Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
25 Декабрь , 22:22

Мөхәббәт бүләк иткән Яңы йыл

Телефоны шылтырыны. Төпкө бүлмәһенә ыңғайлаған Мәрйәм теләр-теләмәҫ кенә кире боролдо. Таш аҫып ҡуйғандармы ни аяҡтарына, саҡ һөйрәтеп атлай. Шаҡтай арыған да икән. Ошо арала бермә-бер мәшәҡәттәре лә арта төшкәйне. Килене Кәрименең сирләүен, Мәскәү дауаханаһында ятҡанын әйткәндән һуң, йәне урын тапманы. Кәриме берҙән-бер балаһы. Шунан күңеле болоҡһоп, ҡапҡан ризығының тәмен юғалтты, ҡулында эше лә барманы...

Мөхәббәт бүләк иткән Яңы йыл
Мөхәббәт бүләк иткән Яңы йыл

 Йоҡоһоҙ төндәрендә Раббыһына табынып, ярҙам һораны: «Эй, Раббым, балам бәхете өсөн мәхрүм итмә ярҙамыңдаң! Сабыйҙары хаҡы өсөн, белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһтарынан ғәфү итә күр!» – тип. Килене улының хәле бер көйө тигәс, аптырауға ҡалды, ҡайһындай ҙур больницала ла һауыҡтыра алмайҙар. Бәлки, табибтар аҡса көтәлерме, тип һуң булһа ла килененә шылтырытты:
– Йоҡоңдо бүлдем шикелле, килен. Ней... мин, һыйырымды һатһам, аҡса булыр тип тороуым әле. Кәримдең гаражда ултырған мотасыкылын да. Ҡоро тик ултыра бит, машинаһы булғас.
– Йоҡламағанмын әле, ҡәйнә. Донор эҙләү менән булышам.
– Ул сама доллырҙы ҡайҙан тапмаҡ кәрәк тип беләләр икән!?
–Аҡса түгел, до-нор кәрәк. Уға яраған ҡан була,– тине тауышын күтәреп, ҡәйнәһе ишетһен, тип.
– Ә-ә, ҡолағым әллә ни иштә лә ҡуя шул минең.
Киҙеү менән ныҡ ауырығанында аяҡ-өҫтө йөрөп, һаңғыруланып ҡалғайны Мәрйәм. Яңғыҙ йәшәп эш тә үткәндер, сиргә бирешеп барыусан. Хәленән килмәгәненә күрше-тирәһе ярҙамлаша. Тик айҙанған һайын бимазалап тороуҙы килештермәгәйне. Әлегә бирешкәндәй түгел. Эсер һыуын тау итәгендәге ҡоҙоҡтан ташый. Ҡапҡа эсендә бурит ителгәненең тәме юҡ. Татыр. Кер йыуырға ла эшкинмәне. Баҡсаһына, мал-тыуарына барғас, арыуыҡ эше еңеләйҙе. Шөкөр, аныһына, тип ҡыуанды.
Башҡаса килененә шылтыратмай торҙо, хәҙерге йәштәргә аҡыл өйрәтәһе түгел. Унан һуң, аҙна элек килене яңы хәбәр белдерҙе:
– Ҡәйнә, донор таптым. Килеп еттем, тиҙҙән күрешәбеҙ. Иртән Өфәгә алып ҡайтам. Ярап ҡына китһен Кәримгә. Һау булып тор, аҙаҡ һөйләшербеҙ! – тип ҡабалан ғына хәбәрен әйткәйне Вәлимә килене. Ҡайҙа килеп еткән, кем менән күрешә, айышына төшөнә алыңҡыраманы. Шунан һуң оҡшаһа ғына ярай ине доноры, оҡшамаһа ни булыр Кәримем менән, тип килененең хәбәр итеүен көтөп, телефон ҡарауыллып, өйҙән дә сығышманы. Ике көн көттөрөп шылтыраны телефоны.
– Ҡәйнәм, һөйөнсө-ө! Кәрим тәүге дозаһын алды. Организмы ҡабул итте.
– Хоҙайымдың биргәненә мең рәхмәт! Һөйөнсөңә күлдәк, киленкәйем! Терелеп кенә китһен балаҡайым! Кем донор?
– Рәхмәт! Донор булған кеше тураһында һуңынан әйтермен. Организмы йәш
элекке хәленә ҡайтасаҡ, тине профессор. Яңы йылда Кәрим янында булабыҙ. Каникулдар осоронда ейәнең менән ауылға барып сығырға торам. Шунда иркенләп һөйләшербеҙ.Үҙеңде һаҡлай күр, ҡәйнәм!
– Э-эй, минең йәштә һаҡланам тиһәң дә, йәш үҙенекен итә шул. Кәрим дә киләме?
– Юҡ, юҡ уға йөрөргә иртә. Дауахананан һуң санаторийҙа булыу кәрәк.
– Йә, Раббым, улыҡайым һауығып китһен, үҙ аяҡтары менән килеп төшһөн. «Әсәй», тип әйкәнен ишетергә яҙһын! – тине күңеле тулып, илаулап
– Һеҙгә аҡса һалам, ҡәйнәм. Беҙҙән Яңы йыл бүләге булыр, бер матур күлдәк алып кей! Парикмахерскигә барып сәсеңде лә буят. Яңы йылда барыһы ла яңы булһын!
– Ярай, шулай итермен. Рәхмәт, килен!
Һуңғы йылы Кәрименең ауылға юлы һирәгәйгәйне. Яҙын, өй ҡаршаһындағы тау итәгендә, умырзаялар ҡалҡҡанда ҡайта һалып китер ине. Өҙөп алып ҡапһа ине, тип баҡсаһында емештәре бешкән сағында йыймай ҙа йөрөгәйне. Сир баҫҡан булған икән дәһә балаҡайғынамды, тип эсе бошто, иллеһен ваҡлаған ҡатын.
Заман ахыры етәлерме лә...Шундай уйға ла ҡала Мәрйәм. Ҡайҙа алып
баралыр был тормош? Ялдарында ла бушамайсы балалары. Ҡасан да аҡса, эш тураһында урала хәбәрҙәре. Ваҡытында уларҙан артығыраҡ та эшләнексе, туған-тыумасалар менән аралашып йәшәргә лә ваҡытыбыҙ етте. Әллә ниҙәр кейеп, беҙ ашамағанды ашаһалар ҙа күңелдәре тыныс түгелсе. Ил байыған һайын хөкүмәткә лә һаман ниҙер етмәйме шул. Ыратып аҡсаһын да бирмәй йәштәргә. Ауыл ерендә пенсионергә лә таҡа-тоҡа етә. Халыҡтың көткән мат-тыуары ашатҡанының, бесәнен эшләтеп алыуының сығымын да ҡапламай. Аптыраҡ был тормош, аптыраҡтың ары...
Мәрйәм Вәлимә килененән уңды. Арыу йәшәргә тырышып тора. Ҡәйнәһен тарта. Кәриме бушамаһа ла, үҙе килә һалып, кәртүген дә сәсешә. Утап-күмергә лә ваҡыт таба. Шөкөр, ғаиләбеҙ татыу, тип ҡәнәғәт тормошона. Бөгөн килененең яҡшы хәбәренән күңел күге яҙылып, дәртләнеп йүгерә -атлай йөрөүе Ҡулы нигә тотонһа ла эше эш була. Бәлештәре лә уңып беште, сәксәге лә, тултырмаһы ла. Йыл да, ғаилә йолаһы буйынса, ҡый-сый булып бала-сағалары йыйылып ҡайтып төшә. Ейән-ейәнсәрҙәренең һәр ҡайһыһына Яңы йыл бүләген әҙерләй. Кисә ярты көн буйына, кибет һайын сабып, һыҙлаған аяҡтарына өҫтәп көс төшөрөп ҡуйған. Етмәһә, «Уйынсыҡтар» кибетендә нәмә һайлай алмай аптыранды. Әл дә һатыусы ҡыҙҙар хәлен аңлап, ҡулына алып килеп тоттора. Күптәнге таныштарылай күреп, мөләйем йылмайып, анаһын-быныһын күрһәтәләр. «Ҡайҙан тапҡандар тиһең бынауындай ҡурсаҡтай ҡыҙҙарҙы. Ҡара, һин аларҙы! Йөҙҙәре, буй- һындары кәртинкәме ни!» – тип бер талай торҙо әле ҡарап, һатыусы ҡыҙҙарҙан күҙен ала алмай.
Йәшнигенән шыршыһын сығарып ултыртты. Яңыртып уйынсыҡтар ҙа алып өлгөргәйне. Биҙәп бөткәс, шыршыһын өйрөлөп йөрөп
ҡарап сығып, иркен тын алды: «Булды буғай. Етешмәгән ерен бала-сағалары ипкә килтерә торған», – тип ял итергә ятып алырға уйлағайны. Байрам көнө телефоны ла тынсытманы. Йәнә шылтырап торасы... Ун ике тулыуға ваҡыт та һанаулы ҡалды, кеме икән һу-уң? Ҡотлау сәләмдәрен ебәреүселәре бөткәйне һымаҡ. Береһен дә ҡалдырмай, теүәлләп, иң яҡындарын, һуңынан дуҫтарын ҡотланы үҙе. Туйтанлап ҡасан барып еткәненсә, гудогы сабырһыҙланып һөрән һуғасы.
–Хәҙер, хәҙер...ҡайһыһы шул, ә, – тип барып трубканы алды. Эйе, ал-ло, тыңлайы -ым!
– Хәл-хәлдәрең нисе-е-ек, Мәрйәм ?!Яңы йыл менә-ә-ән! – тигән икенсе оста ишетелгән тауышты ишетеп, йөрәге, күкрәк ситлегенән атылып сығырҙай булып, дарҫлап тибергә тотондо. –У-ул!? Күктәрҙе сағылйытып, ялт-йолот йәшен йәшнәп, болоттар ярылып дөбөрләп ҡойолғанда ла, башҡа бер тауыш менән дә бутамаясағына аҡылы камил.
–Ни-ниңә өндәшмәйһең?
– Ә-ә, һинме ни, Мәҡсүт? – тине лә, ары теле асылманы Мәрйәмдең. Һуңғы тапҡыр бәйләнешкә ингән көндәгеләй теле тотлоға. Эскәндерме? Эскән ваҡытында ла улай булғанын белмәне. «Бәхетле бул, Мәр - йәмем. Ми-не һиңә оноторға кәрәк. Ми-не ғә-йепләмә. Шулай һиңә лә, миңә лә яҡшыраҡ бу-булыр. Матурһың да», – тип өҙөп-өҙөп хәбәрен һөйләне. Шунан һуң улар араһындағы бәйләнеш өҙөлдө.
– Алло-алло, и-ишетәһеңме? Мин юлда, һиңә ки-лергә сыҡтым, Мәрйәмем!
Мәрйәм шаңҡып ҡалғайны, өнөммө-төшөммө был, тип. Мәрйәмем тисе-е. Бынағайыш! Нисек мин уның Мәрйәме булайым ти?! Уныңса мин уны оноторға тейеш инем бит! Трубканан тауыш яңғыраны:
– Берәй сә-сәғәттән барып етәм.
– Ә-ә, онот, ти, инең дәһә... Шулай тигәс ни, күптәнән минең өсөн юҡһың. Килмә-килмә!
– Туҡта-туҡта! Беҙ, беҙ күрешергә тейешбеҙ!
– Мәҡсүт, хәҙер һин онот мине! Мин егерме биш йыл һине онотҡаныма.
– Э-э, тик, миңә бер тапҡыр булһа ла һине күрергә рөх-сәт ит. Бер тапҡыр ғы-на?!
– Килмә! Үтенеп һорайым! Беҙҙең арала бер ни юҡ!
– Барғас аң-латырмын.
– Аңлатыу кәрәкмәй! Хуш, Мәҡсүт! Мин...мин...Ары Мәрйәмдең, башы әйләнеп, быуындары ҡалтыранып ҡулындағы телефон трубкаһы, резина проводын бәүелтә-бәүелтә, иҙәнгә тәгәрәне. Башында: «Ниңә улай тинем? Ни эшләнем мин? Ниңә?! Ни-ниңә килмә тинем?!» тигән һорауҙар ҡайнашты. Кинәт күкрәге түрендәге нисә йылдар йыйылған ғазап-һағыштырының иңрәүенән тәненең һәр күҙәнәге берсә утта янып, берсә боҙҙа туңыуынан хәлдән тайып, иҙәнгә сүгәләне. Иҙәнгә төшкәс, устары менән йөҙҙәрен ҡаплап, йән әрнеүен тышҡа бәреп, һулҡылдап иларға тотонмаһынмы-ы. Шатлыҡ, ҡыуаныс та бар һымаҡсы күҙ йәштәрендә... Барыһы ла ашып-ташып быуаһынан йырылды. Ҡайнар йәштәре сикәләрен, ирендәрен өтөп шаурап түгелде лә, түгелде. Оҙаҡ бик оҙаҡ иланы Мәрйәм. Егерме биш йыл эсендә был тиклем дә иламаны. Күпме дауам иткәндер, ниһәйәт, тынды. Йәне ниндәйҙер ауыр йөктән ҡотолғандай ҙа...Ҡаҡ иҙәнгә устарын таянып, торорға ынтылыуы булды, йәш бөрсөктәренә һыуланған иҙәнгә тайып, ултыра төштө. Икенсегә ынтылыуында тәнтерәкләй-тәнтерәкләй аяғына баҫты. Ҡолағына «ал-ло, ал-ло!» тигән тауыштар салынды. Бә-әй, трубканы һалмағанмын. Ишеттеме-е? Нисек ишетмәһен, шул тиклем дә йән өҙгөс аҡырыуын! Киләсәкмен, бер генә күрәһем килә, аңлашырбыҙ тинесе. Тимәк киләсәк, яҡшы белә үҙһүҙле Мәҡсүт. Аңҡы-тиңке килеп торғанынды ҡаршыһындағы триляждан уға текәлегән һынды күреп шаҡ ҡатты.
– Кем һин? Ә-ә, әллә был минме?!
– Эйе һин, Мәрйәм, – тип яуап бирҙе көҙгөләге ят ҡатынҡай.
– Үҙгәргәнме-ен. Мин ул ваҡыттағы һылыу Мәрйәм түгелмен. Һырҙар, йыйырсыҡтар ҡаплаған. Мәҡсүтте ғашиҡ иткән, янып торған сөм ҡара, нурлы күҙҙәрем моңһоуланған. Ҡулдарына алып һыйпаған толом сәстәремдән, ус аяһы сәс осмото ҡалған.
– Егерме биш йыл эсендә бер ни үҙгәрешһеҙ ҡалмай. Улың атай булған. Мәҡсүт менән бергәләп ултыртҡан шыршығыҙ ҙа үҫкән. Уның кеүек олпат, буй-һыны төҙ ағас. Ылыҫтарын Мәҡсүттең бөҙрә сәстәренә оҡшата инең түгелме?
–Эйе, би-ик һағынғанымда йәм-йәшел ылыҫтарын устарыма алып һыйпай инем.
– Бөгөн Яңы йыл төнө. Иҫләйһеңдер был көндө, Мәрйәм?
– Онота буламмы ла.
– Был көндө уның да онотҡаны булманы.
– Шулайҙыр... Тик мин, мин... бөгөн ниңәлер буталдымсы.

***

Мәҡсүте мине онот тиһә лә, Мәрйәм көтөүҙән төңөлмәне. Бәлки, һынайҙыр тип, артыҡ иғтибар бирмәне. Институттағы егетмен тигән егеттәрҙең сибәр ҡыҙға күҙ һалмауы мөмкин дә түгел ине. Ә сибәркәйҙең йөрәгендә тик Мәҡсүткә генә урын рөхсәт. Уның ғына мөхәббәт сәскәһе Мәрйәм. «Шулай итәһеңме әле, мин дә һине шаяртайым әле!» тип, ҡыҙ егете яҙмағас, үҙе лә уға хат яҙыуын туҡтатты. Сессия ваҡытының да тығыҙ осоро. Стипендияһыҙ ҡалһа, һаулығы ҡаҡшаған әсәһенә йөк буласаҡ. Юҡ-юҡ, яңғыҙ әсәһен ундай хәлгә ҡалдырмаясаҡ! Каникулында эш табып, аҡса эшләргә уйы. Дуҫ ҡыҙы менән уның апайы эшләгән ҡаланың ҙур ғына ашханаһында һауыт-һаба йыуыусы кәрәк. Ашап-эсеүҙәре лә ашхананан. Ике аҙнаға бер юлы ике көн ял бирелә. Шул форсаттан файҙаланып, әсәһенә ҡайта һалып ярҙам итешеп тә китер, әсәһе әйтмешмәй, Алла бойорһа! Аҡса эшләһә, йыл буйына ятаҡханаға түләренә, аҡса бирәм тип әсәһе өҙгөләнмәҫ. Өҫтө-башын да бөтәйтер ҡыҙы.
Ләкин ҡыҙ түҙмәне. Ике аҙна үткәс, һөйгәненә хат яҙып
һалды. Тик, әллә күпме яҙған хәбәрҙәренең, береһенә булһа ла яуап яҙманы йәре. Инде һуңғы ике хаты кире ҡайтарылғас, адресын да белмәне. «Был адреста ундай кеше йәшәмәй» тиелгән ине конверт тышына, мисәт һуғылып. Көтөргә генә ҡалды Мәрйәмгә Мәҡсүтен. Ул бөгөнгәсә егерме биш йыл хат көттө, йә шылтыратыр ҙа, тип. Улдыр, Мәҡсүттер тип, телефон шылтыраған
һайын, сарт барып йәбешер ине трубкаһына. Егерме биш йыл ана килер, бына ишеген шаҡыр, тип уны күрер өмөтөнән төңөлмәне. Йыш ҡына төштәренә инде. Ҡолағы төбөндә :«Онот мине, шулай яҡшыраҡ булыр һиңә лә, миңә лә!» – тигән өҙөп-өҙөп әйткән һүҙҙәре ишетелеп тик торҙо. Мәрйәмде, уға ризаһыҙлыҡ белдереп, йөҙ төрлө яуап эҙләп көрәшергә, тартыҡылашырға мәжбүр итте. Бер ниндәй аныҡ яуап тапманы ла. Бер-бер ҡайтып төшә ҡалһа, ни эшләр ҙә? Хаҡ ҡарар сығарырмы ла? Арыны ла. Бик арыны көтөп...Шулай ҙа көттө. Яҙҙа көттө, буранлы ҡыштарҙа ла. Бер килер ҙә тип, йылдарының артҡанын да һиҙмәне ләһә. Мендәренә һағыш, зарлы йәштәрен түгеп үткән йоҡоһоҙ төндәрен үтә лә ауыр кисерҙе, тәне лә, йәне лә һөйөүгә, наҙға һыуһаған йәш ҡатын. Хоҙайына рәхмәтле, берҙән -бер бөртөк улына йыуанды. Мәҡсүтенә бер тамсы һыуҙай оҡшаған Кәрименә бар ғүмерен бағышланы.

****

Урамда машина пипелдәне. Ҡапҡаһы төбөнә туҡтаны. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ҡуҙағалып китте. «Йәштәрҙер, йә күршеләрҙең бала-сағалары килә торған байрамда. Яңы йылда ауыл урамдары бер гөжләп ҡала. Килгән-киткәндәр күбәйә» – тип уйланы. Күп тә тормай, ҡапҡаһының тимер келәһе бер күтәрелеп, бер төшөп шаҡылданы. Кемелер аса буғай. Әллә елме? Тимер ҡапҡаһының зыңғырлап асылған тауышы, ҡыштың һалҡын һауаһын ярып, тәҙрәләрен шаҡып зыңғырлатты. Әкрен генә ҡар шығырҙауы өйөнә табан яҡынайғандан-яҡыныйҙы. Ул килделәме ни? Юҡтыр ҙа...Мәҡсүт ығыш атламаҫ. Бәлки, уңайһыҙланалыр. Миңә ни күҙе менән күренмәк кәрәк уға. Әгәр ул була ҡалһа, миңә ни эшләргә? Ә ни һындамын? Күлдәгемде алмаштырып, яңыһын кейһәмсе. Мәрйәм төпкө бүлмәһенә ашыҡты. Сүкеш һуҡҡан тауышҡа оҡшаған туҡ-туҡ тауыш тупһанан өҫкә күтәрелде. Ниңәлер мыштырлайсы. Туҡ-туҡ килгән тауыш бер килкем соланда тапанып йөрөнө. Әкрен генә өй ишеге асылды.
– Мө-мөмкинме-е? – тигән ир кешенең тауышы эскә инде. «Сүкеш»е менән ишек төбөндәге иҙән таҡатаһын ике-өс тапҡыр ҡаты һуғып туҡылдап ҡатты ла, тынды. «Ғәжәп ...ни эшәләүелер?!» – тип һағайҙы ҡатын.

– Мөмкин. Ней... мин хәҙер, хәҙер, – тине Мәрйәм тулҡынланып. Ҡапылғара ҡаршы алырға сығырға ҡыйманы. Улай ғына ла түгел, элекке һымаҡ атлығып ҡосағына ташланаһы ла килмәйсе. Ул инде әүәлге йәш Мәрйәм түгел. «Ни уйлап килде? Беҙ хәҙер бер-беребеҙгә бөтөнләй ят йәндәр булып бөткәнбеҙ. Аҙ ғүмер үтмәне лә бит. Әллә бар сығып кит, тип, ҡыуырғамы? Туҡта, ә ниңә мин үҙемде ул ир була белмәгән әҙәм алдында түбән күрһәтәмен? Ҡатын булып һөйөлөр, һөйөр саҡта яндарымда булмаған әҙәмдән?! Балам атай һорағанда ҡайҙа йөрөгән?! Э-эй ошо ҡатын-ҡыҙ, шулай ҡыланып әрәм булабыҙ бит! Егерме биш йыл буйына яратыуҙан төңөлмәүемде белдерәйемме, ә? Ҡайҙан килеп сыҡтың, ауырымаған башыма бәлә булып?! Эҙһеҙ юҡ булған булып ҡалһаңсы. Мин көтәйем дә, көтәйем. Шулай йөҙ, хатта мең тапҡырға яҡшыраҡ та баһа. Минең дә, һинең дә йәш саҡтарҙы, икебеҙгә лә уртаҡ хистәрҙә гел бергә, тип уйлап, хәтирәләргә бирелеп йәшәүемә күнеп, үҙемде йыуатып йәшәп китеп бара инем дәһә! Ни ҡыланыуым! Мәмәй ҡыҙ балалай ебеп төшкәнменсе! Ниңә һуң әле мин, балаларым бүләк иткән, матур күлдәгемде кейеп алғанмын?! Нимәгә минең күлдәгем уға? Башым икеме?! Бушҡа ғына ҡатын-ҡыҙҙы «сепрәк баш» тимәйҙәр!» тине оло Мәрйәмдең аҡылы. Туҡ-туҡ килгән тауыш яҡындараҡ салынды. Тәне буйлап йәшен тогы зымбырлап ағылдымы ни... Э-эй әттәгенәһе-е... бына, нимә-ә икән дәһә! Йыраҡта ҡалған йәш Мәрйәм генә ризалашмай. Һөйгәненең ҡосағына сумаһы, иркәләнәһе киләсе. Ул һаман ярата Мәҡсүтен. Үлеп ярата. Йөрәккәйгенәһе йәш, тиле сағы шул?Аҡылға ултырған оло Мәрйәм бөтөнләй башҡа фекерҙә:«Юҡ-юҡ көтмә лә, уйламаһын да!» ти. Ул тоғро ҡарар тапҡанына ҡәнәғәт булып, күлдәген өҫтөнән йолҡоп алғандай, сисеп ташланы. Бына, шулай итәйем тип, көн дә кейгән спорт салбарын, футболҡаһын кейҙе. Ҡалай бармын шулаймын! Кәмәһе ҡомға терәлгәс, баш эйеп киләме. Көтөп кенә торһон әле! Мәҡсүттән былайыраҡтарға юл бирмәгән Мәрйәм икәнен белһен!
– Эһ-эһ, Мә-мә-рйәм, мин килдем.
– Эйе, эйе үт, үтегеҙ! – тине ҡатын, өй хужабикәһе икәнлеген белдергәндәй ҡыйыу тонда. Был юлы игән әҙәмдең «сүкеш»е дәртлерәк тә туҡтылданы. Мәрйәм башын юғары тотоп, төпкө бүлмәнән сыҡты.
– Был ке-ем?! Һин...һин... А-а-аһ!
– Э-э, мин Мә-мәҡсүт. Мин бы-бы на шулай.
Мәрйәм уның ни тип әйткәнен ишетерлек хәлдә түгел шул. Күҙ алдары ҡараңғыланып, стенаға һөйәлә барып, ултырғысҡа ултыра төштө. Йәнә бер күтәрелеп ҡараны ла, иҫәңгерәп күҙҙәрен йомдо. Күпме шулай ҡалғандыр, күҙҙәрен асҡанда кемдер битенә һыу бөркә...Сикәһен сәпей... Янында ғына ят әҙәм бокал һона. «Һыу...һыу эс!»... Ул ауыҙына теркәлгән бокалдан һыуҙы түгә-түгә бер-ике йотом эсте. Йәнә ят кешегә «кем һи-и-ин?!» тигәндәй, текләне. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс:
– Мәҡсүт, һинме?! – тине ҡалтыранған тауышы.
– Мәр-мәрйәмем!
Ирҙең бармаҡтары, Мәрйәмдең ҡыраулана башлаған, йомшаҡ сәстәренән һыйпай. Бармаҡтары һалҡынсы... Ташмы ни, ҡайһылай ҡатыларсы. Һалҡын да. Ҡыш бит өшөгәндер ҙә. Ә һулыштары танышсы. Уның, Мәҡсүттең һулышы лаһа!
– Күҙҙәрең...Күҙҙәрең генә үҙгәрмәгән. Ни булды-ы?
– Аф-аф- ганда...
– Афганда? Унан һуң эшкә ҡалдым тинең бит.
– Юҡ, юҡ улай уҡ тү-түгел. Мин, мин...беҙ то-тоҡанда...Ҡо-толғас, тағы ут эсенә эләктем. Мина шартлағанда иҫтән яҙып ҡо-ҡолағанмын. Госпиталдә о-оҙаҡ дауанылар. Йылдан ашыу һөйләшә ал-алманым...
– Ни тип уйланың мине, Мәҡсүт шул йылдар эсендә?!
–Мин ғә-рип һиңә ни-мәгә? Ҡабул ит-итмәҫһең дә тип...
– Ә бит мин һине ошо көнгә тиклем көттөм. Һине көтөп ҡартайҙым
да. Мине иртәрәк тә ҡартайттың, Мәҡсүт. Бәйләнеш өҙөлгәндән, һуң ғына балаға йөккә уҙғанымды белдем.
– Кә-рим улымдың да ба-барлығын белдем. Мин, мин а-таймын!
– Кәримде ҡайҙан белдең?
– Мәскәүҙә, дауаханала.Улыбыҙға до-донор булдым, Мәрйәм.
– Һинме ни донор булған кеше?
– Вә-лимә килен ми-ми -не эҙләп донъя сел-тәренә белдереү яҙған. Миңә та-та-ныштарым еткерҙе .
– Рәхмәт, Кәримде ҡотҡарғаның өсөн. Мәрйәм Мәҡсүттең башынан, маңлайынан, һул яҡ битендәге тәрән яра эҙҙәрен һыйпаны. Күҙҙәренән ҡайнар йәштәр тәгәрәне. Мәҡсүт ҡатынын ҡосағына алды. Үрелеп йөҙҙәренән, ирендәренән үпте...«Уның ирендәре, ул ғына шулай үбә. Ул ғына шулай ярата» – тине зиһине, тамам Мәрйәм Мәҡсүт икәнлегенә ышанып. Ҡатын күкрәге менән иренә нығыраҡ һыйынды. Ике тән, ике йән ҡушылып бер бөтөнгә әйләнде. «Мин һине яратам» – тип шыбырланы, ҡалтыранған тауышы. «Мин дә» –тине, наҙлы, йомшаҡ ҡатын тауышы. Ниһәйәт, улар аңлашты.
– Был өн, эйе бит. Беҙ бергә. Ә ул ваҡытта беҙ йәш инек, матур ҙа, – тине Мәрйәм, төшөнән уянғандай.
– Мә-мәрйәм. Тик беҙҙең мөхәббәтбеҙ ҡа-ҡартаймаған.
– Мин һине әүәлгеләй яратам. Бөгөн мин бер нәмәне аңланым буғай. Йән, тән ҡартайһа ла йөрәк ҡартайыуҙы белмәйҙерме.Йөрәк хистәре мәңге йәш ҡала икән дәһә. Ысын мөхәббәттә генә йылдарҙа ла, миҙгелдәр ҙә лә, ямғырҙар ҙа, ажғыр буран-елдәр ҙә лә уңмай, туҙмай торған көс һаҡлана.
– Мө-хәббәткә тиңләр бер ни юҡ. Ул әжәлдән дә ҡурҡыуҙы белмәй торған көстә.
–Һин нисек түҙҙең, мине кө-көттөң, Мә-мәрйәм?
– Өмөт. Әл дә был донъяла Өмөт бар. Өмөт йәшәтә, йәшәргә ынтылыш бирә.Ул тайғанымда таянысым да, тормош тау түбән атҡанда, талған аяғымды терәр баҫҡысым да, упҡындарға батҡанымда, бәлә -ҡазаларҙан ҡурсалаусы иңдәремә ҡанат уйыусы фәрештәм дә булып ошо көнгә еткерҙе. Аҡты ҡараны айырырға ла, тоғро юлға етәкләүсе күктәге яҡты йондоҙом да. Моңдан яҙғанымда, күңелемдә моң уйыусы ҡошом да. Өмөт – мине күрер таңдарыма илтеүсе лә. Ғәзиз балама йән өрөүсе тереһыуым да. Өмөт һәм Мөхәббәт бер уйҙа, маҡсатта йәшәгәндә генә кешеләр үҙҙәрен бәхетле тоя. Кешеләрҙе генә түгел, ошо фани донъялағы беҙҙе уратып алған барыҡ-барлыҡ тереклектә лә. Беләһеңме, Мәҡсүт, хатта нескә генә һабаҡлы сәскә лә, киләсәккә өмөт бағлап, көҙгә етеп орлоҡтарын ергә сәсә.Үҫкән тупрағында тамырҙарын йәйеп, һауаһына, һыуына һөйөүен белдереп, яҙҙарында йәнә йәшәреп, күкрәп сәскә ата.
Кинәт, өй эсенә гөлп итеп яҡтылыҡ ҡабынғанға, баштарын күтәрҙеләр. Тышта бер-бер артлы салют тауыштары яңғыраны. Шат көлгән шау-шыу ҡупты.
– Хәтереңдәлер, Мәҡсүт, тап бынан егерме биш йыл элек булған Яңы йыл төнөн?
– Эйе, хә-тәтеремдә...Ул, ул төн-төндө оноторға мөмкинме ни?!
– Эйе, беҙ һис ҡасан да онота ла алмаясаҡбыҙ.

***
Бынан бик күп йылдар элек, Яңы йыл төнө сәғәт ун икене һуғыр алдынан, ятаҡханала йәшәүсе студенттар урамға атылды. Кремель сәғәте тантананы тәбрикләгән минутта, ятаҡхана алдында уңда- һулда, артта-алда, баш осонда фейерверктан ялт-йолт балҡып салюттар атылды. Шул шау-шыу шатлыҡлы тауыштар араһында, ҡолаҡтарын ҡаплап, башын түбән эйгән килеш ергә сүгәләгән йәш ҡыҙҙы күреп, Мәҡсүт янынан килде.
– Әллә ҡурҡаһыңмы, һылыуҡа-ай? – тип һораны. «Эйе, эйе» – тип башын ғына ҡаҡты ҡыҙ, күтәрелеп ҡарамайынса. Егет ҡыҙҙың ҡулдарынан тотоп торғоҙҙо. Ҡыҙ күҙҙәрен йомған килеш өнһөҙ баҫып тора бирҙе.
– Э-эй, йылына бер килгән шундай матур төндө лә күрмәй ҡалаһың бит!
– Мин, ҡурҡа-а-ам!
–Ҡурҡма, атып үлтермәйҙәр бит! – тип ҡыҙҙы күкрәгенә һыйындырҙы. Һылыуҡайҙың дерелдәп ҡалтыранған арҡаһынан һөйҙө,толомлап үрелгән оҙон сәстәренән һыйпаны. Ниһәйәт ҡыҙ тынысланып башын күтәрҙе. Ҡараштар ҡараштар менән осрашып, тынып ҡалдылар... «Аһ, ундай ҙа ап-аҡ йөҙлө була икән кеше! Ҙур шоморт күҙҙә-әр!» – тип телдән яҙҙы егет. «Һин кем матур, ҡыйыу егет!» – тип ҡарай ине шул минутта Мәрйәм дә егеткә, оҙон керпектәрен бөгөлдөрөп, елп-елп ҡағып. Ошо Яңы йыл төнөндә ике йөрәктә тәүге мөхәббәт осҡоно дөрләне лә инде.
Егет уҡыуҙы бөткәс, йәштәр бергә булырға һүҙ ҡуйышып,туй үткәрҙе. Ҡыҙға уҡыуҙы тамамларға ике йыл ҡалған ине әле. Мәҡсүт:«Һин уҡып бөткәнеңсә, бер бурысымды үтәйһем бар. Әрмегә барып киләм», – тип теләген белдерҙе. Тик йәш егет, әрме хеҙмәтен үтәгәндә ут эсенә инәсәген, алда аяуһыҙ яҙмыш һағалағанын белмәй ине.
Ул ваҡыттарҙан һуң күпме һыуҙар аҡты, нисә тапҡыр ер йәшәртеп йәшел яҙҙар, аҡ ҡарҙарын яуып буранлы ҡыштар килде. Икеһен дә һағыш утына һалып, көҙҙәрендә ҡайын япраҡ ҡойҙо. Таныштарының, дуҫтарының, тыуғандарының күптәре донъя ҡуйҙы, йшәйеште дауам итергә сабыйҙар ауаз һалды. Ил шатлыҡты ла, ҡайғыларҙы ла күрҙе. Күтәрҙе лә халҡы. Ҡурай моңонан, теленән дә яҙманы башҡорт. Ныҡ баҫты тупрағына салауат тоҡомдары. Тормош һынауында сыныҡтылар ғына. Үткән быуаттың тарихын онтоторға юл ҡуйманы илһөйөр рухлы милләте.

Урамда бер-бер артлы салют тауыштары яңғыраны. «Ур -ра!»
ҡысҡырышҡан, күңелле тауыштар ҡупты. Улар ҙа тышҡа ашыҡты.Тышта ябалаҡлап ҡар яуа ине. Бейек-бейектәрҙә, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә, һанһыҙ йондоҙҙарҙың шәмдәре йымылдаша. Һауала, ер өҫтәрендә, талғын иҫкән һалҡын елгә, ҡар бартөктәре аҡ күбәләкктәргә әүерелеп, ҡанаттарын елп-елп ҡағып, һауа тулып оса. Елдәр ағас ботаҡтарына, текмәгә, тимер сымдарға ҡунған ҡар бөртөктәрен бәүелдереп уйната ла, йәнә һауаға осора. Мәрйәм менән Мәҡсүткә ҡунған ҡарҙар кейемдәрен аҡҡа буяп, яңы һынға килтерҙе. Урамдар ҙа, юлдар ҙа, урамға сыҡҡа кешеләр ҙә ап-аҡ төҫтә. Яңы яуған ап-аҡ ҡарҙарҙан ҡышҡы төн яҡтырып киткәндәй.
– Рө-рөхсәттер бит?– тине Мәҡсүт, фейерферк алып.
– Рөхсәт, тине Мәрйәм. – Мин алмаған да инем, –тине үҙен ғәйепле һанағандай.
– Бе-белә инем, ал-алмағаныңды, – тип мут йылмайҙы Мәҡсүт.
– Мин хәҙер ҡала тормошон тәү күргән ҡурҡаҡ ауыл ҡыҙсығы түгелмен.
– Эйе, беҙ күп һынауҙарҙа үттек, Мәрйәм.
Баш осонда гөлп-гөлп итеп, төн шаршауын асып, әллә нисә йәмдә нурлы балҡыштарҙа йым-йым янып, йәйғор нурҙары һибелде. Их, ниндәй матур Яңы йыл төнө!
– Мәр-йәм, беҙҙең Яңы йыл төнө!
– Эйе, беҙҙең иң-иң матур төнөбөҙ ҙә, Мәҡсүт.
Күк йөҙөн салғыйтҡан балҡыштарҙан күҙҙәрен алмай бер-береһенә һыйынышҡан парҙарҙы үтеп барыусылар ҡотлап үтә. Ҡайһылары ҡул биреп иҫәнләшә. Улар ҙа ҡотлай. Аҡ мамыҡ шәлдәгеһе бүрек кейгән, тәпәнәгерәк кәүҙәлеһен мыҡтып ҡултығынан ҡыҫып тотҡан. Бүркелеһенең һул аяғыны тубыҡтан алып түбәнге өлөшөндә протез. Һул битендә – тәрән яра эҙҙәре. Һул ҡул суғында – протез. Һау ҡулы таяҡҡа таянған. Тик был минуттарҙа, уларҙың тирә-яғында ҡайнашҡан, шатлыҡтарҙан, бәхеттәрҙән ашҡан күңелдәр ғәрип ирҙе шәйләмәне. Аңғарғаны ла булһа, уғата һоҡланғадыр: «Ниндәй бәхетле парҙар!» тип. Мәҡсүт менән Мәрйәм дә бер-береһенә Яңы йыл теләктәрен белдерҙе.
– Яңы йыл менән, Мә-мәрйәм!
– Беҙгә мөхәббәт бүләк иткән Яңы йыл менән, Мәҡсүт!

Нәсимә Ғайсина.

https://ejansura.ru/articles/hikaya/2024-11-29/m-h-bb-t-b-l-k-itk-n-ya-y-yyl-4030612

Автор:
Читайте нас: