Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
25 Декабрь , 22:33

Хыянатымды кисерә алманы...

Ниһайәт, көтөп алған ял да етте. Бөгөн Ләйсәндең тыуған көнө, мин уны шатландырырға ғына түгел, ә шаҡ ҡаттырырға теләйем – өйләнешергә тәҡдим яһамаҡсымын! Күпме яңғыҙ йәшәргә мөмкин, Ләйсән бына тигән һылыу ҙа, аҡыллы ла, уңған да ҡыҙ, ағайым әйтмешләй, һөйгән кешеңде нисек тә ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Ләйсән минең тәҡдимемә шатланғандай төҫлө тойолһа ла, моңһоу күҙҙәре уның нимәгәлер борсолғанын һиҙҙерә. “Камил, мин һине яратам, беләһең... Тик бер асылмаған серем бар, әйтмәй булдыра алмайым”, – тине ул төшөнкө тауыш менән...

Хыянатымды кисерә алманы...
Хыянатымды кисерә алманы...
Уның ике йәшлек ҡыҙы булыуын белеп, телһеҙ ҡалдым. Тормошомдо өр-яңы биттән башламаҡсы инем, башҡа һуҡҡан таяҡтай булды был хәбәр. “Бәлки, ире лә барҙыр әле?”

– Юҡ, кейәүгә сығып та өлгөрмәгәйнем, ҡыҙымдың атаһы юл фажиғәһенә тарыны...

Дөрөҫөн әйткәндә, нимә әйтергә лә белмәнем. Институтта миңә бындай тормош ваҡиғаларында нимә әйтергә кәрәклеген өйрәтмәнеләр. “Ярай, әйҙә, ҡыҙың менән таныштыр, уға атай булам”, тип әйтергә ҡыйманым. Әгәр айырылышһаҡ, ул ҡыҙ балаға ниндәй ҙур стресс буласаҡ, тип уйлайым. Икебеҙ ҙә тын ҡалдыҡ. Баш тулы уй, иң мөһиме – Ләйсәнде мин ысынлап та яратаммы, мин уның ҡатыным булыуын теләйемме? “Эйе”, тигән яуапты алғас, ниңә баш ватаһың, тот та өйлән, ике йәшлек баланан ҡурҡтыңмы, егет, тип үҙемде “ҡайыҙлайым”.

– Ләйсән, мин һине яратам. Башҡаһы ҡыҙыҡһындырмай, ҡатыным булыуыңды теләйем, – тинем ысын күңелдән. Ләйсән мине ҡосаҡлап алды, мин үҙемдең дөрөҫ аҙым яһағанымды асыҡ тойҙом. Ярты йылдан өйләнештек, ә бер йылдан улыбыҙ тыуҙы. Дүртебеҙ ҙә бик бәхетле инек. Тик ҡыҙыбыҙ мәктәпкә уҡырға төшкән йылда көтөлмәгән бер ваҡиғаға юлыҡтым, әле булһа күңелде тырнап, маҙаһыҙлап, борсолдороп тик тора.

Эштән ҡайтып килгәндә йорт эргәһендә эскәмйәлә ултырған ир, ҡаршыма килеп, исемем менән өндәште. ”Мин Ләйсәндең элекке ире булам, Әлиәнең атаһы”, –тигәс, артыма йығылып китә яҙҙым. Шулай ҙа үҙемде ҡулға алдым, ”әйҙәгеҙ, машинаға ултырайыҡ”, тип кеше күҙенән ҡасыбыраҡ һөйләшергә саҡырҙым. Ҡулдарҙы биреп күрештек, таныштыҡ.

– Ғәфү итегеҙ, һеҙҙең иҫән икәнлегегеҙҙе белмәнем, юл фажиғәһендә һәләк булды, тигән мәғлүмәт кенә бар миндә...

Ир минең һүҙҙәргә ныҡ ғәжәпләнде:

– Юҡ, хәл башҡаса булды. Ләйсән менән өйләнешергә тип һүҙ ҡуйышып бөткәйнек инде. Үкенескә ҡаршы, минең осраҡлы хыянатымды кисерә алманы. Бик ныҡ үкендем, тик ул мине ғәфү итмәне. Аҙаҡ уның бала көткәнен ишеттем, мөнәсәбәттәрҙе яйларға тырышһам да, килеп сыҡманы, ҡаты торҙо... Бүләктәр килтерҙем, ә уларҙы сүплеккә генә сөйҙө. Полицияға мөрәжәғәт итеп ҡараным, тик рәсми рәүештә яҙылышмағанға күрә улар ярҙам ҡулы һуҙа алманы, ”үҙ-ара килешегеҙ” тинеләр. Аҙаҡ һеҙҙең дуҫлыҡты күҙәттем, беләм, улығыҙ бар, бәхетлеһегеҙ. Тик минең ҡыҙым ни өсөн үҙ атаһы булыуын белмәҫкә, аралашмаҫҡа тейеш? – Ир ныҡ тулҡынлана, борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан. Минеңсә, ул барыһын да ысын күңелдән һөйләне, ҡайғыһы менән ихлас уртаҡлашты.

Хәлдең үтә ҡатмарлы булыуын аңлайым. Беренсенән, ҡыҙыбыҙ күптән минеке, унһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым, ул да мине ярата, ситтә үҙ атаһының барлығын нисек әйтәйем? Ир ҙә йәлләү тыуҙыра, тик мин яһалма уҫаллыҡ менән: ”Тиҙерәк китә һалығыҙ, бынан ары ғаиләмә яҡынлашмағыҙ! Юғиһә, нимә эшләйәсәгемде күҙ алдыма ла килтерә алмайым!” – тип екерҙем. Ул нимәлер әйтергә тырышып ҡараны, тик бүлдереп, тағы ла ҡатыраҡ һүҙҙәр менән ҡыуаланым. Өйгә ингәс, оҙаҡ ҡына тыныслана алманым, түшәмгә текәлеп, уйҙарға сумып байтаҡ яттым. Әлбиттә, ҡатыныма был хаҡта бер һүҙ ҙә әйтмәнем, ниңә уның күңелен йәрәхәтләргә? Был ваҡиғанан һуң байтаҡ һыуҙар аҡты инде, тик  ҡайһы саҡта үҙемде теге ирҙең бәхетен урлаған бур кеүегерәк тоям. Дөрөҫ эшләнемме, юҡмы, тип артыма күп тапҡыр әйләнгеләп ҡарағаным бар... Тик тынысландырғыс яуап ҡына юҡ.

https://ejansura.ru/articles/hikaya/2024-11-19/hyyanatymdy-kiser-almany-4015245

Автор:
Читайте нас: