Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
19 Март , 16:46

Ҡар йылыһы

«Атың-ниең ҡаҙалып киткере», − тип ләғнәтләп тороп ҡалды ҡапҡа янында сырхау ғына еңгәһе. Ауылдың, мәхшәр кеүек ҡубып, бер төптән ҡуҙғыуы оҙаҡҡа һуҙылманы – биш-алты минуттан урамдар һил булып ҡалды. Урам осона еткәндә йәйәүлеләрҙән Гөлбәҙәр яңғыҙы ғына ине инде. Ә ямғыр, күнәктән һипкәндәй, шашынып ҡойҙо ла ҡойҙо. Шундай ғәрәсәт эсендә ул яңғыҙы ғына барҙы ла барҙы. Ҡайҙа етеп туҡтар ҙа ниндәй генә эш ҡыйратып ҡайтыр бынауындай көндә? Билдәле генә урыны ла юҡ. Иртөбәге иртә менән, иген тейәп, алтмыш саҡрым алыҫлыҡтағы элеваторға киткән. Күшегеүҙән ҡорошоп, аяҡ һуҙып ҡуймаһа ярай ҙа. Ҡайтҡанына тиклем балалары нисек көн итер? Икмәк ашарлыҡ булғандары бирешмәҫ тә. Сәңгелдәктәге сабыйы, Гөлназы, бауырҙы быуа. Шундай аптырашлы уйҙар солғанышында алға табан алтаны ла атланы Гөлбәҙәр...

Ҡар йылыһы
Ҡар йылыһы

Ҡар йылыһы (хикәйә)

Август урталарының бер көнөндә иртә менән күк йөҙө болотлап, ваҡ ямғыр күҙҙәре төшкөләп торҙо. Шуғалырмы, бисә-сәсә, ҡыҙ-ҡырҡынды келәт янындағы ырҙынға саҡырып, сәғәт һигеҙҙә бөтөн ауылға шаңғырар ҡеүәтле төрән тауышы ишетелмәне. Ваҡ ямғыр, торған һайын көсәйә барып, күнәктән ҡойғандайға әйләнде. Өйҙәгеләрҙең бөтәһен дә ҡапыл һиҫкәндереп, сәғәт ундар тирәһенә етеп килгәндә генә төрән тауышы яңғыраны. Уның артынса, иҫке генә велосипедына атланып, Фәрит исемле егет урамдар буйлап: «Бесәнгә! Бесәнгә!» − тип һөрән һалып үтте. Ул бесәнгә төшөр мәлде йыл һайын иҫкәртә шулай.

Быға тиклем ямғыр тамсылары шыптырлауынан башҡа тын-тауыш ишетелмәгән ҙур ауылда мәхшәр ҡуптымы ни! Оянан осоп сыҡҡан ҡорт күсен хәтерләтеп, ҡулдарына салғы тоторҙай йәйәүлеләр, самокат-матайҙар, атлы арбалар хәрәкәткә килде. Тирә-йүн мотор тауыштарына күмелде.

Был ташҡынға Гөлбәҙәр ҙә ҡушылырға мәжбүр булды. Береһенән-береһе бәләкәйерәк биш балаһын иң ололары – ун йәшлек Сәкинәһе ҡарамағына ҡалдырып, алдан уҡ әҙерләп ҡуйылған алтынсы үлсәмле бәләкәй салғыһын алып, урамға сыҡты. Кешелә кеше ҡайғыһы юҡ. Һәр кем үҙе генә белгән урынға башҡаларҙан алдараҡ барып етергә тырышып, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, төрлө яҡтарға уҡталған. Ел-ямғырҙан һаҡланырҙай плащ-маҙар бик һирәктәрҙә генә бар. Эҫе йә йонсоу көндәрҙә баш осона күтәрер сатыр-фәлән тураһында әйтергә лә түгел, ауылда берәүҙә лә булғаны юҡ.

Ян-яҡҡа бысраҡ сәсрәтеп, бер матай йән-фарман үтеп китте. Бер-ике кеше ҡул күтәреп ҡараны. Матай хужаһы уларҙы күрмәне лә шикелле. Урам артынан комбайн китеп бара. Йәйәүлеләргә туҡтаманы. «МТЗ», «ДТ» хужалары ла берәүгә лә кабинаһын асманы. Эргәнән генә йылҡылдап торған яҡшы атта ут күрше генә булған бригадир Ғәйепйән саптырып үтеп китте. Гөлбәҙәр уға, һүҙ әрәм итеп, өндәшеп тә торманы. Кемделер ултыртып алһа, барып төшкән сабынлыҡҡа өлөш булып инәсәк бит. Бригадир ҡушмаһына йүгерә-атлай сығып килгән бер туған ағаһы Мөхәмәтйәнгә сәләм дә бирмәй, йән-фарман елдерҙе.

«Атың-ниең ҡаҙалып киткере», − тип ләғнәтләп тороп ҡалды ҡапҡа янында сырхау ғына еңгәһе.

Ауылдың, мәхшәр кеүек ҡубып, бер төптән ҡуҙғыуы оҙаҡҡа һуҙылманы – биш-алты минуттан урамдар һил булып ҡалды. Урам осона еткәндә йәйәүлеләрҙән Гөлбәҙәр яңғыҙы ғына ине инде. Ә ямғыр, күнәктән һипкәндәй, шашынып ҡойҙо ла ҡойҙо. Шундай ғәрәсәт эсендә ул яңғыҙы ғына барҙы ла барҙы. Ҡайҙа етеп туҡтар ҙа ниндәй генә эш ҡыйратып ҡайтыр бынауындай көндә? Билдәле генә урыны ла юҡ. Иртөбәге иртә менән, иген тейәп, алтмыш саҡрым алыҫлыҡтағы элеваторға киткән. Күшегеүҙән ҡорошоп, аяҡ һуҙып ҡуймаһа ярай ҙа. Ҡайтҡанына тиклем балалары нисек көн итер? Икмәк ашарлыҡ булғандары бирешмәҫ тә. Сәңгелдәктәге сабыйы, Гөлназы, бауырҙы быуа. Шундай аптырашлы уйҙар солғанышында алға табан алтаны ла атланы Гөлбәҙәр.

Аңҡы-тиңке булып бара торғас, колхоздың өс саҡрым ярым алыҫлыҡта ятҡан йәшелсә баҡсаһына килеп еткәнен абайлап алды. Шашынған ямғыр ҙа һүрелде. Туҡтап, ҡуныстарындағы һыуҙы түкте. Итек табандарына көс еткеһеҙ булып уҡмашып йәбешкән балсыҡ ҡатыш тупраҡты ҡырып төшөрҙө лә сәғәтенә күҙ һалды: төш етеп килә... «Ай киткән, йыл киткән – сабата буйы ер үткән» тигән әкиәт лаҡабын иҫенә төшөрөп, көлөп ҡуйҙы ла тирә-йүнгә иғтибар менән күҙ һалды. Баҡса ситтәрен уратып үҫкән ат һыртын күмерлек ҡарағура нисектер сенажға сабылмай ҡалған. Уларҙың әйләнә-тирәһендә етен үлән дә яҡшы һаҡланған. Түтәлдәрҙе һуғарыр шишмә буйында ла сөм-йәшел үләнлек... «Ошонан да ҡулайлы урын булмаҫ минең өсөн», − тигән уйҙан ҡатын артабан китмәҫ булды. Ҡуйы ҡыуаҡлыҡ эсенә инеп, һыу һалындыһы кеүек ауырайған кейемен, баштан-аяҡ сисеп, бер тамсыһын да ҡалдырмай, һығып кейҙе лә, салғыһын янып алып, ҡолас йәйеп сабырға тотондо. Салғы үткер ине. Бер һыуһындай эшләгәс, туҡтап, артына әйләнеп ҡараны – бакуйҙар түтәлдәр төҫлө, йәм-йәшел булып ҡабарып, теҙелешеп ята. Ул эш араһында ямғыр ҙа туҡтап, өҫтөндәге кейеме лә һурыға башлағайны инде. Ҡарауылсы ҡарт ҡыуышына барып, бер-ике сынаяҡ үлән сәйе эсеп алғас, күңеле күтәрелеп киткәндәй булды.

– Рәхмәт, олатай. Ауыл ҡапыл ҡуҙғығас, әҙерләнгән сәйҙе лә алырға онотоп сығып кителгән шул, – тине Гөлбәҙәр.

– Ҡәҙер төнө асылғандай, шундай бер мәл булып ала шул беҙҙең ауылда. Башҡа урындарҙа ундай хәл ишетелмәй былай. Беҙҙең хужаның ғына «шутка»һы шикелле ул ғәләмәт. Үҙебеҙҙә лә барҙыр инде. Колхоз бесәне тамамланһа, кеше үҙенә әҙерләргә тотоноп китә лә, общий эшкә зыян килә, − тип тороп ҡалды Хәйрулла ҡарт. – Һыуһының етһә, тартынма, тағы ла килерһең, ҡыҙым.

Кискә табан Гөлбәҙәр машина тауышы ишетелгән яҡҡа ҡараһа, Иртөбәге яҡынлашып килә ине.

– Ошонда ғына йөрөйһөңмө ни? – тип йылмайып килеп сыҡты ир кабинаһынан.

– Билдәле генә урын да булмағас, йәйәүләп ҡайҙа ғына барып етәһең инде. Миңә лә эш етерлек булды, – тип, байтаҡ ҡына сабып ташланған бакуйҙарға күрһәтте ҡатын.

– Ярай, ярай. Бөтәһенән дә уҙҙырғанһыңдыр әле, – тип ҡәнәғәтләнеү белдерҙе Иртөбәк. – Бына ризыҡ килтерҙем. Тамаҡ ялғап алайыҡ әле икәүләп.

– Эш артабан үҙеңә генә ҡала. Ашанып тороп булмаҫ инде. Бәләкәсебеҙ янына ҡайта һалырға кәрәк. Уға иғтибар иттеңме?

– Апалары яҡшы ҡараған. Йоҡлай ине...

Ире бесәндән эңер ҡуйырыуға ғына ҡайтып инеүгә ҡатыны, балаларҙы йоҡлатып, өй мәшәҡәттәрен бөтөрөп кенә тора ине. Киске тамаҡты төнләтеп кенә ашап алғас, бер аҙ тынып ҡалғандан һуң, Гөлбәҙәр:

– Уф-ф-ф! Аллаға шөкөр. Был көн дә тамамланды. Иртәнсәк сәғәт нисәлә торғайныҡ әле? – тип иренә һыйыныбыраҡ килеп ултырҙы.

– Сәғәт дүрттә.

– Әле нисә?

– Ун ике. Беренсе ярты инде.

– Егерме сәғәт буйына аяҡ өҫтөндәбеҙ. Ал да юҡ, ял да юҡ. Батша заманында кешене ун алтышар сәғәт эшләткәндәр, тигән булалар.

– Әҙәм балаһын тамаҡ шулай йөрөтә, тиҙәр түгелме һуң? «Тамаҡ яман бейетә» тигәнде лә ишеткәнең барҙыр.

– Йә, батырға ла ял кәрәк, тигәндәй, йоҡларға ла ваҡыттыр.

– Болоттар тағы ла ҡабара башланы. Бирһен Хоҙай. Иртәгә лә ҡойоп яуһын. Кеше үҙенә бесән эшләп ҡалыр, исмаһам.

Иртөбәк менән Гөлбәҙәр икенсе көндө лә бесәндән көтөү килеүгә генә һыуланып ҡайтып инделәр. Һуң ғына тамаҡ ялғап алғас, әңгәмә кисәге һүҙ тирәләй башланып китте.

– Тамаҡ тигән булып, былай көн итергә ярамай, – тине Гөлбәҙәр, һауыт-һабаны йыуғанда. – Үҙеңә үҙең ҡол инде. Тотҡондағы ҡолдар беҙгә ҡарағанда күберәк ял иткән. Ә беҙ кешегә тейешле һигеҙ сәғәтлек йоҡоноң яртыһын ғына йоҡлайбыҙ.

– Был бит йәй миҙгелендә генә. Ә ҡышҡыһын кем иҫәпләгән?

– Һинең машинаң менән ул йоҡо беҙ бахырҙарға ҡышын да тәтемәй шул. Иртәнге етегә нарядҡа барып өлгөрөү өсөн һин факел менән картер ҡыҙҙырырға сығып китәһең, мин, ҡаҙан тултырып, һыу эҫетергә тотонам. Күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа әллә ни тиклем юл көрәү... Һанап бөтөрөрлөкмө ни… Иртәнге йоҡоноң иң татлы сағында.

– Һыу буйы итеп һуҙмай ғына еткер тел төбөңдө.

– Ана, ҡаланыҡылар әҙәмсә йәшәй. Эштән ҡайтҡас, ире балконда тәмәке көйрәтә, бисәһе аш-һыу тирәһендә. Балалар баҡсала көн буйы бағыулы. Колхозға ҡарағанда тормош совхозда ла еңелерәк, ти. Ваҡытында сабылған бесәнде кәртә янына уҡ килтереп ауҙаралар икән. Ә бында дауыллы-ямғырлы ике-өс көн эсендә ҡышҡа етерлек әҙерләп ҡара! Утын мәшәҡәте генә лә күпме. Уны әҙерлә, килтер, тураҡла-ярғыла. Көнөнә ике тапҡыр мейес яҡ, көлөн сығар. Икмәк һал. Үҙеңә, малыңа алыҫтан, йылғанан көйәнтәләп һыу ташы. Төп эшеңдән тыш, колхозға сенаж, япраҡ аҙыҡ әҙерлә. Уларға, исмаһам, бер матур көн бирелһәсе. Уларҙы үтәмәһәң, ҡойма ямғыр аҫтында ла үҙеңә бесән әҙерләргә рөхсәт юҡ. Йыл буйы эшләп тә тултыра алмаған минимумды ҡырҡыу! Уф-ф-ф!

– Етте. Аңлашыла. Тел төбөң тәртәне ҡала яғына ҡайыра. Бынау урындыҡ тулып ятҡан балалар менән ҡайҙа барып терәлерһең дә, уларҙы нисек туйындырып-кейендермәк кәрәк. Паспорт яғы ла өлкән бер тышау бит әле ауыл кешеһенә.

– Ҡалала йәшәһәк, улар урындыҡ тулып та ятмаҫ, бер-икәүҙән артмаҫ ине, – тине ҡатын, ирен ситтәренә яғымлы ғына йылмайыу ғәләмәте сығарып. – Паспорт тураһындағы һүҙең дөрөҫ: фермаларҙа бәрәс йә быҙау тыуыу менән муйындарына паспорты ла элеп ҡуйыла. Беҙҙе ул яҡтан мал ҡәҙәре лә күрмәйҙәр.

– Ярай, Алла бойороп, көн йонсоу булһа, иртәгә лә бесәнгә бит. Керпектәр ҙә ауырайған, – тип, Иртөбәк бисәһенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ зар «монолог»ын йомғаҡларға булды.

Гөлбәҙәр башын яҫтыҡҡа терәү менән үк мышылдап, татлы йоҡоға сумды. Керпектәре ауырайған булһа ла, Иртөбәкте йоҡо алманы. Бисәнең зары йоҡоһон осороп, быға тиклем йәшәлгән ғүмер йомғағы ептәре буйлап, шәжәрә ағасы тамырҙары төпкөлөнә алып инеп китте...

Йәмлелеге менән йәннәт баҡсаһының иң гүзәл мөйөшөнә тиң ошо кескәй генә Иртөбәк йылғаһын һыулаған Иртөбәк ауылы кешеләренең яртыһы тиерлек Иртөбәковтар араһы.

Халыҡ уларҙы Иртөбәктәр тип кенә йөрөтә. Нәҫелдең туғыҙ быуыны билдәле. Шәжәрә ебенең тамырҙары быуаттар төпкөлөнә барып тоташа.

Үҫәргәндәр ерендәге Илек һыуы тамағындағы нығытмаға нигеҙ ҡороуға бәйле бола баҫтырылғас, йәлләттәр язаһынан ҡасып ҡотолорға насип булған Иртөбәк уҙаман арҡаҙаштары менән ҡыпсаҡ ырыуы еренең оло юлдарҙан һилерәк ятҡан ошо тирәһенә килеп боҫҡан да, ауыл барлыҡҡа килгән. Ауылдың исеме лә Иртөбәк олаталарынан тороп ҡалған икән. Халыҡ яратып һыулаған йылға ла шул исем менән атала башлаған. Һуңыраҡ үткәрелгән рәүиздәрҙә Иртөбәк уҙамандан таралған ара кешеләре Иртөбәков фамилияһы менән теркәлгән. Халыҡты ирекһеҙләп күмәк хужалыҡҡа индереү йылдарында атаһы ҡотломөхәмәт­ҡолой ғаиләһен әҙәмсә ҡарай алырлыҡ хәлле генә кеше рәтенә ингән. Замана еленә ҡаршы бармаҫҡа була, ул да бар мөлкәте менән колхоз­ға яҙылған. Бер нисә көн колхоз ағзаһы булып ҡарағас, күңеле ятмай, унан кире сығып, «единоличник» мөһөрө баҫылған кеше булып көн итә башлаған. Ундайҙарҙың хужалығы ла, яҙмышы ла ҡыл өҫтөндә генә булған йылдарҙың береһендә атай еңел арбаһында райондан ҡайтып килгәнендә бер йәйәүле коммунға осраған. Ул, сәләм биреп, ҡул күтәргән. Коммундарҙы өнәп бөтмәгән ир, атын туҡтатмай, уның янынан юрттырып үтеп киткән. Бер-ике көндән баш балаһы ла тыуып өлгөрмәгән йәш «единоличник» ғаиләһен төндә килеп алып та киткәндәр. Малай Иркутск яғындағы Себер һыуығында тыуған. Тыуған яҡтарын күрергә зар-интизар булған атай-әсәй улдарына Иртөбәк тип исем ҡушҡан. Ир затынан булған сабыйҙың яҙмышы ата-олатайҙың ғәзиз төйәге менән бәйле булыр тип тә юрағандар­ҙыр. Сабыйға ике йәш кенә булған сағында атаһы алтмыш метр тәрәнлектә вольфрам соҡоған шахтала һәләк була. Әсә менән бала, мең михнәт сигеп, ауылға ҡайтып йығыла. Һуғыш йылдарында алынған башланғыс белем ғүмерлек юлдашына әүерелә.

Өс йыл ярымға тартылған әрме хеҙмәте осоронда үҙ телендә һөйләшеп алырлыҡ, исмаһам, бер мосолман һалдаты булһасы. Шундай шарттарҙа йәмле Иртөбәк буйындағы һалам йә һалабаш ҡыйыҡлы өйҙәре булған тыуған ауылы, йәннәт мөйөшө булып төштәренә инеп, хәтеренән сыҡмай. Зарлы күңелен йыуатыу өсөн аулағыраҡ урындарҙа үҙ телендә «һөйләшеү» үткәреп ала.

Иртөбәгем – йәнтөйәгем,

Бик һағынған илгенәм.

Ер йөҙөндә һиндәйҙәр юҡ –

Һин бит минең бер генәм.

Тик зар булған илгенәм, –

тигән шиғыр шәлкемен әтмәләп алып, эстән генә доға урынына ҡабатлап йөрөр булып китте. Үҙенә күрә бер йыуаныс ине ул. Ирендәрен ҡыбырлатып, шул «доға»ны ҡат-ҡат ҡабатлап, ҡуйылған урында һаҡта торғанда ҡапыл көслө лә, моңло ла итеп башҡортса яңғыраған йыр тауышы ишетелә:

...ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй

Ир-егеткәй менән ат башы...

Кинәт ишетелгән йырҙан тетрәнеп, тирә-йүнде байҡай һаҡсы. Үҙенән башҡа башҡорт заты булмаған был йәһәннәм төбәгендә ҡайҙан ишетелә шул тиклем дә һағышлы ла, моңло ла йыр? Радио-фәлән дә юҡ та баһа. Бушлат еңенең осо менән йәш юлаҡтарын һөртөп торғанда «Каждый кубометр камня – удар по американскому империализму!» тип яҙылған таҡта янындағы таш әрҙәнәләре араһынан, ап-аҡ тештәрен йылтыратып көлөп, Вася күтәрелә лә: «Шул тиклем дә һағындырамы ни тыуған яҡтар?» – ти. «Вася – һин башҡ...» «Шым бул әлегә. Һаҡта торғанда һөйләшергә ярамай. Һуңынан», – ти. Васяның, Урал аръяғынан булып, башҡортсаны һыу шикелле белеүе һуңынан ғына билдәле була...

Шундай уйҙар солғанышында йоҡоға тала Иртөбәк. Лысма һыуҙа сабылған бакуйҙарҙы киптереү үҙе бер мең бәләле мәшәҡәткә әйләнә. Ямғырҙар үтә лә оҙаҡҡа һуҙылһа, бөтә эшең, түккән көсөңдөң әрәмгә сығып ҡуйыуы ла бар. Өйөлгән бесәнде алып ҡайтып, лапаҫҡа һалыу шулай уҡ теңкәне ҡоротор эштәрҙең береһе.

Әҙерләнгән бесәнде килтерергә, Иртөбәк эштән эңерләтеп ҡайтып, тамаҡ ялғап алғас, төн уртаһы еткәс кенә йүнәләләр. Машинаға йөк тейәү көн яҡтыһында ла бөтә ирҙәрҙең дә ҡулынан килерҙәй шөғөл түгел. Ә Гөлбәҙәргә күк йөҙөндә йондоҙҙар ҙа емелдәмәгән дөм ҡараңғыла йөктө матур итеп тейәргә кәрәк. Ире кабинаның ишектәрен шар асып ҡуя ла:

– Шуларға тоҫмаллап, ике яҡҡа ла тигеҙ итеп һал. Уртаһын нығыта барырға ла онотма, – ти ҙә ҙур-ҙур күтәремдәрҙе ырғыта ла башлай.

Ҡатындың уларға көсө лә етмәй, йә алып өлгөрә алмай, йөктөң боҙолған саҡтары ла булғылай. Ундай осраҡтарҙа, төн һиллеген йыртып, ыҙғыш сыҡҡылап та алғылай.

– Бик шәп булғас, кеше ялла, йә үҙең генә тейә. Ә мин төшәм дә йәйәүләп һыпыртам, – тип янай ҡатын йән асыуы менән. – Ҡалалағы әхирәттәр әллә ҡасандан татлы төштәр күреп йоҡлайҙыр. Ә мин, бахыр...

Иртөбәктең тиҫтерҙәре, әрме хеҙмәтенән һуң ауыл тормошоноң ауырлығынан биҙрәп, мөмкин булғанда ҡалала төпләнеп ҡалыу яғын ҡарай торғайны. Һигеҙ йылға яҡын тыуған яҡтарын бер күрергә зар-интизар булып, ете-ят ерҙә йөрөгән егет, хеҙмәткә алынған ҡасабала эшкә урынлашырға мөмкинлек булһа ла, туп-тура Иртөбәккә ҡайтып төштө.

Алама сабата табанына йәшереп кенә һыҙырылған үлгән бәрәс тиреһен йәбештереп алып, ҡараңғынан-ҡараңғыға тиклем ҡарлы-боҙло шыйыҡ тиҙәк кисеп, ауыр сиргә тарыған әсәһе Әсҡиә әрме хеҙмәтенең тәүге йылында уҡ вафат булып ҡуйғайны. Меңәр саҡрым алыҫлыҡта ятҡан тундранан уны ерләргә лә ҡайта алмағайны ул.

Заманында хәллеләр иҫәбендә булған атай йортоноң мүкләнеп бөткән ҡыйыҡ таҡталарына тиклем көрт аҫтында ҡалған аласыҡ ҡына ҡаршыланы егетте. Туған ырыуҙарының иң яҡындары ҡапыл-ҡара үҙҙәрендә йәшәргә саҡырып торһа ла, «үҙ өйөң – үҙ көйөң»дән сығып, ҡайтып төшкәндең икенсе көнөндә үк аласыҡты һипләргә тотондо: ҡыйшайып бөткән ишек-тәҙрәләрен ипкә килтерҙе, усаҡ-мейесенә яғып ҡараны. Бәхеткә күрәлер, уларына артыҡ ҙур зыян килмәгәйне. Ике тиҫтә йыл буйына һүтелеп бөтә яҙған кәртә-ҡура ҡалдыҡтары ҡапыл да утынға ярап торҙо.

Яҙға табан егет колхозда төрлө эштәрҙә йөрөнө. Ҡайҙа ғына ҡушылмаһын, бөтә эштәр­ҙе лә намыҫ менән еренә еткереп атҡарҙы. Сәмсел егеттең дөйөм эшкә намыҫлы ҡарашы рәйес Петр Амплеевичтың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Мал көтөүгә сығып, яҙғы эштәр тамамланыу менән хужа Иртөбәкте колхоз иҫәбенә өс айлыҡ шоферҙар курсына уҡырға ебәр­ҙе. Стажер практикаһын да бик яҡшыға үткән йәш шоферға ниңәлер «Друндолет» тип исемләнгән «полуторка» машинаһы тәҡдим ителде.

– Ремонтлап ҡара. Эшләп китһә, һуңынан күҙ күрер, – тине ҡыҫҡа ғына итеп рәйес.

Иртөбәк өс-дүрт көндә машинаны «якор»ҙан ҡуҙғатты. Әрме хеҙмәтенә тиклем аҡсалы эшкә өйрәнеп алған егет, аҡса колхозда төшөнә лә инмәһә лә, һис тә генә бошонманы. Соҡорло-саҡырлы «Иртөбәк» яландары буйлап елдереү әйтеп аңлата алмаҫлыҡ күңел зауығы ине уға.

«Друндолет»та ике йыл эшләгәндән һуң, ышаныс ҡаҙанып өлгөргән егетте өр-яңы «Газ»икка ултыртты рәйес. Ризаһыҙлыҡ белдергән өлкәнерәк шоферҙарҙың ауыҙын бер-ике һүҙ менән генә йомдорҙо: «Уның кеүек эшләргә кәрәк».

Иртөбәк яңы машинаға ултырып алған йылды иген ишелеп уңды. Ураҡ башланғас, колхозға ярҙамға килергә тейешле ҡала ҡыҙҙарын станциянан барып алыу уға ҡушылды. Тәғәйен урынға килеп еткәндә вокзал алдындағы майҙансыҡта ҡаласараҡ кейенгән ун бишләгән ҡыҙ баҫып тора ине. Егет улар янына килеп туҡтаны ла:

– Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар. Һеҙ Иртөбәккәме? – тип һораны, асыҡ тәҙрәнән башын сығарып.

– Эйе, һеҙ шул колхозданмы әллә?

– Тап өҫтөнә баҫтығыҙ, – тип әйтеүе булды, салбар кейгән, башына зәңгәр косынка бәйләгән, түңәрәк кенә ап-аҡ йөҙөнөң уң битендә сейә ҙурлығындағы миңе булған һылыу ғына ҡыҙ кабина ишегенең тотҡаһына килеп тә йәбеште. «Ошо Гөлбәҙәр һәр ваҡыт өлгөр инде», – тип ризаһыҙлыҡ белдереп, кузов яғына ыңғайланы ҡыҙҙарҙың һары сәслеһе. Ҡыҙ инеп ултырғас та кабина эсенә нәзәкәтле генә хушбуй еҫе бөркөлдө. Ул, егет күңелен наҙлы ғына ҡытыҡлап, кәйефен күтәреп ебәргәндәй итте.

Юлға төшөп алғас, шофер ҡыҙ яғына күҙ һирпеп алды ла:

– Исемең Гөлбикә шикелле, һылыу. Исемең дә үҙең кеүек матур икән. Ҡайһы яҡтанһың, әгәр сер булмаһа? – тине.

Ҡыҙҙың йөҙөнә еңелсә генә алһыулыҡ шәүләһе һирпелде.

– Тыуған яғым бынан күренмәй. Исемем Гөлбикә кеүек матур ҙа түгел. Гөлбәҙәрмен.

– Ул исемдә лә гөл исеме бар бит. Барыбер матур. Үҙең кеүек.

– Рулдәге егеттең дә исеме барҙыр? – тип көлөмһөрәп ҡуйҙы ҡыҙ.

Йөҙөндәге алһыулыҡ баҙыҡланды.

– Исемһеҙ кеше буламы? Бар, әлбиттә – Иртөбәк.

– Абау, колхозығыҙ исемен ҡушҡандар икән. Ә шулай ҙа матурға оҡшай. Аҙаштарың да күптер, моғайын.

– Колхоз исеменән түгел. Донъяла бер генә аҙашым да булмаһа ла, Иртөбәкте йыш ишетергә тура килер һиңә беҙҙең ауылда.

Иртәгәһен бригадир Ғәйепйән ағай ярҙамға килгән ҡыҙҙарҙың барыһын да ырҙындағы иген өйөмдәре янына теҙеп ҡуйҙы ла Иртөбәккә:

– Был һылыуҡайҙарҙың береһе уңыш йыйып бөткәнгә тиклем һинең янда үлсәүсе булып йөрөйәсәк. Һайлап ал да эшкә үҙең өйрәтерһең, – тине.

Егет, һайлап та тормай, уң яҡтағы иң беренсе ҡыҙ Гөлбәҙәрҙең исемен әйтте.

– Сос ҡына икән. Исемен дә белеп өлгөргән, – тип эләктереп алды ашлыҡ тейәргә килгән еңгәйҙәрҙең береһе, ҡыҙҙарҙың ҡашҡаһына күҙ һалып та өлгөргән.

Көнбағыш уңышын йыйып бөткәнгә тиклем кабинала терһәккә терһәк терәшеп ултырып йөрөгән йәштәр бер-береһенә эҫенешеп китте лә ул ялҡынлыҡ оло мөхәббәткә олғашты. Гөлбәҙәр ҙә, үкһеҙ етем ҡыҙ булып, балалар йортонда үҫкәнлектән, бата-фәлән уҡытып тормайынса ғына колхоз ашханаһында йәштәр туйы үткәрҙеләр. Гөлбәҙәр, йәш кәләш булып, иренең аласыҡ тупһаһын төклө аяҡтары менән аша атлап үтте. Ҡышын ышығыраҡ булһын өсөн аласыҡҡа солан кеүегерәк ҡоролма әтмәләп тә ҡуйҙылар. Ҡатын-ҡыҙ ҡулы тейгәс, шыҡһыҙ аласыҡ эсенә әҙәмсә йәшәрлек ҡот инеп ҡалды.

Һуңғараҡ өй ҡалҡып сыҡты. Тыуған төйәгенә мөкиббән ереккән ирҙең егәрлелегенә ҡатынынең тилберлеге лә ҡушылып, көндө төнгә ялғап, йәй буйына тырышлыҡтары бушҡа китмәне – көҙ ахырына мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрарлыҡ бәләкәй генә шифер түбәле кәртә-ҡура ла төҙөлдө.

Йәш ғаилә донъяһының күҙгә күренеп күркәмләнә барыуы ҡайһы бер көнсөлөрәктәрҙең эсен күптереп, ревком адресына ялыуҙар ҙа яуғыланы.

Ревком башлығы Кәлимулла, бер көн идараға инеп:

– Иртөбәктең шәхси эшен тикшереүҙе ултырышҡа ҡуйырға кәрәк ине, – тине Петр Амплеевичҡа.

– Сәбәбе?

– Әле ауылда һалам түбәле өйҙәр бөтмәгән ваҡытта уның хатта бәҙрәф ҡыйығы ла шиферҙан. Колхоз машинаһын үҙ файҙаһына ла егә.

– Үҙең дә донъяңды яңырттың түгелме һуң? Бүрәнәләрҙе йөкмәп ташыныңмы ни?

– Ат менән.

– Һин колхоз аты менән ташынып өй яңыртҡанда ул төпсөнөп йөрөмәне шикелле…

– Юҡ та ул.

– Колхоз милкенә теймәй, дөйөм эшкә зыян килтермәй. Хәләл көсө менән ҡорған донъяһы һинекенән артығыраҡ икән, насармы ни был? Иртөбәк һалып ингән йорт, бер ҡайҙа ла китмәй, колхоз ауылының йөҙө булып, урамды биҙәп тора. Ҡыйыҡтары шиферҙан икән – хаҡы төшөрөлгән шифер табаҡтары бит улар. Списанные.

Ревком етәксеһенең хужаға башҡа әйтер һүҙе ҡалмағайны. Өс класс ҡына белемле Петр Амплеевичтан, иң алдынғы колхоз етәксеһе булараҡ абруйы сикһеҙ булһа ла, пенсия йәшенә еткәс, районда унан тиҙерәк ҡотолоу яғын ҡаранылар. Халыҡтың теләгенә ҡаршы килеп, уның урынына райком тәҡдим иткән яңы хужа Хөсәйен Илдарханов ҡуйылды.

Хөсәйен Хөснуллович, эште үҙенсә көйләп ебәрергә булып, тәртипте ҡырыҫыраҡ тоторға тырышып, төрлө яла яғыусылар, ошаҡсыларға ирек ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә уға ҡарата кешеләрҙең күңеле ҡатты. Әҙ генә мәғлүмәтле, әммә ғәҙел булған элекке хужаны оҙаҡ йылдар буйына һағынып иҫкә алдылар.

Иртөбәк элеваторҙан ҡайтып килешләй ауылға етәрәк машинаһын юл ситендә туҡтатты ла, көрәк-монтировкаһын алып, әллә ҡасандан бирле күҙ һалып йөрөгән, күптән инде ер менән күмелеп бөткән «ДТ» ҡарышлауығын әйләндергән эре тешле тәгәрмәсте соҡорға тотондо. Шул ваҡытта «Уаз»игында хужа килеп туҡтаны ла:

– Кем был? Иртөбәкме? Ҡайҙан ҡайтып килеү? – тип төпсөнә башланы.

– Элеваторҙан.

– Ә бында ни юғалттың?

– Трактор тәгәрмәсе... Мунса ташына...

– Колхозға ла яҡшы эшләй, бармаҡ та үҙ яғына кәкре, тигәндәре дөрөҫтөр, ахыры. «Кулакка әйләнеп бара» тигәндәре лә буш һүҙ түгелдер. Тәгәрмәскә теймә.

– Хөсәйен Хөснуллович, ул бит ун йылдан ашыу, бер кемгә лә кәрәкмәй, ошонда ер менән күмелеп ята...

– Барыбер колхоз милке. Соҡоп сығар ҙа, тимер-томор һыныҡтарына ырғытып, машинаны гаражда ҡалдыр. Бынан ары ауылға машинала ҡайтып йөрөүҙе туҡтат.

Иртөбәк хужа бойорғандарҙың барыһын да үтәне лә эңер ҡуйырыуға ғына өйөнә ҡайтып инде.

Руль артындағы йылдарының барыһын да хәтеренән үткәреп, иртәгә үк ғариза яҙырға кәрәк, тигән ҡарарға килде лә әҙәм аяғы һил саҡта уҡ ауыл араһын йәйәүләп үтер өсөн ҡараңғынан ҡуҙғалырға булды. Иртөбәк идараға Хөсәйен Хөснулловичтың артынса уҡ килеп инде.

– Ни йомош йөрөтә иртә менән? Бында йоҡланыңмы әллә? – тине хужа ҡоро ғына.

– Һеҙҙең кисәге күрһәтмәләрегеҙҙең барыһын да үтәнем дә бөгөн ғариза тотоп килдем, – тип үтенесе яҙылған ҡағыҙҙы өҫтәлгә һалды.

– Һммм... – тип ҡуйҙы хужа, ҡағыҙҙы ҡулына алмай ғына күҙҙән үткәреп. – Себен теймәҫ сер итер, тигәндәре һиндер инде. Дөрөҫөн әйткән бер-ике һүҙ өсөнмө? Миңә үпкәләһәң дә, колхоздан күргән игелектәрҙе онотоп ебәрмә. Иң тәүге «Иж» да, «Жигули» ҙа һинеке булған. «Кулак йорто кеүек» тип йөрөтөлгән донъяңды үҙ елкәңдә ташып ҡорҙоңмо?

– «Иртөбәк»кә тырнаҡ ҡараһындай ҙа үпкәм юҡ. Уларҙың бөтәһе лә Петр Амплеевич заманында булды. Эшләгән кешенең ҡәҙерен белә ине мәрхүм. Төҙөлөш материалдарының да ҡағыҙҙары һаҡланған.

– Үлгән һыйыр һөтлө ине, тиҙәрме әле? Ни менән шөғөлләнмәксеһең? Рулгә күнеккән ҡулдарыңа сыбыртҡы килешмәҫ бит. Әллә берәй яҡҡа олағыуыңмы уйың? Ҡырым сиреүеләй балаларың менән ҡайҙа барып һыйырһың икән?

– Балаларым, һеҙ әйткәнсә, ҡырым сиреүеләй түгел. Ни бары бишәү генә әлегә. Атай нигеҙен ҡоротоп, ата-бабаларыбыҙ төйәк иткән Иртөбәк буйҙарын ҡалдырып, бер ҡайҙа ла олаҡмаясаҡмын. Баш иҫән, аяҡ-ҡулдар һау булһа, тыуған-үҫкән ерҙә лә шөғөл табылыр. Үтенесте генә ризалатығыҙ ҙа...

– Мәйелең. Үтенес ҡағыҙы тотоп, тағы ошонда килеп тормаҫһыңмы? «Сыҡҡан ишегеңде ныҡ япма» тигәнде лә онотма.

– Ундай хәл булғанда ла, һеҙҙең ҡаршыға килеп тормам. «Газ»ға машина йәнле кешене ултыртығыҙ. Был – һуңғы үтенесем, – тип сығып китте хужаға бик ныҡ хәтере ҡалған шофер.

Идаранан сыҡҡас та Иртөбәк колхоз ерҙәренә терәлеп кенә ятҡан район үҙәгендәге урман хужалығы контораһына йүнәлде.

Директор уның йомошон тыңланы ла:

– Урман ҡараусыһынан башҡа эш юҡ штатта. Хәләф ағайҙы кисә генә хаҡлы ялға оҙаттыҡ. Урыны буш. Һеҙҙең яҡта эшләне. Ат егергә лә өйрәнеп алһаң.

Һайланып торорға ваҡыт та, мөмкинлек тә булмағанлыҡтан, уныһын-быныһын уйлап тормай, ризалашты ла ҡуйҙы Иртөбәк.

– Шуфир булғас, ат егә лә белмәйһеңдер әле, – тип, ат ҡараусы ҡараһыу көрән бейәне үҙе егеп бирҙе.

– Нисек иртә ҡайттың? Машинаң боҙолдомо әллә? – тип ҡаршыланы ирен Гөлбәҙәр.

– Мин хәҙер икенсе машинала. Ана, ҡапҡа янында тора, – тип эйәк атып ымланы тәҙрә яғына ире.

– Аһ, аһ, бригадир иттеләрме әллә? Ҡайһылай яҡшы булған. Төн уртаһынан тороп, машина ҡыҙҙырыуҙар һағынып һөйләргә генә ҡалыр инде. Икебеҙгә лә туйғансы йоҡо тейә икән былай булғас...

Урман төпкөлдәрен ҡыҙырып, ике айға яҡын ваҡыт үтеп тә бара. Күңел биреп эшләгән бер генә көн дә юҡ. Ҡар билбауҙан булған саҡтарҙа тыуған яҡ урмандарын һунарсы саңғыһында көндәр буйы ҡыҙырып йөрөүҙәр йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт булһа ла, тәртә, сана табандары, көрәк-һәнәк һаптары кеүек хужалыҡ кәрәк-яраҡтарын әҙерләү, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар, хатта туған-ырыу менән һүҙгә килешеү теңкәһенә тейеп бөткәйне инде.

– Оҡшамай миңә был эш, – тине Иртөбәк, оҙаҡҡа һуҙылған ҡаты бурандарҙан һуң көн буйына бил тиңентен көрт йырып, арып-талып, урман ҡыҙырып кисләтеп кенә ҡайтып ингәс.

– Нишләмәк булаһың һуң? Әллә Хөсәйен Хөснуллович ҡаршыһына баш һалып торорға самалайһыңмы?

– Юҡ инде. Шыпа эшһеҙ ҡалғанда ла уныһы минән булмай. Был шөғөл дә миңә төҫ түгел, – тип, урман эшенә дәртен һүндергән сәбәптәрҙе теҙҙе. Улар ишәйгән һайын ҡатынының йөҙө яҡтыра барыуын абайлап: – Ниңә күңелең күтәрелеп китте? Минең хәлемдең көрсөккә терәлә барыуы һинең өсөн ҡыуанысмы әллә?

– Ҡуҙғалайыҡ был урындан. Ул мөҙҙәттең ҡыңғырауы һуғыр мәлен тойомлағандай булам. Ҡалған ғүмерҙе булһа ла әҙәмсә йәшәп үткәрәйек.

– Ҡайҙа? Бынау тиклем бала менән ҡайҙа барып һыйынырға ҡыш өҫтөнән? Атай нигеҙен, атай-олатайҙар төйәген ташлап китеү еңел булыр тип уйлайһыңмы ни?

– Атай нигеҙен ҡоротмайыҡ тиһәң, донъяны туҙҙырмаҫбыҙ. Мәктәпкә йә колхоз ҡарамағына ҡалдырып торорға ла була.

– Ҡайҙа барып һыйынырға? – Шуға төплө генә яуап юҡ бит әле һаман.

– Миңә сыбыҡ осолай ғына инәй тейеш кеше ғүмере буйы Урта Азияла йәшәй. Һуғыштан һуңғы ҡытлыҡ йылдарында шунда барып төпләнә алған. Балалары булмаған. Яңғыҙы ғына көн итә. Өйө иркен икән. Һыйырбыҙ нисек тә. Әллә ҡасандан бирле саҡыра. Балаларҙың да һәләттәре ҡалала һәйбәтерәк үҫер ине. Бында ни, уҡыуҙан буш ваҡыттарында телевизор, көрәк тә һәнәк...

– Ярай улайһа, уйлашып ҡарарға кәрәк булыр.

Ғаилә кәңәшендә Урта Азия яҡтарына Иртөбәк кенә барып йәшәп ҡарарға хәл ителде.

Ҡалалағы Сәғүрә инәй фатирына кисләтеп кенә барып ингәндә өй тулы кеше ине. Инәй бик өлкәнәйгән. Үҙенә «боковушка» тип йөрөтөлгән бәләкәй генә ян бүлмәне ҡалдырған да ун ике балалы ҙур бер ғаиләне фатирға индергән. Сыбыҡ осолай ғына кейәү тейеш кешенең килеп сығыуына әллә ни ҡыуаныс кисермәне әбей. Тыуған яғын, ғаилә хәлдәрен һораштырғылап ултырғандан һуң: «Саҡ ҡына алданыраҡ килергә кәрәк ине. Ишле ғаиләне ҡалайтып ҡыуып сығараһың хәҙер. Яҡшы ла түләйҙәр. Әлегә ал бүлмәнең бер мөйөшөндә раскладушкала ятып йөрөрһөң. Эшкә урынлашып ҡара ла, уң ғына килеп сыҡһа, ҙур ғаиләң һыйырлыҡ фатир белешә торорһоң», – тине. Беренсе класлы тәжрибәле өлкән шоферға эш тиҙ табылды. Көнкүреш хужалығының етәксеһе: «Бик ваҡытлы килеп сыҡтың әле», – тип уны үҙбушатҡыслы «ЗИЛ»ға ултыртты.

Эш көйлө генә башланды. Тик ирҙең күңеле генә һүренке ине. Өлкәнәйеп барғанда тыуып үҫкән яҡтарынан, үҙ ҡулдары менән һалып ингән өйө йылыһынан, яратып ғүмер иткән Гөлбәҙәренән, һөйөп туймаҫ балаларынан, дыуаҙаҡ ҡаҙ һымаҡ, ете ят тупраҡта айырымланып йәшәүе бауырын өҙә. Ҡыҫтау фатирҙың ишек төбөндә йоҡлап йөрөү ҙә бер-ике көндә екһендергәйне. Боҫрап торған өй ашы күрмәй, көнөнә өс тапҡыр ашханала туҡланып йөрөү ҙә тиҙ арала ялыҡтырҙы. Ишле өйҙәш ғаиләнең ҡорт күселәй ҡайнашҡандарынан биҙрәп, Иртөбәк көн һайын киноға йөрөр булып китте.

Был яҡтың ҡышы ла һис тә генә оҡшамай ине уға. Төнгө сатнама һыуыҡтарҙа бер аҙ ҡар төшөп ала ла көндөҙ йылытып ебәреп, аяҡ аҫтында лысҡылдап бысраҡ ята. Айҙан артыҡҡа һуҙылған «ҡыш»тың һәр көнө шулай. Иртөбәк буйҙарының ярты йылдан ашыу ҡышын да үлә яҙып һағынды: күпме сафлыҡ, күпме таҙалыҡ! Батҡаҡ – бысраҡ, себен-серәкәй, донъяның барлыҡ сүп-сары, әҙәм ерәндергес еҫ-меҫтәр – бөтәһе лә аҡ япма аҫтында! Тәңкә-тәңкә эре бөртөктәрҙе өйрөлтөп, ябалаҡлап ҡар яуыуын, ағас баштарының төн сыҡҡансы муйыл сәскәһеләй аҡтан да аҡ бәҫкә төрөнөүен, төкөрөк ергә төшкөһөҙ селләләрҙә табан аҫтындағы ҡаты ҡарҙың аҙым һайын шығырлап тороуын ниндәйҙер бер бығаса яҙылмаған моңға тиңләп һағынды...

Йылы яҡтарҙан күңеле һүрелеп, Иртөбәк ғаиләһен күсереп алырға йәтешле фатир ҙа йүнләмәне. Һуғыштан һуңғы ҡытлыҡ йылдарында тимерсе Фәхрулла олатайҙың, әҙәмсә тормош эҙләп, Азия яҡтарына сығып китеп, оҙаҡ тора алмай, кире әйләнеп ҡайтып: «Табында боҫрап торған үҙебеҙҙең йомро картуф барында үзбәктең өрөгө ары торһон», – тигән һүҙҙәрен дә иҫкә төшөрөп, Иртөбәгенә кире ҡайтырға ышаныслы ниәтләне. «Үҙ илендә сәпсек үлмәҫ» тигән боронғоларҙың һүҙе лә уҙамандың изге ниәтенә ҡушылып, хужа янына инде.

– Матур ғына эшләй башлағайның да, ниңә улай ҡапыл? Ә минең һине тора-бара завгар, унан механик итеп үрләтергә иҫәп бар ине. Беҙҙә фатир мәсьәләһе лә еңелерәк хәл ителә.

– Рәхмәт, ағай, ихлас һүҙегеҙ, изге ниәтегеҙ өсөн. Ата-бабаларымдың һөйәктәре ятҡан, рухтары һеңгән ғәзиз тыуған ер – Иртөбәк буйҙары көндән-көн нығыраҡ тарта үҙенә...

Гөлбәҙәр эшенә китер алдынан иртә менән күтәрмәгә сығып баҫҡайны. Ишек алдындағы әрҙәнәләй шыр яланғас ифрат ҙур йән эйәһе көрт өҫтөндә туҡтауһыҙ әйләнгеләп тулағандай, әле генә яуған йәш ҡарҙы ҡулдары менән тирә-яҡтан үҙенә өйрөп-көрәп йыйғандай итә. «Ах та ух» килеп, ҡалын тамаҡ тауыштары сығара ине.

– Әстәғин! Ни ғәләмәт был! – тип ишек тотҡаһына йәбешә һалды.

– Ҡурҡма, сибәркәйем, Гөлбәҙәркәйем! Был мин – Иртөбәгең, – тине ғәләмәт йән эйәһе, таныш тауыш сығарып.

Артабан, бер ни ҙә әйтә алмай, тораташ кеүек ҡатты ҡатын. Бер аҙ шул хәлдә торғандан һуң:

– «Әллә күҙемә күренәһеңме? Нишләп инәнән тыума яланғасландың? Һалҡын тейҙерерһең бит, – тип ҡуйҙы.

– Ул тиклем дә түгел. Трусигым да ҡар төҫлө. Бер ниндәй ҙә һалҡын-малҡыны юҡ. Тыуған ерҙең ҡары ла йылы юрған бит ул. Ыуына торғас, бөтә тән, ана, ниндәй ҡыҙышып, алһыуланып китте. Минең кеүек һағынып-һарғайып ҡайтһаң, һин дә шулай һалҡын ҡарҙың да ҡәҙерен белеп, йылыһын тойоп ҡойонор инең әле, – тине лә Иртөбәк, «ух-ха!» тип күтәренке кинәнес менән ҡысҡырып, ҡар өйөмөнә сумды.

– Иҫәрләндеңме әллә, ысынлап та. Әйҙә тиҙерәк өйгә ин. Өҫтәлдә самауыр ҡайнап ултыра. Эсеңә йылы төшөрә һал, – тип өйҙән ҙур мунса таҫтамалы алып сығып, иренең яурынына һалды ла көрт өҫтөнә сисеп ырғытҡан кейемдәрен ҡаҡҡылай башланы Гөлбәҙәр.

Ғаилә башлығының оҙайлы алыҫ сәфәрҙән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуы ҡыуанысынан мәжлес табыны әҙерләнде. Ҡунаҡтарҙың күбеһе Иртөбәковтар ине. Ашап-эсеп, кәзә ҡымыҙынан бер аҙ күңелләнеп алғас, туған-ырыуҙарҙың нәҫел тамырына төшөп китеп, мыҡты олонло, ялбыр сатырлы бик олпат шәжәрә ағасының иң осона килеп сыҡтылар. Иртөбәковтарҙың аҡһаҡалы, туғыҙынсы тиҫтәнең ҡап уртаһындағы Абдулла ҡарт ҡарлыҡҡаныраҡ, әммә бәҫе уңып бөтмәгән моңло тауышы менән йыр һуҙҙы:

– Иртөбәккәй буйы шау сәскәлек,

Уны бит беҙ сәсмәнек...

Ауыл халҡы яратып йырлаған был йырҙың ҡушымтаһын йәшерәктәр элеп алды:

Ризыҡ яҙып ситкә китһәк тә,

Мәңгелеккә китмәнек,

Мәңгелеккә китмәнек тә

Сит һыуҙарҙы эсмәнек.

Йыр туҡтағас, оҙаҡ итеп ҡул саптылар. Кемдер: «Һай, үҙебеҙҙең Иртөбәк буйҙары: һауаһы һулап, һыуы эсеп туйғыһыҙ яландарыбыҙ шау сәскәлек шул. Торғаны бер йәннәт мөйөшө инде!» – тип һоҡланып, матур йырға ҡеүәт өҫтәне.

– Иртөбәк улым, ситтә йөрөп ҡайтҡас, таң һарыһында инәнән тыума сисенеп, ихатаһындағы ҡарҙа аунап ҡойоноп илаған икән, тигән һүҙ таралған ауылда. Шул хаҡ һүҙ булдымы? – тине Абдулла ҡарт.

– Дөрөҫ, олатай, булды ундай хәл. Тик аҙыраҡ арттырыңҡырап ебәргәндәр. Бөтөнләй яланғас түгел инем.

– Хәҙер оҙон аҡса, еңелерәк тормош артынан, ата-бабалар төйәген ташлап, ер аяғы ер башына олаҡмаҫһыңдыр бит инде.

– Юҡ, олатай. Һин атаған ерҙәрҙе кәрәгенән артыҡ күрелде. Тик оҙон аҡса, еңел тормош артынан түгел. Бәлки, ейер ризыҡ йөрөткәндер. Әгәр ҙә афәт ҡубып, ауыл, болон юҡҡа сығып, кешеләре таралышып китеп бөткән хәлдә лә, ата-бабаларыбыҙҙың хәләл ҡаны, ҡара тире һеңгән, миңә исем биргән Иртөбәгемде ташлап, бер ҡайҙа ла китмәйәсәкмен, хатта ошо йортом көлгә әйләнеп (тәүбә, тәүбә), ҡыйыҡһыҙ тороп ҡалһам да. Бик боронғо кешеләр ише мәмерйәлә, йә булмаһа, тау итәген өңөп, ышыҡ табып, ғәзиз Иртөбәгебеҙ төйәгенә сат йәбешеп ятып ғүмер кисерермен, – тине Иртөбәк. Был мәжлестән һуң өс-дүрт көн үткәс, Иртөбәк колхоз идараһына килде. Идарала яңы хужа ине.

Ҡул араһына инеп, үҫеп килгән балаларының ярҙамы тейә башлаған Гөлбәҙәр ҙә ауыл тормошоноң бөткөһөҙ мәшәҡәттәренән зарланмаҫ булды.

Аҡъюл ИСМӘҒИЛЕВ.

 

https://ye102.ru/articles/litra/2011-10-15/ar-yyly-y-513743 

Автор:
Читайте нас: