Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
3 Апрель , 11:27

Һөйөү ҡанаттары талмаһын

Ниңә  ялҡындай ҡайнар һөйөүҙәре һыуынды, үҙенең ғәйебе булмаһа ла ҡатынының ғәйебен бары һөйөү хаҡына, балалары бәхете өсөн үҙ өҫтөнә алды. Әсәләре янында, етем булмаҫтар тип өмөтләнде, балалар ҙурайғас үҙе аңлатырға ниәтләне. Осрашыуға килмәй башлауы ла теге үҙҙәренең өйөнә килеп йәшәгән ,, ағай" тураһында һорашыуҙан килеп сыҡты, үпкәләне ҡатыны, ә Рәсүлдең күңелен уйламанымы. Рәнйетмәне, ҡулы менән һуҡманы, дөрөҫөн генә белергә теләне. Юғиһә үҙе менән бергә ултырған камералашы, ҡатыны менән осрашҡан саҡтарын  һүрәтләһә, түбә сәстәрең эркелә...

Һөйөү ҡанаттары талмаһын
Һөйөү ҡанаттары талмаһын

Һөйөү ҡанаттары талмаһын. Хикәйә. Гөлдәр әбей

.    -Самат үлгән...

.   -Рәсүл салған тей, үҙенең өйөндә, бисәһен ҡыҙғанды микән.

.   -Юҡтыр ҙа, Рәсүл кеше үлтереү түгел тауыҡ салғаны юҡтыр ул, йомшаҡ йәнле лә...

.  -Ҡатыны менән тотмағандыр ҙа...

.   -Әле генә күрҙем, икеһе магазиндан татыу ғына бергә сығып киттеләр, араҡы алды Рәсүл, ҡатынымдың тыуған көнө тип бүләк һайланы, Самат дуҫының ҡатыны менән йөрөмәҫ, бергә уйнап үҫтеләр.

.  Ауыл урамынан көслө өйөрмә үткәндәй телефон аша хәбәрҙәр таралды, ҡыҙыҡһыныусылар өйҙәрендә сыҙай алмай күршеһенә югерҙе, һәр кем был хәбәрҙең дөрөҫлөгөн асыҡлап ҡуйырға тырышты.

.  Ул саҡта тик Рәсүл генә шаңҡып ҡалғандыр, бүтәндәрҙең баштары һәйбәт эшләне. Әле бына нисә йылдар үткәс тә һаман икеләнә, дөрөҫ ҡарар ҡабул иттемме, юҡмы...

.   Ә уйланырға ваҡыт күп бирелде, туғыҙ йыл. Һәр саҡ күңеле ирек һөйгән ауыл малайына был ваҡыт әрнеүҙәр, ғазапланыуҙар, йәшәү өсөн көрәшеүҙәр, ауыр уйҙар, үҙе-үҙе менән бәхәсләшеп үтте, дөрөҫ эшләнемме...

.  Тәүҙәрәк үҙен иң йыуандырған мәлдәре ғаиләһенән килгән хаттарҙы  уҡыу булһа ла, улар күңелде йыуатманы, киреһенсә эсен бошорҙо, өмөтһөҙлөккә биләне. Дөрөҫ, тәүге йылдары ҡатынының хаттарында һөйөү, һағыныу һүҙҙәре күп ҡабатланды, осрашыуҙарға ла йылына бер нисә тапҡыр килде. Тик аралар һыуына барыуын икеһе лә тойомланы, һуңғы өс йылда араны тик хаттар ғына бәйләне. Был яҙған хаттар ҙа күбеһе улының хаттары, ҡатынынан һуңғы килгәндәре ниндәйҙер белешмә ҡағыҙҙары, алимент түләүҙәрен талап итеп яҙыуы ғына.

.    Яратышып өйләнештеләр улар, күрше ауылға матайы менән туранан тау юлын таҡырайтып, оҙаҡ аралашҡандан һуң ҡауыштылар. Атаһы төҙөй башлаған өйөн төҙөп бөтөрөп ике бала атаһы булырға яҙҙы, эшһеҙ ултырманы, ҡатынына тапҡан-таянғанын килтереп тотторҙо.

.   Уҡытыусы булып эшләгән ҡатынының ҡырыҫлығын һиҙә ине, балалар мәшәҡәте, тынғыһыҙ эшенә, мал-тыуар ҡарауына һылтаны, ауылда эш бөтәме, арыйҙар ҙа. Эсеп, тәртипһеҙләнеп йөрөмәй, балалар ҡараулы, ашарға бешкән, өй-ихата таҙа, ир кешегә тағы нимә кәрәк. Кәрәк булған икән шул, туғанлыҡ хистәре ҡалҡып сыҡты, йылдар буйына әкренләп туғандар ҡәҙере, атай-әсәй менән аралашыу, дуҫтар менән осрашыуҙар һирәгәйә-кәмей барғанда, бер-береңә ярҙамлашыу, хәлдәрен белеү тураһында әйтергә лә түгел.

.   Ул көндө лә иртәнсәк ҡатынын үбеп тыуған көнө менән ҡотланы ла эшенә юлланды, белә ине ҡатыны йылдағыса кискә бәлеш бешеререн, өҫтәл әҙерләрен. Ҡунаҡ саҡырмаҫ, был күптән ғәҙәти хәлгә әүерелгән, эскелекте ене һөймәй, ә ғаиләһе менән матур ултырырҙар, әлбиттә ҡатынының кәйефе булһа. Ата-әсәһе, ағай-еңгәләре телефон, интернет аша ҡотлағандарҙыр, яҡын аралашмаһалар ҙа асыуланышҡандары юҡ. Сентябрь аҙаҡтары, балаларҙың, ҡатынының ял көнө, ашығып ҡайтып килгәнендә яҡын туғаны, оло йәштәрҙәге атаһының апаһы юлына ҡаршы  сығып ярҙам һораны. Бесәнен алдырған икән, әле шуны йәһәтләп өйөшөргә ярҙам итеүен һорай, көнбайышта болоттар ҡуйырған, ямғыр яумағайы.Дөмһәреп килгән болотҡа күҙ һалғас та, Рәсүл ашығып һәнәккә йәбеште, ялан кәртәләүҙә бергә үҫкән дуҫы Самат   тирләп-бешеп ашығып бесән өйә. Икәүләп килтерелгән бесәнде өйөп бөтөүҙәренә ҡойоп ямғыр яуа башланы, үҙе ҡырҡҡа ярылырҙай булып кәбән тирәләй бесәнен тырматҡан инәй сәйгә саҡырҙы. Йылы мунсала сайынып сығыуға ямғыр тамсылары һирәгәйһә лә, быҫҡаҡлап яуа ине әле, өйгә сәйгә инделәр. Икеһенә бер яртыны бушатҡас та ямғырҙың туҡтауын көтөп тупһала байтаҡ ултырҙылар әле, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.

.  Шунда Рәсүлдең иҫенә ҡатынының тыуған көнө икәнлеге иҫенә төштө, дуҫын өйөнә саҡырҙы, юл ыңғайы һуғылып магазиндән бер ярты, бүләк алды. 

.  Ишектән инеүгә үк өҫтәлдә салат тураған ҡатынының йәмерәйгән йөҙөн аңғарҙы инде, былай килеп сығыр тип һис кенә лә уйламаны. Саматтың һорашҡан һаулығына ла яуап бирмәй Рәсүлде әрләргә кереште, уның яҡын туғанына бесән өйөргә ярҙамлаштым тиеүе уның асыуын ғына сығарҙы, ҡулындағы бысағын уға елгәрҙе.

.   Күҙ асып йомғансы булды был хәл, Рәсүлгә тәғәйенләнгән бысаҡ Саматтың үңәсенә ҡаҙалды, урғылып ҡан сыҡты. Бәһлеүән кәүҙәле көслө ир тиҙ генә аяҡтан йығылманы әле, ишек яңағына һөйәлде, уны ҡосаҡлаған Рәсүл үҙе ҡанға буялды, үлеренә ышанманы, нисек тә ярҙам итергә тырышты.

.   Ҡатыны тиҙ генә үҙен ҡулға алды, тиҙ ярҙам машинаһын саҡырҙы, илап инәлеп Рәсүлдән был ҡылығын үҙ өҫтөнә алыуын һораны, үлтерергә теләмәүен белдерҙе, аңғармаҫтан асыуланыуынан ғына бысаҡ елгәргән икән. Өндәшмәне Рәсүл, рәнйеүе, үпкәһе, асыуы алҡымынан алғайны, ике бала ҡурҡыуынан, аптырауҙан аталарына мөлдөрәп ҡарай.

.   Тиҙ ярҙам машинаһы менән бергә милиция машинаһы ла килде. Һорауҙарына нисек яуапларға белмәгән Рәсүл, белмәйем, хәтерләмәйем, иҫерек инем, тип кенә ҡотолмаҡсы ине, тик был һүҙҙәре үҙенең башына етерен генә белмәгән.

.   Ҡатынының һорауҙарға биргән яуаптарынан һуң бөтөнләй шаңҡып ҡалды, уны кәмһеткәндәр, Самат йәбешергә уйлаған, Рәсүл ҡатынын ҡыҙғанып уға сәнскән, гел иҫерек ире һуңғы ваҡыт үтә агрессив булған.

.  Фантазия һәйбәт, тип уйланды ғына, башы һәйбәт эшләй, балалары хаҡына өндәшмәне, ҡатынһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай ине, балалары әсәйһеҙ нисек йәшәр. Булғас шулай булһын, күнде, ризалашты, белмәйем, иҫерек инем, хәтерләмәйем, ошо өс һүҙ уның яҙмышын хәл итте, туғыҙ йыл бирҙеләр.

.    Аҙаҡтан хат яҙған улының хәбәр итеүенсә өйҙәрендә бер ағай килеп йәшәгән, оҙаҡ та йәшәмәгән, әммә уның юҡҡа сығыуына улы ҡыуанысын йәшермәгән. Туғандары яҙмай, атаһы ла яҙырға кәрәк тапманымы, әсәһенең хаттары аша ғына ауылдағы хәлдәрҙе белә ине, бер нисә тапҡыр посылка һалыусы ла әсәһе булды. 

.    Ниңә  ялҡындай ҡайнар һөйөүҙәре һыуынды, үҙенең ғәйебе булмаһа ла ҡатынының ғәйебен бары һөйөү хаҡына, балалары бәхете өсөн үҙ өҫтөнә алды. Әсәләре янында, етем булмаҫтар тип өмөтләнде, балалар ҙурайғас үҙе аңлатырға ниәтләне.

.    Осрашыуға килмәй башлауы ла теге үҙҙәренең өйөнә килеп йәшәгән ,, ағай" тураһында һорашыуҙан килеп сыҡты, үпкәләне ҡатыны, ә Рәсүлдең күңелен уйламанымы.

.    Рәнйетмәне, ҡулы менән һуҡманы, дөрөҫөн генә белергә теләне. Юғиһә үҙе менән бергә ултырған камералашы, ҡатыны менән осрашҡан саҡтарын  һүрәтләһә, түбә сәстәрең эркелә.

.    Маһайып, осрашыуҙарының һәр минутын тәмләп, ентекләп һөйләүенән генә,  үҙенә тағы биш йыл өҫтәп бирерҙәй була Рәсүл. Шул кәмһетеүҙәргә  түҙеп килгән ҡатынды йәлләй, килмәй сараһы юҡтыр, килмәһә ҡайтҡас үлтереү менән янайҙыр, ҡурҡыталыр. Тәнен оҙаҡ ваҡыт кешегә күрһәтмәҫлек итеп күгәртеп, иҙгеләп бөтөрөүе менән маҡтана, йәнәһе ирҙәрҙе тиҙ генә яҡынлатмаҫ.

.   Мәңге яҡынаймаҫтай ҡайтыу сәғәттәре яҡынайҙы, сыҙай алмаҫлыҡ сәғәттәре үтте, сығыр көндәре етте. Рәсүлдең эсендә нимәлер бөгөлдө, һынды, янды, һүнде, көлгә әүерелде, бары тик бушлыҡ ҡына ҡалды. Тормошоноң мәғәнәһе юғалды, маҡсатынан төңөлдө, күңелдә асыу ҙа юҡ, һағыныу, һөйөү ҙә юҡ. Ата-әсәһе күптән юҡтар инде, туғандары тыуған йортон һаҡлап, юнәтештереп-ҡараштырып торғандар. Үҙе һалған нигеҙгә инә алманы, күңеле лә, йәне лә тартманы, балаларын саҡыртып алып ҡына ҡуйынына алып һөйгәс күҙенә нур югерҙе, ҡатынының килерен көттө.

.   Ҡыҙыҡһынып, өмөтләнеп, көттө, бына ул килеп инер ҙә үҙенең гонаһтарын өҫтөнә алған Рәсүлгә рәхмәт әйтер, балаларҙың нисек үҫкәнен һөйләр, яңғыҙлыҡтың ауыр булғанлығын бәйәнләр.Уның йылыһын тойоп ҡатҡан күңеле ирер, йән яраһы төҙәлер, күңел болото таралыр тип көттө. Килмәне, үҙ ғәйебе өсөн оялғандыр тиеп булмаҫ, кемделер индереп йәшәүен ғәфү итте күптән Рәсүл, гонаһһыҙ кеше булмаҫ, үҙе лә сабыйҙай гонаһһыҙ түгел, күпте күрҙе, күпте кисерҙе.

.   Балалар килде, тәүҙәрәк эс серҙәре менән уртаҡлашмаһалар ҙа, һуңыраҡ атай тигән һүҙҙе ышаныслы, яратып ҡабатланылар. Һәр буш ваҡыттарында янына югереп килделәр, ҡыҙы оҙағыраҡ өйрәнде, ағаһына ғына тәүҙә эйәреп килһә, аҙаҡ ҡына асылды, һөйләп һүҙе бөтмәне.

.   -Атай, мин һинең ғәйепһеҙ икәнлегенә ышанам, теге көн һаман минең күҙ алдымда, әсәйем бысаҡ елгәрҙе Самат ағайға, ул үлтерҙе.

.   Иң бәхетле көнө булды ошо һүҙҙәрҙе ишеткән көн, балалары белә уның кеше үлтереүсе түгел икәнлеген, хатта рәсми рәүештә уны аҡлаһалар ҙа ул шул тиклем ҡыуана алмаҫ ине, мәғәнәһеҙгә үткән йылдар, төрмә ғазаптары уның хәҙер бары үткәнендә генә ҡаласаҡ, үкенерлек түгел үткәндәре. Үҫмер бала атаһына йәшәүгә көс биреүен, күптән һулҡылдаған йөрәк яраһына тереһыу бөрккәнен белмәй ине.

.      Өҫтөнән ауыр йөктө алып ташлағандай булды,  улының әйткәндәре, бала хәтере бөтәһен дә күңел дәфтәренә яҙып барғандыр, өндәшмәгән генә, бәлки әсәһе тыйғандыр, әсәһенә булған хөрмәт, һөйөү хистәре лә юғалмаҫ мәңге, әсә хаҡы ла бар.

.   Дәртләнеп йәшәй башланы, ҡулы эш белгән оҫтаға эшһеҙ ултырырға тура килмәне, күңелен эшкә баҫты. Ире фажиғәле үлеп ҡалған яңғыҙ ҡатынға өйөн төҙөп бөтөргә ялланды, өйләнгән улы менән бергә йәшәй икән, буш саҡтарында улы ла ярҙамлаша. Ауылдаш ҡатын менән эҫенеште, улы ла һүҙ ыңғайында яҡын күреүен, ҡаршы түгеллеген белдерҙе. Атаһы мәрхүм нигеҙендә бергәләп йәшәй башланылар, һөйөп-һөйөлөү, ялҡынлы мөхәббәт түгел ине, ике зарлы яңғыҙҙың бергә ҡушылыуы, ишен табыуы, туңған күңелдәрҙе, өшөгән арҡаларҙы йылытырға теләүҙәре булғандыр.

.   -Ҡурҡманыңмы кеше үлтереүсегә, төрөмшиккә кейәүгә сығырға?

.   Уйынлы-ысынлы биргән Рәсүлдең һорауына ҡатын тыныс яуапланы.

.   -Ауылда берәү ҙә һинең Саматты үлтереүеңә ышанманы, тик үҙең кире һүрмәгәс, кейемеңдең ҡанға буялыуы ғына кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил тинеләр. Улың да ярһып илап атайым үлтермәне тип ҡабатлаған, кем үлтергәнен генә өндәшмәгән. Һинең силсәүит туғаның балаларҙан урам буйында ипләп кенә һораштырып та ҡараған, яуап ала алмаған, күрәһе тәҡдирең, ситкә һибелер ризығың шул булғандыр.

.   Әлбиттә абруйлы уҡытыусы ҡатындан берәү ҙә шикләнмәгәндер, нисә йылдар депутат булып һайланып килгән ҡатын, тәжрибәле педагог, яҡшы әсәй. Үҙе ҡайтҡандан һуң ҡуйырған имеш-мимешкә лә ҡуҙ өҫтәмәне Рәсүл, булыры булған, буяуы уңған.

.  Бына тағы яҙ етте, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтып оя ҡорорҙар, Рәсүл яһап әҙерләгән ояға ла сыйырсыҡтар ҡуныр, арыған,  талсыҡҡан ҡанаттарына ял алғас, һөйөү йырҙарын һуҙырҙар. Һөйөү ҡанаттары ғына талмаһын, имен һау ҡайтһындар.

 

 

https://shonkar.com/news/-bi-t/2023-03-20/y-anattary-talma-yn-hik-y-3184592 

Автор:
Читайте нас: