Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
30 Май 2024, 11:18

“Йәшәй ул йыр булып һәм нур булып…”

Май айының йәмле көндәренең береһендә Ҡарлыман ауылында яҡташыбыҙ, күренекле шәхес, шағир-фронтовик Шәриф Бикҡолдоң тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе бик йылы һәм тантаналы мөхиттә үтеп китте.Ҡунаҡтар тәүҙә шағирҙың һәм хәләл ефетенең ҡәберенә зыярат ҡылды, ауылдың имамы Айҙар хәҙрәт Ҡолғониндың аяттарын тыңланы. Шәриф Бикҡолдоң ҡәбере янында бер минут тынлыҡ мәлендә шағирҙың рухы талғын елгә ағас япраҡтары шыбырлашыуы һәм ҡоштар сутылдашыуы булып ишетелеп, шатланғандай тойолдо. Күңелдәргә иман нуры тулып, тыныслыҡ һәм ҡәнәғәтлек урынлашты.

“Йәшәй ул йыр булып һәм нур булып…”“Йәшәй ул йыр булып һәм нур булып…”
“Йәшәй ул йыр булып һәм нур булып…”
Артабан ҡунаҡтарҙы Шәриф Бикҡол музейы алдында ауыл халҡы, уҡыусы балалар, һәүәҫкәр артистар күңелле йыр һәм икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды. Тирмә алдында китапханалар хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән шағирҙың ижады тураһында бай күргәҙмә менән дә танышырға мөмкин ине. Музей мөдире Фәйрүзә Ҡотлобаева ауылдашыбыҙҙың шәхси әйберҙәре, кейемдәре, ҡул машинкаһы, орден-миҙалдары, китаптары менән таныштырҙы. Ул шулай уҡ Шәриф Бикҡолдоң тере тауышы менән “Ҡоралай” шиғырын уҡыуын ишеттерҙе һәм веб-камера аша видеояҙмаларын күрһәтте. Урындағы мәктәп уҡыусыларының яҡташыбыҙҙың шиғырҙарын һөйләп ишеттереүе лә ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.
Сараны район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева асып, мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың яугир-шағирҙың ижадын өйрәнеүҙәре, район халҡының уны ихтирам итеүе һәм бөгөнгө көндә күренекле шәхесебеҙҙең һуғыш темаһына арнап яҙылған шиғырҙары бигерәк тә актуаль булыуы тураһында һөйләне.
Ул шулай уҡ Шәриф Биҡҡол исемендәге күргәҙмә залының эшмәкәрлегенә әүҙем ярҙам күрһәтеүселәрҙе район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Билдәле шәхесте яҡындан белгән ижади күңелле кешеләр йыйылғанғамы сара күңелдә бик бай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Һәр кем уның менән бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты. Башҡортостандын халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ҡәҙим Аралбай һүҙен, Ҡырмыҫҡалынан шағир, яҙыусылар, ғалимдар күп сыҡҡанлыҡтан, һеҙҙең районға йыш килергә тура килә, әгәр миңә райондың Маҡтаулы гражданы исеме бирелһә, һис аптырарлыҡ түгел тип, шаяртыуҙан башлап ебәрҙе. Ул Шәриф Бикҡолдоң күп яҡлы ижады менән таныштырҙы, иҫтәлектәре менән бүлеште.
- Шәриф ағай Хәким Ғиләжев, Муса Ғәли, Ғилемдар Рамазановтар менән бер рәттән Бөйөк Ватан һуғышының утлы өйөрмәләрен үтеп ҡайтҡан яугир-шағир. Уның символик мәғәнәгә эйә булған әҫәрҙәре бөгөн дә тормошсан һәм бик актуаль. Оптимистик рухта яҙылған “Әле йәшәйбеҙ икән” тип аталған автобиографик романы ла бик фәһемле һәм бөгөн дә заманса яңғыраған әҫәр.
Шағирыбыҙҙың тыуған ауылыңда йорт-музейының гөрләп эшләүе, унда ҡәләмдәштәренең, район мәктәптәре уҡыусыларының йыш килеп тороуы беҙҙе һөйөндөрә. Музей мөдиренә һәм ауылдаштарына, бөгөнгө байрамды ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм, - тине Ҡәҙим Әбделғәлим улы һәм шағирҙың шиғырҙары һәм фотоһүрәттәре индерелгән буклетты музейға аманат итеп тапшырып, телмәрен “Шәриф күпере” тигән шиғыры менән тамамланы.
Башҡортостандың Милли архивы директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Ниязбай Сәлимов иһә Шәриф Бикҡолдоң йәмәғәт эшмәкәре, прозаик булараҡ сифаттарын асты, төрлө яҡлап һәләтле булыуын белдерҙе.
- Бөгөн шағирҙың рухы ысынлап та, бик шат, ул ҡояш булып балҡып тора. Табын ырыуының арҙаҡлы шәхесе Шәриф Бикҡол беҙҙең райондарҙы һәм Татарстан менән Башҡортостанды бәйләп торған күпер ул.
Милли музейҙа уның шәхси фонды һаҡлана. Уның тыуған көнөндә асыласаҡ күргәҙмәгә район делегацияһын һәм туғандарын көтөп ҡалам, - тине Ниязбай Сәлимов һәм уның шәхси документтарын, ҡомартҡыларын музей мөдиренә тапшырып, Шәриф Бикҡолға арнап “Һәнәк” журналында баҫылған шаржды һөйләп ишеттерҙе: “Уңдан-һулға йыры оса, уңған шул Шәрифулла, йырын осороусыларға рәхмәт уҡырға була”.
Ҡырмыҫҡалы районының Маҡтаулы гражданы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәнзил Санъяров телмәрен Ҡарлыман ауылы аша үткән һайын, бейек-бейек күркәм йорттар төҙөп, сынъяһау донъя көткән ауыл халҡына һоҡланам. Бына бөгөн мосолман зыяратын шул тиклем матур итеп тәрбиәләп тотоуығыҙҙы күрҙек. Һәр ҡәбер алдында баш эйеп баҫып торғо килә, тип башланы.
- 1995-се йылдың ҡышында, Шәриф ағайҙың ауырығанын ишетеп, уның янына барып, ихлас һөйләшеп ултырҙыҡ. Минең Бишауыл-Уңғарҙан икәнемде белгәс, ул бигерәк тә ҡыуанды. Әле булһа, әлдә барғанмын, әлдә күреп ҡалғанмын, тип шатланам.
Иң тәүге сиратта, ул ысынлап та, ҡабатланмаҫ йырҙар тексы авторы. Иҫ киткес шиғри төҙөлөш, рифмалылыҡ, ул йыр тексын ҡойоп ҡуйған, күрәһең. Быны дәлилләп уның “Оҙата кил” йырының тарихын һөйләп үткем килә. Композитор Наил Ғәлиев Шәриф ағайға шылтыратып, хәләл ефете халыҡ йырсыһы Мәғфирә апайҙың дауаханала бик ҡаты ауырып ятыуы хаҡында әйтә. Уны ҡотҡарһа, йыр ғына ҡотҡарыр, таң атҡансы йыр тексын яҙып ебәр әле, ә көйө әҙер, ти. Шунан Наил ағай телефон аша уға ошо йырҙы йырлаған: "Оҙата кил ғүмеремдең йәшәлмәгән йылдарына". Ысынлап та, был йыр уның ғүмерен ҡотҡарып ҡала. Бына ниндәй тәрән мәғәнәгә, иҫ киткес көскә эйә һүҙҙәр яҙған Шәриф ағай:
Һайра, һайра, һандуғасым,
Сиртмә-сиртмә талдарында;
Хыялыйҙар иткән инең
 
Мине йәшлек таңдарымда, - тип көслө тауышы менән йырҙан өҙөк йырлап ишеттерҙе һәм сығышын ошо ауылдың уҙаманы Фидат ағай Юнысовтың “Һин үҙеңә һәйкәл ҡуйҙың” шиғырынан өҙөк менән тамамланы.
- Хөрмәтле яҡташтар, бай тәбиғәтле төбәктә буш йөрәкле кешеләр тыумауйҙыр. Шәриф ағайҙың да ауылы бик матур урында урынлашҡан, бында изге күңелле, тырыш кешеләр йәшәй. Фронтовик ағайыбыҙҙың үҙ стиле булған, фәлсәфәүи шиғырҙарына бик күп йырҙар ижад ителгән. Ул йыр донъяһында һаман да үҙ урынын бирмәгән лирик-йырсы булып ҡала.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның иң тәүге йырҙарын башҡарған йырсыларыбыҙ китеп тора. Күптән түгел генә танылған йырсыбыҙ Ғәлиә Солтанованы ла юғалттыҡ. Ләкин уларҙың йырҙары үлемһеҙ, - тине Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Йәмил Әбделмәнов һәм шағирҙың гимн булып яңғыраған “Әлдә һин бар әле донъяла” һәм “Башҡортостан” йырҙарын тамашасыларға бүләк итте.
- Ҡасандыр Шәриф ағай Бикҡолов мөхәррир булып эшләгән “Пионер” хәҙерге ваҡытта “Аманат” журналы исеменән сығыш яһауыма бик шатмын. Ул мөхәррир булып эшләгән осорҙа журналдың йөкмәткеһен үҙгәртеү өсөн күп хеҙмәт һалды. Шәриф ағайҙы мин бик мөләйем йөҙлө, интиллигент ағай тип хәтерләйем. Ул осорҙа шағирҙар менән күрешеү ҙур байрам була торғайны, - тип хәтирәләре менән бүлеште журналистика уҙаманы Зөһрә Ҡотлогилдина.
«Йәншишмә» гәзите баш мөхәррире Мирсәйет Юнысовтың, «Шоңҡар» һәм «Аманат» журналдарының яуаплы хеҙмәткәрҙәре Венер Исхаҡов һәм Зөбәржәт Яҡупованың сығыштары ла ҡыҙыҡлы булды.
Сараны танылған шағирәләрбеҙ Дилә Булгакова һәм Фирүзә Абдуллиналарҙың шиғырҙары һәм йырсы-шағир Рәмил Сурағоловтың моңло йырҙары тағы ла йәмләндерҙе. Тамашасылар һәр сығышты дәррәү алҡыштарға күмеп, ауылдаш шағирҙары өсөн ихлас ғорурланып ултырҙы.
Яҡташтар союзы идараһы рәйесе, райондың Маҡтаулы гражданың Фәнил Ҡоҙаҡаев район етәкселегенә, ауыл биләмәһе хакимиәтенә, Ҡарлыман ауылы халҡына райондан сыҡҡан шағирҙарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙға иғтибар күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе, киләсәктә лә ошондай осрашыуҙар үткәрелеп торһон, тигән теләген белдерҙе.
Шәриф Бикҡолдың ҡыҙы, Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, доцент, медицина фәндәре кандидаты Ләйсән атаһының ижадын мәңгеләштереү буйынса башҡарған эштәре өсөн район хакимиәтенә, тыуған ауылына, яҡташтарына ҙур рәхмәт әйтеп, атаһы хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
- Атайыбыҙҙың арабыҙҙан китеүенә – 29 йыл, ә мин һаман уның менән иҫән ваҡыттағыса һөйләшәм, кәңәшләшәм. Мин уны һәр саҡ эргәмдә тоям, ауыр ваҡыттарымда ул минең терәк-таянысым булып тора - тине ул. - Атайым шул тиклем тәрбиәле, ябай булды, үҙенең шәхси тормош өлгөһө менән беҙҙе тәрбиәләне.
Байрамдың тантаналы өлөшөн йомғаҡлап, ауылдың абруйлы уҙаманы, Табын ырыуының ҡор башы Фәрғәт Ҡотлобаев килгән ҡунаҡтарға, сараны ойоштороуға ҙур көс һалған район хакимиәтенә, ауыл Советы биләмәһенә, район мәҙәниәт һарайы һәм Һәүәләй, Бишауыл-Уңғар, Ибраһим, Иҫке Муса, Олокүл, Алайғыр, Иҫке Бәпес ауылдарының һәүәҫкәр артистарына, урындағы мәктәп хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтен еткерҙе. Фәрғәт Фәрит улының тормош иптәше Фәйрүзә Ҡадир ҡыҙы менән “Ҡарлыманым” йырын башҡарыуын халыҡ яратып ҡабул итте.
Артабан тамашасыларға Гөлсиә Бикҡужинаның “Шағир йөрәге”, Фәрит Яҡшығоловтың “Ҡарлыманым, ”Дамир Ишембаевтың «Бейе әйҙә”, Илдар Хәсәновтың “Һайра әйҙә һары һандуғасым”, Айнур Абакачевтың “Әлдә һин бар әле донъяла”, Гөләйшә Мифтахованың “Ниңә иркәм” йырҙары, “Бөрлөгән” фольклор ансамбленең “Мәмеш таҡмаҡтары” тәҡдим ителде. Сағыу ҡояшлы көндә саф һауала үткәрелгән байрамдан һәр кем кинәнес алып, ҡанатланып, матур тәьҫораттар алып таралды.
Эйе, шағирыбыҙ беҙҙең аранан китһә лә, әҫәрҙәре, йырҙары менән ул һаман да беҙҙең арала. Мәҡәләмде ауылдашым, Шәриф ағай Бикҡолдоң йырҙарға һалынған “Яҙҙар еткәс ҡайтырмын” тигән шиғыры менән тамамлағым килә.
Яҙҙар еткәс ҡайтырмын,
Ҡоштар булып талпынып,
Баҫылмаҫмы йөрәгемдә
Һағыш ялҡыны.
Аҡ ҡайындар ҡаршылар,
Юлдарыма теҙелеп,
Һағындым, ауылым, һине өҙөлөп.

Яҙҙар еткәс ҡайтырмын,
Уҙып етеп елдәрҙе,
Күргем килә йәшлек эҙем
Ҡалған ерҙәрҙе.
Былбыл йырын тыңлармын
Таң атҡанда һыҙылып,
Һағындым, ауылым, һине өҙөлөп.

Яҙҙар еткәс ҡайтырмын,
Ташҡын булып атылып,
Ташҡындарға тиңдәш булыр
Минең шатлығым.
Һалҡын шишмә һыуҙарын
Эсермен мин эйелеп,
Һағындым, ауылым, һине өҙөлөп.
Гөлсәсәк Аласова.
Фирүзә Рәхмәтуллина фотолары.
Зөлфәр Хөсәйенов, Ҡарлыман ауылының активисы: - Яҙмышым мине Шәриф ағай Бикҡолов менән яҡындан 1985 йылда таныштырҙы. Ул саҡта мин Йәштәр һарайында бейеүсе булып эшләй инем. Яңы йылға арналған кисәлә Шәриф ағай шиғырҙарын һөйләне, мин төркөм менән бейенем.
Унан һуң эргәһенә барып һөйләшеп ултырҙыҡ. Үҙ ауылының егете икәнемде белгәс, бигерәк тә ихлас аралашты. Бик нескә күңелле, хисле, асыҡ кеше булып иҫемдә ҡалды ул.
Шунан һуң 1995 йылда ауылды атайымдарҙың йортонда 70 йәшлек юбилейын билдәләгәндерән дә хәтерләйем. Бик күп ҡәләмдәш дуҫтары килгән ине, ысын ижад кисәһе булды ул.
Автор:
Читайте нас