Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
17 Сентябрь 2024, 11:40

БАЙМАҠЛАНЫУ

Мәрхүм педагог, ғалим-методист, беҙҙе хәреф танырға, уҡырға өйрәткән "Әлифба" дәреслегенең авторы Абдрахман ағай Ғәлләмов лекция уҡығанда, мин дә баймаҡланып алайым әле, тигән була торғайны.

БАЙМАҠЛАНЫУБАЙМАҠЛАНЫУ
БАЙМАҠЛАНЫУ

БАЙМАҠЛАНЫУ

Мәрхүм педагог, ғалим-методист, беҙҙе хәреф танырға, уҡырға өйрәткән "Әлифба" дәреслегенең авторы Абдрахман ағай Ғәлләмов лекция уҡығанда, мин дә баймаҡланып алайым әле, тигән була торғайны. Маҡтанып алайым, ти инде йәнәһе. Абдрахман Әбдрәхим улы Баймаҡ районының Күсей ауылынан ине. Ныҡ һәйбәт кеше була торғайны. Үҙе ябай, үҙе алсаҡ. Ундай шәхестәр хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндән-көн кәмей.
Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында тыуып үҫкән, ҡасандыр ата-бабалары ялан яғына Ирәндек буйҙарынан күсеп килгән башҡорт әҙәбиәте классигы Рәшит Солтангәрәев, үҙе Бөрйән ырыуы башҡорто булһа ла, гел баймаҡтар менән булыша, уларҙы кәзекләргә, баймаҡтарса итеп килештереп, ҡыланып хәбәр һөйләргә ярата торғайны. "Һин Баймаҡ Демократик Республикаһынанмы әле?" - тип баймаҡтарға һорау биргән кеше була торғайны. Яратып, әлбиттә.
Беҙ ҙә баймаҡтарҙы яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ. Һеҙҙең баймаҡланыуығыҙ беҙгә оҡшай. Гел шулай булып ҡалығыҙ, ҡәҙерле милләттәштәр. (Ысынлап та, баймаҡтарҙа рух тигәнең ташып тора!) Барыбыҙ ҙа иҫән-һау, рухлы илһөйәрҙәр булайыҡ, бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ.

Тәлғәт Шаһманов

БАЙМАҠЛАНЫУ
БАЙМАҠЛАНЫУ
Автор:
Читайте нас