...90-сы йылдар. Аҡса булһа, һатып алыр тәғәм юҡ. Ауыл кибетенә килгәне лә - йән башына грамлап. Аҡса юҡ. Эш хаҡы тауарлата һирәк-һаяҡ түләнә. Калхуз эшен шулай уҡ башҡараһың, һумлап түгел, тинләп тере аҡса күрмәне халыҡ. Шулай ҙа йәшәлде. Бирешмәне.
Ауылдағыларға еңелерәк булманы микән? Сөнки ҡаланыҡылар китә ине тейәнеп - әсегән һөткә тиклем тултырып, тәбейә, көлсә бешерергә. Татлы ризыҡ бешерергә лә хужабикәләр шул ваҡытта оҫтарып ҡалды шикелле. Юҡтан бар итеп перәниктәр, торттар, магазин кәштәләрен биҙәгән тәмлекәстәр оҫта ҡулдарҙа бешерелде.
Баштан үткәндәрҙе яҙам ...
Ауыл ҡыҙҙары иртә үҫешә, тип аптыратты әле педагогия институтында фән кандидаты. Сөнки Разия артабан уҡыуын һуңғараҡ дауам итте. Насар уйҙан түгел, яратып, һоҡланып әйтәм, тине мәртәбәле белгес.
Эшсән, тырыш, матур кәүҙәле бит һеҙ, ауыл ҡыҙҙары! Әтеү.
...Разияның бешеп еткән мәле. Ауыл егеттәре генә түгел, күрше ауылдыҡылар күҙ һала башланы. Әммә түбән ос Йәмил елгер һәм етеҙ булып сыҡты. Мәктәпте тамамлаған ҡыҙҙы урлап, кәләш итеп ҡуйҙы. Эй әсәһенең илауы! Ағаһы берҙе тондороп та алды хәләленә. Эйе, хәләленә. Ҡалаға юлланыр, уҡыр тип хыялланған өмөттәре селпәрәмә килде бит. Армиянан ҡайтып, дүрт йыл ҡырҙа эшләгән егеткә оҙаҡ ваҡыт кәрәкмәне. Яусылар ебәреп, теүәл генә никах эштәрен тамамлап,башҡа сығып киттеләр.
...Йәштәр хәҙер ауылда ҡалып бармай.Ҡалғандары алтынға бәрәбәр. Силсәүит тыуған ерендә төпләнгәндәргә ярҙам итергә тырыша, әлбиттә. Ҡайҙа нисектер, әммә беҙҙең яҡтарҙа шулай.
...Төн. Нишләптер кеше башына төндәрен насар уйҙар, йә булмаһа хәтирәләр килә. Башҡасараҡ, шулай бит? Көндөҙөн кисергән кисерештәрең барыбер икенселәй. Өләсәйем әйтмешләй, киске уйындар иҫкә төшөп китә. Айырыуса - күҙ һалып йөрөгән егеттәр. Һуңынан тешһеҙ ауыҙын ҡаплап кеткелдәп көлөр ине.
...Хәҙер бына Разия ла уйҙар төпкөленә сумды.
...Бер–береһен үлеп яратып йәшәп киткән йәштәргә күңелле. Йәмиле менән матур итеп иҫке өйҙө йыуып-таҙартып алдылар. Бирнәһе матур! Мәғнит ҡалаһынан әсәһе ап-аҡ селтәрҙәр алып ҡайтты. Туй бүләгенә урын-ер, сепрәк-сапрағы тауҙай өйөлдө. Шулай итеп, иҫке генә тәүге мөйөштәре ҡурсаҡ өйөндәй булды ла ҡуйҙы.
Йәнен бирерҙәй булып баҡты Йәмил йәш кәләшенә. Ауылдарының исеме лә бит - Йәнекәй. Артыҡ яратты шикелле. Эшенә һуңлап бара, иртәрәк йүгереп ҡайта. Яҡты донъяларҙа юҡ инде хәҙер, әммә күҙгә бәрелеп торған матур парҙар булһа, Йәмил ҡото күскәнме, тиҙәр.
...Йәшәүҙәренә өс йыл тамамланыуға баһадирҙай ул табып бирҙе бәхетле ҡатын. Шундай илаһи мәл ине ул. Йәмиленә оҡшап, ҡараҡай йөҙлө, тығыҙ ғына бәпес. Салауат исемен ҡуштылар. Милли батырыбыҙ кеүек сая һәм үткер булһын улым, тип көн аша мунса индерә ине.
Шулай итеп, йылдар аҡты. Донъялар ҙа матурланды. Мөһабәт өйҙәр ҡалҡты Йәнекәйҙә. Калхуздары башҡа силсәүиттәргә ҡарағанда бик үк таралып бөтмәне. Һарыҡ фермаһы теүәл ҡалды. Хәләле шунда ун йылдан артығыраҡ хеҙмәт итте. Йәшә лә йәшә бит, тик....Йәмиле ҡаты ауырып, түшәктә ятып мәрхүм булды.
Һәр бер өй ҡаҙағы, кәртә, һулаған һауа еҫе ирен хәтерләтеп торғас, ҡалаға күсеп киттеләр. Үҙенә эш, улына мәктәбе табылды. Тиҙ генә өйрәнеп китмәнеләр, әлбиттә. Шулай ҙа тормош дауам итте.
Йәмиленең күҙ нурын тәрбиәләп, балаҡайына һөйөнөп ғүмер итте йәш ҡатын. Сит ир-егеттәргә күңелен асырға баҙнат итмәне, хыянат кеүек һиҙҙе. Юғары белем алып, эш урынын алмаштырып баш ҡалаға күстеләр. Ниндәй генә ресторан, кафе ризыҡтарын тәмләмәһен, Йәмиле бешергән татлыҡайға еткәнен тәмләмәне. Шундай тәмле ризыҡ ине ул!
...Өйләнешеүҙәре туҡһанынсы йылдарға тура килде. Ире калхузда эшләп йөрөй, әммә эш хаҡы юҡ. Йәш саҡ, әсәһе әйтмешләй: "Ашар сағығыҙ шул, балаҡайҙар, көслө мәлегеҙ"... Балаға уҙған сағы. Урамда ыжғыр февраль айы. Ҡар күп. Таңға табан Разияның туң алма ашағыһы килеп китте бит әй. Үлтереп, алҡымынан алып һыуыҡ алма кимергеһе килә. Боронғоларҙан килгән имеш-мимеш шом һала күңеленә, нимә ашағың килә буйға уҙғанда, шуны тәмләргә кәрәк. Юғиһә, бәпесең ауырыу булыуы мөмкин. Йәмиленә һөйләүе булды, урамға кейенеп сығып та китте. Күп тә үтмәй, ҡарлы-боҙло ваҡ ҡына алмалар өҫтәл биҙәй ине. Күрше Гөлсөм апайҙың баҡсаһынан эҙләп тапҡан бәләкәй генә, ҡып-ҡыҙыл ранетка сортлы алма-тубырсаҡтарҙы. Тегендә-бында өҙөлөп төшмәй ҡалғандары көндөҙ күҙгә салына ине шул.
Ярай, алма ашағы килде, таптыҡ, күңел булды. Ошондай мөхәббәтле, ҡурсалаусы минуттарҙы күп бүләк итте ире.
Ә инде мөхәббәт ҡоймағының рецебын быға тиклем бер кем ишеткәне булманы. Һөйләйем әле. Күңел һандығым бушап ҡалһын. Йәмилемдең рухы шатланһын.
...Танауын тәмле еҫтәр ҡытыҡлауына уянды Разия. Бөгөн ялы иренең. Тимәк, Салауатты ашатҡан, ә ул, ялҡаубикә, йоҡлаған. Эстән генә үҙен әрләп, урынынан ҡалҡынды. Запас аҙыҡтары ла кәмене. Тағы шул бәрәңгене ҡырҡ төрлөгә төрләндереп ашарға бешерергә кәрәк. Яҙ айҙары ине. Тоҙло ит самалы. Һаҡсыл тотонола. Тамаҡ хәстәрләү уйҙарынан арынып, бәләкәс яҡҡа сыҡты. Аш бүлмәһе икенселәй, ә өҫтәлдә... ваҡ ҡына һап-һары ҡоймаҡтар. Йылтырап торалар үҙҙәре. Бейек итеп ҡабарған, тимәк, ҡамыры шәп. Иң тәүге уйы шул булды. Өйҙә бит он, йомортҡа юҡ. Һис кенә лә ҡамыр араһына ҡыҫылмаған Йәмиле оҫта ҡуллы булып сыға ла һуң! Матур уйҙарға иҙерәп кенә, тәмләп иртәнге сәй эскәндәре хәтерҙә генә ҡалды шул.
...Үлем түшәгенә ятҡас, сер сиселде. Баҡтиһәң, магазин туҡмасын йылы һыуҙа ебетеп, шыйыҡ ҡамырға әйләндергән икән Йәмиле. "Кис туғып яттым, иртәнгә һап-һары ҡоймаҡтар бешерергә килеште", - тине.
Әллә ниндәй батырлыҡ та түгел. Әммә беҙҙең өсөн мөхәббәт ҡоймағы булып ҡалды ул. Кәләшенең күңелен күреү, иғтибар биреүе ни тора!
...Ысынлап, тормош - үҙе бер яҙмыштарҙан торған ижад. Мөхәббәтле йөрәктәр генә матур эҙҙәр ҡалдыра был яҡты донъяларҙа. Һөйөү буяуҙары менән буяй. Ниндәйҙер бөйөк хистәрҙең барлығына ышандыра, шулай бит?! Беҙҙең мөхәббәт тарихыбыҙ ҙа үҙ «ҡоймағын» уңдырҙы.
Автор:Римма Саньярова
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2022-11-12/m-h-bb-t-oyma-y-bul-an-h-l-3026508