Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
20 Март , 15:55

Ғазаптарға үҙең һалдың, дауаһын да тап инде (Хикәйә)

Бына шунда ишетте лә инде ул яман хәбәрҙе. Ярым-асыҡ торған шәфҡәт туташтары бүлмәһенән Йәмиләнең шат тауышы килә:– Бына шулай инде ул донъя! Әллә кем булып, гел ауыҙын йырып, шат йылмайып йөрөй ине тәтәй бисә. Ана, ире Шишмәлә бер йәш ҡатынға кергән, тиҙәр. Ҡайтып та китмәй икән.– Ҡуй, Йәмилә апай. Насар кеше түгел бит Сәриә Сәрүәровна. Уны бөтәһе лә маҡтай. Танылған гинеколог-акушер, – тип уға ҡаршы сыға Фәнилә.– Һы, матур, данлыҡлы, тип тормаған бит әле, сығып ҡасҡан өйөнән, тиккә түгелдер.Артабан тыңлап тора алманы Сәриә. Кинәт ауырайған аяҡтарын көскә һөйрәп, үҙ бүлмәһенә ыңғайланы. Коридорҙа аяҡ тауышын ишетеп ҡалған Йәмилә, кинәт йүгереп сығып, ҡото осҡан ҡиәфәттә Сәриәнең артынан ҡарап ҡалды…    

Ғазаптарға үҙең һалдың, дауаһын да тап инде (Хикәйә)
Ғазаптарға үҙең һалдың, дауаһын да тап инде (Хикәйә)

“Беренсе тапҡыр Яңы йылды һинһеҙ ҡаршылайым. Ҡайҙа һин, Рәлиф? Бер нәмә аңлатманың да, ҡайтманың да ҡуйҙың. Бөтәһе лә һәйбәт ине бит һуң. Бер ауыҙ һүҙгә килешмәнек. Матур итеп, тырышып, тыныс ҡына йәшәй инек. Әллә күҙ генә тейҙе инде беҙгә, насар, көнсөл күҙҙәр…”    

Уйҙарының осона сыға алмай, оҙаҡ торҙо тәҙрә ҡаршыһында Сәриә, ҡарлы урамға ҡарап. Шундай матур итеп, әкрен генә ҡар яуа. Урамды яҡтыртып янған фо­нар­ҙар янында уралып-уралып, аҡ күбәләктәр булып өйөрөлә ҡар бөртөктәре. Урамда шундай йәмле. Бөтә ерҙә йәнлелек, байрам кәйе­фе. Бына ҡулына ҙур пакеттар тот­ҡан егет менән ҡыҙ йүгереп үтте, Яңы йыл табынына ашығаларҙыр инде. Юҡ, балҡып янған фонарь аҫтында туҡтанылар. Пакеттарын ҡар өҫтөнә ҡуйып, онотолоп үбе­шергә керештеләр. Шунан бер-береһенә ҡарап көлөргә тотондолар, бағана тирәләй, бала-саға кеүек, баҫтырышып уйнай башланылар. Бына егет ҡыҙҙы бағана ме­нән ҡуша ҡосаҡланы ла ирен­дәренә үрелде… Сәриә, уларҙы күҙәтеп тороуынан оялып, ҡарашын урамдың икенсе осона күсерҙе. Ана, бер егет былай табан йүгерә: бер ҡулында – торт, икенсеһендә гөлләмә. Уның артынса бер төркөм ашығып үтеп китте, ҡунаҡҡа ҡабаланыуҙары күренеп тора. Сәриә, тәҙрә пәрҙәһен ябып, өҫтәл янына килеп ултырҙы, ҡарашын стеналағы ҙур сәғәткә төшөрҙө. Ун тулып килә. Үҙенсә әҙерләнгән булды ул: бер-ике төрлө салат эшләне, емеш-еләк ҡуйҙы. Хатта шампан шарабын ултыртҡан булды. Ана, ултыра өҫтәл ситендә, башын ялтыратып. Тик кем генә асыр икән һуң уны? Шундай яманһыу булып китте Сәриәгә, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Уйҙарынан башы ярылырҙай булып тойолдо.

Туҡта, ниңә бындай билдәһеҙ­лектә ҡалды һуң ул? Нимәнән башланды был айырылыу? Сәбәбен таба алманы Сәриә. Утыҙ йылдан ашыу ғүмер итте ире менән, инде улы ла, ҡыҙы ла үҙ ғаиләһе менән айырым йәшәй. Олатай-өләсәй булырға ла өлгөрҙөләр. Ял көндә­рендә өйҙәре балаларҙың шат тауышына тула. Шунан да олораҡ бәхет бармы һуң?! Инде ярата ейәндәрен Сәриә. Рәлиф тә уларҙы үлеп ярата ине бит һуң. Улар янында йәшәреп, нурланып китә торғай­ны. Ҡайҙа икән һин хәҙер? Кеҫә телефоны гел янында йөрөй, шылтыратып, хәбәр итергә була бит…

Үҙҙәренең йөк машинаһы бар ине уларҙың. Быға ҡәҙәр гел алыҫ рейстарҙа йөрөнө. Арып-талып ҡайта, бигерәк йыраҡтарҙан урай ине шул. Һөйөнөп ҡайтып инер ине. Алдан хәбәр иткәс ни, ҡайты­уына мунса яғылған, табын ҡорол­ған. Атайҙары ҡайтыуға балалар ҙа килеп етә, бер оло байрамға әүерелә ине ҡаршылау. Гел шулай тыныс ҡына, матур ғына йәшәрбеҙ, тип һәр яңы көнгә ҡыуанып йәшәне Сәриә. Эшенә, байрамға барған кеүек, иң матур кейемдәрен кейеп, биҙәнеп-төҙәнеп йөрөнө. Өйөнә лә гел ашығып-ашҡынып ҡайтты. Рә­лифе ҡайтыуға тәмле ризыҡтар әҙер­ләргә ашығыр ине. Бер көн, кис­ке аштан һуң, Рәлиф район гә­зи­тендәге иғландарҙы уҡып ултырғанда:

– Ҡарале, Сәриә, Шишмә районына урып-йыйыу эштәренә шәхси йөк машинаһы булған шоферҙар саҡырыла, тигәндәр. Ятаҡ бирелә, өс тапҡыр йылы аш, эш хаҡы ла ярайһы ғына. Тегендә-бында алыҫ рейстарҙа йөрөгәнсе, әллә барып ҡарайыммы? – тип өндәште.

– Бик алыҫ түгелме һуң, көн дә ҡайтып йөрөй алаһыңмы? – тип һорауға һорау бирҙе Сәриә.

– Дүрт-биш сәғәтлек юл, көн дә ҡайтыу турында һүҙ ҙә юҡ. Етмәһә, урып-йыйыу осоронда һәр сәғәт ҡәҙерле, – тип яуапланы Рәлиф.

Иренең һәр һүҙенә буйһоноп, ҡеүәтләп өйрәнгән Сәриә уның теләгенә ҡаршы килмәне. Кейем-һалымын, юлға ризыҡ әҙерләп, матур теләктәр менән оҙатты Шишмә тарафына. Ул ваҡытта әле август башы ғына ине. Рәлиф, көнөнә бер нисә тапҡыр шылтыратып, хәлен белешеп торҙо. Балаларына ла йыш шылтыратты. Ике айҙан шылтыратыуҙар һирәгәйҙе. Сәриә шылтыратҡанда ла, эш күплеккә һылтанып, тиҙ генә, аҙ ғына һөйлә­шер булып китте. Тауышы шул уҡ, тик нисектер һалҡын һымаҡ тойолдо. Әллә ауырып киттеме икән? Улай тиһәң, көнө-төнө рулдә арыта, тип хәбәр һала. Күңеле менән һиҙә Сәриә: үҙгәрҙе Рәлифе, ят кешегә әйләнеп барған кеүек. Тауышында йылылыҡ та, шатлыҡ билдәләре лә юҡ. Элегерәк, алыҫ рейстарға йөрөгәндә, нисек ҡыуаныр ине Сәриәһе шылтыратһа, һөйләшеп һүҙе бөтмәй ине.

Һуңғы тапҡыр октябрь уртаһын­да ҡайтып китте Рәлиф. Йылы кейемдәрен алып, мунса инеп сығып, аҙыҡ-түлек тейәне машина­һына. Киске аштан һуң, иртән иртүк юлға сығырға кәрәк, тип тиҙ генә залдағы диванға ятты ла йоҡла­ғанға һалышты. Һиҙенде Сәриә, төшкө аш табынында уҡ һиҙенде. Ҡарашын йәшерҙе ул Сәриәһенән, тура ҡарарға ҡыйманы. Ашығып-ашығып ашаны ла телевизор ҡаршыһына барып ултырҙы. Янына барып, Сәриә иренең иңбашына ҡулын һалғас, йәһәт кенә тороп, юҡ йомошон бар итеп, тышҡа сығып китте.

Оҙаҡ ҡына урамда йөрөп ингән­дән һуң, йоҡларға булды. Сәриәһе яғына ҡараманы ла, хәлен дә һо­раш­маны. Билдәһеҙлектән дә ауыр хәл юҡ икән. Һөйләшһен ине ул асыҡ­тан-асыҡ. Бына шулай бит әле, Сәриә, мин башҡаны осраттым, башҡаны яратам, тиһен. Аңларға тырышыр ине әле. Юҡ, аңламаҫ ине. Нисек инде, олатай-өләсәй булып, балалар бәхетенә ҡойоноп йәшәгәндә, башҡа берәүгә ғашиҡ булып, ғаиләңдән ваз кисмәк кәрәк. Бары тик һөйәркәһе барлығы менән генә аңлата Сәриә Рәлифе­нең үҙ-үҙен тотошон. Күҙенә ҡа­рарға ҡыймай, ҡарашын ситкә бора. Бур бесәй кеүек һыпыртырға тора.

Аҙ һүҙле Сәриә иренең һүҙ башлауын көттө, тик Рәлиф аңла­шыу­ҙан ҡасырға тырышты. Сәриә­нең “Ни булды һиңә, Рәлиф? Аңлат әле?!” тигән һорауына яурынын ғы­на һелкетте лә тиҙерәк машина­һына ашыҡты. Ярай әле һау­бул­лашты, кабинаһына инеп ултырғас, йылмайғандай итте, ҡулын күтәрҙе, шунан ашығып китеп барҙы. Ҡул болғап ҡалды Сәриә. Машина күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙо ла, күҙ йәшенә төйөлөп, өйгә инде. Ошо иркен, матур өйҙә – япа-яңғыҙы. Икәүләп, матурлап, наҙлап төҙөгәйнеләр бит! Ҡайҙа ҡарама – Рәлифтең ҡул эҙҙәре. Бындай хәлде балаларҙан да йәшереп булманы. Улы сабыр, тыныс, тап Сәриәнең үҙе кеүек. Атаһын аҡларға маташты. Һуң, әсәй, эше күптер, урып-йыйыу осоро бит, тип һөйләнгән булды. Ә бына ҡыҙы эттән алып эткә һалып һүкте атаһын, башҡа ҡайтып, әҙәм көлдөрөп йөрөмәһен, тине. Ул уның менән һөйләшмәйәсәк тә. Ғәрсел шул Әлиәһе, бик ғәрсел. Әсәһен бар күңеле менән аңлап, янып-көйөп йөрөгән сағы.

– Әллә берәй һүҙ бармы, ҡыҙым? – тип һорауына ла:

– Ишетерһең әле, еткерерҙәр, – тип бик асыулы ҡайтып китте кисә.

Эй, балам! Һиңә һөйләмәгәс тә, ишетмәгән тип уйлайһыңмы? Сәриә, ауыр һулап, диванға барып ултырҙы ла уйҙарына сумды. Кинәт кенә бөгөн иртән булған хәл иҫенә төштө. Ауылдан инде бишенсегә бала табырға йыйынған ҡатынды килтергәйнеләр. Ауыр хәлдә биса­ра­ҡай. Ваҡыты еткән дә бит, тыу­ма­ғас, тыумай инде сабый. Бөтә тәжрибәһен, белемен, тырыш­лы­ғын һалды Сәриә. Алдында ятҡан ҡатындың арыҡ кәүҙәһенә, тоноп барған күҙҙәренә ҡарап, шундай йәлләү алды күңелен. Эй был ауыл ҡатындары! Бигерәк аямай инде үҙҙәрен. Өйөндә көтөп ҡалған дүрт балаһы теленән дә төшмәй: “Зин­һар, ҡотҡарығыҙ мине, доктор, балаларым хаҡына”, – тип ялбара меҫкен.

Ҙур ауырлыҡтар менән тыуҙы сабый, Яңы йыл алдынан бүләк – дүрт ҡыҙыҡай янына бер батыр малай булып. Ә тауышы ниндәй көр үҙенең. Баланы ҡабул итеүгә, бүлмәне йән өҙгөс тауыш ярҙы.

– Доктор, мин һеҙҙе күрмәйем, һуҡырайҙым бит!

Сәриә тиҙ арала бала тапҡан ҡатынды реанимация бүлегенә оҙатты. Тейешле процедураларҙан һуң, ҡатындың аяҡтарына йылы грелкалар ҡуйып, ҡайнар сәй эсерҙе, матур, йылы һүҙҙәр әйтеп, йыуатты:

– Борсолма, һеңлем. Була торған хәл, бына бер-ике сәғәттән хәлең шәбәйер, – тип йыуатып, янында ултырҙы. Ҡатын йылынып, йоҡлап киткәс, шым ғына баҫып, үҙ бүлмәһенә атланы.

Бына шунда ишетте лә инде ул яман хәбәрҙе. Ярым-асыҡ торған шәфҡәт туташтары бүлмәһенән Йәмиләнең шат тауышы килә:

– Бына шулай инде ул донъя! Әллә кем булып, гел ауыҙын йырып, шат йылмайып йөрөй ине тәтәй бисә. Ана, ире Шишмәлә бер йәш ҡатынға кергән, тиҙәр. Ҡайтып та китмәй икән.
– Ҡуй, Йәмилә апай. Насар кеше түгел бит Сәриә Сәрүәровна. Уны бөтәһе лә маҡтай. Танылған гинеколог-акушер, – тип уға ҡаршы сыға Фәнилә.

– Һы, матур, данлыҡлы, тип тормаған бит әле, сығып ҡасҡан өйөнән, тиккә түгелдер.

Артабан тыңлап тора алманы Сәриә. Кинәт ауырайған аяҡтарын көскә һөйрәп, үҙ бүлмәһенә ыңғайланы. Коридорҙа аяҡ тауышын ишетеп ҡалған Йәмилә, кинәт йүгереп сығып, ҡото осҡан ҡиәфәттә Сәриәнең артынан ҡарап ҡалды…

Өҫтәл янына барып ултырғас, Сәриә, башын ике ҡуллап тотоп, уйға сумды. Кемдән-кемдән, тик Йәми­ләнән көтмәгәйне бындай һүҙҙәрҙе. Ун йыл бергә эшләйҙәр. Ошонда үҙе урынлаштырҙы, ҡулынан килгәнсә гел ярҙам итеп тора. Ниңә шул ҡәҙәр аяуһыҙ ҡыланды әле бөгөн Йәмилә? Ни өсөн? Кеше ҡайғыһына шулай һөйөнөп буламы икән ни? Йәне көйөп, урынынан торҙо ла ҡайтырға йыйынды. Ә башында бер хәбәр: “Йәш бисәгә өйгә кергән! Йәш бисәгә өйгә кергән!” Ысынбарлыҡ шул ҡәҙәр яман булһа ла, күңеле ҡабул итмәне был хәбәрҙе. Бына, уянып китер ҙә, баш осонда йылмайып Рәлиф баҫып торор кеүек. Донъяһы буталды Сәриәнең.

Белә Сәриә, балалары уның яңғыҙын ҡалдырмаясаҡ, барыбер үҙҙәренә алып китәсәк байрам табынына. Тик өйөн ташлап киткеһе килмәй. Ә Рәлифе һуңлап ҡайтып инһә? Юлда асығып, өшөп киләлер, бәлки? “Йәш ҡатынға өйгә кергән!”

Ҡапыл ишек шаҡынылар. Сәриә ашығып, Рәлифен күрергә өмөт итеп, шатланып ишекте барып асты. Ишектә йылмайып улы баҫып тора:

– Әсәй, һиңә бер минут әҙер­ләнергә. Киленең дә, балалар ҙа көтөп ҡалды. Бүләк-күстәнәстә­реңде онотма, Яңы йыл кисе бит, әсәй, Яңы йыл кисе! Бойоғоп ултырырға ярамай, шатлан, бөтә хәүеф-хафаңды урамға һибеп китәбеҙ хәҙер, – тип, әсәһен иҙән уртаһында вальста өйөрөлтөп, уйларға ла ирек бирмәйенсә, тиҙ генә алып сығып китте.

Ысынлап та, урамға сыҡҡас, шундай рәхәт, еңел булып ҡалды Сәриәгә. Урам тулы кеше. Шат тауыштар, көлөшөүҙәр яңғырай. Бөтә кеше хәрәкәттә: теге яҡҡа ла, был яҡҡа ла йүгерәләр. Барыһында ла байрам кәйефе, бәхетле йөҙҙәр, балҡып торған күҙҙәр. Бына бит, кеше араһына сыҡҡас ниндәй рәхәт. Рәхмәт инде балаҡайҙарыма, тип Сәриә ашыға-ашыға улының артынан ҡуҙғалды.

Күңелле үтте байрам. Балалары хаҡына Сәриә шат булырға тырышты. Әрнеүен күңеленең иң төбөнә йәшереп, йыл башын яҡшы кәйеф, көр күңел менән ҡаршыларға тырышты. Төнгө икелә, күмәкләп, урам тултырып, уларға килделәр. Бейенеләр, йырланылар. Бигерәк тә бәләкәстәр ҡыуанды. Таң алдынан ҡайтып, ял итергә кәрәк, тип таралышты балалар. Сәриәне лә үҙҙәренә саҡырғайнылар, иртәгә эшкә барып урайһы бар, тип өйҙә тороп ҡалды.

Балаларын оҙатҡас, тағы тәҙрә ҡаршына баҫты Сәриә. Ә тышта шундай матурлыҡ! Сағыу, матур салюттар һауаны ярып тирә-яҡты балҡытып ҡына тора. Бер әкиәт донъяһы инде бына! Сәриә телефонын ҡулына алып, Рәлифен Яңы йыл менән ҡотларға теләне. Тик эске бер тауыш туҡтатты. Ярамай, Сәриә, ярамай! Ғорур бул! Һин бит төшөп ҡалғандарҙан түгел. Көт, бәлки, үҙе хәбәр ебәрер, өмөтөңдө генә һүндермә, тигәндәй тойолдо. Тик телефон иртәгәһенә лә, бер аҙнанан да шылтыраманы…

Байрам көндәре тиҙ генә үтеп китте. Һуңғы арала ҡыҙы бик йыш килә башланы. Үҙе генә, ирен дә, балаларын да эйәртмәй. Йә эш урынына килә йә ҡайтыуына өйҙә көтөп тора. Борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан. Үҙе башлап һүҙ ҡатмай, әсәһенең башлағанын көтә. Тик Сәриә ныҡ булырға, балалар алдында ебеп төшмәҫкә, балауыҙ һығып ултырмаҫҡа һүҙ биргәйне инде. Ул яйлап ошо яңғыҙлығына күнегеп тә бара. Ә ниңә? Яратҡан эше бар. Күберәк ваҡытын эштә уҙғарырға тырыша. Арып-талып, ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо менән ҡайта. Күпме сабыйҙы ошо тырыш, тилбер ҡулдары менән ҡабул итә ул. Күпме рәхмәт, йылы һүҙ ишетә. Бөтәһе лә Хоҙай Тәғәлә ҡулында шул. Бирһә – бирә, алһа – ала. Һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ яңылышы. Оҙаҡламай яҙ ҙа етер. Бар донъя йәшәрер. Күңелемә лә йән тыныслығы килер. Бер асыҡлыҡ, аңлашыу булыр бит инде. Былай ғына бармаҫ әле гел, тип үҙ-үҙен тынысландырҙы Сәриә.

Асыҡлыҡты бер көн кисен ҡыҙы алып килде. Ҡыҙының ҙур асылған күҙҙәрендә нәфрәт, зәһәр ут яна. Ишектән инеү менән Әлиә тиҙ генә сисенде лә компьютер янына уҙҙы.

– Әсәй, кил әле бында. Хәҙер һиңә бер ғибрәтте күрһәтәм. Тик һин ултыр, тыныс булырға тырыш, – тип компьютерҙы көйләне.

Сәриә, экранға ҡарап, хайран ҡалды. Ә унан, шат йылмайып, Рәлифе ҡарап тора. Ярым-шәрә бер йыуан ҡатынды биленән ҡосаҡлап, Ҡазан “Аквапаркы”нда төшкән. Был күренеш яман төш кеүек тойолдо Сәриәгә. Нисек инде! Бәлки, ул түгелдер, була бит оҡшаш кешеләр, тип үҙен йыуатырға маташты. Юҡ, ул Рәлиф ине! Ҡыҙы юҡҡа ғына ҡайғыға батып килмәгән бит инде. Әсәһенең дөрөҫлөктө ҡабул итеүен, өмөтләнеп ултырмауын теләп килгән. Уның бушлыҡҡа ҡарап ҡатып ҡалыуын күреп, ҡыҙы ҡурҡып китте. Тиҙ генә компью­терҙы һүндереп, әсәһен ҡосағына алды ла үкереп илап ебәрҙе:

– Әсәй, әсәкәйем! Миңә шундай ҡыйын, ауыр. Йөрәгем ярыла икән, тип торам күргәс. Ул юҡ хәҙер беҙҙең өсөн. Ул үлде, һыуға батты ана шул “Ҡазан аквапаркы”нда. Эйе, үлде. Минән һорашһалар, мин шулай тип әйтәсәкмен. Һыуға батып үлде, тип…

Сәриә, кинәт телгә килеп:

– Ҡыҙым, ни һөйләйһең һин? Нисек инде үлде, юҡты һөйләмә. Әлегә шым ғына ултырайыҡ әле. Миңә лә еңел түгел, балам, – тип ҡыҙын күкрәгенә ҡыҫып, оҙаҡ бәүелеп ултырҙы.

Ҡыҙы бер аҙ тынысланғас, бер ни булмағандай, шат йылмайып, урынынан ҡуҙғалды. Матур итеп сәй табыны ҡорҙо. Һүҙҙе бөтөнләй ситкә бороп, үҙен иң бәхетле ҡатындарҙың береһе кеүек итеп тотоп, ҡыҙын шат йылмайып оҙатып ҡалды. Ә ниңә? Бөтәһе лә һәйбәт. Донъя шундай матур! Әсәһе мәрхүмә әйтмешләй, ирҙеке – итәктә, баланыҡы – йөрәктә, тигәндәй. Итәгеңдән һыпырып төшөр ҙә артабан атла. “Бына балаларың ҡайғы килтермәһен, балам”, тиер ине. Ысынлап та, ниндәй хаҡ һүҙҙәр. Бик аҡыллы ине шул әсәһе, сабыр кеше ине. Матур кәңәштәре менән гел күңелен үҫтереп торҙо Сәриәнең. Ысынбарлыҡ нисек кенә ауыр, аяныс булһа ла, түҙҙе, сыҙаны Сәриә.

Бер көн яйлап ҡына баҫып, һуң ғына эшенән ҡайтып килгәндә, ҡапҡа төбөндә Рәлифтең йөк машинаһын күреп, аптырап ҡалды. Алыҫтан күҙәтеп килә, ире машина тирәләй ашығып-ашығып йөрөй. Туҡтауһыҙ тәмәке тарта. Сәриә ашыҡманы, ауырайып киткән аяҡтарын ял иттерә-иттерә, яй ғына өйөнә яҡынлашты. Ире яғына боролоп та ҡараманы. Өнһөҙ генә ҡапҡанан инде лә ишеккә үрелде. Аяҡ тауышы ишетелһә лә, боролманы. Өйгә инде, әкрен генә кейемен алмаштырҙы. Сәй ҡуйып ебәр­ҙе. Башында бер уй булһа, исма­һам. Бушлыҡ, шундай битараф­лыҡ бар донъяға. Өй янында бер колонна машина торһа ла иғтибар итмәҫ ине. Үҙенең тыныслығына үҙе аптыраны Сәриә. Ишек тауышына ла боролоп ҡараманы, үҙ эше менән булды. Гөлдәренә һыу һипте, телевизор ҡабыҙҙы ла креслоға килеп ултырҙы.

– Ни бит әле, Сәриә. Һөйләшергә, аңлашырға кәрәк ине.

Иренең ҡыйыуһыҙ, тоноҡ тауышын ишетеп ултырһа ла, ҡатын урынынан ҡуҙғалманы. Бер нәмә уйлай ҙа, фекерләй ҙә алманы. Бушлыҡ! Бөтә тарафта бушлыҡ: өй эсендә лә, күңелдә лә.

Рәлиф әкрен генә Сәриәнең ҡаршыһына, ултырғыс ҡуйып, килеп ултырҙы. Ҡатынының ҡулынан тотто. Сәриә әкрен генә ҡулын ситкә алды. Ире уның ҡарашын тоторға тырышты. Сәриә, муйылдай ҡара күҙҙәрен ҙур асып, ҡатып ҡалғайны. “Нисек кенә рәнйетә алдым икән ошо фәрештәләй ҡаты­нымды? Ҡайҙан ғына юлландым икән шул Шишмә тарафтарына?” тип өҙгөләнеп уйланы Рәлиф. Нисек кенә ғәфү үтенһә лә, алдына теҙләнһә лә, ҡылығының ғәфү итерлек түгел икәнен яҡшы аңлай ир кеше. Балалары ла яйлап баш тартты унан, шым ғына, өнһөҙ генә. Һөйләшмәҫ, өндәшмәҫ булдылар. Шылтыратһа, ҡыҙы мыҫҡыл итеп: “Вы ошиблись номером”, – тип тутыйғош кеүек ҡабатлап тик тора. Шулай үс алыуылыр инде.

Улы бөтөнләй күрмәмешкә һалыша. Асыулы ҡарап, машина­һына ултыра ла китә. “Шул кәрәк һиңә, бәхет ҡәҙерен белмәгән туң баш”, – тип һүгә үҙен ир кеше. Йә, ни етмәгән уға? Шул эскелек, күңел асыу арҡаһында инде. Аҙғынлыҡ инде, аҙғынлыҡ харап итте уны. Һөйләшергә, аңлашырға күпме ынтылып ҡараны Сәриәһе. Бар тип тә белмәгән булды Рәлиф. Әле килеп кенә ниндәй ғазаптарға һалғанын аңланы ҡатынын. Абруйлы, билдәле кеше бит районда. Ә балалары ниндәй аҡыллы, эшсән, тырышып донъя көтәләр. Уларға ла бик еңелдән булмағандыр атайҙары тураһында ундай түбән һүҙҙәр ишетеү…

Гөлшат САМАТОВА.

 

 

 

 

https://ejansura.ru/articles/hikaya/2024-03-18/azaptar-a-e-aldy-daua-yn-da-tap-inde-3689915

 

Автор:
Читайте нас: