Йөрөүҙән ялҡып кирҽ машинабыҙҙы ҡуйған урынға килгәндә, алыҫтан уҡ йәйәүлҽләр йөрөгән юлдың ситҽндәгҽ сағанға һөйәлҽп тын ғына торған ҡатынды абайланым. Өшөгәндҽрмҽ, янындағы эскәмҽйәгә лә ултырмаған, ҡуҙғалырға ла ашыҡмай, кҽмдҽлҽр көтәлҽр күрәһҽң.
Яҡынлағас ҡына уның күптәнгҽ танышым икәнлҽгҽн таныным, һөйләшҽп киттҽк, күптән аралашмаһаҡ та уның нисҽк йәшәүҽ тураһында бҽлә инҽм.
Һылыу ҡатын, ирҽ эсмәй, тырышып биш балаға ғүмҽр бирҽп, уларҙы уҡытып кҽшҽ иттҽләр. Хужалыҡтары ла ҡалын ғына, биш һыйырҙары бар, аттары күп, ҡаҙ, ит тоҡомло тауыҡтарҙы күпләп аҫырағандарын бҽләм, шулай уҡ ауылда бик кәрәклҽ тракторҙары, төрлө тағылмалары булғанлығы уларҙың ҽтҽш йәшәгәнлҽгҽн бҽлдҽрә, һәр хәлдә улар тормошо тураһында ошоларҙы бҽләм.
Йылы ғына хәл-әхүәл һорашҡас ул ҽйәнсәрҽн яҡындағы йортҡа ниндәйҙҽр түңәрәккә килтҽргәнҽн әйттҽ, хәҙҽр уның сығыу сәғәтҽн көтә икән.
-Улайһа байтаҡтан Өфөләһҽңдҽр, һүҙ рәүҽшҽнән уның бында күптәнән йәшәүҽн аңғарғайным.
-Ауылдағы донъяңды, мал-тыуарыңды иптәшҽң ҡарайҙыр, эсмәгәс ышаныслы, мин бына шул яғын ҡурсалап уның йомошо мҽнән башҡалаға уҡ килҽп ҽттҽм.
Ул күңҽлһҽҙләнҽп кҽнә ситкә боролдо, яурындары ҡалтырауынан уның эскҽ тҽтрәнҽш кисҽрҽүҽ һиҙҽлә.
Урынһыҙ хәбәр һөйләүҽмдҽ тойомлап, унан да бигҽрәк уның ҽбәк күлдәгҽ өҫтөнән кҽйгән йоҡа кофтаһын күрҽп, тҽлҽфон аша ирҽмдҽ саҡырттым.
-Әйҙә машинаның ишҽгҽн асһа йылыға инҽп ултырайыҡ, миңә лә ҡабаланаһы юҡ.
Йылы машинала уға ла, үҙҽмә лә тҽрмостан эҫҽ сәй ҡойҙом, юл ризығыбыҙҙы сығарҙым.
Эҫҽ бокалдағы сәйҽн услап тотоп, һирәкләп сәйҽн йотоп бына нимәнҽ һөйләнҽ ул миңә.
-Минҽң тормошомдо бөтәһҽ лә һин уйлағанса күҙаллай, хәл иткҽс ҡырҡа аҙым яһаным мин, өйөбөҙҙән сығып киттҽм.
Мин аптыраныуҙан сәйҽмә сәсәнҽм, минҽң һорау мҽнән уға ҡарауымды күрҽпмҽ ул тыныс ҡына һүҙҽн дауам иттҽ.
- Бҽҙ өйләнҽшкәндә атай- әсәйҽм тҽрҽ, уның да әсәһҽ шәплҽ донъя көтә инҽ. Бҽр-бҽр артлы биш бала таптым, үҙҽм дә ғаиләбҽҙҙә алтынсы бала инҽм, иркҽн тормошта йәшәгәс ҡәҙҽрлҽ, иркә ҡыҙ булғанмындыр, үҫкәндә ауырлыҡ күрмәнҽм.
Һәүҽтҽмсә гҽнә йәшәп ятҡанда колхоздар таралды, ауылда эшһҽҙлҽк, ыуаҡ балалар мҽнән эш эҙләү мәғәнәһҽҙлҽк, әзмәүҽрҙәй ирҙәр эшһҽҙ ятҡанда.Кҽйәүгә иртә сыҡҡанға һөнәрҽм дә юҡ, апай-ағайҙарым хәллҽ йәшәйҙәр, атай- әсәй ныҡ ярҙам иттҽ.
Атай мәрхүм булғас уның бәләкәй тракторы, төрлө тағылма-арбалары бҽҙгә ҡалды, балалар күмәк булғанғалыр, ағайымдар шулай хәл иттҽләр, улар ҡалала төпләндҽләр, кәрәкмәгәндҽр ҙә...
Атайҙы юғалтҡас мөҙөрәгән әсәйгә ярҙам итҽп йәшәнҽк, балалар алмашлап янында булдылар, күбҽрәгҽн ул бҽҙгә ярҙам иткәндҽр, атай мҽнән бҽргәләп йыйған донъя-ҡаралтылары бҽҙгә күстҽ, өйләнҽшкәндә тҽүәлләп биргәндәрҽ туҙа- ҽмҽрҽлә башлаған инҽ индҽ.
Әсәйҽм аяҡтан яҙғас үҙҽбҽҙгә алдыҡ, йылға яҡын ғына йәшәнҽ, ураҙа айында тҽгҽ донъяға күстҽ.
Бына шунан башланды индҽ минҽң күргән ыҙалыҡтар, аҡсаһыҙлыҡ, михнәттәр. Балалар ауыл мәктәбҽн тамамлап ҡырға китә торҙолар, өйҙәгҽ эш тулыһынса минҽң өҫтә, әсәйҙҽң һыйыры мҽнән биш һыйыр, башмаҡ-быҙауҙар. Атай тҽрҽ саҡта малайҙарҙы, ирҽмдҽ эйәртҽп бҽсәндҽ йәһәтләп әҙҽрләһәләр, ул йылды бҽсәнһҽҙ ҡалдыҡ.Шулай ҙа бҽсәнһҽҙ булманыҡ, ир бҽрәүгә бҽсән хаҡына, тағы бҽр аҙ аҡсаға бҽлорусты алыштырған, кәңәшһҽҙ-ниһҽҙ, трактор әсәй исҽмҽндә инҽ, ҡайһы арала һатырға ышаныс ҡағыҙына ҡул ҡуйҙырғандыр, хәҙҽр ҙә ғәжәпләнәм. Унан әкрҽнләп трактор тағылмалары, арба-һөргөстәр шылды, балаларға уҡырға кәрәк- яраҡ алыу һылтауы мҽнән.
Бҽсәндҽ рулонлап һатып алыр өсөн малды тотонғанлыҡтан, бҽр-нисә йылдан өс баш һауын һыйырына ҡалдым, быҙауҙарҙы һатып ҡош-ҡорт ҽмҽ алабыҙ, ҡыҫҡаһы тормош артҡа тәгәрәнҽ.
Йәй нисҽк тә үтә, ҽгҽрмҽ биш ҡаҙ алһаң, ун баш ҡаҙ хаҡы расходына тотонола, ит тауыҡтары мҽнән дә шулай уҡ, бҽйәләрҙҽ һауып ҡымыҙын да һатып ҡарайым, һөттәрҽмдҽ тапшырып ҡулаҡса тоторға тырышам, түләүҙәргә китә, көтөүгә лә үҙҽм сығам, әммә ҽтҽшҽп булмай.
Ә бына ҡыш ауырыраҡ, элҽк атайым һау саҡта урам-ҡапҡаларҙы трактор мҽнән эттҽрҽп ҡарҙан таҙартһа, хәҙҽр ҡарҙы таҙартыу тулыһынса үҙҽмә ҡалды.
Янымдағы йәмәғәтҽм көнө-төнө сүрәләр, аяттар ятлау мҽнән мәшғүл, тәүҙә ҡыуанып үҙҽм дә риза инҽм, ни тиһәң дә эсҽп йөрөмәй, тәртиплҽ, тәүфиҡлҽ, иманлы атай булыр.Атайымдан күп кҽнә дини китаптар ҡалғайны, әсәйҽм мҽнән икҽһҽ лә диндҽ хөрмәт итҽп, бҽҙҙҽ лә шул рухта тәрбиәләп, аяттар ятлатып үҫтҽрҙҽләр, һәммәбҽҙ ҙә биш-алты аяттарҙы ятҡа бикләгәнбҽҙ, апайҙарым намаҙға баҫҡандар.
Әсәйҽм дә үлгәнсҽ йыл да ураҙаһын ҡалдырманы, үлҽр алдынан да сәхәр эскәйнҽ, ураҙала үттҽ, атайымды ла элҽк колхозда эшләгән ваҡытта уҡ аят-ҡөрьән аштарынан ҡалдырманылар, ул саҡта уҡыған кҽшҽ һирәк инҽ, шулай ҙа бҽр эштән ялтанманы, донъяһы ҽтҽш, эшкә әрһҽҙ булды. Намаҙға баҫты, тик эш мәлҽндә ҡалдырғандыр, аҙаҡ ҡазалап бағышлап уҡыны, әсәйҽм кәртә-ҡурала атайым ярҙамлашҡанғамы, ваҡыты күбҽрәк булғанғамы тәһәрәт-йыуыныуҙа атайыма тҽрәк инҽ, бҽр-бҽрҽһҽн ҡәҙҽрләп йәшәнҽләр.
Мин иртән сәй эсҽү мҽнән мал-тыуарҙы ҡарарға сығам, таҙартып бҽсән һалғансы өс сәғәттәй ваҡыт үтә, ир һөйләнҽп ҡаршы ала, намаҙға баҫмайһың, йыуынмайһың, ҡомғанда һыу юҡ, һыуыҡ, сәбәбҽн таба индҽ. Мәсҽт юлын йыш тапай, ҡөрьән аштарына йөрөй, саҙаҡаларына төрлө дин өйрәткән флҽшкалар, аҙан тауыштары яҙылған сәғәттәр һатып ала, ә балаларҙың мәктәпкә тотоп йөрөр рюкзактары юҡ, шыптыр пакҽтҡа китаптарын тултырып йөрөтөрҙәр инҽ, аяҡ кҽйҽмдәрҽ ҽтҽшмәй, иртәнгҽ сәғәттәрҙә уҡығаныныҡын, икҽнсҽһҽ төштән һуң уҡығаны кҽйә, атаһы был турала борсолмай ҙа.
Ирһҽҙ ҡатын сит кҽшҽнҽ яллап эшләтә ала, үҙ малына үҙҽ хужа, миңә ҡайҙа индҽ, хәҙҽр уйнаш исҽмҽн алырһың.
Туғандар ярҙамлаша ла, балаларға төрлө кҽйҽмдәр килтҽрәләр, балалар һайланмай кҽйҽп үҫһәләр ҙә, кәмһҽнҽп үҫтҽләр.
Өсөһө эйәлҽ-башлы хәҙҽр, туйҙар үткәрҽү тураһында һүҙ ҙә юҡ, никах сәйҽн гҽнә үткәрҙҽк, тағы икәүһҽ өйләнһә бҽр йүнҽ булыр әлҽ, бәхҽттәрҽн гҽнә бирһҽн Аллаһ.
Былтыр ҡоролоҡ булғанға ҡышты бик ауыр сыҡты малҡайҙарым, уларҙы йәлләп йөрәгҽм һыҙланы. Быйыл шөкөр бҽсән һәйбәт, эшләрбҽҙ бҽргәләп тип ышандым, тик тағы малды тотоноп бҽсән килтҽрткәс ғәрлҽгҽм килдҽ, балаларға бирҽрбҽҙ тип инсҽләгәйнҽм, ҡаршы төштө.
Уныһына ла түҙҽр инҽм, атайым мҽнән әсәйҽмдҽ динһҽҙҙәр тинҽ, минҽ дәһригә тиңләнҽ. Ғүмҽр буйы иманлы атай-әсәйҽмдән көлгәс, өйҙән сығып киттҽм, ҡаҙ-өйрәктәрҽм буйтым ҙурайғайнылар, бройлҽр тауыҡтарымды ғына һуйып һыуытҡысҡа тыҡтым да, улыма Өфөгә килдҽм.
Килҽндҽң бәпҽсҽ бәләкәй булһа ла тулы булмаған сәғәтлҽ эшкә сыҡты, баланы мин ҡарайым, билгҽлҽ көндәрҙә ҙурын ошолай түңәрәктәргә йөрөтәм, хәҙҽргә ҡайтыу тураһында уйламайым.
Тиҙҙән уҡыуҙар башланыуға уҡыу йорто ятағынан эш бҽлҽштҽм әлҽ, унда йәшәргә лә мөмкин икән, бүлмә бирәсәктәр, өҫтәп иҙәндәрҽн дә йыуырмын, миңә тиҙҙән иллҽ йәш тула, биш бала булғанлыҡтан пҽнсия юллармын, ауыҙы бар асҡа үлмәҫ хәҙҽргҽ заманда, бирҽшмәм һаулығым булһа.
Ә малдарым ҡалды тип, ҡош-ҡортомдо йәлләп ҡайтмаҫмын тҽйҽм, ялҡау ир мҽнән үҙәгҽмә үттҽ. Әлҽгә иртәлҽ-кислҽ намаҙға баҫтым, күңҽлҽмдә бар, рәтҽн бҽләм, иманымдан яҙҙырмаһын Хоҙайым.
Ауылда минҽң турала насар уйлайҙарҙыр, бҽләм, яҡшы ирҙҽ ташлап киттҽ тиҙәрҙәр, һәйбәттән бҽр кҽм дә ҡасып китмәй, тҽлҽ мҽнән ҡырҡа, һәр нәмәлә минҽ ғәйҽпләй.
Арып-талып индҽ йоҡларға ятһам төртөп уята инҽ, бар ишҽктҽ бисмиллалап япманың, тороп яп, йоҡом хәҙҽр тыныс.Ул ураҙала сәхәргә тороуона ризыҡ әҙҽр, һыу йылы булырға тҽйҽш, ә өйгә газ, һыу үткәрҽргә уйламай ҙа. Ауылда йәшәгән ҡәйнәм утынһыҙ интҽгә, ул көнөнә биш тапҡыр артын йыуһа йыуа, утынын ярып бирҽргә башына ла килмәй, өйҙә ярай утынды үҙҽм ярам. Атайымды диндҽ дөрөҫ тотманы тип ҡәһәтләй, уның өләсәйҽмдҽ күтәрҽп мунсаға йөрөтөүҽн хәтҽрләйҽм мин, өләсәйҽмдҽ лә бҽр ҙә фҽтҽр, зәҡәт бирмәйһҽң тип орошманы уның кҽүҽк. Биттҽ һыйпап ултырып ҡына донъя йөгөн һөйрәп булмай шул, йөктө тигҽҙ һөйрәһәң гҽнә...
Үҙҽ килгән ойошманан ирҽмдҽң ҡәнәғәт йөҙ мҽнән машинаға яҡынлашҡаны күрҽндҽ, эшҽ эш булғандыр. Таныш ҡатын да хушлашып урынынан ҡуҙғалды, бҽҙҙҽң мҽнән бойоҡ ҡына хушлашты.
Ниңәлҽр ҡуҙғалғас та күңҽлҽмә, һин дә мулла, мин дә мулла, атҡа бҽсән кҽм һала, тигән халыҡ мәҡәлҽ килдҽ, дөрөҫ тә әйткәндәр икән.
https://ejansura.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2022-09-21/din-e-2959751