-
Әсәйем Сафия Ислам ҡыҙы Биштәкә (хәҙерге Шайморатов) ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Уға атай-әсәһе ул ваҡытта ҡыҙҙарҙы уҡытырға рөхсәт булмаһа ла, иҫкесә лә, яңыса ла белем алырға мөмкинлек биргән. Әсәйем балалар уҡытҡан, “наҙанлыҡты бөтөрөү” ликбез хәрәкәтендә ҡатнашҡан.
Атайым менән әсәйем өйләнешеп, алты балаға ғүмер биргәндәр. Өс апайым Әнисә, Рауза, Рима, ике ағайым Рим һәм Альберттан һуң иң төпсөктәре миңә Рауия тип исем ҡушҡандар. Әсәйем мине тыуҙырғандан һуң үҙен насар тойғанғалыр күрәһең, Рауза апайыма “Һин ҡарарһың инде был баланы”, – тигәнп әйткән булған.
Әнисә апайымдың 7-се класта уҡығанда күҙҙәре насар күрә башлаған. Атайым уны үҙебеҙҙең ауылдан ете саҡрым алыҫлыҡтағы Ефремкин ауылындағы һуҡырҙар йәмғиәтенә эшкә алып барып урынлаштырған.
Әсәйебеҙ 46 йәшендә ҡаты ауырыуҙан һуң алты балаһын етем ҡалдырып яҡты донъяны ташлап киткән. Мин йәш ярымлыҡ ҡына сабый булып ҡалғанмын. Йыназаға йыйылған кешеләрҙең аяҡ аҫтында илап, мөкәйләп йөрөгәнемде күреп, мулла: “Алығыҙ әле шул баланы, кем балаһы һуң?” – тип һораған. Миңә был хаҡта йылдар үткәндән һуң күрше апайҙар һөйләгәненән генә беләм.
Атайыма бик ауыр булғандыр инде. Етмәһә, ҡайғы өҫтөнә ҡайғы, күршеләрҙән ут сығып, беҙ йәшәгән йорт янып киткән. Әсәйегеҙ мулла ҡыҙы булғас кейемдәре лә күп ине, шундай мәлде лә файҙаланып ҡалған кешеләр булған, яңы мамыҡ шәлен, яңы һөт сепараторын янғын эсенән алып сыҡһалар ҙа, һуңынан таба алмағандар. “Саҙаҡа урынына булһын инде”, ти торғайны атайым.
Атайымдың янғындан ҡалған көл-күмер өҫтөнә ауынап илауы тураһында Фәтхиә әбейем беҙгә һөйләй ине. Мине ут эсендә, өйҙә ҡалған, тип уйлаһалар ҙа, ғүмерем бөтмәгәс, ҡотҡарып ҡалғандар. Ә бына алты йәшлек Альберт ағайым дүрт көн генә ауырып үлеп ҡалған.
-
-
Мине атайым менән Рауза апайым ҡарап үҫтергән тип төшөндөрәләр ине. Иң ҙур апайыбыҙ Әнисә лә тормошҡа сыҡҡандан һуң мине үҙҙәренә алып ҡайтып ҡараған. Дүрт-биш йәшлек кенә булғанға күрә бик хәтерләмәйем. Үҙҙәре эшкә киткәндә апайымдың улы Ринат менән өйҙә ҡалып, уларҙың ҡайтҡандарын тәҙрәнән ҡарап көтөп ултыра торғайныҡ.
Ҡыш көнө саналы атта бер кеше кереп килгәнен хәтерләйем. Баҡһаң, бер туған Рим ағайым мине алып ҡайтырға килгән икән. Миңә әсәйебеҙ дауахананан ҡайтты, һине алып ҡайтырға ҡушты, тип аңлаттылар. Апайым менән еҙнәмдең ниңә илай-илай оҙатып ҡалғандарын үҫә төшкәс кенә аңлап еттем. Мине толопҡа, юрғандарға урап санаға һалдылар ҙа, ҡайтып та еттек...
Бына ошо урында минең күңелле, ғәмһеҙ бала сағыма, уйнап йөрөүҙәремә, өй эсендә иркен һулыш алыуҙарыма нөктә ҡуйылды ла шикелле.
Мине өйҙә бик уңған, булдыҡлы (атайымдан күпкә йәшерәк), матур ғына, ләкин ҡырыҫ тәбиғәтле, балаларға ҡарата бер аҙ ҡатыраҡ “әңкәй” ҡаршы алды. Әңкәй мине үҙ тәрбиәһенә тиҙ буйһондорҙо күрәһең, сөнки минең үткерлегем, саялығым төбө-тамыры менән йолҡоп ташланды. Мин унан ныҡ ҡурҡа торған булдым. Ул мине арҡамдан һөйөү, иркәләү түгел, эргәһенә лә яҡын ебәрмәй ине. Атайымдың бер туған һеңлеһе Фәтхиә әбей, ул һинең үҙ әңкәйең түгел, үгәй ул һиңә, тип аңлатып бирҙе.
Мәктәп йылдары башланды. Беренсе класҡа барғанда яңы мәктәп формаһы алып бирмәүҙәренә бик көйөнһәм дә, ябай күлдәктә булһам да, ҡулыма әлифба китабын тотоп, бик ғорурланып фотоға төштөм, ҙур кеше булдым йәнәһе.
Был әңкәй уҡый белмәһә лә (уҡыу эләкмәгәндер инде), һүҙгә бик оҫта, йор телле ине. Һөйләшкәндә һәр бер һөйләмендә тиерлек, әйтемдәр, мәҡәлдәр ҡуллана торған булды. Мин уларҙы эсемдән генә ҡабатлап, отоп ҡалырға тырыша инем. Уның эйәртеп килгән Фәниә исемле ҡыҙы бар ине. Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлап, беҙҙең ауылда эшләне. Улар әсәле-ҡыҙлы әрләшеп китһәләр, ҡурҡып илай инем. Ундай саҡтарҙа атайым мине алып сығып китә ине. Беҙ урамда йөрөп, йә булмаһа Фәтхиә әбейемдәрҙә ултырып ҡайта инек. Әңкәй мине эшкә өйрәтмәне, һуҡрана-һуҡрана үҙе эшләй ине. Мин ҡалтырапҡурҡып, карауатым янында ғына баҫып торам да, “Ниңә атлы ҡаҙаҡ кеүек тораһың?” – тиһә ултырам. “Ни эшләп йәйелеп ултыраһың?” – тиһә, тороп баҫам. Был хәл көн дә ҡабатланғанға күрә, хәтеремдә ныҡлы уйылып ҡалып, әлеге мәҡәләмде яҙырға этәргес булды кеүек.
-
-
-
Был әңкәй дингә ышанған ҡатын булараҡ, ул саҡтарҙа тыйылған булһа ла, ғәйет байрамдарын онотмай ине. Күршеләр менән тәҙрәләрҙе ныҡ итеп ҡаплап (лампа яҡтыһы күренмәһен өсөндөр), ҡөрьән сүрәләрен уҡыйҙар ине. Миңә
-
бер-ике йомортҡа тоттороп, күрше Фатима, Шәкирә, Зыяда әбейҙәреңә инеп сыҡ, ҡөрьән уҡыһындар тип, индереп ебәрәләр ине.
Миңә яңы күлдәк тегеп кейҙерә ине. Бик таҙа, ыҫпай йөрөргә өйрәтте. Өйҙө лә, ихатаны ла бөхтә тотҡанға күрәлер, өйҙә туҙан туҙҙырып һикереү, уйнау тыйыла торғайны.
Беҙ атайым менән дәрестәр ҡарай инек. Мәктәптә булдымы, атайымдың китапханаһында бар инеме, Ғабдулла Туҡайҙың “Иҫтә ҡалғандарҙан” хикәйәһен уҡып, бик ныҡ тәьҫирләнгәнемде хәтерләйем. Бигерәк тә төндә тышҡа сығып, аяғы боҙға ҡуша туңғанын уҡығанда илай инем һәм үҙемде лә уның урынына ҡуйып, бик йәлләй инем. Бер тапҡыр өйгә индермәгәс, ишек алдында йоҡлағанымды беләм, тик унда мендәр, юрғандар бар ине (был әҙерәк ҙурая төшкәс, өйгә һуңлап ҡайтҡанлыҡтан, үҙем ғәйеплемен тип, ҡурҡманым, тик Туҡайҙы тағы иҫләнем).
-
-
Бәрәңге йыйышырға ярҙам итеү ауыл балалары өсөн ауыр эш түгел ине. Шулай ҙа мин көрәктән ныҡ ҡурҡҡанымды хәтерләйем, сөнки Ғ.Туҡай ҙа аяғына яраны нәҡ бәрәңге баҡсаһында алғанын уҡып белә инем. Ниндәй генә йылы көндәр (әбейҙәр сыуағы) булһа ла, ялан аяҡ йөрөмәҫкә, аяҡтарымды тупраҡҡа күммәҫкә тырыша инем.
Туҡай заманынан айырмалы булараҡ, ашау һәм кейем яғы беҙҙең осорҙа алға киткән булғандыр. Асығып йөрөгәнемде иҫләмәйем. “Үгәй ашатмаған”, тип әйтерҙәр тип әрләгәс, ашағы килмәгән саҡтарҙа ла аштарҙы ашап бөтөрмәйенсә өҫтәл артынан тороп китмәй инем. Күҙ йәштәрем менән бергә сәйемде эсеп бөтөргәс кенә мәктәпкә киткәндә лә, әңкәй әрләп ҡала ине.
Мәктәп юлы минең серҙәшем булды. Һәр миҙгелдә төрлөсә һыҡтап илағаным иҫемдә ҡалған. Йәй булһа, аҡҡан һыуҙар һағыштарымды алып китһен тип, яҙын сыйырсыҡтар менән бергә үҙ әңкәйем ҡайтһын тип, көҙгө елдәр мине тиҙерәк ҙурайтһын ине тип мәктәпкә барып инә инем. Быларҙың барыһын да көндәлегемә яҙып бара торғайным. Көндәлек яҙыу – тағы бер серҙәшемә яҡынайыу ине буғай. Был хәлдәр көн дә ҡабатланһа ла, ваҡыт менән ғүмер тиҙ үтеп китә икән.
-
-
8-се класты тамамларға ла ваҡыт еткән икән. Ҡош ояһынан осоп киткән кеүек, мине лә атайым интернат-мәктәпкә алып барып урынлаштырҙы. 10-сы класты тамамлағанда атайым да фани донъяны ҡалдырып, мине бөтөнләйгә етем итеп баҡыйлыҡҡа күсте. Был 1967-се йылдың марты ине.
Рауия Ҡотлобаева.
Фирғәнә ҡалаһы.