Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
22 Июль , 15:43

Батша

...Ҙур кәбеҫтәләр араhында бәләкәй генә төргәктә бала илап ята. Ҡулыма төргәкте алдымда, hыпырттым ауыл яғына. Ҡыуанысымдан арыhам да, шәп итеп йүгерәм, тик бала ауыр булғас, хәлем бөтөп, аяҡтарым тотмай һөрлөгөп, ҡолап барып төштөм. Шулай ҙа ҡараңғылы - юҡҡа, йүргәктәге баланы кире күтәреп, тағы ла шәберәк югерәм, эсемдән йылы ғына бер нәмә аға...

Батша
Батша

Батша (хикәйә) Айгөл Сабитова

Минең бала саҡ колхоздың иң ҡыҙыу мәленә тура килде, баҫыу - баҫыу шәкәр сөгөлдөрө, колхоз кәбеҫтәhе, осо ҡырыйы күренмәгән бәрәнге баҫыуҙары, атай - әсәйҙәрҙе күрмәй үҫтек инде, йоҡларға ятҡанда ғына күрә инек, иртәнсәк юҡтар, икеhелә эшкә китәләр, ғаиләлә 3 малай үҫтек, йәш аралары күп түгел, өйҙә үҙебеҙ генә ҡалабыҙ бит инде, атай менән әсәй, эш ҡушып китәләр, аҙбар таҙалау, hыу ташыу, малды йыйыу, йәшелсәгә hыу ҡойоу...
Ә йәй көнө, йылға буйында балыҡ тотоп, hыу инге килә бит. Шунда инде башлана ине, ағайымдарҙың "Батша" уйыны. Өлкән ағайым, икенсе ағайымдын батшаhы, минең батшам, икенсе ағайым, ә мин инде ғүмерлек "ҡол", сөнки берәүгә лә батша була алмай инем..
Батшалар hыу төшә китәләр, өйҙәге эштәр миңә ҡала ине, атайға ошаҡлайым, тип илаhам, өлкән ағай:
- Мин үҙемә ҡустыны колхоз баҫыуы кәбеҫтәhенән алып ҡайттым! - ти.
Икенсе ағай:
- Миндә ҡустымды, шул баҫыуҙан, барып алдым! Әсәй ҙә беҙҙе шунан алған!.. Кәрәк булhа, hин дә бар ҙа ал! - тей торғайнылар...
Бер көн түҙмәнем, малдарҙы бикләп, эште бөттөм дә, эңер төшкәс, киттем колхоз баҫыуына ҡусты алып ҡайтырға.
Күпме көтөп ултырғанмындыр, ҙур - ҙур кочандар араhында йоҡлап киткәнмен..
Бала илаған тауышҡа уянып киттем. Ҡараңғы төшкән, бер нәмә күренмәй, алыыыыҫта бала илай!..
Мин ҡыуанысымдан:
- Ҡусты таптым!!! - тип үлә - бата йүгерҙем, тауыш сыҡҡан яҡҡа...
Ҙур кәбеҫтәләр араhында бәләкәй генә төргәктә бала илап ята. Ҡулыма төргәкте алдымда, hыпырттым ауыл яғына. Ҡыуанысымдан арыhам да, шәп итеп йүгерәм, тик бала ауыр булғас, хәлем бөтөп, аяҡтарым тотмай һөрлөгөп, ҡолап барып төштөм. Шулай ҙа ҡараңғылы - юҡҡа, йүргәктәге баланы кире күтәреп, тағы ла шәберәк югерәм, эсемдән йылы ғына бер нәмә аға...
Мин өйгә килеп еткәндә, барыhыла илашып, мине юғалтып ултыралар ине, мин ғорур ғына, башымды күтәреп, йәнәhе лә, әллә кем булып ҡайтып индем.
Өйҙәгеләр миңә ҡарап шаҡ ҡатҡандар ине, битем ҡап - ҡара тупраҡ, эсемдән аҡҡан ҡан кейемемде вис буяған, ҡулымда ҡанлы ҡулдарым менән, бала тотоп торам, үҙем шатлығымдан йылмаям.
Атайым сыҡты ла йүгерҙе участковыйға, әсәйем минең ярамды күреп, йүгерҙе фельдшер апайға, ә теге батшалар хахылдашып минән көләләр...
Фельдшер апай беренсе йүгереп килде өйгә hәм минең ярамды йыуып, hөртөп бәйләне лә, скорый саҡыртырға конторға йүгерҙе...
Тимер өҫтөнә ҡолап, эсемде йыртҡанмын. Апай бәйләгәс кенә эсемдә ауыртыуҙар тоя башланым. Мин дауаханан операция яhатып, 1 ай ятып сыҡҡанда, минә "Батша" тигән ҡушамат,йәбешкән ине инде.
Шунан алып беҙҙең өйҙә батша уйыны бөттө, атайым белеп ҡалып, ағайымдарға ҡайыш эләккән ине.
Бер көн беҙгә участковый Марат ағай килеп инде, матур форма, ялтырап торған йондоҙҙар, фуражка.
Ҡаты, көслө ҡулдары менән, минең ҡулымды ҡыҫты ла:
- Рәхмәт, Айнур! hин герой! Әгәр шунда hин булмаhаң, бала үлер ине, афарин! - тип яурынымдан hөйөп сығып китте.. Шул ваҡыт минең кисергән ғорурлыҡты бер нисек тә, аңлатып бөтөп булмай! Буласаҡ hөнәремде мәктәпте уҡып бөткансе мин "спасатель" буласаҡмын, тип ғорур әйтә торғайным! Әрме хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡас, мин МЧС-ҡа эшкә төштөм, ә теге мин тапҡан ҡыҙ баланы өләсәhе бағып үҫтерҙе....
Үрге остағы Айбикә апай мәктәпте тамамлағас,ауырға ҡалған, ҡурҡып - оялып йәшереп йөрөгән hәм баҫыуҙа табып, ташлап киткән булған. Был хәлдән hуң Айбикә апай бала менән мәңгегә ҡырға сығып китте ауылдан...
Айбикә апай үлеп ҡалғас, Айhылыуҙы өләсәhе барып алып ҡайтты. Айhылыу 5 -се класта уҡый ине. Айhылыу мәктәпте тамамлағанда, мин үлеп ғашиҡ булған инем инде уға! hаҡлап ҡына йөрөп, ҡырға осормай ғына, үҙем кәләш итеп алдым да ҡуйҙым!
Әлбиттә, Айhылыу тыуған мәлдәге шаhиттар был доньяла юҡ инде, барҙары ла был аяныслы хәлде hөйләп йөрөмәнеләр... Айhылыу, эсемдәге яраның сәбәбен hораhа:
- Мин бит спасатель, эштә була инде ул, - тип йылмаям да ҡуям. 4 малайыбыҙ бар, әле ҡыҙ көтәбеҙ!..
Ағайҙарым әле лә, үҙ-ара шаяртып, "Батша" тип өндәшәләр миңә...

Айгөл Сабитова.

 

https://tanburz.ru/articles/m-arif/2024-07-22/n-r-utta-yanmay-yu-a-batmay-tor-an-hazina-3856975 

 

Автор:
Читайте нас: