Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
17 Декабрь , 22:34

Атайымдың улы булмағас...

Нәфисә нисек ултырған – шулай ултырҙы. Сәлимә башындағы яраға ниҙер һөртөп бәйләп ҡуйған булды. Минең дә баш ныҡ ауырта ине, күҙ алдарым ҡараңғыланып, ҡуйы томан эсендә ултырған һымаҡ тойҙом үҙемде. Бүлмәлә сәйер тынлыҡ урынлашты. Тышта дөм ҡараңғы. Ятып йоҡларға түгел, иркенләберәк ултырырға ла урын юҡ. Нышып тултырғандар. Бер-беребеҙгә һыйынышып ҡына йоҡомһорай башланыҡ. Шул саҡ сабый илаған тауыш ишетелде. Уға икенсеһе, өсөнсөһө ҡушылды. Ҡатындар һикерешеп килеп торҙо. Тәҙрәләргә, ишеккә ташландылар, стена дөмбөрләтә башланылар, илайҙар, ҡысҡырышалар.

Атайымдың улы булмағас...
Атайымдың улы булмағас...

1

Аһ, Аҡсура, әллә һин инде? – тип аптырап китте Бүләкбикә, килеп ингән кешене сырамытып. Мөһабәтлеге, ҡойоп ҡуйғандай буй-һыны менән сәхнә тултырып, күркәмлеге менән күңелдәрҙе балҡытып ебәреп, көр, моңло тауышы менән хайран итеп, тамашасыларҙың иң яратҡан артисына әйләнгән Аҡсураны, урамда ошо хәлендә осратһа, бәлки, танымаҫ та ине ул. Бигерәк бөтөрөнөп-бирешеп киткәйне. Бүләкбикә уны күҙ ҡараштарынан таныны ла ҡыуанысынан ни эшләргә белмәне. Бүлмәнең үҙе йоҡлаған карауат өлөшөн айырып торған шаршауҙы бер асты, бер япты, ҡалҡа биреп баш аҫтындағы яҫтығын арҡаһына тыйғыслап ҡуйҙы. Шунан шатлығын Аҡсураға ла белгертергә теләгәндәй:

– Ҡуй ҙа һуң, Аҡсура, төштөр был... Нисә йылдарҙан һуң... Әллә, ысынлап та, төшмө был, хоҙайым, – тип ни эшләргә белмәй ыуаланды.

– Өн был, өн! – Аҡсура уның янына яҡыныраҡ килде лә ипле генә итеп ҡулдарын ҡыҫты. Был өйгә, Бүләкбикәне күрергә тип тәғәйен килмәһә, Аҡсура ла дуҫының ҡатынын таный алмаҫ ине. – Һаумы, Бүләкбикә?

– Һаумы, тип, күҙ алдыңда инде һаулығым. Ҡайһы саҡта, әллә арамъяланып ятаммы икән, тип, тормаҡсы булып ҡуям да – хәл етеңкерәмәй. Үҙең ҡайҙарҙан? Ҡайһы елдәр ташланы? Үт, Аҡсура, ултыр...

– Барыһын да һөйләрмен, Бүләк, үҙем дә Сәлимәкәйҙең, балаларҙың, барығыҙҙың да хәлегеҙҙе беләйем, тип ашҡынып-елкенен килеп етеүем.

– Тура бында юл алдыңмы? Ҡайҙан белдең? Башҡа берәүҙе лә күрмәнеңме?

– Өфөлә күҙ терәп барырлыҡ кеше лә ҡалмаған шул. Яҙа-йоҙа ғына тигәндәй Гәүһәрҙе күреп ҡалдым. Ул әйтте һинең бында икәнлекте. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуя юлына, тигәндәй, әл дә юлыма ул килеп сыҡты.

– Гәүһәр бик ҡыйыу йөрәкле, белекле ҡатын булып сыҡҡан. Юламандың һуңғы әҫәрен баҫҡан саҡта бер данаһын алып ҡалған, тип, туранан-тура Сәлимә тураһында һүҙ башламаҫ өсөн, уратыбыраҡ һөйләй башланы. – Ә балаларҙы ҡайтҡандан бирле эҙләйем, ептең осона сыға алмайым.

– Ҡайҙан ҡайтҡандан бирле, ҡайҙан эҙләтәһең, Бүләкбикә? – тип, Бүләкбикәнең һүҙ башына ныҡ аптырап, түҙемһеҙләнде Аҡсура.

– Ни эшләп ҡоро һөйәккә ҡалып, көжгөлдәп йүткереп ултыра тиһең мине, Аҡсура? Һеҙҙән һуң бер көн тормай беҙҙе ҡулға алдылар бит. Берегеҙҙең бер хәлегеҙҙе белеп булмай, балаларҙыҡын да... Сәлимәкәй дүрт ай тигәндә яҡты донъя менән хушлашты. Башына ҡан һауҙы, ахыры. Гел башым, тип яфаланды.

– Төрмәләме? Үлдеме?

– Эйе.

– Ҡәбере ҡайҙа икән? – Бүләкбикә Аҡсура яғына ҡарамаҫҡа тырышты, тауышының һыҡтап сығыуынан уның ниндәй хәлдә икәнлеген тоя ине инде.

– Үҙең дә шул тамуҡтан бит һин, Аҡсура. Үлгәндәрҙе әҙәмсә ерләй торған урынмы ни ул...

– Уныһы шулай.

– Беҙҙе ни өсөн алғандары аңлашылды – халыҡ дошманы, тинеләр. Ә һеҙҙе ни өсөн – аңыма һыймай.

– Һеҙҙең өҫтән яла яғылған ҡағыҙ әтмәлләгәндәр ҙә ҡул ҡуйығыҙ, ирҙәрегеҙ халыҡ дошманы, тип ныҡыштылар. Һыныҡҡа һылтау ғына инде уныһы.

– Эй, Сәлимәкәйем, мине лә, балаларҙы ла күрмәҫтәй итеп торғандыр инде, күҙ алдымдан осоп ҡына бараһығыҙ бит, аҙ ғына айырылышып торһаҡ та һағынам да ҡуям, тигән була торғайны. Күңеле һиҙеп йөрөгән инде...

Аҡсура бер туҡтауһыҙ ишекле-түрле йөрөй бирҙе лә сығып инергә уйланы.

– Барыһын да бәйнә-бәйнә һөйлә миңә, Бүләкбикә, – тине.

– Күпме рәнйетһәләр ҙә намыҫыбыҙға тап төшөрмәнек. Киләсәк өсөн тип йән аттыҡ, киләсәк өсөн тип ынтылдыҡ, эшләнек... Шуларҙы хәлдән килгәнсә бер аҙ һыҙмаҡлап ҡуйғайным. Уҡырһың, Аҡсура, һөйләргә хәлем етмәҫ ул минең. Ауырыуым да... Шунан барыһын да яңынан кисереү...

2

...Аҡсураны, Байғужаны, Юламанды – өсөһөн дә бер юлы, эштән ҡайтып килгән саҡтарында ғына алып китәләр. Уға тиклем байтаҡ ҡына абруйлы етәкселәрҙе берәм- һәрәм ҡулға алалар ине, тик береһе лә ни өсөн икәнен дә аңлап етмәне. Беҙ ҙә, Нәфисә, Сәлимә, бер-беребеҙгә шылтыратып, шыбырлап ҡына тигәндәй һөйләшеп сер бүлешә инек. Ирҙәрҙе алып киткәндең иртәгеһенә үк үҙебеҙҙе лә алып киттеләр ҙә ялған ялаға ҡул ҡуйырға ҡуштылар. Өсөбөҙ ҙә ҡуйманыҡ. Ҡайтарып ебәрәләр икән, тип, уйлаһаҡ, ҡатын-ҡыҙҙар ултырған камера ишеге янына алып килделәр ҙә берәм-берәм төрткөсләп елтерәтеп ебәрҙеләр. Мин ишек яғына бәрелеп, иҫһеҙ ҡолағанмын. Күҙҙәремде асһам, Сәлимә яулығын һыулап башыма һалған да эргәмдә ултыра.

– Хәлең нисек, Бүләккәй, үлерһең тип, ҡурҡтыҡ. Бер ни белмәй яттың бит.

Нәфисә, ана китәм-бына китәм, тигәндәй, урындыҡ ситендә генә ултыра.

– Уяндыңмы, Бүләкбикә, һинең менән хушлашайым да китәйем, тип ултырыуым.

– Һине ҡайтаралармы әллә? – тип, ҡыуанып киттем.

– Юҡ. Әкиәттәге Сәмреғошҡа ышанып, әллә кемдең ҡотҡарыуына ымһынып ултырып булмаҫ инде. Үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күрәйек.

– Ни эшләп улай тиһең, Нәфисә?

– Ирҙәребеҙҙе атҡандар бит, Бүләкбикә... – Нәфисә тын ғына илай ине. Күҙ йәштәрен һөртөп алды.

– Ҡуй, Нәфисә, булмаҫты... Ышанмайым. Әзмәүерҙәй ирҙәрҙе ҡапыл ғына хөкөмһөҙ-ниһеҙ ни эшләп зым-зыя юҡ итһендәр ти... Халҡым да халҡым тип, ауыҙ һыуҙары ҡороған кешеләр ни эшләп халыҡ дошманы булһын ти. Алданмайыҡ, ҡулда ҡуймайыҡ. Аҡлау яғын ҡарайыҡ, Мәскәүгә, Сталинға яҙайыҡ. Яңылышлыҡ менән, береһенең ҡотҡоһо менән алынғандарҙыр ҡулға.

– Атыуын атҡандар инде, Бүләкбикә. Үҙем белеп килдем. Хәҙер балалар хаҡына йәшәргә кәрәк. Ә улар ҡайҙа, кем күҙҙәренә ҡарап тилмерешеп ултыраларҙыр? Сәлимәкәй, һин нимә тиһең? Һинең дә ҡалды бит ике бауыр итең. Ярай, Бүләктең илап ҡалған береһе лә юҡ. Ә беҙҙең үҙәктәрҙе өҙөр балаларыбыҙ бар бит. Үлгән артынан үлеп булмай. Тере йәнгә йәшәргә кәрәк. Мин ҡул ҡуям да ҡотолам был тамуҡтан.

– Юҡ, Нәфисә, – тине Сәлимә, сабыр ғына, тыныс ҡына. Ана шул балалар хаҡына ҡул ҡуймайыҡ. Уларҙың атайҙары халыҡ дошманы түгел, һөттәй аҡ күңелле кешеләр улар.

– Сәлимәнең һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар, Нәфисә. Минең дә күңелем уларҙың үлеүенә ышанмай. Уларҙы атһалар, ни эшләп беҙҙе төп уртаһында торғоҙоп һорау алдылар? Бына күрерһең, ҡул ҡуйыуыбыҙ булыр, ҡатындарығыҙ үҙҙәре яҙҙы һеҙҙең өҫтән, тип барып та етерҙәр ҡағыҙ тотоп.

Нәфисә нисек ултырған – шулай ултырҙы. Сәлимә башындағы яраға ниҙер һөртөп бәйләп ҡуйған булды. Минең дә баш ныҡ ауырта ине, күҙ алдарым ҡараңғыланып, ҡуйы томан эсендә ултырған һымаҡ тойҙом үҙемде. Бүлмәлә сәйер тынлыҡ урынлашты. Тышта дөм ҡараңғы. Ятып йоҡларға түгел, иркенләберәк ултырырға ла урын юҡ. Нышып тултырғандар. Бер-беребеҙгә һыйынышып ҡына йоҡомһорай башланыҡ. Шул саҡ сабый илаған тауыш ишетелде. Уға икенсеһе, өсөнсөһө ҡушылды. Ҡатындар һикерешеп килеп торҙо. Тәҙрәләргә, ишеккә ташландылар, стена дөмбөрләтә башланылар, илайҙар, ҡысҡырышалар.

– Асығыҙ, сығарығыҙ беҙҙе. Сабыйҙарҙы ни эшләтәһегеҙ унда?

– Мин башҡаса булдыра алмайым, юҡ, юҡ!!!

– Туҡтатығыҙ йыртҡыслыҡты, ни эшләп әсәләрҙең үҙәктәрен өҙәһегеҙ?!! – тип ҡысҡырыша башланылар күрше камералағы ирҙәр. Бер аҙҙан балаларҙың илау тауышы тынды. Сәлимәкәй ҡолаҡтарын ҡаплап ултыра ине, күҙҙәрен тултырып миңә ҡараған булды ла ҡолап китте. Баш ауыртыуын оноттом, һикереп тороп уны күтәреп маташтым. Көс етмәй. Нәфисәгә ҡараным, әммә уның урыны буш ине.

Шул саҡ беренсе тапҡыр улымдың сабый сағында ғына үлгәненә ҡыуандым. Был ғазаптарҙы йәше лә тулмаған көйө кисерер ине.

3

...Сәлимәкәй дүрт ай яфаланды башы ауыртып. Алдыбыҙҙа ҡуйы ҡара болот өйөрөлөп торһа ла үткәнебеҙ аяҙ ине. Сәлимәкәйҙе гел генә шул бәхетле саҡтарҙы иҫебеҙгә төшөрөп йыуаттым. Бигерәк түҙем ине ул. Тешләнеп түҙҙе, сырайын һытмаҫҡа тырышты. Шулай ҙа бер саҡ минән йәшереп кенә күҙ йәштәрен һөртөп алды ла:

– Бүләккәй, бөгөн ҡыҙым менән икебеҙгә бергә утыҙ йәш. Улыма ла бер аҙнанан ике йәш тула, – тигән булды. Мин уны тыуған көнө менән ҡотланым да һүҙҙе тиҙ генә үткәндәргә күсерҙем. Эй, хоҙайым, кеше әл дә үткәндәрҙе хәтерләй ала. Ул да булмаһа, ни эшләр инек. Аҡсура, Юламан, Байғужа менән Нәфисә, мин, күмәкләшеп, урам буйлап йырлашып Сәлимә менән улын алып ҡайтып киләбеҙ. Бына хыялыйҙар. Кешеләр боролоп-боролоп ҡарай. Әйтерһең, беҙҙә генә сабый бала алып ҡайтыу бәхете! Унан Сәлимә менән Аҡсураға ишле балалы ғаилә бәхете теләү... Шул саҡ Байғужаның: «Ә минең алты малай буласаҡ. Алты башҡорт егете!» – тип көлдөрөп алыуы... Шулайтып, тән ауыртыуҙарын да, йән яраларын да оноторға маташҡан булабыҙ. Сәлимә, ни тиклем генә эстән һыҙып, тышҡа сығармаҫҡа тырышһа ла ауырыу еңде. «Аҡсураға әйтерһең, мин уны бер генә минутҡа ла иҫемдән сығарманым. Балаларҙы тапһын», – тине күҙҙәрен мәңгелеккә йомор саҡта. Уны ҡайҙа алып киткәндәрен дә әйтмәнеләр, исмаһам.

– Уф, Бүләккәй, ни тип әйтергә лә, ни тип йыуатырға ла, йыуанырға ла белмәйем, – тине Аҡсура, уҡый башлаған яҙмаларҙы ситкәрәк һалып. – Был фажиғәгә миллионлаған кеше дусар булды бит. Ә ниндәй аҫыл егеттәр, ниндәй гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар... Беләһеңме, бына һин бында Сталинға яҙайыҡ, тигәнһең. Ә Себер лагерҙарының береһендә Сталиндың үлеме тураһында хәбәр ишетелгәс, тотҡондар бер сәғәт тирәһе «ура» ҡысҡырғандар. Ә Нәфисә ҡайҙа икән? Белә алдыңмы?

– Белдем, Аҡсура. Ошо яҙмаларымды һиңә биреп ҡалдырырмын. Минең хәлде үҙең күреп тораһың. Әлдә бына һин ҡайттың. Юламандың да ҡулъяҙмаларын, минекеләрҙе лә ташҡа баҫып сығарыу хәстәрлеген күрерһең, тип уйлайым. Әле бына урыҡ-һурыҡ булһа ла әҫәрҙәребеҙҙән өҙөктәр ишеткеләйем...

– Шулаймы? Бик шәп бит!

– Шәп тә... Авторҙары беҙ түгел шул.

– Тән язаһы татыныҡ, йән ғазабы татыныҡ, инде йөрәк ярып сыҡҡан ижадыбыҙға ҡул һуҙалармы?

– Һинең намыҫың саф, Аҡсура. Таҙа намыҫлыларыбыҙҙың баштары ҡайҙарҙа ятып ҡалғандыр инде... Кемгә күҙ терәп барырға, ышанырға ла белеп булмай. – Бүләкбикә, хәле бөтөп, ятты. – Ошо аманатты һиңә тапшырыу өсөн көтөп ятҡанмындыр инде...

Аҡсура яҙманы тағы уҡый башланы.

4

...Өфөнө шул тиклем һағынғанмын. Йәшлегебеҙ, мөлдөрәмә тулы бәхет, ҡанатлы хыял, өмөтлө киләсәк менән йәшәгән ҡалабыҙ урамдарынан китеп барам. Ошо урамдарҙан йөрөй торғайныҡ алтаулап. Ҡайҙа ул мәл? Ҡайҙа, кемгә генә күҙ терәп барайым икән, тип, торҙом да, киттем Гәүһәргә. Бигерәк ихлас, киң күңелле ҡатын ине. Ул, моғайын, үҙгәрмәгәндер, тип уйлайым. Ул элекке бәләкәй генә бүлмәһендә эшләй икән. Һаман машинкаһында баҫа. Бер нәмә лә үҙгәрмәгән дә кеүек. Әле яңыраҡ ҡына булған беҙҙең хыял тулы көндәребеҙ... Ә миңә тотош быуат үткән һымаҡ...

Гәүһәр башта танымайыраҡ торҙо. Шунан ҡосаҡлап алды ла һыңҡылдап илап ебәрҙе. Тик шунда уҡ үҙен ҡулға алды: «Бүләкбикә, апаҡайым, донъя хәлен белеп булмай. Бында һөйләшмәйек. Кис беҙгә кил», – тине.

Шунда алдым мин Юламандың ҡулъяҙмаларын. Аҡсураның балаларын эҙләйем, тигәс, Нәфисә менән Байғужаның улы милиция тирәһендә ҙур ғына начальник булып эшләй, ул ярҙамсыл, тиҙәр, тине. Нәфисә элекке фатирында йәшәй икән. Ошо яңылыҡтарҙы белдем дә йүгерә-атлай киттем. Эй, хоҙайым, тием, балаларҙы тапһам, ҡалай оло бәхет булыр ине. Сәлимәкәйҙең йәне тынысланыр ине, тип уйлайым. Кем белә, бәлки, башҡа яңылыҡтар ҙа ишетермен Нәфисәнән. Улы ундай урында эшләгәс, хәбәрҙарҙыр, тип уйлай-уйлай килеп еттем йорт янына. Йөрәкһеп, тулҡынланып киттем хатта. Ишекте кем асыр? Танырмы? Айбулатты үҙ улымдай итеп арҡаһынан тупылдатып һөйгөм килеп китте. Төрмәнән ҡайтҡас та байтаҡ йылдар үтеп китте бит.

Таныш фатир... Йөрәк дөпөлдөгө сыға. Шул уҡ ҡыңғырау. Баҫтым. Аяҡ тауыштары. Ишек асылды... Башым әйләнеүҙән саҡ йығылманым... Алдымда минән мыҫҡыллы көлгән, мине типкесләгән, ҡулдарымды шаҡарып һындырған ғифрит баҫып тора ине. Төрмә начальнигы. Ә артында – Нәфисә.

– Ғәфү итегеҙ, яңылышҡанмын, – тинем.

– Иғтибарлыраҡ булырға кәрәк. Кеше мәшәҡәтләп йөрөйһөгөҙ.

Сайҡала-сайҡала төшөп киттем. Күҙ алдымда язалауҙар, мыҫҡыллауҙар, ғифриттең аҡырыныуы... «Бер йыл тартай һимерһә, икенсе йылына бүҙәнә һимерә», – ти шул, һылыуҡайым, һеҙҙең өлөшкә төшкән дан-шөһрәттең аяғы ҡыҫҡа булды. Абынды, йығылды. Милләт, тигән хыялығыҙ селпәрәмә килеп, күккә осто. Бәлки, һеҙ теге донъяла йәки икенсе планетала сәскә атырһығыҙ», – тип шашынып хахылдауы ҡолаҡ төбөндә яңғыраған һымаҡ. Гәүһәрҙәргә нисек барып еткәнмендер, белмәйем. Ул эштән ҡайтып ҡына тора ине.

– Уйланым да инде, яңғыҙ ебәрмәҫ кәрәк ине, тип. Бик хәлһеҙ күренә инегеҙ, – тип, ниндәйҙер дарыу эсерҙе. Йоҡлап киткәнмен. Уянһам, бүлмәлә Нәфисә ултыра. Гәүһәргә сығып торорға ҡушты ла алдыма килеп теҙләнде. Теле телгә йоҡмай үтенә башланы:

– Бүләк, Бүләккәй, йығылғанға аяҡ салмайҙыр. Минең хәлемде үҙең беләһең. Былай ҙа күп тетрәнеүҙәр үткәрҙек. Балаларҙың тыныслығын һаҡлайыҡ. Айбулатымдың ысын атаһын һинән башҡа бер кем дә белмәй. Көлдөрһәң дә, бөлдөрһәң дә һин, тигәндәй. Фатир алып бирешермен, иң яҡшы больницаларҙа дауалатырмын. Тик Айбулатымды үҙемә ҡалдыр. Репрессияға дусар ителгәндәрҙе аҡлау тураһында указ сыҡҡандан бирле йоҡом йоҡо түгел, ерҙән йөрөйөммө, тамуҡтанмы – тоймайым, һуңғы ваҡытта былай ҙа холҡонда үҙгәреш тойғас, йөрәгем тертләп кенә тора. Әллә ысын үҙгәрә, әллә ҡурҡҡанға ҡуш күренә... Бүләк, тик һин генә...

Артабан ни булғанын белмәйем – тағы иҫем үңгәләп киткән, йығылғанмын.

Иҫемә килгәндә – Нәфисә юҡ. Өҫтәлдә дарыуҙар, аҡса, күстәнәстәр...

– Гәүһәр, һылыуҡайым, береһен дә күрһәтмә күҙемә. Ирҙәребеҙ ҡаны һырҡырап ағып торған кеүек уларҙан, – тинем.

5

– Эй, Байғужа, әлдә минең урында һин түгелһең, тереләй һуйылған кеүек тойор инең үҙеңде. Әйтәм, Байғужаны шунда уҡ аттылар. «Һеҙҙең өҫтөгөҙҙән үҙ ҡатындарығыҙ яҙып бирҙе», – тигәс, ҡыҙыу ҡанлы Байғужа: «Булмаҫ! Ҡатындарыбыҙға яла яҡмағыҙ! Ышанмайбыҙ!» – тип ҡысҡырғайны, алып сығып та киттеләр башына ла еттеләр. Ә Айбулат үҙ атаһын белмәй, тимәк?

– Белмәүе хәйерлерәктер, Аҡсура. Милиция тирәһендә эшләгәс, был атаһы юлынан киткән бит инде. Нәфисәлә хәҙер рус театрында. Бөтәнләй икенсе кешеләр улар.

– Һин хаҡлы, Бүләкбикә. Бала күңеленә яра һалырға ярамай. Былай ҙа баштан ашты күргәндәр ҙә, кисергәндәр ҙә... Ә минекеләр ҡайҙа икән дә, ниндәй уй-фекерҙәр менән йәшәйҙәр икән? Улар ҙа беҙҙе оноттолармы, онотторалармы? Ҡотосҡос ваҡиғалар кисерелде... Кисерелде, тип кенә әйтерлек булһа ярай ҙа ул...

– Аҡсура, Юламандың яҙмышы нисек булды? Бергә булдығыҙмы?

– Бергә булдыҡ, Бүләкбикә. Атларлыҡ хәлдәре ҡалмағандарҙы ата барҙылар, – тине лә, ҡарашын Бүләкбикәнән йәшереп кенә тәрән көрһөнөп ҡуйҙы. Атманылар шул Юламанды. Атыу иң еңел яза һанала башлағайны инде. Төрмәнән сығарҙылар ҙа хәле булмағандарҙы бер карапҡа тейәй башланылар. Лазаретҡалыр, тип уйланылар ҡалғандары. Ә уларҙы батырҙылар. Карабы-ние менән...

– Ә рухты һындыра алманылар, – тине Аҡсура, уйҙарын дауам итеп. – Уларҙың төп маҡсаты шул ине бит. Бына шул хаҡта яҙыуың бик ҙур эш, Бүләкбикә. Күрәһең, һин дә шәйлә төшөнкөлөккә бирелеп китмәгәнһең. Эшкә егелергә, тип ҡайттым мин дә. Тик ғаиләләребеҙҙең был хәлдә икәнлеген беребеҙ ҙә белмәнек. Балаларҙы табырға кәрәк.

– Миңә лә йән өрҙөң, Аҡсура. Хәлдән килгәнсе ярҙам итермен.

* * *

Аҡсура күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне. Киреһенсә, балаларын табыуға ла өмөтләнеп, Бүләбикәнең шул хәлендә лә яҙышып ултырғанын күреп, сәмләнеп ҡайтты Өфөгә. Йәш сағынан уҡ аралашып йәшәгән дуҫының шәхси йортонда бер бүлмәһенә урынлашты. Ғүмер генә булһын. Дуҫтарымдың исемдәрен аҡларлыҡ әҫәрҙәр яҙырға кәрәк, уларҙың яҙмаларын ипкә килтерәйем, тип дәртләнде.

Шундай көндәрҙең береһендә ҡапҡа төбөнә «Волга» килеп туҡтаны. Машина тауышына әллә ни иғтибар итмәне, эшендә булды Аҡсура. Тик ел ҡапҡаһы асылып киткәс кенә боролоп ҡараны. Ҡараны ла... күҙемә күренәме әллә тип аптырап китте. Ҡаршыһында Байғужа баҫып тора ине.

– Һаумыһығыҙ. Аҡсура ағай бында йәшәйме? – Аҡсура ағай тигәс, ни эшләп Байғужа булһын инде иҫәр ҡарт, тип үҙен-үҙе әрләй-әрләй егет эргәһенә килде.

– Мин булам Аҡсура ағайың. Әйҙүк, үт әйҙә.

– Рөхсәт булһа, үтергә килдем, ағай. Бик оҙаҡ һөйләшергә, – тине егет кеше. Сәй ҙә эсермен, аҙыраҡ мәй ҙә алдым, мөмкин булһа.

«Тас Байғужа бит әле. Әйҙә әле, Аҡсура, Сәлимәкәйеңде эйәрт тә беҙгә кил, сәй эсеп алайыҡ», тигән булыр ине.

– Былай ҙа оҡшарһың икән атайыңа, улым. Хатта һүҙҙәреңә тиклем уныңса, – тип, ысҡындырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды Аҡсура. Ах, тигәнендә һуң ине.

– Атайың тинегеҙме? Кем минең атайым?

– Бында мине атайыңдың дуҫы тип белеп килеп инмәнеңме ни? – тип, үҙенең артыҡ ысҡындырыуын аҡламаҡсы булды.

– Атайымдың дуҫы булыуға тағы ниндәй дәлилдәрегеҙ бар?

– Атайың менән минең дуҫлыҡҡа дәлил кәрәкме ни?

– Юҡ, Байғужаның минең атайым булыуына кәрәк дәлил. Төндә бер кеше шылтыратты. Атайыңды яҡын дуҫымын, улар аҡланды, хәҙер үҙ фамилияңа күсһәң дә була, тине. Утыҙ етенсе йылғы газеталарҙы аҡтар, атайың тураһындағы тәүҙә маҡтау, унан һуң яла яғыу, унан инде әсәйеңдең мәҡәләһе... уҡы, тине. Әммә газеталарҙан күп кенә мәҡәләләр юҡ ителгән, ә архивтан байтаҡ мәғлүмәттәр таптым. Әсәйем яла яҡмаған, әҙер хатҡа ҡул ҡуйҙыртҡандар. Беләм, ул йылдарҙа күбеһе үҙ ихтыяры менән ҡул ҡуймаған. Туҡмағандар, ҡурҡытҡандар, янағандар... Ҡул ҡуйыусыларҙы ғәйепләргә ярамай. Миңә бер генә нәмәне белергә кәрәк – атайым кем?

– Ошо фотоға күҙ һал әле, улым.

Айбулат фотоны ҡулына алды ла ҡапыл аптырап китте.

– Был фото һеҙгә ҡайҙан килеп сыҡты? Ул беҙҙә лә бар.

– Шулай булғас, ни эшләп үҙ атайыңды белмәйһең?

– Тик бында икенсе кеше – әле мин атай тип йөрөгән кеше ултыра, ә башҡалар беҙҙең фотола юҡ.

– Бына ошо инде Байғужа, һинең атайың. Был мин, минең улым менән ҡыҙым. Ҡатыным. Сәлимә. Ә былары беҙҙең йәндәй күргән дуҫтарыбыҙ. Бүләкбикә менән Юламан.

– Бүләкбикә апайҙың да адресын бирҙе шылтыратҡан кеше.

– Ә һин русса ғына һөйләшәһеңме? Башҡортса бөтөнләй белмәйһеңме?

– Юҡ. Ә әсәйем үҙе һуң минекеме?

– Нәфисә һинең үҙ әсәйең.

– Әсәйемдең исеме Нәфисәме ни? Уны Анфиса тип йөрөтәләр бит.

– Балам, улым, һәр кем үҙенсә һайлағандыр ҡотолоу юлын үлем тырнағынан.

– Мин атай телендә, атай рухында тәрбиәләнмәгәс, атайымдың улы булмағас, мин кем, ағай? Айбулат тетрәнеп китә. Мин кеше түгел, күләгә булып йәшәгәнмен, былай булғас. Минең кеше булып, үҙем булып йәшәгем килә, ағай!

– Улым, күләгә һин түгел. Күләгә юғарынан төшә. Ә бында беҙ бөтәбеҙ ҙә ана шул күләгәнән ҡурҡабыҙ. Кемдән, ҡайҙан төшкәнен дә белмәйбеҙ. Ҡурҡабыҙ ғына. Ҡурҡытылғанбыҙ. Улым, бында бер кемде лә ғәйепләргә түгел. Әйҙә, беҙ һинең менән аҡланыусыларҙың балаларын эҙләү, табыу менән шөғөлләнәйек. Минең балаларым юғалған. Бер минеке генә түгел. Миңә ярҙамсы кәрәк. Ә һиндә бик ҙур көс. Килештекме?

– Ағай, мин һиндә йәшәргә ҡалайыммы? Ялған эсенә башҡаса күңел тартмай.

– Әлбиттә, бергә йәшәйек. Беҙҙең бит эшебеҙ бергә һәм бик күп буласаҡ.

– Ағай, әйҙә, мин эште һеҙҙең балаларығыҙҙан башлайым. Үҙегеҙ әйткәнсә, күләгәнән тартып сығарышам.

– Эй, ҡалай шәп булыр ине, улым.

Аҡсураның йөҙө балҡып китте, һынын турайтып баҫып, Айбулаттың арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды. Айбулат та, нисә көндәр буйы тынғы бирмәгән икеләнеүҙәр, һыҙланыуҙар, ғазаптарҙан бер юлы ҡотолғандай, һаран ғына, әммә ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА.

https://ejansura.ru/articles/hikaya/2024-07-09/atayymdy-uly-bulma-as-hik-y-3841460

Автор:
Читайте нас: