Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
19 Декабрь , 16:41

Әйтелмәгән сер Хикәйә Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева

Улар иһә рәхәтләнеп көлдө. - Китсәле, алдайһыңдыр! Төнө буйы йоҡлап ятҡас, егетме ни ул! Эшкинмәйҙер, - тинеләр. Ниңә һөйләгәнемә үкенеп бөтә аланым. Матурлыҡ- таҙалыҡтан кер эҙләгән әхирәттәрем әҙәпһеҙ ҙә, йәл дә күренде.

Әйтелмәгән сер Хикәйә Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева
Әйтелмәгән сер Хикәйә Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева

Мин, ҡулыма диплом алғас та, һөйләшеүҙәр пунктына йүгерҙем. Йән һөйгәнем йәшәгән  тарафҡа осоп барырҙай булып, күптән көтөлгән яҡын тауышты ишетергә өмөтләнеп, телефон трубкаһына үрелдем. Әммә теге остан ишетелгән ҡатын-ҡыҙ тауышы мине айнытып ебәргәндәй булды.

- Ғәлинур дауаханала ята шул, килә алманы. Ике аҙна самаһы элек аварияға эләккәйне,- тине минең менән һөйләшергә килгән бер туған апаһы Гөлшат бошонҡо ғына тауыш менән.

Аяҡ аҫтында ер убылып китте. Һәрмәләнеп, кабинка ишегенең тотҡаһына тотоноп, арҡам менән стенаға һөйәлдем.

- Хәле нисек һуң, Гөлшат апай? Төҙәләме?

- Арыулана, буғай. Һин бигүк ҡурҡып китмә тағын. Тәүҙә беҙҙе лә борсоуға һалғайны ул, хәҙер ҡурҡынысы үтте инде.

Мин еңел ҡулап ҡуйҙым.

-Ярай улай булғас, Гөлшат апай, бәлки, үҙемә Ғәлинур эргәһенә барып сығырғалыр?! – Саҡырыуҙы көтөргә кәрәк ине лә бит, ләкин был һүҙҙәр минең ихтыярымдан тыш, үҙенән-үҙе телемдән ысҡынды.

Гөлшат апай берауыҡ яуап бирмәй торҙо. Бәлки, Ғәлинурҙың хәле бик мөшкөлдөр, миңә уны шул хәлдә күрһәтергә теләмәйҙәрҙер? Авария тине бит, кем белә?..

- Әллә инде, һылыу. Үҙең ҡара…

- Барам, Гөлшат апай, иртәгә үк барам! Минең  бында эштәрем бөттө, ауылға ҡайтып китергә тип йөрөй инем.

- Улайһа, иртәгә тиклем. Хуш, һылыу!

 Гөлшат апай трубканы һалғас та, мин байтаҡ уйланып торҙом. Иртәгә күрешәсәкбеҙ. Ни хәлдәһең икән, Ғәлинур? Бар ағзаларың теүәлме, аяҡ – ҡулһыҙ ҡалһаң ни эшләрмен?! Булһын, өс йылдан ашыу яратып, һәр хатын, һәр ым- ишараһын көтөп, ҡояштан нур алған айҙай, Ғәлинурҙың йылмайыуынан нурланып, һәр һүҙенән балҡып йәшәгән мин түгелме ни?!

“Һиңә бер серем бар. Институтты бөткәс әйтермен әле,”- тигәйне Ғәлинур һуңғы осрашҡанда. “Ниндәй сер булыуы мөмкин?- тип уйланым мин автобус Өфө вокзалынан ҡуҙғалып киткәндә.- Сер. Моғайын… Моғайын, Ғәлинур миңә тормошҡа сығырға тәҡдим яһар. Башҡаса ни эшләп минең институтты тамамлауымды көтөргә?”  Ярты йыл элек, Яңы йыл кисендә әйткәйне.  Мин ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, бик белгем килеп, инәлеп-ялбарып һораһам да, ниндәй сер икәнен сисмәгәйне. “Юҡ, уҡыуыңды бөтөр әле, шунан күҙ күрер. Ә әлегә мин бер нимә лә әйтмәне тип уйла, йәме!” Ялтыр-йолтор, аллы- гөллө биҙәүестәре менән, әле янып-әле һүнеп,  балҡып торған шыршы эргәһендә, сихри моң аҫтында бик ишеткем килгәйне минең был һүҙҙәрҙе…

Район үҙәге урынлашҡан ҡаласыҡҡа еткәс, кешеләрҙән һорашып, урам автобусына ултырҙым. Алыҫ түгел икән алай ҙа дауаханалары, ике-өс туҡталыштан һуң килеп тә еттем.

Ниндәй палатала ятыуын да һорашырға онотҡанмын Гөлшат апайҙан. Хирургия бүлегенең фойеһына ингәс, стенаға эленгән исемлек яҙылған ҡағыҙҙарҙан Ғәлинурҙың фамилияһын эҙләргә тотондом. Бик күп әҙәм ята икән был бүлектә. Шулар араһында минең Ғәлинурым да…Ҡапыл  йөрәгем дарҫлап тибергә кереште. Нисек итеп, ниндәй хәлдә күрермен мин һине, Ғәлинур?! Күҙҙәре генә асыҡ ҡалдырылып, ап-аҡ бинтҡа уралған Ғәлинур түшәктә ята…Ҡалҡына ла, хатта ҡулдарын ҡыбырҙата ла алмай. Мин йүгереп уның күкрәгенә ҡапланам да үкһеп-буҫлығып иларға керешәм. Ни өсөн һин шундай хәлгә ҡалырға тейеш, Ғәлинур? Мин уҡып бөткәс кенә…Күпме көткән осрашыу, бәлки, ҡауышыу мәле еткәс кенә? Ниңә яҙмыш шулай аяуһыҙ һуң?! Юҡ, мин барыбер бирешмәйәсәкмен, эргәңдән көнө -төнө китмәй бағасаҡмын, аяғыңа баҫтырасаҡмын мин һине, һөйөклөм. Буласаҡ табипмын бит әле…

Субырлап аҡҡан йәшемде һөртәм. Шул саҡ кемдер арттан килеп күҙҙәремде ҡаплай. Бында минең бер генә танышым да юҡ, кем һуң? Ҡулдарын тотоп ҡарайым: ҙәр, көслө ир-егет ҡулы.

Кинәт  артыма әйләндем: йылмайып Ғәлинур баҫып тора. Элек оҙон итеп үҫтерергә яратҡан тулҡынлы һоро сәстәре ҡыҫҡа ғына итеп алынған. Моғайын, аварияға осрағас, дауаханала ҡырғандарҙыр. Яғымлы, тыныс һоро күҙҙәр, тигеҙ ап-аҡ тештәр… Бер ҙә үҙгәрмәгән, тик йөҙө генә, дауаханала ятҡан ауырыуҙарға ғына хас булғанса, ағарып, ябығыңҡырап киткәндәй.

Күргәнемә һаман ышана алмайым, өндәшергә тел әйләнмәй, илап ебәреүҙән ҡурҡам. Башымдан төрлө уй үтә. Күҙҙәремде ҡаплағас, тимәк,ҡулдары имен. Ә аяҡтары? Ҡарашымды аҫҡа йүнәлтәм. Аяҡтары ла үҙенке, заманса ғына туфли кейгән. Иҫән, иҫән икән бит минең Ғәлинурым, аяҡ-ҡулы ла үҙ урынында!

Инде шатлыҡтан илап ебәрмәҫ өсөн ситкә ҡарайым.

Ғәлинур йомшаҡ ҡына итеп  ҡулдарыма ҡағыла.

  • Киттекме?
  • Ҡайҙа?
  • Ауылға. Әсәйемдәр көтөп тора.

Мин шунда ғына Ғәлинурҙың кейеменә иғтибар итәм: өҫтөндә  дауахананың буйлы пижамаһы түгел, ә бик матур килешле костюм- салбар.

  • Ә һине ебәрәләрме һуң?
  • Эйе. Хәҙер һине ҡайтарып ҡуям да, кире килеп, кискелеккә укол ҡаҙатып, дарыуҙар алып ҡайтырмын.

Беҙ етәкләшеп дауахана ҡаласығынан сығабыҙ. Бәхетемә һаман ышана алмайым. Ысынлап та килдемме, күрҙемме мин Ғәлинурҙы? Әллә төш кенәме? Бөтә ағзалары ла теүәл, һин дә мин йөрөп ята. Ә мин, йүнһеҙ, әллә ниндәй йәмһеҙ, ҡурҡыныс күренештәрҙе күҙ алдыма килтереп, нимәләр генә уйлап бөтмәнем. Насарға юрарға ярамай, нимәгә юраһаң- шул юш килә, тиҙәр түгелме әле? Изгегә генә була күрһен инде… Минең бәхетемә имен ҡалғандыр Ғәлинур. “Ә улай булғас, ниңә осрашыуға килмәгән һуң?” – тигән уй күңелемдең аҫтын-өҫкә әйләндермәксе булып ҡоторона.  Тик ундай ҡотортҡосто мин йәһәт кенә баҫтырып ҡуям: “Бәлки, улар юрамал минең килеүемде теләп, аварияны ла юрый уйлап сығарғандырҙыр. Был яҡтарҙа егеттәр ҡыҙҙарҙы урлап алыуға бик әүәҫ. Әллә Ғәлинур ҙа…” Аҙағын уйлап бөтөрөргә шөрләйем, үҙ уйҙарымдан үҙем ҡасам.

            Ғәлинурҙарҙың ауылы ҡаласыҡтан алыҫ түгел,  ун биш - егерме минуттан автобустан төшөп ҡалдыҡ.

Ауыл халҡы шулай ҡыҙыҡ инде ул: осраған береһе һаулыҡ һораша, ят кешегә, йәғни  миңә, һынап ҡарай. Кем менән ҡайтып килә Ғәлинур, тиҙәрҙер инде. Ә бер ағай уратып-суратып торманы, Ғәлинур менә ҡул биреп күрешкәс тә:

  • Әллә киленме?- тип һораны. Минең уйлауымса, Ғәлинур юғалып ҡалманы. Ҡуйы ҡара ҡашын һикертеп кенә ҡуйҙы ла:
  • Бәлки!- тине. “Бәлки!” Тимәк… Минең күңелем ҡанатланып осоп китте, тотоп урынына ултыртырмын тимә…

         Шәмәхә йәшелгә буялған ҡапҡа, баҡса рәшәткәләре әллә ҡайҙан күренеп тора.  Асыҡ бейек болдорҙа тороусы - әсәһелер. Килеремде белгәс, әҙерләнеп көтәлер. Ғәлинурҙың әсәһен, Ғәйшә инәйҙе, мин электән беләм. Дөрөҫөрәге, дуҫлаша башлағанда уҡ алып ҡайтып таныштырғайны беҙҙе Ғәлинур. Сире арҡаһында күп ваҡыт түшәктә ятып ҡына тора Ғәйшә инәй. Таныш йортҡа еткәс, аяҡтар ҡалтырана башланы. Нисек ҡаршыларҙар мине буласаҡ бейемем менән бикәмем*?                                         *бикәм(диал)-  егеттең апаһы, ҡайенбикә

Үҙе килеп, әрһеҙләшеп йөрөй, тимәҫтәрме? Әллә, тупһаға мендәр һалып, килендәре итеп ҡаршыларҙармы? Нисек тоторға үҙемде: алсаҡ-һүҙсән булырғамы, әллә тыйнаҡ- баҫалҡымы? Ниндәйерәк килен көтәләр икән улар?

         Болдорҙа ысынлап та Ғәйшә инәй (әлегә инәй!) ҡаршы алды. Ҡушҡуллап күрешкәс, эйәртенешеп өйгә индек.  Гөлшат апай менән ҡосаҡлашып күрештек, сикәгә сикә тейҙерҙек. Осрашыу мин көткәндәгенән күпкә ябайыраҡ та, еңелерәк тә килеп сыҡты. Минең тулҡынланыу - ҡаушауымды һиҙмәнеләрме, әллә һиҙһәләр ҙә, уңайһыҙ хәлгә ҡуймаҫ өсөн, өндәшмәнеләрме?

            Ғәлинур инеү менән, ҡәнәфигә ултырып, телевизор ҡабыҙҙы.  Ғәйшә инәй он иләп, йомортҡа һытып, ҡамыр баҫырға тотондо. Мин ҡала күстәнәстәрен Гөлшат апайға биргәс, ни эшләргә белмәй, улар эргәһендә баҫып торҙом.

-Әйҙәгеҙ, миңә лә берәй эш ҡушығыҙ, бәлки, картуф әрсергәлер?- тинем уңайһыҙланып.

-Ҡуй, Ғәлинур эргәһендә ултырып ҡына тор. Юлда йонсоғанһыңдыр. Өфө - яҡын ара түгел. Хәҙер аш өлгөрә,- тине Ғәйшә инәй, яғымлы ҡарап.

 Еңел һулап,  Ғәлинур эргәһенә сыҡтым. Өндәшмәй генә экранға текәлгәнбеҙ. Миндә, әлбиттә, тапшырыу ҡайғыһы юҡ. Ни эшләргә, ни һөйләшергә белмәйем. Тик кенә ултырыуы ла уңайһыҙ һымаҡ.

            Ул арала аш бешеп сыҡты. Табын артында күбеһенсә Ғәйшә инәй менән Гөлшат апай ғына һөйләште тиерлек.  Минең ата-әсәйем, туған- тыумасам хаҡында һораштылар. Ашап бөткәс тә, Ғәлинур кире район үҙәгенә юлланды.

-Оҙаҡламам. Барып ҡына күренәм дә ҡайтам. Пока!- тине ул ҡапҡанан сығышлай.

            Ғәлинур киткәс, өй бушап ҡалғандай тойолдо. Гөлшат апай менән икәүләп өҫтәлде йыйыштырып, һауыт-һабаны йыуғас, урамдағы эскәмйәгә сығып ултырҙыҡ.  Ҡасандыр тап ошонда Ғәлинур менән таң ҡаршылағайныҡ. Шул хәтлегем матур айлы кис ине. Нимәләр генә һөйләштек икән, хәтерҙә ҡалмаған. Ләкин беҙгә шундай күңелле ине, төнө буйы һөйләшеп-көлөшөп сыҡтыҡ.

            Киске һиллек. Тауыш-тын юҡ. Яңы ғына япраҡ ярған ағастарҙан, ерҙе тишеп баш күтәргән йәш үләндән иҫерткес тәмле хуш еҫ бөркөлә.  Ыуыҙ ғына асыҡ йәшел төҫ бар ауылды уратып алғандай тойола, сөнки һәр өй алдындағы баҡсала – төрлө емеш ҡыуаҡтары, ағастар,   ә ауыл уртаһында- ҙур ғына ял паркы.  Мин рәхәтләнеп саф һауа һулайым.

            Гөлшат апай өндәшмәй ултырыуымды ҡайғырыуҙан, Ғәлинур юҡлыҡтан тип уйлай, шикелле.

- Борсолма, хәҙер ҡайтып етә ул. Автобусҡа өлгөрмәһә, үткенсе машиналарға ултырыр. Бик тә булмаһа, йәйәүләп ҡайтыр. Ун биш саҡрым уға арамы ни? Ҡайһы мәл ул шулайтып кисләтеп ҡайтып, өйҙә йоҡлап китә,- ти. Уның йыуатыуынан мин ысынлап та борсола башлайым. Автобус менән барып кире урауға бер сәғәт етә. Ә Ғәлинурҙың киткәненә өс-дүрт сәғәтләп үткәндер инде.

Эңер төшә башланы. Ауылға ғына хас тынлыҡты боҙоп, һарайҙа әтәс ҡысҡырҙы, һыйырҙың мышнап, быҙауына тауыш биреп, мөңрәгәне ишетелде.  Тыҡрыҡта бер-ике кешенең шәүләһе күренде, ҡыҙыҡай сағыу матур тауыш менән рәхәтләнеп ҡысҡырып көлдө.  Бәхетле,  ҡәнәғәт кеше генә шулай ихлас,  донъяһын онотоп ғәмһеҙ көлә ала торғандыр. Егеттең тауышы баҫалҡы ғына, көңгөр-ҡаңғыр ишетелеп ҡалды. Нимә әйтеп көлдөрҙө икән егет?  Моғайын, йөрәген асҡандыр, һөйөүен белдергәндер…

- Әйҙә, инәйек инде, һалҡын да төштө. – тип ҡалтыранып ҡуйҙы Гөлшат апай. – Миңә  сәғәт дүрттә, иртәнге һауынға торорға кәрәк. 

 Өндәшмәй генә Гөлшат апай артынан эйәрәм.

-Теләһәң верандала йоҡла. Унда еләҫ тип,  өйҙөң тынсыулығын яратмай , Ғәлинур йоҡлай торғайны.

            Мин верандала йоҡларға ризалашам. Гөлшат апай тыныс төн теләп, өйгә инеп китте.

            Бер карауат менән бер өҫтәл генә ҡуйылған таныш верандаға инәм. өҫтәлдәге магнитофонды тоҡандырам. Бүлмәгә сихри моң  тула. Тауышын баҫып, карауатҡа менеп ултырамда да тәҙрә рамына һөйәләм.

             Аяҙ яҙғы кис. Кисме, төнмө? Күк йөҙөн меңәрләгән йондоҙҙар сыбарлаған. Ана, Ҡош юлы тап минең түбәмдән үтә. Ҡош юлы. Ҡош юлы буйлап килгәнмендер кеүек Ғәлинур янына. Һөйгәнемдең ауыр хәлдә икәнен ишетеп, ҡоштай осоп килдем бит мин. Ауыр хәлдә, тименсе, ярай әле ауыр хәлдә түгел. Хәҙер ҡайтып етер. Нимә тип әйтер икән? Теге серен сисерме, юҡмы? Ваҡыттың нисек үткәнен дә һиҙмәйенсә, төгнө күктең сихрилығына, ҡабатланмаҫ матурлығына иҫем китеп ултырам да ултырам.

            …Ҡасандыр ошо карауатта икәүләп төн үткәргәйнек. Иҫләйһеңме икән уны, Ғәлинур?

            Шундай саф, шундай илаһи гүзәл саҡ ине ул. Киске уйындан арып- талсығып ҡайттыҡ та, ошонда ауҙыҡ. Ғәлинур мине ҡосаҡлаған килеш, сикәмдән генә берҙе “әп” итте лә, хәйеле төн теләп, йоҡлап та китте. Мин уның киң күкрәгенә башымды һалып, тәненән, сәстәренән килгән илерткес хуш еҫте еҫкәп, ҡыбырҙау түгел, тын алырға ла ҡурҡып яттым. Яратҡан кешеңдең тын алышын тыңлап, ҡосағында тик кенә ятыу ҙа ниндәй оло бәхет икән, тип аптырағайным. Саҡ ҡына ҡымшанһам да, ошо серле тынлыҡ юғалыр, төш кенә булып ҡалыр төҫлө.  Мин таң атҡансы татлы хыялдарға бирелеп, Ғәлинурҙың сибәр,  һөйкөмлө йөҙөнә төбәлеп, һоҡланып сыҡтым.

            Аҙаҡтан бик оҙаҡ ошо сихри, сәйер төн хаҡында уйланып йөрөнөм. Шул хәтлем дә балалыҡ, сафлыҡ- паклык сиге булып тойолдо ул төн миңә. Йылдан ашыу ваҡыт үткәс, бүлмәләш әхирәттәремә һөйләнем. Улар иһә рәхәтләнеп көлдө.

- Китсәле, алдайһыңдыр! Төнө буйы йоҡлап ятҡас, егетме ни ул! Эшкинмәйҙер, - тинеләр. Ниңә һөйләгәнемә үкенеп бөтә аланым. Матурлыҡ- таҙалыҡтан кер эҙләгән әхирәттәрем әҙәпһеҙ ҙә, йәл дә күренде.

Бөгөн дә мин үткәндәремде иҫләп, таң атҡансы йондоҙло күкте иңләп, йоҡоһоҙ уйланып сыҡтым. Тик был юлы һинең ҡосағыңда түгелмен шул, Ғәлинур. Һин ҡайтманың…

Иртәнсәк мин йыуынып өйгә ингәндә. Гөлшат апай һауындан ҡайтмаған ине әле.  Ғәйшә инәй, ауырлыҡ менән генә йөрөп, сәй хәстәрләй. Мин уға өҫтәл әҙерләштем. Ни өсөндөр үҙен ғәйепле кешеләй тотҡан инәй йәл булып китте.

-Ҡайтармағандарҙыр. Хәҙер иртәнге обходтан һуң, ҡайтып етер,- тине ул мине йыуатҡандай.

Мин йылмайып ҡуйҙым:

-Эй, инәй, мин борсолмайым. Ҡайтмағас, ҡайтманы инде. Имен- һау булғас ярар. Мин хәҙер юлға сығам. Ҡайтыр билетты Өфөлә үк алып ҡуйғайным.

Ни өсөндөр Ғәйшә инәй алдындағы кисәге оялыуым, тартыныуым юҡҡа сыҡҡайны. Үҙ өйөмдәгеләй иркенләп ултырып сәй эстем, өҫтәлде йыйыштырҙым. Унан һуң инәйҙең һынсыл ҡарашы аҫтында  өҫтөмдәге йәйге күлдәгемде сисеп, юлда уңай булһын өсөн йоҡаҡ зәңгәрһыу салбар кейҙем, ҡыҫҡа еңле блузка эләктерҙем. Өйөп ҡуйған еренән ысҡындырып, оҙон сәстәремде яурындарыма туҙғыттым.

Ғәйшә инәй яҫтығына һөйәлеп,  ғәйепләгәндәй, борсоулы төҫ менән мине күҙәтә. “Кит әле, былай ауыл килене була тиме ни? Минең алдымда салбар кейеп тормаһа!”-тигән кеүек.

Ләкин мин, ниңәлер, был хөкөмдар ҡараштарҙан юғалып ҡалмайым. Кескәй сумкамдан буянғыстар алып, күҙемә һөрмә тартам, сикәләремә алһыу яғам, иренемде ҡыҙартам. “Миңә барыбер, барыбер”,- тигәндәй, былай саҡта аҙ ғына яҡҡан буянғыстарымды мулыраҡ тондорам, сағыуыраҡ төҫтәр һайлайым.\

-Ҡабаланмаһаңсы, балам, Ғәлинурҙың ҡайтҡанын көтһәңсе,- ти Ғәйшә инәй оҙата сыҡҡанда.

- Юҡ, инәй, автобусҡа китергә күп ҡалманы, һуңлайым,- тием, ныҡ булырға тырышып.

Инде түгеләм тип торған күҙ йәштәрен йотоп, инәйҙең (хәҙер инде ысынлап та инәй менән һуңғы күрешеү бит!)  йыйырсыҡтар йырмаслаған ике сикәһенән үбәм, ҡаҡса ғына арҡаһынан һөйөп яратам.        

- Һау бул, Ғәйшә инәй! Башҡа күрешергә яҙмаһа, ғәйепләмәгеҙ инде мине, яраймы?!

 Инәкәйемдең дә күҙҙәре йәшләнә:

- Матур йөрө, балаҡайым. Үҙең риза булып кит,- ти  арҡамдан тупылдатып.

- Хуш!-  Мин йүгереп тигәндәй оло юлға сығам, артыма боролоп ҡарамаҫҡа тырышып, алға ынтылам. Боролоп ҡараһам, китә алмам төҫлө. Ләкин арҡам менән инәйҙең баҡса алдындағы эскәмйәһенә ултырып, бер ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, икесеһен болғай-болғай миңә төбәлгәнен һиҙәм…

            Келт итеп бынан ете йылдар самаһы, мин мәктәпте тамамлар алдынан булған бер ваҡиға иҫкә төшә. Минең менән бындай хәл булды ла баһа…

            Зәки менән беҙ беренсе кластан алып һигеҙенсене бөткәнсе бергә уҡыныҡ. Ул- малайҙар, мин –ҡыҙҙар араһында атаман- лидер. Ниндәй генә кисәләр, ярыштар, концерттар булмаһын, башлап йөрөүсе беҙ икәү.  Беҙҙе гел бергә күреп өйрәнгән һабаҡташтар ҙа, уҡытыусылар ҙа, пар килеп кенә тораһығыҙ, тип матур киләсәк юраны. Йәшереп кенә, эстән генә мин дә шулай уйлай инем. Бер көн Зәки: “Имтихандар бөткәс, мин һиңә бер һүҙ әйтермен, яраймы?! – тигәйне. Өҙөлөп, сабырһыҙланып көткәйнем мин ул көндө. Моғайын, икәүләп берәй ергә уҡырға инәйек, айырылышмайыҡ, тип әйтергә теләйҙер.

            Бына төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралышыр хушлашыу кисе лә килеп етте. Йола буйынса, бер-беребеҙгә бүләктәр алдыҡ. Мин дә үҙемдең кескенә бүләгемде тотоп, Зәки саҡырған ергә осрашыуға килдем. Ялтыр ҡағыҙға төрөлгән гөлләмә тоттороп, Зәки миңә көтөлмәгән һүҙ әйтте:

- Ғәфү ит, һабаҡташ!- тине тулҡынланып, ҡарлыҡҡан ят тауыш менән.- Мин һине өмөтләндереп, үҙемдең яратыуымды әйтергә тип көттөргәйнем. Ләкин ул хис…ул хис үтте. Яратмайым мин һине, һабаҡташ. Хуш!

- Хуш! - Мин, гөлләмәне тотоп, килгән яғыма йүгерҙем. Битемдән, ямғыр тамсылары ише, күҙ йәштәрем тәгәрәй ҙә тәгәрәй. Ә артымдан, бер тотам ҡалмайынса, әлеге ҡос осҡос һүҙ баҫтырып килә: “Яратмайым! Яратмайым!  Яратмайым! “ “Их, саҡырмаһасы осрашыуға, бүләк бирмәһәсе! Ул сағында яратмағанын былай ҙа аңлар инем. Мөхәббәтте генә ҡысҡырып әйтергә кәрәк, ә яратмауҙы бер ҡасан да әйтмәйҙәрҙер!”- тип әрнегәйне яралы, ун алты йәшлек  йөрәгем. Зәки бүләк иткән сәскәләр юлда һибелеп ҡалды.

Ошо хәтерләүҙән һуң мин ни өсөн Ғәлинурҙың һөйләшеүгә килмәгәнен, төнө буйы ҡосағында ятып та бер ым-ишара яһамауын төшөндөм. Яратмай, яратмай икән бит мине Ғәлинур. Үҙ хистәремә иҫереп, баштан-аяҡ ғашиҡ булып, Ғәлинурҙың тойғолары хаҡында уйлап та бирмәгәнмен. Берәй тапҡыр әйттеме һуң ул, яратам, тип. Юҡ бит…

            Берсә күҙ алдыма һоро күҙҙәренең  нурын сәсеп, ап- аҡ  тигеҙ тештәрен йылтыратып, йылмайып  Ғәлинур килеп баҫа. Берсә, алды – артын ҡарамайса йүгергән йәш ҡыҙсыҡты, ҡот осорлоҡ аяуһыҙ һүҙҙәр баҫтырып килә төҫлө:

-Яратмайым! Яратмайым!         … Хуш, Ғәлинур. Мәңгегә хуш!

 

Автор:
Читайте нас: