Артабан һүҙ таба алмай, килененә текәлеп, ҡыҙыуынан тыһылдап тын алып ултыра ҡарсыҡ. “Йә, ҡалайтырға быларҙы? Бы һәттем мәүеш булмаҫ! Һуң, һыйыр ҙа тулай ҙа һуң бер килеп...”
--Әпкитеп барыр бит һуң? Әҙер иреңде тоттороп ебәрәһеңме? – Гөләйфә хәҙер өгөткә күсә.
Зарема быныһына ла ҡулдарын ғына йәйә:
--Ҡалайтайым?..
--Юхалаңҡырайыҡмы әллә? Эргәңә ятмаймы һуң сәпсим дә? Беләгенә башыңды һалғанда нимә һөйләшәгеҙ һуң? Нимә тей һуң ир буғаның шул түшәктә?
--Әллә... Инде аяғын йыуып һыуын эсәйемме? Булмай - булмағас...
--Шан һуң?.. Ташлап китеп ҡарайыңмы шул аҙғынды? Гурытҡа барып берәй айға квартир табып? Аҡсаһын, мына, үҙем бирәм. Артын һәрмәп ҡарар әле ул ир, мал-тыуары, ҡош-ҡорто, баҡса-маҡсаһы бер үҙенә тороп ҡалһа. Әпсәһенә сабып килер ҙә, мин – ызнайт-низнаю, ҡәҙерен белер инең тейерем, ә? – был шәп идеяһынан ҡарсыҡ сыҙамай ҡуҙғалып китеп, килене утап ултырған түтәлде бер ҡат әйләнеп сыға.
Зарема ла аҙыраҡ эшенән туҡтап тора. Уйға бата. Әммә был фекергә ҡаршы килә:
--Юҡ, ҡәйнәм, улайтып йөрөмәйем инде. Китер булһа – үҙе китер. Күтәрелеп сығып китер көсөм юҡ. Мин уны яратам...
--Ай, әттә генәһе... Ул ниндәй управы булмаған яратыу ул һеҙҙә? Береһе “яратам” тип уйнаш итеп йөрөй, икенсеһе “яратам” тип күҙ йомоп ултыра?
--Шундай инде... белмәйем...
Килене ҡаршыһына тубыҡланып аҙыраҡ ҡый уташҡас, уның инде башҡаса һүҙ ялғамаҫын аңлаған Гөләйфә, ҡайтырға йыйынып, барып бактағы йылы һыуға ҡулын сайҙы.
--Ҡайтһа әйтерең: килеп арт ҡапҡаны йүнәтһен. Кисә анау ала һыйыр ҡасып йөрөп, бөтөн әҡрәбәһен эйәртеп ҡайтҡан. Ҡапҡаны ҡайырып һалып китте мәлғүндәр. Эшләп ҡуймаһа, төнгә мал сығып китәр, тиген.
--Ярай, — тип кенә ҡалды килене.
Һырттағы еңел ҡапҡа ул хәтлем ҡайырылып та төшмәгән ине былай. Аҙыраҡ ҡыйшайа биргән генә. Шарнир урынына ҡуйылған киң ҡайыштарҙың өҫкөһө йыртылып киткән. Был хатаны ла төҙәтте ҡарсыҡ, бәләкәй балта менән ҡайыштарҙың ҡалғандарын сабып өҙҙө лә, ҡапҡаһын аунатып һалып уҡ ҡуйҙы. Йәһәт кенә йүнәтеп киткәндәй булмаһын әле, тине. Унан үҙе шул ҡапҡа өҫтөнә ултырып, уйға батты.
Был йәй әллә ни бәлә килде бит. Баш етмәй, хәл итеп булмай торған бәлә. Ун йылдан ашыу тып-тыныс йәшәгән улы икенсе ҡатынға күҙ һалған булып, ауыл өҫтөндә тауыш-хәбәр сығарып, әсәһен-бисәһен рисуай итеп йөрөй. Башта имеш-мимештер тигәйне, тора-бара был эштең йәшерене уҙып, күршеһе әйтте:
--Гөләйфә апай, Зариф анау Сания менән ныҡ йөрөй тей ҙә һаң. Санияның артынан ире килгән икән, “Зарифты яратам” тип прәме әйтеп, ҡайтмай ҡалған тей.
Гөләйфә күҙҙәрен селт-селт йомғолап торҙо ла, ғүмер буйы аралашып йәшәгән, инде үҙенә эйәреп олоғайып барған күрше ҡатындың янынараҡ шылды:
--Шулай тейме? Ҡороғоро... йә, инде...
--Шулай тей шу... Ул Зарема килен нимә уйлап йөрөйҙөр, йә һин нимә уйлайыңдыр тейем? Симьяһын туҙҙырып китер бит.
--Ҡу-уй, алайтмаһын инде. Тә-әк... ул малайҙың ҡалайтып башын ҡайырып алырға икән? Әрләгәнгә генә ыҡмаҫ инде?
--Ыҡмаҫ! Ҡоро ҡарышыр ҙа китер. Был хәлдә икенсерәк рәт табыр кәрәк.
— Ир бәйеле аҙһа, бәлә килер тип, нинәмәгә ауыҙҙыҡтан ысҡынды әле ул абышҡа? Бисәнән бисәнең артығы бар тей микән? Киленгә ней... һүҙ әйткеһеҙ ҙә һаң? – аптырауҙан күршеһенә төбәп һорап ҡуйҙы.
— Һүҙ әйтеү ҡайҙа? Мына тигән ҡатын! Донъяһы гөл һымаҡ, үҙе ипте, баллары ҡараулы. Ирен дан итеп йөрөтә. Ҡарауһыҙ иргә бисә эйәләмәй бит инде.
--Эйе шул...
Шул һөйләшеүҙән һуң тыныслығы ҡасты әсәнең. Уйланы уйланы ла, башта килене менән кәңәшләшеп ҡарарға булғайны, бына, бөгөн, аныһынан да рәт сыҡманы. “Яратам” тей бит” тип тик тора күҙҙәренә йәш алып.
--Ҡороғорҙо! Яраттырырмын әле мин аны!
Балтаһын таптыҡҡа атып ебәреп, өйгә ыңғайлағайны ғына, ал ҡапҡаны киң асып улы килеп инде. Ай, әттә, әл дә ҡоралын ташлап өлгөргән.
--Һаумы, әсәй!
--Һаумыһың әле, һаумыһың, балам. Тамағыңа ашамай ҙа килдеңме әллә?
--Көтөүҙән алда ҡарап ҡуяйым тинем, — Зариф һуҙа-һуҙа баҫып артҡы ҡапҡа яғына үтте, әсәһе уның артынан эйәрҙе.
Ир ҡат-ҡат сабып ҡырҡылған ҡайыштарҙы усы менән һыпырғыланы ла, әсәһенә бер һирпелеп ҡарап алғас, ваҡ-төйәк һаҡланған аҙбарға юлланды. Уның был ҡарашынан тертләгән ҡарсыҡ бер аҙ бөршәйә төшөп ҡалһа ла, бирешмәҫкә булды. Теге килеүгә шунда ятҡан бүрәнәгә терәлеп, аяҡтарын һоноп уҡ алды. Утыҙҙы үтеп, киңәйә, ит ҡуна барған улын күптән күрмәгәндәй ентекле күҙәтеп ултыра. Уның ниәтен төшөнөп йөрөгән Зариф сыҙамай китә:
--Йә, әсәй, нимә әйткең килә?
--Нимә әйтәйем инде, мин, бахыр әбей? Ояттан янып тик ултырам.
--Һиңә ниндәй оятсылыҡ бар, әсәй? – улы трактор резинаһын ҡырҡыуынан туҡтамай ғына һәүетемсә һөйләшеп маташа.
--Оятсылыҡ булмай әллә? Айғыр булып йөрөйөң тей ҙә һаң!
Зариф турайып баҫты ла, бер секунд торғандан һуң, һаһылдап көлөп ебәрҙе:
--Айғыр? Һа-һа-һа-һа! Ну, әсәй, һинән ундайҙы ишетермен тип уйламағайным!
--Мына мин дә бындайҙы күрәтерең тип уйламаным. Килендең дә күҙе асылыр, ташлар ҙа китер! Балларыңды уйланыңмы, исмаһам? Барып битенә төкөрәйем әле ул әшәке ҡыҙҙың! Ҡалай тыныс ҡына булып үҫкәйне лә һаң, ирҙән ҡайтып нишаналанып йөрөй!
Зариф етдиләнде. Ҡаштары урталай һынды.
--Әсәй... Һин ҡыҫылма.
--Ҡыһылдырымын әле, мынауынан... Анау көрәп һабы һынғансы ярһам, — үҙе атаканың хәтәрерәгенә күсте – иларға уҡ керште, — Кеше балаһын кәмһетеп... әсәңде көйҙөрөп...
Ҡапҡа, урынына йәбешеп торғанға тиклем, артабан береһе эш менән булһа, икенсеһе буҙлап туйып, танау-битен һөртөп, шымып ҡалды.
Ахырҙа улы, мәшәҡәтен тамамлап, ҡапҡа бағанаһына һөйәлеп, әсәһенә тура ҡараны. Аһ! Йөрәге тәңгәленә усын баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды әсә. Ҡалай ҙа ғына зарлы, ҡалай ҙа ғына хәсрәтле һуң күҙҙәре! Нисек ул быны бығаса һиҙмәгән-күрмәгән? Әсә менән ул бер-береһенең күңеленә үтә төбәлеп, бер мәлгә тын ҡалды.
--Әсәй... мин уны яратам. Хәлемдән килһә, бына... ошо усым менән йолҡоп алып ташлар инем йөрәгемде... Тик... булмай.
--Эй... балам... – тип кенә әйтә алды Гөләйфә.
Тағы тындылар.
--Яратам тип, быларыңды ташлап китеп, икенсе менән икенсе ерҙә бәхетле булырҙа китермен тейһеңме һуң? Ҡатыныңдың әле ҡуйыныңда саҡта ҡәҙере юҡ, һыпырылып сыҡһын әле, шул уҡ йөрәгеңде телеп әпкитер.
--Китеп бармайым бит.
--Китмә шул, китмә. Китеп кенә ҡуйма, улым, ундай уйҙы башыңа ла алма. Малайҙарың үҫеп килә, уларға кем атай булыр? Килен дә йәш ҡатын, төҫ тиһәң төҫө, буй тиһәң буй-һыны бар, хәҙер ир табылыр уға ла, унан йөрөр балдарың кеше тупҫаһында этелеп-төртөлөп. Шуны көһәйеңме?
--Юҡ-юҡ, әсәй, юҡ.
--“Юҡ” булғас, һин ул суҡынған яратыуыңды быу! Ир булып шул бер башыңа ла хужалыҡ итәлмаҫһыңмы?
Сөй-бысҡыларын йыйып алып, өй яғына ыңғайлағанын улы артынан һаман йүрмәләне ҡарсыҡ. Улының йоҡа күлдәге дымланған арҡаһына, төшә биреп ҡалған яурындарына ҡарап килеп йәне әсене. Йәлләүҙән түшенә ҡыҫып йыуатҡыһы килде. Шул уҡ ваҡытта күңеле ризалашманы был хәл менән: ул ниндәй яратыу?! Ә теле икенсене әйтте:
--Ашайыңмы?
--Юҡ, өйҙә...
--Бар-бар, килен әллә нимә бешергәндер әле. Ҡайта ғына күр.
Зарифы киткәс тә болдорҙа оҙаҡ ултырҙы Гөләйфә. Ауыл өҫтөн көтөү алдынан була торған һарыҡ-кәзә тазылдауы баҫып киткәндә генә иҫенә килде:
--Аһ-һа... мана һиңә. Бәр-бәр-бәр! Бәр-бәр-бәр!
Санияның әсәһе, Фәймә уға сит кеше түгел, бында икеһе бер ауылдан килен булып төштөләр. Бер мәлдәрәк тә килделәр, өлкән балалары йәштәш. Унан, кинйәләре Зариф менән Сания дуҫлашҡанды ла сала-сарпы ишетә биреп ҡалды. Армиянан шул ҡыҙға хат яҙа икәнен дә белде. Ҡоҙоҡ буйындамы, магазиндамы осрашҡанда “ҡоҙағый” тиеңкерәп мәрәкәләшһәләр ҙә, шунан үтмәне, ҡыҙ егетте көтөп алманы – уҡыған ерендә кейәүгә сығып китте. Зарифы ҡайтҡас та ул хаҡта бер ымын да сығарманы. Шуға ла Гөләйфә был мөнәсәбәтте балалыҡ тойғолары булғандыр ҙа үткәндер, тигәйне. Баҡтиһәң, улай ғына булмаған. Хатта икеһе ике яҡта тиҫтә йылдар ғаиләле булып ятҡанда ла һыуынмағандар. Әле килеп күрешһәләр, гөлтләп ҡабынды ла киттеләр микән?
Фәймә уны һағайып ҡарап ҡаршы алды. Уңайһыҙлана биреп килеп күреште лә, ниәтен белергә теләп йөҙөнә төбәлде. Ҡорҙашбикәһенең сарбауларға йә ҡаты бәрелергә уйы юҡлығын аңғарғас, өйгә әйҙәне:
--Моғайын, Санияға киләңдер...
--Эйе, — тине өҙөп кенә Гөләйфә.
Ишек төбөндә, тотҡаға һонолор алдынан туҡтаны хужабикә, килеүсегә боролдо:
--Мин дә шат түгел был хәлгә. Әрләп тә, ҡыуып та бөттөм инде. Вис аңлайым... Әммә кешеләр араһында шундай аҡылға буйһонмаҫ тойғолар бар. Уны хөкөм итеп кенә юйып булмай... Бел – баламды өҙгөләргә бирмәм.
Гөләйфә яуапламаны, эскә үтте. Фәймә инмәне. Унда сисеп йыуылған пәрҙәләрҙе үтекләп торған Санияның ҡулынан үтеге төшөп китә яҙҙы. Бер ҡыҙарҙы, бер күгәрҙе йәш ҡатын.
--Шәпме, Сания?
--Һ-һаумы-һығыҙ...
--Һыугөйө үтекләмәгәнең икән. Былай яҙып алыуы ауыр булыр, — өҫтәлгә йәйелгән селтәрҙе усы менән һыпырҙы ла, ҡатын йәһәтләп тәҡдим иткән ултырғысҡа ултырҙы. – Шунан, ни хәл һеҙҙең?
Сания ҡаҙаҡланған кеүек тора бирҙе. Йылмайғандай ҙа итте, иларға етешеп ирендәре лә дерелдәп китте. Язаламаҫҡа булды уны Гөләйфә, тура һораны:
--Ауылда ҡалырға уйлайһыңмы?
--Бел-мәйем...
--Балаларыңдың атаһы килә тей бит? Насар кеше түгел тиҙәр...
Ҡатын өндәшмәй.
--Минекеләр ҙә ыҙалай... Һинекеләргә лә... үҙеңә лә еңел түгел былай. Балларың хаҡына ҡайтаһыңмы әллә донъяңа, ҡыҙым?
Уның былай йомшаҡ өндәшеүенән Санияның саҡ торған сабырлығы һынды, селтәр осо менән йөҙөн ҡаплап илап ебәрҙе.
--Ила-ила... Илап ал да ултырып ҡына уйла. Нисә йәндең бәхетһеҙлеге өҫтөндә ҡоролған бәхет һеҙгә күпмегә етер?
Ҡатындың бер аҙ тынысланғанын көтөп алды ла, тағы дауам итте:
--Һеҙ әллә яратыу һеҙгә генә таныш та, һеҙҙе генә илатҡан икән тейһегеҙме? Мин дә яраттым. Эйе-эйе, нишләп ул тиклем аптырап ҡарайһың? Ошолай әбей булып тыуған икән тейеңме ни? Мин дә һинең йәштә булдым, һинең хәлдә булдым. Мин дә яраттым, үлеп, өҙөлөп яраттым. Шундай уҡ үкенесле һөйөү менән. Әгәр саҡ ҡына хистәремә юл ҡуйһам, бер генә осрағанында күҙҙәренә күтәрелеп баҡһам, баш китә, яҙмыштар болғана ине. Әммә мин башҡаларҙы уйланым. Иремдең намыҫын, балаларымдың бәхетен, туғандарымдың ғорурлығын... Һәм дөрөҫ иттем дә. Үкенмәйем. Ә яратыуым йөрәгемдә бөгөн дә бар, ул минең менән ҡәбергә инеп кенә һүнә торған. Шулай, балам, мөхәббәт ул бәхеттән бигерәк хәсрәт тә һағыш...
Бер нисә көндән Сания иренә киткән тигән хәбәр булды. Фәймә лә, көтөү ҡыуып ҡайтып килгәндә, бошонҡо ғына уфтанып үтте:
--Китте әле теге ҡыҙ... Сабырлығы етерме-юҡмы? Эсем боша хатта...
Гөләйфә уның һыҙланыуҙан эскә батҡан күҙҙәренә, һурылған йөҙөнә һирпелеп ҡарап алды:
--Бошонма... Күнер. Кем күнмәгән был тормошҡа? Әллә кемдәрҙе лә, әллә ниндәй хистәрҙе лә ауыҙлыҡлаған, быларҙы ла баҫыр. Ваҡыт үтер... урынына ҡуйыр...
Ейәндәре килеп ашҡа саҡырып киткәйне. Уларҙа артыҡ әллә ни үҙгәреш юҡ. Шулай уҡ һәр кем үҙ мәшәҡәте менән булып ята. Килене гөрләтеп баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорто, малы, балалары менән мәшғүл. Улы ла бушамай. Шулай ҙа икеһендә лә төшөнкөлөк һиҙелә.
Күҙҙәрендә нур һүнгән, төҫтәре балауыҙ һымаҡ булып ҡатҡан, хәрәкәттәре һүлпәнәйнгән. Бигерәк тә Зарифы һеңгәҙәп, ысынбарлыҡтан алыҫайып ҡалғандай. Бөтөн фиғел-торошонан моң-һағыш түгелеп йөрөй. Бер-береһенә тура ҡарамай, күҙҙәрен йәшереп, ауыҙҙарын самалап асып ҡына аралашалар. Быларҙың барыһын күреп-һиҙеп, тойоп ултырған әсә кисерештәрен эскә йотто ла, тауышын күтәрә биреп өндәште:
--Балларҙы саҡыр, килен, итте һыуытмайыҡ...
Был өйгә яйлап тыныслыҡ ҡайтыр. Ҡапыл ғына түгел. Еңел генә лә түгел. Айҙар, йылдар ҙа үтер, бәлки, ә бәлки уның өсөн тотош ғүмер ҙә китер. Нисек үткәрер хистәрен былар, нисек кисерер? Һәр кем үҙ эсендәге яратыуҙы: бәхетһеҙ яратыуҙы, татлы яратыуҙы, яуапһыҙ яратыуҙы, өмөтһөҙ, ҡайнар, ҡанһыҙ, ялҡынлы... мәңгелек яратыуҙы.
https://ashkadar.com/news/azabi/2023-09-27/yaratam-hik-y-3455919