Ыштантөп туғайы.
Ыштантөп туғайының исеме сәйер булһа ла, ғәжәйеп гүзәл туғайҙарҙың береһе.
Кесе Эйек йылғаһы туп-тура ҡыҙыл ярға бәрелә лә, бейек ҡаялы ярҙы еңә алмай,тынысланып, Әсеүсән туғайына борола. Текә Ҡыҙыл яр башында аҡ ҡайындар үҫә. Йәй көндәре йәй етеү менән ҡайындар араһында ҡып- ҡыҙыл булып ҡайын еләге, бер аҙҙан, асығыраҡ ерҙә, ер еләге бешә. Ҡыҙыл яр ҡаршыһындағы өсмөйөшлө туғайҙы Ыштантөп туғайы тип йөрөтәләр.
Ыштантөп туғайында төрлө-төрлө сәскәле бәләкәй генә аҡландар бар. Элекке кешеләр шул аҡланда бесән сапҡандар. Ә бына мин үҫкәндә Ыштантөп туғайына быҙау ҡыуалар ине. Ауыл кешеләре өйрәнеп бөткәндәр, туғай исеменә иғтибар итмәйҙәр. Ә бына ситтән килгән кеше...
Шул турала яҙып үтәм тигән инем.
Беҙҙең ҡаршыла йәшәгән Ғыныят олатайымдың ҡарсығы Мәхүбә инәй, беҙгә сипаратта һөт айыртырға килә ине. Ҡайһы берҙә сипарат тауышына ҡушылып, эстән генә көй көйләй. Йоҡлап киткән ваҡыттары ла була ине. Шулай булыуға ҡарамҫтан сипараттың тотҡаһы ҡулынан ысҡынып киткәнен белмәйем. Бәлки.. күҙен генә йомоп ултырғандыр. . Уларҙың улы Ниғмәтулла ағай армиянан ҡайтҡан саҡта, Федровка районы Балыҡлы ауылынан Рәшиҙә исемле татар ҡыҙын ҡатынлыҡҡа алып ҡайтты.
Күптә тормай Ниғмәтулла ағайҙы урман ҡырҡырға ебәрәләр. (Ул саҡтарҙа ауыл ирҙәрен хөкүмәткә бүрәнә әҙерләргә урманға ебәрә торғандар ине).
Йәш ҡатын ирен урманға оҙатҡас, һыйыр һауырға була. Тик кистән әҙерләп ҡуйған һөт күнәген таба алмағас, аптырап, төпкө өйгә инә. Ғинийәт олатай намаҙ уҡып ултырған була. Рәшиҙә еңгә олатайҙың хуш иткәнен көтөп тора ла, һүҙ ҡуша.
-Ҡайным, бейем ҡайҙа, - тип һорай.
-Ыштантөптә, - тип яуап бирә лә олатай, кире намаҙға тора.
Йәш килен әле ул һүҙҙе ишеткәне булмағас, ҡайны юрый мыҫҡыл итә тип уйлап, ғәрләнә. Алғы өйҙән ары-бире нәмәләрен сумаҙанға тултыра ла, илай-илай сумаҙанын күтәреп ҡапҡаға йүнәлә. Ғиниәт олатай килененең сумаҙан күтәреп сығып барыуына аптырап, асмалы тәҙрә аша:
-Килен ҡайҙа бараһың, - тип ҡысҡыра.
- Миндә ыштандың төбөнә киттем -тип, ҡапҡанан сығып юғала.
Әле бер ни аңламаған Ғиниәт олатайым:
-Әй әттәгенәһе, намаҙымды боҙҙом, - тип, кире намаҙын уҡырға тора.
Ул йылдарҙа урман, туғайҙарҙа колхоздан урлап бесән сабырҙар ине.
Мәхүбә инәйем Ыштантөп туғайына еләккә барғанда бесәнлек күреп ҡайта ла, кеше күргәнсе тиҙерәк сабып алырға була.
Ниғмәтулла ағай эштән ҡайтҡас, әбей менән бабай, килендәренең ни өсөн ҡайтып киткәнен аңлата алмайҙар . Ниғмәтулла ағай ҡатынының ауылына барып еңгәне алып ҡайта. Күрәһең аңлатҡандыр инде Ыштантөптөң нимә аңлатҡанын.
Рәхимә Вәлиуллина