужаһының темеҫкенеп йөрөгән эт ҡаршыһына йүгереүенән файҙаланып, былар эргәһенән ысҡыныу яғын ҡараным.

Һары балсыҡтың мул еренә етеп туҡтаным. Килтергән ҡурсаҡтарымдан өй яһап, балсыҡтан аш-һыу әҙерләп уйнамаҡсымын. Беләү таштарҙан өй бурап, эсенә Хөмәйрә инәйем яһаған балаҫты, эргә юрғандарҙы түшәп ебәрҙем. Шунан балсыҡ иҙеп, йәйпәк ташты таба итеп, ҡоймаҡ ҡойорға әҙерләндем. Мин ары-бире иткәнсе, Алтынсәс инәйҙәрҙе сәйгә саҡырып йөрөп сығырға тейеш. «Осраған-ниткән эргәһендә туҡтап, хәбәр сурытма, – тип һуңғы фарманымды бирҙем сығыр сағында, – саҡ ҡына маһайыбыраҡ йөрөһәң дә була – ел ҡыуып йөрөмәйһең: саҡырыусыһың». Шул мәл, йылға үрендә тауыш ишетеп, төйлөгән-фәлән килеп сыҡманымы тип әйләнеп ҡараһам, Әбелҡасим, Нуретдин, Сәйетҡәле йән-тәслимгә былай табан йүгерәләр. Их, тием, мине күреп ҡалһалар, ҡойма башынан үсекләшкәндең әжерен ҡайтаралар инде былар! Ни әсәйем дә китте лә батты...

Ҡана һуң, ҡаҙҙар эргәһендә генә ултырһам, аҡ һаҡаллы ҡарт булыр инем икән дә. Йә, ярар, бәлки, теймәҫтәр ҙә. Шундай шәп өй бөтөрөп ингәс кенә, ҡунаҡ килер мәл еткәс кенә, донъяңды ташлап ҡасып булмай ҙа инде? Ул арала малайҙарҙың береһе – Нуретдин – минең менән ҡатарлашты. Үҙе тамаҡ йыртып ҡысҡыра:

– Ҡасим! Ҡасим! Таш аҫтына шылды, төрт шунда таяғың менән, шәберәк төрт!

Бәй, былар шамбы баҫтыралармы? Бәләкәй генә йылғасыҡта шамбы осрауы мине лә ғәжәпкә ҡалдырҙы. Хәлдең мөшкөллөгөн онотоп, шамбы ҡасҡан ташҡа уҡталдым. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй йүгергән малай, миңә арты менән килеп төртөлдө лә, был ниткән бүкән тигән төҫлө берҙе аҡайта ҡараны ла артабан йүгерҙе:

– Таш аҫтына ҡасты, ҡамайыҡ, егеттәр, ҡамайыҡ!

Мин пырх итеп көлөп ебәрҙем. Егеттәр, имеш! Ҡалған ти һеҙгә егет булыу, хәсрәт тоҡсалары! Икенсеһе, Әбелҡасим, шаптырлап үтеп китте, миңә күҙ ҙә һалманы. Үҙе туғай яңғыратып ҡысҡыра:

– Сәйетҡәле, эләктерергә әҙер тор, ярға ҡыҫырыҡлайбыҙ! – Сәйетҡәле, сигенә биреп балыҡҡа уҡталырға иткәндә, өйөмдөң ҡап уртаһына ғына баҫты. Ҡоймаҡҡа тип иҙгән балсыҡ Алтынсәстең битенә, күлдәгенә сәсрәне.

– Ай, харап иттең ҡурсағымдың күлдәген Сәйет-мәйет!

– Нимә? – Малайҙың анһыҙ йәшел күҙҙәре баҙрап китте.

– Минме мәйет, әллә һинме?

– Мин, мин – мәйет, – тип килешмәкле генә өндәшһәм, Сәйетҡәле үҙ юлында булыр ине. Ғәҙәттәрен беләм: баш эйгәнде яраталар. Ләкин күрәләтә кемдең мәйет булғыһы килһен?

– Үтеп киттек, танау аҫтың һөртөп киттек, – тинем мин, зәһәрләнеп. Сәйетҡәле, ниҙер эҙләгәндәй, тирә-яғын байҡаны. Шул саҡ күҙе минең ҡурсаҡҡа төштө һәм терһәгенә тиклем мәтегә буялған ҡулдары менән тегенең ботонан эләктереп алды. Алтынсәс: «Эңә!» – тип сыйылдап ебәрҙе хатта. Ошо ауаз Сәйетҡәлене оторо ярһытты ла ебәрҙе, нәҙек муйынындағы тамырҙары бүртен сыҡты хатта. Ҡурсаҡтың бер бото күҙ асып йомғансы һыуға быраҡтырылды. Тирә-яҡҡа ҡулдар, йәнә бер бот осто. Үҙе Алтынсәстең муйынын һығып тотҡан да, күҙен таһырайтып, миңә етеп килә:

– Кем мин? Йә, әйт әле: кем мин?

– Һинме? Һин – Сәйет-мәйет – ҡоторған эт!

– Ә-ә... Ҡоторған этме әле?! – Сәйетҡәле Алтынсәстең башын бәргесләй башланы. Бахырҡайымдың күҙҙәре асалаҡ та йомалаҡ, толомҡайҙары ялп та йолп килә. Йөрәк тамаҡ төбөнә кипсәлгән кеүек булды – йә һытылыр, йә шартлар инде...

– Әйт әле: кем мин?!

– Һинме? – Үҙ тауышыма үҙем хужа түгелмен, аяҡтарымдың ҡалтырауын еңә алмайым. – Һинме? Һин Сәйет-мәйет – кәнтәй эт! Көсөктәрең дә бар хатта!

– Кө-сөк-тә-рем?! – Күҙ алдымда көпә-көндөҙ йәшен уты ялтыраны. Танауҙан борҡоған ҡан ҡып-ҡыҙыл ҡояш булып өҫтөмә ҡапланды.

* * *

– Ни булды һиңә, балам? Кем тейҙе?

Тауышҡа күҙемде асһам, йәм-йәшел бәпкә үләне өҫтөндә ятам. Ата ҡаҙ, муйынын һуҙып, күкте күҙәтә, бәпкәләр сүгәләй-сүгәләй үлән өҙә.

– Ҡурсағыңды кем ботарланы?

– Сәйетҡәле.

Әсәйемдә бәпкә ҡайғыһы китте, мине тиҙерәк алып ҡайтыу яғын ҡараны. Үҙе Сәйетҡәлене лә, уның әсәһен дә эттән алып, беткә һалып әрләй: «Бала табырға һәләк оҫта, шулай булғас, тәрбиәләй ҙә белһен!» – тип ебәрә. Ҡыҙған сағында әсәйем минең менән ыҙғышҡан малайҙарҙың өйөнә барырға ла күп һорамай торған.

Өйгә ҡайтыу менән әсәйем инәйҙәрҙе йыйҙы, улар, минең башты арҡырыға-буйға еп менән үлсәнеләр ҙә, мейеһе төшкән тигән ҡарарға килделәр. Фәүзиә инәйем, башты таҫтамалға һалып бәүелтеп, ҡулы менән һылап, мейе төшөрҙө. Ни ҡыланһалар ҙа, риза булып ятам, Сәйетҡәлегә әйткән насар һүҙемде белеп кенә ҡалмаһындар инде, тип шөрләйем.

Мәтрүшкә сәйен эсеп, баҫырынып ятҡас, йоҡлап киткәнмен. Бына ишек шар асылып китте лә дүрт күгәрсен осоп инде. Ҙурҙар үҙҙәре. Бә-әй! Күгәрсен тигәндәрем күгәрсен туны бөркәнгән инәйҙәрем икән дә! Аһ, үҙем ҡунаҡҡа саҡырҙым да инде. Әсәйем түргә мендәрҙәр ташлай, көйө килгән самауыр өҙҙөрөп өзләй. Инәйҙәремдең күптән былай итеп көллөһө бергә йыйылғаны юҡ ине. Ҡайһылай күңелле! Тик бына ишек башында эленеүле торған күгәрсен тундар ҡыра күңелде. Шуларҙы ҡабат кейеп алып, инәйҙәрем осоп сығырҙар ҙа китерҙәр! Былар көңгөр-ҡаңғыр әңгәмәләшкән арала шыпырт ҡына торҙом да тундарға үрелдем, алайым да ләүкеп янған утҡа ырғытайым!

– Сеү! Ни ҡыланаһың, Зәлифә?!

– Харап итә яҙҙың туныбыҙҙы!

– Мин бит һеҙ осоп китерһегеҙ тип ҡурҡтым!

– Китеп тә барырбыҙ, беҙ инде хәҙер һине яратмайбыҙ!

– Нигә?!

– Йәнебеҙ көйҙө һиңә: Сәйетҡәлегә нигә яман һүҙ әйттең? Беҙҙең һөйләшкәнде йоҡлағанға һалышып тыңлап ятыуың етмәгән, күрәләтә кешенең яраһына тоҙ һипкәнһең.

– Мин?! Тоҙ һипкәнмен?! – Урынымдан һикереп үк торҙом. Инәйҙәремә ҡарайым: тыныс ҡына сәй һемерәләр. Ишек башында тундар ҙа эленеүле тормай, усаҡта һүрелгән ҡуҙ бөртөктәре ағарып өлпөлдәп ята. Төшәнеп уяндыммы икән ни? Аптырағас, үҙҙәренән һорарға булдым:

– Кемде... тоҙ һипте тинегеҙ?

Фәүзиә инәйем беләгемдән тартып кире урыныма ултыртты:

– Эйе лә. Шул хаҡта һөйләшә инек. Саимә килен Сәйетҡәленең әсәһенә бармаҡсы. Ғәйшә килендең күңеленең анһыҙ яралы сағы...

– Шулай, шулай. Атайың ишетһә лә орошор, ҡәйнеш кешегә ауыр һүҙле түгел, – тип йөпләне уның һүҙен Сәмиғә инәйем.

– Эйе лә, – тип апһындарының һүҙенә ҡеүәт бирҙе Хөмәйрә инәйем, – бала араһына ҡыҫылыуҙан насар нәмә юҡ. Улар бит иртән талаша, кис менән яраша...

– Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, яман һүҙ – баш ҡаҙығы, – тип йомғаҡланы Фәүзиә инәйем, – сәбәпһеҙ бер нәмә лә булмай, Зәлифәнең үҙенән һораныңмы һуң ниңә һуҡҡанын?

Әсәйем өндәшмәне, әллә ишетмәне, әллә ишетһә лә, ишетмәгәнгә һалышты, алсаҡланып, апһындарын тағы берәрҙе эсергә ҡыҫтай башланы.

Ололар, мине онотҡандай, икенсе хәбәргә күстеләр. Улар онотһа ла, мин тыныслана алмайым, күгәрсендәрҙең:

Кемдер был, кемдер был?

Илаҡтыр был, көнсөлдөр был,

Бигерәк йүнһеҙ ҡыҙҙыр был, –

тип һамаҡлап, үҙәкте өҙгәнен иҫкә төшөрҙө. Ул саҡ мин ҡошҡайҙарҙың үҙемдән бөтөнләй биҙеп ҡуйыуҙарынан ҡурҡып йөрөгәйнем. Әле мин шуға оҡшаш тойғоно икенсегә кисерәм. Яҡын кешеләреңдең ышанысын юғалтыу бигерәк ҡыйын икән ул... Тапма сире тотҡанда ла тәнем был тиклем үк янмағандыр. Инәйҙәрем минән төңөлһәләр, ни хәлдәр түҙермен?!

Урындыҡтан шыпырт ҡына шыуып төштөм дә, артабан ни эшләргә белмәй, туҡтап ҡалдым. Ҡарашым Алтынсәстең бирнәһенә төштө. Үҙен алып ҡайтманыҡ. Әсәйем ағзаларын йыйып алып йүнәтеп бирергә иткәйне, ризалашманым. Кешене тергеҙеп булһа, ана инәйҙәрем ирҙәрен, улдарын терелтер ине! Ә бына өйөнән мәйет сыҡҡан берәү үлгән кешенең кейемдәрен яҡындарына тарата – уныһын беләм. Шулай булғас, Алтынсәстең бирнәһен мин кемгә бирергә тейешмен? Атайым Сәйетҡәлене яҡын күрә лә бит... Әллә инде. Алтынсәстең бирнәһен дә бит әле бөтә кешегә таратып булмай. Бына Сәйетҡәленең туғандарына алып барғанда, таман булыр ине, инәйҙәр ҙә миңә ҡырын ҡарамаҫ ине...

– Һеҙ китмәй тороғоҙ, мин хәҙер киләм! – Әйттем дә, Алтынсәстең бирнәһен алып, өйҙән атылып сыҡтым.

– Туҡта! Ҡайҙа бараһың?

– Әсәй, ни... Алтынсәстең бирнәһен Сәйетҡәленең туғандарына бирергә булдым.

– Һәйбәт итәһең, – тине әсәйем артынса сыҡҡан Фәүзиә инәйем дә, – саҡ ҡына сабыр ит, мин дә күстәнәс ебәрәйем. Бәләкәстәргә ҡуян күстәнәсе тиерһең. Фәүзиә инәйем тотоп ингән төйөнсөккә әсәйем дә ниҙер ҡушып төрҙө.

Сәмиғә инәйем:

– Ашаған да бөтә, кейгән туҙа –

Яҡшылыҡҡа, тим, шул ни етә, –

тип башымдан һыйпаны. Хөмәйрә инәйем ҡапҡа асты. Өс инәйем, йәнә әсәйем дүртеһе бергә артымдан ҡарап ҡалды.

...Байтаҡ йылдар уҙғас, күп юлдар үткәс, диңгеҙ хәтле һыуҙар кискәс, инәйҙәрем оҙатып ҡалған ошо урынға тағы килермен. Үҙҙәрен дә, ғүмер иткән донъяларын да таба алмағас, ошо юл менән үргә, зыяратҡа, күтәрелермен. Исемдәре уйылған таштарҙың бер-береһенә күрше генә тороуын күрермен дә, аяҡ остарына сүгәләп, былай тип өндәшермен:

– Тегендә үҙегеҙҙе тапмағас, аяғым ошонда тартты.

Бәғзеләрегеҙҙең нигеҙе лә юҡ хатта...

– Юҡ, Зәлифә, беҙ барбыҙ. Беҙ ербеҙ, тыуған тупрағыңбыҙ, игелекбеҙ. Күпме йылдар үткәс тә беҙҙе эҙләп килгәнһең икән, беҙ һинең йәнеңә лә шул рәүешле уйылғанбыҙ. Беҙ йыр ҙа, икмәк тә, беҙ – мәңгелек, беҙ – иман! – тигән ауаз ишетермен.

Әлегә мин, ҡапҡанан атылып сыҡһам да, атлар-атламаҫ ҡына ҡыймылдаған аяҡтарымды һөйрәтеп, урам буйлап барам. Ғәйшә еңгәйҙең өйө тәңгәленә етеүгә бөтөнләй майырыҡландым. Уның һуңғы осоро аяҡ аҫтына ғына ҡарап атлаған һыны, Сәйетҡәленең миңә ҡарата нәфрәт менән тартышып йәмһеҙәйгән йөҙө күҙ алдынан китмәй. Боролоп ҡайтаһы ла китәһе инде әллә тип, артыма әйләнһәм, күргән төшөм, ашыға-ашыға күстәнәс төргән инәйҙәрем бәғерҙе телә.

«Ҡуян күстәнәсе» менән бүләгемде ҡыҫыбыраҡ тотоп ел ҡапҡаның бигенә үрелгәндә генә ағас әрсеп торған Сәйетҡәлене күреп ҡалдым. Күҙҙәр осрашты. Башта аптыраулы, унан һораулы ҡараш төбәлде миңә. Был саҡ мин үҙемде селлә ҡояшы аҫтында бер ышыҡһыҙ ҡалғандай хис иттем.

– Әсәйең, – тинем мин сатнап ҡороған телемде көскә әйләндереп, – ни... бәпестәрегеҙ өйҙәме?

Тауышты ишетеп сыҡтымы – ишектә Ғәйшә еңгәйҙең башы күренде.

– Зәлифә килгән дә баһа! Ин, әйҙә, үт... Йомошоң бармы әллә?

Сәйетҡәле түгел, бәйле эт эргәһенән үттеме ни – тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып ҡалды...

Өйгә ингәс тә, төшлөккә еткән ҡояштың сағыу нурында ҡойонған урындыҡта уйнап ултырған ике сабыйҙы күреп, телһеҙ ҡалдым. Улар Алтынсәскә ике тамсы һыу кеүек оҡшағандар: шундай уҡ алтындай бөҙрә сәстәр, зәңгәр күҙҙәр, ҡабарып торған алһыу ирендәр, төймәләй танау, алма биттәр. Береһе ике ҡуллап миңә ынтылғас, түбәм күккә тейҙе:

– Бына! Ҡуян күстәнәс ебәрҙе!

Ғәйшә еңгәй төйөнсөктө ипләп кенә тағата башланы. Сабыйҙарҙың береһе, кәнфит өйөмөнә ҡулын батырып, берәүһен тартып сығарҙы. Бының наҙланып, ҡулындағы әйберен әйләндереп-тулғандырып ҡарап ултырғанын икенсеһе күҙәтеп ултырҙы ла, ҡапыл кәнфитте үрелеп алып, ҡағыҙы-ние менән ауыҙына оҙатты. Тегенеһе ысҡынған әйберҙең ризыҡ затынан икәнен яңы төшөнөп ҡалып ҡулын бының ауыҙына тыҡты.

Уларҙың ҡыҙығын күҙәтеп тороп, мин дә, Ғәйшә апай ҙа ҡысҡырып көлөп ебәрҙек. Артымда һаран ғына көлөү ишетеп әйләнеп ҡараһам, йылмайып Сәйетҡәле баҫып тора. Ҡыйыулана төшөп, төйөнсөктәге бүләгемде тағаттым. Сигелгән балаҫ, кейеҙ, шау ҡорама юрғандарҙы күреп, Ғәйшә еңгә телен шартлата:

– Ҡайһылай матур бүләк килтергән апайҙары минең бәләкәстәремә! Иткән изгелегең алдыңа килһен, Зәлифә һылыу! – Ғәйшә еңгә өтәләнде, – әйҙәгеҙ, самауырым ҡайнаған, төш мәле, бергәләп сәй эсәйек. Бынау муйыллы майҙы, эремсекте Фәүзиә инәй ебәргәндер инде, йыйынсыҡлы кеше бит ул. – Шунан ул иҙән уртаһында ни сығырға, ни ултырырға белмәй торған улына өндәште. – Сәйетҡәле, Зәлифә менән бәләкәстәрҙе күтәреп алып тороғоҙ әле! Ашъяулыҡты шунда, түргә, түшәйем. Булғас, байрамса булһын! – Бәләкәстәрҙе күтәреп ҡарарға ҡулым ҡысытып торған миңә артыҡ ҡыҫтау кәрәкмәне:

– Кил минең, Алтынсәсем! Кил минең бәләкәсем!

Сәйетҡәле артҡа сигенергә иткәйне, Ғәйшә еңгәй уның юлын бүлде:

– Ҡуй, улым, кеше алдында ни... Зәлифә Сәйетҡәле туғандарын яратмай икән тип уйлар!

Ҡулымдағы сабыйҙы Сәйетҡәлегә һондом да икенсеһенә үрелдем: икәүһен бергә күтәрә алмайым бит инде, берәүһенә саҡ-саҡ көсөм етә.

– Иплерәк тот, улым, ана, Зәлифәгә ҡара, ҡайһылай ипле тотона!

Бала күтәргән Сәйетҡәленең бер уңарып, бер ҡыҙарып тороуын күргәс, уның был сабыйҙарҙы тәү ҡат ҡулына алыуын төшөндөм. Йылға буйында, Алтынсәсте күргәс, уның ҡапыл тоҡанын ярһыуы күҙ алдыма килде шул саҡ. Минәнме, әллә ошо сабыйҙарҙан үс алыуы булдымы уның? Уларға ылығыу өсөн шулай уҡ сит кешеләрҙең – минең, инәйҙәрҙең – сабыйҙарға башлап ҡул һоноуы кәрәк булдымы икән? Бына бит: ҡарындаштарын килешһеҙ булһа ла күтәреп тора, үҙе лә һиҙмәҫтән, йылмайып күкрәгенә ҡыҫа...

* * *

Сәйетҡәлеләрҙән мин йүгереп түгел, осоп ҡайттым. Ҡыуанысымды ишеттерергә ҡәҙимге әҙәм теле көсһөҙ кеүек: бәлки, уны күгәрсен телендә әйтеп булыр ине? Әгәр ҙә ки улар, күгәрсендәр, минең урында булһалар, былай тип йырларҙар ине:

Гөлдөр был, гөлдөр был,

Хәйерле үткән көндөр был!

Сәскәлер был, гөлдөр был –

Иң бәхетле көндөр был!

...Тағы бер аҙҙан беҙ, Сәйетҡәле, Нуретдин, Әбелҡасим һәм мин, урман юлының ҡаршыһына баҫҡан тау башына ултырып, атайымды көтә инек. Ҡырҙан ҡараған кешегә бында дүрт кеше ултырғаны күренәлер, ә ғәмәлдә беҙ – алтау. Сәйетҡәленең ике ҡарындашын алмашлап күтәреп килтерҙек. Сәйетҡәле уларҙы килтереүгә ҡаршы ине – мин ныҡ торҙом, дүртәү һыйған ергә алтау ҙа һыйыр, тинем.

Ә атайым һис шикһеҙ бөгөн ҡайтырға тейеш: ҡырҡҡан бүрәнәләрен ике йома инде ташыйҙар. Ана, юлда яңғыҙ ылау күренде! Әллә атайым мине йыраҡтан уҡ күрһен өсөн тауҙың башынараҡ менәйемме икән? Юҡ, ярамай... Түҙгәс, түҙәйем – бергә көтәйем...

Таңсулпан ҒАРИПОВА.

 

https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-01-09/k-g-rsen-yyry-hik-y-4077237

 

Автор:
Читайте нас: