Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
22 Апрель , 15:33

Атайыма әйтелмәгән һүҙем ҡалды

Теге донъялала ла мине ишетер һымаҡ...    

Атайыма әйтелмәгән һүҙем ҡалды
Атайыма әйтелмәгән һүҙем ҡалды

Бөгөн Мәликәнең атаһын һуңғы юлға оҙаттылар. Һәр ваҡыт эргәһендә булыр һымаҡ ине ҡәҙерлеһе. Ни өсөн шулай иртә? Һөйләшер һүҙҙәре, һорар кәңәштәре лә бөтмәгәйне бит әле. Юғары уҡыу йортонда дүртенсе курсты тамамлап, имтихандарын  тик “биш”ле билдәләренә генә тапшырып, ашҡынып  ҡайтҡайны  тыуған йортона. Дуҫлашып йөрөгән егете тураһында ла серен сисмәксе ине. Үкенескә ҡаршы, өлгөрмәне...

Бала саҡтан Мәликә атаһын  ныҡ яратты. Күп балалар әсәһен яҡын итһә, ул атаһы эргәһенән китмәне. Малайҙар ыңғайына утын ташышып, сөй ҡағышып, таҡта тотошоп йөрөнө. “Атаһының ҡыҙы” тип шаярта ине күршеләре йыш ҡына.  Сабыр, тыныс холоҡло  булды ҡәҙерлеһе. Бәләкәй саҡта  яңылыш эш боҙһаң да, тауыш күтәрмәне. Аҙаҡ ул хатаны башҡа ҡабатламаҫлыҡ итеп,“бына икенсе тапҡыр улай эшләмәҫһең” тиер  ҙә онотор булды. Шулай тағы ла оҙаҡ йылдар дауам итер һымаҡ ине Мәликәнең атайлы тормошо. Ләкин йәйҙең йәмленән ҡайғылыға әйләнгән көнө быға сик ҡуйҙы.

Иртәнсәк күмәкләшеп сәй эскәс,  “Ярай, ҡыҙым, эшкә барып ҡайтам да еләккә сығырбыҙ әле теге беҙ яратҡан  аҡланға”, – тип атына ултырып, колхоз малын ҡарарға  сығып киткәйне. Башҡаса үҙ аяғы менән өйгә ҡайтманы. Эштә ҡапыл йөрәге туҡтаған, тинеләр.

Хәҙер хәтирәләр менән генә йәшәргә ҡалды. Күптән булған бер ваҡиға Мәликәне  балалыҡ йылдарына алып ҡайтты.

...Колхозда бригадир булып эшләгән атайҙарын  бигерәк тә яҙғы-йәйге осорҙа өйҙә йыш күрмәнеләр: таң менән сығып китә лә һуң ғына ҡайтып инә. Иртәнсәк сабыйҙары йоҡлап ҡала, кис ҡайтҡанда инде йәнә етенсе төшөн күрә. Атайҙарының өйҙә торған ваҡыты улар өсөн  байрамға әйләнә.

Мәликәгә ул саҡта дүрт йәштәр самаһы булғандыр, ағаһы Рамаҙан –ике йәшкә ҙурыраҡ. Йәй уртаһы ине. Иртән тороп сәй эсеүгә ағаһы: “Мәликә, шәп бер уй бар: әйҙә, атай янына баҫыуға үҙебеҙ барайыҡ. Уның ҡайҙа эшләгәнен дә  беләм. Теге саҡ мине алып барғайны бит. Йыраҡ та түгел, тик юлда, арыным, тип мыжымаһаң ғына бараһың”, –тине.

Мыжыу ҡайҙа ти ул, әлбиттә, риза! Мәликә атаһына тип, йүгереп баҡсанан ҡыяр ҙа алып сыҡты.

Ағаһы баҫыуҙы ауылдан  йыраҡ түгел тиһә лә, бигерәк оҙаҡ атланылар. Яландың иге лә, сиге лә күренмәне. “Теге саҡ ошо тирәлә инеләр. Арыраҡ киткәндәрҙер”, – ағаһы Мәликәне лә, үҙен дә  тынысландырырға тырышты. Етмәһә, ҡояш ҡыҙҙыра. Бара торғас, сарсанылар, Мәликә алған ҡыяр ҙа һыуһынды баҫманы, эҫенән тамам хәлдәре бөттө. Кире боролайыҡ тиһәләр, юлдан яҙлыҡтылар. Хәҙер ҡайҙа ҡараһалар ҙа – баҫыу. Ултырып хәл дә алып ҡаранылар, ләкин эҫе ҡояш аҫтындағы ял уларға һис кенә лә ярҙам итмәне. Инде нимә эшләргә белмәй торғанда , “һәш, һәш” тип мал ҡыуған тауышҡа иғтибар иттеләр. Икеһе лә һикереп тороп, йәһәтләп шул яҡҡа ыңғайланы. Атайҙарының танышы, баҫыуҙарҙы мал инеүҙән һаҡлаған пәләүәт (полевод) Хәмит ағай түгелме һуң?! Йөрәктәренә йылы йүгерҙе. Ул арала Хәмит ағай үҙе лә балаларҙы күреп, эргәләренә яҡынланы.

-Ни эшләп үҙегеҙ генә баҫыуҙа йөрөйһөгөҙ? Кемдең балалары һеҙ, атайығыҙҙың исеме нисек? – тип ғәжәпләнеп һораны.

– Даяндыҡылар. Атайҙы  күрергә тип килгәйнек. Таба алмайбыҙ, ҡайтыр юлды ла бутаныҡ. Беҙгә атайымды ғына табышығыҙ әле, – тинеләр иларҙай булып.

-Атайығыҙ икенсе баҫыуҙа эшләй. Һеҙҙе ауылға ҡайтарып ҡуйырға кәрәк, хәлдән тайғанһығыҙ бит, – тип аптырауға ҡалды Хәмит ағай.

-Атайыбыҙҙы ғына күрһәтегеҙ инде. Уны бик һағындыҡ, – тип ныҡышты Рамаҙан менән Мәликә.

Балаларҙың икеһен дә атҡа мендереп алды Хәмит ағай. Әллә ни оҙаҡ та барманылар, икенсе бер баҫыуҙа, тракторсылар янында, атаһының кырандаслы атын күреп ҡалды ла Мәликә, ҡысҡырып та ебәрҙе:

-Ана, анауында атайым! Рамаҙан, ҡара, күрәһеңме?

Аттан төшөү менән  аталары янына йүгерҙеләр. Балаларын баҫыуҙа күргән Даян ағайҙың ғәжәпләнеүенең сиге булманы. Хәлдең айышына төшөнгәс: “Әсәйегеҙҙән һорамай, башҡа улай сығып китмәгеҙ. Эҫе ҡабып йығылһағыҙ йәки ҡош-ҡортҡа осраһағыҙ, нимә булыр ине?” – тип ҡаты ғына әйтте лә, башҡаса игәп йәндәрен ашаманы.

Шул мәлдә баҫыуҙа эшләүселәргә төшкө аш килтерҙеләр. Атаһы эргәһендә яланда ашаған итле бәрәңге менән татлы сәй тәмен әле лә онотмай Мәликә. Шул тиклем дә күңелгә һеңеп ҡалған ул. Аҙаҡ кырандаслы арбаға  ултырып ҡайтырға сыҡтылар. Юл ыңғайы  аҡланға туҡтап, еләк ашанылар, атаһының эшләпәһенә бер аҙ йыйып та алдылар. Атайҙары менән үткәргән көн татлы хис-тойғолар менән Мәликәнең хәтерендә ҡалған...

Әле лә  ана шулай ат арбаһына  ултырып, туғайға еләккә барырға уйлағайнылар, ләкин был хәҙер бер ҡасан да тормошҡа ашмаясаҡ. Колхоз яландарына сығып  эҙләһәләр ҙә, был юлы улар ғәзиздәрен тапмаясаҡ. Бары тик атай мөхәббәте генә  күңелдәрен ғүмер аҙағынаса йылытып торор.

Автор:
Читайте нас: