ҠАРҒЫШМЫ, РӘНЙЕШМЕ?
Минең өләсәйемде Шәрифә тиҙәр. Ҡаты холҡо, уҫаллығы менән даны сыҡҡан ҡатын өс бала үҫтергән. Өлкән улы Әптрәхим яу яланында шаһит киткән. Унан Фәғилә һәм Фәизйән исемле ике бала ҡалған. Өләсәйемдең Әптрәхимгә етәһе ҡыҙы Хөсниә. Уның да ире вафат булғас, һуғыштан бер күҙе һуҡырайып ҡайтҡан Әҡсән бабайға тормошҡа сығып, Әлимә исемле ҡыҙын алып, Йәнгел ауылына күсеп китте. Иң бәләкәй улының ике ҡыҙы бар. Өлкәне мин – Ғәлимә тиҙәр. Һеңлем – Йәмилә. Беҙҙең дә атайыбыҙ һуғышта хәбәрһеҙ юғалған.
Йәй етһә, өйөбөҙҙөң ишек алдында ла, урам тышында ла бәпкә үләне түшәлеп үҫә. Уҡыуҙар тамамланғас, Әлимә апайым йәй бөткәнсе беҙҙә була. Уның менән Фәғилә апайым бәпкә үләндәрен йолҡоп, ҡурсаҡтарына матур ғына өй эшләп, көноҙон уйнайҙар. Мин ҡурсаҡ уйнатмайым, тик кенә ултырып тирә-яҡты күҙәтергә яратам. Ана, ялан кәртәлә үҫкән киндер араһында күңелле сырҡылдашып турғайҙар үлән орлоғо сүпләй. Ситтә ултырған өлкән ояға ҡарлуғастар бер инеп, бер сығып, балаларына ем ташый. Ә был яҡта, өйгә яҡын һарай мөйөшөндә, күкһел сәпсектәр матур ғына оя ҡорған. Әле үҙҙәрен нисек бесәй шәйләмәй. Мәгәр һиҙеп ҡалһа – эш харап. Ә инде балалары сыҡһа, хәҙер генә тотоп ашап та ҡуйыр. Ә ҡарлуғастарға ул тейә алмай. Уларҙың ояһы бейектә, бер кемдең дә буйы етмәй.
Әлеге тамашаны күҙәтеп, уйҙар донъяһына сумып ултырғанда, өләсәйем теге сәпсектәрҙе күреп ҡалды ла, шул минутта уҡ көйәләнеп: ” Ах йәндәре сыҡҡырҙар, һарай башына оялап алғандар икән был күркәмһеҙҙәр. Ул ҡош йорт-ҡураға эйәләшһә, бәлә-ҡаза килерен көт тә тор. Бар, Фәғилә, хәҙер генә ояһын туҙҙырып, йомортҡаларын һытып ташлағыҙ!” - тип ҡаты бойороҡ бирҙе. Ҡыҙҙарға ни ҡыйын эшме, Әлимә апайым шул әҙере һарай башына менеп тә китте. Улар ҙа теге ояны беләләр ине. Мин түбәндә торған Фәғилә апайым янына барып баҫтым. Әлимә апайым ҡош ояһын ҡарап: ” Бында йомортҡа юҡ, балалары ғына ята”, - тип һөрәнләгәс, өләсәй: “Ырғыт Фәғиләгә, үҙең төш тә, йылғаға алып барып ташлағыҙ, тонсоҡһондар шунда. Соролдашып, бәлә саҡырып йөрөмәһендәр!” – тине.
Шунда мин яр һалып илай башланым: “Теймәгеҙ, үлтермәгеҙ бахырҡайҙарҙы. Уларҙың бит әсәһе илар. Ана, әле үк сипылдашып йөрөйҙәр”. Шул мәлдә өләсәйем: ”Шым хәҙер үк. Бушҡа олоп торма”, - тип ҡаты тиргәп ташланы. Ҡош балаларын алып, апайҙарым йылғаға китте, нишләһендәр, бойороҡ ҡаты, үтәргә кәрәк. Уларҙың артынан илай-илай мин дә эйәрҙем. Беҙҙең баш осонда ҡауғаланып-сырылдашып пар сәпсек оса. Бына апайҙарым берәм-берәм һыуға ташлап ҡайтып киттеләр. “Ғәлимә, әйҙә”, - тиһәләр ҙә, мин ауыҙҙарын бер аса, бер йома һыуыҡ һыуҙа ҡорошоп йәнгә талашҡан ҡош балаларын әле береһен, әле икенсеһен ҡулыма алып, ҡотҡарыу сараһын таба алмай һаман илап торам. Мине тирәләп һыуға тейә яҙып, тейә яҙып, ике сәпсек илай. Уларҙың сабыйҙары, һыуыҡҡа түҙмәй, тиҙ арала йән бирҙеләр. Хәҙер мин яр ситендә ултырып илайым. Апайҙарым: ”Әйҙә, ҡайт. Өләсәй ҡайтырға ҡушты,” – тип ике-өс килеп киттеләр. Ҡайтманым. Бер өй яғына, бер һыу буйына осоп, аяныслы тауыштар сығарып өҙгөләнгән ҡоштар кискә торо ҡайҙалыр китеп юғалды. Мин дә, бит-ҡулымды йыуып, һалҡын һыуҙа ҡатып бөткән бисараларҙы, һыу ашаһында өймәкләшеп үҫкән күк сәскәләр төбөнә һалып ҡайтып киттем. Был ваҡиғалар онотолоп, күпмелер ваҡыт үткәс, бер көндө әсәйем: ”Ҡәйнәм, һин риза булһаң, мин тормошҡа сығайым тигәйнем. Һоратыусыһы ла бар ,”- тип үтенгәндәй итте. Нишләһен ҡәйнә кеше, риза булмай ни хәл итһен? Балаһы бит ҡайтыр ерҙәргә китмәгән. “Минән һораһаң – кәңәшем шул: барып ҡара. Тик ҡыҙҙар миндә ҡалһын. Әллә ниндәй кешелер, балаларҙы үҙ итерме-юҡмы?»
Әсәйем китер булғас, хөсөтсөһө лә күбәйҙе. Уға депутат, сельсовет алып килеп, үҙенә тейешле мөлкәт, мал-тыуарҙы бүлдереп алып китергә тура килде. Хәҙер беҙҙең өйөбөҙ туҙҙырылған ҡош ояһы кеүек ҡотһоҙға әйләнеп ҡалды. Был йәй үтеп, ҡыш та етте. Фәғилә апайымдар беҙгә тәҙрәләш кенә йәшәй. Көндәрҙең береһендә уның минән бер йәшкә өлкән ҡустыһы Фәизйән ауырып та китте, ике-өс көндән үлеп тә ҡуйҙы. Ошонан һуң өләсәйем, нәҫел ебем өҙөлдө тип, зарлы ҡош кеүек әллә ни саҡлы илаулап йөрөнө. Ҡыш үтеп, йәй етеүгә бөтә ауыл балалары лыпын төшөп ҡыҙылса менән ауырый башланы. Өй эсендә нисә бала булһа, береһе лә ҡотола алманы. Өҙлөкһөҙ ләпелдәп кенә йөрөгән Йәмилә лә бер көн сәсрәп ятып китте. Өләсәйемдең доғаларын да, ялбарып инәлеүҙәрен дә Хоҙай ишетмәне буғай, ун биш көндәй ауырып ятты ла йәйҙең иҫ киткес йәмле бер көнөндә, ожмах ҡошо булып, баҡыйлыҡҡа күсте. Кесе ҡыҙын күкрәгенә ҡыҫып, янған йөрәгенә ял алған өләсәйемдең һығылып илауҙары, күрше ауылда йәшәгән әсәйемдең “балаҡайым” тип үрһәләнеп әллә нисә тапҡыр килеп зыярат ҡылыуҙары, минең дә ололарға күрһәтеп тә, йәшереп тә әсе күҙ йәштәре түгеүҙәрем хәс үткән йәйҙәге балаларын юғалтыуҙан зарлап йөрөгән ҡоштар ине. Бәләкәй булһам да, минең был оҡшашлыҡҡа иҫем китте. Сөнки ауылда нисә бала сирләһә, барыһы ла һауыҡты. Тик беҙҙең Йәмилә генә...
Их, өләсәйем яңылышты шул, яңылышты. Ҡошсоҡтарҙың кешеләргә бер зыяны ла юҡ ине бит. Был бәләләр улар һарай башына оялаған өсөн түгел, ә балаларын үлтереп, ҡарғыштарын алғанға килде. Мәгәр сәпсек балаларына теймәһәк, уларҙы ҙурайтып, рәхмәт әйтеп китерҙәр ине. Шуларҙың ғына рәнйеше, шуларҙың ғына ҡарғышы төштө тип үрһәләнде минең кескәй йөрәгем. Тик был кисерештәремде үҙемдән башҡа кешегә белдерә алманым. Бәләкәй инем шул. Хәйер, Әлимә апайымдарҙы ла ҡаза урап үтмәне.Уларҙың аталары заправкала төнгө ҡарауылсы булып эшләй. Йәшәйештәре лә шунда, ҡарауылсы өйөндә. Өй тигәс тә, самандан эшләп, башы һалам менән ябылған землянка инде. Оя булмағас, һыйырҙары бәләкәс кенә солансаның мөйөшөндә бәйле, быҙауы өйҙә сыуал артында тора. Бер көндө Хөсниә инәй Магнитҡа баҙарға юллана. Әлимә һеңлеһе Сәриә менән (уныһы Әҡсән апаның ҡыҙы) мәктәпкә китәләр. Үгеҙ егеп, быларға урман яғынан апаның туғандары килеп төшә. Өшөп килгән юлсылар, еүеш тиҙәкте тоҡандыра алмағас, биҙрә менән кәрәсин индереп, быҫҡып ятҡан утҡа һирпеп яндырырға булалар. Ҡапыл тоҡанып киткән уттан өркөп, ут яғыусы биҙрәне ҡулынан төшөрөп ебәрә. Шул ыңғайы ер иҙәнгә ут ҡаба, тиҙ арала ялҡын өй эсен ялмап ала. Шаңдаҡҡа йүгереп килеп ингән өй хужаһын да ут солғай. Ул йүгереп сығып, бар кейемен сисеп ташлап, саҡ ҡотолоп ҡала.Ошо мәл ялҡын ялмаған соланда үкергән һыйыр тауышын ишетеп, ярҙамға килгән кешеләрҙең береһе уның бауын сисеп өлгөрә. Ул-был ерен ялҡын өтөп тиреһе быҫҡыған һыйыр, янған өйҙә йән әсеһенә үкергән быҙау тауышынан тилереп, өй тирәләй саба. Әсәләре баҙарҙан, ҡыҙыҡайҙар уҡыуҙан ҡайтыуға өйҙәре урынында көл-күмер генә ята. Кейер кейемһеҙ, яҫтар-түшәрһеҙ, ҡыш уртаһында ҡоро ҡул урамда тороп ҡала ғаилә. Бына шулай, сәпсектәрҙең әсе ҡарғышы береһен дә урап үтмәне.
Хәҙер инде ул ваҡиғаларға ярты быуаттан ашыу ғүмер үткән. Үҙем дә, апайҙарым да олоғайып, ейән-ейәнсәрҙәр генә түгел, бүлә-бүләсәрҙәр һөйөп ултырабыҙ. Тик мин тетрәндергес был фәжиғәне ғүмерем буйына онота алманым. Балаҡайҙарымдың һәр береһенә әйтеп кенә торам: ”Тиктомалға кеше түгел, бер йән эйәһен дә рәнйетмәгеҙ. Үҙең ҡағылмаһаң — улар ҙа теймәҫ. Ана, йыландың йыланы, кеше күрһә, ҡасыу яғын ҡарай. Һәр мәхлүккә йән дә, бала ла ғәзиз”. Тик шуны һаман төшөнә алмайым: был ваҡиға яҙмыш ҡушҡанымы, әллә ысынлап та ҡарғыш булдымы?
Бибиямал Йосопова.
"Зөһрә йондоҙ" төркөмөнән.
https://ejansura.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2022-04-22/ar-yshmy-r-nyeshme-2778465