Яҙғы ташҡында ҡайҙандыр ағып килеп, һыу ҡайтҡас, ярҙа ҡалған ҡарт өйәнке өҫтөндә өшөгән һымаҡ бөршәйеп кенә урта буйлы, ҡаҡса ғына бер әбей ултыра. Күп йыуылыуҙан уңып бөткән яулығы аҫтынан ҡылғандай аҡ сәсе бүҫелеп сыҡҡан. Ғүмере буйы һәнәк, көрәк, балта тотҡан яҫы услы уҫлаптай ҡулдары үҙенеке түгел, хәс тә икенсе кешенеке һымаҡ.
Бөткөһөҙ бураҙналар йырғыслаған, көнгә ҡарайған йөҙө уны, етмеше менән барған әбейҙе тағы ла олораҡ күрһәтә. Төпкә батҡан күҙҙәре бер нөктәгә төбәлгән: тирә-яғында гөрләгән тормошҡа, күпереп үҫкән йәшел үләнгә, зәңгәр күккә, йылға буйында сыр-сыу килеп һыу ингән бала-сағаға бөтөнләй битараф, уны бер нәмә лә ҡыуандырмай, күңелен бер нәмә лә ылыҡтырмай. Уның өсөн өйәңкенән башҡа нәмә юҡ. Ағастың ҡытыршы олонон, урыны-урыны менән ҡабығы һыҙырылып, ҡояшҡа ҡороған яланғас урындарын өйәңкенең кипкән тамырҙары кеүек тарбайған бармаҡтары менән һаҡ ҡына һыйпай, шым ғына һөйләнә: “Хәс тә минең һымаҡ һин дә ҡартайғанһың, кәрең бөткән шул. Ҡасандыр күкрәп, тирә-йүнгә йәм биреп, яныңдағы үҙеңдән көсһөҙ ҡыуаҡтарға ҡеүәт биреп ултырғанһыңдыр. Өйәңкеләр оҙаҡ йәшәй: күп ваҡиғаларға шаһит булғанһыңдыр, тамырҙарыңдан шытып сыҡҡан, ярҙамыңа мохтаж үҫентеләрең дә булғандыр, уларҙы йәйге ҡыуандан, ҡышҡы бурандан һаҡлағанһыңдыр. Көслө, ҡеүәтле мәлдәр үтә лә китә икән, бер нәмә лә мәңгелек түгел... Минең дә дүрт бөртөк балам бар. Шөкөр, барыһы ла имен-аман, хоҙай бәхетле оҙон ғүмер бирһен үҙҙәренә, йәмәғәттәре менән тигеҙ ҡартайһындар, балаларының изгелеген күрһендәр...” – Ҡарсыҡтың төҫһөҙ күҙҙәренән сырыштар ҡаплаған ябыҡ йөҙөнә йәш тәгәрәне. Ғәҙәттә ҡарт кешенең күҙ йәше сыға һалып бармай, әммә күңеле тулышҡан Нуриҙә әбейҙең йәше субырлап аҡты ла аҡты. Үҙенең был хәләтен күреп ҡалмаһындар типтер, ахырыһы, күҙҙәрен яулыҡ осо менән йәһәт кенә һөрттө лә ҡарашын йылға буйына күсерҙе. Йәшкә шәмәргән күҙҙәре һыу инеүселәрҙе асыҡ күрмәй ҙә, тауыштарын да тоноҡ ҡына ишетә.
Ғүмер тигәнең бигерәк ҡыҫҡа икән: әле ҡасан ғына уның да дүрт бөртөгө һыу буйынан ҡайтмай торғайны. Ашауҙарын онотҡан балаларын килеп алған саҡтары йыш булды. Тегеләр әсәләрен күргәс кенә асыҡҡандарын иҫкә төшөрә, ҡыуанып көлөшә-көлөшә кемуҙарҙан уға ҡаршы йүгерә, һәр береһе әсәнең ҡосағына үҙе генә керергә тырыша.
- Әсәй, нәмәкәй бешерҙең? – тип һорай береһе.
- Мин беләм: әсәйем ҡоймаҡ бешергән! – ти икенсеһе.
- Белмәнең, белмәнең! Әсәйем билмән бешергән, әйе бит, әсәй? – тип түҙемһеҙләнә өсөнсөһө.
- Әсәйем мине ярата, миңә бишмармаҡ бешергән! – тип әллә кем булып башын сайҡай дүртенсеһе.
Уларҙың зыулашҡанына Нуриҙә көлөп ебәрмәҫкә тырышып, йөҙөнә етдилек сығара ла:
- Ҡайтҡас, үҙегеҙ күрерһегеҙ. Һәйбәтләп ашап алығыҙ ҙа, мунсаға! – тигән фарман бирә.
- Әйе лә, тағы мунса! – тип танауын сира Фәриҙәһе.
- Көн буйы һыуҙан сыҡмайһығыҙ, бетләп китерһегеҙ бит! – Был юлы әсәләре ысынлап асыулана.
Ана шулай шау-гөр килеп, өйгә ҡайтып еткәндәрен дә һиҙмәйҙәр.
* * *
Нуриҙәнең йәш сағы һуғыш осорона тура килде. Ул заман кешеләренең иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы Нуриҙә лә күтәрҙе. Еләктәй тамылйыр ҡыҙҙар ауыр эштән, аслыҡтан иртә һулыны, күбеһе ир иркәләүен татыманы, бауырына бала баҫманы. Шул яҡтан ғына Нуриҙәнең яҙмышы бүтәндәрҙекенән айырылды: көтөргә вәғәҙә биргән һөйгән егете яуҙан ҡайтты. Нуриҙә Мөхәммәте менән ҡауышты. Яугир ҡул-аяғы теүәл булһа ла, үпкә сире менән ыҙаланды. Тыуған төйәгенә ҡайтып, яратҡан ҡыҙы менән ҡауышыу шатлығынын ҡан төкөргөн егет тәүҙә һыуыҡҡандай ҙа булғайны. Фәриҙәләре тыуғас, ул хатта колхоз эшенә сығырлыҡ ҡанатланғайны. Әмәлгә ҡалғандай, көҙгө һалҡын яуынға эләгеп, сире яңынан көсәйеп китте. Икенсе балалалры – Фәрит донъяға килгән йылда гүр эйәһе булды.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла тормош көтөүҙәре еңел түгел ине. Ярай, Нуриҙәнең әсәһе бар. Береһе саҡ тәпәй баҫҡан, икенсеһе көскә ултыра башлаған балаларын әсәһе көндә килеп ҡарамаһа, Нуриҙә колхоз эшенә сыға алмаҫ ине. Ваҡытында әсәһенең ҡул ярҙамы ла, һүҙ ярҙамы ла күп тейҙе.
Мөхәммәттең мәрхүм булыуына биш йыл тулғас, уларҙың ауылдарына Сәйет тигән кеше илеп сыҡты. Колхоз хужалары уны Нуриҙәнең әсәһенә фатирға урынлаштырҙы. Ҡулы алтын ине ул кешенең, ауыл өсөн бик кәрәкле һөнөр эйәһе ине: колхоз тимерлегендә эшләне, дан итеп быйма баҫты, итек, тун текте, самауыр төҙәтте. Нуриҙәнең әсәһе Рауза ҡарсыҡ көн һайын уның иплелеген, эшкә маһирлығын маҡтай-маҡтай ҙа: “Йәш бит әле ул, арыу ғына ҡатынға йортҡа керһә инде...” – тип һүҙ ыңғайында ғына әйтеп ҡуйған була. Ҡыҙы төшөнөп йөрөй: әсәһе уға димләмәксе, баламдың ғүмере яңғыҙ үтмәһен, донъя көтөргә, балаларын үҫтерегә еңелерәк булыр, тигән уйылыр. Фәриҙә менән Фәритте лә өйөнә йыш алып ҡайтты. Нуриҙә уныһын да аңланы: балаларҙы Сәйеткә, Сәйетте балаларға эҫендереүе ине, ахырыһы. Сәйет Нуриҙәнең ҡапҡа бағанаһын яңыртһынмы, аҙбарға яңы ситән үрһенме, серек иҙәнде алыштырһынмы – хужабикә юҡ саҡта эшләргә тырыша. Ихлас рәхмәтенә: “Шулай ҙа ярҙам итмәгәс , фронтовик ҡатыны бит һин”, - тип кенә ҡуя. Уның әрһеҙләнмәүе, уңғанлығы, төҫ-башҡа күркәмлеге Нуриҙәнең иғтибарын йәлеп иттелә инде, күңеле аҡрынлап Сәйеткә тартыла барҙы. Яҙмыштын нимә күрһәтәсәген бәндә алдан белмәй, әгәр белһә күпме бәлә-ҡазанан ҡотолор ине. Әсәһенең һүҙҙәре лә, тегенең муйылдай ҡара күҙҙәре лә үҙенекен итте – Нуриҙә Сәйет менән ҡауышыуын һиҙмәй ҙә ҡалды...
Йыл үтеүгә Сәғиҙәләре тыуҙы. Сәйет балаға ихлас һөйөндө. Тик Нуриҙәнең күңеле ниңәлер болоҡһоно, ниҙер һиҙенде: ире йыш ҡына тәмәкеһен көйрәтә-көйрәтә уйға сумып ултыра торған булып китте. Эстән генә Сәйетте нимәлер борсой – Нуриҙә күреп йөрөй, һорарға ниңәлер теле бармай. Юҡҡа булмаған икән: Сәғиҙәһен имеҙеп ултырғанда күҙҙҙәре зәһәр йылтыраған бер ҡатын килеп керҙе.
– Сәйеттекеме? – тип һораны ул, балаға ымлап.
Сәләм дә бирмәй, инеү менән шулай һорауына Нуриҙәнең йөрәге жыу итеп китте, иҙерәп ятҡан сабый тертләп уянды.
– Әйе. – Нуриҙә йонсоу ғына ҡатынға ғәжәпләнеп ҡараны. – Ултыр.
– Ултырмайынса булмаҫ! Шулай ғына сығып китергә шунсама ер килмәнем! – тине был уҫал ғына. Унан Нуриҙәнең күҙенә туп-тура ҡараны. – Сәйет ҡайҙа?
– Бесәнгә киткәйне, хәҙер ҡайтыр. – Нуриҙә ҡыҙын бишеккә һалды. – Сәйеттең кеме булаһың, апаһымы әллә? – Үтә ҡыйыу ҡыланған ҡатынға йәне көйә башлағайны, ҡаты ғына һорап ҡуйҙы.
“Апаһымы” тигән һүҙ оҡшаманы, ахырыһы, бының йөҙө үҙгәреп китте:
– Апаһы юҡлығын әйтмәнеме? – тине ул ҡырт ҡына. – Өс балаһы, ҡатыны барлығын да белмәйһеңдер әле?.. – Ҡатындың ирендәре мыҫҡыллы ҡыйшайҙы.
– Ҡатыны, тисе... Ниндәй ҡатыны? – Һүҙҙәрҙең айышына төшөнмәгән Нуриҙә уға таң ҡалып ҡараны.
– Әртис! Кеше ирен аҙҙырып ятҡаның өсөн, хөкөмгә тарттырһам, бөтәһен дә бик яҡшы белерһең!
Шул саҡ ҡапҡа шығырлағаны ишетелде. Икеһе лә ишеккә төбәлде. Аптыранған Нуриҙә бишекте туҡтауһыҙ бәүетергә тотондо.
Сәйет ҡатынды күргәс, ҡойолдо ла төштө. Ни түргә үтергә, ни сығып китергә ҡыймағандай, бер аҙ тапанып торғас, тупһаға ултырҙы. Өсөһө лә шымып ҡалды. Бишек бәүелеүҙән туҡтағанғамы, Сәғиҙә илап ебәрҙе, быларға шунда уҡ йән керҙе.
– Һинән ҡотолоп булмаҫты белгәйнем дә! – Сәйет һүҙ башланы.
– Белгәйнең шул, белгәйнең! – тип үсекләне уны ҡатын. – Уйнаш итеп йөрөрөңдө мин дә белгәйнем! – Ул, яу ҡайтарырға йыйынған батырҙай, ҡаҡ күкрәген киреп баҫты. – Имеш, аҡса эшләй, кәсеп итә, байып ҡайта! Китте лә юғалды. Бер ҡайтып та әйләнмәй, юҡҡа түгелдер, тинем дә... Хәҙер үҙебеҙҙә лә быйма баҫыусы, итек тегеүсе юҡ – Шәһиҙулла үлеп ҡуйҙы. Ҡайт! Оятһыҙ, кеше балаларын ҡарап ята, үҙенекеләр астан үлһә лә ярай икән!
– Нишләп астан үлһендәр, ай һайын аҡса һалып торҙом да! – Сәйет йөҙөн һытты.
– Өс малайға аҡса ғына түгел, атай ҙа кәрәк! Аҡса атайҙы алмаштырмай бит әле! – Быныһы, мышҡылдап илай-илай, үҙенекен һөйләне. – Хәҙер тыңламай башланылар.
Мәңге бындай хәлде көтмәгән Нуриҙәнең зиһене таралды,башы әйләнде, аяҡ быуындары бушаны. Бишектәге сабыйҙы ярһып илауын да ишетмәгәндәй, һике ситендә ултырыуын дауам итте. Сәйет бишеккә ынтылғас ҡына, баланы уға тоттормаҫ өсөн, Нуриҙә урынынан һикереп торҙо, Сәғиҙәһен алып, йөрәгенә баҫты.
– Сәйет, нимә булды әле был? Ҡатының, балаларың барлығын ниңә әйтмәнең? – тип шыбырланы ҡан әҫәре ҡалмаған ирендәре.
– Былай ипһеҙ килеп сығыр, тимәгәйнем, тәүҙән үк һөйләргә кәрәк булған да бит, ҡурҡтым. Риҙалашмаҫ инең... Ғүмерҙә ҡауышмаҫ инек. Һуңынын аңлашырбыҙ тип, һаман кисектерә килдем. – Ир кеше мөлдөрәп Нуриҙәгә ҡараны. – Һине күргәс тә бөтә нәмәне – донъямды, балаларымды, бисәне оноттом, бер күреүҙә яраттым мин һине. Бығаса яратыуҙың нимә икәнен дә белмәгәнмен, һине осратҡас ҡына мөхәббәттең ни икәненә төшөндөм. Ғәфү ит, Нуриҙә...
– Былай ҙә етемдәр күп, тағы берәүҙе арттырҙыҡ. Ни эшләйһең, булыры булған, тыуасағы – тыуған, хәҙер янып та, ярһып та бер файҙа юҡ. – Нуриҙә ҡапыл тынысланды.
– Ғәфү ит, Нуриҙә, теге балаларымды ла ташламам, әлегәсә ярҙам иттеи, бынын һуң да ярҙам итермен. Атай-әсәйемә аҡса һалам тигәйнем бит, балаларға ебәрә инем. – Сәйет тә хәбәрен ашыҡмай, аңлайышлы һөйләргә тырышты.
– Төрмәлә сереһәм, серермен, барыбер йәшәргә ирек бирмәйем, икегеҙҙе лә үлтерәм, өйөгөҙҙө үртәйем! – Ҡатын һеләүһендәй Нуриҙәгә ташланды. Сәйет йәшен тиҙлегендә икеһенең араһына төштө, ярһыған биҫәһен тупаҫ ҡына этеп ебәрҙе.
– Тауышланмағыҙ, ҡыҙымды ҡурҡытаһығыҙ! – Нуриҙә хөкөм иғлан иткән судьялай, ҡапыл уң ҡулын күтәрҙе, тегеләр ауыҙҙарын япты. – Алдаҡ менән башлаған тормоштоң ырыҫы булмай, Сәйет. Миңә уртаҡ ир кәрәкмәй. Өс балаңды үҫтерергә бурыслыһың, ҡайт – Сәйеттең Сәғиҙәгә ымлауын күреп, уның ни әйтергә теләгәнен аңланы (йәнәһе, беҙҙеке лә бар бит), тауышын көсәйтеп, һүҙен дауам итте. – Бында берәү, ә тегендә – өсәү! Үҙем ғәйепле, күрәсәктер...
– Ғәфү ит, Нуриҙә, уйлашайыҡ, ҡыума! Мин... мин...
Теге ҡатын да эштең былайға китерен һис көтмәгәндер, ҡапыл йыуашайҙы, күҙ ҡараштары үҙгәреп китте, яҡлау, таяныс эҙләп Нуриҙәгә текәлде. Уның ялыныслы ҡарашынан Нуриҙәгә көс өҫтәлгәндәй булды: ошо ике кешенең, өс малайҙың яҙмышын, Сәғиҙәһенең, хатта үҙенең яҙмышын Нуриҙә яңылышмай, ғәҙел хәл итергә тейеш. Тимәк, уңдырһа ла – Нуриҙә, туңдырһа ла – Нуриҙә, бөтәһе лә уның ҡулында, уның ниндәй хөкөм сығарыуында.
– Сәйет, бына әйберҙәрең, алығыҙ, китегеҙ! – Тәүәккәл Нуриҙәнең ҡарары бәхәсләшмәҫлек ныҡ ине. Сәйетттең ҡымшанмай тороуын күреп, ул әйберҙәрҙе үҙе йыйырға тотондо, киндер тоҡҡа тултырҙы ла соланға сығарҙы. – Стансаға ҡәҙәр, бәлки, ат һорарһың. – Унан кинәйә менән өҫтәп ҡуйҙы. – Колхозға ла файҙаң тейҙе бит.
– Нуриҙә, ғәфү ит! – Сәйет йәнә ауыҙын асҡайны, Нуриҙәнең дә сабырлығы сатнаны:
– Мәңге ғәфү итмәйем! Илдә сәпсек үлмәй, тиҙәр, үлмәбеҙ, нисек тә үҫтерермен. – Нуриҙә Сәйетте етәкләне лә ишеткән сығарып ебәрҙе. Бағаналай ҡатып торған ҡатынды ире артынан ҡыуаланы. – Бар, бар, бынан ары иреңде ситкә ебәрмә! Бисәләрҙең төрлөһө бар, үҙеңде туҡмап ҡайтарғандары ла осрар! – Ишекте япты ла келәһен элеп ҡуйҙы.
Станцияға нисек киткәндәрҙер, йәйәүме, ат менәнме, белешмәне, ҡыҙыҡһынманы.
– Әй аллам, баламды ниндәй хәлгә төшөрҙөм, минең арҡала ғына булды был бәхетһеҙлекю Кешенең кемлеге маңлайына яҙылмай шул. – Рауза ҡарсыҡ түгелеп иланы.
– Ҡуй, әсәй, кеше ишетмәһен, кеше көлмәһен. Тәҡдиремшулай икән,бер кемгә лә үпкәләмәйем. Һау ғына булайыҡ, әллә ни күп тә түгел – өс бөртөк кенә бары, үҫтерербеҙ! – Нуриҙә әсәһен һығып ҡосаҡланы.
Тик Нуриҙәнең “өс бөртөк” тигәне дөрөҫ булманы... Сәйетте оҙатыуына ике ай үткәс, ҡарынында нимәлер ҡыбырланы. Нуриҙә тәүҙә шикләнде, икеләнде, ҡурҡты, хәлен әсәһенә һөйләргә мәжбүр булды.
Ауылдың атаҡлы кендекәйе Рауза әбеәҡыҙын ҡарарға тотондо:
– Һы-ы... – тип ғәжәпләнде тәүҙә. – Орлоҡ уңдырышлы ергә төшкән ... – тигән булды, аптырағас.
Әсәһенең һүҙҙәренә ышынмағас Нуриҙә бармаҡтарын бөгөп һанай башланы: Сәғиҙәһе ғинуар башында тыуҙы, әле август уртаһы. Тимәк, имсәк балаһына өс ай тигәндә яңы тормош яралған. Әсәһе әйтмешләй, ысынлап та, “емеш уңдырышлы ергә төшкән” икән шул.
Шулай итеп, декабрҙең егерме бишендә ир бала тыуҙы. Йылына ике бәпәйләгәненә, етмәһә, атайһыҙ бит әле, сикһеҙ оялған Нуриҙә кеше араһына сыҡмаҫ булды.
Ҡыҙының ошондай яҙмышына үҙен бөткөһөҙ ғәйепле һанаған Рауза ҡарсыҡ Нуриҙәгә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡайғырҙы, аяҡтан яҙып ауырып та алды. Унан ул нисектер ҡапыл нығынып китте, бөтә булмышын ярҙам итеүгә бағышланы: береһенән-береһе кесе балаларҙы ҡарашты, хәленсә йорт эштәрен кәметергә тырышты. Йәше лә бара ине уның, әжәл тигәнең оҙаҡ көттөрмәҫен аңлаған Рауза әбей хоҙайҙан еңел үлем, йәй көнө генә мәрхүм булыуын, үлеме менән ҡыҙына ауырлыҡ һалмауын ихлас теләне. Теләге ҡабул булды: йәйҙең йәмле көнөндә ике көн генә ауырып донъя ҡуйҙы.
Нуриҙә эш атына әйләнде: колхозға ла егелде, үҙенең донъяһын да ирле кешеләрҙекенән кәм көтмәне: утынын да ташыны, бесәнен дә сапты, ситәнен дә үрҙе. Бағана ултыртырға ла оҫтарып алды: ерҙе ярты метрҙай ҡаҙа, соҡорға һыу ҡоя ла дан итеп осланған ағасты ергә ҡаҙай, һурып ала, һыу ҡоя ла, тирә-яҡҡа шыйыҡ батҡаҡты сәсрәтә-сәсрәтә, йәнә ҡаҙай. Һыуға йомшарған ергә бағана еңел керә. Унан тупраҡты тапап-тапап күмә. Бер ҙә ир кешенең эшенән кәм булмай. Ә бына кәбән ҡойорға күршеһе Вәҡир “өйрәтте”. Ул саҡта берҙән кәбән ҡойғаны юҡ ине әле.. Бәләкәй генә башлы, ҡураныс ҡына булһа ла ир кеше бит әле тип уйлай, Вәҡирҙе ярҙамға әйтте. Күршеләре бала-сағаһы күп булһа ла, ниңәлер бер генә һыйыраҫырайҙар. Шуға ла эш хаҡына ҡаймаҡ, май бирергә, хәленсә аҡса ла түләргә уйланы.
Шулай итеп, киттеләр былар яланға.
– Нуриҙә, ирһеҙ йоҡлауҙары бик ҡыйын дыр ул? – тип һүҙ башлаған булды ир кеше.
– Йоҡо тейһен генә , ағай! Башым мендәргә тейеү менән йоҡлап китәм? – Хәбәрҙең мәғәнәһенә төшөнмәгән Нуриҙә ыңғай ғына яуапланы.
– Һөйләмә юҡты! Йәшһең бит әле, самай һөйөр-һөйөлөр сағың! – Вәҡир йылт итеп Нуриҙә янына күсеп ултырҙы. Нуриҙә һиҙмәй ҙә ҡалды, был уның күлдәк итәген күтәреп ебәрҙе. Үҙенә ымһынырын башына ла килтермәгән ҡатын секунд эсендә тегене арбанан төртөп төшөрҙө. Атына сыбыҡ тамыҙҙы. Шунсама ерҙе йәйәүләп ҡайтырға тура килде Вәҡиргә.
Шул йылда ғәрлегенән сәмләнгән Нуриҙә кәбәндәрен тәүләп үҙе ҡойҙо, унан ул бер кемгә лә ялынманы. Матур була торғайны уның кәбәндәре: төптән тар ғына итеп башлай, күтәргән һайын киңәйтә бара, унан ҡайын еләге һымаҡ иттереп, ослайтып ҡына бөтөрөп ҡуя.
Был ваҡиға шыма ғына үтмәне. Ирлек “абруйынан” көлгән Нуриҙәнән үс алды Вәҡир: уның йәш ҡатынды “тәгәрәтеүсе” хаҡында хәбәр таралды. Иҫәр генә Рәсимәһе, ирен көнләшеп, талашып йөрөгән булды. Нахаҡ хәбәрҙе Нуриҙә уйламағанда, көтмәгәндә үҙе туҡтатты. Шулай ниндәйҙер йомош менән идараға килә ятҡанда, көндә иртән йыйылышып торған ирҙәр янынан үткәндә, уларҙың хәбәренә ҡолаҡ һала ҡуйҙы ла.
– Бына тәгәрәттем генә! – тип хәбәр һөйләй Вәҡир. – Ағай, етте, арыным, ти. Ләззәттән илай, бахыр...
– Әй, туҡта, ана, үҙе килә! – Нуриҙәне күреп ҡалған берәү харап кәпәренеп хәбәр һөйләгән Вәҡирҙең ҡабырғаһына төрттө.
Нуриҙә һүҙҙең кем хаҡында икәнен шунда уҡ төшөндө, барған еренән шып туҡтаны. Вәҡир ҙә уны күрҙе,ағарынып китте, күҙҙәрен мөлт-мөлт йоморға тотондо.
Бөткөһөҙ ғәрлектән, оятһыҙ алдаҡтан Нуриҙә әллә нимә эшләп китте. Ҡуянға ташланған бүреләй Вәҡирҙең янына барып етте, күтәреп алды ла һелтәне бер яҡҡа! Ғүмерҙә күрмәгән күренешкә аптыранған ир-ат шаҡ ҡатты, телһеҙ ҡалды. Вәҡир ҡалҡынырға өлгөрмәне, Нуриҙә йәнә уҡталды.
– Апай, үлтерәһең бит! – кемдер уның юлына төштө.
Нуриҙә тирә-яғындағыларға ҡараманы, бер һүҙ ҙә әйтмәй, идараға инеп китте.
– Кем кемде тәгәрәткәнен хәҙер күрҙек инде! – Тирә-йүнде яңғыратып, ирҙәр һаһылдашып көлдө.
Шул ваҡиғанан һуң, Нуриҙә тағы ла ҡырыҫланыбыраҡ китте, тормош көтөргә нығыраҡ сәмләнде, һәр саҡ ҡупшы йөрөргә тырышты: балитәкле күлдәген кейеп, манирлы яулығын бәйләп, ҡайылған алъяпҡысын быуып ҡараһына батҡан Рәсимә янынан өҙә баҫып үтеп китергә ғәҙәтләнде.
Ошо мәлдән Нуриҙә, әсәһе кеүек, Хоҙайға мөрәжәғәт итә торған булып китте. Нимә һөйләһә лә сере таралмаҫ серҙәше, өмөт бағлаусыһы – бер Хоҙайы булды уның. “Кеше хурлаһа, хурлаһын, Хоҙайым, һин хурлама! Балаларымды үҫтерергә көс бир, һаулыҡ бир, ғүмер бир, бәләләргә тырытма!” – Сабырлығы сатнаған ауыр саҡтарында шулай һамаҡларға күнегеп китте. Теләктәрен Хоҙайҙың ҡабул итеүенә Нуриҙә ихлас ышана, күңеле тыныслана, еңел тын ала, донъя көтөргә дәрте арта. Хоҙай тәғәлә бәлә-ҡазанан уны, ысынлап та, ҡурсаланы.
Бер йылда (балалары ҡул араһына керерлек түгел, бәләкәй инеләр) аръяҡта йәй көнө өйөп куйған сыбыҡ-сабыҡты ташырға өлгөрмәне, ҡышҡа ҡалды. Ваҡыт табып. Бәләкәй санаһын һөйрәп, билдән ҡар йырып китте шуны алырға. «Әй, Хоҙайым, ошо балаларҙы үҫтергәнсе ғүмер, һаулыҡ бир», – тип ғәҙәтенсә һөйләнә-һөйләнә бәләкәй санаһына сытырҙы тауҙай итеп тейәне лә йүкә бау менән ҡыҫып бәйләне. Аҙна буйы шаҡарған һыуыҡта йылғаны туңған тип уйлаған ҡатын ат йөрөгән урау юлдан бармай, өйрөлмәктән әллә ни алыҫ та түгел ерҙән тура сығырға булды. «Алла бирһә, балаларыма тәмле итеп бәлеш бешерермен». – Шундай уйҙар менән килгән Нуриҙә һиҙмәй ҙә ҡалды, аяҡ аҫтындағы боҙ уйылып китте. Аяғын алырға өлгөрмәне, боҙҙоң сите тағы уйылды, Нуриҙә бил тиңенән һыуға төшөп тә китте. «Әй, Хоҙайым!» – тип ҡурҡышынан әллә ниндәй тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ул арала боҙҙоң сите йәнә кителде.Кинәт боҙло һыуҙан ҡорошҡан тәненән ток үткән кеүек булды: бөтә ауыл ҡурҡҡан өйрөлмәк үҙ яғына һөйрәйәсәк. Өйрөлмәк хаяһыҙ ҡорбанын әлегәсә ысҡыындырғаны юҡ әле.
Бәхетенә сытыр тейәлгән санаһы йылға ситендәге талға эләккәйне. Сана бауын ҡыҫып тотҡан Нуриҙә шуның арҡаһында ағымғы бирешмәне. «Балаларым хаҡына, Хоҙайым, балаларым хаҡына ҡотҡар!» – Асырғанып ҡысҡырғанын ишеткәнме, әллә Нуриҙәнең һыуға төшөп киткәнен күреп торғанмы, ат һуғарырға килгән Хатмулла бәләгә тарыусы янына килеп етте. Ни арала йылғаға тиклем һуҙылған баҡсаһының буй кәртәһен һурып алырға өлгөргән.
Нуриҙә ҡулдары боҙло һыуҙа туңһа ла һайғауға йәнтәслим йәбешкәйне. Һыуланған кейем аҫҡа, Хатмулла өҫкә тарта. Боҙ өйрөлмәк яғына тағы өс-дүрт метр уйылһа, Хатмулла ла, һайғауы ла ярҙам итмәйәсәк, «аждаһа» һурып ҡына аласаҡ.
Хатмулла менән Хоҙай ярҙамында Нуриҙә ҡотолдо. Ҡатын Хоҙайҙың барлығына шул саҡта тағы ла нығыраҡ ышанды.
Кейемдәре туңып ҡатҡан әсәләрен күргәс, балалар зыулашып иларға тотондо.
– Хоҙайға мең шөкөр, алтындарым бәхетенән тере ҡалдым. Хатмулла бабайығыҙға мең рәхмәт, ғүмере оҙон булғыры! – Теше-тешкә тейеп шаҡылдаған Нуриҙә хәбәрен саҡ һөйләне.
Ул арала Хатмулланың ҡатыны килеп етте:
– Бәхетең, һеңлем, мунсамды томалап ҡына тора инем, Хатмулла хәлеңде һөйләне, кейен дә, әйҙә, тиҙерәк мунсаға! - тип ашыҡтырҙы.
Мәтрүшкәле миндек менән сабынып, дан итеп мунса инеп сыҡҡас, ауыл фельдшеры килтергән илле грам спиртты ай-вайына ҡуймаә эсерҙеләр. Иртәгеһенә бер мәртәбә лә сөскөрмәй, йүткермәй, һин дә мин донъяһын көтөп алып китте.
Шул йылдың йәйендә колхоздың бейәһен йотто өйрөлмәк. Әллә күпме кеше бер нисек тә ярҙам итә алманы, бейәнең кешнәй-кешнәй өйрөлөп, һыу төбөнә киткәнен йәлләп ҡарап тороуҙан уҙманылар.
Колхоз етәкселәре өйрөлмәктән ҡотолорға булды. Йылғаның юлын борорға була, бер саҡрым, ерҙән бульдозер менән йырын йырҙылар. Ни хикмәттер, үҙән үҙгәрмәне, яр буйҙарын, бынамын тигән кисеүҙе боҙоуҙары ғына булды. Һуңғы йылда йылға һиҙелерлек һайыҡһа ла, өйрөлмәк юҡ-юҡ та үҙенә ҡорбан алып тора: былтыр ғына ҡунаҡҡа килгән бер егетте йотто. Уны өйрөлмәк хаҡында иҫкәртергә өлгөрмәгәйнеләр.
Нуриҙә колхозда «таяҡҡа» (хеҙмәт көнөнә аҡса түләү юҡ инде ул, ҡайһы саҡта аслыҡтан үлмәҫлек кенә иген биреп ҡуялар) эшләһә лә дүрт балаһын да аталы балаларҙан кәм итмәне. Хатта өҫ-баштарының бөтөнлөгө менән бүтәндәрҙән айырылып та үҫте әле уның балалары.Бөтә нәмәне алдан уйлап, ете ҡат үлсәп көттө донъяһын: тауыҡты күп аҫраны. Аҙна буйына йыйылған йомортҡаһын көйәнтәләп, эмаль һауытҡа ҡаймаҡ, май, киндер тоҡсайына кипкән ҡорот тултырып, егерме саҡрымдағы ҡалаға сығып китә. Юлға һары таңдан сыға, эңер төшөүгә ҡайтып етә. Шулай айына ике-өс мәртәбә металлургтар ҡалаһының баҙарын тапай: кейем-һалым, тәм-том ала. Ә әйберҙән ул ҡайһы балаһына нимә кәрәк шуны ғына ала, тәм-том менән әллә ни иркәләтмәй, әммә йыйнағы һәр саҡ була. Тәүҙә колхоз рәйесе менән бригадир уны баҫтырып ҡаңғырттылар. Әммә Нуриҙә уңышлы ҡасырға өйрәнде. Бик тырышып ҡарауыллаһалар ҙа тап итә алмайҙар: берҙән, ерек араһынан Нуриҙә һалған тар ғына һуҡмаҡты белмәйҙәр, икенсенән, ҡатын тегеләрҙең ҡаты йоҡоһонда, бик иртә юлға сыға. Алла һаҡлағандыр инде, нисек бүре-фәләнгә осрамаған. Берҙә ҡурҡм–ай торғайны, Нужа бабай шулай батырайтҡандыр.
Бер заман колхоз рәйесе уның шулай баҙар йөрөүен оло ғәйеп итеп, йыйылышта һөйләргә маташты.
Рәйес ҡыҙарынды-бүртенде, ҡайтарып бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Ысынлап та, Нуриҙәнең хеҙмәт көнө ауыл бисәләренең барыһынан да артыҡ була. Шунан инде рәйес тә, бригадир ҙа ҡул һелтәне, әйҙә, өлгөргәс, үҙенсә йәшәһен, тигәндәрҙер.
Ул ҡәҙәре көс-дарман ғынаһы ҡайҙан булғандыр: Нуриҙә тамаҡҡа ла наҡыҫ ине юғиһә. Саҡ ҡына арыу ризыҡ булһа, балаларына һаҡлай, уларға ашата. Шулай бесйн ваҡытында колхоз мал һуя, өмәселәргә итле аш бешерәләр. Нуриҙә аштың һурпаһын ғына эсә лә итте бүтәндәргә күрһәтмәй генә көрөшкәһенә сүпләй. Өйгә ҡайтҡас, дүртеһенә лә «ҡуян күстәнәсе» өләшә. Тегеләр хәс тә ҡош балалары һымаҡ, теҙелешеп ултыралар ҙа кинәнеп ашайҙар. Унан «Әсәй минеке!» лә «Әсәй минеке!» - тип, һәр береһе әсәнең ҡуйынына үҙе генә керергә тырыша.
Балаларын йыш иркәләтмәне Нуриҙә. Ир-ат эшен дә, ҡатын-ҡыҙ мәшәҡәтен дә бер үҙе йөкмәгәс, ҡырыҫыраҡ булырға тура килгәндер. Бик арымаған саҡтарында, балалар йоҡлағанда ғына һөйә торғайны. Ә йоҡоһоҙ төндәре күп ине: таң атҡансы йә эскәтер, йә матса шаршауы ҡайый (кейәүгә бирелгән ҡыҙҙар бирнәне унан ғына әҙерләтергә тырыша ине), сабыйҙарының быймаларын төпләй – ул эшләмәгән эш ҡалманы инде. Күҙҙәренә ял биргәндә генә бер хәсрәтһеҙ йоҡлаған балаларын берәмләп һөйә, өҫтәренә яба ла, бар донъяһы теүәл, ҡайғыһыҙ кешеләй, ҡәнәғәт, бәхетле йылмая, ҡулдары тағы ла етеҙерәк, тағы ла тилберерәк тегергә, сигергә, йөн иләргә тотона, башы уйҙан арынмай. Ә уй тигәнең оҙон: ҡасан утын килтерергә, ҡасан бысып-ярып өйөргә, бесәнен ҡасан ташырға, ҡайҙа урынлаштырырға – бөтәһен дә уйларға, планлаштырырға кәрәк. Бәрәңгеһен осһоҙға тапшырмай һәйбәт итте әле, яҙға хаҡы күтәрелә торған. Һарыҡтарҙың орғасыһын ғына өс баш ҡалдырыр, өсөһөн һуйҙырыр, ҡаҙы-өйрәге лә бар - ит етергә тейеш. Ә башмағын аҫырар, быйыл бесәнде күп эшләне. Йәренгә һуйып һатыр, тереләй тапшырғанға ҡарағанда, шулай отошлораҡ: башы-тояғы, эс-ҡарыны, тиреһе ҡала. Ҡаҙы быйыл ике оя ине, киләһе йыл өс оя итер.Ҡаҙҙары уңа уның. Ул бахырҙарҙы үҫтереүе лә анһат: бәпкә саҡтарында һәйбәт тәрбиәләһәң, аҙаҡ үҙҙәре утығырға тырышып яталар. Ашатырға ла күп кәрәкмәй: көндә ҡайтһын өсөн, кисен аҙыраҡ ем һалһаң, шул етә. Колхоз өмәләренән алып ҡайтҡан «ҡуян күстәнәсе» менән генә балаларҙы туйҙырыуы ҡыйын, йәйгелеккә ит өсөн өйрәге лә кәрәк. Ул өйрәк тгәнең, сусҡа һымаҡ, нимә бирһәң дә һоғона. Һыу буйынан донъя ярып быжҡылдап, башыңды ашарҙай булып ҡайтҡан мәхлүктәрҙе ҡатыҡҡа туралған кесерткән, алабута менән дә алдайһың.
Ана шулай Нуриҙәнең ҡулдары ал-ял белмәй эшләй, мейеһе бер туҡтауһыҙ уйлай.
...Балалар үҫә торҙо, әсәләре әле һарыҡ, әле башмаҡ һатып әҙерләгән аҡсаларҙы услап, уҡырға китә торҙолар. Уҡыуға шәп, маҡтаулы булдылар. Нуриҙәнең йөҙөн ҡыҙартманылар. Һәр береһе үҙенә оҡшаған һөнәрҙе алды: Фәриҙәһе медучилище, Сәғиҙәһе педучилище бөттө. Сәғиҙәһе күрше ауылда, Фәриҙәһе тыуған төйәгендә оя ҡорҙолар. Уландары ғына ауыл ерен үҙһенмәне: те бала саҡтан диңгеҙ, тип һаташты, хеҙмәтенән һуң Владивосток тигән бик алыҫ ҡалала йәшәй. Түлһеҙ мәрйә менән ғүмер кисерә. Сәғите – Башҡортостандың баш ҡала балаһы (Сәғит үҙе шулай әйтеп көлгән була). Килене Сәғиткә бер малай тапты ла, бүтән «башкырт үрчетмәде». Сәғит Сажиҙәһенең таҡмағына бейеп кенә йәшәй. Уланы ҙур кеше – мәктәптә балалар уҡыта, ҡатыны ла егәрле – ашханала башлыҡ, ти.
Нуриҙә әбей донъяһын таратмаҫ борон балаларын йыш ҡына бергә йыйып ала торғайны. Тегеләр әсәләренә ҡунаҡҡа килергә бик ярата ине. Нуриҙә әбей барыһына ла хәленсә бүләк әҙерләй, күстәнәстәр тейәп оҙата. Эш эшләтер, тип ҡурҡмаһындар өсөн, уларға бер мәшәҡәт тә ҡалдырмаҫҡа тырыша. Пенсиәһенә утынын да килтертә, быстыра, бесәне лә бар, ашарына ла бар – тағы ни кәрәк. Көсө барҙа ейән-ейәнсәрҙәрен дә ҡарашты. Бер ауылда йәшәгәс, Фәриҙәһенекеләр гел үҙендә булды. Ситтәгеләренең инде - йәй көндәрендә ҡунаҡҡа киләләр.
Йәшәгән һайын йәшәрмәйһең: етмешкә етте, тормош йөгөн тарта алмай башланы. Ҡыҙҙарының һүҙен тотоп, мал-тыуарын таратырға тотондо: Фәриҙәһенә ҡышлау үгеҙен бирҙе, Сәғиҙәһенә оло һыйырын тотторҙо, Сәғитенә ҡаҙ-өйрәктәрен һуйып оҙатты, Владивостоктағы улына өйөн инселәне. Фәриткә өйҙө инселәүен әйткәс, ҡыҙҙарының йөҙө боҙолоп китте, нимә хаҡындалыр быш-быш бәхәсләшеп тә алдылар, унан икеһе бер юлы һүҙ башланы:
Сәғиҙәгә лә апаһының ниәте бик оҡшаны.
Ҡустыһынан алданыраҡ өлгөрөргә тырышҡандай, Фәриҙә эште ҡыҙыу тотто: йәһәт кенә әсәһен үҙенә күсерҙе лә өйҙө һатып ебәрҙе.
Фәриҙәһенә күскәс, бер нисә йыл Нуриҙә әбей бирешмәҫкә тырышты: өй эсендәге эштәрҙе әкренләп эшләп йөрөнө, бүлә-бүләсәрҙәрен ҡарашты. Әммә Хоҙай тәғәйенләгән ғүмере үткән һайын кәре кәмене, заманында ат кеүек эшләгән Нуриҙә әбей һыҙлана, йыш ауырый башланы. Күп тә үтмәне, кеше көнлөгә әйләнде, меҫкен генә ҡарсыҡ булды ла ҡуйҙы. Яйлап уға иғтибар кәмене, унан ҡағыла-һуғыла уҡ башланы. Ғүмер баҡый үҙенә ышанып, үҙенең тырышлығы, егәрлеге арҡаһында донъя көткән кеше балаларының һаңға һуҡмауын ауыр кисерҙе, электән һүҙсән түгел ине, бынан ары тағы ла нығыраҡ үҙенә бикләнде. Иғтибарға, яҡшы мөнәсәбәткә зар-интизар ҡарт әсә саҡ ҡына һәйбәтерәк һүҙ ҡушһалар ҙа һөйөндө, аҡырмай-баҡырмай ашатһалар ҙа кинәнде. Әммә ундай һәйбәт көндәр кеше барҙа, ҡунаҡ килгәндә генә эләгә. Оҙаҡламай Нуриҙә әбей «гастролер»ға әйләнде.
Фәриҙәһе, ҡунаҡҡа тигән булып, күрше ауылдаға Сәғиҙә һеңлеһенә алып барып ташланы. Уныһының ире көндә эсә, көндә һуғыша, ауыҙынан эт ашамаҫ һүҙ өҙөлмәй, урыҫсалап «мать!» та «мать!» тип, кемдеңдер әсәһен «маҡтай». Ир рәхәтен әллә ни күрмәһә лә, ирҙән берҙә туҡмаҡ ашамаған Нуриҙә әбей, ҡыҙын йәлләп, сәсрәп аурып китте. Сәғиҙәһен үҙәктәре өҙөлөп йәлләй ҙә бит, ярҙам итерлек малы ла, көсө лә юҡ.
Элек оҙон танауы мәңге ҡыҙыл кейәү мал-тыуарлы, етеш йәшәгән ҡәйнәһенә ҡунаҡҡа килгәндә үҙен һапалы тоторға тырыша ине. Әле ҡәйнәһе үҙендә ике-өс ай йәшәргә лә өлгөрмәне, күҙҙәрен алартып Сәғиҙәһенә ташланырға ғына тора. Былай ҙа этелеп-төртөлөп йәшәгән Сәғиҙә әсәһе арҡаһында тағы ла нығыраҡ ҡыйырһытыла. Түҙмәне Нуриҙә әбей, Фәриҙәһенә ҡайтып китте. Уныһы , исмаһам, үҙе баш, үҙе түш, иренән туҡмалмай.
Кис еткәс тағы бер һөжүм булып алды.
Их, өйө булһа, ҡайтыр ҙа китер ине. Нисек тә йән аҫрар ине әле. Терһәк яҡын да бит, тешләп булмай. Мәңге бер нәмәһе булмаған бахыр кеүек, яңғыҙ башына урын юҡ. Аптыранған әбей күтәрмәгә сығып ултырҙы. Артынса фәриҙәһе күренде:
– Атаҡ, үтергә ҡамасаулап, юл өҫтөндә нишләп ултыраһың? – тип туҙынып уҡ китте.
Нуриҙә әбей ҡапҡа алдындағы эскәмйәгә йүнәлде, уфтанды, башында төрлө уй ҡайнашты. Шулай ҙа бөтөнләй өмөтһөҙ бәндә түгел бит әле. Өфөлә Сәғите бар, биргән бүләк-күстәнәстәрҙе ихлас ҡабул иткән тәмле телле килене бар ҙаһа! Ярар, яртышар йыл диңгеҙҙән ҡайтмаған, әллә ниндәй сит илдәрҙә йөрөгән, әсәһенә ҡош телендәй генә хат яҙырға йыбанған, тыуған яғына ҡайтып та әйләнмәгән Фәритен эҙләп таба алмаҫ, эҙләргә хәле лә юҡ. Ә бына сәғитенә морон төртөргә кәрәк. Район үҙәгенән Өфөгә көнөнә ике мәртәбә автобус йәрәй, тиҙәр.
Уйланған эш – бөткән эш. Йәш сағындағы тәүәкәллеге һаҡланған – Нуриҙә әбей Өфөгә йыйынды. Улында йәшәргә риза ла бит, ауылын, ауылдаштарҙы ныҡ һағыныр инде. Донъя хәлен белеп булмай – бөгөн барһың, иртәгә юҡһың... Шуны уйлап, юлға сығыр алдынан яҡыныраҡ әхирәттәренә, Мәликә күршеһенә кереп, хушлашып, бәхилләшеп сыҡты.
Фәриҙәһе ҡыуана-ҡыуана, ҡаршы алығыҙ, тип , Өфөгә телеграмм һуҡты. Кейәүе машинала ғына район үҙәгенә алып барып ҡуйҙы. Бөтә әйберҙәрен, хатта ҡышҡы кейемдәрен ниңә тейәүҙәрен аңланы: Өфөлә бөтөнләй ҡалыуын теләйҙәр.
Вокзалда уны ҡаршылаусы булманы. Сит кеше ярҙамында вокзал эсенә кереп, әйберҙәрен ҡосаҡлап уйға ҡалды: улын нисек табыр ул? Ниндәй машинаға ултырырға, ҡайһы яҡҡа барырға? Сәғите ошонда уҡығанда, ит-май йөкмәп әллә нисә килгәйне.Университет, упщижитие тигәс тә, такси тигән машина өс тәңкәгә генә һә тигәнсе алып та барғайны. Бәй, әле лә шулай итергә кәрәк, ҡулында улының адресы бар бит. Нәмәләрен саҡ йөкмәп, вокзал алдында теҙелеп торған еңел машиналарҙың береһе янына килде. Шоферға адрес яҙылған ҡағыҙын күрһәтте, теге һүҙһеҙ ҙә аңланы: «Илле меңде әҙерлә, әби!»- тине, татарсалап. Үҙенең момолманына юлығыуына сикһеҙ ҡыуанған әбейҙең йөҙөнән ҡайғы шәүләһе үтеп китте. Ике ай инде пенсиәһен ала алмайҙар, ҡыҙы һуҡрана-һуҡрана утыҙ мең тотторғайны шулай ҙа, етмәй бит әле. Шофер ҡарсыҡтың хәлен аңланы:
Бәхеткә кешеһе лә табылды, юл ыңғайы ла булды, шофер Нуриҙә әбейҙе улының йорто алдында ҡалдырып китте.
Шунда йәшәгән бер ҡатын менән улының фатирына күтәрелделәр. Ҡатын звонок төймәһенә күпме баҫмаһын, ишек асыусы булманы.
Әй, сарсауҙары! Бына шунда әбей һыуһауҙың иҫ киткес ғазап икәнен белде. Исмаһам, ошондағы ишектәрҙең береһе лә асылмай, һыу һорап эсер ине. Күҙ алдары ҡараңғыланған әбей әйберҙәре өҫтөндә ултырҙы ла ултырҙы.Һушынан яҙыр сиктә лифттан берәү күренде. Тыны менән тартып алырҙай булып кеше көткән Нуриҙә әбей ейәнен үҙе сырамытмаһа, уныһы өләсәһен танымаҫ та ине.
Өләсәһенең әйберҙәрен күтәрешергә лә башы етмәгән үҫмер артынан булған ғына көсөн туплаған Нуриҙә әбей абына-абына эйәрҙе. Өфөнөң һыуы тәмһеҙ тигән булалар, балдан да татлы ине әбей эскән һыу.
Сажидә ҡәйнәһен күргәс, төҫөн боҙманы: ҡалған ашын йәһәт кенә йәләтты, лимонлы сәй эсерҙе.
Ишек төбөндәге төйөнсөктәрҙән элекке кеүек дебет шәл, мамыҡ шарф, бейәләй, ойоҡбаштар, күстәнәстәр сыҡмағас, ирендәрен ҡымтып ҡуйҙы шулай ҙа. Шуны шәйләгән әбей оялып китте: бүләк таратырға ярата ла бит, хәл генәһе былай булып китте бит әле, киленен шатландырырлыҡ бер нимәһе лә юҡ.
Улы әсәһе менән ихлас күреште, хатта арҡаһынан һөйгәндәй итеп бер-ике ҡағып та ҡуйҙы. Шул минуттарҙа әбейҙең ҡайғыһы таралғандай булды, әйтерһең, улы әсәһенең иңендәге бөткөһөҙ хәсрәтте шулай бер-ике ҡағып ҡына төшөрҙө.
Дүрт бүлмәле квартирҙа әбейгә урын да бар: бер генә карауат менән бер генә өҫтәл һыйғаны әлегәсә буш тоған, шунда урынлаштырҙылар..Нуриҙә әбей иркен тын алды, ванныйҙа йыуынып сыҡҡас, бер нимә лә белмәй, тәмле йоҡланы. Иртәнге сәйҙә килене:
– Гомере авылда үткән әбиләр шәһәрдә чыдамый инде... Син, әнкәй, ничек тә берәр ай түз, яме...– тип ҡуйҙы.
Үҙен йәлләй тип уйлаған әбей киленен тынысландырырға ашыҡты:
Бер аҙна үткәс, икеһе генә ҡалғас, килен кеше:
Тағы өс көндән:
Аңлағанға ишара ине был, зирәк әбей хәбәрҙең мәғәнәһенә шунда уҡ төшөндө.
Былар Нуриҙә әбейҙең «ҡайтам» һүҙен көтмәне, машина барҙа тигән булып, ултыртып ебәрҙеләр. Әсәһенә күтәрелеп ҡарамай ғына еңел машинаға әйберҙәрҙе Сәғит үҙе тейәне...
Фәриҙә төйөнсөктәрен йөкмәп ҡапҡанан кереүсене күрмәмеш булып, мунсаһына инеп китте, унан ихатаһында улай-былай йөрөндө лә күтәрмәлә ултырған әсәһенә:
Нуриҙә әбей әйберҙәрен соланда ҡалдырҙы ла, хәс тә йомошон әйтә алмаған бала һымаҡ, бөршәйеп кенә ишек алдындағы ултырғысҡа ултырҙы. Ныҡ һыуһауы үҙенекен итте: ул ынтылып самауырға ҡараны. Бер аҙ икеләнгәндән һуң, самауырҙан һыу ағыҙып эсергә булды. Тәгәскә һыу ағыҙа башлауға Фәриҙә килеп инде:
– Һаман тамаҡтарын ғына ҡайғырталар! Мине барыһы ла ике тешләп бер йоторға әҙер! Һыйыры көтөүҙән мөңрәп ҡайта, нимә ашайым тип, ир ҡайта, урамға сыҡһам, сиреү кеүек ҡаҙ-өйрәк уратып ала. Бөтәһен дә ашат, бешер, өлгөрт! – Фәриҙә ҡыҙҙы ла китте. – Ҡарттар йортона ебәрмәй булмаҫ! Иртәгенән юлларға тотонам! Элеккеләр үлә белмәй бит ул, йөҙгә тиклем йәшәйҙәр! Сажиҙә ҡарамай инде ул, түшкәһе менән ит, батманы менән бал, май ташығанда алтын тештәрен йылтыратып, ауыҙын япмай йылмая торғайны. Хәҙер түлкә бер Фәриҙәгә! – тип әрләшә-әрләшә самауы ҡойорға тотондо.
Ҡарттар йорто һаҡында һүҙ сыҡһа, Нуриҙә әбей оло хафаға төшә. Шуны төрмә кеүек нәмә итеп күҙ алдына килтерә. Ғүмерҙә төрмәне күрмәһә лә донъяла иң яман урын - ул төрмә, тип белә. Төрмәне дуҫың түгел, дошманың түгел, дошманың күрмәһен, тип элек-электән теләй торғайны.
Ҡыҙы ҡыҙғанда ғына әйтәлер тигән бәләкәй өмөтө бар ине лә, Фәриҙә былай ғына әйтмәгән икән. Ике-өс көндән ауыл Советында эшләгән Фәриҙәнең әхирәте килеп инде.
* * *
«Ҡарттар йорто тип аталған төрмәнән нисек ҡотолорға, кемдән ярҙам һорарға?.. Ярҙам итерҙәй кешем юҡ, бикләнер инем, өйөм юҡ...» - Башы ҡаңғырған әбей елгә бәүелгән ҡыу ҡурай һымаҡ сайҡалып ултырҙы ла ултырҙы...
Ҡапыл һыу буйында ниндәйҙер ығы-зығы ҡупты. Әллә нимә тип ҡысҡыралар. Һуңғы арала ҡолаҡҡа ҡатыланған әбей һүҙҙәрҙе асыҡ ишетмәне. Мәликә күршеһенең аһалаға төшөп, йылғаға табан йүгереүен күреп ҡалды. Бер аҙҙан барыһы ла һыу буйынан ҡайта башланы.
Береһе лә Нуриҙә әбейгә иғтибар итмәне. Гел ошо урында ултырыуына өйрәнеп бөткәндәрме, әллә һыуға бата яҙған ҡала малайына мәшғүлдәрме, исмаһам, береһе лә әбейгә сәләм бирмәне. Мәликәнең иғтибар итмәүен аңларға була әле: «Улына ла һыймаған икән, тағы ҡайтҡан. Арыу һүҙ ҡушһам, эйәрер», - тип уйлағандыр... Мәликәлә йыш ҡунды шул Нуриҙә әбей. Өйҙә талаш башланһа, шым ғына күршеһенә керә торғайны.
Кешеләрҙән уңайһыҙлана Нуриҙә әбей, артыҡҡа әйләнгәне өсөн ояла. Бөтә ғүмерен бушҡа, дилдалайҙа уҙғарған бер йүнһеҙ бәндәләй һиҙә үҙен. Нимә тип йәшәне, ҡәҙерһеҙ көйө ниңә әлегәсә йәшәй, ниңә теге ваҡыт өйрөлмәк йотмаған уны?..
Әбей кинәт тертләп китте, өйрөлмәк яғына ҡарап торҙо, йөҙө үҙгәрҙе, нимәнелер оҙаҡ эҙләй торғас, саҡ тапҡан кешеләй, һүрән генә йылмайҙы: «Хоҙайым, кисер ғонаһлы бәндәңде...» - тип шыбырланы ҡан әҫәре ҡалмаған ирендәре.
Ирҙәрҙеке кеүек яҫы устары менән сырыш биттәрен яй ғына һыпырҙы ла әкрен генә аяҡтарына баҫты. Йылғаға табан бае-ике аҙым яһағас, ниәтенән арынырға теләгәндәй, туҡтаны, кемделер көткәндәй, ауыл яғына боролоп ҡараны, ҡарашы ғүмер буйы йәшәгән, балаларын үҫтергән өйөн эҙләп тапты. Ауыр көрһөндө лә тәүәккәлләп йылғаға табан атланы. Берҙән-бер зиннәтле әйбере – көмөш беләҙегенә күҙе төштө: «Әрәм булмаһын, ҡыҙҙарымдың береһенә булыр, - тигән уй үтте башынан. –Ҡуй, ҡулымда ҡалһын, беләҙекте күргәс, минең ҡайҙа икәнемде белерҙәр. Минең бындалыҡты белмәһендәр, белмәһендәр, белмәһендәр ...» -Ул ҡабаланып ярҙан төшә башланы. Һыңар кәлүшенең тороп ҡалыуын да, яулығының талға эләгеүен дә һиҙмәне. Әбей шаптырҙап һыуға кереп китте, яй ғына өйөрөлөп ятҡан ергә яҡынлашты. Һыу тәүҙә тубыҡтан, унан биленән булды һәм ҡапыл өйрөлмәк хәлһеҙ генә кәүҙәне тартып алды ла ике-өс кенә өйрөлттө... Теге саҡта бейә кешнәргә, ярҙамға саҡырырға өлгөргәйне, мәхлүк. Нуриҙә әбей тирә-яғына күҙ һалырға ла, ауыҙын асырға ла өлгөрмәне...
Талға эләккән яулыҡ ҡына, бәхилләшкәндәй, көсәйә барған елгә елберләне лә елберләне...
https://shonkar.com/articles/-bi-t/2022-09-13/yr-lm-k-hik-y-nazhi-ige-y-nova-2946844