Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
15 Декабрь , 17:23

Иң зәңгәр диңгеҙ (хикәйә)

Ә ул ир була алманы. Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙың тылсымлы көсөн татыны һәм шунда уҡ тоҙаҡҡа эләкте: бәхет алып килмәне уға был тойғо. Шуға күрә, йәлләт ҡулынан ысҡынырға теләгән мәхбүс кеүек ҡасып китте бит ул. Әфлисун туғайында урынлашҡан ошо кескәй ресторанда әҙәмдекенә оҡшамаған йәм-йәшел күҙҙәрҙең сихырынан боҫоп ултыра бына хәҙер. Һәм... үҙенән дә йәшереп шул ҡараштарҙы һағына.

Иң зәңгәр диңгеҙ (хикәйә)
Иң зәңгәр диңгеҙ (хикәйә)

Бейек тау башындағы Дельфа әүлиәһенә тар ғына һуҡмаҡ алып бара. Тыны ҡыҫылыуға ҡарамаҫтан, Кәрим аҙымдарын ҡыҙыулатҡандан-ҡыҙыулата, сөнки ҡара болот күкте тотош томалар ҙа ямғыр ҡоя башлар кеүек. Шуға күрә сәйәхәтселәрҙең күбеһе өҫкә күтәрелергә теләмәне, тау итәгендә тороп ҡалды. Егеттең ашығыуының тағы бер сәбәбе бар: ниһайәт, алға ынтылып, үҙен күптән үк баҫтырыҡлап килгән ауыр һулышлы, лап-лоп аҙымлы йән эйәһенән айырылғыһы килә. Әммә мөһабәт кәүҙәле, ҡеүәтле ҡатын, йән тирҙәре атылып сыҡһа ла бирешергә теләмәй, үҙенең бөркөү тыны менән егеттең елкәһен өтөп, үксәһенә баҫа яҙып бара.

Кәримдең был мәғәнәһеҙ ҡыуышыуға асыуы ла, көлгөһө лә килә, сәмләнеп тағы ла шәберәк атлай. Тик, йә Хоҙа, алдына маҡсат ҡуйған ҡатын-ҡыҙҙан ҡотолоп буламы һуң инде?! Арттан Аллочканың ҡарлыҡҡан тауышы ишетелә:

– Кәрим, Кәрим, аҙ ғына көт инде!

– Ҡалығыҙ һуң, ҡайҙа ашығаһығыҙ?

– Ну-у, – тип мыжып ҡуйҙы ҡатын. – Был инде егеттәрсә түгел. Ҡурҡма, ашамам. Бергә менәйек, бергә төшәйек. – Унан ялыныслы итеп өҫтәп ҡуя. – Афродита шишмәһенән һыуҙы һинең менән бергә эскем килгәйне.

Егеттең бер аҙға албырғап яйлауынан файҙаланып, ҡатын алға сыға һәм дәү кәүҙәһе менән барыр юлды быуып та ҡуя. Үҙе балыҡтыҡы кеүек сығынҡы күҙҙәрен шул тиклем мөлдөрәтеп ҡарай: таш йөрәк тә иреп уның усына тамыр кеүек.

Дельфа тауының итәгенән урғылып аҡҡан саф һыулы шишмәне гректар матурлыҡ аллаһы Афродитаға инселәгән. Ошо шишмәнең һыуын теләк теләп, ҡуш услап эскән кеше мөхәббәттә бәхетле була, имеш. Яратырға, шашып яратылырға теләгән йәш ҡатын бына шул хаҡта һөйләй.

– Һуң, шишмә тау итәгендә лә баһа.

– Юраған юш килһен өсөн, ырымды урып еренә еткереп үтәргә кәрәктер инде...

Кәрим күкрәк киреп тын алды ла тирә-йүнгә ҡараны. Иҫ китмәле матур: ҡарағусҡыл йәшеллек менән ҡапланған текә тау, бынан әллә нисә быуаттар элек һалынған театрҙың емереклектәре, әле генә балҡып торған көндөң ҡараңғыланыуы тәбиғәткә тағы ла серлелек, дәһшәт өҫтәй, бөгөнгөнө алыҫ үткәндәргә ялғай. Хәҙер-хәҙер йәшен ялтлар, күк күкрәр, ямғыр ҡойор... Бынан мең йыл элек тә ҡойған кеүек. Һәм бөйөк ер менән күк алдында кеше бәп-бәләкәс кенә булып ҡалтыранып баҫып торор... Бынан мең йыл элекке шикелле.

Шаталаҡ ҡатын егеткә уйға батып торорға ирек бирмәне, ҡулынан етәкләп өҫкә әйҙәне. Үҙәгенә үтеп, ялҡытып бөттө инде Аллочка егетте. Тик ҡаты бәрелергә лә ҡыймай Кәрим. Башҡа берәү һалған яраларҙың һыҙлауын баҫырға өмөтләнеп, ер аяғы ер башына юлланған кеше булараҡ, икенсе берәүгә шундай яраны һалырға ҡыймай.

«Уға оҡшар ине был ерҙәр». Ирекһеҙҙән башына килгән уйҙан Кәрим болоҡһоп китте. Шул уҡ ваҡытта үҙен ихтыярһыҙлығы өсөн битәрләне. Оноторға ниәтләп ҡасып китһә лә, тынғы бирмәй һөйгәненең рухы. Сувенирҙар, аллаларҙың, грек мифологияһында мыжғып торған төрлө йән эйәләренең гипс һындары тыңҡыслап тултырылған кескәй кибеттәрҙә йөрөгөндә, Кәрим һәр әйбергә һөйгәне күҙлегенән дә баһа бирә, иҫ киткес оҫталыҡ менән эшләнгән бетеүҙәрҙең әле береһен, әле икенсеһен ҡулына алғанда: «Уның матур муйынын ҡайһылай биҙәр ине», – тип уйлауҙан үҙен тыя алмай.

– Их, егет, – ти Аллочка, йыш-йыш тын алып. – Ҡәҙеремде белһәң, күтәреп кенә йөрөтөр инем бит мин һине.

Башҡа ваҡыт булһа, Кәрим шарҡылдап көлөр ине, әле моңһоу ғына: «Мин дә бер кешегә шулай тип әйткәйнем дә бит», – тип ҡуйҙы. Тик йәш ҡатын оҙаҡ моңая ла, йәлләтә лә торған заттан түгел. Әле лә нәмәлер иғтибарын йәлеп итте.

Уларҙың төркөмөнән бер нисә ҡатын-ҡыҙ зәңгәрһыу ҡара сәстәренә көмөш юлаҡтар төшкән урта йәштәрҙәге мыҡты кәүҙәле гректы уратып алған. Ел уның йомшаҡ ҡына тауыш менән вата-емерә русса һөйләүен өҙөп-йолҡоп алып килеп еткерә:

– ...Тормош ауыр, тип һөйләй ир. Бына мин... уҡытыусы... Аҡсамдың яртыһын фатир өсөн түләйем... Еләк-емеш ҡиммәт. ...Кейенергә... Шул етешмәгәнлек арҡаһында ошо йәшемә еткәнсе өйләнмәгәнмен дә.

Һуңғы һүҙҙәренән Аллочка тертләп китте, һылыу грекка зарығып ҡарап торҙо.

«Ах, тап минең размер! Күләме лә тап-таман. Ах, ҡайһылай йәл. Ах, ниндәй ир!» Ҡатындың бөтә ҡиәфәтендә һоҡланыу һәм аяныс яҙылғайны. Тыйыла алманы ул, шул яҡҡа ташланды, ауыр кәүҙәһе менән төркөмдө йырып эскәрәк үтте. Ҡулынан килһә, төрөп кенә алыр ҙа ҡайтыр ҙа китер ине, валлаһи...

* * *

Өс тиҫтәһен түңәрәкләүгә байтаҡ донъя күреп, әсеһен-сөсөһөн татып өлгөргән Аллочка вокзалда уҡ абайлағайны был моңһоу ҡарашлы, өндәшмәҫ егетте. Ситтәрәк бер яңғыҙы баҫып тороуы ла, өҫ-башы ла, тәрбиәлелеген фашлаған ҡыланыштары ла зерә оҡшағайны. Был оҙон сәфәргә юҡҡа ғына ашҡынып сыҡмағанын фараз итеп, күңеле елкенеп ҡуйҙы хатта.

Алла – иренән айырылған яңғыҙ ҡатын. «Ирекле ҡош», тип ебәрә ул үҙен. Донъяһы етеш: йорт-йыһаз, аҡса барыһы ла бар, тик бәхете генә юҡ. Бына шуға күрә лә өйөндә йәм тапмай, ялында алыҫ тарафтарға олаға, ишен осратырға өмөтләнә. Юлға сығыу менән уныҡы кеүек үк уй-ғәмле, оҡшаш яҙмышлы бер нисә ҡатын эргә-тирәһенә тупланып та алды.

Уларға ла оҡшаны был матур малай. Аллочка, барлыҡ оҫталығын һалып, Кәримде албырғатырға тотондо.

Тәкәббер ҡиәфәтле, затлы кейемле ханымдарҙың иғтибары Кәримде тәүҙә сәйерһендерҙе. Әммә юл йөрөп өйрәнгән тәжрибәле юлдаштарының ҡурсалауы һәләк йәтеш булып сыҡты. Сөнки ир-ат, поезға ултырып алыу менән, кәйеф-сафа ҡорорға керешеп китте. Етмәһә, йә араҡы, йә ҡатын-ҡыҙ хаҡында алама көләмәстәр һөйләшеп туҡтауһыҙ хахылдашалар. Айырым-айырым булғанда, барыһы ла һәйбәт кенә кешеләрҙең бер-береһе алдында уҙышмаҡтан боҙоғораҡ күренергә тырышыуы бигерәк тә аптыратты Кәримде.

– Ха, стриптиз, – тип башлай быға тиклем дә бер нисә тапҡыр сит илдә булған Петр. – Шулай Польшала кеҫәләге аҡсаның яртыһын тиерлек түгеп индек кабареға. Сығып баҫты ут яҡтыһына иҫ китмәле бер сибәр бисәкәй. – Һөйләүсе тауыш көсөргәнешен арттыра барып, серле бышылдауға күсә. – Сәмерхан ағай менән Нурфәйез һеләгәйҙәрен ағыҙып Петрға эйелә. – Яй ғына сисенә башлай был. Татлы бер көй һылыуҡайҙың һәр хәрәкәтен оҙата. Сисенә, сисенә, сисенә... Бына иң һуңғы сепрәктәр тар һыҙат булып тороп ҡала. Йөрәгең шул саҡ күкрәкте йыртып сығырҙай булып тыпырсына, ә көйө, көйө – түҙгеһеҙ. Шул мәлдә – пшик. Бөттө-китте.

– Алдаҡ, төптө алдаҡ. Аҡса йыйыр өсөн капиталистар уйлап сығарған фокус.

Хикәйәсенең ауыҙынан һәр һүҙен тартып алырҙай булып ултырған тыңлаусылар үртәлеп ҡул һелтәй.

Унан һүҙ порнографик фильмдарға, журналдарға күсә.

– Сит илдәрҙә статистик мәғлүмәттәр буйынса порнографик фильмды, үҫмерҙәр, һалдаттар ҙа, совет туристары ҡарай, ти.

Кәримдең был һүҙе ирҙәрҙең сәменә тейҙе. Улар, ғөмүмән, был егетте хушһынып етмәй. Эсмәгәненә лә, арыуыраҡ ҡатын-ҡыҙҙың күҙе унда булыуына ла йәндәре көйә. Ә көйәҙ ханымдарҙың үҙ хәбәре. Улар ҡатын-ҡыҙҙарҙы тере биреһе кеүек күрә. Нимә хаҡында ғына һүҙ бармаһын, ахыр сиктә барыһы ла ошо мәсьәләгә барып төртөлә.

– Ҡайҙа ҡарама – бисәләр, театрҙа ла, кинола ла, магазинда ла...

– Хәҙер хоккейға ла барып тулдылар.

– Элегерәк сит илгә йөрөгәндә ир-ат күберәк була торғайны. Ә хәҙер... – Аллочка асыулы төҫ менән ресторандың беҙҙең сәйәхәтселәр ултырған өҫтәлдәренә күҙ йүгертеп сыға. – Ун биш бисә, биш ир. Улары ла... тьфү.

Унан һуңғыһы, һиңә ҡағылмай тигәндәй, Кәримгә наҙлы ҡараш ташлай.

– Ә ҡайҙа булып бөткән һуң беҙҙең халыҡ? – тип ғәжәпләнә егет.

– Араҡы менән һыра өсөн һуғыша, алама кафеларҙа лауылдаша. – Тулы кәүҙәле өлкәнерәк ханым ҡыҙып-ҡыҙып һанай. Айнытҡыс тулы ирҙәр.

– Әйтеп тораһы ла юҡ – бөтә ил бер оло айнытҡыс инде.

Ҡатындар көрһөнөшөп шыма.

Йәл улар Кәримгә. Нисек тә күңелдәрен күтәрәһе килә:

– Донъябыҙ түңәрәк, ашағаныбыҙ бал да май, тиһегеҙ. Өҫ-башығыҙ ҡарап торорлоҡ, булдыҡлыһығыҙ, һеҙгә нимәгә ир?

– Нисек инде? Донъя ҡото бит улар. Диванда бот күтәреп, телевизор ҡарап ятыуы ла квартираға бер биҙәк бит – Аллочканын был аңлатмаһына шарҡылдап көлмәйенсә түҙә алманы егет:

– Ангор бесәйе кеүекме? Терәк тә, тормош юлдашы ла түгел, затлы интерьерға йәнле биҙәк, һуң ул ваҡытта уны обойҙың төҫөнә йәки йыһаздың буяуына ҡарай алмаштырып торорға тура киләсәк.

– Ҡайҙа тыуып, ҡайҙа үҫтең һин, балаҡай? – Инде ханымдарға көлөргә сират етә.

– Йөҙ егерме һумы менән миңә ниндәй терәк булһын ти ул хәҙерге замандың ебегән ирҙәре. Ул ай буйы һәптәнләп йөрөп алғанды мин бер көндә табам. – Мөһабәт күкрәкле ханым ниндәйҙер базала эшләй; ҡолағын йыртып барған ауыр алҡалары һөйләгәненең раҫ икәненә дәлил.

– Эсмәһен, тартмаһын, әҙәм ҡарарлыҡ күркәм төҫө булһын, – тип һанай Аллочка, бармаҡ бөкләп. Салбар төбө тубығына төшкән Сәмерхан менән май йомғағы Петр йәки селәүсен кеүек Фәйез нимәгә ул? Ир булғас...

– «Made in» булһын, – тип төртмәсел тамамлап ҡуя Кәрим уның фекерен. Ул Аллочкаға, тулы кәүҙәле ханымға, ҡорос ҡарашлы өлкән туташҡа берәм-берәм күҙ йөрөтөп сыға ла арҡаларының семерләп китеүен тоя. Ҡыпһыуырҙай һәрмәүестәре менән мытҡып тоторҙар ҙа затлы диванға ауҙарып, алтын сылбыр менән телевизор алдына бәйләп ҡуйырҙар кеүек.

Экзотика көҫәгән сит ил туристарының күңелен күреү өсөн махсуслашҡан ресторанда шау-шыулы кис. Бузукиҙың татлы моңо ләззәткә сумдыра. Унан ап-аҡ тулы тәнле сибәркәй, былай ҙа шарапҡа, матур ҡатын-ҡыҙҙарға, дәртле көйҙәргә ҡыҙышып алған ир-атты шыбыр тиргә батырып, «ҡорһаҡ бейеүе»н башҡара. Был бейеүҙе ҡарап, ҡасандыр Египет фирғәүендәре күңел асҡан.

Кәримдең урыны асыҡ тәҙрә янына тура килгәйне. Ул сәйер тойғолар солғанышында эстәге шау-шыуға ла, дегет кеүек көньяҡ төнөнә лә, Эгей диңгеҙенең, туристик реклама раҫлауынса, донъялағы иң зәңгәр диңгеҙҙең, шаян тулҡындары сәпелдәп ярға һуғылыуына ҡолаҡ һала. Сәскә атҡан әфлисун, лимон ағастарының хуш еҫен һулай. Иҫ киткес рәхәт тә, үҙәк өҙгөс һағышлы ла, яманһыу ҙа уға. Ошо шаулы сағыу тормошта ары һуғылып, бире ҡағылып йөpөp ҙә йөрөр кеүек.

Бына ҡыҙҙар «Сиртаки»ҙы аяҡ аҫтарынан осҡон сәсрәрлек дәрт менән бейенеләр ҙә йәш юртаҡтар кеүек тупырлашып баш эйҙеләр. Ҡып-ҡыҙыл таҫмалары, күлдәктәре, ап-аҡ тештәрен йымылдатып йылмайыуҙары күҙҙе ҡамаштыра.

Һылыуҙарҙың иң сибәре күҙҙәрен балҡытып кемгәлер (Кәримгә ҡыҙ тап үҙенә ҡараған кеүек тойолдо, хатта йөрәге һертелдәп ҡуйҙы) ҡул болғаны. Кәрим тыйыла алманы, ялп итеп артына боролдо.

Баштан-аяҡ аҡтан кейенгән күркәм ир, ҡәнәғәт төҫ менән бармаҡ остарын ғына үбеп, сәхнәгә сәләм ебәрә. Егет ҡыҙҙың ҡоралай кеүек текә юртып, һөйгәне эргәһенә килерен, наҙға һыуһап уға һыйынырын, ә тегеһенең үҙ баһаһын белгән аҫыл ирҙәрсә тәкәббер төҫ менән ҡаҡса яурындарҙы ҡосаҡларын күҙ алдына килтерҙе. Күңелендә сәйер көнсөллөк, кәмһенеү, яңғыҙлыҡ тойғоһо ләүкеп китте.

Ә ул ир була алманы. Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙың тылсымлы көсөн татыны һәм шунда уҡ тоҙаҡҡа эләкте: бәхет алып килмәне уға был тойғо. Шуға күрә, йәлләт ҡулынан ысҡынырға теләгән мәхбүс кеүек ҡасып китте бит ул. Әфлисун туғайында урынлашҡан ошо кескәй ресторанда әҙәмдекенә оҡшамаған йәм-йәшел күҙҙәрҙең сихырынан боҫоп ултыра бына хәҙер. Һәм... үҙенән дә йәшереп шул ҡараштарҙы һағына.

Әле иһә ят һылыуҙың, бейеүсе грек ҡыҙыҡайының, шоморт ҡара күҙҙәре упҡынына батҡыһы, онотолғоһо килеп ҡуйҙы бер аҙға ғына, үҙе түгел, башҡа берәү булып, ылыҡтырғыс донъяның ҡәҙерле бер кешеһе булып айнырға теләне Кәрим.

Ҡунаҡханаға һуң ғына ҡайтыуҙарына ҡарамаҫтан, егеттең йоҡоһо килмәне. Афиналағы һуңғы көндәр... Үҙе бәләкәйҙән үк күрергә, меңәр йыллыҡ тарихты һаҡлаған таштарға баҫып йөрөргә, кешенең тиңһеҙ һәләте менән илһамы ижад иткән сәнғәт әҫәрҙәренә һоҡланырға күптән хыяллана ине. Бына, ниһайәт, хыялы тормошҡа ашты, ул Эпидаврҙа, боронғо театрҙың емереклектәрендә, Аристофандың комедияһын ҡараны. Элладаның Алтын быуатында ижад ителгән сәнғәт өлгөләрен күрҙе, архитектураның иң бөйөк ҡаҙанышы булған Парфенондың камиллығына хайран ҡалды. Әммә... тарих шырлыҡтарына сумып, үҙ-үҙенән һәм бөгөнгөнән ҡаса алманы.

Боронғо ҡала төнгө ҡараңғылыҡҡа сумған: «Көнбайышта яғыулыҡ кризисы». Тик төнгө еләҫтә Афина көндөҙгөнән дә шаулыраҡ, көндөҙгө эҫенән ялҡҡан барлыҡ йән эйәһе ҡала уртаһындағы уттар утрауына ашыға: унда кәйеф-сафа урындары.

Һул яҡта, бейек тау башында, Акрополь күренә. Ул, ҡаланың ҡайһы еренән ҡараһаң да, балҡып, үҙенә ылыҡтырып тора. Тап шулай булһын өсөн Афинала күккә олғашҡан бейек йорттар төҙөргә рөхсәт ителмәй: бер нәмә лә Акрополде ышыҡларға тейеш түгел.

Тәүлек әйләнәһенә шау-гөр килеп торған сағыу ҡала. Әйтерһең дә, унда мәңге байрам. Кәрим үҙенең шырпы ҡабы кеүек бер төрлө йорттарҙан уҡмашҡан һоро ҡалаһын, уны сыбарлаған мәғәнәһеҙ саҡырыуҙарҙы («Иптәштәр! Бөтә көсөбөҙҙө урып-йыйыуҙы уңышлы тамамлауға бирәйек!», «Экономика – экономиялы, май майлы булырға тейеш!») иҫенә төшөрҙө. Ул алйот яҙыуҙарҙы уҡыһаң, йә эсеп һуғышҡы, йә аҫылынып үлге килә башлай, һаҫыҡ магазиндар, серегән еҫ борҡоп торған ашханалар, ҡоторған ат кеүек таларға әҙер тупаҫ һатыусылар... Һис күңеле тартмай ине егеттең унда.

Шул саҡ Кәрим, бында тороп ҡала алһа, институтта ниндәй шау-шыу ҡубырын күҙ алдына килтереп көлөп ҡуйҙы: «Әхлаҡи һәм сәйәси йәһәттән ышанысһыҙ». Шунан инде нисәнсе ҡат Николастың үҙен эҙәрләгән сәйер ҡарашын иҫенә төшөрҙө. Был ҡараш уны һуңғы осорҙа хафаландыра, хатта йәненә тейә башлағайны.

Николас – грек егете, уларҙың төркөмөн оҙатып йөрөгән тәржемәсе, руссаны ла, инглиз телен дә һыу кеүек эсә.

Грецияға осоп килеп төшкәс, уларҙы аэропорттан туп-тура бәләкәй генә курорт ҡаласығына алып киттеләр. Ошонда Афинанан килергә тейеш булған гидты көткәндә төркөм етәксеһе махсус йыйылыш үткәрҙе. «Беҙгә тәғәйенләнгән тәржемәсе Советтар Союзында тыуып үҫкән, шунда белем алған. Тыуған илен һатып, матур тормош эҙләп киткән хыянатсынан һаҡ булығыҙ. Ауыҙығыҙҙы асып йөрөмәгеҙ. Социализм дошмандарының беҙҙең абынғанды көтөп кенә тороуын онотмағыҙ».

Етәксе ханым үҙенең Тыуған илгә сикһеҙ һөйөү менән һуғарылған күтәренке рухлы телмәрен тамамлағандан һуң, төркөмдәге КГБ вәкиленә, талапсан ҡиәфәтле ханымға, мәғәнәле ҡараш ташланы ла, айырыуса баҫым яһап, Кәримгә өндәште: «Ҡолағыңа киртеп ҡуй, егет».

Был яуаплы иптәштәрҙең үҙен ныҡлы күҙәтеү аҫтында тотоуҙарына тәүҙәрәк кәйефһеҙләнгәйне егет, аҙаҡтан ҡул һелтәне: «Тиле менән тиле булып...»

* * *

Кәримде кафедрала ихлас ҡаршылағайнылар. Ләкин был оҙаҡҡа барманы йәш ғалимдың тын алышын һиҙеү менән, һәүетемсә, шып-шыма йәшәргә, теткеләнеп бөткән дәфтәргә ҡарап лекция һөйләргә күнеккән кешеләр һағайҙы. «Танау аҫты ла кибеп өлгөрмәгән малай» (тотош илдә етмеш йәш ир уртаһы булып һаналғанда, егерме ете йәшлек фән кандидаты, ысынлап та, бәпәй инде), үҙ фекере менән унда-бында ҡыҫылырға ла ҡыя башлағас, аяҡ салырға ла тартынманылар. Бигерәк тә уларҙы Кәримдең студенттар өсөн ойошторған «Бәхәс» түңәрәге сығырынан сығарҙы, буғай.

Йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған төрлө ваҡиғалар тураһында фекер алышып, һәүетемсә һөйләшеп ултырыу, үҙенең студенттарын яҡынданыраҡ белеү теләгенән килеп тыуғайны был ниәт. Етмәһә, Кәрим үҙе лә йәш, буйҙаҡ кеше. Үҙенең дә тормошта бик күп һорауҙарға яуап тапҡыһы, йәмғиәт осон файҙалы итеп йәшәгеһе килә. Ә студенттар араһында унан өлкәнерәктәр, эшләп, хәрби хеҙмәттә булып килгәндәр ҙә байтаҡ. Тәүҙә нимәлер килеп сығырына ла ышанмағайны йәш ғалим.

Әммә асыҡтан-асыҡ һөйләшеү мөмкинлеге, һәр кемдең үҙ фекерен әйтә алыуы, ихласлыҡ – студенттарҙы хайран ҡалдырҙы. Түңәрәктә бер тапҡыр булған кеше икенсе юлы дуҫтары менән килде. Ултырыштарҙы дәрестәргә ҡарағанда ла нығыраҡ әҙерләнеп, түҙемһеҙләнеп көтөп алдылар. Яңы ғына модаға инә башлаған дискотекаларҙан да ылыҡтырғысыраҡ була башланы «Бәхәс». Әлбиттә, был вазифалы иптәштәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалманы. «Ул ниткән йыйын? Ниндәй бәхәс булырға мөмкин үҫешкән социализм осоронда? Бер фекер менән, берләм юлдан коммунизмға ынтылырға кәрәк». Бер көндө түңәрәккә йыйылған студенттарҙың аудитория эргәһендә өйөлөшөп торғанын күреп, өлкән уҡытыусы: «Әйтерһең дә, дефицит һаталар», – тип һүҙ ташлағас, йор һүҙле береһе: «Хәҙерге заманда дөрөҫлөктән дә дефицитыраҡ нәмә бармы ни ул?» – тип яуаплаған.

Ошо ваҡиғанан һуң асыҡтан-асыҡ ташландылар ҙа инде Кәримгә. Совет ысынбарлығына ҡаршы ҡотҡо таратыуҙа, буржуаз милләтселектә, эйе, бигерәк тә милләтселектә ғәйепләнеләр.

Ысынлап та, ул халыҡтың тарихына, теленә, мәҙәниәтенә иғтибар күп бүлә. Сөнки белә, ялған интернационализмдың киң яурыны артына ни тиклем генә йәшенергә уйлаһаң да, милли мәсьәләнән барыбер тайпылып булмаясаҡ. Телеңдән, моңоңдан ваз кисһәң, исемеңде йәшерһәң, халҡың тамырҙары булмышыңда, холҡоңда барыбер сағылыш табыр. Халҡыңа ихтирамың юҡ икән, ғүмер буйы йәнеңде кәмһенеү ҡорто кимерер. Күңелеңдә оло һөйөү йөрөткән ғорур кеше генә матур эштәр атҡарырға һәләтле. Студенттарға ошо фекерҙәрен һеңдерергә теләй ине Кәрим. Кешегә йәштән ойотҡо һалһаң, юғалмай. Бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәне. «Тарихсы башҡорт тарихына ҡағылышлы нигеҙһеҙ шикле фараздары менән буласаҡ белгестәрҙең башын бутай, милләтселек менән аңын томалай», – тигәйнеләр уны тикшергән йыйылышта.

Ул тәүҙә ауһарланып нимәлер аңлатып маташты, милләтселек менән үҙ халҡыңа һөйөү араһындағы айырманы билдәләргә, үҙ халҡына битараф кешенең башҡаларҙы ихтирам итеүе мөмкин булмауы хаҡында һөйләп ҡараны. Кәримде ҡаты иҫкәрттеләр, түңәрәкте тараттылар.

Бер ауыҙы бешкәс, шым ғына йөрөргә кәрәк тә бит, сүп өҫтөнә сүмәлә өҫтәлергә генә тора шул. Уның менән бергә ятаҡта йәшәгән йәш ғалимды Марксҡа «ревизия» яһауҙа ғәйепләү кампанияһы башланғас, Кәрим шым ултырып ҡала алманы, «хыянатсыға», «сит ил шымсыһына», «ревизионисҡа» тейешле баһа биргән дөйөм йыйылышта: «Даһи Маркс үҙе лә бөтә нәмәгә лә шикләнеп ҡарарға кәңәш биргән», – тип сығыш яһаны. Был дыуамаллығы менән үҙен һунарсылар ҡамауына барып ингән йыртҡыс хәленә ҡалдырҙы егет.

Етмәһә, был ҡара телефон... Ул көн һайын ун берҙә шылтырай һәм Кәрим белеп тора... кем, кем язалай үҙен. «Шартлы рефлекс уятам мин һиндә, һөйөклөм, – тигәйне йәшел күҙле ҡатын, үҙенең был сәйер ҡылығын аңлатып. – Сысҡандар менән нисек тәжрибә үткәргәнде беләһеңдер бит. Көн һайын бер үк ваҡытта уларҙы ҡыңғырау тауышы менән саҡыралар. Тап шуның кеүек, һин дә шулай уҡ күнегәсәкһең, үҙендәге тәбиғи сәғәт һәр саҡ ошо мәлдә шылтыраясаҡ һәм һин ер сигенә түгел, йыһанға осһаң да, мине онота алмаясаҡһың». Шулай ти ҙә шыңғырлатып көлә.

Бесәй-сысҡан уйыны эшендә лә, һөйөүендә лә... Кәрим үҙен дә, тормошон да, йәшел күҙле гүзәл йәлләтен дә күрә алмай башланы. Ҡайһы ваҡыт үҙен аяҡ-ҡулы биләнгән бер ғәрип кеүек тоя. Күпме тыпырсынма, ҡысҡырма, алышма бер кем һине ишетмәйәсәк, күрмәйәсәк. Шул саҡтарҙа ул аҡылдан шашыуҙан ҡурҡа башлай йәки төшөнкөлөккә бирелә. Былай оҙаҡ барырға мөмкин түгел ине, шуға күрә егет, аҙға ғына булһа ла күңеленә ял биреү өсөн, дуҫтарынан бурысҡа аҡса йыйҙы ла Грецияға сәйәхәткә йыйына башланы.

Тик, һай әттәгенәһе, хатта путевкаң ҡулыңда булһа ла, сит илдәргә сығып китеүе еңел түгел икән. Дөйөм йыйылыш Кәримгә насар характеристика бирҙе: «Әхлаҡи һәм сәйәси йәһәттән ышаныслы түгел». «Уға ышанһаң, бөтөнләй кире ҡайтмаҫ», – тип асыҡтан-асыҡ әйтеп һалды лаборант ҡыҙ бөтәһе лә уйлағанды. «Ниңә, милләтсенән ҡотолһағыҙ, яҡшыраҡ түгелме ни?» – тип һорағыһы килгәйне егеттең, әммә Грецияны күргеһе килеү ярһыуын баҫты.

Иосиф Виссарионович әйтмешләй: «Коммунистар ала алмаҫлыҡ ҡәлғәләр юҡ». Бергә уҡыған иптәшенең атаһы, бик ҙур кеше, мәсьәләне еңел генә майланы.

Ә гид – социалистик ысынбарлыҡты серегән капиталистарҙың арзан ләззәтенә алмаштырған хыянатсы ғәжәп сибәр егет булып сыҡты. Йор һүҙле Аллочка әйтмешләй: «Йәш Аполлон кеүек матур».

Үҙен иҫ киткес мөләйем, тыйнаҡ тотҡан, яҡшы тәрбиә, төплө белем алған тәржемәсе осрашыуҙың тәүге минуттарынан уҡ барыһын да, хатта яуаплы ханымдарҙы ла арбаны, уяу, сос булырға кәрәклеген төптө онотторҙо.

Шуныһы ҡыҙыҡ: исемдәрҙе әйтеп танышҡанда уҡ Николас Кәримгә сәйер иғтибар менән ҡарап алғайны. Шунан ары уның ҡыҙыҡһыныусан, хатта һынсыл ҡарашы гел эҙәрлекләне. Сит илгә сығыр алдынан төрлө даирәләрҙә паспортын урлатҡан, эсеп йәки сибәрҙәргә мөкиббән китеп сит ил разведкаһы тоҙағына эләккән асығауыҙҙар тураһында ҡат-ҡат һөйләү эҙһеҙ үтмәгән икән. Кәрим ирекһеҙҙән һағайып ҡуйҙы, хатта бер мәл: «Ниндәй ил разведкаһы?» – тигән шик тә нығынып ҡуйғайны, һуңынан: «Һинең кеүек таҙҙар әҙ тиерһең», – тип үҙ-үҙенән көлөп йөрөнө, әммә хәүеф үтмәне.

Аполлон храмының емереклектәренә барып ҡайтҡандан һуң, ҡалған ярты көндө һәр кемгә үҙе теләгәнсә үткәрергә рөхсәт ителде. Фотоаппараты менән булашҡан Кәрим янына килеп баҫҡан Николас тулҡынланып:

– Кәрим, әсәйем Кәримә һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡыра, – тип вата-емерә башҡортса өндәште. Бындай хәлде көтмәгән егет ни әйтергә лә белмәй аптырап ҡалды, ярҙам көткәндәй, тирә-яғына ҡаранды.

– Мин рөхсәт алдым. Төркөм етәксеһе риза булды, – тип әйтергә ашыҡты Николас.

Ҡунаҡтан кем баш тартһын – егет риза булды.

Тәржемәсенең машинаһына ултырып ҡаланан сыҡтылар. Башында бик күп һорауҙар ҡайнашһа ла, Кәрим сабыр итергә булды. Диңгеҙ яры буйлап бормаланып һуҙылған көҙгө кеүек юлдан бәләкәй генә бер ҡаласыҡҡа бик тиҙ барып еттеләр.

Николас машинаһын стеналары тотош йәм-йәшел үҫемлектәр менән ҡапланған ике ҡатлы йорт ихатаһына индереп туҡтатты. Көтөп торған булһа кәрәк, улар хәтфә үләнгә аяҡ баҫып та өлгөрмәне, бейек болдорҙан ашыға-ашыға төшөп килгән өлкән йәштәрҙәге ҡатын күренде.

Оҫта итеп тегелгән ҡара күлдәк кейгән, сал сәстәрен ап-аҡ яулыҡ менән тап башҡорт әбейҙәре кеүек итеп япҡан. Ул ҡураныс кәүҙәһен еңел йөрөтөп елпелдәп егеттәр алдына килеп баҫты ла тап ауылдағыса:

– Һаумы, улым, иҫән-аман килеп еттеңме? – тип саф башҡортса әйтеп, ҡуш ҡуллап күреште, Кәримдең өләсәһе кеүек итеп, гөпөлдәтеп арҡаһынан һөйҙө.

«Беҙҙең ҡыҙҙар һылыулыҡҡа, бәлки, гречанкаларҙан ҡайтышыраҡтыр, иллә-мәгәр әбейҙәребеҙ грек ҡарсыҡтарынан күпкә мөләйемерәк», – тип уйланы Кәрим, ирекһеҙҙән Кәримә әбейгә ҡарап. Ысынлап та, Кәрим был матур итеп ҡартайған әбейҙе Афина урамында осратһа ла, иғтибар итмәй уҙа алмаҫ ине, моғайын.

– Бына бит, төшкә ышанмаҫ ереңдән ышанырһың. Күпереп муйыл сәскә атҡан туғайҙа йөрөйөм икән тим, хуш еҫенән баштарым әйләнә икән тип күреп, эсем янып уянғайным. Ҡыуанысҡа юраным, – тип һөйләнде Кәримә әбей өлтөрәп йөрөп ҡунаҡ тәрбиәләгәндә.

– Һин ул төшөңдө мин белгәндән бирле генә лә бер ун йыл күрәһең бит инде, – тип йомшаҡ ҡына итеп әсәһен ирештерә Николас.

– Шулай шул, улым. Май тыуһа, шул төштө күреп, үҙәгем өҙөлә, – күңеле нескәреп киткән әбей ғәфү үтенеп, йәһәт кенә күҙ йәштәрен һөртөп алды. – Әйҙәгеҙ, тәүҙә башҡортсалап сәйҙәр эсеп алайыҡ, – тине ул.

– Башҡортсаны онотмағанһығыҙ әле, – тип һоҡланды Кәрим.

– Төшөмдә үҙебеҙсә һөйләшәм. Шунан һуңғы ҡайтҡанда бик күп итеп табаҡсалар алып киленгәйне. Йыр тыңлайым. Урыҫсаны онотоп барам, ә туған тел – ҡанға һеңгән бит инде ул.

Кәрим cәй янында үҙенең шик-шөбһәләре тураһында һөйләп көлдөрөп алды.

– Башҡортостандан килгән төркөмдә һинең кеүек исемле бер егет бар, тип ҡайта һалып әйткәйне. Фамилияңды һораштым. Ибентаров, тигәс, келт итеп иҫемә үҙебеҙҙең колхоз председателе килеп төштө. Нәҫелерәк түгелһегеҙме?

Мөғжизә китапта ғына түгел, тормошта ла осраштыра икән. Кәримә әбей Кәримдәрҙең күрше ауылынан булып сыҡты. Малай дүртте бөткәндән һуң, ун йыллыҡ мәктәпкә шунда йөрөп уҡығайны.

Башҡорт ҡыҙы Кәримәнең Грецияға килеп эләгеүенең тарихы ла ҡыҙыҡ та, моңһоу ҙа булып сыҡты.

Һуғышта атаһы юғалғас, тылда әсәһе вафат булғас, ауылда япа-яңғыҙ ҡалған ҡыҙ, Урта Азиянан ҡунаҡҡа ҡайтҡан ауылдашына эйәреп, Ташкентҡа килә. Шунда төҙөлөштә эшләй башлай. Грек егете менән таныша. Грецияла хәрби диктатура еңгәндән һуң, бик күп коммунистар Советтар Союзына эвакуацияланған була. Өйләнешәләр. Улдары тыуа. Григорастың атаһы менән әсәһе улдарын кире Грецияға саҡырып хат яҙа. «Хәлләндек, трактор алып ебәрҙек, ҡартайған көнөбөҙҙә терәк бул», – тиҙәр. Йыйыналар. Әммә ҡәйнә ҡарсыҡ балаларын эйәртеп барып төшкән килмешәк киленде үҙһенмәй.

«Бик ҡаты була торғайны, мәрхүмә, ирем өйҙә булмағанда, ишек алдына ла сыға алмай ултыра торғайным. Таяғы менән туҡмап, кире ҡыуып индерә ине», – тип йомшаҡ ҡына көлөп ҡуя Кәримә әбей.

Малайҙар өсәү булып китә. Ул арала власҡа тағы хәрбиҙәр килә. Ирен тағы төрмәгә бикләп ҡуялар.

«Миңә көн бөттө. Малайҙарҙы алып, ялланып эшләп, ҡайҙа хәйер һорашып, Афинаға барып еттем. Үҙебеҙҙең илселекте табып, хәлемде һөйләп бирҙем. Илемә ҡайтырға рөхсәт иттеләр. Ҡайтып, нисек етте шулай урынлашып, эшләп йөрөгәндә, иремде төрмәнән сығарғандар. Ул тағы Грецияға саҡырып яҙа башланы, унан килеп алып ҡайтып китте. Энә ҡайҙа – еп шунда».

Яҙмышын ошолай ҡыҫҡа ғына һөйләп биргәс, Кәримә әбей бөткөһөҙ һорашыуҙарға, бала саҡ хәтирәләренә төшөп китте.

– Беҙҙең башҡорт еренә ожмах та етмәйҙер. Дарыу үләндәренә баҫып йөрөйһөгөҙ, шифалы һыу ғына эсәһегеҙ. Күңелегеҙ көр булмай, нишләһен? – Әбейҙең был һүҙҙәрендә сикһеҙ һағыш, яҡты көнләшеү ишетеп, Кәрим кисәге тойғоларын иҫенә төшөрҙө, бите бурҙаттай ҡыҙарып китте.

– Таңдар атыуы матур бит ул беҙҙә. Ысыҡ төшкәс, үлән зәңгәрләнә, шуны ярып үтеп, берләм һуҡмағыңа ҡайырылып ҡараһаң, эҙең генә йәм-йәшел. – Кәримә әбей бер килке моңайып ултыра. Унан йәштәштәрен һорашып китә: кемдәр мәрхүм, ә кемдәр йәшәй әле.

– Гел иҫләйем, – ти ул. – Фәрхизә әхирәтем менән ялан аяҡлап эҫе саңға гөпөлдәтә баҫып китеп барабыҙ... Әллә ниңә тағы бер шулай йөрөгө килә. Фәрхизәнең шулай йомшаҡ саңға баҫып уҙа алыуына көнләшеп ҡуям. Үҙ ереңдә ҡартайыу ҡайһылай бәхет...

Мәктәп эргәһендә генә йәшәгән Һәрҡес әбейҙе белә ине Кәрим. Ярты ҡыштай унда ятып уҡығайны ла бер саҡ. Шуға ҡайтҡан-киткәндә һуғылғаны ла, әсәһенән күстәнәс ебәрткәне лә булды. Изге күңелле кеше ине. Хәҙер ундайҙар һирәк. Тик бәхете булманы, улдары эскегә һабышып, шул арҡала ярлы тормошта йонсоп барып үлде.

– Көнләшмә, инәй, – тип әйткеһе килә Кәримдең, тик өндәшмәй. Ризалашып башын ғына ҡаға. Сәләм күндерергә вәғәҙә итә.

– Беҙҙең өй йылға буйында ғына ине. Эргә-тирә йырып сыҡҡыһыҙ туғайлыҡ, һәр төрлө сәскәләр, алһыу ғынаһы, зәңгәре... Бер йылы, мин бәләкәй инем әле, яр буйында ғына бер ҡыуаҡлыҡта сәпсек кәкүк балаһын баҫып сығарғайны. Шундағы шырлыҡтан сүрәгәй өйрәк бер көтөү бәпкәһен эйәртеп килеп сыҡҡан була торғайны.

Әсәһенең алыҫ Уралдан килгән ят егет менән бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап һөйләшкәнен ғәжәпләнеп тә, уйсанланып, күҙәтеп ултырған Николас урынынан тора. Һағышын күҙҙәренән аңлаймы, аҙыраҡ башҡортса ла төшөнә; һаҡ ҡына әсәһенең яурынынан ҡосаҡлай.

– Алып барып күрһәтермен. Барырбыҙ.

«Бара күрмәгеҙ, – тип ҡысҡырғыһы килә Кәримдең. Туғай түгел, ҡыу ағас та ҡалманы унда, трактор йырмаслап, кәзә ашап бөттө. Йылғанан да һыу түгел, сусҡа бысрағы аға хәҙер. Йәй булһа, үрҙә колхоз сусҡалары ята. Күрһә, әсәйеңдең йөрәге ярылыр». Тик тыйыла, өндәшмәй. «Яҡын ара түгел, әле генә тәүәккәлләмәҫтәр».

Ҡунаҡ ҡабул итергә ентекләп әҙерләнгән әбей. Башҡорт аштарын да, грек ризығын да телеңде йоторлоҡ итеп бешергән.

Ишеткәненә, күргәненә һаман ныҡлап ышана алмай егет. Ҡайҙа бит әле, Грецияла, бай йыһазлы, күркәм йортта бишбармаҡ ашап ултырсы әле.

– Танһыҡҡа булһа ла әҙерләп алам бала сағымдың ризыҡтарын, – ти әбей. – Ҡоротона тиклем ҡайнатыштырам. Ҡартым да ярата торғайны, малайҙарға ла оҡшай. Тик бына ҡымыҙ юҡ инде.

«Эй, инәй, инәй, – ти Кәрим эсенән генә. – Минең дә татыған юҡ ҡымыҙ тәмен. Ҡайҙа һуң ул? Хәҙер әбейҙәр ҙә ҡыҙыл араҡы алып сәйгә саҡырыша».

– Һеҙгә рәхмәт йөҙөнән бер йырлайым әле, инәй, – ти үҙе, күңелһеҙ уйҙарынан арынырға теләп.

– Һеҙҙең нәҫелдә йырсылар бар ине шул, – тип йәнләнеп китә әбей.

Аҙаштырған болан балаһылай,

Яңғыҙ башым ситтә тилмерәм, 

атаһының яратҡан йыры «Илсе Ғайса»ны уйһыҙ-ниһеҙ генә йырлап ебәргән егет, һағыш, әрнеү тулы был һүҙҙәрҙе иңрәп һуҙғандан һуң ғына, мәғәнәһенә төшөнөп тертләп китте, һирпелеп әбейҙең йөҙөнә баҡҡайны, үҙәге өҙөлөп үкһеп ҡуйҙы: Кәримә әбей башын усына терәп йәтешләп ултырған да моңға батҡан. Мөлдөрәмә һағыш тулы күҙҙәренән сөмбөрләп йәше ҡойола – һиҙмәй ҙә, һөртмәй ҙә...

– Ғәфү ит, әсәй, – ти оҙон көйгә әҫәрләнеп өнһөҙ-тынһыҙ ултырған Николас иҫенә килеп, сәғәтенә ҡарай. – Ҡунаҡҡа иртүк торорға.

– Иртәгә ҡайҙа барырға тейешбеҙ?

– О-о-о! Иртәгә иң мөһим көн. Һеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙы хаҡы төшкән тауарҙар магазинына алып барырға вәғәҙә бирҙем, – ни тиклем генә тырышмаһын, Николас мыҫҡыллы йылмайыуын йәшерә алманы.

Совет туристарының күбеһе сит илдә үҙен әрһеҙ хәйерсе кеүек тотҡанға ғәрләнә ине Кәрим. Иртәгә юлдаштарының нисек ҡыланырын күҙ алдына килтереп ҡыҙарынды.

– Рөхсәт булһа, мин һеҙҙә ҡалып торор инем, – тине. – Магазиндар мине артыҡ ҡыҙыҡһындырмай.

* * *

Икенсе көндө Кәрим хужаларҙың әфлисун, лимон үҫкән матур баҡсаларын ҡарап йөрөнө. Оҙаҡ ҡына диңгеҙ ярында ултырҙы. Әммә үҙе бында булһа ла, күңеле менән Башҡортостанға юлланғайны ул. Зиһенендә яралған яңы тойғо тынғы бирмәй алға әйҙәне. «Үҙ еремдә хужа булып, гөлгә күмеп йәшәмәмме. Бер генә ғүмерҙе зарланып түгел, ең һыҙғанып эшләп үткәрмәмме! – тигән сәмле уйҙан елкенде. Эйе, тауҙы егелеп тартыуҙан фәтүә сыҡмаҫ. Әммә уның һәр бер ташын берәмтекләп ташырға була бит. Ваз кисмәм».

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: