– Ал тартмай. Үҙебеҙ генә ысҡына алмабыҙ.
Мораҙым, шыбыр һыу булып, урынына инеп ултырҙы. Радио һымаҡ нәмәһен, сыйылдығын сығарып борғоланы-борғоланы ла моторын һүндереп үк ҡуйҙы.
Мин сәғәтемә күҙ һалдым. Тағы ярты сәғәт ошолай ултырһаҡ, поездан ҡолаҡ ҡағам икән. Ямғыр туҡтарға уйламай ҙа, бар көсөнә һыпыра бәреп яуа.
Мораҙым тағы ла шул радиоһын борғоларға тотондо. Уныһынан исмаһам ыһ тигән бер өн сыҡһа. Нимәгә тип уны борғолай торғандыр, әйтерһең дә, музыка тыңлап хозурланып ултырыр саҡ инде. Мораҙым, һин өндәшмәһәң, беҙ үҙебеҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел, тигәндәй, «Мәтрүшкә» көйөнә һыҙғыра башланы. Минең эстә ут ҡабынды, бит остарым ҡыҙарып янып китте.
Нисек тә был аяҡ аҫтындағы бәләнән ҡотолоу юлын табырға кәрәк тә баһа.
– Тәгәрмәс аҫтына сытыр-сатыр түшәп ҡарайбыҙмы әллә?
– Файҙаһыҙ. Мост ултырған.
– Улайһа нишләйбеҙ һуң?
Ҡыл да ҡыбырлатмай һыҙғырынып ултырған шоферға асыу килә башланы. Күрәләтә поезға һуңлата бит был. Соҡорҙоң арыуыраҡ ерен ҡарап сыҡһа булмай инеме ни уға? Машинаһын мостына саҡлым керетеп батырҙы ла, ыж да итмәй, «Мәтрүшкә»не һалдырып ултырасы.
– Бер нәмә лә эшләмәйбеҙ. Көтәбеҙ.
– Нимә көтәбеҙ?
– Ярҙам.
– Ерҙәнме, күктәнме?
– Күктән килергә лә мужыт.
– Күктәгеһе килде инде, тик беҙҙең кәмә генә ниңәлер йөҙөп китмәй.
– Ышаныс – ҙур нәмә! Быны мин түгел, бер аҡыл эйәһе әйткән. Ышанған кеше иң ауыр осраҡтарҙан да еңеп сыҡҡан.
– Был – фәлсәфә, ә миңә поезд кәрәк, Мораҙым ҡустым. Конкрет поезд. Ул бына-бына китергә тора.
– Береһе китһә, икенсеһе килер.
– Миңә икенсеһе түгел, тап бына ошо 20.00 китә торғаны кәрәк.
– Ошо соҡорҙо сыҡһаҡ, уныһына ла өлгөрөрбөҙ.
– Сыҡһаҡ! Ә нисек сығабыҙ?
– Бына быныһын мин дә белмәйем әле. Ә шулай ҙа беҙҙе мәктәптә, иҫбатлай алмаған теорема юҡ, тип өйрәттеләр. Һәр мәсьәлә үҙ ваҡыты менән сиселә килгән.
Түҙеп торор әмәл ҡалманы. Асыуым алҡымына тығылды. Елкә тамырына берҙе тамыҙғанда ла таман булыр ине был моңһоҙҙоң. Әммә ҡунаҡ – хужаның ишәге. Мин ошо машина хужаһы – «Таң» колхозы председателенән интервью алып ҡайтып барам. Иртәгәһе номерға өлгөртөргә кәрәк. Харис Әхтәмович бынамын тигән етәксе, ә шоферы киреһенә бөткән бер бәндә икән. Нисек килешеп эшләй торғандарҙыр, башым етмәй.
Ямғыр туҡтарға уйламай. Көн кисләй. Бындай ваҡытта урман юлында этем йөрөһөнмө?! Нимәгә ышанып ултыра икән был маубаш?
Мин кабинала ултырып сыҙаша алмай ергә төштөм. Матур ғына кереп сумғанбыҙ икән шул. Этеп-нитеп аҙапланырға урын ҡалмаған. Фетр эшләпәм, күшеккән тауыҡ шикелле, бәлтерәп төштө. Ботинкамдың ел йөрөр тишектәренән һыу йүгерҙе. Яңынан кабинаға инәм тигәндә, аяғым тайып китеп (ярай әле йығылмай ҡалдым), бысраҡ һыуға ҡойондом.
Шофер, минең өҫкә күҙ һалғас, һыҙғырып ебәрҙе.
– Фю-ю-ют. Сүп өҫтөнә сүмәлә, аяҡ аҫтында бәлә, тиҙәрме. Сабыр ғына ултырып торорға кәрәк тә бит. Хәҙер поезға өлгөрһәк тә, еңгәй өйгә индермәҫ. Таҙарынып алырға тура килер.
Мин ярһыуымдан тамам шашыр сиккә еттем. Ниндәй бәндәгә юлыҡтым һуң әле мин? Өләсәһенең түрендә ултырамы ни? Таҙарынып алырға тура килер, имеш.
– Бәлки, мунса кереп сығырға тәҡдим итерһең? – тинем мин, яман һүҙ ысҡындырыуҙан көскә тыйылып.
– Шәп булып ҡалыр ине. Ҡайын миндеге менән.
Мораҙым балаларса ихлас яңғыратып көлөп ебәрҙе.
– Аяғығыҙ ҙа һыуланған. Тымау төшмәҫ ине.
Егетем әллә шулай уҫал шаяра, әллә үҙенең дә эсендә көйрәгән зәһәр асыуын (уның да нервылары барҙыр бит) сығара ине. Бер ни тиклем өндәшмәй ултырғас, һәүетемсә генә һөйләп ҡуйҙы.
– Бына һеҙ, ағай, асыулыһығыҙ. Улай ғына ла түгел, һарыуығыҙ ҡайнай. Ә ниңә? Әле мин нимә эшләй алам? Уртаға ярылһам да, машина үҙе генә сыға алмаясаҡ. Шулай булғас, берҙән-бер сара – тарттырып алыу. Фән теле менән әйткәндә, критик моментта нервы ептәрен ҡуҙғытырға, ярһытырға ярамай, киреһенсә, мөмкин тиклем уларҙы бушандырырға кәрәк. Беҙҙең замполит шулай ти торғайны. Аҡыллы әйткән бит. Армияла танкист инем. Хәтәр инде...
Нимә «хәтәр» икәнлеген мин ишетә алмай ҡалдым, ҡапыл, ниҙер шатыр-шотор килде лә, кабинала ҡатын- ҡыҙ тауышы яңғыраны.
– Ни булды?
– Тоҙаҡҡа эләктем.
Быныһын Мораҙым әйтте. Ҡатын-ҡыҙ тауышы көлөп ебәрҙе.
– Ҡайһы ерҙә? Харис ағай менәнме?
– Төлкө соҡоронда. Корреспондент. Поезға һуңлайбыҙ. Ҡайҙа йөрөйһөң шул замандан, егерме минут саҡырам бит инде.
Мин шул саҡта ғына шоферҙың теге радио һымаҡ нәмәнән һөйләшеүен абайланым.
Аппарат йәнә шатыр-шотор итте лә тынып ҡалды.
Мораҙым, бер ни булмағандай, «Мәтрүшкә»гә күсте. Поезға егерме минут ҡалды. Өлгөрмәүем көн кеүек асыҡ. Редакторға нимә тип аҡланырмын икән һуң? Уның ҡыҫынҡы күҙе, асыулы йөҙө күҙ алдыма килде. Иштең инде арыш сумарын, һиңә ышанып номерҙан урын ҡалдырған мин алйот, тигәндәй булды ҡолағыма.
– Бар, күр, һөйләш тә тура – редакцияға, – тип ебәргәйне хужа. – Материал срочный. Ышаныс һиндә генә, ул материалһыҙ номер донъя күрергә тейеш түгел.
Былай килеп сығырын кем уйлаған. Эш хөрт ине минең. Бүтәнсә поезд юҡ. Иртәнгегә ҡалһам, һөйрәлеп төшкә саҡ ҡайтып етәм. Материалды аҡламаға төшөргәнсе күпме ваҡыт үтәсәк. Етмәһә, бысранып бөтөлдө. Редактор әйтмәһә лә, уйлаясаҡ:
– Шул, һеҙҙе бәйҙән ысҡындыр ғына, аръяғын үҙегеҙ беләһегеҙ. Нәфсегеҙ бүре аласығылай. Эш ике ятып бер төшөгөҙгә инмәй.
Мин шул хафаға төшөп ултырған арала, арттан, реактив самолет һымаҡ геүелдәп, замананың дәһшәтле тракторы К-700 килеп сыҡты. Шофер, әйтерһең дә, был тауышты ишетмәй, ҡымшанмай ҙа ултыра бирә. Трактор, тиҙлеген дә кәметеп тормай бер ынтылыуҙа йыйылып ятҡан һыуҙы өрөп ебәргәндәй генә тирә-яҡҡа осортоп, соҡорҙо аша сыҡты ла беҙгә арты менән килә биреберәк туҡтап ҡалды. Джинсы салбар, ҡыҫҡа еңле күлдәк кейгән ҡыҙ һикерҙе. Мораҙым үҙ баһаһын белгән кейәү егетме ни, яй ғына урынынан ҡуҙғалып, ҡыҙға ҡаршы атланы. Улар ни хаҡындалыр оҙаҡ ҡына, ҡапма-ҡаршы баҫып, һөйләшеп торҙолар. Беҙҙең машина, етәкләүгә күнмәгән бала кеүек, теләр-теләмәҫ кенә К-700 артынан «эйәрҙе».
Йөрәкте өйкәп торған төйөн ысҡынды. Бәлки, поезға ла өлгөрөрбөҙ. Арғы стансаға тиклем дә барырға мөмкин бит әле. Әйтһәм, Мораҙым, моғайын, тыңлар. Ышаныс артты, эсемдән, үҙем дә һиҙмәҫтән, «Мәтрүшкә» көйөн һүпәләп маташам икән. Үҙ алдына йылмайып килгән шоферға күҙ һалам. Ул тиклем моңһоҙ түгел икән дә баһа был егет. Уға асыуланып килеүемә оялып ҡуйҙым. Эштән һуң тип тормай, ыҙа сигеп, минең өсөн йөрөп ята бит ул. Машинабыҙ ниңәлер һаман етәктә. Юлды ташлап урманға боролдоҡ.
– Юлдан ҡайырылдыҡ түгелме һуң, Мораҙым ҡустым ?
– Ошо көйөгөҙгә ҡайтарып ебәрә алмайбыҙ бит инде, ағай, һеҙҙе.
– Нисек?
– Өҫтөгөҙгә ҡарағыҙ. Әллә нимә уйларҙар. Ауылда ул ҡалай ҙа бата...
– Ә ҡайҙа барабыҙ?
– Мунса инергә.
Мин тағы ла был егетте аңлауҙан туҡтаным.
– Шаяртаһың?
– Ысын, ағай. Нәфисәләр бында яҡын ғына тора. Мунса ла әҙер, ти.
Мин кисекмәҫтән стансаға барыуҙы талап иттем. Былай ҙа һуңланылды.
Мораҙым ризаһыҙлығын белдергәндәй иңбаштарын һелкетеп алды. Йөҙө ҡарайып китте. Яҫы ус төбө менән сигналға баҫты. К-700 шып туҡтаны. Ҡырмыҫҡабилдең өҫтөнә саҡ менмәй ҡалдыҡ. Трактор хужабикәһе трос ысҡындырып аҙапланған егеттән ниҙер һорашты ла минең ишекте асты.
– Улайтмағыҙ инде, ағай. Туҡталып китегеҙ. Атайым иртәгә ҡалаға йыйына. Бергә китерһегеҙ. Килештекме?
Ниндәйҙер бер сихри көс телемдән тартты.
– Килештек, – тинем мин һылыу ҙа, ҡыйыу ҙа ҡыҙҙан күҙемде алмай. Асыҡ киң маңлай, ҙур һөйкөмлө күҙҙәр. Ҡайҙа күрҙем әле мин был ҡыҙҙы? Ҡайҙалығы иҫемдә юҡ, ә күреүем раҫ. Йөҙө үтә таныш. Ҡуҙғалып киткәс, Мораҙымдан һорамай булдыра алманым.
– Ильяс ағай лесничествола эшләй. Нәфисә уның ҡыҙы.
– Ильяс? Ниндәй Ильяс?
– Ниндәй тип, күптән эшләй инде ул. Нәфисә менән бергә уҡыныҡ. Икебеҙ ҙә радиоһәүәҫкәрҙәр.
– Әллә һин Нәфисәне радио аша саҡырҙыңмы?
– Әтү нисек?
Мораҙым ҡыҙарып китте.
– Һеҙ, ағай, юлыбыҙ ыҙалы килеп сыҡҡанға рәнйемәгеҙ инде. Ильяс ағай һәйбәт ул, йылт иттереп алып барып еткерер үҙегеҙҙе. «Нива»һы – зверь.
– Ильяс... Ильяс... Үтә лә таныш исем. Ҡайҙан беләм һуң әле мин уны?
– Фамилияһы нисек?
– Тимербаев, Ильяс Тимербаевич.
– Ә?
Мораҙым, әллә был ағайҙың берәй шөрөбө бушандымы, тигән кеүегерәк миңә ҡарап алды. Сикә тамырҙарым зеүләп китте. Ильяс ағай! Нәфисә атаһына оҡшаған икән. Бына ҡайҙа осрашырға яҙған. Ауылдан сығып киткәненә лә утыҙ биш йыллап барҙыр.
Имәндәй таҙа егет ине Ильяс ағай. Матурлығына, буй-һынына ауылда һоҡланмаған кеше юҡ ине. Нәзифә исемле ҡарап торорлоҡ сибәр бухгалтер ҡыҙға өйләнде. Ололап, ауылға бер итеп туй үткәрҙеләр. Шатланышып, һөйөшөп кенә йәшәргә ине лә бит... Һин тигәнсә генә барһа икән был донъя. Туйҙары үткәс, ай самаһы бергә йәшәнеләрме, юҡмы, һуғыш башланды. Бер һелтәүҙә бер күбәне кәбән башына осорор Ильяс ағай, колхоз эшен ҡарт-ҡоро, әбей-һәбей, беҙҙең ише бала-сағаға ҡалдырып, йырлап түбән остан бер ураны ла һуғышҡа китте. Ауылыбыҙҙың һылыуы – шаян да, осҡор ҙа, теле-телгә йоҡмаҫ, йөҙөнән йылмайыу китмәҫ Нәзифә апай – Ильяс ағай киткәс, орлоғо ҡойолған башаҡ һымаҡ, бушанып, бойоғоп ҡалды. Клубта беҙ уның шаян таҡмаҡтарын ишетмәҫ булдыҡ, апай эшкә барғанында ла башын эйеп кенә йөрөр булды. Ильяс ағайҙың әсәһе Шәһүрә әбей ҡырыҫ холоҡло ине. Бәлки, шуға ла борсолғандыр инде Нәзифә апай. Ҡәйнәһенең мыжыҡлығына түҙә алманымы, бер йыл йәшәгәс, кире үҙҙәренә ҡайтты. Ауылда шыш-быш китте. Имеш, Нәзифә ситтәр менән теттереп ауырға ҡалған, ҡәйнәһе һиҙенгәнсе тип ҡайтып киткән. Оҙон ҡолаҡтар береһенән икенсеһе зәһәрерәк һүҙ йөрөттө: «Колхоз игенен үҙҙәренә алып ҡайтмай, инәләренә ташыған өсөн ҡыуған икән Шәһүрә Нәзифәне».
Теш-тырнаҡлы булмаһаң, ирһеҙ бисәнең көнө лә төн. Бысраҡты мыҫҡаллап түгел, ботлап өҫтөңә ырғытырға тороусылар бар. Нәзифә апай, телгә оҫта булһа ла, кешегә уҫаллыҡ эшләй белмәй ине. Шул имеш-мимештәрҙе тыңлап үҙе эшләнеме, яңылышмы, райондан отчет биреп ҡайтып килешләй, йылға аша сыҡҡанда боҙ уйылып һәләк булды ул. Нәзифә апайҙың фажиғәле үлеме ауылды уятып ебәргәндәй итге. Уның хаҡындағы ялған хәбәрҙәр шып туҡтаны. Дошмандары ла ҡаушап ҡалғандарҙыр, моғайын. «Ауырға ҡалған», «колхоз икмәге менән шаярған» кеүек һүҙҙәр дөрөҫләнмәне. Минең уйлауымса, нескә хисле, шаян тәбиғәтле Нәзифә апай, көткәненә ҡарағанда ла бәхетлерәк, матурыраҡ башланған тормошоноң кинәт шулай селпәрәмә килеп ҡуйыуын яңғыҙ, шыҡһыҙ тороп ҡалыуын, нахаҡҡа рәнйетелеүен күтәрә алманы. Ағын һыу уртаһындағы көслө өйөрмә эсендә ҡалды ул. Ә унан көслөләр генә иҫән сыға. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, Нәзифә апайҙы ерләп тә өлгөрмәнеләр, Ильяс ағайҙың ҡаты яраланыуы хаҡында хәбәр килде. Һуғыш бөтөп, бер йыл үткәс кенә ҡайтты Ильяс ағай. Ҡайтты тип әйтеү дөрөҫлөккә тура килмәҫ, стансанан уны ат менән мин барып алдым. Өйгә носилкаға һалып кереттек. Хәле ауыр ине Ильяс ағайҙың. Бөтә ере ҡарамаҡҡа һау һымаҡ, ә аяҡтары йөрөмәй.
– Шулай, туған, тере имгәк хәҙер мин, – тине ул индереп түшәккә һалғас. Күҙҙәренән йәш бөртөктәре күренде. Ныҡ бирешкәйне Ильяс ағай, күҙҙәре төпкә батып, яңаҡ һөйәктәре сурайышып ҡалған. Нервылары ла ҡаҡшағайны. Әле ал-ҡапылдан тоҡанып ҡыҙып китә, әле бала һымаҡ шыңшып илай. Нәзифә апайҙың үлеме лә өйкәгәндер йөрәккенәһен. Өйҙә лә хәлдәре шәптән түгел ине уларҙың. Шәһүрә әбей ауыр ҡайғыһынан миктәп сирләп китте. Ире үлгәс, өйҙәренә күсенеп ҡайтҡан Кифая апаһы ла урам тапауҙан бушаманы. Кистәрен Ильяс ағай янына инеп ултырам.
– Башым әйләнә, туған, уҡып ишеттер әле, – тип гәзит уҡыта ине минән. Башҡа темаларға ла һөйләшеп китәбеҙ. Бигерәк тә Нәзифә апай тураһында төпсөп һораша торғайны.
Нәзифә апай хаҡында үҙем күргәнде, үҙем белгәнде бәйнә-бәйнә һөйләп сығам. Ильяс ағай туҡтауһыҙ һораша ла һораша.
– Һине уйланы, һағынды, түҙемһеҙлек менән яуҙан йөрөп ҡайтыуыңды көттө. Йылға буйына төшөп йырҙар йырлап ултырыр ине, – тим, Ильяс ағайҙың ҡараштары осҡонланып янып китә. Бер үк нәмәне ҡат-ҡат һөйләтә. Инде Нәзифә апай тураһында күргән-белгәндәремде бер нисә рәт һөйләп сыҡҡас, башыма бер уй килде. Үҙем күрмәгән, белмәгән хәл-ваҡиғаларҙы ла ысын итеп һөйләп бирәм. Геройы, әлбиттә, Нәзифә апай. Ильяс ағай кинәнеп тыңлай, ҡыҙыҡ урындарында һаһылдап көлөп тә ала. Миңә шул кәрәк тә. Ильяс ағай күберәк көлһә, ниңәлер, тиҙерәк һауығыр кеүек. Ләкин Нәзифә апай хаҡында һөйләгәндәрем һөйөндөрөүҙән бигерәк көйөндөрә ине Ильяс ағайҙы. Яйлап-яйлап ул теманан ситләшә барҙым. Ярҙамға китап килде. Ниндәй генә китаптар уҡыманыҡ беҙ Ильяс ағай менән. Улар Ильяс ағайҙы уйландырҙы, ҡанатландырҙы. Н. Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты?» китабын ҡат-ҡат уҡыныҡ. Шунан һуң әкренләп күнекмәләр яһай башлаған икән Ильяс ағай. Аҙаҡ ул быны миңә лә әйтте. Икәү тотонғас эш тә көйлөрәк китте. Йыл ярымдан Ильяс ағай аяғын терәп йөрөй башланы, ә тағы бер йылдан ул ныҡлы баҫып атлай ине инде. Әсәһе Шәһүрә әбей үлгәс, Ильяс ағай ауылдан бөтөнләй китте.
– Ауыр миңә бында. Нәзифә күҙ алдымдан китмәй, – тине ул.
Башҡаса беҙ Ильяс ағай менән осраша алманыҡ.
Малай ғына сағымда сыңлап киткән бер моң һымаҡ хәтеремә уйылып ҡалған Ильяс ағайҙың ул ваҡыттағы ауыр яҙмышы. Әле килеп уны күреүемә ышанмайыраҡ торам.
Исем, фамилияларҙың тура килгәндәре лә байтаҡ. Тик бына Нәфисә шикләнергә урын ҡалдырмай, ҡойоп ҡуйған атаһы.
Беҙ иркен аҡланға урынлашҡан бер нисә йорт, ҡоролмалар янына килеп туҡтаныҡ. Нәфисә йүгереп инеп китеү менән, өйҙән, һөлпәңләп атлап (күрәһең, олоғая бара аяҡтары бирешә башлағандыр) Ильяс ағай килеп сыҡты. Бер ни ғүмер ҡарап торғандан һуң, танып, ҡосаҡлап алды.
– Таһир!
– Ильяс ағай!
– Һине күрер көн дә бар икән! – Ильяс ағай күҙ йәштәрен һөрттө. – Әйҙә, өйгә рәхим ит, туған.
* * *
Иртәгеһен беҙ ҡалаға юлландыҡ. Юл буйы Ильяс ағай тормош хәлдәрен һөйләп барҙы. Ике ул, ике ҡыҙ үҫтергәндәр икән Тәслиә апай менән.
– Башта уҡ ошо эшкә килеп урынлашҡайным, шунан китмәнем инде. Донъям етеш. Балалар үҫеп, эшләп йөрөй.
– Башлы-күҙле булғандарҙыр инде?
– Ике улымдың да икешәр малайҙары бар. Нәзифәмдең береһе ул, береһе ҡыҙ. Нәфисәһе генә һайлана әле.
Ильяс ағай тыйнаҡ ҡына көлөп ҡуйҙы.
– Әле һине килтергән шофер егет Мораҙым йөрөй артынан. Былай ипле күренә лә инде, хәҙерге йәштәргә бик ышаныс та юҡ шул. Күбеһенең күңеле буш. Ярты ҡап шырпы һымаҡ. Шуға ла эскегә тиҙ бирешәләр.
– Мораҙым ышаныслы егет. Ярты ҡап шырпыға оҡшамаған, – тинем мин.
Ильяс ағай йылмайып ебәрҙе.
– Мин ул «ярты ҡапты» һүҙ өсөн генә инде. Үҙҙәре килешһә, беҙ нәмә... Хәҙер ата-әсәнән бик һорап та бармайҙар.
Ильяс ағай ауыл хәлдәрен һорашып барҙы. Айырылышыр алдынан: «Рәхмәтем ҙур һиңә, Таһир туған, теге саҡтағы өсөн. Йәшәүгә ышанысым бөтөп, тамам һүнеп барғанымда оло таяныс булдың. Һине йыш иҫемә төшөрәм. Үҙем юллап барын сығырға ҡыймайыраҡ йөрөй инем, килеп иллә шәп иттең. Тик ҡабалан киттең. Ғүмер булһа, тағы иркенләберәк күрешербеҙ әле, һөйләшеп туйып булманы», – тине ул.
Беҙ Матбуғат йорто алдында хушлаштыҡ.
Түләк ҒИРФАНОВ.