Етәксе. Сатирик хикәйә
Һәр түрәгә ни мөғжизә менәндер ярап өйрәнгән Дәрүинә күҙ менән ҡаш араһында йәлп итеп килеп тә инде уның бүлмәһенә. Ҡалғаны сихырсы ҡулында тигәндәй, ярты сәғәттән яңы хужаны баш-көллө арбағайны Дәрүинә Дарисовна.
Күп тә үтмәне, уның осоп-ҡунып, ишек һайын йүгереп йөрөп: "Оперативкаға инегеҙ", - тип, саҡырып йөрөүе ишетелде.
Ҡыҫҡа һәм ҡаты тотто һүҙен Мөршиҙә Мөхтәровна. Әллә үҙенең уйынса, әллә Дәрүинәнең шауҡымына бирелеп, былай тип башланы:
-Бөгөндән алып баш ҡалабыҙҙа яңы мәҙәни үҙәк асыласаҡ. Ябай түгел, быға тиклем булмағаны, "Ғәйбәт үҙәге" тип аталасаҡ, - тине. -Кем дә кем риза түгел, көсләп тотмаясаҡмын, ғариза яҙырға ҡағыҙ етәрлек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбегеҙгә эштән китергә тура киләсәк, сөнки заманса эш алымына яраҡлаша алмағанығыҙ күренеп тора, шуға әҙер булығыҙ, - тип, һүҙен йомғаҡланы Мөршиҙә ханым.
Ул шунда уҡ үҙенең янына Дәрүинәне һәм уның әхирәттәрен саҡырып алды. Һәр береһенә бик мөһим йөкләмәләр һалынды.
- Дарисовна, һеҙ көн дә һәр хеҙмәткәр тураһында өр-яңы ғәйбәт һөйләргә тейешһегеҙ миңә.
Бындай эшмәкәрлекте инде үҙенең донъяһы тип хис итеп йөрөгән Дәрүинә ҡуш ҡуллап риза булды.
Был алымды хуплаусы ярандарының булыуы яңы килгән хужабикәне айырыуса дәртләндереп ебәрҙе. Инде үҙенә төшмәҫлек булып алдағы эшендәге "эшмәкәрлеге" өсөн йәбешкән "Туҙҙырғыс" ҡушаматына һис тә тап төшөрмәй, оторо ҡотороп бар нәмәне пыр туҙҙыра башланы.
Бында бер ниндәй ҙә мәҙәниәткә урын юҡ, тик ғәйбәт кенә буласаҡ, - тигән сираттағы фарманын сығарып та ҡуйҙы.
Бындай үҙгәрешкә ҡаршы килеүселәрҙе, дөрөҫ түгел икәнен туп-тура әйтеүселәрҙе бөтөнләйгә яратманы. Ене ҡотора, биреһе әйләнә, йоҡоһо оса. "Нисек инде уның кеүек бөйөк ғәйбәтсегә ауыҙ асып һүҙ әйтергә ҡурҡмайҙар", - тигән тынғыһыҙ уйҙар сүрәкә башын туҡтауһыҙ сүкей башланы. Шунда уҡ үс алғыһы, юҡ иткеһе килә "дошманын". Уның өсөн барлыҡ көсөн һала, хәйләһен дә таба. Хатта һоҡланып ҡуя үҙенең тапҡырлығына.
Шуны ғына көтөп йөрөгәндәй, хасил булған, әкиәттәге юха йылан көнләшерлек әшнәләре лә, ҡыуып сығарырға ҡырҡ төрлө сәбәп табып бирәләр оҡшамаған кешеһенә.
Эргәһендә тик һырпаңдап, мыйылдап уралыусылар, итеген ялаусылар ғына үҙ кешегә әйләнә барҙы. Оҡшай ине ғәйбәтсе-туҙҙырыусыға ошондай әхирәттәре булыуы, һары май булып яғыла йөрәгенә йомшаҡ һөйләүсе ялағайҙарҙың бал ҡушылған ағыулы һүҙҙәре.
Оҙаҡ та үтмәне, үҙенә "бынамын" тигән өс ғейберәттән торған тоғро дуҫтар тупланы яңы етәксе. Улары береһенән-бере яһил, дейеүҙеке кеүек ут сәсеп тороусы, таш һынды терелтерлек береһенән-бере юха, береһенән-бере күперттереп, тел оҫталарының ауыҙын астырырлыҡ итеп һөйләүсе ғәйбәтселәр ине. Ҡайһы ваҡытта: "Минән дә арттыралар бит былар", - тигән һоҡланыу ҡатыш шикләнеүле уйҙар юрғалайҙар уның яртыһы кәбәк, яртыһы сүбәк тулған ярымшарҙарында.
Инде үҙенең уң ҡулына, яратҡан кәңәшсеһенә әүерелгән Дәрүинә Дарисовнаны бигерәк ихтирам итә. Уның барлыҡ һүҙҙәренә ҡолаҡ һала, тыңлай. Хатта аҙна һайын үткән кәңәшмәләр ҙә тик уныңса ғына бара. Дәрүинә быны бик оҫта файҙалана, кем оҡшамай, ҡырын ҡараған йә уның турала берәй насар һүҙ әйтә ҡалһа, шунда уҡ ул кешегә "хөкөм" сығарып та ҡуя. Көнөнә ҡырҡ тапҡыр хужаһы янына инеп "кәңәш" һүҙҙәрен майлап, юхалап еткерә, үҙенә кәрәксә эшләтеп тә ала. Баш ғәйбәтсе уның отҡорлоғона һоҡланып бөтә алмай. Күбәләктәй елберҙәп осоп бар ергә өлгөрөүенә, бигерәк тә барлыҡ хеҙмәткәрҙәр тураһында матур итеп ғәйбәт һөйләүе уның күңеленә хуш килә. Уны бына-бына үрләтергә лә уйы юҡ түгел, бар ғәйбәт эштәрен гөжләтеп алып барыуына иманы камил. Ә Дәрүина Дарисовна шуны ғына көтөп йөрөй, булып ҡына алһын әле беренсе урынбаҫары, күптәрҙе "өшкөрәсәк" ул. Әле лә аруҡ ҡыналарҙың "башына етте", хужаһының уға булған ышанысын оҫта файҙаланды, белмәй ҙә ҡалдылар осоп сыҡҡандарын. Үҙенең маһирлығына ҡыуанып, киләсәккә шәп пландар ҡороуын дауам итте елберҙәк Дәрүинә.