Мирзанур йыуған керҙәрен элеп инеүгә, ҡыҙы уйнап ултырған ерендә йөҙтүбән ятып йоҡлап та киткән. Сыҡҡанына ике минут та булманы.
– Илама, йәме, хә-әҙер инәм, – тип йүгереп сыҡты, йүгереп килеп тә инде.
Арығандыр, бигерәк шуҡ ҡыҙыҡай. Бер аяғын һонған, икенсеһе аҫта ҡалған. Һул ҡулы менән ҡурсағын ҡосаҡлаған. Ҡыҙының да, ҡурсаҡтың да сәс араларында кукуруз таяҡсаларының валсыҡтары күренә. Шуны ярата Гөлкәйе, шуға әүрәй. Килештереп, уңайлы ғына итеп өс бармағы менән тотоп ала. Берәмләп кенә ашай. Тәмләп кенә. Кәнфит ашамай ярай ҙа. Уйната ғына. Ҡурсағын һыйлайым тип, мәж булып бысранып бөтә. Бит – ҡул, күлдәгенең түше ҡалмай. Әле бына кәнфиткә буялып, ҡаштары ҡушылып киткән хатта. Мирзанур саҡ көлөп ебәрмәне. Ярай, уянғас йыуындырыр әле. Йоҡоһо бүленһә, мыжый торған.
Ҡурсағының ҡатаһы ҡыры менән Гөлкәйҙең тубығына уйып юлаҡ һалып өлгөргән. Баланы һаҡ ҡына күтәреп алып рәшәткәле карауатына һалды ла өҫтөн япты. Карауат аша селтәр ҙә ташланы – бер-ике себен бар шикелле, ҡайҙалыр безелдәшәләр.
Йәше тулыр-тулмаҫ атлап китте Гөлкәйе. Ҡулға алып һикерткәндә, ике аяғын шештәй төҙ итеп, ныҡ ҡына баҫа ла, тағы һикерт тигәндәй, атаһының тубыҡтарынан этенә, осорға теләгәндәй талпына. Ултырмай ине атаһының алдына – ҡалҡына ла талпына.
– Тиҙ атлар был, ҡалай тып баҫып тора. Һикергән баланың аяғы ныҡ, ҡатынҡы була, – ти еңгәләре, күрше инәйҙәре.
Атлап киткәйне, бер нәмәне ҡуймай ана хәҙер. Карауатына төшөрөп торайым тиһә, аяҡтары менән терәлә лә ҡуя. Уйынсыҡтарға, ялтыр-йолторға ғына алданып риза була.
Ҡыҙы яғына күҙ һала-һала, һаҡ ҡына атлап, Мирзанур өйөнән сыҡты. Магазинға бара торған йомошо күбәйеп киткән.
Бәхеткә күрә, Рәзилә күршеһе инеп килә.
– Күрше, манный бөткәйне...
– Бар, әйҙә, бар, яйлап йөрө, күҙ-ҡолаҡ булып торормон.
Күршеләренән дә уңды Мирзанур. Хәленә керҙеләр, ярҙам итеп торҙолар. Шуныһы ғәжәп: Мирзанурҙы ир кеше тип түгел, ә бала тапҡан йәш ҡатын һымаҡ күрҙеләр. Бының менән әллә уның ҡайғыһын таратырға тырышалар, әллә шулай булырға тейеш яҙмыш һынауын үтергә ярҙам итәләр.
Бына әле лә ҡаршыһына тап булған ҡатындар уны туҡтатып, Гөлкәйҙең хәлен һорашты, атлай башланы тигәс, ихлас ҡыуанышты.
– Ҡолап-молап, ҡурҡып ҡуймаһын, ана минеке шулайтып йәш ярымына тиклем кире тик ултырҙы ла ҡуйҙы.
– Әсәһенә оҡшағандыр... Ул ни, туғыҙ айында ғына атлап китте лә барҙы...
– Йәш көйө үлгәнгә ҡыйын, тере кеше тереклеген итә, ҡалайтһа ла...
Тағы шуныһы күңеленә хуш килә йәш ирҙең: ҡатындар уны, бисара, меҫкен, ҡалайтырһың инде, тип йәлләмәне, эсендәгеләрен йөҙҙәренә сығарманы. Кәңәш кенә бирҙеләр.
– Ҡыҫылмағыҙ, үҙем беләм! – тимәне Мирзанур, һәр аҡылға ҡолаҡ һалды.
– Бәпәйең йоҡлағанда үҙең дә серем итеп ал. Беҙ шулайта торғайныҡ...
– Эйе шул. Йәш бала йонсота ул, ҡатыу ҡалҡып китә торғайны хатта...
– Ҡулды ла күтәрә алмай китәһең ҡайсаҡ...
– Онотола у-у-ул, уның ҡарауы, бала бағыу – үҙе бер бәхет!
– Ауыҙына имсәк ҡаптыраһың да, улансығым, һылтаусығым, тип үҙең дә йоҡлап алаһың бергә ятып. – Балаһын етәкләп үтеп барған Сәкинә лә туҡтап хәбәргә ҡушылды.
Шуны ғына көткәндәй, Мәғрифә Сәкинәне мәрәкәләне.
– Һинең бишенсе һылтаусығың унда сәләм биреп ята мәллә, һуңғы арала ауыҙыңдан туҙ һағыҙы өҙөлмәй?
– Мирзанур ҡәйнеш нимәһен ҡаптырһын, тораһың аҡыл һатып!
– Һи-и, һеҙ нимә беләһегеҙ!
Сәкинә лә бирешмәй, яуабын табырға ғына тора. Күмәкләп көлөшөп тороп ҡалдылар.
Ике айлыҡ ҡына сағында әсәйһеҙ ҡалған ҡыҙы имергә имсәк эҙләп, ирендәрен йә ослайтып, йә ҡыйшайтып, башҡынаһын улай бороп, былай бороп, эҙләгәнен тапмағас, үҙәк өҙгөс тауыш менән илап ебәрһә, Мирзанур, өҙгөләнеп, үрһәләнеп, нимә эшләргә белмәй ине.
Ауыҙына имеҙлек ҡаптыра алмай, ҡыҙсыҡ башын ситкә бора. Ныҡ асыҡһа ғына сәсәй-сәсәй имеп, арып йоҡлап китә.
Илап, һыны ҡатҡан Гөлкәйе менән ҡуша илап ултырған бер төндә ошо Сәкинә еңгәһе килеп инде.
– Утың һүнмәй нисәмә төн, ҡәйнеш... Илайҙыр, тием шул. Әсәһен таптыралыр... Ҡырҡы үткәнсе, килә тип өмөт итеп, көтә, ти, ул бала... Ҡырҡы үтһә, төңөлә алмай илай, ти.
– Имеҙлекте саҡ ҡаптырам ауыҙына. Имеп өйрәнә алмай ҙа ҡуя. Балғалаҡ менән эсерәйем тиһәм, сәсәп ала ла китә. Әүрәтә лә белмәйем, илаһа, тымыҙып та булмай, еңгә... Әлиә үлгәнсе, мин үлһәм...
– Ауыҙыңдан ел алһын!.. Ҡайҙа, килендең берәй халатынмы, күлдәгенме бир әле. Бармы?
– Бына, еңгә, больницала Гөлкәй менән ятҡанда кейгән халаты. Нимәгә кәрәк һуң ул һиңә?
– Һиңә кәрәк, миңә түгел. Йә, кей әле.
– Һыймай ҙа инде ул миңә.
– Һыймаһа ла кей. Ал бәпәйҙе ҡулыңа. Бына ошолайтып. Эйе, ошолай. Үҙеңә һыйындырып ҡына тот. Башын халатҡа терә. Бала әсәһенең еҫен кейеменән тоя ул...
Йә, Хоҙай! Нисәмә көн күҙҙәрен асырға теләмәгән бала бәбәктәрен һирпеп ебәрҙе лә күҙҙәрен ҙур итеп асты! Ҡарашын йөрөтөп, тирә-яҡты оҙаҡ ҡараны. Бер килке түшәмдәге тоноҡ утлы төнгө лампаға текләп ятты. Мирзанур, тын алырға ла ҡурҡып, ҡыҙын күҙәтте. Бына Гөлкәйҙең ҡарашы атаһында туҡталды. Бик оҙаҡ өйрәнде ҡыҙсыҡ атаһының йөҙөн. Ирененә тамған әскелтем тамсыны сирылмай ҙа ялап алды ла тамшанып ҡуйҙы. Төймәләй генә танауын әсәһенең кейеменә терәне лә күҙен йомдо.
– Еңгә... Рәхмәт, еңгә... Ә минең шуға ла баш етмәне.
– Ярай, ярай. Уны һин ҡайҙан белмәк кәрәк, ир кеше. Беҙ генә ул, бисәләр, имен-әмәлен табабыҙ инде кәрәккәндә. Ошо халатты кей ҙә шешәһен имсәк ҡаптырған һымаҡ итеп сығар иҙеүенән. Үҙе эҙләп ҡапһын. Һөтөн йылымыс ҡына тот.
Бына шуға “Һи-и, һеҙ нимә беләһегеҙ?” тип хәйләкәр генә йылмайып, сыртылдата һағыҙ сәйнәп торған Сәкинә еңгәһенә мең рәхмәтле Мирзанур.
Мирзанурҙың үҙен дә бөтә ауыл үҫтереште заманында. Ғүмер буйы балалары булмаған, инде ҡырҡтары тулып уҙған ирле-ҡатынлы Ғәрифә менән Ирғәле уллыҡҡа алған уны. Ҡайҙан килеп юлыҡҡандыр Сәйетовтарға был йөҙө яҡтырып, нурланып торған, һул ҡолағы янында ҙур ғына миңе булған биш-алты йәшлек матур малай – уныһын үҙенә тейеш кешеләр генә белә.
– Йәшерәк саҡта ни эшләп тәүәккәлләмәгәнбеҙ икән? – ти торғайны Ғәрифә.
Тик хәҙер атаһы ла, әсәһе лә юҡ. Иртәрәк киттеләр шул. Их, булһалар икән ошо мәлдә, уға терәк кәрәк саҡтарҙа. Әсәһе Мирзанурына кәләш алып биреп өлгөрҙө, матур, бай итеп туй үткәрҙе.
– Күҙемдең тереүендә* эйәле-башлы итеп ҡалайым. Бынау сама байлыҡты үҙ ҡулым менән тапшырайым киленемә. Ҡәҙерен белеп йәшәһәң, бер мохтажлығың да булмаҫ, – тип өйрәтте улына.
Мирзанурҙан изем генә көтөп йөрөнө Ғәрифә. Медучилище тамамлап, фельдшер булып эш башлаған ошо ауыл ҡыҙы Әлиәне егет бер күреүҙән оҡшатты. Ҡыҙ ҙа уны яҡын итте. Армиянан алда күҙе ҡайҙа булғандыр инде! Улай тиһәң, кистәрен әллә ни сығып, урам ҡыҙырып йөрөмәне шул Мирзанур, дуҫ егеттәре лә күп булманы. Атайһыҙ ҡалған Әлиә лә әсәһенең бер бөртөк кенә ҡыҙы ине. Уны әсәһе ҡаты тотто, тиҙәр. Хәҙер ҡәйнәһе лә юҡ – ҡыҙының ҡайғыһын күтәрә алманы Фәйрүзә. Бына шулай япа-яңғыҙ ҡалды ла ҡуйҙы Мирзанур.
Ҡапыл иҫенә иртәнсәк “Юлдаш”та яңғыраған йырҙың һүҙҙәре килеп төштө.
– Аҡ биләүҙәргә биләгән,
Бәхетле бул, тимәгән...
Юл буйы шул йырҙы көйләп ҡайтты. Ҡайтыуына Рәзилә күршеһе Гөлкәйҙе йыуындырған, кейемен алмаштырған, сәсен тараған.
– Ен балаһы ятамы әллә тиһәм, – тип көлә үҙе. – Йыуып, таҙартып алғайным, үппә* ҡәҙәрем Мирзануровна килде лә сыҡты.
– Йоҡоһон осормайым, тигәйнем.
– Минең тамаҡ туйҙы, атай, тиген, Рәзилә инәйем бутҡа ашатты, тиген.
– Рәхмәт, класташ.
– Ҡайтайым...
– Рәзилә, аят уҡытырға ярҙам...
Сығырға ыңғайлаған Рәзилә кире боролдо.
– Ул турала борсолма ла, бергәләшербеҙ, Алла бирһә. Эй ғүмерҙең үтеүе... Йыл булып та килә. Әле генә һымаҡ ине...
– Нишләп кенә шунда, төн уртаһы булһа ла, һеҙҙе уятып, бәпәйҙе һиңә ҡалдырып, үҙем ҡуша бармағанмын икән больницаға, тип һаман үкенәм, Рәзилә. Мин янында булһам, әллә...
– Эй, Мирзанур. Ҡайҙан ғына беләһең инде алдан ни булырын. “Тиҙ ярҙам”дыҡылар ҙа ҡотҡара алмағас, нимә тиерһең?.. Юлда уҡ тромб шартлаған, тинеләр, тиһең бит.
– Ғүмер буйы үкендерер инде.
– Шулай инде. Улай ҙа ҡыҙың шәбәйеп китте. Үлеп кенә ҡуйыр инде тип ҡайғырғайныҡ хатта, һиңә өндәшмәһәк тә. Ҡалай сос әле үҙе, күҙ теймәһен. Күлдәк кейҙерәйем, тиһәм, ике ҡулын еңгә үҙе тоҫҡап тора бит әле. Өйрәтеп бөткәнһең икән.
Ә Гөлкәйе әсәһенә игеҙ һыңар кеүек оҡшаған! Ҙурая барған һайын оҡшашлыҡ арта бара – Мирзанур эй ҡыуана быға. Атаһына ҡош балаһы кеүек ҡанат елпеп ынтыла, сәпәкәй итеп ебәрә, ынйылай һигеҙ бөртөк тешкенәһе лә бар бәпескенәһенең. Теше һуңыраҡ сыҡты инде.
– Әсәһенең йылы һөтөн имгән һымаҡ түгел шул. Шешә һөтө ни.
– Ярар, үҫер әле. Һуң сыҡҡан теш ишшеү ныҡ була ул.
Ҡатындарҙың һәр нәмәгә яуабы әҙер. Ҡатындар, тиһең. Ирҙәр араһында ла өйрәтеүселәре, кәңәш биреүселәре, иптәштәре күп хәҙер Мирзанурҙың.
Кәләшенең генә йәш көйө әрәм булыуы ҡыйын. Ҡыҙын, Мирзанурҙың үҙен ташлап китеүе былай ҙа яңғыҙ йәш ирҙең, йәш атаның иңдәренә көс еткеһеҙ ҡайғы, күңел ғазабы булып ятты. Күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәргәндер уйҙарының осона сыға алмайынса – үҙе генә белә. Иҙәндә тәгәрәп йөрөп, ҡыҙын уятып ҡуймайым, ҡурҡытып ҡуймайым, тип беләгенә тештәрен батырып, күпме төндәрҙә һығылып, тауышһыҙ илағандыр – быныһын да үҙе генә белә. Беләгендә ҡарағусҡылланып уңалған эҙҙәр генә белә.
“Аҡ биләүҙәргә биләмәгәндер үҙ әсәйем, теләктәр теләмәгәндер, бәхетле бул, тип”. Ҡапыл килеп кергән был йәмһеҙ уйҙы ҡыуып ебәрергә теләгәндәй, башын киҫкен генә һелкеп, сәсен бармаҡтары менән аралап, туҙғытып ҡуйҙы. “Гөлкәйебеҙҙе бәхетле ҡыҙ бала итеп үҫтерермен, кеше итермен, Әлиәм!”
Ҡыҙы йоҡлағас, ихатаһына сыҡты. Бында ла эш күп. Малы, ҡошо, баҡсаһы бар.
– Ялҡауҙың ике ҡулын да тотормон, егәрленең бер ҡулын ғына тотормон, тип әйтер, ти бала. Һин, ҡәйнеш, давай, ялҡау исеме алып ҡуйма!
Мәғрифә еңгәһенең ошо һүҙе етте, Мирзанурға – донъяһына ла өлгөрә башланы шунан һуң. Башҡа ирҙәр кеүек эшкә генә сыға алмай әлегә.
– Декретың бөтмәгән бит әле, – тип мәрәкәләй дуҫтары. – Ҡала һиңә лә эш, ашыҡма.
Аҡ биләүҙәргә биләгән,
Бәхетле бул, тимәгән.
Аҡ биләүҙәргә...
– Һаумы, Мирзанур!
Түтәл утап ултырған Мирзанур башын ҡалҡытты. Ҡаршыһында медиктар сумкаһы тотоп бер ҡатын тора. Фельдшер килгән, тиҙәр ине, ошо булалыр.
– Ҡалай бер юҡ йырҙы йырлап ултыраһың. Улай тигән һүҙ буламы? Йәшәүең үҙе бәхет түгелме ни?
Мирзанур тороп баҫты ла, аптыраулы ҡарашын йәшермәй, ҡатынға төбәлде.
– Мине танымайһыңдыр һин. Ә мин шунда уҡ таныным. Шул Мирзанур түгел микән, тип уйлағайным, шулһың икән. Миңең дә шул урынында.
Мирзанур ҡунаҡҡа һаман һүҙ ҡуша алмай тора бирҙе. Бирсәткәләрен сисеп, түтәлгә ташланы ла салбарын ҡаҡҡыланы.
– Әйҙә, ҡыҙыңды күрһәт әле, патронажға сыҡтым бөгөн ауылға. Мине һеҙҙең ауылға эшкә ебәрҙеләр. Һуңғы йылда фельдшер тормай ул ауылда, тинеләр. Ә ул йырыңды онот, Мирзанур. Беҙ, балалар йортоноҡолар, шулай йырлай башлаһа-аҡ....
– Балалар йорто?.. Кем һин?.. Миң?.. Һи-и-ин!
– Эйе, Миңдинур мин. Беҙҙе Ике миң, ти торғайнылар тегендә, иҫеңдәме икән?
– Юҡ, онотҡанмын...
– Ә мин онота алманым, Мирзанур. Һине алып киткәс илауым... Әрләп тә ҡаранылар, әүрәтеп тә... Бында килгәс, ҡағыҙҙарҙы ҡарап, өйрәнеп, тикшереп сыҡҡайным. Мирзанур тигән исем осраны. Йөрәгем жыу итеп ҡалды. Тик ят фамилия. Барыбер һин булып сыҡтың. Һаумы, Мирзанур.
Миңдинур уң ҡулын һрндо. Ә ҡулдың һыртында – бармаҡ баҫымындай ҡап-ҡара миң.
– Һаумы, Миңдинур.
Мирзанур ирекһеҙҙән миңде һаҡ ҡына һыйпап ҡуйҙы:
– Иҫемә төштөң, Миңдинур.
– Әйҙә, ҡыҙыңды күрһәт. Ҡарайым, консультация үткәрелде, тип яҙайым. Ә ул йырҙы йырлай күрмә, Мирзанур, ҡыҙыңдың бәхетен өркөтөрһөң.
*Күҙемдең тереүендә (диал.) – иҫән саҡта.
*Үппә ҡәҙәрем (диал.) – яҡшы, арыу ғына.
- Таңһылыу
ҠАРАСУРИНА-ВӘЛИЕВА