Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
12 Сентябрь 2024, 05:05

Бәрәңге мажараһы

- Ни булһа булды тип тәүәкәлләп һикерҙем, аҫҡа ҡарап, ике аяҡты киреберәк. Баҫтым , күҙ өйрәнгәнсе, тегеләй-былай ҡаранам... аҫтан ыҫҫҫ..тигән тауыш килә бит! Минең тауыш тугел был! Ҡапыл аҫҡа ҡараһам, ни курәйем! Теге “бүкән” терелгән, башын күтәреп , тағын бер –ыҫ!- тиеүе булды- мин, теге телевизорҙан күрһәтәләр бит баллистик ракета шахтанан старт алғанын, шул уҡ тиҙлек менән тышҡа сығып остом. Ракетаның артынан төтөн сыҡһа, минең төтөн сығыуын сыҡмағандыр, әммә ниндәйҙер еҫ бар ине, мөгәрәп янында һуш йыйғанда...    

Бәрәңге мажараһыБәрәңге мажараһы
Бәрәңге мажараһы

Бәрәңге мажараһы (хикәйә)

Бәрәңге алыу мәле етте ауылда. Байрам. Ҡаланан балалар ҡайта, яҙ булһа- ата-әсәһенә бәрәңге ултыртышырға, тирә- яҡты таҙартышырға тип , көҙ көнө бәрәңге алышырға инде.

Бындай байрамдар һирәк хәҙер ауылда, бесәнде лә техника менән эшләйҙәр- теҙелешеп, ҡолас киреп ,ҡул менән бесән сабыуҙар, бер-берең менән ярышып кубәләүҙәр, кәбән ҡойоуҙар ҙа тарихҡа ҡалды . Әлеге мәлдә ошо бәрәңге ултыртыу, көҙөн алыуҙа ярҙамлашырға балалар ҡайтыу байрам беҙгә, ауыл халҡына. Ауылға йәм кереп ҡала, урам буйы бала-саға менән тула, беҙҙең беҙҙең баласаҡтағы, көндә була торған күренештәр, хәҙер инде һағындырып ҡына булып ала ...

Ярай , ностальгияны туктатып, бәйән итәһе тарихҡа күсәйек.

Минең йәш саҡ, көс-ғәйрәт ташып торған саҡ. Отпускы сентябрҙа тура килде.Бархатный сезон курорттарҙа... Аҡса юҡ курорт буйлап йөрөргә, үҙебеҙҙе ҡыш буйы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе атай- әсәйгә ҡайтып ярҙам итһәк, шул иң шәбе ялдың беҙгә!

Бәрәңге мул булды шул йыл. Тәүҙә өй баҙына эреләрен тултырҙыҡ ҡайным менән, ҡыш көнө ашарға, беҙгә ҡалаға ташырға инде . Орлоҡҡа тигәндәрен мөгәрәпкә(тыштағы баҙға) тултырырға ҡалды. Ҡайным колхозға эшкә китте, ҡәйнәм менән беҙ ҙә, эшкә тотонорға булып , тышҡа сыҡтыҡ.
Мөгәрәпте тәүҙә таҙартып, көл һалырға кәрәк, бәрәңге дымланып , боҙолоп ятмаһын өсөн ҡышын, быныһын беләһегеҙҙер. Ҡапҡасын астыҡ, эсендәге газдары сығып бөтһөн тип , мин бераҙ көтөп торҙом, тәмәке көйрәтеп алдым. Ҡәйнәм
-ҡайҙалыр алғандар, кире урынына ҡуя белмәйҙәр тип , һуҡрана-һуҡрана, баҫҡыс эҙләргә китте.

Мин , тәмәкене тартып бөттөм дә, мөгәрәпкә куҙ һалдым- эстә ҡараңғы, ҡап уртала ниңәлер ҡайын букәне тора , ахыры, ағарып куренә. Әллә ни тәрән тугел, ике метр самаһы булыр.

- Эй, ҡәйнәм ҡасан килә әле, ҡош-кортон ашатып йөрөйҙөр, тик ултырғансы , һеперә торайым тип селек һеперткене бер мөйөшкә ырғыттым да ,ҡапҡастың яңағына тотоноп, артынан үҙем һикерҙем, . Бер аҙ ҡулдарҙа аҫылынып тороп, аяҡтар менән төшәһе ерҙе ҡараным , теге бүкәнгә эләгеп аяғыңды ҡаймыҡтырып ятһаң, ишәрһең ишәк сумарын, көлөп куҙеңде лә астырмаҫ ҡайным, ул яҡҡа шәп ул.

- Ни булһа булды тип тәүәкәлләп һикерҙем, аҫҡа ҡарап, ике аяҡты киреберәк. Баҫтым , күҙ өйрәнгәнсе, тегеләй- былай ҡаранам... аҫтан ыҫҫҫ..тигән тауыш килә бит! Минең тауыш тугел был! Ҡапыл аҫҡа ҡараһам, ни курәйем! Теге “букән” терелгән, башын кутәреп , тағын бер –ыҫ!- тиеуе булды- мин, теге телевизорҙан курһәтәләр бит баллистик ракета шахтанан старт алғанын, шул уҡ тиҙлек менән тышҡа сығып остом. Ракетаның артынан төтөн сыҡһа, минең төтөн сығыуын сыҡмағандыр, әммә ниндәйҙер еҫ бар ине , мөгәрәп янында һуш йыйғанда...

- Минең сығып осҡанды баҫҡыс тотоп мөгәрәп янына етеп килгән ҡәйнәм кургән икән.

- - Кейәү, ни булды?

Мин, саҡ саҡ телемде әйләндереп:

- Унда.. унда ... йылан! Мынауындай!-тип, балыҡсы ҡармағынынан ниндәй балыҡ ысҡынғанын курһәткән ишара яһаным.

- Уй, аллам! –тине лә ҡәйнәм , баҫҡысты төшөрөп ҡуйҙы мөгәрәпкә, осло көрәк тотоп төшөп китте, күрәһең, кейәүе өсөн үс алырға. Бер минут та үтмәне:

- Кейәу, был бит туҙбаш йылан, бер зыянһыҙ! Баҡа ауларға кереп ятҡандыр, күп булһа,- тип көлөп, беләктән саҡ ҡына оҙонораҡ тере йыланды сығарып ырғытты.

Ярай, ҡәйнәмдән башҡа берәү ҙә курмәне был хәлде. Ә ҡәйнәм -алтын кеше, ҡайныма ла ысҡындырманы был турала..
 
Иншар АСҠАРОВ.
 
 
Фото Р.Назаровой
Автор:
Читайте нас