Көн кискелеккә ауышҡайны инде. Ел көсәйгәндән-көсәйә. Быны Мәрфуға пальтоһы үтәһенән үк һиҙеп тора: һалҡынлыҡ тәненә ҡағылыу менән ул ҡалтыранып китә. Аяҡтары ла ныҡлап өшөй башланы. Бармаҡ остары сәнсеп-сәнсеп ала. Быйма түгел шул, йылы итек кенә кейеп сыҡҡайны. Ә итек – итек инде, ҡалала ғына һәйбәт ул. Ниндәй генә һалҡында ла бер магазиндан икенсеһенә инеп, автобустан төшөүгә трамвайға ултырып, өшөгәнеңде лә һиҙмәйһең. Ә бындай юлға... Хәйер, көндөң ҡапыл боҙолорон ул ҡайҙан белһен инде.
Икеләнеп, оҙаҡ торорға ярамағанлыҡты аңлай Мәрфуға. Ҡыштың үҙ ҡылығы ҡылыҡ. Яҡты күҙҙә барыр ереңә етеп ҡотолмаһаң, ялан уртаһында туңып ҡалыуың да бар. Төндә юл табырмын тимә. Бигерәк тә ят яҡта. Ә ҡыҙыҡайҙың был төбәккә үҙ ғүмерендә тәү тапҡыр аяҡ баҫыуы. Ошо Хөснулла булмаһа һәм ул уны кил тип саҡырмаһа, бәлки, Хазина тигән ауылдың ер йөҙөндә барлығын да белмәҫ ине ул. «Хазина... һе, ҡайһылай ҡыҙыҡ исем... Шулай ҙа ҡайһы юлдан китергә икән?» Хөснулла станциянан ауылдың үҙенә тиклем автобус йөрөп тора тип яҙғас, был турала ҡыҙыҡһынмағайны шул Мәрфуға. Хазинаға еңел генә барып етеренә ышанғайны ул. Хатта ошондайыраҡ итеп күҙ алдына ла килтерҙе: бына ул, Мәрфуға, автобустан килеп төшә, ҡулында кескәй генә сумкаһы. Ҡупшы итеп биҙәнгән-төҙәнгән, ҡаласа кейенеп алған. Башында пальтоһының яғаһы ише шәшке бүрек. Ҡыҫҡаһы, килмәгән ере юҡ. Автобустан төшкәс, фырт ҡына итеп ике-өс аҙым атлаясаҡ та, йылмайып, тирә-яғына күҙ ташлаясаҡ. Әйҙә, бөтәһе лә күрһен уның ниндәй сибәр, һылыу икәнлеген. Хөснулла үҙе ошолай өйрәткәйне уға. Өйрәткәйне тип, бик үтенгәйне. Хат артынан хат яҙып, ҡабат-ҡабат күндерҙе ул. Бына шул Хөснуллаһы уны йүгереп килеп ҡосаҡлап аласаҡ, бөтәһенең алдында күтәреп өйрөлтәсәк. Етмәһә, ул (быныһына Мәрфуға ышана) үбергә тип тә ынтыласаҡ, ләкин Мәрфуға уны иркә генә итеп ситкә этер. «Һуңынан, йәнем. Күрмәйһеңме ни күпме кеше күҙәтә», – тиер. Юҡ, Хөснулла барыбер түҙмәҫ, һырпаланырға әҙер генә тора ул...
Ошонан һуңғыһын Мәрфуға күҙ алдына килтермәне. Уның өсөн килеп төшөү ваҡиғаһы мөһимерәк ине. Тәжрибәһеҙлекме, әллә аҡылһыҙлыҡмы был? Хәйер, йәшлектән килә торғандыр бөтәһе лә. Кем уйлаһын инде ҡапыл буран сығыр ҙа, Хазинаға барыусы автобус кире боролор тип. Бәлки, Мәрфуғаға ла, башҡа пассажирҙар кеүек (улары ла инде өс-дүрт ҡарт-ҡоро), автобустан төшмәҫкә кәрәк булғандыр? Уныһын уйлап торманы шул, кешеләрҙең киҫәтеүенә ҡарамаҫтан, сумкаһын һелтәй-һелтәй, йәйәүләп китте лә барҙы. Ҡырсын юл беленеп ята, бик тә булмаһа, юл ситендәге теҙелешеп үҫкән әрем һабаҡтарына ҡарап та билдәләргә мөмкин уны. Былай соҡор-саҡырлы урындарға көрт ныҡ һалған, автобус шуларҙы йырып үтә алманы. Ә Мәрфуға өсөн был еп-еңел. Хатта юл ситенән атларға ла мөмкин. Ҡар күтәрә хәҙер. Үткән аҙналарҙа ырашҡылап, шыҡырайтып туңдырып алғандан һуң, быяла кеүек йылтырап ята ялан. Алты саҡрым ара, йәш кеше өсөн күпме ни ул?
Тик бына юлдарҙың икегә айырылырын башына ла килтермәгәйне Мәрфуға. Әле уйлап-уйлап торҙо ла шуларҙың һулдағыһы менән китте. Күпмелер үткәс, туҡтаны, артына боролоп ҡараны. Өшөгән бит алмаларын устары менән ыуалап алды, аҙаҡ бармаҡтарын тыны менән йылытты. Ниңәлер уға уңда ҡалған юл Хазинаға алып барыр төҫлө тойолдо. Ысынлап та, яңылыш китер ҙә йөрөр ҙә йөрөр. «Юҡ, кире боролорға кәрәк».
Ҡыҙыҡай юл сатына ҡабат килгәс, йәнә икеләнде. Көсһөҙлөгөнән, күҙҙәренә йәш эркелде. «Исмаһам, ниңә Хөснуллаға ҡаршы алырға ҡушмағанмын икән?» – тип әсенде. Туңған итектәрен бер-береһенә һуҡҡыланы. Инде көн апаруҡ ҡараңғыланғайны. Ни эшләргә белмәй торған Мәрфуғаны трактор тауышы һиҫкәндереп ебәрҙе. Ҡыҙҙың эсенә йылы инде. Ана, уның фараларының баҙлауы ла күренә. Улар, ҡараңғыла сыра яндырып болғаған кеүек, ялпылдап-ялпылдап ҡуя. Күрәһең, трактор шәп килә, соҡор-саҡырҙа ла яйлап тормай.
«Ҡайһы юлға боролор икән трактор, – тип уйланы Мәрфуға, яҡынлашып килеүсе уттарға өмөт һәм ихтирам менән ҡарап. – Хазинағамы? Шунда ғына боролһа ярар ине... Кабинаһы, моғайын, йылылыр әле уның». Ҡыҙыҡай тиҙ-тиҙ генә төҙәтенеп алды, күҙ йәштәрен һөрттө. Юл ситендәге ҡар өйөмөнөң бейегерәгенә менеп баҫты. Күрмәй үтеп китмәһендәр, йәнәһе.
Трактор, уның тәңгәленә етеү менән, ярһып килгән аҫау арғымаҡтай, бәүелә биреп туҡтап ҡулды. Ҡабырғаларынан моторы тәңгәленән әллә боҫ, әллә төтөн бөркөлдө. Уңарсы булмай, кабина ишеге асылды һәм майланып бөткән күн кәпәс кейгән трактористың башы күренде. Ул тәүҙә ҡыҙ кешегә аптырабыраҡ ҡарап торҙо, шунан баш сайҡаны.
– Күгәрсенкәйем, туңып үлергә самалайһыңмы әллә бынау көндә, – тип тәмәкеһен борхолдатып, һораны ул.
– Туңмаҫҡа ине лә ул, ағай, – тип, өшөгәнлеген һиҙҙермәҫкә тырышып, өндәште Мәрфуға. Үҙе ни тиклем күңеллерәк булырға тырышһа ла, тауышы ҡалтыранып сыҡты. Трактор таҡта тирәсле сана таҡҡан икән. Ҡар һырыған оло брезент япма мөйөш-мөйөшөнән асылып, тиҫтәләгән әҙәм баштары тышҡа һонолғас ҡына күреп алды быны Мәрфуға. Теге кешеләр бөтәһе бер юлы:
– Әйҙә, ни тораһың һерәйеп, ултыр, былай ҙа һуңланыҡ! – тип ҡысҡырҙылар.
Мәрфуға тәүҙә ултырырға ыңғайланы ла, йәнә егерме саҡрым ҡалды тигән үҙ-ара һөйләшеүҙе ишетеп, туҡтаны.
– Һеҙ Хазинағамы һуң?
Тракторист шунда уҡ тәмәкеһен ҡар өҫтөнә ырғытты.
– Бая уҡ шулай тиҙәр уны... Беҙ бит икенсе яҡҡа... – ул, ҡуҙғалырға әҙерләнгән кеше кеүек, тракторын геүелдәтеп алды. Хазинаға ни, ана, юл уң яҡҡа!..
Мәрфуға, һиҙҙермәҫкә тырышып, күҙ төптәрен шыпырт ҡына һөртөп ҡуйҙы. Саналағыларҙан берәү:
– Йәмәғәт, мин уны, кәпәс кейгәс, егет тип торам, ә ул ҡыҙ бала ла баһа! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Шунда уҡ бөтә баштар яңынан ҡалҡынды.
– Ысынлап та...
– Ҡара һин уны, йөрәкле икән!
Тракторист та ишеген яңынан асты.
– Туташ, ҡайҙа юл тотам тинең, әле? – тип ҡабатлап һораны ул был юлы.
– Хазинаға бара инем дә ул...
Саналағы бер ҡатын:
– Хазина эҙләргә тиме? – тип, аңламайынса, аптырап һораны. Башҡалар көлөштө.
– Юҡ шул, һеңлекәш, беҙ Хазинаға бармайбыҙ, – тине тракторист, был юлы ғәфү үтенгән кеше кеүек. – Ул ауылға күп ҡалмай....
Ҡыҙ икеләнде. Саналағы бая аңламай һөйләнгән ҡатын:
– Һылыу, әйҙә, беҙгә ултыр ҙа, иртәгә, буран баҫылғас, ҡайтырһың ауылыңа, – тип, йәлләп, өндәште.
– Ай-һай, Хазинаға беҙҙән йөрөүсе булмаһа, ҡайтып етерме, – тип аптыраны ир кеше.
Шул саҡ баянан бирле өндәшмәй әлеге тамашаны күҙәткән һәм саналағылар араһында бүркенең ҡолаҡсынын төшөрмәгән берҙән-бер ир тракторисҡа һүҙ ҡушты:
– Нимә, дуҫ кеше, әллә Хазинаһына илтеп китәйекме үҙен, тураға сығырбыҙ. Былай ҡалдырып китеү...
Ҡапыл тынып ҡалдылар. Тракторист, үҙегеҙ хәл итегеҙ, миңә барыбер, тигән төҫлө, саналағыларға ымланы. Быны күргән башҡалар бөтәһе бер юлы геүләшергә тотондо.
– Ҡыҙ бала йәл инде, тик беҙҙең юл да оҙон бит...
– Өйҙәгеләргә бөгөн ҡайтырмын тигәйнем...
– Ҡуй инде, – тине саналағы берҙән-бер ҡатын, – һыйырымды һауҙылармы икән, әйтеп тә китмәгәйнем бит әле.
Шунда ҡарлыҡҡаныраҡ бер тауыш:
– Ә һин, мырҙам, бик шәпләнгәс улай, үҙең генә оҙат та ҡуй һеңлекәште, – тип әлеге бүркенең ҡолаҡсынын төшөрмәгән иргә төрттөрҙө. – Иртәгә, буран тымғас, утыҙ саҡрымды тәпәй туры ат менән һыпыртып ҡайтыр ҙа төшөрһөң.
– Ха-ха!..
– Үҙен ултыртып алғанға рәхмәт әйтмәй бит әле.
– Ниңә, мырҙа, Хазинаны бергә эҙләрһегеҙ. Хи-хи!..
– Йә, йә, мин туйға ашығам! – тип тракторисҡа ҡысҡырҙы баяғы ҡарлыҡҡан тауышлы кеше. – Был әҙәм үҙе лә ят кеше. Ҡайҙа барғанын белгән юҡ. Рәхмәт әйтер урынға...
Ошо саҡ көрт өҫтөнә – Мәрфуғаның аяҡ аҫтына портфель килеп төштө. Шунан, күп тә тормай, баяғы ир үҙе ергә һикерҙе. Ул бер нәмә лә өндәшмәне, тракторисҡа ҡул һелтәне.
– Әйҙә, китегеҙ!
Саналағылар эштең былай килеп сығырын көтмәгәйне, ахыры, үҙ-ара ныҡлап шаулашырға керештеләр. Трактор ҡуҙғалды һәм бер аҙҙан уларҙың тауышы ишетелмәҫ булды.
– Искәндәр, – тине ир кеше, Мәрфуғаға ҡулын һуҙып. Уның күҙҙәре ялтлап китте, алыҫлашыусы тракторға йәнә бер әйләнеп ҡараны ла, Мәрфуғаның ҡулынан кескәй сумкаһын алып, өндәшмәй-нитмәй, алға төшөп, эре-эре аҙымдар менән атларға тотондо.
Мәрфуға, был таныш түгел кешегә төбәлеп, урынында күпмелер торҙо. Эре һөйәкле ир кеше, артына ла боролоп ҡарамай, барҙы ла барҙы. Уның да аяҡтарында ботинка ғына икән. Бер ҡулында портфель, икенсеһендә – Мәрфуғаның сумкаһы. Шуларҙы һелтәй-һелтәй атлай. Ситтән был бик мәҙәк күренә. Үҙен Искәндәр тип танытҡан был кешегә Мәрфуға шикләнеп ҡараны. Бигерәк тә уның бая, трактор санаһынан төшкәс, күҙҙәренең ялтлап китеүе күңелен шомландырҙы. Ысынлап та, берәй ниәте булмаған кеше, етмәһә, бынауындай буранлы көндә, кискә табан, һин дә мин елдереп ултырған тракторҙан икенсе кешене оҙатырға тип төшөп ҡаламы ни? Килер ҙә бәйләнер, ҡысҡырырмын да тимә. Хәйер, ошондай ҡыу далала һине кем ишетһен дә, кем ярҙамға килһен.
Мәрфуға бөтөнләй ҡайғыға ҡалды. Хатта өшөүе лә онотолғандай итте. Искәндәргә эйәрергәме, юҡмы? Әллә артҡа ҡалыбыраҡ ҡына барырғамы? Эргәңдә тере кеше барлығын тойоу уны һаман да тынысландыра төшә ине.
Был ваҡыт эсендә Искәндәр әллә күпме китеп өлгөргәйне. Ҡара һин уны, исмаһам, артына ла әйләнеп ҡарамай бит. Шул саҡ Мәрфуға сумкаһындағы аҡсаларын иҫенә төшөрҙө. Үҙе менән мул йөрөтөргә ғәҙәтләнгән ул. Етмәһә, юлға сыҡҡанда аҡса бик кәрәк. Ә-ә... теге кеше, уның сумкаһын бушатып, икенсе яҡҡа шылһа? Бик булыр. Юҡмы ни әҙәмдең этлек уйлап йөрөүселәре.
Мәрфуға ҡапыл, үҙен-үҙе белештермәйенсә, алға ташланды. Ҡара һин уны, туҡтап, нимәлер эшләй түгелме һуң? Әллә, ысынлап та, уның сумкаһын аҡтарамы? Мәрфуға, ҡото алынып, яҡ-яғына ҡаранды. Тик ҡайҙа инде, исмаһам, берәй ҡарасҡы.
Өҫтөндә буран уйнаған тоноҡлана барыусы ҡарлы ялан. Шул ғына... Ҡысҡырыуҙан да файҙа юҡ. Ниңә инде ул Хөснуллаға ҡаршы алырға ҡушманы. Станцияға килеп торһа, булған да бит... Мәрфуға эстән үҙен-үҙе әрләне.
Искәндәр янына етеү менән, ҡыҙыҡай, алданыуын тойоп, шып туҡтаны. Ир кеше уға ҡарай боролдо. Ул бүркенең ҡолаҡсындарын төшөрөп булаша икән. Портфель менән Мәрфуғаның сумкаһы ҡар өҫтөндә имен генә ята.
– Йә, һылыуҡай, ниңә улай артта ҡалаһың? – тип өндәште Искәндәр, ихлас йылмайып. – Арыныңмы әллә?
Мәрфуға уның йылмайыуына ышанырғамы, юҡмы, тигәндәй, һаҡ ҡына яҡынлашты. Үҙе Искәндәрҙән күҙҙәрен алмай. «Ул-был була ҡалһа, тешләшергә кәрәк», – тип уйлай эстән генә. Шулай ҙа ир кешенең бәҫ ҡаплап өлгөргән йөҙө яҡтырып киткәндәй итте. Бер-береһе менән ҡушылып уҡ тиерлек үҫкән яҫы ҡаштар, ара-тирә ялтлап китеүсе үткер күҙҙәр, ҡырлы танау, текә маңлай, ҡалын ирендәр, ғөмүмән, ир кешенең үҙ-үҙен иркен, ышаныслы тотоуы, хәрәкәттәрендә ғәйрәте ташып тороуы Мәрфуғала һоҡланыу тойғоһо тыуҙырҙы, әлбиттә. Әммә был тойғоноң кире яғы ла бар бит әле... Бысраҡ уйлы кешеләрҙе нәҡ шулай һүрәтләйҙәр бит китаптарҙа. Шулай та, яуапһыҙ ҡалмаҫ өсөн:
– Арыуын арыманым да ул... – тип өндәште Мәрфуға.
Бына Искәндәр бүркен ҡаштарына тиклем батырып кейҙе.
– Исемең кем әле, һылыу?
– Мәрфуға...
– Мәрфуға? Матур исем, боронғо исем. Шулай ҙа, Мәрфуға һылыу, кил әле яҡын, бит остарың туңған бит. Ҡыҙ кешегә улай ярамаҫ, ҡыҙ кеше һәр саҡ матур булырға тейеш.
Ошо һүҙҙәр менән Искәндәр бирсәткәләрен систе. Ҡыҙҙың теҙ быуындары ҡапыл бушаны. Ҡаршылашырлыҡ хәле юҡлығын аңлап, күҙҙәрен йомдо. Уңарсы булмай. Искәндәрҙең эҫе тыны танауына бәрелде. Бына теге кеше уны бер ҡулы менән муйынынан ҡосаҡланы. Икенсеһе менән, усынан сигарет еҫе аңҡытып, биттәренә ҡағылды. Мәрфуға, ҡото алынып, тартылып ҡуйҙы һәм ҡысҡырырға тип ауыҙын асты...
– Йә-йә, һылыуҡай Мәрфуға, түҙ, хәҙер бөтә ул, – тип һөйләнде Искәндәр һәм ҡыҙыҡайҙың бит остарын ҡар өтөп алды.
Мәрфуға ҡурҡып күҙҙәрен асҡанда, теге, киң йылмайып, уға ҡарап тора ине.
– Бына, булды ла...
– Рәхмәт, – тигәнерәк һүҙ әйтте шикелле Мәрфуға, биттәрен тотҡолап ҡараны. Күңеле тынысланды. Искәндәргә тағы ла бер тултырып ҡарап ҡуйҙы. Тегеһе һаман тын ғына көлә. «Әллә ни ҡарт та түгел икән, йәп-йәш ир...» – тип уйлап ҡуйҙы үҙе.
– Хәҙер бына былай итәбеҙ. – Искәндәр муйынынан киң, оҙон шарфын сисеп алды ла, бәләкәй балаларға оҡшатып, Мәрфуғаның ауыҙын, танауын ҡаплап, артҡа шаҡарып бәйләп ҡуйҙы.
– Ҡуй. ағай, кәрәкмәй! – тип тартҡылашты Мәрфуға.
– Тик кенә тор! – тип ҡырыҫ ҡына өндәшеп ҡуйҙы теге. – Йылы һөйәк һындырмай...
– Ә үҙегеҙ һуң?
– Мин... ир кеше, түҙермен...
Ошо һүҙҙәр менән Искәндәр Мәрфуғаны етәкләп алды.
– Хәҙер анауы ҡарасҡыға тиклем йүгерәбеҙ. Булдымы?
Мәрфуға, «эйе» тигәнде белдереп, башын ҡаҡты. Уғата күңелләнеп китте.
Йүгерә-йүгерә аһылдап төшкәс кенә атлауға күстеләр улар. Мәрфуға үҙенең бөтә тәне йылынып киткәнде тойҙо. Аяҡтары ла хәҙер өшөмәй. Ҡараңғылыҡ ҡуйырһа ла, ул үҙендә ҡурҡыу һиҙмәй ине. Сөнки эргәһендә атлап килгән Искәндәр бер туҡтауһыҙ ҡыҙыҡлы нәмәләр һөйләй. Бая уның тураһында насар уйлағаны өсөн Мәрфуға үҙен шелтәләп тә алды хатта. «Искәндәр урынында уның Хөснуллаһы булһа», тип хыяллана ул. Хөснулла ла уның биттәрен ҡар менән ыуыр инеме икән? Ыуыр ине, хатта үбеп тә алыр ине. Ә был ағай... Мәрфуға, үҙ уйынан үҙе оялып, Искәндәргә һаҡ ҡына күтәрелеп ҡарап ҡуя. Тегеһе быны һиҙә. Йәнә йылмая.
– Нимә, йылындыңмы?
– Хәҙер йылындым, – тип ихлас яуап бирә Мәрфуға. Һәм улар еңел генә һөйләшеп киттеләр.
– Әйтәм бая ҡобараң осҡайны.
«Һинән ҡурҡҡайным», тип уйлай ҡыҙыҡай, ләкин үҙе:
– Өшөгәйнем шул, – тип яуаплай. Шунан Искәндәргә боролоп ҡарай:
– Ағай, ә һеҙ тракторҙан төшөп ҡалғанығыҙға үкенмәйһегеҙме?
– Үкенеүҙән хәҙер файҙа юҡ. Бер үҙеңде ҡалдырып китеп булмай ҙа инде.
Искәндәр ҡапыл Мәрфуғаға боролоп ҡараны. Уның күҙҙәре шелтәле ялтыраны. «Минең эшем юҡ инеме ни?» – ти ине ҡараштары. Ҡыҙыҡай, ҡыҙарынып, башын түбән эйҙе.
– Эш һәр кемдең дә бар инде ул, һылыу, – тине һалҡын тауыш менән ир кеше. – Бер кем дә эшһеҙ йөрөмәй... Тик бына ауылдарҙа үҙ күңел ҡабырсағына бикләнеп йәшәүселәр йыш осрай башланы. Донъялары етеш, аҡсаһын да, игенен дә көрәп алалар. Ишек алдарында ундайҙарҙың еңел машина, баҡсаһында һыу һиптереү өсөн электр насосы, өйөндә газ, һыуытҡыс, телевизор... Йыйып әйткәндә, бары ла бар. Ҡыуанып йәшә генә. Ә рухи донъя? Бына шул борсой мине. Ундайҙар үҙ ихатаһынан ситтәгене күрмәгәнгә һалыша. Кеше ҡайғыһы өсөн дә, шатлығы өсөн дә янып бармайҙар. Вайымһыҙлыҡ, битарафлыҡ... Ана, баяғы трактор санаһында ла бар ине улар.
Искәндәр тынды. Буран көсәйгәндән-көсәйә. Инде эйелеберәк атламаһаң, бөтөнләй барып булмай. Мәрфуға арый башлағанлығын һиҙә, тик сер бирергә теләмәй. Искәндәр менән йәнәш атлай.
– Күп ҡалдымы әле Хазинаға? – тип һорай Искәндәр.
– Әлләсе, – тип яуаплай Мәрфуға.
– Бәй, нимә, әллә тәүге килеүеңме был яҡҡа?
– Беренсе генә шул.
– Әй, һылыуҡай Мәрфуға, тип шаярта Искәндәр. – Йөрәкле икәнһең...
«Хөснулла саҡырҙы, өйләнешәбеҙ», тип әйтә алмай ҙа инде ул.
– Автобус йөрөп тора, тигәйнеләр, Мәрфуға һүҙҙе икенсегә борорға ашыҡты.
– Бындай көндө йөрөмәй инде автобус. Ә кемдәргә бараһың? Ҡунаҡҡамы?
– Ҡунаҡҡа. Апайым Хазинаға күсеп килде, – тип күҙен дә йоммай алдашты ҡыҙыҡай. «Егетемә барам, институттан һуң, ошо Хазинаға эшкә ебәргәйнеләр, ике йыл тулыуын көтә. Аҙаҡ Өфөгә күсәсәк, ҡалаға» тип, уйынан ғына, ғәфү үтенгәндәй, дөрөҫ яуапты ҡабатланы үҙе.
– Ә-ә, – тип баш ҡаҡты Искәндәр. – Тормошҡа сыҡҡан инде ошо ауыл егетенә, улай булғас. Шулаймы?
Мәрфуға яуап биреү урынына йылмайҙы ла ҡуйҙы. Искәндәр һаман һорашыуын белде.
– Ә үҙен ҡайҙа йәшәйһең?
– Өфөлә.
– Өфөлә?! Мин дә шунда йәшәйем бит. Бына осрашыу, исмаһам!
Искәндәр беренсе тапҡыр ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Уның тауышы ҡалын, көр, яңғырауыҡлы ине. «Әзмәүерҙәй кәүҙәһенә таман ғына», – тип билдәләне Мәрфуға. Үҙе:
– Тегеү фабрикаһында эшләйем, – тип өҫтәне.
– Ә мин – инженер. «Ссльхозтехника»ның республика берекмәһендә...
Улар шулай һөйләшеп килә торғас, ниндәйҙер ағаслыҡҡа еттеләр. Бында буран баҫыла төшкәйне. Уның ҡарауы тирә-йүн дөм ҡараңғы. Юл тын. Уның хәҙер ҡырсын түшәлгән булыуын белеүе лә ҡыйын. Әллә дөрөҫ баралар, әллә юҡ. Аҙашып китмәһәләр, шул инде.
Күпмелер барғас, улар туҡтаны.
– Тәк, тәк, – тип һөйләнде Искәндәр. – Бер саҡрым үткәнбеҙҙер бит инде. Йүнәлеште билдәләп алайыҡ әле...
Мәрфуға, аҙашып ҡуймайыҡ тип, ҡурҡыуға ҡалды. Өндәшмәне. Инде йәнә ҡалтырана башлағайны. Балтырҙары туңды, быуындары ҡатты. Шуларҙы бер генә һыйпап алырға ине лә бит. Ир кеше алдында уңайһыҙ.
– Дүрт саҡрымда өс-дүрт өйлөк ауыл остоғо булырға тейеш. Ҡалғандары Хазинаға күсенеп бөткән, ишетеүемсә, – тип һөйләнде Искәндәр яғаһын торғоҙоп. – Һин белмәйһеңме, һылыу Мәрфуға?
Ҡыҙыҡай һиҙеп тора: Искәндәр уның кәңәшенә мохтаж түгел, шулай ҙа, уның күңелен табырға тырышып, һорай.
– Юҡ шул, – тигән булды Мәрфуға. Үҙенең ирендәре ҡалтыранды.
– Өшөмә, түҙ, хәҙер табабыҙ уны. – Ул, яҡын килеп, Мәрфуғаны яурынынан ҡосаҡлап алды. – Бәй-бәй, һин бөтә кәүҙәң менән ҡалтыранаһың да... Яҡшы түгел. Кил әле, үҙеңде йылытайым... Ошо һүҙҙәр менән Искәндәр пальтоһының төймәләрен ысҡындырҙы. Ҡыҙыҡайҙы, көслө беләктәре менән арҡаһынан ҡымтып, күкрәгенә ҡыҫты һәм пальтоһы менән яңынан япты. Йөн свитер йылы. Мәрфуға биттәрен шуға терәү менән, тынысланды. Бер аҙҙан тәне ҡалтыраныуҙан туҡтаны. Ул йылынып китте. Искәндәр уны, сабый бала күреп бәүетә биреп торҙо.
...Йәнә алға атланылар. Икеһе лә апаруҡ өшөгәйне. Ниһайәт, ниндәйҙер бер ҡаралтыға килеп төртөлә яҙғас ҡына, баҙлап ҡына янған ут күреп ҡалдылар. Яҡыныраҡ барғас, был уттың мунса кеүек кенә кескәй өйҙөң тәҙрәләренән төшөүсе унлы шәм яҡтыһы икәнлегенә ышандылар. Икеһе лә еңел итеп тын алды.
– Килеп еттек, – тине Искәндәр, өҫ-башын ҡаҡҡылап...
– Хазинамы? – Мәрфуға уйынан Хөснулла фатирҙа йәшәгән өйҙө тоҫмалланы. Ләкин Искәндәр уға ҡарап мут ҡына йылмайып ҡуйҙы.
– Хазина шул. Хәҙер апайыңдарға ҡунаҡҡа барабыҙ, – тип шаяртты. Үҙе шунда уҡ етди итеп өҫтәй ҡуйҙы. – Был теге күсенеүселәрҙән ҡалған дүрт өйҙөң береһе инде. Ары барып булмаҫ, йылыға инәйек. Уныһы яҡты күҙҙә...
Мәрфуға, күңеленән бик тә Хазинаға еткеһе килһә лә, был буранлы төндә ары китеү аҡылһыҙлыҡ икәнлекте аңлап, Искәндәрҙең тәҡдименә бик тиҙ риза булды. Етмәһә ныҡ арығайны, өшөгәйне ул.
Ишекте яңғыҙ әбей асты. Тәүҙә, ултырмалы шәмде яҡын килтереп, инеүселәргә текләп ҡараны ул, танымағас, артҡараҡ сигенде.
– Атаҡ, атаҡ, әллә ят юлаусылар инде, хоҙайым, – тип һөйләнде үҙе. – Әйҙә, сисенегеҙ! Туңып бөткәнһегеҙ ҙә... Бынауы буранда ни... Әллә йәйәү киләһегеҙ инде?
– Эйе, инәй, йәйәү шул, саҡ һеҙгә килеп йығылдыҡ бына. – Искәндәр Мәрфуғаны сисендереште. – Әлдә күсмәгәнһегеҙ әле. Юғиһә, ҡайҙа барыр инек.
Инәй кешенең төҫө-башы алтмыш йәштәрҙән үтмәһә лә, сәстәре ҡылғандай ап-аҡ ине. Ул стеналағы ағас сөйҙән яулығын алып башына ҡаплай һалды. Күҙҙәре бик теремек, сырыш баҫҡан йөҙө һөймәлекле ине.
– Күсмәй ҡалдым шул, балаҡайҙар, унда күсеп, йөрәккә ни дауа, – тип һөйләнде инәй. – Ошонда ғүмер ителгән, ҡартым ошонда күмелгән, балаларымдың тәпәй баҫҡан эҙҙәре һаҡлана. Нисек ташлап китәйем шуларҙы. Силсәүит, өй һалып бирәбеҙ, күс, ти ҙә бит, яңы ергә аяҡ тартмай. Хәҙер инде йәшәйһе йәшәлгән, хоҙайға шөкөр. Күп ҡалмаған... – Шунан инәй сисенеүселәргә ҡараны ла:
– Аһ-аһ, һүҙ менән һыйлайым түгелме һуң үҙегеҙҙе, – тип, өтәләнеп, түрьяҡҡа инеп китте. Унан самауыр шылтыраған тауыш ишетелде. Бер аҙҙан Искәндәр алдына төпләнгән оҙон ҡуныслы быймалар килеп ятты.
– Мә әле, улым, ҡатыныңа кейҙер, бигерәк күгәренгән бит, бисара, – тип һөйләнде инәй, йәнә түрьяҡҡа инеп китеп.
Мәрфуға менән Искәндәр бер-береһенә ҡарашты. Йылмайыштылар. «Ҡатыны» тигән һүҙҙе ишетеү менән, Мәрфуға ныҡ уңайһыҙланды, ҡыҙарынды, шулай ҙа Искәндәргә ихтирам менән ҡараны.
Ҡыҙыҡай ҡунысы тубығын ҡаплаған быймаларҙы кейеп ебәргәйне, бөтөнләй мәрәкә күренде. Ә былай үҙе бик һомғол икән шул. Искәндәр уға һоҡланып ҡараны. Түбәһенә ҡупшы итеп йыйып өйөлгән дегеттәй ҡара шыма сәстәре лә, һыҙылып ҡына киткән ҡаштары, тыныс ҡарашлы сабыр ҡуңыр күҙҙәре, алһыуланып, өрөлөп торған бит остары, нәфис эйәге, бәләкәй генә ауыҙынан йылмайған сағында емелдәп күренеүсе тигеҙ ваҡ тештәре, оҙон аҡ муйыны – барыһы ла, атлағанда хатта башын ғорур тотоп, кәүҙәһен һығылмалы йөрөтә белеүе лә Искәндәр өсөн асыш ине. Тора-бара уның һоҡланыулы йөҙөн беленер-беленмәҫ моңһоулыҡ билдәләре ҡаплап китте. Быны Мәрфуға ла һиҙмәй ҡалманы, әлбиттә. Ул да юлдашын күҙҙән кисерҙе. Торғаны менән бәһлеүән икән дә Искәндәр ағаһы. Төҫ тиһәң – төҫө лә, буй-һыны ла ярайһы. Бигерәк тә уның ерҙә ныҡ баҫып тороуы оҡшаны Мәрфуғаға. «Хөснулла ла шулай булһа», тип уйлап ҡуйҙы эстән генә ҡыҙыҡай.
Өй эсе бик ҡыҫынҡы ине. Төптә бер генә ағас карауат, бәләкәй өҫтәл, ишек төбөндәрәк, тәҙрә ҡаршыһында, таҡта һике, ике ултырғыс. Түр тигәне мейес алды була инде, уныһы таҡта менән бүленгән, эстә элеккесә таҡта йәйеп эшләнгән тар ғына урындыҡ. Йорт-ҡаралтылар ишле түгел ине. Урҙаға эленгән бер нисә мендәрҙән, ике юрғандан һәм стенала кәкүкле сәғәттән, ике быялалы рам тулы фотоларҙан башҡа нәмә күҙгә ташланманы. Хәйер, ҡиммәтле йорт-йыһаздың артығы был өй хужаһына кәрәк тә түгелдер инде. Уның ҡарауы, инәй кеше үҙе бик алсаҡ булып сыҡты. Өтәләнеп йөрөп табын әҙерләргә кереште. Мәрфуға ла түҙмәне, инәйгә булышырға тип, түргә ыңғайланы. Кәрәҙле бал, туңдырылған һары май, ҡорот, тағы ла әллә күпме һый-хөрмәт өҫтәл өҫтөнә теҙелде. Искәндәр шул арала фотоларҙы ҡараны. Бына, буденовка кейгән ағай кеше... Бына шул уҡ ағай ҡатыны менән. Хәйер, күҙҙәренә ҡарап, әлеге инәй икәнлегенә ышанаһың. Уңдараҡ һылыу ҡыҙ һүрәте, һалдат... Бала-сағалар менән бергә төшкән ҙур фото. Ул рамдың дүрттән бер өлөшөн алып тора.
Әллә ҡайһы арала инәй кеше «ҙур» яҡҡа сыға һалып, Искәндәрҙе таныштырып та китте: «Тегеһе, йондоҙло кәпәс кейгәне, ҡартым инде. Быныһы – ҡыҙым, хәҙер кейәүҙә, улым әрменән йөрөп ҡайтты ла институтҡа уҡырға китте...»
Искәндәр һәр фотоға һоҡланып ҡараны. Түрьяҡта Мәрфуға менән инәй һөйләшә.
– Ҡыҙым, ҡайҙан киләһегеҙ һуң?
– Өфөнән. Автобус кире боролдо.
– Шулайҙыр шул. Буран бит. Ҡайҙа юлланыуығыҙ инде?
– Хазинаға.
– Эй, Хазина тинеләр ҙә ҡалдылар. Минең һис кенә лә шунда күңелем тартмайсы...
– Ҡунаҡҡа...
– Ә-ә, улай ғына булһа, ярар. Ирең ҡайҙа эшләй, былай бик тыйнаҡ, инсафлы кешегә оҡшай. Урындамы?
Мәрфуға бер аҙ тотлоғоп тора. Быны Искәндәр ҙә һиҙә. Йылмая.
– Инженер ул, исеме – Искәндәр, – тип яуаплай ниһайәт Мәрфуға тоноҡ тауыш менән.
– Шулайҙыр шул, – тип һөйләнә инәй. Ҙур ерҙә эшләгәне күренеп тора.
Оҙаҡламай пары борҡорап торған еҙ самауыр өҫтәл өҫтөнә килеп ултырҙы. Өй эсе бөтөнләй йәнләнеп китте. Инәй кеше, һөйләнә-һөйләнә юлсыларҙы һөтлө сәй менән һыйларға кереште.
Өҫтәл артындағылар бер аҙ уңайһыҙлыҡ кисерҙе. Инәй улар өсөн шул тиклем өтәләнеп тора, әйтерһең, уларҙы ҡунаҡҡа саҡырып шәм һүндермәй көтөп ултырған.
– Ашағыҙ, балалар, ашағыҙ, – тип ҡыҫтай үҙе, балын-майын ҡунаҡтар алдына күсерә биреп. Өшөгәнһегеҙ бит. Ир кеше ир кеше инде, түҙә, – инәй Искәндәргә боролдо. – Һуң, һин, балам, бисәңә ул үтә күренмәлеһе урынына йылыраҡ ойоҡ кей, тип әйтһәң булмаймы ни? Эй, йәштәр шул әле һеҙ, йәштәр...
Юлсылар икеһе лә ныҡ ҡыҙарынды. Мәрфуға тубыҡтарын ҡыҫа биреп ҡуйҙы. Искәндәр һүҙҙе шаяртыуға борҙо:
– Хәҙерге ҡатындар, инәй, ҡупшы булыуҙы ярата бит, – тине ул һәм үҙе, һиҙҙермәй генә, Мәрфуғаға күҙ ҡыҫты. – Ҡупшы өшөмәй, ҡалтырай, тиҙәрме әле?
– Эйе, эйе, нәҡ үҙе. Йәш саҡта барыһы ла бата. Бына ҡартайғас ҡына...
Инәйҙең күңелһеҙләнеүен һиҙенеп, Искәндәр:
– Үҙегеҙҙең һыйырығыҙ бармы, инәй? – тин һорай һалды.
– Үҙемдеке булмай ни тағы, үҙемдеке. Улым бесәнен сабып, еткереп китә. һауырға ҡулдың көсө етә әле. Бына, бәпесемде әйтәм, һау булһа, уҡыуын бөтөргәс, килен әпиреп, гөрләтеп йәшәп китербеҙ, тим. Әле һуң, һеҙгә ҡарап, һоҡланып ултырам. Шундай бер-берегеҙгә оҡшашҡанһығыҙ. Күҙ ҡыуана... Миндә туҡтап, ҡалай һәйбәт иттегеҙ. Юғиһә, аҙналар буйы яңғыҙ ултырам, һөйләшер кеше юҡ. Элек ни, бынауы электр барҙа, анауы мөйөштә торған радуй һөйләп ебәрә торғайны, исмаһам. Колхоз, тиҙерәк күсенһендәр тип, электрҙы өҙҙөрҙө. Ултырабыҙ хәҙер шәм яндырып...
Мәрфуға, рәхмәт әйтеп, өҫтәл артынан торҙо. Быны күреп, Искәндәр ҙә сынаяғын ҡапланы.
– Аһ-аһ, ниңә улай бик аҙ? – тине инәй, ихлас үпкәләп.
– Рәхмәт, инәй, йылындыҡ, – тине Искәндәр, ни эшләргә белмәйенсә, стена буйына барып баҫып. Мәрфуға етеҙ генә сынаяҡтар йыуырға түргә инеп китте. Инәй ҙә, сынаяғын ҡаплап, уҡынып алды ла түргә ыңғайланы. Искәндәр йәнә бүлмә буйлап күҙ йөрөттө. Уны бер һорау борсой ине: кем ҡайҙа ятып йоҡлар икән. Өй эсендә бер генә карауат бит әле. Ярар, күршеләренә инер, бик булмаһа.
Ул, сығып, тәмәке тартып ингәнсе, инәй ағас карауатҡа күпертеп ике кешелек урын йәйеп тә ҡуйғайны. «Үҙенә юрған да ҡалманы түгелме?» тип уйлап өлгөргәнсе, ул һандыҡ төбөнән йоҡараҡ ҡорама юрған алып, түргә ыңғайланы, һауыт-һаба йыуып, эшен бөтөргән Мәрфуға ла «ҙур» яҡҡа сығып, аптырап ҡалды.
– Әйҙә, балалар, өй бәләкәй тип уңайһыҙланмағыҙ, сисенеп тороп ятып йоҡлағыҙ, – тип ишетелде инәйҙең тауышы. – Иртәгә буран баҫылыр, яйлап ҡуҙғалырһығыҙ.
Искәндәр Мәрфуғаға ҡараны, Мәрфуға Искәндәргә. Икеһе лә ҙур уңайһыҙлыҡ кисерҙе. Ҡыҙыҡайҙың теҙ быуындары еңелсә генә ҡалтырай ине. Был хәсрәте уның йөҙөнә үк сыҡҡайны. Искәндәр Мәрфуғаны, яурынан иркә генә һөйөп, карауатҡа табан этте лә өй хужаһына өндәште.
– Инәй, күршеләрегеҙ йыраҡ булмаһа, мин шунда ғына инеп ҡунайым.
Ләкин алсаҡ күңелле инәйҙең тауышы ҡапыл үҙгәрҙе, үпкәһен йәшермәйенсә, ул үҙе килеп сыҡты.
– Нимә, улым, йәтим әбей тигәс тә, ниңә улай рәнйетергә, – тине ул, күңеле тулышып. – Өй бәләкәйлектәме ни эш... Миңә урын түр яҡта ла буйтым. Ятығыҙ, ана ниндәй иркен карауат. Аллаға шөкөр, өйҙөң ҙуры ла булыр әле. Улым уҡыуын бөтөрөп ҡайтһа... Тик күңел генә тараймаһын...
Искәндәр башҡаса һүҙ оҙонайтып торорға ҡыйманы. Күңеленән инәйҙе баяғы трактор санаһындағы туйға ашығыусы кеше менән сағыштырып ҡараны ла ҙур ихтирам менән стеналағы фотоға ҡарап ҡуйҙы. Уңарсы булмай, бүлмә артында өй хужаһының тигеҙ генә мышнап йоҡлауы ишетелде.
Мәрфуға, ситлеккә эләккән йәнлек кеүек, юрған эсендә йомарланып ятҡайны. Искәндәр һиҙҙермәй генә уға ҡарап ҡуйҙы ла ҡыҙыҡайҙың һәр быуыны пружина кеүек ҡатҡанлығын һиҙҙе. Урынынан торҙо, артына боролдо Искәндәр.
– Һылыу Мәрфуға, мин ҡарамайым, сисенеп йоҡла, һин бит әле ҡунаҡҡа бара торған кеше, – тине ул, тоноҡ тауыш менән. – Мин ултырып төн сығырмын, йоҡом да килмәй, – тип алдашты, үҙе ҡыҙыҡайға һиҙҙермәй генә иҫнәп алды. Тороп, портфеленән ниндәйҙер ҡағыҙҙар сығарып, шуларҙы уҡырға, ҡайһы бер урындарын ручка менән төҙәтергә тотондо.
Мәрфуға тынысланды. Сисенеп ятты. Искәндәр ағаһын йәлләп тә ҡуйҙы. Уның арҡаһында күпме ыҙа сигә бит. Был минутта Хөснулла ни эшләй икән? Йоҡлайҙыр. Бәлки, клубта уйында-фәләндә йөрөйҙөр әле. Бәлки, фатирында ғына ултыралыр. Бер хатында: «Яратмайым ауыл клубын, һикереп төшөп бейешәләр ҙә шуның менән уйын, да тамам. Танса юҡ...» – тип яҙғайны. Хөснулла фырт кеше инде, Өфөлә саҡта ла, тансаға барһалар, Мәрфуғаны биленән ныҡ итеп ҡосаҡлап бейергә яратыр ине. «Һин икәнеңде бөтә тәнем менән тояйым», – ти торғайны үҙе. Бындай ғына бейеүҙе мөрхәтһенмәйҙер...
Мәрфуға ҡапыл башынан был уйҙарҙы ҡыуҙы. «Хөснулла һәйбәт егет ул, мин уны яратам», тип уйынан ғына ҡабатланы. Шулай ҙа Хөснуллаһы ауылды яратмай инде. Улайһа, ниңә зоотехниклыҡҡа уҡығандыр, һәр хатында Өфө, ти ҙә яҙа, әйтерһең, Өфөгә бал яғып ҡуйғандар. Бына Мәрфуға, исмаһам, бөгөндән ауылда ҡалыр ине. Ярата ул ауыл тормошон. Тәбиғәте үҙе ни тора. Эйе, эше күп инде. Ләкин Мәрфуға эш эшләргә ярата. Хөснуллаһын да, иртәгә осрашыу менән, ауылда ҡалырға өгөтләйәсәк ул барыбер. «Бында газ юҡ, мал аҫырарға кәрәк, утын ташырға»... кеүек һүҙҙәрҙе теҙәсәк, әммә. Мәрфуға ныҡ үтенһә, ул ҡаршы килмәйәсәк. Ҡаршы килеп кенә ҡараһын. Мәрфуға ундай-бындай ғына ҡыҙ түгел дә, килмәгән ере юҡ, ана ниндәй егеттәрен ташлап, уны яратты...
Үҙ эше менән мәшғүл булған Искәндәр тынып ҡалған ҡыҙыҡайға һаҡ ҡына боролоп ҡараны. Юрған мөйөшөнән йоморосан аҡ ҡулбашынан нәфис ал таҫма һуҙылып үткәне күренә. «Йоҡлаған», тип уйланы Искәндәр һәм шәм яҡтылығын ҡаплар өсөн портфеленән гәзит алырға ҡалҡынды.
Хыялдарға бирелеп ятҡан Мәрфуға тертләп китте. Ҡара әле, ул Искәндәр ағаһының барлығын бөтөнләй онотоп ебәргән дә.
– Искәндәр ағай, ярар, ҡапламағыҙ, миңә яҡтылыҡ ҡамасауламай, – тип шыпырт ҡына өндәште үҙе. – Йоҡом ҡасты инде... – Мәрфуға өсөн был минутта күпмелер сәғәт элегерәк бөтөнләй таныш булмаған ошо кеше ниңәлер яҡын тойолдо. Уға ышанысы артты.
Искәндәр ҙә кире урынына ултырҙы.
– Ниңә йоҡламайһың? – тине ул, ҡырыҫ ҡына.
– Һине күҙәтәм, – тине ҡыҙ, шым ғына көлөп. Үҙе ҡапыл «һин»гә күсеүен шәйләне, ныҡ ҡыҙарынды. – Мин... мин хәҙер торормон, һин ятырһың, ағай... Арығанһың бит, күҙҙәреңә сыҡҡан.
Искәндәр йылмайҙы, тик яуап бирмәне. Уға боролоп ҡараманы. Былай һөйләшеү ҡыҙыҡайға ла оҡшай ине. Батырайыбыраҡ та китте хатта.
– Искәндәр ағай, ә һин өйләнгәнһеңме? – Беренсе килгән алйот һорауҙы бирҙе Мәрфуға. Үҙе ныҡ ҡаушаны. Тик тегеһе бер нәмә лә һиҙҙермәне.
– Өйләнгәйнем, – тип тыныс ҡына яуапланы. Был һиллек улар араһына күренмәҫ күпер һалды, һәм шыбырҙап ҡына һөйләшеп киттеләр.
– Ә ниңә... өйләнгәйнем? – тип ныҡышты ҡыҙ.
– Сөнки айырылыштыҡ.
– Айырылыштыҡ?! – Мәрфуғаның күҙҙәре ҙур асылды. Ана, ниндәй кеше менән һөйләшеп ята, йәнәһе. Моғайын, ҡатыны өҫтөнән йөрөгәндер әле. Һәм үҙе йәнә ошо уйынан уңайһыҙланды.
– Ә ниңә айырылыштығыҙ, Искәндәр ағай?
Ир кеше ҡағыҙҙарынан бүленеп, һин нимә аңлайһың инде тигәндәй, Мәрфуғаға һынап ҡараны.
– Тиң күрмәне.
– Тиң күрмәне?!.
– Эйе. Мин һине яратмайым, тине һәм китте.
– Үҙе киттеме?
– Үҙе.
– Ҡал, тип тә әйтмәнеңме?
– Әйтмәнем шул, – Искәндәр күңелһеҙ генә йылмайып ҡуйҙы.
– Йәл, – тине Мәрфуға, бер аҙ тынып ятҡас. Ә һин, Искәндәр ағай, уны ярата инеңме? – тигән һорау бирҙе, үҙе хатта ҡалҡына биреп тә ҡуйҙы.
– Ярата инем.
– Улайһа, мин уны ебәрмәҫ инем. Бер ҡайҙа ла...
Искәндәр, бөтә кәүҙәһенә боролоп, тәү күргәндәй ҡыҙыҡайҙың ҙур асылған төпһөҙ күҙҙәренә баҡты. Тегеһе, ҡаушап, тиҙ генә танауына тиклем юрғанын бөркәнде.
– Беләһеңме, һылыу Мәрфуға, тормошта мөхәббәт тигән изге нәмә бар бит. Ул, күктәрҙе иңләп оса торған ҡыйғыр ҡош кеүек, азат булырға тейеш. Ә ҡыйғыр ҡошто ситлектә бикләп тотоу мөмкин түгел, бынан бер файҙа ла юҡ. Йә ул зарығып үләсәк, йә хәсрәтенән һарғайып тирә-йүнгә лә үҙенең моңһоу нурын таратасаҡ. Шулай икән, ниңә уны бикләп ҡуйырға. Әйҙә, әйләнә донъяға йәм таратып үҙ күгендә осһон, үҙе һайлаған түбәләргә ҡунһын. Ә минең ҡатыным... тәүге яратҡан кешеһен яңынан осратты.. Кит, тинем, бәхетле бул, тинем...
Мәрфуға өндәшмәне. Уйланып ята бирҙе. Ә Искәндәр, ҡуҙы ҡуҙғытылған усаҡ кеүек, ярһып киткәйне. Сигарет ҡабыҙҙы ла тышҡа уҡ сыҡты.
Мәрфуға күҙҙәре алдына Хөснулланы баҫтырҙы. Ул яратамы һуң уны? Хөснулланы яратамы Мәрфуға? Эстәге бер тауыш: «Ярата, ярата», тип ҡысҡырғандай итте. Эйе, яратам мин Хөснулланы, тигән ныҡлы һығымтаға килде ҡыҙыҡай һәм әйләнеп ятты. Юҡҡа киләме ни, өйләнешәйек, ти бит Хөснулла, шулай булғас, ниңә ундай кешене яратмаҫҡа. Мәрфуғаның йөрәгенең ҡайһылыр бер мөйөшө сәнсеп ҡуйҙы.
Искәндәр керҙе. Ул тынысланғайны инде. Баяғы һүҙҙең дауамы итеп:
– Бына, шулай, һылыу Мәрфуға, – тине, әйтелгәндәргә йомғаҡ яһағандай, тоноҡ ҡына өндәште ул. – Колхозға эшкә саҡыралар. Инженер итеп. Хәҙер бит ауыл хужалығы ныҡ үҫте, машиналар күп. Ә белгестәр һаман етмәй. Ҡала минһеҙ ҙә торор. Барып күрәм дә күсәм дә киләм. Күптән күңел дә тарта ине шунда...
Ошо һүҙҙәр менән ул утты һүндерҙе. Йоҡомһорап барған Мәрфуға ҡапыл айнып киткәндәй итте. Юрғанды баштан-аяҡ бөркәнеп, күҙҙәре тәңгәлендә генә тишек ҡалдырып, һағайып көттө: хәҙер ни эшләр икән? Янына килеп ятырмы? Ятһа, ҡысҡырырға кәрәк буласаҡ. Ярай әле, өйҙә инәй бар. Ирҙәр халҡы бөтәһе лә бер инде, һөйләшкәндә һин дә мин ҡыланалар, ә аҙаҡ бәйләнә башлайҙар. Ундайҙарҙы белә инде Мәрфуға. Ауыҙы бешкәне бар. Утты һүндергәнсе генә суфый улар. Ә Искәндәр ағайҙың күҙҙәре ҡайһылай уға ҡарай ялтырап китте. Абау, ҡурҡыныс! Ҡатынын айырған кеше йүнле була тиме инде. Ни эшләргә? Килеп, муйыныңдан һығып алһа, ҡысҡырырға өлгөрмәҫһең. Беләктәре бит үҙенең, күрмәнеңме ни? Бүрәнә йыуанлыҡ.
Мәрфуға бынан бер нисә сәғәт элек уның ҡайһылайтып ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫҡанын күҙ алдына килтерҙе, һөйәктәре шытырҙап киткәндәй итте бит. Ул саҡта рәхәт ине уға, ныҡ өшөгәйне шул. Ҡыҙыҡай һаҡ ҡына ҡараңғылыҡҡа төбәлде. Күҙе өйрәнгәс, Искәндәрҙең кескәй генә тәҙрә яңағына һөйәлеп, буранлы-ҡарлы урамға ҡарап торғанлығын шәйләне ул. Ниңәлер йәл дә булып китте был ағай. Ә мөхәббәт тураһында нисек шәп әйтте. Нимә, ти, әле? Мөхәббәт, күктәрҙе иңләп оса торған ҡыйғыр ҡош кеүек, азат булырға тейеш, ти бит. Ә ҡыйғыр ҡошто ситлектә бикләп тотоу мөмкин түгел, бынан бер файҙа ла юҡ. Йә ул зарығып үләсәк, йә, хәсрәтенән һарғайып, тирә-йүнгә лә үҙенең моңһоу нурын таратасаҡ... Әйҙә, әйләнә донъяға йәм таратып, үҙ күгендә осһон, үҙе һайлаған түбәләргә ҡунһын...
Мәрфуға ойой башланы. Искәндәр ағаһы һаман ҡымшанмай ҙа тәҙрә ҡаршыһында тик тора. Тик ауыр һулыш алғаны ғына ишетелеп ҡуя. «Сәйер кеше», – тип уйлай ҡыҙыҡай. Инде күҙҙәре йомолған. Шулай ҙа мейеһенең томаланып бөтмәгән бер өлөшөндә шикле уй һулҡылдай: «Инәйҙең ныҡлап йоҡлағанын көтә, уңайлы мәлде, һаҡ булырға кәрәк...»
Күпмелер ваҡыт үткәс, кемдер Мәрфуғаның эргәһендәге буш мендәрҙе тартҡандай итте. Ҡыҙыҡай, ҡото алынып, күҙҙәрен асты. Үҙе әллә күпме уяна алмай яфаланды. Юл ныҡ арытҡан шул. Яҡшылабыраҡ ҡараһа, эргәһендәге икенсе мендәр, ысынлап та, ҡуҙғалған, тик Мәрфуға уға беләген һалып ятҡас, теймәгәндәр. Ҡыҙыҡай ҡапыл ҡалҡынды. Апаруҡ йоҡлаған, ахыры. Төн йөҙө асыла төшкән һымаҡ. Ә ҡайҙа Искәндәр ағаһы? Ныҡлабыраҡ ҡараһа, тәҙрә буйындағы таҡта һике өҫтөндә һуҙылып ятҡан кәүҙәне күреп ҡалды. Эргәһенә ултырғыстар теҙгән булған бит әле. Шунда ғына мендәрҙең ниңә урынынан күсә биреп ҡуйғанлығын аңланы Мәрфуға. Искәндәр өҫтөнә пальтоһын ябынғайны, баш аҫтына устарын ҡушлап һалған. Аяҡтары, һикегә һыймай, иҙәнгә һәленеп тора. Йәлләп китте уны ҡыҙыҡай. Мендәрҙе алырға иткән дә, уны уятыуҙан ҡурҡып, кире уйлаған. Ә Мәрфуға карауатта ла ята, етмәһә, ике мендәр ҡосаҡлаған. Ҡыҙыҡай үҙен бер һөйәкте кимереп, икенсеһен тәпәйе менән баҫырып һаҡлап ятҡан Аҡбай менән сағыштырып ҡуйҙы.
Шул ваҡыт Искәндәр уфтанғандай итте, иҫке һике ауыр кәүҙә аҫтында шығырҙап ҡуйҙы. Мәрфуға тиҙ генә түшәгенә сумды. «Йоҡламаған, – тигән уй үтте башынан. – Юрый көтөп ята...»
Ысынлап та, бер аҙҙан Искәндәр урынынан торҙо.
Тәмәке ҡабыҙып, һаҡ ҡына соланға сыҡты. Унан әкрен генә йүткергән тауышы ишетелде. Мәрфуға шикләнгән сәғәттең килеп еткәнен тойоп, бөршәйҙе, тирә-яғын ҡымтыны, тубыҡтарын ҡосаҡлап, ҡаршылашырға әҙер тороп, көттө...
Үҙе ошо минутта Хөснулланы йәнә күҙҙәре алдына килтерҙе. Яратамы ул Хөснулланы? Эйе, ярата. Ләкин, эске тауыш хупламаны, был юлы битараф ҡалды. Мәрфуға, көтөп ятты-ятты ла, түҙмәне, «ярата» тип үҙе бышылданы. Әммә йөрәге һулҡылдауы тәнендәге бөтә електәренә таралды. Искәндәр һаман тыштан инмәне лә инмәне. Тәҙрә үтәһенән уның шығыр-шығыр атлап йөрөгәне ишетелә. Мәрфуға йәйә Хөснулла менән уйында һөйләште: «Һин мине яратаһыңмы, Хөснулла?» «Үлеп, үлеп яратам, һин матур ҡыҙ, беҙҙең тирәлә һинең кеүек ҡупшы ҡыҙҙар юҡ», – ти тегеһе. «Мин дә, – тип бышылдай ҡыҙыҡай. Шунан йәнә һорау бирә. – Хөснулла, әйт әле, мине ниңә яратаһың?» «Һин матур бит», – ти Хөснулла. «Ә холҡом оҡшаймы һуң?» «Холоҡ – уныһы пүстәк, һин сибәрһең, бөтәһенә ҡарағанда ла сибәрһең, мин һине яратам, һине минеке булырға тейешһең!» – тип ҡайнар шыбырҙай егет. Гүйә, ул эҫе тынын өрә, Мәрфуғаның башы әйләнеп киткәндәй итте. Үҙе ниңәлер тубығын нығыраҡ ҡосаҡланы. Ирендәрен тешләне. Илап ебәрмәҫкә тырышып, түҙҙе. Тиҙерәк Искәндәр ағаһының инеүен теләне, ул барҙа нисектер еңелерәк икән шул. Тик өй ишеге асылманы ла асылманы. Мәрфуға бынан бер йыл элек булып үткән ошондай бер төндө хәтерләргә тотондо. Ул саҡта Хөснулла диплом яҡлап ҡына йөрөй ине әле. Үҙе кеүек бер нисә егет, ҡыуанысты билдәләргә тип, ятаҡта мәжлес йыйҙылар. Быға тиклем Мәрфуға ярата инеме Хөснулланы. Юҡ, хәйер, ул үҙе лә быны белмәй. Әле лә аңлап етә алмай.
Эйе, мәжлес күңелле үтте. Мәрфуғаның Хөснулла менән былай ғына, ҡыҙыҡ өсөн, осрашып йөрөгән мәле ине. Икенсе егеттәр менән дә һәйбәт мөнәсәбәттә булды.
Хөснулланы ярата инеме ул? Икеле. Ул быға тиклем егет яратып ҡараған кеше түгел ине бит. Мәжлес төн ауғас тамамланды. Иптәштәре таралышты. Хөснулла уны ҡайтарманы, хәҙер һуң, вахтерҙан оят, тине, ят та йоҡла, йәнәһе. Иптәштәре лә әллә ҡайҙа китеп олаҡҡан бит әле.
Башҡа сара ҡалманы. Буш карауатҡа барып ятты һәм төнө буйы керпек ҡаҡмай сыҡты. Бына бөгөнгө кеүек... Хөснулла ла йоҡламай ине. Ниһәйәт, егет түҙмәне, уның янына килде, ҡосаҡланы, яратам, һине үлеп һөйәм, һин тик минеке генә, тип ярһыны. «Ишетәһеңме, бәғерем, мин бит диплом яҡланым, миңә китергә кәрәк, ләкин мин ҡалаға кире ҡайтасаҡмын, – тип ҡайнар тыны менән тилертте ул Мәрфуғаны. – Мин һине яратам... һине бер кемгә лә бирмәйем. Белеп торам, һин бик матур ҡыҙ, һиңә күҙ атыусылар күп, ләкин мин һине үҙемдеке итеп китәм!.. Йәнем...» һәм ана шул төндө Мәрфуға йәшлеге менән хушлашты... Аҙаҡ Хөснулланы яратыуына үҙен-үҙе ышандырҙы... Был көйө кемгә барып һырыҡһын һуң ул?..
Ҡапыл ишек асылды. Мәрфуғаның уйҙары бүленде. Ул ҡурҡып, ишеккә ҡараны. Тын алырға ла баҙнат итмәй ятты. Йөрәге күкрәк ситлеген ватып сығырҙай булып дуланы.
Искәндәр ағаһы, инеү менән, аяғын һалды ла баяғы һикегә һуҙылып төшөп ятты. Бүлмә эсенән тәмәке еҫе таралды. Бер аҙҙан уның ауыр тын алып йоҡлағанлығы ишетелде. «Юҡҡа иҫенә төшөрҙөм ҡатынын, тип әсенеп ҡуйҙы Мәрфуға, уны йәлләп. – Шуға күп тарта. Баянан бирле өс сигарет бөтөрҙө...»
Күпме уйланып ятҡандыр, уныһын Мәрфуға хәтерләмәй, йәнә уянды. Ҡурҡыуы, ҡул менән һыпырып алып ташлағандай, юҡҡа сыҡҡайны, йөрәге ниндәйҙер рәхәтлек кисерҙе, гүйә, уны бишеккә һалып талғын ғына бәүетәләр ине. Ҡыҙыҡай, был хәленә аптырай төшөп, тороп ултырҙы. Өй эсе ныҡ ҡына һыуынғайны. Искәндәр ағаһы һике өҫтөндә бөршәйеп ятҡан. Бер ҡулы, һикегә һыймайынса, иҙәнгә шыуып төшкән. Мәрфуға уның мөхәббәт хаҡында кистән әйткән һүҙҙәрен ҡабаттан хәтеренә төшөрҙө. «Мөхәббәт ҡыйғыр ҡош менән бер бит ул...» – тип бышылданы ҡыҙыҡай һәм, күңеленән ниндәйҙер нескә моң һыҙылып сығып, ул юрғанын бөтөнләй асып ташланы, һаҡ ҡына иҙәнгә баҫты. Иҙән һалҡын, ялан аяҡтарҙы өтөп алып килә. Эске күлдәктән көйөнсә генә атлап, Искәндәр ағаһы янына килде. Уны үҙенең юрғаны менән япты ла ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡарап торҙо. Искәндәр ағаһының ауыҙы ярым асыҡ, тигеҙ аҡ тештәре йылтырай, ҡуйы сәстәре маңлайына һирпелеп төшкән. Йөҙөндә ниндәйҙер бығаса Мәрфуға күреп белмәгән йылылыҡ һаҡланған кеүек. Күҙ ҡабаҡтары ваҡыт-ваҡыт тертләп, тартылып, дерелдәп ҡуя. «Төш күрә», тип уйланы Мәрфуға һәм ниндәйҙер бер бушанып ҡалған ихлас тойғо менән карауатына менеп япты. Үҙе инәйҙең сөйҙә эленеп торған шаҡмаҡлы ҙур ҡалын шәлен ябынды...
Иртән уянып китһә, көн яп-яҡты. Буран тымған. Өй эсендә моңло йыр яңғырай. Тәүҙә ҡайҙа ятҡанлығын аңламаны Мәрфуға, йөрәге ашҡыныулы тибә. Түҙмәне, тороп ултырҙы. Ҡараһа, өҫтәл янында, ҡыуанып, йылмайып, инәй кеше транзисторҙан иртәнге концерт тыңлап ултыра.
– Уяндыңмы, балам, – тип иркә генә өндәште ул, ҡыҙыҡайҙың арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. Бына, улымды әйтәм, иллә изге йәнле кеше булып сыҡты ла. Нәмә бүләк итте бит, ә. Хәҙер ни электр юҡҡа бошонған юҡ, радуй гөрләп һөйләп тора. – Инәй шаплатып бот сапты. – Мин һиңә әйтәйем, ҡыҙым, иллә һәйбәт кешегә тура килгәнһең. Иртән ни һыйырымды һауайым тип сыҡһам, ишек алдымды тултырып, утын ярып йөрөй. Рәхмәт инде...
Мәрфуға тәүҙә ләззәтле йылмайҙы. Шунан, ҡапыл хафаланып, өй эсен байҡаны. Бәй, Искәндәр ағаһы ҡайҙа? Кейеме лә күренмәй...
– Инәй... ә... ул ҡайҙа?..
Өй хужаһының үҙ шатлығы шатлыҡ ине. Ҡоймаҡтарын шыжлатҡан бер арала:
– Ул ни... эше менән китте. Әллә ниндәй колхозға бараһым бар тинеме шунда, һине уятмаҫҡа ҡушты. Сәй генә эсте лә, эре-эре баҫып, сыҡты ла китте.
– Китте?! – Мәрфуғаның тәне эҫеле-һыуыҡлы булып алды, гүйә, уны эҫе һыуҙан һалҡын һыуға сумдырҙылар инде. Күңелен ниндәйҙер бер бушлыҡ биләне. Үҙе лә һиҙмәҫтән тороп, ашығып-ашығып кейенергә тотондо.
– Ә һин, ҡыҙым, ҡайҙа ҡабаланаһың? Хазинаға йыраҡ түгел. Хәҙер ни, ана, күренеп тора. Әйҙә, иркенләптереп ҡоймаҡлап сәй эсеп алайыҡ.
Мәрфуғаны, гүйә, алмаштырып ҡуйҙылармы ни. Үҙен-үҙе белештермәйенсә, йүгереп барып пальтоһына үрелде.
– Инәй, ә ул миңә берәй яҙыу ҡалдырманымы? Мин бит... Мин...
– Әй, балам, туҡта, өлгөрөрһөң. Ул ни, улымды әйтәм, Хазинаға юлды беләһең, тинесе.
Мәрфуға ҡапыл пальтоһы еңендә Искәндәр ағаһының кисә уның муйынына ураған шарфын күреп алды.
– Искәндәр... тип бышылданы, шарфты ирендәренә килтерҙе. Ә үҙе баянан бирле уға төбәлеп ҡарап торған инәйгә:
– Мин... мин, инәй. Хазинаға бармаҫҡа булдым, – тип шыбырланы. – Кире Өфөгә ҡайтам...
Мәрфуға күҙҙәре алдына Хөснулланы баҫтырҙы. Ләкин уны шул килеш оҙаҡ тотҡоһо килмәне. «Яратһаң, станцияға барып ҡаршылар инең», – тип бышылданы. Үҙе, алдындағы күренмәҫ кәртәне алып ташлаған хәрәкәт яһап, ишеккә ыңғайлап ҡуйҙы. Донъя ла яҡтыраҡ кеүек булын тойолдо уға хәҙер.
Шул саҡ инәй өтәләнеп йөрөп сәй етештерә башланы.
– Һеҙ ни, йәштәрҙе, кем белә инде, ҡыҙым. Ни эшләһәгеҙ ҙә, үҙегеҙҙең иркегеҙҙә. Әйҙә, аштан оло булма.
Мәрфуға сәй эсергә ултырҙы. Ниндәйҙер бер ҡыйыуһыҙ тойғо, ҡапыл шашынып китеп, уның эсен яҡтыртып ебәргәндәй тойолдо. Ҡыҙыҡайҙың тулҡынланыуҙан ҡулы ҡалтырай икән, сынаяғынан сәйе сайпылды. Быны инәй кеше үҙенсә юраны.
– Донья булғас, ҡыҙым, була инде. Борсолма. Шулай ҙа йәш саҡта бергә йоҡларға кәрәк. Анау ғына һике ни ундай кәүҙәгә... – Инәй шыбырҙауға күсте. – Беҙ ҙә, ҡыҙым, йәш саҡта бабайың менән үпкәләшеп ала торғайныҡ. Бына, ҡартымдың ҡуйынҡайҙары әле һағындыра... Ғүмеркәйҙәр ни төш кеүек, инәй оялып ҡына өҫтәп ҡуйҙы, – үтте лә китте...
Динис БҮЛӘКОВ.