Даирә
+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
15 Май , 22:20

Ҡыҙғансыҡ. Хикәйә

Балаларының әсәһе һуңғы осорҙа йыш ҡына төшөнә ингеләй. Моғайын, Сәғиҙәһе лә уйланалыр... Өр-яңынан ҡушылышып, йәш саҡтарындағы һымаҡ татыу тормош башлай алырҙар кеүек тойола уға. Ысынлап та, ҡатынының көнләшеү сәбәпсеһе һаналған Зәлифә лә, «информбюро» Ҡәмәриә лә алыҫта бит хәҙер...

Ҡыҙғансыҡ. Хикәйә
Ҡыҙғансыҡ. Хикәйә

– Эх, Барый дуҫ, – тине хирург Хәсән Хөрмәтович, – элегерәк алып килгән булһаң, һис шикһеҙ ҡотҡарып ҡалған булыр инем. Хәҙер инде ...уколдар ғына яҙып бирә алам.

Өмөтһөҙ сир тураһындағы мәғлүмәтте ауырыуҙың туғандарына хәбәр итеү хирургҡа, ай-һай, еңелдән түгел. Ана, ҡайғылы хәбәрҙе үҙенең балалыҡ дуҫы Барыйға еткерергә мәжбүр бөгөн. Барый – хәҙрәт, Хәсәндең синыфташы, Бохаралағы дини мәҙрәсәлә уҡыны, хәҙер райондың имам-мөхтәсибе. Абыстайы ныҡлап сирләп киткәс, уны дауаханаға алып килгәйне.

– Был харам нәмәне ауыҙға алған өсөн ғәфү ит, хәҙрәт, – тине Хәсән бер аҙҙан, өҫтәлдә ятҡан тәмәкеһенең ҡабын аса-аса. – Яман ғәҙәт... Ни өсөндөр, Ғәшүрәнең сирләүендә үҙемде лә ғәйепле тоям...

Барый тамаҡ ҡырып алды ла, ғәҙәте буйынса ҡара һаҡалын һыйпаштырып, әкрен генә һүҙ башланы:

– Хәсән ҡорҙаш, үҙеңде ғәйепләмә. Әйтәм бит, һуң алып килгәнһең, тип миңә лә үпкәләп алдың. Әммә Аллаһы Тәғәлә яҙған яҙмыштан бер ҡасан да уҙып булмай. Тимәк, Ғәшүрәнең шул яҙмышына мин дә, һин дә, хатта сирҙең үҙе лә төп сәбәп булып тормай...

– Нисек инде, сәбәп булып тормай?.. – Хәсән ҡабыҙған сигарет төтөнөнә сәсәне.

– Эйе, тап шулай. Мәҫәлән, һин операция яһап, кемделер үлемдән ҡотҡарып ҡалдың икән, тимәк, ул кешегә Аллаһы Тәғәлә артабан да ғүмер итергә яҙған...

– Ғәфү ит, хәҙрәт, – тине Хәсән. – Мин, реалист булараҡ, бөтөнләйгә башҡа фекерҙәмен. Һәр кешенең тормошонда кемдер... ниндәйҙер роль уйнай, хатта яҙмышын бөтөнләйгә үҙгәртеүе мөмкин. Шул уҡ ваҡытта кеше үҙ яҙмышын үҙе лә хәл итә ала. Мәҫәлән, тырыш, егәрле кеше бәхетле, етеш тормошҡа өлгәшә, ә ихтыярһыҙҙар, ялҡауҙар ғүмер буйы ярлы йәшәргә үҙҙәрен үҙҙәре дусар итәләр ҙә баһа. Ә ваҡытында дауалай башлаған сир кире сигенеүсән...

– Уф, – Барый, ултырғысҡа баҫып, кабинеттың тәҙрәһен шар асып ҡуйҙы ла йәнә үҙенең урынына – өҫтәл ҡаршыһына барып ултырҙы. – Ташласәле шул торбаңды.

– Ғәфү ит...

– Әлбиттә, быны аңлатыу бик ябай түгел, Хәсән, әммә тырышып ҡарармын. Әлеге үҙең әйткән бәхетле кешеләрҙе Аллаһ егәрле, тырыш итеп яралтҡан, ә теге бахырҙар ана шулай бахыр итеп яралтылған. Ә һиңә ана шундай абруйлы хирург булырға, ауырыуҙарҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарып алып ҡалырға ла Аллаһ үҙе ҡушҡан.

Өҫтәлдәге телефон шылтырауы хәҙрәттең һүҙҙәрен өҙҙө. Хәсән Хөрмәтович трубканы алды.

– Эйе... Ярар, хәҙер төшәм. – Бер аҙ телефонды тыңлағас, хәҙрәткә ҡарап: – Барый ҡорҙаш, әйткән һүҙҙәреңдең мәғәнәһен ҡат-ҡат уйлап, төшөнөргә тырышырмын. Ә хәҙергә, ғәфү ит, ҡабул итеү бүлегенә саҡырталар, – тине.

Хәсән Хөрмәтович ҡабалан ғына хушлашты. Башҡаса кабинетта ҡалыуҙың мәғәнәһен күрмәгән хәҙрәт тә, түбәтәйен йүнәтеп кейеп, әкрен генә сығыу яғына ыңғайланы...

Эш көнө тамамланыр алдынан ғына ауыр хәлдәге пациентты, каталкаға һалып, хирургия бүлегенә лифт менән мендерҙеләр. Бүлек мөдире Хәсән Хөрмәтович ауырыуҙы тағы бер мәртәбә ентекләп ҡараны ла дежурҙағы хирургҡа, постағы һәм операция блогы шәфҡәт туташтарына тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Ауырыуҙың хәленә ҡарап, операцияның ҡатмарлылығын тик яҡынса ғына фаразларға мөмкин.

«Бөгөн һуңғараҡ ҡайтырмын, ашығыс операция. Пока», – тине лә телефонын һүндерҙе. Ҡатыны Сәғиҙәнең «Ниндәй опера..?» тигәнен генә ишетә биреп ҡалды. Хирургия бүлегенә өй телефоны аша шылтыратып, дежурҙағы шәфҡәт туташынан төпсөнә-төпсөнә һорашып, үҙенә кәрәк мәғлүмәтте, хатта унан артығын да барыбер белешәсәк Сәғиҙәһе. Ана әле лә ауырыу тарихы яҙып ултырған хирург ординатор бүлмәһенең ярым асыҡ ишегенән шәфҡәт туташының Сәғиҙәгә сираттағы «доклад»ын ишетте: «Аппендицит?.. Эйе... Берәр сәғәт кенә булыр әле ул...»

Хәсән Хөрмәтович тирҙән еүешләнгән операция кейемен һалып, йәһәт кенә душ ҡойоноп сыҡты ла, мөдир бүлмәһенә инеп, телефондан шылтыратып алды. Унан постағы шәфҡәт туташына ниндәйҙер күрһәтмәләр биреп, ординатор бүлмәһенә йүнәлде.

– Хәсән Хөрмәтович, өйөгөҙгә шылтыратығыҙ әле. Һеҙ операцияла саҡта ҡатынығыҙ әллә нисә тапҡыр... – тине йәш медсестра Фәнисә уның артынса.

– Ваҡытым юҡ! Тағы шылтыратһа, операцияла, тиң дә ҡуй!

Кеҫәһендә һәр саҡ йөрөткән телефонын алып, унда килгән мәғлүмәттәрҙе ҡарай һалды ла, ҡатыны йөҙәтмәһен өсөн, ҡабаттан һүндереп ҡуйҙы. Хәҙер барлыҡ «аңлашыуҙар» тик өйгә ҡайтҡас ҡына буласаҡ!.. Полировкалы өҫтәл артындағы ултырғысҡа йәтешләп ултырып алды, ҡулындағы сәғәтенә ҡараны. «Ауырыу тарихы»ның кәрәкле битен асып, операция протоколын яҙа башланы. Күптән түгел иллене аша атлаған тәжрибәле табип документтарын бик ентекләп, ифрат дөрөҫ итеп яҙырға тырыша. Ҡайһы саҡта дауалау протоколдарын министрлыҡҡа, суд, прокуратура органдарына ла ебәрергә тура килә. Һаулыҡ һаҡлау министрының фарманына ярашлы, дауалау учреждениеларында тәмәке тартыу тыйылғанын яҡшы белә Хәсән Хөрмәтович. Әммә ошо әмерҙе үтәү – хирургтар өсөн иң ауыры...

Күрше өҫтәл артында ултырған йәш хирург Айбулат иһә бүлмә эсендә тартырға яратмай. Бүлек мөдиренең ҡатынына ни әйтергә ҡушҡанын ишетепме, көлөмһөрәп ҡуйҙы. Әллә шуны күреп, Хәсән Хөрмәтович, бер аҙға яҙыуынан туҡталып, һорай һалды:

– Айбулат Тимерйәнович, ҡасан кәләш алырға уйлайһың әле һин?

– Әлләсе, Хәсән Хөрмәтович, уйлағаным юҡ. – Айбулат мут йылмайып ултырған мөдиргә ҡараны. – Нишләп улай тип һорап ҡуйҙығыҙ әле?

– Һиңә бер кәңәш: кәләште тик хирургтан алырға тырыш.

– Ни өсөн, Хәсән Хөрмәтович? Беренсенән, кәңәшегеҙҙең кәрәклеген бер ҙә аңлап етмәйем, икенсенән, хирург ҡатын-ҡыҙҙы табыуы, ай-һай.

– Аңлатам. Беренсенән, һин үҙең атҡарған һәр операция өсөн хәләл ефетең алдында бер ҡасан да яуап тотмаясаҡһың, сөнки ул, үҙе лә хирург булараҡ, эшеңдең бөтә нескәлектәрен беләсәк. Шуға күрә эш ваҡытынан тыш яһалған һәр операция, төнгө ашығыс саҡырыуҙар өсөн уға отчет бирергә тура килмәйәсәк. – Хәсән Хөрмәтович көллөксәгә тәмәкеһенең осон сиртеп төшөрҙө. – Ә икенсеһе инде – үҙеңдең сослоғоң. Баш ҡалаға сираттағы уҡыуға барғаныңда, бәлки, берәй хирург сибәркәйҙе осратырһың...

– Әллә тағы, – тип кенә ҡуйҙы Айбулат, – минең бәхеткә кем яҙғандыр...

Әлбиттә, йәш егет үҙенән байтаҡҡа олораҡ коллегаһын аңлау хәлендә түгел ине. Юморға бай начальнигының сираттағы шаяртыуы тип кенә аңланы «кәңәш»те.

Ә Хәсән Хөрмәтовичта шаярыу ҡайғыһы юҡ. Тыштан ғына шулай булырға тырыша ул. Үҙ-үҙен тынысландырыу өсөн. Бик тә етди ике мәсьәлә борсой ине уны ошо минутта. Реанимация бүлегендә ятҡан пациентының артабанғы яҙмышы тураһында уйланһа, өйгә ҡайтып инеү менән Сәғиҙәһе унан «допрос» ала башлаясағын да күҙалланы.

...Хәҙрәт кенә түгел, хатта йәш Айбулат та «кем яҙғандыр...» тигән буласы. Их, Хәсән, Хәсән, ҡайҙа һинең ана шул егеттәй алтын йәш сағың... Яҙыуынан бер аҙға туҡталып, ултырғысының арҡаһына һөйкәнә биреп, уйҙарын иреккә ебәрҙе. Тормош, тормош... Яҙмыш, яҙмыш... Ана шул ике төшөнсә мейеһен бырауланы. Әллә, ысынлап та, Барый хәҙрәт әйтмешләй, Аллаһы Тәғәлә яҙған тәҡдир тигәне ысынбарлыҡҡа тап киләме?.. «...Яҙмыштан уҙмыштар табырмын...» тип йәш сағында отоп алған йырҙы ишетелер-ишетелмәҫ кенә мөңгөрләп алды.

– Нишләп тиктомалдан йырлай башланығыҙ әле, Хәсән Хөрмәтович? – тип һорай һалды Айбулат.

– Былай ғына...

Операция протоколын япты ла, ғәҙәтенсә, уның өҫтөнә усы менән шап итеп һуғып ҡуйҙы. Унан, халатын сисә-сисә, Айбулатҡа ауырыуҙы дауалау буйынса бер нисә кәңәшен бирҙе лә хушлашып сығып китте.

– Жить будет? – тигән һорау менән ҡаршы алды уны ҡабул итеү бүлегендә көтөп торған тәпәш буйлы мәрйә, үҙен «пациенттың ҡатыны» тип таныштырғандан һуң.

Бындай һорауға ла аныҡ ҡына яуап биреүҙәре, ай-һай... Тик кинофильмдарҙағы хирургтар ғына, операциянан сығыу менән, маскаларын сисә килеп, «Жить будет!» тип кенә ебәрәләр. Ә тормошта иһә күпкә ҡатмарлыраҡ шул.

– Ирегеҙҙең хәле ауыр. – Дөрөҫөн әйтергә тартынманы Хәсән Хөрмәтович. – Һеҙҙең тура һорауығыҙға бигүк тура яуап бирә алмайым...

– Ни өсөн?

– Сөнки мин Аллаһ түгел, ә бары хирург ҡына. Ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләнем. Хәҙер инде, башлыса, уның организмының ауырыуға ҡаршы көрәшеү мөмкинлектәренә өмөт итергә ҡала...

Аллаға үҙе лә әллә ни ныҡлап ышанып етмәгән Хәсән ҡайһы бер осраҡтарҙа шулайыраҡ һөйләшергә ғәҙәтләнгән. Бәғзе берәүҙәргә тап ошо һүҙҙәр ыңғай тәьҫир итә...

– Аллаға тип, һеҙ үҙегеҙ ни өсөн?.. Һеҙ бит шуның өсөн көрәп аҡса алаһығыҙ. Ауырыуҙың һауығыуына гарантия ла бирә алмағас, ни өсөн хирург исемен тағып йөрөйһөгөҙ? – Ҡатын һөжүмгә күсте. Үҙенән ике башҡа тиерлек бейек кешегә юғары ҡарап, автомат һымаҡ татылдаған был бисә ерҙән тороп өй ҡыйығы башындағы кемдер менән һөйләшкән кеүек күренде.

Оҙаҡ йылдар эшләп, пациенттарҙың туған-тыумасаларын күреп өйрәнгән хирургтың бындай һөжүмгә ҡаршы «иммунитет»ы бар ине инде.

– Ирегеҙ ҡасан сирләй башлағайны? – тине, был турала үҙе яҡшы белеүенә ҡарамаҫтан.

– Өсөнсө көн... – Ҡатын докторҙың ни әйтергә йыйыныуын аңғармайыраҡ ҡалды, буғай...

– Ирегеҙ өсөнсө көн эсе ауыртып яфалана, ә һеҙ уны әллә ҡайҙа ятҡан ауылдағы шаманға алып барып өшкөртөп йөрөгәнһегеҙ. Тағы берәй көн шулай йөрөһәгеҙ, бәлки, беҙҙең дауаханаға килтереп тә өлгөртмәҫ инегеҙ... Өҫтәүенә, аңын-тоңон белмәй тороп, хәләл ефетегеҙҙең эсенә грелка һалғанһығыҙ. Йылы сирҙе уғата көсәйткән: эсе тулы эрен ине... Ул ғына ла түгел, ирегеҙҙең организмында сепсис башланған. – Хәсән Хөрмәтович, ғәҙәте буйынса, һуҡ бармағы яҙылған уң ҡулын юғары күтәреп, тауышын көсәйтә биреп дауам итте. – Һеҙҙең тел менән әйткәндә, хөрмәтле ханым, заражение крови. Әммә беҙ уны ҡотҡарып алып ҡалыу өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Әллә ни бола ҡуптарырға, ашығыс һығымталар яһарға ашыҡмағыҙ. Һау булығыҙ.

Ҡатын бер аҙ айнып, аңына килгәндәй булды. Дәрескә әҙерләнмәй килеп, уҡытыусы алдында баҫып торған уҡыусы һымаҡ, йыуашайып ҡалды. Тәүҙәгегә ҡарағанда күпкә тынысыраҡ итеп:

– Доктор, бәлки, уға аптеканан берәй дарыу-фәлән алып килергәлер? Һурпа-маҙар кәрәкмәҫме? – тип һораны.

– Әлегә бер ни ҙә кәрәкмәй. – Доктор быны ишектән сығып барышлай әйтте. – Кәрәкле дарыуҙар етерлек. Ә ашарға уға әле иртә. Хушығыҙ.

Хәсән өйөнә ингәндә, Сәғиҙә Ҡәмәриә исемле әхирәте менән зал бүлмәһендә гәп һата ине, кинәт тынып ҡалдылар. Аяҡ кейемен һалып, курткаһын сисеп тә өлгөрмәне, уны бер яҡ ситкә этәреп тигәндәй, бик ҡабалан йыйынып, Ҡәмәриә сығыу яғына ыңғайланы. Хәсән: «Һаумыһығыҙ» тигәнгә лә ишетелер-ишетелмәҫ кенә яуап биргән ҡатын: «Ярай, Сәғиҙәкәйем, ҡайта һалайым, ашығам, өйөмдә эшем күп», – тигән булды сығып барышлай. Сәғиҙәнең: «Ултыра бир әле», – тип өгөтләүенә ҡарамай, ишекте ҡаты ябып сығып китте. Дауахана дерматологы ҡатынын – ошо ябыҡ йөҙлө Ҡәмәриәне бер ҙә өнәп етмәй Хәсән. «Ашығам» тиһә лә, журнал өҫтәлендә өйөлгән көнбағыш ҡабыҡтарына ҡарағанда, моғайын, ике-өс сәғәт буйына сәйнәнеп ултырғандыр әле. Уның асҡаҡ битенә йәбештереп ҡуйылған һымаҡ күренгән, ослайып сығып торған ирендәре, гүйә, тик хәбәр һөйләр өсөн генә яраҡлы кеүек.

Хәсән йыуыныу бүлмәһенә үтте. «Балнис» еҫе сығарып янынан үтеп киткән хәләл ефетен «күрмәгән» Сәғиҙә, диванға ҡырын ятып, телевизорҙағы һанһыҙ сериалдарҙың берәүһен ҡарай башланы.

Эштә саҡта һиҙелмәһә лә, шаҡтай ғына асыҡтырған. Хәсән аш бүлмәһенә инеп, оло алюмин кәстрүлдең ҡапҡасын аса биреп, еҫкәп ҡараны ла уға башҡаса ҡағылманы. Өс көн элек бешерелеп, инде әллә нисә тапҡыр ҡайнатыу арҡаһында ярым шыйыҡ өйрәгә әйләнеп барған был макарон туҡмасын тағы бер мәртәбә йылытып ашарға күңеле төшмәне. Һуңғы бер нисә көн үҙе кухня тирәһендә әллә ни булашҡаны юҡ шул... Газ плитаһын тоҡандырып, тулы сәйнүкте ултыртты ла картуф таҙартырға тотондо. «...Мин үҙем хатта йомортҡа ла ҡура белмәйем, өйҙә тик ҡатыным ғына бешеренә» тигән бәғзе бер таныштарын йәлләй торғайны элегерәк. Әле уйҙары башҡараҡ юҫыҡҡа йүнәлә... Бәлки, бешерә белмәгән ирҙәр, киреһенсә, уға ҡарағанда күпкә бәхетлерәктер... Былау, һәр төрлө бәлеш, кәтлиттәрҙең әллә нисә төрөн, хатта торт та бешереүгә һәләтле Хәсәндең ошо мәлдә кухня эше менән таныш булмаған ирҙәргә көнсөллөгө килде... Табала картуф ҡурылған арала, әллә һүҙ юҡта һүҙ булһын өсөн, зал бүлмәһенә сығып, креслоға килеп ултырҙы ла һаман уны өйҙә бар тип тә белмәй шымтайып ятҡан ҡатынына өндәште:

– Балалар шылтыратманымы? Май байрамына ҡайтырға уйлашмайҙармы, тим.

Әммә Сәғиҙәһе, ҡаштарын йыйырып, бер ни ҙә ишетмәгәндәй, ята бирҙе. Хатта күҙен дә бороп ҡараманы. Хәсән башҡаса уға өндәшкеләп торманы, ҡабаттан кухняға сыҡты. Ниҙер әйтеүен артабан талап итә башлаһа, өйҙә янъял сығыуын көт тә тор. Унһыҙ ҙа хәләл ефете талаш сығарасағына шикләнмәй Хәсән.

...Өлкән улы Афзал, үҙе кеүек үк, хирург, ғаиләле. Беренсе синыфта уҡыған ҡыҙҙары бар. Ә Арыҫланы, егерме һигеҙенсе йәш менән барыуына ҡарамаҫтан, һаман да буйҙаҡ. Шуның өсөн дә төпсөгөнөң әле лә өйләнмәй йөрөүе күңелдәрен ҡыра ата-әсәнең. Тик бына операцияға инер алдынан ғына Арыҫланы шылтыратып, шатлыҡлы хәбәр әйтте. Әсәһенә ҡапылда әллә ни асылып бармай малайҙар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡыуаныслы яңылыҡ хаҡында ҡатынын һөйөнсөләргә теләгәйне хатта. «Ярай, ята бир, ғәҙәтеңә төкөрәйем», – тип уйланы Хәсән, эҫе картуф менән ауыҙын бешерә-бешерә.

Арыҫланының хәбәрен иҫләгәс, кәйефе бер аҙ күтәрелеп китте...

– Атай, һөйөнсө! – ҡысҡырҙы, буғай, кеҫә телефонына шылтыратҡан улы, иҫәнлек-һаулыҡ та һорашып тормаҫтан.

– Йә, нимә булған? – тине операция бүлмәһенә инеп барған атаһы.

– Ә һин үҙең догадайся. – Арыҫлан бер аҙ урыҫсалап ебәрҙе.

– Белмәйем, – тине атаһы, – операцияға ашығам, үҙең әйтә һал.

– Өйләнәм, атай! – Был хәбәргә атаһының ысынлап та һөйөнөрөн белгәндәй әйтте улы.

– Кемгә? – Шундуҡ һораны атаһы, ҡасандыр булған хәлде иҫләгәндәй, һағайып ҡалды. – Әллә тағы...

– Юҡ-юҡ, атай, һин уны бөтөнләйгә белмәйһең. Башҡа райондан ул.

– Ә-ә-ә, улай булһа, ярай. – Хәсән иркен тын алып ҡуйҙы. – Ярай, улым, ҡотлайым. Эш бөткәс, үҙем шылтыратырмын...

Операционныйҙан сыҡҡас та, мөдир бүлмәһенән улына үҙе шылтыратып, тағы һөйләшеп алды. «Байрамға килен менән икәүләп тә ҡайтып төшөрҙәр әле», – тип һөйөндө Хәсән эстән генә. Өлкә гәзитенең хәбәрсеһе булып эшләгән Гөлсинә исемле ҡыҙ менән иртәгә үк ЗАГС-ҡа баралар икән. Һай-һай, йәштәр – өтөктәр – етеҙҙәр шул. Хәйер, Хәсән, һин үҙең дә йәш сағыңда шулай булдың...

«Ҡотлайым, улым, афарин! Ә әсәйеңә хәбәр иттеңме һуң?» – «Юҡ, атай, әсәйемә никах-фәләндән һуң әйтербеҙ. Ни өсөн икәнен үҙең дә һиҙенәһеңдер...»

Инде ир ҡорона еткән кесе улының һүҙҙәре урынлы ине. Ни өсөн тигәндә, әсәһе менән бер генә мәсьәләне лә тыныс хәл итеп булмаҫын белә Арыҫлан. Шуға ла әсәһен «факт» алдына ҡуйыуҙы хуп күргәндер. Бәй, был юлы етди аҙымы буйынса хатта атаһына ла кәңәш итеп тормаған. Ваҡытынан алда әсәһенә серҙе асып ҡуйыр, тип шикләнгәндер. Әсәһенең атаһын башҡаларҙан урынһыҙға ҡыҙғана торған ғәҙәтен дә беләлер улы. Айырыуса хирургия бүлегенең өлкән операция сестраһынан һис сәбәпһеҙ ҡыҙғаныуы арҡаһында йыш ҡына өйҙә ҡуба торған ығы-зығыны күреп-ишетеп үҫте бит, атаһына әйтелгән ғәҙел булмаған һүҙҙәргә ғәрләнеп, әсәһенә ҡаршы айбарланып та маташа торғайны.

Сәғиҙә иһә шик-шөбһәле уйҙарынан бер аҙым да сигенергә уйламаны. Йылдар буйы ирен, уның менән бергә эшләгән һис бер гонаһһыҙ Зәлифәне ниҙә генә ғәйепләмәне! Һаман да Хәсәндең төнгө дежурҙары, киске операциялары, ашығыс консультациялары оло янъял менән оҙатыла...

Зәлифә – төҫкә-һынға күркәм, күптән түгел ҡырҡ бишен тултырған ҡатын. Тыныс холоҡло, мөләйем. Әммә ғаилә тормошонан уңа алманы ул. Ире эскесе булды. Өҫтәүенә, ҡатынын һәр саҡ йәберләп, көн күрһәтмәй йәшәтте. Ҡыш көндәренең береһендә Зәлифәнең утыҙ биш йәшен туйлағайнылар. Мәжлестән һуң, ҡунаҡтар таралып бөткәс, бола ҡуптарған ире, уны хәлен бөтөргәнсә туҡмап, өйҙән сығып китте. Әммә шул уҡ төндө ғинуар һыуығында туңып үлеп ҡуйҙы, меҫкен. Иҫле-иҫһеҙ өйҙә ятып ҡалған Зәлифә, әлбиттә, уны төн ҡараңғыһында сығып эҙләй алманы. Өйҙәре янында ғына ятып туңғаны ишетелгәс тә, тәү осорҙары күрше-тирә, таныш-тоноштары араһында төрлө хәбәрҙәр йөрөнө. «Шаҡып-шаҡып та хәләл бисәһенән ишеген астыра алмай ғына харап булды баһадирҙай ир-егет», – тип һөйләнгеләне иренең туғандары. Был турала ҡәйенһеңлеләре йөҙөнә бәреп әйткәне лә булды... Зәлифә ун өс йәшлек ҡыҙы Сәриә менән ҡалды. Әммә эшһөйәр ҡатын һис тә бирешмәне. Юғары категориялы операция сестраһының һәүетемсә хеҙмәт хаҡы ашауға, кейенеүгә генә түгел, ҡыҙын вузда уҡытыуға ла етте. Һылыу, йәш ҡатынға күҙ атыусылар, хатта асыҡтан-асыҡ бергә тормош ҡорорға тәҡдим итеүселәр ҙә булғыланы. Әммә Зәлифә башҡаса кейәүгә сыҡманы. Әллә ире мәрхүмдең ҡылыҡтарын һаман онотмай, шикләнеп, ир-аттан тайпылды, әллә...

Һары алтын төҫөндәге йылҡылдап торған өй халаты кейеп, ҡалҡыу янбаштары бер диван булып сериал ҡарап ятҡан Сәғиҙәнең дә башында төрлө уйҙар буталды. Иң ғазаплыһы – күңеленең ҡайһылыр урынына оялаған, һис аңлатып булмай торған көнсөл хистәр... Йәшерәк сағында улай уҡ булмай торғайны ла баһа. Ни булды уға... Әле генә киткән әхирәтен иҫләп, аҙ ғына тыныслана бирҙе. Эй, Ҡәмәриә булмаһа, яңғыҙы нишләр ине?!. Башҡалар һымаҡ, «әллә, үҙең ҡара» тип, һинең проблемаларыңдан ҡасырға йәтешләнеп тормай.

Поликлиникала сестра-хужабикә булып эшләгән Ҡәмәриә – «район һаулыҡ һаҡлау системаһының төп белгесе». Ҡасандыр бер ваҡыт Хәсән уны шулай атап, хәләл ефетен көлдөргәйне. Ысынлап та, дауахананың ҡайһы бүлегендә ҡасан ниндәй сара үткәрелгәненә, баш табиптың кемгә шелтә, кемгә премия биргәненә, кемдең кем ҡатынына шаян һүҙ әйткәненә, хатта ҡайһы хирург нисегерәк операция яһағанына тиклем белә ул. Торғаны менән белешмәләр бюроһы! Хәсәне кухняла булашҡан арала, Сәғиҙәнең осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙары, ҡай саҡ бер-береһенә бәрелешеп, уны икеләнеүгә лә һалғыланы. Бәлки, янына сығып, бер ни ҙә булмағандай, һин дә мин һөйләшеп алып китергәлер? Былайтып ятып кемгә файҙа? Нисәмә йыл бергә йәшәгән хәләлең менән көн дә тиерлек талашыу ҙа үҙәккә үтә... Әммә тағы әле генә сығып киткән әхирәтенең һүҙҙәрен иҫләне.

– Минең Альбертым әйтә: әпиндисит егерме минут ҡына эшләнә, ти. Тәк шту, өсәр-дүртәр сәғәткә һуҙылған әпрәсиә булмай, – тине бит Ҡәмәриә, күмһеү ирендәрен ослайта биреп. – Бар балнисҡа, Хәсәнеңдең эш урынына тура бар. Моғайын, дауна...

– Әллә нисә мәртәбә хирургияға ызванит итеп белештем. Сестра, һаман эше бөтмәгән, ти бит...

– Беләм инде мин уларҙы, – тине Ҡәмәриә, журнал өҫтәлендә өйөлгән көнбағышын шыртылдатып яра-яра. – Бер ауыҙлы, бер һүҙле улар. Әлбиттә, сестраһын пердуперждайт итеп ҡуйған. Мин үҙем ҡасандыр шул хирургияла ятҡас, беләм бит инде. Кәрәкмәгәндә бик тә татыу ғаилә һымаҡ ул отделение...

...Бынан ун бер-ун ике йыл элгәре Хәсән Ҡәмәриәнең үҙенә лә операция яһағайны. Ҡатмарлы гинекология сире менән ауырып киткән ҡатынын коллегаларына ашығыс рәүештә күрһәтеү урынына, дерматолог Альберт, һәр төрлө уколдар ҡаҙап, өс көндәй өйөндә тотоп, хәләл ефете аңын юғалта башлағас ҡына дауахананан «скорый» саҡыртҡайны. Күп ҡан юғалтыуҙан тыш, балаятҡыһы башҡаса төҙәлмәҫлек булып зарарланған. Ҡатын-ҡыҙ заты өсөн үтә лә мөһим ана шул ағзаһын алып ташларға тура килде. Шунһыҙ уның ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыу мөмкин дә түгел ине... Әллә күпме ҡан ҡойҙолар уға. Өҫтәүенә, ҡаны иң һирәк осрай торған. Бәхетенә күрә, Хәсән Хөрмәтовичтың да ҡаны тап шундай кире резуслы дүртенсе группа булып сыҡты. Операция яһап бөтөү менән, шундуҡ күрше операция бүлмәһендә сисенеп ятты ла иң беренсе булып пациентына үҙе ярты литр ҡанын бирҙе. Башҡа донорҙарҙы тапҡансыға ҡәҙәр уның ҡаны бик тә урынлы булды. Бәлки, Ҡәмәриәнең ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыуға шаҡтай булышлыҡ иткәндер... Ана шул осорҙа дуҫлашып киткәйне Сәғиҙә ошо әхирәте менән. Ҡәмәриә, дауахананан сыҡҡас, оҙаҡламай, Хәсәндәрҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Аш-һыу тирәһендә әллә ни йөрөрлөк булып нығынып етмәгән Ҡәмәриәгә күбеһенсә Сәғиҙә ярҙамлашты. Ана шул кухня тирәһендә уранғылаған саҡта татлы телле хужабикә, ауыҙын ослайтып, Сәғиҙәнең Хәсәнен маҡтап бөтөрә алманы. Ә Хәсән менән Альберттың һүҙҙәре әллә ни берекмәне. Мәжлес ваҡытында балконға сығып тәмәке тартҡыланылар. Ғәжәп, әммә үҙенең «дауалауы»нан һуң ҡатынын ҡотҡарып алып ҡалған коллегаһын Альберт та ни өсөндөр яратып етмәне кеүек. Хәсән күңел өсөн бер-ике анекдот та һөйләгән булғайны, әммә коллегаһы юморҙы әллә ни аңламаған кеше, имеш: «һы» тип кенә ҡуйҙы. Шуға күрә:

– Ярай, рәхмәт, беҙгә ҡайтырға ла ваҡыт, – тине ахырҙа Хәсән Хөрмәтович. – Иртәгә иртә менән дежурға бараһы...

Шул көндән алып Ҡәмәриә Сәғиҙәнең өйөнә гелән берәй «ҡыҙыҡлы» яңылыҡ алып килә. «Кемгә баш табип йылы һүҙ әйткән, кем эшкә һуңлап килгән, кем иртәрәк ҡайтып киткән кеүек» хәбәрҙәрҙе түкмәй-сәсмәй еткереп тора. Ҡайһы табип ҡайһы сестраға күҙ һалған, кем бахмурҙан... Баштараҡ әллә нисегерәк тойолһа ла, тора-бара бындай хәбәрҙәрҙе ишетеү Сәғиҙә өсөн танһыҡ тойолдо. «Сәғиҙәкәйем» тип ләпелдәгән әхирәтен яҡын туғаны һымаҡ күрҙе. Бер көн шулай йылмаяҡ сырайлы Ҡәмәриә кухняла сираттағы хәбәрен еткерергә ашыҡты.

– Беләһеңме, Сәғиҙәкәйем, хирургияның өлкән операция сестраһы бөгөн эшкә бер күҙен күгәртеп килгән. – Ул һуҡ бармағын үҙенең һул күҙе тирәләй әйләндерҙе. – Ә, беләһеңме, кем уға синәк ҡуйған?

– Ҡайҙан ғына беләйем инде мин, өйҙә ултырған кеше... – Сәғиҙә әхирәтенең бушаған сынаяғына шөптөрләтеп сәй яһаны. – Ирелер, башҡаса кем булһын...

– Эйе, ире. Ә, беләһеңме, ни өсөн?

_ ?..

– Ҡыҙғанып туҡмаған ире Зәлифәне. – Өйҙә башҡа кеше булмауға ҡарамаҫтан, ни өсөндөр шыбырҙауға күсте. – Ә, беләһеңме, кемдән ҡыҙғанған?

– Юҡ... – Сәғиҙә, әлбиттә, әхирәтенең ни әйтерен һиҙенде.

Ҡәмәриә тағы ла, нишләптер, тирә-яғына ҡаранып алды. Ирендәрен ослайтып шыбырланы:

– Мин әйткәнде сер итеп тоторһоңмо?

– Бәй, кемгә һөйләр тиһең?

– Их, Сәғиҙәкәйем, бигерәк тә бер ҡатлыһың шул. Иң яҡын әхирәтем булмаһаң, әйтеп тә тормаҫ инем. – Ҡәмәриәнең йөҙөнә йәлләү билдәләре яғылды. – Һинең Хәсәнеңдән ҡыҙғанып туҡмаған уны Юламан...

– Кит, булмаҫты! – Сәғиҙәнең тауышында рәнйеү һиҙелде.

– Ысын, әхирәткәйем, ысын. Былай боларыуы тәүге мәртәбә түгел, тиҙәр.

– Уның боларыуын әйтмәйем мин... Хәсән менән ундай уҡ хәлгә етмәгәндәрҙер ул? – Сәғиҙә иларға етеште.

– Ышан ирҙәргә... – Бер ни булмағандай, артабан һөйләргә тотондо саҡ-рылмаған ҡунаҡ. – Анау йылы...

– Анау йылы мине ҡыҙыҡһындырмай! – тине Сәғиҙә, сыйылдаған тауышы менән иламһырап, – мин Хәсәнемде уйлайым! – тип өҫтәне.

– Утһыҙ төтөн сыҡмай, Сәғиҙәкәйем, әммә тыныслан, – тине әхирәте. – Мин һәр саҡ һинең яҡлы. Ирҙәр барыһы ла... Уларҙы бына ошолай шыҡырҙатып уста ғына тоторға кәрәк, – тип бер усын йоҙроҡҡа йомарлап күрһәтте, икенсе ҡулының һырты менән Сәғиҙәнең бите буйлап аҡҡан күҙ йәшен һөрткөләне.

Хәләл ефете янына кухняға сығып, бәлки, «солох» төҙөшөргәлер, тип икеләнә биреп ятҡан Сәғиҙә ике усын да шыҡырҙатып йоҙроҡҡа йомарланы. Юҡ! Хәсәне үҙе теҙләнеп килмәйенсә, башҡа унан йылы һүҙ көтмәһен! Бына иртәгә үк, бер ни булмағандай, һырпаланыр әле. Үәт шунда Сәғиҙә ҡарап ҡарар: ғәфү итергәме, юҡмы...

Оперсестра Зәлифәнең ире туңып үлгәс, күп тә тормай, Ҡәмәриә Сәғиҙәләргә килеп, бер-ике һүҙ менән генә әхирәтен «зарядлап» киткәйне.

– Хәҙер Юламаны үлгәс, иркенләне теге Зәлифә, – тип Сәғиҙәнең унһыҙ ҙа әсетеп торған яраһына тоҙ һалғандай итте. – Ә һин, Сәғиҙәкәйем, бирешмә, главный, иреңде һаҡла. Ир халҡын беләбеҙ бит. Берәй тол йә ирҙән айырылған ҡатын-ҡыҙ күрһә, бал еҫенә эйәләгән һағыҙаҡ һымаҡ, шул тирәгә тартыла улар.

– Хәсән ана шул Зәлифә менән ысынлап та йөрөй микән? – Һорап ҡуйҙы тағы Сәғиҙә, әхирәтенән аҙ ғына йыуатыу өмөт иткәндәй.

– Мин һиңә әллә ҡасандан уҡ әйтә киләм бит. Главный, ирҙәргә – контроль һәм контроль. Шунһыҙ бер ваҡыт иреңдең ҡойроғон да тотоп ала алмаҫһың. Иң яҡын күргән өсөн генә әйтәм үҙеңә...

Элегерәк тә Хәсәнде әлеге Зәлифәнән ҡыҙғанып, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән Сәғиҙәгә, әлбиттә, етә ҡалды. Зәлифәнең тол ҡалыуы уны оторо ярһытты. Өлкән операция сестраһы көн дә эштә – Хәсән менән бергә. Операция ваҡытында хирургтың һәр хәрәкәтен алдан күрә-белеп, уға мәлендә кәрәкле инструменттарын ҡулына тоттороп ҡына торорға тейешле шәфҡәт туташы менән ҡай саҡ сәғәттәр буйы йәнәш кенә булалар. Ара-тирә ябайыраҡ операциялар ғына бүлек мөдире ҡатнашлағынан башҡа үтә. Әлбиттә, Зәлифә хирургия бүлегенең берҙән-бер операция туташы түгел, бүтәндәр ҙә бар. Әммә, дауаханаларҙағы электән килгән ғәҙәт буйынса, мөдир ҡатнашҡан операцияларҙа күпселегендә уға тәжрибәле өлкән медсестра ярҙамлаша. Был хаҡта ла Ҡәмәриә ваҡытында һеңдереп ҡуйҙы. «Хәсәнең әпрәсиәгә Зәлифәне генә ярҙамға ала, тигән хәбәр йөрөй. Башҡаларҙы сәпсим признавайт итмәй, ти...»

Кемдер бындай хәбәргә күҙ йомоп, сираттағы ғәйбәт тип кенә ҡарар ине, тик Сәғиҙә түгел! Һәр саҡ: «Кем бөгөн һинең менән операцияла торҙо?» – тип һорашып, ҡыҙҙырып ала тәүҙә. «Зәлифә Моратовна менән», – тип, үҙе лә аңғармай, утҡа май һибә Хәсән. «Зәлифәм менән, тиң, дөрөҫөн әйт!»

Сираттағы боланы башлап та ебәрә Сәғиҙә...

Уйҙар, уйҙар... Сәғиҙәһе хәҙер ни уйлай икән?.. Арыҫлан күп нәмәне әсәһенән йәшерергә тырыша... Их, улының өйләнеү фактын әсәһенән йәшереүе Зәлифәгә бәйле шул. Дөрөҫөрәге, уның Сәриә исемле ҡыҙына.

Бынан ике йыл элек Арыҫлан, сираттағы ялына ҡайтҡанда, уны-быны уйламай, өйгә килеп инеү менән хәбәр һалғайны.

– Атай, әсәй, һөйөнсө! – тине ул, өйгә инеп хәл-әхүәл һорашҡас та.

– Йә, ни булған? – Урынһыҙға етди төҫ алған әсәһе насар хәбәр ишетергә йыйынғандай һораны.

– Өйләнәм, – тине Арыҫлан.

– Кемгә өйләнәһең? – Сәғиҙәнең тауышында йәнә әсәләргә хас булмаған тимер һалҡынлығы яңғыраны.

– Сәриәгә! – Арыҫлан кәйефе һүрелә биреп яуапланы. – Зәлифә апайҙың медта уҡып йөрөгән ҡыҙына, – тип өҫтәп ҡуйҙы аҙаҡ.

Улының ана шул Зәлифәнең ҡыҙы менән бер-ике йыл осрашып йөрөүен белә ине Сәғиҙә. Әле Арыҫландың хәбәрен ишетеү менән, йөҙө ҡыҙара бүртеп, ирендәре ҡымталып, бер яҡ сикәһе тартыша биреп ҡуйҙы. Дауыл сығырын һиҙенгән Хәсән, бына-бына башланырға торған ғауғаны ишетмәҫ өсөн, ниндәйҙер һылтау тапҡан булып, ванна бүлмәһенә инеп сумды. Әммә, ғәжәпкә, әсәһе улына бер ни ҙә өндәшмәне, шымтайған көйө көнө буйы йөрөнө. Сәриә менән никахына әсәһенең риза булмауын, әлбиттә, шундуҡ аңланы Арыҫлан, ни өсөн икәнен дә...

Бер нисә көндән ғорур ҡыҙ Арыҫландың ЗАГС-ҡа барыу тәҡдимен ҡырҡа кире ҡаҡты һәм башҡаса үҙен бимазалап йөрөмәүен үтенде.

– Әсәйең телефондан шылтыратҡан, – тип илауланы ул. – «Ирем менән гулять итеүең етмәгән, минең төпсөк улымдың башын ашамаҡсы булаһығыҙмы?!» тип һис ғәйепһеҙ әсәмде яман һүҙҙәр менән битәрләгән!..

Яратҡан әсәһе өсөн ныҡ рәнйегән ҡыҙҙы бер нисек тә йыуата алмаҫ һымаҡ ине егет. Сәскә бәйләме тотоп, һөйгәне йәшәгән дөйөм ятаҡҡа көн дә килде... Сәриәһе менән мөнәсәбәте боҙолоуҙа әсәһенең туранан-тура ғәйепле икәненә эстән генә көйҙө, әммә был хаҡта бер ни ҙә өндәшмәне. Тик, нисек кенә үкенесле булмаһын, донъяла иң яҡын булған ғәзиз кешеһен бынан ары хәл ителәсәк мәсьәләләргә бер ҡасан да ҡатнаштырмаҫҡа ҡарар итте.

Ана шулай төпсөк улы тураһында байтаҡ ҡына уйланып ултырҙы Хәсән, аш бүлмәһендә яңғыҙы сәй һемерә-һемерә. Балконға сығып тартып инде лә бер аҙ һыуына биргән сәйнүк аҫтына йәнә ут төрттө.

Йәштәр, әлбиттә, мәсьәләне был юлы үҙҙәренсә хәл итмәксе. Афариндар! Тик бына... Их, Сәғиҙә, Сәғиҙә... Бер нәмә тураһында ла уның менән ипле һөйләшеп булмай шул. Шуға күрә лә уға, ихтимал, иң һуңынан ғына асырға мәжбүр буласаҡтар был серҙе.

Яҙмышы менән ризалашып, өйҙәге иҫәп-хисапһыҙ янъялдарға ла әллә ҡасан уҡ өйрәнергә тейеш булғандыр Хәсән Хөрмәтович. Әҙәм балаһы һәр нәмәгә лә күнегеүсән... Әммә, күп тапҡырҙар кирбес килеп бәрелеүенә өйрәнә алмаған баш һымаҡ, ыҙғыш-талашҡа барыбер ҙә күнегә алманы. Татыу ата-әсә ҡарамағында үҫкән Хәсән, ғаиләлә һис бер талашмайынса ғына ла йәшәп булалыр, тигән фекерҙә булды. Хатта хәҙер ҙә ундай уйҙан төңөлмәгән. Әммә Сәғиҙәһе менән йәшәгән дәүерҙә бындайын да оптимистик уйҙары ярайһы һүрелә төштө: «Татыу йәшәргә булалыр, тик Сәғиҙә менән түгел!»

Сәғиҙәнең ябай, эскерһеҙ, яҡшы күңелле йәш сағын Хәсән бөгөнгөләй хәтерләй. Бәлки, йәшлек менән уға шулай тойолғандыр... Салт аяҙ күк йөҙөн хәтерләткән зәңгәр күҙле, алтындай һары сәсле, мәрйә ҡыҙҙарына оҡшап торған аҡ йөҙлө был һылыу ҡыҙҙы Салауат һәйкәле янында осратты ул. Унынсы синыфты әле генә тамамлап, университетҡа имтихан бирергә килгәйне ҡыҙ. Институттың дүртенсе курсынан һуң практикала йөрөгән Хәсән уны бер күреүҙә үк оҡшатты. Юҡ, юҡ, үлеп ғашиҡ булды ла ҡуйҙы! Һәйкәл янына фотоға төшөргә әхирәте менән килгән ҡыҙҙы тәүҙә мәрйәлер тип уйланы. Яҡыныраҡ килгәс, үҙ-ара тап-таҙа башҡорт телендә һөйләшкәндәрен ишетте. Йәш аралары байтаҡ булыуына ҡарамаҫтан, инде бер аҙ «утты-һыуҙы кискән» студент егет өсөн танышып алыу әллә ни ауыр ҙа булманы.

Сәғиҙә күрше райондан булып сыҡты. Йөрәгендә ғишыҡ уты дөрләгән егет көн дә тиерлек абитуриенттар йәшәгән ятаҡҡа килә башланы. Үкенескә ҡаршы, ҡыҙ, рус теленән диктантын «икеле»гә яҙып, университетҡа инә алманы. Инде ауылға нисек ҡайтып күренергә, тип оялып йөрөгән Сәғиҙәгә Хәсән көтмәгәндә өйләнешергә тәҡдим яһаны. Тәүҙә бер аҙ албырғап ҡалған Сәғиҙә бер-ике көн уйланы ла риза булды ла ҡуйҙы. Сөнки зәңгәр күҙле сибәркәй Хәсәнде лә оҡшатты. Уның ауыл малайҙарына әллә ни хас булмаған ҡыйыулығы, оҙон буйы, киң яурындары, айырыуса инде бишенсе курсҡа күскән студент булыуы үҙенә тартты. Шул көндө үк никах йортона барып ғариза бирҙеләр... Ата-әсәләренең ризалығын һорап та торманылар. Уларға тик «Беҙҙе законлы никах менән ҡотлағыҙ...» тигән телеграмма ғына һуҡтылар. Ҡышҡы каникулда икеһенең дә ата- әсәләрен ҡайтып күреп, танышып алдылар. Ана шулай туйһыҙ-ниһеҙ генә өйләнешеп, бергә йәшәп алды ла киттеләр.

Студент йылдары, әлбиттә, шаҡтай ауырлыҡтар менән үтте. Нужа һурпаһын аҙ һемермәне улар. Институттың дөйөм ятағында урын етешмәү сәбәпле, бер әбейҙә фатирҙа йәшәргә тура килде. Студент стипендияһы фатир хаҡын түләргә генә етә ине. Шуға күрә Хәсән, уҡыуҙан тыш, больницаға медбрат булып төнгө дежурға урынлашты, көндөҙҙәрен урам һеперҙе. Йәш кәләш тә тик ятманы. Декрет отпускыһына тиклем шырпы заводына оператор булып ҡыялды. Аһ, аһ, ана шундай етешһеҙ осорҙа уларҙың ғаилә тормошо ал да гөл тиерлек ине. Ни өсөн шулай?.. Татыу ғүмер итеү өсөн кешеләр әллә тик мохтажлыҡта, ярлылыҡта йәшәргә тейешме? Сәйер был донъя, сәйер... Тормоштарының тәүге осоронда үҙ-ара булған ваҡ-төйәк аңлашылмаусанлыҡтарҙы, хатта ҡатынының ҡайсаҡ йәш ҡыҙҙарҙан ҡыҙғаныу осраҡтарын да көлөп кенә, үтә лә еңел үткәреп ебәрә ине Хәсән. Күбеһенсә уйынға һабыштыра йә иһә уның алдында теҙләнеп ғәфү үтенгән кеше була. Йәш кәләш бер-ике сәғәттән һин дә мин яҙылып китә, болот аҫтынан сыҡҡан ҡояштай йылмайып ебәрә. Үҙе лә эштән арып ҡайтҡан Сәғиҙәнең һәр бер ваҡ-төйәкте тикшереп, ирен игәп ултырырға ваҡыты ла, әллә ни теләге лә юҡ ине, ахырыһы. Йәш сағындағы фотоальбомын ҡараған һайын, тик бер күңелһеҙ хәл генә әле булһа иҫенә төшә Хәсәндең. Сөнки альбомындағы класташ һәм курсташ ҡыҙҙарҙың барыһының да фотоһүрәттәрен юҡ иткәйне Сәғиҙә. Ниндәй сәбәп икәне, әлбиттә, билдәле. Тәүҙәрәк Хәсән, шаяртып ҡына йәшергәндер, тип йөрөгәйне, әммә күпмелер ваҡыттан фотоларҙың ҡайҙалығын һорағас, һин уларҙы башҡаса бер ҡасан да күрмәйәсәкһең, тине Сәғиҙәһе... Студент ғаиләһендә тәүге бала – Афзалдары тыуғас, хәләл ефете бөтөнләй бала ҡарауға мөкиббән китте.

Хайуандарҙы, ҡоштарҙы бигерәк ярата ине Сәғиҙә. Йә урамдан аҙашҡан бесәй балаһын алып ҡайта, йә өйһөҙ йөрөгән эттәргә ашарға сығарып бирә. Бер мәл телевизорҙан «Хайуандар донъяһында» тигән тапшырыу ҡарағандары иҫендә ҡалған. Күптән түгел генә осорға өйрәнгән үҙенең балаларын, ҡанға туҙҙырғансы суҡый-суҡый, ҡанаттары менән һуҡҡылап, ҡаянан этәреп төшөргән инә бөркөттө күрһәттеләр. Балаларына ярҙамға ташланған ата бөркөттө лә, ояһына яҡынлатмай, ҡурҡытып ебәрҙе инәлек. Ҡая аҫтында ун – ун биш метр самаһы ғына осоп, әллә ни ҡалҡына алмай аҙапланған балалары тирәһендә бер ни тиклем осоп әйләнгеләгән ата бөркөт – үҙ ояһына башҡаса яҡынларға ҡурҡтымы – юғарыға күтәрелеп, саңҡылдай-саңҡылдай һауала бер-ике өйөрөлдө лә ҡайҙалыр китеп юҡ булды. Тағы кемдәрҙәндер ояһын ҡурсаларға йыйынған инә бөркөт, дошманына ташланырға әҙерләнгәндәй, ҡанаттарын бер аҙ йәйә биреп, тирә-яҡҡа уҫал ҡараш ташлап, бер талай талпынып ултыра бирҙе. «...Ояһында ят йәнлек еҫен һиҙгән инә бөркөт, балаларын ҡыҙғанып, хатта уларҙы үҙе һәләк итеүе лә мөмкин, – дикторҙың тыныс, ҡалын бас менән талғын ғына һөйләгәне ни өсөндөр шомло тойолдо. – Иғтибар итегеҙ, хөрмәтле телевизор ҡараусылар, нисек итеп билдәһеҙ дошмандан ул үҙ өйөн һаҡлай: хатта ата бөркөттө лә яҡын ебәрмәй...»

– Шуға ғына күҙең йәшкәҙәп ултырмаһаң! – тип көлгәйне Хәсән тапшырыуҙы илай-илай ҡарап ултырған Сәғиҙәнән. – Хайуандарҙың, ҡоштарҙың үҙ психологияһы. Беҙ уларҙы бер ҡасан да аңлай алмаясаҡбыҙ. Сөнки беҙ – кешеләр...

– Балалары йәл бит, – тигәйне Сәғиҙә, ҡулъяулығы менән йәшен һөртә-һөртә.

– Ә атаһы йәл түгелме? – Һаман шаяртты Хәсән.

– Атаһы бирешмәҫ тә ул, – тине Сәғиҙә, – себештәре йәл...

Ваҡыт үтте. Улдары бер-бер артлы үҫте. Инде әллә ҡасан уҡ район үҙәк дауаханаһы табибы булып эшләй башлаған Хәсәнде, өс йыл ординатор вазифаһын башҡарғандан һуң, бүлек мөдире итеп тәғәйенләнеләр. Байтаҡ стажы булғанғалыр, хеҙмәт хаҡы арыу ғына. Ғаиләһен, балаларын кейендереп, туйҙырыуҙан артып ҡалғанын йыйып, өр-яңы өс бүлмәле фатир алыуға иреште. Йәшерәк сағында мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән Сәғиҙәһе, инде «начальник бисәһе» булараҡ, иҙән йыуыу эшенән әллә ҡасан уҡ баш тартты. Көн дә тиерлек затлынан-затлы кейемдәр алмаштыра башланы. Атлауҙары, хатта үҙенән «түбәндәр»гә ҡарашы ла үҙгәрҙе. Элегерәк уның менән мәктәптә бергә эшләгән таныш ҡатындар осраһа, йыш ҡына уларҙы күрмәй, танау буйына ғына ҡарап, туп-тура үтеп китә. Әйтерһең дә, мәктәп директоры... Йәшерәк ваҡытында үҙе лә шулар һымаҡ уҡ «ҡара эш» башҡарғанын тиҙ онотто. Йүнлерәк урында эшләү өсөн, әлбиттә, урта махсус белем тураһында булһа ла диплом кәрәк шул. Шуға ла ул артабан өйҙә ултырыуҙы хуп күрҙе. «Начальник бисәһе була тороп, иҙән йыуып йә гардеробта кейем элеп йөрөмәм!» – Бына уның сафсатаһы.

Ауылда йәшәгән һәр кешегә таныш: яҡшы ашап торған йылҡы малы, һимерә бара, майына сыҙамай, уйнаҡлай башлай. Хатта эйәһенә тибергә ынтыла, аңғармайыраҡ ҡалһа, муйынын тешләп ала. Кеше лә бит – тәбиғәт балаһы. Сәғиҙә лә «һимергән» һайын уҫаллаша барҙы. Көнө-төнө тигәндәй ғаилә өсөн тир түккән, йәне-тәне менән эшкә сумған ирен үҙенең өйҙәге һанһыҙ затлы әйберҙәренең береһе һымаҡ ҡына итеп күрә башланы... Уның өсөн Хәсән тик аҡса сығанағы, иң күбендә «эш аты» булып ҡалды. Ә һәр кешелә була торған күңел, хис, уй-тойғо кеүек төшөнсәләр иренә лә хас икәнен әллә онотто, әллә белергә теләмәне.

Бер нисә йыл элек Сәғиҙә иренең хеҙмәт хаҡы менән ҡыҙыҡһына башланы. Ҡыҙыҡһына тиһәң, йомшаҡ әйтелгән дә булыр... Ай һайын дауахананың бухгалтерияһына барып, Хәсәненең күпме аҡса алғанын тикшерергә ғәҙәтләнде. Администрация тирәһенә инер хәле ҡалманы хәҙер Хәсәндең: «Хәсән Хөрмәтович, ҡатынығыҙ бөгөн дә һеҙҙең күпме зарплата алғанығыҙ тураһында белешеп китте». Шул саҡ кешеләрҙән оялышынан мунса төшкәндәге һымаҡ булып тирләй абруйлы хирург. Ҡатмарлы операцияла ла улай уҡ тиргә батмай... Унан кабинетына инеп ултырып, бар асыуын тәмәкеһенә төшөрә. Ә өйгә ҡайтҡас, Сәғиҙәһе «етешмәгән» бер нисә йөҙлөктө таптыра башлай, «һөйәркәһе Зәлифә»һен һәр төрлө бүләккә күмеүҙә ғәйепләргә тотона. Үткән йыл, Һигеҙенсе март көнө, хирургия бүлеге ир-егеттәре ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотларға меңәр һум йыйғайнылар (хирургия бүлегендә егерменән ашыу ҡатын-ҡыҙ, ир-ат бишәү генә). Сәғиҙә ана шуның өсөн өйҙә оло ғауға сығарҙы. «Миңә, үҙеңдең хәләл ефетеңә, ҡоро сәскәнән башҡа бер нәмә лә алырға эшкинмәгәнһең, ә хирургияңа меңәр тәңкәләп аҡса ташлауҙы бер тин шайы күрмәйһең. Алып килеп йөрөйһө булма миңә башҡаса был үләнеңде!» – тип вазалағы гонаһһыҙ гөлләмәне йомарлап, ҡый биҙрәһенә ырғытты.

Хәсән унһыҙ ҙа һәр байрамда ҡатынын бүләкһеҙ ҡалдырманы. Ҡиммәтлеләренән, затлыларынан ғына алырға тырышты, тик һуңынан һәр саҡ үкенергә мәжбүр ине. Ни өсөн тигәндә, бүләкте ҡулына алыу менән шундуҡ етди төҫ алған йәнкиҫәге, рәхмәт әйтеү урынына, әйберҙең этикетка ҡағыҙын эҙләй башлай. «Күпмегә алдың?» – иң беренсе һорау. Унан бүләктең матурлығын, сифатын бер талай тәнҡиткә тота. Хәләл ефетенең шул ҡылығын күреп, эстән генә көйөп торған Хәсән уға башҡаса бер ҡасан да бүләк алмаҫҡа үҙ-үҙенә һүҙ бирә. Тик киләһе байрамда әлеге хәл ҡабатлана... Шуның өсөн дә һуңғы осор байрамға сәскә генә бүләк иткәйне шул.

Ҡунаҡ-мунаҡҡа бергә йөрөгән тиң-тоштары, туғандары әкренләп уларҙан ситләшә барҙы. Мәжлестәрҙә матур ғына ултырған мәлдә, йә береһенең, йә икенсеһенең ҡатынынан һис юҡҡа ирен көнләшеп, талаш башлаған Сәғиҙәнең ҡылыҡтарын, әлбиттә, яҡын кешеләре бер ҙә оҡшатманы. Хатта үҙенең бер туған һеңлеһе Сәбилә менән дә һыйыша алманы. Еҙнә тип Хәсәнгә бер-ике шаян һүҙ ҡушҡаны өсөн һис ғәйепһеҙгә апаһынан тиргәлгән Сәбилә уларға башҡаса килмәҫ булды. Тик Ҡәмәриәһе – йәндәй күргән әхирәте генә уны ташламаны. Ауыр минуттарҙа уға үҙенең «үтә лә ҡиммәтле» кәңәштәре менән һәр саҡ «ярҙамға» килде.

Бөтә ғүмерен хирургияға бағышлаған Хәсән, үтә ныҡ көсөргәнеүҙән ҡан баҫымы юғары күтәрелеп, инде тиҫтәләгән түгел, ә йөҙәрләгән тапҡырҙыр, ҡай саҡ ҡыл өҫтөндә генә торған кеше ғүмере хаҡында уйлана-көйә өйөнә ҡайта. Өй шарттарында, ғаилә усағы йылыһында аҙ ғына булһа ла тынысланыу, йәнен ял иттереү өмөтө менән. Ә өйөнә ингәс иһә – талаш сценарийҙары... Быларҙың барыһын да бер йөрәккә һыйҙырып барыуҙары ауыр. Бының берәй сиге булырға тейештер бит?!

«Донъяһына төкөрөп, күтәреп һуғып» өйҙән сығып китергә күпме мәртәбә уҡталғаны булды уның. Тәүҙәрәк малайҙарҙың бәләкәйлеге тотҡарланы. Унан уларҙың әле уҡыу йортон тамамламағанлығын уйланы. Артабан инде, улдарының өйләнер ваҡыттары еткәс, уларҙы башлы-күҙле итеү өсөн дә ғаиләнең тулы булыуы мөһим тойолдо. Ярай әле, өлкән улы Афзалын өйләндерҙеләр. Улары яҡшы ғына йәшәп ята. Әммә шул Афзалының туйы мәлендә Сәғиҙәһе ҡуптарған «вайна»ны һаман онотмай Хәсән. Әлфиә килененең ата-әсәһе, йәғни ҡоҙалары алдында ошоғаса уңайһыҙлана хәләл ефетенең ҡылығы өсөн.

... Туй мәжлесендә йәнәш ултырған Сәғиҙә тәүҙәрәк осло башлы туфли кейгән аяғы менән өҫтәл аҫтынан уның аяҡтарын бер талай «ҡапшап» ултырҙы: йәнәһе, берәй ҡоҙаса-фәләндең ботона баҫҡылап ултырмаймы Хәсәне... Өҫтәүенә, яҡында ултырған ҡатын-ҡыҙ затына һүҙ ҡушыр әмәле юҡ, аҫтан ғына семетеп ала. Уныһына ла түҙергә мөмкин ине... Бер саҡ туй тамадаһы «дамский вальс» иғлан иткәс, сөм-ҡара күҙле бер сибәр ҡоҙаса шаян йылмайып, уйнаҡлап ҡына Хәсән янына килде. «Разрешите!» тип тансыға саҡырмаһынмы, ауыҙына май туңғыры. Хәләл ефетенең семетә-семетә тороп ҡалғанына, йәнәһе, берәү һыр бирмәй, әлеге матур ҡоҙаса менән бейергә төштө лә китте – суҡынһын донъяһы! Бәлки, башҡа берәй ҡатын-ҡыҙ, бүтәндәрҙән бер аҙ уңайһыҙланыуынан булһа ла, түҙеңкерәп торор ине. Исмаһам, өйгә ҡайтҡансыға ҡәҙәр. Тик Сәғиҙәме! Бер-ике әйләнеп тә өлгөрмәнеләр, асыуынан йөҙө ҡыҙара-бүртенгән бисәһе, ултырғыстарҙы йыға-йыға, өҫтәл артынан етеҙ генә сыҡты ла, шәп-шәп атлап, туп-тура быларҙың янына килде. «Хәсән!» – тигән ярһыулы тауышҡа башҡалар ҙа боролоп ҡараны. Төп ҡоҙағыйҙың тос ҡына усы төп ҡоҙаның яңағына «шап!» итеп ҡалыуына барса ғәм шаһит булды. Килененең, ҡоҙаларының алдында ифрат ныҡ оятҡа ҡалған Хәсән, ер тишегенә инерҙәй булып, үҙен нисек тоторға ла белмәне. Асыуынан йөҙө ҡара көйгән килеш туйҙан китергә уҡталып ҡуйғайны, әммә йәштәрҙең, ҡунаҡтарҙың күңелен уйланы. Байтаҡ йылдар хәмерҙе бар тип тә белмәгән Хәсән асыуынан ярты стакандай араҡыны төп күтәрә эсеп тә ебәрҙе. Был ғауғаны барыһы ла бик тиҙ онотто, мәжлес артабан бер ни булмағандай дауам итте...

Шул болалы туй үтеп киткәнгә лә һигеҙ йыл... Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары Хәсәндәрҙе бер нисә мәртәбә ҡунаҡҡа саҡырғылап ҡайтарҙы, әммә үҙҙәре уларҙың өйөнә ошо көнгәсә аяҡ баҫҡаны юҡ! Ҡоҙаларының, һәр төрлө сәбәп тапҡан булып, уларға килмәүе, бәлки, яҡшығалыр... Ихтимал, яҡшығалыр...

Төпсөк улын – Арыҫланын өйләндергәндән һуң бер көн дә тормай өйҙән сығып китергә ҡарар иткәйне Хәсән сираттағы бер «дауыл» ваҡытында.

Китер... Арыҫланын өйләндергәс... Төпсөк улына туй яһап, уны имен-һау үткәреп ебәреү өсөн тағы ла ғаиләнең тулы булыуы зарур...

Башының уң яртыһы һулҡылдап ауыртырға тотондо. Тағы ла ҡан баҫымы күтәрелә... Шкафтан дарыу алып ҡапты. Сырмалсыҡ уйҙарынан һаман арына алмай яфаланды. Тулы ғаилә... Ғаиләнең ниндәй тулылығы булыу мөмкин был янъялсы Сәғиҙә менән!.. Буласаҡ ҡайныларына Арыҫландың «атайым менән әсәйем бергә йәшәмәй» тип кенә әйтеүе хәйерлерәк булмаҫмы? Ихтимал, берҙән-бер аҡыллы ҡарар – шулдыр... Сәғиҙәнең оҙаҡ йылдар буйы һыналған ҡылығы Арыҫланының туйы ваҡытында тағы берәй бәләгә тарытмаҫ тип уйлама... Юҡ! Һәм тағы бер мәртәбә – юҡ! Бынан ары бер көн дә бергә йәшәмәйәсәк Сәғиҙә менән. Хәсәндең башҡаса түҙер әмәле ҡалманы. «Бөгөн үк!.. Бөгөн үк!..» – тип эстән генә ҡабатланы тиҙҙән хәләл ефете сығарасаҡ янъялды күҙаллаған ир. «Яҙмыштан уҙмыштар табырмын!..» – тип тә эстән генә көйләне. Тик йырлап түгел, ә үтә лә ярһып...

Сәғиҙә, ысынлап та, оҙаҡ көттөрмәне. Ҡул һырттары менән ике янбашына таянып, был сығып таймаһын тигәндәй, кухня ишеген яҫы осаһы менән бөтөнләйгә тиерлек ҡаплаған «йәнкиҫәк» ғәҙәттәге позаһын алды. Ҡорбанына ташланырға әҙер йыртҡыстай, зәңгәр күҙҙәрен бәзерәйтеп, хәләл ефетенә төбәлде. Асыулы ҡымталған ирененең ситтәре тартыша-тартыша биреп ҡуя. Әле булһа йәш сағындағы һылыулығын юғалтмаған ҡатындың ошолай тороуы уның бар матурлығын юҡҡа сығара. Хәсән был юлы тыныс ҡына сәй һөрпөлдәтеүен дауам итте.

– Аппендицит операцияһын нисә сәғәт яһайҙар? – Тәүҙә инеш һорауын сәпәне Сәғиҙә.

– Стадияһына ҡарап. – Мөмкин тиклем тыныс яуап бирҙе Хәсән. – Нормаһы юҡ. Төрлөсә була.

– Әкиәтеңде башҡа ерҙә һөйлә, йәме, миңә һөйләмә. Аппендицитты иң күбендә лә ярты сәғәт эсендә алып ташлайҙар. Әллә һиңә, медик булмағас та, шыр наҙан тип уйлайһыңмы! Әпәт уйнаш Зәлифәң менән бергә булдыңмы?.. Иш-шу телефонын һүндереп ҡуйған...

Инде сәй эсеүен туҡтатҡан Хәсән әкрен генә урынынан торҙо. Кранды асып, ашанған һауыт-һабаһын йыуырға тотондо. Был юлы иренең ҡаршы һүҙ ҙә әйтмәүе ҡатынды үтә ярһытты.

– Нимә, уйнаш ҡатаһы, әйтер һүҙең юҡмы? То-то... Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ шул...

– Мине нахаҡҡа рәнйетеүең етмәгән, һис ғәйепһеҙ Зәлифәгә яла яғып, гонаһтан ҡурҡмайһың, Сәғиҙә. Кемделер зина ҡылыуҙа урынһыҙ ғәйепләһәң, үҙеңә ана шул зина ҙурлығындағы гонаһ яҙыла икәнен мин һиңә әйттем шикелле ҡасандыр...

– Һай-һай, ҡалай мулла берәү! Ә нишләп һин һаман Зәлифәңде яҡлашаһың, бер ҙә һүҙ тейҙергең килмәй?..

Ғәҙәттә сыға торған ғауғаның башы ғына әле был. Әммә хәләл ефете нисек кенә сәрелдәмәһен, ниндәй генә ағыулы һүҙҙәр ташламаһын, Хәсән башҡаса уға яуап бирмәҫкә булды. Шулай өнһөҙ генә йөрөп, оло сумкаға кәрәкле әйберҙәрен йыйырға тотондо. Иң тәүҙә паспорт, диплом, табип сертификаты кеүек мөһим документтарын барланы, шунан костюм, эске кейемдәрен сумкаһына тыҡты. Ҡырынғыс-фәләнен дә онотманы.

Уның ғүмерҙә лә ҡыланмаған был эшен күреп торған Сәғиҙә телен йотто. Дежурға тиһәң, улай уҡ күп әйбер йыймай торғайны, етмәһә бөгөн уның сираты ла түгел, буғай... Бая ғына ҡыҙара-бүртеп торған йөҙө кинәт ағарып ҡалғандай тойолдо.

– Ҡайҙа йыйындың? – тине ул, күпкә һүрелә төшөп.

– Китәм. – Бер һүҙ менән генә яуап бирҙе Хәсән.

– Ҡайҙа китәһең?.. – тине Сәғиҙәһе, был юлы иларға етешеп.

– Просто китәм. Ошо көн килерен әллә нисә йыл элек үк һиҙенеп, һығымта яһарға тейеш инең. Был хаҡта һине күпме тапҡырҙар киҫәттем. Әммә, бер ҡайҙа ла китә алмаҫ, тип уйланың. Үҙеңә ғүмерлеккә бирелгән шәхси милегең һымаҡ күрҙең мине. Тик һинең өсөн мин һис тә ҡәҙерле әйбер булманым. Үҙең теләгәнеңсә типкеләп, миңә аяҡ һөртөп йәшәргә тырыштың. Ир булараҡ, минең дә үҙемде хөрмәт итеүгә хоҡуҡлы шәхес икәнемде әллә ҡасан уйыңдан сығарып ташланың, үкенескә ҡаршы.

– Ә балалар?...

– Бирешмәҫтәр. Уға ҡалһа, мин балаларымдан китмәйем... Бәлки, шуларҙың бәхете өсөн китәмдер. – Хәсән төпсөк улының өйләнеүе хаҡындағы ваҡытлыса серҙе ысҡындырып ебәрә яҙҙы... – Аҙыҡлыҡ аҡсаны почта аша һалып торормон. Бик етмәҫтәй булһа, эшкә төш. Аяҡ-ҡулың имен... Хуш.

Ул ишекте асып сыҡҡанды Сәғиҙә күрмәне, сөнки ике ҡулы менән битен ҡаплап, һыңҡый-һыңҡый илай ине.

Эш бүлмәһендә «йәшәй» башлаған Хәсән Хөрмәтович тураһында үҙ-ара һәр төрлө һүҙ йөрөткән персонал бер аҙҙан тыныслана төштө. Уның һәр саҡ эш урынында булыуы дежурҙағы шәфҡәт туташтары өсөн әллә ни ҡулай түгел шул. Кистәрен гәп һата-һата иркенләп сәй эсеп йә иһә берәй телесериал ҡарап булмай... Ә хирургтарға иһә, киреһенсә, бик тә йәтеш: ҡатмарлы осраҡтарҙа консультация бирерлек начальнигың янда... Әйткәндәй, теге саҡта Сәғиҙә менән һуңғы мәртәбә «талаштырған» пациенттың хәле һәүетемсә яҡшыра. Хатта эсенән сығып торған көпшәләрен бөгөп бәйләп ҡуйып, палата эсендә унда-бында йөрөргә лә рөхсәт итте Хөрмәтович. Ғәжәпкә, Сәғиҙә телефон аша башҡаса шылтыратмаҫ булды. Ҡатынының ни уйлап йәшәүе менән Хәсән әллә ни ҡыҙыҡһынманы, сөнки, оҙаҡ йылдар уның менән бергә ғүмер иткән кеше булараҡ, был турала ул яҡынса белә ине. Шулай ҙа, айырым йәшәй башлауҙарына бер аҙна тигәндә, Сәғиҙәһенән тәүге сигнал булды. Тик телефон аша түгел.

– Инергә мөмкинме, Хәсән Хөрмәтович? – тине бүлмәнең ишеген ҡыйыуһыҙ ғына шаҡый-шаҡый асҡан Зәлифә иртә менән. «Үтегеҙ», – тине аҡ халатын да кейеп өлгөрмәгән доктор. Өҫтәлендә торған сәғәтенә ҡарап алды. Эш башларға әле ярты сәғәт самаһы ваҡыт бар.

– Тыңлайым һеҙҙе, Зәлифә Моратовна. Берәй ашығыс һорауығыҙ бармы? – тине ул һәм ҡырынғысының шнурын розетканан һурып алды, өҫтәлендә торған ҡупшы һауытлы одеколонын битенә һиптерҙе.

Зәлифәгә бигерәк тә оҡшай шул еҫ! Әммә бөгөн хушбуй ҡайғыһы юҡ унда.

– Ғәфү итегеҙ, Хәсән Хөрмәтович, – тип башланы ул һүҙен. – Кисә кис миңә ҡа тынығыҙ килде.

– Сәғиҙәме?.. – Ни әйткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды Хәсән Хөрмәтович. Крахмаллап үтекләнгән халатын кейеп алды ла өҫтәл артындағы ултырғысына барып ултырҙы.

– Минең белеүемсә, Хәсән Хөрмәтович, һеҙҙең бер генә ҡатынығыҙ бар. – Зәлифә аҡ ҡалпағы аҫтынан сыҡҡан бер шәлкем сәсен йүнәтеп, яңынан йәшерҙе. Яҙ мәлендә ташҡан күлдәй, уның асыҡ йәшкелт күҙҙәре дымланды. Алдағы һөйләшеүҙең уғата ла күңелһеҙ буласағын һиҙенгән Хәсән өҫтәле артынан сыҡты ла бүлмәһенең ярым асыҡ ҡалған ишеген барып япты.

– Тыңлайым, Зәлифә Моратовна, – тине ул, бер аҙ тыныслана төшөп. Ҡабаттан урынына ултырҙы. – Һөйләгеҙ.

Зәлифә күҙ йәштәрен ҡулъяулығы менән ҡоротоп алды ла әкрен генә һүҙ башланы.

– Өйөгөҙҙән сығып китеүегеҙҙә мине ғәйепләй ҡатынығыҙ. Йәнәһе, арағыҙға инеп, һеҙҙең татыу ғаиләгеҙҙе боҙғанмын. Мине судҡа биреү менән янай. Минең... ғәйебем юҡлығын ишетергә лә теләмәй.

– Аңлайым һеҙҙе, Зәлифә Моратовна, бик яҡшы аңлайым. Әммә ни эшләргә белмәйем... – тине Хәсән Хөрмәтович бер аҙҙан, ауыр һулап. – Рөхсәт итегеҙ. – Ул өҫтәлдәге «Винстон» ҡабына үрелде. – Әгәр минең урынымда булһағыҙ, ни эшләр инегеҙ?

– Ҡайтығыҙ өйөгөҙгә, Хәсән Хөрмәтович, – тине Зәлифә бер аҙҙан. – Сөнки мин хәҙер унан ҡурҡа башланым. Барыбер ул миңә тыныс эшләргә бирмәҫ. Бында килеп етер әле... Юғиһә...

– Нимә «юғиһә»?..

– Юғиһә, Хәсән Хөрмәтович, ғариза яҙырға мәжбүр буласаҡмын...

Хәлдең бындай боролош алырын көтмәгән мөдир бер аҙ ҡаушаны, әммә үҙен тиҙ ҡулға алды.

– Тә-ә-әк, Зәлифә Моратовна. – Мөдир ни әйтерен уйлап алды. – Һеҙҙе бер ҡасан да эштән бушатмаҫтар, – тине, бер аҙ ҡатыраҡ итеп. – Ә бына минең... китеүем ихтимал. Дөрөҫөрәге, башҡа район дауаханаһына күсереүҙәрен һорап министрға ғариза ебәрҙем инде...

– Һаман да минең арҡала булып сығамы, Хәсән Хөрмәтович? – Зәлифә иларға етеште.

– Юҡ, Зәлифә Моратовна, – тип тынысландырырға ашыҡты уны доктор, – бында һеҙҙең тырнаҡ осондай ҙа ғәйебегеҙ юҡ. Бар ғәйеп үҙемдә. Беренсенән, минең өйгә ҡабат ҡайтыуым тураһында уйларға ла кәрәкмәй. Икенсенән... – Хәсән Хөрмәтович тауышын бер аҙ күтәрә төштө. – Зәлифә Моратовна, барығыҙ, башҡаса бер ни тураһында ла уйланмағыҙ, эшегеҙ менән булығыҙ! Все!

Бер ҡасан да шәфҡәт туташтарына екеренергә ғәҙәтләнмәгән Хәсән Хөрмәтович үҙен Зәлифә Моратовнаға тупаҫ һүҙҙәр әйткән, хатта уны бүлмәһенән ҡыуып сығарған һымаҡ тойҙо үҙен. Әсе төтөнөн һура-һура тағы уйланды... Зәлифә... Ҡалай матур исем. Исеме генә түгел, нурлы йәшел күҙҙәре ниндәйҙер ҡиммәтле йөҙөк ҡашын хәтерләткән, гелән алсаҡ йөҙлө Зәлифәгә нисек бығаса иғтибарһыҙ булған. Һәр саҡ тигәндәй маска кейеп йөрөгән был һылыу ҡатында ул фәҡәт тырыш эшсәнде генә күреп йөрөгән дә баһа. Эйе, эйе, ифрат та сәйер! Әйтерһең дә, Сәғиҙәһе уға «яныңда ғына йөрөгән бер сибәркәйгә иғтибар ит» тип ишараланы... Әстәғфируллаһ, әстәғфируллаһ! Ғаиләһе емерелеүенә ҡайғырып, бөтөрөнөп ултыраһы урынға... башын ҡаңғыртасы... Юҡ! Әлбиттә, Зәлифә – һылыу, аҡыллы ҡатын. Әммә, Сәғиҙәһенең һүҙҙәрен өҫкә сығарып, Зәлифәгә күҙ һалаһы юҡ Хәсәндең! Юғиһә шикләнеүе дөрөҫкә сыҡҡан Сәғиҙә тантана итәсәк... «Не дождетесь!» – тип урыҫса уйлап ҡуйҙы Хәсән. Күңелен сорнай башлаған шундай иләҫ-миләҫ халәтенән ҡотолорға теләгәндәй, ҡулы менән битен һыпырып алды. Урынынан торҙо. Баянан бирле коллегалары үҙен «пятиминут ка»ға көтөп ултырған ординаторскийға йүнәлде.

Ай ярым самаһы ваҡыт үткәс, Хәсән Хөрмәтович улының туйына саҡырылды. Инде өс аҙна тирәһе ул күрше район больницаһының хирургия бүлеге мөдире вазифаһын тарта. Килгәс тә уға дауахананың дөйөм ятағынан бүлмә бирҙеләр. Коллегаларының күпселеге уны электән белә һәм хөрмәт итә ине. Өҫтәүенә, дауахананың баш табибы Рәжәп Ибраһимович – Хәсәндең курсташы. Институттың тәүге курстарында уҡыған саҡта хатта дөйөм ятаҡта бер бүлмәлә йәшәгәйнеләр. Сәғиҙә менән Никах йортона барғанда, Хәсән яғынан шаһит булған егет тә ошо Рәжәп ине. Уның ҡатыны менән айырылышып килгәнен белгәс, Рәжәп Ибраһимовичтың йөҙөндә ғәжәпләнеү генә түгел, бер аҙ ризаһыҙлыҡ билдәләре сағылып ҡалғаны һиҙелде.

– Нисек... «айырылыштыҡ»? – тигән һүҙен ҡабатлап, уға һораулы ҡарашын төбәне баш табип, тәүге көн кабинетында ҡабул иткәс. – Сәғиҙә менән һеҙҙең арала шундай мөхәббәт ине бит! Ай-һай, үҙең берәй эш боҙғанһыңдыр, Хәсән Хөрмәтович, – түрә, ни өсөндөр, рәсми тонға күсте.

...Яҙҙың йылы, муйылдар күпереп сәскә атҡан иң йәмле мәле. Салт аяҙ күк йөҙөндә болот әҫәре юҡ. Баш ҡалаға машинаһы менән елдергән Хәсән Хөрмәтовичҡа был яҙ айырыуса матур күренде. Автомобиленең тәҙрәһен яртылаш асып, рәхәтләнеп һулай-һулай барҙы. Туй өсөн һатып алынған өр-яңы ҡара костюм-тройка, аҡ күлдәк кейгән, яҫы галстук таҡҡан йөҙө бер аҙ йәшәрә төшкән һымаҡ...

Афзал менән Әлфиә килене ҡаршыланы. Ейәнсәре Ғәлиәне етәкләп алғандар. Улар менән арҡа ҡағып күрешеүгә, төрлө шарҙар менән биҙәлгән аҡ машинаға ултырған йәштәр килеп етте. Күҙ яуын алырҙай туй күлдәге, аҡ бирсәткә кейгән, ярым үтә күренмәле селтәр менән бите ябылған йәш кәләшен етәкләгән, кейәүҙәрсә аҡтан ғына кейенгән шат йөҙлө Арыҫлан, машинанан сығыу менән, атаһының ҡаршыһына уҡ килеп баҫты. Һәммәһе лә аҡ төҫтә! Бәхет тигән төшөнсәне лә ни өсөндөр аҡ төҫлө итеп күҙ алдына килтерә Хәсән...

– Таныш бул, атай, киленең – Сәриә...

– Кем тинең, улым? – Ишетһә лә, ҡабатлап һораны атаһы. – Сәриә?.. Теге?..

– Эйе, эйе, Зәлифә апайҙың берҙән-бер ҡыҙы, – тип йылмайҙы Арыҫлан. – Ас-сәле, Сәриә, шул бөркәнсегеңде. – Йәш килендең битен ҡаплап торған йоҡа селтәрен күтәрҙе. Шатлыҡ тулған йәшкелт күҙҙәр бер аҙ аҫҡа ҡарап, керпектәр аҫтына йәшеренде...

– ?..

– Беҙҙе ғәфү ит, атай. Был «военная тайна»ны беҙ үҙебеҙ генә белдек, Афзал ағайымды һанамағанда. – Арыҫлан ағаһы яғына ҡарап күҙ ҡыҫып алды ла, оялышынан бер аҙ ҡыҙара биреп, һөйләргә тотондо. – Ике йыл элек, әсәй арҡаһында Сәриә менән асыуланышҡандан һуң, күп тә тормай ҡабат ярашҡаныбыҙҙы ошо көнгәсә сер итеп һаҡланыҡ. Хәҙер килеп, өйләнешергә ҡарар иттек. Әммә был юлы Сәриәнең әсәһе лә белмәне. Кисә шылтыраттыҡ – ул да аптыраны. Оҙаҡламай килеп етер ҡәйнәм. Ә «өлкә гәзите хәбәрсеһе Гөлсинә» өсөн асыуланма берүк, атай. Был маскировканы үҙебеҙ уйлап сығарҙыҡ. Тап шул саҡ, ай ярым элек, ЗАГС-ҡа теркәлдек...

Туй мәжлесен улдары ҡуртымға алған кафела ойошторғандар ине. Зал урталай бер рәткә теҙелеп, һәр төрлө тәм-томға һығылып торған өҫтәлдәр башында ҡояштай балҡып, пар аҡҡоштарҙы хәтерләтеп ап-аҡ кейемдәге кейәү менән кәләш ултыра. Йәштәрҙең бәхетле йөҙҙәренән һирпелгән нурҙар бар тирә-яҡҡа йәм өҫтәй. Барса ғаләм бөгөн уларҙан көнләшкәндәй... Яурынбаштары аша киң ҡыҙыл ебәк таҫма һалынған шаһит егет менән шаһиҙә ҡыҙ, почетлы ҡарауылға баҫҡан һаҡсыларҙай, йәштәрҙең ике яғынанан урын алған. Ә шаһиттар янында ултырған төп ҡоҙа Хәсән Хөрмәтович һәм төп ҡоҙағый Зәлифә Моратовнаның йөҙҙәрендә ниндәйҙер илаһи ҡәнәғәтлек сағыла... Оҙон өҫтәл артына ике яҡлап теҙелгән ҡупшы кейемле ҡунаҡтар ошо шат йөҙҙәргә ҡарап баҡҡан.

– Хөрмәтле ҡунаҡтар, – тине туйҙы алып барыусы егет, – ә хәҙер йәштәрҙе ҡотлау һүҙе иң төп ҡоҙаға – егеттең атаһына бирелә...

Нәҡ ошо мәлдә Үҙәк телевидениеның беренсе каналынан «Хайуандар донъяһында» телетапшырыуының әллә нисәнсе йылғы кадрҙарын күрһәтәләр ине. Ҡоштар тураһында. ...Ниндәйҙер йәнлектән ҡыҙғанып, әсәһе ояһынан ҡаҡҡылап төшөргән бөркөт балаларын йәлләп тағы ла күҙ йәштәренә мансылды

Сәғиҙә: «...И-и-и, меҫкенкәйҙәрҙе... Бахырҡайҙар...» Уға ҡушылып уфтанды әхирәте. Яңғыҙы ҡалған инә бөркөттө телевизор экранында, ни өсөндөр, оҙаҡ ҡ-на күрһәтеп торҙолар. Бөтөнләйгә бушап ҡалған ояһын тағы ла кемдәрҙәндер ҡурсалап, билдәһеҙ дошманына ташланырға әҙерләнеп, ҡанаттарын бер аҙ йәйә биреп, тирә-яҡҡа уҫал ҡараш ташлап, бер талай талпынып ултыра бирҙе инәлек…

Был хикәйә шулай осланыр ҙа ине. Кемдәрҙер, айырыуса көнсөл ҡатынынан михнәт күреп йәшәгән ирҙәр, ихтимал, был ваҡиғаның тап ошолай тамамланыуын теләр ине. Йәнәһе, шул кәрәк уның ише ҡатындарға... Кемдер, киреһенсә, Сәғиҙәне йәлләйҙер... Ә тормош ысынбарлығы иһә бөтөнләйгә икенсегә бора.

Утыҙ йылдан ашыу бергә үткәргән ғүмер... Уйынмы ни?.. Ҡатынынан айырылыу шатлығынан бар донъяһын онотоп, ҡойороҡто һыртҡа һалып, һин дә мин йәшәп алды ла китте Хәсән, тип уйлаһаҡ – хаталанасаҡбыҙ. Киреһенсә, ифрат та күп уйланды ул яңғыҙы иркен өйҙә ултырып ҡалған хәләл ефете хаҡында. Килененән һуңғы йылдарҙа «ҡәйнәм» тигән бер генә йылы һүҙ ҙә ишетмәгән, уның уҫал ҡарашынан тартынып, улының өйөнә ҡапылда аяҡ баҫырға ла ҡыймаған әсәһе лә: «Ҡуй, Хәсән улым, олоғайып килгән көнөгөҙҙә әҙәм көлдөрөп, айырылышып йөрөмәгеҙ улайтып. Самай ҡартатай, ҡәртәсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ менән һөйөнөп ултырыр мәлегеҙҙә...» – тип улын килене менән ҡабаттан ҡушылырға өгөтләне. Икенсенән, балалары өсөн улар икеһе лә ғәзиз икәнен бик яҡшы аңлай Хәсән. Афзал үткән килгәнендә әсәһендә ике кис йоҡлап, ә уның янында бер сәғәт кенә булып киткәйне: «Әсәй менән бергә йәшәһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр ине»... Уйлап ҡараһаң, ысынлап та, йәшәү урыны ла алышынғас, бәлки, арыу ғына тороп та китерҙәр. Бәлки, Сәғиҙәһе лә үҙенә күрә тейешенсә һығымта яһағандыр. Бөтөнләйгә уйлай белмәгән кеше түгел дә.

– Илле йәштән уҙып барған сағыңда яңғыҙың бер бүлмәлә холостяковать итеү ялҡытманымы, Хәсән Хөрмәтович? – тине бер көн баш табип, иртәнге оперативканан һуң кабинетта икәүҙән-икәү ҡалғас. – Ай-һай, ғәйеп үҙеңдәлер, Хәсән. Ни өсөн айырылышҡанығыҙҙың сәкен-сөкөнөн һорашып тормайым, әммә, электән яҡын дуҫың булараҡ, үтенәм: нисек булһа ла Сәғиҙәңдән ғәфү үтенеп, бында күсереп алып кил. Һиңә – бер аҙна срок!

– Быныһын һин главный булараҡ әйттеңме, Рәжәп Ибраһимович? – тип һораны Хәсән дә, рәсми мөрәжәғәт иткәндәй.

– Нисек теләйһең, шулай аңла, – тине Рәжәп. – Минең штатта һиңә әҙерләп ҡуйған башҡа бисә юҡ! – Тороп, Хәсәндең яурынынан ҡаҡты. Халатының кеҫәһенән «Парламент» ҡабын сығарып асты ла бер сигарет алып һондо.

– Тартыуыңды ташламаныңмы әле?

– Ташларһың ташламай ҙа, һеҙҙең менән...

«Әҙерләп ҡуйған бисә» тигәндәй, ысынлап та, Хәсән һуңғы осоро ҡатын-ҡыҙ тураһында йыш ҡына ғәмләнә. Бәй, етмеш-һикһән йәшлек ҡарт түгел дә ул... Буйҙаҡ икәнен белеп, дауаханалағы ҡайһы бер «холостячка»лар уның алдында тегеләй-былай быйтаңлауҙарын да күреп йөрөй. Айырыуса кадрҙар бүлегендә эшләгән Гөлнәзирә исемле йәтеш кенә кәүҙәле сибәркәй, баш табип ниндәйҙер ғариза яҙҙырып алған мәлдә, үк үҙенең сөм-ҡара күҙҙәренән сәселгән йәшенле ҡарашы менән өтөп алғайны.

Хәҙер административ бүлеккә берәй йомош менән инеүе була, ана шул осҡор сихри ҡараш уны тағы ҡаршы ала, һәр саҡ уға нәзәкәтле йылмайыу бүләк итә. Иремәҫ ерҙән ирерһең... Етмәһә, кемдәрҙәндер ишетеүенсә, Гөлнәзирә һылыу бер нисә йыл тирәһе тол икән. Тәбиғәте шаян, шуҡ кеше булараҡ, бер-ике уйын һүҙ әйтмәйенсә лә түҙмәне Хәсән. Шуны ғына көткәндәй, аяҙ күктәге тулған айҙай балҡыны ла китте Гөлнәзирә. Тик... Тик хәҙер инде бынан ары һалҡын һыуҙы ла өрөп эсергә үҙенә һүҙ биргән ир шунан да ары үтмәне. Нисек кенә аяғы тартһа ла, үҙен еңеп, был бинаға һирәгерәк инергә тырышты. Ҡатындың үҙе менән бергә йәшәгән әзмәүерҙәй улы бар икәнде ишеткәс, был тирәгә юлын бөтөнләйгә һыуытырға ҡарар итте. Алла һаҡлаһын, элеккеһенән дә ҡатмарлыраҡ мәсьәлә сыҡмағайы...

Балаларының әсәһе һуңғы осорҙа йыш ҡына төшөнә ингеләй. Моғайын, Сәғиҙәһе лә уйланалыр... Өр-яңынан ҡушылышып, йәш саҡтарындағы һымаҡ татыу тормош башлай алырҙар кеүек тойола уға. Ысынлап та, ҡатынының көнләшеү сәбәпсеһе һаналған Зәлифә лә, «информбюро» Ҡәмәриә лә алыҫта бит хәҙер...

...Ял көндәренең береһендә, алдан хәбәр итеп тормаҫтан, Хәсән өс ай элек Сәғиҙәһен ташлап сығып киткән өйө янына машинаһын туҡтатты. Фатирын үҙенең асҡысы менән асып инһә лә, ни өсөндөр, артынан ябылған ишекте һаҡ ҡына шаҡыны.

– Мөмкинме? – тине Хәсән, ярайһы ғына күңелле итеп.

Ҡаршыһына «семейный» халатын кейеп сыҡҡан Сәғиҙә... ҡапыл ҡосағына ташланды.

Үткәндәрҙең тик яҡшы мәлдәрен генә һағынып иҫкә алдылар. Балалары хаҡында һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Әле генә өйләнешкән йәш ғашыҡтарҙай бәхетле минуттар кисереп, шәмбе һәм йәкшәмбе көнөнөң тәүге яртыһы нисек үтеп киткәнен һиҙмәнеләр ҙә. Ҡабаттан бергә йәшәргә һүҙ ҡуйышып, Хәсәндең хәҙерге йәшәгән ҡасабаһына юл алдылар.

Юл эреле-ваҡлы биш-алты ауыл аша үтә. Район үҙәгенә етерҙән алда осраған һуңғы ауылдарҙың береһенең туҡталышында ҡулына ауыр ғына сумка тотоп торған ҡатын, юлға сыға биреп, ҡулын күтәрҙе. Бәй, «отдел кадр» Гөлнәзирә лә баһа...

– Һаумыһығыҙ, Хәсән Хөрмәтович. – Һаулыҡ һорашты юлсы ҡатын, матур күҙҙәрен көлдөрөп, йәнәшәһендә ултырған Сәғиҙәгә ҡарап та өлгөрҙө. – Ҡайҙан ҡайтып киләһегеҙ?

– Әйҙә, ултырығыҙ, Гөлнәзирә Мәжитовна. Бына, ғаиләмде күсереп алып килә ятам әле. Таныш булығыҙ: ҡатыным Сәғиҙә.

– Ә-ә-ә, улай икән... – Гөлнәзирә башҡаса өндәшмәҫ булды. Ул үҙ өйө тапҡырында төшөп ҡалды.

Баянан бирле һөмһөрө ҡойолоп барған Сәғиҙә, ауыҙ мөйөштәрен тартыштырып алғас, күҙҙәрен ҡыҫа биреп, Хәсәнгә төбәлде:

– Кем ул? Ниңә ултыртып алдың шуны?

– Дауахананың отдел кадры, – тине Хәсән, юлдан күҙен алмай ғына. Үҙе эстән генә ҡабат ҡауышҡан хәләлбикәһенә ҡушамат тағырға маташты: «Ҡыҙғансыҡбикә... Көнсөлбикә... Ҡыҙғансыҡ».

– Ире бармы?

– Әллә? Кем белһен?.. – Алдашҡан булды рулдәге ир һәм ҡатыны менән яңы урындағы киләсәк тормошон күҙалланы...

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

Автор:
Читайте нас: