Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
10 Октябрь , 15:13

ЯҢЫ ЙӨРӘК (Хикәйә)

— Йөрәккә операция яһанылар. Больницанан сыҡҡас, барыһына ла дөрөҫлөктө әйтергә булдым шул. Ниңә икәнен үҙем дә белмәйем.

ЯҢЫ ЙӨРӘК (Хикәйә)
ЯҢЫ ЙӨРӘК (Хикәйә)

Йосопов Хәйҙәрҙе табиптар, оҙаҡ йәшәй алмаҫ, тип иҫәпләне, уҙа барһа, ҡырҡ йәш, шунан да арттырһа, үҙе бер мөғжизә буласаҡ. Уның тыны ҡыҫылды, тиҙ арыны, баш ауыртыуы менән яфаланды. Бөтә эш клапанда икән. Хәйҙәр, колхоз тракторсыһы, моторҙағы клапандың ашалыуы нимә икәнен бик яҡшы белә, әммә врачтарҙың әйтеүенә ышанмай, үҙенең сирен йылдар буйы трактор кабинаһында һелкенеп йөрөүҙән, газ еҫкәүҙән, гербицид менән ҡушылған ҡара тупраҡ саңынан күрә.

 

Әллә ошо ауырыуынан, әллә бала сағынан ҡыйыуһыҙ булғанға, ауылда ул тауыш-тынһыҙ ғына көн итте, әгәр тракторы булмаһа, уны кешегә иҫәпләп иғтибарға ла алмаҫтар ине. Бер кем дә ауыҙынан алама һүҙ ишетмәне, һүгенеү тураһында әйтеп тораһы ла түгел, ғөмүмән, тауыш-тыны сыҡмаған бер йән эйәһе ине. Ул йылмая ғына, йылмайыуы ла кешеләр алдында үҙенең ниндәйҙер ғәйебен һиҙеп, әрләүҙәрен көтөп йылмайыуға оҡшаш. Эштә ул бөтөнләй баш тарта белмәй торған кеше, үтә теүәл, барыһын да еренә еткереп үтәй. Ундайҙарҙы түрә-ҡара ярата, хәйер, бында ярата тигән һүҙ урынһыҙ, ундайҙарҙы күрмәйҙәр, иғтибарға алмайҙар — үҙ хоҡуҡтарын талап иткәндәрҙе генә күрә түрәләр, ә арттарын ялағандарҙы яраталар. Туған-тыумасалары, күршеләре уны трактор кәрәк булғанда ғына иҫтәренә төшөрә.

Мең мәртәбә ремонтланған, таралырға етешкән был тракторында Хәйҙәр күптән эшләй инде, ҡартайған «Беларусь»ты арбаһы менән әллә ҡасан списать итеп тимер-томорға тапшырырлыҡ. Әммә боҙолһа, тракторсы уны йүнәтә, йыш ҡына үҙ аҡсаһына йәки утынға алмашып запас частар таба ла бураҙналар, юлдар, туғай-баҫыуҙар буйлап йөрөүен белә. Тракторын ул үҙенеке итеп күрә. Ике йәки 469 өс туған ағай-энеләре килә: Хәйҙәр, баҡсаны һөрөп бир әле, Хәйҙәр, утынды ғына алып ҡайтайыҡсы. Һөрә, килтереп ауҙара. Бындай эш өсөн ярты араҡы тейеш. Зимагорҙарҙың боронғо бер йырында йырланғанса, шешәгә стаканды егәләр ҙә һөрәләр, сәсәләр, ташыйҙар... Әммә Хәйҙәр был шайтан һыуын ауыҙына ла алмай. Ирҙәр аптырай: «Нишләп эсмәйһең?» — «Атайым үлер алдынан был иблес һейҙеген эсмәҫкә васыят ҡалдырҙы». Аҡса бирергә маташһалар — алмай. «Мин һиңә ихлас күңелдән ярҙам иттем, кәрәкһә, һин дә миңә ярҙам итерһең», — ти ҙә ҡуя.

Ҡатыны ла, үҙенә оҡшап, тыныс холоҡло. Уны, аңлы тормошонан башлап ошоға ҡәҙәр колхоз һыйырҙары тиҙәген иҙгән кешене, ауылда берәү ҙә исем-шәрифе менән атамай, барыһы ла «Хәйҙәр бисәһе» тиҙәр ҙә ҡуялар. Иренә ул ике малай табып бирҙе. Улар үҫте, мәктәпте тамамланы, тәртипле булдылар, тартманылар, эсмәнеләр, ҡалаға барып, шунда урынлаштылар. Йосоповтар ергә сүккән иҫке йортта йәшәне. Атаһы уны һуғыштан һуң һалғайны. Ике бүлмәләге диван, өҫтәл дә йорт менән бергә ҡартайҙы, ултырғыстар аҡһаны. Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа осһоҙ ғына һыуытҡыс алып ултырттылар. Район мәртәбәһендәге ҡаланан башҡа Хәйҙәрҙең бер ҡайҙа ла сыҡҡаны юҡ, армияға күҙе насар күреү сәбәпле эләкмәне. Донъяла үҙенең тыуған ауылынан да матур ер юҡ, Аллаһы тәғәлә бер халыҡҡа ла Яйыҡ. аръяғындағы ише ялан-туғайҙар бирмәгән, тип иҫәпләй. Ул унда кинәнеп бесән саба, һулап туйғыһыҙ саф һауа һулай, Мышағыр тауына күтәрелә, еләген сүпләп ашай. Хәйҙәр үҙ ауылының кешеләрен дә ярата. Улар барыһы ла ыңрай, балалар кеүек ғәҙел, гонаһһыҙ. Күршеһе Нурулланы нисек алама кеше тип әйтәһең инде. Иңгә-иң терәп бына нисә йыл донъя көтәләр, Хәйҙәр унан бер ҡыйыш һүҙ ишеткәне, насар ҡылығын күргәне юҡ — нәҫел-нәсәп түгел, әммә күп ҡан-ҡәрҙәштән яҡыныраҡ. Аймаҡта, бөтә түбән урамда бер генә лә тупһыҙ, гонаһлы кеше тапмаҫһың. Ауылда, унда көн иткән кешеләр араһында ул күрмәгән ҡараңғы яҡтар ҙа булғандыр, әммә Хәйҙәрҙең аңы шул тиклем яҡты ине, ошо яҡтылыҡ һис кенә лә кешеләрҙәге, уларҙың тормошондағы ҡараңғы мөйөштәрҙе шәйләй алманы. Кешенең көнитмеше Хәйҙәр өсөн көн яҡтылығы кеүек нурлы, асыҡ, ғәҙел ине, үҙенең был донъяла йәшәүенә 470 әҙ генә ваҡыт ҡалыуын әйтһәләр ҙә, әлеге тапһыҙ тормошта ул үҙен бәхетле иҫәпләп йәшәне.

Ҡырҡ дүртенсе йәшендә уны Өфөгә алып киттеләр ҙә дауаханаға һалып ҡуйҙылар. Унда ике аҙна буйы күкрәк ситлеген тикшерҙеләр, һүрәтен алдылар, ҡағыҙ таҫмаға йөрәк тибешен яҙҙырҙылар, шунан операция яһарға кәрәклеген әйттеләр. Хәйҙәр ризалашты. Уға укол яһанылар — иҫтән яҙып онотолдо. Һуңынан, күпмелер ваҡыттан, әллә йөҙ йылдан һуң, ул аңына килгәс, күкрәген марля менән сырмағандарын күреп, үҙенең тере ҡалғанлығын аңланы. Әммә еп өҙөрлөк тә хәле юҡ ине. Янында ултырған ҡатынын күреп нимәлер әйтергә ынтылып ҡараны, көсө етмәне, йылмайыу ишаратын ғына сығарҙы. Аҙна үткәс, бер сама хәл инде һәм күкрәгендә төҙөк, рәтләнгән йөрәк эшләүен тойҙо — ул тигеҙ тибә, туҡтамай, өҙөлмәй, элекке ише түбәнгә, эсе яғына, төшөп киткәндәй тойолмай. Тын алыуы ла еңелләште. Йөрәген йәнә бер аҙна тыңланылар-тикшерҙеләр ҙә ҡайтарып ебәрҙеләр Хәйҙәрҙе. Ниндәйҙер таблеткалар биреп, эсерһең, тине врач, тик ауыр эш эшләргә һис ярамай, тип иҫкәртте.

Шулай итеп, Хәйҙәр элекке тормошона кире әйләнеп ҡайтты, йөрәгенә яңы клапан ултыртып ҡайтты, олоғайған әсәһе менән ҡатыны әйткәнсә, яңы йөрәк менән ҡайтты. Уға элекке ише шым, һәммәһен дә яратып, ғәҙел, гонаһһыҙ ауылдаштарын үҙ итеп, осрашҡанда йылмайып, булғаны менән ҡәнәғәтләнеп йәшәргә кәрәк ине лә бит, юҡ шул, уның менән әллә сәйер, әллә ҡурҡыныс нәмә булды ла ҡуйҙы. Ҡапыл уның аңында күҙ ҡамаштырырлыҡ аңлау, төшөнөү ғилләһе барлыҡҡа килде, ул тирә-яғына әйләнеп ҡарап, тормоштоң буйраҡ, хатта бысраҡ эске яғын, ҡара һәм шомло мөйөш-ярыҡтарын, кешеләрҙең үрмәксе ауы һымаҡ күренер-күренмәҫ йәшерен ҡыланыштарын шәйләне. Ауыл, уның яратҡан ауылы, эскелеккә, гонаһҡа, хәшәрәтлеккә батҡайны. Ауылдаштары оҙаҡ йылдар буйы бер-береһен, хатта ҡан-ҡәрҙәштәрен үлтерә, араҡы менән үлтерә, мейеһен ағыулай, башын элмәккә тыға, урлаша, күршеләренән бейек ҡоймалар менән ышыҡланып, бер-береһенән көнләшә, ошаҡ йөрөтә, күҙәтә, күралмай ике. Баҡһаң, бөтәһе лә большевиктар мәсет манараһын ауҙарып, унда сәхнә ҡороп, Алланан, пәйғәмбәрҙән, диндән, дин әһелдәренән көлгән спектаклдәр күрһәтеүҙән башланған икән.

Мәктәптә уҡытыусылар балаларға, Алла юҡ, мулла-монтағайҙар ябай халыҡты алдай, шуға 471 күрә улар беҙҙең дошман, тип аңлатты. Балалар Алланан ҡурҡмай үҫте, уның талаптарын тотманы, гонаһтың, намыҫтың, үкенеүҙең, тәүбәгә килеүҙең нимә икәнен белмәне. Ҡылған гонаһтары тураһында уйланмай, уны онотоу өсөн, мосолман кешеһенә тыйылған ағыулы шыйыҡсаны эсергә тотондолар. Ирҙәрҙең ирлек мөлкәте бөхилләнде, тоҡом орлоғо хәлһеҙләнде, ҡеүәттәре бөттө; ҡатындар иртә ҡартайҙы, ә балалар сирле, сибек, фәнгә яраҡһыҙ, һыу мейе булып тыуҙы... һәм бына кемдер Хәйҙәргә бик ныҡыш итеп: «Кешеләргә үҙҙәренең гонаһтары тураһында һөйлә, хәтерләһендәр ҙә уйланһындар, тәүбәгә килһендәр, үкенһендәр», — тип шыбырҙай башланы. Хәйҙәр үҙенең уйында ғына ауылдың түбән осонан башлап урта өлөшөнә, идара йортона ҡәҙәр үтте, артабан, теге яғына, бер нисә ғаиләне иҫәпләмәгәндә, кешеләрҙе бик белмәй ине. Ә түбән урамда ул барыһын да тиерлек белә, етмәһә, байтаҡтар менән нәҫелдәш тә. Эйе, бөтәһен дә гонаһҡа батҡан тип булмай, әммә фәрештә кеүек изгеләр бөтөнләй юҡ кимәлендә. Ә ҡайһы бер өйҙәрҙә ҡолағына тиклем гонаһҡа батҡан бәндәләр көн итә, сәстәрең үрә торорлоҡ. Уларҙы, һис икеләнмәй, хыянатсылар тип атарға ла була... Хәйҙәр тәүҙә ошо гонаһлы өйҙәр буйлап төшөргә лә барыһына ла уларҙың этлекле тормошо хаҡында хәҡиҡәтте асып һалырға уйлағайны. Шунан кире ҡайтты. Урамда осрашҡанда йәки кискеһен ҡапҡа эргәһендәге эскәмйәһенә ял итергә, тәмәке көйрәтергә сыҡҡан саҡтарында әйтергә ниәтләне уйын.

Беренсе булып уға Ғөбәйҙулла ҡарт осраны. Ауылдың иң оло кешеһе, һуғыштан күкрәген орден-миҙалдар менән тултырып ҡайтҡан элекке уҡытыусы. Пенсияға сыҡҡас, бер нисә йыл колхоз парторгы ла булып йөрөнө. Аҡыллы, уйлап һөйләүсән, төҫкә-башҡа ла күркәм: оҙон, төҙ кәүҙәле, ап-аҡ сәсле. Ошо кешенең ниндәй гонаһтары булһын инде? Етмәһә, 91-се йылда, партбилетын комод тартмаһына ырғытып, Ҡөрьән өйрәнергә тотондо, ауыл халҡы алдында дин әһеле рәүешенә инде — сал башына аҡ түбәтәй кейҙе лә Мөхәммәт пәйғәмбәр һүҙҙәрен һөйләргә кереште. Ауылдаштары алдында ул гонаһһыҙ Алла ҡолона, хатта изге кешегә әйләнде. Хәйҙәр емеш-еләк баҡсаһы тапҡырындағы эскәмйәһендә ултырған хәҙрәт менән иҫәнләште лә янына сүгәләне.

— Хәлдәр нисек, ағай?

— Яйлап шунда... Ғөбәйҙулла ҡарт бер аҙ аптырабыраҡ, хатта ғәжәпләнеп ҡараны Хәйҙәргә — ул бит бер ҡасан да уның янына килмәй, һөйләшмәй, осрашҡандарында баш ҡаға ла йылмайып китеү яғын ҡарай торғайны.

— Хәҙер нисә йәш инде һиңә? — тип һораны Хәйҙәр, ҡартты аптыратып.

— Һикһән өскә сыҡтым инде, Аллаға шөкөр.

— Йәшәүен йәшәгәнһең икән... Гонаһтарың тураһында уйлап ултыраһыңмы?

Ҡарт Хәйҙәргә бик иғтибарлап ҡараны ла асыҡ ҡына итеп:

— Минең ниндәй гонаһтар булһын? — тип ҡуйҙы. Бәхәсләшергә урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп әйтте. Унан, был ҡасан янымдан китер икән, тигәндәй, урынында борғоланып алды.

Байтаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырғандан һуң Хәйҙәр йәнә телгә килде:

— Утыҙ етенсе йылда һин, Сталинды һүкте, колхоз ҡоролошо тураһында насар һүҙҙәр әйтте, тип, уҡытыусы Әхмәтшинде ошаҡланың бит. Оноттоң дамы ни? Яҡшы уҡытыусы ине, грамоталы, балалар уны бик ярата торғайны. Ә һин күрә алманың, шәп егетте әрәм иттең...

Ғөбәйҙулла ҡарт яуап бирмәне. Оҙаҡ һүҙһеҙ ултырҙылар. Шунан Хәйҙәр өҙөлгән хәбәрен йәнә ялғаны:

— Һин НКВД ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттең, фронтта кеше атып йөрөнөң. Соҡор ситенә тубыҡландырған йәш кенә үзбәк егетенең нисек илағаны, әсәһен саҡырғаны иҫеңдәме? — Бәй, ул бит присяганы боҙҙо! Закондар ул саҡта ҡаты, һуғыш... Йәнә өндәшмәнеләр.

— Ун бер генә йәшлек немец ҡыҙыҡайын көсләгәнеңде лә онотҡанһыңдыр әле?

— Быларҙы һин ҡайҙан беләһең? — тип һораны ҡарт, байтаҡ һүҙһеҙ ултырғас. Йөҙө тартышып ҡуйҙы.

— Мин генә түгел, бөтәһе лә белә, — тине Хәйҙәр. Йәнә тындылар.

— Ә ниңә һин уларҙы һөйләп ултыраһың әле?

— Иҫеңә төшөрөп, тәүбәгә килһен өсөн. Өндәшмәнеләр. Ғөбәйҙулла ҡарт телгә килде:

— Һин шымаҡай инең. Хәҙер килеп әллә нәмәләр һөйләп ултыраһың.

— Хәҙер минең йөрәк яңы бит, — тип яуапланы ғорур ғына Хәйҙәр, унан урынынан ҡалҡынды ла ҡабаланмай ғына ары атланы.

Икенсе ваҡыт урам буйлап барғанда ҡапҡаһы эргәһендә ултырған Миңлеяр ҡартҡа тап булды. Гонаһҡа батҡан, үтә хәйләкәр, йылғыр бәндә ине был. Тәү ҡарашҡа ябай, телдәр, асыҡ-ярыҡ был ҡарт осрашҡанда һин дә мин һөйләшә, йөрәгеңә үтеп инә, янынан киттеңме — һинең хаҡта шундай ләстит һата, әйтерһең, артыңдан тиҙәк бәреп ҡала. Уның мутлыҡтары тураһында бөтәһе лә белә, әммә бының өсөн бик ғәжәпләнмәйҙәр ҙә шикелле, былай, мәрәкә итеп кенә һөйләйҙәр. Пенсияһын әбейенә бирмәй, аҡсаһын алғас, аҙна буйы эсә, һарай сарҙағында ҡарсығынан йәшеренеп ята — таҡталар йәйеп, өҫтөнә һалам түшәп, өң яһап алған. Эскәмйәлә дауна сире менән сирләгән ҡыҙы ла бар. Ул — утыҙға етеп барһа ла, буйы менән ете йәшлек, аҡылы менән бер йәшлек сабый. Бала һөйләшмәй, мөңрәй генә, һәр ваҡыт бәхетле бала йылмайыуы менән йылмая. Йөҙө, ҡылый күҙҙәрен иҫәпләмәгәндә, һөйкөмлө лә һымаҡ. Уны тәрбиәләйҙәр, таҙа йөрөтәләр, бөхтә кейендерәләр.

— Әйҙә, ултырып кит, — тип саҡырҙы ҡарт, ситкәрәк шылып. Ул һалмыш ине, шуға күрә гәпләшергә теле ҡысытып тора. — Бына пенсия алдым да саҡ ҡына тамаҡ сылаттым әле. Ҡыҙым менән ял итеп ултырыу.

— Гонаһтарың иҫеңә төшәме әллә? Миңлеяр Хәйҙәргә аптырап ҡараны, күрәһең, ул да Ғөбәйҙулла ҡарт ише шымаҡай Хәйҙәрҙән бындай һорауҙы һис көтмәгәйне.

— Һин эсмәйһең шикелле? — тине ул һорауҙан тайшанып. Хәбәрҙе икенсе юҫыҡҡа борорға самаланы шикелле. Хәйҙәр уң усы менән һул яҡ күкрәгенә ҡағылды.

— Ә, аңлашылды, — тине Миңлеяр, саҡ ҡына өндәшмәй торҙо.

— Гонаһтар тиһең инде, ә? Мин, брат, ул гонаһтарға ҡолаҡтарға еткәнсе батҡанмын инде ул. Иң ҙур гонаһым бына ошо. — Ул иркә генә итеп ҡыҙының арҡаһынан ҡаҡты. — Әммә Аллаһы тәғәлә минең гонаһтарҙы ике сәбәптән ғәфү итә. Ошондай уҡ ҡыҙын Ситдиҡов Дамир интернатҡа тапшырҙы. Янына әсәһе барғас, ул бала, алып ҡайт, бында мине туҡмайҙар, тип илаған. Әсәһе ҡалдырып киткән. Ә ул бит минекенән арыуыраҡ ине, һөйләшә ине. Үлгәс, ерләргә лә алып ҡайтманылар бит, яуыздар. Бына ҡайҙа ул гонаһ! Үҙемдекен мин ул интернатҡа ни за что бирмәйем. Ҡыҙым, дөрөҫ бит, мин һине бер ҡасан да ҡыйырһытмаясаҡмын, шулаймы? — Ҡарт ҡыҙының яурынынан ҡосаҡлап үҙенә ҡыҫты. Уныһы нимәлер мөгөрҙәне. Ҡарт һүҙен дауам итте:

— Үлгән сағымда ла улдарыма әйтеп ҡалдырам, йәберләмәһендәр. Был бер. Икенсеһе, мин мәйет йыуам, мәйет күмәм. Ауылдағы үлгән бар ирҙәрҙе лә мин йыуҙым, мин кейендерҙем, мин ләхеткә төшөрҙөм. Ә был эште, үҙең беләһең, Аллаһы тәғәлә ярата. Сауап. Хәйҙәр баш ҡаҡты, унан ҡалҡынды ла артабан атланы. Мөбәрәк ҡартты Хәйҙәр идара янында тап итте. Ҡарт идара йортона яҡын ғына йәшәй. Күрәһең, әллә эсе бошоуҙан, әллә мыжыҡ әбейенән ҡасып ошонда килә лә, үҙе һымаҡ пенсионерҙарҙы осратып, сәғәттәр буйы ләстит һатып ултыра. Хәйҙәр уның ҡулын ҡыҫты — ҡарттың тупыс бармаҡтары усына ниндәйҙер ерәнгес тойғо яҡты. Ауылдашының ошо зәғиф бармаҡтары уға Мөбәрәктең гонаһтары тураһында иҫенә төшөрҙө лә инде.

— Нимә уйлап ултыраһың? — тип белеште Хәйҙәр.

— Уйларын уйлап бөткәнмен инде, — тип яуапланы ҡарт.

— Ә гонаһтарың иҫеңә төшмәйме?

— Ниндәй гонаһтар? — Онотҡанһың, тимәк. Улайһа, хәтереңә төшөрәм. Ҡарт Хәйҙәргә аптырап ҡараны. — Ҡулың зәғиф тип армияға алманылар, һин тылда хеҙмәт армияһы кешеләре менән һуғыштың. Үҙҙәренең яғына үзбәктәр беҙҙең ауылдар аша ҡаса торғайны, һин уларҙы үҙең кеүек үк тыл ҡомаҡтары менән аңдып тороп, тота ла туҡмай, аҡсаларын, ашантыларын, хатта халаттарын алып ҡала торғайның. Шунан милицияға тапшыраһың. — Улар бит дезертирҙар ине! Мин уларҙы ҡунаҡ итеп ебәрергә тейеш инемме ни?

— Ә һин үҙең дезертир түгел инеңме?

— Нисек инде дезертир?

— Бармағыңды бит һуғышҡа бармаҫ өсөн ҡырҡтың, һуғыш башланғанда һин тимерлектә эшләй инең. Бер көн тоттоң да уң ҡулыңды Саҙрыйҙың сүкеш аҫтына һалдың. Йәшерһәң-йәшермәһәң дә, быны барыһы ла белә. Йөҙө ҡарайҙы Мөбәрәктең. Шаңҡып, оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырҙы.

— Һин арыу ғына бәндә инең, әле килеп әллә нәмәләр һөйләйһең.

— Әллә нәмә түгел, дөрөҫөн әйтәм, булғанды.

— Ул дөрөҫтө ниңә элек әйтмәй торғайның һуң?

— Элек йөрәгем ауырыу ине, хәҙер яңыны тектеләр. Клапанды алыштырҙылар. 

— Мужит, башыңа ла яңы мейе һалғандарҙыр, ә? Иҫәрҙәр йортонан? — тине лә Мөбәрәк, ҡырт боролоп, ихатаһына инеп китте.

Йөрөй торғас, Хәйҙәр ҡыш мәрхүм булған Гөлбикәнең улы Ваҡҡасты осратты.

— Нихәл? Нисек йәшәйһең?

— Бер көйө.

— Гонаһтарыңды уйлайһыңмы?

— Уйлаһаң-уйламаһаң да, уларҙан барыбер ҡотолоп булмай

. — Тәүбәгә кил.

— Тәүбәгә килерлек минең гонаһтар юҡ.

— Юҡ тиһең инде... Нишләп булмаһын? Ауырыу әсәйеңде йәйге өйөңә күсереп сығарҙың. Ҡырҡ градус һыуыҡ, ә һин кистән мейесенә яҡмағанһың. Ҡатының утыңды алып киткән, ҡарсыҡ иртәнсәгенә үлеп ятҡан. Шул гонаһ түгелме ни? Ҙур гонаһ.

Ваҡҡас хәбәрҙе өндәшмәй генә тыңланы, шунан ҡапыл ҡалҡынды ла, бер һүҙ ҙә әйтмәй, китеп барҙы. Хәйҙәр ауылдағы байтаҡ кешенең ҡылған гонаһтарын иҫтәренә төшөрҙө. Кеше әллә ҡасанғы, шул арҡала шаҡтай онотолған ваҡиғаларҙы төрлөсә ҡабул итте: берәүҙәр ағарҙы, уйға батты, икенселәр уртын сәйнәп өндәшмәне, тыңлап та бөтмәй, китергә ашыҡты, мыҫҡыллы ғына ҡарап, йәнәһе, һайра, һайра, ул инде хәҙер мине бөтөнләй борсомай, әллә ҡасанғыны әле килеп соҡоуыңдан ни фәтүә, тип уйлаусылар ҙа бар ине.

Хәйҙәр ҡатын-ҡыҙға ғына ҡағылманы, сөнки гонаһтары булған хәлдә лә, ғүмер буйы мал-тыуар ҡарайым тип бил бөгөп, ирҙәренең әсеүҙәренә, туҡмауҙарына риза булып, бер көтөү балалар табып, ҡарап-тәрбиәләп үҫтереп, улар күптән инде гонаһтарын йыуған, тип иҫәпләне. Тәүге мәлдәрҙә Хәйҙәргә ҡаршы әйтеүсе булманы, ә бына «Иблес» ҡушаматлы Вәис, үҙенең гонаһтары тураһында ишеткәс, башҡалар ише тыныс ҡала алманы. Атаһына оҡшап эскесе, һуғыш суҡмары ине был кеше (атаһы байтаҡ йылдар әүәл төшөргән көйө һыуға батып үлгәйне), ҡатыны Минзифа ла эсергә әүәҫ. Малайҙар Вәисте былай тип үсекләй: «Вәис — иблес, әсәң буғын иҙеп эс!» Биш йыл элек ошо Вәис эскән көйө ҡатынының тәүге иренән эйәреп килгән ҡыҙын көсләне. Ауырға ҡалғанын белгәс, меҫкен ҡыҙҙы тиҙ генә ҡалаға оҙаттылар ҙа көнкүреш хеҙмәтләндереүе йортонда электр приборҙары ремонтлаусы йыуаш, аҡһаҡ егеткә бирҙеләр. Йәш ҡатын уға ете айлыҡ бала тапты. Бер йылдан һуң ул ире менән айырылышты, хәҙер ҡала дауаханаһында медсестра булып эшләп йөрөй. Ә аҡһаҡ ир, бала үҙенеке түгел икәнен белмәй, алимент түләүен дауам итә. Үҙенең гонаһы тураһында ишеткәс, Вәис, йөҙө ҡарайып, ярһып китте, Хәйҙәрҙең битенә килтереп һуҡты. «Үлтерәм!» — тип ҡысҡыра-ҡысҡыра типкеләп, янынан ҡыуып ебәрҙе. Ә кисен ҡатыны Минзифа килде. Иҫерек ине. Тәүҙә тыныс күренде, хатта, өйөгөҙ ҡалай эҫе, әллә мейескә яҡҡанһығыҙ, тигән булды, унан бомба ише ҡапыл шартланы.

— Һин нимә, алама бисәләр шикелле ҡыҙым тураһында ләстит һатып йөрөйһөң? — тип ҡысҡырҙы. — Аяғынан тотоп торҙоңмо әллә?

— Ләстит һатманым, дөрөҫөн әйттем. Уныһын да үҙенә генә.

— Үҙенә генә, имеш. Белгең килһә, булманы ундай хәл, булманы. Һин нахаҡ һүҙ һөйләйһең.

— Булды, нишләп булмаһын? Быны ауылда бөтәһе лә белә.

— Сволочь, мин һине кеше тип иҫәпләй инем, ә һин аҡылыңдан шашҡан бәндә икәнһең. Мин һине психбольницаға оҙатам. Шунда серетәм. Бел дә тор. Минзифаның сәрелдәүенән Хәйҙәр хатта ҡурҡып китте, йөрәге ярһып тибә башланы. Ҡунаҡҡа килгән ейәнсәре мөйөшкә һырлыҡты.

— Ҡуй, ҡыҙма әле, Минзифа! — тип тынысландырырға тырышты иҫерәк бисәне Хәйҙәрҙең ҡатыны. — Бар сыҡ, ҡайт.

— Сыҡмайым, бөтәһен дә әйтеп бөтмәйенсә сыҡмайым!

— Ул бит ауырый. Операциянан һуң...

— Сәсрәһен, суҡынып китһен, паралич һуҡһын... Йәнә бер нисә минут ҡысҡырынғас, Минзифа ишекте шарт ябып сығып китте. Хәйҙәрҙең ҡатыны ағарынғайны, ҡулдары ҡалтырана ине. Быға тиклем бер кем дә уның иренә әлеге ише ҡысҡырынғаны, быға тиклем берәүҙең дә уларҙың ғаиләһен был ҡәҙәре ҡарғағаны юҡ ине.

— Һин ниңә уларға үҙеңдең хаҡлығың менән тығылаһың? Ниңә һин уларҙың гонаһында соҡсонаһың? Кеше гонаһы — Аллаһы тәғәлә эше. Уларҙың кәйефтәрен боҙаһың, үҙеңдең нервыларыңды ашайһың. Ҡатыны иланы, йоҡларға ятҡансы мышҡылданы, кеше гонаһтарына бүтән тығылмауын үтенде.

— Нишләп тығылмай ти? Мин бит уларға дөрөҫөн әйтәм, булғанын, үҙҙәре ҡылғанды әйтәм. Үҙҙәрен фәрештә күреп йөрөмәһендәр, — тип үҙенекен һөйләне Хәйҙәр.

— Улайға китһә, мин үҙем дә гонаһлы кеше, минең үҙемә лә әйтһендәр.

— Һинең ниндәй гонаһың булһын инде, быҙау...

Бер аҙнанан Хәйҙәр «Кулак» ҡушаматлы колхоз шоферы Ғабдулхайға тап булды. Хәйләкәр, сос, ҡулына эләккәнен ысҡындырмай торған кеше ине был Ғабдулхай. Колхоз машинаһын үҙенеке кеүек файҙалана, ифрат урлаша. Белеп эсә. Йорто менән ҡура-ҡаралтыһы ауылда иң арыуы. Уның туҡ, ҡәнәғәт йөҙөнә ҡарағас, Хәйҙәрҙең йәне көйөп китте. Әгәр ҡыҙғылт йөҙө, мыҫҡыллы йылмайыуы булмаһа, ҡатынының күҙ йәштәрен иҫенә төшөрөп, Ғабдулхайҙың Өфөләге ҙур түрәләргә туғанлығын белгәнлектән, Хәйҙәр, бәлки, янынан үтер ҙә китер ине. Нимәлер туҡтатты бит...

— Сәләм, ни хәлдә?

— Арыу, — тине теге иҫе китмәй генә, Хәйҙәрҙең башы аша ҡайҙалыр ситкә ҡарап.

— Гонаһтарың иҫеңә төшмәйме?

— Төшмәй. Гонаһтарым юҡ.

— Улайһа, иҫеңә төшөрәйем. Сәмиғулла ағайҙың телһеҙ ҡыҙын фермала кем көсләне? Ауырлы икәнен белгәс, һин уны тапатып киттең. Ғабдулхай ҡапыл Хәйҙәргә боролдо.

— Соҡсонма! Был номерың килеп сыҡмаясаҡ! Үлтерәм мин һине, ҡандала урынына һытам, белдеңме?

— «Кулак», тештәрен шығырҙатып, ҡурҡыныс ҡарашын Хәйҙәргә ҡаҙаны ла шәп-шәп атлап китеп барҙы. Кискеһен кемдер Хәйҙәрҙе урамға саҡырҙы.

— Сыҡ әле, һөйләшәһе һүҙ бар. Хәйҙәр таныны Ғабдулхайҙың тауышын, шулай ҙа сығырға йыйынды. Ә ҡатыны:

— Йөрөмә! — тип ҡысҡырҙы.

— Ул, бәлки, тәүбә итергә килгәндер?

— Көт, итте ти тәүбә. Үлтерергә килгән.

— Үлтерһен, кешеләргә хаҡлыҡты ла әйтергә ярамағас, йәшәүҙән ни файҙа? Ғабдулхай бәләкәй баҡса кәртәһенә һөйәлеп көтөп тора ине. Хәйҙәр уның янына килде. Килеүе булды, теге йөҙөнә һуғып та ебәрҙе. Быны көтмәгән Хәйҙәр тәнтерәкләп китте, икенсе һуғыуҙан ергә ҡоланы. Ғабдулхай уны типкеләргә тотондо. Хәйҙәрҙең ҡатыны йүгереп сыҡты, илай-илай, Ғабдулхайға барып йәбеште.

— Туҡмама, зинһар туҡмама! Ул бит операциянан һуң...

— Ҡаҙалып китһен! — тип ыҫылданы ярһыған Ғабдулхай, үҙе һаман ерҙә ятҡан Хәйҙәрҙе типкеләүен белде. — Үлтерәм мин уны!

Тауышҡа күршеләр сыҡты: ҡатыны менән Юныс, эскесе Кәрим. Сыҡтылар ҙа, үҙҙәренең ҡапҡа төбөнә баҫып, быларға ҡарап тора башланылар, әйтерһең, кәмит күҙәтәләр. Бер аҙҙан Ғабдулхай кеүек таҙа кәүҙәле Нурулла пәйҙә булды. Ул һуғыш суҡмарына, дүрәклөнмә, етте, бар ҡайт, тип, еңелсә генә әрләгән кеше булып ситкә этте. Хәйҙәр ҡалҡынды, ҡанлы ауыҙ-моронон һөрттө, ҡатыны тиҙ генә уны урамға индерҙе лә ҡапҡаны бикләп ҡуйҙы.

Битен йыуғас, Хәйҙәр диванға барып ятты, өндәшмәй генә янына килеп сүгәләгән ейәнсәренең башынан һыйпаны. Ә ҡатыны илай-илай һаман үҙенекен тылҡый: кеше тормошона ниңә тығылаһың, һинең ул хәҡиҡәтең бер кемгә лә кәрәкмәй, тәүбәгә килеүҙәрен көтмә, барыһы менән дә дошманлашып бөтәһен бит, ана, үлемдән саҡ ҡалдың... Хәйҙәр өндәшмәне, ейәнсәренең башынан һыйпауын белде.

 Иртәгеһенә идара янында уға бригадир Шәрифулланың яңы ғына армиянан ҡайтҡан улы Рәүеф осраны. Көпә-көндөҙ һалмыш.

— Изге йән, имеш, берәү. Бөтә ауылға сысҡаҡлап йөрөй, — тине ул ирендәрен салшайтып. — Үлгәс, бөтә ауыл менән ҡәберең өҫтөнә сысып китәсәкбеҙ, белдеңме?

Тағы ике көндән Хәйҙәрҙең өйөнә ҡабырғаһына «03» һандары яҙылған ҡыҙыл машина килеп туҡтаны. Аҡ халатлы таҙа егеттәр килеп керҙе лә, дауаханаға алып китергә килдек, тине. Туҡмалғандан һуң дауалаясаҡтар тип ҡыуанған ҡатыны Хәйҙәрҙе юлға әҙерләй башланы... Уны дауаханаға алып килделәр. Дүрт ҡатлы яңы корпустың икенсе ҡатына мендерҙеләр ҙә палатаға һалдылар. Карауатҡа ятҡас ҡына Хәйҙәр күршеләренең һаҡ һәм буш ҡараштарын шәйләп, үҙен район психбольницаһына килтергәндәрен аңланы... Оло йәштәрҙәге табип ҡатын уның һөйләгәндәрен тыңланы ла:

— Һин ниңә кешеләргә уларҙың гонаһтарын иҫтәренә төшөрөргә уйланың әле? — тип һораны.

— Йөрәккә операция яһанылар. Больницанан сыҡҡас, барыһына ла дөрөҫлөктө әйтергә булдым шул. Ниңә икәнен үҙем дә белмәйем.

— Элек әйтмәй инеңме?

— Юҡ, иҫке йөрәк менән йәшәгәндә — юҡ.

— Ярар, сиреңде дауаларбыҙ... Һуңынан, хушбый аңҡып торған йәш кенә ҡыҙыҡай үҙен психолог тип таныштырҙы ла, Хәйҙәрҙе иҫәр һорауҙар менән аптыратты: ниндәй дәүләттә йәшәйбеҙ, президентыбыҙ кем, нисәнсе йыл, ай... Ысынлап Хәйҙәрҙең ҡыйығы ҡыйшайғандыр, тип уйланы, ахыры. Әммә Хәйҙәр был тәтәй ҡыҙҙың бөтә һорауҙарына ла дөрөҫ яуап бирҙе, һис тотлоҡманы, тик бер һорауы ғына ҡыйынһындырҙы. Яратҡан яҙыусығыҙ кем, тигәс, ул аптырабыраҡ ҡалды, сөнки ул китап уҡымай, яҙыусыларҙы яратмай ине...

Бер аҙнанан, психикаһында бер ниндәй ҙә үҙгәреш тапмағас, Хәйҙәрҙе ҡайтарып ебәрҙеләр. Ул ҡайтыу менән тигәндәй яңынан «Беларусь»ына ултырҙы ла колхоз юлдары буйлап йөрөргә кереште. Яңынан гонаһлы бәндәләр менән осрашыу эҙләне (түрәләргә етәһе бар, улар ҡолаҡтарынаса гонаһҡа сумған), әммә гонаһлылар, шул уҡ ваҡытта бөтөнләй гонаһһыҙҙар һәм әҙ гонаһлылар уны алыҫтан уҡ шәйләп, кире инеп китәләр йәки һөйләнә-һорай башлағансы тайыу яғын ҡарайҙар ине. Оҙаҡламай бесәнгә төштөләр, уға ураҡ ялғанды, эш күбәйҙе, гонаһлылар тотоп йөрөргә Хәйҙәрҙең ваҡыты ла ҡалманы...

Ул көҙөн үлде, август аҙағында, картуф сығарған мәлдә. Врачтың әйткәндәрен тыңлап һаҡланһа, бәлки, пенсия йәшенә лә етә алыр ине, ә ул туп-тулы тоҡто күтәреп, баҡсанан ихатаға тиклем килтерҙе, килтереп тә етә алмай йығылып китте лә шунда уҡ йән дә бирҙе. Яңы йөрәк сыҙаманы. Уны бөтә ауыл булмаһа ла, бөтә түбән урам менән ерләнеләр. Үҙе йәшәгән аймаҡтың бар йәше-ҡарты, хатта бала-сағаһы зыяратҡа барҙы. Һөйләшеүсе, гәпләшеүсе булманы тиерлек, барыһы ла уйға батып, ҡараштарын ергә сәнсеп атланы. Мәйет һалынған ҡулайламаны бер-береһен алмаштырып, йәш ирҙәр алып барҙы: Вәис-иблес, Ғабдулхай-кулак, башҡа гонаһлы кешеләр.. Зыяратҡа борола торған тыҡрыҡта өр-яңы «Нива» машинаһы туҡтаған. Ҡәнәғәт, һимеҙ йөҙлө хужа ҡабаланмай ғына кабинанан сыҡты ла:

— Кемде ерләйһегеҙ? — тип һораны.

— Хәйҙәрҙе, — тип яуапланы төркөмдән берәү.

— Былай күмәк барғас, яҡшы кеше булғандыр? —■ тине юлсы.

— Ҡайҙан яҡшы булһын? Аламаның да аламаһы ине, — тине йәне көйөп Вәис-иблес. — Ауылда унан да насар кеше юҡ ине. Бөтәһенә лә дөрөҫтө әйтеп йөрөнө...

Автор:Мәликә Әхтәмова
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: