Даирә
+28 °С
Болотло
Әҙәбиәт
7 Май 2024, 10:17

Бестертмәйем!

Көнһылыуҙың олатаһы ныҡ ҡына ауырып китә. Уны район үҙәгенә шифаханаға һалалар.Билгеле, ғүмер буйы бергә ғүмер иткән олатайҙың әбейе, көндә ашарына бешереп бабайы янына район шифаханаһына килә икәнБер көндө, таң һыҙылыу менән район үҙәгенә йыйналған ут күршеһе:-Инәй, олатай янына бөгөн бараһыңмы? Барһаң ултыртып алып барам, -тип әйткән...

Бестертмәйем!Бестертмәйем!
Бестертмәйем!

Бестертмәйем!
Күкәй тигәндәй, Маннанова Көнһылыу, күкәй тураһында яҙған мәҙәктән дә ҡыҙығыраҡ мәҙәкте ишеткәнем юҡ ине. Әйҙәгеҙ әле бергәләп көләйек.
Көнһылыуҙың олатаһы ныҡ ҡына ауырып китә. Уны район үҙәгенә шифаханаға һалалар.
Билгеле, ғүмер буйы бергә ғүмер иткән олатайҙың әбейе, көндә ашарына бешереп бабайы янына район шифаханаһына килә икән
Бер көндө, таң һыҙылыу менән район үҙәгенә йыйналған ут күршеһе:
-Инәй, олатай янына бөгөн бараһыңмы? Барһаң ултыртып алып барам, -тип әйткән. Инәйҙең әҙерләгән аҙығы булмағанлыҡтан, тиҙ генә һарайға инә лә, тауыҡ аҫтынан күкәҙәрҙе алып бешерергә һала.
Ул көндө көнө буйы ямғыр яуып торғанға, күкәйҙәр бысырап, хатта тауыҡ йөнөнә тиклем йәбешеп бөткән була.
Оло йәштәге инәйебеҙҙең күҙе лә насарыраҡ күргәнгә, ҡарап та тормай, күкәйҙәр бешеү менән банкаға тутыра ла, күршеһенең машинаһына ултырып шифаханаға килә.
Инәй килеп инеү менән олатай:
-Нишләп көндә киләһең? Ашарыма ла етәрлек бит инде! Бында ла насар ашатмайҙар! Тумбочканы тутырҙың инде аҙыҡ менән! Хәҙер доктор килергә тейеш, бар тиҙерәк сығып кит инде, -тип асыулана башлай. Инәй күкәйҙәрҙе банкаһы менән тубочканың өҫтөнә ҡуя ла сығып китә.
Оҙаҡта тормай, ысынтылап доктор килеп инә. Иң беренсе банка эсендәге бысыраҡ күкәйҙәргә күҙе төшә. Ординаторияға ингәс, шәфҡәт туташын саҡырып ала ла:
-Етенсе палатала ятҡан бабайҙың күкәйҙәрен йыуырға кәрәк,-тип әйтә. Яңы ғына эшкә урынлашҡан йәш ҡыҙ артыҡ һорауҙар бирмәйенсә, олатайҙы каталкаға ултырта ла, ванна бүлмәһенә алып барып бабайҙың күкәйен ояла-ояла ары-бире генә йыуып, кире бүлмәһенә алып инеп һала.
Икенсе көндө доктор ауырыуҙарҙы тикшерергә инһә, теге күкәйҙәрҙең йыуылмайынса торғанын күрә лә, асыуы сыға. Шәфҡәт туташын тағы бүлмәһенә саҡырып:
-Кисә мин нимә тип әйттем һеҙгә! Нишләп ул күкәйҙәр һаман йыуылмаған, -тип һорай. Шәфҡәт туташы ҡып-ҡыҙыл булып:
-Йыуғайным,-тип яуап бирә.
Тимәк насар йыуғанһығыҙ?-тип, тағы йыуырға ҡуша. Шәфҡәт туташы ”Был бабай бик ҙур урында ултырған кешенең атаһылыр ахры”-тигән уй менән бабайҙы тағы ванна комнатаһына алып барып, һабын менән һәйбәтләп йыуа. Палатаға алып ингәс бабай ауырыуҙарҙан:
Һеҙҙең күкәйҙәрҙе лә шулай көндә йыуалармы?- тип һорай.
-Юҡ! -тип яуап биргәс ауырыуҙар, бабайҙың йөрәгенә шом төшә. Бер һүҙ өндәшмәй, уйланып ята бирә.
Өсөнсө көн доктор палатаға инһә һаман тумбочка өҫтөндә торған күкәйҙәрҙең бысыраҡ торғандарын күреп асыуы сыға.
Коллектив алдында ҡыҙҙы оялтмаҡсы булып, уның доктор һүҙен ишетмәүе, әйткән эште башҡармауы тураһында әйтә.
Шәфҡәт туташы илай-илай бабайҙы өсөнсөгә ваннаға алып инеп, бабайҙың йөндәрен ҡырып, тағы ла һәйбәтләп йыуа. Бүлмәгә бабайҙы алып килеп һалыу менән янына килгән әбейен күреп бабай:
-Әбей миңә әйтмәй генә операцияға әҙерләйҙәр ахры! Минең йәшем дә еткән, бестертмәйем! Өйгә ҡайтам,-тип илап ебәрә.

 

Рәхимә Вәлиуллина

Автор:
Читайте нас