ПОВЕСТЬ
Ниндәй һөйөнөс: Сөмбөлдөң өләсәһе ҡунаҡҡа килгән! Ул күрше ауылда кесе улы менән киленендә йәшәй, йәй көндәре Сөмбөлдәргә лә килгеләй.
Ҡыҙыҡай уның менән эс серҙәрен һөйләшергә ярата, сөнки өләсәһе ҡыҙыҡһынып тыңлай бе лә, етмәһә, бер ҡасан да асыуланмай. Сөмбөлдөң һөйләр һүҙҙәре күп йы йыл ғайны. Ул өләсәһен ҡосаҡлап алды ла:
– Өләсәй, өләсәйем, мин шундай сибәр егет менән таныштым. Өләсәй, һин
уны күрһәң ине: оҙон буйлы, күк күҙле, ҡуңыр сәсле. Шундай сибәр, бер ҙә беҙҙең ауыл егеттәренә оҡшамаған, – тип бармаҡтарын бөкләп һанап китте. – Ә йылмайһа, йылмайһамы – баштарым әйләнеп китә!
– Әллә урыҫмы?
– Юҡ, Ахун егете.
– Эй, балам, юҡҡа ҡыуанаһың. Белеүемсә, ахундыҡылар элек электән ситтән ҡыҙ алмаған, ситкә ҡыҙ бирмәгән.
– Өләсәй, һин ҡайһы заманды һөйләйһең?
– Ғүмер буйы шулай булған. Улар бит үҙҙәренә бер төрлө халыҡ. Элек электән бай булғандар, үҙ ауылдары эсендә генә алыш биреш иткәндәр. Туйҙарҙы ла бик ҙурлап үткәрәләр, үҙ йолалары бар. Элек шулай ине инде.
– Эй, өләсәй, хәҙер бит етмешенсе йылдар аҙағы, кем кемде ярата, шуны ала.
– Беҙ бәләкәй саҡта Ахунға баҙарға бара инек. Ул ауылда ҙур мәсеттәр, бер нисә тирмән бар ине. Бөтә тирә яҡ ауылдар шунда бойҙай тарттырырға йөрөгән. Ахунда атайыбыҙҙың дуҫы йәшәне, атайым ҡыш көнө беҙҙе, балаларҙы, санаға ултыртып ҡунаҡҡа алып бара торғайны. Ул ауыл егеттәренең таҙа кәүҙәле, күк күҙле, төҫкә башҡа матур; ҡыҙҙарының да һылыу, оҙон буйлы, аҡ йөҙлө, бик сибәр булыуҙары иҫтә ҡалған. Улар ҡунаҡсыл халыҡ, тирә яғында йәшәүсе башҡорт, ҡаҙаҡ халҡы менән йөрөшәләр, тик ауылдарынан ситкә ҡыҙ бирмәйҙәр,
ҡыҙ алмайҙар. Былар – атайымдан ишеткән һүҙҙәр, балам. Беҙ – башҡорттар, ә улар – типтәрҙәр. Атайым ахундарҙы, көслө, ғорур халыҡ, ти торғайны, Ахунда ғына ҡыҙҙарға, бирнәгә тип, иң матур келәмдәр һуғалар, ә ҡыҙҙары сабата йә резина калуш булһынмы – һәр ваҡыт ап аҡ йөн ойоҡбаш кейә ине, беҙ шуларҙы хайран булып күҙәтә торғайныҡ. Әсәләре иҫ китмәле итеп икмәк бешерә, буҙа яһай. Э эй, балам, үткән ғүмер... Әле бабаңдың да Ахунда Солтан тигән дуҫы йә шәй ине. Бик сибәр кеше булды; сабыр, аҙ һүҙле, мыйыҡ аҫтынан ғына йыл майып, ҡыҙыҡ ҡыҙыҡ һүҙҙәр ысҡындыра торғайны. Үҙе балта оҫтаһы, ә беҙ кейеҙ итек баҫтырырға йөрөнөк. Тирә яҡта унан да оҫта итек баҫыусы булманы.
– Ул хәлдәр бит революцияға тиклем булған, инде һинең дә йәшең һикһәндән уҙып бара бит, өләсәй.
– Булһа һуң, ул нисә быуаттар шулай дауам иткән. Юҡҡа башыңды ауырттырма, үҙебеҙҙең Байрамғолда ла бына тигән башҡорт егеттәре бөтмәгән.
Ҡыҙының өләсәһе менән һөйләшеүен тыңлап торған әсәһе лә һүҙгә ҡушылды:
– Сөмбөл, ғишыҡ мышыҡ уйнап башыңды әйләндермә, уҡырға инәһең бар.
Шун дай яҡшы аттестат менән уҡымайынса, кейәүгә сығып, һөнәрһеҙ ҡалырғамы? Егеттәр бөтмәҫ ул, итәк сабыуыңды йыйып йөрө, киләһе йылға уҡырға инергә әҙерлән.
Тик Сөмбөл Ахун егете Булаттан башҡа бер ни хаҡында ла уйлай алмай ине инде...
Улар бер дөйөм ятаҡта тора. Был йорт Учалының иң матур урынында, урман янындағы тау битенә урынлашҡан. Сөмбөл менән Булат ошо дөйөм ятаҡта, ҡыҙыл мөйөштә киске тансыла таныштылар.
...Бер ситтә баҫып тороусы оҙон буйлы егетте күреп, Сөмбөл өнһөҙ ҡалды.
Кисәне алып барыусы:
– Ә хәҙер аҡ танец, ҡыҙҙар егеттәрҙе саҡыра, – тигәс, Сөмбөл, был сибәр егетте берәйһе алып киткәнсе тип, уның ҡаршыһына йүгереп килеп тә баҫты. Уның
янында үҙенең бөтөнләй ҡыҫҡа буйлы булыуын аңлап, бер аҙға аптырап ҡалды.
Егеттең күҙҙәренә ҡарағас, аяҡтары йөрөмәҫ булды: бындай матур зәңгәр күҙҙәр ҙе уның бер ҡасан да күргәне юҡ ине. Ә тегеһе, ҡыҙға ҡарап, ап аҡ тештәрен
ялтыратып йылмайҙы ла, саҡырыуҙы ҡабул итеп:
– Бигерәк бәләкәйһең, бында нишләп йөрөйһөң? – тине.
Сөмбөл, күҙҙәрен айыра алмайынса:
– Мин бында торам, балалар баҡсаһында эшләйем, – тип яуап бирҙе.
– Һинең үҙеңә няня кәрәк, бигерәк кескәйһең бит.
Көй бөткәс, егет уны урынына оҙатып ҡуйҙы, ә икенсе музыка башланыуға, үҙе бейеүгә саҡырҙы.
Сөмбөлдөң ауылдаш егете:
– Сөмбөл, унан да оҙоно юҡ инеме, кендегенә танауың менән төртөлөп йөрөйһөң бит, – тип көлдө.
Сөмбөл оялыуҙан ни әйтергә лә белмәне, яуап эҙләгәнсе, оҙаҡ уйламай, бейек үксәһе менән уның аяғына килтереп баҫты. Тегеһе ауыртыуҙан ҡысҡырып уҡ ҡуйҙы. Оҙон буйлы егет:
– Бына шулай, дуҫым, бәләкәйҙәрҙе рәнйетергә ярамай, – тип көлдө лә Сөмбөлдө ситкәрәк тартты.
– Маладис, үҙеңде ҡыйырһыттырмайһың. Улайһа, һин Сөмбөл булаһың, ә мин – Булат ағайың.
Сөмбөл күтәрелеп уның күҙҙәренә ҡараны. Улар шундай матур итеп йылмая ине, тик был юлы, нишләптер, Сөмбөлдөң асыуын килтерҙеләр.
– Ҡыйырһытһаң, һинекенә лә баҫырмын. Миңә ун туғыҙ тула инде.
– Улайһа, икмәк әҙ ашағанһың, үҫмәй ҡалғанһың.
– Икмәк түгел, әпәй. Унан, ҡыҙҙар шулай бәләкәй булырға тейеш. Кеше егер ме биш йәшенә тиклем үҫә, тиҙәр, шулай булғас, әле мин дә үҫермен.
Бына шул көндән башлап улар айырылышманы. Булат кеүек егет ҡуйынында йылы, рәхәт ине Сөмбөлгә...
Учалы – район үҙәге, үҙенә күрә уртаса ҙурлыҡтағы ҡала, бында тирә яҡтағы ауыл дарҙан йәштәр бик күп. Сөмбөл дә шул йәштәр араһында ҡайнап йәшәй. Ял көн дәрендә кис менән тансалар, уйындар була, тик ҡыҙ был көндәрҙе яратмай.
Йома кис һөйгәне менән айырылышып, икеһе ике яҡҡа үҙ ауылдарына ҡайтып китәләр. Ял көндәрен көс хәл менән үткәреп, һағынышып, ашҡынып яңынан ҡалаға киләләр. Һуңғы ваҡытта әллә ни булды Сөмбөлгә. Гел башы ауырта, күңеле болғана; үткән аҙнала автобуста көс хәл менән килеп етте. Бына бөгөн дә, эштән ҡайтып барғанда, аяҡ аҫтында ер убылғандай булды, ҡоймаға саҡ һө йәлеп өлгөрҙө. «Йә, Хоҙай, был ни инде, тиҙерәк ҡайтып етергә кәрәк, һуңғы рейсҡа өлгөрмәйем бит», – тип Сөмбөл ҡыҙыу ҡыҙыу атлай башланы. Ул дөйөм ятаҡ ҡа ҡайтып еткәндә, йәштәр инде вокзалға ашыға ине. Үҙ бүлмәһенә инеү менән, уның артынан Булаты ла килеп етте.
– Әйҙә, тиҙ бул, бөтә кеше китеп бөттө бит, ни эшләп һуңланың? – тине.
– Булат, миңә әллә нимә булды, сирләйем, буғай, бер хәлем юҡ. Гел башым әйләнә, күңелем болғана, көскә ҡайтып еттем, автобусҡа яҡын барырға ла ҡур
ҡам, килгәндә лә ҡоҫоп оятҡа ҡалдым. Нисек ҡайтып етермен?
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Булат, тын ҡалып, уның ап аҡ йөҙөнә ҡараны. Кисә лә:
«Ниш ләп кәйефе юҡ икән?» – тип уйлап ҡуйғайны, гел көләс йөҙлө Сөмбөл һуңғы араларҙа шым ғына йөрөй башланы шул. Булат сәғәтенә ҡараны ла:
– Һуңға ҡалабыҙ, әйҙә, тиҙерәк йыйын, юлда һөйләшербеҙ, – тине.
Улар йүгерә атлай килеп еткәндә, автобус шығырым тулғайны. Булат Сөмбөлдө этеп төртөп тигәндәй индерҙе лә, автобус ишеге ябылыуға, үҙ ауылы автобусына һуңғы кеше булып инеп баҫты. Ҡыҫылып ҡайта ҡайта, ҡабат ҡыҙҙы иҫенә төшөрҙө: «Бында, ир кеше булып, иҙеп ҡыҫып бөтөрҙөләр, ә бәләкәй генә Сөмбөлдө, меҫкенемде, бөтөнләй ҡамыр итерҙәр. Туҡта, ни эшләп, ҡоҫам, сирләйем, тине һуң әле? Юҡ, юҡ, булмаҫ», – тине ул үҙ алдына. Өс ай элек, ҡыҙыуланып китеп, яҡынлыҡ ҡылғандар ине. Сөмбөл: «Башҡа улай итмәйек, яҡшы
түгел, беҙ бит әле өйләнешмәгән», – тигәс, ул уға бүтән ҡағылманы.
Уларҙың йәш араһы дүрт йыл ғына булһа ла, Булат Сөмбөлдән олораҡ күренә.
Сөнки Сөмбөлдөң бәләкәй генә буйы, нескә биле, ҡыҫҡа сәсе, һәр ваҡыт кәүҙәһенә килешеп торған ҡыҫҡа итәге ун алты йәшлек уҡыусы бала кеүек күрһәтә.
Ҡыҙ ҙа әллә ниндәй йәшерен һөйкөмлөлөк бар, ҡыйғасланып киткән ҡалын ҡара ҡашлы шаян күҙҙәр һәр ваҡыт йылмайып тора кеүек: ул көлгәндә, уның күҙҙәре лә көлә.
«Ул әле бала ғына бит, Алла һаҡлаһын». Башына килгән уйҙан Булат үҙе лә ҡурҡып ҡуйҙы, шул уйҙарына сумып, ҡайтып еткәнен дә һиҙмәй ҡалды.
– Инде ҡурсағы менән бергә тороп ҡалды, ахыры, тигәйнем, ҡайтҡанһың икән.
Иҫәнме, ағай.
Был – уның энеһе Байрас. Аралары ике йәш булһа ла, кәүҙәгә бер иш һәм бик оҡшаш улар. Икеһе лә оҙон буйлы, киң елкәле, ҡуйы сәсле, һөрмәле зәңгәр күҙ ле. Улар ауылдың беренсе егеттәре иҫәбендә йөрөй, йәшерен ғашиҡ булыусылар ҙа күп ине үҙҙәренә.
– Ә, һинме ни, сәләм, – тине ул энеһенә.
– Нимә уйға сумдың? Клубҡа концерт килгән, ти, сығабыҙмы? Автобуста Сәриә менән сибәр генә ҡунаҡ ҡыҙҙары ла ҡайтҡан, сығып, берәйһен тотоп ҡалырға кәрәк, – тип көлдө энеһе.
– Тоторһоң тоторһоң, һиңә тоторға ғына булһын, – тине Булат, һаман үҙ уйҙарынан арына алмайынса, – ҡайтҡан һәр бер ҡунаҡ ҡыҙын оҙатаһың, береһе менән йөрөмәйһең, бөтә ауыл ҡыҙын оҙатып сыҡтың бит инде.
– Һуң, ағай, һинеке кеүек ҡурсаҡ осраһа, бәлки, мин дә туҡтар инем, юҡ бит.
Һин үҙең дә ике кәмәнең ҡойроғон бергә тоторға тырышаһың. Бөгөн тағы тегендә китәһеңме?
– Белмәйем, бәлки, китермен дә.
Улар ҡайтып ингәндә, әсәләре киске аш өлгөртөп йөрөй ине. Өйҙә уларҙың туғыҙ йәшлек энеләре Әлфис бар, ул бөтә өйҙөң хужаһы ла, күҙ өҫтөндәге ҡашыла.
Унан яҡшыраҡ йәшәгән кеше юҡ: барыһы ла ярата, иркәләй, ғөмүмән, был өйҙө Әлфистән башҡа күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Ағалары ҡайтыу – уның өсөн оло байрам. Улар уны «Әлфис Әлфис, әфлисун» тип үртәй, үҙҙәре һәр саҡ берәй тәмле әйбер алып ҡайталар. Энеләре аптырап ҡалмай:
– Көлөгөҙ, көл, мин үҫкәс көрәшсе булам, батыр булам, күрһәтермен әле минһеҙ гә әфлисунды, – ти. Ысынлап та, был – көрәшсе, батырҙар ғаиләһе. Аталары Шәфҡәт абзый ҙа элек көрәшсе булған, йәш саҡта бер кемгә лә бил бирмәгән, хәҙер бына Байрас улы көрәш майҙанының күрке булып бара. Булаттың ғына иҫе китмәй. Бер генә сығып ҡараны, ҡыҙығын тапманы. Ә бына Байрас тәмен белә: башта майҙан уртаһында киң елкәләрен һелкетеп, бөтә мускулдарын уй натып
ала. Уға көрәш уйын ғына, көрәшкәнсе бөтә ҡатын ҡыҙ халҡын үҙенә бо роп ҡуя,ул көрәшкәндә тамашасыларҙың күбеһе ҡатын ҡыҙ була.
Бәләкәй Әлфистең да хыялы көрәшсе булыу ине.
Аталары малдарҙы ҡарап ингәс, улар, әзмәүерҙәй өс ир һәм Әлфис, йыйылышып, өҫтәл янына киске ашҡа ултырҙылар. Әсәләре Гөлфиә апай балаларына
һоҡ ланып ҡараны. Хоҙайым яҡшы килен бирһен, улдары бик аҡыллы. Насип
бул һа, бәлки, быйыл Булаты өйләнеп тә ҡуйыр әле. Өйләнәм тиһә, бөгөндән туй
яһар лыҡ мал мөлкәт бар. Аталары эсмәй тартмай, бар тапҡанын өйгә алып ҡайта, шуға һәр ваҡыт мул йәшәйҙәр.
Ашап туйғас, улдары әсәләренә рәхмәт әйтеп, үҙ йомоштары менән таралды.
Бу лат арлы бирле йөрөнө лә:
– Атай, матайҙың бензины етерлекме, барып ҡайтаһы ер бар ине, – тип һораны.
– Етерлектер, мин бит ат менән йөрөйөм.
– Улайһа, мин әйләнеп ҡайтайым әле, – тип сығып китте өлкән ул.
Байрас ағаһының тағы теге ауылға китеүен аңланы. Булаттың унда кемеһелер бар, тик әле уның күргәне юҡ. Байрасҡа Сөмбөл бик тә оҡшай ине, ул йылмайһа, донъялар яҡтырып китә, көлһә, ҡыңғырау шылтырағандай тойола, әллә ҡайһы яғы менән ҡыҙ үҙенә йәлеп итә. Ағаһы янына дөйөм ятаҡҡа барып, уны күрмәй китһә, юҡҡа ғына килгән төҫлө тойола. Эйе, ағаһы унан алда өлгөргән.
Ҡа рарбыҙ инде, ҡайһыһына өйләнер. Бәлки, быныһына өйләнер ҙә, Сөмбөл миңә ҡалыр, тип үҙен үҙе өмөтләндереп, ниҙер көйләй көйләй клубҡа сығырға йыйынғанда, янына әсәһе инде. Һис көтмәгәндә:
– Улым, һинән сер итеп кенә бер нәмә һорайым әле. Ағайың ҡайтҡан һайын теге ауылға саба, әллә өйләнергә иҫәбе бармы? Ары бире уйлаһа, итәк салғыйҙы йыйыштыра торайыҡ, тим. Һинең ул ҡыҙҙы күргәнең бармы һуң? – тип һүҙ баш ланы.
– Белмәйем шул, әсәй. Ағайымдың йөрөгән ҡыҙҙары икәү, ҡайһыһын һайларға ла белмәй. Ҡасан һайлар, шул саҡ өйләнер.
– Нисек инде икәү?
– Шулай, икәү: береһе тегендә, береһе бында; береһе – көндәлек, икенсеһе –ял менән байрамда.
– Улым, улай ярамаҫ, килешмәгәнде, кеше балаһын харап итә күрмәгеҙ. Теге көндәлек тигәнең нисегерәк һуң, йәмһеҙме әллә, аламамы, бәлки, елбәҙәктер?
– Әсәй, беләһеңме, ул, – тип Байрас бер аҙ уйланып торҙо, – ул ай янында балҡып торған бәләкәй генә йондоҙға оҡшаған. Үҙе бәләкәй генә, үҙе гел йылмайып тора.
– Һуң, шулай булғас, ағайың ниңә тағы быныһының башын әйләндерә?
– Әсәй, йыраҡтағы ҡояш нығыраҡ йылыта. Ярай, мин китәм, ҡунаҡ ҡыҙҙарын бүлешеп бөтөрҙәр юғиһә.
– Улым, тәртипле генә йөрө, ҡунаҡ ҡыҙҙары тип, үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙҙары ла насар түгел, күҙеңде асып ҡара.
Булат өйҙән сығып киткәндә – киске туғыҙ, Фәриҙәләргә килеп еткәндә төнгө ун бер тулған ине инде. Утын ҡабыҙып, өс тапҡыр сигнал бирҙе. Күпмелер торғас, ҡапҡанан берәү сыҡты, яҡыныраҡ килеп еткәс кенә таныны Булат: Был Фәриҙәнең һеңлеһе ине.
– Апайым ҡайтманы, Булат ағай. Киләһе аҙнаға, минең тыуған көнгә ҡайта.
Шәм бе көндө кил, йәштәр йыйылышып ултырабыҙ, һине лә саҡырам.
Булаттың ҡырҡ саҡрым ел ҡыуып килеүе юҡҡа ғына булды. Фәриҙәне инде ике аҙна күргәне юҡ. Уныһы Златоуст ҡалаһында эшләй. Элек Булат та шунда эшләне. Булат ҡайтты, ә ҡыҙ «өйләнешкәс ҡайтырмын» тип ҡалды, бына хәҙер ике арала ел ҡыуып йөрөргә тура килә. Фәриҙәне бик ярата шул. Зифа буйлы,
төҙ кәүҙәле, оҙон ҡуйы сәсле, бик сибәр һәм бик ғорур. Уның алдында артыҡ һүҙ ысҡындырырға ла ҡурҡа. Уның өсөн Фәриҙә – күктәге буй етмәҫ йондоҙ. Сөмбөл
менән сағыштырһаң, ер менән күк араһы. Сөмбөл һәр ваҡыт көлөүе шаярыуы менән һауала осҡан күбәләк кеүек булһа, Фәриҙә аҙ һүҙле, һәр әйткән һүҙен уйлап һөйләшә, үпкәләһә, айҙар буйы һөйләшмәй торған ғәҙәте бар. Шуға ла Булат уны үпкәләтеүҙән ҡурҡа, һүҙен самалап, ярарға тырышып һөйләй. Шун да аҡыллы, сибәр ҡыҙҙың уға ҡарауына ышанып та бөтә алмай, ул уны һай ла уына бик ғорурлана. Фәриҙәгә өйләнһә, егеттәрҙең танауына сиртәсәк – ундай ғорур һылыуҙар һәр кемгә лә эләкмәй бит.
Булат төн уртаһында ғына ҡайтып ятты, энеһе әле ҡайтмағайны. Ятыуға йоҡлап та китте. Төнө буйы Сөмбөл менән һаташып сыҡты: ул яр башына баҫҡан да аҫҡа ҡарап тора, ҡулында аҡ төргәк, төргәктә йәш бала, шул бала үҙәк өҙ гөс итеп илай, ә Сөмбөл упҡынға һикерергә йыйына. Булат, уны туҡтатырға теләп, ярға ҡаршы йүгерә, бөтә көсөнә «туҡта туҡта» тип ҡысҡыра, тик ниңәлер тауышы сыҡмай. Шул саҡ энеһе һелкеткәнгә уянып китте.
– Һаташаһың, боролоп ят, Сөмбөлдө саҡыраһың, – тип кире урынына барып ятты.
Булат шыбыр тиргә батты, ҡурҡыу ҡатыш әллә ниндәй хистәр кисерҙе. Әгәр ҙә уның шиге дөрөҫ булһа, Алла һаҡлаһын, уйларға ла ҡурҡыныс: бер ҡылған гонаһ өсөн ғүмер буйы ғазап сигергә тура килһә, нишләрһең? Йә, Хоҙай, үҙең һаҡла...
Был ике көн үтмәйенсә йәнгә тейҙе, әллә ни тиклем эш эшләнеләр, тик көндәр генә бик аҡрын уҙҙы. Шәмбе үтеп, йәкшәмбе еткәс, китер ваҡытты һанап сәғәт үтте, уның тиҙерәк Сөмбөлдө күреп, шиктәренә асыҡлыҡ индерәһе килде. Ул әле ба ла ғына, бер ни аңламай, ахырыһы, әгәр ҡыҙҙың әсәһе белһә, бөттө баш: йә өйләндереп, йә ултыртып ҡуйыр...
Булат дөйөм ятаҡҡа килеп етеү менән Сөмбөлдөң бүлмәһенә инеп сыҡты, тик ҡыҙ килмәгән икән. Сөмбөлдөң ауылдашы Мансур осрап:
– Сәләм, килдең дәме? Ҡара әле, һинең бәләкәй ҡурсағың вокзалда ултырып ҡалды. Әллә сирләй инде? Йөҙө ап аҡ, килгәндә лә ишек төбөндә генә баҫып килде. Элек бер туҡтауһыҙ сыйырсыҡ кеүек һайрап көлөп тора ине, ә хәҙер өндәшмәй. Сирләй, ахырыһы, – тип үтеп китте.
Булат, Мансурҙы тыңлап та бөтөрмәйенсә, вокзалға йүгерҙе. Вокзал дөйөм ятаҡ тан йыраҡ түгел, уны ҡайындар ғына ҡаплап тора. Ҡайынды ҡосаҡлап торған Сөмбөлдө ул йыраҡтан уҡ күреп алды.
– Сөмбөл, ни булды? Хәлең нисек?
– Әллә ни булды, ҡоҫаһым ғына килә, башым әйләнә, көс хәлгә килеп еттем.
Әллә ниндәй сир эләкте, үлмәһәм ярар ине.
– Сөмбөл, ҡасан башланды һуң был сирең?
– Әллә, бер айлап бар инде. Әсәйем иртәгә больницаға ашҡаҙанды тик шертергә барырға ҡушты, бик ябыҡҡанһың, ти.
Тимәк, Булаттың шиге дөрөҫ булды: «Да, иштең ишәк сумарын, хәҙер нисек аңлатырға инде был балаға... Их, бөттө баштарыбыҙ».
– Әйҙә, ултырайыҡ әле.
Улар бер эскәмйәгә барып ултырҙы.
– Мин һинең сиреңдең сәбәбен беләм, буғай... Әйтһәм, ҡурҡырһың инде, хәйер, мин үҙем дә ҡурҡам... Һин бит ҡатын ҡыҙ, үҙең дә аңларға тейешһең.
Сөмбөл, аптырап, уға ҡарап ултыра бирҙе. Ә Булат, нисек һүҙ башларға белмәйенсә, тирләп беште, ике ҡулына урын таба алманы.
– Ни булды? Битеңә тир бәреп сыҡты, миндә берәй йоғошло сир бармы әллә?
Һин ҡайҙан беләһең миндә ниндәй сир икәнен?
– Эй, бигерәк балаһың шул әле һин. Юҡ, үлмәйһең. Һин ауырға уҙғанһың.
Был сир түгел, унан үлмәйҙәр – йә бала табалар, йә ваҡытынан алда алдырып ҡотолалар.
Ғәжәпләнеүҙән Сөмбөлдөң күҙҙәре түңәрәкләнде:
– Нисек? Ҡайҙан? Һин бит, бер ни булмай, тинең...
Ул тороп баҫты, унан кинәт ҡамыр кеүек бөгөлөп төштө. Булат уны тотоп өлгөрҙө, ипләп кенә алдына ултыртты.
– Ҡурҡма, берәй нәмә уйлап табырбыҙ.
Сөмбөл ни шатланырға, ни ҡайғырырға белмәне:
– Булат, йәнем, мин сирләйем тип ҡурҡҡайным. Балаға уҙыу – үҙе бер бәхет бит ул. Беҙгә беленә башлағансы өйләнешергә кәрәк. Туҡта, ҡасан булды һуң, һин хәтерләйһеңме? Йә, Хоҙай, башым да эшләмәй, балаға шулай тиҙ уҙалармы икән ни? Ә ул ҡасан тыуасаҡ? Булат, тим, Булат, ниңә өндәшмәйһең?
– Тыңла әле, Сөмбөл, мин былай булыуын теләмәгәйнем, аңлайһыңмы? Беләм, мин ғәйепле һинең алда, тик һин дә мине аңларға тырыш, мин һиңә өйләнә алмайым. Мин башҡаны яратам... Минең йәрәшкән, яратҡан кешем бар. Аңлайһыңмы, мин һиңә өйләнә алмайым. Булдыра алһаң, ғәфү ит. Кәрәкмәй миңә ул бала. Беҙ яңылыштыҡ, икебеҙ ҙә яңылыштыҡ. Әле һуң түгел, тыңла мине...
Ул, Сөмбөлдөң таш кеүек ҡатып ҡалған ап аҡ йөҙөн күреп, башлаған һүҙен әйтмәйенсә туҡтап ҡалды. Ҡыҙҙың ҡыҫҡа сәстәрен көҙгө ел туҙғытты, ләкин битендә бер үҙгәреш һиҙелмәне, арттан бысаҡ тығып йәнен алғандай, һел кен мәйенсә ултыра бирҙе. Булат, нишләргә белмәйенсә, арҡаһы менән боролдо ла битен ҡулы менән ҡаплап илап ебәрҙе...
Ул, Сөмбөлдөң дә илап ебәреүенән ҡурҡыпмы, үҙе лә аңламайынса, ике ҡулы менән ҡолағын ҡапланы, ҡыҙҙы нисек йыуатырға ла белмәне. Ә үҙенең күҙ ҙә ре нән
ҡайнар йәштәр аҡты ла аҡты... Шул халәттә күпме ултырғандыр, өшөй баш ланы:
– Йә, ярай, әйҙә, ҡайтайыҡ.
Ул боролғанда, янында бер кем дә юҡ, бары Сөмбөлдөң сумкаһы ғына ултырып ҡалғайны. Егет яҡ яғына ҡаранды, һис кем күренмәне.
Булат дөйөм ятаҡҡа ҡайтып, өҫ кейемдәрен алыштырҙы ла Сөмбөлдөң сумкаһын бирергә бишенсе ҡатҡа менеп китте, тик ишек асыусы булманы: «Кәрәк булһа, үҙе инеп алыр», – тип бүлмәһенә төшөп, йоҡларға ятты. Иртән торған дала сумка урынында тора ине. «Ярар, кис эштән һуң индерермен әле», – тип эшенә китте. Кис йәнә Сөмбөлдәр бүлмәһенә күтәрелде. Ишекте Сөм бөл дөң бүлмәләш ҡыҙҙары асты:
– Ә, еҙнә килгән, апай ғына нишләптер йоманан бирле күренмәй, әллә ауылыңа алып киттеңме?
Булат аптырап ҡалды:
– Нисек юҡ? Ауылдан кисә килде бит ул.
– Беҙ күрмәнек. Кисә лә, бөгөн дә юҡ. Эшендә булдымы икән һуң?
Булат ни әйтергә белмәй торҙо ла:
– Ҡайтһа, беҙгә инһен әле, – тип бошоноп төшөп китте.
Кис буйы Сөмбөлдө көтһә лә, бушҡа булды, ҡыҙ күренмәне. Булат аҙна буйы һәр кис улар бүлмәһенә инеп йөрөнө. Үҙе менән берәй хәл ҡылмаһын тип, ҡурҡыуға ҡалды, теге күргән төшө башынан сыҡманы. Бәлки, барыһын да аңлағандыр, аҡылһыҙ түгел бит, тип үҙен үҙе йыуатты.
Тағы йома етте. Вокзалға алданыраҡ килде, энеһе лә килеп етте.
– Ағай, ҡурсағың ҡайҙа бөгөн? Әллә индереп ултыртырға ла өлгөрҙөңмө? – тип һораны. Булат өндәшмәне.
Улар Сөмбөлдәр ауылына ҡайтыусы автобусты икәүләшеп күҙәтә башланы, тик ҡыҙ күренмәне. Байрастың күңеле кителде, ул уның йылмайып, ҡул болғап оҙатып ҡалыуын ярата, хатта ағаһынан көнләшә ине. Аҙ ғына һуңға ҡалды, ул йондоҙға ағаһы үрелгән, ә ағаһына арҡыры төшөп булмай; сит кеше булһа, әллә ҡасан төбө тамыры менән йолҡоп алған булыр ине. Юҡ шул, ярамай, ағай бит...
Сөмбөл Булат янынан нисек ҡуҙғалып киткәнен, ҡайҙа табан барғанын да аңламаны. Бер нисә минут, бер нисә һүҙ йөрәген телгеләп, усына тотторҙо. Уның
бөтә булмышы таш булып ҡатты.
Урамда һалҡын көҙ, урыны урыны менән боҙлауыҡ, һалҡын әсе ел, тик ул уларҙы һиҙмәне, барҙы ла барҙы, ҡала буйлап йөрөнө лә йөрөнө... Бер кистә
бөтә донъя үҙгәрҙе, ни тиклем ваҡиға булды, ул йөклө, бала көтә, ә ул бала... Ул бер кемгә лә кәрәкмәй. Бына хәҙер бер кемгә лә кәрәкмәгән ике бәхетһеҙ йән һалҡын көҙҙә буш ҡала урамында аҙашып йөрөй. Әле кисә генә барыһы ла башҡаса ине, ул мөхәббәте менән бик бәхетле, донъя матур, яҡты, бер ниндәй борсоу ҡайғыһы юҡ. Ауылына ҡайтһа, өйө, әсәһе шатланып ҡаршы ала, бында кил һә, эше, һөйөклөһө көтөп тора ине. Ә хәҙер? Ә хәҙер әсәһе ҡайғыһынан үлер,
уны өйгә лә индермәҫ. Хурлығы ни тора бит... Ирһеҙ бала тапҡан, тегенең уйнаштан тыуған балаһы, тип бармаҡ төртөп һөйләйәсәктәр...
Ул шулай урам буйлап барҙы ла барҙы. Ҡала ситенә нисек килеп еткәнен дә,
тимер юл буйлап барыуын да һиҙмәне. Өҫтөнә ҡайҙандыр яҡты ут яҡынлаша башланы, ул уға ҡаршы китте, ник ҡаршы барғанын үҙе аңламаны. Ут туҡтаны, тик һүнмәне, ҡаршыһында ҙур бер ағай пәйҙә булды:
– Нишләйһең бында? Ошо йәшеңдән йәшәүҙән туйҙыңмы? Бар, өйөңә ҡайт, –
тип ороша ороша, Сөмбөлдө ситкә сығарып баҫтырҙы. – Ана, ҡалаға ҡайта торған юл, ә был юл комбинатҡа бара. Бәхетең, пассажирҙар йөрөтөүсе булһа, тапап та киткән булыр ине. Һин бит бала ғына, һин үлһәң, ата әсәйең ҡайғынан үләсәк, ә мине кеше тапаған өсөн төрмәгә ултыртасаҡтар ине. Бар, өшөп бөт кән һең. Әллә телһеҙ инде, меҫкен, – тине лә боролоп китеп барҙы.
Сөмбөл ҡайҙа барырға белмәйенсә туҡтап ҡалды, ҡалаға ҡайтайым тип атлай торғас, үҙе эшләгән балалар баҡсаһына килеп төртөлдө. Ишек шаҡығанда, уның инде теше тешкә теймәй ине. Ҡарауылда тороусы ҡарсыҡ, уны күргәс:
– Сөмбөл, нимә булды? Нишләп йөрөйһөң? Нишләттеләр һине? – тип ҡосаҡлап алды. – Хәҙер сәй эсерәм, кил бында, һал кейемдәреңде, – тип уны тартып йолҡоп сисендерҙе лә йылы одеялға төрөп ултыртты.
Сөмбөл ошо балалар баҡсаһында няня булып эшләй, балаларҙы ла, эшен дә бик ярата. Унынсы синыфты бөтөргәс, уҡырға инмәне, бында эшкә урынлашты.
Был әбейҙе баба Вера тип йөрөтәләр, ул төнгө ҡарауылда тора. Әле йүгерә атлай эҫе сәй килтерҙе.
– Мә, ҡояшым, эс. Ни булды һиңә, кем рәнйетте, йөҙөңдә ҡан әҫәре ҡалмаған бит? Һин ила, оялма, ҡарт булһам да, мин барыһын аңлайым. Былай ҡатырға ярамай, йөрәгең күтәрмәҫ. Һин һалҡын тейҙергәнһең, ахыры, ят әле, – тип һөйлә нә һөйләнә, Сөмбөлдө әллә нисә одеял менән төрҙө. – Мин аңлайым, дело молодое, бар нәмәгә мөхәббәт ғәйепле, бер һин генә түгел, бөтә кеше кисерә уны.
Һин эсеңде бушат, һөйлә, ила, былай ярамай, ҡояшым. Мин күпте күрҙем, мин һуғышты үттем, һуғышта әллә ниҙәргә осрарға тура килде. Кеше еңә алмаған ҡайғы хәсрәт юҡ, ҡояшым, Хоҙай кешегә күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы бирмәй. Ике иң башыңда ике фәрештәң ултыра, улар һиңә бар ауырлыҡты күтәрешә, бары ваҡыт, бары сабырлыҡ кәрәк. Һуғыш менән аслыҡтан ҡала, барыһына ла түҙергә кәрәк. Йәшәргә кәрәк, ҡояшым, йәшәргә кәрәк. – Вера әбей бик оҙаҡ Сөмбөлдөң башынан һыйпап ултырҙы.
Был төндө ҡыҙҙың маңлайына беренсе оҙон һыр һуҙылып ятты.
Вера әбей иртән ҡыҙҙың температураһын үлсәгәс, ҡырҡҡа яҡын икәнен күреп, «Ашығыс ярҙам» саҡыртты. Сөмбөлдө шунда уҡ алып киттеләр – ул аңында түгел ине инде.
Сөмбөл өс көндән һуң ғына аңына килеп, кеше танырлыҡ булды. Йәшәү менән үлем араһында тартышыу уның барлыҡ көсөн, йөҙөндәге нурын алды. Ул аңына килгәндә, янында һаман шул Вера әбей ултыра ине.
– Ҡояшым, көн төн Хоҙайҙан һинең терелеүеңде һораным. Былай булғас, бары һы ла артта ҡалды, йәшәрһең, Алла бойорһа. Һин бит өс көн аңһыҙ ятаһың, – тип үҙе һөйләнде, үҙе уның ҡара янып ярылып бөткән ирендәрен сылатты.
Табиптар инде. Оло йәштәгеһе, бар яҡлап тыңлап ҡарағас:
– Үҫкәнем, һеҙ бик ныҡ һалҡын тейҙергәнһегеҙ. Үҙегеҙҙең йөклө икәнегеҙҙе белә инегеҙме? Һеҙгә бик оҙаҡ дауаланырға тура киләсәк. Бөтә ышаныс үҙе
геҙҙә. Беҙ һеҙгә булышырбыҙ. Тыуасаҡ сабыйығыҙ тураһында ла онотмағыҙ. Барлыҡ дарыуҙарҙы эсергә, яҡшылап ашарға, мөмкин тиклем тиҙерәк депрессиянан сығырға кәрәк. Әбейең, һине һаҡлап, өс көн ашамай эсмәй бында ул тыра, – тип капельница ҡуйҙы. Баба Вера, таҙа кейемдәр ҙә алып килермен, тип ҡайтып китте. Сөмбөлдө айырым палатала тағы бер аҙна ятҡырҙылар ҙа дөйөм палатаға күсер ҙеләр. Вера әбейе ашарға килтереп, уның хәлен белеп торҙо.
– Баба Вера, әсәйем белһә, мине өйгә индермәйәсәк. Мин дә, бала ла бер кемгә лә кәрәкмәй. Минең барыр урыным да юҡ, – тине Сөмбөл.
– Һин башта терел, унан һөйләшербеҙ. Мин бит бер яңғыҙым йәшәйем, миңә ҡайтырһың, икәү күңеллерәк тә булыр. Ҡайғырма, ҡояшым. Һин миңә Верочка тип өндәш, улай мин үҙемде яҡшыраҡ хис итәм.
– Ярай. Верочка, һиңә бер үтенесем бар. Беҙҙең ауылға барып килмәҫһеңме икән? Әсәйҙәр мине юғалтҡандыр инде, мин бит аҙна һайын ҡайта торғайным. Бала тураһында бер ни ҙә әйтмә, кәрәкмәй, үтенеп һорайым.
– Ярай, ҡояшым, ярай.
Әсәһе икенсе көндө үк килеп етте, ҡыҙын шундай хәлдә күреп, телһеҙ ҡалды.
Ве рочка уны тынысландырырға тырышты:
– Һеҙ борсолмағыҙ, уның үпкәһенә һалҡын тейгән. Тиҙҙән терелер, йәш организм үҙе көрәшә ул, ти врачтар. Барыһы ла яҡшы булыр. Мин хәҙер киләм, – тип сығып китте.
Үҙе тиҙ генә докторҙар йыйыла торған бүлмәгә инеп, Сөмбөлдө дауалаусы табип Власовты тапты.
– Ғәфү итегеҙ, доктор. Сөмбөлдөң әсәһе килде. Бик илай, ҡыҙын шундай хәлдә күреп, бик ҡурҡты. Һеҙ, берүк, уның ауырлы икәнен әйтә күрмәгеҙ инде.
– Яҡшы, әйтмәм.
– Рәхмәт, доктор, рәхмәт.
Доктор ҙа Сөмбөлдөң әсәһен ипләп кенә тынысландырып ҡайтарып ебәрҙе.
Сөмбөлдөң хәле шәптән түгел, ул төшөнкөлөккә бирелеп, ҡатмарлы депрессия кисерә. Ә донъянан ваз кискән кешене дауалау – иләк менән һыу ташыу
ме нән бер. Уны был хәлдән сығарыу өсөн ныҡлы таяныс булырлыҡ яҡын кеше, мөхәббәт, яҡлау, аңлау кәрәк...
Ике аҙна үтте. Сөмбөл бер нөктәгә ҡарап ятыуын белде, бер кем менән һөйләшмәне. Мәрйә әбеһе уның янында бөтөрөлдө лә бөтөрөлдө. Етмәһә, ҡыҙҙа көслө токсикоз башланды. Ул хәҙер бик ябыҡты, хәлһеҙләнде.
Токсикоздың көслө булыуы, бер яҡтан, докторҙы ҡыуандыра, сөнки ул – ҡарындағы баланың үҫергә, йәшәргә тырышыуын күрһәтеүсе билдә. Хоҙай шулай яҙғандыр, улар ошо ауыр хәлде еңеп сыға алһалар, бер береһенә һөйөнөп туй маясаҡтар әле. Әсә булғас, ул барыһын да онотасаҡ, бәлки, үҙен ошо ғазапҡа һалған кешеһен дә кисерер. Доктор ҡыҙға бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Әллә бик ябығыуҙан, әллә эстән яндырған хәсрәттән Сөмбөлдөң ирен ситендә ике бәләкәй генә һыр барлыҡҡа килгәйне. Тағы йома етте, тағы йәштәр, шау гөр килеп, вокзалда йыйылды. Октябрь байрамы яҡынлашҡан саҡ. Байрас, алдан килеп, ағаһы менән икеһенә билет алды. Бер яҡшылыҡ эшләйем әле тип, ағаһының ҡурсағына ла билет алырға уйланы. Сөмбөлдө ул теге аҙнала күрмәне, уның көләс күҙҙәрен, нисек шатланасағын күҙ алдына килтереп, үҙ алдына йылмая йылмая, көс хәл менән сиратты йырып сыҡты ла ағаһын эҙләй башланы. Ағаһының тимер юл кассаһы янында тороуын күргәс, аптырап, янына килде:
– Нишләп тораһың бында? Мин һиңә лә, ҡурсағыңа ла билет алдым. Үҙе ҡайҙа һуң?
– Байрас, мин ауылға ҡайтмайым, Златоусҡа китәм. Әсәйҙәргә әйтерһең, юғалтмаһындар.
– Ә Сөмбөл?
– Белмәйем, минең инде уны ике аҙна күргәнем юҡ, бүлмәһенә ҡайтмай, ҡайҙа йөрөйҙөр. Дөрөҫөн әйткәндә, мин уның менән араны өҙҙөм. Ярай, бар, һуңға ҡалаһың, осратһаң, билетыңды бир.
Байрас урамға сыҡты, Учалы – Байрамғол автобусы янына килеп, Сөмбөлдө эҙләй башланы, тик ул халыҡ араһында күренмәне.
– Бәрәкалла, әллә һин дә беҙҙең ауылға ҡайтаһыңмы? Билетҡа яҡын барырлыҡ түгел, ҡырмыҫҡа ояһы ҡуҙғалған тиерһең. Туҡта, Байрас, нишләп тораһың бында, кемде эҙләйһең? Әллә һин дә беҙҙең ауыл ҡыҙын эләктерҙеңме?
– Мансур, мин Сөмбөлгә билет алғайным, ни эшләптер күренмәй. Бел мәйһеңме, ҡайтамы икән?
– Слушай, брат, ике аҙна инде юҡҡа сыҡҡанына. Бүлмәләш ҡыҙҙары ла бер ни белмәй. Ағайыңдан һора. Асыуым да килмәгәйе, ни үҙенә, ни кешегә... Мин бит уға ҡайҙан хат килгәнен, ҡайҙа сапҡанын беләм, ә был йүләр сабый уға ышана.
Белмәйем, теге аҙнала ҡайтманы шикелле, клубҡа сыҡманы.
Байрас өндәшмәй генә билетын Мансурға һуҙҙы:
– Мә, улайһа. Һин белеш әле, бер бер хәл булмаһын тағы.
– Ярай, клубҡа сыҡһа, һорашырмын. Билет өсөн рәхмәт.
Байрас өйгә ҡайтып инеүгә, атаһы ҡаршы сыҡты.
– Ә ағайың ҡайҙа?
– Китте.
– Ҡайҙа китте?
– Златоусҡа. Байрамға ҡайтмайым, еңгәң янына барам, тине.
– Ярай, улайһа, өйләнә башлаһағыҙ ҙа ярай. Оҙаҡламай һуғым һуябыҙ, береһен һатырбыҙ, береһенә туй яһарға булыр.
– Яһарһығыҙ, яһарһығыҙ, – тиһә лә: «Бына еңгәнең береһе ҡайҙа юғалды икән? Әллә берәй хәл булдымы?» – тигән уйҙар Байрастың башынан сыҡманы.
Улар киске ашҡа ултырыуға, Хоҙайҙың ҡашҡа тәкәһе – Әлфис ҡайтып инде.
Бит тәре ҡыҙарған, танау аҫты ялтырап тора, күҙҙәре ут сәсә. Урамда ҡар яуа, ахырыһы, беренсе ҡар.
– Был ваҡытҡа тиклем ни эшләп йөрөйһөң, маңҡа ҡапсығы? Төн бит, әллә ҡыҙ ҙар оҙата башланың инде? – тип ағаһы үртәй башлағайны, Әлфис ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Ағай, ағай, Рәмилдәргә теге һин оҙатҡан ҡунаҡ ҡыҙы тағы ҡайтҡан. – Әл
фис, өҫтөн һала һала, үҙенекен һөйләй башланы. – Рәмил әйтә, теге аҙнала һинең Байрас ағайың беҙгә ҡайтҡан ҡунаҡ ҡыҙын оҙатҡан булған, төндә апайым менән шырыҡ шырыҡ һөйләштеләр, тыңлап яттым, ти. Теге апай әйтә, ти, Байрас ҡапҡаға килтереп терәне, үләм тип торам, ул шундай шәп үбешә, миңә оҡшаны, киләһе аҙнаға тағы ҡайтам, тип әйтте, ти. Ана, ҡайтып та еткән, һине көтөп йөрөй.
Байрас бер генә һикерҙе, тағы әллә ниҙәр ысҡындырмаһын тип, энеһен күҙ асып йомғансы эләктереп, оло яҡҡа кереп юғалды.
– Һин ни һөйләйһең әсәйҙәр алдында, бытбылдыҡ? Иманыңды уҡытам бит.
– Рәмил бит шулай ти.
– Тиһә һуң, һин бит егет кеше. Ундай һүҙҙәрҙе әсәй менән атай алдында һөйләмәйҙәр инде. Алып ҡайтырмын мин һиңә икенсе юлы һағыҙ. Һин дә үҫеп етерһең әле, мин дә һине шулай әсәйҙәр алдында хур итермен.
– Йөрөнөм, ти, кеше ҡапҡаһы төбөндә ҡыҙҙар ауыҙы ялап, – тине лә ағаһы эләк тергәнсе Әлфис сығып та йүгерҙе.
– Ну, малай, эләктерһәмме?!
Байрас әсәләре янына башҡа сығып торманы, тиҙ тиҙ генә кейенде лә клубҡа сығып тайҙы. Юл буйы «сыбыҡһыҙ радио» тип энеһенә асыуланып барҙы.
Әсәһе менән атаһы тауышһыҙ ғына, күҙ йәштәре сыҡҡансы көлдөләр. Атаһы төпсөк улына ипләп кенә:
– Улым, улай ярамай, ундай әйберҙәрҙе ҡолаҡҡа ғына әйтәләр, һин бит ир кеше, башҡа улай итмә, йәме, – тип аңлатты.
– Ярар, әйтмәм, былай ҙа муйынды һындыра яҙҙы, – тип Әлфис тағы көлөргә
то тондо, уға атаһы менән әсәһе лә ҡушылды.
– Нимәнән көләһең, улым?
– Иртәгә Рәмил тағы һөйләр әле, классно, – тине лә, һүҙен әйтеп бөтөрмәй,
ауы ҙын япты. – Башҡа бер ни әйтмәйем, ашайым да ятам, иртәгә ҡар күп итеп
яуһа, тау шыуырға барабыҙ.
Атаһы төпсөгөнә ҡарап йылмайҙы, бына кемгә рәхәт ул донъяла: Әлфис менән Мыраубикәгә.
Байрас клубҡа килеп ингәндә, йәштәр йыйылған, клуб шығырым тулы ине.
«Бөгөн дә ҡыҙҙар оҙата барһам, иртәгә тағы ниндәй һүҙҙәр ишетермен икән», –
тип башҡа егеттәр янына мөйөшкә баҫып, ҡунаҡ ҡыҙҙарын күҙләй башланы.
Егеттәр менән күрешкән арала янына класташы Римма килеп баҫты. Ул йыраҡ ҡына туған да.
– Һаумы, Байрас, ҡунаҡ ҡыҙҙарын күҙләйһеңме?
– Миңә кем дә ярай, күңелем киң, – тип көлдө Байрас.
Римма уға һоҡланып ҡараны, был аҫыл егет күптәрҙең башын әйләндерә, нишләптер яратып йөрөгән кешеһе генә юҡ.
– Ағайың нишләптер бер ҙә күренмәй, уның менән ныҡлап һөйләшәһе һүҙем бар. Клубҡа ла сыҡмай, әллә ҡайтмаймы?
– Өйләнергә йыйына, бик кәрәкле һүҙ булһа, үҙемә генә һөйлә.
– Кемгә өйләнә, теге Байрамғол ҡыҙынамы? Ул бит шуның менән йөрөй.
– Юҡ, ул түгел. Златоуста уның ҡыҙы. Әле лә уның янына китте.
Был яуапты ишеткәс, Римма ғәжәпләнеп Байрасҡа ҡараны.
– Ниңә миңә улай ҡарайһың? Ҡурҡма, мин өйләнмәйем әле.
– Ә Сөмбөл нисек?
– Белмәйем, уныһы әллә ҡайҙа китеп юғалған, ти, ағайым үҙе лә белмәй.
Римма бер аҙ уйланып торҙо ла:
– Әйҙә, урамға сығайыҡ әле, бында кеше күп, һөйләшеп булмаҫ, – тип Байрасты урамға тартты.
– Беләһеңме, Байрас, мин бөгөн клубҡа ағайың менән һөйләшер өсөн генә сыҡтым, эштәр былай булғас, һиңә һөйләйем инде. Һин бит минең ҡайҙа эшләгәнде беләһең, өҫтәүенә, реанимация бүлегендә лә эшләйем; унан, беҙ бит, йыраҡ булһа ла, туғандар. Булат ағай үҙ кеше тигәндәй... Ҡыҫҡаһы шул: ағайыңа әйт, Сөмбөл беҙҙә ике аҙна инде ауыр хәлдә ята, тәүге өс көндә бөтөн ләй аңһыҙ булды. Команан сыға алмаҫ, үлер, тигән инек, команан сыҡты, ләкин бер кем менән һөйләшмәй, бер нөктәгә ҡарап тик ята. Ике аҙна бер яҡҡа ла үҙгәреш юҡ.
– Туҡта, ни һөйләйһең һин, ни булған уға? Бер ни ҙә аңламайым. Ҡайҙа?
Нишләгән?
– Белмәйем, беҙгә уны аңһыҙ, температураһы ҡырҡ килеш килтерҙеләр. Әллә урам да бик оҙаҡ йөрөгән, әллә йығылып ятҡан, уныһын белмәйем, бик ҡаты һал ҡын тейгән. Врачтар, нимәнәндер бик ҡаты тетрәнеү кисергән, организмы көрәшә алмай, ти. Хәҙер ул төшөнкөлөккә бирелгән.
Римма, башҡаһын әйтергәме юҡмы, тип бер аҙ уйланып торҙо, ни булһа шул булыр, үҙ ҡылғандары өсөн үҙҙәре яуап бирһендәр тигәндәй, һүҙен дауам итте:
– Иң насары шул: ул ауырлы, әгәр үлә ҡалһа, бер юлы ике ғүмер киҫеләсәк.
Ағайың өйләнгәнсе уйлаһын. Был гонаһ менән нисек йәшәр, ул бит уны бер йыл ҡурсаҡ урынына етәкләп йөрөнө, ана хәҙер барып ҡараһын, танырмы икән?..
Өй ләнә икән, өйләнһен, ер йотар үҙен, ҡәбәхәт йән. Бына шул... – Римма ҡырт ҡына боролдо ла, клубҡа инеп тормайынса, ҡайтып китте.
Байрастың башына күҫәк менән һуҡҡандай булды, ишеткәндәрен рәткә һалып аңларға тырышты. Башҡа һыймаҫ хәл был: ағаһы Сөмбөлдө харап иткән!
Ул, үҙ уйҙарына сумып, урам уртаһында бер аҙ баҫып торғас, әкрен генә ҡайтыу яғына атланы.
Урамда ҡар яуа, ҡыш етә. Ҡар бөртөктәре йәш егеттең битенә ҡуна ла иреп ағып төшә, әллә ҡар, әллә күҙ йәштәре... Һыҡрап һыҡрап йөрәге ауыртты. Уның әле быға тиклем ҡыҙҙар өсөн йөрәге әрнегәне юҡ ине: үпте, ҡосто – елгә осто.
Бына хәҙер әллә ни булды.
Өйҙәренә ҡайтты. Әкрен генә инеп ятты, күҙҙәренә йоҡо инмәне. Таң алдынан ғына серем итеп алды. Ул уянғанда, яҡты ине инде. Байрам көн булғас, айырым эш тә юҡ. Ул, тороп сәй эскәс, ауылдың икенсе осона, Риммаларға, китте. Римманы урамға саҡырып сығарҙы:
– Сөмбөл янына нисек инергә була? Мин уның фамилияһын да белмәйем. Уға ни мәләр алып барырға мөмкин?
Римма уға ғәжәпләнеп ҡарап торҙо.
– Ә һинең ни ҡатнашың бар? Ағайың килһен, уның йөрөгән ҡыҙы бит.
– Ағайым бер нәмә лә белмәй. Уның ҡасан ҡайтаһы ла билдәһеҙ. Мин бөгөн китәм, янына кереп сығырмын.
– Унда сит кешеләрҙе индермәйҙәр. Мин бөгөн ун икеләге автобус менән китәм, теләһәң, бергә инербеҙ.
– Ярай, улайһа. Нимәләр алайым, нимә ашай?
– Ул бер нәмә лә ашамай, үҙең ҡара.
Байрас ашығып өйҙәренә ҡайтты ла:
– Әсәй, ҡаймаҡ, бал, ҡайын еләге вареньеһы әҙерлә әле. Мин ун икеләге автобус менән китәм, – тине.
– Бәй, балам, иртәгә ял бит.
– Эштәрем бар, бәлки, кис әйләнеп ҡайтырмын да.
...Римма Байрасҡа халат, башмаҡ кейҙереп, уны үҙе менән больницаға алып
инде, постҡа еткәс, дежур шәфҡәт туташына өндәште:
– Һаумыһығыҙ, Валя апай? Хәлдәрегеҙ нисек? Беҙ туғыҙынсы палатаға инеп
сыҡмаҡсы инек.
– Ә, теге ҡыҙ янынамы? – тине шәфҡәт туташы, Байрасты баштан аяҡ күҙҙән кисереп. – Инегеҙ, бәлки, әле йоҡламайҙыр.
Улар ингән палатала ниндәйҙер ҡурҡыныс бер тынлыҡ хөкөм һөрә, бер генә карауатта кеше ята ине.
– Ана, – тине Римма, ымлап.
Байрас әкрен генә ауырыу ятҡан койка янындағы ултырғысҡа ултырҙы. Ише теү – бер, үҙ күҙҙәрең менән күреү – икенсе...
Сөмбөл әле йоҡламаған, тын ғына ҡарап ята. Уның ҡараштары бер ни аңлатмай, элек ут сәсеп торған күҙҙәрендә бушлыҡ, гүйә, улар – һүнгән ике ҡара күмер. Ирендәре сатнап ярылған, йөҙө көл төҫөнә ингән, үҙе иҫ киткес ябыҡ, ҡулдары уколдан тишелеп, күгәреп бөткән. Байрастың күҙҙәренә йәш тулды, әйтер һүҙ тапманы, телһеҙ ҡалды.
– Сөмбөл, Сөмбөл, ни булды һиңә? Ни эшләп был хәлгә ҡалдың? Әй, Хоҙайым, үҙең ҡотҡар, уның ни ғәйебе бар? – Байрастың йөрәге әрнене, тик ҡысҡырып
бер һүҙ әйтә алманы.
Сөмбөл әкрен генә күҙҙәрен йомдо, бер һүҙ өндәшмәне. Үҙенең моңһоу күҙҙәрен оҙон ҡара керпектәре аҫтына йәшерҙе. Ҡара ҡыйғас ҡаштары һиҙелер һиҙелмәҫ кенә тибрәлеп ҡуйҙы. Ике аҙнаға беренсе тапҡыр бер тамсы күҙ йәше бәреп сыҡты.
Байрас күпме ултырһа ла, ҡыҙ күҙен башҡа асманы. Дарыу үҙенекен итте – ул йоҡоға китте. Римма, эйелеп, уның ирененә ниндәйҙер дарыуҙы һөрттө, күҙендәге йәш тамсыһын күреп:
– Һине таныған бит, ә, бәлки, Булат тип уйлағандыр, ана, беренсе тапҡыр күҙ йәше сыҡты. Әгәр илаһа, йөрәге бушар, был халәтенән сығыр ине. Илай алмай, йөрәге ҡатҡан, ә уға иларға, эсен бушатырға кәрәк, шунһыҙ еңеллек килмәйәсәк, – тине.
Байрас ҡыйыр ҡыймаҫ ҡына Сөмбөлдөң ҡулын һыйпаны:
– Мин иртәгә тағы киләм. Беҙ һөйләшербеҙ. Һин терелерһең, теләһәң, мин һәр ваҡыт яныңда булырмын, тик терел генә. Римма, мин иртәгә иртән килһәм яраймы?
– Кил, иртәгә мин дежурҙа.
Байрас үҙ бүлмәһенә ҡайтып ятты. Бөгөн күргән хәлдәр уны тетрәндерҙе.
Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтһа ла, егеттәр менән һуғышҡаны булһа ла, ул йән тетрәткес ысынбарлыҡ менән беренсе тапҡыр осрашты. Тормоштоң бындай мәрхәмәтһеҙ яҡтары ла бар икән шул.
Икенсе көндө Байрас сәғәт унда больницала ине инде. Римма уны ҡаршы сығып алды.
– Әйҙә, унда Сөмбөлдө ҡараусы әбей ҙә килде. Һин уның менән таныш, ул Сөмбөлдө, терелеп сыҡһа, үҙенә алып ҡайтмаҡсы.
Егет, палатаға ингәс, бер мәлгә юғалып ҡалды. Унан, үҙен ҡулға алып:
– Һаумыһығыҙ, мин Байрас – Сөмбөлдөң дуҫы, – тине.
– Бик яҡшы, мин бик шатмын. Уҙығыҙ, бына бында ултырығыҙ. Минең сығып инәһем бар, – тип юҡты бар итеп, Вера коридорға сығып китте. Кисә Римма
Бай растың килеүен һөйләгәс, ҡарсыҡ быға бик һөйөнгәйне.
– Сөмбөл, – тине Байрас, ҡыҙ янына сүгәләп. Йомшаҡ ҡына итеп ябыҡ бармаҡ тарына ҡағылды. – Урамда матур итеп ҡар яуа, күргең киләме? Әйҙә, күтәреп тәҙрә янына алып барам. Капельницалағы дарыу тамып бөтһөн дә, мин һиңә урамды күрһәтермен. Һин асыуланма, Сөмбөл, беҙ бит һинең больницала икәнеңде белмәнек. «Үпкәләп сығып китте, бүлмәһенә лә ҡайтмай», – ти һине ағайым. Һинең бында икәнеңде ул белмәй. Бөгөн үк һинең янға килеп етер. Һин терел генә, һин терелгәс, барыһын да хәл итербеҙ, баш бөтөрлөк бер нәмә лә юҡ.
Сөмбөлдөң күҙҙәренә йәш тулды, ҡуйы ике ҡаш бергә килеп ҡушылды, оҙон керпектәр йәш тамсыларын күтәреп тора алманы, йәштәре йылға булып аға башланы.
Байрас Сөмбөлдөң һалҡын ҡулдарын устарына алып ҡыҫты:
– Ила, ила, эсең бушағансы ила, үҙеңә еңел булып ҡалыр, – тине, шунан Сөмбөлдө одеялы менән төрөп күтәреп, тәҙрә янына алып килде. – Ана, ҡара, тыш
та ҡар яуа, оҙаҡламай ҡыш етер, унан һуң – Яңы йыл.
Сөмбөл, йәш балалай үкһей үкһей, тәҙрәгә ҡараны, тышта күҙ яуын алырлыҡ аҡлыҡ. Ул бик оҙаҡ иланы. Байрас уны туҡтатманы, уның битенән, сәстәренән үпте, ирендәре менән уның күҙ йәштәрен сүпләне. Ул ҡыҙҙы әкрен генә урынына килтереп һалды.
– Барыһы ла яҡшы буласаҡ, ышан миңә.
Сөмбөл үкһей үкһей йоҡоға китте.
Байрас, больницанан сыҡҡас та, инде килгәндер тип, туп тура ағаһы торған дөйөм ятаҡҡа китте. Улар ишектән икеһе бер ваҡытта килеп инде.
– О, Байрас, сәләм! Байрам менән! Һин ни эшләп иртә килдең әле, әллә ҡунаҡ ҡыҙҙары ҡайтманымы?
Ағаһының кәйефе бик шәп күренә, ҡыҙғаныс, боҙорға тура киләсәк.
– Нисек унда, еңгә урынындамы? Эштәр бештеме?
– Барыһы ла шәп. Ағайыңды ҡотлай алаһың. Яңы йылға өйләнәм, шулай һөйләштек, ул риза. Ҡайтып, атайҙар менән һөйләшергә лә киләһе аҙнаға яусы ебәрергә иҫәп.
– Ашыҡма әле, ағай. Аңлайым, һин бөгөн бик бәхетле, тик мин һине ҡотлай алмайым. Миңә шуны аңлат: һин Сөмбөлдөң ауырлы икәнен белдеңме?
– Һуң, белдеңме, тип, беләм, шул турала һөйләшкәс сығып юғалды бит инде.
– Ә һин уға нимә тинең?
– Нимә тим, башҡаны яратам, ул бала миңә кәрәкмәй, мин һиңә өйләнмәйем, тинем. Аңлағандыр.
– Эйе, аңлаған, һин уға бик яҡшы аңлатҡанһың. Сөмбөл ике аҙна реанимацияла үлем хәлендә ята, ә һин өйләнергә йөрөйһөң... Һин бит, ағай, һәр ваҡыт аҡыл менән уйлай инең, шундай проблемаларың була тороп, уның ҡайҙа юғалғанын да белмәйенсә, нисек өйләнергә йыйындың? Һин уның менән аҙна буйы айы рылмай инең, бер кемде яҡын ебәрмәнең, ҡоҙғон кеүек, янынан китмәнең.
Йә нәшәңдә шундай матур ҡурсаҡ кеүек ҡыҙ булғанға бик ғорурлана инең. Ана хәҙер барып ҡара: тыуасаҡ балаң менән икәүләп үлем хәлендә ята. Кәрәкмәгәс, яратмағас, ниңә ҡағылдың уға? Ул бит үҙе лә сабый ғына.
Байрас, барыһын әйтеп бөтөрҙөм, тигәндәй, башын тотоп урындыҡҡа килеп ултырҙы. Ағаһы, йәшен һуҡҡан кеүек, ҡатып тик торҙо, аҙаҡтан, көскә телгә килеп:
– Ни булған уға, кешесә аңлат, мин бер ни аңламайым, – тип ҡыҙғаныс тауыш менән һорап ҡуйҙы.
– Аңларһың, ана, больницаға барып ҡара, унан уға ни булғанын мин һинән һорармын. Римма янына бар, бөгөн дежурҙа ул, һиңә барыһын аңлатыр.
...Булат, уңайһыҙланып ҡына, нимәләр яҙып ултырған Римма янына килеп баҫты.
– Һаумы, Римма. Байрас мине һинең яныңа ебәрҙе...
Римма, таныш тауыш ишетеп, башын күтәрҙе. Уның ҡаршыһында ҡаушаған, аптыраған ҡиәфәттә Булат баҫып тора ине.
– Һаумы, Булат ағай. Байрас ебәрмәһә, килмәҫ инеңме? Һине бит, өйләнергә киткән, тинеләр.
– Эйе, Яңы йыл тирәһенә тигән инек тә, – тине Булат, тотлоға яҙып. – Ҡайҙа ята ул, уны күрергә буламы?
– Әйҙә, алып инәм, тик уята күрмә, йоҡлаһын.
Булат карауат янына килеп баҫты. Ул Сөмбөлдө бындай хәлдә күрермен тип уйына ла килтермәгәйне. Римма уның хәлен аңланы, ахырыһы, янына ултырғыс ҡуйҙы:
– Ултыр, йығылып китмә тағы, – тине әкрен генә. – Бигерәк ебегән инде был ир заты. Күр, таныйһыңмы? Ә бит улар икәү, икеһе лә шундай хәлдә.
Сөмбөл былай һыныр тип кем уйлаған? Булат уны ҡара ҡарлуғасҡа тиңләй ине. Сөнки Сөмбөл һәр ваҡыт сыр сыр килеп, юҡтан да ҡыҙыҡ табып көлөргә тора. Ул һәр ерҙә үҙенең сая, йор теле менән юҡ бар һөйләп, кешеләрҙең кәйефен күтәрә, ваҡиғаларҙың үҙәгендә ҡайнай, уның янында һәр кемгә рәхәт, күңелле. Уның кеүек шылтыратып көлә белгән кеше осратҡаны булманы, ул бөтә кешене үҙ ауыҙына ҡаратып тота ине. Булат ҡайһы саҡта иҫе китеп, онотолоп уны күҙәтә: Сөмбөл үҙенең баҡса балаларынан әллә ни айырылмай ҙа кеүек.
Ләкин ни өсөн тап уның янына йөрөүен Булат үҙе лә аңлата алмаҫ ине. Эштән ҡайтыуға, аяҡтары үҙенән үҙе ҡыҙ торған бүлмәгә илтте. Кистәрен уны бишенсе ҡатҡа тиклем күтәреп алып менә лә, баҫҡыста таңға тиклем донъяларын онотоп үбешәләр. Ҡыҙҙың ирендәре шундай татлы, уларҙан айырылғыһы килмәй.
Иртәнге яҡта ғына ҡыҙҙы бүлмәһенә оҙатып төшөп китә. Былар барыһы ла ваҡытлыса, ваҡыт уҙҙырыр өсөн, тип үҙ үҙен тынысландырырға тырыша. Уның
Фәриҙәһе бар, уға шундай ҡатын ғына кәрәк. Бына, исмаһам, ул тиң дә, пар ҙа...
Быға тиклем шулай уйланы, былай булыр тип башына ла килтермәне.
Сөмбөлдөң алһыу йөҙө, ҡара ҡаштары, оҙон керпектәре, ул яратҡан сейә ирендәр хәҙер башҡа... Көл төҫөнә ингән йөҙ, моңһоу күҙҙәре, ирендәре әҙ генә ҡыймылдаһа, ярғыланған яраларҙан ҡан һарҡыр кеүек. Күмәс кеүек йомшаҡ булмам ҡулдар тире менән һөйәккә ҡалған, энә ҡаҙаған ерҙәр күгәргән. Булаттың башы әйләнә, күңеле болғана башланы. Ул әкрен генә тороп коридорға сыҡты, һалҡын диуарға һөйәлде. Йөҙө ағарҙы, ҡулдары ҡалтыранды, боғаҙына ниҙер ултырҙы, һауа етмәй башланы, күлдәк иҙеүен ысҡындырҙы. Уның хәлен күреп, Римма урынынан һикереп торҙо:
– Булат ағай, ни булды һиңә? Кил, ултыр бында, – тип уны кушеткаға ултыртты.
– Һауа етмәй, әллә ни булды, – тине Булат, ике ҡулы менән башын ҡыҫып тотоп.
Римма стакан менән һыу һондо.
– Мә, эс, тыныслан. Ҡан баҫымың күтәрелгәндер, хәҙер дарыу бирәм.
– Римма, әйт әле, ул тереләсәкме? Ул үлмәйәсәк бит, дөрөҫөн әйт, – тип егет ял барыулы күҙҙәре менән Риммаға текәлде.
– Белмәйем, ике аҙна инде бер ниндәй үҙгәреш юҡ. Үҙең күрәһең, хәле шәптән түгел, ул һинең ярҙамыңа мохтаж. Яңғыҙы ғына еңә алмаясаҡ, һин өйләнергә ашыҡмаһаң ине...
Улар өндәшмәй оҙаҡ ултырҙы.
– Бар, ҡайт инде, Булат ағай. Иртәгә килерһең, уянғас, һөйләшеп ҡарарһың, йыуатырһың. Уның бер кем менән һөйләшкәне юҡ, телһеҙ кеше кеүек, бер нөктәгә ҡарап тик ята, бәлки, һиңә берәй һүҙ әйтер. Һин уны хәҙер ташлама инде, был мәрхәмәтһеҙлек бит.
Икенсе көндө эшкә икенсе сменаға булғанға, Булат иртәнге яҡта, бар көсөн ус төбөнә ҡыҫып, Сөмбөл янына килде. Ҡыҙ тыныс ҡына бер нөктәгә ҡарап ята ине.
– Һаумы, Сөмбөл, хәлең нисек? – тине. Тауышы ҡалтырап, әллә нисек килеп сыҡты. – Мин кисә лә килгәйнем, һин йоҡлай инең, бөгөн бына, эшкә икенсе сменаға булғас, иртән килдем. Һиңә нимә алып киләйем? Нимә ашағың килә?
Әйт, ситенһенмә. Сөмбөл, мин бит бер ни ҙә белмәнем, белһәм, әллә ҡасан килер инем. Һин миңә үпкәләмә, йәме. Һин терелгәс, һәйбәтләп ултырып һөй лә шербеҙ, һин бит аҡыллы ҡыҙ, барыһын да аңлашырбыҙ, тиҙерәк терел генә. Сөмбөл, бер ни өндәшмәй, бер нөктәгә текәлеп ятыуын белде. Йәнһеҙ бер кешегә оҡшаһа ла, ул үҙ уйҙары, үҙ донъяһы эсендә ҡайнаны. «Ниңә килгән, уның йәмһеҙ, теткеләнгән күлдәк кеүек таушалған йөҙөн, йәнен күрергәме? Һау, сибәр сағында ла яратмағанды, хәҙер бөтөнләй яратмайҙыр. Ике йөҙлө, ярат
майым, башҡаны яратам, тине. Ә үҙе уны кистәр буйы иркәләй, наҙлай торғайны. Ҡарлуғасым, ирендәрең бигерәк татлы, тип һурып үбә үбә, аҡылдан шаш
тыраһың һин мине, айырылып булмай һинән, тиер ине. Булат, етер инде, ирен
дәрем шешеп, бәлештәй ҡабарҙы, иртәгә эшкә нисек барырмын, тигәс кенә туҡтай. Ул бит уны бар егеттәрҙән өҫтөн ҡуйҙы: эсмәй, тартмай, аҡыллы, уның бер генә етешмәгән яғы ла юҡ кеүек. Үҙ атаһы эскенән үлгәнлектән, Сөмбөл эсмәгән кешеләрҙе Алла урынына күрә ине. Ул Булатҡа иң ышаныслы, иң яҡын кешеһенә ҡарағандай ҡараны, ул уға шул тиклем ышанды, яратты. Ул ҡағылыуға, тәндәре семерҙәп китә, баштары әйләнә башлай. Шундай егеттең уның менән йөрөүенә ғорурланды. Уның янында үҙен бәләкәй бала кеүек хис итә, күбәләктәй оса, бәхетенән башы әйләнә, гел көлгөһө, йырлағыһы килә ине. Ошо бәхет бер кистә селпәрәмә килде лә ҡуйҙы. Сөмбөлдөң:
– Кит, башҡа килмә, ҡарама миңә. Һинең өсөн мин юҡ инде. Һин башҡаныҡы, яҡын килмә! – тип ҡысҡырғыһы килде. Ирендәре, шытырҙап, бер береһенә йә беште, күңеле өҙгөләнде, йәне әрнене, тик тауышы ғына сыҡманы. Ата һының иҫән саҡта яратып йырлай торған йыры бар ине: «Әжәлдәрең етһә, әйт үҙемә, тапай
тапай үҙем күмермен». Шул йыр ҡолағында яңғыраны ла яң ғы раны. Сөмбөл күҙҙәрен йомдо. Әллә йоҡоға китеүе булды, әллә ауыр уйҙар уйлап аҡылдан
яҙмаһын тип, уны был ғазаптарҙан ҡотҡарғыһы килеп, Хоҙай ярҙамға килде:
әллә ниндәй өйөрмә уны үҙе менән өйрөлтөп алып китте. Ҡыҙ күңелендә ниндәй ҙер еңеллек тойҙо, болотҡа ултырып, тирбәлә тирбәлә ҡайҙалыр осто ла осто. Әллә ниндәй көстәр уны матур яланға, шишмә буйына алып килде. Сылтырап аҡҡан шишмәнән ҡомһоҙланып һыу эсте. Шишмә һыуы уның янған йөрәген, йән әрнеүен баҫты. Һыуҙың икенсе ярынан, уға ҡарап, ап аҡтан кейенгән аҡ һаҡаллы бер бабай йылмая ине. Ул йыраҡтан килгән тауыш менән Сөмбөлгә өндәште:
– Эс, ҡыҙым, эс. Һин оҙаҡламай терелерһең. Һинең бәхетең алда әле. Оҙаҡламай улың тыуыр, мөхәббәтең яныңда. Һин бирешмә, сабыр бул. Ә хәҙер бар, өйөңә ҡайт, һине унда көтәләр.
Сөмбөл уянғанда, бөтә ер ҡараңғылыҡҡа сумған, янында бер кем дә юҡ ине.
Ул үҙендә ниндәйҙер көс барлыҡҡа килеүен тойҙо, ҡуҙғалып ҡараны. Кинәт уның бик ныҡ ашағыһы килде. Күргән төшөн иҫенә төшөрҙө. Ниндәй матур ялан, ниндәй тәмле һыу... Ә бабай, бабай нимә тине? Йә, Хоҙай, ул бит, улың тыуа саҡ, тине. Сөмбөл әкрен генә эсен һыйпап ҡараны. Эсе бер аҙ беленә башлаған. Уның ашағыһы киләлер, эйе, беҙ асыҡтыҡ, ахыры, улым.
Сөмбөлдөң күҙенә йоҡо инмәне, төнө буйы керпек тә ҡаҡманы. Иртән иртүк Верочка килеп етте. Ғәҙәттәгесә, керә керешләй йылмайып:
– Ҡояшым, хәлең нисек, нисек йоҡланың? – тип һораны. – Тышта һалҡын, тиҙҙән ҡыш килә, һин сығыуға, ысын ҡыш буласаҡ.
– Верочка, минең бик ашағым килә, икмәк булһа ла бир әле.
Ике аҙна буйы телһеҙ ятҡан Сөмбөлдөң телгә килеүе, ашарға һорауы Верочканы һиҫкәндереп ебәрҙе.
– Мөғжизә, мөғжизә бит: үҙе һөйләшә, үҙе ашарға һорай! – тип бот сапты. –
Хәҙер, ҡояшым, хәҙер, – тип ишеккә йүгерҙе, унан ҡырт боролоп кире килде. –
Һөйөнө стән башым эшләмәй. Мин бит һиңә һурпа алып килдем, әйҙә, икмәкләп аша.
Верочка уны мендәргә һөйәп ултыртып, һурпа бирҙе. Сөмбөл, тырыша тырыша, бер телем икмәк менән бер кәсә һурпа эсте.
Иртәнге сәғәт унда палатаға Булат килеп инде, улар бөгөн күҙгә күҙ осрашты.
Ве рочка, ҡамасауларға теләмәйенсә, коридорға сығып китте. Сөмбөл бөгөн күҙҙәрен ҡуйы керпектәре аҫтына йәшермәне. Булаттың «Һаумы» тигәненә керпек ҡаҡты.
– Хәлең нисек? Мин һиңә алмалар алып килдем, тағы нимә алып киләйем, һин әйт кенә. Сөмбөл, бөтә көсөн йыйып, үҙенең ҡарарын әйтергә уйланы. Ул үҙе өсөн һөҙөмтә сығарғайны.
– Булат, башҡа минең яныма килеп йөрөмә, кәрәкмәй. Йәлләмә мине. Нисек тә үҙем йырып сығырмын. Бар кит, минең барлығымды онот.
Булат ҡыҙҙан бындай һүҙҙәр көтмәгәйне, ни әйтергә лә белмәне. Сөмбөл илар, асыуланыр, үпкәләр, шулай нисек тә яйланыр әле, тип уйлағайны. Ә ул бит әрләмәне, әрләһә, Булатҡа еңелерәк тә булыр ине. Сөмбөлдөң көйҙөргөс ҡарашы күҙ алдынан китмәне. Ҡыҙ, кинәт балалығын юғалтып, олоғайғайны. Булат һалҡын урамға сыҡты, әкрен генә дөйөм ятаҡҡа табан атланы, ҡайҙалыр йыраҡта йыр яңғыраны:
Саналар ҡуҙғалып киттеләр,
Йөрәкте өҙҙөрөп үттеләр.
Тағы бер текәлеп ҡарайымсы,
Рәсемеңде күңелемә һалайымсы.
* * *
Сөмбөл әкренләп булһа ла терелә башланы. Әсәһе килеп йөрөнө, Верочка көн дә янында булды. Аҙна башында, сумка күтәреп, Байрас килеп инде. Үҙен шаян, көр күңелле итеп тоторға тырышты. Ул, Сөмбөл янына ағайым йөрөйҙөр, икәүләп йөрөһәк, килешмәҫ, тип быға тиклем килмәгәйне. Был ялда, ауылға ҡайтҡас, ағаһы менән һөйләште. Ағаһының больницаға башҡа барып йөрөмәүен ишеткәс:
– Улайһа, Сөмбөл янына үҙем барам, миңә ярайҙыр бит? Минең уның алдында бер ғәйебем дә юҡ, – тине. Сөмбөл сабыр ғына йылмая, Байрас менән һөйләшә башланы. Булат тураһында бер һүҙ ҙә ҡуҙғатманылар. Байрас Верочка менән дә уртаҡ тел тапты, кис менән икеһе бергә ҡайтып киттеләр.
– Әйҙә, сәй эсеп сығырһың, һин эштән ҡайтып ашамағанһыңдыр, – тип бер көндө Верочка Байрасты өйөнә саҡырҙы.
Верочка бер бүлмәле бәләкәй генә фатирҙа йәшәй икән. Бүлмәһе бик бөхтә йыйыштырылған, һәр әйбер зауыҡ менән эшләнгән, һәр нәмә үҙ урынында. Хужа бикә егетте бик тәмле аш, сәй менән һыйланы. Көтмәгәндә һорап ҡуйҙы:
– Әйт әле, үҫкәнем, ағайың менән Сөмбөл тураһында һин ни уйлайһың?
– Ни әйтергә лә белмәйем, үҙем дә аптырайым. Ағай Яңы йылда өйләнергә йыйына ине. Сөмбөлгә түгел, башҡаға. Хәҙер ул да нишләргә белмәй. Сөмбөл бит уға килеп йөрөмәҫкә ҡушҡан.
– Эйе шул, мин ғәрип түгел, миңә уның йәлләүе кәрәкмәй, ти. Беләһеңме, ул бит әсәһенән ҡурҡа, бала тураһында ла белһә, өйҙән ҡыуып сығарыр, бала менән ҡайҙа барырмын, тип бик ҡайғыра. Больницанан сыҡҡас, балаһын алдырмағайы, уға хәҙер аборт яһатырға ла һуң. Әсәһе, берәй әбейгә алып барып,берәй нәмә яһатһа, унан башҡа балаһы булмаһа? Бына шуларҙы уйлайымда ҡурҡам. Минең дә балам булманы, берҙе юғалттым, башҡаны Хоҙай насип итмәне. Хәҙер, бына, япа яңғыҙмын. Бала тапмай торған ҡатын бер иргә лә кә
рәкмәй. Мин Сөмбөл өсөн бик ҡайғырам, әле уның ауыр көндәре алда, ауылда бит ирһеҙ бала тапҡан ҡатынға бөтөнләй икенсе ҡараш.
Былар тураһында Байрас үҙе лә уйлай. Ағаһы ла уйлайҙыр, уға ла хәҙер бик ауырҙыр. Был аҙнала Фәриҙәгә яусы ебәрергә тейеш ине, ул хаҡта һүҙ ҙә ҡуҙғатманы, яусы ла ебәрмәне.
Сөмбөлдөң больницаға ингәненә бер ай булды. Ял көндө әсәһе килгәс:
– Әсәй, өйгә ҡайтҡым, мунса ингем килә. Һин мине алып сыҡ бынан, – тип үтенде.
Әсәһе лә:
– Ярай, балам, табип сығарһа, иртәгә күрше ағайың менән һөйләшәм дә, машина менән килеп алырбыҙ. Бик оҙаҡ яттың шул, балам, бәлки, өйҙә тиҙерәкте релерһең. Битеңдә ҡан әҫәре юҡ, өйҙә яҡшыраҡ булыр, – тип шатланып, ҡыҙыменән ризалашты. Бер аҙҙан табип менән һөйләшеп тә килде:
– Сығарам, ләкин бер аҙнанан ҡабат күренергә килергә тейеш, тине табибың.
Ярай, ҡыҙым, һин әҙерләнә тор, иртәгә килеп алам, – тип әсәһе ҡайтып китте.
Киске яҡҡа Вера әбей килде.
– Верочка, иртәгә мин өйгә ҡайтам, әсәйем килеп ала. Шундай туйҙым бында ятыуҙан! Верочка, әйҙә, һин дә беҙгә ҡайт, мунса инеп, ҡунаҡ булып китерһең.
Һин хәҙер миңә апайым кеүек яҡын. Һин бит мине ташламаҫһың, эйеме, – тип Сөмбөл уны ҡосаҡлап үпте. – Мин һиңә шул тиклем күнектем, һинән башҡа ниш ләрмен инде?
Верочка ла Сөмбөлгә бик эйәләште, уны үҙ балаһылай яратты. Уның бит башҡа бер кеме юҡ. Ҡыҙҙың алдағы яҙмышы билдәһеҙ шул, әсәһе, туғандары бала тураһында белһә, ни тиерҙәр?
– Юҡ, ҡояшым, мин һине үлгәнсе ташламайым. Терелгәс, эшкә сығаһың бар. Бына һиңә адресымды бирәм, тура үҙемә кил. Бала тураһында әсәйеңә әйттеңме әллә?
– Юҡ. Әгәр әсәйем белһә, мине үлтерәсәк. Верочка, был хаҡта әйтеү түгел, уйларға ла ҡурҡам.
– Ҡара әле, ҡояшым, ни генә булмаһын, балаға тейә күрмә, харап итмә. Уны һиңә Хоҙай насип иткән, Хоҙайға ҡаршы барһаң, башҡа бирмәҫ. Яңылыш бер була, икенсе яңылыш яһай күрмә. Ни булһа ла, үҙемә кил. Мин һиңә һәр ваҡыт ярҙам итермен.
Икенсе көндө әсәһе Сөмбөлдө күрше ағай менән килеп алды. Өйгә ҡайтыу шат лығынан ҡыҙҙың күңеле тулды. Тыуған ауылын, өйөн шундай һағынған!
Сөм бөл үҙенең яратҡан урыны – тәҙрә төбөнә килеп ултырҙы. Тышта матур итеп, һалмаҡ ҡына ҡар яуа. Бер ай ваҡыт эсендә бөтә донъя үҙгәрҙе. Элекке Сөм бөл булһа, уйнап һикереп, урамға сығып йүгерер, аҡ ҡарға әллә ниндәй эҙҙәр төшөрөп, эсе ҡатып көлөр ине. Ә бөгөн ул яуған ҡарҙа ла бары ниндәйҙер һағыш, моңһоулоҡ күрә. Ашағас, тиҙерәк урамға сығырға ашыҡты, күңеле болғаныуҙан, әсәһенең ниҙә булһа һиҙенеүенән ҡурҡты. Үҙҙәренең һарай артындағы әрәмәлеккә табан китте. Бәләкәй генә йылғаны боҙ, ҡырпаҡ ҡар ҡаплаған. Ниндәй аҡлыҡ, ниндәй аҙалыҡ, ниндәй моңһоу тынлыҡ...
Үткән ҡышта һин бала инең,
Томоролоп алға саба инең.
Ә был ҡышта, ә был ҡышта
Ник башыңды аҫҡа эйҙең?
Ҡар бөртөктәрен күтәрә
Алмаймы әллә иңең?
...Йома көн етте. Һәр ваҡыттағыса, йәштәр бөгөн дә вокзалда йыйылды, һәр ваҡыттағыса, автобусҡа шыплап халыҡ тулды. Ауылға ҡайтып еткәнсе, халыҡ йылына, ҡыҙарына бүртенә, унан бынан шаян һүҙҙәр сыға башлай, егеттәр ҡыҙ ҙарҙы үртәй, тегеләре лә яуапһыҙ ҡалмай.
Автобус ҡайтып етеп, ишектәрен асыу менән, бөркөлөп пар сыға, ҡыҙарып бешкән халыҡ урамға ағыла, ултырып түгел, автобус артынан йүгереп ҡайтҡандар тиерһең.
Булат менән Байрас, һөйләшә һөйләшә, өйҙәренә юл алды. Ни тиклем генә ел бәҙәк күренһә лә, һуңғы ваҡытта Байрас уйсанланып, етдиләнеп китте, ә
Булат бөтөнләй иләҫ миләҫ йөрөй.
– Ағай, әйҙә, өйгә ингәнсе, ныҡлап һөйләшәйек әле. Һин ни уйлап йөрөйһөң?
Сөм бөл бит һәр ваҡыт больницала ятмаҫ, ҡайтҡас, әсәһе, туғандары беләсәк, тауыш сығасаҡ. Бала менән ҡайҙа барыр ул? Өйлән, тип бында килһәләр, һин, өйләнмәйем, тиһәң, ул ваҡытта уға аҫылынырға ғына ҡала...
– Өйлән, тиеүе еңел. Мине инде ике аҙна Фәриҙә көтә. Яусы ебәрәм тигән инем бит. Унан, ул елбәҙәк Сөмбөлдән ниндәй ҡатын сыҡһын, нисек уның менән донъя көтөргә кәрәк. Көн уйлайым, төн уйлайым, ни уйлап табырға ғына белмәйем. Минең бөтә хыялым – Фәриҙә, мин уға ғына өйләнергә теләйем. Аңлайым: Сөмбөл ҡыҙғаныс. Теге көндө больницала күргәс, бөтә йәнем тетрәнде, мин уны улай уҡ һыныр тип уйламағайным. Ул бит мине үҙе кире ҡаҡты, һөйләшергә тип барғас, әйләнеп ятты, боролоп та ҡараманы. Бик йәлләһәң, үҙең өйлән, кешегә кәңәш биреү еңел ул. Үҙ башыңа төшһә, нишләр инең икән?! – Минме, ағай, минән генә торһа, ул риза булһа, бөгөн үк өйләнер инем. Эйе, әгәр һинеке түгел, башҡа кешенеке булһа ла, өйләнер инем. Кем балаһы икәнен эт тә белмәҫ ине әле. Һин ашыҡтың, ә мин һуңға ҡалдым. Бөтә бәлә шунда, ағай,
мин – уны, ул һине ярата, ә һин – Фәриҙәне. Тыуасаҡ гонаһһыҙ сабыйҙы кем яратыр? Ул бит беҙҙең ҡан, ул бит беҙгә оҡшаясаҡ. Эй, ағай, ағай...
Булаттың башына күҫәк менән килтереп һуҡҡандай булды. Ул энеһенән бындай һүҙҙәр ишетермен тип уйламағайны. Елғыуар энеһе кемде лә булһа
ярата алыр, тип башына ла килтермәгәйне. Тимәк, Сөмбөлгә генә түгел, энеһенең дә юлына арҡыры төшкән, уның алдына ла ғәйепле булып сыҡты. Ул, бер аҙ өндәшмәй торғас:
– Хәҙер нишләйбеҙ инде? – тине, ауыр һулап.
– Әсәйҙәргә үҙең аңлат, тик минең Сөмбөлдө бала күтәртеп урамда йөрөтәһем килмәй. Мин уны бында алып ҡайтам, бала тыуғансы булһа ла, бында йә шәһен, исмаһам, «ирһеҙ бала тапҡан» исемен күтәрмәҫ. Ә һин туйыңды бер аҙ һуңыраҡҡа күсерергә тырыш, бала тыуғансы ашыҡма. Атайҙар менән дә һөйләшергә кәрәк, беҙ ҡапсыҡта ятмай ул, барыбер тишеп сыға, белеп торһондар.
Үҙ йомошо менән ишек алдына сыҡҡан Әлфис, кешеләр һөйләшкәнен ишетеп, ҡапҡа төбөнә килеп баҫты. Ағалары ҡайтҡан икән, ҡыҙыҡ, бында ҡасып ни һөйләшәләр икән, тип ҡолағын ярыҡҡа ҡуйҙы. Бер аҙ тыңлағас, әһә, былай икән, тип өйгә йүгерҙе.
– Атай, әсәй, бәләкәй ағай балалы ҡатын алып ҡайта.
– Ни һөйләйһең һин, кем әйтте?
– Ағайҙар ҡапҡа төбөндә һөйләшеп ултыра. Байрас ағай оло ағайға: «Һин теләһә нишлә, мин уны өйгә алып ҡайтам», – тине.
– Ә балаһы ҡайҙан сыҡҡан?
– Белмәйем, «урамда йөрөй балаһы менән» тине, ахыры, һалҡын бит, оҙаҡ тыңлап тора алманым.
Әсәһе менән атаһы, бер береһенә ҡарашып, аптырап ҡалды.
– Суҡынсыҡ малай! Кермәгән тишегең юҡ, сыбыҡһыҙ радио, – тип атаһы асыу ланып алды.
Әсәһе:
– Балалы ҡатын алмаһа, ҡыҙҙар бөткәнме, йөрөй торғас, килеп ҡапҡан икән… – тип һуҡранды.
– Бар, улым, һин инеп ят, – тине атаһы Әлфискә. – Иртәгә иртәрәк торорһоң, һуғым һуябыҙ, үгеҙ йығырға кеше кәрәк, һин ҡойроғон бороп торорһоң.
– Иртә бит әле, ағайҙар ҙа инмәгән.
– Улайһа, китер сумкаңды, көндәлегеңде тикшерәйек, ниҙәр тейәп ҡайттың икән?
Әлфис шым ғына үҙ бүлмәһенә инеп китте. Хәҙер инде улының сыҡмаҫын атаһы яҡшы белә. Кесе улының ене һөймәгән шөғөлө – уҡыу. Дәрес әҙерләргә ултырһа, бөтә уҡытыусыға, дәреслек яҙыусыларға, ғөмүмән, уҡыуҙы уйлап тап ҡан кешегә асыулана, ҡулынан килһә, уларҙың бөтәһен бер ҡаҙанға һалып ҡайнатыр ине.
Булат менән Байрас ишектә күренеүгә, ата әсә һораулы ҡараш менән уларға текәлде.
– Нишләп бик оҙаҡ, аш һыуынып бөттө бит. Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ.
Һиҙелеп тора: ниҙер булған. Аталары, тыныслап ашаһындар, бәлки, үҙҙәре һүҙ башлар, тип ашыҡтырмаҫҡа уйланы. Тыныс ҡына киске ашты ашанылар, улдары һүҙ башларға ҡабаланманы. Шәфҡәт ағайҙың сабырлығы бөтөп, асыулы ҡарашын Байрасҡа текәне:
– Шунан, донъяла ниҙәр бар? Бәлки, һөйләрһегеҙ?
– Ниңә миңә ҡарайһың? Донъяға ни булһын, ул үҙ урынында.
– Ә ниндәй ҡатын бала эйәртеп урамда йөрөй?
Байрас менән Булат бер береһенә ҡарашты.
– Атай, балалы ҡатындар менән урам тулған, ниндәй ҡатын ҡыҙыҡһындыра һине? Хәҙер кис инде, берәү ҙә юҡтыр. Шәфҡәт ағай, ҡыҙа барыуын һиҙеп, үҙен ҡулға алырға тырышты. Иләҫ миләҫ бала һүҙенә ышанып, ҡаш яһайым тип күҙ сығармаһын тағы.
– Улым, һиҙеп торам, нимәлер булған, икегеҙ ҙә балтағыҙ һыуға төшкән кешеләр кеүек ултыраһығыҙ. Үткән ҡайтыуығыҙҙа ла килде китте йөрөнөгөҙ.
Ситтән ишетелгәнсе, үҙегеҙ һөйләгеҙ. Йә, нимә ҡырҙығыҙ? Аталары ике һөйләргә яратмай, улдары ла уның бер ҡарашынан ни әйтергә теләүен аңлай. Өйҙә ҡаршы һөйләү юҡ, малайҙар бала саҡтан шулай тәр биәләнгән. Аталарын хөрмәт итәләр, еткән егет булһалар ҙа, бер аҙ шөрләйҙәр ҙә.
Малайҙар, кем беренсе тигәндәй, бер береһенә ҡарап ултыра бирҙе. Аталары тағы бер ҡабат тамаҡ ҡырҙы.
– Йә, ҡайһығыҙ башлай?
– Атай, нисек әйтергә, шундай сетерекле хәл килеп сыҡты. Ҡыҫҡаһы, бер ҡыҙ бала көтә, уға өйләнеп тә булмай, ташлап та... Бына шул. Шуға ағай менән баш ватабыҙ, нишләргә лә белмәйбеҙ, – тине Байрас, ҡаушап.
– Һеҙҙең бында ни ҡатнашығыҙ бар?
– Һуң, ул беҙҙеке, дөрөҫөрәге, ағайымдыҡы.
Атаһы Булатҡа ҡараны, ул, сейәләй ҡыҙарып, башын аҫҡа эйҙе. Атаһы:
– Булат, аңлатып бир, – тип ҡырыҫ ҡына әйтеп ҡуйҙы.
– Атай, яңылышлыҡ менән булды, мин теләмәгәйнем. Мин башҡа ҡыҙҙың ҡулын һораным.
Булат атаһы нисек әйтһә, шулай буласағын аңланы.
– Бала кемдеке? – тине атаһы ҡоро ғына.
– Минеке.
– Һинеке булһа, алып ҡайт та өйлән.
– Юҡ, мин икенсе берәүҙе яратам. Беҙ Яңы йылға уның менән туй яһарға һөйләштек.
Һүҙгә әсәһе лә ҡушылды:
– Ул да бит – кеше балаһы, яратмағас, ник харап иттең һуң?
Атаһы, ауыр йоҙроҡтарын өҫтәлгә һалып, уйсан ҡырыҫ тауыш менән:
– Ә хәҙер мине тыңлағыҙ, – тип һүҙен дауам итте. – Иҫән сағымда Арыҫлановтар урамда йәтим, уйнаштан тыуған бала исеме күтәреп йөрөмәйәсәк. Мин һинән, улым, бындайҙы көтмәгәйнем. Ҡылған эшеңә яуап та бирә бел, янына ятҡансы уйларға ине. Өйгә алып ҡайт. Иртәгә һуғым һуябыҙ, Яңы йылға туй яһарбыҙ.
Булат, атаһының әйткән һүҙҙәрен ишеткәс, бөтөнләй юғалып ҡалды, башын аҫҡа эйеп:
– Юҡ, атай, булмай, – тип бышылданы.
– Ярай, өйләнмә, көсләп өйләндерә алмайым. Ләкин ул баланы бында ҡайтарып ҡуй, минең бер түгел, ун тамаҡ туйҙырырлыҡ мөмкинлегем бар.
Шулай итеп, атаһы Булаттың алдағы яҙмышына мөһөр һуҡты.
Булат Фәриҙәгә: «Көтөлмәгән хәлдәр килеп сыҡты, киләһе көҙгө өйләнешер беҙ», – тип ғәфү үтенеп хат яҙҙы. Ул әлегә өмөтөн өҙмәне.
* * *
Беҙ ҡапсыҡта ятмай – Сөмбөлдөң хәлен дөйөм ятаҡта барыһы ла белде. Сөмбөл бүлмәләш ҡыҙҙары эштә саҡта әйберҙәрен йыйып, үҙе эшләгән балалар баҡсаһына килде. Ул дөйөм ятаҡҡа ҡайтырға, унда күренергә теләмәне. Эштән һуң бында ҡунып ҡала торған булды.
– Ҡояшым, иртәгә үк миңә күс, мин һине һағынып бөттөм. Тағы бер яңылыҡ: һине бит Байрас эҙләй, больницаға барған – һин юҡ. Миңә килде, күп итеп күстәнәс алып килгән, һиңә ашатырға ҡушты. – Верочканың хәбәре күп йыйылған, һөйләне лә һөйләне. Икенсе көндө Сөмбөлдө үҙенә алып ҡайтып китте.
Сөмбөл үҙенең ауырлы булыуын ни тиклем генә йәшермәһен, Яңы йыл алдынан ҡайтҡас, әсәһе туранан тура һораны:
– Ярай, ҡайттың әле, төн сыҡҡансы үләм тип торам. Кисә Хәҙисә апайың килгәйне. Һине, больницаға бала төшөрөргә ингән, шунда саҡ үлемдән ҡалған, тип ишет кән. Ниңә кисә ҡайтманың, һин бит элек йома ҡайта инең? Утһыҙ төтөн булмай, әллә бер бер хәл бармы?
Сөмбөлдөң йөҙө ағарып китте, ҡурҡыуҙан теле әйләнмәне, күҙ алды ҡараң ғыланды, өй эсе әйләнә башланы...
Әсәһенең:
– Ҡайҙа, яның менән борол әле. Әстәғәфирулла, был ни? – тигән һүҙҙәре йыраҡ тан ишетелгән кеүек тойолдо.
Сөмбөлдөң ҡурҡыуы шул тиклем көслө булды – аңын юғалтып йығылды. Әсәһе, уны яңаҡлай яңаҡлай, аңына килтерергә тырышты. Үҙе илай, үҙе кемделер һүгә.
– Нишләнең һин, йүнһеҙ бала? Әҙәм көлкөһөнә ҡалдырҙың бит, шул йәшеңдән этлектә йөрөмәһәң! Атаһыҙ бала үҫтереүе еңел тип белдеңме әллә?
Әсәһе Сөмбөлдө күтәреп торғоҙмаҡсы булды, ләкин ҡыҙҙың кәүҙәһе ҡамыр кеүек йомшарғайны. Ул күҙҙәрен асырға тырышты, торорға теләне, ләкин кәүҙәһе тыңламаны, иҫерек кеше кеүек, иҙәндә ятырға мәжбүр булды. Йөҙө аҡ ҡағыҙ төҫөнө инде, һис ҡан әҫәре ҡалманы. Шул ваҡыт ишек шаҡыған тауыш ише телде. Әсәһе, күрше ҡыҙы инә тип:
– Ҡыҙым, тиҙерәк ишекте ас, һауа инһен, үлә бит, үлә, – тип илай илай ҡысҡырҙы.
Ишектән ике ир менән бер ҡатын ҡыҙ килеп инде. Ул уларҙың кемдәр булыуҙары менән дә ҡыҙыҡһынманы. «Ҡотҡарығыҙ, ҡыҙым үлә», – тип илай бирҙе.
Ирҙәрҙең береһе Сөмбөлдө күтәреп, урынына һалды, тиҙ тиҙ генә яңаҡтарын, ҡолаҡтарын ыуа башланы, ҡатын да ҡыҙыу ҡыҙыу аяҡтарын ышҡырға тотондо.
– Сөмбөл, ас күҙеңде, был мин – Байрас. Аңыңа кил, – тип ҡаты һелкетә, яңаҡлай торғас, Сөмбөл ауырлыҡ менән күҙен асты. Был тиклем халыҡты күреп, ҡайҙа эләктем мин, тип аптырап ҡалды. Һәр кешене күҙ йүгертеп ҡарап сыҡты, аяҡ осонда баҫып тороусы Булатты күреп, күҙҙәрен ҙур асып текәлеп ҡалды. Байрас ситкәрәк китеп баҫты, уның янына таныш булмаған ҡатын килеп ул тыр ҙы:
– Һаумы, ҡыҙым. Мин Булаттың әсәһе булам. Бына һине алырға килдек. Һин ҡурҡма, борсолма, барыһы ла яҡшы булыр. Бына хәҙер әсәйең менән һөйләшербеҙ ҙә беҙгә китербеҙ.
Сөмбөлдөң күҙенән йәш бәреп сыҡты, ҡатындың йомшаҡ тауышы борсоулы йөрәккә көс бирә ине.
Әсәһе ашыға ашыға өҫтәл әҙерләне, бергә ултырып сәй эстеләр. Ике әсә ниҙер һөй ләште, кәңәшләште. Унан Сөмбөлдө кейендереп, машинаға сығарып ултырттылар ҙа үҙҙәренә алып киттеләр. Әллә өн, әллә төш булды...
* * *
Сөмбөлдөң Ахун ауылына беренсе тапҡыр аяҡ баҫыуы. Матур оло клуб, бейек манаралы мәсет янынан машина елдереп кенә үтте.
Еңел машина матур биҙәп эшләнгән ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаны. Булаттың әсәһе:
– Әйҙә, ҡыҙым, бына ошонда йәшәйбеҙ инде, – тип алдан атланы.
– Ҡурҡма, ин, әйҙә, ин, – тине Байрас та.
Булат ҡына, ғәйепле кеше һымаҡ, бер ни өндәшмәй торҙо, дөрөҫөрәге, ни әйтергә белмәне. Сөмбөлдө әкрен генә алға этте: «Әйҙә».
Ҡапҡанан инеүгә, өйҙән өҫтөнә лә кеймәгән, ҙур кәүҙәле, төҫө бите менән Булатҡа оҡшаған уҙаман сыҡты.
– Әйҙә, килен, төклө аяғың менән. Мин һинең ҡайның булам инде. Әйҙә, түргә уҙ, – тине ул.
Сөмбөл ҡаушауынан ҡаҡҡан ҡаҙау кеүек тик торҙо, унан, йығылып китмәйем тигәндәй, кемдеңдер беләгенә йәбеште.
Атаһы Булатҡа өндәште:
– Әйҙә, улым, йәш киленде өйгә алып ин. Ә һин, ҡыҙым, ҡурҡма, ҡыйыуыраҡ бул.
Тауыш ишетеп, өйҙән атылып сыҡҡан Әлфис, Сөмбөлдөң шундай бәләкәй генә булыуын күреп, шаҡ ҡатты. Булат ағаһы Сөмбөлдө етәкләп тигәндәй өйгә алып инеп киткәс, Әлфис түҙмәне, Байрастың еңенән тартты:
– Ағай, шундай бәләкәй ҡатын буламы ни?
– Һиңә уйнарға иптәш булыр, – тине ағаһы, көлә көлә.
Өйгә ингәс, ҡәйнәһе:
– Бына был һеҙҙең йоҡо бүлмәһе булыр, әйберҙәреңде шунда урын лаш тырырһың, хәҙер ял ит. Мин аш әҙерләйем, – тип уны яңғыҙын ҡалдырып сығып китте. Сөмбөл өйҙөң эсен күҙҙән кисерҙе: ҙур, иркен, бөтә ерҙә тәртип, һәр нәмә үҙ урынында; бик зауыҡ менән йыйыштырылған, бөтә ергә, әбеһе һөйләгәнсә, ҡулдан һуғылған матур матур келәмдәр йәйелгән. Икегә бүлеп эшләнгән был бүлмәгә матур шаршау эленгән, стенаға келәм ҡағылған, киң һике яһалған, уның өҫтөнә матур итеп сигеүле мендәрҙәр өйөлгән. Улар яғына бер тәҙрә лә эләккән, унан баҡса, алмағастар күренә. Сөмбөл был мөйөштө бик оҡшатты, кеше күҙенән кереп ҡасыр өсөн урын булды, тип шатланды.
Был кисте улар Булат менән, бер береһенә яңылыш ҡына ҡағылып китеүҙән ҙә ҡурҡып, икеһе ике яҡҡа ҡарап, бер һүҙ өндәшмәйенсә уҙҙырҙылар. Зәңгәр нурҙарын һирпеп, тәҙрәнән ай ҡараны. Ике аралағы бер кешелек бушлыҡты ул да тултыра алманы. Башҡалар араһында бәхет, мөхәббәт, шатлыҡ, ҡайнар һулыш, тағы әллә ниҙәр күреп ай ҙа оялыр ине, ә бөгөн ул, урталағы бушлыҡты, ауыр тынлыҡты, икеһе ике яҡҡа ҡарап ятҡан бәхетһеҙ йәндәрҙе күрмәүең яҡшыраҡ, тип күрше тәҙрәгә күсте. Сөмбөл, йәш булһа ла, был матур мөйөштөң
уның өсөн түгел, башҡа ҡыҙ өсөн әҙерләнгәнен, үҙенең был ояға яңылыш килеп ҡун ған ҡош икәнен яҡшы аңланы. Яҙын килгән ҡоштар көҙөн балаларын эйәртеп кире китә, ул да, балам тыуғас, бынан китермен, тигән уй менән таң алдынан ғына йоҡоға талды.
Бына шулай яңы тормош башланды. Ялда улар ауылға хәҙер өсәү ҡайталар.
Ауыл халҡы, егеттәрҙең ҡайһыһы туйһыҙ ғына ҡатын алған икән, тип баш ватты.
Әсәләре, кеше алдында яҡшы түгел, туй яһайыҡ, тигәс, Сөмбөл:
– Бер ниндәй ҙә туй кәрәкмәй, туйҙа бындай йәмһеҙ кәләш булмай, – тип ҡаршы төштө.
– Ярай улайһа, мулла саҡырып, никах уҡытайыҡ. Никахһыҙ тыуған баланы «елдән тыуған» тиҙәр, – тип, бер аҙнала никах уҡыттылар.
Хәҙер улар, теләһә теләмәһәләр ҙә, Хоҙай алдында ирле ҡатынлы булды. Был идара ҡағыҙы түгел, йыртып ташлау мөмкин түгел, Сөмбөл мәңгегә Булаттың беренсе ҡатыны булып ҡаласаҡ. Унан һуң әллә кемдәр килһә лә, «Булаттың беренсе ҡатыны Сөмбөл» тип күктәрҙә яҙып ҡуйылды.
Декретҡа сыҡҡас, ҡыҙҙың әйберҙәрен Байрас йөк машинаһы менән ҡайтарҙы. Йәлләй ине ул Сөмбөлдө. Ҡатыны булһа ла, Булат уның менән һөйләшмәй.
Нисек бер бүлмәлә йоҡлайҙарҙыр? Байрас Сөмбөлдө нисек кенә йәлләмәһен, уны нисек кенә яратмаһын, хәҙер бер ни ҙә үҙгәртә алмай шул.
Сөмбөлгә Әлфис шатланып бөтә алманы. Ул еңгәһен бик яратты. Сөмбөл апаһы уға әкиәттәр уҡый, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләй. Мөмкин булһа, Әлфис, көнө буйы, мәктәпкә бармайынса, уның янында ултырыр ине.
Сөмбөл хәленән килгәнсә Гөлфиә апайға булышты, уның нисек эшләгәнен ҡарап тороп, тап уныңса, һәр эште еренә еткереп башҡарырға тырышты. Эйәләшә төш кәс, әкренләп аш һыу тирәһендә лә ҡайнаша башланы. Гөлфиә апай һиҙ ҙер мәйенсә генә киленен күҙәтте. Булат улы: «Ул донъя көтөрлөк ҡыҙ түгел, бер эш белмәй, елбәҙәк», – тиһә лә, Сөмбөл бер ҙә улай күренмәне. Ул бик һирәк йыл мая, ҡулдары эшкә ятып тора, һәр эше килешле килеп сыға, тик һәр ваҡыт уйсан.
– Ҡыҙым, өй эштәрен мин үҙем дә ҡарармын, һин, ана, Әлфискә уҡырға ярҙамлаш. Бигерәк уҡырға яратмай, аҙғын быҙау менән бер, уйнарға сығыу яғын
ғына ҡарай. Сумкаһын да уйнаған ерендә ташлап ҡайта. Был малай береһенә лә оҡшамаған, ағалары «бишле»гә уҡымаһалар ҙа, мәктәпкә бармайынса ҡасып йөрөмәйҙәр ине. Бала түгел, бәлә был, бәлә. Һине ярата бит, бәлки, тыңлар.
– Ярай, тик өйҙә китаптар юҡ, ауыл китапханаһында барҙыр инде. Мин урамға сығырға оялам, пальтомдың төймәһе эләкмәй.
Гөлфиә апай Сөмбөлгә ҡарап йылмайҙы:
– Аталары эре булғас, балалары ла ҙур тыуа шул. Һиңә күлдәк тә алаһы бар, быныһына һыймайһың. Әйҙә, кибеткә сығып әйләнәйек булмаһа, кәрәкле әйберҙәреңде алырһың, балаға ла кейемдәр ала башларға кәрәк.
– Юҡ юҡ, әсәй, үҙең генә барып ҡайт. Минең урамға сыҡҡым килмәй. Үҙең беләһең бит ни кәрәген, миңә ниндәй ҙә ярай.
Икенсе көндө Гөлфиә апай килененә матур халаттар, эске кейемдәр алып
ҡайтты:
– Мә, кейеп ҡара әле. Иркенләп эсеңде киреп йөрө, оялып, ҡыҫып йөрөмә, балаға зыян килер.
Сөмбөлгә бигерәк тә сәскәле, аҡ яғалы халат оҡшаны. Мин быны ялда ғына кейермен, тип ситкә алып ҡуйҙы. Булат ҡайтыуға элеккесә матур күренгеһе ки
лә ине.
Шәфҡәт ағай китапхананан бер ҡосаҡ балалар китаптары күтәреп ҡайтты.
– Мә, уҡығыҙ. Шайтан алғыры малайҙың уҡытыусыһы күргән һайын зарлана.
Хурлыҡ бит, ике метрлы кәүҙәң менән урам уртаһында ғәйепле бер малай кеүек баҫып тор инде. Әлфис, сумкаң ҡайҙа?
Әлфис, яҡ яғына ҡаранып, сумкаһын эҙләргә тотондо.
– Эҙләмә, санала сумкаң, сығып ал. Иртәнсәк ҡапҡа төбөндәге эскәмйә аҫтынан табып алдым. Ҡар күмеп китә яҙған, шайтан малай, – тип асыуланды атаһы. – Бирҙе бит Хоҙай ҡартлыҡ көнөндә яфа.
Бына шундай инде уларҙың төпсөктәре – ҡартайғанда Хоҙай биргән татлы емештәре.
Сөмбөл, уны яратып, китап уҡырға өйрәтергә булды. Ҡыҙыҡлы мажаралар, һуғыш тураһындағы хикәйәләрҙе ҡысҡырып уҡый, унан ҡыҙыҡлы ерендә туҡтай.
– Бөгөнгә етәр, күҙем талды, башым ауырта, – тип йә ҡәйнәһе янына аш бүлмәһенә сыға, йә, дәрестәреңде әҙерләгәс уҡырбыҙ, тип, китапты йәшереп ҡуя.
Әл фис түҙмәй, китапты табып, ҡайһы сағында үҙе уҡый. Сөмбөл шулай итеп унда уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятты, иркә Әлфисте әкренләп тәртипкә һалды.
Малай менән мауығып, үҙе лә ауыр уйҙарынан ҡотолоп тора. Әлфис үҙе лә уҡый башланы, шулай ҙа апаһы уҡығанды ярата, ул уҡығанда, хыялдарға бирелеп, ваҡиғаларҙың эсендә ҡайнай. Шулай тыңлап ята торғас, йоҡлап та китә.
Бер көндө улар күп ҡатынлы солтан тураһында әкиәт уҡыны.
– Улайһа, минең Булат ағай ҙа солтан була, эйеме? Һин – беренсе ҡатыны, ә теге – икенсе ҡатыны.
– Кем әйтте?
– Әй, теге ваҡытта атайым ағайымды, солтан булғас, ике ҡатын алырһың, йәшә береһе менән, ике арала сапма, тип асыуланды.
– Ә ниңә асыуланды?
– Ул бит һаман күрше ауылға, теге апай янына барып йөрөй, ахырыһы.
– Ниндәй апай?
– Белмәйем, ағайым: «Мин шул ҡыҙға өйләнәм, мин уны ғына яратам», – тигәйне, атайым рөхсәт итмәне. Шунан һине алып ҡайттылар. Һине мин дә, Байрас ағайым да, атайым менән әсәйем дә бик яратабыҙ, – тип апаһын муйынынан ҡыҫып ҡосаҡланы.
Бала булған ерҙә сер ятмай, ти, бына нисек икән эштәр... Сөмбөлдөң күҙҙәренән ҡайнар йәш аҡты, тимәк, үҙенең бында булыуына ул Булаттың ата әсәһенә бурыслы. Улар улдарын өйләндерергә күндерә алмаһалар ҙа, ҡыҙҙың даны илгә сыҡмаһын, тип алып ҡайтҡандар. Теге ваҡытта улар килеп инмәһә, Сөмбөл хәҙер ҡайҙа ятыр ине икән? Булаттың бер көнгә һуңыраҡ ҡайтыуынан, ял көндө ҡайҙалыр китеп юғалыуынан ниҙер һиҙенһә лә, унан бер ни һо раш маны, дөрөҫөрәге, бөтөнләй һөйләшмәне. Ул үҙен Булаттың муйынына аҫҡан таш кеүек хис итте. Ер ярылһа, ике лә уйламайынса шунда төшөп юғалыр ине.
Булат 8 Март байрамына ҡайтманы. Уның ҡарауы, Байрас әсәһе менән Сөмбөлгә бүләктәр, күстәнәстәр алып ҡайтҡан.
Булаттың бүлмәләше, вокзалда Байрасты күреп: «Байрамға ағайыңдың икенсе ҡатыны килде, ҡайта алмаҫ», – тигәйне.
Байрас, Сөмбөлдө борсомаҫ өсөн, комбинатта авария булған, ағайҙы эшенәса ҡырттылар, тип ялғанларға мәжбүр булды. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, атаһы аҡайып бер генә ҡараны, уның ҡарашында барыһын да аңлауы сағылды.
Байрам өҫтәле әҙерләп, күстәнәстәр менән бергәләп сәй эскәс, Әлфис менән Сөмбөл үҙ мөйөштәренә кереп китте. Атаһы менән әсәһе телевизор ҡарарға ултырҙы. Байрас бөгөн ниңәлер клубҡа ашыҡманы.
Теге мөйөштән Әлфистең ҡысҡырып көлгән тауышы ишетелде. Сөмбөл менән икәүһе нимәлер һөйләшәләр ҙә, малай ҡысҡырып көлә. Уларҙың көлөүен ишетеп, Шәфҡәт ағай менән Гөлфиә апай ҙа бер береһенә ҡарашып йылмайып ҡуйҙы. Байрас та түҙмәне, серле шаршау янына килде.
– Туҡ туҡ, мине лә индерегеҙ әле, һеҙҙә бик күңелле, буғай.
– Ин, ин, – тине Әлфис, көлөүенән туҡтай алмайынса.
– Нимәгә эсең ҡата? Үҙең генә көлмә, миңә лә әйт, мин дә көләйем.
– Апаның эсенән ҡосаҡлаған инем, берәү тибеп ебәрмәһенме? Ана, һин дә ҡолағыңды ҡуй, хәҙер һине лә тибеп осора.
28 Һағынырһың – мин булмам
Сөмбөл, оялып:
– Сеү, Солтанай, улай ярамай, улай ҡаты ҡысҡырма, – тип көлә көлә, үҙе лә ауыҙын ҡапланы.
– Ярар, хәҙер тышҡа ғына сығып керәм дә, солтанай уйнайбыҙ, йәме, – тип
Әлфис сығып сапты.
Улар үҙҙәренә оҡшаған әкиәттәрҙе театрҙағы кеүек уйнай ине. Апаһы Әлфискә сәллә лә яһап бирҙе. Атаһының ҙур сатин трусигына резинка үткәргәс, шаровар булды. Ошо кейемдәрҙе кейеп, Әлфис солтан булып ҡыланырға ярата. Әле инеү менән ул:
– Апай, ҡайҙа минең кейемдәрем, мин хәҙер һеҙгә театр күрһәтәм, – тип һи кегә менеп баҫты, ҡулына әллә ниндәй ялтырауыҡ таяҡ тотто, апаһы һарыҡ йөнө нән яһап биргән һаҡалды ла таҡты. Байрасҡа бармаҡ төртөп, ҡалын тауыш менән ҡысҡырып ебәрмәһенме:
– Нишләп ултыраһың минең тотҡонлоғомда, нишләп һаман клубҡа сыҡмайһың? – тип, башлаған һүҙен онотоп, тотлоғоп ҡалды. – Апай, апай, теге һүҙҙе әйтәле, онотам шуны.
– Әмер бирәм.
– Ә, эйе, – тип Әлфис тағы тауышын ҡалынайтып, ҡысҡырып һөйләргә тотондо. – Мин, солтан, әмер бирәм: Байрас, бар, клубҡа сыҡ, миңә иң матур ҡыҙҙы алып ҡайт, ҡунаҡ ҡыҙы булһын!
Сөмбөлдөң шишмәләй сылтырап көлөүе бөтә өйгә таралды. Байрас, ҡысҡырып көлмәҫ өсөн, ауыҙын ҡапланы.
– Солтаным, һиңә нисә ҡатын кәрәк һуң?
– Миңә өс йөҙ ҡатын положено.
Уның был һүҙҙәренән бөтә өй гөрләне.
– Улым, бер үҙеңә күп булмаймы һуң ул өс йөҙ ҡатын? Бында бит ике генә бүлмә.
– Һарайҙа урын етерлек – һыйырҙар әле.
– Эй, улым, ҡайҙа күргәнең бар ҡатындарҙы һарайҙа тотҡанды? – тине атаһы, күҙ йәшен һөртә һөртә.
– Ниңә, китапта бит «солтандың өс йөҙ ҡатыны булған, барыһы ла хан һарайын да йәшәгән» тип яҙылған.
– Һуң, улым, улар бит хан һарайында йәшәгән, мал һарайында түгел.
– Һарай – һарай инде.
Сөмбөл тағы сылтыратып көлөп ебәрҙе.
Байрасҡа был мөйөштә шундай рәхәт ине. Ләкин барыбер ниндәйҙер ситһенеү һиҙелә, нимәлер етмәй, һәр кем үҙен ғәйепле тоя. Ярай әле, Әлфис бар. Ул булмаһа, был ауырлыҡты нисек еңерҙәр ине. Байрас үҙе көлдө, үҙе ҡаш аҫтынан Сөмбөлдө күҙәтте. Ул түңәрәкләнгән, бәләкәй генә кәүҙәһе менән бындай ҡорһағын нисек күтәреп йөрөйҙөр. Ә үҙе һаман да һөйкөмлө, күркәм, сәстәре үҫеп, тул ҡынланып иңенә төшкән, йөҙөндә ауырлы ҡатындарға ғына хас гүзәллек сағыла.
«Ҡайһы яғы менән үҙенә тарта һуң ул мине? Күпме ҡыҙҙар оҙаттым, күпме ҡыҙҙы ҡостом, үптем, ләкин береһе лә мине үҙенә ҡарата алманы. Ә ул нимә менән әсир итте һуң? Ҡарап тороуға башҡа ҡыҙҙарҙан артыҡ бер ере юҡ. Был өсмөйөш төң төйөнөн кем сисер?»
Байрастың үҙенә онотолоп ҡарап ултырыуын һиҙгәс, Сөмбөл янында ятҡан мен дәр менән үҙенең эсен ҡапланы. Ике күҙ ҡарашы бергә осрашып, эләгеп ҡал ды. Үрелһәң, ҡул етерлек ара. Ҡосағыңа һурып ал да башыңды ошо тул ҡын ланып торған ҡуйы сәстәр араһына һал. Суҡынып китһен донъяһы ла, выжданы ла, ағаһы ла.
Байрас, үҙенең уйҙарынан, хистәренән ҡурҡып, кинәт һикереп торҙо ла, унан бынан тиҙ генә кейенеп, урамға сығып китте. Уның бер ҡайҙа ла барғыһы килмәне, сыҡты ла ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә ултырҙы.
– Йә Хоҙайым, ниндәй гонаһтарым өсөн бындай ғазаптарға һалдың, күпме дауам итер был?
* * *
Бер аҙна уҙып китте, тағы йома етте. Сөмбөл, был аҙнала ла Булат ҡайтмаҫмы икән, әллә Әлфис һөйләгән күрше ауылға китерме икән, тип борсола башланы.
Йөрәген көнсөллөк уты яндырҙы, ниндәйҙер кәмһенеү хисе баш ҡалҡытты. Төндәрен йүнләп йоҡламай, аяғөҫтө үткәрә ине. Бала ҙур булғанлыҡтан, эсе һыҙлай, ни ултырып, ни баҫып тора алмай. Төн буйы тәҙрәнән күҙен алмай, тәбиғәткә яҙ килеүен күҙәтә, баҡсала ҡар ҙа әкренләп ирей бара. Яҙҙың һәр көнөндә күпме ғашиҡтар табыша, ә көҙөн улар йә ҡауыша, йә улар кеүек айырылыша ла, өмөтләнеп, киләһе яҙҙы көтә башлай. Яҙҙар йыл һайын килә, тик һәр кешенең тормошонда бер ҡабатланмаҫ яҙы була. Ул шул яҙҙы ғүмере буйы
һағынып, хәтер мөйөшөндә ҡәҙерләп һаҡлай...
Сөмбөл, кейенеп, тышҡа сыҡты, ишек алды буйлап арлы бирле йөрөнө.
Быйыл өйҙән сыҡмағас, гөрләүектәр ағыуын да күрмәне. Яҙын сылтырап аҡҡан гөрләүектән дә сихри нәмә бармы икән? Әллә ҡайҙа ятҡан ҡарҙар иреп, ашыға ашыға, үҙҙәренә юл асып ағып килә. Уларға тауҙарҙан төшкән гөрләүектәр эйәрә, этешә төртөшә оло юлға сығалар, үҙ ара ниҙер серләшәләр. Шул гөр лә үек
тәргә ҡушылып ағып китһә ине уның да һағыштары! Ул да ҡасан ғына бала ине, гөрләүектәр йыра йыра шаяра ине, уның тиҙерәк үҫкеһе, үҫеп етеп, матур егет осратып, бәхетле булғыһы килә ине. Яҙҙарҙа саф мөхәббәт килеренә ышанып, барлыҡ йәш ҡыҙҙар кеүек, хыял донъяһына сумып йәшәне. Кинәт килде уның яҙы, килде лә гөрләүектәй бөтөрөп алып китте оло тормошҡа, артта ҡалған баласа ғына ҡул болғарға ла өлгөрмәне.
Әсәһе: «Үҫергә ашыҡма әле, балам, гөрләүектәр киткәндә һаҡ бул», – тип ни эшләп киҫәтмәне икән, әллә әйтеп тә ишетмәнеме икән?
– Ҡыҙым, әллә ауырыйһыңмы? Нишләп бында баҫып тораһың, иртә бит әле, – тине Шәфҡәт ағай. Ул уны күптән күҙәтә ине. Килененә ауыр булғанын бик яҡшы аңлай, уға ярҙам итә алмауына ҡайғыра. Йөрәге әрнейҙер был баланың, Булаты ла һирәк ҡайта. Бына бөгөн ҡайтһын ғына, еткән буйына ҡарап тормаҫ.
Сөмбөл бер ваҡыт китеп барһа, үкенер әле улы, кемде юғалтҡанын аңлар, ләкин һуң булыр.
Сөмбөл йома көндө иртәнән үк тулҡынланып кисте көтә башланы.
– Бөгөн киске ашты үҙем әҙерләйем, ҡәйнәм, ҡаланан эшселәр ҙә ҡайта.
Булат менән Байрас ҡайтҡанда, Сөмбөл сәскәле, аҡ яғалы халатын кейеп, башына яулыҡ бәйләп туҡмас киҫә ине.
– О о, һағындым, еңгәм, туҡмасыңды! Һаумыһығыҙ, бына беҙ ҙә ҡайтып ет тек. Сөмбөл, күлдәгең бигерәк матур булған, – тине Байрас, күңелле генә һуҙып. Ул булған ерҙә һәр ваҡыт шулай инде, бар нәмә хәрәкәткә килә, һәр нәмәгә йән керә.
– Эйе, ҡәйнәм алып бирҙе. Йә, әйҙәгеҙ, йыуынығыҙ ҙа ашарға ултырығыҙ, – Үҙе Булатҡа күтәрелеп ҡарамаҫҡа тырышты. Ағайҙарының тауышын ишетеп, Әлфис йүгереп сыҡты.
– Ҡайҙа, миңә нимә алып ҡайттығыҙ?
Ағалары яратҡан энеләренә кеҫәләренән кәнфит һағыҙ сығарып бирҙе. Әлфис күстәнәстәренең яртыһын кеҫәһенә һалды, ҡалғанын Сөмбөл апаһына бирҙе.
– Быныһы һиңә, – тип хәйләкәр йылмайҙы.
– Эй, солтаным, рәхмәт инде. Һин бигерәк йомартһың.
– Һин миңә туҡмасты күберәк һалырһың, йәме, мин туҡмас яратам. Сөмбөл беренсе тәрилкәне ҡайныһы алдына килтереп ҡуйҙы, унан – ҡәйнәһенә, унан – ҡалғандарға, иң һуңғы итеп үҙенә һалып алды.
– Әсәм һәр ваҡыт ашты иң беренсе миңә бирә, ә һин һуңғы итеп һалдың, ярай әле, туҡмасы ҡалды.
– Был өйҙә кем иң олоһо?
– Атай менән әсәй.
– Шулай булғас, оло кешеләрҙе хөрмәт итергә кәрәк. Бына һин дә үҫеп, атай булғас, ашты иң беренсе һиңә бирерҙәр.
Ҡайныһы был һүҙҙәрҙән уңайһыҙланып та, ғорурланып та ҡуйҙы: «Йәп йәш башы менән ҡайҙан белә был бала, атаһы ла юҡ».
– Килен, ашың бигерәк тәмле булған, туҡмастары бигерәк нәҙек, кем өйрәтте һине былай аш һыу әҙерләргә?
– Минең бит өләсәйем, әсәйем бар, улар мине бөтә нәмәгә өйрәтте, – тине Сөмбөл оялып ҡына. Киске ашты ашағас, ҡәйнәһе менән Сөмбөл өҫтәл йыйыштырып ҡалды. Байрас клубҡа йыйынды. Әлфис, тиктормаҫ:
– Ағай, бөгөн ҡунаҡ ҡыҙҙары күп ҡайттымы? – тип һорап ҡуйҙы.
– Ҡайттылар, ҡайттылар, ләкин һинең батшалыҡтың да хужаһы ҡайтты бит. Бөгөн үҙең ҡайҙа йоҡларһың инде, Солтанай?
– Ҡайҙа булһын, апайым янында.
– Ә ағай ҡайҙа?
– Беҙ уны күптән батшалыҡтан диванға сығарып аттыҡ инде.
– Ниңә? – тип һүҙгә аталары ла ҡушылды.
– Оҙаҡ ҡайтмағанға. Ана, күрше ауыл батшалығына барһын.
– Ах, телеңә телсә сыҡҡыры, бөгөн үҙ урыныңа ятырһың, – тине Шәфҡәт ағай төпсөк улына, асыуланып. Булатҡа ла ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарап: – Һин дә! –тине.
Сөмбөл улар һөйләшкәнде ишетмәне, был ваҡытта аш бүлмәһендә ҡәйнәһе менән ниҙер эшләй ине. Эш бөткәс, Сөмбөл, ғәҙәттәгесә, үҙ мөйөшөнә, Әлфис батшалығына инмәксе итте. Һикелә баш эйеп ултырған Булатты күреп, кинәт ситенһенеп туҡтап ҡалды. Ни алға, ни артҡа барырға белмәне, Сөмбөл артҡа боролоп китмәксе ине, телевизор ҡарап ултырыусы ҡайныһын күреп, һикегә ултырырға мәжбүр булды. Сөмбөл Булаттың күҙ ҡарашынан да ситһенә, Булат уны күрә алмайҙыр кеүек тойола.
Булат бер аҙҙан Сөмбөлгә табан боролдо ла текәлеп ҡарап ултыра башланы.
Сөмбөлдөң йөрәге табан аҫтына төштө: «Күҙ ҡарашы менән яндырып үлтерәйем, ти, ахырыһы». Булат, үрелеп, Сөмбөлдөң сәсенә ҡағылды. Сөмбөл һиҫ кә неп китте.
– Сәстәрең бөҙрә икән, бик матур булып үҫеп килә, – тине ул әкрен генә тауыш менән.
– Эйе, үҫтеләр шул, бала тыуғансы киҫергә ярамай, тиҙәр. Ҡотолғас, киҫтерермен әле.
– Юҡ, киҫтермә, һиңә былай нығыраҡ килешә. Асыуланмаһаң, тотоп ҡарайым әле, – тип Булат ҡулын әкрен генә уның эсенә ҡуйҙы.
Сөмбөл ни әйтергә лә белмәйенсә, эҫеле һыуыҡлы булып, һелкенергә лә ҡурҡып ултырҙы. Әлфистең шаршауҙы кинәт асып ебәреүенән икеһе лә, хыянатта тотолған кешеләрҙәй, һиҫкәнеп ҡуйҙы.
– Нимә, тибенәме? Уны бына былай итеп тыңларға кәрәк, – тине лә ҡолағын еңгәһенең эсенә ҡуйҙы. – Ай, бына бына, ай, ҡолаҡҡа типте. Һин дә бына шунда ҡолағыңды ҡуй. Ул, беләһеңме, ниндәй көслө, кил, ҡуй ҡолағыңды.
Булат нишләһен, иҙәнгә шыуып төштө, теҙләнеп, ҡолағын Сөмбөлдөң эсенә ҡуйҙы. Ысынлап та, бала бер нисә тапҡыр ҡаты ғына һелкенеп алды. Булат, үҙе лә һиҙмәҫтән, Сөмбөлдө ҡулдары менән ҡосаҡлап алды, үҙендә ниндәйҙер рәхәт хистәр уяныуын тойҙо. Әкрен генә башын күтәреп, Сөмбөлдөң йөҙөнә ҡараны.
Сөм бөл, уның күҙ ҡарашын күтәрә алмайынса, башын ситкә борҙо, ә йөрәге ситлеккә эләккән ҡош кеүек, тибеше хатта ҡолағы төбөндә яңғырағандай булды.
– Ишеттеңме? Нисек ҡаты тибә, ә? Мин көн дә апайымды ҡосаҡлап ятам. Ул унда көнмө төнмө икәнен күрмәй, әй тулай, әй тулай, апайымды йоҡлатмай ҙа.
Үҫеүен үҫә, тик бына нисек сығаһын ғына аңламайым.
– Әлфис, урыныңа инеп ят! – тип ҡысҡырҙы атаһы.
– Атайым бында инмәҫкә ҡушты, ағай, бөгөн һин солтан, – тип бышылданы
Әлфис сығып барышлай.
Булат йылмайҙы ла:
– Беҙ ҙә ятайыҡ инде, – тип сисенеп менеп ятты.
Сөмбөл һике ситендә ятҡан мендәргә башын терәне, Булаттың ҡарашы уның арҡаһын көйҙөрҙө.
– Сөмбөл, Сөмбөл, аңла, мин үҙем менән бер ни эшләй алмайым. Беләм: һиңә лә ауыр, миңә лә ҡыйын. Нишләргә һуң беҙгә?
– Ҡайғырма, күп ҡалманы. Бала тыуғас, әгәр иҫән ҡалһам, мин бында ҡайтмам. Әгәр минең менән берәй хәл булһа, баланы ташлама, ҡәйнәм менән ҡайным үҙҙәре иҫән саҡта йәтим итмәҫ. Мин һинең муйыныңа ғүмерлеккә аҫылынған таш түгел, ҡурҡма, – тип бышылданы Сөмбөл.
Булат был һүҙҙәрҙән һуң бер ара тын ятты, унан әкрен генә ҡосаҡлап, Сөмбөлдө үҙенә тартты.
– Ни һөйләйһең һин? Йәш бала менән ҡайҙа бармаҡсы булаһың? Мин бит
һине ҡыумайым.
– Мин ҡыуғаныңды көтөргә теләмәйем. Әсәйем янына ҡайтырмын, аңлар әле. Әсәйем индермәһә, Вера апайға барырмын, ул һәр ваҡыт мине үҙенә саҡыра.
– Ә бала?
– Әгәр иҫән һау ҡотолһам, мин ҡайҙа, ул шунда буласаҡ.
Булат, ауыр һулап, күҙҙәрен уның ҡуйы сәстәре араһына йәшерҙе, ҡыҫыбыраҡ ҡосаҡланы. Күҙ йәштәре сәс араһына тулды. Йөрәк түренән ҡайнар хистәр ташып сыҡты, йәлләп тә, һөйөп тә сәстәренән шашып шашып үпте. Үҙ үҙе менән көрәшеп арыған Сөмбөл ҡаршы килмәне, уның ял иткеһе, бер аҙға ғына булһа ла онотолғоһо килде. Булатты шундай ярата, уны шундай һағынды, ул ҡағылған һәр ере ут булып янды. Булаттың уны яратып түгел, бәлки, йәлләп кенә ҡосаҡлауын да, башҡа кеше менән сағыштырыуын да, барыһын, барыһын
ситкә ҡуйып, тағы бер минутҡа, тағы әҙ генә үҙен һауала осҡан ҡаҙ ҡауырылай хис итте. Улар күҙ йәштәре кипкәнсе үбеште, унан ҡосаҡлашып йоҡлап киттеләр.
Булат таң алдынан кинәт уянды. Янындағы буш мендәрҙе күреп, кисәге хәл төш кенә булдымы икән ни, тип аптырап ҡалды. Нисек шулай килеп сыҡты һуң?
Ниңә үҙен тыя алманы? Сөмбөл ни тиер, ул бит уға тағы киләсәккә өмөт бирҙе.
Хәйер, һәр ваҡыт шулай булды, әҙ генә яҡын килдеме, Сөмбөл тыны менән үҙенә тар тып ала. Булат бик оҙаҡ уйланып ятты, ләкин Сөмбөл күренмәне. Тороп, аш бүлмәһенә сыҡты, тәҙрәгә күҙе төштө. Сөмбөлдөң баҡсала ҡарт алмағасҡа арҡаһы менән һөйәлеп баҫып тороуын күрҙе, тын ғына уны тәҙрәнән күҙәтте.
Унан, тиҙ генә кейенеп, алма баҡсаһына сыҡты. Улар, өндәшмәй генә, бер береһенә бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Беренсе булып Сөмбөл телгә килде.
– Йәлләмә мине, үткән төн өсөн үҙеңде ғәйепле һанама. Беҙ икебеҙ ҙә ғәйепле.
Ҡурҡ ма, барыһы ла, төш булып, үткән төндә ҡалды. Ваҡыт уҙыр, беҙ ҙә ошо алмағас кеүек ҡартайырбыҙ. Күрәһеңме, күпме ботаҡтарын киҫкәндәр, шулай ҙа йәшәй бит. Һәр беребеҙ үҙ баҡсаһында йәшәр әле, – тине лә Сөмбөл, боролоп, әкрен генә өйгә инеп китте.
Беренсе май етте. Был көндө бөтә ауыл йәштәре әрәмәгә сыға. Яҙҙың иң татлы, иң матур ваҡыты: йәш елкенсәктең күңеле елкенә, үҙҙәрен осар ҡоштай хис итәләр. Ауылға төтөн еҫе тарала, баҡса эштәре башлана. Кис етеүгә, йәштәр, тыр тыр килеп, матайҙа елдерә.
Иртәгә – Беренсе май. Ҡала халҡы бөгөн кис ауылға ағыла башлай. Булат менән Байрас та ҡайтты. Улар өйгә килеп ингәндә, Сөмбөл, ғәҙәттәгесә, аҡ яғалы
халаттан, башына бәләкәй генә яулығын бәйләгән, аш бүлмәһендә ҡайнай ине.
Иҫәнләшкәс, һәр ваҡыттағыса йылмайып, уларҙы өҫтәл янына саҡырҙы. Сөмбөл, өйҙәгеләрҙең күңеленә яҡшы булып ҡалайым тип, гел йылмайып йөрөргә, күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә тырыша ине. Уға был йортта йәшәргә күп ҡалманы, бала тыуғас, ул инде бында башҡа ҡайтмаясаҡ.
Ашағанда аталары улдарына:
– Иртәгә айырым эшегеҙ булмаһа, баҡса ҡаҙырбыҙ, тиҙәк сығарырбыҙ, ваҡытығыҙҙы самалағыҙ, – тип фекерен белдереп ҡуйҙы.
Икенсе көндө бөтәһе баҡсала эшләне. Көслө өс ир, ых та итмәй, бөтә ерҙе таҙартып, ҡаҙып сыҡтылар, матур түтәлдәр яһанылар. Сөмбөл уларҙың эшләгәнен
һоҡ ланып ҡарап торҙо.
– Кил, ултыр, килен, ял ит, һин бит гел аяғөҫтө, – тине ҡайныһы. – Мин дә
ултырам, арыным.
– Беҙ үҙебеҙҙә әсәйем менән аҙналар буйы ҡаҙынабыҙ, ә һеҙ бер көндә бөтөрҙөгөҙ. Әсәйем хәҙер бер яңғыҙы нишләйҙер инде, үҙе көн буйы эштә, мин дә юҡ.
– Туҡта, килен, улайһа, иртәгә үк был икәүҙе ҡоҙағыйға булышырға ебәрәм.
Сөмбөл, һөйөнөп, ҡайныһына ҡараны.
– Барырҙармы һуң? Мин дә улар менән ҡайтып килер инем.
– Юҡ, килен, һин өйҙә генә ултыр. Һиңә юлға сығырға ярамаҫ. Улар, ана, матай менән генә барып ҡайтырҙар.
– Бик яҡшы булыр ине, эй, әсәйем һөйөнөр инде. Беҙгә бер ҡасан да бер кемдең ярҙамлашҡаны булманы, утынға ла, бесәнгә лә гелән икебеҙ йөрөнөк.
– Борсолма, барыһы яҡшы булыр, килен, булышырбыҙ... Һин бер аҙ сабыр ит, бала тыуғас, үҙгәрер ул. Һин түҙ инде, килен, түҙ. – Шәфҡәт ағай әллә үҙен, әллә киленен йыуатты. Сөмбөл, һүҙҙе икенсегә бороп:
– Ҡайным, бына ошо үләнлектә йәйге кухня яһап бир әле беҙгә, – тине.
– Уныһы нисек була?
– Ҙур өҫтәл, эскәмйәләр, бына бында мейес, һауыт һаба ҡуйыр өсөн бәләкәй генә өҫтәл. Самауыр ҡуйып сәй эсербеҙ, – тине Сөмбөл. Әҙерәк уйланып торғас,
моң һоуланып: – Әсәйемдең баҡсаһында шулай, – тип өҫтәне. – Оҙаҡламай алмағастар сәскә ата, бында иҫ китмәле матур буласаҡ.
– Ярай, килен, уйлармын.
Кис етеүгә ҡарамаҫтан, ҡайныһы баҡсаға таҡталар индереп тултырҙы.
Икенсе көндө эштән ҡайтыу менән, Сөмбөл һораған ожмах ояһын яһай ҙа башланы, Әлфис тә булышты.
– Атай, шәп була был!
Әсәләре, улар эшләгәнде ҡарап:
– Атаһы, ни була был? Баҡсаға һарай яһарға уйланыңмы әллә? – тип аптыраны.
– Солтан менән Солтанбикәгә ожмах ояһы яһайым. Әсәһе, киленгә күп ҡалдымы әле?
– Май уртаһы инде.
– Бәлки, ул яңылышҡандыр, мин әйтәм, дөрөҫ һанамағандыр.
– Бер генә тапҡыр булғандар, – тине Гөлфиә апай, бышылдап, – Булаттың башҡа ҡағылғаны юҡ, ти. Шул көндән һанаған.
– Ҡалған көндәрҙә нишләп йөрөгән?
– Уныһын инде малайыңдан һора. Ҡайҙа һуң әле үҙҙәре?
– Ҡоҙағыйға булышырға ебәрҙем.
Сөмбөлдөң әсәһе Сания апайға егеттәр бик иртә килеп инделәр.
– Һаумыһығыҙ, бына, ярҙамға килдек. Ниндәй эштәрең бар, барыһын да күрһәт, өлгөргән тиклем эшләрбеҙ.
Сөмбөлдөң әсәһе һөйөнөсөнән нимәгә тотонорға белмәне. Уға әле, былай ярҙам ҡулы һуҙып, бер кемдең дә килгәне юҡ ине.
– Белмәйем инде, балалар, эш күп ул, ҡайһыһын ҡушайым икән һуң?..
Иртәнге сәйҙе эстеләр ҙә эшкә керештеләр. Кис еткәндә баҡса ҡаҙылған, ҡоймалар турайған, утындар ярып өйөлгән, һарайҙар тап таҙа йыйыштырылған
ине. Сания апай уларҙы маҡтап туя алманы. Егеттәр, һуң ғына киске ашты ашап, ҡайтырға ҡуҙғалды.
– Сөмбөл бәпесләһә, бер үк хәбәр итегеҙ. Кейәү, килеп һөйөнөсөн алып китерһең.
Булатҡа «кейәү» һүҙе ҡыҙыҡ булып тойолдо, ул үҙен бер ҙә кейәү итеп һанамай ине.
Үҙ ауылдарына ҡайтып еткәс, матайын ауыл башында туҡтатты:
– Байрас, һин өйҙә күренмәй тор, клубҡа бар, берәй ҡыҙҙы оҙат, өйҙә һинең ҡайтҡаныңды белмәһендәр. Минең бараһы ерем бар. Төнгө икенән дә һуңға ҡалмам, ҡапҡа төбөндә көт.
Энеһе ауыҙын асҡансы, Булаттан елдәр иҫте. Байрас, туҙанлы килеш ҡайҙа барырға белмәйенсә, аптырап ҡалды. Ярай инде, йылғаға төшөп бит йыуырға, өҫтө ҡағырға ла клубҡа инеп сығырға булыр. Арытҡан. Ҡайтып йоҡлайһы ғынала бит, өйҙәгеләргә, ағай күрше ауылға еңгә янына китте, тиһенме? Сөмбөл
уның ҡатыны булһа, шулай бала көтһә, ул хәҙер ҡәйнәһендә рәхәтләнеп ҡунаҡ булып, иртәгә генә ҡайтыр ине. Сөмбөл йылмайып уны ҡаршылар, ул уны ҡо саҡлап үбер ине. Уның ирендәре үҙҙәре үк «үп мине, үп мине» тип саҡырып тора. Байрас, татлы хыялдарға бирелеп, йылмайып ҡуйҙы. Эх, ағай, ни үҙеңә, ни башҡаға... Байрас сылтырап аҡҡан һай ғына Ҡыйҙаш йылғаһына төшөп, бит ҡулын йыуҙы. Салбарын теҙгә тиклем һыҙғанып, йылға уртаһынан ашыҡмай ғына ҡараңғылыҡҡа атланы. Йылға өҫтөндә тулған ай йөҙә. Байрас бер аҙ уға ҡарап торҙо ла ауыр һулап ҡуйҙы. Нимә эшләргә? Клубҡа ла барғыһы килмәй...
Сөмбөлдө алып ҡайтҡандан бирле уның өйҙән бер ҡайҙа ла сыҡҡыһы килмәй. Уның янында һөйләшеп кенә ултырырға ла риза...
Ағаһы ҡайтҡансы ваҡытты этеп төртөп үткәрҙе Байрас. Булат менән иртәнге сәғәт өстә ҡапҡа төбөндә осраштылар, шыпырт ҡына матайҙы этеп индерҙеләр
ҙә үҙ урындарына инеп ауҙылар.
Сөмбөл төндә уларҙың ҡайтыуҙарын ишетеп ятты. Иртән диван янынан үт кән дә, иҙелеп йоҡлап ятыусы Булатҡа һоҡланып ҡарап торҙо.
Сөмбөл ишек алдында бер аҙ уйланып торғандан һуң, яратҡан алма баҡсаһына сыҡты. Ҡайныһы Сөмбөл ҡушҡанды эшләп тә ҡуйған, мейес кенә сығараһы ҡалған. Баҡса ҡунаҡ көткән өйгә оҡшағайны. Ул өҫтәлде, эскәмйәләрҙе һыйпап сыҡты. Нисек һәйбәт булған. Әйләнеп тирә яҡҡа күҙ һалды. Баҡсаға сәскәләр ултыртырға кәрәк, уның өсөн ҡалаға барып орлоҡтар алырға булыр, Верочка янына ла инеп сығыр.
– Ҡыҙым, ниңә йоҡламайһың? – тине һыйыр һауырға сыҡҡан ҡәйнәһе, киленен йәлләп.
– Ҡәйнәм, мин бөгөн ҡалаға барып ҡайтырмын тигәйнем. Иртәнге автобус нисәлә икән?
– Һигеҙҙә. Ә ниңә бараһың?
– Минең, әсәй, бында сәскәләр ултыртҡым килә. Көҙ көнө шундай матур буласаҡ: тирә яҡта төрлө төрлө сәскәләр, алмалар, өҫтәлдә – самауыр.
– Ярай, ҡыҙым, ләкин үҙең генә барма. Ана, Булат менән икәү барығыҙ.
– Юҡ, әсәй, ул бик арыған. Улар иртәнге өстә генә ҡайттылар, йоҡлаһын. Үҙем менән Әлфисте эйәртермен.
Эшкә барырға тороп сыҡҡан Шәфҡәт ағай, киленен баҡсала күреп:
– Йә, нисек, килен, оҡшаймы? – тип һорайһы итте.
– Эй, ҡайным, шундай матур, шыма сыҡҡан, ҡулдарың алтын икән. Бына, ҡайным, күҙ алдыңа килтер: тиҙҙән алмағастар сәскә атасаҡ, көҙөн ҡыҙарып алма өлгөрәсәк.
Шәфҡәт ағай Сөмбөлдөң яҡты йөҙөн, көләс күҙҙәрен, бит остарын со ҡо рай тып, май ҡояшылай йылмайыуын күрҙе. Әйтерһең, уға бәхет өсөн ошо баҡса мө йө шө генә етмәгән. Йә, Хоҙай, ниндәй һөйкөмлө икән бит уларҙың килендәре. Был бала әле бөрө генә, сәскә атыр көндәре алда, ҡатын ҡыҙ баланан һуң тағы ла асылып,
матурайып китә. Быны Шәфҡәт ағай бик яҡшы белә, өс бала атаһы бит.
Сөмбөл Әлфис менән ҡалаға китте. Тәүҙә үҙе элек эшләгән балалар баҡсаһына барҙылар. Улар бәхетенә, бөгөн дежурҙа Верочка икән.
– Ҡояшым, ҡайҙан килеп сыҡтың?
Сөмбөл менән ҡосаҡлашып күрештеләр, гөр гөр килеп һөйләштеләр.
– Верочка, икенсе килгәндә барыһын да һөйләрмен, ә хәҙер һин беҙгә баҡсаға ултыртырға күп йыллыҡ сәскә һуғандары бир әле.
Верочка сәскәләрҙе нисек ултыртырға икәнлеген дә аңлатты.
– Ҡояшым, күрәм: ныҡлап урынлаштың. Һеҙ бергә, тимәк, барыһы ла яҡшы.
– Юҡ, Верочка, беҙ бер ҡасан бергә була алмабыҙ. Ул башҡаны ярата.
– Улайһа, былар нимәгә кәрәк?
– Минән иҫтәлек булып ҡалһын. Уның ата әсәһе мине бик ярата, был сәскәләр уларға рәхмәтем булһын...
Ҡаланан урап ҡайтҡас, кис менән Сөмбөл егеттәрҙән соҡор ҡаҙытты, тиреҫ ташытты. Барыһы әҙер булғас, теҙләнеп үрмәләй үрмәләй, сәскәләр ултыртты.
Әлфискә:
– Быныһы пион, быныһы ҡәнәфер, былары дәлиәләр, былары көҙ сәскәләре – ҡашҡарыйҙар. Бына быныһының картуфын көҙ ҡаҙып алып, баҙға һалырға кәрәк. Ә ҡалғандары шулай ултырһын. Һин уларға, мин булмағанда, һыу һи бергә онотма, – тип ентекләп аңлатты. – Әлфис, әгәр мин китһәм, һағынырһыңмы?
– Ҡайҙа китһәң, мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем!
Улар, теҙләнгән килеш, бер береһенә ҡарап йылмайышты.
– Ҡайҙа, бер әп итеп алайым әле үҙеңде. – Сөмбөл, балсыҡлы ҡулдары менән
Әлфистең яңаҡтарын тотоп, танау осонан үбеп алды.
– Мин дә һине, – тип ул да апаһының битенән тотоп, танауын үпте.
Ике бысраҡ бит, бер береһенә ҡарап, көлөшөргә тотондо. Йортта йөрөгән Булат менән Байрас ситтән генә уларҙы күҙәтте. Уларға ла ҡыҙыҡ булып китте, бар эштәрен ташлап, ошо икәүҙең үҙ ара шаярыуын ҡарап тора башланылар.
Сөм бөл торорға маташты, тора алмағас, Әлфис арттан уны күтәреп тор ғоҙмаҡсы булды, көсө етмәгәс, ҡулынан тарта башланы. Быларҙы күҙәтеү – үҙе бер ҡыҙыҡ ине...
Өсөнсө май бигерәк йылы, матур көн булды. Сөмбөл иртән тороп, баҡсаға Шәф ҡәт ағай һалған мейестә ашарға әҙерләргә булды. Оло ҡаҙанға аш һалып ебәрҙе.
Байрас ут үткәреп, магнитофон тоташтырҙы. Баҡсаға байрам төҫө керҙе. Күңелдәрҙе елкендереп, донъя буйлап моң ағылды.
– Еңгә, һиңә шулай оҡшаймы?
– Ә һинең үҙеңә?
– Оҡшай. Һинең менән бейеге килә, – тине Байрас, йылмайып.
– Бейер инек тә, ара йырағыраҡ, – тип эсен тотто Сөмбөл.
– Мин Әлфистән көнләшәм. Ул һәр көндө һине ҡосаҡлап йоҡлай, битеңдән үбә. Һин уныҡы ғына.
Сөмбөл бөтә баҡсаны яңғыратып көлөп ебәрҙе:
– Ул бит әле бәләкәй.
– Шулай ҙа ул бит – ир заты. Хәҙер, ана, солтан да булып алды.
Байрас, хискә бирелеп, Сөмбөлдөң ирененә, күҙҙәренә текәлде, теле бәйләнде, ике ҡулы менән эскәмйә ситенә тотондо. Уның йөҙөнән күҙен ала алманы, ҡасанда булһа тыйылып ҡала алмам, ошо еләк кеүек һыуһыл ирендәрҙән айырыла алмам, тип ҡурҡты. Йөрәге дөп дөп типте, ҡулдары эскәмйә таҡтаһын нығыраҡ ҡыҫты.
Сөмбөл генә бер ни аңламаны.
– Байрас, ә һинең яратҡан кешең бармы? Байрас, тим, ни уйлайһың, уян.
Яратҡан кешең бармы, тим?
– Бар, ләкин ул мине яратмай шул.
Сөмбөл, сәйерһенеп, Байрасҡа ҡараны.
– Ни һөйләйһең, һинең кеүек егетте яратмау мөмкин түгел.
Сөмбөл ҡарашы менән Байрасты наҙланы, үрелеп сәсенән һыйпаны:
– Һин бит ир аҫылы, яратыр өсөн яратылған.
– Сөмбөл, ә һин мине ярата алыр инеңме?
– Алыр инем, ағайыңа тиклем осраған булһаң... Ләкин һин миңә ҡарамаҫ инең. Минең ише йүләрҙәр һеҙгә бер кискә генә кәрәк. Мөхәббәттең күҙе һуҡыр, тиҙәр, ысынлап та, дөрөҫ икән. Ерҙән йыраҡ китмәгән минең ише ҡыҙҙар һиндәй егеттәргә тиң түгел.
– Сөмбөл, бик тә тиң, һин иҫ киткес ҡыҙ. Һин ғорур, үҙеңә ауыр икәнлеген бер кемгә лә һиҙҙермәҫкә тырышаһың. Ә мин бер ни эшләй алмайым...
– Һин үҙеңде көсһөҙ тиһәң, миңә ни ҡала? Күңелемдә бер төйөр ултыра: мине яратмайҙар, минең кеүектәрҙе яратып булмайҙыр шул. Был төйөр ғүмерем буйы таралмаһа, нишләрмен?
Улар янына Булат килеп ултырҙы:
– Ауыҙға ауыҙ ҡуйып, нимә серләшәһегеҙ? – Асыулы ғына энеһенә ҡараны.
Сөмбөл, аш әҙерләр өсөн, мейес янына барып баҫты.
– Бер нәмә лә түгел, – тип йылмайҙы Байрас, – рәхәт бит уның менән һөйләшеү.
– Күренә, ана, күҙҙәрең нисек яна, ҡыҙҙар етмәйме әллә һиңә?
– Ул бит барыбер һиңә кәрәкмәй, бында ла уны мин алып ҡайттым. Һин яҙылышмағас, ул әлегә бер кемдеке лә түгел. Шулай булғас, ағай, йә өйләнеп йәшә, йә юлымда торма.
– Ә бала?
– Күрмәйһеңме ни, мин уны ошо килеш тә яратам.
Улар, Сөмбөл ишетмәһен тип, әкрен генә һөйләштеләр. Ике туған араһында йәшен үткәндәй булды.
Төшкө аш ваҡыты етте. Сөмбөл өйҙән һауыт һаба алып сығып, өҫтәл әҙерләне. Әсәһе менән атаһы ла эштән ҡайтып етте.
– Әйҙәгеҙ, баҡсаға сығайыҡ. Бөгөн көн матур, йылы, – тине Сөмбөл, йылмайып. Ғәҙәттәгесә, олонан кесегә аш бүлеп ҡуйҙы.
– Әлфис ҡайҙа йөрөй инде?
– Ҡайғырма, әсәй, әлегә күршеләрҙә. Ҡоймаҡ еҫе сыҡҡанын көтә.
– Аҙындырып бөтөрҙөң үҙен, килен, көн дә ҡоймаҡ менән һыйлап.
– Хәҙер һеҙҙе лә һыйлайым.
Сөмбөл ҙур табала ҡоймаҡ бешерә башланы, бөтә урамға тәмле еҫ таралды.
Әлфис тә сабып ҡайтып етте.
Байрамдар үткәс, гөрләп торған өҫтәл яны бушап ҡалды. Булат менән Байрас та китергә йыйынды.
– Сөмбөл менән хушлаштыңмы? – тине Байрас ағаһына.
Булат өндәшмәй генә баҡсаға инде, ни әйтергә белмәй, туҡтап ҡалды:
– Беҙ киттек, тағы бер аҙнаға түҙерһең бит әле, – тине ул.
– Мин түҙермен... Ул түҙерме?
Уларға икәүҙән икәү ҡалып аралашыу уңайһыҙ, берҙе уйланылар, икенсене һөйләнеләр.
Сөмбөл баҡсала бер яңғыҙы ҡалды.
Көндәр әкренләп үтә торҙо. Еңеү байрамы алдынан ул ауырый башланы. Иртә нән үк кәйефе юҡ ине, шулай ҙа бер аҙна ваҡыт бар, үтер, тип уйланы. Ҡайныһы төшкө ашҡа ҡайтып китте. Сөмбөл уға үҙенең ауырыуын әйтергә оялды, нисек тә ҡәйнәһе ҡайтҡансы түҙергә булды. Үс иткәндәй, Әлфис тә ҡайҙалыр китеп юғалды. Бала шул, берәй уйынға йәбешһә, донъяһын онота. Иртән башланған ауыртыу көсәйгәндән көсәйҙе. Ҡайҙа барырға, нишләргә бел мә йен сә,
Сөмбөл арлы бирле йөрөнө, күршеләр ҡоймаһына барҙы – һис кем кү рен мә не.
Инде атларлыҡ хәле ҡалманы, хәҙер ҡәйнәһе ҡайтып етер тип, тынысланырға тырышты. Көсһөҙлөгөнән әкрен генә илап ебәрҙе. Күңелен ҡурҡыу биләп алды,
ҡыҫып ҡыҫып башы ауыртты. Эстән нимәлер этә, ауыртыуға түҙә алмай, ҡысҡырғыһы килде. Ирендәрен тешләп ыңғырашты, аҙым атларға ҡурҡып, ишек
яңағын ҡосаҡлап әкрен генә иланы. Шул ваҡыт ҡапҡа төбөнә, туҙандар туҙҙырып, йөк машинаһы килеп туҡтаны, ҡапҡанан Байрас килеп инде. Сөмбөлдө күреп, башта һиҫкәнеп китте.
– Сөмбөл, нишләп тораһың бында? Әллә илайһың инде?
– Байрас, үләм бит...
– Әллә сирләйһеңме?
– Иртәнән бирле.
– Өйҙә кеше юҡмы ни? – Үҙе, ни эшләргә лә белмәй, Сөмбөл тирәһендә бөтөрөлдө.– Әйҙә, ятып тор, хәҙер мин берәй еңел машина табам. Бер аҙ түҙ инде, – тип Байрас сығып йүгерҙе.
Бер аҙҙан ике йорт аша ғына йәшәүсе күршеләренең машинаһын алып та сыҡты. Сөмбөлдө күтәреп, яйлап ҡына артҡа ятҡырҙы.
Байрас үҙе машина ҡыуҙы, шул уҡ ваҡытта артҡа ҡараштырғыларға ла өлгөрҙө. Сөмбөл күҙен йомған, ирендәрен тешләгән, үҙе ыңғыраша.
Элек Ахундың үҙендә бала тыуҙырыу йорто бар ине лә бит, хәҙер бына Учалыға, ҡалаға, күсерҙеләр. Егерме биш саҡрым ара, бер ҡараһаң, күп түгел, ләкин бындай ваҡытта...
– Сөмбөл, түҙ, күп ҡалманы, анау тау артында ғына...
– Миңә оят, ауыр саҡта гел һиңә тура киләм, һәр ваҡыт янымда һин булаһың.
Булатҡа ғына мин дә, бала ла кәрәкмәй.
Сөмбөлдөң күҙенән йәштәре тәгәрәне, ауыртыуға түҙә алмайынса ыңғырашты, ҡысҡырмаҫ өсөн ауыҙын ҡапланы. Байрас, көҙгөнән күреп, үрелеп уның ҡулын ауыҙынан тартып алды.
– Ҡысҡыр, ила, оялма. Мин һинең яныңда. Ҡурҡма, һәр ваҡыт һинең менән булырмын. Хоҙай яңылышты, ағай урынында мин булырға тейеш инем.
– Һин мине йәлләйһең генә, Булат та йәлләй. Этте эйәртмә, эйәрткәс типмә, тиҙәр. Мин шул эт кеүек. Аңлаһаң ине хәлемде...
– Мин һине яратам да, йәлләйем дә, ләкин һиҙмәйһең генә...
– Иҫән ҡалһам, яҡшылыҡтарыңды мәңге онотмам. Улыма ла исемде һин ҡушырһың.
– Бәлки, ҡыҙ булыр, былай ҙа өй тулы ир ат.
– Юҡ, малай була. Мин төшөмдә... теге ваҡытта больницала төш күрҙем...
Больницаға килеп еткәндә, Сөмбөлдөң һөйләшерлек хәле ҡалмағайны, йөҙө лә көл төҫөнә ингәйне. Байрас, уны күтәреп инешләй, ишекте тибеп асты ла:
– Тиҙерәк, үлә! – тип ҡысҡырҙы.
Ҡабул итеү бүлмәһендә ултырған шәфҡәт туташы һикереп торҙо.
– Бына бында һалығыҙ, – тип үҙе табип артынан йүгерҙе.
Байрас үҙе лә ҡурҡыуҙан ап аҡ булып ағарҙы, Сөмбөлдә иһә бөтөнләй йәшәү рәүеше һиҙелмәй ине. Улар алып инеп киткәс, табип:
– Ҡатынығыҙҙың фамилияһы нисек, ҡасан сирләй башланы? – тип һораны.
– Арыҫланова. Иртәнән сирләйем, тине.
– Нишләп һуң алып килдегеҙ, хәле бик насар, – тип табип Байрасҡа
асыуланып алды. – Хәҙер кейемдәрен сығаралар, көтөп тороғоҙ, – тип инеп китте.
Ни эшләптер шунда уҡ кире йүгереп сыҡты, телефондан шылтыратып, әллә ниндәй табиптарҙы саҡыртты, ҡайҙалыр шылтыратып, ҡан һоратты ла йүгереп кире инеп китте. 15 минут үтеүгә, Сөмбөл ятҡан бүлмәгә йүгерә атлай ике ир кеше инеп китте. Һөйләшеүҙәренән уларҙың да табип икәнен аңлап алды Байрас. Сөмбөлдөң кейемдәрен тотоп, шәфҡәт туташы сыҡты, уның ни әйтергә белмәй аптырауы йөҙөнән күренә ине.
– Һуң килтерҙегеҙ шул, хәле бик ауыр.
– Уны ҡотҡарырҙармы? – тине Байрас, хәле бөтөп.
– Улар мөмкин булғанын эшләйҙәр, – тип шәфҡәт туташы Сөмбөлдөң кейемдәрен Байрасҡа һуҙҙы.
– Йә, Хоҙайым, үҙең ярҙамыңдан ташлама. Беҙ бит барыбыҙ ҙа уны бик яратабыҙ, – тип Хоҙайға ялбарҙы. Билдәһеҙлек уның йәнен телгеләне, бер аҙ шулай ултырғас, ағаһына хәбәр итергә кәрәклеге иҫенә төштө. Машинаны юғары тиҙлектә дөйөм ятаҡҡа ҡыуҙы. Ағаһының бүлмәһенә инә инешләй:
– Әйҙә, кейен, Сөмбөл больницала! – тип ҡысҡырҙы.
Машинаға сығып ултырғас, Булат аптырап һорап ҡуйҙы:
– Кем әйтте?
– Үҙем ауылдан алып килдем.
– Һиңә тау арҡыры ҡысҡырҙымы?
– Ҡысҡырманы шул, ҡысҡырһа, былай килеп сыҡмаҫ ине. Ул иртәнән сирләй башлаған, ә өйҙә кеше булмаған. Үтеп барышлай ғына ауылға һуғылғайным.
Бында килгәнгә ике сәғәт булды, бер төркөм табип бер нәмә лә эшләй алмайҙар.
Больницаға ингәс, өмөт менән шәфҡәт туташына баҡтылар, ләкин ул башҡына һелкене. Ул арала тағы бер ауырлы ҡатынды килтерҙеләр. Ярты сәғәттәншәфҡәт туташы сығып, бәхетле ирҙе: «Улығыҙ бар!» – тип шатландырҙы. Ата кешенең ауыҙы ҡолағына етте, рәхмәттәр әйтә әйтә, һөйөнсө алырға, бәпәй тәпәйе йыуырға сығып йүгерҙе. Байрас, түҙмәйенсә, тороп уҡ баҫты.
– Инде ике сәғәт, ни булһа ла әйтә алмаҫһығыҙмы?
Шәфҡәт туташы һүҙһеҙ генә тороп, теге бүлмәгә инеп китте, бер аҙҙан сығып:
– Хәҙергә бер ни ҙә әйтә алмайым, операция бара, – тине.
– Ниндәй операция? Ул бит бәпәйләргә тейеш.
– Ҡатынығыҙҙы ваҡытында килтерһәгеҙ, былай булмаҫ ине, тинем бит. Ул үҙе бәпәйләй алманы.
– Ә бала?
– Белмәйем. Операциянан һуң табип үҙе сығып әйтер. Байрастың башына күҫәк менән һуҡҡандай булды, Булат янына барып ултырҙы.
– Ишеттеңме, ағай?
– Ишеттем, тик мин, былай уҡ булыр, тип башыма ла килтермәгәйнем. Байрастың асыуы йөҙөнә сыҡты.
– Әйттем мин һиңә, ял ал да ауылға ҡайт, тип. Үлһә, һин нисек йәшәрһең, мин нисек йәшәрмен? Һиңә кәрәкмәһә, миңә кәрәк Сөмбөл, – тине ул, йөҙөн ике ҡулы менән ҡаплап.
Тағы бер сәғәт ваҡыт үтеп китте. Ҡабул итеү бүлмәһенән оло йәштәге табип сыҡты. Уны күргәс, Байрас үҙенең һикереп тороуын һиҙмәй ҙә ҡалды. Булат та
то роп баҫты. Улар ялбарыулы ҡараштарын табипҡа текәне. Табип, Байрасҡа ҡарап, тыныс тауыш менән:
– Улығыҙ бар. Шундай бәләкәй генә ҡатын өсөн бала бик ҙур. Баһадир. Ҡатынығыҙҙың хәле бик ауыр, операция яһарға тура килде. Операция ваҡытында йөрәге туҡтап ҡурҡытты. Мин уны икенсе тапҡыр ҡотҡарам бит, ниңә шул тиклем интектерәһегеҙ? Ул иҫ киткес ҡатын.
– Ул тереләсәкме?
– Беҙ ҡулыбыҙҙан килгәнде эшләнек. Тағы ике көн көтөргә кәрәк, кризистан сыға алһа, тереләсәк. Бер йылда ике тапҡыр үлемде еңеү һинең кеүек таҙа ирҙәргә лә ҡыйын. Ул сабый ғына, ә инде йөрәге яраланып бөткән. Көтөргә кәрәк. Ҡайтығыҙ, иртәгә тиклем йоҡлаясаҡ. Тағы бер нәмә: бәлки, ул башҡа бала
таба алмаҫ, талап итмәгеҙ.
Булат менән Байрас бер береһенә ҡарашты.
Сөмбөл бик ауырлыҡ менән терелде. Аҙна аҙағында уның янына, һис көтмәгән дә, аҡ халат кейгән Римма менән Байрас килеп инде. Байрас әкрен генә уның янына ултырҙы. Сөмбөлдөң күҙҙәрендә йәш тамсылары ялтыраны, унан йылмайып ебәрҙе.
«Әлдә һин бар донъяла» – тип әйтәһе ине, тамағына төйөр тығылды.
– Илама, улайһа мин дә илайым, – тине Байрас, эйелеп. – Мин малайҙы ҡарап сыҡтым. Ул һиңә оҡшаған: шундай матур. Әсәйемдәр һиңә сәләм әйтергә ҡуш
тылар, атайым бишек әҙерләй. Һинең яныңа ағай нисек инергә белмәй йөрөй, хәленән килһә, себен булып тәҙрәнән осоп керер ине. Ә мин барыбер беренсе булып күрҙем, – тип йылмайҙы.
– Байрас, рәхмәт һиңә: улым өсөн дә, үҙем өсөн дә. Һине Хоҙай улдар, ҡыҙҙар менән һөйөндөрһөн. Һин бик яҡшы атай булырһың, – тип Сөмбөл әкрен генә уның ҡулын ҡыҫты. Байрас ул ҡулдан күҙен алманы. Был минутта уға шундай рәхәт ине.
Булат та, Римма менән һөйләшеп, Сөмбөл янына инде. Ул килгәндә, киске имеҙеү ваҡыты ине.
– Туҡта, инмәй тор, ҡатындар бала имеҙәләр. Ана һинеке, шунан ғына ҡарап тор, һуңыраҡ инерһең. Байрас күптән килеп күреп китте, ә һин яңы киләһең.
Бел мәйем, ҡайһығыҙ күберәк яраталыр Сөмбөлдө, – тип йылмайып, Римма китеп барҙы.
Булат ишек тәҙрәһе аша күҙәтә башланы. Сөмбөл йылмая йылмая баланың башынан һыйпай, еҫкәп тә ала, күҙҙәре менән иркәләй, ә бәпәй имә лә имә. Булат тың да баланы еҫкәп үбеп ҡарайһы килде. Сөмбөлдө бындай халәттә беренсе тапҡыр күреүе. Күберәк белгән һайын, Сөмбөлдөң әллә ниндәй си фат тары асыла бара. Ул, элек уйлағанса, буш та, елбәҙәк тә, елғыуар ҙа түгел. Нисек ҡарай балаға, күҙҙәрендә күпме наҙ, иркәләү сағыла. Әле күптән түгел генә үҙе лә, бала кеүек, уның ҡуйынында иркәләнә ине, ә хәҙер ниндәй етди. Бу латтың улар янына ингеһе, улын ҡулына алып һөйгөһө килде, йөрәге дөп дөп типте, үҙе һиҙ мәҫтән йылмайып ҡуйҙы.
– Бәпесегеҙҙе кереп күрегеҙ, хәҙер алып киләм, – тине аҡ халатлы шәфҡәт туташы. Палата ишеген асып: – Ҡайһығыҙҙың ире тилмереп тора? Инһенме? – тип һораны.
Палатала ятыусылар бөтәһе ишеккә ҡараны, ләкин Сөмбөл генә үҙ уйҙарына сумып ултыра бирҙе. Ул шәфҡәт туташының һорауын ишетмәне лә. Янына Булат инеп ултырғас, һиҫкәнеп ҡуйҙы, тиҙерәк күкрәген ҡапланы.
– Һаумы, Сөмбөл, хәлең нисек?
– Ярайһы. Күрәһең, иҫән ҡалдыҡ.
– Ҡайҙа, мин дә ҡарайым әле, кемгә оҡшаған?
– Миңә, – тине Сөмбөл, тик баланы күрһәтергә ашыҡманы, бала һаман имә ине. Балаларҙы алырға ингән шәфҡәт туташы улар янына иң һуңғы булып килде.
– Туйҙығыҙмы? Беҙҙең баһадир тәмләп, оҙаҡлап ашарға ярата шул. Атаһы күрҙеме әле, малайығыҙ бик сибәр булыр, хәҙерҙән үк үҙ баһаһын белә: башҡалар кеүек, тик торғанда илап ятмай, тыныс. Атаһына оҡшаһа, бөтә ҡыҙ уныҡы буласаҡ, – тип шәфҡәт туташы баланы алып сығып китте.
Сөмбөл менән Булат та әкрен генә коридорға сыҡты.
– Һин ауылдан әйберҙәремде алып килерһең инде, бер нәмә лә ҡалмаһын, – тине Сөмбөл.
– Нисек бөтә әйберҙәрҙе? Бала кейемдәрен генә түгелме ни?
– Бала тапҡас, ул йортҡа ҡайтмайым, тип һиңә һүҙ бирҙем. Һиңә бар юлдар асыҡ. Атай менән әсәй миңә рәнйемәһен, барыһы өсөн рәхмәт уларға. Әйберҙәремде Байрас Верочкаға илтеп ҡуйһын, мине ул ҡаршы алыр.
– Сөмбөл, ни һөйләйһең һин?! Былай ярамай бит, атайым мине өйгә индермәйәсәк.
– Ә һин баланың да, минең дә кәрәкмәүемде аңлатырһың. Ир кеше бит, аңлар.
– Ә бала? Мин бит уны тотоп та ҡараманым.
– Баламы? Бала минеке, яратҡан кешеңдән үҙ балаларың булыр. Был баланы күрмәүең хәйерлерәк, һин уны барыбер мин яратҡан тиклем ярата алмаясаҡ һың. Ул һиңә һәр ваҡыт әлеге бәхетһеҙ көндәреңде хәтерләтеп торасаҡ, шуға күрә башҡа килмә, икебеҙгә лә шулай еңелерәк булыр.
– Туҡта әле, Сөмбөл, яҡшылап һөйләшәйек.
Булат кәрәкле һүҙҙәрҙе онотто. Сөмбөл үҙенең һалҡын, ҡоро һөйләшеүе менән бысаҡһыҙ киҫә – исмаһам, илаһын, битәрләһен ине. Булат, нишләргә белмәй, уны ҡосаҡлап алды, ябыҡ, бәләкәй генә Сөмбөл уның ҡосағына кереп сумды. Ул юғалып ҡалды, ләкин күҙ йәше сығарманы. Булат уның сәстәренән һыйпап үпте.
– Сөмбөл, кисер мине, ләкин кинәт киҫмә әле. Мин һине лә, баланы ла күреп торорға теләйем. Һеҙҙе ташламам, ярҙам итермен.
Сөмбөл әкрен генә ситкә тартылды.
– Йәлләмә, мин бит хәҙер әсәй кеше, бер кемдән дә ҡурҡмайым, бер кемдәндә оялмайым. Һин дә минән бер меҫкен ташландыҡ Сөмбөл яһама, беҙ улым менән кемдеңдер, шулай уҡ һинең дә, йәлләүеңә мохтаж түгел. Ҡурҡма, мин юғалмам, мине башҡа ялған һөйөү менән алдай алмаҫтар. Элекке бер ҡатлы
Сөмбөл юҡ хәҙер. Һау бул.
Ул, артына ла боролоп ҡарамайынса, палатаға инеп китте. Был минутта Булат үҙен Сөмбөлдән дә бәләкәй тип хис итте. Хәҙер ни эшләргә? Аталарына, Фә ри ҙә
гә нимә тиергә? Ул уны, ата әсәһе менән таныштырыр өсөн, һабантуйға саҡырғайны. Сөмбөл ҡайтмаһа, атаһы Булатты мәңге кисермәйәсәк.
...Йома етте. Был юлы Булат ауылға үҙе генә ҡайтты, Байрас ни эшләптер күрен мәне. Һуңғы аҙнала өйҙә кемдер етмәй кеүек тойолдо. Өйҙәгеләрҙең
һөйләшеүе лә гел Сөмбөлгә барып тоташа. Ҡайтыуына атаһы ике бишек йүнләп ҡуйған, береһе – өйҙә, икенсеһе баҡсалағы ҡарт алмағас ботағына эленгән. Былар ҙы күргәс, Булат бөтөнләй юғалып ҡалды, бишекте һелкетеп ҡараны, Сөмбөл ҡулындағы баланы күҙ алдына килтерҙе.
– Нимә, улым, һин дә көтәһеңме? – тине әсәһе, улының бишек янында уйланып тороуын күреп. – Яндарына керҙеңме, ҡасан сығаралар?
– Әсәй, Сөмбөл, бында башҡа ҡайтмайым, тине.
Булат үҙ тауышын үҙе таныманы, ниндәйҙер юғалып, аптырап ҡалған кеше тауышы ине был. Уның һүҙҙәрен атаһы ла ишеткән икән:
– Нисек ҡайтмай? Ҡайҙа бара?
– Белмәйем, бындағы барлыҡ әйберҙәрен алып килергә ҡушты.
– Үҙен күрҙеңме һуң? – тине әсәһе, аптырап.
– Уны ла, баланы ла күрҙем. Бала тыныс, бушҡа илап ятмай, ти шәфҡәт туташы.
– Ниңә бында ҡайтмай?
– Беләһең бит инде, атай, теге ваҡытта, миңә бала кәрәкмәй, тигән инем. Сөмбөл: «Бала тыуғас та китермен, теләгән кешеңә өйләнерһең», – тине. Бына хәҙер ул китә.
– Юҡ, улым, һин теләһәң нәмә эшлә, ләкин мин беренсе ейәнемде күр мә йенсә, ҡулыма алмайынса, үлемдән ҡалған йәш ҡатынды аяҡҡа баҫтырмайынса бер ҡайҙа ла ебәрергә йыйынмайым. Үҙем барып алып ҡайтам, – тип һөйләнә һөйләнә, Шәфҡәт ағай сығып та китте.
Булат баҡсаға сыҡты, уға бик ауыр ине. Алмағастар шау сәскәлә, Сөмбөл ултыртҡан бар ләлә лә сәскә атҡан. Был сәскәләрҙе Сөмбөл, йыл да сәскә атып, үҙемде оноттормайым, һәр ваҡыт үҙ ғәйебеңде тойоп йәшә, тигән маҡсат менән ултыртҡандыр.
Төндә Байрас ҡайтты, ул бик бойоҡ күренде.
Икенсе көндө иртән атаһы сәй янында һүҙ башланы:
– Әсәйегеҙ менән былай кәңәшләштек: «Беҙ төшөп ҡалғандарҙан түгел, Аллаға шөкөр, өс ир ат эшләп йөрөйбөҙ, йыйған аҡсабыҙ ҙа бар. Машина ала йыҡ, ейәнемде өр яңы машинабыҙға ултыртып алып ҡайтҡым килә. Етәр инде ауыл буйлап кешегә ялынып йөрөргә. Йә, ҡайҙа барып, ниндәй машина алабыҙ?
Булат менән Байрас бер береһенә ҡарашып ҡуйҙы. Улар ни ҙә булһа әйтергә йыйынғансы, Әлфис үҙ фекерен әйтеп һалды:
– Атай, «Жигули» алайыҡ!
– Ундай машина бик ҡиммәттер бит, улым, – тине әсәһе.
– Булһын, аҡса етәрлек. Байрас улым, һин шофер кеше, машинаның ҡайһыһы һәйбәт икәнен беләһеңдер. Мин һеҙгә аҡса бирәм, ә һеҙ ейәнемде ҡаршы алырға ҡапҡа төбөнә машина ҡайтарып ҡуйығыҙ. Киленде сығараһы көндө лә бе легеҙ. Һаҡларға иртәнән үҙем барып ултырам, ейәнемде бер ҡайҙа ла ебәрмәйем.
Аталарының әмере үтәлде: ҡапҡа төбөнә ялтырап торған өр яңы «Жигули»ҡайтып ултырҙы. Бер ай тигәндә Сөмбөлдө больницанан сығарҙылар, иртән кейемдәрен килтерҙеләр. Уға беренсе ҡатҡа төшөргә ҡуштылар, баланы шунда биләп бирәбеҙ, көтөрһөгөҙ, тинеләр. Сөмбөл, ҡаршыларға Верочка килгәндер тип, әкрен генә атлап аҫҡа төштө. Яралары төҙәлеп бөтмәгәнгә, башы әйләнә, йөҙө ап аҡ, хәле лә юҡ. Йығылмаһам ярай ине тип, ҡурҡа ҡурҡа ҡаршылау бүлмә һенә инде, инде лә бүлмә уртаһында баҫып торған ҙур кәүҙәле Шәфҡәт ағайҙы күреп аптырап ҡалды. Сөмбөл уға ҡурҡып ҡараны, үҙе итәк остарын бөтәрләне.
Ни эшләптер Верочка күренмәне. Шәфҡәт ағай, ап аҡ йөҙлө, ябыҡ кәүҙәле киленен күргәс, йәлләп ҡуйҙы.
– Кил әле, ҡыҙым, бына бында ултырып торайыҡ, – тип Сөмбөлдө ҡосаҡлап, үҙе янындағы ултырғысҡа ултыртты.
Сөмбөл былай булырын көтмәгәйне, ҡаушауҙан телһеҙ ҡалды. Өндәшмәй генә башын аҫҡа эйҙе, ҡайныһынан оялып, итәген тартҡыланы.
– Һин, ҡыҙым, насар уйлама: һиңә хәҙер ныҡлап терелергә кәрәк, баланы ла ҡарарға кәрәк. Һин бит беҙҙең ҡыҙыбыҙ кеүек. Нисек һин беҙгә әйтмәйенсә китергә булдың? Ҡайғырып һарғайһындар тинеңме? Беҙ, ҡыҙым, өйгә ҡай та йыҡ, ҡайтҡас барыһын да һөйләшербеҙ.
Сөмбөл, «Юҡ!» тигәнен аңлатып, баш сайҡаны, үҙенең күҙ йәштәре тамды.
– Юҡ, атай, ул мине яратмай, ҡайтмайым, – тип бышылданы.
– Һин уға түгел, беҙгә ҡайтаһың.
Шул ваҡыт ишектән бала күтәргән аҡ халатлы шәфҡәт туташы сыҡты.
– Арыҫлановты кем ҡаршы ала?
– Мин, – тип һикереп торҙо Шәфҡәт ағай. – Ҡайҙа әле, беренсе булып ейәнем де үҙем алайым. Бисмиллаһир рахманир рәхим, ай ай, ейәнем үҙемә оҡ
шаған икән. Әйҙә, улым, өйгә ҡайтайыҡ. Бына, ҡыҙым, ейәнемде ҡараған өсөн һеҙгә күстәнәс, – тип шәфҡәт туташына торт менән шарап бирҙе.
Шәфҡәт ағай бер ҡулына бала күтәреп, икенсе ҡулы менән киленен етәкләп ишек алдына сыҡты. Уларҙы Булат, Байрас, Әлфис көтөп тора ине. Иң беренсе булып Әлфис апаһын ҡосаҡлап алды.
– Апай, беҙ һине ҡаршылар өсөн машина һатып алдыҡ. Әйҙә, ҡайтайыҡ, әсәйем һеҙҙе көтә.
Сөмбөл уны ҡосаҡланы ла, тыйыла алмайынса, илап ебәрҙе...
Байрас, ҡайтҡанда, алғы көҙгөнән Сөмбөлгә күҙ төшөргөләп алды. Шәфҡәт ағай иһә ейәненә ҡарап һөйләнеүендә булды. Селтәрҙе асып йылмайҙы, ейәненә һоҡланып туя алманы, эйелеп еҫкәп тә алғыланы.
– Ҡайтҡас, улымды мунса индерербеҙ. Ҡыҙым, ниндәй исем ҡушабыҙ был батырға?
– Атай, исемде Байрас ҡушһын. Беҙҙе ҡотҡарыусы ул бит, – тине Сөмбөл, Булатҡа ҡарамайынса ғына.
Байрас менән Сөмбөлдөң күҙ ҡараштары көҙгөлә осрашты. Был ҡарашты
Сөм бөлдөң беренсе күреүе түгел, шулай ҙа уның мәғәнәһен аңлап бөтөрмәне. Ул оҙаҡ илауҙан шешенгән күҙҙәрен аҫҡа төшөрҙө. Байрастың йөҙө етди. «Минең улым булһа, Азамат тип ҡушыр инем. Азамат
Бай расович – матур яңғырай, килешә лә», – тип уйланы, саҡ ҡына ҡысҡырып әйтмәне.
– Был маҡтаулы эште, атай, мин һиңә тапшырам. Әйҙә, үҙең ҡуш исемде ейәнеңә, тик революцияға тиклемге булмаһын.
– Ә шулай ҙа, улым, һин ниндәй исем ҡушыр инең?
– Азамат.
– Ниңә, бик матур исем, Азамат икән – Азамат булһын. Булат, ниңә өн дәшмәйһең, оҡшаймы улыңдың исеме?
– Оҡшай, атай, оҡшай, – тип йылмайҙы Булат.
– Улайһа, Азамат Булатович булды улыбыҙ. Бына, күр, улым, был – һинең тыуған ауылың Ахун, күр, урамдары ниндәй киң, мәсетен, манараһын ҡара, хатта персональный айы ла бар. Тирә яҡҡа берәү генә ул, бер ауылда ла юҡ бындай байлыҡ. Был, улым, – «Ҡыҙыл партизан» колхозының ғорурлығы!
Ҡапҡа төбөнә ҡайтып туҡтағас, машина ҡысҡыртып алды.
Өйҙән, йүгерә атлай, байрамса кейенгән Гөлфиә апай сыҡты. Ул иң башта
Сөм бөл ултырған яҡҡа килде. Сөмбөл әле лә: «Ниңә бында ҡайттым инде? Мин уға ҡайтмайым тип һүҙ бирҙем. Хәҙер бына уның муйынына беҙҙе берәүҙән икәү итеп аҫтылар. Мине бөтөнләй күрә алмаҫлыҡ дәрәжәгә еткән, больницанан сыҡҡаны бирле күтәрелеп тә ҡараманы», – тип уйҙарына сумып ултыра бирҙе. Уның машинанан төшөрлөк хәле лә, теләге лә юҡ. Башын аҫҡа эйеп, битенә төшкән сәстәре артына йәшеренмәксе булды.
Булат, сығып, ишекте асты.
– Сөмбөл, әйҙә төш, инәбеҙ.
– Һаумы, ҡыҙым, иҫән һау ҡотолоп ҡайтыуың менән. Әйҙә, инәйек, ҡыҙым, – тип илай илай, Гөлфиә апай Сөмбөлдөң ҡулынан етәкләп, өйгә алып инде. – Һөйләшербеҙ, аңлашырбыҙ. Әле бит, балам, тормошоң башлана ғына. Һиңә терелергә, аяҡҡа баҫырға кәрәк, баланы үҙем ҡарармын. Һиңә хәҙер ял итергә, нығытып ашарға кәрәк. Буҙа өлгөргән, ҡымыҙ алып ҡайтты атайың, һарыҡ һуй ҙыҡ. Аша эс, аяҡҡа баҫ. Ҡайҙа, ейәнемде мин дә күрәйем, бирегеҙ әле үҙемә...
Сөмбөл аҙна ун көн буйы үҙ мөйөшөнән сыҡманы. Гөлфиә апай килене янында йүгереп кенә йөрөнө. Ауыл йолаһы буйынса, килененә көн дә һары май менән әсе ҡорот һурпаһы эсерҙе.
– Эс, килен, эс, баланан һуң эсте һәйбәт йыя. Бына, буҙа ла эс, улты ныс ландырып йоҡлата, ашҡаҙанды яҡшыраҡ эшләтә, ә балаға бейә һөтө лә эсе рештерербеҙ. Мин малайҙарҙың барыһына ла эсерҙем. Аллаға шөкөр, ниндәй таҙалар. Ҡымыҙға ҡытлыҡ юҡ. Беҙҙең ауыл үҙенең яҡшы ҡымыҙы менән данлыҡлы. Ахун ял йортона әллә ҡайҙарҙан дауаланырға киләләр. Атайың хәҙер бейәләр көтә, эй эй, һин күрһәң, тауҙарҙа ҡара болот булып йылҡы көтөүе йө
рөй. Калхуздың байлығы ла, ғорурлығы ла...
Шулай итеп, Сөмбөл тағы ошо йортта ҡалды. Күпкәме аҙғамы – әлегә үҙе лә белмәй. Сөмбөл яратҡан ҡарт алмағасы янына сыҡты, уныһы инде сәскәләрен ҡойған. Уның янына Байрас килеп ултырҙы, улар бер береһенә ҡарамаҫҡа тырышты. Сөмбөлдөң ғазапланыуҙарын күреп, Байрастың йөрәге әрнене, хәленән кил
һә, барлыҡ ауырлыҡтарҙы үҙе күтәрер ине.
– Сөмбөл, ниңә һин былай өҙгөләнәһең, миңә булһа ла эсеңде бушат, һиңә беҙ ҙә йәшәү шул тиклем ауырмы? Нимә борсой һине, нимәнән ҡурҡаһың? Сөмбөл, күҙҙәремә ҡарап әйт әле, нимә теләйһең һин? Беҙ бөтәбеҙ ғәйепле кеше төҫлө йөрөйбөҙ, өй өҫтөндө ҡара болот аҫылынып торған кеүек. Атай менән әсәйҙең ни ғәйебе бар, улар һиңә яҡшылыҡ ҡына теләйҙәр бит. – Ул әкрен генә
Сөмбөлдөң ҡулын ҡыҫты. – Мин, үҙең беләһең, һәр ваҡыт ярҙамға әҙермен, әйткенә, эсеңә йыйма. Һин бит хәҙер әсә кеше, һиңә көслө булырға, аяҡта ныҡ
торорға кәрәк. Ҡасан терелеп аяҡҡа баҫаһың, теләһәң... – Ул, һүҙен әйтеп бөтөрә алмайынса, туҡтап ҡалды, унан ауыр һулап: – ...шул ваҡытта китерһең, – тине
лә башын ситкә борҙо.
– Хәҙер мине барығыҙ ҙа йәлләйһегеҙ, бала үҫеп, әҙерәк ҡулға тоторлоҡ булғас, мин һеҙҙе йәлләрмен. Бының сиге ҡайҙа, Байрас? Һине күрә алмаған кеше менән бер түбә аҫтында нисек йәшәргә кәрәк? Мин ағайыңа, китермен, юлыңа кәртә булмам, тип һүҙ бирҙем. Атай менән әсәйҙе мин бик яратам, улар ал дында оят миңә. Улар, бала булғас, барыһы ла үҙгәрер, тип уйлағандарҙыр, ләкин беҙҙе бала бәйләй алмай. Баланы күрмәһәгеҙ, еңелерәк булыр ине. Иртәме һуңмы, миңә барыбер китергә тура киләсәк. Байрас, исмаһам, һин аң ларға тырыш мине.
– Сөмбөл, һин дә аңла: минең һине бер ҡайҙа ла ебәргем килмәй. Минең хаҡҡа, әсәйҙәр хаҡына, зинһар, ашыҡма, – тип Байрас уның ҡулын ҡыҫты. Матур зәңгәр күҙҙәрҙә йәш ялтыраны, ул күҙҙәрҙә әллә ниндәй сатҡылар уйнаны, тағы ни ҙер әйтергә теләгән ине, күҙ йәштәрен күрһәтеүҙән оялып, һикереп торҙо ла
баҡ санан сығып китте.
«Бәлки, Байрас хаҡлылыр, әсәй менән атайҙың ни ғәйебе бар? Улар мине үҙ балалары кеүек яҡын күрә. Терелергә кәрәк, бала әҙерәк үҫһен, унан күҙ күрер».
Больницанан ҡайтҡанына бер ай булды. Гөлфиә апай, бар эшен ташлап, уларҙы ҡарай, ә ул илап йөрөй. Тиҙҙән бесән дә башланасаҡ. «Үҙемде ҡулға алырға тейешмен, ашҡа таш менән атмайҙар, йәшәргә кәрәк. Етәр сырхау быҙау кеүек йөрөргә», – тигән уйҙар менән Сөмбөл, үҙ үҙенә ышанып, тороп баҫты. Сәй эсергә саҡырырға ингән Әлфисте ҡосаҡлап үпте, йылмайҙы. Ул кинәт йоҡоһонан уянған кешегә оҡшап ҡалды. Ең һыҙғанып донъя көтөргә, өйҙә булышырға тотондо, ләкин Булат менән бер бүлмәлә яңғыҙы ҡалмаҫҡа, уның менән осрашмаҫҡа тырышты. Азамат күҙгә күренеп үҫте, йылмайып алдаштыра башланы, өйҙәгеләр уны ҡулдарынан да төшөрмәне. Сөмбөл ашарға бешерҙе, өй йыйыштырҙы. Гөлфиә апай килененең үҙгәреүенә һөйөнөп туя алманы.
Еләк ваҡыты ла етте. Шәфҡәт ағай көн дә көләпешенә әҙләп еләк йыйып ҡайта. Сөмбөл дә, ҡыҙығып:
– Әсәй, мин дә Әлфис менән еләккә барайым әле? – тигәс, Гөлфиә апай:
– Тик оҙаҡ йөрөмәгеҙ, бала имеҙәһең бар бит, – тип ҡаршы килмәне.
Улар башта бер ни тапмай оҙаҡ йөрөнөләр, йөрөй торғас, бер соҡорға – еләклектең уртаһына килеп сыҡтылар. Икеһенең дә һөйөнөсө эстәренә һый маны, донъяларын онотоп еләк йыйҙылар. Улар силәктәрен тултырып, шатлана шатлана ҡайтырға сыҡҡанда, көн кискә ауышҡайны. Былар ҙа ауыр силәк бара бара тағы ла ауырайҙы. Шәфҡәт ағай, уларҙы күреп: «Эй, балалар, кем йәш бала ҡалдырып, шулай оҙаҡ йөрөй инде?» – тип асыуланмаҡсы ине, килене ҡулын дағы тулы силәкте күргәс:– Килен, нишләүең был? Һиңә ауыр күтәрергә ярамай, ҡайҙан йыйып бөтөрҙөгөҙ бындай эре еләктәрҙе? – тип йылмайҙы.
– Ауыҙ итеп ҡара әле, атай, шундай тәмле.
– Иртәгә еләк бөккәне бешерербеҙ, эйеме, апай? – тине Әлфис.
– Бешерербеҙ, солтаным.
– Ә мин иң эре еләкте Азаматҡа ҡаптырам.
– Әсәй асыуланамы, бала иланымы икән? Атай, иртәгә беҙҙе бала менән еләклеккә алып бара алмаҫһыңмы? Беҙ еләк йыйғанда, Азамат коляскаһында ятыр ине, – тине Сөмбөл.
Шәфҡәт ағай килененә ҡарап һоҡланды. Сөмбөл рәтләнә башланы, тәненә әҙе рәк ит тә ҡунды, бит остары ла алһыуланды. «Ҡымыҙ эсерергә кәрәк, иртәгә ҡымыҙханаға барып ҡайтырмын», – тип күңеленә һалып ҡуйҙы.
– Эйе, килен, Ахундың яландары еләк емешкә бай, еләккә Ослотау, Аҡбейек
тауҙарына барырға кәрәк, ә бына сейә Майор яландарында мул була. Ҡыҙыл көрт мәле менән ҡара көртмәле Аҡсалы тауында йә Урыҫ урманында шәп уңа.
Алла бирһә, алып барырмын. Көҙөн бәшмәк тә йыйырбыҙ.
Улар ҡайтып ингәндә, Булат ишек алдында малайын күтәреп йөрөй ине. Ул:
– Бала илатып, был ваҡытҡа тиклем ҡайҙа йөрөйһөң? – тип Сөмбөлгә асыу ла нып ҡараны.
– Ярай, ярай, бала илай илай үҫә ул, – тине ҡайныһы, киленен яҡлап. – Хәҙер тәмләп ашар, ана, Әлфис, еләк ашатам, ти.
Сөмбөл ҡулдарын йыуып килде лә күтәрелеп ҡарамайынса ғына Булат ҡулынан баланы алды.
– Улым, иланыңмы, ашайһың килдеме?
– Әйҙә, апай, теге ҙур еләкте ҡаптырайыҡ.
– Кит, теләһә нәмә ашатма, бәләкәй бит әле ул, – тип Булат Әлфискә асыуланды.
Бала, әсәһенең тауышын таныпмы, тағы илай башланы. Һыйыр һауып сыҡ
ҡан Гөлфиә апай:
– Эй, балам, ниңә оҙаҡланығыҙ? Һин киткәс, бик ҡаты иланы, тамағы ла асыҡ ҡандыр, тиҙерәк имеҙ инде, – тине.
Сөмбөл, кеше күҙенән йырағыраҡ булайым тип, бала имеҙергә баҡсаға инеп ултырҙы. Бала имсәкте эләктереп алды ла ҡомһоҙланып һура башланы. Был
донъ яла кемгәлер кәрәк булыуыңды аңлау күңелгә рәхәтлек бирә. Бына бит ул ысын тормош!
– Асҡа үлә яҙғанмы? – тине Булат.
Үҙ уйҙарына батып ултырғанға, Сөмбөл Булаттың үҙ янына килеп баҫыуын һиҙмәй ҙә ҡалған.
– Кит, ҡарап торма, – тине ул, күкрәген ҡулы менән ҡапларға тырышып.
– Сөмбөл, ниңә һин минән ҡасаһың? Минең дә уның ашағанын, имсәк имгәнен күргем килә бит. Ә һин мине күреүгә ҡасырға ғына тораһың.
Ашап туймаған бала имсәкте эҙләп ҡысҡырып илап ебәрҙе.
– Сөмбөл, имеҙ, туйманы бит, ниңә йәшерҙең инде?
– Һин киткәс имеҙермен, – тип яуап бирҙе Сөмбөл ҡоро ғына.
Сөмбөл киреләнгән, кире ҡаҡҡан һайын, Булат, үҙе лә һиҙмәҫтән, уға нығыраҡ тартылды, улын һағынып, аҙна һайын ҡайтты. Ике ай буйы Фәриҙә ме нән күрешкәне юҡ, бары хат аша ғына хәбәрләшәләр. Һуңғы ваҡытта йыш ҡына Байрастың күҙ ҡарашы Сөмбөлгә төбәлгәнен һиҙҙе. Энеһенең әллә теге ваҡытта әйткән һүҙҙәре хаҡ булдымы икән? Булмаҫ, уға ҡыҙҙар бөткәнме, тип тағы үҙен тынысландырырға тырышты.
Бер көндө атаһы:
– Ҡатының мунсаға китте. Йөрөмә бында мүкләк һыйыр кеүек, ҡатының янына бар, әҙерәк ир була бел, – тип асыуланды.
– Керетмәй ул, – тине Булат, атаһынан оялып,
– Ә һин икенсе юлы биген алып ат! Эй, улым, бигерәк бешмәгәнһең. Байрас булһа, бүрәнәһен һүтеп инеп ултырған булыр ине.
Икенсе аҙнала Булат, ысынлап та, ҡайтыу менән мунсаның биген алып атты. Сөмбөл, ғәҙәттә, мунсаға иң һуңынан, өйҙәге эштәр бөткәс кенә, бара. Булат ул кисте түҙемһеҙлек менән көттө, киткәнен күрмәй ҡалмайым тип, мунса ишеген күҙәтте. Ул Сөмбөлдөң еңел генә янына индермәүен яҡшы аңлай, ни әйтәһен дә белә, ләкин ниндәйҙер көс аҡылын томаланы, күңеле Сөмбөлгә тартылды. Ни булһа шул булыр тип, Сөмбөл китеп бер аҙ ваҡыт уҙғас, ҡараҡ кеше һымаҡ яҡ яғына ҡарана ҡарана, мунсаға инеп китте.
– Ай, кем бар? Бында мин, – тип ҡысҡырҙы Сөмбөл. Үҙе арты менән боролоп баҫты, тәнен ни менән ҡапларға белмәйенсә, күҙенә беренсе күренгән ҙур таҫтамал ды эләктереп алды.
– Ҡурҡма, мин был.
– Нишләйһең бында, сығып кит!
Булат Сөмбөлдөң һүҙҙәрен ишетмәне. Ҡаршыһында баҫып торған һылыу кәүҙә, иңдәренә таралған ҡуйы ҡара сәстәр, нескә бил уның зиһенен томаланы.
Ул, һуҡыр кеше кеүек, ҡулдарын алға һуҙҙы, Сөмбөлдөң иңенә ҡағылыуға, кинәт һиҫкәнеп ҡуйҙы. Уның ҡатынын инәнән тыума килеш беренсе тапҡыр күреүе.
Үҙенә көсләп ҡатын итеп тағылған Сөмбөл ут яҡтыһында шундай гүзәл ине. Ул уны аҡрын ғына күкрәгенә ҡыҫты, үҙен үҙе белештермәйенсә, шашып шашып үбә башланы. Сөмбөлдө әкренләп үҙенә табан борҙо, ул таҫтамалын ҡыҫып тотҡан, күҙҙәрен йомған килеш:
– Булат, кәрәкмәй, ҡалдыр мине, – тип бышылданы, ләкин үҙе ҡыуманы, этмәне.
– Сөмбөл, беҙ бит никахлы. Сөмбөл, нисек һағынғанмын мин һине, зинһар, ҡыума, китә алмайым, – тип бышылданы Булат. Ул инде үҙ үҙенә хужа түгел ине,
онотолоп Сөмбөл тәненең һәр нөктәһен ҡайнар ирендәре менән шашып үбә башланы. Сөмбөл үҙендә уға ҡаршы торорлоҡ көс тапманы, бары дер дер ҡалтыранды, тәненең Булат ҡағылған һәр ере әйтеп бөтөргөһөҙ рәхәтлек уятты.
Уның ҙур ҡулдары аҫтында йәш ҡатындың тәне ҡамырға әйләнде. Булат, уның йом шаҡ күкрәктәрен иркәләй һыйпай, иҙәнгә теҙләнде, Сөмбөл ҡыҫып тотҡан
таҫтамалды ла тартып төшөрҙө. Сөмбөл аһ итте, ҡулдары менән ҡайһы ерен ҡапларға белмәйенсә аптыраны. Булат бер мәл күҙен асып, уның кәүҙәһенә,
күкрәктәренә һоҡланып ҡарап торҙо. Күҙҙәре әкренләп өҫтән аҫҡа төштө. Шул саҡ кендектән аҫҡа саҡлы һуҙылған ҡыҙыл шәмәхә яра уны һиҫкәндереп, айнытып ебәргәндәй булды, яраны бармаҡтары менән әкрен генә һыйпаны ла аяғына тороп баҫты.
– Кисер мине, Сөмбөл, – тип уның күҙҙәренә ҡараны. – Ҡурҡма, мин һиңә ҡағыл майым. – Ирендәре менән шәмәхә яраға йомшаҡ ҡына тейеп алды ла, иҫерек кеше кеүек сайҡала сайҡала, мунсанан сығып китте.
Сөмбөл баҫҡан урынынан да ҡуҙғала алманы, ҡайнар күҙ йәштәре күкрәк тәренә тамды. Уның йәнен әллә оялыу, әллә ғәрләнеү биләп алды. Ул уны элеккесә иркәләй, үбә, башын юғалта, ләкин «яратам» тимәй. Нисек аңларға һуң бы ны?
Мәңге онотмаһын, ғазапланып йәшәһен, тиме икән? Сөмбөл мунсала яң ғыҙы бик оҙаҡ иланы.
Булат, мунсанан сыҡҡас, ҡарт алмағас төбөнә барып ултырҙы, уның был мәлдә айыу булып үкергеһе, олоғоһо килде, йөрәге күкрәгенә һыйманы. «Ниш ләнем мин?» – тип үҙ үҙенә асыуланды. Әллә, яҙмышҡа буйһоноп, Сөмбөл, барыһын да онот, әйҙә, ир менән ҡатын булып бергә йәшәйек, тиергәме? Юҡ, Сөмбөл бер ҡасан онотмаясаҡ та, кисермәйәсәк тә. Уның яралары ҙур, тәрән, Булат һалған яралар... Кирегә юл юҡтыр шул. Ә уның хыялы, мө хәб бәте, һыу һө лө гө
кеүек һылыу Фәриҙәһе кемдәргә ҡалыр? Фәриҙәне кемдеңдер ҡа тыны итеп күҙ алдына килтереү ҙә ҡот осҡос тойолдо. Юҡ, ул Фәриҙәһен бер кем гә бирмәйәсәк! Оҙон буйлы һылыуы менән ҡултыҡлашып, башҡаларҙы көн ләштереп урам да йөрөүҙәр тураһында күпме төндәр хыялланды. Эйе, уның сибәр ҡатынына күпме күҙҙәр көнләшеп ҡараясаҡ. Фәриҙәнең бер ҡарашы етә, ул уның ҡолона әйләнә лә ҡуя. Сөмбөл менән, улы менән нишләргә һуң? Сөм бөл гә бер аҙ ғына яҡынлашһа ла, үҙ үҙенә хужа булыуҙан туҡтай, башы менән уп ҡынға сума. Бына хәҙер ҙә тыныслана алмай ултыра, илағыһы килә.
Меҫкен ҡарт алмағас, нисә ай инде уның ҡалын ботаҡтары аҫтында ике йәш йөрәк ҡайнар күҙ йәштәре түгә. Әгәр теле булһа, Булатҡа кәңәш биреп: «Бәхетең де йыраҡтан эҙләмә, бәхетең яныңда. Өйөңә ин дә ҡатының менән балаңды ҡосаҡлап ят. Беренсе ҡатын – Хоҙайҙан, икенсеһе...» – тиер ине. Юҡ шул уның теле...
Сөмбөл бүлмәһендә ут янды, асыҡ тәҙрәнән бала илаған тауыш ишетелде. Булат өйгә инмәне, тәҙрә янына килеп, ситтән генә Сөмбөлдөң көйләй көйләй бала имеҙгәнен күҙәтте.
* * *
Бесән ваҡыты етте. Бөтә кеше эштә, Булат та ял алып ҡайтты. Сөмбөл менән Әлфис өйҙә ҡалды. Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй торған йорт мәшәҡәте Сөмбөлгә өйөлдө, ул һәр эште еренә еткереп эшләргә тырышты. Байрастың ай буйы ҡайтҡаны юҡ, уны ҡайҙалыр ауылға көҙгө урып йыйыуға ебәргәндәр, ахыры.
Ҡыяр помидор, алмалар өлгөрә башланы. Сөмбөл көнө буйы баҡсала мәш килә, улы шунда бишектә ята. Ҡайныһының баҡсаға бишек элеүе лә яҡшы булды. Музыка аҫтында Сөмбөл ашын да бешерә, керен дә йыуа. Баҡса Сөмбөлгә уның өсөн генә яһалған ожмах мөйөшө кеүек тойолдо. Ул ултыртҡан сәскәләр, ҡойма
буйындағы дәлийәләр эре эре сәскәләр атты. Бесәнселәргә киске ашты баҡ сала әҙерләй, күңелдәрен күрә, кис менән гөрләшеп сәй эсәләр. Уның баҡ саһына күршеләр ҙә инеп сәй эсергә ярата. Гөлфиә апай килене булыуға һө йөнөп бөтә алманы: бесәндән арып ҡайтыуға аш бешкән, мунса яғылған, һыйыр һауылған
– барыһы ла тәртиптә. Ашап эсәләр, туйғансы ейәндәрен һө йә ләр ҙә ятып йоҡлайҙар. Гөлфиә апайҙың үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр шулай рәхәтләнеп бесән эшләүе ине. Бәләкәй генә Сөмбөл барыһына ла нисек өлгөрәлер. Барыһы яҡшы кеүек, шулай ҙа уларҙы билдәһеҙлек борсоғаны һиҙелә. Булат менән Сөм бөл һөйләшмәйҙәр, бергә йоҡламайҙар. Иртән йоҡонан торғас, Гөлфиә апай, өмөтләнеп, Сөмбөл янындағы урынға ҡараны. Юҡ шул, Булат урынында – Әлфис, Әлфис урынында Булат ята. Ниңә йәштәр үҙ ара уртаҡ тел таба алмайҙар?
– Әллә яңылыштыҡмы икән, атаһы? Көсләп яраттырып булмай бит, бәлки, Сөмбөлдө алып ҡайтаһы ла ҡалмағандыр, – тип аптырап һорап ҡуйҙы бер көндө Гөлфиә апай иренән.
– Нимә, кире илтеп ҡуйырға ҡушаһыңмы?
– Юҡ инде, аптырағандан ғына әйтәм.
– Нимә юғалтҡаныңды аңлар өсөн юғалтып ҡарарға кәрәк, ти, шуныһынан ҡурҡам. Сөмбөл кеүек бар яҡтан килгән ҡатын яңғыҙ ҡалмаҫ. Бына, әйткәйне ти ерһең, киләсәктә бик сибәр ҡатын буласаҡ ул. Булат ҡына һуңлап аң ла мағайы. Беләһеңме, әсәһе, минең бер нәмәгә шигем бар, күптән әйтмәксе инем дә, тик һеҙ ҡатын ҡыҙҙың икенсе төрлө аңлауығыҙ бар.
– Әйт, һуҙма.
– Миңә ҡалһа, беҙҙең Байрас Сөмбөлгә ғашиҡ, мин быны күптән һиҙеп йөрөйөм. Ҡайтһа, ул Сөмбөлдөң һәр аҙымын күҙәтә, берәй хәл булһа, һәр ваҡыт уның янында. Һиҙгән булһаң, Байрас бик үҙгәрҙе, элекке елбәҙәк түгел инде, етдиләнеп китте. Бына шуларҙы уйлайым да һис осона сыға алмайым.
– Кит инде, атаһы, ағаһына көндәш була алмаҫ бит.
– Ярай уныһы, ашыҡмайыҡ әле, бер яйы сығыр. Әгәр Байрас Сөмбөлдө алам тиһә, мин аптырамам, ҡаршы түгелмен. Һин дә яҡшылап уйла, минең ейәнемде сит кеше балаһы итеп күргем килмәй.
Тыштан тыныс күренһәләр ҙә, бына шундай борсоу өмөттәр эсендә йәшәй улар.
Август урталарында бесәнде бөтөрҙөләр. Бер көндө Шәфҡәт ағай киске аш ваҡытында:
– Иртәгә кәбән ҡоябыҙ, Әлфисте лә үҙебеҙ менән алабыҙ. Ат менән сүмәлә тарт тырыр. Сөмбөл бер көн генә солтанһыҙ тороп торор инде, – тине.
Иртән барыһы ла бесән өйөргә китте, Сөмбөл бала менән өйҙә үҙе генә ҡалды. Иртәнге яҡта кәбән ҡояһы урынға күбә тарттырҙылар. Гөлфиә апай:
– Бесән өйә башлағансы, әйҙәгеҙ, ашап алайыҡ, – тип ҡыр табыны әҙерләне.
Әлфис, атта ғына йөрөһә лә, ныҡ арыған ине – әсәһенең һүҙен ишетеүгә,
табын янына һуҙылып ятты. Уның янына Булат килеп ултырҙы:
– Арыныңмы әллә? Шулай ул, әле һиңә эләккәне юҡ, беҙҙе һинең кеүек саҡта көн дә иртә таңдан уятып, бесәнгә алып баралар ине. Ә һин йоҡоң туйғансы еңгәң ҡуйынында йоҡлайһың.
– Йоҡлаһа һуң, мин бит бала ҡарайым.
– Әлфис улым, етер апайың менән йоҡларға, мин һиңә, унда йоҡларға инмә, тип нисә әйттем инде. Бына өйләнгәс, үҙ ҡатының менән йоҡларһың. Оят кә рәк, бер йыл буйы, кейәү егете кеүек, ул бүлмәнән сыҡмайһың. Ағайың урыны икә нен беләһең бит, – тине атаһы.
– Апай бит үҙе, минең янға ят, ти. Беҙ хәҙер Азаматты ла уртаға һалып йоҡлата быҙ!
– Улым, һин ҙур бит инде. Бына мин әсәйең менән ятам, ағайың да Азаматтың әсәһе менән ятырға тейеш. Ул бит уның ҡатыны. – Шәфҡәт ағай төпсөгөнә аңлатырға тырышты.
– Ул уның ҡатыны түгел, – тине Әлфис, киреләнеп.
Әсәһе улының һүҙҙәренән аптырап ҡалды.
– Ни һөйләйһең, улым? Кем әйтте?
– Апайым әйтте, бер апайға, – тине малай, танауын тартып.
– Ниндәй апайға?
– Апайым һөйләргә ҡушманы.
Атаһы ла, тәрилкәнән башын күтәреп, ҡырыҫ тауыш менән:
– Әлфис, ниндәй апай? – тип ҡыҙыҡһынды.
– Апай әйтергә ҡушманы.
– Апайыңа бер ни ҙә әйтмәбеҙ, һөйлә!
Барыһы ла, аштарын онотоп, был сыбыҡһыҙ радионан тағы ни ишетербеҙ
икән, тип, Әлфискә төбәлде. Атаһы:
– Йә? – тине, баҫым яһап.
– Өсөнсө көн беҙгә, Булат ағайҙы һорап, бер апай килде: Сөмбөл апай: «Ул бесән дә», – тине. Теге апай: «Булат минең апайымдың ҡыҙына өйләнәм тип йөрөй
икән. Бында килһәм, уны, өйләнгән, балаһы бар, тиҙәр. Әгәр алдап йөрөтһә, беҙ ҙән яҡшылыҡ көтмәһен», – тине.
Улының һүҙҙәрен ишеткәс, атаһы тороп уҡ ултырҙы:
– Улай... килеп еттек. Апайың нимә тине?
– «Юҡ, һеҙгә дөрөҫ әйтмәгәндәр, яңылышҡандар, энеһе өйләнде. Мин энеһенең ҡатыны булам»,– тине апайым.
– Тағы ни булды? – тине атаһы, ҡыҙарып.
– Теге апай китеп барҙы, ә апайым бик ныҡ иланы, Азамат та ҡушылып иланы. Атай, апай һөйләргә ҡушмаған ине, белһә, миңә асыуланасаҡ.
Булат ашаманы, ҡайҙалыр ағастар араһына инеп китте. Табын янын дағыларҙың да тамағына барманы. Эштең рәте китте, көндөң йәме бөттө. Бер береһенә ҡарамай өндәшмәй кәбән өйҙөләр. Ололарҙың башында бер генә уй: «Улар ҡайтҡансы, Сөмбөл бала менән сығып юғалмағайы». Тик ул хаҡта бер береһенә
ҡыс ҡырып әйтергә ҡурҡтылар.
Ҡапҡа төбөнә йөк машинаһы килеп туҡтағанда, Сөмбөл киске аш өлгөртөп йөрөй ине. Машина тауышын ишетеп, ихата уртаһына йүгереп сыҡты.
– Байрас, ай буйына юғалып, ҡайҙа йөрөнөң?
– Һаумы, Сөмбөл! – Байрас уға яҡын уҡ килеп баҫты. Үҙе ҡояшта ҡарайған, сәстәре үҫкән. Туҙанға батып бөткән булһа ла, шундай сибәр, һөйкөмлө.
– Әйҙә баҡсаға, бала бер үҙе, – тип Сөмбөл уның ҡулынан тартып баҡсаға алып инде. – Әйҙә, һөйлә, ҡайҙа юғалдың? Кил бына бында ултыр, хәҙер аш өлгөртәм. Атайҙар ҙа ҡайтып етер, улар бөгөн кәбән ҡоялар, – тип һөйләнә һөй ләнә, күбәләк кеүек осоп ҡунып ҡына йөрөнө.
– Мин бит һеҙҙең ауылда эшләйем, һеҙҙә торам, әсәйең һиңә күп итеп сәләм әйтергә ҡушты. Беҙ уның менән бесән эшләйбеҙ, төндә бесән алып ҡайтабыҙ, шуға оҙаҡ ҡайта алманым.
– Һинме, беҙҙәме? Әсәйемә булыштыңмы? Байрас, йәнем, ниндәй һәйбәт кеше һин! Һөйлә, ауылда ниҙәр бар? Әсәйем ни хәлдә? Һөйлә инде.
– Арыу ғына. Әсәйеңдең бер үҙенә генә бик ауыр. Быйыл бөтә ларын бойҙай менән тултырҙым, бесәнде лә етәрлек ташыныҡ, әле тағы алып ҡайтаһы бар.
Сөмбөл уның һәр һөйләгән һүҙен йотоп барҙы, шатлығы эсенә һыйманы. Байрас әҫәрләнеп уны күҙәтте, уның оҙаҡ ҡайтмауының төп сәбәбе – Сөм бөл дө нисек тә оноторға тырышыу ине. Ә бына хәҙер күрҙе лә уны нисек һа ғы ныуын аңланы. Эй, бер генә ҡосаҡлап үбәһе ине, унан һуң атаһы ник диуарға те рәп атмаһын шунда, бер генә тапҡыр... Сөмбөлдөң шат йөҙө, балаларса самими һөйөнөүе уның күңеленә ниндәйҙер татлы рәхәтлек бирә ине.
– Әйҙә, һал майкаңды, йыуып эләм. Бына бында ҡояшта йылынған һыу бар, йыуын. Мунса өлгөрмәне шул әле.
– Һин һалып торһаң, йыуынам, – тине Байрас, йылмайып.
– Һалып торам, Байрас, бына бында үләнгә эйел.
Ул күнәк менән йылы һыу алып килеп, Байрасты йыуындырҙы.
– Сәстәрең шундай үҫкән, был эҫелә нисек йөрөйһөң? – тип Сөмбөл уның ҡуйы сәс араһына бармаҡтарын батырып, һыу менән сайҡаны.
– Ҡыҙҙарға шулай оҡшай, – тине тегеһе, көлөп.
– Э эй, һин пеләш килеш тә матурһыңдыр. Беҙҙең ауыл ҡыҙҙарын ғына түгел, әбей ҙәрен дә үҙеңә ғашиҡ итеп бөтөргәнһеңдер. Мин уларҙы йәлләйем, һин берәү, ә улар күп. – Сөмбөл матур итеп сылтыратып көлдө. Байрастың елкәһенә ҙур таҫтамал килтереп япты. – Һин бит әле Азаматты күрмәнең. Әйҙә, күрһәтәм,
ул атайға оҡшай бара, һеҙҙең яҡҡа тартҡан. Улар алмағасҡа эленгән бишек янына килеп баҫты. Уйынсыҡтары менән уй нап ятҡан бала, әсәһен күреп, йылмайып ебәрҙе, биттәре матур итеп соҡорайҙы. Ул күҙгә күренеп үҫкән, тыпырсынып көлә, ығы ығы килеп үҙ янына са ҡыра.
– Ҡара әле, улым, кем ҡайтҡан? Байрас ағайың ҡайтты бит. Һин, улым, тыныс ҡына ятып тор. Мин ағайыңды ашатайым да унан һине ашатырмын, йәме.
Сөмбөл өҫтәлгә яңы бешеп сыҡҡан туҡмаслы аш, һөт өҫтө килтереп ҡуйҙы.
– Аша, һин бит эш кешеһе, – тип Байрас ҡаршыһына килеп ултырҙы.
– Сөмбөл, һеҙҙең хәлдәр нисек һуң, ағай менән борсаҡ бешәме?
– Юҡ, Байрас, беҙ уның менән сит кешеләр. Мин һиңә бер ваҡиға һөйләйем, атайҙарға әйтмә, – тип өсөнсө көн булған хәлде еткерҙе. – Һинең ҡатының, ти
гән гә асыуланма инде, телемә беренсе ни килде – шуны әйттем. Мин Булатҡа ҡаршы килә алмайым, өйләнһен, ул ҡыҙ минең ише йүләр түгелдер, аҡыллылыр. Бала тип, бөтөнөбөҙ бәхетһеҙ була алмайбыҙ бит инде. – Сөмбөл үҙенең уйҙары менән ҡайҙалыр йыраҡҡа китте. Унан һүҙен дауам итте: – Өйләнһен, бәхетле булһын. Ул яҡшы кеше, мине яратмаған өсөн генә насар тип әйтә алмайым. Нишләйһең бит, бөтә кеше лә үҙ тиңен таба алмай, ысын мөхәббәт ул меңгә бер генә була, тиҙәр. Мин, күрәһең, шул меңдәр араһына инмәйемдер. Байрас Сөмбөлдән күҙҙәрен ала алманы. Хистәремде әйтергәме, тип уйлаған ине, иртәрәктер, тип уйҙарынан кире ҡайтты.
– Байрас, бәлки, һин беҙҙе алып ҡайтып китерһең, әсәйгә үҙем аңлатырмын. Аңлар әле, кешелә була торған хәл. Көҙ етә бит, Булат та үҙенә урын тапмай. Беҙ бында кәртә генә булып торабыҙ.
– Сөмбөл, мин һеҙҙе хәҙер алып китә алмайым. Йөк машинаһында бала ҡурҡыр. Һуңыраҡ, эш бөткәс, еңел машина менән илтеп ҡуйырмын, әҙерәк түҙ ин
де, – тип уға моңһоу бер ҡараш менән текәлде лә, ауыр һулап: – Эх, Сөмбөл, һин киткәс, был баҡсала бик күңелһеҙ булыр бит, – тине.
– Ҡурҡма, башҡалар уны тағы ла нығыраҡ йәмләр. Ишеттеңме был йырҙы:
Сәскәләрҙең ниңә кәрәге бар,
Өҙөп бирер кешең булмаһа...
– Ә һин уларҙы миңә бир, Сөмбөл.
– Миңә улай итеп ҡарама. Байрас, һин һуңға ҡалдың, ә мин ашыҡтым, минең
сәс кәләр һулыны. Һулыған сәскәләр кемгә кәрәк?
Ул арала:
– Апай, беҙ ҡайттыҡ, – тип Әлфистең ҡысҡырған тауышы ишетелде. Йүгереп килеп, ағаһын ҡосаҡлап алды.
– Машинаңды ал, атты индерергә кәрәк. Былай оҙаҡлап ҡайҙа йөрөнөң? Ағай, Азаматты күрҙеңме әле, матур бит, үҫкәнме? – тип, ағаһына ауыҙ асырға ла ирек
бирмәйенсә, бер бер артлы һорауҙар яуҙырҙы. Эшселәр ҡайтты, тимәк, баҡса та ғы гөрләйәсәк. Сөмбөл, ашығып, самауырын яңыртты, йәшелсәләр тураны, бе шергән икмәген өҫтәлгә ҡуйҙы. Барыһы ла, шау гөр килеп, баҡсаға кереп тулды, Сөмбөлдөң өйҙә икәнен күргәс, йәндәренә йылы инде.
– Әйҙәгеҙ, ҡулдарығыҙҙы йыуығыҙ, аш һыуына, – тип йылмайҙы Сөмбөл.
– Нисек торҙоғоҙ, ҡыҙым? Һиңә лә бында эш күп булды инде. Ҡайҙа әле минең тәтәйем? – тип Шәфҡәт ағай бишеккә килде.
Әгәр бөгөн улар ҡайтыуға был бишек буш булһа, баҡсала Сөмбөл йылмайып тормаһа, уның йөрәге түҙә алған булыр инеме икән? Ул, шатланып, баланы
ҡулына алды, Гөлфиә апай ҙа ейәне янына килде, серле итеп иренә ҡарап ҡуйҙы.
Был ҡараш «Хоҙайҙың рәхмәте, китмәгәндәр бит» тигәнде аңлата ине. Сөмбөлдөң беренсе тапҡыр бешергән икмәген тәмләп, маҡтай маҡтай аша ны лар.
– Аллаға шөкөр, бесәнде бөтөрҙөк, хәҙер әсәйең өйҙә булыр, ә һеҙҙе Әлфис менән Зәйнулла шишмәһе янындағы сейәлеккә алып барырмын, – тип Шәфҡәт ағай Сөмбөлгә ҡараны.
– Атай, Байрас, һеҙҙең ауылда эшләйем, ти, мин дә берәй аҙнаға ауылға ҡайтып киләйем әле, – тине Сөмбөл ялбарыулы тауыш менән.
Өҫтәл артында тынлыҡ урынлашты. Аталары серле итеп Булат менән Байрасҡа ҡарап алды.
– Туҡта, ҡыҙым, һин башта ҡалаға барып, өҫ башыңды ҡарап ҡайт, һин бит хәҙер әсә кеше. Әсәйең аҡса бирер, ни теләһәң, шуны ал, унан матур кейенеп
кенә ауылыңа ҡайтырһың. Ана, Әлфискә лә мәктәпкә әйберҙәр алаһы бар, икәү йөрөп ҡайтығыҙ. Азаматтың кейемдәре лә бәләкәйләнгән. Булат, һиңә машинаға право алыу тураһында уйларға кәрәк, берәй ҡайҙа барырға булһа, гел Байрасты көтәбеҙ. Машина тора, ә йөрөтөргә кеше юҡ. Ә һин, улым, ҡайҙа, ни
эштәр бөтөрөп йөрөнөң? – тип Байрасҡа боролдо.
Байрас үҙенең Сөмбөлдәр ауылында эшләүен, ҡоҙағыйҙарҙа тороуын, уға бесән менән ярҙам итеүен ҡыҫҡаса ғына һөйләп бирҙе. Атаһы:
– Шулай кәрәк, маладис, улым. Әллә бер ике көнгә беҙ ҙә барып ҡайтабыҙмы, ҡәйнәңә ярҙам итергә кәрәк, – тип Булатҡа ҡараны.
– Барайыҡ һуң, минең өс көн ялым ҡалды әле. Байрас, һин ҡасан китәһең?
– Белмәйем, бөгөн китһәм дә, иртәгә өстә китһәм дә ярай.
Мин былай больницаға тип киткән инем. Бына, ҡул шешә, тимерсыбыҡ кергәйне, – тип ҡулын күрһәтте. – Әсәй, берәй нәмә яп әле, һыҙлай, йүнләп йоҡлаған да юҡ.
– Эй, балам, ҙурға киткән бит был, ниңә больницаға барманың?
– Унда барһам, бында ҡайта алмай инем, сәбәпһеҙ ебәрмәйҙәр, ямғырҙар башланғансы тип ҡыуалар.
– Бындай яраларҙы ҡарарға Сөмбөл оҫта, барыбыҙҙы ҙа ул ҡараштырып, бәйләп тора, – тип һүҙгә ҡушылды аталары. – Сөмбөл, кил әле, ҡыҙым, йөрәгең етһә, ҡара әле.
Сөмбөл Байрастың майкаһын йыуып элде лә, ҡулын һөртә һөртә, улар янына килде.
– Абау, ҡулһыҙ ҡалаһың бит, ниңә былай йөрөйһөң, ниңә әсәйемә күр һәт мә нең?
– Бөгөн генә шулай ныҡ шеште, кисә былай уҡ түгел ине.
Сөмбөл Байрастың ҡулын әйләндереп ҡараны ла:
– Әсәй, араҡы бир әле, – тине.
Өйгә инеп, үҙенең дарыуҙар тартмаһын күтәреп сыҡты. Ярты стакандан артығыраҡ араҡы һалып, Байрасҡа һуҙҙы.
– Мә, эс тә башыңды тегеләйгә бор.
Сөмбөл өҫтәлгә таҙа бәҙ йәйҙе, Байрастың ҡулын араҡы менән йыуҙы. Шеше беләккә тиклем еткән – бармаҡҡа кергән тутыҡ тимерсыбыҡ үҙ эшен эшләгән.
– Ҡурҡма, һин мине ҡотҡарҙың, хәҙер мин һине ҡотҡарырмын, – тип йылмайҙы Сөмбөл.
Байрастың әллә араҡынан, әллә Сөмбөлдөң шулай бик яҡын тороуынан башы әйләнде. Өҫтәл янында ултырыусылар, тын алырға ла ҡурҡып, Байрастың ҡу лына текәлде. Шәфҡәт ағай Байрастың Сөмбөлгә төбәлгән күҙ ҡарашын күҙәтте.
Эйе, ата кешенең тәжрибәһе етерлек, улының хистәрен тын алышынан уҡ аңланы.
Сөмбөл уның ҡулына килеп ҡағылыуға, Байрас, күҙҙәрен йомоп, башын аҫҡа эйҙе. Юҡ, был ауыртыуҙан да, ҡурҡыуҙан да түгел. Ул, ата әсәһе, ағаһы уның
хис тә рен аңлар тип, ҡурҡты. Сәләмәт ҡулы менән үҙе ултырған ултырғысҡа нығытып тотондо. Былар береһе лә атаһы ҡарашынан ситтә ҡалманы.
Сөмбөл, Байрас күрмәһен тип, ҡабырғаһы менән баҫты ла тулышҡан шеште энә менән соҡоп асып ебәрҙе, йыйылған эрен, шуны ғына көткәндәй, ағып кит те. Байрас, күҙҙәрен йомған килеш, әкрен генә башын Сөмбөлгә терәне, шундай рәхәт ине уға был мәлдә.
– Ауыртамы? Ауырталыр шул, әсәйгә күрһәткән булһаң, былай уҡ аҙмаған булыр ине. Ул бындай яраларҙы бик оҫта дауалай, – тип һөйләнә һөйләнә, Сөмбөл ҡаны сыҡҡансы шеште ҡыҫты. – Бына хәҙер еңеләйеп китерһең, һыҙлауы ла баҫылыр.
– Килен, бына был дарыуҙы яп, ул шеште ныҡ һура.
– Юҡ, әсәй, ни һөйләйһең, шундай сибәр егет нисек инде һаҫыҡ дарыу һөртөп йөрөһөн, ул бит ҡыҙҙар янында эшләй. Бына был алоэ гөлөн ярып ябабыҙ ҙа яҡшылап бәйләйбеҙ.
– Байрас, булды, уян, – тип көлөп, биттәрен услап тотоп, башын күтәрҙе. –
Бул ды, тим, бар, ят, йоҡла, әллә ысынлап иҫереп киттең инде?
Эйе, ул иҫерҙе. Уның яҡынлығы, уның йомшаҡ ҡулдары, уның наҙлы тауышы Байрасты тамам иҫертте.
– Эй, улым, – тине атаһы һуҙып, мин барыһын да аңланым тигәндәй, Байрастың күҙҙәренә ҡараны. Байрас та атаһының күҙ ҡарашынан һиҫкәнеп ҡуйҙы. Әйтерһең, атаһы уның
йы раҡҡа йәшереп һаҡлаған күңел һандығын асты. Атай менән ул мәғәнәле итеп бер береһенә ҡарашып ҡуйҙы. Ошо таҙа кәүҙәле, оҙон буйлы сибәр улы – бәләкәй генә Сөмбөлдөң ҡоло. Ә Сөмбөл ауылдың беренсе егете булған әзмәүерҙәй
Байрастың кем өсөн йән атып йөрөүен башына ла индермәй.
Байрас урынынан торҙо ла, бер һүҙ өндәшмәй, бер кемгә күтәрелеп ҡарамай, өйгә инеп китте.
Иртән ирҙәр, өсәүләшеп машинаға ултырып, Сөмбөлдәр ауылына китте. Ике көн дә бөтә эште бөтөрөп ҡайтып та еттеләр.
Сөмбөлдөң әсәһе, уларҙы күргәс, шатланып туя алманы. Ҡоҙаһы киленен маҡтап бөтөрә алманы.
– Рәхмәт, ҡоҙағый, аҡыллы, уңған ҡыҙ үҫтергәнһең, ҡулынан килмәгән эше
юҡ. Әҙерәк эштәр еңеләйһен дә, берәй аҙнаға ҡунаҡҡа килтерербеҙ.
Ҡоҙаһы үҙе шулай тип торғас, Сания апайҙың башы күккә тейҙе.
– Рәхмәт, ҡоҙа, бик һағындым үҙҙәрен, әҙерәк тороп китһәләр, бик һәйбәт булыр ине, – тип ҡыҙын көтөп ҡалды.
Шәфҡәт ағай әйткән һүҙендә торҙо: барыһы бергә тейәлешеп Зәйнулла шишмәһенә сейәгә киттеләр. Сөмбөл КТФ һүҙен күп тапҡыр ишетһә лә, был бәләкәй
генә ауылға беренсе тапҡыр аяҡ баҫыуы ине. Ҙур өс тау уртаһында бәләкәй генә күл. Йәнәшәлә – егермеләп өйҙән торған ауыл. Бер яҡ тау битендә – гел йылҡы көтөүе, күлдең икенсе яғындағы тау битендә – һыйыр көтөүе, өсөнсө тауҙа – халыҡ малы: һарыҡ, быҙау көтөүе. Ауылды ҡап уртаға бүлеп, буйынан буйына әрәмәлек һуҙылған.
– Шундай бәләкәй генә ауылға ни тиклем мал! – тине Сөмбөл, иҫе китеп.
Шәфҡәт ағай атын күлгә һыу эсерергә туҡтатты.
– Бына хәҙер, килен, ҡарап тор, саң һуғасаҡтар.
Ысынлап та, тимер саң ҡағыуға, тау битендәге йылҡы көтөүе ҡара болот булып аҫҡа томоролдо, кардаларға инеп тулды.
– Күрҙеңме инде, ике сәғәт һайын бейәләр һауымға төшә ҡолондарын имеҙергә. Әҙәмдән дә аҡыллы бит улар. Көтөүсе лә кәрәкмәй, бөтә көтөүҙе бер нәҫел айғыры көтә!
Сөмбөл, хайран ҡалып, туплауҙан күҙен ала алманы.
Улар бик күңелле итеп сейә йыйҙы. Тау битендә сылтырап Зәйнулла шишмәһе ағып ята, шул һалҡын һыуға мана мана, бик тәмләп икмәк ашанылар. Ҡыҙыу көндә шишмә һыуы менән икмәктең үҙ тәме, үҙ рәхәте. Шул һыуҙы эсеп, битте генә йыуһаң да, бөтә арыуың бөтөп, йәнең сихәтләнеп китә...
– Килен, матурмы беҙҙең яҡтар? – тине Шәфҡәт ағай. Унан үҙ һорауына үҙе үк яуап бирҙе: – Матур! Ҡара, күпме игенлек, күпме мал! Аллаға шөкөр, бай лыҡ та
муллыҡта йәшәйбеҙ. Юҡҡа ғына «Ҡыҙыл партизан»ды миллионер колхоз тимәйҙәр. Хәҙер ҡымыҙханаға ла инербеҙ, улыма йылы бейә һөтө алырбыҙ. Беҙҙең апайҙар ҡымыҙҙы бик шәп бешә.
Ҡайтышлай күмәкләшеп ҡымыҙхана янында туҡтанылар ҙа туйғансы ҡымыҙ эстеләр. Унан, тирә яҡтың матурлығына тағы бер ҡат һоҡлана һоҡлана, ҡайтыр юлға ҡуҙғалдылар.
Сөмбөл менән Әлфис ҡалаға барып кейенеп ҡайттылар. Сөмбөл үҙенә бик матур, оҙон итәкле, сейә төҫөндәге бер костюм, өйҙә кейергә килешле генә күл дәк
алды. Әлфискә лә күлдәк менән салбар, ботинка алдылар, бөҙрәханаға инеп, матур итеп сәсен киҫтерҙеләр.
Өйгә ҡайтҡас, Байрас үҙҙәрен:
– Сөмбөл, ҡоҙағый иртәгә кискә һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Унда кисә бик йыраҡ тан ҡунаҡтар ҡайтты, улар янына ҡунаҡ йыя, – тип шатландырҙы.
– Байрас, әйҙә, мин һиңә аш бүлеп бирәм, – тип Сөмбөл аш йылытырға баҡсаға сығып китте. – Ниндәй ҡунаҡтар ҡайтты, һөйлә әле. Һин ашығаһыңмы? Ҡу
лың төҙәләме?
Байрас, ашауын онотоп, Сөмбөлдө күҙәтте. Уның шулай балаларса һөйөнөүен, һандуғас кеүек һайрауын ярата ине ул.
– Нисек төҙәлмәһен, һин ҡағылған ерҙә гөлдәр үҫә бит.
– Әллә тағы бер бармаҡ үҫтеме? – тип шаяртты Сөмбөл. – Шулай ҙа, ҡайҙа, ҡарайым әле, – тип уның ҡулына үрелде. – Ярай, ысынлап та, төҙәлеп килә, тик әҙ
генә асыҡ ере бар, ялҡынһынып та тора. Иртәрәк һалғанһың бәйләүесеңде, яраңа бысраҡ ингән, тағы шешәсәк бит. Хәҙер таҙартып бәйләйем,– тип өйгә инеп
китте.
Дарыулы тартмаһын күтәреп сыҡты, яраны таҙартып, яңынан таҙа бинт менән бәйләп ҡуйҙы.
– Һиңә шәфҡәт туташына уҡырға кәрәк, Сөмбөл. Һиңә был эш бик килешер ине.
– Уҡырға инермен тигән инем дә, бына бит нисек килеп сыҡты. Хәҙер инде бала менән бер ҡайҙа ла уҡый алмаясаҡмын. Барыһы ла хыялда ғына ҡалды.
Уҡыу ҙа, аҡ туй күлдәге лә, аҡ атҡа атланған принц егет тә... Булатты күрҙем дә барыһын оноттом... Йә, ярай, булған – бөткән, уйлағым килмәй, уйлаһам, йәшәгем килмәй.
– Сөмбөл, юҡҡа ҡайғырма әле, бер яйы сығыр. Мин китәйем, иртәгә әсәйеңдә осрашырбыҙ.
Сөмбөл дә, осрашырбыҙ, тип йылмайып оҙатып ҡалды.
Икенсе көндө, кейенеп яһанып, күстәнәстәр алып, Сөмбөлдәр ауылына – Байрамғолға ҡунаҡҡа киттеләр. Улар килгәндә, ҡунаҡтар йыйылышҡан, өй эсе шау гөр килеп тора ине.
Сания апай, уларҙың килгәнен күреп, йүгерә атлай ҡаршы алырға сыҡты.
– Эй, ҡыҙым, эй, ейәнем, – тип ҡайһыһын беренсе ҡосаҡларға белмәне.
Өйҙәге ҡу наҡтар ҙа уларҙы ҡаршы алырға сыҡты. Араларында бик сибәр, сәсенә аҡ ҡырау төшкән, шулай ҙа егеттәр кеүек төп төҙ кәүҙәле, мөләйем йөҙлө, Сөмбөлгә таныш түгел бер ир күренде. Ул, башын ҡырын һалып, яңы килгән ҡунаҡтар ҙы күҙәтә ине.
Әсәһе:
– Ҡыҙым, таныш бул, был – Әнүәр ағайың, беҙ уның менән ике туған булабыҙ.
Бик йыраҡтан ҡайтты, – тип әсәһе Сөмбөлдө таныштырҙы.
– Һаумы, Сөмбөл һеңлем. Ҡайҙа үҫкән бындай сибәр ҡара ҡарлуғас?
– Һаумыһығыҙ, – тине Сөмбөл оялып ҡына, – ошонда үҫтем.
– Һин беҙҙең яҡ, Урта Азия ҡыҙҙарына оҡшағанһың.
– Әйҙә, ҡыҙым, әбейеңдең ағаһы – Ибраһим бабайың да ҡайтҡан, инеп күреш, – тип әсәһе өйгә алып инеп китте.
Барыһы йыйылышып, табын артына ултырҙылар, таныштылар. Өҫтәл яны гөр килеп торҙо, бер аҙ ҡыҙып алғас, ағаһы һыҙҙырып гармун уйнап ебәрҙе.
Сөмбөл уға ҡушылып йырланы:
Һағынғанда аҡ болотҡа ҡара,
Аҡ болоттар булып мин ағам.
Шыбыр+шыбыр ямғыр яуа, тимә,
Күҙ йәштәре булып мин тамам...
Эштән яңы ғына ҡайтып ингән Байрас, кем шулай матур йырлай икән тип, түр яҡҡа үрелеп ҡараны. Ҡара сәстәрен матур итеп өйөп ҡуйған, сейә төҫөндәге матур костюмын кейгән Сөмбөлдөң йырлағанын күргәс, таң ҡалды. Йәш ҡатындың тауышы йөрәккә үтеп инә, күңелдәрҙе айҡап сыға ине. Уны ҡабат ҡабат йырлаттылар. Шәфҡәт ағай менән Гөлфиә апай Сөмбөлдөң йырлауын беренсе тапҡыр ишетә. Бына ниндәй һандуғас йәшәй икән уларҙың өйөндә!
Ә Сөмбөл йырланы ла йырланы. Байтаҡ йырлағас, ярай, етер, тип, аш өйөнә сығышлай, Байрасҡа килеп төртөлдө.
– Бәй, ни эшләп тораһың? Ин, ултыр, аша эс, ҡунаҡ бул, – тип йылмайҙы.
– Йырлауыңды тыңланым, – тине Байрас, уның күҙҙәренә ҡараны. – Иҫ киткес!
...Ҡунаҡтар таң алдында ғына таралышты. Шәфҡәт ағайҙар ҙа ҡайтырға йыйынды.
– Килен, һинән, ейәнемдән башҡа өйҙөң йәме булмаҫ, һин бик оҙаҡламаҫһың инде. Берәй аҙнанан үҙем килеп алырмын.
Сөмбөлгә бында эш күп, шулай ҙа әсәһе янында иркен һуланы. Әнүәр ағаһы менән бик тиҙ уртаҡ тел таптылар, кистәрен һыу буйына төшөп ул тыр ғы ла
нылар, йәш айырмалары байтаҡ булыуға ҡарамаҫтан, һөйләшер һүҙҙәре лә табылды.
Инде аҙна үтеп бара, Сөмбөл әле һаман үҙ хәлен бер яҡҡа ла яйлай алмай йөрөй. Аптырағас, ҡунаҡ ағаһы менән һөйләшеп ҡарарға уйланы. Китергә ике көн
ҡалғас, Сөмбөл, бер үтенесем бар, тип, Әнүәр ағаһын һыу буйына саҡырҙы. Баланы алып, һыу буйына төшөп ултырҙылар.
– Әнүәр ағай, мин бик сетерекле хәлдә ҡалдым бит, һеҙҙән башҡа бер кемгә һөйләй алмайым, бәлки, аңларһығыҙ. Миңә һеҙҙең кәңәшегеҙ, ярҙамығыҙ кәрәк. Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин бөтөнләйгә ҡайттым, ләкин әлегә был хаҡта берәү ҙә: әсәйем дә, ҡайнымдар ҙа белмәй.
– Сөмбөл, үҫкәнем, бик һәйбәт йәшәйҙәр, бик яҡшы ғаиләгә тура килде, тигәйне бит әсәйең.
– Булаттың ата әсәһе лә, туғандары ла бик яҡшы кешеләр, мин уларҙы бик
хөр мәт итәм. Әнүәр ағай, мин һиңә дөрөҫөн һөйләйем. – Сөмбөл башынан уҙғандарҙы теҙеп бирҙе. – Мин китмәйенсә, Булат үҙенең яратҡан ҡыҙына өй
ләнә алмай, ә мин уның юлында кәртә булырға теләмәйем. Беҙҙе бала ла бәйләй алманы. Үҙ ара һөйләшмәйбеҙ, бергә йоҡламайбыҙ. Миңә бик ауыр, мин үҙемде уның муйынына көсләп тағылған таш кеүек хис итәм, уның да минән тиҙерәк ҡотолғоһо килә шикелле. Яратмаған кеше менән бер түбә аҫтында ғына түгел, бер ҡалала йәшәү ҙә ҡыйын, тиҙәр. Бына шундай хәлдәр, ағай... Әгәр мөмкин булһа, улым менән мине бынан алып кит. Айырылып ҡайтһам, мине әсәйем аңлмаясаҡ...
– Бына нисек икән. Һин балаңдың атаһынан башҡа йәшәй алырһыңмы һуң?
Үҙ үҙеңдән ҡасып булмай бит, әллә ҡайҙарға китһәң дә, хистәрҙе ҡалдырып булмай, – тип Әнүәр ағай Сөмбөлдө ҡосаҡлап алды.
– Ағай, нишләргә һуң миңә, ғүмер буйы шулай йәшәргәме?
– Юҡ, улай тимәйем. Мин риза, теләһәң, беҙҙең менән китә алаһың, ләкин ҡасып түгел, барыһы менән аңлашып, хушлашып китергә кәрәк.
– «Бала бәләкәй» тигән һылтау менән ҡайным ебәрмәҫ тип ҡурҡам. Ағай, ҡатының ҡаршы килмәҫме, беҙҙе ҡабул итерме?
– Беҙ еңгәң менән икәү генә йәшәйбеҙ, балаларыбыҙ булманы. Икебеҙ ҙә хирург булып эшләйбеҙ. Һеҙҙе генә ҡарарға мөмкинлегебеҙ бар. Улайһа, йыйын,
әсә йеңә үҙең аңлат. Кәрәк урында үҙем булышырмын. Ҡайғырма, Сөмбөл үҫкәнем, һине бына тигән кешегә кейәүгә бирермен. Әйҙә, үкенһендәр һине һөймәгәндәр, – тип йылмайҙы ағаһы. – Документтарыңды әҙерлә. Беҙ йылы яҡта йәшәйбеҙ, күп әйбер алырға түгел. Беҙгә килгәс, кәрәк әйберҙәреңде алырбыҙ. Ике көндән китәбеҙ, әҙер булып тор.
– Рәхмәт, ағай, һин мине был ғазаптан ҡотҡараһың. Мин ғүмергә һинең алда бурыслы.
– Рәхмәт әйтергә ашыҡма, һағынып иламаһаң әле.
– Нисек тә түҙермен. Эшләрмен, мин бер эштән дә ҡурҡмайым.
– Һөнәрең бармы һуң һинең?
– Юҡ шул, ағай. Медицина училищеһына инергә уйлағайным, тормош былайға әйләнгәс, оноторға тура килде.
– Ҡайғырма, уҡытырбыҙ.
Сөмбөлдөң күҙҙәре ялтыраны, һөйөнөсө эсенә һыйманы: «Бөгөн кис әсәйемә барыһын аңлатам, унан Байрас менән һөйләшермен».
Киске яҡта, көтмәгәндә, бик борсоулы йөҙ менән ҡайныһы килеп инде.
– Килен, һине алырға килдем, ҡәйнәң, йығылып, аяғын һындырҙы, өйҙә кеше юҡ. Асыуланма инде, ҡыҙым, ул һауыҡҡас, тағы килтереп ҡуйырмын.
Сөмбөлдөң башына күҫәк менән һуҡҡандай булды. Әсәһе лә:
– Йыйын, балам, ҡоҙағыйым харап булған бит. Бар, ҡыҙым, йыйын, – тип ашыҡтырҙы.
Иларҙай булып, Сөмбөл ағаһына ҡараны. Ағаһы, уның юғалып ҡалғанын
күреп:
– Әйҙә, әйберҙәреңде йыйырға булышам, – тип Сөмбөлдө үҙе менән икенсе бүлмәгә алып инде. – Һеңлем, мин һиңә адресымды ҡалдырам. Ҡасан киләһеңде әйтеп хат яҙырһың. Оло кешеләрҙе ауыр саҡта ташлап китеү килешмәй, берәй айҙан шәбәйер, килерһең. Мин һиңә беҙгә нисек килергә икәнде яҙып ҡалдырырмын. Сәмәрҡәндҡә ҡайтҡас, хат яҙырмын, аҡса һалырмын.
– Ағай, хатыңды бында яҙма. Әсәйем белһә, ебәрмәйәсәк. Бына ошо адресҡа яҙырһың, – тип Сөмбөл тиҙ генә Верочканың адресын бирҙе.
Тағы китә алманы ул. Яҙмыш уны, нишләптер, Арыҫлановтар ғаиләһенән сығарып ебәрергә ашыҡманы. Инде өсөнсө ҡат яҙмыш уны яңынан был ғаиләгә ҡайтарҙы. Был юлы Сөмбөл иламаны, бәргеләнмәне, ул үҙен бында ярҙамға килгән итеп кенә тойҙо. Ҡәйнәһен ауыр хәлендә ташлап китеү намыҫһыҙлыҡ булыр ине, улар бит үҙҙәре Сөмбөлдө ауыр саҡта ташламанылар.
Көҙ ҙә етте, ә көҙҙөң – үҙ мәшәҡәттәре. Бер ай үтһә лә, Гөлфиә апай әле ҡултыҡ таяҡтары менән генә йөрөй. Бындай хәлдә ауыл ерендә бер ниндәй эш эшләп булмай.
Булат менән Байрас ҡайтып, картуфты ҡаҙып алды, баҙға төшөрҙө. Сөмбөл менән Әлфис көҙгө сәскәләрҙең һуғандарын киптереп, картуф янына урынлаштырҙы. «Яҙға быларҙы кире ултыртырһың»,– тип Сөмбөл Әлфискә яҡшылап аңлатты. Көҙгө алмаларҙы, Әлфис күрмәгәндә ҡағыҙға төрөп, баҙға төшөрөп
ҡуйҙы. Сөмбөл киткәс, уға күстәнәс булыр. Алма тултырған оло бер тартманы айырым бер мөйөшкә йәшерҙе. Алма өҫтөнә бик матур күлдәк ҡуйҙы. Ул уны
ҡалаға һуңғы барыуында Әлфискә тип алғайны. «Был йылы күлдәк, солтаным, һине мин киткәс йылытыр. Һин беҙҙе бик юҡһынырһың инде», – тип уйланы.
Әлфистең Яңы йыл байрамынан һуң тыуған көнө, тартма өҫтөнә ҡотлау ҡағыҙы ҡуйҙы.
Ул һәр көнөн был йорт менән хушлашыуға бағышланы, һәр әйбер матур, иҫкә алырлыҡ булһын, тип тырышты. Ҡәйнәһен ололап хөрмәтләп ҡараны, өҫ
кейемен һәр ваҡыт алыштырып, йыуып торҙо, мунса индерҙе. Әлфисте дәрес әҙерләргә, яуаплылыҡҡа өйрәтте.
– Бына Азамат мәктәпкә барғас, һинең ағайың «икеле» ҡапсығы, тип көлөрҙәр. Ул ҡайтып, миңә булыш әле, тиһә, «белмәйем» тиерһеңме? Үҙеңә лә оят бу
лыр. Тырышып, «бишле»гә генә уҡы! Ҡыҙҙар күп белеүсе егеттәрҙе ярата, – тип өгөтләне.
Һүҙҙәренең файҙаһы теймәй ҡалманы. Әлфис, мәктәптән ҡайтҡас, Азаматҡа ҡысҡырып китап уҡыны. Азамат үҫте, ул инде ултыра башланы. Әлфистең күлдәген тартҡылай, ҡысҡырып көлә. Ялға ҡайтҡан сағында Булат Азаматты ҡулынан да төшөрмәне. Бала уны үҙ итеп, биттәрен, танауын тешләп, еүешләп бө төрә.
Сөмбөл һуңғы ваҡытта барыһы менән уйнап көлөп һөйләште. Булат менән үҙен тыныс тотто, нимә булһа ла һораһа, күҙенә ҡарап асыҡтан асыҡ яуап бирҙе.
Байрас уны аҫтан ғына күҙәтте. Сөмбөлдөң кинәт үҙгәреүен нисек аңларға: ул
үҙ хәле менән ризалашты, тиер ине, ағаһы менән аралары шул килеш ҡалды. Байрас Сөмбөлдөң ниҙер уйлап йөрөүен һиҙҙе, ләкин аңлап ҡына бөтөрә ал ма ны.
«Ҡалаға барып ҡайтайым әле»,– тип Сөмбөл бер көндө үҙе генә ҡалаға китте.
Верочка өйөндә уны ағаһынан хат көтә ине. Сөмбөл һөйөнөсөнән әбейҙе ҡосаҡлап үпте. Верочка аптырап ҡалды.
– Ниндәй шатлығың бар? Кемдән хат килде?
– Верочка йәнем, мин йыраҡҡа китәм. Һиңә хат яҙып торормон, тик, адресыңды бер кемгә бирмәйем, ҡайҙалығыңды берәүгә лә әйтмәйем, тип һүҙ бир.
– Ярай, ҡояшым, ярай. Ләкин һин хат яҙ, яңғыҙ ҡарт әбейеңде онотма. Минең бит бер яҡын кешем дә юҡ!
Сөмбөл баҙарҙан улына комбинезон, салбар, күлдәктәр алды. Шатлығын эсенә йотоп, ауылға ҡайтты. Бөгөн ул өйҙәгеләрҙе тәмле алма бәлеше менән һыйларға уйланы. Ауыҙ эсенән көйләй көйләй, аш һыу әҙерләне. Өҫтәл ур та һындағы астраларҙы ла ситкә алманы, шуның тирә яғына барыһына ла ҙур ҙур бәлеш киҫәктәре ҡуйҙы. Табын шундай мул, матур, күңелле һәм барыһы ла бәхетле
кеүек ине.
Ҡәйнәһе тиҙерәк терелһен тип, хәленән килгәндең барыһын да эшләне: кисен дарыуҙар менән уның аяҡтарын ыуҙы, йылы һыуҙа тотто. Был өйҙән нисек тә көҙгө һыуыҡтар башланғансы китергә ашыҡты.
Гөлфиә апай ике ай тигәндә ныҡлап йөрөп китте. Сөмбөлдөң дә был йортҡа аяҡ баҫыуына бер йыл тулды, ауыр булһа ла, көндәр, йылдар уҙа икән.
– Әсәй, ноябрь байрамына Азамат менән әсәйем янына ҡайтып киләйем әле?
– Ярар, ҡыҙым, баҡса эштәре бөттө, инде өй эштәрен үҙем дә ҡарармын.
Ҡунаҡ булып кил, Байрас илтеп ҡуйыр, – тип ҡәйнәһе ҡаршы килмәне.
Байрамға Байрас ҡайтты, Булат ҡайтманы. Сөмбөл, тағы Фәриҙәһе янына киткәндер. Һуңғы тапҡыр күрә лә алманым үҙен, тип кәйефһеҙләнһә лә, һис кемгә белгертмәне.
Сөмбөл барлыҡ әйберҙәрен алдан йыйып әҙерләгәйне. Өйҙәгеләргә һиҙҙермәй генә, кеше күрмәҫ элек тип, машинаға бер сумка әйберен сығарып ҡуй ҙы.
Бер ни булмағандай, барыһы менән хушлашып, күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә тырышып, Азамат менән машинаға инеп ултырҙы.
– Бер аҙнанан да оҙағыраҡ тормағыҙ, ҡыҙым. Һеҙһеҙ өйҙә күңелһеҙ, ейәнемдең тауышынан башҡа өй буш. Ярай, иҫән һау барып етегеҙ, ҡоҙағыйға күп итеп сәләм әйтегеҙ, – тип ҡайныһы менән ҡәйнәһе ҡул болғап оҙатып ҡалды.
Сөмбөл йәшереп кенә күҙ йәштәрен һөрттө, Байрас көҙгөнән күрмәһен тип, улын алдына баҫтырып, битен уның артына йәшерҙе.
Байрас ашыҡманы, елдермәне, ошо мәлдән рәхәт табып, Сөмбөлдө үҙ ҡатыны, Азаматты үҙ балаһы итеп күҙ алдына килтереп, йылмайып ҡуйҙы. Әгәр шулай булһа, улар, аҙна һайын тейәлешеп, ҡәйнәһенә ҡунаҡҡа барырҙар ине... Уға ошо бәләкәй генә Сөмбөл кәрәк. Уның наҙлы ҡарашы, шылтыратып көлөүе, һу рып үбер өсөн яратылған матур ирендәре кәрәк, ул шуларҙың барыһын аҙна буйы һағынып йәшәй, аҙна аҙағында һөйөнә һөйөнә ауылына ҡайта...
– Шундай матур башҡайыңды ниндәй уйҙар баҫты, Сөмбөл? – тип йылмайҙы Байрас.
– Ул баш ҡасан да булһа бер уйлар өсөн бирелгән бит инде, – тине Сөмбөл, йылмайып. – Һин бөгөн бик матур күлдәк кейгәнһең, үҙең дә бик сибәр. Һин ба
ры һынан да сибәр. Ҡара әле, һин киткәс, беҙҙең ауыл ҡыҙҙары нисек йәшәрҙәр инде, меҫкенкәйҙәр.
– Улай мине бик сибәргә һанағас, ни эшләп һин ғашиҡ түгел миңә? – тине
Байрас һаҡ ҡына.
– Алла һаҡлаһын, Байрас, мин бер янып үлгәндән ҡалдым, икенсеһен күтәрә алмам. Минең башҡа бер ҡасан да ғашиҡ булғым килмәй, ул йән әрнеүҙәремде һис онота алмам, мин быны дошманыма ла теләмәйем. Мин бына был бәләкәй егетте генә яратырмын, уны бер кем менән бүлешәһем юҡ, ул минеке генә, ә мин уныҡы.
«Яраһына ҡағылмайым, тағы бер аҙ көтәйем. Хәҙер һүҙ башлаһам, ҡурҡытырмын ғына. Был юлы ағай менән асыҡтан асыҡ һөйләшергә кәрәк», – тип уйланы Байрас.
Уларҙы күреп, Сөмбөлдөң әсәһе һөйөнөп туя алманы:
– Кейәү ни эшләп килмәне? – тип былай ҙа яралы йөрәккә тоҙ һалды.
Байрас кис һуңлап ҡына ҡайтырға йыйынды, Сөмбөл уны оҙата сыҡты.
– Ҡасан килеп алайым, Сөмбөл?
– Кәрәкмәй, килмә, ваҡыты еткәс, мин үҙем ҡайтырмын. Барыһы өсөн рәхмәт, әлдә һин бар беҙҙе ҡайғыртырға. – Сөмбөл моңһоу ғына йылмайҙы.
Байрас, машинаһына инеп ултырғас, кире ишеген асты. Сөмбөл уны күреп:
– Нимә булды, Байрас? – тип һораны.
– Һиңә бер һүҙ әйткем килгән ине, – тине егет, матур күҙҙәре менән тултырып ҡарап.
Булат тураһында берәй нәмә әйтергә теләйҙер, тип Сөмбөл ҡурҡып ҡалды.
– Кәрәкмәй, әйтмә, мин бер нәмә лә белергә теләмәйем.
Ул, Байрастың күҙҙәренә ҡарап, эстән генә һаубуллашты, эйелеп, ирене менән әкрен генә уның битенә ҡағылды.
– Һау бул, Байрас, иҫән һау ҡайтып ет, – тип бышылданы ла ишекте япты, унан, артына ла боролоп ҡарамайынса, өйгә инеп китте.
Байрас байтаҡ ваҡыт ҡуҙғалып китә алмайынса ултырҙы. Сөмбөл ирене менән ҡағылған битен һыйпаны, уның йөҙөн күҙ алдына килтерҙе.
– Их, Сөмбөл, нимә эшләгәнеңде үҙең дә белмәйһең! Ағай ҡаршы килмәһә, мин һине бер кемгә лә бирмәйәсәкмен.
Байрамдар үткәс, Булат менән Байрас бергә ҡайтты. Ғүмере булмағанды, үҙ ара һөйләшер һүҙ тапманылар. Байрас бер нисә тапҡыр Сөмбөл тураһында һүҙ
баш ларға талпынһа ла, ҡыйыулығы етмәне. Уның ағаһына ҡаршы сыҡҡаны, уның менән телләшкәне булманы.
Улар өйгә ҡайтып ингәндә, атаһы менән әсәһе, Әлфис өсәүләп кино ҡарайҙар ине. Өйҙәге тынлыҡ сәйер тойолдо. Байрас әсәһенә һораулы ҡараш ташланы:
– Әсәй, Сөмбөл ҡайтманымы әллә? Ул бит, үҙем ҡайтырмын, килеп йөрөмә, тине.
– Ире килеп алғанды көтәлер, – тине атаһы, Булатҡа ҡарамайынса ғына.
– Мин уның әсәһенә киткәнен белмәнем бит, – тип ағаһы Байрасҡа ҡараны.
– Киләһе аҙнала ҡайтыр, ҡайтмаһа, барып алырһығыҙ. Бала менән был һыуыҡ та юлда йөрөмәҫ, ҡоҙағый ҙа ебәрмәгәндер, килеп алырҙар, тигәндер. Әҙерәк ял итһен, мин аяҡһыҙ ултырғанда, эш бик күп булды. Йәш кенә булһа ла, бөтә эштең яйын белә, еренә еткереп эшләй. Һин, улым, ул бер эш рәте белмәй, тигәс, ҡурҡып ҡалған инем, белә, улым, барыһын да белә. Һин уны яратмағанға ғына юҡтан ғәйеп эҙләйһең, ул бик уңған, бик сабыр бала. Һинең һирәк ҡайтыуыңдың сәбәбен дә һиҙенә, ахыры. Башҡа берәү булһа, тауыш ҡуптарыр, илар ине, ә ул бер күҙ йәше күрһәтмәне. Уға ҡарап минең илағым килә, ирле килеш ир һеҙ бит ул.
– Сөмбөл өйҙә юҡта әйтеп ҡалайым, – тип Шәфҡәт ағай ҙа һүҙгә ҡушылды. – Һин, улым, баланы йәтим итеп, шул йәш ҡатынды илатып, үҙең бәхетле йә шәрмен тимә, кеше бәхетһеҙлегендә бәхет төҙөмәйҙәр. Юҡ артынан сапмайһыңмы икән, ай һай, үкенерһең, һуң булыр.
Булат өндәшмәй генә, башын аҫҡа эйеп тик ултырҙы.
– Улым, ҡайһы ерен яратмайһың һуң? Нишләргә уйлайһың? Аңлатып бир әле, Сөмбөл өҫтөнә икенсе килен алып ҡайта алмайһың, нисек итеп беҙ һиңә туй яһайыҡ, ти?!
– Белмәйем. Мин Фәриҙәне яратам. Беҙ инде икенсе тапҡыр, Яңы йылға, тип һөйләшәбеҙ, тағы күпме кисектергә була? Мин уның ата әсәһе менән таныштым, Яңы йылға өйләнешәбеҙ, тип Фәриҙәгә һүҙ бирҙем.
– Шуны онотма, улым: Азамат – минең беренсе ейәнем. Һеҙҙең тағы әллә нисә балағыҙ тыуһа ла, ул һәр ваҡыт минең баш ейәнем булып ҡаласаҡ.
– Мин Яңы йылға өйләнәм, – тине Булат ҡабат, атаһының һүҙен бүлеп. – Киләһе ҡайтыуында Сөмбөл менән һөйләшермен, әсәләренә ҡайтып торор, балаға ярҙам итермен, ташламам.
Икенсе аҙна уртаһы ла етте, Сөмбөл ҡайтманы. Гөлфиә апай, ҡайтыуҙарын күрмәй ҡалмайым тип, тәҙрә янынан китмәне. Шәфҡәт ағай, кәрәкһә кәрәкмәһә лә, ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә сығып ултырғылай башланы, мәсет янынан да ураштырҙы, оло урамды күҙәтте. Ни тиклем көтһәләр ҙә, Сөмбөл менән ейәне күренмәне. Бер көндө эскәмйәлә ултырған Шәфҡәт ағайға почтальон хат тоттороп китте. «Беҙгә хат яҙыр кеше лә юҡ бит, бар туғандар ҙа бында йәшәй, кемдән булыр икән?» – тип аптырап, өйгә инде.
– Әсәһе, ҡара әле, кемдәндер хат килгән, кире адресы юҡ.
– Малайҙарғалыр инде, беҙгә кем яҙһын?
– Миңә тиелгән бит бына.
– Асып уҡы, улайһа. Әле Байрасҡа ғына ҡыҙҙар яҙа ине, хәҙер һиңә лә яҙа башлағандармы? – тип шаяртты Гөлфиә апай.
Шәфҡәт ағайҙың, ниҙер тойоп, йөрәге жыу итте, ҡурҡып Гөлфиәһенә ҡараны, ул да тынһыҙ ҡалған ине.
«Хөрмәтле атай+әсәй!
Һеҙ был хатты алғанда, мин инде бик йыраҡта булырмын. Һуңғы китеүемдә мин һеҙҙе ысын күңелемдән ҡосаҡлап үптем һәм һаубуллаштым. Китәм, тиһәм, ебәрмәҫ инегеҙ. Әйтмәй киткән өсөн рәнйемәгеҙ, башҡа һеҙҙә ҡалыуҙың мәғәнәһе юҡ, тип уйланым. Атай, «көт!» тинең, көттөм, тағы алты ай көттөм, күреүегеҙсә, беҙҙе бала ла бәйләй алманы. Булат өйләнһен, мин уға бәхет кенә теләйем, киләсәктә үкенмәҫ, тип ышанғы килә.
Байрас, һиңә рәхмәтем бик ҙур. Һин һәр ваҡыт ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙҙың, нисә тапҡыр үлемдән ҡотҡарҙың. Мин һиңә тормошоңда мөхәббәттең олоһон, юлдаштың иң яҡшыһын теләйем.
Әлфис, солтаным минең, һинһеҙ нисек йәшәгән булыр инем, белмәйем. Һиңә бер үтенесем бар: беҙҙең серле мөйөштө бер кемгә лә бирмә, ул һәр ваҡыт беҙҙеке
булып ҡалһын. Минең киткәнемде белгәс, иларһың, үпкәләрһең. Үҫеп еткәс, барыһын да аңларһың. Бәлки, һиңә беҙҙең батшалыҡта үҙ бәхетеңде ҡорорға насип булыр.
Атай, үҙемдең ҡасан ҡайтырымды әлегә белмәйем. Күпме йылдар үтһә лә, тыуған яҡтарға ҡайтҡас, һеҙгә һис шикһеҙ килермен. Минең өсөн борсолмағыҙ,
мин юғалмам, ейәнегеҙҙе лә юғалтмам. Ул үҙенең Арыҫлановтар нәҫеленән икәнен белеп үҫер.
Әсәй, хөрмәтем ҙур һиңә. Әгәр тормош былай булмаһа, түремдән дә төшөрмәҫ инем. Килендәрең һине минән дә нығыраҡ яратһын, хөрмәт күрһәтһен.
Ултыртҡан сәскәләрем һеҙгә минән яҡты иҫтәлек булһын.
Атай-әсәй, беҙҙе көтмәгеҙ, эҙләмәгеҙ, беҙ бик йыраҡтарға киттек. Һеҙгә килтергән ғазап+борсоуҙарыбыҙ өсөн кисерегеҙ. Беҙҙе хәйер-фатихағыҙҙан ташламағыҙ. Үтер йылдар, онотолор үпкәләр, төҙәлер яралар, яҡын туғандар кеүек бер осрашырбыҙ. Барлыҡ яҡшылыҡтарығыҙ өсөн рәхмәт Һеҙгә.
Шәфҡәт ағайҙың ҡулдары ҡалтыраны, тамағына төйөр ултырҙы, һуңғы һүҙҙәрҙе уҡып бөтөрөргә тауышы етмәне. Гөлфиә апай, кинәт башына һуҡҡандай, телһеҙ ҡалды, алъяпҡысы менән ауыҙын ҡаплап, ҡысҡырып илап ебәреүҙән үҙен көскә тыйып ҡалды, күҙ йәштәре үҙҙәренән үҙҙәре яңаҡ буйлап ағып төштө. Ҡатыны менән төпсөк улы алдында күҙ йәшен күрһәтеүҙән оялып, ир ке шеурамға уҡ сығып китте, йөрәген әрнетеп нимәлер ҡыҫты, тыны етмәне, көс хәл менән тамағына ултырған төйөрҙө йотто, күҙҙәренән йәш тамды – илле йәшлек ирҙең үҙенең көсһөҙлөгөнән илауы ине. Ул бит ҡасан булһа был көндөң етеүен белде, тик шулай тиҙ килер тип кенә көтмәгәйне.
Тышта һалҡын. Беренсе ҡар яуа. Күңелдә – йән өшөткөс бушлыҡ.
Гөлфиә апай буш бишеккә килеп ҡапланды ла үкһеп илап ебәрҙе, баянан бирле тыйып торған күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
– Балаҡайҙарым, күҙ нурҙарым, ҡайҙарға киттегеҙ икән? – тип баланың бәләкәй генә мендәренә башын һалып, бик оҙаҡ иланы.
Ун йәшлек Әлфис, ни булғанын аңларға тырышып, өҫтәлдәге хатты ҡат ҡат уҡыны. Кем киткән, ҡайҙан киткән? Ниңә әсәһе шулай өҙгөләнеп илай? Апаһы әсәһенә ҡунаҡҡа ғына китте бит. Әлфис хатты ҡабат уҡыны, ундағы һүҙҙәргә ышан ғыһы килмәне. Нисек инде апаһы уны ташлап китһен? Азаматты кем ҡарар? Әлфис, аптырап, үҙ бүлмәһенә инде. Апаһының элгестә эленеп торған аҡ яғалы халатын үҙ янына һуҙып һалды. Ҡайтыр апаһы, әсәһендә тағы бер аҙ ҡунаҡ булыр ҙа ҡайтыр, ҡайтмаһа, ялда Байрас ағайым менән барып алырбыҙ,
тип уйланы бала. Тынысланып, янындағы халатты ҡосаҡлап йоҡлап китте.
* * *
Сөмбөл әсәһендә ике төн ҡунды ла, илай илай, ике хат яҙҙы. Хаттың береһе – әсәһенә, икенсеһе Арыҫлановтарға ине:
«Ҡәҙерле әсәйем!
Мин йыраҡ юлға йыйындым. Һиңә әйтер һүҙҙәрем бик күп. Өндәшһәм, хәҙер тороп ултырыр инең, тыңлар инең, ләкин мине аңламаҫһың, тип уйлайым. Мин
һинең асыуланыуыңдан, илауыңдан, күҙ йәштәреңдән ҡурҡам. Мин һәр ваҡыт һине ҡайғы-борсоуға һалыуҙан ҡурҡтым, шуға һин күп нәмәне белмәнең, ми нең
ғазаптарымды күрмәнең. Мин яңылыштым, әсәйем. Мөхәббәттең ниндәй ғазаптарға һалыуын белмәнем. Ҡыҙ бала мөхәббәт тураһында хыяллана, үҫеп
еткәс, шуны эҙләп китә. Ҡыҙҙар ғүмерен юҡҡа ғына сәскә менән тиңләмәйҙәр.
Әгәр мөхәббәттең шундай мәрхәмәтһеҙ, ҡанһыҙ икәнен белгән булһам, уны ситләтеп уҙыр инем. Әсәйем, йәнемде йолҡоп алдылар, ҡанатымды ҡайырып һындырҙылар, яраларым бик ауырта. Һиңә һөйләргә, күҙ йәштәреңде күрергә көсөм ҡалманы, әсәйем. Көндөҙ көләм, төндә илайым, бала хаҡына йәшәргә көс бир, тип Хоҙайға ялбарам.
Әсәйем, кисер мине, ышанысыңды аҡлай алманым. Бәлки, әле хаталарҙы төҙәтергә һуң түгелдер, өмөтөңдө генә өҙмә. Һин мине эҙләмә, Булаттарға ла барма, уның ата-әсәһенең бер ғәйебе юҡ. Улар бик яҡшы кешеләр, һин уларға рәнйемә.
Мине башҡа берәү ҙә яндыра, рәнйетә, мөхәббәт тип алдай алмаҫ. Мин дөр ләп янып бөттөм, йәшлек мөхәббәтемдең көлө генә ҡалды, ахырыһы. Һау бул, әсә +
йем, зинһар, рәнйеп ҡалма.
Ташлама, әсәй, ташлама
Мине изге доғаңдан.
Ташлаһаң изге доғаңдан,
Мин бәхетле була алмам.
Һине яратып, ҡыҙың Сөмбөл. Сөмбөл икенсе көндө иртән, ҡалаға барып ҡайтам тип, өйҙән сығып китте. Ул күңеленән әсәһе менән һаубуллашты, илағыһы килһә лә түҙҙе, күҙ йәшен күрһәтмәне. Сумкаһына бала кейемдәрен генә һалды ла йыраҡ юлға ҡуҙғалды.
* * *
Булат менән Байрас аҙна аҙағына ялға ҡайтты. Юлда уны быны һөйләштеләр.
Ҡайтып еткәндә Булат:
– Байрас, мин бөгөн Сөмбөл менән һөйләшәм, әгәр китәм тиһә, әсәһенә илтеп ҡуйырһың инде, – тине, ауыр һулап.
– Ә минең уны ебәргем килмәһә, мин уға өйләнергә теләйем, тиһәм, ни әйтерһең?
– Ҡуй инде, энем, һиңә ҡыҙҙар бөткәнме? Икебеҙгә бер ҡатын булмай бит инде.
– Булмаһа – булыр. Ул бит һинең ҡатының булманы. Сөмбөл әгәр миңә кейәүгә сығырға риза булһа, уны бер ҡайҙа ла ебәрмәйәсәкмен.
– Риза булмаясаҡ, ул мине ярата. Был уйыңды башыңдан алып ташла.
– Ҡарарбыҙ, ағай, унан «белмәйем» тимә, юлыма арҡыры төшмә.
Өйгә улар икеһе лә бик етди ҡиәфәттә ҡайтып инде. Ингәндә үк әллә ниндәй ауыр тынлыҡ һиҙелде. Әсәләре бик борсоулы йөрөй, аталары ҡаршы алырға ла сыҡманы.
– Әсәй, ни булды? Әллә илағанһың инде? – тине Байрас, әсәһен ҡосаҡлап.
Әсәһе, бер һүҙ ҙә әйтә алмай, илап ебәрҙе.
– Сөмбөл, ейәнем... – тине ул, үкһеп.
– Сөмбөлгә ни булған? Атай, нимә булды, аңлатығыҙ, – тине Булат та, телгә килеп.
– Теләгең ҡабул булды, улым, киткән беҙҙән Сөмбөл.
– Нисек киткән? Бер ни әйтмәйенсәме?
– Әйткән, һине, бәхетле булһын, тигән, – тине лә Шәфҡәт ағай әйләнеп ултырҙы.
Гөлфиә апай алъяпҡыс кеҫәһенән хат сығарҙы, Байрас уны әсәһе ҡулынан йолҡоп тигәндәй алды. Уҡыған һайын, йөҙө ағарҙы. Бер аҙ уйланып торҙо ла:
– Атай, машинаның асҡысын бир әле. Мин барыбер табып алып ҡайтам Сөмбөлдө, – тип сығып китте.
– Туҡта, улым, хат бер аҙна элек яҙылған бит, ҡайҙан табырһың икән,– тип һөйләнә һөйләнә, Шәфҡәт ағай уның артынан эйәрҙе.
Байрас ҡар бурандары уйнатып ҡуҙғалып китте. Иң элек Верочкаға барып, өйҙөң бөтә мөйөшөн айҡап сыҡты. Сөмбөл бында юҡлыҡҡа ышанғас:
– Верочка, Сөмбөл ҡайҙа? – тип ялбарып һораны.
– Белмәйем, Байрас, уның миңә күптән килгәне юҡ.
Һуңғы өмөт булып Сөмбөлдөң әсәһе ҡалды. Ҡыуып сығарһа сығарһын, тик Сөмбөлдөң адресын ғына әйтһен. Байрас, аҡ ҡара күрмәй, машинаны ҡыуҙы, боролоштарҙа бер нисә тапҡыр әйләнеп ҡаплана яҙҙы. Сөмбөлдәрҙең ҡапҡа төбөнә килеп туҡтағанда, аш өйөндә генә ут яна ине. Ҡапҡа эстән терәтеп ҡуйылғанға, ҡапҡа башынан һикереп төштө, тәҙрәгә килде. Өҫтәл артында Сөмбөл күренмәне, әсәһе илай илай хат уҡый ине. Байрас тәҙрә шаҡыны, ул инде өйгә ингәнсе үк бында ла шул уҡ хәл икәнен аңланы.
Сөмбөлдөң әсәһе Байрасҡа асыуланманы ла, уны ҡыуманы ла, хәйер, ул инде илап арыған ине, ахыры.
– Уҙ, ултыр, сәй ҡуям, – тине. – Был буранлы төндә кемде эҙләйһең, энем?
– Миңә Сөмбөл кәрәк ине.
– Ә ниңә һиңә кәрәк? Ул бит ағайыңдың ҡатыны ине. Ниңә ул килмәне? Ҡайҙа минең балам? Ҡайҙан эҙләйем ҡыҙымды? Аслы туҡлы килеш кемдең ишек төптәрендә йөрөйҙөр?
– Һеҙгә әйткәндер, зинһар, йәшермәгеҙ. Әйтегеҙ генә, мин уларҙы алып ҡайтам, – тине Байрас, өмөтләнеп.
– Бына хаты, үҙең уҡы. Миңә бит, ҡалаға ғына барып ҡайтам, тигән ине, ҡайтмаҫ, тип уйламаным да.
Хаттағы һүҙҙәрҙе уҡыған һайын, Байрастың йөрәге ҡыҫылды, ҡулдары ҡалтыраны. Һуңғы өмөтө лә өҙөлдө.
– Борсолмағыҙ, хат килгәс, мин уларҙы табырмын. Мин уны табырға, көтөргә тейеш.
– Кем ғәйепле? Сөмбөл бер кемде лә ғәйепләргә ҡушмаған. Шулай алма кеүек балаһынан баш тартҡан икән, ағайың ғүмере буйы бала йөҙө күрмәһен, ташлағанын һағынып йәшәһен, мин уға бик рәнйейем. Быға тиклем ауылдан йыраҡ китмәгән, донъя күрмәгән балам ниндәй кешеләргә юлығыр? Бөтөнләй юғалһа, нисек йәшәрмен һуң мин? Һеҙ күмәк, мин бер яңғыҙым, ҡайғымды уртаҡлашыр кешем дә юҡ.
– Мин һеҙҙе ташламам, рөхсәт итһәгеҙ, килеп йөрөрмөн, – тип Байрас башын эйеп сығып китте.
Машинаға ултырғас, Сөмбөл менән һуңғы тапҡыр хушлашыуы иҫенә төштө.
Уның бөтөнләйгә һаубуллашыуын нисек һиҙмәне һуң ул?
«Ҡайҙа һин, Сөмбөл? Ҡайҙарҙан эҙләйем? Һинһеҙ нисек йәшәрмен?»
Байрас ҡапҡа төптәренә ярты төн уҙғас ҡына ҡайтып туҡтаны. Руленә башын һалып, уйға сумды, өйгә ингеһе килмәне.
Атаһы сығып ҡапҡа асты, ул да йоҡламай ине. Улы ҡуҙғалмағас, янына инеп ултырҙы.
– Тапманым, атай. Әсәһе белмәй, уға ла хат ҡына ҡалдырған. Ул да: «Юлға аҡса бирҙегеҙме? Нисек йәшәр? Ҡайҙа китте? Нишләттегеҙ баламды? Ағайың бала йөҙө күрмәһен», – тип илай.
– Ай һай, улым, әсә ҡарғышы төшһә, ҡаты төшә, ағайың үкенмәгәйе. Ана, бишек янынан китә алмай, улын юҡһына. Бик ҡотолғоһы килгән ине, бына хәҙер кәртәләр юҡ, юлдар асыҡ, ә шулай ҙа күңеле үҙенә урын тапмай.
– Атай, бер нәмә әйтһәм, аңларһыңмы икән мине?
– Әйтмәһәң дә беләм, улым.
– Кем әйтте, ҡайҙан беләһең?
– Мин, улым, атай ғына түгел, әле һинең кеүек ир кеше лә. Мин барыһын күреп һиҙеп йөрөнөм, һин әйтмәһәң, үҙем әйтәһе инем. Мин риза, улым, тик һуңға ҡалдың, ахырыһы.
– Мин көтөрмөн, ҡасан да булһа бер ҡайтыр ул. Мин уны барыбер үҙемә ҡаратасаҡмын, – тине Байрас, тәҙрәгә ҡарап. – Ҡыш килде, ҡыш китте. Атай, хәтерләйһеңме, теге ваҡытта нисек йырлаған ине:
Һағынғанда аҡ буранға ҡара,
Аҡ бурандар булып мин яуам.
Аҡ бурандар аҙаштыра, тимә,
Аҙаштырған һине мин булам.
Икебеҙ ике ерҙә аҙаштыҡ.
...Сөмбөл йәшеллеккә күмелеп ултырған Сәмәрҡәнд ҡалаһына килеп төштө. Халыҡ ташҡынына эйәреп, ҙур бинаға табан атланы. Ишектән инеүгә, кемдер уның еңенән тартты. Был кешенең ағаһы икәнен танып, Сөмбөл шатлығынан илап ебәрҙе.
– Ағай, килмәһәгеҙ, аҙашырмын тип бик ҡурҡҡайным, рәхмәт, ярай ҙа килгән һегеҙ.
Ағаһы һеңлеһен ҡосаҡлап, маңлайынан үбеп алды.
– Үҫкәнем, хуш килдегеҙ, бына был ханым – минең ҡатыным Ғәлимә апайың.
Таныш булығыҙ, – тип сибәр бер ханымды күрһәтте.
– Ниндәй матур апай, һаумыһығыҙ!
– Һин дә бик сибәр, үҫкәнем. Бир улыңды, үҙем күтәрәйем, һин арығанһыңдыр, – тип ханым уның ҡулынан баланы алды.
– Арыным, күңелем бутала. Самолетта ҡолағым ярыла тип торам, – тине Сөмбөл.
– Әйҙәгеҙ, өйгә ҡайтабыҙ, ә һинең әйберҙәрең ҡайҙа һуң?
Сөмбөл, оялып:
– Минең бер әйберем дә юҡ, бына, бала кейемдәре генә, – тип башын аҫҡа эйҙе.
– Ҡайғырма, үҫкәнем, барыһы ла булыр. Әйҙә, ултыр, – тип бик яҡшы машинаға ултыртып, үҙҙәренә алып ҡайттылар.
Улар килеп туҡтаған өйҙө Сөмбөлдөң киноларҙа ғына күргәне бар. Иҫ китмәле матур, ҙур, әйтерһең, сәскәләр араһына төҙөлгән хан һарайы. Ағаһы менән
апа һы барлыҡ бүлмәләрҙе күрһәтеп сыҡты.
– Ә бына быныһын һеҙҙең өсөн әҙерләнек, – тип матур итеп биҙәлгән бүлмәгә
алып инделәр. – Был бүлмә хәҙер һеҙҙеке. Быныһы – бала йоҡлай торған урын.
Оҡ шаймы?
– Апай, был бит ҡурсаҡ бүлмәһе кеүек, үҙе иркен, үҙе яҡты. Яҡшылыҡтарығыҙҙы нисек кенә ҡайтарып бөтөрөрмөн?
– Һинең килеүең бик яҡшы булды әле. Шундай ҙур өйҙә икәү генә йәшәйбеҙ.
– Миңә тиҙ арала берәй эш табырға кәрәк. Өҫтөмә кейерлек кейемем дә юҡ.
Был ҡиәфәтем менән өйөгөҙҙө йәмһеҙләп кенә йөрөрмөн.
– Эй, эскерһеҙ сабыйым, беҙ һине батша ҡыҙы кеүек кейендерербеҙ, юҡҡа борсолма.
Тормош шундай, күрәһең: тегендә – ҡыш, бында – йәй, унда – кәрәкһеҙ, бында – танһыҡ. Балаһыҙ интеккән ғаиләгә һөйөнөс, йән йылыһы, өй йәме булды улар.
Сөм бөл юлдан һуң улы менән рәхәтләнеп мунса инде, унан сығыуына, Ғәлимә
апа һы яңы эске кейемдәр, матур халат бирҙе.
– Иҫке кейемдәреңдең бында кәрәге юҡ, элекке тормошоңдо иҫкә төшөрөп
тор маһындар, – тине апаһы.
Бына шулай итеп, Сөмбөлдөң сит ерҙәрҙәге яңы тормошо башланды. Туғандары ҡунаҡтан ҡунаҡҡа йөрөттө. Апаһы ҙур магазиндарға алып барҙы, затлы кейемдәр һатып алды, Сөмбөлдө зауыҡ менән кейенергә, сәсен матур итеп өйөп
ҡуйырға өйрәтте.
Ағаһы менән апаһы ҡалала билдәле, хөрмәт ҡаҙанған табиптар икән. Ағаһы
юға ры уҡыу йортонда ла уҡыта, клиникала ла эшләй. Апаһы – ҡатынҡыҙ та бибы. Йәштәре иллегә етеп килһә лә, бик йәш күренәләр һәм икеһе лә бик сибәрҙәр. Сөмбөл менән Азаматты бик яраттылар. Бер көндө үҙ ара һөйләшеп ул тырғанда, апаһы:
– Сөмбөл үҫкәнем, һинең берәй хыялың бармы? – тип һорап ҡуйҙы.
– Эйе, һеҙҙең кеүек яҡшы табип, яҡшы кеше булғым килә, тик һуңдыр инде,
бала менән нисек уҡыйһың?
– Һин бала тураһында борсолма, әгәр теләгең бар икән, беҙ һине быйыл уҡ уҡырға индерәбеҙ. Беҙҙән бөгөн генә берәү документтарын алып китте, уның
урынына индереп ебәрергә була. Уҡыу таныҡлығыңды алып килдеңме? Ҡайҙа,
билдәләреңде ҡарайым әле. Бик һәйбәт бит был, бер генә «дүрт»лең. Былай булғас, мин һине үҙебеҙҙең институтҡа уҡырға индерәм.
– Ағай, институт минең өсөн түгел, унда бит оҙаҡ уҡырға кәрәк. Мин биш алты йыл буйы һеҙҙең елкәлә ултыра алмайым. Миңә училище ла ярай, – тине Сөмбөл.
– Юҡ инде, үҫкәнем, бындай билдәләр менән... Беҙ бит апайың менән икебеҙ ҙә табиптар – ярҙам итербеҙ, практикаһын апайың янында үтерһең. Тырыш,
Сөм бөл, һинең менән әсәйең ғорурланһын, һине һанламағандар үкенһен, барыһына үс итеп, хөрмәткә лайыҡ кеше булырға тырыш. Ә улыңды ҡарарға кеше табырбыҙ. Үҙең күрҙең, беҙҙең бында күпме ярҙамсыл туғандарыбыҙ бар. Унан һуң, апайың менән мин нимә өсөн? Беҙҙең үҙебеҙҙән дә артмаҫ әле ул, – тип ҡаршы төштө ағаһы.
Улар Азаматты ҡурсаҡ кеүек кейендерҙе. Сөмбөлдөң дә өҫтө бөтөн, тамағы туҡ. Бәхет өсөн тағы ни кәрәк?
Яңы йыл алдынан Сөмбөл уҡырға йөрөй башланы. Беренсе көн уҡырға килгәс, уның янына таҙа кәүҙәле, ҡап-ҡара бер егет килеп ултырҙы. Үҙен Исмаил тип таныштырҙы. Исмаил иран егете икән. Уның телен аңлауы бик ауыр, шулай ҙа үҙара аңлаштылар, берRбереһенә ярҙам иттеләр. Студент халҡы – арыуталыу белмәй торған күңелле халыҡ:төрлө кисәләр үткәрҙеләр, йәштәр йыйындарына йөрөнөләр, тик Сөмбөл генә уларға ҡушылманы, дәрестәре бөтөүгә, ти ҙерәк өйгә, улы янына ашыҡты. Төндәр буйы дәрес әҙерләй. Ағаһы менән апаһы бөтә буш ваҡыттарын Азаматҡа бағышланылар, Сөмбөлгә дәрес әҙерләргә ҡамасауламаһын тип, бала карауатын үҙ бүлмәләренә күсерҙеләр. Улар Азаматты яратып туя алманы, уны үҙ балаларын ҡарағандай, хыялланып, нимәгәлер өмөт ләнеп һөйҙөләр.
Нисек кенә ауыр булмаһын, беренсе уҡыу йылы аҙағына яҡынлашты. Сөмбөл һуңғы һынауҙарын бирҙе. Шатлығынан балҡып, йүгерәRйүгерә улы, туғандары янына ашыҡты. Өйгә инеүгә, Ғәлимә апаһын ҡосаҡлап алды.
– Апайым, йәнем, бөгөн көн ниндәй матур! Мин хәҙер әсәйемә уҡырға инеүем тураһында яҙа алам.
– Быға тиклем уҡырға инеүең тураһында хәбәр итмәгән инеңме ни?
– Юҡ, әгәр уҡый алмаһам, ҡыуып сығарһалар, тип ҡурҡтым, хәҙер им ти хандарым бөткәс, ҡурҡмайынса яҙа алам. Әсәйем һөйөнөсөнән илар инде. Апай, һин мине үҙ яныңа иҙән йыуыусы итеп булһа ла эшкә ал әле. Оят миңә, икәүләшеп һеҙҙең елкәлә ултырабыҙ, каникулда булһа ла өйҙә ятмайым инде.
– Сөмбөл, үҫкәнем, үҙем шунда эшләп, күпме кешене һөйөндөрөп, күпме балаға ғү мер бирһәм дә, Хоҙай беҙгә бала насип итмәне, һеҙ беҙгә икегеҙ ҙә бик ҡәҙерле, һине лә, улыңды ла бик яратабыҙ. Беҙҙең бер нәмәгә мохтажлығыбыҙ юҡ. Һин әле йәш, аҡса эшләргә өлгөрөрһөң, һиңә уҡырға кәрәк. Һин үҙ балабыҙ кеүек. Уңыштарыңа шатланабыҙ. Ағайың һинән бик ҡәнәғәт. Әгәр һине уҡытып сығара алһаҡ, тимәк, беҙ юҡҡа йәшәмәгәнбеҙ тигән һүҙ. Бөгөн кис һинең уҡыуың бөтөүҙе байрам итербеҙ, ағайың ҡайтһын да, ҡайҙа барырға теләһәң, шун да барып күңел асырбыҙ.
Сөмбөл:
– Һин мине бик иркәләйһең, апай, ялҡауланып бөтәм бит, – тип йылмайҙы.
– Тормош арбаһына егелергә өлгөрөрһөң, – тип апаһы Сөмбөлдө арҡаһынан һөйҙө.
Азамат инде атлап йөрөй, тештәре лә сыҡты, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе лә әйтә башланы. Әле генә Сөмбөлдөң килеп ҡосаҡлауы булды, улы, «мәм-мәм» тип, ҡулын әсә һенең күкрәгенә тығып та ебәрҙе.
– Эй, оятһыҙ малай, һин ҙур бит инде.
Бер килеп эләккәс, бала әсәһен ысҡындырманы, башын күлдәк иҙеүенә тығырға тырышты. Сөмбөл улының ҡыланышынан эсе ҡатып көлдө, унан иҙәнгә тәгәрәп китте. Бала уға ҡарап тәгәрәне, көлдө, тағы әсәһенең иҙеүенә үрелде. Сөмбөлгә бөгөн шундай рәхәт ине, уның гел көлгөһөRшаярғыһы ғына килеп торҙо.
Сөмбөл баҡсаға сығып ултырҙы. Уның билдән уҙып төшкән тулҡын-тулҡын сәстәре ҡояшта ялтырай ине. Сәстәренең шундай оҙон булып үҫә алыуына үҙе лә аптырай, ул бит һәр ваҡыт малайҙар кеүек ҡыҫҡа сәс менән йөрөнө, ә хәҙер күр инде: оҙон ауыр сәстәр, оҙаҡлап киптерергә кәрәк. Шулай ҙа уға аҡ ҡалпаҡ менән бындай сәс йөрөтөү бик оҡшай.
– Сәстәрең бигерәк матур үҫте, – тине ағаһы, уның янына ултырып.
– Һеҙҙә йылы, һыу йомшаҡ. Бында бит бөтә нәмә яҡшы үҫә, бына минең сәстә үҫә, үҙем генә үҫмәйем.
– Үҙең дә үҫтең, Сөмбөл, үҫтең, һиҙмәйһең генә. Кеше егерме биш йәшкә тиклем үҫә. Һиңә беҙҙең климат бик килеште, буйға хайран үҫтең.
– Шулаймы, ағай, үҫтемме? – тип һөйөнөп йылмайҙы Сөмбөл.
– Һин бөгөн бик шат, бәхетле күренәһең.
– Эйе, ағай, көлгөм, йырлағым ғына килеп тора. Миңә бөгөн шундай рәхәт, ағайым, – тип уны ҡыҫып ҡосаҡлап алды. – Әгәр теге ваҡытта һин беҙгә ҡайтмаған булһаң, мин хәҙер ҡайҙа булыр инем икән? Йәшәргә көсөм ҡалмаған ине бит.
– Онот барыһын да. Әйҙә, иң матур күлдәгеңде кей, ҡунаҡҡа барабыҙ, – тип ағаһы өйгә инеп китте.
Сөмбөлдөң карауатында сейә төҫөндәге, еңһеҙ, яғаһы баҫтырып тегелгән иҫ киткес матур күлдәк ята ине. Күлдәк янында бейек үксәле босоножкалар тора.
Ул, ашыға-ашыға күлдәкте кейеп, көҙгө ҡаршыһына килеп баҫты. Йә Раббым, ниндәй матур күлдәк! Әгәр хәҙер уны Булат күрһә, ни тиер ине икән?! Ул, Булат янына сығырға йыйынғандай, көҙгө тирәһендә бөтөрөлдө, сәстәрен матур итеп
өйҙө, ирененә беленерRбеленмәҫ кенә иннек һөрттө. Көҙгөнән уға нескә билле, уртаса буйлы егерме йәшлек сибәр ҡатын ҡарап тора ине. Ул, тулҡынланып, үҙ бүлмәһенән сыҡты.
Икенсе ҡаттан төшөп килеүсе Сөмбөлдө күреп, апаһы менән ағаһы телһеҙ ҡалды. Сөмбөл улар ҡаршыһына килеп баҫты.
– Килешәме? – тип йылмайҙы, биттәрен соҡорайтып. – Бик ҙур рәхмәт һеҙгә.
Был күлдәк шундай матур.
– Һуҡырҙар ғына күрмәҫ был матурлыҡты, – тине апаһы, һаман да һоҡланып ҡарап.
– Бына, үҫкәнем, уҡыу йылын уңышлы тамамлауың менән ҡотлап, минән һиңә бәләкәй генә бүләк, – тип ағаһы кеҫәһенән бер тартма сығарҙы ла, тартманан алып, Сөмбөлдөң ҡолағына алтын алҡалар таҡты.
– Бына хәҙер үҙеңде иң бай солтанға кейәүгә бирергә лә була, ләкин беҙ һине, уҡыуың бөтмәйенсә, бер кемгә бирмәйәсәкбеҙ.
– Рәхмәт, ағай, шундай матур! Әйҙәгеҙ, бергәләп фотоға төшәбеҙ, әсәйемә лә ебәрермен.
Был яҡта фотоға төшөрөүселәр аҙым һайын, шуларҙың береһе янына туҡтап, фотоға төштөләр.
Улар ағаһының дуҫы, профессор Хәлиловтарға ҡунаҡҡа килде. Хужа үҙе сығып ҡаршы алды. Баланы күреп:
– Дуҫым, үҙеңә оҡшаған, – тип йылмайҙы. – Ғәлимә ханым, һеҙ һәр ваҡыт сибәр, хәлдәрегеҙ нисек? Әйҙәгеҙ, уҙығыҙ. Ә был ниндәй йөҙөк ҡашы? – тип Сөмбөлгә текәлде.
– Һинең уҡыусың бит, танымайһыңмы әллә? Бөгөн генә һиңә имтихан тапшырып ҡайтты, – тип көлдө ағаһы.
Сөмбөл, оялып, ни тиергә лә белмәйенсә, үҙенең фамилияһын атаны.
– Мөғжизә! – тине профессор һуҙып ҡына. – Уҙығыҙ, уҙ.
Үҙе баштанRаяҡ Сөмбөлдө күҙҙән кисерҙе. Институтта бик тыйнаҡ, ябай кейен гәнгә, күҙгә бик салынмаған икән. Ә бөгөн... Былай булғас, малайҙарҙың башы бөттө. Бына ҡайҙа ул матурлыҡ.
Мәжлестә йәштәр ҙә бик күп ине. Сөмбөл бер кемгә яҡын барманы, гел апаһы, улы менән булырға тырышты. Егеттәр иһә бөтә яҡлап уны күҙәтте, хәлдәренән килһә, үҙҙәре янына тындары менән һурып алырҙар ине. Шуны һиҙепме, Сөмбөл ололар араһынан бер аҙым да ситкә тайпылманы, тыйнаҡ ҡына апаһы янында ултырҙы. Ҡайтырға сыҡҡас, ағаһы:
– Нисек, ҡунаҡта оҡшанымы? – тип ҡыҙыҡһынды.
– Башҡа бындай ергә бармайым. Үҙемде кеше тәрилкәһенә төшкән тараҡан кеүек хис иттем. Ҡайһы яҡҡа ғына боролһам да, был тараҡан нишләр икән, тигән дәй ҡарап торалар.
Ағаһы һеңлеһенең һүҙҙәренән ҡысҡырып көлдө.
– Һин әйтһәң әйтәһең инде! Улар бит һиңә барыһы ла ғашиҡ булды. Бисара егет тәрҙең нисек күҙәтеп тороуҙарын күрҙем. Бәлки, һин дә берәйһенә ғашиҡ булырһың?
– Кәрәкмәй миңә мөхәббәт, мин уның асыһын етерлек татыным, йәнем һаман да әрней. Әсе әрем ул мөхәббәт тигәндәре, ишеткем дә килмәй.
Машинала ауыр тынлыҡ урынлашты. Сөмбөл тәҙрәгә ҡарап барыуын дауам итте. Бер аҙҙан әкрен генә әллә уларға, әллә үҙ-үҙенә:
– Күпме өрһәң дә, көлгә ут ҡапмай, мин яндым шул инде, ваҡытынан алда яндым, көлгә ҡалып яндым, – тип ҡуйҙы.
Ағаһы менән апаһы Сөмбөлдөң күңелендә ниндәй ауыр хәтирәләр уяныуын аңланы. Был хаҡта башҡа бер ҡасан һүҙ ҡуҙғатмаҫҡа булдылар. Ҡайһы бер яралар йылдар буйы төҙәлә, әле төҙәлгәс тә тәрән эҙе ҡала.
Сөмбөл йәйге каникулын апаһы янында клиникала үткәрҙе, медицинала беренсе аҙымын яһаны. Бер нәмә лә еңел генә бирелмәне: тәүге операцияны күреүгә, аңын юғалтып, иҙәнгә йығылды. Апаһы ипләп кенә аңына килтерҙе, ярҙам көткән ауырыу янында табип аңын юғалтып йығылһа ни булаһын ғүмер буйы иҫтә ҡалырыҡ итеп аңлатты. Икенсе юлы Сөмбөл һәр төрлө ҡурҡыныс хәлдәргә әҙер ине, апаһының операция яһауын ҡарап торҙо, апаһы эш ыңғайы күрһәтеп аңлата барҙы. Һәр нәмәне үҙ күҙе менән күреп өйрәнеү уҡыуҙа ла ярҙам итте.
Сөмбөл тырышып уҡыны, иптәштәренән үҙенең тыйнаҡлығы, тәбиғилеге менән айырылып торҙо. Егеттәр уның янына килергә ҡурҡты, сөнки ул уларға ҡарата ҡәтғи һәм ҡаты ине. Ярҙам һорап килеүселәргә һәр ваҡыт ярҙам итте, һәр нәмәне ентекләп аңлатты, ләкин үҙенә ҡарата хисле ҡараштар һиҙһә, ҡырт боролдо ла китеп барҙы. Уның янында, бер ни күрмәгәндәй, шәүлә кеүек тағылып, оҙон буйлы сибәр Исмаил йөрөнө. Исмаил бик аҡыллы, бик башлы егет ине. Беренсе килгән көндән үк Сөмбөлгә хәленән килгәнсә булышты. Улар һәр ваҡыт йәнәшә ултырҙы, бергә китапханаға йөрөнөләр, ашханала бергә ашанылар. Сөмбөл уны ысын иптәш, яҡшы дуҫ тип ҡабул итте. Исмаил да Сөмбөлдө яҡын дуҫы итеп күрҙе, шуға Сөмбөл уның янында үҙен тыныс тойҙо.
Яңы йыл етергә ике аҙна ҡалғанда, Сөмбөл, ансамбль уйнағанын ишетеп, институттың зур залына инде. Сәхнәлә йырRбейеү яратҡан студенттар Яңы йылға әҙерләнә ине. Сөмбөл уларҙың уйнағанын ишек төбөндә генә тыңлап торҙо, үҙенең дә ошо сәхнәгә сығып йырлап ҡарағыһы килде.
– Йырларға килдеңме, бейергәме? – тип һорап ҡуйҙы көтмәгәндә берәү.
– Мин йырларға яратам, – тип әйткәнен үҙе лә һиҙмәйенсә ҡалды Сөмбөл.
– Һин ҡайһы яҡтан? Һөйләшеүең башҡортса.
– Башҡортостандан, – тип йылмайҙы Сөмбөл.
– Ә мин Татарстан егете, Ғосман булам.
Улар араһындағы танышлыҡ шулай башланды.
– Әйҙә, Сөмбөл, йырлап күрһәт әле. Мин бит ошо ансамблдең етәксеһе. Әйҙә, – тип Сөмбөлдө өҫтөрәп тигәндәй сәхнәгә алып менде лә микрофон бир ҙе.
Ҡыҙҙың ҡулына утлы күмер тотторҙолармы ни, микрофонды ҡайҙа ҡуйырға белмәне.
– Ярай улайһа, микрофонһыҙ ғына йырла. Оялма, бында бит һин үҙең генә, бына был яҡҡа ҡарап йырла.
Сөмбөл тәрән һулыш алып, үҙенең көслө, иркен, матур тауышы менән залды яңғыратып йырлап ебәрҙе. Ул, бер мөйөшкә ҡарап, онотолоп, йыр аша эсендәге һағыш-моңдарын бушатты. Сәхнә артындағылар, уның моңло тауышын ишетеп, кем йырлағанын ҡарарға сыҡтылар. Сөмбөл боролоп ҡарағас, ҡурҡып китте.
Ҡайҙан сыҡты был халыҡ тигәндәй, аптырап Ғосманға ҡараны.
– Гүзәлем, быға тиклем ҡайҙа йөрөнөң һин? Һинең урының бит ҙур сәхнәлә. Башҡортостанда ғына үҫә шул моңло ҡыҙҙар. Бөгөндән һине, Сөмбөл, ансамблдең солисы итеп алабыҙ. Йырла, йәлләмә Хоҙай биргән тауышыңды. Мин һинән йондоҙ яһайым.
– Мин микрофон менән йырлай белмәйем, унан һуң, әҙерләнергә ваҡыт та бик аҙ ҡалды.
–Ҡурҡма, өйрәтербеҙ.
Яңы йылға Сөмбөл ансамбль менән йырларға дүртRбиш йыр өйрәнде. Концертты утыҙынсы декабргә билдәләнеләр. Әнүәр ағаһының илле йәшлек юбилейы яҡынлаша ине. Сөмбөл ағаһы менән апаһына Яңы йыл кисәһенә саҡырыу ҡағыҙы алып ҡайтты.
– Килегеҙ, йәме, унан бергә ҡайтырбыҙ.
– Һин бөгөн бик серле, Сөмбөл, ни булды?
– Килгәс күрерһегеҙ.
Концерт күлдәгем юҡ, тигәс, берәүҙең туй күлдәген алып килделәр. Күлдәк Сөмбөлгә үлсәп теккән кеүек бик килешле булды, үҙе бик матур, ҡар бөртөгөләй ялтырап тора.
Сөмбөл шаршау ярығынан ғына ағаларын күҙәтте. Ағалары килгән, дуҫтары менән алдағы рәттәрҙең береһендә ултыралар. Сөмбөл тулҡынланды, биттәре ут булып янды. Ансамбль уйнап, залды йылытты, халыҡты йәнләндерҙе. Сөмбөлгә лә сират етте. Залда ла, сәхнәлә лә утты һүндерҙеләр, бары ай яҡтыһы кеүек аҙ ғына яҡтылыҡ ҡалдырҙылар. Шул саҡ, ай яҡтыһында тауҙар өҫтөнән осҡан ҡошто хәтерләтеп, матур моңло тауыш яңғыраны. Йырға әкрен генә гитара ҡылдары ҡушылды, сәхнәлә аҡ күлдәкле йырсы ҡыҙ күренде.
Һәй, ҡошҡайым, һауаларҙа осҡанда,
Күрҙеңме Йүрүҙән менән Ирәмәлде?
Йүрүҙәнкәйҙә ямғыр яуһа,
Ирәмәлдә ҡар ята.
Шул ике тау араһында
Минең тыуған илкәйем ята.
Мин дә осор инем
Һеҙҙең менән, ҡошҡайым,
Йүрүҙәндән хаттар килһә,
Ҡайт инде, тип, гөлкәйем.
Йыр бөттө, залда ут ҡабынды, тынлыҡ һаҡланды. Сөмбөл: «Бөттөм», – тип уйлап Ғосманға ҡараны, шул саҡ кемдер ҡул саба башланы, зал уға ҡушылды.
– Алҡыштарығыҙ өсөн бик ҙур рәхмәт. Мин бөгөн ҙур сәхнәгә беренсе тапҡыр аяҡ баҫтым. Сығыуымдың сәбәбе – ошо көндәрҙә атайым урынына ҡалған ағайым, студенттарҙың яратҡан уҡытыусыһы, профессор Әнүәр Ибраһимовтың
тыу ған көнө. Уны ысын күңелемдән тыуған көнө менән ҡотлайым. Әнүәр ағай, Ғәлимә апай, бөтә йырҙарым һеҙгә!
Ағаһы менән апаһына көтөлмәгән бүләк булды, улар йәшләнгән күҙҙәрен һөрттө. Сөмбөл уҡырға ла, йырларға ла, апаһы менән эшкә йөрөргә лә өлгөрҙө. Шулай итеп икенсе курс тамамланды. Иптәштәре ҡайһыһы ҡайҙа таралышып бөттө, тик Сөмбөл генә йәйҙе эштә, өйҙә үткәрҙе, буш ваҡыттарында улы янын да булырға тырышты. Улын, теле асылыу менән, ағаһы менән апаһына «ҙур атай», «ҙур әсәй» тип әйтергә өйрәтте.
Ағаһы менән апаһының: «Бәлки, Сөмбөл кейәүгә сығыр ҙа баланы беҙгә ҡалдырыр», – тип өмөтләнеп йәшәүҙәрен башына ла килтермәне...
* * *
Арыҫлановтар ғаиләһендә лә тормош үҙгәрҙе. «Йәне теләгән – йылан ите ашаған, өйләнһәң өйлән инде», – тип Булатты өйләндерҙеләр, бик гөрләтмәй генә туй яһанылар.
Булаттың хыялы тормошҡа ашты: оҙон буйлы, сибәр ҡатыны менән ҡултыҡлашып ҡайтты, етәкләшеп китте. Беренсе мәлдәрҙә Булат бәхетенән һөйөнөп осоп ҡына йөрөнө, ләкин тиҙ һүнде уның һөйөнөсө. Уға ниҙер етмәй кеүек тойолдо, күңеле ниҙер эҙләп аҡтарынды...
Сибәр Фәриҙә аҙ һөйләште, тыйнаҡ ҡына йылмайҙы, ҡайныһы менән ҡәйнәһенә Сөмбөл кеүек атайRәсәй тип өҙөлөп торманы, «Һеҙ» тип кенә өндәште. Әлфис яңы еңгәһенә бүре балаһы кеүек ҡараны. Булат был өйҙә Фәриҙәнең Сөмбөл урынын яулай алмауын һиҙҙе. ЯныпRкөйөп тормош алып барған, тәмле аштар бешергән, һәр ғаилә ағзаһына хөрмәт менән ҡараған, илағыһы килһә лә йылмайып торған Сөмбөлдөң тап киреһе ине шул Фәриҙә. Атаһы, әллә Сөмбөлдө
бик яратҡанға, Фәриҙәне бөтөнләй өнәмәне.
– Таш ҡурсаҡ, көлә лә белмәй. Сит кеше кеүек «Һеҙ» ти бит, колхоз рәйесе менән һөйләшәме ни. Атай тиһә, теле ҡорор тип ҡурҡалыр инде. Сөмбөл өйгә көлөп инһә, ҡояш сыҡҡандай була ине, ә был ҡайтһа, ҡар яуғандай өшөтә башлай,
– тип Шәфҡәт ағай аҙна һайын туҙынды.
Булат атаRәсәһенең һалҡын ҡарашын күрмәй ҡалманы. Үҙе лә ҡайһы ваҡыт Әлфис янына, серле бүлмәгә инеп, элек бишек эленгән буш ҡаҙаҡҡа оҙаҡлап ҡарап тора ине. Фәриҙә:
– Шул бүлмәгә күсәйек, унда урын да иркенерәк, яҡтыраҡ та. Тәҙрә төбөндәге гөлдәр бик матур, – тип әйткән ине, Булат шунда уҡ:
– Ул Әлфис бүлмәһе, тейергә ярамай, – тип ҡаршы төштө.
– Әлфис беҙҙең урында йоҡлар, ниңә бер үҙенә шундай ҙур бүлмә? – тине Фәриҙә ҡоро ғына.
Уларҙың үҙRара һөйләшеүҙәрен ишеткән Шәфҡәт ағай түҙмәне:
– Килен кеше үҙ бүлмәһен үҙе биҙәргә тейеш. Әлфискә теймәгеҙ, – тине.
Гөлфиә апай ни әйтергә лә белмәй ҡаушап ҡалды. Фәриҙә менән ул уртаҡ тел таба алманы, килене былай насар ҙа түгел, үҙе бик сибәр ҙә, ләкин нимәлер етеп бөтмәй был балаға. Сөмбөл уның кеүек сибәр булмаһа ла, үҙенә тартып тороусы
ниндәйҙер һөйкөмлө һөйәге бар ине шул. Сөмбөл менән Азаматты иҫенә төшөрөп: «Ҡайҙа йөрөйһөгөҙ икән, балаларым?»,– тип йыш ҡына илап та алды.
Сөмбөл киткәс, Байрас та ҡанаты һынған ҡошҡа оҡшап ҡалды, өйгә ҡайтмаҫ булды. Сөмбөлдө һағынып йөрәге әрнене. Бер көндө, үҙRүҙенә урын таба алмайынса, Әлфис янына инде. Ул ингәндә энеһе йоҡларға йыйынған ине, ағаһын күреп:
– Кил, ағай, бына бында ят, бына был – апайымдың мендәре, еҫкәп ҡара әле, – тип уны үҙ янына саҡырҙы, юрғанын асты. – Ҡара, апай күлдәген онотоп ҡалдырған, кеҫәһендә – Азаматтың башлығы. Еҫкәп ҡара әле, апайымдың еҫе килә.
Мин был күлдәкте, әсәйем йыумаһын тип, йәшереп кенә һаҡлайым. Фәриҙә апай күрһә, алып кейер, тип ҡурҡам. Ул бит апай менән Азамат тураһында бер ни ҙә белмәй. Миңә атай менән әсәйем, яңылыш ысҡындыра күрмә, тинеләр.
Мин Сөмбөл апайымды шундай һағындым. Хәҙер был күлдәкте һәр ваҡыт яныма ҡуям,– тип күлдәкте рәтләп һуҙып һалды ла юрған менән ҡаплап ҡуйҙы. –
Бы на шулай, – тип башын мендәргә һалды.
Был күренеш Байрасты телһеҙ ҡалдырҙы, тамаҡ төбөнә төйөр ултырҙы.
«Йә, Хоҙайым, аҡылдан яҙҙыра был сабыйҙы. Ҡайҙа һин, Сөмбөл? Тиҙерәк әйләнеп ҡайтһаң ине...»
Байрас энеһен йыуатыр һүҙҙәр тапманы, уның башынан һыйпаны. Энеһенең ғазапланыуын күреп, ниндәй көслө Байрас та күҙ йәштәрен тыя алманы. Ҡасандыр Сөмбөл күҙ йәштәре түккән мендәр өҫтөнә уның да күҙ йәштәре тамды.
Байрас нисә тапҡыр, адрес һорап, Сөмбөлдөң әсәһе янына барҙы. Сания апай:
– Сөмбөлдөң адресын бирмәйем, һорама ла, – тип башын ғына һелкене. Аптырағас, әсәһе Сөмбөлгә Байрастың уны эҙләүе хаҡында хат яҙҙы. Сөмбөлдән:
«Эҙ ләмәһен. Адресымды бирмә. Әсәй, башҡа миңә улар тураһында бер нәмә лә яҙма, ишеткем дә килмәй. Онотоға ирек бир, яраларыма тоҙ һалма», – тигән
яуап килде.
Сания апай был хатты Байрасҡа уҡытты. Егет иһә:
– Мин көтәм әле, апай. Һине лә яңғыҙыңды ташламайым, – тип яйы сыҡҡан һайын килеп йөрөнө.
Яңы йыл байрамына хат менән бергә Азаматтың ике фотоһы килде. Фотоның береһе Әлфискә тип аталған, артына «Тыуған көнөң менән, ағайым!» тип яҙылған. Хатта «Әлфискә – апаһынан» тигән тыуған көн бүләгенең картуф баҙында
икән леге әйтелгән ине. Сөмбөл әсәһенән фото менән ошо хатты Әлфискә тапшырыуын үтенгән.
Сания апайҙы байрам менән ҡотларға тип, Байрас та килде. Уның күҙҙәренән
үк Сөмбөл тураһында ниндәй ҙә булһа һүҙ ишеткеһе килгәне аңлашыла ине. Сания апай түҙмәне, хатты Байрасҡа һуҙҙы. Ул, фотоны күргәс, бик һөйөндө, тиҙерәк әсәләрен, Әлфисте шатландырырға ашыҡты.
Әлфистең тыуған көнөнә тип картуф баҙына йәшерелгән тартманы асыуға,
бө тә өйгә алма эҫе таралды. Тартманан хат менән күлдәк сыҡҡас, Әлфистең шатлығы эсенә һыйманы. Апаһы уның тыуған көнөн онотмаған бит! Азаматтың фотоһын ҡулдан ҡулға, илайRилай, үбә-үбә йөрөттөләр.
Яҙғы сәсеү ваҡыты етте. Байрас Сания апаһының йорт-ҡураһын ҡараштырып, картуфын ултыртышып китте. Әйткәнде лә көтмәйенсә, һәр эште үҙе белеп эшләне. Көҙөн иһә бесәнен, утынын әҙерләне, бөтә келәтте бойҙай менән тултырҙы.
Сания апай Сөмбөлдән тағы хат алды. Конверт эсендә хат менән Сөмбөлдөң фотоһо ла бар ине. Сания апай күҙҙәре талғансы ҡыҙының фотоһын ҡараны, ҡабат-ҡабат хатты уҡыны. Бындай шатлыҡты эстә йәшереп һаҡлап буламы ни – кис менән Байрас килеүгә, уның алдына Сөмбөлдөң хатын, фотоһын ҡуйҙы.
– Сөмбөл юғалмаҫ, Алла теләһә, уҡып бөтөрөүгә ҡайтыр, – тип һөйләнә-һөйләнә, сәй әҙерләй башланы.
Байрас фотонан күҙен ала алманы. Сөмбөл шундай матур, сейә төҫлө күлдәге ҡара сәсенә бик килешә, бәхетле булыуы йылмайыуынан һиҙелә ине.
«Уҡыған кеше янында наҙан шофер булып йөрөп булмаҫ»,– тип, Байрас шул уҡ көҙ ҙө Силәбе инженерҙар әҙерләү институтының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инде. Уҡыны ла, эшләне лә. Хәҙер инде Сөмбөлдөң тиҙ генә ҡайтмаясағы көн кеүек асыҡ ине. Ул уның ҡайҙа икәнлеген белһә лә, барманы. Сөмбөл ҡайтыуға, мин уға тиң булырға тейеш, тип сабыр ғына көтөргә булды. Әлфистең сәскәләре көҙөн баҡса тултырып сәскә атты, ул бөтәһен апаһы
ҡушҡанса эшләне. Баҡсаға Фәриҙәнең ҡулын да тыҡтырманы, үҙе ултыртты, үҙе алды. Апаһы ҡышын ҡайтһа, һыйлармын тип, алмаларҙы төрөп, тартмаға тултырҙы.
Булат та был баҡсаны бик ярата, буш ваҡыты булған һайын, ҡарт алмағас төбөндә ултыра ине. Һуңғы айҙарҙа ул гел моңһоу йөрөнө, бер көндө төшөндә
улын күрҙе. Улы бейек ҡаяға менгән дә, төшә алмайынса, атайRәсәй тип үҙәк өҙҙөрөп илай, Булат нисек үрелһә лә, буйы етмәй, йыуата ла алмай.
«Улым, улым, илама»,– тип уянып китте.
Бына шунан бирле ул үҙRүҙенә урын тапмай, эсе боша, улын һағына башланы. Фәриҙә бала табыр ҙа барыһы ла онотолор, тип үҙен тынысландырырға ты рышты. Ләкин, ни эшләптер, Фәриҙә ауырға уҙманы.
– Фәриҙә, бала кәрәк беҙгә. Өйләнешкәнгә ике йыл бит, берәй малай алыпҡай тып бирер инең, – тип Булат бер нисә тапҡыр әйтеп ҡараны.
Фәриҙә генә:
– Булыр әле, беҙ йәш бит, ҡайҙа ашығырға? Бүлмә бәләкәй генә, – тип еңелсә яуап менән ҡотолдо.
Фәриҙәнең кәүҙәһе төҙ, матур, ҡултыҡлашып барғанда уға бик күп егеттәр боролоп ҡарай. Булат быға хәҙер һөйөнмәне лә, көйөнмәне лә, ҡолағынан бала илаған тауыш китмәне. Әгәр атаһы хаҡлы булһа, барлыҡ ҡылған ғәмәлдәре үкенескә ҡалһа... Фәриҙәгә өйләнәм тип, улын, Сөмбөлдөң йәшлеген ҡорбан итте.
Теләгенә иреште, уның ҡатынына күптәр ҡыҙығып ҡарай, бәлки, Булаттан көнләшәләрҙер ҙә, тик уның ғына иҫе китмәй. Һәр ҡайтҡан һайын, атаһының ни әйтергә теләгәнен күҙҙәренән күрә, үҙенең һүҙ башларға ҡыйыулығы етмәй. Шулай ҙа атаһы түҙмәне:
– Улым, нимә булды һиңә? Елкәләрең һалынып төшкән, башың түбән эйелгән, ҡәҙерле әйберен юғалтҡан кешеләй, ергә ҡарап йөрөйһөң. Инде теләгеңә ирештең, хыялдарың тормошҡа ашты, тағы нимә етмәй һуң? – тип һорап ҡуйҙы.
– Атай, йоҡларға ятһам, ҡолағыма бала илаған тауыш ишетелә, улымды бик һағынам. Һин хаҡлы булғанһың, ниҙәр юғалтҡанымды һуң аңланым...
* * *
Сөмбөл, йәй буйы апаһы янында эшләп, тәжрибә туплап, дүртенсе курсҡа килде. Уҡыуҙан һуң репетицияға йүгерҙе. Ул татар донъяһы йондоҙҙары – Илһам Шакиров, Әлфиә Афзалова йырҙарын бик яратып башҡарҙы. Башҡорт, татар концерттары килһә, береһен ҡалдырмай уларға йөрөнө. Үҙе лә йышҡына концерттарҙа ҡатнашты, үҙенә күрә бәләкәй генә йондоҙға әйләнде. Уның репертуары байыны, микрофон менән йырларға өйрәнде, йылдар уның тауышына көслө тембр өҫтәне. Бишенсе курсты бөтөргәс, ансамбль Үзбәкстан буйлап гастролгә сығып китте. Сөмбөл, ауылға ҡайтырға юллыҡ, күстәнәстәр, бүләктәр алырлыҡ аҡса булыр тип, уларға ҡушылды. Ғосман уның фотоһын ҙурай тып, афиша яһатты, өҫтөнә ҙур хәрефтәр менән СӨМБӨЛ тип яҙҙырҙы. Төрлө мөйөшкә һибелгән татар, башҡорт халҡы уларҙың концерттарын һағынып көтөп алды. Сөмбөл йырлағанда, улар тыуған яҡтарына ҡайтып килгәндәй булды, яҡын дарын һағынып иланы. Йырсы ҡыҙҙың даны йыраҡтарға таралды. Ташкент, Фирғәнә, Сәмәрҡәнд ҡалаларында уларға, тамашасылар һорауы буйынса, өҫ тәмә концерттар бирергә тура килде. Сөмбөл сит ерҙәге татар менән башҡорт тоң күплегенә аптыраны. «Мине бында әсе яҙмыш елдәре ташланы, былар нисек ки леп эләккән?» – тип уйланы. Улар ай буйы ил гиҙеп ҡайттылар. Аҡса Сөмбөл уйлағандан да күберәк йыйылды.
– Ғаилә кассаһына минең дә әҙерәк өлөшөм инһен, – тип йылмайып, эшләп алған аҡсаһын ағаһы алдына ҡуйҙы.
– Кәрәкмәй, үҫкәнем, үҙеңә булһын.
– Мин һеҙгә бурыслы, ағай, әгәр ҡылған яҡшылыҡтарығыҙҙы аҡса менән генә бә хилләтә алһам, күпме булһа ла түләр инем.
Ағаһы менән апаһы берRбереһенә серле ҡарап ҡуйҙы.
– Сөмбөл, беҙ һинән бер нәмә һорамаҡсы инек.
– Һеҙ әллә ниндәй бөгөн, мин юҡта ниҙер булмағандыр бит? – тип ти ҙерәк улын ҡулына алды Сөмбөл.
– Сөмбөл, һин әле йәш, тормошоң алда, кейәүгә сығырһың, тағы бала та бырһың, бәлки, Азаматты беҙгә ҡалдырырһың? – тине ағаһы. Үҙе тирләп сыҡты, ҡулдарын ыуҙы, ҡайҙа ҡарарға белмәне. – Беҙ уны уҡытырбыҙ, ҙур кеше итербеҙ, бөтә йыйған байлығыбыҙ уға ҡалыр.
Буласаҡ табип был һүҙҙәрҙән аптырап ҡалһа ла, үҙен бик тиҙ ҡулға алды.
– Әйҙә, улым, йоҡларға кәрәк, – тип улын икенсе ҡатҡа үҙ бүлмәһенә алып менеп китте.
Ул бүлмәһенән төшкәндә, ағаһы менән апаһы һаман шул килеш уйға батып ултыра ине.
Сөмбөл һалмаҡ ҡына һүҙ башланы.
– Әгәр ҡылған яҡшылыҡтарығыҙ өсөн улымды һорайһығыҙ икән, башта минең йәнемде алығыҙ. Мин инде ике тапҡыр үлемдән ҡалған кеше, өсөнсөһөн
күтәрә алмам. Мин һеҙгә ниҙәр кисергәнемде һөйләмәнем. Мине йәлләүегеҙҙе лә теләмәйем. Балам ҡарында саҡта ике тапҡыр үлем менән күҙгәRкүҙ ос раш R
тым, мине ҡараусы ҡарт табип «яраларың төҙәлер, тик башҡа балаң ғына булмаҫ, берәй мөғжизә генә ярҙам итмәһә инде» тине.
Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты, был ваҡытта өсөһөнә лә бик ауыр ине.
– Баламды һағынып һарғайырмын, ниңә кәрәк миңә ул диплом, үҙе яралы кеше кемгә ярҙам итә алһын? Тыуған яғыма ҡайтҡас, баламды һатып белем ал R
дым, тиерменме? Уны бит олатайRөләсәләре көтә. Нисә йыл һеҙ минең өсөн атайҙа, әсәй ҙә булдығыҙ, Азамат та һеҙгә ейәнегеҙ кеүектер, тип уйлайым. Мин һеҙҙең хәйерRфатиханан башҡа китергә йыйынмайым. Әгәр яҡшылыҡтарығыҙҙың башҡа баһаһы юҡ икән, миңә бер йотом ағыу етә, бирегеҙ ағыу, унан алырһығыҙ баламды, – тип һүҙен тамамланы Сөмбөл, ауыр һулап.
– Юҡ, балам, улай тимә, зинһар, кисер беҙҙе, кисер беҙ ҡарт йүләрҙәрҙе, – тип Ғәлимә апаһы Сөмбөл алдына килеп теҙләнде. Үҙе иланы, үҙе Сөмбөлдө ҡосаҡланы. – Һин беҙҙән китһәң, нисек йәшәрбеҙ?
Улар ҡосаҡлашып бик оҙаҡ иланылар, ағаһы ла күҙен аҫҡа йәшерҙе.
Ниһайәт, Сөмбөл телгә килде.
– Мин бит уны һеҙҙән бөтөнләйгә алып китмәйем. Әллә мине һеҙҙең ҡартлығығыҙ тураһында уйламай тиһегеҙме? Мин һеҙҙең алда бурыслы.
– Һин беҙҙең хаҡта уйлайһыңмы? Ысынлапмы?
– Мәктәпте бөтөргәс, мин уны бында уҡырға килтерермен. Уҡыр, эшләр, ҡарт лыҡ көнөгөҙҙә янығыҙҙа булыр, тик яҡшы кеше генә булып үҫһен. Мин шу R
лай уйлап йөрөй инем, ағай, һеҙ бөгөн мине шаҡ ҡатырҙығыҙ. Һеҙҙән бындай һүҙ ҙәр көтмәгән инем.
– Кисер беҙҙе, Сөмбөл, беҙ һәр ваҡыт һеҙҙе көтөп йәшәрбеҙ. Был һүҙҙәребеҙ менән рәнйеткән булһаҡ, зинһар, ғәфү ит, – тип ағаһы Сөмбөлдө ҡосаҡлап ал ды.
– Мин әйткән һүҙемдә торам, ағай, һеҙҙең ҡартлығығыҙ Азамат ҡулында булыр. Һеҙ уны бик иркәләйһегеҙ, беҙҙә уға иркәләүҙәр эләкмәҫ, ул ысын ир булып үҫергә тейеш, уның нәҫеле бик яҡшы, сибәр кешеләр, – тип йылмайҙы.
Был һөйләшеү ике яҡҡа ла еңеллек килтерҙе, улар берRбереһенә тағы ла яҡынайҙы.
– Һин иҫ киткес яҡшы кеше, Сөмбөл, беҙ һеҙҙе бик һағынырбыҙ инде.
– Һағынһағыҙ, беҙгә йышыраҡ ҡунаҡҡа ҡайтырһығыҙ. Әле бит тағы ярты йыл бар, ә мин иртәгә китеүсе кеүек һөйләшәм. Әйтеүе генә еңел: өйгә ҡайтмағанға
ал ты йыл. Мин бит хәҙер бөтөнләй икенсе кеше, киткәндә бала ғына инем...
– Ә хәҙер һин тирәRяҡтағы иң сибәр ҡатын, үҙең әле юғары белемле табип та.
Сөмбөл, асыуланмаһаң, бер һорау бирәйем әле. Улыңдың атаһы, кире ҡайт, тип кил һә, нишләрһең?
– Ул инде өйләнгән булырға тейеш. Нисек кенә булмаһын, кирегә юл юҡ.
Мин дә уның мәңгелек иҫтәлеге ҡалды, ул миңә шундай бала бүләк итте – мин уға үпкәләмәйем, үткәнемә үкенмәйем. Мин яңы тормош башларға йыйынам...
Улар шулай таң атҡансы һөйләшеп ултырҙы.
* * *
Сөмбөл әсәһенә үҙенең фотоларын, афишаларын ебәрҙе, һабантуйға матур күлдә-кяулыҡ һалды. Әлфисте лә онотманы, уға тип күлдәк ебәрҙе.
Посылканы алғас, әсәһенең шатлығы эсенә һыйманы. Сөмбөлдөң афишаһы шун дай матур, һоҡланып туя алмаҫһың. Уның ҡыҙы шундай булғанғамы? «Был
афишаны Байрасҡа ла күрһәтермен әле, ул меҫкен һаман Сөмбөлдө көтә бит...»
Байрас – баһадир инде хәҙер, нисә йыл көрәшеп, һабантуй батыры булды. Ундай сибәр егет тирәRяҡта юҡ, күп ҡыҙҙар уның тураһында хыялланалыр, ул ғына
береһен дә күрмәй. Үҙен инженер итеп ҡуйҙылар, киләһе йылға уҡыуын бөтөрә.
Бына бит ул мөхәббәт кешене нишләтә! Сөмбөл уҡый тип, уҡырға инде, Сөмбөл йырлаһа, мин көрәшәм тип, көрәшкә сыҡты – барыһы ла мөхәббәт хаҡына. Мөхәббәт уны үрҙәргә үрләтте. Улар берRбереһенән йыраҡ булһалар ҙа, икеһе лә
был тормошта кәрәкле, уҡымышлы кешеләр булырға теләне.
Сания апай янына Байрас, күбеһенсә, Сөмбөлдөң хаттарын уҡырға килә ине.
Уның ни әйтергә теләгәнен Сания апай ялбарыулы күҙ ҡарашынан уҡ аңлай.
Бөгөн дә егет килеп инеүгә:
– Уф, Хоҙай биргән бит һиңә күҙҙәрҙе, йәнеңде сығарып һалырһың. Бына кил, ҡара, – тип көлөп, түр яҡтың ишеген асты. Сания апай Сөмбөлдөң афишаһын оло рамға ҡуйған ине. Байрас үҙенең ҙур кәүҙәһе, киң елкәләре менән бөтә
ишек те ҡапланы. Ул бик оҙаҡ ҡына афишаға ҡарап торҙо, унан әкрен генә яҡын килеп, фотолағы Сөмбөлдөң ирендәрен, сәстәрен бармаҡтары менән һыйпап ҡараны, әйтерһең, ул һүрәтте түгел, Сөмбөлдө иркәләй ине. Байрас күҙҙәрен
йомдо, ауыр итеп һулап ҡуйҙы. Сания апаһының ҡарап тороуын һиҙгәс, уңайһыҙланып, тышҡа уҡ сығып китте.
– Әйҙә, кер инде, сәй эсәйек, – тип Сания апай уның артынан сыҡты.
– Сания апай, әгәр Сөмбөл кейәүгә сыға ҡалһа, мин нисек йәшәрмен? Мин бит уны ғына көтөп, өмөтләнеп йәшәйем, башҡаса булыр тип уйларға ла ҡурҡам.
Сания апай, йылмайып:
– Бер йылдан ҡайтам, тигән, бына, хатын уҡы, шунһыҙ барыбер китмәҫһең, – тине.
Байрастың йөҙө яҡтырып китте, матур итеп көлөп ҡуйҙы. Уның күҙҙәре: «Һин генә минең хәлемде аңлайһың, Сания апай»,– ти ине кеүек.
* * *
Юғары уҡыу йорттарында уҡыуҙар тамамланды. Сөмбөлдөң сығарылыш кисәһе килеп етте. Диңгеҙ төҫөндәге туҡыманан бик матур оҙон күлдәк тектеләр.
Уҡы уын тамамлауын ҡотлап, ағаһы менән апаһы алтын сылбыр һәм алтын беләҙек бүләк итте. Улар, дүртәүләшеп, кейенепRяһанып, институттың ҙур за R
лына киттеләр. Зал шығырым тулы ине. АтаRәсә балаларының шатлығын уртаҡлашырға тип килгән.
Кисәге студенттар бөгөн юғары белемле белгес исемен аласаҡ. Өс ҡыҙыл дипломдың икеһе Сөмбөл менән Исмаилға биреләсәк. Шатлыҡтан Сөмбөлдөң
күҙ ҙәре йәшләнде, ул янында торған Исмаилға ҡарап йылмайҙы. Исмаил да йылмайҙы, уның бәләкәй ҡулдарын үҙ усына алды.
Бына ошо ҡыҙыл ҡатырға эсендә – алты йыл ғүмер. Был алты йылда ниҙәр генә булманы: һөйөнөстәр, көйөнөстәр, йоҡоһоҙ үткән төндәр, бәхетле мәлдәр...
Сөмбөл диплом алғанда әсәһен иҫкә төшөрҙө. Их, хәҙер әсәһе янында булһа, ҡыҙы өсөн нисек һөйөнөр ине! Уның бөтә донъяны яңғыратып: «Килегеҙ, күрегеҙ, мин юғалманым, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтым!» – тип ҡысҡырғыһы килде.
Диплом тапшырыу тантанаһынан һуң Сөмбөл ансамбль менән сығыш яһаны.
Уҡы тыусыларына рәхмәт йөҙөнән, уларға бағышлап иң матур йырҙарын башҡарҙы. Һуңғы йыры аҙағында кәрзин менән сәскәләр күтәреп сәхнәгә Ис ма ил
менде. Сәскәләрҙе Сөмбөлдөң аяҡ аҫтына ҡуйҙы ла бер һүҙ әйтмәй төшөп китте.
Ғәлимә апай артында ултырған берәү:
– Меҫкен, алты йыл Сөмбөлдө бөркөт кеүек һаҡланы. Кем өсөн һаҡланы? Хәҙер нишләр? – тип бышылданы.
Эйе, Исмаил менән Сөмбөлгә хушлашыр ваҡыт еткән ине.
Улар, икәү, дуҫтарынан айырылып, баҡса буйлап китте, тирәRяҡ сәскәгә күмелеп ултыра, төнгө һауала уларҙың хуш еҫе аңҡый, сихри бер донъя. Исмаил һүҙен нисек башлап ебәрергә белмәй аптыраны, Сөмбөл дә бөгөн һүҙһеҙ ине. Улар
алты йыл буйы бергә йөрөнө, баҡһаң, уҡыуҙан башҡа бер ни тураһында һөйләш кәндәре булмаған икән. Исмаилдың алты йыл буйы күңел түрендә әйтелмәй һаҡланған һүҙҙәре бик күп, ул уны бөгөн әйтергә тейеш. Улар фонтан янындағы эскәмйәгә килеп ултырҙылар.
– Сөмбөл, һин үҙең аңлайһыңдыр, беҙ бөгөн мәңгегә айырылашабыҙ. Беҙ башҡа бер ҡасан осрашмаясаҡбыҙ. Рөхсәт итһәң, мин һиңә бик күп нәмәләр әйтер инем.
Сөмбөл, йылмайып, уның күҙҙәренә ҡараны.
– Әйт, Исмаил, әйт, йөрәгеңдә ҡалмаһын, барыһын әйт.
– Һин беренсе тапҡыр уҡырға килгән көнөңдө хәтерләйһеңме? Мин бер кем менән аралашмай инем. Һин килеп ингәс, аяҡтарым үҙенәнRүҙе һинең янға килтереп ултыртты. Дин, шәриғәт буйынса, сит ҡатынRҡыҙға ҡағылырға ярамай.
Мин һине алты йыл үҙемдән, башҡаларҙан һаҡланым. Һиңә ғашиҡ булыусылар күп ине, һин уларҙы яҡын килтермәнең. Минән егеттәр «телһеҙ мүкләк, шәүлә» тип көлдөләр. Бәлки, һин дә шулай уйлағанһыңдыр. Әгәр күҙҙәремә ҡараһаң, һине нисек яратыуымды күрер инең. Ғашиҡ икәнлегемде белһәң, башҡаларҙы ҡыуған кеүек, мине лә кире ҡағырһың, дуҫлығыбыҙҙы өҙөрһөң тип, хистәремде тырышып йәшерҙем. Һин мине дуҫың тип һананың, ә минең һиңә ғашиҡ бер ир
икән легемде башыңа ла килтермәнең. Һинең йәнәшәңдә булыу, һине башҡаларҙан яҡлау, һине яратыу минең өсөн ҙур бәхет ине. Көн етһә, тиҙерәк һинең яныңа ашығам, эйелгәндә сәстәрең битемә тейеп китһә, үҙемде утта янғандай
хис итәм, һине шашып иркәләүҙән үҙемде көскә тыйып ҡалам. Һиңә берәйһе ҡағылһа, мин уны шунда уҡ туҡмап ташлаған булыр инем. Һин – минең фәрештәм... Кешеләр, был донъяға һыйыша алмай, һуғышалар, ниҙер бүлешәләр,
ҡан ҡоялар. Әгәр минең илем бындай гөлбаҡса булһа, иртәләр шулай тыныс булһа, мин һиңә тәҡдим яһап ҡарар инем. Һине бәхетле итер өсөн мин әллә ниҙәр эшләргә әҙермен. Ҡыҙғаныс, мин һиңә бер ни бирә алмайым, илемдә һуғыш,
ҡан, емерелгән ҡалалар. Йүнле больницалар юҡ. Һинең шикелле гүзәл заттар ундай тормошта йәшәргә тейеш түгел!
Сөмбөлдөң йөрәге һыҡрап ҡуйҙы, ул да уның кеүек ғазап сиккән, ә ҡыҙ уны аңламаған. Сөмбөл Исмаил ҡаршыһына килеп баҫты. Ҡуйы ҡара бөҙрә сәстәр, ҡуйы ҡара һаҡал, ҡуйы ҡара керпектәр һәм матур, асыҡ көрән күҙҙәр... Сөмбөл, Исмаилды мәңгегә иҫендә ҡалдырырға теләгәндәй, бик оҙаҡлап ҡарап торҙо.
Хушлашыу сәғәттәре яҡынлашҡанданRяҡынлашты. Икеһенең дә күҙҙәре йәшләнде, айырылышыр ваҡыт етеүен бөтә күңелдәре менән тойҙолар. Сөмбөл уның сәстәрен һыйпаны, тоҙло күҙ йәштәре ҡуйы һаҡал араһына инеп юғалды.
– Кәрәкмәй, ғазапланма, – тип Сөмбөл Исмаилдың башын күкрәгенә ҡыҫты.
– Ила, оялма. Мөхәббәт – ул ғазап. Мин уның уттарында бер яндым. Уның дауаһы – ваҡыт, – тине, уның битен ҡулдары менән тотоп, күҙҙәренә ҡараны. – Хоҙай һине үҙе һаҡлаһын. Һуғыштар бөтөр, илдәр араһында юлдар асылыр, һин тағы килерһең. Ун йылдан һуң беренсе июль көндө беҙ һинең менән ошонда осрашырбыҙ, иҫеңдә тот. Мин һине көтөрмөн. Һин – минең иң яҡын дуҫым, – тип күҙҙәренән үпте.
Исмаилға ауыр ине. Улар бит каникулға түгел, ғүмерлеккә айырыла. Сөм бөлдөң устарын ҡайнар күҙ йәше яндырҙы.
– Минең бәләкәй генә кәнәри ҡошсоғом, Хоҙайҙан һиңә бәхет һорармын.
Баҡсала әкрен генә һыҙылып таң атты. Ҡоштар, таңды сәләмләп, уҙышмаҡтан йыр һуҙҙылар. Улар икеһе лә, ошо гөлбаҡсаны иҫтәрендә ҡалдырырға теләп, тирә-яҡты күҙәтте. Исмаилға был матурлыҡты, тыныслыҡты, Сөмбөлдө ташлап, емерек Иран харабаларына ҡайтыу бик ауыр ине. Был баҡсаға ун йыл үткәс, һөйләшкән ваҡытҡа Сөмбөл килер. Өс көн, өс төн көтөр ул үҙенең дуҫын, ләкин ҡара бөркөтө генә килмәҫ. Һуғыш бөркөттәрҙе лә аямай шул.
Бөркөттәр оса һауаларҙа,
Оялары текә ҡаяларҙа.
Дуҫҡайыма барып,
Сәскә һалыр инем –
Ҡәберҙәре ҡайҙарҙа?..
Сөмбөл дә тыуған яҡтарына ҡайтырға йыйынды. Аэропортҡа ике оло сумаҙан, сумкалар менән килде. Апаһы юл буйы илап барҙы, Азамат уның күҙ йәштәрен һөрттө:
– Ҙур әсәй, илама, мин һиңә хат яҙырмын, – тип йыуатты. Сөмбөл үҙенең алты йыл элек, бер нәмәһеҙ, шул баланы күтәреп килеүен иҫенә төшөрҙө. Ул ваҡытта ағалары үҙ ҡанаттары аҫтына һыйындырмаһа, яңғыҙ башы ҡайҙа барып төртөлгән булыр ине икән? Хоҙай уға йөҙө менән боролдо, етәр был балаға ғазапланырға, тип ҡыҙғанғандыр, күрәһең.
Август уртаһы. Бесән ваҡыты. Әсәһе бесәндәлер, моғайын.
Самолет уларҙы тыуған яҡҡа, Урал тауҙары аша Силәбе ҡалаһына, килтереп төшөрҙө. Ул автобус белешеп торманы, аэропорт янында тороусы таксиҙарҙың береһе менән ауылына ҡайтып китте. Тыуған ауылына яҡынайған һайын, нығыраҡ тулҡынланды, әсәһе нисек ҡаршылар, тип уйланды.
– Һеҙҙә ҡапҡа асып ҡаршылайҙар, ҡысҡыртып тауыш бирәйемме?– тине таксист.
– Кәрәкмәҫ, улар беҙҙе көтмәйҙәр, – тип Сөмбөл аҡсаһын түләне, машинанан сыҡты. Әйберҙәрҙе ҡапҡа төбөнә бушатҡас, таксист китеп барҙы.
Сөмбөл инергә ашыҡманы, тирәRяғына ҡаранды, тыуған ауылы һауаһын һуланы. Азамат, әсәһенең итәгенә тотоноп, таныш булмаған ерҙе күҙәтте.
Киң эшләпәле берәү ишек алды уртаһында торған йөк машинаһынан һарай башына бесән ата ине. Ул кинәт артҡа боролоп ҡараны. Уларҙы күргәс, эшенән туҡтап ҡалды, бер аҙ ҡарап торҙо ла, һәнәген ҡаҙап, ергә һикерҙе һәм әкрен аҙымдар менән уларға табан килә башланы. Ул эшләпәһен һалғас ҡына, Сөмбөл, уны танып, телһеҙ ҡалды. «Байрас, һин бында ни эшләп йөрөйһөң?» – тиәһе кил R
де, теле әйләнмәне, беренсе тапҡыр күргәндәй, ҡарап тик торҙо. Азамат, аптырап, бер әсәһенә, бер ҡаршыһында торған ҙур кәүҙәле ағайға ҡараны. Ағай өндәшмәй, уның әсәһенә ҡарап тора, ул әкрен генә күҙ ҡарашын Азаматҡа күсерҙе лә уның алдына сүгәләне:
– Азамат, ҡайттыңмы, кил миңә, – тип ҡулын һуҙҙы.
Азамат ҡаршы килмәне, ҡыҙыҡһыныулы күҙҙәре менән Байрасҡа ҡарап, көтмәгәндә:
– Һин минең атайыммы? – тине.
Сөмбөл улының һүҙҙәренән һиҫкәнеп китте:
– Улым.
Байрас уға әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәне, «өндәшмә» тигәнде аңлатып, ҡулын күтәрҙе, бер ҡулы менән күкрәгенә баланы ҡыҫты.
– Эйе, улым, мин һинең атайың.
Сөмбөл был һүҙҙәрҙе ишетеп, баҫҡан урынында ҡатып ҡалды.
– Байрас!
Байрас, «Өндәшмә!» тигәндәй, ҡаты итеп Сөмбөлдөң ҡулын ҡыҫты.
– Мин һине шундай һағындым, улым, – тип баланы ҡулына алды. – Әсәйеңде
үбеп алайыҡ әле, мин уны ла бик һағындым, – тине лә, Сөмбөлдө күкрәгенә ҡыҫып, маңлайынан үпте.
Азамат бер ҡулы менән әсәһен ҡосаҡланы ла матур итеп көлөп ебәрҙе. Ул ике яҡтан икеһен ҡосаҡлап, суп-суп үбеп алды.
– Атайым, мин һине бик һағындым. Ә был ҙур машина кемдеке? Минең машинаға ултырғым килә.
– Байрас, ни эшләйһең һин? Ул бит бала, улай ярамай, – тине Сөмбөл, күҙ йәш тәренә төйөлөп.
– Ярай. Мин һеҙҙе алты йыл көттөм, – тине лә, боролоп, Азамат менән машинаға табан китте. – Сания апай, ҡунаҡтар ҡайтты!
– Был ҡыҙыу эш ваҡытында ниндәй ҡунаҡтар? – тип һөйләнәRһөйләнә,
Сөмбөлдөң әсәһе килеп сыҡты.
Ҡапҡа төбөндә, сумаҙандар араһында әле һаман зиһенен йыя алмай баҫып торған Сөмбөл, әсәһен күргәс, илап ебәрҙе. Әллә аптырауҙан, әллә әсәһен бик һағыныуын аңлауҙан:
– Әсәй, әсәйем, – тип үкһене.
– Сөмбөл балаҡайым, һин түгелме һуң? – тип әсәһе ҡыҙын ҡосаҡлап алды. –
Бала ҡайҙа?
– Ана, Байрас янында.
Әсәһе ейәненә табан йүгерҙе, ике арала ни эшләргә белмәне.
– Әйҙә, балам, ни эшләп һаман унда тораһың?
Байрас өндәшмәй генә сумаҙандарҙы ишек төбөнә килтереп ҡуйҙы.
– Һеҙ өйгә инегеҙ, мин бесәнде үҙем атып бөтөрөрмөн. Ә һин, улым, шунда ултырып тор, ана, рулен борғола.
Бер йөк бесәнде һарай башына нисек тултырып бөтөргәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды, йөрәге, шатланып, «ул ҡайтты, ҡайтты» тип типте.
– Улым, эш бөттө. Әйҙә, икәү мунса инеп сығайыҡ, – тип Азаматты үҙе менән мунсаға алып китте. Йән тартмаһа, ҡан тарта – бала унан ситһенеп торманы, һөйөндө, көлдө. Уның көлөүҙәре әсәһенекенә, күҙҙәре атаһыныҡына оҡшаған ине.
– Атай, ә һин мине машинаға ултыртып йөрөтөрһөңмө? Минең ҙур машинала бер ҙә йөрөгәнем юҡ, – тине Азамат, Байрастың муйынынан ҡосаҡлап.
– Йөрөтәм, әлбиттә, иртәгә үк.
– Һин бөгөн кем менән йоҡлайһың?
– Һинең менән инде, улым.
Улар шулай һөйләшәRһөйләшә йыуынды.
Сания апай ҡыҙы менән ейәне ҡайтыу шатлығынан иланы ла, көлдө лә. Ашыға-ашыға өҫтәл әҙерләне. Сөмбөл әсәһенә булышып йөрөһә лә, уйҙары ҡапҡа төбөндә ине.
– Әсәй, миңә ни эшләргә? Ниңә балаға «мин һинең атайың» тине ул? Мин хәҙер нисек аңлатайым, башым да эшләмәй. Байрас бында ни эшләп йөрөй?
– Һин, балам, ныҡлап уйла, ундай егетте көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың. Байрас һине нисә йыл көттө, башта мин дә ҡаршы килдем, ә ул ана шулай үҙ өйөнә ҡайтҡан кеүек килә, бар эште үҙе белеп эшләй. Һинең хаттарҙы уҡып һөйөнә. Ул һине бик ярата, ҡыҙым, бәхетеңә ҡаршы килмә.
– Ни һөйләйһең һин, әсәй? Кеше ни тиер, улар бит бер туғандар.
– Кешеләрме? Бындай егет аҫылын кире ҡаҡһаң, йүләр тиерҙәр.
Азамат менән Байрас мунсанан ҡайттылар. Байрас ингәс, беҙ юҡта ни һөй R
ләш тегеҙ тигәндәй, Сөмбөлгә ҡарап ҡуйҙы. Сөмбөл нисектер ҡаушап ҡалған,
үҙен сит кешеләр араһында кеүек тота ине. Улар бергәләшеп сәй эстеләр. Азамат:
– Мин атай менән йоҡлайым, – тигәс, Сөмбөл һиҫкәнеп китте. Ул ауыҙын асырға өлгөргәнсе, Байрас:
– Сания апай, беҙ улым менән теге бүлмәгә инеп ятайыҡ, – тип Азаматты үҙе менән алып инеп китте.
Сөмбөл, аптырап, ни әйтергә белмәй, әсәһенә ҡараны.
– Ҡурҡма, ҡыҙым, Байрас нишләгәнен яҡшы аңлай.
Ул кисте Сөмбөл әсәһе менән аш бүлмәһендә бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы, таң алдынан ғына йоҡларға яттылар. Иртән ул уянғанда, Азамат менән Байрас
урын да рында юҡ ине. Сөмбөл йүгереп ишек алдына сыҡты. Әсәһе, ҡыҙының ҡур ҡын ған йөҙөн күреп:
– Байрас Азаматты үҙе менән алып китте, оҙаҡламай ҡайтырҙар, – тип тынысландырырға ашыҡты.
Төшкө аш ваҡыты тирәләрендә ҡапҡа төбөнә өрRяңы ҡыҙыл «Жигули» машинаһы килеп туҡтаны. Машинанан ҡара костюм-салбар кейгән, зәңгәр күлдәгенә килешле галстук таҡҡан Байрас төштө. Ул был костюмда иҫ китмәле сибәр һәм дәрәжәле егет аҫылы ине. Был инде майканан йөрөгән оҙон сәсле ябай ғына шофер түгел ине шул. Яңы ғына мунсанан сыҡҡан Сөмбөл оҙон сәстәрен елдә кип тереп маташа ине. Уларҙың күҙ ҡараштары осрашты. Азамат әсәһенә ашығаR ашыға үҙенең күргәндәрен һөйләй, тик улының һүҙҙәре генә Сөмбөлдөң башына кермәй. Байрас уға яҡыныраҡ килеп баҫты, ул уны ҡосаҡлап алыр кеүек ине, ләкин үҙенең хистәрен тыйып ҡала алды.
– Беҙгә икәүҙән-икәү генә һөйләшергә кәрәк. Мин эштән һуң ҡайтырмын, – тине лә боролоп сығып китте.
Кис баланы йоҡлатҡас, Байрас Сөмбөлдө йылға буйына саҡырҙы. Улар әкрен аҙым дар менән йылға буйына төштө. Сөмбөлдөң бала сағы ошо йылға буйында, әрәмәлектә үтте. Ҡышын малайҙар менән кәшәкә һуҡтылар, йәйен күлдәк итәге менән балыҡ һөҙҙөләр. Әрәмәлек киңәйеп киткән, йылға ғына элек нисек аҡһа, хәҙер ҙә тыныс ҡына, киске тынлыҡты боҙоп, сылтырRсылтыр аға. Байрас әкрен генә Сөмбөлдөң сәс толомдарын ҡулына алды. Сөмбөл иһә ҡасандыр дуҫы, ту R ғаны булған, ауыр саҡта һәр ваҡыт ярҙам иткән Байрас янында үҙен нисек тоторға белмәне.
– Сөмбөл, һин киткәнсе үҙ хистәремде әйтергә өлгөрмәнем. Мин һиңә беренсе тапҡыр күргәндән бирле ғашиҡ. Һинең ағайымды яратыуыңдан көнләштем.
Һин һәр ваҡыт миңә ҡарап йылмая инең, мине ошо йылмайыуың менән ниндәй ғазаптарға һалыуыңды аңламаның. Хәйер, мин һиңә әйтеп ҡараным, һин генә барыһын шаярыуға әйләндерҙең, – тип уны үҙенә табан борҙо.
Уның күҙҙәренең матурлығы боҙҙо түгел, ташты ла иретер ине... Сөмбөл үҙ уйҙарынан ҡурҡып ҡалды. Байрас, эйелеп, уның татлы йомшаҡ ирендәренән үбеп алды.
– Беләһеңме, ошо ирендәргә бер генә ҡағылһаң ине, тип күпме хыялландым мин. Хәҙер инде был ирендәрҙе туйғансы үбәсәкмен, мин уларға бер кемде ҡа R
ғыл дырмаясаҡмын.
Ул уны тағы үпте, иркәләне.
Сөмбөл инде ир-ат ҡулының ниндәй булыуын да онотҡан ине. Байрастың көслө ҡулдары, наҙлы ирендәре уның башын әйләндерҙе, күктәргә мендерҙе, һыуҙарға һалды. Ул хәҙер өлгөргән ҡатын, ул да иркәләүҙәргә һыуһаған икән бит. Байрас уны ебәрергә ашыҡманы, уның ҡалтырауын һиҙеп, көслө ҡулдары менән күкрәгенә ҡыҫты.
– Сөмбөл, минең ҡатыным, тормош юлдашым бул. Мин һине бер ҡасан рәнйетмәм, атайRәсәйем кеүек, татыу йәшәрбеҙ. Мин һине үлгәнсе яратырмын, –
тип бышылданы. Уның ҡайнар һулышы Сөмбөлдөң битен, ҡолаҡтарын, сәстәрен яндырҙы. – Сөмбөл, бәлки, һин дә мине бер ваҡыт яратырһың. Мөхәббәтемде кире ҡаҡма, мин һине бик бәхетле итермен.
Сөмбөл үҙRүҙен ҡулға алырға, тынысланырға тырышты.
– Байрас, мин быға әле әҙер түгел. Әллә өнөм, әллә төшөм – аңлай алмайым.
Ҡайтҡан көнөмдән бирле һин мине үҙеңдең һүҙҙәрең менән ғәжәпләндерәһең. Былай булыр, тип башыма ла килтерә алманым, мин киткәнгә барығыҙ ҙа шатланғанһығыҙҙыр, тигән инем. Һине лә, күптән өйләнгәндер, тип уйланым. Һин
мине ашыҡтыраһың, уйларға ла мөмкинлек бирмәйһең. Байрас, улай яр май, һеҙ бит туғандар. Булат ни тиер? Һеҙҙең арағыҙға кергем килмәй, ми нең арҡала ике туғандың дошманлашыуын теләмәйем. Атайҙар ни тиер?
– Улар әйтәһен әйттеләр инде. Булат өйләнде, теләгенә иреште. Ә атай беҙгә күптән үҙенең хәйер-фатихаһын бирҙе, атайRәсәй һине бик ярата, һағына, ҡайтыуыңды көтә, минең кеүек, – тине лә тағы Сөмбөлдө үбә башланы.
Улар был таңды һыу буйында бергә ҡаршыланылар. Иртән Сөмбөл әкрен генә улы янына инеп ятты, Байрас эшкә китте. Ул бөгөн бик бәхетле, буй етмәҫ хыялы тормошҡа ашты. Ул бөгөн беренсе тапҡыр үҙе яратҡан ирендәрҙе үпте.
Төштән һуң Байрас тәмле әйберҙәр күтәреп ҡайтты.
– Әйҙә, йыйын, атайҙарға ҡайтабыҙ, – тине, үҙе, ярҙам итегеҙ инде тигәндәй,
Сания апайға ҡарап ҡуйҙы.
– Эйе шул, барып ҡайтығыҙ, ҡоҙаларҙың күңеле булыр, – Сания апай ҡаршыкилмәне.
– Азамат, олатайҙарға барабыҙмы? Унда һине өләсәйең, ағайың көтә.
– Барабыҙ, барабыҙ. Әсәй, әйҙә, олатайҙарға барайыҡ инде!
Сөмбөл аптырап:
– Бөгөн үкме? – тине. Ул, Байрас тағы бер мөгөҙ сығармағайы тип ҡурҡа ине.
– Бөгөн, – тине Байрас, кире сигенергә урын ҡалдырмайынса.
– Ярай, йыйынайым, сығып тороғоҙ.
Байрас Азамат менән Сания апайҙы, Сөмбөл кире уйлағансы тип, тиҙерәк алып сығып китергә ашыҡты.
– Сания апай, булыш миңә. Сөмбөл ҡурҡа, ә минең бер көн дә көткөм килмәй. ХәйерRфатихаңды биреп ебәр, мин барыбер уға өйләнәм.
Сөмбөлдөң әсәһе йылмайып баш ҡаҡты. Ул риза ине.
Сөмбөл кейенеп сыҡҡас, Байрас һоҡланыуын йәшермәне:
– Азамат, әсәйең шундай сибәр. Әгәр күрһә, беҙҙең һуҡыр мулла ла ғашиҡ булыр.
Эйе, уның ҡаршыһында элекке ябыҡ, бәләкәй генә Сөмбөл түгел, уртаса кәүҙә ле бик һөйкөмлө йәш ҡатын ине. Өҫтөнә кейгән зауыҡлы, ҡиммәтле кейемдәре, өйөлгән сәсе, бейек үксәле аяҡ кейеме – былар барыһы ла уны затлы ҡатын итеп күрһәтә.
Байрас Сөмбөлдө үҙ янына алға ултыртты. Азамат артта баҫып барҙы, уға бөтә нәмә яңы, ҡыҙыҡ, юл буйы һөйләне, көлдө. Сөмбөл Ахунға яҡынайған һайын
тул ҡынланды, ҡулдары ҡалтыраны, аяҡтары хәлһеҙләнде. Ҡыҙыл ҡапҡаны уҙғанда ул төшөп кире йүгерер хәлгә еткән ине. Байрас уның хәлен тойоп, ҡулын ҡыҫты.
– Тыныслан, барыһы ла яҡшы булыр, мин һинең менән, һин минең менән, – тип йылмайҙы. – Шулаймы, улым?
– Юҡ, Байрас, – тине Сөмбөл, ҡурҡып. – Улай тимә, аңламаҫтар, һин үҙең дә ни эшләгәнеңде аңламайһың. Бер йортҡа ике тапҡыр килен булып төшмәйҙәр, мин риза түгел.
Был һүҙҙәрҙән Байрастың кәйефе ҡырылһа ла, һиҙҙермәне.
Бына улар Байрастарҙың тыҡрығына килеп етте. Байрас, ҡапҡа төбөнә килеп туҡ тауға, ҡаты итеп ҡысҡыртты. Кемдер ҡапҡаны асты, машина ишек алдына инеп туҡтаны. Машина ҡаршыһында баҫып торған Булатты күреп, Сөмбөл ҡурҡып ҡалды, йөҙө ап-аҡ ҡағыҙ төҫөнә инде. Ул да, Сөмбөлдө танып, баҫҡан урынында тораташтай ҡатып ҡалды. Байрастың йөрәген көнсөллөк уты яндырып үтте.
– Әйҙә, улым, килеп еттек, – тине ул, үҙе Сөмбөлдән күҙен алманы. Азаматты күтәреп, машина өҫтөнә баҫтырып ҡуйҙы.
– Атай, кил әле бында. Күрегеҙ, кем ҡайтты беҙгә.
Шәфҡәт ағай, ниҙер һиҙенеп, абына-һөрлөгә машина янына килде. Бер улына, бер балаға текәлде. Бала уға өндәшмәй генә ҡарап торҙо ла, үрелеп, Байрасты ҡосаҡланы.
– Атай, был кем?
– Был һинең олатайың, иҫәнләш, исемеңде әйт.
– Һаумы, олатай, мин Азамат.
– Иҫәнме, улым, ҡайттыңмы? Беҙ һине бик һағындыҡ, бигерәк ҙур үҫкәнһең,
– тине олатаһы, тамағына ултырған төйөндө йотоп. – Кил әле үҙемә, өләсәйеңә күрһәтәм.
Баҡсаға йыйылған халыҡ баланы ҡулданRҡулға йөрөтөп һөйҙө.
Машина янына килеп баҫҡан йәш үҫмер Сөмбөлгә текәлеп ҡарап тора башланы. Сөмбөл уны танып, «Солтанай» тип бышылданы. Әлфис, ағаларына оҡшап, оҙон буйлы, бик сибәр егет булып үҫкән. Сөмбөлдөң машинанан
сығырға көсө етмәне, аяҡRҡулдары уға буйһонорға теләмәне, күҙҙәренән йәш аҡты. Быны күреп, Әлфистең уны ҡосаҡлап илағыһы килде, ун алты йәшлек егеткә күҙ йәшен күрһәтеү оят тойолғанға, ул кинәт боролоп, баҡсалар артына уҡ сығып китте. Шәфҡәт ағай килеп, машина ишеген асты.
– Әйҙә, ҡыҙым, өйгә керәйек, – тип Сөмбөлгә ҡул һуҙҙы. Уның үҙенең дә Сөмбөлгә ҡушылып илағыһы килде.
– Сөмбөл балаҡайым, ҡайттыңмы? – тип Гөлфиә апай ҙа йүгереп килеп етте.
Уны ҡосаҡлап баҡсаға алып инде.
Фәриҙә, бер ни аңламайынса, ситтән генә барыһын күҙәтеп торҙо. Булаттан:
– Был кемдәр? – тип һорағас, ире, ни әйтергә белмәйенсә, һарайға инеп китте. Йорттағы хәлдәр уны бик ныҡ тетрәндерҙе, уға үҙен ҡулға алырға кәрәк ине.
Улы үҫкән, Сөмбөл үҙгәргән, матур ҡатын булған. Хәҙер Азамат уға кем тиер?
Әле ишетәһеләре алда булған икән...
Булат, әҙерәк тынысланып, башҡалар янына сыҡты. Уны күреүгә, бала, был ағай менән танышманым, тигәндәй:
– Атай, атай, был кем? – тип Булатҡа күрһәтеп һорап ҡуйҙы. Шәфҡәт ағайҙың йөрәге әрнене. Байрас, башта ҡаушап ҡалһа ла, һиҙҙермәне.
– Таныш бул, улым, был Булат ағайың, – тине, ағаһының күҙҙәренә ҡарап. –
Ике атай булмай бит инде, – тип өҫтәне.
Булаттың башына күҫәк менән һуҡҡандай булды, йөҙө апRаҡ ағарҙы. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Ҡасандыр Байрас уға был баланы көсләп таҡты, Булат иһә уны
ма тур ҡатынға алыштырҙы. Ә хәҙер, рөхсәт тә һорамайынса, тартып алды. Булат ҡа Азаматтың ағаһы булыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Сөмбөл, Әлфисте эҙләп, картуф баҡсаһына сыҡты. Ул бер мөйөштә ултырған, ҡул арты менән күҙ йәштәрен һөртә ине.
– Әлфис, солтаным, – тине апаһы, уның алдына теҙләнеп. – Үҫкәнем, һин ниндәй ҙур егет булғанһың, – тип Әлфисте ҡосаҡланы. – Әллә миңә үпкәң ҙурмы?
Өндәшмәйһең дә, Азамат менән дә күрешмәнең. Мин уға һинең хаҡта бик күп һөй ләнем, ләкин һине былай еткән егет итеп күҙ алдыма ла килтерә алманым.
– Апай, мин һеҙҙе һәр йылды көттөм, сәскәләреңде һаҡлап үҫтерҙем, ә һеҙ бик оҙаҡ ҡайтманығыҙ. Бөгөн һеҙҙе күргәс, юғалып ҡалдым, – тип Әлфис күҙ йәштәрен һөрттө. – Мин һеҙҙе бик һағындым.
Байрас, энеһенең хәлен аңлап, Азаматты күтәреп баҡсаға инде.
– Бына бәләкәй ағайың, ул һине бәләкәй сағыңда гел күтәреп йөрөнө, һинең менән уйнай ине.
– Ә ул ниңә илай?
– Ә һин уны йыуат, ҡосаҡла, улым, һөйләш, ә беҙ өләсәйең янына инәбеҙ.
Сөмбөл менән Байрас, уларҙың икеһен генә ҡалдырып, баҡсанан сығып киттеләр.
Булат ҡатынына:
– Йыйын, киттек, – тине лә машинаһына сығып ултырҙы.
Фәриҙә иренә ҡаршы килмәне. Булатҡа юл буйы сәйер ҡунаҡтар тураһында һорауҙар яуҙырҙы, ләкин һорауҙары яуапһыҙ ҡалды. Ире уны ишетмәнеме, йә иһә ишетеп тә, дөрөҫөн әйтергә көсө етмәнеме...
Эйе, Сөмбөл менән ҡасан да булһа осрашырға тейеш ине ул. Ләкин былай түгел бит. Ә Сөмбөл үҙгәргән. Ҡыҫҡа сәсле, ҡыҫҡа итәкле, сыйырсыҡ кеүек сытырлап торған бәләкәй генә Сөмбөл хәҙер йомшаҡ ҡына, үҙ дәрәжәһен белеп кенә һөйләшеүсе һөйкөмлө ханым булған.
Ә энеһе? Энеһе уның улын тартып алды. Байрас бындай аҙымға барыр, тип башына ла килтермәне бит ул. Киткәс онотҡандыр, тип уйланы, асыҡтан-асыҡ бер ни ҙә һораманы. Сөмбөлдө ҡайҙан табып алып ҡайтҡан? Улы ҡайҙа булған, нисек үҫкән? Эх, яҙмыш ағас башынан йөрөмәй шул, кеше башынан йөрөй.
* * *
Сөмбөл Гөлфиә апай тирәһендә ҡайнашты, икәү һөйләшеп туя алманылар.
Бай рас ҡайҙалыр барып ҡайтты, үҙе ситтән генә Сөмбөлдө күҙәтте.
Атаһы икенсе көндө:
– Улым, ни эшләргә уйлайһың, һөйләштеңме, ризамы? – тип һораны.
– Юҡ, ризалашмай, ағайымдан ситенһенә, ахыры, беҙҙе дошманлаштырыуҙан ҡурҡа.
– Сөмбөл хаҡлы, улым. Уны күргәс, ағайыңдың йөҙө апRаҡ булды, ул үҙенең кемде юғалтыуын аңланы. Әгәр Фәриҙәне айырып, кире Сөмбөлдө алырға те лә һә?
Байрас был хаҡта уйламаған ине.
– Юҡ инде, атай. Мин Сөмбөлдө алты йыл көттөм. Минең нисек ғазапланыуым ды үҙегеҙ күрҙегеҙ, ағайымдың ике ятып бер төшөнә лә кермәне, өйләнеү менән онотто. Йәшәһен үҙенеке менән! Мин Сөмбөлдө бер кемгә бирмәйәсәкмен! Ошо ике көн эсендә өйләнмәһәм, исемем Байрас булмаһын! – тине ҡаты итеп. – Атай, миңә һеҙҙең хәйерRфатихағыҙ кәрәк, ҡалғанында минең эшем юҡ.
– Беҙ риза ла ул, Сөмбөл риза булмаһа, ни эшләрһең?
– Уныһын үҙем хәл итермен, миңә бары ике көн кәрәк.
Шәфҡәт ағай улын яҡшы белә, ике һөйләргә лә яратмай, әйткән икән – эшләмәй ҡалмай.
Шәфҡәт ағайҙарҙа ике көн ҡунғандан һуң, Сөмбөл ҡайтырға йыйынды.
Гөлфиә апай:
– Тағы бер көнгә генә ҡалығыҙ инде, унан Байрас илтеп ҡуйыр, – тип ялбарһа ла, Сөмбөл ризалашманы.
– Юҡ, беҙ ҡайтайыҡ, күрештек, һөйләштек, әсәйем дә көтәлер. Байрас – эш кешеһе, уны борсоп тормайбыҙ.
Ҡапҡанан сығыуҙары булды, туҙан туҙҙырып, Байрас ҡайтып туҡтаны, тиҙ генә машинанан сыҡты.
– Улым, ҡайҙа йыйындығыҙ? – тип Азаматты күтәреп алды.
– Өләсәйгә ҡайтабыҙ, – тине бала.
– Һин, улым, олатайRөләсәйең янында өйҙә ҡалып торорһоң, беҙ әсәйең менән ҡалаға барып киләбеҙ, – тип Азаматты кире өйгә алып инеп китте.
Байрас, улын ҡалдырып сыҡҡас, машина янында аптырап баҫып торған
Сөмбөлгә асыулы итеп ҡарап:
– Ултыр машинаға! – тип алғы ишекте асты.
Сөмбөл ҡуҙғалмағас, ялт итеп ҡулына күтәреп, машинаға ултыртты. Машина үрә баҫырға йыйынған ат һымаҡ һикереп ҡуйҙы ла, ауыл урамын туҙанға күмеп, ҡалаға табан елдерҙе.
– Байрас, нишләйһең һин, сапма, – тине Сөмбөл, ҡурҡып.
Байрастың күҙенә аҡRҡара күренмәне. Үҙе бер нәмә өндәшмәй, ирендәре ҡыҫылған, күҙҙәре уттай яна. Ауылдан ниндәй тиҙлек менән сығып китһә, шулай ҡалаға килеп инде. Машина ҙур яңы бина ҡаршыһына килеп туҡтаны. Байрас, Сөмбөлдө ҡулынан етәкләп, бина эсенә өҫтөрәне.
– Туҡта, ҡайҙа сабаһың, йығаһың бит. Ниңә өндәшмәйһең?
Байрас уны еңел генә ҡулына күтәреп алды, алдындағы ишекте этеп асты.
Бүлмәлә ултырған ҡатын ҡурҡып һикереп торҙо. Байрас:
– Бына, беҙ килдек. Ҡайҙа ҡул ҡуйырға? – тигәс, теге ҡатын ҡабаланып өҫтәлдә ятҡан китапҡа төртөп күрһәтте.
– Ҡуй шунда имзаңды! – тине Байрас, Сөмбөлдө иҙәнгә баҫтырып.
Сөмбөл, аптырап, ҡағыҙға ҡараны, Байрастың һүҙҙәренә буйһоноп, уның артынса бер ни аңламайынса ҡул ҡуйҙы. Ханым, ашығып, өҫтәлгә уларҙың паспорттарын килтереп һалды. Уларҙы нимәлер уңайынан ҡотланы. Байрас, рәхмәт әйтеп, документтарҙы алды. Сөмбөлдө нисек күтәреп ингән булһа, шулай алып сығып машинаға ултыртты. Бер аҙҙан яңы төҙөлгән биш ҡатлы йорттоң ишек төбөнә килеп туҡтанылар. Байрас Сөмбөл яғындағы ишекте асты, уны машинанан һурып ҡына алды ла, ҡулына күтәреп, ҡыҙыуRҡыҙыу өсөнсө ҡатҡа күтәрелде. Сөмбөлдө ҡулынан төшөрмәй генә бер фатир ишеген асты. Улар бер бүлмәле фатирға килеп инделәр. Бында тормош итер өсөн кәрәкле бөтә нәмә бар ине. Байрас уны бүлмә уртаһында торған диванға әллә ултыртты, әллә ташланы – һәр хәлдә, Сөмбөлдөң башы муйынынан ысҡына яҙҙы. Байрастың ни өсөн уны шулай бесәй балаһы кеүек бәргеләп йөрөтөүен аңлай алманы. Байрас
был мәлдә яралы ҙур януарға оҡшап ҡалды, бүлмә буйлап арлы-бирле йөрөй баш ланы. Уның күҙҙәре асыулы, йөҙө етди. Сөмбөл, ҡурҡып, уны күҙәтте.
Байрас кинәт йөрөүенән туҡтаны, уға боролоп:
– Беләһеңме кем һин? – тип һорап ҡуйҙы.
Уның был асыулы һүҙҙәренән Сөмбөл диванға нығыраҡ һеңә төштө. Беләм, тигәндәй, аптырап баш ҡаҡты.
– Юҡ, белмәйһең, йән ҡорто һин! Теге ваҡытта ҡасып китеп, күпме кешене илатҡаныңды, ҡайғыға һалғаныңды беләһеңме? Юҡ, белмәйһең. Атай-әсәй, һинең өсөн борсолоп, бер йылда ун йыллыҡ ҡартайҙы. Һалҡын ҡыш көнөндә, ас килеш, бала менән ҡайҙа йөрөй икән, тип борсолдолар. Һәр көн ҡайтыуыңды көттөләр. Ә Әлфис сабый ғына ине. – Байрас ҡайҙандыр Сөмбөлгә таныш бер халат тартып сығарҙы. – Бына быны таныйһыңмы? Ул сабый ошо күлдәкте өс йыл ҡосаҡлап йоҡланы. Әсәйем йыуһа, еҫе бөтә тип, йәшереп һаҡланы. Аҡылдан яҙмаһын тип ҡурҡып, өс йыл ошо халатты үҙемдә һаҡланым. Мин дә һине көтә-көтә аҡылдан яҙыр дәрәжәгә еттем, – тине лә халатты Сөмбөлгә атты. Сөмбөлдөң ғәжәпләнеүҙән күҙҙәре түңәрәкләнде.
– Һин киттең, барыһын оноттоң. Әсәйеңдең күпме күҙ йәштәре түгеүен дә күр мәнең. Мин алты йыл буйы уның янында һине көттөм. Һин уҡый тигәс, һиңә
тиң булайым тип, мин дә уҡыным, эшләнем. Һин ҡайтыуға тип, бәләкәй генә булһа ла, ошо ояны әҙерләнем. Ә һин минең бөтә хыялдарымды тапап, тағы ҡасырға йыйындыңмы? Һин минең бөтә йәнемде ашап бөтөрҙөң...
Ул асыу менән бүлмә ишегенә килтереп һуҡты, ишектә тишек ҡалды. Үҙе кухняға сығып китте, унан сәйнүк шылтыраған, һауыт-һаба ватылған тауыш ишетелде. Кинәт фатирҙа тынлыҡ урынлашты. Өйөрмә нисек башланды, шулайтынды. Байрас ишек янына килеп баҫты. Башы ишек башына етә яҙып тора, елкә ләре ишек киңлеге. «Йәнәшә баҫһаҡ, айыу менән сысҡанға оҡшайбыҙ икән»,– тип уйланы Сөмбөл. Үҙе бер Байрасҡа, бер ишектәге тишеккә ҡараны. Байрас уның күҙҙәрендә ҡурҡыу күреп, аяҡ осона, иҙәнгә, килеп ултырҙы, туфлиҙарын һал дырҙы. Ҡыл кеүек тартылған Сөмбөл иҫке халатын күкрәгенә ҡыҫты. Байрас моңһоу ғына йылмайҙы.
– Кис ҡайтҡас, мин дә уны шулай күкрәгемә ҡыҫам. Мин бит һауRсәләмәт ирегет, миңә һин үҙең кәрәк. Ҡурҡыттым, ғәфү ит. Башҡа улай эшләмәм, шулай ҙа, әгәр киткән булһаң, мин һине табып, йомшаҡ ереңде ҡайын менән ярған булыр инем. Зинһар, ҡасма, минең һине лә, үҙемде лә бәхетле иткем килә. – Ул Сөмбөлдөң бәләкәй генә ҡулдарын үҙенең көрәк кеүек ҡулдарына алды, күҙҙәренә ҡарап, уның бармаҡтарын үпте. – Һин бер ҡасан да минең ҡатыным булғанға
үкен мәҫһең. Ысын күңелеңдән мине ирең, балаңдың атаһы тип ҡабул ит. Әгәр аңлаған булһаң, беҙ ЗАГС-та яҙылышып сыҡтыҡ. Паспортыңда аҡҡа ҡара менән «Арыҫ ланов Байрастың ҡатыны» тип яҙылған. Һин – минең законлы ҡатыным.
Ми нең бик матур туй яһағым, һиңә аҡ күлдәк кейҙергем килгән ине. Һинең ҡарышыуыңдан, һине юғалтыуҙан ҡурҡтым. Сөмбөл, йәшәйек бергә. Әйт берәй нәмә. Ниңә өндәшмәйһең? – Кеҫәһенән бәләкәй генә алтын балдаҡ сығарып,
Сөмбөлдөң бармағына кейҙерҙе. – Мин һине бик яратам, ғүмерлек юлдашым бул. Әгәр ярата алмаһаң, балдаҡты ошо өҫтәлгә ҡуйып китерһең. Мин барыһын
да шу нан аңлармын.
Ул кеҫәһенән икенсе алтын балдаҡ сығарып, Сөмбөлгә һуҙҙы. Сөмбөл, уйланып, уға ҡарап торҙо ла балдаҡты ҡулына алды.
– Әгәр мине үткәндәр менән битәрләмәһәң, бындай тишектәр яһамаһаң, мин һиңә яҡшы ҡатын булырмын, – тине. Байрастың бармағына ул биргән балдаҡты кейҙерҙе. – Һин тоғролоҡло ир булһаң, балдағыңды бармағымда үлгәнсе һаҡлармын, – тип үҙе лә еңел һулап ҡуйҙы.
Байрас бер мәлгә аптырап ҡалды, ул Сөмбөлдән тиҙ генә бындай һүҙҙәр ишетермен тип уйламаған ине, уның күҙҙәре ялтыраны, аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайып ебәрҙе, шатлығы эсенә һыйманы. Ул ҡатынын ҡосағына алып, яратып үпте, наҙға һыуһаған ике йөрәк ләззәт донъяһына сумды. Көслө ирҙең ҡайнар һулышы Сөмбөлдө яндырҙы, тылсымлы ҡулдар уны йондоҙҙарға алып менеп китте, башы әйләнде. Ул үҙен мәңгегә ошо ҡулдарға тапшырҙы. Икәүләшеп ләззәт шишмәһенән йотлоғоп һыу эстеләр...
Көн үтеп, төн етте. Төн уҙып, тағы яңы көн тыуҙы. Байрас уянды. Аҡ мендәрҙә ҡара оҙон сәс көлтәһенә уралып йоҡлаған ҡатынына һоҡланды. Уны уятыуҙан ҡурҡып, тыныс ҡына уйланып ятты. Бына ниндәй татлы була икән ул оҙаҡлап көтөп алынған мөхәббәт! Сөмбөлдө ҡосағына алыу тураһында күпме йылдар, күпме көндәр хыялланды. Хыялда бер, ә тормошта бөтөнләй икенсе төрлө...
Дөрөҫ, ул, егерме ете йәшенә етеп, суфый булып ултырманы, ҡатын-ҡыҙҙың төрлөһөн күрҙе, ләкин ул бөгөн бер нәмәне аңланы: был донъяла һәр кешенең үҙ пары бар икән, шул парҙы табырға кәрәк. Ул яңылышманы, юҡҡа ғына Сөмбөлдө алты йыл буйы көтмәне, үҙенең хистәрендә аҙашманы, ул быны бөтә йәне-тәне менән тойҙо. Иртәме-һуңмы, Сөмбөл үткәндәрен онотор, ул да, бәлки, уны яратыр.
Байрастың ҡатынына баштан аяҡ ҡарап һоҡланғыһы килеп, әкрен генә өҫтөн дәге юрғанын тартты. Ҡатынының матур тәне асылған һайын, уның күҙҙәре янды, һулышы йышайҙы, йөрәген шатлыҡ хисе биләп алды. Бына ул көтөп алған мөхәббәт!
Иренең күҙ ҡарашын тойоп, Сөмбөл дә уянды, үҙенең шәрә ятыуын абайлап, тиҙерәк юрған аҫтына сумырға ашыҡты. Байрастың йылмайып ятыуын күреп, оя лыуҙан бите ҡыпRҡыҙыл булды. КөнмөRтөнмө икәнен аңларға тырышты.
Юрған аҫтынан ике күҙен генә ялтыратып:
– Байрас, ваҡыт күпме? Ниңә уятманың? – тине.
Байрас ҡатынына ҡарап көлдө.
– Тағы дүрт көн ятһаҡ, минең ялым бөтә, йәнем.
– Ни һөйләйһең һин? Атайҙар беҙҙең бында ни менән шөғөлләнеп ятҡанды белһә, ни уйлар? Ояты ни тора. Нисек күҙҙәренә күренербеҙ?
– Бәләкәй түгелдәр, ни эшләп ятҡанды аңлайҙарҙыр, улар ҙа бер-береһен ярата.
– Ни һөйләйһең һин? Атайҙар белһә...
– Һуң, шул атайҙар белгәнгә беҙ тыуған бит инде. Үҙең ҡатынRҡыҙҙар табибы түгелме һуң? – тип хәйләкәр йылмайып, Байрас уның юрғанын тартты. – Бөгөн беҙҙең ғаилә тормошона аяҡ баҫҡан беренсе көнөбөҙ. Миңә һинең йәнәшәңдә булыу, йоҡлау бик оҡшаны. Ҡартайып бабай булғас та һинең менән шулай йоҡлармын. Һин әле ир менән ҡатын араһында ниндәй матур мәлдәр булыуын белеп бөтөрмәйһең, был институтты мин һиңә үҙем уҡытырмын, Сөмбөл ханым, алда ғүмер оҙон әле, – тип һөйләй-һөйләй, уның сәстәрен таратты. – Һин бөгөн тағы ла матурыраҡ күренәһең, – тип күкрәгенә ҡыҫты.
Улар ауылға икенсе көндө кисен ҡайттылар. Сөмбөл ҡайны-ҡәйнәһе алдында үҙен нисек тоторға белмәне, ғәйепле бала кеүек, уларҙың күҙҙәренә күтәрелеп ҡарарға оялды. Гөлфиә апай, ниҙер һиҙенеп, уны үҙ бүлмәләренә алып инде.
– Ни булды, балам, йөҙөң ҡасҡан? – тип текәлеп ҡараны.
Сөмбөл башын аҫҡа эйеп ултыра бирҙе.
– Нимә тип әйтәйем, ул мине бесәй балаһы урынына, бер ни ҙә әйтмәйенсә, ундаRбында болғап йөрөттө лә, беҙ яҙылыштыҡ, һин минең законлы ҡатыным, тип фатирына алып ҡайтты, – тине Сөмбөл, башын күтәрмәйенсә бышылдап. – Мин бер ни ҙә эшләй алманым, әсәй. Кешенән оят, бер йортҡа ике тапҡыр килен булып килгән, тиерҙәр. Булат ни тиер, ҡатыны ни тиер, ул бит мине күрә алмаясаҡ. Гөлфиә апай көлөп ҡуйҙы.
– Эй, килен, Байрас атаһына оҡшаған шул, әйтһә, эшләмәй ҡалмай инде. Аталары мине лә шулай алып ҡайтҡан ине. Байрас менән юғалмаҫһың. Ә кешелә эшең булмаһын, һин беҙҙеке, бала беҙҙеке, беҙ шат ҡына. Беҙ быны атайың менән күптән көттөк, шулай булғас, төклө аяҡтарың менән, килен, – тип арҡаһынан һөйҙө.
Шәфҡәт ағай Байрасҡа:
– Нисек? – тип ымланы.
– Яҡшы, – тине шатлыҡтан ауыҙы ҡолағына еткән улы.
– Маладис, падлис, – тип йылмайҙы атаһы, улар берRбереһен тиҙ аңланылар.
Иртән Сөмбөл уянғанда, Байрас эшкә киткән ине. Ул аптырап тирә-яғына күҙ һалды. Барыһы шул тиклем тиҙ булды, дүрт көн эсендә кейәү табып, тормошҡа сыҡты. Нисек булһа ла, ғаилә тормошон башлап ебәрергә кәрәк.
Сөмбөл, беренсе эше итеп, хәленән килгәнсә фатирға ремонт яһаны, яңы матур шаршауҙар элде, матур гөлдәр ултыртты, иҙәнгә келәмдәр йәйҙе. Аш бүлмәһен тәртипкә килтерҙе. Сәмәрҡәндтән алып ҡайтҡан йәймәләр һәр ергә матурлыҡ өҫтәне. Ире ҡайтҡан ваҡытҡа һәр ваҡыт тәмле ашы әҙер, сәй янына ҡой мағыRбәрәмәсе бешкән була. Байрас уның шул тиклем эште бер үҙе башҡара алыуына ғәжәпләнде. Сөмбөл фатирҙы гөл баҡсаһы яһаны. Байрас, хәҙер буш
ва ҡыты булған һайын, өйөнә ҡайтырға атлығып тора. Элек ашханала ашап ҡайта, диванға ятып телевизор ҡарай ҙа йоҡлай ине. Яңғыҙ йәшәгән көндәрен иҫкә
төшөрөп: «Нисек йәшәгәнмен икән?»– тип уйлай.
Сөмбөл беренсе ике аҙнаны фатир менән генә шөғөлләнеп үткәрҙе. Азамат иһә ауылда олатаһы янында булды.
Булат Сөмбөлдө күргәндән һуң үҙенә урын тапманы, эштән ҡайтышлай энеһе янына инеп сығырға булды. Ул уларҙы ҡайҙан тапҡан, улы ни өсөн уға атай тип өндәшә – барыһын да ентекләп һорашырға уйланы. Шундай уйҙар менән ишек төймәһенә баҫты, танауына әллә ниндәй тәмле еҫтәр килеп бәрелде. Ишек асылып китте.
– Ҡайттыңмы? – тип йылмайып Сөмбөл ҡаршы сыҡты.
Улар, бер-береһен күреп, һиҫкәнеп ҡуйҙылар.
Ярай әле, эштән ҡайтып килеүсе Байрас уларҙы был ауыр хәлдән ҡотҡарҙы:
– Нимә, ағай, аптырап тораһың, ин, – тигәнгә, улар икеһе лә ҡараҡлыҡта тотол ғандай ҡурҡып киттеләр. – Әйҙә, ин. Ай, ниндәй тәмле еҫтәр сыҡҡан, үлеп аша ғым килә. Ағай, өҫтөңдө һал, түргә уҙ, сит кеше кеүек торма инде, – тигәс, Булат ҡыйырRҡыймаҫ эскә уҙҙы. Энеһенең фатиры танырлыҡ түгел ине. Өйҙә әкрен генә ниндәйҙер көй уйнай, бүлмә яҡты ла, ҡараңғы ла түгел, киске ут ян R дырылған, ысынRысынлап мөхәббәт ояһы. Булаттың йөрәген әллә үкенес, әллә көнләшеү киҫтереп үтте.
Байрас ағаһын:
– Әйҙә, ағай, киске аш ашап алайыҡ, унан иркенләп һөйләшербеҙ, – тип аш бүл мәһенә алып инде.
Сөмбөл мул итеп табын әҙерләгән, өҫтәлдә ҡыҙҙырылғаны ла, бешкәне лә, йәшел сәһе лә бар. Улар һөйләшмәйенсә ашанылар, тәмле бәрәмәстәр менән сәй
эстеләр. Табынды йыйыштырғас, Сөмбөл ҙур бүлмәгә сыҡты, Байрас уның артынан ишекте япты.
– Ағай, күрәм, һин Сөмбөлдө бында осратып аптырап ҡалдың. Беҙ яҙы лыш тыҡ, үҙең күргәнсә, хәҙер бергә йәшәйбеҙ. Теге ваҡытта өйгә алып ҡайтып ултыртһам да, һин уға өйләнергә теләмәнең, хәҙер миңә үпкәләмә. Минең һеҙҙең арала йәрәштереүсе булып йөрөгөм килмәй. Ул китеп бармаған булһа, теге ваҡытта уҡ өйләнә инем. Белмәнем тимә, мин һиңә уны яратыуымды күптән әйтә килдем. Хәҙер минең үткәндәргә кире ҡайтҡым килмәй, һин дә үткәндәрҙе онот. Сөмбөл – минең ҡатыным, мин уны бик яратам.
– Ә ул һине?
– Белмәйем, бәлки, ҡасан да булһа яратыр, һинән һуң янып бөтмәгән булһа...
– Ә Азамат һиңә ни өсөн атай ти?
– «Һин минең атайыммы?» тине, эйе, тинем. Алты йәшлек сабыйға һинең йәшлек хаталарыңды нисек аңлатайым инде. Ағай, нисек бар – шулай ҡалһын,
Сөм бөлдөң башҡа балаһы әллә була, әллә юҡ. Хәтерләһәң, теге ваҡытта ҡарт доктор, уға бала табырға ярамаясаҡ, тине. Бына хәҙер икебеҙгәме, дүртебеҙгәме бер бала. Ә һин улың менән аралаш, ҡурҡма, Сөмбөл ҡаршы килмәҫ. Фәриҙәң үт кәндәрең тураһында беләме?
– Юҡ, белмәй.
– Беҙ ҡапсыҡта ятмай, бер тишеп сығыр, һин уға дөрөҫөн һөйлә, оҙаҡҡа һуҙма. Кешенән ишетһә, яҡшы булмаҫ.
Булат уларҙан һуң ғына ҡайтып китте, күңел мөйөшөндә ҡабынған бәләкәй өмөт сатҡыһы бик тиҙ һүнде, ул һуңға ҡалды... Сөмбөлдөң өйө таҙа, йылы, үҙе яғымлы, бешергән аштары тәмле. Ә улар икәү генә йәшәгәс, Фәриҙә ҡайнар аштарҙы һирәк бешерә, күберәк ҡоро-һары менән туҡланалар, һөйләшер һүҙҙәре лә юҡ, әкренләп бер-береһенән ситләшә баралар. Сөмбөлдөң йылы өйөнән һуң үҙенең өйө шыҡһыҙ, йәнде һалҡын өшөткәндәй тойолдо. Ул Алла урынына табынған, тыйнаҡ, йомшаҡ, күп һөйләшмәй, ҡысҡырып көлмәй торған Фәриҙә менән йәшәй башлағас, унда ниндәйҙер эрелек, һалҡынлыҡ һиҙҙе. Барыһы ла ул көткәнсә булманы, күңеле ниҙер эҙләне, кемделер көттө. Сөмбөлгә килеп ҡағылыуға, ул ҡабынып китә, башын юғалта, Сөмбөл уға бөтә йәне-тәне менән яуап бирә, улар һүҙһеҙ аңлашалар ине. Теге ваҡытта, мунсала, хатаны төҙәтергә ике һүҙ етә ине. Булаттың йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Сөмбөл менән йөрөгәндә, ҡайҙа барып инәһең, шунда байрам, уйынRкөлкө, шаян һүҙҙәр ине, бер ҡасан юҡ-барға үпкәләмәне. Фәриҙә, юҡ өсөн үпкәләп, уны айҙар буйы янына ебәрмәй, һөйләшмәй интектерҙе, шуға ла Булат ярамаған һүҙ һөйләп ҡатынын үпкәләтеүҙән ҡурҡып йәшәне. Бала булһа, һөйләшерRуртаҡлашыр һүҙҙәре булыр,
уларҙы үҙRара бәйләр ине. Ә былай? Бөгөн ул энеһенән ҡайтҡанда, тормошоноң ни тиклем йәнһеҙ һәм буш икәнлеген аңланы. Фәриҙә янына йылы юрған аҫтына инеп ятты – йылына алманы. «Ҡайҙа яңылыштым һуң?» тигән уй башынан сыҡ маны. «Үкенерһең, улым, Сөмбөл яҡшы ҡатын буласаҡ, юҡҡа рәнйетәһең» тип атаһы нисә тапҡыр киҫәткән ине. Бына хәҙер шуның әжәрен йыя.
Аталары Фәриҙәне Сөмбөлдө яратҡан кеүек ярата алманылар. Уларға һалҡын ғына «Һеҙ» тип өндәшеүе, эшкә артыҡ иҫе китмәй торған Фәриҙә менән «атай-әсәй» тип өҙөлөп торған, көсөнән килгән барлыҡ эште емертеп эшләүсе Сөмбөл араһында ер менән күк айырмаһы ине шул. Аталарының Фәриҙәне асыҡтанR асыҡ өнәмәүҙәрен күреп, Булаттың йөрәге әрнене. Йортта Сөмбөлдөң урынын берәү ҙә алыштыра алмай ине, ул хаҡта ҡысҡырып әйтмәһәләр ҙә, һәр ваҡыт һиҙелеп торҙо. Сөмбөл менән йыш осрашырға тура киләсәк, бер түбә аҫ тында нисек йәшәргә? Эх, теге ваҡытта атаһын тыңлаған булһа... Ҡасандыр Сөм бөлдө илатһа, хәҙер үҙе илай. Әсе йәштәр ирҙең мендәрен сылатты.
Ағаһы киткәс, Байрас Сөмбөл янына инде, ул тәҙрәнән киске урамға ҡарап тора ине. Байрас, һиҙҙермәйенсә, ҡатынын күҙәтте. Беләһе ине: Сөмбөл ниҙәр уйлай икән? Бәлки, ул әле һаман Булатты яраталыр. Түҙергә кәрәк, уны оноттороу өсөн ул барыһын да эшләйәсәк. Сөмбөл илайҙыр тип, үҙенә табан борҙо, улар һүҙһеҙ генә бер-береһенә ҡарашып торҙо. Сөмбөлдөң ҡараштары бер ни аңлатмай, унда бушлыҡ.
– Үткәндәргә кире ҡайтыу юҡ, Байрас. Һин мине ашыҡтырма, ваҡыт бир.
Сөмбөл икеRөс аҙнанан эшкә сығырға йыйынды.
– Байрас, мин эшкә урынлашырға уйлайым. Теге ваҡытта үҙем ятҡан больницаға барып ҡарайым әле, урын булһа, шунда эшләр инем.
– Үҙем илтермен. Һине аҡ халаттан, аҡ башлыҡтан күҙ алдыма ла килтерә алмайым.
– Миңә бөгөн үк эш бирмәйҙәр бит, әле күреп туйырһың. Төндәрен ҡуйыныңдан алып сығып китә башлаһалар, ниңә өйләндем, тиерһең.
– Мин һинән туймам, һин генә минән туйма, – тип Байрас ҡатынын алдына ултыртты. – Мин әле һине күреп тә туйманым, кисен кем мине йылмайып ҡаршы алыр? Төшкө ашты өйҙә ашарға өйрәнеп бөткән инем, ашхананыҡын күргем дә килмәй. Ашау бер сәбәп кенә, һине көндөҙ ҡайтып бер яратып китһәм, эш сәғәте тиҙерәк үткәндәй була. Мин бит һине өйҙән сығыуға һағына башлайым.
– Ярай, ул тиклем арттырма, төн етмәгән һиңә...
– Юҡ, етмәй, һөйөклөм, етмәй, – тине ир, ҡатынының ҡолаҡ япраҡтарын үбә-үбә, – мин юғалған алты йылдың һәр көнө өсөн һинән үс аласаҡмын. Эшкә бара һы булмаһа, өйҙән бөтөнләй сыҡмаҫ инем, шулай һинең менән генә ятыр инем.
Уның күҙҙәре ялтыраны, тыны ҡайнарланды, үҙе халат бауын тартҡыланы.
– Байрас, сабырһыҙ, ялтыратма күҙеңде, май урлап ашаған бесәйгә оҡ шайһың, – тип көлдө Сөмбөл, уның үҙенә лә был тормош оҡшай башлаған ине.
Икенсе көндө Сөмбөл бик матур итеп тегелгән йөн костюм, аҡ кофта, бейек үк сәле туфлиҙарын кейеп, көҙгө ҡаршыһына килеп ултырҙы. Ул биҙәнеү әйберҙәрен һирәк ҡуллана, ҡайһы саҡ, биҙәнгеһе килеп, көҙгө ҡаршыһына килә. Көҙгөнән үҙенең һүрәтенә ҡарай: тән тиреһе ҡара, ҡашы ҡалын, керпеге ҡуйы оҙон, ирендәре әле ҡыҙыллығын юғалтмаған. Ни һөртөргә белмәй, шулай ҙа ярар, тип көҙгө ҡаршыһынан китә. Бөгөн дә көҙгө ҡаршыһында оҙаҡ ултырҙы, ире янына сығып.
– Шулай барһам яраймы? – тип һораны.
– Минең янға бындай сибәр ҡатын килһә, бер һүҙһеҙ эшкә алыр инем.
Байрасҡа ҡатынының кейенеүе, ҡыланышы бик оҡшай. Ул уны больница ишеге төбөнә тиклем килтерҙе. Сөмбөлдөң тулҡынланыуын һиҙеп, ҡулынан тотто, уның күҙҙәренә ҡарап:
– Тыныслан, барыһын да онот. Мин һине ошонда көтөрмөн, – тип ишек төбөндә баҫып ҡалды.
Сөмбөл баш табип бүлмәһен эҙләп китте. Теге ваҡытта кемдең ҡайҙа ултырғаны иҫендә ҡалмаған, хәйер, уның ҡайғыһы түгел ине. Бөгөн ул больницаға икенсе кеше күҙлегенән ҡараны: таҙа, яңы ғына төҙәтеү эштәре бөткән, ахыры, тип уйланаRуйлана, «Баш табип Власов Юрий Петрович» тигән яҙыулы ишек янына килеп туҡтаны. Ишек шаҡып, инергә рөхсәт һораны, өҫтәл артындағы ултырған сәркәтип уның кем булыуы менән ҡыҙыҡһынды.
– Миңә Юрий Петровичты күрергә кәрәк, эш буйынса. Мин уның күптәнге танышы, – тине Сөмбөл.
Сәркәтип баш табип янына инеп китте, бер аҙ торғандан һуң сығып:
– Инегеҙ, – тине.
Бүлмәлә йәше алтмыштан уҙған, сәсе ҡойолоп бөткән, шулай ҙа әле ныҡ кәүҙәле, бик етди Юрий Петрович ултыра ине.
– Һаумыһығыҙ, Юрий Петрович, – тине Сөмбөл, йылмайып. – Мине таны майһығыҙҙыр инде. Һеҙ мине ике тапҡыр үлемдән ҡотҡарып ҡалдығыҙ, – тине, тулҡынланып.
Власов уға текәлде, күҙлеген дә һалып ҡараны.
– Хәтерләмәйем шул, бәлки, иҫкә төшөрөрһөгөҙ. Күптәрҙе үлемдән ҡотҡарырға тура килә.
– Мин алты йыл элек бик ауырлыҡ менән бала таптым. Уға тиклем дә бер ай был больницала ятып сығырға тура килгән ине. Берәй ваҡыт мин һеҙгә кар точкамды күрһәтермен. Һеҙ мине һис шикһеҙ иҫегеҙгә төшөрәсәкһегеҙ. Һеҙ минең янымда бик күп ваҡыт уҙғарҙығыҙ. Үткәндәрҙе иҫкә төшөргөм килмәй. Уның ни тик лем ҡурҡыныс булғанлығын мин хәҙер генә аңланым. – Сөмбөлдөң күҙенә йәш тулды.
Ҡарт табип, ниҙер иҫенә төшөрөргә тырышып, маңлайын йыйырҙы.
– Һеҙ хаҡлы, карточкағыҙҙы ҡараһам, иҫемә төшөр ине. Ҡурҡыныс булғанлығын нисек аңланығыҙ?
Сөмбөл, бит остарын соҡорайтып, бик матур итеп йылмайҙы.
– Мин хәҙер һеҙҙең коллега.
Ишектә аҡ халатлы бер ханым күренде.
– Юрий Петрович, ҡул ғына ҡуйығыҙ әле, – тине.
Доктор «инегеҙ» тигәнде аңлатып, янындағы урындыҡҡа күрһәтте. Ҡаршыға ул тырған ханым Сөмбөлгә ҡарап ҡуйҙы. Сөмбөл уны танып, йылмайып ебәрҙе.
– Һаумы, Римма, әллә һин дә танымайһың инде, Юрий Петрович та онотҡан.
– Туҡта, туҡта, хәҙер әйтәм, Булаттың ҡатыны бит һин, иҫемә төштө: Сөмбөл.
– Мин Булаттың ҡатыны түгел, шулай ҙа таныуың өсөн рәхмәт.
– Риммочка, миңә уның карточкаһын табып килтер әле, һис хәтерләй алмайым.
– Хәтерләр инегеҙ ҙә, ул бик үҙгәргән. Сәстәре ҡыҫҡа, үҙе ябыҡ, бәләкәй генә ине. Һеҙ уны бер ай депрессиянан сығара алманығыҙ, башта өс көн комала ятты. Бала табырға ла беҙгә килтерҙеләр. Һуңға ҡалып килтергәнгә, бик ауыр операция яһарға тура килде. Ул тағы үлем менән көрәште, бер апай уның янынан да китмәне.
– Бына хәҙер иҫемә төштө, һеҙҙе Верочка һаҡланы. Беҙ бит уның менән бер йортта йәшәйбеҙ, күрешкән һайын һеҙҙе иҫкә ала инек. Һуңғы ваҡытта ғына һирәк осрашабыҙ, сирләй ул. Уның янына барҙығыҙмы әле?
– Юҡ шул. Бына бөгөн барырға йыйынам. Минең ҡайтҡаныма әле ике генә аҙна, шул арала ла бик күп ваҡиға булды, һис ваҡытым етмәне. Борсолмағыҙ, мин уны ташламам.
– Беҙгә ниндәй йомош менән килдегеҙ?
– Юрий Петрович, миңә эш кәрәк. Һеҙ миңә теге ваҡытта бик оҡшанығыҙ, шуға күрә мин дә һеҙҙең юлды һайланым, – тип ул уның алдына үҙенең ҡыҙыл тышлы дипломы менән характеристикаһын сығарып һалды.
Юрий Петрович, дипломды асып ҡарағас, һыҙғырып ебәрҙе. Дипломды ҡатҡат ҡараны, характеристиканы ентекләп уҡып сыҡты.
– Риммочка, был элекке Сөмбөл түгел, ул хәҙер – юғары белемле ҡатын-ҡыҙ табибы, минең коллегам Сөмбөл Харисовна. Бындай йүнәлеш буйынса яҡшы
хирургты күптән эҙләй инек, ҡатмарлы операция яһарҙай ҡатынRҡыҙ хирургыбыҙ юҡ. Беҙгә килеүегеҙгә бик шатмын. Бөгөн үк кадрҙар бүлегенә инеп, документ тарығыҙҙы тапшырығыҙ. Әгәр яҙылғандар ысынлап та хаҡ икән, һеҙ минең уң ҡулым булырһығыҙ. Бына бит, ауырлыҡтар кешене ниндәй һайлау алдына ҡуя, кемдер һынып юҡҡа сыға, ә көслөләр уҫаллашып, тормошта кәмһеткән дәргә үс итеп, сыбыҡ осона йәбешеп булһа ла, юғарыға үрмәләй. Мин һинең менән ысын күңелдән ғорурланам. Кем уйлаған һине, шундай сибәр ханымға әйләнерһең, тип, ышаныуы ла ҡыйын, һин ҡабат сәскә атҡанһың. Аҡ юлдар һиңә, коллега! – тип баҫым яһап әйтте доктор.
Римма Сөмбөлдө больница ишек алдына тиклем оҙатып сыҡты.
– Сөмбөл, һине, юғалған, тип тә, ҡайтып киткән, тип тә һөйләнеләр. Ҡайҙарҙа булдың һуң һин?
– Уҡырға киттем, алты йыл уҡыным. Бына хәҙер ҡайттым, – тип һүҙен теүәлләргә өлгөрмәне, яндарына Байрас килеп баҫты.
– Бәй, Байрас, ни эшләп йөрөйһөң бында?
– Ҡатынды алып килдем. Эшкә алаһығыҙмы үҙен? – тип Сөмбөлдөң биленән ҡосаҡлап алды.
Римма телһеҙ ҡалды, дөрөҫ ишеттеме, тигән һымаҡ уларға ҡарап ҡуйҙы.
«Аға һының ҡатынына өйләндеме икән ни?»
Байрас, уның уйын уҡығандай:
– Ул теге ваҡытта ла минең ҡатын ине, мин уны уҡырға ғына ебәргән инем бит. Әйҙә, матурым, эшең бөткән булһа, өйгә ҡайтабыҙ, – тип ҡатынын етәкләп алды.
Сөмбөл эшкә сыҡты. Беренсе көндәрҙә Юрий Петрович уның һәр эшен һынап-күҙәтеп торҙо. Коллектив Сөмбөлдө яратып ҡабул итһә лә, көнләшеүселәр аҙ булманы. Юрий Петрович уны үҙ янынан йыраҡ ебәрмәҫкә тырышты. Операция көндәре графигы алдан төҙөлә, Сөмбөл өсөн ҡайһы бер еңел операцияларға айырым график төҙөнөләр. Тәжрибәле табип йәш коллегаһының беренсе операцияһын үҙе ҡарап тороп яһатты. Яңы уҡыу бөтөрөп ҡайтҡан тимәҫһең, Сөмбөл операцияны тапRтаҙа һәм үҙRүҙенә ышанып эшләне. Сөмбөл Ғәлимә апаһының ҡул аҫтында бындай операцияларҙы аҙ үткәрмәне, шуға күрә уның тәжрибәһе башҡаларға ҡарағанда күпкә юғары ине. Юрий Петрович аҙна буйы бөтә операцияларҙы Сөмбөлдән яһатты, үҙе уның күҙәтеүсеһе генә булды. «Ҡыйыу тотона, – тип уйланы ул Сөмбөл тураһында, – былай дауам итһә, оҙаҡламай миңә алмаш буласаҡ».
– Һеҙ бик ҡыйыу башланығыҙ, Сөмбөл Харисовна, хуплайым. Былай оҫта эшләргә кем өйрәтте?
– Минең уҡытыусыларым бик һәйбәт, тәжрибәле табиптар ине. Унан мин өсөн сө курстан апайым янына больницаға йөрөй башланым, төнгө сменала ул
ми не операция яһау серҙәренә өйрәтте. Йәйге каникулда уның янында эшләнем. Һуңғы курста бигерәк тә яман шештәр өҫтөндә эшләргә тура килде.
– Бик яҡшы. Сөмбөл Харисовна, мин һеҙҙең эшегеҙҙән ҡәнәғәт.
Улар ауыр операцияларға бергә әҙерләнә башланылар.
Бер көндө Сөмбөлдө ҡабул итеү бүлмәһенә саҡырттылар. Ул ашығып беренсе ҡатҡа төштө. Байрасты күреп, ниҙер булған, тип ҡурҡып ҡуйҙы.
– Байрас, ни булды?
– Ҡурҡма, бер ни булманы. Һине аҡ халатта күргем килде, – тип ул ҡатынын бер ситкә тартты. – Һағындым.
– Ни һөйләйһең, әле ун ике генә бит.
– Ә мин һигеҙҙә үк һағынған инем. – Сөмбөлдө ҡосаҡлап үпте лә көлә-көлә сығып китте. Сығышлай:
– Ә һин иң сибәр табип, – тине.
Байрастың ҡыланыштарына Сөмбөл әкренләп эйәләшеп килә. Ире уны бер күреү өсөн йә бер үбер өсөн көндөң теләһә ҡайһы ваҡытында килеп китергә мөмкин.
Сөмбөл менән Байрас Верочканың хәлен белергә бергә барҙы. Ҡарсыҡ, уларҙың өйләнешкәндәрен ишеткәс, аптыраманы.
– Мин шулай булырын белә инем, – тине.
Сөмбөлдөң ҡайтыуына ул шатланып туя алманы. Ул бик ҡартайған, һуғыш йылдарындағы һалҡын тейҙереүҙәре лә эҙһеҙ ҡалмаған. Аяҡтары ауыртҡанға,
урамға һирәк сыға икән. Сөмбөл эштән ҡайтышлай уға укол яһай, ашарға ризыҡтар алып инә башланы. «Мин һинең алда ғүмерем буйы бурыслы, Верочка.
Мин һине үлгәнсе ташламам», – тине күңелләнеп.
Азамат мәктәпкә уҡырға инде. Байрас:
– Бәләкәй бит әле, тағы бер йылдан бирербеҙ, – тип ҡараған ине.
– Азамат уҡыйRяҙа белә. Әнүәр ағаһы уны уҡырғаRяҙырға, шахмат уйнарға өйрәтте. Буйы еткән, башы бар, әйҙә, уҡыһын, – тип Сөмбөл ризалашманы.
Тормош шулай дауам итте. Кем уҡыны, кем эшләне.
Сөмбөлдөң эше ни тиклем ҡатмарлы икәнде Байрас та аңлай ине. Сөмбөл эшләй башлау менән, уларға телефон индерҙеләр. Төндөң теләһә ҡайһы ваҡытында саҡыртып йә килеп үк алдылар. Ул төндәрҙә Байрастың күҙенә йоҡо инмәне. Операцияларҙың төрлөһө булды: уңышлыһы, уңышһыҙы. Ҡайһы бер көндәрҙә борсолоуҙан Сөмбөлдөң тамағына бер ҡабым ризыҡ үтмәне.
Баштараҡ йәш табипты күреп, ҡайһы бер ауырыуҙар:
– Бигерәк йәш, нисек яһар? – тип ҡурҡып, операциянан баш тартты, барыһы ла Власовтан яһатырға сират торҙо.
Эйе, Юрий Петрович – районда билдәле кеше, танылған табип.
– Һин уларға үпкәләмә, килер бер ваҡыт – һиңә лә сират торорҙар. Һин үҙ эшең дең оҫтаһы. Оҙаҡламай мин лайыҡлы ялға китермен. Сәләмәтлек артығын эш ләргә ҡушмай: бил, теҙ ауырта, арҡа һыҙлай. Хәйер, был – һөнәри сиребеҙ.
Кешене дауалайбыҙ, ә үҙебеҙгә сират етмәй. Шулай итеп, был хужалыҡ минән һуң һиңә ҡаласаҡ, – тип ҡарт табип йәш коллегаһын тынысландырҙы.
Сөмбөлгә больницала ауылдаштарын, класташтарын осратырға тура килде.
Уны күреп, барыһы аптырашта ҡалды. Власов менән эшләүенә ышанманылар ҙа шикелле.
Сөмбөл һәр көндө ҡайтыр алдынан үҙенең ауырыуҙары янына инеп, хәлдәрен белешеп сығыуҙы ғәҙәткә алды. Бөгөн дә, ҡайтып киткәнсе, операция яһатҡан ха ным янына инергә уйланы. Кисен ауырыуҙар янына хәл белергә туғандары, дуҫ тары йыйыла. Ҡатындың үҙен яҡшы хис иткәнен күреп һөйөндө, шәфҡәт туташына кәрәкле күрһәтмәләрҙе биргәс, иртәгә операция буласаҡ ауырыу янына инде. Палатала Фәриҙәне күреп, икеһе лә ҡаушап ҡалды. Сөмбөл тиҙ генә үҙен ҡул ға алды.
– Һаумы, Фәриҙә. Нимә булды?
– Бына, һеңлемде операцияға һалдылар.
Сөмбөлдө күреп, ауырыуҙар йәнләнеп китте.
– Һаумыһығыҙ, хәлдәрегеҙ нисек? – тине Сөмбөл, барыһын күҙҙән кисереп.
Фә риҙәнең илапRшешенеп бөткән һеңлеһен күреп, уны тынысландырырға ашыҡты.
– Ни булды? Ниңә илайбыҙ? Кем рәнйетте? – тип сәсенән һыйпаны, пульсын һананы.
– Миңә операцияны яңы уҡып ҡайтҡан йәш бер хирург яһаясаҡ икән. Минең ике балам бар, үлтереп ҡуйһа, балаларымды кем ҡарар? – тип үкһене йәш ха ным.
Сөмбөл һүҙҙең үҙе тураһында икәнен бик тиҙ аңлап алды.
– Туҡтағыҙ әле, ул йәш хирург берәйһен үлтергәнме әллә? Ниңә улай ҡур ҡаһығыҙ?
– Уныһын белмәйем, ләкин мин унан операция яһатырға теләмәйем.
Сөмбөл сабыр ғына уның тынысланғанын көттө.
– Бөттөгөҙмө инде, илап туйҙығыҙмы? Хәҙер мине тыңлағыҙ: мин Юрий
Петрович менән һөйләшермен, операцияны ул үҙе яһар һеҙгә, тынысланығыҙ.
Борсолорға яра м ай. Операцияның уңышлы сығыуының һикһән проценты ауырыуҙың үҙенән тора. Һеҙ үҙегеҙгә үҙегеҙ ярҙам итергә тейеш. һеҙҙең төп бурысығыҙ – тыныс булыу, ҡалғаны инде – беҙҙең эш. Ҡурҡһағыҙ, сирегеҙ әллә ҡай ҙа ҡасып ҡалырға мөм кин, ә тыныс булһағыҙ, беҙ уны еңел табып, юҡҡа сығарырбыҙ. Һеҙ тиҙерәк тере лер һегеҙ.
– Һеҙгә әйтергә еңел, үҙегеҙ бысаҡ аҫтына ятып ҡараһағыҙ, улай тимәҫ инегеҙ әле.
Сөмбөл уйсан ғына:
– Мин күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын. Мин табип, ләкин мин дә кеше, һеҙҙең кеүек ҡатынRҡыҙ. Сиргә бөтә кеше бер: табип та, министр ҙа. Мине урап уҙыр, тип бер кем дә әйтә алмай. Шуға күрә тынысланығыҙ, үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ. Бына был дарыуҙы эсегеҙ ҙә тынысланып йоҡлағыҙ, – тип кеҫәһенән бер дарыу алып бирҙе. – Һөйләштекме? Иртәгә һеҙҙе Власов үҙе ҡаршы алыр. Барығыҙға ла тыныс йоҡо! – тип сығып китте.
Ул сығып киткәс, шәфҡәт туташына берRбер артлы һорауҙар яуҙы.
– Кем булды был? Үҙе йәш кенә, шундай йомшаҡ һөйләшә, күңелгә рәхәт булып китте.
– Һеҙ операция яһатырға ҡурҡҡан йәш хирург Арыҫланова ошо була инде, – тип йылмайҙы шәфҡәт туташы. – Күрҙегеҙме, ниндәй тыныс, эшен дә еренә еткереп башҡара. Эш йәшлектәме ни...
Икенсе көндө Фәриҙәнең һеңлеһен алып ингәндә, операция өҫтәле янында Власов баҫып тора ине. Сөмбөл йәш ханымға, тынысланығыҙ, теләгегеҙҙе үтәнем, тигәндәй, йылмайып ҡараны. Ауырыу:
– Ниндәй матур күҙҙәр, – тип уйлап, әкрен генә йоҡоға китте.
Ханымдың ҡурҡыуы урынлы булған: инәлектең ярты яғын бик ҙур шеш биләп алған. Юрий Петрович менән йәш табип берRбереһенә ҡарашып алдылар, үҙ-ара кә ңәшләшеп, уртаҡ бер фекергә килделәр: инәлектең яртыһын киҫеп алырға, иҫән ҡалған яҡтың каналдарын ябырға. Бындай хәлдә башҡа бала табырға ярамай. Операция бишRалты сәғәткә һуҙылды. Сөмбөл арыны, аяҡтары ҡалтырай баш ланы. Операцияны теүәлләп, арыпRталып, коридорға сығып ултырҙылар. Сөмбөлдөң сәстәре тирләп, тағы ла бөҙрәләнеп маңлайына йәбешкән.
– Маладис, Сөмбөл Харисовна, һеҙ иҫ киткес яҡшы эшләнегеҙ. Мин бик ҡәнәғәт, – тип коллегаһын маҡтап алды Юрий Петрович. – Хәҙер һөҙөмтәһен генә көтәһе ҡалды.
– Унда ауырыуҙың туғандары операция бөткәнен көттө. Ни тиергә? – тине йәш шәфҡәт туташы.
– Әйҙәгеҙ, тынысландырайыҡ үҙҙәрен. Көтөү – ауыр нәмә.
Сығыуға уларҙы ауырыуҙың туғандары уратып алды. Улар араһында Фәриҙә лә бар ине.
– Юрий Петрович, һеҙ үҙегеҙ генә аңлатығыҙ инде, – тип Сөмбөл улар менән иҫәнләшеп, сисенеү бүлмәһенә инеп китте.
Сөмбөл иртә-кис ауырыуҙары янына инеп йөрөгәнгә күрә, уға Фәриҙә менән йыш осрашырға тура килде. Фәриҙәнең һеңлеһе Фәймә Сөмбөлдө шатланып ҡаршы ала торған булды.
– Беҙ бит һеҙҙең менән туғандар икән, терелеп сыҡҡас, Алла теләһә, апайымдар менән бергә ҡунаҡҡа саҡырам әле. Килерһегеҙ бит?
– Һин башта терел, унан күҙ күрер. Һиңә бик ныҡ һаҡланырға кәрәк, ҡунаҡтар әле алда күп булыр.
Бына шулай һалмаҡ ҡына көндәр үтә торҙо. Кемделер йыуатты, кемделер терелтте, күп рәхмәттәр ишетте. Үҙе тураһында ғына уйларға ваҡыты ҡалманы.
Бер көндө операцияға инер алдынан башы әйләнеп, күңеле болғанып китте.
Был ҡарт табиптың ҡарашынан ситтә ҡалманы.
– Ни булды, ағарып киттең, күптәнме был хәл, сибәрем?
– Белмәйем, әллә ни булды, башым әйләнә.
– Ни булғаны аңлашыла инде, Сөмбөл Харисовна: һеҙ бит – ир ҡатыны.
Сөмбөлдөң башына һуҡҡандай булды, күңеленән көндәрҙе һанай башланы.
Һанай торғас, осона сыҡты: беренсе көндө үк ауырға уҙған булһа кәрәк, эш менән мауығып һиҙмәгән. Дүртенсе ай киткән. Бына һиңә ҡатынRҡыҙ табибы.
Баш ҡаларҙы бының өсөн тәнҡитләр ине, ә үҙе? Эшләргә ине бит әле. Байрас ни тиер? Ярар, хәҙергә әйтмәй торорға кәрәк, Яңы йылға бүләк булыр.
Яңы йыл етте. Азаматтың ҡышҡы каникулы башланды. Ул да, Әлфис кеүек, мәктәпте өнәп бөтөрмәне. Уны ауылға өләсәйRолатаһы янына ҡайтарып ҡуйҙылар. Азамат олатаһы менән атта йөрөнө, урам малайҙары менән тау шыуҙы.
Ата һы кеүек таҙа, матур, әсәһе кеүек һөйкөмлө һөйәкле Азамат бөтә кешене үҙенә тартып торҙо. Ҡуйы ҡара ҡаштары аҫтынан балҡып торған зәңгәр күҙҙәре, бит соҡорҙары кешене ҡабат боролоп ҡарарға мәжбүр итә. КүршеRтирә уның матурлығына, асыҡ йөҙлө, йомшаҡ телле булыуына һоҡлана.
– ОлатайRолатай, – тип бер нәмә һөйләй башлаһа, әсәһе шикелле сылтыратып көлөп ебәрә, уға ҡушылып олатаһы көлә.
– ӨләсәйRөләсәйем, миңә ни бешерәһең? Үлеп ашағым килә, – тиһә, өләсәһе юҡ әйберҙе табып, ейәнен һыйлай.
Азаматты ҡышҡы каникулға ҡайтарып ҡуйғас, Байрас менән Сөмбөл өйҙә икәү генә ҡалдылар. Байрастың эшендә Яңы йыл кисәһен бик ҙурлап уҙҙырырға уй лайҙар ине. Директоры бер көндө Байрасты саҡырып алып:
– Ҡатыныңды алып килеп күрһәт инде, улайһа барыбыҙҙан йәшереп тотаһың, туй ҙа яһатманың. Иртәгә киске алтыла кафеға йыйылабыҙ, һуңламағыҙ, – тине.
Байрас менән Сөмбөлгә быға тиклем бергәләп кеше араһына сығырға тура килмәне. Бөгөн беренсе сығыуҙары. Сөмбөл быға бик етди ҡараны, оҙон буйлы, сибәр иренә нисек тә тиң күренергә теләне. Ире менән эшләүселәрҙең уны энә күҙенән үткәрәһеләре билдәле, шуға күрә ул барлыҡ кейемдәрен яңынан ҡарап сыҡты. Аҙаҡтан сығарылыш кисәһенә тектергән күлдәгенә туҡталды. Был күлдәге тегелеше менән Яңы йыл кисәһенә тура килә, яңы беленә башлаған эсен дә ҡаплай ине. Төҫөнә тура килтереп, бейек үксәле туфли алды. Күҙенә һөрмә тартты, ирененә әҙRмәҙ иннек һөрттө, сәсен байрамса матур итеп яһатты, алтындарын таҡты. Ире ҡайтып ингәндә, ул кафеға барырға әҙер ине.
Байрас уны күреп телһеҙ ҡалды. Хәйер, ҡатынын һәр көн күрһә лә, уға беренсе тапҡыр күргәндәй һоҡланып ҡарай. Ул көн һайын яңы яғы менән асыла
барҙы. Сөмбөл – серле һандыҡ. Байрас уны һәр көн үҙе өсөн әҙләп-әҙләп аса.
– Шулай барһам яраймы? Һиңә оҡшаймы? – тине Сөмбөл, әкрен генә әйләнеп.
– Һинең менән булыуыма мин әле һаман ышанып бөтә алмайым. Матур төштә йәшәгән кеүек. Һиңә нимә кейһәң дә килешә, – тип ҡатынын ҡосаҡлап алды.
Сөмбөл иренә, Яңы йыл бүләгем тип, ҡуйы зәңгәр төҫтәге күлдәк кейҙерҙе һәм, серле йылмайып:
– Тағы бер бүләгем ҡайтҡас булыр, – тине.
Байрас менән Сөмбөл кафеға килгәндә, халыҡ йыйылған, музыка уйнай ине.
Бөтә халыҡ уларға боролоп ҡарап, үҙRара бышылдаша башланы. Береһе оҙон буй лы баһадир, икенсеһе бәләкәй генә ҡурсаҡ кеүек күренһәләр ҙә, матур пар ине улар. Кисә буйына Сөмбөлдө әле береһе, әле икенсеһе бейергә саҡырҙы. Директорҙа:
– Байрас Шәфҡәтович, тормош иптәшегеҙ менән бер әйләнәйем, рөхсәт итегеҙ, – тип Сөмбөлдө бейеүгә саҡырҙы.
– Беҙҙең батырҙы кем йүгәнләгәнен бик күргем килгәйне. Күптәр тырышып ҡараны, булдыра алманылар. Һеҙ бик матур пар.
Шулай итеп, кеше күреп, кешегә күренеп ҡайттылар. Ҡайтҡас, ҡапма-ҡаршы ултырып сәй эстеләр. Байрас ҡатынына текәлеп ҡарап ултырҙы.
– Ә мин көнләшәм икән. Һин башҡалар менән бейегәндә, билеңә һалған ҡулдарҙы өҙөп алырҙай булдым. Эшегеҙҙә ирҙәр күпме?
– Күп, – тип йылмайҙы Сөмбөл. – Әгәр мин көнләшә башлаһам? Эшеңдә ана ни тиклем ҡатын-ҡыҙ, кис буйы һинән күҙҙәрен алманылар. Минән ниңә көнләшергә, үҙем бәләкәй генә, һинең шикелле сибәр түгелмен...
Башлаған һүҙен әйтеп бөтөрөргә лә мөмкинлек бирмәйенсә, Байрас уны күтәреп алды.
– Бәләкәй булғас, күтәрергә яйлы, ҡосағыма инеп бөтәһең, – тип һөйләнә-һөйләнә, Сөмбөлдө ҙур бүлмәгә алып сыҡты. – Ҡайтҡас, тағы бер бүләк вәғәҙә иткән инең түгелме?
– Ашыҡма, сабыр ит.
Сөмбөл Байрастың алдынан төшөп, кейемдәрен алмаштырырға инеп китте.
Ул сәстәрен таратып, йоҡо кейемен кейеп, ире янына сыҡты.
– Байрас, оҙаҡламай беҙгә тағы бер карауат кәрәк буласаҡ.
– Ниңә? Әллә минән айырым йоҡламаҡсы булаһыңмы? Үлһәм дә риза түгелмен. Әрәм уҙған алты йылдың үсен алам, тип күптән әйткән инем шикелле.
– Етте, алдың үсеңде. Шуға күрә бына хәҙер бер йыл айырым йоҡлатам үҙеңде.
– Ниңә, Сөмбөл? Әллә минән туйҙыңмы? Оҡшамайыммы?
Сөмбөл уға әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәйенсә, усы менән ауыҙын ҡапланы, уның ҡулын үҙенең эсенә ҡуйҙы.
– Һин минән башҡа бер нәмә лә күрмәйһең, ә бында тағы бер кеше бар. Уға инде йән инде, – тип бышылданы.
Байрастың күҙендә әллә ҡурҡыу, әллә аптырау сағылды, ятҡан урынынан тороп ултырыуын һиҙмәй ҙә ҡалды. Сөмбөл уның юғалып ҡалыуын күреп аптыраны:
– Байрас, ни булды? Һиңә лә бала кәрәк түгелме? – тине, ҡурҡып. – Мин шатланырһың тип уйлағайным.
Байрас, бер һүҙ әйтмәй, ҡатынын күкрәгенә ҡыҫты ла шашып үбә башланы.
– Кәрәк, кәрәк. Ләкин мин һинең өсөн ҡурҡам. Азаматты тапҡан ваҡытта доктор, мине һинең ирең тип белеп, башҡа бала табырға ярамай, тигән ине.
Шуға күрә бала тураһында хыялланманым. Ә һин таба алырһыңмы һуң? Теге ваҡыттағы кеүек булмаҫмы?
– Һинең кеүек иргә үлһәм дә бер бәпес табып бирәм инде, ләкин кем булыр, белмәйем.
– Сөмбөл, тыңла әле. Мин балаһыҙ йәшәй алырмын, һинһеҙ йәшәй алмам.
Миңә ундай ҡорбан кәрәкмәй, беҙҙең улыбыҙ бар. Һинең теге ваҡытта интегеүҙәреңде мәңге онотаһым юҡ. Сөмбөл, мин һине юғалтыуҙан ҡурҡам. Бәлки...
– Т-сс, – тип бармағын Байрастың ирененә ҡуйҙы ҡатын. – Уға йән ингән, ул барыһын ишетә, аңлай, атай минән баш тарта тиер, рәнйер. Улай әйтеү түгел,
уйлай ҙа күр мә. – Уның биттәрен усына алып, күҙенә ҡараны. – Ҡурҡма, һин минең та бип икәнемде онотма, барыһы яҡшы булыр. Һинең артыҡ дәртеңде
генә ҡайҙа ҡу йырбыҙ, – тип яратып, Байрастың ирендәренән үбеп алды. –
Ситтәргә ҡарай баш лаһаң, ни эшләрмен?
Ошо көндән Байрас өсөн яңы тормош башланды, ул тыныслығын юғалтты, ҡатынының һәр һулышын аңларға тырышты. Сөмбөл иренән көлдө.
– Кем ауырлы: һинме, минме? Бөтөнләй сиргә һабыштың, ябыҡтың.
– Һин иҫәнRһау булып, бәпес алып ҡайтҡансы мин тыныслана алмам.
– Байрас, йәнем, мин сирле түгел, мин – ауырлы. Ваҡыты еткәс тә ҡайғырырға өлгөрөрһөң әле...
Булат менән Фәриҙәнең ғаилә тормошо бер яйға һалынған килеш дауам итте.
Фәриҙә юҡбарға йәнен борсоманы. Һәр иртә эшкә килгәс, кем иренә, кем ҡәйнә һенә зарланды, һәр кем үҙ ғаиләһендәге шатлыҡҡайғы менән уртаҡлашты.
Фәриҙә һис ҡасан ғаиләһе, үҙе тураһында һөйләмәне. Башҡаларҙы «эйе, шулай, дөрөҫ иткәнһең» тип йөпләгәндәй булды, ҡайһы бер нәмәне аңламағанға һалышты. Эстән генә: «Эй, йүләрҙәр, кемгә кәрәк һеҙҙең зарығыҙ, кемгә ҡыҙыҡ һеҙҙең иҫерек ирегеҙ, аҡылһыҙ балаларығыҙ, кем үҙ тормошон кешегә һөйләй инде», – тип уйланы. Ул яҡтан уның ҡайғыһы юҡ: ире эсмәй, аҡсаны һәйбәт эшләй, юҡбарға бәйләнмәй. Фәриҙә ашарға бешерһә бешерә, бешермәһә, Булатүҙе бешереп ашай. Артыҡ ашау кешенең фигураһын боҙа, ана, тултырыл ған тауыҡ һымаҡ йөрөйҙәр, билдәре лә, муйындары ла күренмәй. Хеҙмәттәштәре янында ул ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙар кеүек, үтеп китһә, ирҙәр әйләнеп ҡарай. Бер
гә эшләүсе ҡатындар:
– Эй, Фәриҙә, һинең кеүек нескә билле булһаң ине, – тип уфылдайҙар.
Бала булмағанға Фәриҙәнең иҫе китмәне. Утыҙҙарҙа табыр, бәпес сепрәге йыуырға өлгөрөр әле. Әсәһенеке булған, уныҡы ла булыр. Булат ҡына, бала кәрәк, тип эсен бошора. Ҡәйнәһе ҡайтҡан һайын: «Ниңә табиптарға күренмәйһең?» –
тип һаман шул бер балыҡ башын сәйнәй. Балаһыҙ ҡатын – емешһеҙ ағас, ти. Хәҙер инде, Байрас балалы ҡатын алып ҡайтҡас, өндәшмәй башланы. Шуларға:
«Сөм бөл ҡыҙым, ейәнем», – тип йән аталар. Әллә ҡайҙан ҡайтҡан килмешәк, сит-ят балаһы алдында тәрилкә генә тотмайҙар. Бер көндө һис нәмәгә иҫе китмәй торған, бар кешегә өҫтөн генә ҡараусы, ғорур Фәриҙәне аяҡтан йығырлыҡ ваҡиға булды.
Ғәҙәттәгесә, ҡатындар төшкө ашҡа йыйылдылар, өҫтәл артында Яңы йылда булған хәлдәр, байрам тураһында һүҙ китте. Аҙаҡтан ингән Фәриҙә ҡул йыуырға тип барғанда, Арыҫланов фамилияһын ишеткәс, ишек төбөндә тыныс ҡына
тыңлап торорға булды. Ҡалаға, тирәяҡҡа батырлығы, сибәрлеге менән даны таралған Байрас тураһында һөйләүҙәрен аңлап алды.
– Яңы йылға ирем менән кафеға барҙыҡ, уларҙың эшенән ойошторҙолар, – тип һүҙен дауам итте бер ханым. – Унда түрәҡаралар ғына йыйылған, ябай эш
се ләр саҡырылмаған ине. Иң һуңынан Арыҫланов менән ҡатыны килде. Ул бит хәҙер баш инженер. Элек бер ябай шофер ине, хәҙер күрһәгеҙ... Яҡындан үҙемдең бер күргәнем юҡ ине, уның буйы, сибәрлеге, уның күҙ ҡарашы... Ашауым ашау булманы, ике күҙем гел унда булды. Көлөп ебәрһә, йығыл да үл. Кәртинкә инде.
– Ә ҡатыны, ҡатыны ниндәй? – тине берәү түҙемһеҙләнеп.
– Икәү килеп инделәр, эйеме, ҡатыны бәләкәй буйлы, өҫтөнә ялтырап торған оҙон күлдәк кейгән, алтындар таҡҡан, үҙе шундай мөләйем, ҡарап тороуға әллә
кем түгел, ә бына йылмайһа, шундай һөйкөмлө. Ире кис буйы ҡатынынан күҙен алманы, бейегәндә, бишкә бөкләнеп, муйынынан үбә, кеше күрмәй, тип уйлай, ахырыһы. Эх, ҡыҙҙар, шундай ирҙең ҡуйынында бер генә ятып ҡарайһы ине.
Арыҫланов ҡуйынында иркәләнеүҙәрен күҙ алдына килтерепме, бөтәһе тынып ҡалды. Фәриҙә, кеше һиҙгәнсе сығайым тигәндә, тынлыҡты үҙенең шаҡ ҡатыр ғыс хәбәре менән яңы эшкә урынлашҡан бер ханым боҙҙо.
– Ул Арыҫланов бер туған ағаһының беренсе ҡатынына өйләнгән, ти.
– Кит унан, – тине ҡатындар бер ауыҙҙан.
Фәриҙә, дөрөҫ ишеттеме тип, ишеккә яҡыныраҡ барып баҫты.
– Эйе, минең апайым больницала эшләй, уны яҡшы белә. Элек ул ҡатын бик ҡаты сирләп, шул больницала ятҡан. Ауырға уҙған булған, егете алмаған, шуға үҙ-үҙен үлтерергә уйлаған, буғай, көсхәлгә ҡотҡарып ҡалғандар. Унан балаһын тап ҡанда ла үлемдән ҡалған. Апайым әйтә: башта ул Булат ҡатыны ине, хәҙер Байрасҡа сыҡты, ти. Бала ағаһыныҡы икән. Улар ауылынан эшләүсе бер ҡатын да: «Әллә ҡайҙа китеп юғалған ине, әкиәттәге кеүек булды инде: үлергә китеп, байып ҡайтты, уҡып, дипломлы белгес булып ҡайтты», – тип әйтә, ти. Власов үҙ ҡанаты аҫтына алды, бер ҡайҙа ебәрмәйем, ти. Власов оло йәштә бит, үҙенә алмаш әҙерләйҙер. Хәҙер бөтә операцияны Сөмбөл Харисовна яһай, ул күҙәтеп кенә тора, бик маҡтай икән.
Фәриҙәнең өҫтөнә һалҡын һыу ҡойғандай булды, етмәһә, теге ҡатындың һүҙе әле бының менән генә бөтмәгән булып сыҡты.
– Ағаһының икенсе ҡатынынан балаһы юҡ, ти. Хәҙер бик үкенәлер инде, балаһыҙ ҡатын кемгә кәрәк.
Был һүҙҙәр Фәриҙәне бөтөнләй аяҡтан йыға яҙҙы, көсхәл менән ҡайҙалыр тотон до, башҡалар уны был хәлендә күрмәһен өсөн, бүлмәһенең ишеген эстән бик ләне. Кешеләр төшкө аштан таралғансы, шунан сыҡманы. Бер аҙҙан етәксеһенән һорап ҡайтып китте. Ишеткәндәре башына һыйманы. Булатҡа асыуы килде. Булат нисек шулай эшләй алған? Ни өсөн был хаҡта бер ни әйтмәгән? Йә Хоҙай, уның балаһы бар! Бына ни өсөн өйҙәгеләр Сөмбөл ҡаршыһында бейеп йөрөйҙәр икән! Был уйҙары уны йоҡоһонан ваҡытһыҙ уятҡан януар хәленә килтерҙе.
Булат эштән ҡайтҡанда, Фәриҙәнең йөҙө танырлыҡ түгел ине. Булат:
– Ни булды? – тине ҡурҡып. – Үҙеңде көҙгөнән ҡара әле.
– Сөмбөл кемдең ҡатыны? Һинекеме, Байрастыҡымы? – тип тураһын бәреп һораны Фәриҙә.
– Байрас менән йәшәгәс, Байрастыҡылыр.
– Ә уға тиклем?
Булат, өндәшмәйенсә, аш бүлмәһенә инеп китте. Кәстрүл ҡапҡастарын асып ҡараған булды, уларҙың буш икәнен күргәс, сәй ҡуйҙы. Фәриҙә уның һәр хәрәкәтен күҙәтеп торҙо. Фәриҙәнең утлы ҡарашынан Булаттың арҡаһы семерҙәп ҡуйҙы. Яратмай ине ул Фәриҙәнең бындай зәһәр ҡарашын. Беҙ ҡапсыҡты тиште. Ҡатынына нисек яуап бирергә белмәй баш ватты Булат.
– Мин яуап көтәм. Ни эшләп Сөмбөлдө һинең беренсе ҡатының тип һөй
ләйҙәр? Бала кемдеке?
– Минеке. Сөмбөл дә минең ҡатыным ине, законлы түгел, ә никахлы...
– Мин ҡыҙ килеш, һине егеттер тип уйлап кейәүгә сыҡтым. Ә һин ҡатын айырғанир булғанһың бит. Әсәйемдәр белһә, ни тиерҙәр, хурлығы ни тора бит.
Оят һыҙ! Ниңә башта әйтмәнең? Оятһыҙҙар һеҙ, ике туғанға бер ыштан. Байрас туйғас, яңынан һиңә ҡайтырмы? Һеҙҙең ул фахишәгеҙҙе ҡайҙарҙа кем менән ни эшләп йөрөгәнен Алла ғына беләлер. Ауылға ҡайтһаң да, телдәрендә Сөмбөл менән балаһы, батша урынына күрәләр үҙҙәрен. Ғаиләгеҙ менән боҙоҡтар һеҙ, ата-әсә йең дә йүнһеҙ. Кәтүк буйы бер ҡатын барығыҙҙы үҙ ҡулында тота. Ике малайға бер ҡатын, шуға барыһы һөйөнә, боҙоҡтар һеҙ! – тип ҡысҡырҙы Фәриҙә.
Нисә йыл йәшәп, ҡатынын бындай хәлдә беренсе тапҡыр күрҙе Булат. Уның бигерәк тә атаәсәһенә ауыр һүҙ әйттергеһе килмәне. Сөмбөлдөң һис ғәйебе юҡ, бында барыһына Булат үҙе генә ғәйепле.
– Туҡта, етте! Ни һөйләгәнеңде ҡолағың ишетмәй.
– Мин әле башланым ғына, бәлки, ул бала башта уҡ Байрастыҡы булғандыр...
Булат уға һүҙен әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәне, Фәриҙәнең эйәгенән ҡыҫып тот то ла күҙенә ҡараны.
– Сөмбөл менән балаға тел тейҙерәһе булма! Һинең алда уларҙың ғәйебе юҡ.
Мин ғәйепле улар алдында, – тип Фәриҙәне этеп ебәрҙе.
– Үкенәһеңме? Һора Байрастан, бәлки, кире ҡайтарып бирер, – тине Фәриҙә, асыуына быуылып. Булат мөйөштәге кәнәфигә барып ултырҙы.
– Хәҙер барыһын аңлатам, яҡшылап тыңла, әгәр аңламаһаң, үҙеңә үпкәлә.
Сөмбөл менән дә, ата-әсәйем менән дә ауыҙ сайҡама. Балаға тел тейҙермә. Баланың кемдеке булыуын мин бик яҡшы беләм. Мин һине яраттым, бөтә хыялым һин инең, һин тип, Сөмбөлдө илаттым, баланан баш тарттым. Һиңә өйләнһен тип, алты айлыҡ бала менән ул өйҙән сығып китте. Атайымды, Байрастыты аңламаным, «Яҡшы ҡатын буласаҡ, бергә йәшәгеҙ», – тинеләр, ишетергә те лә мә нем.
Атай: «Үкенерһең, балаңды һағынырһың», – тине. Юҡ, миңә Фәриҙә бала табасаҡ, тинем. Баламдың һинән булыуын теләнем. Барыһын һинең өсөн ҡор бан иттем. Ҡыҙ килеш айырылған иргә сыҡтым, тиһең, бел, мин Сөмбөл менән йәшәмәнем, яратҡан кешеңә өйлән, тип, ул үҙ янына яҡын ебәрмәне, мине бер ҡасан битәрләмәне, күҙ йәштәрен күрһәтмәне. Ирһеҙ бала тапҡан исе мен күтәрмәҫ өсөн генә йәшәне бит ул беҙҙә. Буйы бәләкәй булһа ла, бик көслө кеше ул. Ҡышҡа ҡаршы, беҙҙең туй алдынан сығып юғалды, ҡайҙа киткәнен белмәнек. Ә Байрас уға бер күреүҙә ғашиҡ булған, ләкин Сөмбөл минең менән булғанға, араға инмәгән. Байрас уны эҙләне, бик оҙаҡ көттө. Аҙаҡтан нисек күндергәндер, Сөмбөл хәҙер уның менән. Өйҙәре йылы, яҡты, ожмах ояһы. Үкенәһеңме, тиһең.
Әгәр мине эштән ҡайтыуыма ҡайнар аштар бешереп, йылмайып ҡаршы алһаң, балаларым йүгереп ҡаршы сыҡһа, үкенмәҫ инем. Һин бит үҙ-үҙеңде генә яратаһың, фигура һаҡлайһың, ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙар кеүекмен, тип ғорурланаһың. Кемгә кәрәк һуң һинең ҡоро һалҡын сибәрлегең? Һүҙ ҙә юҡ, һин бик сибәр, ләкин мин уның йылыһын тоймайым. Ни үҙең йылытмайһың, ни миңә йылынырға ла, йылытырға ла мөмкинлек бирмәйһең. Һинең һалҡын ҡа рашыңдан ҡур ҡып, беҙгә хәҙер кеше кермәй башланы, яңғыҙ кәкүктәр шикелле, икебеҙ ике яҡта ултырабыҙ. Хәйер, һин кем менән йәшәһәң дә шулай буласаҡ, таш ҡурсаҡ бит һин, Фәриҙә! – тине лә Булат өйөнән үк сығып китте. Урамда төҫлө уттар яна, Яңы йыл байрамы шауҡымы әле бөтмәгән, йәштәр күңел асып йөрөй. Элек эсе бошһа, энеһенә бара ине. Хәҙер унда Сөмбөл булғас, уға юл ябыҡ. Өйөнә кире ҡайтҡыһы килмәне. Урам буйлап йөрөй торғас, иртәгә ял көнө булыуы иҫенә төштө. Оҙаҡлап уйлап торманы, машинаһына ултырып,
ауы лына ҡайтып китте. Ауыр саҡта ҡайтырға тыуған йорто, атаәсәһе булыуына һөйөнөп ҡуйҙы. Ваҡытлыса булһа ла, ауыр уйҙарынан арыныр, атаһы менән һөйләшер. Булат машинаһын кертеп ҡуйып, өйгә инде, ишекте асыуға, ҡаршыһына Азамат йүгереп сыҡты:
– Булат ағай ҡайтты, – тип һикергеләне, – ә һин атай менән әсәйемде күрҙеңме? Улар ҡасан ҡайта?
Булат әллә һөйөнөстән, әллә көйөнөстән баланы күтәреп алып, уның күкрәгенә башын йәшерҙе, күңеле тулды, күҙ йәштәрен улына күрһәтеүҙән оялды, тамағына ултырған төйөрҙө йота алмай ғазапланды. Азамат быны һиҙҙе, ахырыһы:
– Булат ағай, ниңә илайһың? Әллә машинаң ватылдымы? – тип Булаттың ҡола ғына бышылданы. – Илама, атай төҙәтеп бирер. Ул бөтә әйберҙе лә эшләй
белә, илама, – тип сәсенән һыйпаны.
Булаттың былай әсенгәне юҡ ине әле. Нисә йылдан һуң бөгөн улын беренсе тап ҡыр ҡулына алды. Ул уны ҡосаҡларға күпме ынтылды, Сөмбөлдән ҡурҡты:
«Яҡын килмә, һинеке түгел», – тиер кеүек ине. Ә бөгөн улын ҡурҡмайынса ҡулына алды, яратып ҡосаҡланы. Булатты был хәлдә күреп, ата-әсәһенең йөрәге әрнене. Атаһы: «Их, балам, һуңға ҡалдың шул», – тип улын ҡыҙғанып ҡуйҙы.
Азамат, Булат ағаһының ҡулынан һыйпап:
– Әйҙә, бөгөн минең менән йоҡлайһыңмы? Әлфис ағай клубтан барыбер һуңҡай та, теге бүлмәлә икәү йоҡларбыҙ йәме, – тип йылмайҙы.
Ятыр алдынан Шәфҡәт ағай:
– Нимә, улым, донъялар ауырайҙымы әллә? – тип һораны.
Булат, атаһына күтәрелеп ҡарамайынса ғына, әрнеүле тауыш менән:
– Үкенестән үлеп булһа, мин үлер инем, атай, – тине.
Улының һүҙҙәренән атаһының йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы, утыҙға етһә лә, уның өсөн һаман бала шул. Уның барлыҡ тойғоһон үҙенә генә алыр ине, ләкин һәр кем дең үҙ яңылышы, үҙ яҙмышы, башҡа кеше төҙәтә алмай.
– Үлергә ашыҡма әле, улым, ана ниндәй матур улың үҫеп килә, уның үҫкәнен,
кеше булғанын күрәһең килмәйме ни? Атаһы була алмаһаң, яҡын ағаһы, дуҫы
бул. Һөйләш, серләш, йән дуҫы бул.
– Сөмбөл яҡын ебәрмәҫ шул, атай.
– Һин Сөмбөлдө белмәйһең, улым, оло йөрәкле кеше ул.
– Әйҙә, йоҡлайбыҙмы? – тип Азамат Булаттың ҡулынан тартып, Әлфистең бүлмәһенә алып инде. – Һин бында ят, – тип, йәнәшәһендәге мендәрҙе рәтләне.
– Мин бер үҙем йоҡларға ҡурҡам, төндә бында бик ҡараңғы, һин мине ҡосаҡлап ят, – тип үҙе лә Булатты ҡосаҡлап, танауын уның күкрәгенә төрттө лә йоҡлап китте.
Булат төн буйы керпек ҡаҡманы, улын уятыуҙан ҡурҡып, һелкенергә лә ҡыймай ятты. Ул бөгөн кемде юғалтыуын аңланы, әгәр уның кеүек хата яһарға йыйыныусы кеше барын белһә, һис икеләнмәйенсә: «Балағыҙҙы сибәр ҡатынға алыш тырмағыҙ!» – тиер ине. Үткәндәге яңылыштары йөрәген әрнетте, күҙҙәренән ҡайнар йәш аҡты. Ярай әле, илағанын улы күрмәй. Булат таң алдынанғына йоҡлап китә алды. Байрастар ҡайтмаһа, уға тағы бер көн улы менән йәнәшә йоҡлау насип буласаҡ.
Икенсе көндө улар бергә баҡсала ҡарҙан әүәләп Ҡар бабай, Ҡар ҡыҙы, машина яһанылар. Азамат ысын күңелдән ағаһына булышты, үҙе юҡтан ҡыҙыҡ табып, баҡсаны яңғыратып көлдө. Һалҡындан бит остары ҡыҙарған, йүгереп йөрөүҙән тирләп сыҡҡан ошо бәләкәй генә бала, әйтерһең дә, бөтә донъяның шат лығын үҙенә туплаған. Ниңә шуны Булат элек аңлай алмаған? Улынан башҡа нисек йәшәй алған? Быға тиклем һағынманымы, һағынды, улының буш бише ген күреүгә йөрәге һулҡылдап ҡуя ине, ләкин сер биргеһе килмәне, артҡа сигенергә һуң ине инде.
Өйҙәгеләр уларға ҡамасауламаны, уйындарына ҡатнашманы, бары тик тәҙрәнән генә күҙәтеп торҙолар.
– Эй, балаҡайҙарым, – тине Гөлфиә апай, алъяпҡысы менән күҙ йәштәренһөртөп.
– Әле былай булғанға шөкөр итәйек, әсәһе. Әсәһен башҡалар алып китһә, беҙ уны мәңге күрмәҫ инек.
Йәкшәмбе Булатҡа китергә кәрәк булһа ла, иртән китермен, Азамат үҙе генә йоҡларға ҡурҡа, тағы бер кис ҡунырға кәрәк, тип, улы янында ҡалыр өсөн һылтау эҙләне. Уның ҡалырын белгәс, Азамат һөйөндө:
– Бөгөн дә икәү йоҡлайбыҙ, эйеме, – тип Булатты ҡосаҡлап алды.
– Эйе, улым, – тигәнен Булат үҙе лә һиҙмәйенсә ҡалды.
Сөмбөлдөң серле бүлмәһендә улар тағы икәү. Улының уның өсөн урын әҙерләүе, шатланып йылмайыуы, ҡуйынында мышмыш йоҡлауы Булатҡа әйтеп бөтөргөһөҙ йән рәхәтлеге, Фәриҙә менән нисәмә йылдар йәшәп ала алмаған йылыны бирә. Хәҙер ул нисек, кем өсөн йәшәргә кәрәклеген аңланы. Тыныслыҡһәм рәхәтлек биреп, күңелендә яҡты өмөт йондоҙо ҡабынды. «Улым, мин һине бер ҡасан ташламам, яҡын ебәрмәһәләр, йыраҡҡа китмәм, күләгәң булып, һәр ваҡыт яныңда йөрөрмөн». Улының маңлайынан үбеп алды. Торор ваҡыт еткән.
Эшенә һуңға ҡалмаҫ өсөн китергә уйланы, атаһы оҙата сыҡты.
– Тынысландыңмы инде?
– Ҡайғырма, атай, хәҙер барыһы ла һинеңсә булыр. Рәхмәт, әле, ярай, һеҙ бар
мине аңларға.
– Һин, улым, Байрасҡа үпкәләмә, Сөмбөл һеҙҙе дошманлаштырыуҙан ҡурҡып, ризалыҡ бирмәне. Энеңде үҙең беләһең, ике һөйләргә яратмай. Ул өйләнмәгән булһа, башҡалар алыр ине, ул саҡта инде баланы мәңге күрә алмаған булыр инең. Улым, һеҙ бит бер туғандар, уртаҡ тел табып йәшәгеҙ...
* * *
Фәриҙә быға тиклем яңғыҙлыҡтың ни икәнен аңламаған икән. Булат китеп юғалғас, ул үҙүҙенә урын тапманы. Әгәр балаһы булмаһа, ире ташлап китһә, ғүмере буйы шулай яңғыҙы йәшәрме? Һеңлеһенә барҙы, ләкин күңелен бушатырға ғорурлығы ирек бирмәне. Туҡтың хәлен ас аңламағас, баласа ғаһы, ире менән мәш килеп йөрөгән һеңлеһе апаһын аңламаны, аңларға ваҡыты ла булманы. Һәр кемдең үҙ донъяһы. Фәриҙә өйөнә ҡайтты, ундағы бушлыҡ йәнен өшөттө. Теге ҡатындың «Балаһыҙ ҡатын кемгә кәрәк?» тигән һүҙҙәре иҫенә
төштө. Булат, унан айырылып, башҡа ҡатынға өйләнһә? Ул бығаса «Булат минән баш ҡа йәшәй алмай, мин сибәр, нисек теләһәм, шулай борам» тип үҙ-үҙенә ыша нып йәшәне. Бала юҡлығына ла ҡайғырманы, булыр әле, тип, табиптарға ла кү ренмәне. Бөгөн иһә үҙ уйҙарынан үҙе ҡурҡа ҡалды. Булат ял көнө кисен килмәгәс, бөтөнләй шикләнә башланы. Байрас янына барып һорарға ғорурлығы баш бирмәне. Дүшәмбе, йүгерәйүгерә эшенән ҡайтып, ашарға бешерҙе. Ире бөгөн дә ҡайтмаһа, яңғыҙы ни эшләр? Булат һуң ҡайтты. «Ашарға бешерҙем, яңғыҙым ашаманым, һине көттөм»,– тиергә Фәриҙәнең ҡыйыулығы етмәне, тәҙрә янына баҫып, урам күҙәткәндәй баҫып торҙо. Бына хәҙер Булат уны килеп ҡосаҡ лар, ғәфү үтенер, тип уйланы. Ире бер ни өндәшмәне, ашарға һораманы, йоҡо бүлмәһенә инеп, урын да йәймәйенсә ятты. Фәриҙә асыуынан шартлар дә рәжәгә етте, ләкин өндәшмәне. Күңелендәге ҡурҡыу көсәйҙе. Элек Фәриҙә һөйләш мәй йөрөгән булһа, хәҙер Булат һөйләшмәне. Аҙна аҙағы етеүгә, ауылына ҡайтып китте. Бер түбә аҫтында йәшәүсе сит кешеләр кеүек, бербереһенә өн дәшеүҙән, бәрелеп китеүҙән ҡурҡтылар. Һүҙһеҙ көрәш ике ай дауам итте. Бер көн-дө, һис уйламағанда, Байрас килеп инде. Тегеһен-быныһын һөйләшкән булдылар.
– Онотмаған булһағыҙ, 8 мартта әсәйҙең тыуған көнө, ҡайтығыҙ, – тип икеһен дә ауылға саҡырып китте.
Булат, байрамда атаәсәһенең кәйефен төшөрмәҫ өсөн, Фәриҙәгә:
– Ҡайтаһыңмы, ҡайтһаң, тиҙерәк йыйын, – тип ҡоро ғына әйтеп ҡуйҙы.
Фәриҙә өйҙәге тынлыҡтан, яңғыҙлыҡтан тамам туйып, йәһәннәмгә китергә әҙер ине, иренең ауылына ҡайтырға шатланып риза булды.
– Хәҙер күстәнәстәр алып керәм, – тип кибеткә сығып китте.
Улар ҡайтып ингәндә ишек алдына Байрастың машинаһы күренмәгәс: «Ҡайтмағандар!» тип, эстән генә икеһе лә еңел һулап ҡуйҙы. Өйгә ингәс, көтөлмәгән хәлбулды: Сөмбөл мейес алдында бәрәмәс бешереп йөрөй, Әлфис менән Азамат
һөй ләшепкөлөшөп ултыралар, Булатты күреп, Азамат:
– Булат ағай ҡайтты! – тип ҡосағын йәйеп, ҡаршыһына йүгереп килде.
Булат был юлы Сөмбөлдән ҡурҡманы.
– Ни хәл, улым? – тип Азаматты ҡосаҡлап алды.
Сөмбөл, ни әйтергә белмәй, юғалып ҡалды. Шулай ҙа ул үҙен бик тиҙ ҡулға алды. Азамат ауылдан килгәс, Булат ағаһы менән дуҫлашыуы тураһында һөйләгән ине. Байрас:
– Ҡаршы килмә, ағайға былай ҙа бик ҡыйын, – тигәс, ул бөтә үпкәләрен эсенә йотто, бала бүлешеп, тауыш сығарып булмай бит инде.
Сөмбөл, бер ни һиҙҙермәҫкә тырышып:
– Әйҙә, уҙығыҙ, маҡтап йөрөйһөгөҙ, – тип йылмайҙы. Яны менән боролған ине, Фәриҙәнең яңағына килтереп һуҡҡандай булды, Булат та баҫҡан урынында
ҡатып ҡалды: Сөмбөлдөң эсе шаҡтай түңәрәкләнгән ине. Сөмбөл, уларҙың хәлен һиҙеп, Фәриҙәне:
– Әйҙә, түр бүлмәгә өҫтәл әҙерләйек. Хәҙер Байрас та ҡайтып етер, әсәйҙе алырға киткән ине, – тип икенсе бүлмәгә алып сығып китте.
Сөмбөл, әҙерләп биреп барҙы, Фәриҙә оло бүлмәгә ташып торҙо, асыуы килһә лә, ҡушҡанды үтәне. Сөмбөл уның менән дуҫ ҡыҙылай яҡын күреп һөйләште, ләкин был Фәриҙәнең ҡанын ғына ҡайнатты. Кәтүк буйы, тәпән кеүек йыуан
ошо нәмәкәй бөтә кешене ауыҙына ҡаратып тора. Байрас ҡәйнәһен алып килгән, йыйылышып гөрләшәләр. Булат Фәриҙәнең әсәләрен алып килеү тура
һын да уйламаны ла. Донъяһын онотоп, Азамат менән уйнай. Байрас, бишкә бөк ләнеп, Сөмбөл ҡаршыһында нисек булышырға белмәй тырышып йөрөй. Фә
риҙә бөгөн ире менән дуҫлашырға өмөтләнгән ине, Сөмбөлдөң ауырлы икәнен белгәс, өмөтө өҙөлдө. Хәленән килһә, Сөмбөлдө күҙ ҡарашы менән үл те рер ине, уны үҙенең йән дошманы итеп күрҙе. Ситтән генә ирен күҙәтте: ул аҫтан ғына
Сөмбөлгә ҡарапҡарап ала, Азамат менән ниҙер һөйләшә, кө лө шә ләр. Былар барыһы Фәриҙәнең һарыуын ҡайнатты, ләкин түҙергә, бер ни һиҙҙермәҫкә тырышты. Нисек кенә булмаһын, Булат менән дуҫлашырға кәрәк, кәтүк буйы Сөмбөлгә ике ир күпкә китер. Кеше булмағанда, Сөмбөлдән асыуын алмаҡсы булып:
– Һин бик тиҙ етешкәнһең, ауырыңды әйтәм, – тип зәһәр генә йылмайҙы.
– Шулай килеп сыҡты шул, берике йыл бала тапмам, эшләрмен әле, тигән инем. Фәриҙә, һорағанға үпкәләмә, ә ниңә һеҙҙеке һаман юҡ? Бергә йәшәү егеҙгә лә байтаҡ, донъяғыҙ етеш, нимә ҡамасаулай? Бәлки, берәй ярҙам кәрәктер,
һин Юрий Петровичҡа күренеп ҡара әле, ул яҡшы табип.
Сөмбөл үҙе һөйләне, үҙе Фәриҙәне күҙәтте: «Эйе, Фәриҙә бик сибәр. Мин уның янында кем инде? Байрастың да тиңе шундай сибәр ҡатын булырға тейеш, миндә ни тапҡандыр? Әгәр берәй ваҡыт, күҙе асылып китеп, шундай сибәрҙе осратһа... Юҡ, улай булыуы мөмкин түгел. Сөмбөлдөң ул мәхшәрҙе башҡа кисергеһе килмәй. Ул саҡта ират затынан мәңгегә баш тартасаҡ. Улар яҡшы, күңелле йәшәһәләр ҙә, ул әле һаман Байрасҡа йөрәген асырға ҡурҡа. Булат та
уның ауырлы икәнен белгәнсе янынан бер аҙым ситкә китмәне, иркәләп туйманы. Ә нимә булып бөттө? Юҡ, мин хәҙер ике бала әсәһе, үҙемде рәнйетергә юл ҡуймам, хистәргә бирелмәм. Теге ваҡытта яралы йөрәгемде
усыма тотоп, төнгө урам буйлап йөрөүҙәремде, әрнеүгә түҙә алмайынса, поезд ҡаршыһына сығып баҫыуымды һис бер ваҡыт оноторға тейеш түгелмен. – Ул шулай уйҙар даръ яһына инеп батыуын һиҙмәй ҙә ҡалды. – Бик ныҡ рәнйеттең һин беҙҙе, Булат, хәйер, үҙең дә бәхетле күренмәйһең, Сөмбөл тапҡан кәрәкһеҙ бала менән уйнайһың...»
Сөмбөл үҙенең Булатҡа ҡарап ултырыуын һиҙмәне, сөнки ул уны күр мәне, был ваҡытта ул артта ҡалған ғазаплы үткәндәре эсендә йәшәй ине. Унда Фәриҙәгә ҡарата көнсөлөк хистәре уянманы, күңеле түренән
элекке мө хәббәт сатҡыларын эҙләне, унда ла әллә ниндәй сәйер тынлыҡ, йөрәге
уға яуап бир мәне. «Һиңә булған ҡайнар хистәрем янып бөткәнме, әллә улыма
күскәнме? Һине күреп, йөрәгем ашҡынмай, һин мине башҡа рәнйетә
алмаҫһың».
Сөмбөл, уйҙарынан арынып, ауыр һулап ҡуйҙы. Үҙенең Булат менән күҙгә-күҙ ҡарашып ултырыуҙарын аңлағас, йоҡоһонан уянғандай һиҫкәнеп китте, уғрылыҡта тотолғандай, Байрасҡа ҡараны. Уның йөҙө ҡара болот, ҡатынының ҡарашынан ни аңлағандыр, Сөмбөл иренең күҙҙәрендә рәнйеү күрҙе. Ни эшләп мөхәббәт өсмөйөштән тора икән?
Байрас бер һүҙ әйтмәйенсә сығып китте. Уның йөрәген инде нисәнсе тапҡыр бер үк һорауҙар борсой: «Һаман ағайымды яратамы икән? Күпме дауам итер?
Уның түҙемлеге етәрме?» Йәшәгән һайын Сөмбөлдө нығыраҡ яратыуын аңлай, ул уға һауа кеүек кәрәк. Бәлки, бала тыуғас, Сөмбөлдөң уға ҡарата хистәре ҡабыныр, сабыр итергә кәрәк.
Байрас тышта, ауыр уйҙарына батып, бик оҙаҡ баҫып торҙо. Ишектән кемдер сығып, уның өҫтөнә йылы кейем ҡапланы.
– Әйҙә, Байрас, үҙебеҙгә ҡайтайыҡ, бында бөгөн кеше күп. Сығар машинаңды, мин йыйындым, Азамат хәҙер кейенеп сыға, – тип Сөмбөл кире инеп китте.
Юл буйы һөйләшмәй ҡайттылар. Өйгә ҡайтып йоҡларға ятҡас, Байрас ауыр һулап борғоланды, әйләнде. Сөмбөл дә йоҡламаны, ирен нисек йыуатырға белмәне. Сөмбөл уның ниҙәр уйлап йоҡлай алмауын аңланы, ләкин Байрас ҡына ҡатынының йөрәгендә Булат урынын әкренләп яулап барыуын һиҙмәй, әгәр белһә, былай борғоланмаҫ ине. Сөмбөл иренә табан боролоп ятты, башын уның киң күкрәгенә һалды ла ҡыҫып ҡосаҡланы.
– Юҡҡа ғазапланаһың, үткәндәр артта ҡалды. Һин үткәнде уйлайһың, ә мин киләсәкте. Һин яңылышаһың, береһе лә һин уйлағанса түгел.
Байрастың йөрәге йышйыш тибә башланы, ҡатынын әкрен генә мендәргә яйлап һалды, уның күҙҙәрен күрәһе килеп, ут яндырҙы.
– Сөмбөл, минең ни уйлауымды ҡайҙан беләһең?
– Битеңә яҙылған, ауыр һулап ятыуыңдан һиҙәм...
– Эйе, мин теләгеңә ҡаршы өйләндем, һиңә яҡшы ир булырмын, наҙлармын, иркәләрмен, йөрәгеңде яулармын, тип уйланым. Ә бөгөн шикләнеп ҡалдым.
Һин ағайға шундай итеп ҡарап ултырҙың, һин уны һаман яратаһың, ғазап уттарында янаһың, ахырыһы. Мин бөгөн көсһөҙлөгөмдө аңланым. Ағай сит кеше түгел, уның менән ҡараҡаршы көрәшеп, һуғышып булмай. Һеҙ осрашҡан һайын, йәнемде ниндәйҙер ҡорт кимерә, көнләшеүме был, үҙем дә аңламайым, аңым томалана, туғандар икәнлегебеҙҙе лә онотам. Һин мине ярата алмаһаң, ни эш ләрмен? Мин һине көндән-көн нығыраҡ яратам, үҙеңә әллә ниндәй тылсымлы көстәр менән тартаһың. Һин миңә һауа, ҡояш кеүек кәрәк. Элекке йылдарҙағы хистәр ул яратыу булмаған икән. Мин һине бер яратып үпһәм, иркәләһәм, шул етер кеүек тойола ине, ә хәҙер һинең бөтә йөрәгеңә хужа булғым килә, һине бер кем менән бүлешкем килмәй. Аңлайһыңмы мине? Һин бит мине аҡылдан яҙҙыраһың, Сөмбөл,– тип ауыр һулап, башын ҡатынының ҡуйы сәстәре араһына йәшерҙе. – Мин элек бер ни аңламағанмын икән шул: йөрәгеңде яулай алмаһам, ҡалғаны бер ни тормай икән.
Сөмбөл Байрастың битен устарына алып, күҙҙәренә ҡараны:
– Булатҡа ҡараһам да, мин һинең хаҡта уйлайым.
– Ниҙәр уйланың? Минең бик белгем килә.
– Юлыңда Фәриҙә кеүек сибәр ҡатын осрап, һине минән тартып алһа, нисек йәшәрмен? Һинең кеүек оҙон буйлы баһадирға шундай сибәрҙәр пар бит.
– Ни һөйләйһең һин, Сөмбөл? Шуға күрә мине яратырға ҡурҡаһыңмы? Ҡайҙан килә башыңа ундай уйҙар? Эй, Сөмбөл, Сөмбөл. – Ул ҡатынын ҡыҫып ҡосаҡланы, еңел һулап ҡуйҙы. – Мин һине бер ҡасан бер кемгә алмаштырмаясаҡмын.
Ҡурҡ ма, ас йөрәгеңде, аҙ булһа ла урын алайым.
Ташҡын һыуын асҡандай, ҡатынын йәне туйғансы үпте, иркәләне.
– Юҡ, мин һине бер ниндәй сибәр ҡыҙҙарға алмаштырмайым. Йә Хоҙай, бынан да артығыраҡ яратып буламы икән? Яндырып үлтерәһең бит, – тип бышылдап, ҡайнар тыны менән Сөмбөлдө яндырҙы. Сөмбөл ҡаршы килмәне, бөтә йәне-тәне менән яуап бирҙе, иренең ҡайнар ҡосағында ирене. Шул миҙгелдә аңын йәшен кеүек бер уй киҫеп үтте: «Хоҙайым, үҙең һаҡла ошо мөхәббәтте!»
* * *
Тәбиғи юл менән бала таба алыу мөмкин булмағанға, Юрий Петрович менән кәңәшләшеп, бала тыуҙырыу көнөн Сөмбөл үҙе билдәләне. Һәр көндө һанап, ҡурҡып йәшәгән Байрасҡа:
– Тағы ике аҙна ваҡыт бар, – тип ялғанларға мәжбүр булды.
Сөмбөл кистән больницаға инеп, операцияға әҙерләнде. Икенсе көндө иртән яһаһалар, ире килеүгә барыһы үткән булыр. Әйтһәң, ул меҫкен ҡурҡып, кеше генә борсоп йөрөр.
Байрас, кис менән Сөмбөлдө эштән алырға килгәс, ҡабул итеү бүлмәһендәге шәфҡәт туташынан:
– Сөмбөл Харисовна сыға алмай, – тигән яуапты ишетеп аптыраны.
– Ни эшләп сыға алмай?
– Иртән генә операция яһағас, нисек сыға алһын?
– Ниндәй операция? – тине Байрас, ҡото алынып.
– Үҙе таба алмағас, операция яһанылар.
– Ҡайҙа ул? Нисәнсе палата?
– Икенсе ҡатта, унынсы палата.
Байрас баҫҡыстарҙы ике генә һикерҙе, артынан: «Унда инергә ярамай!» – тип ҡысҡырып ҡалған шәфҡәт туташының һүҙҙәрен ишетмәне. Ул палата ишеген асҡанда, Юрий Петрович менән шәфҡәт туташы Сөмбөлдөң беләгенә энәләр
ҡаҙай ине. Сөмбөл үҙе әллә аңһыҙ, әллә йоҡлай, уныһын аңлап бөтөрә алманы.
Байрас аҡ ҡағыҙ төҫөнә инде, көс-хәл менән карауат башына килеп тотондо, ҡатынының беләгенә ҡаҙалған энәнән күҙен ала алманы.
– Ни булды? Ни өсөн? Әле ике аҙна бар ине бит, – тип тотлоғатотлоға һораны, үҙе ҡурҡыуынан йығылыр дәрәжәгә етте.
Юрий Петрович, Байрастың хәлен аңлап:
– Әйҙәгеҙ, сығайыҡ, бында инергә ярамай, – тине.
Байрас урынынан теләһә лә ҡуҙғала алманы, Сөмбөлгә ҡарап тик торҙо.
– Уға хәҙер йоҡларға кәрәк. Барыһы ла яҡшы. Әйҙәгеҙ, сығайыҡ, иртәгә килер һегеҙ.
Сөмбөлдө әллә һөйләшкән тауыштар, әллә иренең тетрәнеүе уятты, ул йоҡо аралаш:
– Байрас, ебәр карауат башын, йолҡоп алһаң, мин карауат менән бергә таралам, – тип мығырҙаны. – Һеҙ уға тынысландыра торған укол яһағыҙ, шунһыҙ китә алмаҫ.
Байрастың артына энә менән төрттөләрме ни:
– Юҡ, кәрәкмәй, мин ҡурҡам, мин шунда ғына торам, – тине.
– Ярамай, микроб индереүегеҙ бар. Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә балағыҙҙы күрһәтәм, – тип доктор уны үҙе менән алып сығып китте.
Ул, иҫерек кеше кеүек сайҡаласайҡала, Юрий Петрович артынан эйәрҙе, ҡур ҡыу ҡатыш һораулы күҙҙәре менән докторға ҡараны. Доктор көлөп ебәрҙе:
– Сөмбөл Харисовна хаҡлы, һеҙ бик ҡурҡаҡ икән. Ул һеҙҙе йәлләп, операцияға керәһен әйтмәне. Кемегеҙ бар икәнен белдегеҙме әле?
Байрас, «юҡ» тигәнде аңлатып, баш сайҡаны.
– Ай, егетем, ҡурҡаҡ айыу икәнһең, үҙең тирә-яҡта иң көслө кеше һаналаһың. Кил әле бында, – тип Юрий Петрович уны быяла менән бүленгән бүлмә яны на саҡырҙы.
– Был яҡтан икенсе бала – һеҙҙең ҡыҙ.
– Сөмбөл иҫән ҡалырмы?
– Ҡалыр, ҡалыр, борсолма. Нисек инде һинең кеүек ҡурҡаҡ ирҙе ҡалдырып китһен ул. Ана, үҙеңә ниндәй матур ҡыҙ бүләк итте. Ҡыҙҙар аталарын малайҙарға ҡарағанда нығыраҡ яраталар. Һин хәҙер бар, ҡайт, ял ит, өйҙә балағыҙ яңғыҙҙыр. Иртәгә иртән килерһең, борсолма, барыһы ла яҡшы булыр.
Байрас төнө буйы йоҡламаны, арлыбирле йөрөп таң аттырҙы. Азаматты мәктәпкә оҙатыуға, больницаға йүгерҙе. Сөмбөл иренең киләһен күңеле менән һиҙҙе. Байрас, ҡурҡып, палата ишеген асты, әкрен генә ҡатыны ятҡан карауат янына сүгәләне, йоҡлай, тип тын алырға ла ҡурҡып, уға ҡарап ултырҙы.
Сөмбөл:
– Мин бик йәмһеҙме? – тине лә боролоп йылмайҙы.
Байрас күҙ йәштәрен йәшерә алманы, уның мендәренә башын һалды.
– Тағы бер бала табам тиһәң, мин аҡылдан яҙасаҡмын.
Сөмбөл иренең сәсенән һыйпаны.
– Ҡара инде, аҡ сәстәрең барлыҡҡа килгән.
Байрас:
– Башта сәс күп, ә һин берәү генә, – тип уның бармаҡтарынан үпте. – Мин кисә баланы күрҙем, уйымда гел һин булғанлыҡтан, бер ни аңламаным.
Сөмбөл уның битен, күҙҙәрен һыйпаны.
– Ҡыҙың тыуҙы, ә һин һөйөнмәйһең дә.
– Мин һинән башҡа бер кем тураһында уйлай алмайым. Һин йылмаяһың, ә мин һаман һинең өсөн ҡурҡам.
Палатаға Юрий Петровичтың ингәнен һиҙмәнеләр.
Ул арала шәфҡәт туташы баланы палатаға индерҙе.
– Ҡап-ҡара бәләкәй йомғаҡ, әсәһенә оҡшаған...
Сөмбөл, Байрасҡа ҡарап:
– Мә, атаһы, үпкәләмә инде, малай бүләк итә алманым, – тип баланы уның ҡулына һалды.
– Улай тимә, кемгә кәрәк ул өй тулы малайҙар. Уларҙы матур итеп кейендереп тә булмай бит, – тип йылмайҙы ире. – Ҡыҙыбыҙ өсөн рәхмәт. – Байрастың йөҙө яҡтырып китте, ул үҙенең атай булыуын аңлай башланы. – Мин һиңә ни бүләк итәйем икән?
– Һин беҙгә өй һал, атаһы, ҙур, яҡты өй. Һәр яҡлап ҡояш төшһөн, тәҙрәнән ағастар, сәскәләр күренеп торһон. Балаларыбыҙҙың тыуған йорто, аяҡ баҫыр үҙ ер ҙәре булһын.
– Һин мине ғәжәпләндереүҙән туҡтамайһың. Бөтә ҡатынҡыҙ ҡала фатиры тураһында хыяллана, ә һиңә ауыл өйө кәрәк.
– Ҡала фатиры аяҡ аҫтындағы тыуған ерҙе алмаштыра алмай, үҙ баҡсаңда ялан аяҡ йөрөүгә ни етә. Беҙ ҡыҙым менән гөлдәр үҫтерербеҙ. Һин беҙгә матур йорт һал, мин һиңә булышырмын, бына шунда беҙҙең ысын тормошобоҙ башланыр.
Сөмбөл больницанан ике аҙнанан һуң ғына сыҡты, шул сәбәпле һабантуйға бара алманы, бала менән өйҙә ҡалды. Байрас менән Азамат икәү китте.
– Байрас, көрәшә күрмә, йә имгәнерһең, – тип оҙатып ҡалды уларҙы Сөмбөл.
– Һин ҡурҡмайынса бала таптың, мин дә батыр, улыма көрәшеп күрһәтәм әле...
Көрәш майҙанына халыҡ йыйылды. Булат менән Әлфис көрәшсе туғандары янында ҡайнашты. Алғы рәткә, ҡарттар араһына, Шәфҡәт ағай ҙа ғорур ғына инеп урынлашты. Азаматтың әле көрәш күргәне юҡ, шуға ул ҡыҙыҡ итеп кенә күҙәтте. Ахун халҡы таҙа, көрәшсе халыҡ, ҡараусыһы ла, көрәшсеһе лә етерлек, хатта ҡатынҡыҙ ҙа ситтә ҡалмай. Ахун көрәш майҙанының уртаһында күҙ һалып һоҡланырҙай ир бәһлеүәндәре етерлек әлегә. Шәфҡәт ағай үҙ малайы өсөн тыныс ине. Бил бирмәйәсәк, күренеп тора...
Ысынлап та, көрәштә Байрас еңеп сыҡты, елкәһенә тәкә килтереп һалғас:
«Сөмбөлөм, был еңеүем һиңә!» – тине эсенән генә. Азамат:
– Атайым еңде, атай еңде! – тип Булат янында һикергеләне.
Һөйөнөшөп өйгә ҡайтып инеүгә, Азамат ашығаашыға әсәһенә һабантуй яңылыҡтарын һөйләргә тотондо.
– Минең атайым иң көслөһө, – тигәс, Сөмбөл эштең ниҙә икәнен аңланы.
– Ҡотлайбыҙ, атаһы! Мине тыңламаҫыңды белдем бит, еңелеп хур ҡалмаһын, тип кенә әйткән инем. Улайһа, өйләнеү килешмәгән, тиерҙәр ине, минең менән бергә бәпесләп ябығып бөттөң бит.
– Сөмбөл, әйҙә, йыйынығыҙ, мин һеҙҙе бер ергә алып барам, тик һорама, барғас күрерһең.
Байрас Сөмбөл менән балаларын ауыл ситендәге ҡарағай урманы буйына алып килде.
– Оҡшаймы һеҙгә был ерҙәр?
– Бик матур урындар. Ҡарағай урманының саф һауаһы ни тора...
– Мин һине хәҙер үҙемдең класташтарым, дуҫтарым менән таныштырам. Бөгөн беҙ ҡыҙымдың тәпәйен йыуабыҙ. Һин больницанан терелеп сыҡмайынса, бай рам итергә күңелем тартманы. Ә бөгөн ике байрамды рәхәтләнеп бергә үткәрәбеҙ.
Ул машинаһын йыйылған халыҡ янына килтереп туҡтатты. Дуҫтары уны шатланып ҡаршы алды. Байрас машинанан сыҡты, унан ипләп кенә Сөмбөл менән ҡыҙын төшөрҙө.
– Ҡәҙерле дуҫтарым, мин һеҙҙе ғаиләм менән таныштырырға теләйем. Бына был бәләкәй матур ҡатын – бөтә тормошомдоң йәме, шатлығы. Барлыҡ еңеүҙәрем Сөмбөлөмә бағышланған. Бына быныһы – улым Азамат, киләсәктә майҙандарҙа мине алыштырасаҡ. Ә быныһы – ҡатынымдың миңә һабантуй бүләге, бәләкәй ҡыҙым Айһылыу. Беҙ баҫып торған ерҙә, Алла теләһә, балаларымдың тыуған ере буласаҡ.
Сөмбөл, ризалығын белдереп, йылмайып керпек ҡаҡты, ҡысҡырып әйтмәһә лә, ул бөгөн бик бәхетле ине. Ире уның күҙҙәренә ҡараны, Сөмбөлдөң күҙҙәре ул ярат ҡанса йылмаялар, барыһынан бигерәк Байрас үҙе бәхетле, бер йыл элек ул был хаҡта хыяллана ғына ала ине. Ул Сөмбөлгә йылмайып:
– Хоҙайҙан бик ялбарып һораһаң, буй етмәҫ хыялдар ҙа тормошҡа аша икән, – тип бышылданы. Үҙе: «Һин дә берәй ваҡыт яратырһың мине, Сөмбөл. Һин «яратам» тигән көндө бөтә донъяла минән бәхетле кеше булмаҫ», – тип уйланы.
* * *
Шул йәйҙә үк Байрас, атаһы менән бергәләп, буласаҡ йортҡа нигеҙ һалды. Учалы ҡалаһының ситендә Бурансы ауылының пар ҡарағай үҫеп ултырған ерен ҡамап алдылар. Байрас шатланып: «Пар ҡарағайы ни тора, киҫеү юҡ, үҫһендәр,
шу лаймы, атай?» – тине шатланып. Ирҙәр көнтөн шунда эшләне. Ваҡыт уҙа торҙо, ҡапҡара сәсле Айһылыуға ла бер йәш тулды. Азамат һеңлеһен нисек кенә итеп яратырға белмәне. Әсәһе уға:
– Улым, һин Айһылыуға ҙур ағай. Һеҙ ике бөртөк бер туған, бер ҡасан был хаҡта онотма, – тигәс, ағай булыу менән ғорурланып йылмайҙы.
– Әсәй, беҙҙең Айһылыу ҡапҡа башындағы сыйырсыҡҡа оҡшаған, эйеме, һис тик тормай, үҙе гел ниҙер бытылдай.
Байрас балаларын бик ярата, эштән уларҙы бик һағынып ҡайта, балалар, аталары ишектән күренеүгә, муйынына һарылалар.
Айһылыу тыуғас, өс бүлмәле фатир биргәндәр ине, үҙ йорттарын иркенләп өлгөртөргә уйланылар.
Балаға бер йәш тулыуға, Юрий Петрович ауырып китеү сәбәпле, Сөмбөлдө эше нә саҡыртып алдылар. Сөмбөлдө күреүгә, ҡарт табип, ғәфү үтенгәндәй:
– Сөмбөл Харисовна, һеҙҙе борсоном инде. Һөйләшәһе һүҙҙәрем бик күп. Мин үҙем дең сиремде беләм, миңә ял кәрәк, бәлки, донъяла йәшәргә лә күп ҡалмағандыр, шуға күрә һеҙгә ашығыс рәүештә эшкә сығырға кәрәк. Бына был дәфтәрҙә минең ҡырҡ йыл буйына яҙып барған күҙәтеүҙәрем, ҡайһы бер асыштарым. Уҡығыҙ, өйрәнегеҙ, бәлки, кәрәге тейер. Беҙҙең эштә бит әллә ниндәй көтөлмәгән хәлдәр килеп сығырға мөмкин, һеҙ барыһына әҙер булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ бүлеген һеҙгә тапшырырға теләйем. Мин һеҙгә ышанам.
Шулай итеп, Сөмбөлгә һис уйламағанда эшкә сығырға тура килде. Ҡара сыйырсыҡ балаһын Гөлфиә апай ауылға алып ҡайтып китте.
– Ғүмер буйы ҡыҙ бала үҫтерергә хыялландым, Алла насип итте, – тип ул бик һөйөндө.
Баштараҡ йәш белгескә тәжрибәле табиптан башҡа эшләүе ҡыйыныраҡ булды. Ҡатмарлы операциялар яһағанда, янында күҙәтеп тороусы, кәңәш биреүсе Юрий Петровичтың булмауы Сөмбөлдө бер аҙ ҡурҡыта ине. Ул операция өҫтәле янына килеп баҫҡас, Ғәлимә апайҙың етди йөҙөн күҙ алдына килтерҙе һәм эшкә тотондо. Үҙүҙенә ышанмағандарҙы Өфөгә ебәрҙе. Ҡатынҡыҙ араһында уның хаҡта «яҡшы белгес» тигән хәбәр тиҙ таралды.
Бер көндө уның янына Фәриҙә килеп инде.
– Килдем әле, һине бит, бик күп белә, яҡшы дауалай, тиҙәр, бәлки, миңә лә ярҙам итерһең?
– Әгәр минән генә торһа, ҡулымдан килгәндең барыһын эшләргә тырышырмын, Фәриҙә.
Ул Фәриҙәне бөтә яҡлап тикшерҙе, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның инәлеге етәрлек дәрәжәлә үҫмәгән булып сыҡты. Был осраҡта бала табыу мөмкин түгел икәнен Сөмбөл бик тиҙ аңланы, ләкин Фәриҙәгә нисек әйтергә белмәй аптыра ны, еңелерәк һүҙҙәр эҙләне. Күптәр был хаҡта ишеткәс, табипҡа ышанмайҙар, йә иһә уны ғәйепләйҙәр.
– Фәриҙә, был осраҡта медицина көсһөҙ, мин һиңә бер нисек ярҙам итә алмайым. Һине Хоҙай шулай яратҡан, бында бер кем дә ғәйепле түгел. Һинең балаң булмаясаҡ...
Сөмбөл ошо һүҙҙәрҙе әйткәндә, үҙен ауырыу ҡаршыһында ғәйепле кеүек тоя ине. Килендәше янында үҙен нисек тоторға белмәне. Фәриҙә бер мәлгә телһеҙ ҡалды, йөҙө ағарҙы, унан уҫал итеп Сөмбөлгә ҡараны:
– Шатланаһыңмы? Эйе, шатланаһың, ҡарғышым төштө, тиһеңме? Булмаһын, мин уны һинән башҡа ла яҡшы беләм. Улай бик яҡшы табип булғас, дауала, булырлыҡ яһа. Һин бит үҙеңә ниндәй кәрәк, ҡайһыһынан кәрәк, шулай табаһың: береһенән малай, икенсеһенән ҡыҙ. Һин бит Арыҫлановтарҙың уртаҡ ҡатыны.
Килендәшенең зәһәр сәсеүен Сөмбөл бар көсөн йыйып, сабырлыҡ менән тыңланы, башҡа ерҙә булһа, урынына бик тиҙ ултыртыр ине, тик эштә ҡысҡырышырға яҡшы түгел. Ул әкрен генә тороп, тәҙрә ҡаршыһына килеп баҫты.
– Әйтәһе һүҙҙәреңде уйлап һөйлә, Фәриҙә, аҙаҡтан оялырға тура килмәһен.
Унан, урыны ул түгел, – тине Сөмбөл, үҙен тыныс тоторға тырышып.
– Оятмы, миңә оятмы?
Фәриҙә зәһәрләнеп тағы ниҙер әйтмәксе булған ине, Сөмбөлдөң асыулы ҡарашын күреп, туҡтап ҡалды.
– Әйтәһе һүҙең булһа, өйгә кил, бында килеп тауыш сығарып йөрөмә, хәҙер үк сығып кит. Мине рәнйетеп кенә бала тыумай, донъяла йәтимдәр бөтмәгән, алығыҙ ҙа үҫтерегеҙ.
Фәриҙә яуап ҡайтарғансы, һүҙ бөттө тигәндәй, Сөмбөл ишекте асты:
– Һау булығыҙ, мин һеҙгә ярҙам итә алмайым, башҡа табипҡа барып ҡарағыҙ. Ауылға ҡайтҡас, улар тағы осрашты.
Сөмбөл, тирәяҡҡа тәмле еҫ сығарып, баҡсала ҡоймаҡ бешерергә тотондо.
– Сөмбөл ҡайтҡаны әллә ҡайҙан һиҙелә, – тип күләнкүрше инеп сыҡты. Ҡара бөҙрә сәсле Айһылыу – бөтәһенең шатлығы, йыуанысы – атаһының алдынан
төшмәне. Сөмбөл Фәриҙәгә ҡарап-ҡарап алды, ул Азаматтың уйнағанын күҙәтә ине. Теге һөйләшеү тураһында ирҙәренә һиҙҙермәнеләр. Баҡсала икәү генә ҡалғас, Фәриҙә Сөмбөлдөң ҡаршыһына килеп баҫты, уға өҫтән генә ҡарап:
– Һинең менән һөйләшәһем бар, – тине.
– Нимә тураһында?
– Азаматты беҙгә бир. Булат «миңә кеше балаһы кәрәкмәй, минең үҙ балам бар» – ти, шулай булғас, Азаматты беҙгә бир.
Сөмбөл, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, йығылып китмәҫ өсөн, ҡайҙа тотонорға белмәне, башына һуҡҡандай булды, һауа етмәне, үҙен тиҙерәк ҡулға алырға тырышты. «Был ниндәй оятһыҙлыҡ, хәйерсегә яҡты сырай күрһәтһәң, ямаулыҡ һорай, ти, бала менән аралашыуға ғына риза түгел, инде тартып алырға уйлайҙар». Сөмбөлдөң асыуҙан ҡаны ҡайнаны, йөрәге ярһыны, ә Фәриҙә, бер ни һиҙмәгәндәй, һаман ауыртҡан ергә баҫты:
– Ул Булаттың малайы, уның быға хаҡы бар.
Был һүҙҙәр Сөмбөлдө тамам сығырынан сығарҙы.
– Юғал күҙ алдымдан! – тип ҡысҡырып ебәреүен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. – Мин һиңә, йөрәгемдән өҙөп, атаһын бирҙем, бала теләһәң, унды тап. Булатҡа бит мин тапҡан бала кәрәкмәне, уға һинеке кәрәк ине, ә бала таба алмайһың икән, бында минең ғәйебем юҡ.
Улар Фәриҙә артына килеп баҫҡан Булатты күрмәнеләр. Сөмбөлдөң бөтә тәне ҡалтыраны, хәле китте. Булатты күреп алды, ул, ниҙер һиҙенеп, Сөмбөлгә ҡарап тора ине. Сөмбөл асыу менән:
– Минең балаларым янына яҡын киләһе булмағыҙ! Уның балаға бер ниндәй хаҡы юҡ, ул малайын һиңә алмаштырҙы! – тип ҡысҡырҙы.
– Ә мин балаға атаһының кем булыуын әйтһәм, ул ваҡытта ни тиерһең?
– Дөрөҫөн әйтермен, атайың һине йәнһеҙ бер таш ҡурсаҡҡа алыштырҙы, тиермен. Унан ҡарарбыҙ, яратҡан Булат ағаһы кемгә әйләнер? – Сөмбөл Булатҡа бармаҡ менән төрттө. – Ҡарында саҡта уҡ һин ул баланан баш тартҡаныңды оноттоңмо? Байрас ҡайтмаған булһа, беҙ икебеҙ ҙә гүр эйәһе инек, ә хәҙер һеҙгә бала кәрәкме?
Уның тауышын ишетеп, баҡсаға Байрас менән ҡайныһы килеп инде.
– Сөмбөл, ни булды?
Байрастың ҡатынын бындай хәлдә беренсе тапҡыр күреүе ине: ул уҫал, асыуы йөҙөнә сыҡҡан, ҡара күҙҙәрендә ут уйнай.
– Мине ҡан илатып, тапап уҙҙың, алма кеүек балаңдан баш тарттың, теләгеңә ирештең: бәхетең, мөхәббәтең үҙ ҡулыңда. Мин һинән бер ни ҙә һораманым, үҙ яраларымды үҙем бәйләнем. Нисек ғазапланыуымды күреп тә йәлләмәнең, ул тип барыһын аяҡ аҫтынан һалып тапаның. Ә һин, Фәриҙә, минең менән ауыҙ сайҡама, мин уны йыртыла-йыртыла һинең өсөн тапманым. Булат, балаға яҡын киләһе булма, бала яратаһың килә икән, урам малайҙарын ярат, беҙҙекенә теймә! Бик кәрәк икән, донъя тулы йәтим бала – ал да тәрбиәләп үҫтер!.. Әйҙә, Байрас, балаларҙы машинаға ултырт, тиҙерәк китәйек бынан, береһен дә күргем килмәй.
Байрас, аптырап, ҡатынын ҡосаҡлап алды:
– Башта тыныслан, унан китербеҙ.
– Юҡ, хәҙер үк! Азамат, ҡайҙа һин? Машинаға ултыра тор, – тип Сөмбөл Айһылыуҙы алырға ашыға-ашыға өйгә инеп китте.
Шәфҡәт ағай Байрасҡа:
– Бар, улым, ҡатыныңа ярҙам ит, ағайың менән үҙем һөйләшермен, – тип баҡсанан сығарып ебәрҙе. Булатҡа боролоп:
– Ҡатыныңды ал да кит бынан, ә һин, килен, телеңде тыймаһаң, Булатҡа бала табырлыҡ ҡатын алып бирергә лә күп һорамам. Сөмбөл, һеҙ бәхетле булһын тип, барыһынан баш тартты, әгәр шулар менән дә иҫәпләшмәйһең икән, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ. Сөмбөлдө рәнйетәһең икән, был йорттоң ҡапҡаһы ябыҡ һиңә, – тине, Фәриҙәнең күҙенә ҡарап. – Улым, әгәр элеккесә йәшәйһең килһә, ҡатыныңды тәртипкә килтер. Ә хәҙергә ана китер юлығыҙ, ҡапҡа асыҡ. Улым, теләп алған яҙмышың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хоҙайҙан ни һораһаң, шуны бирҙе.
Байрас ҡатыны менән балаларын ауылдан ситтә урынлашҡан күл буйына алып килеп туҡтатты. Сөмбөл бер нөктәгә текәлеп, һелкенмәйенсә ултыра бирҙе. Байрас:
– Әйҙәгеҙ, әсәйегеҙгә сәскәләр йыйып бүләк итәйек, – тип балаларын машинанан төшөрҙө. Азаматҡа:
– Улым, миңә әсәйең менән һөйләшергә кәрәк, һин ҙур егет бит, һеңлеңде ҡарап тор, – тигәс, тегеһе үҙен оло кеше итеп хис итте, баш һелкте.
Байрас Сөмбөл янына инеп ултырҙы, һүҙһеҙ генә уны ҡосаҡлап алды. Әллә йәлләүсе, әллә яҡлаусы булғанға, Сөмбөл әкрен генә илап ебәрҙе. Ул һирәк илай, илаһын, эсен бушатһын, тип, Байрас туҡтатманы, балаларының уйнауҙарын күҙәтеп тыныс ҡына ултырҙы. Ҡатыны тыныслана төшкәс, уның эйәгенән күтәреп, күҙҙәренә ҡараны.
– Сөмбөл, беҙ бергә, һин шуны онотма. Борсоу-ҡайғыларыңды минән йәшереп, үҙең генә күтәреп маташма, беҙ бөтөн бер алма кеүек йәшәргә тейешбеҙ.
Кил әле үҙемә, һин яралы ҡошҡа оҡшағанһың, – тип иркәләй-иркәләй, ҡатынын үпте. Улар балаларының килгәнен күрмәй ҙә ҡалдылар. Азамат, атаһы менән әсәһенең үбешкәнен күреп:
– Ҡарама, ҡарама, – тип һеңлеһенең күҙен ҡапларға тырышты.
Байрас, уларҙы күреп, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Аһ, һине, кил әле, ҡыҙым, улым, кил һин дә, – тип икеһен ике яғына ул тыртты. – Эх, рәхәт тә һуң, ниндәй матур был донъя, әсәһе! Мин бөгөн ағайымдарҙың ҡайғыһын бөтә йөрәгем менән тойҙом, Хоҙай үҙе ярҙам итһен. Беҙҙе генә ошо бәхеттән айырмаһын, – тине, ҡыҙын алдында һикертеп.
Улар яланда ҡыуышлы уйнап, матур сәскәләр йыйып бик оҙаҡ йөрөнөләр, Сөмбөл тынысланды:
– Әйҙә, ҡайтайыҡ, атайҙар борсола торғандыр. Сөмбөл, һин ағай менән Фәриҙәгә рәнйемә, Хоҙай уларҙы былай ҙа ныҡ рәнйеткән. Беҙҙекен генә күпһенеп күҙ тейҙермәһендәр, ә ҡалғанын бергә еңербеҙ. Сөмбөл, әле мин һине белеп бөтөрмәйем, ахырыһы, һин бик көслө кеше. Асыуланған ваҡытта һин үҙ бәпкәләрен һаҡлап ҡалырға тырышҡан инә ҡаҙға оҡшаған инең. Һине яҡыныраҡ белгән һайын, үҙемде бәләкәйерәк тоям.
– Улай тимә, Байрас, миңә үҙемдән көслөрәк рухлы кеше кәрәк. Бөтә йәнем-тәнем менән һөйөлөрлөк, бөтә эс серҙәрем һыйырлыҡ, уларҙы аңларлыҡ, ир генә түгел, иң яҡын дуҫ та булырлыҡ кеше кәрәк. – Сөмбөл, үрелеп, Байрастың күҙ ҙәренә ҡараны. – Һин хаҡлы, араға елдауыл кермәһен. Мин һинең менән бик бәхетле, һин шуны беләһеңме, һиҙәһеңме икән, Байрас, ишетәһеңме, мин бик бәхетле!
Ҡатынының һәр бер әйткән һүҙе Байрастың йөрәгенә һайрар ҡош булып ҡунды, уның был бәхеттән башы әйләнде, күҙҙәре, иртәнге һыу өҫтөн хәтерләтеп, мең төрлө төҫтә ялтыраны, ирендәре йылмайҙы.
– Сөмбөл, мин һинән был һүҙҙәрҙе бик оҙаҡ көттөм, уларҙың минең өсөн ни тиклем әһәмиәтле икәнен һин үҙең дә белмәйһең, – тип Байрас күҙҙәрен йомдо,
Сөм бөлдө яратып күкрәгенә ҡыҫты, балалар ҡыҙыҡһынып уларҙы күҙәтте.
Тормош юлдары ҡатмарлы, бигерәк тә ғаилә тормошоноҡо, уның борол малары бик күп, һәр кеше лә ул боролмаларҙы еңел генә үтеп сыға алмай: кемдеңдер сабырлығы етмәй, кемдеңдер аҡылы томалана. Бөгөн Байрас менән Сөмбөл шул тормош тигән оҙон юлдың бер боролмаһын юғалтыуҙарһыҙ атлап уҙҙы.
Улар ғүмерендә бындай боролмалар күп булыр әле, бөгөн ошо яланда бер-береһенә йөрәк серҙәрен астылар, алда яңы көн кеүек, ҡояштай оло, яҡты мөхәббәт тыуасағы, тигеҙ юлдар буласағы билдәле ине.
Булаттарҙың ғына тормошо, болот ҡаплаған ҡояштай, һүнгәндәнһүнә барҙы.
Булаттың аталары ҡаршыһында тауыш сығараһы килмәне, үҙ өйҙәренә ҡайтып еткәнсе түҙҙе, өйгә инеү менән:
– Һөйлә, – тине Фәриҙәгә ҡоро ғына, – нимә кәрәк һиңә Сөмбөлдән?
– Барыһына ла һин ғәйепле, бала-бала, тиһең, булмай беҙҙең балабыҙ, булмаясаҡ та, Сөмбөл үҙе шулай тине. Азаматты беҙгә бир, тинем. Һин бит, кеше балаһы кәрәкмәй, тинең, ҡайҙан алайым мин, булмағас, – тип илап ебәрҙе.
– Мин бит күреп торам: шул баланан айырыла алмайһың, уның янында донъяңды онотаһың. Һинең дә бит ул балаға хаҡың бар, һөйләш Байрас менән, Сөмбөлдө күндерһен, – тип иренең ҡаршыһына килеп теҙләнде. Кәнәфиҙә башын эйеп ултырған Булат Фәриҙәгә тишерҙәй итеп ҡараны:
– Мин һиңә, бала тап, тинем, Сөмбөлдөкөн тартып ал, тимәнем. Мин улымды күпме теләйем – шул тиклем яратам, уның янында булам, мин шуға риза инем, ә һин бөгөн мине барыһынан мәхрүм иттең. Ниндәй ҡанһыҙ кеше һин, ул бит бесәй балаһы түгел, һеҙҙә икәү, береһен беҙгә бир, тиергә нисек телең әйләнде?
Минең бер ниндәй хаҡым юҡ ул балаға, Сөмбөл дөрөҫ әйтә, мин уны һиңә алыштырҙым!
Булат ҡатынын бер ҡырыйға этте лә өйҙән сығып уҡ китте.
Фәриҙә:
– Мине ташлап ҡайҙа китәһең, китмә өйҙән, ҡасма минән, – тип үкһеп иланы, күҙ йәштәре аша Сөмбөлдө ҡарғаны. Ул ҡайтҡансы, улар бик һәйбәт йәшәйҙәр ине, бөткән инеме уға башҡа ғаилә, башҡа ир, ниңә был донъя шулай тығыҙ һуң? Фәриҙә үкһей-үкһей бик оҙаҡ иланы.
Булат ошо көндән һуң тамам юғалып ҡалды, үҙ эсенә бикләнде, күҙҙәре моңһоу ланды. Ул донъяла йәшәүҙең йәмен тапманы, ҡысҡырып көлгән кешеләргә ҡарап аптыраны. Элек эсе бошһа, энеһе менән һөйләшә, атаһы янына ҡайта
ине, ата һы уны һәр ваҡыт аңланы, ә иң мөһиме – уның донъялағы бар нәмәнән ҡәҙерлерәк улы бар ине. Хәҙер япаяңғыҙ, ни энеһе, ни атаһы, ни улы янына бара алмай. Сөмбөл уны бөтөнләй күрә алмаҫ булды, теге көндө: «Балаға яҡын
килмә!» – тип нисек асынып ҡысҡырҙы. Ул барыһын да юғалтты, ул бер кемгә кәрәк түгел. Көнтөн йөрәкте ошо уйҙар тапаны, тирәяғындағыларҙы күрмәне, үҙен яңғыҙ утрауҙа ҡалғандай хис итте. Әкренләп, эштән ҡайтҡанда, эсеп ҡайта
башланы. Арыҫлановтар ғаиләһендә эскән кешеләр булмағанға, бер кемдең башында «Булат эсә башлар» тигән уй тыуманы, әһәмиәт итеүсе лә булманы. Һалҡын көҙ килде. Ҡарлы ямғырҙар ҙа Булаттың йөрәк яныуын баҫа алманы. Ауылына күптәнән ҡайтҡаны юҡ, элек, исмаһам, улын шунда күрә ине. Бер тәүлек эшләп ҡайтҡас, икенсе көндө ялында ҡайҙа барырға белмәй йөрөнө, йөрәк ярһыуҙарын баҫыр өсөн, ике йөҙ грамм араҡы эсеп алғандан һуң, энеһе йәшәй торған йорт алдына килде. Ни өсөн килгәнен үҙе лә аңламаны. Нимәгә өмөтләнеп килде? Уҡыусылар мәктәптән ҡайта торған ваҡыт булғанға, ишек алды бала-саға тауышы менән тулды. Шул саҡ кемдер:
– Булат ағай! – тип ҡысҡырҙы.
Булат бер көтөү бала араһынан таныш тауыш эйәһен эҙләне, йөрәге йыш-йыш типте, үҙе «улым, улым» тип бышылданы. Арттан берәү килеп ҡосаҡлап алды, үҙе сылтыратып көлөп ебәрҙе.
– Булат ағай, ни эшләп тораһың бында?
Булат:
– Азамат улым, – тип малайын күтәреп алды. – Бына һине күрергә килдем, һағынып бөттөм үҙеңде. – Йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн күҙен йәшерҙе.
– Әйҙә, беҙгә инәбеҙ, сәй эсербеҙ, минең ашағым килә, әйҙә, Булат ағай, – тип Азамат уның ҡулынан тартты.
– Юҡ, улым, инмәйем, әсәйең асыуланыр.
– Кем? Әсәйемме? Һин ингәнгә әсәйем ниңә асыуланһын? Улай ҡурҡһаң, әсәйемә әйтмәҫбеҙ. Әйҙә инде.
Булаттың улы менән аралашҡыһы, янында оҙағыраҡ торғоһо килгәнгә, ярай, ни булһа, шул булыр, тип ризалашты. Белһәләр, үлтермәҫтәр әле, үлтерһәләр, кемгә кәрәк бындай тормош.
– Әсәйеңә әйтмәһәң генә инәм.
– Эй, ҡурҡаҡ, әйтмәйем, әйҙә, – тип ҡысҡырып көлдө Азамат. – Шахмат уйнарбыҙ, яңы алымдар өйрәндем, һиңә лә өйрәтермен.
Баланың күҙҙәре ут янды, ярата ине ул Булат ағаһын, ул бит уның иң яҡын дуҫы.
Булат энеһенең яңы фатирында әйберҙәр күсергәндә бер булған ине, башҡа килергә тура килмәне. Сөмбөл фатирҙы һәр ваҡыттағыса зауыҡ менән биҙәгән,
бүлмәләрҙәге гөлдәр өйҙө гөл баҡсаһы иткән.
Азамат хужаларса аш йылытырға ҡуйҙы, сәй әҙерләне.
– Булат ағай, әйҙә, хәҙер ашап алайыҡ, унан уйнарбыҙ.
Ашап-эскәс, бергәләп өҫтәл өҫтөн йыйыштырҙылар ҙа донъяларын онотоп шахмат уйнарға керештеләр. Булаттың уйнай белмәгәнен күреп, Азамат эсе ҡатып көлдө. Улы янынан киткеһе килмәһә лә, Булат сәғәткә ҡарарға онотманы: ваҡыт бишкә яҡынлаша ине.
– Ярай, Азамат, мин китәйем инде.
– Һин тағы ҡасан киләһең?
– Киләйемме һуң? – тип иҙәнгә улы ҡаршыһына сүгәләне.
– Кил. Миңә һинең менән бик күңелле, – тип Азамат Булаттың муйынынан ҡосаҡланы.
– Әсәйең белһә, асыуланыр бит.
– Ә беҙ әсәйемә әйтмәйбеҙ.
– Улайһа иртәгә килермен, – тип улын ҡосоп һөйҙө лә, һаубуллашып, үҙ алдына йылмайып ҡайтып китте. Ошо көндән башлап уларҙың уртаҡ серҙәре барлыҡҡа килде. Азамат мәктәптә булған хәлдәрҙе, атаәсәһенә һөйләмәгән серҙәрен дә Булат ағаһына һөйләне.
Булат уның янына бараһы көндө ауыҙына бер грамм араҡы ҡапманы, ә ҡайтышлай ике йөҙ грамм һала торған ғәҙәте барлыҡҡа килде. Өйҙә араҡы еҫе һиҙелә башланы. Булат йоҡлағанда, һаташып, Азамат менән һөйләшә. «Сөмбөл, асыуланма инде» тигән һүҙҙәр ҙә ишеткәс, Фәриҙә бөтөнләй тыныслығын юғалтты. Бер көндө эштән һорап ҡалып, ирен күҙәтергә уйланы. Ире инде күптәнән
уның янына килмәй, сит кешеләр кеүек, һәр ҡайһыһы үҙ алдына йәшәй. Күңелендә, «бәлки, Сөмбөл менән сыуалалыр» тигән шик тыуҙы. Эйе, күҙәтә торғас, ысынлап та Булаттың шунда йөрөүе асыҡланды. Фәриҙә түҙмәне, Байрастың эшенә шылтыратты, үҙен танытмаҫ өсөн тауышын үҙгәртеп һөйләште.
– Һин эштә ваҡытта ҡатының янына Булат килеп йөрөй, биш тулыр алдынан сығып китә. Мин көн дә тәҙрәнән күреп ҡалам.
Бына хәҙер ҡарап ҡарарбыҙ, ирең ҡайтып тотһа, нисек йырларһың икән, тип, үҙ ҡылығына үҙе шатланып ҡуйҙы Фәриҙә.
Байрастың башына килтереп һуҡҡандай булды, был һүҙҙәргә ышанырға ышанмаҫҡа белмәне. Кем булды был? Нисек инде ағаһы ундай эшкә бара алһын? Шулай ҙа ул тиҙ генә йыйынып, ҡайтырға уйланы, сығып китер алдынан
Сөм бөлгә шылтыратаһы итте.
– Сөмбөл Харисовна операцияла, тиҙ генә бушамаҫ, – тинеләр.
Байрас ҡайтып ингәндә, Булат менән Азамат сәй эсеп ултыралар ине.
– Бына нисек икән хәлдәр? – тине Байрас, ағаһына ҡарап.
Бала бер атаһына, бер ағаһына ҡараны, Булат ағаһының ҡурҡып ҡалыуын күреп:
– Беҙ Булат ағай менән шахмат ҡына уйнайбыҙ, ә ул әсәйемдән ҡурҡа. Атай, һин әсәйемә әйтмәҫһеңме? – тине ялбарыулы тауыш менән.
Байрас:
– Ярай, уйнағыҙ, әйтмәм. Ҡайҙа, мин дә сәй эсәйем, үтешләй генә ингән инем,
– тип тиҙерәк китергә ашыҡты. Сығасығышлай үҙенә асыуланырға тотондо. Яла яҡҡан кешенең теле ҡороһон, ә мин, йүләр, шуға ышанып, күҙемде тондороп сабам. Сөмбөл белһә, битемә төкөрөр.
Ағаһын да йәлләп ҡуйҙы, ябыҡҡан, ҡартайып киткән. Байрасты күргәс, әллә нисек ҡурҡып ҡалды. Эйе, йән тартмаһа, ҡан тарталыр, ана бит Азамат атаһына нисек тартыла, нисек яҡларға белмәй. Сөмбөл ҡайтып күрһә, ни булыр, әйтеүе лә ҡыйын. Меҫкен ағаһы, үҙ улы менән ҡасабоҫа күрешергә килә. Ни эшләһен,
башҡа сараһы юҡтыр, күрәһең. Әйҙә, килһен, һағыналыр, ул да эштән Айһылыуын бик һағынып ҡайта бит. Ағайға «килмә» тип әйтеп булмай, тиҙерәк йортоноң эшен бөтөрөп күсергә кәрәк. Бында кем кергәнен, кем сыҡҡанын йөҙ күҙ күҙәтеп тора.
Йәй буйы улар бергәләшеп өйҙөң эсентышын эшләне. Булат килде, Азамат улар янында йөрөнө. Байрас, ағаһының араҡы менән мауығыуын һиҙеп:
– Ағай, эсмә, ауырлыҡтарҙы улай еңеп булмай. Улыңа ниндәй үрнәк күрһәтәһең, ҙур бит инде ул, араҡы еҫе кәнфит еҫе түгел, уны кем дә яҡшы айыра. Бер кереп батһаң, сыға алмаҫһың, атайымдарға ҡара ҡайғы булырһың. Сөмбөл белһә, Азамат янына яҡын ебәрмәҫ, – тине.
– Белһә, былай ҙа ебәрмәҫ.
– Ниңә белмәһен, белә, тик эскәнеңде генә белмәй.
– Ярай, энем, тырышып ҡарармын. Һеҙҙең менән рәхәт, ә өйгә ҡайтып инге килмәй, эскәс, еңелерәк булып китә, ҡайтып йоҡлайым. Айыҡ башты ауыр уйҙар баҫа, донъяның бер йәме, бер тәме ҡалмай.
Байрас ағаһы өсөн ҡурҡып ҡуйҙы:
– Донъянан туйырға ашыҡма әле, ағай. Беҙ бергә бит, йәшермә сиреңде, ни борсой һине, нимә етмәй? Ниңә, нимәлер юғалтҡан кеше шикелле, һәр ваҡыт
башыңды аҫылындырып йөрөйһөң?
– Юғалттым, энем, юғалттым. Хәҙер шуның ғазабын кисерәм. Яңыһын башлап булмай, иҫкеһен ташлап булмай. Ҡалғанын һорама, үҙең дә беләһең.
Өс йыл тигәндә, өй әҙер булды. Көҙөн, япраҡтар һарғайғансы тип, Байрас ғаиләһен күсерергә уйланы. Иң беренсе Сөмбөлдөң үҙен генә алып килеп күрһәтергә теләне.
– Әйҙә, әсәһе, минең эшкә баһа бир әле, – тип ҡатынын етәкләп өйгә алып инде.
Өй эсендәге ҡарағай еҫе, буялмаған иҙәнтүшәмдәрҙең һары таҡталары, икенсе ҡатҡа күтәрелә торған һырлап, матурлап эшләнгән баҫҡыс, иркен бүлмәләр, гөлдәр ҡуйырға тип уйланылған киң тәҙрә төптәре һәр кемде һоҡландырырлыҡ ине.
– Әйҙә әле, мин һиңә үҙебеҙҙең йоҡо бүлмәһен күрһәтәм.
Байрас ҡатынын икенсе ҡатҡа алып менде. Йәнәшә урынлашҡан өс йоҡо бүлмәләренең береһенең ишеген асты:
– Рәхим итегеҙ, Сөмбөл ханым, был беҙҙең мөхәббәт оябыҙ. – Ҡатынын бик матур бүлмәгә алып инде, үҙе уны ҡосаҡлап: – Оҡшаймы? Тәҙрә урманға ҡарап тора, ишек алды ла күренә. Йә, нисек? – тип үҙенә табан борҙо, эйелеп Сөмбөлдөң күҙҙәренә ҡараны. – Теләһәң, өсөнсө ҡат та төҙөйөм, унан айға юл һалам, һине шунда алып менеп яратырмын, – тип күҙҙәрен ялтыратты. – Тик һин әйт кенә.
Сөмбөл был бышылдауҙарҙың, күҙ ялтыратыуҙарҙың ни менән бөтәсәген белә ине.
– Сабырһыҙланма, ҡарттар йыйып, Ҡөрьән уҡытайыҡ, күҙеңде унан ялтыратырһың.
– Шулай ҙа һине бер генә үпһәм, гонаһ булмаҫ бит. Әгәр ҙә һиңә мин һалған өй оҡшаһа, миңә бер наҙ бүләк ит, – тип ҡатынын ҡыҫып ҡосаҡланы.
Сөмбөл ҡаршы килмәне, үрелеп иренең ирененән үпте, бышылдап:
– Миңә бик оҡшай, бында бар нәмә һинең кеүек матур. Мин был өйҙө һәр ваҡыт бында ҡайтаһың килеп торорлоҡ итеп биҙәрмен, уның һәр мөйөшө йылмайып торор, – тип иренең күкрәгенә башын ҡуйҙы. – Миңә шундай рәхәт. Байрас, иртәгә, беләһеңме, ниндәй көн?
– Юҡ, белмәйем.
– Беҙ ҡушылғанға биш йыл була. Шул биш йылда балабыҙ тыуҙы, өй һалдыҡ, кеше араһында дәрәжәгә ирештек.
– Эйе, ғүмер биш көн кеүек кенә үткән дә киткән, барыһы ла бар, күҙ генә теймәһен, мин тормошомдан бик ҡәнәғәт.
Улар бер аҙнанан яңы өйгә күсеп сыҡтылар, хәҙер үҙ донъялары менән йәшәйҙәр. Баҡсаларына Силәбе питомнигынан төрлө емеш ағастары ҡайтарҙылар, ағас тарҙы һәр кемгә атап ултырттылар.
Азамат:
– Булат ағайға ла ултыртайыҡ, – тип бер алмағас алып килде.
Сөмбөл менән Байрас бербереһенә ҡарашып алды.
– Ярай, килтер, улым, бына бында, һинеке янына ултыртайыҡ. Унан Әлфис ағайыңа ултыртырбыҙ.
Шулай итеп, әкренләп Учалы янында Бурансы ауылы үҫеп сыҡты. Үҙ өйҙәре менән йәшәргә теләүселәр Сөмбөл менән Байрас ҡына булмаған икән, ауыл күҙгә күренеп ҙурайҙы.
Яңы йылда өй туйы уҙғарҙылар, йорт уртаһында ҡалған ҡарағайҙарҙы биҙәнеләр. Яҙын Сөмбөл баҡсаһына бөтә тирәяҡтың күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр ултыртты. Барыһы һәйбәт кенә барһа ла, Сөмбөлдөң йәненә Булат тынғылыҡ бирмәне. Ул йә эшкә киткәнсе, йә эштән һуң энеләренә килә торған булды. Азамат менән икәү әллә нәмә эшләйҙәр, үҙара ниҙер һөйләшәләр. Сөмбөл уны күрмәмешкә һалынды, улы янына килгән кешене ҡыуып сығарып булмай бит инде.
Һуңғы ваҡытта Булат әллә нисек ҡыҙғаныс күренә ине, ул Сөмбөлдөң күҙенә салынмаҫҡа тырышты. Ул көн дә тиерлек килде, һуң ғына ҡайтып китте, Аза мат
уны боролошҡа тиклем оҙата бара торған булды.
Бер көндө Сөмбөл тәҙрәнән шаршау аша уларҙы күҙәтеп торҙо. Булаттың ҡулдарын болғайболғай һөйләүен күреп, аптырап китте. Иренең килеп баҫыуын
һиҙ мәгән икән:
– Эйе, ҡыҙғаныс, – тигән һүҙҙәренән һиҫкәнеп ҡуйҙы.
– Бәй, ҡайтҡаныңды ишетмәнем.
– Ҡайттым. Ҡамасауламайым тип, тиҙерәк инеп киттем, йәлләйем мин ағайымды, ярҙам ғына итә алмайым. Бәлки, һин һөйләшеп ҡарарһың?
– Нимә тип? Булат бөгөн әллә ниндәй сәйер күренә.
– Ул яҡшы ғына эсә башланы, хәйер, күптән инде. Һөйләшеп тә ҡараным... Ул Азаматтан йыраҡ йәшәй алмай, өйөнә ҡайтып йәм тапмай, мин уға нисек ярҙам итергә белмәйем. Бөтә өмөт һиндә генә, Сөмбөл, бәлки, һине тыңлар, тик ҡыума ғына, унан бөтөнләй юҡҡа сығыр, әле әҙерәк булһа ла бала тотоп тора.
– Ҡара әле, Байрас, уға тип атап ултыртҡан алмағас та үҫеп китә алмай интегеп ултыра, әйтерһең дә, Булаттың хәлен аңлай. Азамат бер көндө: «Әсәй, был алмағас ниңә үҫмәй икән, үләм-үләм тип ултыра», – ти. Хикмәт, быларҙың өсөһөн дә нимә бәйләй? Ниндәй һүҙҙәр табайым һуң мин уға?
– Тап, Сөмбөл, тап, һин бит табип, һин һәр ваҡыт кәрәкле һүҙҙәрҙе таба беләһең, йығылғанды ҡыйнамайҙар, ярҙам ит, – тип Байрас Сөмбөлдөң күҙҙәренә ялбарып ҡараны. – Атай менән әсәй хаҡына. Улар быны белһә, күтәрә алмаясаҡтар, беҙҙең нәҫелдә эскеселәр юҡ бит, үҙең беләһең.
Сөмбөл, уйланып, ишек алдына сыҡты:
– Азамат, кер әле, улым, атайың саҡыра, – тип улын өйгә индереп ебәрҙе.
Булат, Сөмбөлдөң тауышын ишеткәс, тиҙ генә баҡсаға инеп китте, өй ышығына барып баҫты. Сөмбөл әкрен генә килеп, уның беләгенән тотто.
– Ҡасма, барыбер сысҡан кергән тишеккә һыймаҫһың.
Булат баҫҡан урынында таш кеүек ҡатып ҡалды. Сөмбөл уның ҡаршыһына килеп баҫты. Булаттың әллә күп эсеүҙән, әллә кеше төҫлө йоҡламауҙан күҙ ҡабаҡтары шешенгән, ҡасандыр матур зәңгәр күҙҙәре хәҙер болғансыҡ һыу төҫөн хәтерләтә, сәстәренә сал төшкән. Сөмбөлдөң йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. «Ни булды һиңә, Булат, ниңә былай таушалдың?» – тиәһе килде.
Сөмбөлдөң ҡайнар күҙ ҡараштары Булатты яндыра-көйҙөрә ине, ул уларға тура ҡарарға ҡурҡты. «Эләктем, хәҙер мине ҡыуасаҡ», – тип уйланы.
– Әйҙә, Булат, асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек әле, ун йылдан артыҡ ваҡыт үтте, ҡасан да булһа бер һөйләшергә кәрәктер бит беҙгә, кил, ултыр ҡаршыма, – тип баҡсалағы өҫтәл янына саҡырҙы, улар ҡапма-ҡаршы ултырҙы. Булат ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға, күҙҙәрен ҡайҙа йәшерергә белмәне.
– Булат, ниңә былай уғры кеүек ҡасып йөрөйһөң? Киләһең, өйгә инмәйһең, был бит минеке генә түгел, энеңдең дә өйө, һинең өсөн беҙҙең ишек һәр ваҡыт асыҡ. Ниңә былай йөрөйһөң? Әллә эсә лә башлағанһың, йөҙөң талсыҡҡан, ҡанаттары һынған ҡош кеүек, иңбаштарың аҫылынып төшкән. Ни етмәй һиңә, нимә юғалттың, бәхетле булырға нимә ҡамасаулай? Һөйлә, аңлармын.
Булат Сөмбөлгә ҡараны:
– Бәхетте бер юғалтһаң, табып булмай икән, ул һинең менән бергә китте. Теге ваҡытта һин иланың, хәҙер мин илайым. Һинең ҡарғыштарың йөҙө менән төштө. Һин беҙҙең өйҙә йәшәгән саҡта булған икән ул бәхетле миҙгелдәр... һин китеп юғалғас, юҡһына башланым, өйләнгәс, онотормон, тип уйланым. Ҡарт алмағас төбөндә, бала менән һине һағынып, мин бик күп иланым. Атай аңлай ине мине: «Яңылышаһың, улым, үкенерһең – һуң булыр, баланы йәллә», – тине.
Эх, йәшлек, үкенестән үлеп булмай, Сөмбөл, бына аяҡтар үҙҙәре алып килә һеҙгә. Үҙем киләм, «Балаға яҡын килмә!» тиерһең тип, үҙем ҡурҡам. Азамат – минең был донъяла берҙән-бер йыуанысым. Йәллә, тимәйем, хаҡым юҡ, рәнйеттем һине, хәҙер шуның уңышын йыям. Кисер мине, Сөмбөл, кисерә ал һаң. Энем булһа ла, Байрасҡа көнләшеп ҡарайым мин, ул күпкә аҡыллыраҡ булып сыҡты, мин генә һуҡыр булғанмын. Мин хәҙер һинең менән үткән йыл дар хәтирәһендә йәшәйем, Азаматты бер көн күрмәһәм дә, ауыр. Тормоштағы ҡайһы бер хаталарҙы төҙәтеп була, тик минекен түгел, – тип ауыр һуланы, бармаҡтарын ағара башлаған ҡуйы сәсе араһына батырҙы. – Яратҡанмын икән мин һине, Сөмбөл, тик һуңлап аңланым. Булдыра алһаң, килтергән ғазаптарым өсөн кисер мине...
Икеһенең дә тамаҡ төбөнә төйөр ултырҙы, күҙҙәренә йәш тулды, бер-бере һенә текәлеп ҡаранылар. Сөмбөл күкрәк тултырып тын алды:
– Булат, тыңла әле, мин һине бер ҡасан ҡарғаманым. Рәнйенем, иланым, тик ҡарғаманым. Мин барыһына үҙемде ғәйепләнем. Һин миңә өйләнгән булһаң, беҙ икебеҙ ҙә бәхетһеҙ булыр инек. Һин үҙеңдең тормошҡа ашмаған хыялыңды һағынып, ә мин көсләп тағылған ҡатын булып кәмһенеп йәшәр инек, уҡымаған, бер наҙан булыр инем. Мин һине ҡарғаманым, Булат, һин яратмағас, үҙем де, яратырлыҡ кеше түгел, тип уйланым. Мин һине шашып яраттым, яраттым да, яндым да. Бына инде нисә йыл Байрас менән йәшәйем, ләкин мин уны һине
яратҡан кеүек яратырға ҡурҡам. Ул барыһын да һиҙә, әммә сабыр ғына көтә бирә... Һинең былай йөрөүең йәнемде талай, йөрәгемә тынғылыҡ бирмәй, үҙемде ғәйепле кеше шикелле хис итәм.
– Килмә, тиһеңме?
– Юҡ, юҡ, улай тимәйем, кил, өйгә ин, ҡасҡын кеүек йөрөмә һәм эсеүеңде ташла. Балабыҙ хаҡына үтенеп һорайым, эсеп юҡҡа сыҡма. Бала алығыҙ, көн һайын күпме бала йәтим ҡала, бер йәтимде бәхетле итһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә бәхетле булырһығыҙ. Оҙаҡламай Азамат үҫеп, сығып китер. Ул ваҡытта ҡайҙа барырһың? Алығыҙ бала, үҙем ярҙам итермен, ә Фәриҙәне бала таба алмағанға ғәйепләмә, Хоҙай шулай яратҡас, ни эшләһен. Һин бит уны яратаһың, ә яратҡан кешеләрҙе бөтә кәмселектәре менән яратырға кәрәк. Һин уны аңларға, ярҙам
итергә тырыш. Мин бала тапһам да ярата алманың, ул таба алмай тип ташлама, хата бер була. Эсеүеңде ташла, Арыҫлановтар нәҫелендә эскән кеше юҡ, һин эсһәң, һинән күреп, улың эсә башлар. Ана теге бәләкәй генә алмағасты Азамат һиңә атап ултыртҡан ине, күрәһеңме, ул да сирләй, бала ағастың насар үҫеүенә
бик борсола. Һин терелһәң, ул нығып үҫеп китәсәк. Килтергән ҡорбандарың юҡҡа булмаһын, һин бәхетле булһаң, мин дә бәхетле булырмын. Байрасҡа, ҡурҡ майынса, йөрәгемде аса алырмын. Булат, үткәндә ҡалған мөхәббәтебеҙ хаҡына бәхетле булырға тырыш! Мине, бер ни күрмәй, тимә, мин һинең һәр аҙымыңды күҙәтеп торам, онотма. Мин һинең берҙән-бер балаңдың әсәһе, улың үҙеңә оҡ шаған, мин уның киләсәген ҡайғыртам, насарлыҡҡа өйрәтһәң, мәңге кисермәм.
Улар баҡсала бик оҙаҡ ултырҙылар, Байрас та сығып, улар араһына ҡатышманы. Был эскерһеҙ һөйләшеү, бәлки, Сөмбөл менән Булатҡа күптән кәрәк
бул ғандыр, икеһе лә еңеләйеп ҡалдылар, уртала торған кәртә юҡҡа сыҡты.
Бер көндө Сөмбөл, ниҙер уйланып, тәҙрәнән ҡарап торҙо ла:
– Ҡара әле, атаһы, ана ҡаршыла ниндәй буш урын. Әйт Булатҡа, һалһын
шунда бер йорт, йөрөмәһен ике арала тилмереп, – тип үҙ янына ирен саҡырҙы.
– Эйе шул, бик һәйбәт урын, үҙе менән һөйләшергә кәрәк.
Булатҡа әйткәс, ул бик ентекләп әлеге урынды килеп ҡараны, оҙаҡ ҡына әйләнеп йөрөгәндән һуң:
– Нимә, улым, мин дә шунда өй һалайымы? – тип йылмайҙы.
Азамат:
– Нисек шәп булыр, һиңә төндә өйөңә ҡайтырға кәрәк булмаясаҡ, – тип һөйөндө.
Булат, Сөмбөл менән Байрасҡа ҡарап:
– Һеҙ ҡаршы килмәһәгеҙ, мин риза, – тип йылмайҙы. Уның тормошҡа ҡарашы үҙгәрҙеме, күңелендә өмөт уяндымы, нисек кенә булмаһын, Булаттың күҙ ҡарашы хәҙер асыҡ һәм тыныс ине.
– Улайһа, килештек, ағай, урынды барып һөйләшәбеҙ ҙә быйыл уҡ өйҙөң нигеҙен һалып ҡалдырабыҙ.
– Ай, шәп була, – тине Азамат, шатланып Булат ағайын ҡосаҡлап алды, – мин дә һеҙгә булышам.
Азаматҡа тиҙҙән ун ике йәш тула, Арыҫлановтарға оҡшап эре кәүҙәле булмаҡсы, Сөмбөлдөң, миңә оҡшап бәләкәй булып ҡалмаһын, тип ҡурҡыуҙары
бушҡа булды. Айһылыу иһә кәтүк, үҙе тик тормаҫ, сиған балаһы кеүек ҡап-ҡара, ә күҙҙәре зәңгәр ут сәсеп тора. Сания апай уны Сөмбөлгә оҡшата. Ай һы лыуҙы
йыш ҡына ауылға Сания апай янына ҡайтаралар, ике яҡ та үпкәләмәһен өсөн, алмаш-тилмәш ҡайтарырға тырышалар.
Сөмбөлдөң эше үҙ яйы менән барҙы. Хәҙер инде ул кисәге йәш өйрәнсек белгес түгел, ә дәрәжәле, эшен яҡшы белә торған табип. Урамда күптәр уны танып
иҫәнләшә, рәхмәт әйтеп китәләр. Уның ҡул аҫтында күпме бала донъяға килде, күпме ҡатынҡыҙҙы ауыр сирҙән ҡотҡарҙы. Ярата ине ул эшен, һәр ваҡыт
кешеләргә мөләйем һәм яғымлы булды.
Сөмбөл менән Байрас нисек кенә матур, татыу йәшәмәһендәр, ғаилә тормошо һы нау ҙары уларҙы ла урап уҙманы. Дуҫ бар, дошман бар, тигәндәй, кемдер
уларҙың тормошон бик тә боҙорға тырыша ине.
Сөмбөл «Байрас үҙенең эшендә йәш ҡыҙ менән йөрөй» тип яҙылған әллә нисә хат алды. Был хаттарҙы уҡығас, йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Бик оҙаҡ һушына килә
алмай торҙо, көсхәл менән үҙен ҡулға алып, хатты йыртып, мейескә ташланы.
Иренә бер ни һиҙҙермәне. Үҙ йорттарына күскәс килмәҫ, тип уйлаһа ла, хаттар дауамлы килә торҙо.
Бер көндө Байрас, эштән ҡайтҡанда, почтаны үҙе алып керҙе. Гәзиттәр араһы нан килеп сыҡҡан хатты әйләндереп ҡараны, «Арыҫланова Сөмбөлгә» тип
яҙыл ғанын күреп, ҡатынына һуҙҙы. Конвертта, ғәҙәттәгесә, кире адрес күрһәтелмәгән ине. Сөмбөлдөң йөҙө ағарып китте, хатты ҡарап та тормаҫтан мейескә
таш ланы, үҙе икенсе бүлмәгә үк сығып китте. Байрас аптырап ҡалды, ҡатынының хатты күреп ҡаушап ҡалыуын, уның ниҙер йәшерергә тырышыуын аң лап
алды. Тиҙерәк мейестән хатты тартып сығарҙы ла асып уҡый башланы. Үҙенең дә йөҙөнән ҡаны ҡасты, унда яҙылған һүҙҙәр башына һыйманы. «Һинең ирең үҙ
сәркәтибе менән йөрөй, ул оҙаҡламай һиңә үҙенең һөйәркәһен бәпесләргә алып киләсәк. Байрас минеке генә тип йәшәмә, был ҡалала уның ваҡытлы ҡатындары күп, һин генә бер ни һиҙмәйһең...»
Байрас хатты ҡат-ҡат уҡыны, ниҙер аңларға тырышты. Хатты Сөмбөл уҡыманы, тимәк, уға бындай хаттарҙың беренсе тапҡыр ғына килеүе түгел. Ул хатты тотоп Сөмбөл янына сыҡты, ҡулдары ҡалтыраны, асыуҙан тешен ҡыҫты. Үҙен-үҙе ҡосаҡлап тәҙрә янында баҫып торған ҡатынының артына килеп баҫты.
– Ҡасандан килә бындай хаттар?
Сөмбөл өндәшмәне.
– Ниңә өндәшмәйһең, ҡасандан?
– Ике йыл, бәлки, күберәктер.
– Ике йыл? Ниңә мин бер ни белмәйем?
Ул Сөмбөлдө үҙенә борҙо, күҙенә ҡарарға тырышты.
– Сөмбөл, минең һиңә бер ҡасан да хыянат иткәнем юҡ, был ялған, ышан миңә.
– Ул Сөмбөлдөң эйәген күтәреп, күҙҙәренә ҡараны. Сөмбөлдөң күҙ ҡарашында тәрән әрнеү сағыла ине. – Сөмбөл, яфалама үҙеңде, Хоҙай шаһит, донъяла бөтә йәнем-тәнем менән ярат ҡан кешем – ул һин! Ни өсөн һин бөтә ауырлыҡты үҙең генә күтәрергә ты рышаһың? Ниңә әйтмәйһең? Ниңә үҙ-үҙеңде өҙгөләйһең?
Һинең алда минең намыҫым таҙа, ышан миңә. Һин минең иң ҡәҙерле кешем.
Сөмбөл Байрастың ҡулынан хатты тартып алды, бер һүҙһеҙ бер нисә киҫәккә йыртҡылап, кире иренең усына һалды.
– Гонаһың булмаһа, аҡланып маташма, ә хатты ҡайҙан алдың, шунда ташла.
Үҙең әйтмешләй, барыһына ла Хоҙай шаһит, оло мөхәббәт ваҡланмай ул.
Ҡасандыр Ғәлимә апаһы уға бер нәмәне бик яҡшы аңлатты. Әнүәр ағаһы бик сибәр кеше, шуға Сөмбөл:
– Ғәлимә апай, һин көнләшмәйһеңме? – тип һораған ине.
– Сибәр ир менән йәшәү бик ауыр ул, үҫкәнем, ниңә көнләшмәҫкә, көнләшәм,
тик һиҙҙермәйем. Беҙҙең араны боҙорға теләүселәр бик күп булды, ҡайһы ҡатын-ҡыҙҙың таҙа, сибәр ир ҡуйынында йоҡлағыһы килмәһен? Бик ҡыйыу ханым дар бар, үҙ теләктәренә ирешеү өсөн ниндәй генә юлдар тапмайҙар, ҡайһы бер ирҙәр шул тоҙаҡҡа эләгеүҙәрен һиҙмәй ҙә ҡалалар. Унан, ирҙәр – ирҙәр инде, ҡырын ҡараған һайын, ирҙән айырылып булмай бит. Ул икенсе ҡатынға китһә, һин үҙең шул ҡатын хәлендә ҡалаһың. Кеше яңғыҙ йәшәй алмай, ул ваҡыт уҙыу менән үҙенә пар эҙләй башлай, сөнки тәбиғәт кешене шулай яратҡан.
– Нисек йәшәргә һуң, апай? Барыһын да кисерергәме?
– Кисерә алһаң, кисерергә. Кеше ғашиҡ булған ваҡытта башын юғалта, кеше үҙ ғүмерендә мең тапҡыр ғашиҡ булырға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләле
кешеләргә лә ҡағыла ғашиҡ уты, бына шунда һынала инде мөхәббәт, сөнки әкренләп теге ут һүнә, ә мөхәббәт ҡала бирә. Бындай ғашиҡ дауылдарынан иҫән сыҡҡандар үҙ мөхәббәттәренә икеләтә көс менән кире ҡайта. Икенсеһенең береһе, кисергәне, сабыр ғына көткәне өсөн, ғүмере буйы мең рәхмәтле булып
йәшәй. Һәр кемдең бәхетле булғыһы килә, кем ниндәй юлдар менән ирешә инде, уныһын үҙе һайлай. Ә ирең ситкә ҡарамаһын тиһәң, наҙыңды, татлы телеңде йәлләмә, ҡайҙа барһа ла, үҙемдекенә етмәй, тип һағынып ҡайтырлыҡ булһын. Кешеләр, бигерәк тә ирҙәр, өйҙә күрмәгән наҙҙы ситтән эҙләйҙәр. Улар өйгә ял
итергә ҡайталар, ә өйҙә тауыш, уныбыны талап итәләр, үҙүҙен ҡарамай торған ҡатын да булһа... Ә һөйәркә юҡты бар итеп өҫтәл әҙерләй, матур эске кейемдәрен кейә, сәстәрен яһап, биҙәнеп, йылмайып ҡаршы ала, иркәләй, наҙлай, күгәрсен кеүек гөрләй, күккә күтәреп маҡтай, ул ир, ысынлап та, үҙен донъялағы иң яҡшы егет солтаны итеп хис итә. Өйҙә үҙен ҡатыны һанламай, тип уйлай, һырт ҡабартып сығып киткән була, ә уртаҡ тормош тауышһыҙ ғына булмай, бергә йәшәй башлағас, унда ла шул уҡ хәл ҡабатлана. Тормоштоң ҡырҙары бик күп, уларҙы шыма ғына үтеп булмай, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға аҡыллы, сабыр булырға кәрәк.
Сөмбөл Ғәлимә апаһының был кәңәштәрен хәтеренән сығармаҫҡа тырышты, беренсе ике хатты алғас та апаһынан кәңәш һорап яҙҙы. Ғәлимә апаһынан:
«Дошмандарға һөйөнөргә ризыҡ бирмә, йөрәгеңде тыңла, тағы ла яҡшыраҡ йәшәргә тырыш», – тигән яуап килде. Эйе, Байрас һәр ваҡыт иғтибарлы һәм яҡшы
ир, балалар өсөн үлеп тора. Буш ваҡытында, эштән һуң өй эштәре менән шөғөлләнә. Төшкө аш ваҡытында, биш минутҡа булһа ла, Сөмбөл янына килеп, юҡ-бар һөйләп, кеше күрмәгәндә бер ҡосаҡлап китә. Был инде ғәҙәткә инеп китте, хәҙер сәғәт уҡтары ун икегә яҡынлашһа, Сөмбөл үҙе лә, бөгөн килерме, тип көтә башлай. Шуға күрә уның әллә ни шиге юҡ. Ғәлимә апаһы әйткәндәй, дошмандарға сәйнәргә аҙыҡ бирмәйем, тип, Байрастан бер ни һораманы, аңлатыу
талап ит мәне. Бөгөн хат, һис уйламағанда, Байрас ҡулына эләккән.
Урамдан ингән Айһылыу, йүгереп килеп, атаһының аяғына һарылды.
– Атайым ҡайтҡан, атайым, – тип һикергеләне.
Байрас ҡыҙын күтәреп алды, ҡара бөҙрә баш атаһының муйынынан ҡо саҡлап, «супсуп» битенән үпте. Ни эшләптер атаһы бөгөн көлмәне, бала ап ты рап
әсәһенә ҡараны.
– Әсәй, атайымды асыуландырҙыңмы әллә? Ниңә ул көлмәй?
– Юҡ, ҡыҙым, атайыңдың ашағыһы килә, бар, ағайыңды саҡыр, киске ашҡа ултырабыҙ.
Атаһы ла:
– Бар, ҡыҙым, – тип ҡыҙын алдынан төшөрҙө.
Сөмбөлдөң башында бер генә уй: ул кеше һүҙенә ҡарап, балаларын ата наҙынан мәхрүм итмәйәсәк. Байрас атаһына – Шәфҡәт ағайға оҡшаған, бала йәнле кеше. Сөмбөл иренә ышана.
– Ярай, мин аш әҙерләйем әле, – тип аш бүлмәһенә атланы.
– Туҡта, Сөмбөл. – Байрас, эйелеп, ҡатынының күҙенә ҡараны.
– Кәрәкмәҫ, һуңынан һөйләшербеҙ.
Улар, һәр ваҡыттағыса йыйылышып, киске аш ашанылар. Байрас тәрән уйға сумды. Ниңә Сөмбөл хаттар тураһында алдан әйтмәгән? Берәү булһа, илар, аңлатыу талап итер ине, ә ул өндәшмәгән. Нисек аңларға, Сөмбөл уға бита раф мы, әллә, хаталар ҡабатлана, тип йәшәйме? Булат менән яңылышҡан кеүек яңылыштым, был юлы ла алданылар, тип йәшәйме? Былай булһа, Сөмбөл мине бер ҡасан да яратмаясаҡ. Кем генә булмаһын, хатты яҙған кешене ҡәһәр һуҡһын, үҙ яуыз лығы үҙенә ҡайтһын! Был донъяла ул һис нәмәнән ҡурҡмай. Уның бөтә ҡурҡҡаны – Сөмбөлдө, балаларын юғалтыу. Күпме йылдар ул Сөмбөлдөң мөхәббәтен яуларға хыялланды, хәҙер инде өмөтөн бөтөнләй өҙҙө. Ҡулы өҫтөндәге бәләкәй ҡул уны уйҙарынан арындырып ебәрҙе.
– Атаһы, ашың һыуына.
Байрас башта ҡатынының ҡулына, унан күҙҙәренә ҡараны. Ике пар күҙ бер-бере һен аңларға тырышты.
Сөмбөл, эшен бөтөрөп, йоҡо бүлмәһенә ингәндә, Байрас, өҫтөн һалмаған килеш, һаман уйға сумып ултыра ине. Сөмбөл уның янына килеп ултырҙы, улар күпмелер ваҡыт икеһе лә һүҙһеҙ ҡалды.
– Сөмбөл, ниңә әйтмәнең?
– Һине борсоғом килмәне.
– Ә үҙең борсолманыңмы?
– Борсолдом, иланым, урамға сығырға оялдым, һине берәйһе менән күрһәм, йығылып китермен шикелле тойола ине. Бәлки, һин ысынлап та ғашиҡ булғанһың дыр, һинең кеүек көслө кеше йәшермәҫ, дөрөҫөн үҙең әйтерһең, тип уйланым. – Сөмбөл, Байрастың күҙҙәренә күтәрелеп ҡарап: – Һин ышанырға ҡуштың, мин ышандым, – тип бышылданы. – Әгәр һин башҡаны яратһаң, минең күҙ йәштәрем генә һине тотоп ҡала алмаясаҡ. Мин үткәнемде яҡшы хәтерләйем, ул саҡта күҙ йәштәрем йылға булып аҡты, ә уны туҡтата алманым, һине лә шулай...
– Сөмбөл, эй, Сөмбөл, һин һаман миңә ышанмайһың. Йә бөгөн, йә иртәгә бары бер ташлап китер, тип уйлайһың, шуға күрә йөрәгеңде асырға, яратырға ҡурҡаһың, һаман артҡа әйләнеп ҡарайһың, хәтирәләреңде онота алмайһың, миңә ышанмайһың.
– Мин һиңә ышанам.
– Ышанаһың, ләкин һин мине яратмайһың.
Сөмбөл өндәшмәне. «Минең һине юғалтаһым килмәй» тип уйлаһа ла, ҡысҡырып әйтмәне, эш һүҙҙәме ни.
Байрас ҡатынын бик ярата, уның һәр аҙымын, һәр эшләгән эшен, ҡуҙғалып китеүҙәренә тиклем аҫтан ғына күҙәтеп һоҡлана ине. Теге көндән һуң бер аҙна үҙ-ара һөйләшмәнеләр. Байрас ғәҙәттәгесә ҡатынын һәр көндө эшенән инеп алды, юл буйы һүҙһеҙ генә ҡайттылар, былай үҙҙәрен ғазаплауҙары беренсе тапҡыр ине. Сөмбөлдөң эшендә көтөлмәгән хәл килеп сыҡмаһа, был ғазапланыу ҙар ҡасанға тиклем дауам иткән булыр ине, билдәһеҙ. Больницаға йәш бер ҡыҙ баланы алып килделәр. Ҡулдан бала төшөртмәксе булған, шуның һөҙөмтәһендә күп ҡан юғалтҡан был ҡыҙҙы ҡотҡарыу өсөн Сөмбөл хәленән килгәндең барыһын да эшләне: ҡан да һалып ҡаранылар, тик һуң ине шул, ярҙам итә алманылар. Йәш ҡыҙҙың ғүмере шулай өҙөлөүе бик тә аяныс ине. Теге ваҡытта уның ғүмере өсөн Юрий Петрович күпме көрәште, барыбер еңде, Сөмбөлдө аяҡҡа баҫтырҙы. Ул иһә ҡара тиргә батты, ә ҡотҡара алманы. Сөмбөл эшләй башлағандан һуң булған беренсе үлем... Был хәл уны тетрәндерҙе, үҙ бүлмәһенә бикләнеп, туйғансы иланы. Бындай ваҡиға уның башынан да үтте, әммә уны ниндәйҙер мөғжизә ҡотҡарып ҡалды бит. Ҡыҙҙың әсәһенә ни тиергә, нисек күҙенә ҡарарға? Йә, Хоҙайым, үҙең ярҙам ит, үлем менән күпме генә осрашырға тура килһә лә, уға күнегеп булмай, еңел генә үткәреп булмай. Табип иҫән ҡалған дар менән бергә ҡайғыра, улар алдында үҙен ғәйепле хис итә.
Һыҙылып таң ата, яңы көн тыуа, кемдәргәлер шатлыҡ, кемдәргәлер ҡайғы-хәсрәт алып килә. Был ҡыҙ өсөн инде башҡа бер ҡасан да таң атмаясаҡ, ул
мәңгелек төн иленә китте, урыны ожмахта булһын. Шулай, ҡыҙҙар ғүмере – сәскә ғүмере, кистән өҙәләр, иртән һулый, ә һулығас, еңел генә сығарып ташлайҙар. Кемде ғәйепләргә? Өҙөүсенеме, өҙҙөрөүсенеме? Әгәр ҡыҙ иҫән ҡалған булһа, Сөмбөл уға үҙенең үткәндәре хаҡында һөйләр, ғаиләһе, балалары менән таныш тырыр, был тормоштоң матур яҡтары ла барлығын, мөхәббәттең татлы көндәрен, төндәрен аңлатыр ине. Бер ни аңларға өлгөрмәйенсә донъянан китеп бар ған ҡыҙ бала өсөн йөрәге әрнене. Сөмбөл утты ҡабыҙмайынса ғына тәҙрә янында оҙаҡ баҫып торҙо. Һыҙылып атҡан таң яҡтыһында тәҙрәнән таныш машинаны күреп, күңеле күтәрелеп китте. Йә, Хоҙайым, әлдә һин бар был донъяла.
Сөмбөл кейенеп урамға сыҡты, Байрасы йоҡлайҙыр, тип уйлап, әкрен генә машинаға яҡынлашты. Юҡ, Байрас йоҡламаған, Сөмбөлдөң ҡаршыһына сығып
баҫты, уның талсыҡҡан йөҙөндә арыу, борсолоу сағылды. Ауыр саҡта ире уға һәр ваҡыт ярҙамға килә, бына бөгөн дә Сөмбөл өсөн борсолған, көткән, матур зәңгәр күҙҙәрҙән уның эске донъяһын уҡырға була, унда күпме наҙ, яратыу...
Сөмбөл ҡаршыһында баҫып торған иренә йәшле күҙҙәре менән ҡараны:
– Байрас, әлдә һин бар был донъяла. Мин бит һинән башҡа бер көн дә йәшәй алмайым. Донъялағы иң матур күҙҙәр, иң татлы ирендәр һиндә генә, ҡә ҙерлем.
Мин һине үлеп яратам, бик күптән яратам, мин һине бер кемгә бир мә йәсәкмен.
Ғүмер менән үлем – ҡаш араһы, уның һәр миҙгелен матур итеп, ҡә ҙерләп йәшәргә кәрәк.
Был һүҙҙәрҙе ишетер өсөн Байрас һәр төндө ошо тәҙрә ҡаршыһында ҡунырға әҙер ине. Әллә таң кинәт атты, әллә йөрәге күптән көткән шифаһын алды – донъя яҡтырып киткәндәй тойолдо. Байрас, тын алырға ҡурҡып, ҡатынынан күҙен ала алманы, уның күҙҙәре күктә ҡабынған ике йондоҙ булып ялтыраны.
– Тағы бер генә ҡабатласы, Сөмбөл.
– Һинһеҙ был донъяла йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ. Һин миңә ошо яңы атҡан таң кеүек кәрәк. Мин һине бер ҡасан бер кемгә алыштырмайым, һин минең иң ҡәҙерле кешем.
Байрастың күҙенә йәш тулды, ул ҡатынын ҡайнар ҡосағына алып, һөйәктәрен шығырҙатып, күкрәгенә ҡыҫты. Улар шулай һүҙһеҙ генә ҡосаҡлашып бик оҙаҡ баҫып торҙолар. Ике йөрәк бергә ҡушылып типкән саҡта һүҙҙәр урынһыҙ.
– Сөмбөл, Сөмбөлөм минең, күктәге буй етмәҫ йондоҙом.
Ул уның ирендәрен эҙләп тапты. Йылдар менән матурлығын да, тәмен дә юғалтмаған сейә кеүек ирендәр был иртәлә тағы уныҡы, ул уларҙы үлгәнсе яратып туймаясаҡ.
* * *
Ике йыл тигәндә, күмәкләп тырыша торғас, Булаттың өйө әҙер булды. Улар хәҙер Байрастарҙың күршеләрендә йәшәйҙәр. Фәриҙә башта:
– Сөмбөлгә күрше булып бармайым, – тип киреләнһә лә, Булат:
– Бармаһаң, ҡал, – тип үҙе генә күсеп сыҡты.
Фәриҙә яңғыҙы нишләһен, йәшәй торғас, Булат кеүек ирҙәрҙең урамда аунап ятмағанын яҡшы аңланы. Яңы өйгә яңы хужабикә табылмағайы, тип йыйынып үҙе килде.
Фәриҙәнең күсеп килеүен белгәс, Сөмбөл Айһылыуға ағаһы менән апаһын үҙҙәренә киске ашҡа саҡырып сығырға ҡушты. Фәриҙә инергә теләмәһә лә, Булат йыйынғас, ҡаршы төшмәне. Уның ире бында күптән үҙ кеше икән. Сөмбөл менән күптәнге дуҫтар кеүек һөйләшәләр. Фәриҙә, ни әйтергә, үҙен нисек тоторға белмәйенсә, бер ситтә тыныс ҡына ултырҙы. Азамат, һәр ваҡыттағыса ҡыҫылаҡы ҫы ла,
Булат ағаһы янына инеп ултырҙы. Фәриҙә аҫтан ғына өҫтәл артындағыларҙы күҙәтте. Азамат үҫкән һайын Булатҡа оҡшай бара, тик сәстәре генә оҙон.
– Атай, иртәгә Ахунға олатай янына ҡайтып киләм әле, бына Булат ағай ҙа ҡайта, – тип Азамат иңбашы менән Булатҡа төрттө. Булатҡа ризалашырға ғына ҡалды. Иртәгә шәмбе, Азамат киске уйынға ҡайтырға ашыға.
– Ниңә ҡайтаһығыҙ? – тип һораған булды Байрас, сәбәбен бик яҡшы белһә лә.
– Эй, олатай ҡайтырға ҡушҡан, эш күп, ти.
Азамат, ярҙам һорағандай, Булатҡа ҡараны.
– Эйе, – тине Булат, ҡыҙарып.
– Һин бит, иртәгә бер ҡайҙа бармайым, әйберҙәр ташыйбыҙ, тигән инең түгелме? – тип һүҙгә Фәриҙә ҡушылды.
– Ҡайғырма, Фәриҙә апай, ташырбыҙ, беҙ кискә генә ҡайтабыҙ, унда олатай көтә.
Байрас тыңлап торҙо ла:
– Киске уйынға Булат ағайыңды ғына йөрөткәнең етмәгән, хәҙер инде олатайың да һеҙгә эйәрә башланымы? Эй меҫкен атай, уның кеүек ҡарттар йоҡлағанда, ул киске уйында йөрөй, күрәһең, – тип көлөп ебәрҙе.
Сөмбөл дә йылмайып ҡуйҙы, ул Булаттың улын ауылға алып ҡайтып, йоҡламайынса, төн буйы Азаматты көтөп ултырыуын бик яҡшы белә.
– Улым, имтиханға әҙерләнер инең.
Сөмбөлдөң улы менән ҡапмаҡаршы ултырып, ныҡлап һөйләшәһе бар, тик ни мәнән башларға белмәй. Ун йыл ваҡыт үтеп китте, улы үҫеп еткән егет булды, йөҙө Булатҡа оҡшаһа ла, йылғырлығы менән Байрасҡа тарта, ҡыҙҙар башын бик иртә әйләндерә башланы. Ауылға ашҡыныуы шуның өсөн генә. Ахун – ҙур ауыл, йәштәр күп, ҡыҙҙар сибәр. Улының китер көндәре яҡынлашыуын уйлаһа, Сөмбөлдөң күҙенә йәштәре тула. Ярай, ауылдан килгәс һөйләшермен, бөгөн Фәриҙә менән асыҡтанасыҡ аралашырға кәрәк, тип күңеленә һалып ҡуйҙы. Барыһы ла ашап-эсеп, өҫтәл янынан таралышҡас, Сөмбөл Фәриҙәгә өндәште:
– Фәриҙә, һин уңайһыҙланып торма, беҙ бит һинең менән туғандар ғына түгел, ут күршеләр ҙә. Беҙ Байрас менән төрлө ваҡытта ҡайтабыҙ, шуға күрә Айһылыуға күҙ-ҡолаҡ булып торорһоң инде. Беҙҙең ишектәр һеҙгә һәр ваҡыт асыҡ, миңә асыу, үпкә һаҡлама, татыу йәшәйек, ҡасан теләһәң, шунда рәхим ит.
Фәриҙә Сөмбөлдөң һүҙҙәренән һикереп төшмәһә лә, уға бында бар нәмә оҡшаны, өйҙә яңғыҙ ултырыу түгел, әкренләп күнекте.
Сөмбөл генә үҙ-үҙенә урын таба алмай йөрөй, оҙаҡламай уның улы, күҙ ҡраһы, төп йортто ташлап, сит ерҙәргә китәсәк. Июлдә Әнүәр ағаһы менән Ғәлимә апаһы Азаматты алып китергә ҡайтасаҡтар. Сөмбөл кис менән улының бүлмәһенә инде:
– Әйҙә, улым, ҙурҙарса бер һөйләшәйек әле, – тип һүҙ башланы. – Ҙур атайыңдан хат килде, улар һине алып китергә ҡайтасаҡтар. Һинең киләсәгең улар ҡулында, ә уларҙың киләсәге һинең ҡулыңда. Үткәндәребеҙ менән беҙ уларға бурыслы, шуға күрә, улым, һин оло юлға йыйын, һин уҡырға тейеш.
– Әсәй, мин барыһын хәтерләйем, тик минең һеҙҙән айырылаһым килмәй.
Мин бер нәмәне аңламайым: ни өсөн беҙ унда йәшәнек, атайым нисек ебәрҙе?
Ниңә һин уларға һүҙ бирҙең?
Сөмбөл улын ҡосаҡлап алды.
– Минең бик уҡығым килде, атайыңдан ҡасып киттем, шулай килеп сыҡты инде, улым.
Сөмбөл улын ни тиклем яратһа ла, бөтә дөрөҫлөктө уның ҡаршыһына асып һала алмай, һуңыраҡ, бәлки, үҙе аңлар, хәҙер белһә, Булатты кисермәйәсәге күренеп тора.
– Улым, миңә рәнйемә, йәш саҡта барыһын да уйлап бөтөрөп булмай, ул ваҡытта минең өсөн берҙән-бер юл шул ине. Биргән һүҙ – ул алған бурыс шикелле – ғүмер буйы өҫтөңдә аҫылынып тора. Мин алған бурысты һиңә түләргә тура килә. Ныҡ бул, ир бул, ләкин үтенесемде кире ҡаҡма, балам. Миңә лә еңел түгел, күҙ алдымдан юғалһаң, нисек йәшәрмен?
Улар, ҡосаҡлашып, уйға батып бик оҙаҡ ултырҙы, күп нәмәләр тураһында һөйләштеләр, илаштылар. Азамат, әсәһенә күҙ йәштәрен күрһәтеүҙән оялып, гаражға, тимер-томор араһына сығып китте. Уға еңел түгел, уның бында һөйгән ҡыҙы, дуҫтары ҡала. Булат ағаһы бер үҙе ни эшләр, тағы эсә башлаһа, кем ҡотҡарыр? Теге ваҡытта Азамат уны гел һаҡлап йөрөнө, әсәһе күрмәһен тип, йә бесәнлектә, йә соландың ҡараңғы мөйөшөндә йәшереп йоҡлатты. Ни эшләптер, Булат ағаһы уның әсәһенән ҡурҡа ине. Береһендә, Булат ағаһын бесәнлеккә
алып ингәндә, атаһына эләктеләр. Атаһының күҙ ҡарашынан уның ни әйтәһен аңларға өйрәнгән Азамат үҙен ғәйепле итеп хис итте. Атаһы күп һөйләшмәй, әйткән һүҙе алтын баһаһына тора.
– Әсәйемә әйтмә инде, атай, – тип бик оҙаҡ ялбарҙы.
– Ағайҙы эсеүенән әсәйең генә туҡтата ала, – тине ни эшләптер атаһы.
Кем ташлатһа ла, эсеүенән туҡтаны Булат ағаһы. Шулай ҙа, яңынан эсә башлаһа, тигән уй һис тыныслыҡта ҡалдырманы Азаматты. Мин киткәс, кем ҡарар уны?
– Ниндәй уйҙар баҫты башыңды? Өндәшәм, ишетмәйһең.
– Булат ағай, ике аҙнанан мин китәм.
– Ҡайҙа, оҙаҡҡамы?
– Белмәйем, әсәйем, бөтөнләйгә, ти.
– Нисек бөтөнләйгә? Ҡайҙа китәһең? – тине Булат, көтөлмәгән яуаптан аптырап.
– Шулай, әсәйем һүҙ биргән. Мин ҙур олатайҙарҙа уҡырға, йәшәргә, уларҙы үлгәнсе ҡарарға тейеш. Белмәйем, ниңә атайым беҙҙе унда ебәргән, ниңә мине өләсәйем алып ҡалмаған? Бына хәҙер ғүмер буйы йәшә инде ситтә, минең киткем килмәй, ә әсәйем, барырға кәрәк, ти.
Булат ни әйтергә белмәй ҡатып ҡалды, баланың һүҙҙәре аяҙ көндә йәшен һуғыу менән бер ине.
– Мин әсәйең менән һөйләшәйемме, бәлки, ебәрмәҫ, кире уйлар.
– Юҡ, әсәйем биргән һүҙендә тора торған кеше, әйткән һүҙ – алған бурыс, ти, үтәргә кәрәк. Бына бер үҙең ҡалаһың, Булат ағай.
Булат, ауыр һулап:
– Улай әйтмә, улым, былай ҙа ауыр, – тине, Азаматты йыуатырлыҡ һүҙ таба алмайынса.
Булат барыбер Сөмбөл менән һөйләшеп ҡарарға уйланы. Баҡсала эшләп йөрөгән Сөмбөл янына инде, һүҙен ниҙән башларға белмәй:
– Сөмбөл, – тип туҡтап ҡалды, ялбарып күҙҙәренә ҡараны.
Сөмбөл уның нимә әйтергә теләгәнен шунда уҡ аңлап алды.
– Кәрәкмәй, Булат, миңә лә еңел түгел. Икенсе яҡтан ҡара: башҡалар армияға китәсәк, ә ул – уҡырға, ни айырмаһы бар? Бик һағынһаң, янына барырға була, – тигән булды, үҙенең иһә тауышы ҡалтыраны, күҙҙәре йәшләнде.
– Теге ваҡытта минең дә киткем килмәне, ул саҡта һин мине туҡтатманың, хәҙер һуң инде, мин биргән һүҙемдән кире ҡайтмаясаҡмын.
Сөмбөл үҙе өсөн күптән инде барыһын да хәл итте. Азамат киткәс, бүлмәһе бушап ҡаласаҡ, уны һағынып аҡылдан яҙырға мөмкин. Ул бит балаҡайының
ары үтһә лә, бире килһә лә башынан һыйпап ҡалырға ғәҙәтләнде. Улы еткән егет булыу ға ҡарамаҫтан, рәхәтләнеп иркәләнә, үҙе лә әсәһен ҡосаҡлап үбә. Былар
барыһы һағынып иҫкә алырға ғына ҡаласаҡ. Шуға күрә был ҙур өй бушамаһын тип, үҙ теләге менән ауырға уҙҙы, ләкин бер кемгә белгерткеһе килмәне. Дөрөҫөрәге, улынан уңайһыҙланды. Байрас белһә, тағы ҡайғыра башлар, тип ҡурҡты.
Көткән көн килеп етте, Әнүәр ағаһы менән Ғәлимә апаһы ҡайтты. Уларҙың ҡайтыуы оло бер байрам булды. Ғәлимә апаһы Сөмбөлдәрҙең мул тормошона һоҡланып туя алманы, кис икәү генә ҡалғас, һеңлеһенән:
– Йә, үҫкәнем, нисек һуң тормоштар, сибәр ир менән йәшәүҙәре ауыр түгелме? – тип көлдө.
– Үҙең күрәһең, Ғәлимә апай, ышанып йәшәгәс, әллә ни ауырлығы юҡ.
– Күрәм, мин һинең өсөн бик шат, донъяңды бик матур ҡорғанһың, ожмах ояһы. Эш яғы нисек?
– Еңел түгел, апай, бөтәһе миңә ҡарап тора. Ҡарт уҡытыусым гүр эйәһе булғас, әллә ни таяныр кешем ҡалманы, һеҙҙең өйрәткәндәрҙе һәр ваҡыт иҫтә тотоп, һеҙгә рәхмәт уҡып эшләйем. Шулай ҙа миңә остаз бик кәрәк шул, һеҙ киткәнсе, күп мәсьәләләрҙе хәл иткем килә.
– Яҡшы, үҫкәнем, һорауҙарыңды бергә хәл итербеҙ. Барыһын да үҙем беләм, тиһәң, ышанмаҫ инем, ысын күңелдән тырышып эшләгән кешенең һорауы күп була. Тимәк, эшеңде яратып башҡараһың, беҙҙең тырышлыҡтар юҡҡа китмәгән.
– Юҡ, апай, бушҡа түгел, мин ғүмерем буйы һеҙгә рәхмәтлемен.
– Ә был өсөнсөһөн ҡасаныраҡ алып ҡайтырға йыйынаһың?
– Ғәлимә апай, һинән бер нәмә йәшереп булмай...
– Юҡҡа ғына ҡырҡ йыл ҡатынҡыҙ табибы булып эшләйемме мин?
– Мин һине көттөм, апай, тик, зинһар, бер кемгә һиҙҙерә күрмә.
Икенсе көндө улар Сөмбөл эшләгән больницаға килделәр. Бәләкәй генә Учалы ҡалаһы өсөн йыйнаҡ, мөһабәт бина урман янында урынлашҡан. Быларҙың береһе лә Ғәлимә апай күҙенән ситтә ҡалманы.
– Бигерәк матур ерҙә эшләйһең, ниндәй таҙалыҡ, тыныслыҡ, урманы ғына ни тора. Ҙур ҡалаларҙа бындай тынлыҡ юҡ шул.
Сөмбөл уның үҙ бүлмәһенә алып инде, бер нисә ауырыу тарихы менән таныштырҙы, һөйләшәһе, кәңәш һорайһы мәсьәләләре бик күп ине. Ғәлимә апай иң беренсе эш итеп Сөмбөлдө ҡараны.
– Мин һине китер алдынан ҡабат ҡарармын, – тип теүәл бер һүҙ әйтмәне.
Ҡабат ҡарағас, Ғәлимә апай:
– Сөмбөл, бәлки, үҙең дә һиҙәһеңдер, бында ике йөрәк тибә – игеҙәктәр буласаҡ. Аҙаҡҡа тиклем күтәрә алырһыңмы икән? Яраларың иҫке булһа ла, ҙурҙар, ваҡытынан алда асылыу ҡурҡынысы бар. Ауыр операцияларға алынма, үҙеңде һаҡларға тырыш. Әгәр ҡаршы килмәһәң, бәпесләтергә үҙем киләм, иреңә Яңы йыл ға бүләк булыр, – тип һеңлеһен шатландырҙы.
Сөмбөл бик ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы. «Ире белмәй шул әле, белһә, хәҙер сирләй башлаясаҡ. Ул һәр ваҡыт мине үлер тип ҡурҡа, әле икәү икәнен белһә, ҡарауыл ҡысҡырыр». Ул, Байрастың йөҙөн күҙ алдына килтереп, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Һөйөнөр тимә, апай, ҡото алынасаҡ, бер үк әйтмәй тор, һеҙ киткәс, үҙем әйтермен. Минең бит еткән улым бар, унан оят.
– Әйт әле, Сөмбөл, һин бәхетлеме?
– Бик бәхетле, апай. Байрас кеүек ирҙәр күберәк булһа, күпме ҡатын–ҡыҙ бәхетле булыр ине. Минең уға бер малай бүләк иткем килә. Азаматтың да бүлмәһе буш тормаһын.
– Яҡшы эшләгәнһең, ундай һау-сәләмәт ирҙәрҙән күберәк тыуһын ине әле үҙҙәре кеүек таҙа, ныҡ балалар, был донъя күпкә йәмлерәк булыр ине.
Сөмбөл ваҡытты күпме генә һуҙырға тырышмаһын, улы китер көн килеп тә етте. Өй эсе иртәнән ығызығы килде, Булат бер инде, бер сыҡты, үҙ-үҙенә урын тапманы. Силәбегә тиклем оҙатырға булғас, ул да юлға йыйынды. Байрас:
– Һин, әсәһе, өйҙә ҡал инде, ағай барһын, – тигәс, Сөмбөл улы менән өйҙәгенә хушлашты.
– Улым, яҡшы кеше бул, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермә, уҡы, ҙур кеше бул, ямандан йыраҡ тор, беҙҙе онотма, – тип улының күкрәгенә башын һалды. – Хәйерле юл, улым, китер сәғәтең етте.
Сөмбөлдөң йөрәге һыҡраны, ул бит улы менән ниҙәр генә күрмәне, ләкин улар ҙың бер ҡасан айырылышҡандары булманы. Баш бала ғына шулай ҡәҙерлеме икән, әллә ҡайһыһы китһә лә шулаймы? Баҫҡыстан төшкәндә, уның йөҙө ап-аҡ ине, Ғәлимә апаһы, хәлен аңлап, тиҙерәк дарыу ҡаптырҙы.
– Тыныслан, ярамай былай, ҡарыныңдағыларҙы уйла, әйҙә, инеп ят, – тип индереп яҡтырҙы. Сөмбөл илап ятҡан еренән йоҡоға китте.
Азаматты оҙатып ҡайтҡан Байрасты ҡаршы алыусы булмағас, ул бүлмәләр буйлап ҡатынын эҙләп китте. Азамат бүлмәһендә йомарланып ятҡан Сөмбөлдө уятмаҫҡа тырышып, әкрен генә беренсе ҡатҡа, аш бүлмәһенә, төшөп ултырҙы, сәй ҡуйҙы. Ул бөгөн үҙе лә бик арыны, Учалы – Силәбе араһы яҡын юл түгел.
Аза маттың өйҙән сығып китеүе ауыр тәьҫир ҡалдырҙы, көн дә күҙ алдында йөрөгән ба лаңдан айырылыу бик ҡыйын икән. Шундай уйҙарға батып ултырып, ҡаты нының икенсе ҡаттан төшөүен ишетмәне, Сөмбөл уның янына килеп ултырҙы, улар һүҙһеҙ генә бер-береһенә ҡарашып торҙо. Байрас, ҡулын һуҙып:
– Кил әле үҙемә, әллә һине күрмәгәнгә ай булды инде, һағынып бөттөм, – тип, ҡатынын алдына алып ултыртты, сәстәренән һыйпап, күҙҙәренән үпте. – Өҫтәл артында ултырғанда әллә нисек серле итеп йылмаяһың, күҙҙәрең менән мине әллә ҡайҙарға саҡыраһың, өй тулы кеше булмаған булһа, мин һине шунда уҡ яратҡан, йә йоҡо бүлмәһенә алып менеп киткән булыр инем.
– Ә хәҙер нимә ҡамасаулай?
– Ысынлап та, беҙ икәү генә бит, – тине лә Байрас, ҡатынын шашып-шашып үпте, яратып туя алманы. – Сөмбөл, бер ваҡыт ошо иркен өйҙә икәү генә ултырып ҡалырбыҙмы икән? Ғүмер нисек тиҙ уҙа, тағы алты йылдан Айһылыу сығып китер. Беҙ был ҙур өйҙә ни эшләрбеҙ?
Сөмбөл, серле итеп йылмайып, иренә ҡараны:
– Береһе китһә, икенсеһе килер.
– Ҡасан була бит әле ул?
– Яңы йылға, атаһы. Алла теләһә, Азаматтың бүлмәһе буш булмаҫ.
– Ниңә улай тинең, кем килә?
Сөмбөл, йылмайып, Байрастың ҡулын үҙенең эсенә ҡуйҙы.
– Кем икәнен белмәйем, әммә мин һиңә оҡшаған малай алып ҡайтырға теләйем. Кәрәкмәй, тимә. – Сөмбөл иренең күҙҙәренә ҡараны. – Һиҙмәйһеңме ни, күрмәйһеңме ни, атаһы?
Байрас, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, тораташ кеүек ҡатып ҡалды, ҙур итеп асылған күҙҙәре менән ҡатынына текәлде, бер аҙҙан көскә телен әйләндереп:
– Сөмбөл, ни һөйләйһең? Кәрәкмәй, бер иҫән ерең юҡ бит, – тип кенә әйтә алды.
Сөмбөл Байрастың ҡурҡынған ҡиәфәтенән көлөп ебәрҙе.
– Тағы сирләй башланыңмы, ҡурҡаҡ ҡуяным? Ҡурҡма, минең әле киҫер урыным бар, бер бала алып ҡайтып һөйөндөрәм үҙеңде. Һинең өсөн тәнем дә, йәнем дә йәл түгел, – тип иренең муйынынан ҡосаҡлап алды.
Байрас, ҡатыны тағы бер бала табыр, тип уйына килтермәгән ине, шуға был хәбәрҙе нисек ҡабул итергә белмәй аптырап ҡалды, әйтер һүҙ тапманы, күңеле тулды.
– Сөмбөл, ни өсөн шундай ауыр ғазапҡа бараһың?
– Мин һине бик яратам, ә яратҡан кешеңдән бала табыу – үҙе бәхет, яратҡан йәреңде һөйөндөрөү – тағы бер бәхет.
– Мин һинең өсөн ҡурҡам. Үҙең күрәһең, һөйөнә лә алмайым. Шул ҡурҡыуым арҡаһында ысын йүләргә әйләнәм, һин бәпесләп өйгә ҡайтҡансы ҡотом алынып йәшәйем. Сөмбөл, ҡәҙерлем, һин шундай бәләкәй генә, һин минең йондоҙом...
Байрас ҡатынын, ҡәҙерләп кенә күтәреп, үҙҙәренең йоҡо бүлмәһенә алып менеп китте. Бик ҡәҙерле ине уға ҡатыны, Хоҙайҙан ялбарып, һорап, көтөп алған мөхәббәте. Эйе, ул бик бәхетле ир! Бына хәҙер улар өйөнә тағы шатлыҡ килергә тора, килһен, бәхете менән килһен, тик һөйөклө ҡатыны ғына иҫән булһын.
Байрас шул көндән башлап ҡатынын нисек һаҡларға белмәне, өрмәгән ергә ултыртманы. Уның зәңгәр күҙҙәре һәр ваҡыт етди, йөҙөндә Сөмбөл өсөн борсолоулы һыҙаттар күренә ине.
– Атаһы, йылмай әҙерәк, ҡурҡма, һүтелмәм, – тип ҡатыны уны тынысландырырға тырышты.
– Алла һаҡлаһын, әсәһе, һүтелә күрмә. Былай ҙа ул яраларға нисек түҙәһеңдер?
– Һинең кеүек яҡлаусы, һаҡлаусы булғанда ниңә түҙмәҫкә, түҙәм, атаһы, түҙәм.
Барыһына түҙҙе Сөмбөл, ҡарындағы балалар көн менән түгел, сәғәтләп үҫтеләр.
Бер ай тигәндә, Азаматтан хат килде.
«Әсәй, минең өсөн борсолма, миңә был ҡала бик оҡшаны. Бындағы тәбиғәт иҫ китмәле матур, йылы, бик күп төрлө еләкемеш ағастары үҫә. Ләкин шулай ҙа, әсәй, һин бешергән икмәк менән туҡмаслы ашты һағынам. Һеҙҙә көҙҙөр инде, ә был яҡтарҙа һаман йәй, белмәйем, ҡышһыҙ нисек йәшәрмен? Янымда булған саҡта бер ни һиҙмәгәнмен, әсәйем, ниндәй ҡәҙерле һин миңә. Ашайбыҙ, уйнайбыҙ, йүгерәбеҙ, башта төрлө уйҙар, тормош гел шулай барыр кеүек тойола...
Ә хәҙер мин һәр ваҡыт һеҙҙе уйлайым. Яныңда булһам, үҙеңде йөҙ тапҡыр үбер, әсәй, һин минең донъялағы иң ҡәҙерле кешем, тиер инем. Бында тәмле ашайым, йомшаҡта йоҡлайым, тик башымдан һыйпарға һинең ҡулдарың етмәй, әсәй».
Сөмбөл улының хатын илай-илай уҡыны, күңеленән уның менән һөйләште:
«Түҙ инде, балам, мин һинең хәлдәреңде бик яҡшы аңлайым. Мин аңламай, кем аңлаһын һине, улым. Сит илдең сәскәләре матур булһа ла, тыуған яҡтың әреме лә тәмле».
Ашығып Булат килеп инде.
– Айһылыу, Азамат ағайымдан хат бар, тигән ине.
Сөмбөл күҙ йәштәре аша йылмайырға тырышты.
– Эйе, бар, бына быныһы һиңә тип яҙылған, – тип Булатҡа айырым бер конверт һуҙҙы.
– Алып сығып уҡыйым әле, ә һин ниңә илап ултыраһың?
– Бала тыуған яғын һағына, миңә бик таныш был хәлдәр, түҙергә кәрәк, – тине лә ауыр ғына урынынан тороп китте. Уға ҡарап торған Булат, үҙ күҙҙәренә
ышан майынса, ҡабат Сөмбөлгә текәлде.
– Сөмбөл, – тине ул, күҙен унан айыра алмайынса.
Сөмбөл Булаттың ни әйтергә теләгәнен бик яҡшы аңланы, уңайһыҙланып, бит тәре ҡыҙарып сыҡты, ҡулы менән эсен ҡапланы, елкәһен йыйырҙы.
– Ниңә аптырайһың, шулайыраҡ хәлдәр, был ҙур өйҙә икәү ҡалһаҡ, ни эш ләрбеҙ...
Булат, ни әйтергә белмәйенсә:
– Эйе шул, – тигән булды.
Тиҙҙән Азаматҡа ун ете тула, ә Сөмбөл бала табырға йыйына, ярамай тиһәләр ҙә, таба бирә. Был минуттарҙа ул әллә үҙен йәлләне, әллә энеһенән көнләште.
Шу лай бер аҙ тапанып торҙо ла урамға сығып китте, сыҡҡас та зиһенен йыя алмай торҙо. Башында һаман бер уй ҡайнаны. Сөмбөл тағы бала алып ҡайта, ә уларға Сөмбөл тапҡан балалар менән йыуанырға ғына ҡала. Булат нисә йылдар ин де ҡасандыр юғалтҡан мөхәббәтенең бәләкәй генә осҡононда йылынып йәшәй. Сөмбөл – сабыр, аҡыллы ҡатын, килгән һәр кешене яҡты йөҙ, һый-хөрмәт
ме нән ҡаршы ала, оҙатып ҡала. Улар бөтәһе лә шул бәләкәй генә Сөмбөл йылыһына һыйынып йәшәйҙәр. Булат уны йыраҡтан күҙәтеп, уға һоҡланып
йәшәй, йылдар үткән һайын Сөмбөлдөң һөйкөмлө яҡтары асыла ғына бара. Булат көн дә энеләренә юҡты бар итеп инеп сыға. Сөмбөл уны кисерҙе, сөнки уның мөхәббәте хәҙер – Байрас. Ул уға яратып: «Эйеме, атаһы», – тип күҙҙәренә генә
ҡарап тора. Булат быларҙың барыһын аҫтан ғына күҙәтә. «Атаһы» тигән һүҙҙе уға һис ҡасан бер кем әйтмәйәсәк. Булат, үҙ уйҙарына сумып, утын һарайында
бик оҙаҡ ултырҙы, өйгә инһә, Фәриҙә барыһын аңлар шикелле тойолдо. Ул кинәт кеҫәһендәге хатты иҫенә төшөрҙө, ашығып, улының хатын уҡып сыҡты. «Булат ағай, барығыҙҙы ла шундай һағындым, нисек түҙергә инде? Һин минең мотоциклды майлап, ҡараштырып тор... Их, Булат ағай, Ахунға тағы бер генә киске уйынға ҡайтыр инем»,– тигән. Ике бит тултырып яҙған хатты уҡығанда Булаттың, улын йәлләп, йөрәге әрнене.
«Эй, улым, һинән башҡа миңә лә был донъя йәмһеҙ шул. Әсәйең, түҙергә кәрәк, ти, түҙәйем, улым, ул түҙә, беҙ ҙә түҙәйек...»
* * *
Сөмбөл беренсе ҡар менән ялға сыҡты. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, ти, Байрасҡа ҡатыны айлап түгел, көнләп йыуаная барған шикелле тойолдо, иҫке яралары һүте лә күрмәһен, тип ҡурҡты. Декабрь башында түҙмәне, Ғәлимә апайға шылтыратты.
– Апай, ҡыйын булһа ла килеп ет, Сөмбөл тау хәтлем булды, зинһар, ярҙам ит, – тигәс, Ғәлимә апалары оҙаҡ көттөрмәне, ҡайтып та етте.
Сөмбөлдө ике аҙна урынынан торғоҙманы, үҙе ҡараны. Ысынлап та ҡурҡырлыҡ сәбәптәр бар ине: иҫке яралар тартылған, йоҡарған.
Декабрь урталары еткәс, урындағы табиптар менән кәңәшләшеп, ваҡытынан ал дараҡ булһа ла бәпесләтергә уйланылар. Сөмбөл Байрасҡа операция көнөн
әйт мәүҙәрен үтенде. Ире былай ҙа больница юлын көнөнә әллә нисә тапай, опе рация икәнен белһә, китмәҫ тә. Иртән Байрас килеп киткәндән һуң, Сөмбөлдө операцияға алып инделәр. Ғәлимә апаһы:
– Ирең килгәнсе өлгөрәбеҙ, – тип йылмайҙы.
Эйе, өлгөрҙөләр, донъяға һау-сәләмәт ике малай ауаз һалды. Сөмбөлдөң теләге ҡабул булды – иренә Яңы йыл бүләге әҙер ине.
Эштән һуң килгән Байрасты Ғәлимә апаһы, аҡ халаттарға урапсорнап, Сөмбөл ятҡан палатаға алып инде. Яңы ғына наркоздан айнып күҙен асҡан Сөмбөл ауыҙына маска, башына аҡ башлыҡ, өҫтөнә аҡ халат кейгән иренә ҡарап:
– Һин ниндәй матур доктор булыр инең, – тип йылмайҙы.
– Юҡ, бында миңә ярай торған халат юҡ, унан, үҙең дә беләһең – энәнән ҡурҡам бит мин. Хәлең нисек? – тип ҡулын Сөмбөлдөң эсенә ҡуйҙы, нисек ҡуйҙы
шулай тартып алды. – Сөмбөл, – тине хәле бөтөп, – таптың дамы ни?
Уларҙы ситтән күҙәтеп торған Ғәлимә апай, йылмайып, Байрасты ҡулынан етәк ләп, ике бәләкәй генә карауат янына алып килде.
– Бына күр, ҡатыныңдың Яңы йыл бүләген.
– Ә ҡайһыһы беҙҙеке?
– Икеһе лә һеҙҙеке.
– Нисек икеһе лә?
Байрастың ғәжәпләнеүҙән түңәрәкләнгән күҙҙәрен күреп, Ғәлимә апай ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Ниңә аптырайһың? Бындай хәлдәр йыш була.
Байрас бер балаларға, бер Сөмбөлгә ҡараны.
– Икәү булғандармы? Йә, Хоҙайым, Сөмбөл, нисек түҙҙең? – тип карауат янына килеп теҙләнде. – Әсәһе, нисек түҙҙең, яраларың ауырталыр.
– Ниңә, атаһы, кемдәр тип һорамайһың?
– Кемдәр булһа ла ярай, иң мөһиме – үҙең иҫән ҡалғанһың. Икәү тиһең, ә, башҡа һыймай!
Ул, тороп, яңынан балалары янына килде, уларға оҙаҡлап ҡарап торҙо.
– Ысынлап та, кемдәр һуң былар?
– Малайҙар, атаһы, икеһе лә малайҙар.
– Береһе ҡыҙ булһа ла яҡшы булған булыр ине. Ҡыҙҙар аталарын күберәк яраталар бит. Ярай инде, рәхим итегеҙ беҙҙең донъяға, балалар, – тип йылмайып,
Сөм бөл янына килде.
– Әсәһе, күпме рәхмәттәр әйтһәм дә аҙ булыр төҫлө. Хоҙай һине миңә үҙе бүләк итте, мин һинең яныңда бик бәхетле. Һинән башҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым, һин минең иң ҡәҙерле кешем. Әсәһе, мин ҡайтып, Айһылыу ҙы, атайымдарҙы, ағайымдарҙы һөйөндөрәйем әле. Бөгөн бит донъяға Арыҫланов нәҫеленең дауамсылары тыуҙы. Ниндәй шатлыҡлы көн! Сөмбөл, һин минең батырым, мөхәббәтем минең, ҡара ҡарлуғасым минең!
Байрастың шатлығы эсенә һыйманы, Сөмбөлдөң уға ниндәй ҙур бүләк яһа ғанын бөтә барлығы менән аңланы, һөйөнөсөнән күҙҙәре ялтыраны.
Сөмбөл иренә ҡарап һоҡланды. Байрастың егеттәрсә төҙ баҫып, матур башҡа йын ғорур тотоп йөрөүе, һәр һүҙен өҙҙөрөп һөйләшеүе, зәңгәр күҙҙәре, наҙлы йылмайыуы, теҙелеп торған апаҡ тештәре, эйәк осондағы бәләкәй генә соҡоро
– барыһы, барыһы ла Сөмбөл өсөн ҡәҙерле, яҡын ине.
Йәштән етәксе урындарҙа эшләгәнгәме, ҡайһы берәүҙәргә ул ҡырыҫ кеүек тойола, сөнки үҙенең бер ҡарашы менән теләһә кемде бик тиҙ урынына ул тырта.
Әйт кән һүҙендә тора белгәне, кешене рәнйетмәгәне өсөн, директорҙары ла йыҡлы ялға киткәндә үҙ урынына Байрасты тәҡдим итте. Хеҙмәттәштәре ҡаршы килмәне, бер тауыштан уны етәксе итеп һайланылар. Байрас:
– Әсәһе, директор ҡатыны булғың киләме? – тигәс:
– Юҡ, Байрас ҡатыны ғына булғым килә, – тип көлдө.
Башҡаларға ҡырыҫ кеүек күренһә лә, Байрас – нескә күңелле, ғаилә йәнле кеше. Сөмбөл өсөн ул – диңгеҙ уртаһындағы маяҡ.
Бала табып, бер аҙна үткәс, Сөмбөл янына уның урынына ҡалған бүлек мөдире килде.
– Бер йәш ҡатын балаһынан баш тарта, хатта имеҙергә теләмәй. Ни эшләйбеҙ? Ташлап сығып ҡасмағайны...
– Ире бармы?
– Юҡ, ирһеҙ тапҡан.
– Әсәһен саҡыртып һөйләшегеҙ.
– Әсәй алырға ҡушмай, ти.
– Ярай, иртәгә үҙем инеп һөйләшеп ҡарармын. Ни эшләйһең, донъяла кә күктәр бөтмәгән шул.
Икенсе көндө Сөмбөл ҡыҙ ятҡан палатаға инде. Шәфҡәт туташы ымлап ҡына ҡыҙ ятҡан урынға күрһәтте.
– Һаумы, үҫкәнем, һинең менән һөйләшкем килә.
– Бәйләнмәгеҙ миңә, минең бер кем менән һөйләшкем килмәй.
– Әгәр башҡалар алдында һөйләшһең килмәһә, әйҙә минең менән.
Ҡыҙ теләртеләмәҫ тороп баҫты. Оҙон буйлы, ҡара бөҙрә сәсле, муйыл ҡара күҙле был ҡыҙ бик сибәр ине. Ул Сөмбөл артынан эйәрҙе, улар икенсе палатаға инделәр.
– Ултыр, әйҙә, һөйләшәйек әле. Һеңлем, ниңә һин балаңды имеҙергә теләмәйһең?
– Һеҙҙең минең баламда ни эшегеҙ бар?
– Үҫкәнем, мин ошо больницала ун йыл эшләйем, шул ваҡыт эсендә әле бер кемдең дә бала ҡалдырып сыҡҡанын күргәнем булманы. Һин минең оло улым менән бер йәштә генә бит, кем һине ололар менән былай тупаҫ һөйләшергә өйрәтте? Үҙең, ҡотҡарығыҙ, тип килгәнһең, ә хәҙер, ҡотолғас, яҡшылап һөйләшкең дә килмәйме?
– Мин баланы алмайым. Мин әле йәш, ҡайҙа ҡуяйым ул баланы? Әсәй, бала күтәреп ҡайтма, тине.
– Ә атаһы?
– Уның үҙенең ғаиләһе бар, ул барыбер миңә өйләнмәйәсәк. Уға кәрәкмәгәс,
миңә лә кәрәкмәй.
– Ниңә улайһа ике айлыҡ сағында ҡотолманың?
– Аборттан һуң башҡа бала булмаҫҡа мөмкин, тинеләр. Һуңыраҡ кейәүгә сыҡҡас, бәлки, бала кәрәк булыр, әлегә кәрәкмәй.
– Балаңдың атаһын яратаһыңмы?
– Яратам кеүек инде.
– Яратҡан кешенән тапҡан баланы ла яраталар бит. Баланың атаһы һиңә нисек ҡарар? Мөхәббәтегеҙ ни эшләр? Бала кем ҡулдарына эләгер? Һин был хаҡ та уйлайһыңмы?
– Китапта ғына ул мөхәббәт. Яратһа, ҡатынынан айырылыр ине, ул, ҡатыным, бала ларым, ти. Йәшәһен шунда үҙенең ҡарт шайтаны менән.
– Ниңә һуң ғаиләле кеше менән сыуалдың? Ғаиләһе, балалары бар икәнен белмәнеңме?
– Белдем, уның аҡсаһы күп, машинаһы шәп. Туйҙырҙы был хәйерселек. Бала тапһам, өйләнер, тип уйланым, ә ул миңә, аборт яһат, тип аҡса бирҙе лә ғаиләһе менән ялға китеп барҙы. Аҡсаһын туҙҙырҙым, балаһын ҡалдырҙым.
– Тыңла әле мине, һеңлем, бала ул бесәй балаһы түгел, һин тапҡан баланы кем ҡарарға тейеш тип уйлайһың? Кем имеҙергә тейеш? Ул бит ас, бына һин үҙең ҡасан теләйһең, шунда ашайһың, уның ни ғәйебе бар? Бөтә кеше Яңы
йылға өйҙәренә ҡайтып китәсәк, ә ул яңғыҙы бында ҡалырмы? Уның теле булмаһала, ул үҙенең йөрәге менән һинең ошо ҡыланмышыңды һиҙә, рәнйер, тип тә
уйламайһыңмы, бала ҡарғышынан да ҡурҡмайһыңмы? Киләсәктә оло мөхәббәт килер, юлыңда яҡшы кеше осратырһың, ул һине лә, балаңды ла яратыр, ҡалдырма балаңды. Һин үҙең дә әсәйеңдең күкрәк һөтөн имеп үҫкән кеше, үкенерһең
бер ваҡыт, һуң булыр. Яратҡан кешең быны белһә, үҙеңде ташлап китер. Ваҡыт уҙыр, олоғайырһың, аҡыл йыйырһың, бына шул саҡ балаңды эҙләй башларһың.
Ми неке түгелме икән, тип урамдағы һәр баланың күҙенә ҡарарһың, таба алмаҫһың, сәсеңде йолҡоп иларһың. Кейәүгә сығып, башҡа балаларың булһа ла, беренсе балаң йәнеңә тынғылыҡ бирмәҫ, төштәреңә инеп йөҙәтер. Балаҡайым, аҡылыңа кил, үкенерһең.
– Апай, йәнемде талҡыма, балаһыҙ ҡатындар бөтмәгән, берәйһе алыр ҙа үҫ терер, бик йәлләһәң, үҙеңә ал. Мин ун ете йәшемдән бала ҡарап өйҙә ултырырға
йыйын майым. Кемгә кәрәк – шул алһын.
– Эҙләрһең, нисек кенә эҙләрһең, бына шунда илап минең яныма килерһең, баламды бер генә күрәйемсе, тиерһең, һуң булыр. Эйе, алыусылар булыр, алырҙар ҙа үҙ ҡыҙҙарылай ҡәҙерләп үҫтерерҙәр. Бәлки, ул киләсәктә ҙур кеше булыр, ата-әсәһе уның менән ғорурланыр. Йәшлектәге хаталарың йөҙө менән ғазап булып ҡайтыр, мин ул саҡта бер ни менән ярҙам итә алмам. Яҡшылап уйла, һин хәҙер бала түгел, һин хәҙер әсә кеше, оялма ла, ҡурҡма ла, булаһы булған.
Балаңды таш лау тормошоңдағы иң ҙур хатаң булыр, уйла, әле һуң түгел.
– Уйланым инде, күп уйлаһаң, тиҙ ҡартаяһың. Мин был хаҡта башҡа һөйләшергә теләмәйем, – тине лә ҡыҙ ишекте шапылдатып ябып сығып китте.
– Эх, йүләр йәшлек, бик һөйләшкең килер, һуң булыр...
Ғәлимә апаһы был һөйләшеүгә ҡатнашманы, Сөмбөл хаҡлы, һуңынан күптәр үҙ балаларын эҙләйҙәр, үкенәләр, илайҙар. Хоҙай ундайҙарға язаһын ҡаты бирә, уларҙа әсәлек хисен уятып, йән тыныслыҡтарын ала, бына шул ваҡытта кәкүк әсә ләр өсөн «ҡиәмәт көнө» башлана.
– Ғәлимә апай, шәфҡәт туташына әйтегеҙ, ул баланы бында алып килһен,
ҡарайым әле.
– Нимә уйланың, Сөмбөл?
– Мин ул баланы Булаттарға алам.
– Уларға кәрәкмәһә?
– Үҙемә булыр, ике янына берәү һыйыр әле.
Бәләкәй генә төргәкте алып килделәр. Баланы ҡулына алыу менән Сөмбөл күҙ йәшен тыя алманы.
– Эй, сабыйым, кил әле үҙемә.
Ул, баланы таратып, бар ерен ҡарап сыҡты, һаусәләмәт бала. Еүеш сепрәктәрен алыштырҙы, өйҙән алып килгән иң матур йылы сепрәктәргә төрҙө, күк рә
генә яҡын килтерҙе, бала, шуны ғына көткәндәй, бик тәмләп, тағы ҡасан эләгә, тип ашығаашыға имергә тотондо.
– Ҡалһын бында, алып китмәгеҙ, – тине баланы алырға ингән шәфҡәт туташына.
Баланың әсәһе менән дә, өләсәһе менән дә һөйләшеү ыңғай һөҙөмтә бирмәне, кем гә кәрәк, шул алһын, тинеләр.
Сөмбөл Байрасын көсхәл менән көтөп алды, ир башынан һикерергә ярамай, уртаҡ һалып һөйләшергә өйрәнгән Сөмбөл.
– Атаһы, ошо баланы Булат менән Фәриҙәгә алайыҡ. Улар риза булмаһа, үҙебеҙгә алырбыҙ. Бигерәк йәл, әсәһе ташлап китте, – тигәс, Байрас баланы ҡабат-ҡабат килеп ҡараны, шул сабыйҙы нисек йәлләмәйенсә ташлап киттеләр икән, тип аптыраны.
Һәр балаһы өсөн йәнен бирергә әҙер торған Байрас:
– Ярай, әсәһе, алып ҡайтайыҡ, аҙаҡтан күҙ күрер. Миңә лә ағайҙар алдында ситен, кешене үртәгән кеүек, беҙҙә икәү, уларҙа берәү ҙә юҡ. Азамат киткәс,
ағай бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелде, бәлки, уға ла йән инер.
Яңы йыл алдынан Байрас Сөмбөлдө бер ҡосаҡ бала менән больницанан алып сыҡты. Айһылыу, был тиклем баланы күреп:
– Әсәкәйем, был кем балалары, кеше бер бала алып ҡайта, ә һин өстө алып ҡайтҡанһың, – тип шаҡ ҡатты.
Бына башланды тамаша: береһе илаһа, икенсеһе ҡушылды, уныһына – өсөнсөһө. Азаматтың бүлмәһе дарыу, сепрәктәр менән тулды. Бер көн эсендә өс
балаға апай булған Айһылыу:
– Мин береһен генә ҡарайым, – тип бер баланы үҙ бүлмәһенә алып сығып киткән ине, илағас, кире индерҙе.
Быға тиклем атаһы менән әсәһенең бер бөртөк иркә ҡыҙы булып йәшәгән Айһылыу, бөтә иғтибар балаларға күскәс, үҙен кәрәкһеҙ кеүек хис итте. Ҡыҙының үпкәләгәнен иң беренсе атаһы һиҙеп алды.
– Ҡара әле, әсәһе, беҙҙең Айһылыу нисек ҙур үҫеп китте, һиңә ярҙамсы, энеләренә апай булды.
Сөмбөл, эштең ниҙә икәнен аңлап:
– Кил әле, ҡыҙым, һин беҙҙең иң матур, иң ҙур, иң аҡыллы ҡыҙыбыҙ бит. Бына энеләрең бер аҙ үҫһендәр, улар һине беҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ яратасаҡ,
«апай, апай» тип яныңдан китмәйәсәк, ҡыҙым, – тип Айһылыуҙы ҡосаҡланы.
Ата-әсәһе һүҙҙәренән Айһылыуҙың кәйефе күтәрелеп китте.
Кисен, хәл белергә тип, Булат менән Фәриҙә инде. Башта йыйылышып сәй эстеләр, Байрас, нисек һүҙ башларға белмәй, ҡатынына ҡарап алды. Сөмбөл бер аҙ уйланып торғас, ҡунаҡтарҙы, балалар ҡарарға тип, өҫкө бүлмәгә саҡырҙы.
Улар ин гәндә, карауатта ике бәләкәй генә малай йоҡлап ята ине.
– Бәй, өсөнсөһө ҡайҙа?
Бәләкәй ҡыҙҙы Айһылыу үҙ бүлмәһен алып сыҡҡан булған икән.
– Ҡыҙым, ул ҡурсаҡ түгел, улай уйнама. Әйҙә, ҡыҙым, был бәпесте Фәриҙә апа йыңа бирәйек, уларға ла кәрәк бит, – тигәс, Айһылыу йылмайып:
– Әйҙә, быныһы күберәк тә илай, – тип бәләкәй ҡыҙҙы әсәһенә бирҙе.
Сөмбөл баланы күтәреп Фәриҙә ҡаршыһына килеп баҫҡас, аптырап ҡалдылар: ике малай тигәндәр ине бит.
– Алығыҙ ошо баланы, уның бер кеме лә юҡ. Бала ла, үҙегеҙ ҙә бәхетле булырһығыҙ. Үҫтерегеҙ, исем бирегеҙ, өйөгөҙгә йәм инер.
Булат менән Фәриҙә, көтөлмәгән хәлдән аптырап, бербереһенә ҡарашып алдылар.
– Алығыҙ, ағай, йәтим бала ул, әсәһе ташлап киткән. Һеҙ алмаһағыҙ, үҙебеҙ алабыҙ.
Сөмбөл әкрен генә баланы Фәриҙәнең ҡулына һалды.
– Ал, ҡыҙың булһын, ҡурҡма, үҙем булышырмын, икәү ҡарарбыҙ.
Ал биләүгә күҙ йәштәре тамды, Фәриҙә ҡулындағы биләүҙе күкрәгенә ҡыҫты, үҙе ялбарып Булатҡа ҡараны.
– Алайыҡ, – тине, күҙ йәштәренә быуылып, – миңә бала кәрәк, – тип бышылданы, – минең дә әсәй булғым килә, алайыҡ, Булат, – тип ялбарҙы.
Һәр ваҡыт ғорур, үлһә лә күҙ йәшен күрһәтмәй торған Фәриҙәне бындай хәлдә әле берәүҙең дә күргәне юҡ ине. Ҡатынын йәлләп, Булаттың йөрәге әрене, үҙенең дә күңеле тулды, тамағына ултырған төйөндө ауырлыҡ менән йотоп:
– Алайыҡ, – тине.
Фәриҙә күҙ йәштәре аша йылмайҙы.
– Һин дә атай булырһың.
Улар һораулы ҡараш менән Сөмбөлгә текәлде, икеһе бер тауыштан:
– Беҙгә хәҙер ни эшләргә кәрәк? – тине.
Сөмбөл менән Байрас, өҫтәренән ҙур йөк төшкәндәй, еңел һулап ҡуйҙы.
– Һеҙгә бик күп ҡағыҙ йыйырға тура киләсәк. Фәриҙә бала менән өйҙә ултырыр, әлегә мин имеҙермен, үҫә төшкәс, үҙегеҙ ашата башларһығыҙ. Азаматтың бүлмәһе буш, шунда йәшәп тора алаһығыҙ, барыбер имеҙергә беҙгә киләсәкһең
бит. Бәхетле ата-әсә булығыҙ, аҡыллы ҡыҙ итеп үҫтерегеҙ, һеҙҙең өйө гөҙ бала тауышынан гөрләп торһон, – тип йылмайҙы Сөмбөл.
Бына шулай уйламағандакөтмәгәндә Булаттар өйөнә лә йән инде, улар бер аҙна буйы кәрәкле ҡағыҙҙар артынан сапты. Кисен, барлыҡ арыу-талыуҙарын онотоп, бала тирәһендә бөтөрөлдөләр. Фәриҙә көнгә бер нисә тапҡыр ҡыҙын
Сөмбөлдәргә имеҙергә алып инде. Бала имгән әсәһен һағынып инә, бәләкәй ҡулдары менән сәбәкәләй-сәбәкәләй имә. Баланың шул тиклем яратып, тәмләп күкрәк һөтөн имеүен күреп, Фәриҙәнең күкрәктәре һыҙлап ҡуя ине. Эх, шул
бала имеҙеү тойғоларын бер татыһаң ине! Бер ваҡыт өйҙә, кеше күрмәгәндә, ҡыҙына күкрәген ҡаптырып ҡарарға булды. Ләкин сабый һурып ҡына ҡараны
ла, һөт булмағас, ҡысҡырып илап ебәрҙе. Фәриҙә, баланы алдауына оялып, Сөмбөлдәргә йүгерҙе...
Кистәрен барыһы бергә Байрастарҙа йыйылалар. Өс баланы уртаға ултыртып, уларға ҡарап ултыралар. Ике тамсы һыу кеүек оҡшаш Азат менән Саматты әсәләре генә айыра. Бәләкәс Гүзәл малайҙарға ҡарағанда теремек булып сыҡты,
әле береһен, әле икенсеһен тартып йыға, Сөмбөл янына килеп, имсәк һорай.
Ма лайҙар ҡайҙа нимә йәшерелгәнен яҡшы белә, улар ҙа ҡыҙҙан ҡалышмай.
Балаларға йәш тулды, тормош шулай әкрен генә үҙ эҙенән барыуын дауам итте.
Ял көнө иртән, йүгереүҙән тыны бөтөп, Булат килеп инде.
– Сөмбөл, әйҙә әле тиҙерәк, Фәриҙәгә әллә нимә булды, кисәнән бирле күңеле болғана, тора ла, ашай ҙа алмай, – тип, Сөмбөлдө ашыҡтыра-ашыҡтыра, үҙҙәренә алып инде.
Сөмбөл Фәриҙәне ентекләп ҡараны, ҡурҡыныс бер нәмә тапманы, күңеленә килгән шиген һиҙҙермәне, күңел болғаныуҙы баҫа торған дарыу бирҙе.
– Әйҙә инде, Фәриҙә тағы сирләне бит, – тип берике көндән Булат ҡабат инеп етте.
Сөмбөл Фәриҙәне ҡарағас, йылмайып ҡуйҙы:
– Сөмбөл, ниңә көләһең? Үләм бит, – тип ыңғырашты Фәриҙә.
– Үлмәйһең, әле йәшәй генә башлайһың. Йәтимде бәхетле итһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә бәхетле булырһығыҙ, тип әйттем бит мин һеҙгә. Ҡурҡма, теге ваҡытта шик лән
гән инем, хәҙер шигем ҡалманы. Һин балаға уҙғанһың, Алла теләһә, йәйгә тағы атай-әсәй булырһығыҙ.
Булат лып итеп урындыҡҡа ултырҙы.
– Сөмбөл, ни һөйләйһең? Яңылышмайһыңмы?
– Булат, был һеҙгә, йәтимде һыйындырғанығыҙ өсөн, Хоҙайҙың рәхмәте. Һуңлап булһа ла әсәй булыу, бала имеҙеү теләге организмға көс биргән. Ҡотлайым һеҙҙе, мин һеҙҙең өсөн бик шат. Йәйгә эшкә сығам, үҙем бәпесләтермен.
Иҫән кешегә ғүмер бик тиҙ уҙа, йәйҙә Булаттың улы тыуҙы. Сөмбөл Булаттың ҡулына баланы һалғанда:
– Мин хәҙер һинең өсөн тыныс, үткәндәрҙе онот, киләсәк менән йәшә, Булат, – тине.
ЭПИЛОГ
Шәфҡәт ағайҙың ҡапҡа төбөнә бербер артлы машиналар ҡайтып теҙелде, ишек алды баласаға менән тулды. Ҡатынҡыҙ ҡасандыр Сөмбөл үҫтергән баҡсаға матур итеп табын әҙерләне, Байрас менән Булат яңы урындыҡтар урын лаштырҙы.
Бөгөн Шәфҡәт ағайға етмеш йәш, балалары уның тыуған көнөнә йыйылды, ләкин, ни эшләптер, төпсөк улы Әлфис кенә күренмәй, аптырағас, ҡапҡа төбөнә сығып ултырҙы, уға ейәндәре эйәрҙе.
– Балалар, йүгермәгеҙ, йығылырһығыҙ.
Тиктормаҫ малайҙар, уның һүҙен ҡолаҡтарына ла элмәйенсә, арлыбирле йүгереште, Гүзәл дә уларҙан ҡалышырға теләмәне. Был малайҙарҙы нисек айыралар икән– икеһе лә бер тамсы һыу кеүек аталарына оҡшағандар, ә был бөҙрә
сәсле ҡурсаҡ – нәҡ Фәриҙә инде, үҙенән тыуған тиерһең.
– Эй, башкиҫәрҙәр, бына кеҫәмә бер тәмле нәмә йәшерҙем, тапһағыҙ, үҙегеҙгә
була.
Балаларҙы янында тотоуҙың бер хәйләһе ине был. Балалар бабайҙың кеҫәләренә тығылды.
– Эҙләгеҙ, яҡшылап эҙләгеҙ, үҙе бәләкәй генә, үҙе шундай тәмле.
Балалар менән ҡайнаша ла, үҙе юлдан күҙен алмай. Төпсөгө утыҙға етте, әле һаман өйләнергә уйламай, кемде эҙләйҙер?
Әлфис, юғары уҡыу йортон тамамлағас, сауҙа менән шөғөлләнә башланы, хәҙер үҙенең бәләкәй генә бер фирмаһы, Өфөлә фатиры, яҡшы машинаһы бар. Бар
әйбере етешле, ә бына өйләнмәй йөрөй бирә. Шәфҡәт ағай, улы ҡайтҡан һайын, артынан берәйһе эйәреп кермәҫме икән, тип өмөтләнеп, ишеккә ҡарай.
– Олатай, юҡ бит, һин алдайһың, – тип Гүзәл бабаһын тартҡылай башланы.
– Бар, бар, һәйбәтләп эҙләгеҙ, кеҫәне генә тишмәгеҙ.
Урам буйлап туҙан туҙҙырып килеүсе бер машина күренде, сиҙәм сүпләп йөрөгән ҡаҙҙар тирәяҡҡа сәселде.
– Ҡайһы йүнһеҙе шулай саба, бөтә кешене туҙанға батырып, баласаға йөрөп тора, – тип Шәфҡәт ағай уйлап та өлгөрмәне, теге хәтәр машина уларҙың ҡапҡа төбө нә килеп туҡтаны.
Ҡапҡанан балалары янына сығып килеүсе Сөмбөл:
– Абау, кем былай туҙан туҙҙырып йөрөй, – тип ҡайныһы янына килеп ултырҙы.
Ҙур матур машинанан аҡ костюмсалбар кейгән бик сибәр, оҙон буйлы егет төштө.
– Көтәһегеҙме? Һаумыһығыҙ!
– Бәй, Солтанай бит. Атай, Әлфис тағы машинаһын алыштырған, ә беҙ танымай торабыҙ.
– Нимә күҙеңде тондороп сабаһың? Бөтә кешене туҙанға батырҙың бит, – тигән булды Шәфҡәт ағай, малайын шелтәләп.
– Ашыҡтым, атай, ана, ҡунаҡтар ашыҡтыра бит. Сөмбөл апай, ҡара әле, кемде алып ҡайттым.
– Һаумы, әсәй, – тигән тауышҡа Сөмбөл һиҫкәнеп китте һәм:
– Улым, Азамат, – тип урынынан тормаҡсы булды.
– Әсәйем, – тип егет әсәһе ҡаршыһына килеп теҙләнде. – Әсәйем, бәғерем.
– Улым, ҡайттыңмы, балам, күҙ нурым, – тип әсәһе уның башын күкрәгенә ҡыҫты, күҙенән йәштәре тамды.
Азамат әсәһенең күҙҙәренән үпте, үҙенең дә күҙҙәре йәшләнде. Сөмбөл улының битен ҡулдары менән тотто:
– Балам, – тип күҙҙәренә ҡараны. – Ниндәй сибәр егет булғанһың, ҡайҙа, туйғансы бер ҡарайым әле үҙеңә.
Улын күрмәгәнгә дүрт йыл булған. Азаматҡа ысын ирҙәр төҫө ингән, биттәре
ҡояшта ҡарайған, ҡуйы ҡара сәсе матур итеп киҫтерелгән, зәңгәр күҙҙәре янып тора. Ул Булаттың йәшлеген ҡабатлаған, атаһының сибәрлегенә әсәһенең һөйкөмлөлөгө ҡушылған.
Сөмбөлдөң күҙ йәштәрен күреп, игеҙәктәр, тиҙ генә олаталары алдынан
төшөп, икеһе ике яҡтан әсәләренең беләгенә йәбеште. Гүзәл, апаһын илатҡан
ағайға уҫал итеп ҡарап:
– Теймә! – тип уның еңенән тартты.
Сөмбөл уңайһыҙланып ҡына оло улына ҡараны.
– Улым, үпкәләй күрмә, улар бәләкәй бит әле. Бына быныһы Азат, быныһы Самат энең, ә был матур ҡыҙ – Гүзәл. Балалар, таныш булығыҙ, был – оло ағайығыҙ Азамат. Мин уны бик яратам, һеҙ ҙә яратығыҙ.
– Ну, байығанһығыҙ, әсәй, – тип башын һелкене Азамат, олатаһы янына килеп. – Һаумы, олатай, мине онотманыңмы, ейәндәрең күбәйгән бит?
– Улай тимә, улым, һин иң ҡәҙерлеһе, балам, һин бит беренсе, баш ейән, һинең урыныңды берәү ҙә ала алмай. Уҙ түргә, улым.
– Атай, бында тағы бер ҡунаҡ бар әле, – тип машинаның арт ишеген асты Әлфис. Машинанан уртаса буйлы, ҡапҡара бик һөйкөмлө ҡыҙ сыҡты, ул ҡайһылыр яғы менән Сөмбөлдөң йәшлеген хәтерләтә.
– Атай, таныш бул, буласаҡ киленең Әлиә.
– Хуш киләһең, ҡыҙым, түргә уҙ.
Бына кемгә оҡшаған ҡыҙҙы эҙләгән улы. Күпме оҡшаған икәнен йылдар күрһәтер, Сөмбөл – Сөмбөл инде ул...
– Әйҙәгеҙ, әйҙә, йортҡа инегеҙ, башҡа килер кеше ҡалманы, – тип Шәфҡәт ағай ҡапҡаны асты.
Арыҫлановтар ғаиләһендә бөгөн байрам. Шәфҡәт ағай хәҙер инде бабай, өҫтәл тирәһендә йыйылып ултырған балаларын күҙҙән кисерҙе. Бик бәхетле ине ул бөгөн.
Шәфҡәт ағайҙар баҡсаһында йырмоң ағылды. Ахундың алыштырғыһыҙ гармунсыһы, һүҙ оҫтаһы Сәлимйән ағай ҡунаҡтарҙың күңелен күрҙе.
– Сәлимйән дуҫ, әйҙә, тарт үҙебеҙҙекен, Ахун көйөн!
Урам көйө, урам көйө,
Урам көйө беҙҙеке.
Сыҡмаһын да дошман һүҙе өҫкә,
Сыҡһа сыҡһын беҙҙеке.
Эх, Ахундың урамдары,
Беҙ киткәс тыныр әле
Ахундың урамдары...