Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
8 Июль , 16:40

Әсә йөрәге - әүлиә

– Мәликә, нимә булды? Нишләп илайһың? – тип ҡатынының дерелдәп торған яурынынан айманы. – Әйтә һал тиҙерәк! – тип ялынды йөрәге ярылырҙай булып.Илап шешенгән ҡатыны йәшкә мансылған йөҙөн күтәреп, уға туп-тура ҡараны.– Мин һине алданым! – тине ул. – Мин бер ваҡытта ла уны уйлауҙан туҡтаманым! – Күрә алмайынса, битенә эҫе һыу һипкән һымаҡ ярһып әйтте. – Мин һине тыңламаным!Сабыр, тыныс, яғымлы холоҡло, аҡыллы ҡатынының һүҙҙәре зиһененә барып етмәй торҙо башта. Тауышындағы нәфрәт шаңҡытты.

Әсә йөрәге - әүлиә
Әсә йөрәге - әүлиә

Башындағы тойғолар ҡойононан, ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙарынан үҙенең аҡылдан шашыуҙың сигенә етеп барғанын һиҙҙе Мәликә. Нисәмә йылдар буйы күңеленең иң төпкөлөнә, хатта үҙенән дә йәшерергә маташып баҫырып ҡуйған шик-шөбһәләр, үлемесле тыйыу менән мисәтләнгән теләк, бер нәмәгә ҡарамай баҙлаған ныҡыш өмөт, хыянатсыл хыял – барыһы ла бер юлы ҡутарылып ҡалҡып сыҡҡайны. Улар әле булмышын тотош биләп алып барған тыйғыһыҙ бер рәхәтлек, йәнде иретер ләззәт менән алыша ине.
«Ул бит, ул!» – тигән тантана алҡымына килеп тығыла ла…
Шул саҡ алда ултырып килгән хеҙмәттәше артҡа боролоп:
– Нишләйбеҙ, ҡыҙҙар? – тип өндәште. – Беҙ, ғәҙәттәгесә, түрәгә барып күренәбеҙ, ә һин, Мәликә, сәйеңде ҡайната тораһыңмы?
Мәликә янында йоҡомһорап килгән икенсе ҡатын һиҫкәнеп күҙен асты.
– Ҡайтып та еттекме? – тип яҡ-яғына ҡаранды. Юл буйы йоҡлағанға һалышып, ә үҙе машинанан ырғып төшөп кире йүгерерҙәй булып йөрәкһенеп килгән Мәликә, тонсоғоп барған кеше һымаҡ, ҡомһоҙланып тын алды ла:
– Ғәфү итегеҙ, ҡыҙҙар, башым ярылып бара, дарыу эсеп ятып ҡарайыммы икән әллә, тип киләм, – тине.
Уның ағарынған йөҙөнә, көсөргәнештән ҡымтылған ирендәренә ҡарап, әхирәттәре борсолоп китте.
– Әллә тура табипҡа бараһығыҙмы, Мәликә Хәлиловна? – тип һүҙгә ҡушылды уның машинаға ултырғанда уҡ төҫө ҡасҡанына иғтибар итеп, юлда көҙгө аша күҙ һала-һала килгән өлкән йәштәге водитель.
– Дарыу эсеп ятып торһам, үтер ул, – тине ҡатын өйө тәңгәлендә шәберәк төшөп ҡалырға ашығып. Уның тиҙерәк яңғыҙ ҡалғыһы, көтмәгәндә-уйламағанда барып тапҡан бәхете тураһында аулаҡта ғына уйлағыһы килә ине. Машинанан төшкәс, үҙен тыныс тоторға тырышып атлай бирҙе лә, ҡапыл йәһәтләне, тигеҙ ерҙә абынып һөрлөктө, һаман ҡуҙғалып китмәйенсә сәйерһенеп ҡарап ҡалған хеҙмәттәштәренә боролоп йылмайған булды. Ихатаға инеү менән ҡабаланып күтәрмәгә менде, асҡысын йоҙаҡ тишегенә тура килтерә алмай йонсоно. Ингәндән һуң ишеккә һөйәлеп йәнә тәрән итеп тын алды. Бер туя һулыш алғас, үҙ-үҙен байҡаны: эсе тулы бәхет ине. Йөрәге шартлар кимәлдә, яурындарҙы баҫып алып барған бәхет. Быуаға тулғандан тула барған ташҡын һымаҡ ине уның был тойғоһо: тыйғыһыҙ, ҡырағай, хатта аяуһыҙ – бына-бына ул бөтә ҡаршылыҡтарҙы аҡтарып ташлап, юлындағы бар нәмәне йыуып ырғытып, иң яҡын, иң ҡәҙерле кешеләренең дә йән тыныслығын юҡҡа сығарырға һәләтле бәхет. Аҡылы менән быны аңлай ине Мәликә.
Тиреһенә сыҙаша алмайынса, башын аймап тотҡан килеш бүлмәләр буйлап китте. Яратып, һәр биҙәген, төҫөн һайлап, күңелен һалып йыһазлаған йортонан ниндәйҙер бер таяныс эҙләүе булдымы был? Тик өйөндә бер йәм ҡалмағайны. Тәне бында ҡайтҡан да, йәне тегендә ҡалғанғамы… Иң аҙаҡтан ҡыҙының, ғәҙәттәгесә, бола бүлмәһенә – бошоноу тигәнде белмәгән Айзиләһе үҙе әйтмешләй, өңөнә килеп инде. Унда-бында аунап ятҡан кейемдәрҙе алып элде, юрғанын һирпеп кенә ташлап, һикереп тороп киткән карауатына текләне, балаһының башының эҙе һаҡланған мендәргә ҡапланып, ҡысҡырып илап ебәрҙе. Күңелендәге тойғолар ташҡыны, ниһайәт, йырып сыҡты туғарылып, ғүмерҙә булмағанса, ярһып-ҡысҡырып иланы Мәликә. Гүйә, бына ун ике йыл инде ҡырылмаһа-ҡырҡ йоҙаҡ менән бикле торған зиндан аҡтарылды ла хатта үҙенән дә йәшереп ҡуйған хыялы иреккә сыҡты. Хыял түгел ине ул хәҙер, ғәмәл ине. Яҡындарының, айырыуса иренең уны аңларға теләмәйәсәген дә һиҙә Мәликә. Бары үҙенә үҙе генә терәк буласағын самалай. Шунлыҡтан алдан уҡ ярһый ине, ахыры ул. Бала сағынан ҡалған күренеш: яр емерелеп, яҙғы ташҡынға ағып киткән ҡолоно артынан уҡталған ҡыҙыл бейәнең, тыйырға тырышып, йүгәнде ысҡындырмаҫҡа ҡыр талашҡан олатаһын да һөйрәп йылғаға ташланғаны хәтер күгенән ялтлап, тетрәтеп үтте. Малҡайҙың атылып сығырҙай булып аларған күҙҙәре, асырғанып кешнәүе ҡолағында яңғыраны. Үҙен үлемдән аямай боҙло ташҡынға ырғырға мәжбүр иткән ҡырағай көс – Мәликә әле үҙендә лә шуны тойҙо.
«Берегеҙ ҙә, берегеҙ ҙә ышанма­нығыҙ миңә! Барығыҙ ҙа ҡаршы булдығыҙ!» – тип ярһып һамаҡланы ул. Күҙ йәштәренә төйөлөп буҫлыҡты: «Ышанманығыҙ!.. Берегеҙ ҙә...»

***
Төпкөл ауылдан яҙылған ялыуҙы тикшерер өсөн килеп төшкән депутатты йыйылышҡа алып китеп барышлай, курткаһын алыр өсөн генә өйөнә һуғылған Заһир тәҙрә тәңгәленән үтешләй үк ишеткәйне был сәйер тауышты. «Кем телевизорҙы шул тиклем ҡысҡыртып ҡуйҙы икән?» – тип ғәжәпләнде. Райондың мәғариф бүлегендә методист булып эшләгән ҡатыны ауыл мәктәбенә асыҡ дәрескә тип, иртән иртүк сығып киткәйне. Әле уға ҡайтып етергә иртә. Ҡыҙҙары был ваҡытта мәктәптә булырға тейеш.
Ишек эстән бикләнгәйне. Уны үҙ асҡысы менән асып ингән ыңғайға йөрәге «жыу» итеп китте лә тупһала туҡтап ҡалды. Шунан ҡото осоп ярһып илаған тауыш яғына ташланды: нимә булған? Йәндәй күреп үҫтергән яңғыҙ ҡыҙғыналарына бер-бер хәл булғанмы әллә?
– Мәликә, нимә булды? Нишләп илайһың? – тип ҡатынының дерелдәп торған яурынынан айманы. – Әйтә һал тиҙерәк! – тип ялынды йөрәге ярылырҙай булып.
Илап шешенгән ҡатыны йәшкә мансылған йөҙөн күтәреп, уға туп-тура ҡараны.
– Мин һине алданым! – тине ул. – Мин бер ваҡытта ла уны уйлауҙан туҡтаманым! – Күрә алмайынса, битенә эҫе һыу һипкән һымаҡ ярһып әйтте. – Мин һине тыңламаным!
Сабыр, тыныс, яғымлы холоҡло, аҡыллы ҡатынының һүҙҙәре зиһененә барып етмәй торҙо башта. Тауышындағы нәфрәт шаңҡытты.
Ул арала ишек төбөнән сағыу тауыш яңғыраны:
– Атай!
– Бала ҡайтты! – тип ҡорт саҡҡандай ҡапыл һикереп тороп, усы менән ашыға-ашыға еүеш битен һыпырған ҡатынына танымаған һымаҡ ҡарап торған ир яуап ҡайтарманы.
– Атай! – Ҡыҙыҡайҙың тауышы эргәлә генә ишетелде. – Ағайҙар ашыҡтыра!
Ул арала урам тәңгәлендәге тәҙрә яғынан ике машинаның да түҙемһеҙләнеп ҡысҡыртҡаны ишетелде.
Заһир бер туҙраған сәсен рәтләгән ҡатынына, бер тәҙрәгә ҡарап тапанды ла, ҡапыл боролоп, ишеккә йүнәлде. Ботинкаһын сисеп маташҡан ҡыҙының башынан һыйпап:
– Әсәйең ауырып киткән. Уны ҡара инде, ҡыҙым, йәме! – тип сығып йүгерҙе.
Ҡыҙарып-бүртенгән әсәһенең үҙ бүлмәһенән сығып килгәнен күреп, кәйефһеҙлегенең сәбәбен үҙенсә самалап, Айзилә шунда уҡ аҡланырға кереште.
– Атай ныҡлап уятмаған да йоҡлап ҡалғанмын. Шуға бер нәмә лә эшләп өлгөрмәнем. Математиканан өйгә эшемде лә тикшермәгән. Өс булһа, мин ғәйепле түгел!
– Аһ, шул атайҙы! – тигән булды Мәликә, ҡыҙының тыңлауһыҙ сәсенән һыйпап. – Ярай, сисен, сәй эсеп алайыҡ.
Илағанғамы, эске көсөргәнеш кәмегән, ярһыуы баҫылып, уйлай алырлыҡ хәлгә килгәйне. Татылдығын сығып хәбәрен һөйләгән ҡыҙының тауышына ҡолаҡ һалып, үҙ уйҙарына бирелгән килеш өҫтәл әҙерләргә кереште.
– Бутҡа ашайһыңмы, йомортҡамы?
«Нишләп хатта дәрес әҙерләгәндә лә шуны ҡысҡыртып ҡуяһың ул?» –тигәнгә: «Икегеҙ ҙә эштә, миңә лә иптәш кәрәк тә инде», – тип аҡланған ҡыҙы телевизор тоҡандырырға ла өлгөргән. Дивандан тормай ғына:
– Йомортҡа, тик сейле-бешле булһын, – тип яуапланы.
«Кит инде, кеше кешегә шул тиклем дә оҡшамаҫ. Хас минең ҡарт бейем. Ул да шулай ҡап-ҡара шырт сәсле, муйыл һымаҡ ҡара шар күҙле, уймаҡтай сейә ҡыҙыл иренле, терегөмөш кеүек етеҙ, көләкәс, бошмаҫ була торғайны. Яратҡан ризыҡтарына тиклем бер иш. Уға барһаң, иртән дә, төшкөһөн дә, кисен дә йомортҡа була торғайны».
Ҡәйнәһенең мөкиббән китеп яратҡан ейәнсәренә һөйөп ҡарап: «Талымһыҙ ҙа инде беҙҙең Айзилә», – тип ҡыуанғанын иҫенә төшөрҙө. Мәликә көлөмһөрәп ҡуйҙы ла балаһын йәлләүҙән эсе өҙөлөп китте. Хәҙер белә ине әсә ҡыҙының кемгә оҡшағанын. Апаһына төймәләрен элергә лә бирмәйенсә, бер минут тик тора белмәгән йомро башлы ҡарасман малайҙың көләкәс йөҙө күҙ алдына баҫты. Йәнә бер ҡысҡырып көлгөһө, бер ҡысҡырып илағыһы килде.

***
«Кешене яратам тигән булып йән атып йылдар буйы бергә йәшәйһең. Арҡаға арҡа терәшеп, һулышын тойоп йә ҡосағыңда ойотоп төндәр үткәрәһең. Һәр миңен, тәнендәге һәр бөгөлдө, хатта өҫтәлә барған һәр йыйырсығын ятлап бөткән кеүекһең. Ә күңелендәген, эске донъяһында нимә барлығын бөтөнләй белеп булмай икән». Тәҙрәгә текләһә лә, күҙенә бер нәмә лә күренмәй, уйҙарына сумып барған Заһир үҙенә ҡағылғанға артына боролоп ҡараны. Бығаса артта йоҡомһорап килгән бүлек мөдире өндәшә икән.
– Заһир ҡусты, иртәрәк ҡайтып булһа, был Өфө ҡунаҡтары менән һеҙҙә ултырып алһаҡ, нисек булыр икән? Ашханаға һый-фәлән әҙерләргә ҡушып киттем. Уныһы менән мәшәҡәт һалмабыҙ, – тине.
Икеһе лә бөтмөр, икеһе лә аш-һыуға оҫта был ғаиләнең көткән донъялары ла ҡотло, үҙҙәре асыҡ булғанға, килгән ҡунаҡтарҙы уларҙа һыйлау бер ғәҙәт булып бөткәйне.
– Ғәфү итегеҙ инде, – тиергә мәжбүр булған Заһир, ҡатынының шешенеп бөткән йәшле йөҙөн күҙ алдына килтереп, үҙе лә һиҙмәҫтән ауыр көрһөндө. – Асыҡ дәрескә барған еренән Мәликә ауырып ҡайтып йығылды. Әле шуға көйөп киләм.
– Әйтәм ҡобараң осоп килеп сыҡҡайның, – тине етәксе.
Ир-аттың иң ҡото осҡаны нимә? Әлеге шул ҡатынының хыянаты бит инде. «Мин уны уйлауҙан туҡтаманым!» Кем һуң ул? Заһирҙың уйлай-уйлай башы ҡатты. Ҡатмаҫлыҡ та түгел. Мәликә менән улар бер класта уҡыны. Алтынсы кластан алып дуҫлашып йөрөнөләр. Аҡбур менән рәшәткәләргә, ҡапҡаларға: «Мәликә плюс Заһир тигеҙ була мөхәббәт» тип яҙып ирештерә торғайнылар. Педагогия институтында ла төрлө факультетта уҡыһалар ҙа, бер дөйөм ятаҡта йәшәнеләр. Осрашмаған көндәре булманы. Институттан һуң бер йылға армияға алынған Заһир хәрби хеҙмәтте Алкинда үтте, аҙна һайын тиерлек ҡайтып йөрөнө. Силәгенә тура килгән ҡапҡас һымаҡ бер ваҡытта ла бер-береһенән ялҡманылар. Яратышып өйләнештеләр, татыу йәшәнеләр. Хатта туған-тыумаса менән дуҫ-иштәре: «Кит инде, ара-тирә ҡашығаяҡ та шалтыратып алмағас, күңелһеҙҙер ул!» – тип шаярта торғайны. Икеһе лә тыныс холоҡло, эшкә уңған, күңелгә күңел яғылып торғанда йәшәү нишләп күңелһеҙ булырға тейеш икән инде?!
«Бер кемдең дә тоғо буш түгел», – тиер ине туғыҙ бала табып та, ҡарт көнөндә япа-яңғыҙ ҡалған күрше әбей. Үҙен шулай йыуатҡандырмы, яҙмышының ауырлығы өсөн аҡланғандырмы – йыш ҡабатлай торғайны. Мәликә менән Заһирҙың да тоғо буш түгел ине – оҙаҡ сабыйҙары булманы. Икеһе лә – күмәк балалы ғаиләнән. Заһирҙың әсәһе – Герой-әсә. Ҡоҙағыйы ла унан бер балаға ғына ҡалыша. Ҡырмыҫҡа иләүендәгеләй йәшәп өйрәнгәс, шундай тормоштан ләззәт алғас, ҙур татыу ғаилә тураһында хыялланғайнылар. Хәтерендә, туйҙа ниндәйҙер бер уйын уйнаттылар. Шунда, дүрт балағыҙ була, икеһе – ҡыҙ, икеһе – малай, тип күрәҙәлек иткәс, кейәү менән кәләш бер ауыҙҙан «кәмендә алты» тип көлдөргәйне. Үтә ҡомһоҙланып ташлаған булғандар икән. Тәүге ике йылда бик борсолманылар. Дөйөм ятаҡта ғына йәшәгән йәштәр ең һыҙғанып донъя нығытты, эштә лә абруй яулап алыуы еңелдән булманы. Өс йыл да үтеп киткәс, Мәликә Заһирға өндәшмәй генә табипҡа барып тикшерелгән. Дауаланырға кәңәш иткәндәр. Һаҡ ҡына, аяп ҡына булһа ла, бындай диагноз менән балағыҙ булмауы ла ихтимал, тип әйткәндәр. Мәликә был һүҙгә ышанманы. Күңелен дә төшөрмәне, зарланманы, хәленә күнмәне, төңөлмәне… Табиптар ҙа, экстрасенстар ҙа, имләүсе-һылаусылар ҙа ҡалманы, донъяла барыбер ғәҙеллек бар ул, тигән ныҡышмал ышанысын раҫлап, бергә йәшәгәндәренә һигеҙ йыл тигәндә саҡ ауырға ҡалды. Инде генә башҡа ырыҫ ҡунды, тип һөйөнгәндә, табиптар йөрәк сире тапты. «Бала табыу һеҙгә бик хәүефле. Үҙегеҙҙе үлемесле ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ», – тип ҡурҡыта башланылар. Бер барыуында: «Ирегеҙ менән кәңәшләштегеҙме һуң?» – тип һорағандар ҙа, Мәликә: «Атаһы ныҡ бала йәнле, ни булһа ла етем итмәҫ», – тип яуаплаған. Ә бит Заһирға был һөйләшеү тураһында ләм-мим өндәшмәгәйне. Тулы һыулы тәрән йылға һымаҡ уның холҡо. Әллә тәрән генә түгел, аҫтыртын да булғанмы?!

***
Мәҙәниәт йорто шығырым тулы. Халыҡ ҡыҙған, бер-береһен бүлдереп һөйләйҙәр. Үткән көҙҙән алып ер өсөн талашҡан ике фермер араһындағы дошманлыҡ ауыл халҡын ҡап уртаға бүлгән. Инде Өфөгә барып еткән был янъялға нисек тә сик ҡуйырға кәрәк. Башҡа түрәләр менән бергә сәхнәләге ҡыҙыл бәрхәт ябыулы өҫтәл артында ултырған Заһир һүҙҙең ағышынан ситкә китмәҫкә тырыша. Ана бер ветеран ҡыҙып-ҡыҙып алдаҡсы фермерҙы фашлай:
– Яҙғыһын йыйылышта Заһир ҡустының күҙенә ҡарап, пай еренә бишәр тоҡ бойҙай тараттым, тип алдап торҙо…
Башҡа хәбәре ҡолаҡҡа инмәй, «алдап торҙо» тигәне күңелде сыйып китә.
«Әллә дауаланырға йөрөгәндә берәйһен яратты ла шуны һаман онота алмаймы? Ә бөгөн нимә булған, кемде күргән? Ул урман яғындағы төпкөл ауылда кемде осратыуы мөмкин?» – тип йәнә үҙенең уйына уйыла Заһир. Һорауҙар, һорауҙар… Ә бит яуаптарға уларҙың яҙмыштары бәйләнгән. «Әгәр ҙә осратҡан булһа, миңә нимә эшләргә? Һөймәгәнгә һөйкәлмә – ҡыҙымды ғына алырмын да сығып китермен». Уйланы ла эҫеле-һыуыҡлы булып китте: «Әллә Айзилә минең ҡыҙым түгелме?! «Мин һине алданым!» – тине бит.
«Юҡ! – тип екерҙе үҙенә. – Юҡ! Үҙеңде ҡулда тот, ир бул, ниһайәт». Әрһеҙ һағыҙаҡты ҡыуған һымаҡ башын сайҡаны. Үлгән ерҙән ҡабаттан терелде.
– Һин ҡайҙа йөрөйһөң ул? Кәүҙәң бында, ә уйың? – тип уға эйелде етәксеһе. – Тыңла, хәҙер һиңә сығыш яһарға тура киләсәк.

***
Төн уртаһына тиклем барған йыйылыштан һуң ғына ҡайтып инделәр. Урам тын. Хатта эттәр ҙә өрмәй. Шофер егет ҡараңғыға текләп:
– Аһ, әллә Мәликә апай инде, – тигәс, Заһирҙың эсе «жыу» итеп китте.
– Ҡайҙа?
– Ана, паркта, күрәһегеҙме?
Ул башы менән яҙ ғына ултыртылған йәш ҡайындар араһына ымланы. Фара яҡтыһында үҙ-үҙен ҡосаҡлап көшмөрәп торған ҡатынды инде Заһир ҙа абайланы. Машинанан төшә һалып, шунда атлыҡты. Яланбаш, яурынына шәл генә һалып сыҡҡан ҡатын көҙгө һалҡынға ҡоро­шоп ҡатҡан һымаҡ ҡымшанманы. Заһир курткаһын сисеп, уға кейҙерҙе, туңып төшкән ҡошсоҡ кеүек боҙҙай һалҡын ҡулдарын усына йомоп тынын өрҙө. Хәүефләнеп күҙҙәренә ҡалҡып ҡараны ла эсенә йылы йүгерҙе – Мәликәнең ҡарашында баяғы нәфрәт юҡ ине.
– Нимә булды һиңә? – тип һораны. Тауышында ялыныс ишетелде. – Нимә булһа ла әйт. Йәшермә. Ни генә булһа ла, мин һинең яҡлы.
– Мин ҡыҙыбыҙҙы таптым, Заһир. Үҙебеҙҙең ҡыҙҙы, – тине Мәликә шым ғына, уйсан ғына. – Көтмәгәндә, уйламағанда осраттым. Яҡында ғына йәшәгән. Бер сәғәтлек кенә юлда. Ә мин шуны нисәмә йыл һиҙмәгәнмен.

***
Эйе, Мәликә уны шунда уҡ танығайны. Алтынсы класта асыҡ дәрес биргән әҙәбиәт уҡытыусыһы:
– Хәҙер беҙгә ул шиғырҙы Миләүшә Мәжитова һөйләп күрһәтә, – тип әйтеү менән урынынан тороп таҡта янына сыға башлаған ҡыҙыҡайға ҡараны ла хайран ҡалды. Бит остарына саҡ ҡына ал йүгергән ап-аҡ йөҙлө, ҡуңыр сәсле һөйкөмлө ҡыҙҙы ул бик яҡшы белә ине. Эйе, һис тә яңылышырлыҡ түгел: алтынсы класта Мәликә үҙе тап шундай ине. Хатта шундай фотоһүрәте лә бар. Миләүшә лә сәсен йыйнаҡ итеп сикәләп үргән. «Хәҙер сығып баҫа ла, итәк осон семтеп, саҡ ҡына аяҡ ослай, шунан ҡарашын өҫкә төбәп һөйләй башлай», – тип уйланы Мәликә ирекһеҙҙән. Ҡыҙыҡай тап шулай баҫып, Мостайҙың стенаға эленгән портретына текләп, яғымлы тауыш менән һөйләргә кереште. Аптыраманы ла, тетрәнмәне лә Мәликә. Йәнен сорнаған наҙға иҙерәп, ҡыуанып тик ултырҙы. Ҡыҙыҡай инде күптән шиғырын һөйләп бөтөп, «бишле» алып, урынына барып ултырғас та, унан күҙҙәрен айыра алманы.
«Донъяла ошондай ҙа рәхәтлек бар икән!» Ҙур ғаиләнең күмәге лә йыйылған саҡта әсәләренең: «Ҡалай донъяма ҡот тулды. Бөтәгеҙ ҙә янымда булғас, күңелем туҡ булып ултырам», – тигәне иҫенә төштө. Тотош донъяға ҡот тулғанын да, күңеленең туҡлығын да бер юлы тойҙо. Сарсап килеп туйғансы һыу эскән һымаҡ ине. Ҡыңғырау шылтырауға тәмле йоҡоһонан уянғандай һиҫкәнеп тирә-яғына ҡараны. Асыҡ дәрестәге башҡа уҡытыусылар артынан эйәреп ишеккә барған саҡта, йөрәгенең һеңере тартылған һымаҡ ауыртынып, Миләүшәгә баҡты. Әхирәтенең хәбәрен тыңлар-тыңламаҫ хәлдә иҫке генә портфелен ябып маташҡан ҡыҙыҡай, уның ҡарашын осратып, ҡыйыуһыҙ ғына йылмайҙы. «Ҡуйыныма йәшерергә лә алып ҡайтырға, башҡаса эргәнән ебәрмәҫкә! Эсемә һыйған балам, тышыма һыйыр!» – тип типте йөрәге. Ҡапыл биләп алған тыйғыһыҙ теләген көскә йүгәнләп, кластан сығырға ашыҡты ҡатын. Үҙен: «Ҡабаланма! Был юлы ашыҡма! Тыныслан!» – тип өгөтләне. Ҡуйынға ғына һыйырлыҡ түгел инде ул хәҙер...
Шулай ҙа тыйыла алманы, башланғыс кластарҙың дәресе бөткәс, кейем элгестәр янында бәләкәс кенә малайҙы кейендереп маташҡан ҡыҙыҡайҙың эргәһенә килде.
– Мырҙаңмы? – тигән булды, улар эргәһенә сүгәләп.
– Эйе, – тине Миләүшә оялсан ғына. – Беренселә уҡый. Тыңламай, бер кейенә белмәй. Тура ғына ҡайт бөгөн, һуғышып йөрөмә. Атыу әсәйгә әйтәм. Ишеттеңме? – тегеһе йомро башын сайҡаған булды танауын шурылдатып.
Мәликә ирекһеҙҙән көлөмһөрәп малайҙың тырпый сәсен һыйпаны.
– Бигерәк оҡшаны шиғыр уҡыуың, – тине ул мырҙаһын ишектән оҙатып кире ингән ҡыҙға. – Мин дә шиғыр яратам. Хатта ҡыуандым. Ҡана шуның өсөн бер ҡосаҡлап һөйәйем әле, яраймы? – Ҡосаҡланы ла, йомшаҡ ҡына ҡуңыр сәстәргә битен терәп, тәрән итеп һуланы. «Өләсәмдең, әсәмдең, минең сәсем – беҙҙең нәҫелдең оҙон ҡуңыр сәсе. Беҙҙең еҫ. Таныш, күңелгә ятышлы. Үҙ балаң йәнеңә шул тиклем үҙ була икән дә».
Ә йөрәге уның күкрәгендә дөп-дөп иткән бәләкәс йөрәкте тойҙо. Таныны. Үҙенең күкрәк аҫтында тумалып нисәмә ай ҡуша типкән йөрәкте нисек танымаһын?!

***
– Ә һин теге ваҡытта ышанманың, – тине Мәликә, иренә әсенеп. – Берегеҙ ҙә мине тыңламаны. Депрессия, психоз, тип диагноз ҡуйырға ашыҡтығыҙ. – Тауышында ярһыу тиҫкәрелек тә, ышанмау ҙа ишетелде: хәҙер нисек? Һин ысынлап та минең яҡлымы?
– Нишләп улай булды һуң? Нишләп? – тип ҡабат-ҡабат һораны Заһир.
Мәликәнең ваҡытында хәүефле, ҡурҡыныс, сәйер булып тойолған, инде әллә ҡасан онот булған, әллә күпме ҡыуаныстар, бәхеттәр менән ҡапланған шик-шөбһәләренең көтмәгәндә яңынан ҡалҡып сығыуы, ҡалҡыуы ғына түгел, уларҙың дөрөҫ булыу ихтималы уны шаҡ ҡатырҙы. Эстән, әллә ҡайҙан күтәрелгән ризаһыҙлыҡ, ҡаршылыҡ тойғоһон ихтыяр көсө менән генә ауыҙлыҡлап торҙо. Мәликәнең баяғы нәфрәте, әле тауышында яңғырап киткән ярһыу тиҫкәрелеге һағайтты. Йәненән артыҡ күргән Айзиләһенең үҙҙәренеке түгеллеген таныу башҡа һыймаҫлыҡ ине.
– Нишләп улай булырға тейеш һуң ул?
Табиптарҙың ҡурҡытыуына ҡарамаҫтан, Мәликә ауырын еңел күтәрҙе. Күңеле болғанып та йонсоманы, анализдары ла сағыштырмаса һәйбәт булды. Бәхет, күтәренке күңел – шулар сәбәпсе булғандыр быға. Борсолорға һис урын булмаған һымаҡ ине. Шулай ҙа табиптар, ваҡыт яҡынлашҡас, Өфөгә барып алданыраҡ ятырға кәңәш итте. Риза ине буласаҡ әсә. Тыны менән тартып алырҙай булып көткән сабыйы иҫән-аман ғына тыуһын! Тик тыуым менән үлемде белеп буламы ни – барыһы ла көткәндән алдараҡ башланды. Бында ла тәүҙә гел ыңғай булды, оҙаҡ йонсотманы бәпәй. Инде бала табыу йортон уратып йүгерекләгән Заһирға: «Ҡыҙың бар!» – тип һөйөнсөләп тә өлгөргәйнеләр, әсәнең хәле кинәт хөртәйҙе – ҡанын туҡтата алмай аҙапланғас, Өфөнән самолет саҡыртырға мәжбүр булдылар.
Бала – бында, әсә Өфөлә хәл өҫтөндә ята. Заһир ул мәлдәрҙе хәтерләргә яратмай. Иҫләһә, тик туғандарының, дуҫтарының, ата-әсәләренең, хатта ете ят кешеләрҙең дә игелегенә, ярҙамсыллығына рәхмәт тойғоһонан ғына. Эйе, ҡыйын булды, тик ғазаптарҙан һуң бәхет килде бит. Бер ай тигәндә әсәй ҙә һауығып ҡайтты. Донъялары түп-түңәрәк булды. Түңәрәк тип ҡыуанып тик йөрөгән…

Автор:
Читайте нас: