Сәриә был һүҙҙәрҙән ни эшләргә белмәй башын тотоп үкһей үкһей диванға ауҙы. Булмаҫ ышанмайым былһүҙгә,Рәшит бит һау сәләмәт кеше нисекүлһен ул? Уның берҙән бер ғәзиз ҡыҙының атаһы бит. Юҡ ул тере тере.. Ҡыҙының был һүҙҙе улай ауыр алырын белмәй ҡапыл ғара ысҡындырып ебәреүенә һуңлап төшөнгәнФәнисә апай ни әйтергә белмәне. Ысынында кем белгән ҡыҙының был һүҙҙе ауыр алырын. Ҡыҙы менән кейәүе куптәнән бергә тугелине бит. Туйҙан һуң куптә йәшәмәнеләр бит улар,куп тигәндә бер ярты йылдыр. Сөнки яңы ғәиләлә мөхәббәт тиңһеҙ ине. Сәриәлә дөрләп янһа һөйөү уты Рәшиткә ҡарата,ә Рәшиттә бары һөйөү түгел ә бары ғәилә тигән төшөнсә генә ине. Эйе Рәшит Сәриәне ғумерендә яратманы. Ҡыҙҙыла бары ата әсәһе өгөтөбуйынса ғына алды. Бергә йәшәй башлағас эҫенермен тип уйланы. Юҡ һөйөү уты тоҡанманы йөрәктә. Сөнки сөнки Рәшиттең куңелендә башҡа ҡыҙ урын алғайны. Тәүге мөхәббәте тәүге һөйгән йәре.
Туй көнөлә утте ләкин тормош алға барманы. ҠуйынындаРәшит өсөн йәнен бирер ҡатыны булһала, егеттең уйында куңелендә башҡа тәүге һөйгән йәре ине. Тормош үҙ яйы менән алға тәгәрәне,ваҡыт үтеү менән Рәшит кәләшенең ауырға ҡалғанын белде. Буласаҡ атай булыу киләсәктә бала һөйөү уйы Рәшитте бер аҙ ыңғай яҡҡаүҙгәртте. Бындай ыңғай яҡты куреү Сәриәне шатландырҙы Рәшиткә ҡаратаһөйөүе тағыла нығыраҡ тоҡанды. Ни тиһәңдә буласаҡ балаһының атаһы бит. Эхх белһә ине шул мәлике йәш йөрәк, яҙмыш уларға тағын ниндәй әсе тормош вәғәҙәләгәнен. Бөгөн Сәриә минең дуҫ армияға китә проводонына барырға ине тине Рәшит кәләшен наҙлығына итеп ҡосоп. Рәшит һин беләң бит минең ауырлы икәнде, Бәлки уҙеңгенә барырһың Рәшит? Сәриә үҙенең ауырлы икәненә уңайһыҙланып. Ярар улайһа Рәшит бер үҙе генә сығып китте. Һиҙгәйне Сәриәнең йөрәге шул мәл. Нисек һиҙмәһен инде Рәшитенең тәуге йәре шул ауылда йәшәй, хатта әрмегә китәсәк дуҫының синыфташы бит улҡыҙ киләсәк улдапроводоға. Осрашасаҡтар уныңйән киҫәге Рәшит менән. Быныһыла куренеп тораатлыҡҡаны дуҫының проводы уға йәшенер өсөн миҫал ғына. Ярар осрашһындарҙа ти ниэшләй алһындар улар ваҡыт үткән,Рәшит ғәиләле балалы булырға тора,моғайында ғәиләһен балаһы өсөн ташламаҫ тип Сәриә үҙ үҙен йыуаттыла йоҡларға ятты. Дуҫының өйөнә кереү менән аңғарҙы Рәшит һөйгәнен.Ләкин һөйөү менән томаланған куңеле ҡыҙҙың куңелендә зәһәр сәсеп торған ҡыҙғаныу көнләшеу ҡатыш ҡатыш мин минлекте курмәне. Бер төндә айырылған йөрәктәр ҡауышты.Йөрәктәр ҡауышһала икеһе ике төрлө ҡарашта ҡауышҡайны. Береһе мин һинеке һин минеке тиһә икенсе йөрәк ваҡытлысағына ти ине эстән. Икенсе көн Рәшитте алыштырып ҡуйғандар инеме ни. Ҡайтыу менән тиктомалға енләнде,айырылышыу тураһында һуҙ ҡуҙғатты. Хатта уны тыуасаҡ балаһы ла тота алманы. Әсә атаһының туғандарының һүҙен ҡолағына ла элмәне. Айырылып ҡайтыу Сәриәнең ҡыҙынала(ҡыҙ бала тыуҙы)ныҡ тәҫир итте. Әсә ҡайғыһы бала йөрәге аша утте һәм ҡыҙ йөрәксире менән тыуҙы. Ишетте аҙаҡ Сәриә Рәшитенең хәлен. Һөйгән йәре уны һәр ваҡыттағысаалдап тормош тулҡынына ташлағанын.
Һәм бөгөн килеп йә хоҙай ни ишетә? Сәриә урынынан ырғып торҙо ла ни әйтергә белмәй ҡыҙының холҡона аптырап албырғап торған Фәнисә апайғайәбеште Әсәй әсәй был дөрөҫме??? Ышанмайым ышанмайым... Фәнисә апай бер аҙ аңына килгәс ҡыҙын ипләп кенә ҡосаҡлап урынына ултырттыла ипләп кенә һүҙ башланы. Тыныслан ҡыҙымтыныслан бәлки үлмәгәндерҙә Минең ишетеүемсә үлемхәлендә больницағаалып киткәндәр ти. Әлеге мәлдә иҫенә килмәй тип әйттеләр,машинаһы менән осҡан тиҙәр бит. Сәриә әлеге мәлдә больницала тигән һүҙҙе ишеткәндән һуң бер ни ишетмәй йән тәслимгә кейенделә ҡыҙын ҡосаҡлап сығып йугерҙе. Ул хаттаФәнисә Сәриә ҡыҙым туҡта әле ашыҡма тигән һуҙендә ишетмәне. Сәриә тик больница тупһаһындағына аңына килде. Инергәме юҡмы? Туғандарыла бындалыр әле ни әйтерҙәр? Сәриәне ғәепләмәҫтәрме? Шулайҙа булһа инергә кәрәк хәлен белер кәрәк. Сәриә ауыр һуланыла больницатупһаһын ашаҡлап утте. Ҡатын яңылышмаған ине Рәшиттең ата әсәһелә апайыла бындаине. Улар Сәриәне йылы ҡаршы алдылар. Килдеңме ҡыҙым? мин һине килмәҫ тип уйлаған инем ти тәүҙә ҡәйнәһе ҡосаҡлап алды. Ҡатындың куҙ йәштәрен куреп ҡайғырма килен бәлә ағас башынан тугел кеше башынан йөрөй ти. Уҙеңде ғәепле итеп курмә килен үҙ ғәебен һинең баланың куҙ йәшен курә тип ҡайныһыла ҡосаҡлап алды Сәриәне йыуатып ҡына. Көндәр утте Рәшит аңынакилмәне,ләкин улмәгән йәндә өмөт бар тигәндәй өмөт бар ине. Рәшиттең апайы менән Сәриә көн төн сыҡмай ҡарауылланылар. Ул көн килде Рәшит куҙен асты.Ләкин хәле үтә ауыр ине. Кемдер әйтте кеше булмаҫ тиеп кемдер ышанды кеше буларына,Сәриәлә быға ышанды. Врачтар тырышлығы менән Рәшит аяғынабаҫты. Ләкин Сәриәгә ҡаратағына һөйөуе шул килеш ҡалды. Тик балаһына ғынаүҙ һөйөүе ҙур ине аның.Хатта Сәриәнең Рәнйеүле ҡарап әйткәнелә булды Рәшит мин ни еремкәм һуң унан? Бәлки оноторһоң уны? Ул бит һиңә ошо хәлдән һуң үҙең беләң башҡаҡарамаясаҡ. Мин ялҡтым бер өйҙә ике курше кеүекйәшәүҙән. Ләкин Рәшит былһүҙҙәргә ҡарата бер ни әйтмәй моңһоуғына итеп йылмайыр булды. Ул бит үҙелә белә ине тәуге мөхәббәтенә һау саҡтағы егет кәрәкмәгәнде һәҙерге егетте эшкәлә һанамаҫын. Ләкин йөрәккә бойороп булмай ине.