Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
29 Март , 12:48

Килен төшөргәндә

Сәғиҙә әбей сыбар тауығын салдырып алып таҙалай ғына башлағай­ны, йүгерә-атлай күршеһе Гөлсөм килеп инде. - Инәй, ҡапыл ғына машина килеп сыҡты ла район үҙәгенә барып ҡайтырға булдыҡ, йорт-тирәһен ҡараштырып ҡына тор әле, - тине лә ҡулындағы асҡысын һондо. Берәйһенең ниндәй йомош менән йөрөгәнен белмәһә, күңеле булмаҫ ҡарсыҡтың. Был юлы ла булмышына тоғро ҡал­ды. - Бәй, ниңә улай ҡа­пылғара сығып китергә булдың? - тип һорамай булдыра алманы. - Инде... алырға уй­лағайныҡ. - Нимә, нимә? Гөлсөм, эй тигәндәй, ҡулын ғына һелтәне. Был исемде ун тапҡыр ҡабатлаһаң да әбей дөрөҫ кенә итеп әйтә алмаясаҡ. Шуға ла ул ябай ғына итеп аңлатырға булды. Үҙе мут йылмайҙы. - Килен алырға, ки­лен. Был һүҙҙе ишетеүгә ҡолағы ҡарп итеп ҡалды әбейҙең.

Килен төшөргәндә
Килен төшөргәндә

1 апрель – Халыҡ-ара көлкө көнө

Килен төшөргәндә

(Юмористик хикәйә)

Сәғиҙә әбей сыбар тауығын салдырып алып таҙалай ғына башлағай­ны, йүгерә-атлай күршеһе Гөлсөм килеп инде.

- Инәй, ҡапыл ғына машина килеп сыҡты ла район үҙәгенә барып ҡайтырға булдыҡ, йорт-тирәһен ҡараштырып ҡына тор әле, - тине лә ҡулындағы асҡысын һондо.

Берәйһенең ниндәй йомош менән йөрөгәнен белмәһә, күңеле булмаҫ ҡарсыҡтың. Был юлы ла булмышына тоғро ҡал­ды.

- Бәй, ниңә улай ҡа­пылғара сығып китергә булдың? - тип һорамай булдыра алманы.

- Инде... алырға уй­лағайныҡ.

- Нимә, нимә?

Гөлсөм, эй тигәндәй, ҡулын ғына һелтәне. Был исемде ун тапҡыр ҡабатлаһаң да әбей дөрөҫ кенә итеп әйтә алмаясаҡ. Шуға ла ул ябай ғына итеп аңлатырға булды. Үҙе мут йылмайҙы.

- Килен алырға, ки­лен.

Был һүҙҙе ишетеүгә ҡолағы ҡарп итеп ҡалды әбейҙең.

- Килен, тиһең инде, ә? Ата-а-аҡ. Кем балаһы, ҡайҙан? - Ул карауатына йәтешләберәк ултырҙы. Эй ошоно, мишәйтләп торасы, тип башындағы яулығын йәһәт кенә һы­пырып алды ла, мөһим яңылыҡты ишетмәй ҡал­майым тигәндәй, күр­шеһенең ауыҙына текәл­де. Әммә шул мәл ихата янында ултырған маши­наның әсе итеп пипелдә­гәне ишетелде.

- Ана, ҡабаланды­ралар. Шофер нишләп мыштырлайһың тип һуҡрана торған. Ярай, ҡайтҡас һөйләрмен әле, - Гөлсөм тышҡа ҡарай атылды.

Күршеһе сығып кит­те. Ә Сәғиҙә әбейҙең бө­гәсә һил генә күренгән күңелендә, әйтерһең, көтөлмәгән дауыл ҡуп­ты ла уның бөтә тыныс­лығын урланы.

Ҡолағына берәй сала-сарпы һүҙ салы­нып, шуны төбөнә ти­клем төпсөнөп бел­мәһә, ашағаны аш булмаҫ ғәжәп кеше ул. Өйө тирәһендә ҡырыҡ­маһа ҡырҡ эше сәсе­леп ятһын, иллә-мәгәр ишеткәнен семтем генә булһа ла аныҡлап ҡуй­маһа - ул Сәғиҙә түгел инде. Йөрәге күтәрмәй­әсәк быны. Тәүҙә бер, унан икенсе күршеһенә барыр, шулай-шулай тип әйтәләр, ысынмы икән, тип хәбәрен башлар. Улары әбейҙең берҙе биш итеп һөйләй торған холҡон белеп бөткәнгә, бәләһенән баш-аяҡ тип, әллә ни асылып бармаҫ. “Әлләсе, тәүгә һинән ишетеп торамсы”, - тиһә, үпкәләгәндәй итеп, һи­нең шул булыр инде, бер нәмә лә күрмәйһең дә, белмәйһең дә, белһәң дә, юрамал шулай ҡыла­наһың ул, тип ҡылтайған булыр. Ауылдың бөтә хәбәр-хәтерен барлап, береһенең яңылығын икенсеһенә, унан башҡа­ларына бүҫкәргәне өсөн дә үҙенә “Һайыҫҡан” ҡу­шаматы йәбешкән. Ҡай­һылары “төпсөр” тип тә йөрөтәләр шикелле.

Сәғиҙә әбейгә был хәбәр аяҙ көндә йәшен атҡандан да нығыраҡ тәьҫир итте, буғай. Күр­шеһенең ошондай ҙа мөһим яңылыҡты быға­са әйтмәй йөрөүенә һарыуы ҡайнаны. Ул, бесәй-маҙар әрәм итеп ҡуймаһын тип, яртылаш йолҡонған тауығын оло кәстрүл эсенә тыҡты ла шәп-шәп атлап күр­ше-тирәләренә ингеләп сыҡты. Юҡ, бер кем бер нәмә белмәй! Бына ҡыҙыҡ! Башҡа кешеләр килен төшөрөр көндө бөтә урам гөж киләсе.

- Ну, был Гөлсөмдө! Эсендә эт үлһә лә бел­мәҫһең! Йыбытҡы. Йә, йомошо төшһә, ике өй­өнөң береһе миндә бит әле. Гонаһ шомлоғо! Кисә генә инеп сыҡтым бит әле үҙҙәренә. Ул- был турала өндәшһәсе, шыш та юҡ, быш та юҡ. Шуны әйтһә, теле өҙөлөп ҡалыр инеме ни? Кит инде, кит! Әҙәм тү­гел икән! Ер бит! Эсендә йәне юҡтыр ул уның. Та­у-таш араһындағы ауыл­дан төшкән бәндәнең йүне булалыр шул. Шун­да ағастан башҡа нимә күргән тиһең. Ҡырҡ ҡатайға бер иман тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән. Мин уның өсөн өҙөлөп торған булам бит әле. Изгелекте аңлай торған әҙәм түгел икән. Харап, берәү килен төшөрә, имеш. Минең кеүек өс киленле булһа, ни эшләр ине икән? - Әбей “рәхимһеҙ” күршеһе­нең имен ерен ҡалдырманы, рәхәтләнеп тетте генә. Унан, берәү килен ала тип салдырып алған нәмәне ташлап ҡуйып булмаҫ, тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә йәнә тауығын таҙаларға улты­рҙы. Эшен теүәлләгәс, шулай тәмлерәк була торған тип өҫтөнә тоҙ һибеп, оло туҫтаҡ менән ҡаплап ҡуйҙы. Инде әбей бер сама тынысланған­дай булһа ла, күршеһе­нең йәшерен генә килен төшөрөргә йыйынғаны уйынан сыҡманы. Унан йәнә, берәй йүнле хәбәр ишетмәмме тип, сирәмдә себеш көтөп ултырған Ҡәрифә янына йүнәлде.

- Ниңә улай ҡылана икән ул был Гөлсөм ки­лен? Был тиклем дә йо­ланы һанламаған әҙәм булыр. Башыңа тай тип­кән кеше һымаҡ килен алам тип һикергеләп сыҡ та кит, имеш. Әҙерләнеү юҡ, нитеү юҡ. Берәй ғил­ләһе барҙыр ул? Тикмәгә генә былай йәшертен то­тонмаҫ ине.

Унан үҙенең һорауҙа­рына үҙе яуабын да тапты.

- Аһ-һай, килендәре ауырлы-фәлән түгел­ме икән тим. Хәҙерге йәштәр өлгөр бит ул. Малайының былай күҙе- башы уйнаҡлап тора. Былтыр анау күрше ауылдағы Сәғиттең ҡыҙы ни хәлгә ҡалды һуң? Туйынан һуң ни, әллә бер ай үткән, әллә ике ай булған, бәпестәре тыуған да ҡуйған, ти бит. Уныһы ишшеү атаһына ла, әсәһенә лә оҡшамаған, ти. Улай булһа, ыстрам, ғәрлеге ни тора!

Юҡ, былай булмай, һәр нәмәнең шарты бар тигәндәй. Ни тиһәң дә, күрше хаҡы бар. Килен­де улай ҡаршыламайҙар. Сәғиҙә инәй ҡошта­баҡтағы тауығын алды ла эре-эре аҙымдар менән Гөлсөм күршеһенә юл­ланды. Өйҙө асып инде лә газды тоҡандырҙы, унан туҡмас баҫырға то­тондо. Уға ярҙамға бер нисә күршеһе килеп инде. Кемелер тәмле еҫтәр сығарып бауы­рһаҡ бешерә башланы. Берәүҙәре ихата тирәһен йыйыштырғылап алды...

- Ана, бер машина был яҡҡа ҡарай килә. Моғайын, шуларҙыр! - Тыштан кемдеңдер та­уышы ишетелде.

- Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк булайыҡ!

Бөтәһе ҡапҡа янына урғылды. Кемдер ҡаба­рып торған мендәр сыға­рып һалды. Сәғиҙә әбей, араларында иң өлкәне булараҡ, килендең шәр­бәт телле булыуын теләп, бәләкәй кәсә менән бал тотто.

Бөтә ауылға туҙан борҡолдатып, кәлтерләп бөткән аҡ “Жигули” ул арала выжлатып ихата янына килеп туҡтаны. Килен ҡаршылаусылар, машинала шофер менән Гөлсөмдөң икеһен генә күреп, ни әйтергә бел­мәй ҡатып ҡалды. Ахы­рҙа Сәғиҙә инәй Гөл­сөмгә текләп:

- Атаҡ, һин ни килен алып ҡайтам тип киткәй­нең түгелме ни? - тип һо­рап ҡуйҙы.

- Шулай шул! Бына килендең ниндәйен алып ҡайттыҡ әле! Хәҙер кер йыуып толланаһы юҡ. Һыуына тиклем үҙе һурҙырып ала, үҙе йыуа, үҙе киптерә! - Шул саҡ шофер багажниктан ҙур ғына ҡумтаны һөйрәп сығарҙы.

- Бәсәк, бәсәк, мин, хыялый баш, һине ысынлап тороп килен төшөрә икән тип йөрөй­өм дә ул... - Сәғиҙә инәй башын тырнай-тырнай кеткелдәгән булды.

Ә бер аҙҙан күршеләр: “Инәй, тауығың ҡайһы­лай һимеҙ, тәмле икән, беҙ ҙә килен төшөрөр булһаҡ, тауыҡты һинән генә алырбыҙ инде”, - тип көлөшә-көлөшә аш ашай ине.

Венер ИСХАҠОВ.

 

https://henek.info/articles/%2B%2B--/2023-02-24/kilen-t-sh-rg-nd-3155732 

Автор:
Читайте нас: