Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
6 Октябрь , 17:10

ХЫЯНАТ

Тире-венерик ауырыуҙардиспансерына яҡынлашҡан һайын Ринат аҙымдарын аҡрынайта төштө:-Ниңә килә ул бында? Үҙенең, һау-сәләмәт, таҙа икәнлегенен белә бит. Нисек итеп бындай көнгә килеп етте һуң әле ул? Бөтә кеше уға бармаҡ менән төртөп күрһәтеп көләләрҙер төҫлө.

ХЫЯНАТ
ХЫЯНАТ

ХЫЯНАТ. (Хикәйә).

Бындағы хеҙмәткәрҙәр уны танып бөткәндәр инде, уңайһыҙ, тик килмәй сараһы юҡ, шикләнерлек урыны бар шул ҡатынының. Кисә генә Себерҙә бер ай эшләп, һағынып ҡайтып, балалары йоҡоға ятыу менән ҡатынынын ҡосағына алған ине, ул этеп ебәрҙе лә, һалҡын тауыш менән:
- КВД – нан справка алып ҡайтмайынса, минең янға яҡын да килмә! – тине. Шундай ҡаты итеп әйтте, Ринаттың ҡатынын ҡосаҡлаған ҡулдары үҙенән үҙе һәленеп төштө, һөйөү менән тулы күңеле һыҡраны, осҡон һибеп ялтыраған күҙҙәре тоноҡланып ҡалды. Кәүҙәһе кесерәйеп ҡалғандай, көзөрәйеп кенә залдағы диванға атланы. Ҡатының күңелен ай буйы эшләп, алып ҡайтҡан арыу ғына аҡса ла иретмәне.Туң Себерҙә көнө-төнө руль артында ҡатындар ҡайғыһымы һуң инде, хатта улар килеп муйынына аҫылынған хәлдә лә, этеп кенә ебәрер ине. Эйе, хет егеттәрсә булмаһын, шулай эшләр ине. Бер ауыҙың бешһә, һалҡын ҡатыҡты ла өрөп ҡабаһың, - тиҙәр бит. Ул асыуына түҙә алмайынса аш бүлмәһенә йүнәлде. Һыуытҡысты асып унан йөрәгенең ялҡынын баҫыу өсөн иҫерткес эсемлек эҙләне. Ай буйына һағынып, ашҡынып, осоп тигәндәй ҡайтҡан ине бит, хәҙер кикиреге шиңгән әтәстәй булып ҡалды. Ҡатыннаҙына сарсаған йәне ғазаплана, әгәр ҙә йөҙ грамм ғына булһа еңелерәк булып ҡалыр ине. Шул ваҡыт йоҡо бүлмәһенән ҡатыны килеп сыҡты ла:
- Әгәр эсеп, иҫерер булһаң, өйҙә эҙең дә булмаһын! - тип екерҙе. Уның боҙло тауышынан һуң, Ринатҡа шым ғына залдағы диванда төн үткәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Ә бөгөн таныш-маҙар күреп ҡалмаһын, тип ҡыйынһынып ҡына тағы ошо диспансерға килә, сөнки Себерҙә эшләп ҡайтҡан һайын ҡатыны унан справка талап итә. Нисәнсе тапҡыр тапшыра инде ул анализдарҙы. Ул ҡыйыуһыҙ ғына ишеккә яҡынлашты. Ишек асылып китте, унан балаһын етәкләп күрше ҡатыны килеп сыҡты.
- Һаумы күрше! Ҡайсан ҡайттың! Ауырып киттеңме әллә?- тип, үҙенең һорауҙарын теҙҙе.
- Эйе, ҡайттым шул, - тине лә, уҡыусы алдында яуап бирә алмай торған бала кеүек, ыҡ-мыҡ – итеп ҡалды.. Ә күршеһе:
Ҡыҙымдың тәне шешекләп китте, шуға алып килдем, бына рецептар яҙып бирҙеләр, «зыянлы түгел, оҙаҡҡа бармаҫ», -тинеләр тип, үҙ хәбәрен һөйләне лә ары китте.
- Бисәнең һүҙенә ҡарап юҡты-бушҡа ауҙарып йөрөйөм инде, - тип уйлап алды ул көйәләнеп. Ишек алдында бер аҙ тапаннап торғандан һуң:
- Справка алып ҡайтмаһам, һылтау итеп, тауышсығарыр, һуңғы тапҡыр алып ҡайтам да һалам, башҡаса былай итеп йөрөмәйем! - тип, ныҡлы ҡарарға килде. - Дүрт аяҡлы ат та абына, - тиҙәр бит, бынан бер-нисә йыл элек булды ул ваҡиға. Заводтың автотранспорт цехында эшләп йөрөй ине, уны юнәлтмә менән ашханаға ебәрҙеләр. Ашхананан, һатыу өсөн яңы бешергән ашамлыҡтар тейәп, Зифа исемле һатыусы ҡатын менән йәрминкәгә алып барып һаттылар. Һатыусы ҡатын көнө буйы асыҡ һауала тороп һатты, өшөнө. Ҡалған әйберләрҙе ашханаға алып барып бушатҡас, Ринат уны машинала өйөнә тиклем алып барҙы, сумкаһын күтәрешеп ул йәшәгән фатирға күтәрелде. Ҡатын рәхмәт йөҙөнән сәй эсергә саҡырҙы. Ринат:
- Ирең елтерәтеп сығарыр! - тине лә, ниндәй яуап бирер икән тип ҡатынға текләне, сөнки уның менән ҡыҙыҡһына башлаған ине.
- Ҡурҡма! Ул бында йәшәмәй, айырылыштыҡ! - тине.
- Ярай, улай булғас берәй сынаяҡ сәй эсәйем, һыйлағанда һыу эс, - тиҙәр, тип, аяҡ кейемен һалып аш бүлмәһенә үтте. Фатир артыҡ ҙур булмаһа ла зауыҡ менән йыйыштырылған, бөхтәлек күҙгә бәрелеп тора. Хужабикәһе лә бына тигән, самай һөйә-һөйөлә торған сағы. Ҡабарып торған сәстәре, күпереп торған ирендәре, йылылыҡ бөркөп торған серле күҙҙәре, төҙ кәүҙәһе, әле минең ваҡыт үтмәгән, - тигәндәй ымһындырып ылыҡтырып тора. Әлбиттә Ринат та быға иғтибар итте, ҡатындың сәй яһағанын мыйыҡ аҫтынан йылмайып, күҙәтеп ултырҙы. Зифаның ҡулдарына күҙ эйәрмәй, тиҙ генә табын ҡороп ташланы. Араҡы ла ултыртҡан ине, Ринат баш тартты:
- Эсер инем дә бит, машинаны гаражға илтеп ҡуйырға кәрәк!- тине ул уфтанып.
- Бик эсәһең килһә машинаңды ҡуйғас килерһең, - тине ҡатын. Ринатҡа шул ғына кәрәк ине, ул тиҙ генә машинаһын илтте лә, ҡабат әйләнеп килде. Араҡы эсеп, һөйләшеп кис еткәнен дә һиҙмәнеләр. Инде һуң булһа ла Ринаттың был өйҙән сығып китәһе килмәне, хужабикә лә ҡыуманы. Йырлап та алдылар, бейенеләр ҙә, баланың йоҡлап киткәнен көттөләр…
Өйөнә ул һуңлап ҡайтты. Ҡатыны балалары менән йоҡларға ятҡан ине. Ҡатынының һорауҙарынан «юлда машина ватылды, шуға һуңлап ҡайтылды», - тип ҡотолдо. Шул көндән һуң уның машинаһы йыш «ватылыр» булып китте, үҙенең күңеле күтәрелеп, ҡанатланып, осоп йөрөнө. Шулай итеп ярты йыл ваҡыт үтеп китте.
Бер көн ҡайтыуына ҡатыны уға ташланды:
- Әйт, кем менән «гуляйт» итәһең?! Теләһә кем менән йөрөп ауырыу йоҡтороп алып ҡайтҡанһың! Эштән медосмотрға барған инек, шунда белдем. Ояты ни тора, - тип иларға кереште. Ринат ыҡ-мыҡ итеп ҡалды, нимә тип яуап бирергә белмәне. Шунан телен саҡ әйләндереп:
- Минең бер кем менән дә йөрөгәнем юҡ, - тине.
- Ах, шулаймы ни! Танып тораһың тағы! Кем менән йөрөгәнеңде бөтә ҡала белә! Иртәгә үк үҙең дә бараһың, һине лә саҡырҙылар! - тине. Ринат өндәшмәне, шунан файҙаланып ҡатыны тағы атакаға күсте.
- Әйт, кем ул ҡатын? Ҡайҙа йәшәй? Күптән «уйнаш» итәһегеҙме? - тип ныҡышты. Ринат телен саҡ әйләндереп:
- Әллә ҡайсан, бер ҡатын янына барған инем, башҡа барғаным юҡ! Һиңә еткән ҡатын бармы ни? - тип, «һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырырға» итеп ҡараған ине лә, оторо ярһытты ғына. Ҡатыны уның сикәһенә сабып ебәрҙе, илай башланы:
- Ысынлап йөрөнөңмө ни? Оятһыҙ! Ике балаң үҫеп килә бит! Бер көн дә тормайым һинең менән, айырылам! - тип, уны ҡыуа башланы. Ринатҡа ҡатыны алдында төрлө һүрәттәргә керергә тура килде. Ул ер йөҙөндә Розанан да сибәр, аҡыллы ҡатын юҡлығын, уны күптән аңлағанлығын, башҡаса бер ҡатынға күтәрелеп тә ҡарамаясағын әйтеп, анттар итте. Бер аҙҙан һуң ҡатыны тынысланды.
Улар һүҙһеҙ генә ултырып ашанылар, һуңынан ҡатыны:
- Иртәгә мотлаҡ барып анализлар тапшыр! Икебеҙгә лә бергә дауаланырға тура киләсәк, һуҙырға ярамай! Йоғошло булып ҡулланыу әйберҙәре аша балаларға йоғоуо ихтимал, - тине. Был хәл шундай ҡырҡа төҫ алған, ысынлап та барырға кәрәк, - тип уйланы Ринат.. Шул көндән һуң улар ҡатыны менән дауалана башланылар. Табиб уларға таблеткалар, уколдар тәғәйенләне. Ғәиләлә татыулыҡ китте. Ҡатыны әйләнгән һайын уны кәмһетеп тә, ғәйепләп тә төрлө һүҙҙәр әйтә торҙо. Ринат түҙҙе, сөнки ул үҙен ғәйепле итеп тойҙо. Ҡатыны бигерәк уҫал шул, уға ҡаршы һүҙ әйтеп еңеп булмай, ыңғайына тороп та саҡ. Уҫал булһа ла ярата шул, балаларын да ярата. Бына ҡыҙы быйыл урта мәктәпте, улы һигеҙҙе синыфты тамамлай. . Ҡатынының да эштән һуңлап ҡайтҡан, әхирәттәре менән кисен йөрөгән саҡтары бар, тик Ринат шикләнмәй, ышана, Роза хыянатҡа бармаҫ, – тип үҙен йыуата. Ә иренең хыянаты ҡатының ҡолағына кергәс,энәһенән- ебенәсә тикшермәйенсә туҡтамай инде ул. Тегенән-бынан белешеп, эшләгән еренә барып, ул ашханала һатыусы ҡатынды барып тапҡан, теләһә ниндәй һүҙҙәр менән битәрләгән. Ул эҙләп тә тапмаҫ ине, күберәк ирҙәрҙе үҙҙәренең теле һата шул, маҡтанырға яратыуҙары һата. Ни эшләйһең, ундай эш улар өсөн батырлыҡҡа тиң бит. Ринат ашханала Зифаны күргән ине, ул да уны ғәйепләй, «мин һинән башҡа бер кем менән дә булманым!», - ти. Алдаша инде ул. Яңғыҙ ҡатындың кеме генә булмаҫ! - тип Ринат уның менән араны өҙҙө.
Эшендә «ҡыҫҡартыу» - ға эләккәс, ҡатыны уға:
- Бында бер ҡайҙа ла йүнле аҡса түләмәйҙәр, Себергә барып эшлә! Ҡыҙыбыҙҙы уҡырға керетергә аҡса кәрәк! – тигәс, ул алыҫ Себергә китеп эшкә урынлашты. Башта ҡалып эшләне, өсәр-дүртәр ай буйы ғәиләһе янына ҡайта алманы, һуңынан вахтаға күсте. Бына шулай, эшләп ҡайтҡан һайын, ҡатыны унан справка талап итә. Элек ул саҡлы ҡаты ҡыланмай торған ине, был ҡайтыуында әллә нишләгән. Нисә йыл йәшәһә һаман аңлап бөтә алмай ул ҡатынын, алыштырып ҡуйғандар тиерһең. Айҙар буйы айырым йәшәү ҙә тәъҫир итмәй ҡалмайҙыр инде. Әллә бында ғына эш эҙләргәме икән? Шул уйҙарын ул ҡатынына әйткән ине.Әйтеп бөтөү менән ҡатыны:
- Нимә? Бында ҡайтып эсеп ятырға, уйлайһыңмы? БОМЖ – ға әйләнеп урамда йөрөргә әйтәһеңме? Кешесә йәшәй башланым тип торғанда! Балаларға хәҙер күп кәрәк: уҡытырға, өйгә ремонт яһарға, өҫтөмдә йүнле кейемем дә юҡ !– тип, теҙҙе генә. Ринат «ҡайҙан әйттем» - тигән көнгә төштө. Ҡатыны кейем юҡ – тиһә лә, әллә нисә алтын алҡаһы бар, муйынында алтын сылбырҙар, алтын беләҙектәр, үҙе өсөн һис аҡса йәлләмәй. Ҡайтыу менән баҙарға сығып йүгерә лә, шатланып, шатланып кейенә, Ринаттың юлына ла аҡсаны таныш-белештән һоранып ала. Унан һинең эшләгән аҡсаң нимәгә етә инде! – ти. Ни эшләһен Ринат, шул капризларына күнеп йәшәй. Ярата шул ҡатынын. Артыҡ сибәрҙәрҙән булмаһа ла уны ылыҡтырырлыҡ нимәһелер бар. Донъя булғас төрлө саҡтар була. Ринаттың да эшһеҙ интегеп, эскегә һабышып киткән саҡтары булды. Шул ваҡытта ҡатыны тиҙ генә туғандарын йыя ла ультиматум ҡуя:
- Йә эскеңде ташлайһың, йәки сығып китәһең, ана бара юлың! - ти. Шунан тәмәке тартырға тышҡа сыҡҡас, ҡыҙмаса булып алған, әзмәүерҙәй ағаһы мөйөшкә ҡыҫып ала ла, яҡанан бөрөп:
- Ҡара уны! Эсеүеңде туҡтатмаһаң, ғәиләңде ҡарамаһаң, һөйәктәреңде йыйып та ала алмаҫһың! - тип киҫәтә. Шундай инде улар. Бер үк ваҡытта үҙҙәрен яраттырырлыҡ яҡшы сифаттары ла етерлек: уйын-көлкөгә лә кеҫәгә керә торғандарҙан түгел, йыр-моңға ла әүәҫ, хискә лә бирелеүсән, йомшаҡ күңелле булып китәләр. Ә тиҫкәрегә китһә, уларҙан да яманы юҡ. Розаның ағаһы уларға насарлыҡ теләмәй, бары туғандарының бергә йәшәүен теләй. Шулай булмай ни, Ринат бит ауылға, Розаның әсәһенә ҡайтып бөтә эшен бөтөрә. Ҡайныһы үлеп киткәндән һуң ирҙәр ҡулы етешмәй, яҙ булыу менән бәрәңгене баҙҙан сығарырға, баҡсаға сәсергә, утарға, бесән-утын әҙерләргә, сиратлап килгән көтөүҙе көтөргә, барыһы ла уның өҫтөндә.
Ошоларҙы уйлай, уйлай Ринат өйөнә яҡынлашты. Кисәге кеүек талпынып, ике баҫаһы урынға бер баҫып атлай алмай, аҙымдары һәлмәк, әйтерһең дә көн буйы таш аҡтарған. Күңеле кителде уның, ныҡ кителде. Нисә йыл буйына ғәиләһе арыу йәшәһен, бер нимәгә лә ихтыяж булмаһын өсөн алыҫ Себерҙә эшләп йөрөй. «Ер» - гә ҡайтҡас та тик тормай, һаман да ышаныс яулап ала алманымы икән ни? Күпмегә һуҙылыр был хәл? Ҡатыны ни эшләп шулай һалҡын ҡаршыланы? Элек алдына аҡса алып ҡайтып һалғас та йылмайып ебәрә ине, был юлы бындай йүнәлеш тә ярҙам итмәне. Әллә берәй кешеһе бармы икән? Мейеһен ярып кергән был һорауҙан, Ринат үҙе ҡурҡып китте.
- Юҡ! Булмаҫ! Роза ундай ҡатын түгел! Түгел! Арығандыр, ике бала уның өҫтөндә, етмәһә эшендә лә «ҡыҫҡартылыуҙар» көтөлә,- ти, шуға ҡалып та эшләйҙәр, эштән һуң да саҡыртып алалар икән. Етмәһә ул теләһә нимә уйлап тора, тиҙерәк ҡайтырға кәрәк! Бөгөн ҡатыны «отгул» алдым, - тигән ине, баҙарҙа йөрөп ҡайтҡандыр. Шул уйынан һуң, уға еңел булып китте, ҡабаланып өйөнә табан атланы.
 
Ә Розаның уйы бөтөнләй башҡала… Ринат Себергә киткәне бирле ул күңел асырға аптырамай. Үҙенең әхирәте Фәнисә менән татар-башҡорт дискотекаларына, төрлө кисәләргә, кафе-ресторандарға йөрөргә әүәҫ булып китте. Үҙенең ғүмерен дүрт стена эсендә, бала, ир ҡарап ҡына ултырып заяға үткәрә икән дә ул. Бына ҡайҙа тормош ҡайнай. Күңелле. Йөрөй торғас үҙенән күпкә йәш ир менән танышып алды. Айрат ҡатынынан айырылған, бер балаһы бар, яңғыҙы йәшәй икән. Танышҡаны бирле көн дә тиерлек осрашып торҙолар, балалар ҡайғыһы ла, ир ҡайғыһы ла китте ҡатындан. Ул көнө-төнө Айрат тураһында ғына уйланды, өйөнә саҡырырға ла тартынманы, тәмле-тәмле ризыҡтар бешереп уны һыйланы. Күрше-күлән һораһа ла яуабы әҙер ине уның, кемгәлер ағайым, - тип алдаһа, кемгәлер башҡаса яуап бирҙе. Балаларына ла үҙенә һүҙ тигеҙмәҫлек итеп, яуап әҙерләп ҡуя ине. Ә уларға уңайлы, хәҙер әсәһе бер туҡтауһыҙ ҡайҙа барғандарын, ҡайсан ҡайтҡандарын тикшереп йөҙәтмәй. Улар нимә теләйҙәр шуны эшләйҙәр, ҡайсан ҡайтһалар ҙа ҡурҡмайҙар. Контрольдән ҡатын ғына түгел, балалар ҙа ысҡынды. Ә Роза үҙен ғәйепле тойманы, бәхет диңгеҙендә йөҙҙө. Айрат менән гел бергә булдылар, киске уйындарға, кафе-ресторандарға йөрөнөләр. Ҡайҙа булһалар ҙа үҙҙәренең бер-береһенә мөнәсәбәттәрен йәшермәнеләр, йәш-елкенсәк кеүек тоттолар. Таныш-маҙар осрап һорау бирһә, ул иренең өҫтөнән йөрөгәнен, уға күңеленең ҡатҡанын, шуның өсөн үс алыуын һөйләне.
- Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, – тигәндәй, Айраттың да Розаға ҡарата мөхәббәте тиҙ һүрелде. Уның Розаға тиклем дә һөйәркәләре күп булған, тағы икенсе берәүҙе тапҡан. Шуның өсөн осрашыуға ла теләр-теләмәҫ кенә килә, йәки бөтөнләй килмәй. Роза ҡайғыға батты, нисек инде ул барҙа, Айрат башҡа ҡатындар менән осрашырға тейеш? Нисек тә туҡтатырға кәрәк был эште. Тиҙерәк кем менән буталғанын табырға ла иҫкәртергә.
Айраттың яңы һөйәркәһен Роза тиҙ тапты, сөнки улар барыһы ла бер тирәлә уралалар бит. Тапты ла, ҡаты итеп иҫкәртте, Айрат янына яҡын да юлламаҫҡа ҡушты, юғиһә күп һанлы таныштары аша сара күрергә тура киләсәген әйтте. Ә бөгөн Айрат көтмәгәндә осрашыуға саҡырғас, шатланды. Теге ҡатынды иҫкәртеүем яҡшы булған, шулай итергә кәрәк асыҡ ауыҙҙарҙы, – тип, әхирәтенә шалтыратып маҡтанды. Тик Роза уйлағанса булманы, Айрат уны нәфрәт тулы ҡарашы менән ҡаршы алды. Осоп, талпынып килгән Розаның беләгенән матҡып тотоп алды ла:
- Минең тормошома ниңә ҡыҫылаһың? Ниндәй хоҡуғың бар, әйт әле?-тине уҫал итеп. Уның ҡәтғи тауышында быға тиклем Роза белмәгән тимер сыңдары яңғыраны, ҡарашынан һалҡынлыҡ бөркөлдө. Ул ҡапыл ҡаушап ҡалды ла, ни әйтергә белмәй:
- Мин бит һине яратам, ә һин башҡалар менән буталаһың!- тине. Айрат һыҙғырып ебәрҙе:
- Ничего себе! Һиңә ирең менән йәшәһәң дә ярай, ә миңә ярамаймы? Ни өсөн Рәсимәгә барып һөйләнең, етмәһә угрожать иткәнһең?
- Мин бит көнләшәм, гел һине уйлап йөрөйөм.
- Мин бит көнләшәм тип, һинең иреңә барып һөйләп йөрөмәнем, угрожать та итмәнем.
- Яратам! - тинең бит, шулай тиҙ һүрелдеме ни? Мин нимә эшләйем һуң?, - тине Роза иламһырап.
- Ошо йәшеңә етеп шул һүҙгә ышанаһыңмы? Юҡ ул мөхәббәт! Ҡайт та, рәхмәт әйтеп, иреңде ҡосаҡлап ят! - тине лә, хушлашып та тормай китеп барҙы. Роза ҡайғыһынан ни эшләргә белмәйенсә, кафегә кереп, ҡайғыһын «йыуҙы». Шалтыратып әхирәтен саҡыртып алды, истерика ҡуптарҙы. Эсеп иҫергән, илап шешенгән Розаны әхирәте такси менән көскә өйөнә алып килде. Әхирәте уны төрлөсә йыуатты, үҙе лә уның янында ҡуна ҡалды.
Роза ҡайғырып күп йөрөмәне, биҙәнеп-төҙәнеп ҡабат киске уйындарға, ресторандарға йөрөй башланы. Ире аҡса эшләй, ул туҙҙыра. Ире өйгә шылтыратып, уның юҡлығын белмәһен өсөн, өйҙәге телефондың счетын түләмәй, унан һуң телефонды һүндереп ҡуялар. Иренә:
- Телефонға түләргә лә аҡса юҡ! Балаларға күп кәрәк бит, хәҙер үҫтеләр, институтҡа ла түләргә кәрәк, еткереп булмай, - тип зарлана. Кеҫә телефонына шалтырат, унда аҡса һалмайынса булмай, балаларҙы контрольдә тоторға кәрәк! – тип аҡлана. Йөрөй торғас тағы бер ир менән танышты. Был элекке ухажурҙан да йәшерәк булып сыҡты. Зиннур ҙа «ҡатынымдан айырылдым, әсәйем менән йәшәйем», - тине. Розаның йөрәгендә тағы мөхәббәт уттары ҡабынды. Хатта Зиннурҙы әхирәтемдең иптәше, әсәйемә бергәләшергә кәрәк! - тип, ауылына алып ҡайтырға ла тартынманы. Ул ҡурҡыуҙың сиген үтте, ни эшләптер донъя шулай булырға тейеш, уны барыһы ла яратырға, алдында баш эйергә тейеш кеүек тойолдо.
Аҙҙырыр көн яҙҙырыр, - тигәндәй, көндән көн шуға инана барҙы. Иренең Себерҙән ҡайтыуы уның өсөн шатлыҡ түгел ине, киреһенсә ҡамасау ғына. Шуға күрә бер ғәйепһеҙ иренә ҡаты бәрелде, сөнки уның аҙғын күңелен йәш ир биләп алған ине. Ирем ҡайтҡас, Зиннур менән осраша алмаһам, ул да Айрат кеүек башҡа берәйһен табыр инде, - тигән көнсөл уй Розаның башынан сыҡманы. Иренә йә апайымдарға, йәки әхирәттәремә барам, - тип сығып китә лә, һуңлап ҡайта, эшенә лә йыш саҡыртып ала башланылар.
- Мин дә барам! - тиһә, ирен эйәртмәҫ өсөн төрлө сәбәптәр таба. Әсәһенә ҡыҙы ла иҫкәртеү яһап ҡараны, тик әсә уны бар тип тә белмәне.
- Әгәр ҙә атайығыҙ берәй ғәйбәт һүҙ ишетһә өйҙә ҙур ғауға сығасаҡ! Атайығыҙ ҡул күтәреүгә, айырылышыуға тиклем барып етеүе мөмкин, - тип, балаларын алдан киҫәтеп ҡуйған ине ул. Быға тиклем бер кем бер һүҙ еткермәне, бынан һуң да иренә еткереүсе кеше табылмаҫ! - тип уйланы Роза. Сөнки һәрваҡыт бер-береһенең хыянаты тураһында ир йә ҡатын иң аҙаҡтан, дуҫ-иш, күрше-күлән белеп бөткәс кенә белә, унда ла йылдар үтеп китә. Сөнки хыянатсы тураһында хәләл ефетенә әйтергә ҡурҡалар, бының да төрлө сәбәптәре бар.
Был хәл ни тиклем һуҙылһа ла, иртәме-һуңмы ахырҙа бер «изгелек теләүсе» табыла, йәки көтмәгәндә осраҡлы рәүештә сер асыла. Был осраҡта ла бер кем дә уйламағанда се
 
Ринат подъезға тәмәке тартырға сыҡҡан ине, күршелә йәшәгән ир тап булды. Улар күрешеп һөйләшә-һөйләшә тәмәке тарта башланылар. Күршеһе иртән ҡатының уны КВД янында осратыуын һөйләгәйне, Ринат асылып китеп, ни өсөн барғанын һәм элек Зифа менән булған тарихты һөйләне. Күршеһе бер аҙ нимә әйтергә лә белмәй, аптырап торҙо ла:
- Үҙең һөйләмәһәң әйтмәҫ тә инем, минеңсә ҡатының үҙе ғәйепле! Төрлө ваҡытта ҡайта, кемдәрҙер оҙата килә. Мин бәлки яңылышамдыр, шулай ҙа һин күҙ-ҡолаҡ бул ҡатыныңа, - тине. Ринаттың өҫтөнән һыуыҡ һыу ҡойҙолармы ни, ҡалтыранып китте, аяҡ быуындары йомшарҙы, йөрәге «жыу» итеп ҡалды ла ҡабаланып тибә башланы. Ул хатта ҡулындағы тәмәкеһенең янып ҡулын бешереүен дә тойманы. Нимәлер эсен өтөп алды, йөрәге асыу менән тулды. Ҡапылда ни эшләргә белмәй ҡаушап ҡалды, шулай ҙа «һыр» бирмәҫкә тырышып:
- Юҡты һөйләйһеңдер күрше! Минең ҡатын ундайҙарҙан түгел! - тине.
- Мин иҫбат итергә йыйынмайым, бәлки яңылышамдыр. Дөрөҫөн беләһең килһә ипләп кенә, юхалап- юмалап улыңдан һора! – тине.

Улы Финат атаһының һорауҙарына бер ни ҙә өндәшмәне. Атаһы нимә генә вәғәҙә итмәне. Юҡ! Телен йотҡан тиерһең. Асыуынан саҡ тотоп һелкетмәне, түҙҙе. Өйҙә көсөргәнеш артты. Ринат башын тотоп диванға ултырҙы. Һиҙә, улы ниҙер әйтергә теләй, тик әйтмәй, нимәнәндер ҡурҡа. Моғайын «ғәиләбеҙ тарҡалыр», - тип ҡурҡалыр, бала булһа ла аңлай бит, тип уйланы ла:
- Улым! Әгәр дөрөҫ булған хәлдә лә әсәйеңә тырнаҡ менән дә сиртмәйем! Миңә тик уны йөрөүенән туҡтатырға кәрәк! Юғиһә бөтә кеше минән генә түгел, һеҙҙән дә көләсәк! - тине.
Улы һаман өндәшмәне. Ул әсәһенән ҡурҡа, икенсенән атаһы аҡса бирәм, - тине, ә аҡса Финатҡа бик кәрәк. Бергә йөрөгән иптәштәре, ҡыҙҙар алдында аҡсалы булып күренеү үҙенә күрә авторитет. Аҡсалы булып күренеү өсөн әсәһенең кеҫәһенән дә аҡса алғылай, уны оҙата килгән «абзыйлар» ҙа аҡса йәлләмәйҙәр ине. Уның уйҙарын белгән кеүек атаһы:
- Дөрөҫөн әйтһәң матай алып бирәм, ай һайын үҙеңә генә аҡса ла бирермен. Финат ҡапыл йәнләнеп китеп атаһына күтәрелеп ҡараны ла, тағы тынып ҡалды.
- Мин барыһын да беләм, тик һинең атайыңды нисек яратыуыңды беләһем килгән ине. Нимә генә булһа ла, һеҙҙе ташлап мин бер ҡайҙа ла китмәйем, әсәйеңә һин әйтте,- тип әйтмәм, – тине.
Улы йәнләнеп китте:
- Әйтһәм һеҙ айырылышмаҫғыҙмы һуң? - тине. Ринат һағайып ҡалды:
- Юҡ улым! Мин һеҙҙән башҡа йәшәй алмайым! Әйт, әсәйең янына кемдәр килә? Нимә беләһең барыһын да һөйлә!- тип улына мең һум аҡса тотторҙо. Финат үҙенең белгәндәрен түкмәй-сәсмәй атаһына һөйләп бирҙе.Уларҙың бығаса һәүетемсә генә тормош диңгеҙендә йөҙгән ғәилә карабы упҡын ситендә, капитан был ваҡытта ни эшләргә тейеш, нисек итеп карапты һаҡлап ҡалырға, ҡурҡыныс булмаған яҡҡа йүнәлтергә. Ә ҡайҙа? Ҡайһы яҡҡа? Ҡатынын хыянатынан һуң, һаҡлап ҡалыу кәрәкме? Тирә-яҡта барыһы ла унан «мөгөҙлө» - тип көлә торғандарҙыр инде. Уның күңелендә дауыл ҡупты, аҫты-өҫкә килде. Асыуынан ер ярылғансы ҡысҡыраһы, донъяһын ҡыйратаһы килде.
- Нисек? Нисек түҙергә? Нисек кисерергә был хыянатты? Ул йоҙроҡтарын төйнәп, тештәрен ҡыҫты, нахаҡҡа рәнйетелгән бала кеүек, күҙҙәренән йәш һытылып сыҡты. Әллә иҫергәнсе эсергәме? Юҡ! Юҡ! Иҫерергә ярамай! Ул ваҡытта барыһын да юғалтасаҡ, һалҡын ҡан менән эш итергә кәрәк. Тик асыуын йөрәгенә һыйҙыра алмай, нишләргә? Шул ваҡытта уның ҡайтҡанын белеп дуҫы Нәжип килеп керҙе. Улар бер-береһен күреүгә шатланышып күрешәләр ине, был юлы дуҫы уның төҫө ҡасҡан йөҙөн күреп аптырашта ҡалды. Ринатҡа һөйләп биреүҙән башҡа сара ҡалманы, был хәл уның эсенә һыймай, кемгәлер бушатһа еңеләйеп ҡалыр кеүек ине. Тик дуҫы утҡа бензин өҫтәгәндәй:
- Үҙең дә ишеткәнһең икән, һиңә әйтә алмай йөрөй инем. Тик артыҡ ауырға алма, бер һинең ҡатын ғына түгел, барыһы ла шул, тик башҡалар кешеләргә һиҙҙермәй. Үҙең дә беләһең, үҙеңдең дә ғәйебең бар. Роза һинең теге ваҡыттағы хыянатың өсөн үс итәм! – тип йөрөй. Асыҡ ауыҙланып үҙең ғәйебеңде танып, һөйләгәнһең бит. Һине Зифа менән күрмәгән, тотмаған. Әле лә һин ҡатыныңа бер һүҙ ҙә әйтә алмайһың, сөнки үҙ күҙҙәрең менән күрмәгәнде иҫбатлауы ҡыйын, ул барыһын да инҡар итәсәк, - тине. Ринат бер аҙ үҙен ҡулға алды, һалҡын ҡан менән уйлай башланы. Әгәр бер кешенән генә ишетһәм, ғәйбәттер, – тип уйлар инем, нисәнсе кеше иҫбатлап торғас, айышына төшмәйенсә туҡтап булмаҫ. Нәжип әйтмешләй Роза барыһын да инҡар итәсәк.
- Әле ҡайҙа һуң ҡатының? Нәжиптең киң мәғәнә һалып һорауына Ринат та аптырап ҡалды.
- Ул ҡыҙым менән апаларына киткән ине, - тине.
- Ә ни өсөн һин улар менән китмәнең?
- Әллә! Миңә әйҙә, – тип әйтмәнеләр, ҡыҙым менән бергә киткәс уйламаным да.
- Уйларға кәрәк ине! Шалтырат әле, ҡайҙалар икән? Тик асыуыңды белендермә! Ринат Розаның апаларына шалтыратты, трубканы Роза алды. Нәжип уға шыбырлап:
- Апаһы өйҙәме? Ҡыҙың да ундамы? Һораш! – тине. Апаһы магазинға сыҡҡан, ә ҡыҙы әле генә әхирәтенә киткән икән.
- Ә һин яңғыҙың ни эшләп унда ултыраһың! Мин бит һине һағынып ҡайттым! Хәҙер һинең янға киләм әтеү! – тиеүгә, ҡатыны:
- Ярай, килеп торма! Хәҙер ҡайтам! – тине.
- Килеп торма! - тип әйттеме,? Әйҙә, кейен тиҙ генә, киттек! - тине лә Нәжип ишеккә ыңғайланы. Һинең машинаңды таныр, минең машина менән барайыҡ, - тип, машинаһын ҡыҙҙырҙы. Улар тиҙ килеп еттеләр, тик ишек асыусы булманы. Был урамдан туҡталышҡа тиклем йыраҡ, улар йәйәүлеләр йөрөгән тортуарҙан күҙ алмай, өйҙәрҙе уратып, машинала шул яҡҡа йүнәлделәр. Бына улар, Роза менән бер ир, ағастар араһынан бер-береһенә тотоношоп атлап баралар. Ринаттың һарыуы ҡайнаны, нәфрәте килеп алҡымына тығылды.
- Үлтерәм!…, - тине ул, тешен ҡыҫып. Үлтерәм!. Ул да булмай, быларҙы күреп ҡалдылар. Нәжип ике ҡуллап Ринатҡа йәбеште:
- Зинһар өсөн үҙеңде ҡулда тот, асыу алдан, аҡыл арттан, – ти. Ҡул күтәреп ҡуйма! Хәҙер милициялар тотоп алып китер, унан ғына йөрәгең дә баҫылмаҫ! - тип, машинанан сығырға уҡталған Ринатҡа нотоҡ уҡыны. Әйт, ҡул күтәрмәйем тиң, әтеү сығармайым!
Ярһыған Ринаты туҡтатырлыҡ түгел ине, ул машина ишеген асырға тырышты, тик ҡабаланыуынан ишектең ручкаһын тапмай бер булды.
- Ебәр! Ебәр тим!
- Юҡ! Тынысланмайынса сығармайым!
- Үҙең ни эшләр инең икән әле! Ярай, һүҙ бирәм! Һуҡмайым! Күҙенә генә ҡарайһым килә, – тип, машинанан сығып, ҡатыны яғына ыңғайланы. Ҡатыны аҙымдарын ҡыҙыулатты, уны йүгереп ҡыуып еттеләр. Ринат Розаның еңенән тотоп туҡтатты, нәфрәт тулы күҙҙәре менән ҡатынына төбәлде. Асыуынан әйтәһе һүҙен әйтә алмай тотлоғоп ҡалды, шунан:
- Кем ул? Әйт! – тине. Ә Роза бер ни булмағандай: .
- Элек бергә уҡыған классташ бит, таныманыңмы ни? – тине.
- Ниндәй классташ булһын! Ә ни өсөн беҙҙе күргәс ҡасты?
- Барыр ере бар, шуға ҡабалана. Ә ни өсөн ул һине көтөп торорға тейеш? Ҡатынының бер ни булмағандай ҡыланыуы Ринаты оторо ярһытты ғына:
- Нимә! Мине иҫәр, был, нимә әйтһәм шуға ышаныр тип, уйлайһыңмы? Фәшихә!- тип, Розаға киҙәнде. Тик ҡатыны шарылдап ҡаса башланы, Нәжип Ринаты тотоп алды ла тынысландырырға кереште. Ринаттың ҡатыны эҙенән тикшереүе шулай тамамланды.
Ҡатыны ла, ҡыҙы ла өйөнә ҡайтманы, телефон трубкаһына ла яуап бирмәне. Апаһы ғына шалтыратып уларҙың ҡайҙа икәнлеген белдерҙе, эҙләп йөрөмәҫкә ҡушты. Ринат асыуынан ҡайҙа барып бәрелергә белмәйенсә, ишекле-түрле йөрөнө, әллә нисә ҡап тәмәке тартып бөттө. Ә эсе яна, әрней, әйтерһең дә иң яҡын кешеһен мәңгелеккә юғалтҡан. Башы тубалдай. Уның хәтеренә бер туған апаһының әйткән һүҙҙәре төштө, ул бер нисә мәртәбә:
- Ҡатыныңды өҫтөңә мендереп ултыртҡанһың, тик уның көйөн көйләйһең, үҙ һүҙеңде һүҙ итә алмайһың! Әсәйем янына ла ҡайтҡаның юҡ,былай барһа һине һанға ла һуҡмаясаҡ! - тигән ине ул. Әллә дөрөҫ әйткәнме? Ҡатынын тота белмәйме икән? Ул нимә әйтһә шуны ғына эшләп тора шул, ҡаршылашһаң өйҙә буран сығаһын көт тә тор. Эйе, үҙендә лә ғәйеп бар Ринаттың, бар. Үҙе лә Зифа янына йөрөп алған ине бит бер заман. Зифа исеме иҫенә төшөү менән, ҡотолоу юлы тапҡандай, кейенеп сығып китте. Уның янында йөрәгенең ярһыуы баҫылыр, эсенең өҙөлөп әрнеүенә дауа табыр кеүек тойолдо. Урыҫтар әйтмешләй «клин клином вышибают», - тип уйланы.
Зифа уны аптырап ҡаршы алды. Ҡыуып та сығарырға иткән ине, Ринаттың эске ярһыуын һиҙеп, мөшкөлләнеп ҡалған кәүҙәһен күреп, йәлләне, аш бүлмәһенә саҡырҙы. Ринат түҙә алмайынса эсендә булған асыуларын, ярһыуларын сығарып һалды. Ҡатын уны сабыр ғына тыңланы. Ашап-эсеп алдылар. Ринат бер аҙ тынысланғандай булды, тәмәке тартып балкондан керҙе лә, Зифаны ҡосаҡлап алды. Ҡатын быны көтмәгән ине, уны этеп ебәрҙе:
- Ҡатыныныңдың хыянаты өсөн үс алам тип, килдеңме? Әгәр былай ҡыланыр булһаң, ана бара юлың! Был ҡатынды ташларға ла, кәрәк саҡта кереп юлланырға ла була, - тип уйлаһаң, хаталанаһың! Мин башҡаса һине йөрәгемә яҡын ебәрә алмайым, барыһы ла бөттө! Бөттө! Ишетәһеңме? - Зифа үҙенең ҡыҙып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
- Миңә ҡарата эсең тулы асыу булғас, ниңә кереттең һуң? Ниңә ҡыуып сығарманың? Һине яҡын күргәнгә килдем бит, һин генә аңларһың минең хәлемде! – тип уйлаған инем.
- Шулаймы ни? Һиңә генә ҡыйынмы? Бер-нисә йыл элек миңә нисек ҡыйын булғанлығын беләһеңме һуң һин? Яратҡан инем бит мин һине! Яратҡан инеем! Иремдән айырылғас бер иргә лә күтәрелеп ҡарамам! – тигән инем, үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, һиңә ҡараным. Беҙҙең мөнәсәбәттең киләсәге юҡ икәнен дә белдем, тик үҙем менән бер ни эшләй алманым. Ғәиләңде тарҡатырға иҫәбем дә юҡ ине, ҡайсан булһа ла аралағы бәйләнештең өҙөлөрөн дә белә инем! Тик нахаҡ бәлә тағылып, мәсхәрәләнеп ҡалырмын, – тип уйламағайным. Һин бер нәмә лә аңлатмай ташлап киттең, етмәһә бисәң килеп бөтә кеше алдында мәсхәрәләне. Ғазаптарға түҙерлек хәлем дә ҡалмаған ине, хет аҫылын. Ҡатыныңдың дә хәлен аңлайым, уны ла ғәйепләй алмайым, бары үҙемде ғәйепләнем. Түҙҙем, тешемде ҡыҫып түҙҙем. Айлар буйы күҙемдән йәш кипмәне. Әле һаман һинең туралағы уйларҙан арынып, башҡа ирҙәргә күтәрелеп ҡарағаным булманы. Зифа ҡапыл һөйләүенән туҡтап ҡалды, тик Ринат бер ни ҙә өндәшмәне. Был ҡатын алдында үҙенең ни тиклем ғәйепле икәнен саҡ аңланы ул. Уға ҡатынының хыянаты ла хәҙер ул саҡлы иҫ китәрлек түгел кеүек, тоноҡланып ҡалды.
- Беләһеңме, мин һинең хәлеңде ныҡ аңлайым, сөнки үҙем шундай ғазаптарҙы кисерҙем! Минең һүҙҙәрем өсөн ғәфү ит! Эсем бушап ҡалды, - тине Зифа. Ринат:
- Ышанаһыңмы Зифа! Һинең янда ҡатыным менән булған проблемалар кесерәйеп ҡалды, уны ла аңларға тырышам хәҙер.
- Ринат, нисек булһа ла ғәиләңде һаҡлап алып ҡалырға тырыш, тарҡатыуы ҡыйын булмаҫ ул, балаларығыҙ бар бит, ә уларға атай ҙа, әсәй ҙә кәрәк.
- Кәңәштәрең өсөн рәхмәт, Зифа. Иңемдән тау төшкәндәй еңел булып ҡалды, – тине Ринат. Улар дуҫтарса хушлаштылар. , Ринат өйөнә ашыҡты, сөнки улы Финат уны көтөп ултыра, - тип, уйланы.
Ринат ҡабаланып ҡайтып керҙе, тик өйөндә уны бер кем дә көтмәй ине, улы ҡайҙалыр китеп юғалған. Улының кеҫә телефонына шалтыратты, тик телефондан «абонемент недоступен» - тигән яуап ишетелде. Улы таң алдынан ғына ҡайтып керҙе, иҫерек, аяғында саҡ баҫып тора, үҙенән араҡы еҫе килә.
-Тағы ла бер сюрприз! - тип, асыуын саҡ баҫып Ринат улын сисендереп йоҡларға һалды. Үҙе лә ятҡан ине, уны йоҡо алманы. Бөгөнгө хәлдәр уның башында ҡайнаны. Артабанғы тормошон нисек итеп күҙ алдына килтерергә лә белмәй ине ул. Бынан һуң ҡатыны, балалары менән бергә йәшәп булырмы? Айырылышһалар яңғыҙы нисек йәшәр? Бөтә йәшәлгән ғүмере ялғыш булдымы икән ни? Һәрваҡыт ғәиләһе өсөн тырышты, улар аҡсаға интегеп йәшәмәһен өсөн, туң Себергә эшкә китте. Ни өсөн уның менән иҫәпләшмәйҙәр? Ҡайҙа булды икән уның яңылышы? Улы, Финаты нисек, кем булып үҫер, юлдан яҙып китмәҫме? Малай кеше бигерәк тә уның йәшендә атай тәрбиәһенә мохтаж. Яңыраҡ, Себерҙә эшләп йөрөгәндә, эштән һуң дөйөм ятаҡта бергә йәшәгән украин егете Вася менән һөйләшеп ултырған ине. Ул Ринаттан биш-алты йәшкә өлкәнерәк. Ирҙәр бергә йыйылышһа күпселек ҡатын-ҡыҙ, ғәилә тураһында гәпләшә башлай. Вася ҡатыны менән айырылған, сөнки ҡатыны ул юҡта бер ир менән бәйләнгән икән. Вася аңлатыуҙы һорағас,ҡатыны:
- Бер ни ҙә булманы! Өйҙә ир ҡулы кәрәк булғанға әхирәтемдең ирен саҡырҙым, эшләгәс хөрмәт йөҙөнән бер ярты ултырттым. Эсеп ултырғанда апайың килеп инде лә, ғауға ҡуптарҙы, - тип аҡланған.
- Һеҙ бит тағы осрашҡанһығыҙ! - тигән ир.
- Икенсеһендә ҡыҙым ҡала ситендә йәшәгән әхирәттәренә киткән ине. Кис булды һаман юҡ, кеҫә телефоны яуап бирмәй. Транспорт туҡтаны. Уны эҙләп алып ҡайтыр өсөн тағы уға шалтыраттым. Кешеләрҙең нимә уйлауы ҡыҙыҡтырмай ине, иң мөһиме ҡыҙымды эҙләп табыу. Был юлы күршеләге ҡарсыҡ ҡаршыма осраны. Ҡабалана инем, һәрбер кешегә «ҡыҙымды эҙләп йөрөйөм», - тип, баланың яман атын һатып булмай бит, - тигән. Ҡыҙы ла дөрөҫләгән. Тик барыһы ла ҡатының өҫтөндән йөрөй, – тигәс, ғәрләндем. Судҡа барып ғариза яҙҙым. Айырылыштыҡ. Үҙем дә фәрештә түгел, тик ирҙәргә «бата» - тип уйлай инем. Тормош бит ул.
Ғәҙәттә ҡырҡ йәшкә яҡынлаша башлаһа, күп ғәиләләр һынау алдына баҫа. Балалар үҫеп үҙҙәрен ҡарай башлай, буш ваҡыт күбәйә, йәшлектең үтелеүе лә һиҙелә шуға күрә донъяның йәмен, тәмен татып ҡалырға ашығалар. Ошо ваҡытта күп кенә ғәиләләр тарҡала. Бер береһен ғәфү итеп, ғәиләһен һаҡлап алып ҡалһалар, һуңынан ғәилә нигеҙе ҡабат нығына, шатланып бергә ғүмер итәләр, ейәнсәрҙәрен бергә үҫтерәләр. Тик ошо ваҡытта дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Әмин ялғыштым, ҡабаландым, ҡырҡа һуҡтым. Мин-минлелегемде, тиҫкәрелегемде еңә алманым.
- Хәҙер һуңмы ни? Кире ҡайт! - тине Ринат.
- Әйтеүе генә рәхәт. Кире ҡайтыулары ауыр шул, «ер» - гә ҡайтҡан һайын ҡайтырмын, - тип уйлайым, тик аҙаҡҡа ҡалдырам. Был вахтанан һуң, аҙаҡҡа ҡалдырмай, туп-тура ҡатыныма әйләнеп ҡайтам, үҙ ҡатының үҙеңдеке инде ул, - тигән ине. Ул саҡта Ринат үҙен шундай хәлгә ҡалырмын, - тип күҙ алдына ла килтермәне. « Вася нишләй икән? Ҡайттымы икән ҡатынына? Шундай уйҙар менән Ринат йоҡлап китте.

Ҡатыны ҡыҙы менән апаһын эйәртеп, икенсе көндө генә ҡайтып керҙе. Ҡыҙы шым ғына үҙенең бүлмәһенә үтте, ә ҡатыны менән апаһы ең һыҙғанып атакаға ташландылар. Уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда барыһына ла Ринат ҡына ғәйепле, улар бөтөнләй саф. Ринат үҙен ҡулда тоторға тырышты, бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Был хәл уларҙы оторо ярһытты ғына. Ул тыныс ҡына итеп:
- Йөрөп туймаһаң, ҡабат сығып китә алаһың! Мин ҡаршы түгел! Тик балаларҙы мин һиңә бирмәйем! ҡыҙымды миңә ҡаршы ҡотортаһың, улымды ҡарамайһың, насар юлға баҫҡан! - тине лә, һеҙҙең менән һүҙ бөттө!- тигәндәй, тәмәкеһен алып подъезға сығып китте.
Кисен улар ҡатыны менән икәү генә ҡалдылар. Ринат үҙен ни тиклем ҡулда тоторға тырышһа ла, был юлы уның асыуы йөрәген йыртып сыҡты, сөнки кисә булған хәлдәр уның күҙ алдынан китмәне. Ул ҡатынынан аңлатыуын һораны. Ҡатыны тағы уны ғәйепләргә тотондо. Үҙенең бер ғәйебе лә юҡлығын иҫбатларға тырышты. Ринаттың асыуы ҡабарғандан ҡабарҙы.
- Бер кемең дә булмаһа, мине һағынып көтөп торор инең, ә һин справка һорап мыҫҡыл итәһең! Иртәгә үҙең барып справка килтер! - тине. Нимә, һиңә бер ир етмәйме ни? Ирҙәр эҙләп сығып киттеңме? – тип, ҡатының беләгенән тотоп, үҙенә тартты, ул ысҡынырға тырышты.Ҡатын наҙына һыуһаған ир асыуынан ҡатынының өҫтөндәге кейемен айырып төшөрҙө лә, уны карауатҡа этте.
Улар бер-береһенә сит кешеләргә әйләнде. Көндәр буйы һөйләшмәйҙәр, һөйләшһәләр ҙә әрләшеүҙән артмай. Ринат отпуска алып ҡайтҡан ине, көндәрен нисек үткәрергә белмәне. Ҡайҙа барырға, нимә эшләргә? Башы ҡатты. Ул ҡатынының унан ғәфү үтенеүен көттө, тик ҡатыны һаман әрләште. Айырылам, урамға ҡыуып сығарам, - тип янаны.
- Әллә айырылышырғамы? Айырылышҡан хәлдә закон ҡатын яҡлы. Балалар уның менән ҡала, фатирҙың да күп өлөшө уларға буласаҡ, ул урамда тороп ҡаласаҡ. Улы юлдан яҙып бара. Тик ғәйепһеҙгә ғәйепле булып, баш эйеп йәшәүе ауыр. Ярар, бер улар ғына айырылышмай әле, минән башҡа йәшәп ҡараһындар, бынан һуң «шиш» бирәм мин уға аҡса, балаларыма ғына ярҙам итермен! – тип, ул ҡырҡа ҡарарға килде.
Икенсе көндө улар айырылышырға ғариза биреп килделәр. Ике яҡ та риза булһа оҙаҡҡа һуҙылмай, – тиҙәр ине, Уларҙы повестка көтөргә ҡушып, ҡайтарып ебәрҙеләр. Отпускаһында тик ятмаҫ өсөн, Ринат таксопаркка эшкә урынлашты. Бер көн эштән ҡайтыуына ҡыҙы менән ҡатыны илашып ултыралар. Баҡтиһәң Финат иптәштәре менән ниндәйҙер енәйәт ҡылған, милиция тотоп алып киткән, ваҡытлыса изоляторға ябып ҡуйғандар. Был хәбәрҙән Ринаттың йөрәге әрнеп, балаһы өсөн ҡурҡыу биләп алды.
- Ҡайҙан, кемдән ярҙам һорарға? Нисек итеп улыма ярҙам итергә? – тип ҡайғырҙы. Улар өсәүләшеп баш ваттылар. Ваҡыт һуң булһа ла, милицияға барып килергә уйланылар. Тик эш ваҡыты үткән, тәфтишселәр юҡ. Уларға бер кем дә Финатты күрһәтмәне, ниңә тотолғанын әйтмәне.
Себерҙән ҡайтҡаны бирле беренсе тапҡыр улар бер-береһенә яҡынайып китте, кис буйы Финат тураһында һөйләштеләр. Балалары өсөн йөрәктәре янды. Икенсе көн иртүк тороп, милицияға киттеләр. Баҡтиһәң Финат ике иптәше менән, бер иҫерек ирҙе туҡмап, аҡсаһын алып ҡасҡан. Уларҙы тәҙрә аша күрше өйҙәге ир менән ҡатын күргән, һәм милицияға хәбәр иткән. Уларҙың күрһәтмәһе буйынса егеттәрҙе ҡулға алғандар. Шул көндө егеттәрҙән һорау алып, ҡаланан ситкә китмәҫкә тамға алып, судҡа тиклем иреккә сығарҙылар.
Суд булғанын көтөп ятманы Ринат. Ҡатыны менән туҡмалған ирҙе барып тапты, уның менән һөйләште. Килгән зыянды ҡаплатырға, эште судҡа еткермәҫкә тырыштылар. Һөйләшә торғас, аҡса ла тәҡдим иткәс, егеттәр хаталарын таныған, йәш көйө төрмәгә тығып ҡуймайыҡ, - тип зыян күреүсе ғаризаһын алырға риза булды. Ғаризаны алһа ла, уларҙы милицияға иҫәпкә ҡуйҙылар. Ҡыҙы кейәүгә сығам, - тип егетен алып ҡайтты. Балалар мәшәҡәте ир менән ҡатын араһында булған асыуланышыуҙарҙы онотторғандай булды. Ошо мәшәҡәттәр менән Ринаттың отпускаһы ла үтеп китте. Бик көсөргәнешле булды уның отпускаһы. Ә ғәиләне балаларҙың киләсәге өсөн көрәшеү берләштерҙе.

Ул ваҡиғаларҙан һуң, ике йыл ваҡыт үтте, Финат техникум татамлағас, армия сафына алынды.
Бына скверҙан балалар коляскаһын этәреп ир менән ҡатын килә. Улар туҡтап коляскалаға балаға ҡарап алалар ҙа, бер береһенә ҡарап йылмаялар, әйтерһең дә яңы ғына өйләнешкәндәр. Ҡырыҡты күптән уҙған был парҙың, йәш балалары тыуғандыр, - тип, кешеләр йылмайып уҙа. Был юлы улар яңылыша, былар йәш кенә олатай менән өләсәй, ейәнсәрҙәренә ҡарап шатланышалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, шунан икәүләшеп коляскалағы балаға бағалар ҙа, иңдәрен-иңгә терәшеп артабан атлайҙар, әйтерһең дә ғүмер буйы ал да гөл йәшәгәндәр. Нисек кенә булмаһын бер-береңде ғәфү итеп ғәиләне һаҡлап ҡалыу, үҙе батырлыҡтыр. Бөгөнгө көндә уларҙан да бәхетле кешеләр юҡ кеүек был донъяла.
 
 
Автор:
Читайте нас: